Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Һуғыш балалары. Дети войны
25-01-2012, 04:59 | Хоҡуҡ | автор: Фарит | Уҡылды: 1415
Һуғыш балалары. Дети войныБыйыл һуғыш башланыуға 71, бөтөүөнә 67 йыл тула. 9 май көнө йыл һайын илебеҙҙә байрам, хөкүмәтебеҙ еңеүсе-ветерандарыбыҙҙы (ғаиләләрен) тәбрикләй. Бар әле улар – ветерандар. Ҡыҙыл майҙандағы парадты ҡумтанан ҡарап ултырһаң, типһә тимер өҙөрлөк ветерандар кендегенә хәтлем орден-миҙалдар тағып, текә ултыралар трибуналарҙа. «Ысынлап та былар һуғышта булдымы икән?» - тигән һорау тыуа ирекһеҙҙән.
Парадтар, ҡотлауҙар, бүләктәр, иғтибар һәм ихтирам…
Бөтә ил тантана итә. Бөйөк еңеү…
Тик һуғыш балалары ғына йәтим. Һәр ваҡыт йәтимдәр.
Минең атайымдың атаһы ла, ағаһы ла һуғышта һәләк булғандар. Әнейемдең атаһы, фин һуғышынан ҡайтып, 7 ай ғына ҡатыны, ҡыҙы менән йәшәп өлгөрә лә, һуғыштың беренсе көнөнән яу яланына китә. Кире әйләнеп ҡайтмай. Иҫтәлеккә унан бер кәртишкәһе генә бар. Күп йылдар эҙләп тә, олатай ҡайҙа һәләк булғанын таба алмайбыҙ. «Никто не забыт, ничто не забыто», имеш.
Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәрҙең ғаиләләре атайлы-арҡалы булып йәшәйҙәр. Аталары хөкүмәттән алған иғтибар: төрлө путевкалар, автомашиналар, фатирҙар, аҡсалата ярҙамдар, льготный телефон үткәреү, магазиндарҙан дефицит тауарҙар, башҡалары.
Инде ветерандарҙың балалары түгел ейән-ейәнсәрҙәре фатир алырға, йә барын киңәйтергә өлгәшкәндәр бар бит.
Бер оятхыҙ ветеран ҡалала райондан районға балаһынан балаһына пропискаға күсеп фатирҙар алғаны булды.
Ә «дети войны»ларға нимә? Юғарылағыларҙан берәй нәмә төштөме, хөкүмәт йәтимдәргә ҡарата ғәҙел булдымы? Юҡ. Гүйә, улар үҙҙәре ғәйепле - аталары яу яландарында ваҡытһыҙ үлеп ятмаһындар.
Бер ваҡыт - ил президенты халыҡ менән «тура бәйләнеш»тәргә инеп, төрлө һорауҙарға яуап бирә башлаған мәл ине - шул саҡ минең әнейем «дети войны»лар тураһында һорау бирҙек. Матди ҡыҙыҡһыныу өсөн түгел, ғәҙеллек өсөн. Яуап булманы.

Был һүҙҙәрем һуғыштан иҫән ҡайтҡан бар яугирҙарҙы бер ҡалыпҡа һалыу түгел. Артыҡ күреп, тәҡдим ителгән уңайлыҡтарҙан баш тарта белгән, бер ниндәй өҫтөнлөктәргә дәғүә итмәгән өлкән ҡайным һымаҡтар ҙа әҙ булмағандыр.
 
| | Комментарийҙар (2) | Уҡырға
 

» Темәс йондоҙо
27-04-2011, 12:29 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 990
Темәс йондоҙоXX быуаттың оло шәхестәренең береһе—мәғрифәтсе, яугир-уҡытыусы, мәғариф етәксеһе, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ленин һәм өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры, Сибай ҡалаһының һәм Баймаҡ районының Почетлы гражданы Мәмбәтҡолов Бәҙретдин Мөжәүир улының тыуыуына май айында 100 йыл тула.

Кешеләр яҙмышы күктәге йондоҙҙар кеүек: көсһөҙҙәре ҡалҡып сыға ла юғала, ә инде изгелекле кешеләрҙең йондоҙо бер ваҡытта ла һүнмәй, улар тирә-яҡҡа нур һибеп, мәңгелеккә балҡып яна. Ана шул мәңгелек йондоҙҙар араһында Мәмбәтҡоловтың да йондоҙо бар. Ул уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы, ике һуғыш ғәрәсәте үткән ҡаһарман яугир булды. Бәҙри Мөжәүир улы (коллегалары, уҡыусылары араһында ул үҙен исемен ҡыҫҡартып танытыр ине)—Рәсәй һәм республика күләмендә танылыу тапҡан күренекле мәғрифәтселәр, уҡытыусылар рәтендә торорлоҡ бөйөк шәхес.

Мәмбәтҡолов Бәҙретдин Мөжәүир улы 1911 йылдың майында Баймаҡ районының данлыҡлы Темәс ауылында тыуған. Әллә күпме шәхестәр, күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, данлыҡлы уҡытыусылар биргән төбәк йәш Бәҙретдиндең кеше һәм уҡытыусы булып формалашыуына көслө йоғонто яһай. Ул башланғыс һәм урта махсус белемде Темәстә ала. Был уға еңел бирелмәй, сөнки уның атаһы 1-се империалистик һуғышта үлеп ҡалып, ул үгәй ата ҡулында үҫә. Белем алыуға ынтылған Бәҙретдингә аҡса эшләү өсөн байҙарға ялланып эшләргә лә тура килә. 1925-1929 йылдарҙа Темәстә уҡытыусылар әҙерләй торған 2-се баҫҡыс мәктәптә белем ала. Ошо осорҙа ул йәмғиәт эшенә тартыла. Ауылда наҙанлыҡты бөтөрөүҙә әүҙем ҡатнаша. Комсомол йүнәлтмәһе буйынса Темәс, Әбделмәмбәт (Әбйәлил районы) ауылдарында колхоз ойоштороуҙа ҡатнаша.

Б.Мәмбәтҡоловтың хеҙмәт юлы 1929 йылда Темәстә ликбез мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләүҙән башлана. 1930 йылда Моҫтай ауылында беренсе уҡытыусы һәм мәктәп мөдире була. Артабан эшкә тырыш һәм һәләтле ойоштороусыны Темәс (1931), Татлыбай (1932), 1-се Этҡол (1933), «Үрнәк» мәктәптәренең уҡытыусыһы һәм мөдире итеп ебәрәләр. Бында ул үҙен оҫта уҡытыусы һәм һәләтле етәксе итеп таныта, тырыш хеҙмәте өсөн «1-се бишйыллыҡ ударнигы» тигән маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Әсә йәнен ҡыйыусылар, йәки Буштан килгән фатир менән һынап ҡарау
13-11-2010, 10:33 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 634
Әсә йәнен ҡыйыусылар, йәки Буштан килгән фатир менән һынап ҡарау…Оҙон сиратҡа баҫҡан кешеләр араһында хәлһеҙләнгән, “ана йығылам, бына йығылам” тип торған өлкән йәштәрҙәге инәй шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте. Янынан ашығып, тапай яҙып үткән кешеләргә лә, эргә-тирәһендәгеләрҙең талашыуына ла вайымһыҙ ҡалған әбекәй, кемдер яңылыш төкөһә, этһә, һөрлөгә яҙып китә лә, кире стенаға һөйәлә. Түҙмәй: “Ултырып торһағыҙсы, инәй!” – тип иңбашына ҡағылам. Ул моңһоу күҙҙәрен миңә төбәне лә: “Ҡыҙым ошо кешенең артынан ҡалмаҫҡа ҡушҡайны... Сират юғала, ти”, – тип көрһөндө. Ябай, әммә иңрәп, һыҡтап, тигәндәй әйтелгән һүҙҙәргә ҡарағанда оло кешенең тамам хәлһеҙләнеүе, аҡтыҡ көсө менән баҫып тороуы аңлашылды. Уны көсләп тигәндәй, урын табып ултырттым. Әбейҙе тынысландырыу өсөн, сираттағыларҙы әллә нисә ҡат иҫкәрттек. “Ҡан баҫымым ныҡ күтәрелеп китте, дарыуымды алайым әле”. Әбей ҡалтыранған ҡулдары менән дарыу төймәһен алып ҡапты. Оло кешеләргә бындай урындарҙа йөрөмәү хәйерлерәк булыуын, әгәр инде мотлаҡ үҙе кәрәк булһа, кемдеңдер оҙатып йөрөүе мөһим икәнлеген өндәшәм.
“Эй, балам, башыма килеп төшкән бәләнән ҡотолоу, уйламаған ҡайғы-хәсрәттән арыныу өсөн был сиратта көнө буйы түгел, төнөн дә баҫып торорға ризамын... Минең бабай Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Алған яраларынан мандый алмай, һаулыҡҡа туйына алмай үлеп китте. Дүрт бала үҫтерҙек. Аҡыллы, һәр береһе юғары белемле. Уларҙы кеше итеү, уҡытыу өсөн көсөмдө лә, үҙемде лә йәлләмәнем. Ауылда яңғыҙым тыныс ҡына йәшәп ята инем әле. Анау, торлаҡ алыуға сертификат тапшыра башлағастар, балаларыма әллә нимә булды ла ҡуйҙы. Тәүҙә береһе, унан икенсеһе килеп талай башланы. Әйтерһең дә, мин иртәгә үк үлергә йыйынам. Тиҙерәк торлаҡ алып, васыят яҙыуҙы талап итәләр. Һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән балаларымды танымайым, ен алмаштырғанмы ни, аҡыралар, ажғыралар. Ә кемеһенә васыят итергә һуң ул фатирҙы? Кинйә малайға, тип әйтеп, башҡаларына дошман булдым. Уртансы ҡыҙым: “Һин операция эшләтеп дауаханала ятҡанда, улың ҡаранымы һине, ул һинең аҫтыңды таҙарттымы?!” – тип көн һайын йәнемде үртәй башлағас, бар тейешле ҡағыҙҙарҙы уның исеменә яҙҙыртырға булдым. Бының хаҡта белгәс, башҡалары ата йортона юлды онотто. Ғәфү итмәҫтәр инде мине... Ниңә Хоҙай Тәғәлә миңә бабайымдан шул тиклем артыҡ ғүмер бирҙе икән? Балаларымдың талашыуын бар ауыл белә, кешенән оят. Быға тиклем “өлгөлө ғаилә, балаларының һәр береһе юғары белем алған, тәртипле, эсмәйҙәр” ти торғайнылар. Бәлки, бабайым менән бер ваҡытта вафат булһам, тормоштоң әсеһен дә татып, бер-береһенә терәк булып ҡына йәшәрҙәр ине. Ҡан дошманға әйләнде лә ҡуйҙылар бит...”
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Һыуытмаҫҡа тиеп был ерҙе
18-11-2009, 17:01 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1805

«…теге саҡта ла шулай ине» (Герой исеме ала алмаған яугир хаҡында күңелһеҙ хикәйәт)
Миндеғол ағай менән төндәр буйына һөйләшеп, иҫтәлектәрен яҙып ултырғаным бар. Егерме йылдан ашыу үҙе тураһында гәзит-журналға яҙып сығыуымды көттө. Нисәмә мәртәбә инде ҡәләм-дәфтәр алып ултырам да, тормош ғәҙелһеҙлегенә йөрәгем әрнеп, уның алдында үҙемде көсһөҙ тойоп, яҙа алмай ҙа ҡуям. Башҡорт атлыларының үлемһеҙ ҡаһарманлығына арналған «Аманат» поэмамда йөҙләгән яугирҙең исем-фамилияһы бар, уны яҙған саҡта Миндеғол Арыҫланов һәр ваҡыт күҙ уңында торҙо. Исмаһам, берәй урында исемен атап үтәйем, тип күпме тырышһам да, һүҙ ағышына ҡушылып китә алманы. Уға ғына түгел, ижад итеүсе миңә лә ғәрлек ине был. Шул хәлдә лә ағайым рәнйемәне, Ирәндек кеүек оло йөрәкле, сал ҡылғанлы дала кеүек киң күнелле булып ҡала белде.
Әле етмеште уҙһа ла, ҡарап тороуға бер бәһлеүән ул. Шағирә Тамара Ғәниеваның:
– Рәсүлгә суд буласаҡ залға атаһы килеп ингәйне, бөтә кеше бәп-бәләкәс булды ла ҡалды, – тип хайран ҡалғанын онотмаҫмын.
Бына көтмәгәндә генә өйөмә килеп инде ул – ысынлап та, бүлмәмде тултырҙы ла ҡуйҙы.
– Яңы фатирыңа ҡасан күстең? Ниңә өй ҡотларға саҡырманың? Ярай, фатирың һәйбәт, бәхет, иман менән йәшә! Фатиха бирәйем әле, – тип доға уҡып алды. – Мин һиңә дивизияның иң һуңғы көндәрен һөйләргә килдем. 1945 йылдың 29 апрелендә, төнгө сәғәт 12 ине... Был нимә тағы?
– Диктофон. Яҙып алам һөйләгәнеңде.
– Ундай ҙа әкәмәт бар икән!.. Шулай сәғәт берҙә, Берлин эргәһендәге Бранденбург янына батарея командиры минең расчетҡа һыу аръяғына сығырға бойорҙо. Приказ шулай бирелде – өсөнсө эскадрондың һөжүменә артиллерия уты менән ярҙам итергә һәм ҡыйыҡ башында ултырған пулеметсыларҙы сәпәп төшөрөргә. Приказды үтәнек. Бик татыу, берҙәм расчет ине. Орудие командиры мин үҙем инде, йәғни гвардия старшинаһы Арҫланов Миндеғол Абдулхаҡ улы, наводчигым – Чичихин тигән егет, Ҡаҙағстандан ине, икенсеһен онотҡанмын, өсөнсөһө – Морадов Хәбибулла Үзбәкстандан, дүртенсеһе – Владивостоктан Некрасов Володя исемле егет. Бишенсеһе – Скорко тигән йәш кенә украин егете. Алтынсыһы – белорус егете ине. Исеме баштан сыҡҡан, етенсеһе – Азербайжандан – Саха Турдыев. Бына ошо расчет менән Бранденбург янындағы бер емерек күпер тирәһендә һуғыш алып барҙыҡ. 30 апрелдә, 1 Майҙа айырым плацдарм тотоп торҙоҡ...

 
| | Комментарийҙар (1) | Уҡырға
 

» Ҡаһарманлыҡҡа 48 йыл үтһә лә награда геройҙы тапмаған әле
18-11-2009, 16:54 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1083

Бөйөк Ватан һуғышы тарихына башҡорт атлылары ла яҡты бит яҙа. «Өс меңдән ашыу рядовой һәм офицер орден һәм миҙалдар менән наградланды. Бер дивизиянан – 76 Советтар Союзы Геройы!» – тип – яҙа тарихсылар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында. 76 түгел, ә 77 герой, тип иҫәпләйбеҙ беҙ, тик уларҙың береһенә ҡарата яҙмыш әлегә ғәҙел түгел...
Ул наградаларҙан, хөрмәт һәм ололауҙан мәхрүм кеше түгел. Киреһенсә, тормошон уңышлы. ә ҡайһы берҙә бәхетле тип иҫәпләй. Ир кеше йорт һалырға, ул үҫтерергә, ағас ултыртырға тейеш тигән һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрһәк, ул тап бына .шундай тормош менән йәшәгән кеше. Һалып ингән өйө лә бит ниндәй! Темәс ауылында ҙур өйҙәр һалырға яраталар, ул да һынатмай. Йортон үҙенең күңеленә оҡшағанса биҙәп, матурлап ҡуя. Хәҙер бөтә бала-сағалары бер юлы йыйылһа ла, барыһына ла урын етерлек.
Уландары ла бар, дөрөҫөрәге алты бала үҫтереп ир еткерә, уларға белем бирә, ә хәҙер инде ейәндәре ике тиҫтәгә яҡын. Бөтә ғүмере буйынса ағас үҫтерә. Ул ултыртҡан ағастарҙы бергә йыйһаң, ниндәй урман барлыҡҡа килер ине! Уның хеҙмәт стажы 40 йылға яҡын һәм һәр ваҡыт урман ҡарауылсыһы булып эшләй.
Һуғыштан һуңғы тормоштан зарланмай, ә кем зарлана – уларҙы яратмай. Теләһә ниндәй шарттарҙа ла ир булып ҡалырға кәрәк, тип иҫәпләй. Ә Миңлеғол Әбделхаҡ улы Арслановҡа үҙенең ирлеген бик иртә күрһәтергә тура килә: 1941 йылдың ноябрендә ул Тыуған илде һаҡлау өсөн фронтҡа китә.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Миңлеғәле Шайморатов (1899-1943)
18-11-2009, 11:00 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1006

Башҡортостандың халыҡ геройы, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, атаҡлы 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Минһаж (Минһажетдин) улы Шайморатовтың исеме республикабыҙ тарихында айырыуса ҡәҙерле урындарҙың береһен алып тора. 1999 йылда Башҡортостан халҡы үҙенең данлы улының тыуыуына 100 йыл тулыу көнөн билдәләп үтте.
М. М. Шайморатов 1899 йылдың 15 (27) авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы) Биштәкә ауылында батрак ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. (Был ауыл хәҙер Шайморатов ауылы тип атала.) Шайморатовтар нәҫеле Биштәкәгә 1764 йылда Исәт провинцияһынан, Урал заводтарындағы ҙур бола баҫтырылғандан һуң күсеп килгән, сығыштары менән әйле башҡорттарынан. Был хаҡта Миңлеғәле үҫмер сағында атаһынан һорашып белгән була, ә һуңынан ул үҙе ата-бабаларының телдән килгән тарихын архив материалдарын эҙләп табып дөрөҫләй. «Граждандар һуғышы тамамланғас, Мәскәүҙә академияла уҡығанда, архивтан атайым һүҙҙәрен дөрөҫләүсе документты табып алдым. Боронғо атай-олатайҙар иҫке Исәт провинцияһының ҡайһы тирәһендәрәк йәшәгәндәрен белгем килгәйне минең», — тип һөйләп ҡалдырған боевой генерал дивизияның политбүлек начальнигы урынбаҫары С. Р. Ҡадировҡа1.
Миңлеғәленең тыуған ауылында 1907 йылда дүрт синыфлы беренсе баҫҡыс земство мәктәбе асыла. Ул ошо мәктәптә өсөнсө синыфҡа тиклем белем ала, русса уҡырға, яҙырға өйрәнә. Әммә уҡыуын ташлап китергә тура килә. Был ваҡытта, ҡыш миҙгелендә, Миңлеғәленең атаһы Минһаж ағай, оло ағаһы Әхмәтгәрәй үҙ ауылдарына егерме саҡрымдар тирәһендәге Булгаков утарында тирмәнсе байға ялланып, ылауҙа йөрөй. Ул да, ололарҙың ҡул араһына кереп, ылаусылыҡ эшенә тотоноп китә. 15—16 йәштәрҙә инде ул мыҡты кәүҙәле, көслө, аҡыллы егет булып үҫеп етә, тирмәндә йөк тейәүсе булып эшкә төшә. Уның хаҡында, дүртәр ботло тоҡтарҙы туп урынына осороп уйната торғайны, тип хәтерләй замандаштары. Был йылдарҙа Миңлеғәленең әсәһе лә, атаһы ла үлгән була. Ул ауылға туғандары янына ҡайтып йөрөй, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша. Ауылдаштарын ул айырыуса бәләкәйҙән ат йәнле булыуы, һабантуйҙарҙа ҡатнашып, беренселекте алыуы менән дә, бил бирмәҫ көрәшсе булараҡ та һоҡландырған. 1915 йылда Стәрлетамаҡта уҙғарылған һабантуйҙа еңеп, бүләккә көмөш самауыр күтәреп ҡайтыуы хаҡында ла иҫтәлек һаҡланған. Шул уҡ йылдың йәйендә Миңлеғәле Өфөнөң «Д. Д. Якимов һәм уның вариҫтарының тауар-пассажир пароходствоһы »нда йөк тейәүсе булып эшләй башлай. Бында уның көрәшсе булараҡ даны тағы ла киңерәк тарала. Йәйге эҫе көндәрҙең береһендә ҡаланың Ушаков баҡсаһында бәһлеүән ҡаҙаҡ батыры Сәрсән менән алышҡа сыға ун алты йәшлек башҡорт егете Миңлеғәле. Майҙанға сығып, аҙмы-күпме көрмәкләшеп, ул-был иткәнсе Миңлеғәле әзмәүерҙәй ҡаҙаҡ батырын баш аша сөйөп тә ебәрә. Был еңеүе өсөн уны тальян гармун менән бүләкләйҙәр. Йыр, моң яратҡан егет аҙаҡ та гармундан айырылмай. Өфөлә йәшәгән йылдарында көмөш телле гармуны менән һәр ваҡыт йәштәр араһында була. Ҡыуғын миҙгеле етеү менән, Ағиҙел үренән, уға ҡушылған тау йылғаларынан һал ағыҙып ҡыуғынсылар төшә.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»
20-04-2012, 16:54 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 373
«Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»Район һабантуйында фажиғәгә тарыған көрәшсе Илгиз Ғафаров туң йөрәкле түрәләрҙең түгел, туғандарының, дуҫтарының ярҙамы һәм үҙенең ныҡлығы менән аяҡҡа баҫып килә
Быйыл Мәскәүҙә яҙ иртә килде. Салт аяҙ ҡояш нурҙары палата диуар­ҙарында уйнай, тәҙрәләрҙе асып ебәрһәң, әсе дарыу еҫтәрен яҙғы саф һауа алмаштыра.
Был миҙгелдә күңелдәрҙә нин­дәй­ҙер шатлыҡ ҡатыш елкенеү, мөғжизә көтөү бар. Яҙҙар − йылы йәйҙәргә ҡапҡа, улар уҙған йәйҙәр­ҙең хәтирәләрен яңырта. Тиҙҙән илдә шаулап-гөрләп һабантуйҙар уҙа башлар, ярһыу арғымаҡтар ярыш­ҡа сығыр, көрәшселәр майҙан тотор. Һабантуйҙар хаҡында уйлаһа, Илгиздең йөрәге уғата талпына, ярһып тибә. Ҡаланы өҫтән күҙәтеп ятҡан еренән ырғып тороп күнекмәгә йүгергеһе килә. Быға тиклем Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылы егете йыл һайын тәкә алып ҡайта ине. Күптәр Илгиздең уңыш серен белә алмай йонсоно. Улар араһында һоҡланғандары ла, көнләшкәндәре лә булды. Ә егет бер ни булмағандай артабан йәшәүен белде, спортһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтермәгәнгә күрә көн дә тиерлек күнекмәләргә йөрөнө. Тәбиғәттән бирелгән көсөн үҫтереү көрәшсене яҡшы һөҙөмтәләргә килтерҙе − тәүҙә район, тора-бара Башҡортостан, төбәк-ара, Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булды ул. Алты йәштән алып көрәш менән шөғөлләнгән Илгиз Ғафаровтың күңелен моңһоулыҡ солғап ала. Тыуған ауылын, дуҫ-иштәрен, туғандарын һағыныу тойғоһо ла үҙен һиҙҙерә. «Бирешмәҫкә,− тип үҙ-үҙенә шыбырлай егет. − Бирешмәҫкә! Мин иңемә төшкән барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығасаҡмын!» Егет ата-әсәһенән үҙен тышҡа сығарыуҙарын һорай. Яҡын кешеләре ҙур һаҡлыҡ менән Илгизде инвалид арбаһына ултырта. Сөнки, оло үкенескә күрә, бөгөн Илгиз − беренсе төркөм инвалиды.

Ил ирҙәрен йығыр вайымһыҙлыҡ

Яҙмыштың аяуһыҙ шаярыуымы, әллә Хоҙайҙың һынауымы был, ысын күңелдән көрәшкә бирелгән батыр егет милли көрәш ваҡытында имгәнә һәм, хәрәкәттән яҙып, түшәктә ята. Мәҡәләлә һөйләнәсәк хәл-ваҡиғаларҙа Илгиздең һаулығы, яҙмышы өсөн яуаплы кешеләр барлыҡ ғәйепте егеттең үҙенә ауҙарып, аҡтан-аҡ, пактан-пак булып ҡалды. Хәлдәренән килһә, Илгиз Ғафаров менән килеп тыуған бәхет­һеҙ осраҡты йәшереп тә ҡалдырыр­ҙар ине. Тик беҙ ҡапсыҡта ятмай. Шулай итеп, көрәштең төрлө үҙенсәлектәрен күптән төшөнгән, көрәшсе ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш икәнлеген аңлаған таһыллы егеттең ғәрипләнеүе нисек килеп сыҡты һуң? Хәл 2011 йылда Ейәнсура ра-йоны һабантуйында була. Байрамға килгән хөкүмәт вәкилдәре өсөн район спорт комитеты көрәш алдынан спортсылар­ҙың күрһәтмә сығыштарын ойоштора. Сығыш яһаусылар араһында Илгиз дә була. Уға уҙаҡҡа ауылдашы тура килә. Егеттәр, билдәренән матҡып алып, бер-бер артлы һөжүм итә. Тик ҡайһылыр бер хәйерһеҙ минутта дәғүәсеһе ҡағиҙәне боҙа һәм Илгизде тубығы менән ҡаплай. Башы менән уңайһыҙ барып төшкән егеттең умыртҡа һөйәге буйлап ток һуҡҡандай ҡаты ауыртыу йүгерә. «Тиҙ ярҙам» машинаһы ҡаза күреүсене Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһына килтерә.
 
| | Комментарийҙар (1) | Уҡырға
 

» Agamuglan,Sabir,Fanya - Встань на правильный путь
31-03-2012, 18:38 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 1092
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Дуҫ булайыҡмы?
31-03-2012, 15:16 | Баш бит | автор: Ilsur | Уҡылды: 585
Дуҫ булайыҡмы?Социаль селтәрҙәр үрмәксен ауы булып бар халыҡты ялмап алды. Кеше үҙе хаҡында нимәне генә бар ғаләмгә сығарып һалмай! Бер ыңғайы бар туғандары тураһында ла бөтә мәғлүмәттәрен яҙып өҫтәп ҡуялар. Күҙмә-күҙ аралашҡанда һис әйтелмәҫ һүҙ-хәбәрҙәр яҙыла.
Теркәлерлек кимәлдәге мәғлүмәтем менән минең дә «В контакте»ла битем бар. Күпселек осраҡта мин уны файҙалы тип тапҡан мәғлүмәттәрҙе, электрон форматтағы китаптарҙы, йә берәй елеккә үтерлек мәҡәләләрҙе баҫырға ҡулланам.

Тәүҙә мин дуслашайыҡ тигән һәр бер тигәндәй кешене, күңелен ҡырмайым, тигән булып, дуҫ итеп барҙым. Дуҫтарым йөҙгә яҡынлашҡас, барыһын бер барлап сығырға булдым – яртыһынан күбеһе, халҡыбыҙ әйтмешләй, иҫәп өсөн бар, һан өсөн юҡ кешеләр булып сыҡты. Башлаған эш – бөткән эш, юйҙым да ырғыттым ундай «дуҫтар»ҙы. Вәссәләм.

Әле күптән түгел бөтөнләй таныш булмаған бер апай дуҫлашырға тәҡдим итте. «Кем һуң был?» тип инеп, битен ҡарай башлағайным, оҙаҡ ҡарарға тура килмәне. Ошо фоторәсемде күреү етте миңә. Уҡытыусы ул, булһа кәрәк. Нимә уҡыталыр, күҙ алдына килтереүе ауыр.

Фоторәсемгә ҡарап иҫ китте – өҫтәлдә салфеткаларҙан башҡа йүнле ризыҡ юҡ, уғата араҡы-шарап етерлек. Сабата ауыҙҙары ҡайыштанып эсеүҙе тәм итеп ултырыусылар шат.

Артабан яҙып тормайым, үҙегеҙ күрәһегеҙ.
Мәктәптә балаларға ауыҙ тултырып дөрөҫ йәшәүҙе өйрәтәбеҙ, гәзит-журналдарыбыҙҙа «Айыҡ ауыл» конкурсында ауыл-ауыл ҡатнашыуыбыҙ менән маһаябыҙ, туған-тыумасабыҙ, күрше-таныштарыбыҙ шул ағыу арҡаһында күпме бәлә кисергәнен белеп-күреп, ҡайғыларын уртаҡлашҡан булабыҙ – ә ысынында үҙебеҙ һаман да араҡы-шарапһыҙ мәжлесте мәжлес тип тә һанамайбыҙ.

Шарылдашып, туҙға яҙмағанды буштан-бушҡа ауҙарыу, әкренләп кенә, бер-береңде ошолай итеп «ҡәзерләй-хөрмәтләй» боҙоҡлоҡ менән аҙғынлыҡҡа этәреү, бындай хәлде «ғәҙәти» итеп күреү һәм күрһәтеү – шулмы беҙҙең бөгөнгө дуҫ-ишлек, ҡәрҙәшлек билгеһе?
 
| | Комментарийҙар (2) | Уҡырға
 

» Маңлай ярыу ғына түгел...
5-03-2012, 05:31 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 1035
Алланан башҡа төрлө көстәргә табыныу – иң-иң ҙур гонаһ
Р. Ғәббәсовтың «Ендәр бар шул беҙҙең арала...» тигән мәҡәләһе төплө әҙерләнеп, Ҡөрьән Кәримдән миҫалдар килтереп яҙылыуы менән һөйөндөрҙө. Яҙмалағы фекерҙәр менән тулыһынса килешәм. Ен тип аталған көс, ысынлап та, мәғлүмәт йыя ла, тарата ла белә. Рәсүлебеҙгә илселек вазифаһы ингәс тә әле, хәҙистәрҙән күренеүенсә, улар теләгән кешенең һынын алып, ғәрәптәр араһында күҙгә күренеп йөрөгән, баштарын бутаған, хаслыҡ ҡылған. Динебеҙҙе, Ҡөрьән Кәримде яҡшы белмәгән, намаҙ уҡымаған кешеләргә, йәғни «һаҡлыҡ ҡалҡаны» булмағандарға был ғәләмәт бик көслө тәьҫир итә ала. Бәйғәмбәребеҙ аша ингән доғаларҙың көсө уларҙы йәшеренергә, күренмәй йөрөргә мәжбүр иткән. Ендәрҙең бер өлөшө мосолманға әүерелгән, тиелә риүәйәттәрҙә. Әйткәндәй, Сәғүд Ғәрәбстанында «Ен мәсете» тигән ғибәҙәтхана ла бар.

Күренмәй йөрөп, кешегә тәьҫир итә алыуы арҡаһында ҡайһы берәүҙәр уларҙың ихтыярына үҙҙәре аңламаҫтан буйһоноп йәшәй башлай, имештер, «күрәҙә»гә, «ҡасиятлы» (?!) бәндәгә әүерелә һәм үҙе менән бергә башҡаларҙы ла аҙаштыра. Бындай әҙәмдәрҙең динле булып ҡыланыуы ла мөмкин, улар хатта, үҙ динегеҙҙән сыҡмағыҙ, үҙ Илаһығыҙға табынығыҙ, тип өйрәткән дә була әле. Шул рәүешле кешенең ышанысына тағы ла нығыраҡ инәләр. «Йәшлек» гәзитендә телгә алынған ханымдар бары тик көслө гипноз тәьҫиренә бирелгәндәрҙер, тип өмөт итергә ҡала.

Урыҫтың «Заставь мужика Богу молиться, он и лоб прошибет» тигән мәҡәлен тура мәғәнәһендә беҙгә ҡарата ла ҡулланырға була. Тик беҙ маңлай ярып ҡына ҡалмайбыҙ, башты ла юғалтабыҙ. Иҫең китер, XXI быуатҡа аяҡ баҫҡан, күпселектә юғары булмаһа, урта махсус белемле кешеләребеҙ ҙә хөрәфәттәрҙе, мәжүсилеккә хас әллә ниндәй йолаларҙы бығырлатып килтереп сығарып, шуға ышанып уҡ йәшәй башланы. Икенсе дингә инеп китһендәрме, Ислам әләме артына ышыҡланған секталарға арбалһындармы, барлы-юҡлы аҡсаһын исраф итеп, Һиндостанға барып, күҙ быуыусы Сатьи-Саи бабаға табынып ятһындармы... Исламды үҙебеҙгә хас рәүештә өйрәнеү юҡ, тота ла Ҡаҙағстанға сығып китеп, ҡәберҙәргә табынып, имеш, әруахтар менән һөйләшеп ҡайталар. Тәүбә-тәүбә. Ошонан да ҙур кафырлыҡ юҡ Исламда, сөнки Аллаға тиң тотоу, Унан башҡа төрлө көстәргә табыныу – иң-иң ҙур гонаһ. Әбйәлил районында, ғөмүмән, бата уҡыйбыҙ, тип йыйылып, спиритизм менән шөғөлләнәләр. Бындай ғәмәлдәр диндән яҙҙырып ҡына ҡалмай, йыш ҡына психик ауырыуҙар менән тамамлана.

Бына шундай туҙға яҙмаған ғәмәлдәр, дин ул – артта ҡалғанлыҡ, наҙанлыҡ, шарлатанлыҡ, хатта психик ауырыу һөҙөмтәһе, тигән фекер тыуыуға сәбәпсе була ла инде. Әлегә беҙҙең дин әһелдәренең матбуғатта сығыш яһарға йә ваҡыты, йә һәләте етмәй. Журналистарыбыҙ иһә тейешле ғилемгә эйә түгел. Шунан килеп сыға ла инде ағын – ҡараһын, эҫеһен – һыуығын бергә бутау. Бер кеше, мин Мөжәүир хәҙрәт тоҡомонан, ҡәберемә килеп һораһағыҙ, ярҙам итермен, тип үҙе васыят әйткән, тип һушымды алды. Беренсенән, был хәҙрәттең тоҡомо булыу Аллаһ алдында һаҡлау грамотаһы түгел. Һәр кеше, ниндәй генә изге йәки яуыз заттан тыумаһын, хисапты үҙе ҡылғанға ҡарап тота. Аллаһ урынын ожмахта итһен, әммә Мөжәүир хәҙрәт тә – әҙәми зат, фәрештә түгел, һәм баҡый донъяла уның үҙенә лә ниндәй баһа бирелерен беҙ белмәйбеҙ. Икенсенән, Мөжәүир хәҙрәттең, ҡәберем янына килеүсегә ярҙам итермен, тип әйткәненә шикләнәм, сөнки ул динде, бар ярҙам тик Алланан икәнен яҡшы белгән, үҙен Уға тиң көскә эйә тип белдереүе һис мөмкин түгел. Был уның диндән сығыуы булыр ине...
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

Уҡымлылар
» » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

«Урал» фонды

«Киске Өфө» гәзитенең сайты

«Bashqort.Com»










Сайт үҫешенә ярҙам

Яндекс.Деньги

41001328785603

WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094

Башҡортостаным
яңылыҡтары
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

Киләсәккә рухи васыят

Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

Ғәфү итсе, нигеҙем!..

Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

Булғанда – бүреләй, булмағанда…

Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

Их, мунсаһы!

Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


Һорау

Әйе
Юҡ



Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
© 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.