 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Шаҡай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | | 27 | 28 | 29 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. 1-се бүлек
27-02-2012, 16:30 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 319 |
 |
 |
 Борон-борон борондан, Кеше-маҙар килмәгән, Килеп аяҡ баҫмаған, Ул тирәлә ҡоро ер Барлығын һис кем белмәгән, Дүрт яғын дингеҙ уратҡан Булған, ти, бер урын. Унда булған, ти, борон, Йәнбирҙе тигән ҡарт менән Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ Ҡайҙа барһа, уларға Ул урында юл асыҡ. Был ҡарт менән был ҡарсыҡ Ҡайҙан бында килеүен, Ата-әсә, ер-һыуы Ҡайҙа тороп ҡалыуын Үҙҙәре лә онотҡан, ти; Икәүҙән-икәү шул ерҙә Башлап ғүмер иткән, ти. Тора-бара ул икәү Ике уллы булып киткән, ти: Шүлгән булған олоһо, Урал булған кесеһе; Бүтән кеше күрмәйсе, Тик йәшәгән дүртеһе. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. 2-се бүлек
27-02-2012, 16:26 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 137 |
 |
 |
Урал, Шүлгән икәүләп, Көн-төнөн, ай-йыл һанап, Тау артылып, һыу кисеп, Ҡара урмандар үтеп, Һаман алға киткән, ти. Бара торғас, бер заман Бер йылғаның ситендә, Бер ҙур ағас төбөндә, Ҙур таяғы ҡулында Аҡ һаҡаллы бер ҡартҡа Былар барып еткән, ти, Барып сәләм биргән, ти. Ҡарт ҡаршы алған, ти, Юл башыны быларҙың Ҡарт та һорашып белгән, ти. Үҙ уйҙарын былар ҙа Ҡартҡа һөйләп биргән, ти. Ҡарт уйланып торған да, Һаҡалыны һыпырып, Быларға күҙ йөрөтөп, Ике юлды күрһәтеп, Былай тиеп әйткән, ти: «Бына һеҙгә ике юл: Һулға китһәң, юл буйы — Уйын-көлкө төн буйы, Ҡайғы-этлек күрмәйсе, Барлығын да белмәйсе, Рәхәт йәшәй байманда; Бүре, һарыҡ яланда, Төлкө, тауыҡ урманда Бергә йәшәп, дуҫ булып, Самрау ҡошҡа баш эйеп, Ҡан да эсмәй, ит еймәй, Һис Үлемгә юл ҡуймай Йәшәп килгән бер ил бар; Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ Ҡыла торған йола бар. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |

 |
 |
» Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. 3-сө бүлек
27-02-2012, 16:24 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 153 |
 |
 |
Бер нисә көн булған һуң, Ҡыҙҙың туйы уҙған һуң, Урал тағы киткән, ти, Күп һыуҙарҙы кискән, ти. Бара торғас, бер ерҙә, Бер ҡая тау битендә, Уйпат сая эсендә Арыҫланынан төшөп, Ял итергә ятҡанда, Йылан ыҫлаған тауыш Ҡолағына салынған. Ырғып тороп урынынан, Тирә-яғына ҡаранған. Йыраҡ түгел, яҡында, Бер ҡулҡының янында: Бейеклеген ҡараһаң, — Арыҫлан аша күренмәҫ, Оҙонлоғон үлҫәһәң, — Йөҙ аҙымда түкәлмәҫ, Ғәләмәт бер ҙур йылан Ҡулҡы эсенән һөҙөп, Тотоп алған бер болан. Ай, айҡаша, ти, былар, Һай, сайҡаша, ти, былар; Аҙаҡ сиктә түҙалмай, Йыланға ҡаршы торалмай, Сәсәп, йығылған болан, Арт һанынан боландың Шундуҡ ҡапҡан, ти, йылан. Урал барған йүгереп; Йылан ҡойроғон болғап, Дулай, ти, ағас һындырып. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. 4-се бүлек
27-02-2012, 16:22 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 136 |
 |
 |
Уңдан киткән Шүлгән дә Осраған, ти, бер ҡартҡа. Ни эҙләүен был яҡта, Килгән саҡта юлында Осрағанын бер ҡартҡа, — Барын һөйләп биргәс тә, «Был ҡарт тағы Шүлгәнгә, Сер йәшермәй, эс тартмай, Былай тиеп әйткән, ти: «Һин осраған ул бабай — Минең ҡустым булыр ул, Минең менән бер илдә Тыуып үҫкән ине ул; Уның йөҙө хәҙер ҙә — Ап-аҡ һаҡал, сал ҡарттыр, Саҡ йәнене аҫырарҙай, Үҙе ҡаҡшау, ябыҡтыр. Бына мине күрәһең— Бер егеттәй тиерһең, Уны «ҡустым» тигәнгә, «Был ҡарт алдай», — тиерһең. Уның сере шул, егет, Шуны яҡшы бел, егет: Беҙҙең илдә бар кеше лә — Өлкәне йәнә йәше лә — Барыһы ла туғандай, Бер әсәнән тыуғандай; Илде талап йөрөмәҫкә, Кеше ҡанын ҡоймаҫҡа; Ил ынйыһын йәшереп, Ергә күмеп ҡуймаҫҡа; Тапҡан-таянған бары Һис айырым булмаҫҡа; Көслөнөкө — байман, тип, Еҫерҙе сит күрмәҫкә; Ҡыҙға әсә булғанды Хур әсә, тип кәмһетеп, Балаларын һыуға атып, Ундай йола ҡылмаҫҡа,— Тигән илдең анты бар. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. 5-се бүлек
27-02-2012, 16:20 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 147 |
 |
 |
Бер ҡыҙ йүгереп килгән, ти, Берәү килде, тигән, ти; Һомай шундуҡ таныған: Ул килгән Урал булған, Тик Уралға әйтмәгән; Урал, ҡыҙҙы күрһә лә, Һомайҙыр тип белмәгән, Һомай яҡынлаған һуң, Урал күҙен һалған, ти: Уның усма шәлкемдәй, Енсегене ҡапларҙай, Кәйтән менән биҙәлгән. Сәс толомо һалынған; Оҙон керпеге үтә Ҡара күҙе текәлгән; Уйнап торған ҡыйғас ҡаш Күҙ өҫтөндә йылмайған; Тертәйешкән ҡалҡыу түш Күҙ алдында тулҡынған; Бал ҡортондай нәҙек бил. Борғоланып уйнаған; Гүйә күптәнге танышы, Көмөштәй саф тауышлы; Уйнап-көлөп һүҙ ҡушҡан, Ҡыҙҙы күргәс, Урал да, Ни әйтергә белмәгән, Үҙе күргән — Һомай тип, Уйына ла килмәгән. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |

 |
 |
» Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. 6-сы бүлек
27-02-2012, 16:18 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 139 |
 |
 |
Берҙән-бер көн аулаҡта, Һомай булған торлаҡта, Шүлгән барған янына, Ҡулын һалған яурынына. Шунда һүҙен асҡан, ти, Һөйөү уйын әйткән, ти: «Донъялағы донъяла Ҡайтты», — тинең һин үҙең; Арабыҙҙа яман уй, Ҡанға батыр яман туй Арабыҙҙа булмаҫ ул, — Тип уйлайым мин үҙем, Һиңә әйтәм был һүҙем. Дуҫлыҡҡа күнел береккән, Айырылмаҫтай ереккән, Беҙ ҙә илдә ҙур батыр, Йөрәгебеҙ сыныҡҡан, Һин тыңлаһаң, әйтәйем, Бер серем бар, һөйләйем, Тел өҫтөнә тел ҡуймай, Яуабыңды көтәйем. Инде һүҙем алмаһаң, Асыҡ яуап бирмәһәң, Үҙ ярағым күрәйем, Үҙ юлымда булайым, Һарайыңа килгәс тә, Күҙ алдымда күргәс тә, Күңелемде арбаның, Күҙең миңә һалманың. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. 7-се бүлек
27-02-2012, 16:13 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 143 |
 |
 |
Һарайға Һомай ҡайтҡас, Зәрҡум янына төшкәс, Шүлгән бынан шомланған; Зәрҡум серҙе асыр, тип, Миңә бәлә тағыр, тип; Нисек булһа, юл табып, Урал таяғын алып, Барыһын һыуҙан баҫтырып, Ҡыран-яран итергә; Аҡбуҙатҡа менергә, Һомайҙы ла алырға, Әзрәҡәгә китергә,— Тиеп Шүлгән уйлаған. Шул урында Уралға Былай тип ул һөйләгән: «Мин дә бер дан табайым, Әзрәҡәгә барайым, Илен баҫып алайым»,— Тип, таяғын һораған. «Икәү бергә барайыҡ, Бергә йөрөп ҡарайыҡ»,— Тигән Урал Шүлгәнгә. Шүлгән быға күнмәгән, Урал таяҡты биргән, Һомай ямдан сыҡҡансы, Зәрҡум менән һөйләшеп, Бөтә серҙе белгәнсе, Шүлгән таяҡ алғас та, Һомайҙы ла көтмәйсе, Айһылыуҙы күрмәйсе, Самрауға әйтмәйсе, Бер яҡ ҡырға сыҡҡан да, Таяҡты бер һуҡҡан да, Барыһын һыуҙан баҫтырған, Һәләкәткә ҡалдырған. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. 8-се бүлек
27-02-2012, 16:09 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 141 |
 |
 |
Дүрт егеттең был һүҙен Урал батыр ишеткәс, Балалары үҫкәнен, Батыр булып еткәнен Үҙ күҙе менән күргәс, Урал батыр ҡыуанған, Ғәйрәте тағы артып, Аҡбуҙатҡа атланған, [Аталы-уллы биш батыр, Бер-береһенә иш батыр, Йәнә баяғы дүрт батыр] Дейеүгә яу башлаған, Ҡыйратып ташлаған. Ай һуғышҡан, ти, былар, Йыл һуғышҡан, ти, былар Ҡаты яуҙың береһендә Ҡәһҡәһәне ҡолатҡан — Диңгеҙ ярып, дулатҡан, Асы тауыш сығартҡан, Күк күкрәтеп, олотҡан, Кәүҙәһен өйөп, диңгеҙҙә Тағы бер тау яһатҡан. Тылсымлы Шүлгән диңгеҙе Ҡап урталай быуылған, Һыуҙа йөҙгән дейеүҙәр Ике яҡҡа бүленгән. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |

 |
 |
» Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. 9-сы бүлек
27-02-2012, 16:06 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 139 |
 |
 |
Айҙар, көндәр уҙған, ти, Кешеләр торлаҡ ҡорған, ти; Бер-беренә йөрөшөп, Уйнап бергә, көлөшөп, Ҡоҙа-ҡоҙағый булышып, Йәше-ҡарты йоплашып, Ҡанлы яуҙан тынышып, Байман табып, тын алып, Рәхәтләнеп ҡалған, ти. Бына бер саҡ тағы ла Һыуға барған ҡыҙҙарҙы, Юлға сыҡҡан ирҙәрҙе Дейеүҙәр аңдып ятҡан, ти, Һыуға барһа, йотҡан, ти, Йығып, ҡанын һурған, ти, Йөрәгене алған, ти; Ҡаяла ҡалған йыландар Кешеләрҙе саҡҡан, ти. Кешеләр бынан зарланып, Ҡурҡынышып, ялбарып, Уралға бары килгәндәр, Уралға һөйләп биргәндәр. Урал халыҡты туплаған; Дейеүҙәрҙән һаҡлаған; Дейеүҙәр, быны белгәс тә Ер йөҙөнә сыҡмаған. Урал ҡарап тормаған: Иҙел, Яйыҡ, Нөгөштө, Һаҡмар, бүтән батырҙы Яуҙарына баш ҡылған; Булат ҡылысын алып, Үҙе Аҡбуҙын менгән. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Әгәр мин ир булһам (башҡорт ире була инде)
23-02-2012, 04:26 | Пар ҡанат | автор: Ilsur | Уҡылды: 534 |
 |
 |
бәләкәй инша – Эсмәҫ инем. Бер тамсы ла. – Дәүләт эшендә йөрөмәҫ инем, үҙаллы эшкә ынтылыр инем. – Кәләш һайлай башлаһам, иң тәүҙә, ғишыҡ-мышығымды ситкәрәк ҡуйып, форсатын табып буласаҡ кәләштең йортона барыр инем дә, ата-әсәһенең үҙ-ара мөнәсәбәтен самалар инем. Йортта атай кешегә ихтирам юҡ икән – үҙеңә киләсәктә хөрмәт көтмә, «поздняк метацца» булмаһын аҙаҡ. – Үҙемде хөрмәтләгән, балалар табып биргән ҡатынҡайыма сат йәбешеп йәшәр инем. Әгәр (ҡырыҫ-ҡырағайыраҡ башҡорт ҡыҙы бит инде был), тиҫкәре яғы әйләнеп китһә, үҙемдең дә шул уҡ тиҫкәре башҡорт икәнлегемде онотоп, күңелен күрергә тырышыр инем. Әгәр миңә ышанып сыҡҡан (ғашиҡ булып сыҡҡан, тип күҙ уңында тотола ҡатыным мине «тыңламай» икән /ир-егет фекерләүе кимәлендә әйтәм/ – тимәк, үҙем тыңлата белмәгәнмен, оҫтарырға кәрәк. – Һаулығым, аҡсам мөмкинлек бирһә, ҡулымдан килһә, тағы ла кәләш алыр инем. Шашыуымдан түгел – әгәр ҙә берәүгә ысынлап та күҙем төштөниһә, тимен инде. Өҫтәүенә, 50 ҡатынға 1 йүнле ир тура килгән заманда йәшәүҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙың ғәйебе юҡ. (Аңлауығыҙса, мин тап шул йүнле ирҙәр рәтенән булып сығам бит инде)). Ҡиәмәт көнөндә уларға ғәҙел булмағандар өсөн ниндәй яза булырын белгәс, бар көсөмә ғәҙел, йомарт, тоғро булыр инем. Ҡулымдан килмәҫен тойһам, быға ынтылмаҫ инем. – Ниндәй генә эштә эшләһәм дә, ниндәй генә дуҫтарым менән ҡатнашһам да, донъяны ҡотҡарыу буйынса ниндәй генә глобальный идеялар менән янһам да, донъяуи (мирские) приоритеттар араһында ҡатыным (ҡатындарым) менән балаларым минең өсөн тәүге урында торор ине. Сөнки ҡартайып, көсһөҙләнеп, кәкерәйеп-бөкөрәйеп бөткән сағымда, янымда өф итеп торған, ҡәҙерләгән, яратҡан иң яҡын кешеләрем буласаҡ. Ошо хазиналарын юғалтҡан ирҙәрҙән айырмалы... Кәримә. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Башҡортостаным яңылыҡтары |
|
 |
 |
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы
Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...
Киләсәккә рухи васыят
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...
Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...
Ғәфү итсе, нигеҙем!..
Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...
Булғанда – бүреләй, булмағанда…
Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...
Их, мунсаһы!
Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...
Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?
Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
|
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |