 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Шаҡай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | | 27 | 28 | 29 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» Әгәр мин ир булһам (башҡорт ире була инде)
23-02-2012, 04:26 | Пар ҡанат | автор: Ilsur | Уҡылды: 534 |
 |
 |
бәләкәй инша – Эсмәҫ инем. Бер тамсы ла. – Дәүләт эшендә йөрөмәҫ инем, үҙаллы эшкә ынтылыр инем. – Кәләш һайлай башлаһам, иң тәүҙә, ғишыҡ-мышығымды ситкәрәк ҡуйып, форсатын табып буласаҡ кәләштең йортона барыр инем дә, ата-әсәһенең үҙ-ара мөнәсәбәтен самалар инем. Йортта атай кешегә ихтирам юҡ икән – үҙеңә киләсәктә хөрмәт көтмә, «поздняк метацца» булмаһын аҙаҡ. – Үҙемде хөрмәтләгән, балалар табып биргән ҡатынҡайыма сат йәбешеп йәшәр инем. Әгәр (ҡырыҫ-ҡырағайыраҡ башҡорт ҡыҙы бит инде был), тиҫкәре яғы әйләнеп китһә, үҙемдең дә шул уҡ тиҫкәре башҡорт икәнлегемде онотоп, күңелен күрергә тырышыр инем. Әгәр миңә ышанып сыҡҡан (ғашиҡ булып сыҡҡан, тип күҙ уңында тотола ҡатыным мине «тыңламай» икән /ир-егет фекерләүе кимәлендә әйтәм/ – тимәк, үҙем тыңлата белмәгәнмен, оҫтарырға кәрәк. – Һаулығым, аҡсам мөмкинлек бирһә, ҡулымдан килһә, тағы ла кәләш алыр инем. Шашыуымдан түгел – әгәр ҙә берәүгә ысынлап та күҙем төштөниһә, тимен инде. Өҫтәүенә, 50 ҡатынға 1 йүнле ир тура килгән заманда йәшәүҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙың ғәйебе юҡ. (Аңлауығыҙса, мин тап шул йүнле ирҙәр рәтенән булып сығам бит инде)). Ҡиәмәт көнөндә уларға ғәҙел булмағандар өсөн ниндәй яза булырын белгәс, бар көсөмә ғәҙел, йомарт, тоғро булыр инем. Ҡулымдан килмәҫен тойһам, быға ынтылмаҫ инем. – Ниндәй генә эштә эшләһәм дә, ниндәй генә дуҫтарым менән ҡатнашһам да, донъяны ҡотҡарыу буйынса ниндәй генә глобальный идеялар менән янһам да, донъяуи (мирские) приоритеттар араһында ҡатыным (ҡатындарым) менән балаларым минең өсөн тәүге урында торор ине. Сөнки ҡартайып, көсһөҙләнеп, кәкерәйеп-бөкөрәйеп бөткән сағымда, янымда өф итеп торған, ҡәҙерләгән, яратҡан иң яҡын кешеләрем буласаҡ. Ошо хазиналарын юғалтҡан ирҙәрҙән айырмалы... Кәримә. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Башҡорт батыры... донъя чемпионы титулына дәғүә итә
23-02-2012, 03:51 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 326 |
 |
 |
Американың Лос-Анджелес ҡалаһында йәшәүсе, унда юғары белем алыусы, шулай уҡ эшләп тә, шоу-бизнес менән шөғөлләнеп тә өлгөрөүсе профессиональ боксер Силәбе өлкәһе Арғаяш районы башҡорто Хәбир Сөләймәнов еңеүҙәре менән беҙҙе ҡыуандырыуын дауам итә.Күптән түгел яҡташыбыҙ тәжрибәле боксер - мексиканлы Роберто Лопес менән көс һынашты. Ярыш 6 раунд дауам итте һәм Сөләймәнов файҙаһына тамамланды. Боксерҙар араһында "Айбарлы рәсәйле" ("Crazy Russian") ҡушаматы алған Хәбир Лопесҡа тәүге раундта уҡ бик елле "ҡундырғас", тегеһе башҡа раундтарҙа тик ҡасыу яғын ҡараны. Әммә, ҡайҙа ғына ҡасһа ла, Силәбе егетенең "ҡорос" йоҙроғо уны ҡыуып етеп, мәрәйҙәр йыя тора. "Ярышты нокаут менән тамамлауға дәғүәсемдең, ҡәҙимге мексикан боксерҙарына хас булмағанса, үтә хәрәкәтсәнлеге ҡамасауланы", - тип, тәьҫораттары менән уртаҡлашты донъяның иң көслө ун боксеры исемлегенә ингән яҡташыбыҙ. Хәбир Сөләймәновтың һәр ваҡыт рингҡа башҡорт милли кейемендә килеп сығыуы Америкала ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра икән. Егеттең әйтеүе буйынса, милли кейем кейгән саҡта уның ҡанында башҡорт айбарлығы ҡабына. Донъя чемпионы титулына дәғүә итеүсе талантлы яҡташыбыҙ берәй мәл тыуған яҡҡа ҡайтыр, төбәк спорты үҫешенә үҙ өлөшөн индерер, тип кемдер өмөт итә икән, был - тәбиғи. Әммә ул бөгөн үҙ өлгөһөндә "ситтән тороп" милләттәштәрҙә спортҡа һөйөү тәрбиәләй, йөрәгендә остоҡ ҡына ғәм булғандарға милләткә ихтирамлы мөнәсәбәт өлгөһө күрһәтә, быны ла оноторға ярамай. Шуға күрә, мөмкинлектәр күберәк ерҙә үҙеңде ас, киң офоҡтар ҡос, батыр! Башҡорттарың һинең менән ғорурлана! Илгиз ИШБУЛАТОВ. Киске Өфө |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |

|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Башҡортостаным яңылыҡтары |
|
 |
 |
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы
Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...
Киләсәккә рухи васыят
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...
Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...
Ғәфү итсе, нигеҙем!..
Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...
Булғанда – бүреләй, булмағанда…
Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...
Их, мунсаһы!
Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...
Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?
Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
|
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |