Календарь
« Һабанай 2012 »Д Шш Шр К Й Шб Йш 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
» Иҙеүкәй менән Мораҙым. Эпос тураһында
15-02-2010, 11:55 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1485
Эпостың был тексы ике баҫма буйынса билдәле. Беренсеһе 1940 йылда «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең 26 апрелдән алып 23 майға саҡлы һандарында (№ 95-98, 100, 101, 103-108, 110-116) баҫылған. Ҡулъяҙмаһы Ғилми архивта һаҡлана: ф. З, оп. 12, д. 220, стандарт ҡағыҙҙа 232 бит. Гәзиттә лә, ҡулъяҙмала ла әҫәрҙең исеме аҫтына «Башҡорт халыҡ эпосы. Мөхәммәтша Буранғол тарафынан яҙып алынған варианттарҙың береһе» тип ҡуйылған, яҙып алынған телендә (Дим һөйләшендә: «һ» урынына — «ҫ», «л» урынына — «ҙ», «т». Мәҫәлән: һөйләү — һөйҙәү, һайлау — һайҙау, эшләү — эштәү, тояҡлы — тояҡты) бирелеүе хаҡында иҫкәрмә яһалған, әммә ҡайҙан, ҡасан, кемдән яҙып алыныуы әйтелмәгән. Ошо текст, Нур Зарипов тарафынан һөйләшкә хас фонетик айырмалыҡтары әҙәби тел нормаһына һалынып, 1994 йыл Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә айырым китап булып сыҡты. Был томға ла ошо текст алынды. Икенсеһе шулай уҡ 1940 йылда «Октябрь» (хәҙерге «Ағиҙел») журналының 6 һәм 7 — 8-се һандарында баҫылған. Исеме аҫтына шулай уҡ «Башҡорт халыҡ эпосы. Был вариант Дим һәм Туҡ-Соран буйҙарында йәшәүсе башҡорттарҙан үҙҙәренең һөйләү теле буйынса Мөхәммәтша Буранғол тарафынан яҙып алынған һәм шул телдә үҙгәртелмәй бирелә» тип иҫкәрмә яһалған. Фольклор фондында ҡулъяҙмаһы ла, машинкала баҫылған тексы ла һаҡланмаған. Сағыштырыу шуны күрһәтә: был ике текст (артабан аңлатмаларҙа һәм инеш мәҡәләлә һүҙ сыҡҡанда, беренсеһе «гәзит баҫмаһы», икенсеһе «журнал баҫмаһы» тип исемләнә) асылда бер үк вариантты тәшкил итә. Уларҙың нигеҙендә 1910 йылда Ғимаҙи Ҡасҡыновтан алынған 1762 йылғы яҙма (инеш мәҡәләлә килтерелә) ята булыр. XVIII быуатта уҡ яҙып ҡалдырылған ошо боронғо варианттан файҙаланып, сәсән журналда баҫылған тексты тәүҙә төҙөгән булырға тейеш. Сөнки уның машинкала баҫылған күпселек бите гәзит өсөн төҙөлгән ҡулъяҙмаға ингән. Текстарҙың икеһе лә бер үк төрлө башланып, бер үк төрлө тамамлана, персонаждар, сюжет ағышы, үҙәк эпизодтар асылда шулай уҡ бер төрлө. Айырма — журнал баҫмаһында ҡайһы бер эпизодтар ташланып, ҡалған эпизодтар ҙа тарыраҡ һүрәтләнеп, текст ныҡ ҡыҫҡартылған. Эпостың башҡортса бүтән варианттары 1. Борынғы башҡортларның өләңләре. Табын башҡорттарынан Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев яҙып алып, шул исемдә үҙенең «Йәдкәр» тигән китабында баҫтырған (Ҡазан, 1897, 83-84-се биттәр; яңы баҫмаһы — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984, 182-184-се биттәр). Өҙөк Туҡтамыш хандың ҡыҙы өсөн Иҙеүкәй менән Мораҙымдың асыуланышыуҙарын сағылдыра (99-сы, 100-сө иҫкәрмәләрҙе ҡарағыҙ).2. Ошо уҡ өҙөк Фазыл Туйкиндың әҙәбиәт кисәләре өсөн «Нардуған» исемле йырҙар йыйынтығында баҫылған (Өфө, 1915). Быны Ф. Туйкин үҙе яҙып алғанмы, әллә М. Өмөтбаев яҙмаһын күсереп баҫтырғанмы — был турала мәғлүмәт юҡ. Айырма — Туйкин баҫмаһында телдең шаҡтай еңелләштерелеүендә генә.3. «Богатырь Едиге» исемендә XIX быуат ахырында йәки XX быуат башында А. Г. Бессонов яҙып алған. Ҡайҙа, кемдән алыныуы әйтелмәгән. Руссаға тәржемә ҡулъяҙмаһының фотокопияһы Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге китапханаһында һаҡлана: № 78389. Текст сәсмә телдә. Башланғысы Ч. Вәлиханов яҙып алған ҡаҙаҡ вариантына яҡын. Ләкин артабан Туҡтамыш урынына Тимерхан (йәғни Аҡһаҡ Тимер) алыныуы, ҡайһы бер башҡа эпизодтарҙың да буталыуы, йөкмәткелә социаль мотивтарҙың йомшартылыуы, шау әкиәт стилендә һөйләнеүе менән башҡа варианттарҙан ныҡ айырыла.Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе: Борон заманда Тимерхан исемле бер хан йәшәгән. Уның ир балаһы булмаған. Хандың йылҡы көтөүселәре кеше аяғы баҫмаған сахра яландан ап-аҡ биләүгә төрөлгән бер ир бала алып ҡайтып бирәләр. Хан уны үҙенә ул итеп ҡабул итеп, кеше аяғы баҫмаған ерҙә табылғаны өсөн, Едиге тип исем ҡуштырған. Йыл үсәһен көн үҫеп, оҙон буйлы, матур йөҙлө Едиге алты йәшендә, ат менеп, һунарға йөрөй башлаған. Едигенең йөрөшө, йөҙө шул тиклем етди булған, ул тирмәгә килеп ингәндә, Тимерхан йоҡлап ятҡан еренән ҡурҡып ҡалтыранып уяна икән. Тимерхан, Едигене үлтерергә булып, бер көндө халыҡты йыя. Йылҡы көтөүселәр был хәлде Едигегә белдерәләр, менеп ҡасырға ат бирәләр. Йыйылған халыҡ Едиге артынан ҡыуа сыға. Едиге ҡыуыусыларҙың күбеһен үлтергәс, ханға уның 40 кешеһе генә кире ҡайта. Көнөн-төнөн бара торғас, Едиге кеше аяғы баҫмаған бер сахра яланға килеп сыға һәм шунда ҡырағай аттарҙы (тарпандарҙы) һуйып ашап бер үҙе йәшәй. (Ошо урында Едигенең үҙенең аты ла бик шәп ат булыуы, уға һәр ваҡыт тоғро юлдаш булыуы тураһында хәбәр ителә.) Берҙән-бер көндө атын менеп китеп барғанда, Едиге күп ғәскәргә тап була. «Һин кем?» — тип һорайҙар бынан. Едиге: «Мин бер юлаусы», — тип яуап ҡайтара. «Улай булғас, бар үҙ юлыңа», — тип, быны ебәрәләр. Бара торғас, икенсе урынға күсеп китеп барыусы халыҡҡа осрай. Иң арттан ҡара юрғаға атланып, ике күҙенән йәш ағыҙып, бер ҡыҙ килә. Тимерхандың ҡыҙы, ә ҡара юрға Едиге бала саҡта менеп йөрөгән ат икән. Тоҡту-Азе тигән батыр Тимерханды баҫып алып, ҡыҙын әсир итеп, үҙе менән алып китеп бара икән. «Элекке уҡ-йәйәм һынғайны, хәҙер яңыны эшләп алып киләм дә, Тоҡту-Азене үлтереп, һине ҡотҡарам, һин Тоҡту ятҡан тирмәнең кейеҙҙәрен һәр яҡтан күтәреп ҡуй», — ти ҙә, Едиге уҡ яһарға китә. Мышы мөгөҙөнән ян бөгөп ултырғанда, алты ҡолас ала бейәһен менеп, Тоҡту-Азе килеп сыға. — Нишләп ултыраһың? — Һине атып үлтерергә ян бөгәм. Тоҡту-Азе быға иғтибар итмәй, үҙ юлына китә. Едиге ян бөгөп, уҡ юнып, ауылға әйләнеп килһә, Тоҡту-Азе үҙ тирмәһендә «өскә бөгөлөп» йоҡлап ята. Ҡыҙ тирмәнең кейеҙҙәрен күтәргәс, Едиге кирелеп тартып уҡты атып ебәрә, Тоҡту-Азе ятҡан ерендә өс киҫәккә өҙөлә. Шулай ҙа ул һикереп тороп, Едиге атының ҡойроғона йәбешә, ҡойроҡ төптән үк өҙөлөп тороп ҡала (83, 150-152-се иҫкәрмәләрҙе ҡарағыҙ). Тимерхандың ҡыҙын Тоҡту-Азенан ҡотҡарып алып киткәс, далала Едиге яңынан бер ғәскәргә тап була. Быныһы Тимерхандың Тоҡту-Азе артынан ҡыуа сығарған яуы икән. Яу башлығы үҙҙәре менән ҡайтырға димләй, Едиге ризалашмай. Ҡыҙ өсөн тәҡдим ителгән бүләктәрҙән дә баш тартып, Едиге үҙ юлына китә. Тимерхан ғәскәренә «Дошман хан» яуы ҡаршы сығып, хан ҡыҙын талап алып китә. Быны ишетеп, Едиге «Дошман хан»ды туҙҙырып, Тимерхандың ҡыҙын тағы ла ҡотҡара. Ҡыҙҙы яу башлығына тапшырып, үҙе йәнә сығып китә. Тимерхан төшөндә дошман яуынан ҡыҙын бер кешенең ҡотҡарыуын күрә. Иртән уянһа, үҙ ғәскәренә ҡаршы сыға. Яу башлығы ҡыҙҙы үҙебеҙ ҡотҡарҙыҡ тип алдай. Тимерхан ышанмай, «Дөрөҫөн әйтмәһәгеҙ, барығыҙҙың да башын саптырам», — тип ҡурҡыта. Шунан һуң ғына яу башлығы дөрөҫөн һөйләй. Тимерхан, Едигене үҙенә саҡыртып, кешеләр ебәрә. Едиге ҡайтмай. Тимерхан үҙе килгәс кенә, Едиге үҙенең бер кеме лә — ырыуы ла, ата-әсәһе лә — булмауы тураһында йырлай (әммә йыры текста юҡ). Тимерхан еренә ҡайта. Хан 30 көн төрлө уйындар, 40 көн туй үткәреп, ҡыҙын Едигегә бирә. «Шунан һуң Едиге бик күп батырлыҡтар күрһәткән, тик мин улары хаҡында онотҡанмын, һеҙ мине ғәфү итегеҙ инде бының өсөн» тигән һүҙҙәр менән текст тамамлана. 4. 1923 йылда Хәбибулла Ғәбитов «Яңы юл» журналының 2-3, 4 һәм 5-6-сы һандарында «Халыҡ әҙәбиәтенән ҡыҫҡаса үрнәктәр» тигән дөйөм баш аҫтында бер нисә ҡобайыр баҫтырған (46-сы иҫкәрмәне ҡарағыҙ). Кемдән, ниндәй шарттарҙа яҙып алыныуы, ниндәй ваҡиғаларға бәйләп һөйләнеүе хаҡында мәғлүмәт бирелмәгән; ҡулъяҙмаһы ла һаҡланмаған. 5. 1927 йыл «Башҡорт аймағы» журналының 4-се һанында Ғәбделәхәт Вилданов «Ҡобайырҙар башҡортса» тигән дөйөм баш аҫтында «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосына ҡараған өс өҙөк баҫтырған; Беренсеһе — Иҙеүкәй менән Мораҙымдың Туҡтамыш хандың ҡыҙы өсөн асыуланышлы булыуҙарын сағылдырған шиғри диалогҡа ҡарай (113-сө иҫкәрмәне ҡарағыҙ). Икенсеһе — Иҙеүкәй менән Янбай диалогы (70-се иҫкәрмәне ҡарағыҙ). Өсөнсөһө — Иҙеүкәйҙән ҡасҡан Туҡтамыш хандың ҡыҙғатау тигән ҡошҡа ялбарып өндәшеүен һүрәтләй (95-се иҫкәрмәне ҡарағыҙ). 6. «Иҙеүкәй менән Мораҙым» исемендә 20-се йылдарҙа тамъян йәки түңгәүер башҡорттарынан Сәғит Мирасов яҙып алған. Б. Өмөтбаев тарафынан руссаға тәржемәһе 20—30-сы йылдарҙа башҡорт музыкаль фольклорын өйрәнеүсе И. В. Салтыковҡа тапшырылып, уның «История и анализ башкирских песен (при ближайшем участии С. Мирасова и Б. Умутбаева)» тигән ҡулъяҙма хеҙмәтенә ингән: Ғилми архив, ф. З, оп. 61, д. 25: «Материалы Искусствоведческой секции Общества по изучению национальной культуры Башкирии (1926-1936 гг.)», л.29-41. Вариант Иҙеүкәйҙең (бында уның исеме — Иҙүкә) ата-бабаларын һөйләү менән башлана: атаһы — Баба Төкләҫ, олатаһы — Баба Ғәзиз, әсәһе — һыу батшаһының ҡыҙы. Малай сағында уҡ Иҙүкә — ғәҙел хөкөмсө. Даны таралғас, Туҡтамыш хан үҙенә ала һәм һарайҙа хөкөмсө итеп ҡуя. Һарай эсендә Иҙүкә менән булған хәлдәр, хан бисәһенең төш күреүе, Туҡтамыштың Иҙүкәне үлтертергә теләп мәжлес үткәреүе, Ласын тигән дуҫының Иҙүкәгә йыр менән иҫкәртеүе, Иҙүкәнең ҡасыуы, Туҡтамыштың үҙ батырҙарына мөрәжәғәте, батырҙарҙың береһенең дә һис ни әйтә алмауы, туғыҙ батырҙы эйәртеп, Янбайҙың ҡыуа сығыуы, Иҙел буйында Иҙүкә менән Янбай диалогы — былары бөтәһе лә башлыса Нәҡи Иҫәнбәт вариантындағыса (7-се вариантты ҡарағыҙ). Айырма — Һабрау урынына бында 185 йәшлек Урал улы Манғут тигән ҡарт сығыш яһай. Туҡтамыштан ҡасып, Иҙүкә Сатмыр ханға килә (юлда Ҡабардин батырға осрауы был вариантта юҡ), уның ҡыҙын ала, улдары тыуа, уға Мораҙым тип исем ҡушалар. Мораҙым 12 йәшкә еткәс, малайҙар унан «килмешәк» тип, «һеҙҙе Туҡтамыш хан ҡыуып ебәргән бит!» тип мыҫҡыл итәләр. Бынан һуңғы хәлдәр — Иҙүкә менән Мораҙымдың Туҡтамышты килеп ҡыйратыуҙары, хан ҡыҙы өсөн Иҙүкә менән Мораҙым араһындағы низағ, Мораҙымдың Мәккәгә барып гонаһын бөтөрөүе һәм атаһына килеп ғәфү үтенеүе — бары ярты битлек хәбәр рәүешендә генә һөйләнә. «Иҙүкә Дим буйында үлгән. Уның ҡәбере Нарыҫ тауы янында (Йылайыр районы Темәс волосында)» тигән юлдар менән тамамлана. Дөрөҫөндә, Нарыҫ тауы — Миәкә районында (Ә. С). 7. «Иҙеүкәй менән Мораҙым» исемендә татар совет шағиры һәм драматургы Нәҡи Иҫәнбәт тарафынан 1928 йылда яҙып алынған. Ғәрәп графитында ҡулъяҙмаһы, Н. Иҫәнбәттең үҙенең шаҡтай киң аңлатмалары, башҡа варианттар менән сағыштырыуҙары һәм «Иҙеүкәй менән Мораҙым» күсереге тураһында» тигән инеш мәҡәләһе менән бергә Ғилми архивта һаҡлана: ф. З, оп. 12, д. 232 (текст — 36 бит, инеш мәҡәлә — 24 бит. Биттәр стандарт ҡағыҙҙан күпкә ҙурыраҡ). Ошо уҡ папкаға эпостың Тел, әҙәбиәт институтының тапшырыуы буйынса шағир Маҡсуд Сөндөклө тарафынан татарсаға тәржемә ителгән тексы төпләнгән: латин шрифтлы машинкала баҫылып, стандарт ҡағыҙҙа 37 бит. Ҡулъяҙманың латин шрифтлы машинкала башҡортса баҫылған өс данаһы һаҡлана: беренсе дана — ф. З, оп. 12, д. 223; инеш мәҡәлә — 34 бит, текст, аңлатма һәм сағыштырыуҙар — 42 бит. Икенсе һәм өсөнсө даналары — оп. 12, д. 225 һәм 231. (Түбәндә ҡыҫҡаса йөкмәткелә килтерелгән өҙөктәр, иҫкәрмәләрҙәге сағыштырма миҫалдар ошо башҡортса текстан алынып, йәйә эсендә бит һаны ҡуйыла.) Был тексты ҡайҙа кемдәрҙән яҙып алыуы хаҡында Н. Иҫәнбәт түбәндәге мәғлүмәттәрҙе бирә: «Мин был күсеректең легенда өлөшөн тамъяндың Күсем ауылы (Башҡортостандың хәҙерге Әбйәлил районында — Н. 3.) һәм Бөрйәндең Төрөкмән, Нуғай ауылдарынан (Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ райондарында. — Н. 3.) һөйләтеп күсереп алдым. (1928) 1 . Минең ҡулда был күсеректең бер нисә варианты йыйналды. Былар араһынан мәшһүрерәк булғанын нигеҙ итеп алдым».1 Ошонан һуң ҡулъяҙмала: «Күсемдә Сәлим хәлфә, Төрөкмәндә Бикбулатов, Нуғайҙа Ғәли Мәһәҙиевтәр һөйләне» тигән һөйләм бар. Ләкин уны автор һуңынан ниңәлер һыҙған. (Ҡулъяҙма, 24-се бит.) Артабан шундай иҫкәрмәләр яһай: «Быларҙан тыш мин Сәғит Мирасовтың Ғәҙелша ауылы (хәҙерге Баймаҡ районы — Ә. С.) Ҡәҙерғол ҡарттан һөйләтеп яҙып алған тексы һәм Дауыт Юлтыйҙың Туҡсоран ҡурайсыһы Батырхан ҡарттан һөйләтеп алған тексы менән таныштым. Улар минең ҡулдағы материалдарға ҡаршылыҡ итмәнеләр, киреһенсә, бик аҙ үҙгәреш менән бер бөтөндөң өлөштәре булыуын күрһәттеләр. Мин үҙ тексымда уларҙан файҙаланған урындарҙы күрһәтә барҙым һәм быға тиклем матбуғатта сыҡҡан әйтемдәрҙе юл аҫтына индереп (йәғни аңлатмаларҙа — Н. 3.), сағыштырыуҙар яһай барҙым. Ошолай уҡ, был башҡорт күсерегенең күрше халыҡтарҙың шул әйтемдәге күсеректәренә оҡшашлығы ни дәрәжәлә икәнен уҡыусылар үҙҙәре хөкөм итһендәр өсөн, урыны-урыны менән уларҙы ла күрһәткеләй барҙым. Унан һуң, мин был материалдарҙы тик йыйнаусы булып ҡына эшләнем. Билгеле, мин һис бер әйтемдәрен үҙгәртмәнем. Икенсе варианттары булһа, күрһәтә барҙым. Күпме ирешкәнмендер, уҡыусылар хөкөм итерҙәр» (Ҡулъяҙманың машинка баҫмаһы, 33-34-се биттәр). Әйтелгәндәрҙән шул аңлашыла: беренсенән, эпостың был варианты бер тирәлә (Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында һәм Туҡсораң буйында) яҙып алынған бер ише өҙөктәрҙән (легенда-хикәйәт һәм ҡобайыр-әйтемдәрҙән) тупланған; икенсенән, тексты төҙөгәндә йыйыусы (Н. Иҫәнбәт), халыҡтан яҙып алынғандарға таянып, бик һаҡ эш иткән, һис ниндәй үҙгәртеүҙәр индермәгән. Н. Иҫәнбәт үҙенең ҡулъяҙмаһын 1930 йыл башында Ғилми йәмғиәткә (1932 йылдан Тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты) тапшырған. Хеҙмәттең титул битендә түбәндәге яҙмаларҙы (резолюцияларҙы) уҡырға мөмкин: 1. Түбәнге һул яҡ мөйөштә:Редколлегия ағзаһы Ғөбәй Дәүләтшин иптәшкә Ғилми йәмғиәт идараһы һеҙгә ошо китапты уҡып сығып, тейешле тәғризде1 биреүегеҙҙе һорай. Был әҫәр йәмғиәттең тел һәм әҙәбиәт секцияһында ҡаралып, ғилми йәмғиәт планы буйынса баҫыуҙа тейеш тапты. Ғилми секретарь: ДАУЫТ ЮЛТЫЙ 17/1-30. 2. Өҫкә һул яҡ мөйөштә: Секретарға: Ип. Әмировҡа баш һүҙ яҙырға бирергә. Срогы 5 ғинуар 1935 й. Ғ. Амантаевтың ҡултамғаһы һәм дата — 29 декабрь 1934. Ғ. Дәүләтшин был хеҙмәт тураһында үҙ фекерен әйткәндерме-юҡмы, йәки Әмиров шул ҡәҙәр ҡыҫҡа срок (бер аҙна) эсендә уға ҡарата баш һүҙ яҙа алғандырмы — уныһын әйтеүе ҡыйын. Был хаҡта бер ниндәй мәғлүмәт һаҡланмаған. Әммә Н. Иҫәнбәттең ҡулъяҙмаһын, уның ҡайһы бер биттәренең поляларына яҙылған замечаниелар буйынса, Афзал Таһиров, Ғабдулла Амантай, Мәүлетҡолов һәм тағы кемдәрҙер уҡыуын белеп була. Был замечаниелар инеш мәҡәләләге йә ҡаршылыҡлы, йә бик үк теүәл булмаған фекерҙәргә ҡайтып ҡала. Бәлки, шуғалыр, әҫәр үҙ ваҡытында донъяға сығарылмай ҡалған, һуңынан, 30-сы йылдар ахырында, ҡулъяҙма машинкала баҫтырылып, архивҡа тапшырылған. Текстың татарсаға тәржемәһе 1940 йыл «Коммуна» газетаһының 28—29 апрель һандарында баҫылған.1 Тәғриз — отзыв, рецензия. Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе: Вариант «көндәрҙән бер көн тәңренән 9 йәшендә әүлиәлек бирелгән Баба Ғәзиз улы Баба Төкләҫ (8-се иҫкәрмә), 16 йәшлек Иҙеүкәйҙең уйға ҡалып ултырыуын күреп, улының аҡылын һынау өсөн: «Ҡара әле, улым, һиңә бер йомаҡ әйтәм: һин шуның йәбешкеһен таба алһаң, мин һиңә үҙ күңелеңә ярарҙай донъяла бер матур ҡыҙ алып бирәйем», — тип, йомаҡ әйтеү менән башлана. (М. Буранғолов вариантында Иҙеүкәйгә был йомаҡты Һабрау ҡарт әйтә. (5-се иҫкәрмәне ҡарағыҙ.) Йомаҡтың яуабын әйткәндән һуң, Иҙеүкәй, атаһы вәғәҙә иткән ҡыҙ урынына, «бөтә донъяны бер әйләнеп сығырға» рөхсәт һорай. Атаһы риза булып, Иҙеүкәйгә бер йөҙөк менән бер ат бирә лә: «Ошоларҙы үҙең менән тот, айырылма, хур булмаҫһың!» — тип ҡала. Иҙеүкәй бер даръя ситендә «донъяла тиңе булмаған» бер ҡыҙҙың, һыу инеп, сәсен тарап ултырғанын күреп, ҡыҙ артынан арғымағы менән бергә һыуға сума; күҙен асып ебәрһә — алтын тәхет өҫтөндә баяғы ҡыҙ ултыра. Ҡыҙ: « — Һин минең яланғас тәнемде күрҙең. Мин хәҙер тәңремә гонаһлы булдым. Мине үҙеңә алып, минең гонаһымды юй», — ти (39-сы бит). Иҙеүкәйҙең риза булыуы, ҡыҙҙың сәсен тарағанда — башына, күлмәген һалғанда — тәненә, итеген һалғанда аяғына ҡарамаҫҡа шарт ҡуйыуы. Башта риза булһа ла, аҙаҡ Иҙеүкәйҙең был шартты тотмауы: «...сәсен тарағанда, башына ҡараһа, сәсен башынан алып, алдына һалып тарап ултыра; күлмәк сискәндә, тәненә ҡараһа, ҡултыҡ аҫты тишек булып, үпкәбауырҙары күренеп тора; итеген сискәндә, аяғына ҡараһа, аяғы ҡыр кәзәһенең аяғы кеүек йөнлө (ҡулъяҙмала шулай, 39-сы бит. Дөрөҫө: «кәзә тояғы кеүек ике айыры», булырға тейеш). Шарттың боҙолғанын белгәндән һуң, ҡыҙ: «...Инде бергә тора алмайбыҙ. Ваҡыты етеп, ҡорһаҡтағы балам тыуһа, уны был даръя ситенән эҙләп табарһың, хуш!» — тип, күҙҙән юғала (39-сы бит). Иҙеүкәй, арғымағына атланып, «күҙ асып — күҙ йомғансы» ер өҫтөнә сыға, күп эҙләнеп йөрөгәндән һуң «аҡ ебәккә уралған» балаһын таба. «Бер берәүҙән йәберләнгән» халыҡтарҙың Иҙеүкәйгә хөкөмгә килеүе (ләкин ниндәй хөкөмдәр булыуы әйтелмәй), Иҙеүкәйҙең ил эсендә ҙур дан алыуы әйтелә1 .1 Ошо урында Н. Иҫәнбәт түбәндәге иҫкәрмәне бирә: «Иҙеүкәй менән Мораҙым» күсерегенең бер нисә беркетмәһе (тексы) ҡаралып, бында хәтле яҙылышында С. Мирасовтың беркетмәһе яҡын итеп алынды. Мирасов үҙ беркетмәһен Ғәҙелша ауылы, хәҙер Баймаҡта тороусы 73 йәшлек Ҡәҙерғол Биктимер улынан һөйләтеп алыуын яҙа. Инде бынан башлап Иҙеүкәй менән Янбайҙың әйтешкән еренә хәтле Дауыт Юлтый материалдары менән файҙаландым. Юлтый иптәш үҙ беркетмәһен Абдул (Егәнлек) ауылы (Туҡсораңда) ҡурайсы Батырхан Самбытов ҡарттан алыуын күрһәтә. Күсеректең тулы сығыуына ярҙам итешкән был иптәштәргә ҙур рәхмәт уҡып үтәм». (40-сы бит.) Иҙеүкәйҙең «аҡыллылығын, батырлығын, сәсәнлеген» ишетеп, Туҡтамыш хандың уны үҙенә саҡыртыуы һәм «яурындары таҡталы, төймә бауы тартмалы» тун, күк тарлан (ат), «тотор бауы һум алтын» аҡ шоңҡар биреп, ҡор башы* итеп ҡуйырға вәғәҙә итеүе. Иҙеүкәйҙең ризалашып бында ҡалыуы һәм, «ҙур туй яһап», улына «Мораҙым» тип исем ҡуштырыуы (41-се бит). Йылдар үтә килә, Туҡтамыш хандың бисәһе «Иҙеүкәйҙең үҙ атаҡлығы менән Туҡтамыш ханды күләгәлә ҡалдырыр, көндәрҙең берендә Иҙеүкәйҙе хан итеп күтәрерҙәр тип» ҡурҡыуға төшөүе һәм, Иҙеүкәйҙе бынан нисек тә ҡыуҙыртыу иҫәбе менән, ханға төш һөйләүе, уны үҙе үк Иҙеүкәйгә ҡаршы юрауы (46-сы иҫкәрмәне ҡарағыҙ). Туҡтамыш хандың, «иҫерткес эсемлектәр» эсереп, Иҙеүкәйҙе үлтертергә теләүе, Ыласындың йыр менән Иҙеүкәйгә иҫкәртеүе (52-се иҫкәрмә). Эште аңлап, Иҙеүкәйҙең ҡасыуы (53-сө иҫкәрмә). Туҡтамыш хандың батырҙарға мөрәжәғәте (56-сы иҫкәрмә). Иҙеүкәй артынан ҡыуа сығырға батырҙарҙың береһенең дә ҡыйыулығы етмәгәс, Туҡтамыш хандың «үҙенең алтын арбаһына аттарын ектереп», «илдең иң өлкән кәңәшсеһе атаҡлы Һабрау йыраусыны» саҡыртыуы, 195 йәшлек Һабрау ҡартты «бик ҙурлап» ҡаршы алыуҙары һәм Туҡтамыш хандың, түбәндәге әйтемен әйтеп, уға «алтын аяҡ» менән һары бал биреүе: Һабрау килә, тинеләр, Һабрау килә, тинеләр, Һур ауыҙлы, һур күҙле, Сап иренле, тинеләр. Һай, тием, собар, тием, собар, Тибелгән аттан тир сығар. Аҡ мамыҡтан буҙ сығар, Аҡыллы ирҙән һүҙ сығар. Йөҙ туҡһан биш йәшәгән, Йәне, һөйәге ҡаҡшаған, Аҙыуҙарын теҙҙереп, Аҡ ебәк менән бәйләгән, Һүҙҙе уйлап һөйләүсе, Һәр бер эште көйләүсе, Ил өлкәне Һабрау би, Кәңәш һиндә ҡалды инде. Нуғай иле ауыр йорт1 Аптырауға әйләнде, Йыраусы ҡартым, йырла йыр, Йырламаһаң, һынай бир! (47-48-се биттәр.) Һабрауҙың яуабы — М. Буранғолов вариантынан айырылмай тип әйтерлек.1 Дауыт Юлтый материалдарында: Урал буйы ауыр йорт Аптырауға әйләнде, Урал улы Манғутым, Кәңәш һиндә ҡалды инде. (4-се биттә Н. Иҫәнбәт иҫкәрмәһе.) Был бик әһәмиәтле иҫкәрмә. Бында, беренсенән, Н. Иҫәнбәт Иҙеүкәйҙең даръя төбөнән сығып Янбай менән булған диалогына саҡлы Д. Юлтый яҙмаһы нигеҙгә алыныуы хаҡында юғарыла иҫкәртеү яһап үтһә лә, был урында унан ситләшеүе аңлашыла. Икенсенән, иң мөһиме — Д. Юлтый вариантында, күрәһең, Урал буйы тураһында һүҙ бара. Туҡтамыштың Һабрау ҡартҡа «Урал улы Манғутым» тип өндәшеүе шулай уҡ иғтибарға лайыҡ. Һигеҙ ирҙе эйәртеп, Янбайҙың Иҙеүкәй артынан китеүе. Иҙеүкәй менән Янбай диалогы — Буранғолов варианты менән берҙәй (70-се иҫкәрмәне карағыҙ). Үҙенең 28 яранын эйәртеп, Иҙеүкәйҙең Сатмыр ханға китеүе, юлда 41 батырға тап булыуы, уғрыларҙан ҡыҙын ҡотҡарып, Сатмыр ханға кейәү һәм вәзир булыуы (83-сө иҫкәрмә). «Сатмыр хан: — Илемдә дау ҡырынан яу булһа, Иҙеүкәй, һин бөтөр, — ти. Иҙеүкәй дауҙы бөтөрә, яуҙы ҡыра. Күберәк яуҙарҙа Мораҙым баш булып, ҙур дан тота. Сатмыр хан быларға таянып, яй ғына, тыныс ҡына йәшәй» (62-се бит). Бер көндө Мораҙым: «Эй, ата, беҙҙе Туҡтамыш хан әрләне лә, хурланы ла. Беҙ унан үсебеҙҙе алырға тейеш булып ҡалдыҡ. Дошмандан ҡурҡып ситтә йәшәү ирлек түгел, Туҡтамыш хандың илселәренә биргән һүҙеңде онотма», — тип, Иҙеүкәйҙең иҫенә төшөрә. Иҙеүкәйҙең, «ҙур ғәскәр әҙерләп, бер Урҙаға — Мораҙым, бер Урҙаға үҙе баш булып», Туҡтамышҡа ҡаршы һуғышҡа китеүе, юлда төш күреүе (85-86-сы иҫкәрмәләр). Туҡтамыштың ҡасыуы, Мораҙымдың ҡыуа сығыуы. Ҡадирбирҙенең; «Эй, Иҙеүкәй, Туҡтамыш һарайы ҡулыңда сағында, улыңды ниңә көтәһең? Һеңлемде үҙеңә генә ал», — тип, Иҙеүкәйҙе ҡотортоуы (99-сы иҫкәрмә). Мораҙымдың Туҡтамышты үлтереп ҡайтыуы һәм, вәғәҙәһен боҙған өсөн, атаһының күҙен сығарыуы (100-се иҫкәрмә). Иҙеүкәй менән Мораҙым диалогының тәүге өлөшө, нигеҙҙә, Буранғолов вариантындағыса; Мораҙымдың үҙ яҙығын ҡәғбәгә барып йоларын әйткәндән һуң, Иҙеүкәйҙең яуабында шиғри йәһәттән төҙөк булмаған өс әйтем килтерелә (улар 113-сө иҫкәрмәлә килтерелгән өҙөктәрҙе хәтерләтә). Диалогтың шунан һуңғы өлөшө түбәндәгесә: Мораҙым: — Мин тормамын, тормамын, Атым башын бормамын. Яманға юлдаш булмаһам, Хәҙерләнгән юлымнан Туҡратмаһын хоҙайым. Мин баш эйеп йөрөнөм, Ҡәҙеремде белмәнең, Теләгемде бирмәнең, Вәғәҙәңдә торманың. Хуш, һау булың, ҡарт атам. Ҡайта тупҫа баҫмамын. Атамдың минән көлгәне — Мораҙымдың үлгәне. Иҙеүкәй: — Айҙы беленер көндән һуң, Көндө беленер айҙан һуң. Айҙың моңло булғаны — Битен монар алғаны, Көндөң моңло булғаны — Битен болот алғаны. Бейек тауҙың үлгәне — Башын томан алғаны. Ай менән көндөң үлгәне — Тонйороп барып батҡаны. Ҡара ерҙең үлгәне — Ҡар аҫтында ҡалғаны. Баланан хурлыҡ күргәне Шул була атаның үлгәне. Үлмәгәндә ни үлмәй, Яҡшының аты менән Уның яҙған хаты үлмәй. Мораҙым: — Мин ун йәшкә килгәндә, Осор ҡоштай талпынған, Ун бер йәшкә килгәндә, Яуға ҡаршы ҡалыҡҡан, Ун ике йәш килгәндә, Артымда туҙан уйнаған, Алдымда дошман илаған. Ун өс йәшкә килгәндә, Күп улъя алып, үҙенә мал иткән. Ун дүрт йәшкә килгәндә, Күп батырҙы ҡол иткән. Ун биш йәшкә килгәндә, Атаһы уның һөйгәнен алып хур иткән. Төкләҫ улы түрәнең, Иҙеүкәй улы Мырҙаның Бер ҡат бағы һынған һуң, Кире ҡайтыр уйы юҡ. Ағың миңә кәрәкмәй, Бағың1 миңә кәрәкмәй; Гәүер баҫһын илеңде, Дошман алһын ереңде! Был китеүҙән китермен, Китеп Иҙел кисермен, Нарыҫ тауға етермен, Шунда ғүмер итермен.1 Бағ — баҡса, бағ-тағ (баҡса-тау) һүҙҙәренең был рәүешле әйтелештәре төшлөк яҡ төрөк телендә ри төркөмөнә хас булып (Самойлович материалдары ҡараламаһы), был төркөмдән булмаған башҡорт теленә бындай әйтелештәрҙең килеп кереүе был күсеректең төшлөк яҡ төрөк нуғайҙарҙан килеүен күрһәтә (Н. Иҫәнбәт иҫкәрмәһе). Иҙеүкәй: — Аҡ шоңҡарҙың балаһы Бауҙа тора талпынып, Баулы шоңҡарҙай талпынма, Ғәйрәт ҡунған һының бар, Бәхетең китер арҡылып. Торомтайҙан йылғыр ҡош булмаҫ, Турғай ҙа тибеп, ҡаҙ алмаҫ, Атҡынан1 йөрөк уҡ булмаҫ, Атһаң күбә2 боҙолмаҫ. Бабһыҙ* булған аҡ толпар Сапһа ла бауырын яҙа алмаҫ. Тикһеҙҙән* тыумай тик* батыр Яуға һөңге һуҙалмаҫ. Ҡарыҡланған ҡашҡалар3 Яу ситенә олашмай, Арыҫландай алышмай, Ҡыҙартып күҙен ҡыҙалмаҫ. Эй, әле лә әлә-әлә булмаҫ, Бәлә лә бәлә бәлә булмаҫ. Атанан тыумай ул булмаҫ, Әсәнән тыумай ҡыҙ булмаҫ, Һөнәрһеҙ һине күрә алмаҫ. Илдән илгә елбүк* үтһәң дә, Был донъялар һиңә ҡалмаҫ. Мораҙым: — Өҙән, Өҙән, Өҙән һыу — Бабам ғүмер иткән йорт, Төйәләҫтең араһы — Төйә менән тулған йорт, Ырыҡтының араһы — Йылҡы менән тулған йорт, Бейә һауған һөтлө йорт, Ҡымыҙ эскән ҡотло йорт, Өҙөкләп һуҡҡан һум тимер Миңә хәнйәр булған йорт. Ынйы-мәрйен таҡҡан йорт, Аҡбуҙ атҡа менгән йорт, Атам-анам тыуған йорт. Ун ике ырыуҙы йыйған йорт, Өлкән бер туй ҡылған йорт. Ултыра инек яйлашып, Ҡолон бейә бәйләшеп, Һауыт-һаба тултырып, Тик ҡәрҙәште йыйып утырып. Дәүран ғүмер һөргән йорт, Әльәман бул, мин китәм.1 Атҡы — тоҙ ҡолаҡлы уҡ (Н. И.).2 Күбә — тимер кейем (Н. И.).3 Ҡарыҡланған ҡашҡа — һуғыштан ғәйрәте ҡайтмаған батыр (Н. И.). Боронғолай ҡаршылап Ҡуналманыҡ ҡыуышҡа, Килә алманыҡ килешкә, Ата-ананы шунда ҡалдырып, Киткәнбеҙ беҙ ян йортҡа. Был барғандан барырмын, Үҙ илемдә урын алырмын, Дошманды ҡырҙа табармын, Яуға ҡаршы сабармын, Үтенеп алып ут яҡһам, Юлымды тәңре уңдырһа, Ҡадирбирҙе һолтанды Мин ҡалдырмам тәхеттә, Бөтә йыйған малдарын Килеп улъя ҡылырмын! — тип атына атланып, үҙ урҙаһына: — Атамды теләгәндәр бында ҡалһын, мине теләгәндәр минең менән барһын! — ти. Шунан 17 батыр Мораҙымға ҡушылып китәләр. Иң элек Ҡадирбирҙе һолтан Урҙаһына йөрөп, уны барып баҫалар. Мораҙым Ҡадирбирҙе һолтанға әйтә: Мин — мин инем, мин инем, Ат өҫтөндә булғанда, Үкереп торған ир инем. Яҡшыларға йоп инем, Ямандарға күп инем. Әжәл менән аңлашҡан Мин — үлем юҡ тир инем. Хан балаһы аҡ һөйәк, Ата дошман һин инең. Аңдыған яуың мин инем. Ҡайһы бер ерҙә ҡан ҡойоп Тураҡлаһам тир инем. Мин — мин инем, мин инем, Дошманға ҡаршы торғанда, Уҫал арыҫлан инем. Ҡай батырҙан кәм инем? Бары менән тиң инем. Ир әйҙәгән ир инем. Көндәрҙең көнө булғанда, Ил ҡоллаһам тир инем. Нуғайлының иленә Ирекһеҙ керһәм тир инем. Иҙелдә ятҡан ҙур илгә Мал тултырһам тир инем. Һиндәй залим хандарҙы, Ҡарыны йыуан биҙәрҙе, Айыуҙай тауышын аҡыртып, Ҡатын-ҡыҙын баҡыртып, Улъя ҡылһам тир инем. Ҡабырғаһын һындырып, Буйынан аҡҡан ҡара ҡан Ат бауырынан түгелеп, Ҡаныңды эсһәм тир инем. Бүленә үҫкән илеңде Өрөккән ҡуйҙай итермен; Айырыла үҫкән илеңде Айырылған ҡуйҙай итермен! Ҡадирбирҙенең илен туҙҙырып, үҙенең батырҙары менән берлектә, бабаһы, баба Төкләҫ йорто булған Дим буйына1 китергә була.1 Хәҙерге Өфө тауҙары һәм Дим буйҙарында Нуғай хандарынан Төкләҫ һәм уның балалары йәшәгән. Бында «баба Төкләҫ йорто» тип аталыуы шунан булһа кәрәк (Н. И.). Мораҙым: Айҙан яҡты нәмә юҡ, Ҡара болот баҫмаһа, Әҙәм ғәрибе шул булыр — Ҡайтып илен тапмаһа. Киң яурынды уҡ алмай, Атҡан уғым юғалмай. Мин барамын, барамын, Үҙ илемде аламын. Балтырғаны беләктәй, Һарнаһы алма, еләктәй, Йылғаһы көмөш улаҡтай, Балығы һимеҙ ҡурҙаҡтай, Ағасы айҙай күренгән, Япрағы ергә түгелгән, Ботағы көмөш алҡалай, Япраҡтары ҡалҡалай; Атам кейәү булған ер, Анам килен булған ер, Кендегемде киҫкән ер, Ҡолонсаҡ айғыр булған ер, Ятып ҡалған бер бәрәс Мең ҡуй булып үргән ер. Быларҙы Иҙел ҡараған, Өйөрө буйға таралған, Балығы айҙай тулаған, Баҡаһы ҡуйҙай һыулаған, Ун ике йортто һуғарған, Һыуы тәмен һалмаған, Эсмәгән йән ҡалмаған, Яйыҡ, Иҙел, Димдәрҙең, Һаҡмар, Эйек, Әйҙәрҙең, Атам барын мәҡан иткән ер. Атам торған бейек тау Бабам Төкләҫ һарайын. Иҙелдә тороп уҡ атһа, Яйыҡҡа барып юғалған; Үҙе тауҙа ултырып, Ун ике биҙе үлтергән; Ун ике биҙе үлтергән, Тигәненә еткергән; Табаны ергә теймәгән Толпарҙан башҡа ат менмәгән, Хөрмәтләшкән дуҫында, Артығым китте тимәгән. Баба Ғөмәр1 атайҙан, Әүлиә Төкләҫ бабайҙан Дәүран ғөмәр һорарбыҙ.1 7-се иҫкәрмәне ҡарағыҙ. (Диалогтың бында күсерелгән һуңғы өлөшөндә поэтик яҡтан байтаҡ айырымлыҡтар, ә демократик йөкмәткеһе менән М. Буранғолов вариантына яҡынлыҡ һиҙелә. Уртаҡлыҡ — һәр икеһендә лә тыуған илде яҡын күреү, илгә, халыҡҡа хеҙмәт итеү данлана.) Артабан Мораҙымдың үҙ батырҙары менән Уралға ҡайтып, Дим буйында Нарыҫ тау тирәһендә урынлашыуы һәм шунда «12 йорт башҡорт менән Нуғай иленең ханы» булыуы әйтелгәндән һуң, вариант шулай тамамлана: «Мораҙым йәй йәйләп, ҡыш ҡышлап, һунар сығып, ҡош атып, ау аулап, йылҡы бәйләп, ун ике йорт биләп көн итә башлай. Мораҙымдың Ҡаҙанҡап исемле бер улы була. Берҙән-бер көндө әсәһе Ҡаҙанҡапты һуғып илата. Мораҙымдың быға бик асыуы килә. Бисәһе Мораҙымға әйтә: — Атаңа ни ҡылһаң, һинең алдыңа ла шул килер, һин атаңа ни күрһәтмәнең, был беҙгә ни күрһәтмәҫ! — ти. (157-се иҫкәрмә.) Шул һүҙ менән Мораҙымдың үҙ атаһы, уға күрһәткән эштәре, йолонмаған яҙыҡтары иҫенә килеп төшә. Шунан һуң юл кәрәк-яраҡтарын күреп, йыраҡ юлға сыға. Иң элек тәңре өйө ҡәғбәгә* барып, ун ете әйләнеп, яҙығын йолғас, атаһы янына килә, унан бәхиллек һорай. Мораҙымдың яҙығы йолоноп, ҡылған доғаһы ҡабул булып, атаһы ҡарт Иҙеүкәйҙең һуҡыр күҙҙәре асылған була. Иҙеүкәй Мораҙымға бәхиллеген биреп, Мораҙым уны үҙ иленә алып ҡайтып, бергәләп йорт биләйҙәр. Иҙеүкәй Мораҙымдан бик риза була. Иҙеүкәй: Мораҙым да булһаң булдың һин, Егет дәүерен данлы һөрҙөң һин, Болотҡа еткән Нарыҫ тауҙы Елебүк тә елебүк үттең һин! Ай ҡашында бер йондоҙ Чаһарҙа балҡый тыуҙың һин! Ҡағиҙәлелер был табын, Ятҡа йоҫоҡ булдың һин! — ти. Иҙеүкәй оҙаҡ тормай үлеп, Нарыҫ тауҙың битенә күмелә. Мораҙым атаһы үлгәндән һуң, Төйәләҫ буйына килеп үлә. Уның ғүмер иткән тауы бөгөнгө көндә лә «Мораҙым тауы» тип атала. Мораҙым тауы Йылайыр кантоны Төйәләҫ һыуы буйында, Төрөкмән ауылы менән Тәпән ауылдары араһында булып, ошо тау башындағы зыярат — ана шул Мораҙым хан зыяраты тиҙәр. Тирә-яҡтағы башҡорттар шул тауға ҙур хөрмәт менән ҡарайҙар. Иҙеүкәйҙең күмелгән Нарыҫ тауы Дим буйы, Миәкә ауылы янындағы ҡуш тау булып, уның зыяратынан шишмә сығып ағып ята, ти. Халыҡ шул шишмәне әүлиә кендегенән ағып сыҡҡан һыу, имеш, бик күп ауырыуҙарға шифа, имеш, тип һыуынан файҙаланалар, ти». Күренеүенсә, варианттың бөтөмөндә дини йоғонто һиҙелә. 8. «Илеүкәй, Келәйле, Яйыҡ батырҙар тураһында» тигән исем менән 30-сы йылдар башында Башҡортостандың Миәкә районы Әбеш ауылы муллаһы 70 йәшлек Чаһаръяр Мусиндан М. Буранғолов яҙып алған. Ҡулъяҙмаһы һаҡланмаған. Латин шрифтындағы машинкала баҫылған. Текст проза менән аралаш ҡобайырҙан тора. — Ғилми архив, ф. З, оп. 12, д. 230, 20-26-сы биттәр. Был, асылда, эпос геройҙарына ҡарата легенда һәм риүәйәттәрҙән ғибәрәт. Тәүге өлөшөндә борон Дим буйында йәшәгән Дәмми бей менән Ыршаҡ бейгә ҡаршы яу менән Яйыҡтан Яйыҡ батыр, Иҙелдән Илеүкәй батыр, Уралдан Келәйле батыр килеүе, теге бейҙәрҙе һуғышып еңгәс, үҙараһы ерҙе бүлешеп, йөҙ башлыҡтарын ауыл-ауыл тарҡатып, Дим буйына ултырыуҙары хикәйәләнә, Дим буйындағы ауылдар шул йөҙ башлыҡтары исеме менән аталыуы хәбәр ителә. Артабанғы ваҡиғалар (Яйыҡ батырҙың оло ҡатынынан тыуған һигеҙ улы менән йәш бисәһе ҡаҙаҡ ҡыҙынан тыуған улы Туҡ батыр араһында ер өсөн талаш һәм Асылы күл легендаһы) китапта баҫылған текстың XXIII бүлегендә шаҡтай тулы сағыла. 9. «Туҡтамыш хан менән Иҙеүкәй ваҡиғаһы» исемендә Баймаҡ районы Баймырҙа ауылы уҡытыусыһы Ҡотлоюл Улъябаевтан Сәлим Дауытов яҙып алып, 1940 йылдың 9 ғинуарында Тел һәм әҙәбиәт институтына тапшырған. Исеменең аҫтына, йәйәләр эсендә «Иҙеүкәй һәм Мораҙым. Әкиәт» тип ҡуйылған. Латин шрифтындағы машинкала баҫтырылған, 8 бит (2 дана). Текст сәсмә һәм шиғри телдә. 9-сы биттә 7 һүҙгә аңлатма һәм «аттарҙың йәшкә бүленеше» бирелгән. — Ғилми архив, ф. З, оп. 12, д. 230, 2-10-сы биттәр (бер дана) һәм 11-19-сы биттәр (икенсе дана). Башлана: «Туҡтамыш хан булған, уның ҡулында Иҙеүкәй тигән ҡол булған. Аҙаҡтан ул бей булып исемләнеп китә. Иҙеүкәй үҙе бик баһадир, шундай көслө бер батыр була. Туҡтамыш хан уның батырлығынан һәр ваҡыт ҡурҡыр булған. Иҙеүкәй кергән ваҡытта, Туҡтамыш хан ҡурҡҡанлығынан урынынан шыуа биреп ултыра. Хан үҙенең шыуғанлығын бер ҙә һиҙмәй. Мәгәр хандың ҡатыны быны һиҙә. Туҡтамыш ханға: — Һин Иҙеүкәй ҡолдан ҡурҡаһың бит, — ти». Артабан хандың Иҙеүкәйҙән ҡурҡыуы, бер вәзиренең кәңәше менән «бер ҫараяҡҡа бал ҡойҙороп, шул ҫараяҡҡа Ғәнәкә менән Тутайҙан (хандың ҡыҙҙары. — Н. 3.) Иҙеүкәйҙең күҙ алдында бәүел ҡылдырып», балды Иҙеүкәйгә эсереүҙәре (47-се иҫкәрмә), асыулы әйтемен әйтеп, Иҙеүкәйҙең Са Тимер ханға сығып китеүе, Янбайҙың ҡыуа сығыуы һәм, башҡа варианттарҙан айырмалы рәүештә, Иҙеүкәйҙе кире бороп алып ҡайтыуы, ҡайтҡас, Туҡтамыштың Иҙеүкәйгә ҡыҙын биреүе тураһында хәбәр итеп, ялған туй үткәреүе, бында Иҙеүкәйҙең «эсеп мас» булыуы, дуҫы Аңғыһындың Иҙеүкәй атының эйәр айылдарын тартып бәйләп, башҡаларҙың өҙәңгеләрен киҫеп сыҡҡандан һуң, йортҡа инеп: «Мәнең дә исемем Аңғыһын, Байҡап та бер эс һуңғыһын», — тип, йыр менән Иҙеүкәйҙе иҫкәртеүе хикәйәләнә. Шунан эште аңлап, Иҙеүкәй ҡуҙғалғас, хандың ҡатыны «кейәү ҙә кейәү» тип, Иҙеүкәйҙең алдына алдыр тотоп килеп баҫҡан икән, теге кире һирпеп ебәрә лә ишеккә ҡарап ынтыла. Хандың әҙерләп ҡуйған кешеләре тегене сығармаҫҡа йәбешә. Иҙеүкәй уларға көс бирмәй, тирмә өйө менән ҡуша һөйрәп, тышҡа сыға ла атына менә, Са Тимер ханға барасағын әйтә (52-53-сө иҫкәрмәләрҙе ҡарағыҙ). Иҙеүкәйҙең юлда ҡалмыҡ батыры менән осрашыуы; уны үлтереп, Са Тимер хандың ҡыҙын азат итеүе һәм атаһына илтеп биреүе (83-сө иҫкәрмәлә тулы килтерелә). Был вариантта Иҙеүкәй Са Тимер хандың ҡыҙына өйләнеп, Мораҙым ошонда тыуа, үҫеп еткәс, яу менән Туҡтамыш ханға китә. Ҡамҡалы күл Ҡом сыуаҡ тигән күл буйында (94-се иҫкәрмә) Туҡтамышты үлтерә, башын алып ҡайта. Тамамлана: «Туҡтамыш хандың башын күреп, (Иҙеүкәй) Мораҙымдан һорай: — Муйынын эймәнеме? — Эйҙе. — Эйелгән муйынды ҡылыс киҫәме? Эйгәс, ниңә үлтерәһең, тереләй тотоп алып ҡайтһаң булмаймы? — тип, Мораҙымды ҡамсы менән баштан аша һуға. Шул ваҡыт Мораҙымдың бер күҙен сығара һуға. Шунан һуң Мораҙым бер күҙҙән һуҡыр булып йөрөй. «Эйелгән муйынды ҡылыс киҫмәй» тип әйткән һүҙ шунан ҡалған тип һөйләйҙәр» (9-сы бит). Мораҙымдың Иҙеүкәйгә түгел, ә киреһенсә — Иҙеүкәйҙең Мораҙымға һуғып күҙен сығарыуы башҡа варианттарҙа осрамай. 10. Иҙеүкәй менән Мораҙым — йыйылма текст. Башҡорт шағирҙары Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбай, халыҡ сәсәне Мөхәммәтша Буранғолов һәм тарихсы Әбүбәкер Усмановтар тарафынан төҙөлгән. Нигеҙгә М. Буранғоловтың газетала баҫылған варианты алынған. Ғилми архивта йыйылма текстың бер нисә варианты һаҡлана: 1) Ф. З, оп. 12, д. 224 — тәүге вариант булһа кәрәк. Латин графигында машинкала баҫтырылған, төпләнгән, 166 бит. Машинканан һуң ҡыҫҡартылған һәм яңынан өҫтәлгән биттәре күп. Титул битендә: «Иҙеүкәй менән Мораҙым (Башҡорт халҡының героик эпосы)»; текстың һуңғы битендә: «Ошбу мөнәжәтне Институтның үтенеүе буйынса яздылар Ғәбдрәшит Ниғмәтуллин, Баязитдин Бикбаев, Мөхәммәтша Буранғолов. 1940 сәнә, октябрнең 23-се йәүмендә, Уфа шәһәре». 2) Ф. З, оп. 12, д. 222 — әле әйтелгән текстың машинкала баҫтырғандан һуңғы 3-сө данаһы. Төпләнгән, 145 бит. Титул битенә «Өфө, 1940» тип өҫтәлгән, һуңғы биттәге иҫкәрмә юҡ. 3) Ф. З, оп. 12, д. 229 — рус графигында машинкала баҫтырылған һуңғы ике вариант бергә төпләнгән, бөтәһе 384 бит. Беренсеһе — асылда йыйылма текстың өсөнсө варианты, 158 бит: текст — 152 бит, һүҙҙәргә аңлатма — 6 бит. Текст элеккеләрҙән әллә ни айырылмай, эпиграф һәм бағышлауҙан тыш 15 ҡобайырҙан (бүлектән) тора. 1941 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫтырып сығарыу өсөн әҙерләнгән. Титул бите: «М. Ғафури исемендәге Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты. Иҙеүкәй менән Мораҙым, башҡорт халыҡ героик эпосы. Башгосиздат, художестволы әҙәбиәт секторы, Өфө, 1941». Икенсе биттә: «Эпостың йыйылма вариантын төҙөнөләр: Р. Ниғмәти, Б. Бикбай, М. Буранғол, Ә. Усманов». Йыйылма текстың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе һәм иҫкәрмәләрҙәге сағыштырыуҙар ошо вариант буйынса бирелә. Икенсеһе — әҙәбиләштерелгән вариант. Баҫтырып сығарыуға тегеһе, күрәһең, ҡабул ителмәйенсә, яңынан эшләнеп, ике данаһы нәшриәткә тапшырылған. Титул битенә «Ә. Усманов һүҙ башы менән» тип өҫтәлгән. Төҙөүселәрҙең фамилияһы күрһәтелмәгән. Күләме — 236 бит, эпиграф, бағышлау һәм 15 ҡобайыр, һуңғы бер нисә бит һәм һүҙлек-аңлатма юҡ. Күрәһең, вәғәҙә ителгән «һүҙ башы» ла яҙылмаған. 4) Ф. З, оп. 12, д. 227 — йыйылма текстың өсөнсө варианты буйынса руссаға һүҙмә-һүҙ тәржемәһе. Ҡулъяҙма, 213 бит. Титул бите: Башкирский эпос. Идукай и Мурадым. (Подстрочный перевод.) Тәржемәсеһе һәм йылы күрһәтелмәгән. 1940 йылдың ахырында — 1941 йылдың I кварталында рус шағиры Александр Роммдың «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосын руссаға тәржемә итеү өҫтөндә бик бирелеп эшләгәнлеге билдәле. ЦГАЛИ-ҙа уның архивында юғарыла әйтелгән һүҙмә-һүҙ тәржемәнең машинкала баҫылған бер данаһы һаҡлана. — ЦГАЛИ, личный фонд Р. И. Ромма. Ф. 1495, оп. 1, ед. хр. 183. А. Роммдың Мәскәүҙән Өфөгә Ә. Усмановҡа һәм Х. Хамматовҡа яҙған хаттарынан уға был (һүҙмә-һүҙ) тәржемәне Морат Ғәлиев әҙерләгәнлеген һәм артабан тәржемә эшләү өсөн Роммды ҡәнәғәтләндергәнен белеп була. (Шунда уҡ, ед. хр. 103 һәм 104.) Шул уҡ архивта А. Роммдың художестволы тәржемәһенең ҡараламаһы (йыйылма текстың 1-7-се бүлектәре) һаҡлана (ед. хр. 26). Тәржемә тамамланмаған. А. Ромм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. 1940 йыл «Советская Башкирия» газетаһының 29 сентябрь һанында А. Новиков тәржемәһендә бер өҙөк баҫыла. Йыйылма текстың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе Эпиграф — «Бөйөк тауҙың үлгәне...» тигән ҡобайырҙан 8 юл. Баҫылған: БХИ: Эпос, 3-сө китап, 164-165-се биттәр. Бағышлау — «Ишет быны ҡартыңдан» тигән ҡобайыр өҙөгө. — БХИ: Эпос, 3-сө китап, 164-се бит. Беренсе ҡобайыр (4-7-се биттәр). Уралды данлау — «Ай Уралым, Уралым» тигән ҡобайыр. — БХИ: Эпос, 3-сө китап, 153-155-се биттәр. Икенсе ҡобайыр (7-22-се биттәр). Данлы Уралда «батыр, ғәҙел аҡыллы» Төкләҫ тигән ир (8-се иҫкәрмә) йәшәгәне, бала-сағаһыҙ булып, бик оҙаҡ «бер хоҙайҙан» ул һорағаны, Ағиҙел буйында йәйләгәндә улы тыуғас, уға, «ун ике йорт ырыуға балам иҙеү булһын тип, илгә килгән дошманды Ағиҙелдәй быуһын тип», Иҙеүкәй исеме ҡушҡаны. Иҙеүкәйҙең эпик бала сағы: өс айлыҡта сәңгелдәккә һыймауы, өс йәшендә ун йәшлектәр менән уйнауы, сәкән алып туп һуҡһа, тубы күҙҙән юғалыуы һ. б. Иҙеүкәйҙең үкһеҙ үҫкән Ыласынды малайҙар туҡмауынан айырып ҡалғаны һәм уның менән мәңгелеккә дуҫлашҡаны. Бер заман сәкән һуғыш уйнағанда, малайҙар янына 175 йәшлек бер ҡарттың (Һабрау) килеп сығыуы, малайҙарҙың оло кешегә сәләм биреп ҡаршыламауҙарына үпкәләүе һәм уға Иҙеүкәйҙең яуабы: Йөҙ етмеш биш йәшең бар, Күпте күргән башың бар, Үҙең һана, олатай: Беҙ егерме балабыҙ, Унар йәштән барабыҙ, Барын ҡушһаң кем өлкән, Үҙең һана, олатай (15-се бит). Малайҙың тапҡыр яуабына хайран ҡалып-һоҡланып, «ир булырһың, улым» тип, ҡарттың үҙ юлына киткәне. (Был эпизод ҡаҙаҡтарҙан Ч. Вәлиханов һәм Г. Потанин яҙып алған варианттарҙа ла осрай. Айырма шунда: Ч. Вәлиханов вариантында яланда уйнап йөрөгән 90 малай эргәһенән оло йәштәге ике ир үтеп бара. Малайҙар сәләм бирмәгәс, былар: «Ник сәләм бирмәйһегеҙ?» — тип өндәшәләр. Малайҙар өсөн Идеге: «Беҙ — 90 малай, йәшебеҙҙе бергә ҡушһаҡ, һеҙҙең икегеҙҙекенән күберәк була», — тип яуап ҡайтара. — ЗИРГО по отделении этнографии, т. XXIX: Сочинения Чокана Чингисовича Валиханова. Изданы под редакцией Н. И. Веселовского. СПб., 1904, с. 236, или приложение к этому тому: «Сказание об Едигее и Тохтамыше», издал проф. П. М. Мелиоранский. СПб., 1905. Г. Потанин яҙмаһында малайҙар һаны 40 һәм улар быҙау көтәләр. Үтеп барған кеше — Туҡтамыш хандың вәзире Жанбай. Ҡалған яғы — Вәлихановтағыса. — Живая старина, вып. III и IV. СПб., 1897, с. 307. Икенсе ваҡыт Иҙеүкәйҙең алтмыш бала менән бергәләп ағас атҡа атланып уйнағаны, бер малайҙың өс тапҡыр (өс көндә) иптәшенең атын урлағаны, Иҙеүкәйҙең уға: Инде юлдаш булмайыҡ, Арабыҙҙан ҡыуайыҡ, Өйһөҙ бүҙәнә булып, Ҡайҙа барһа бытбылдап, Тик йөрөһөн бойоғоп; Бергәләп аш еймәгеҙ, Бергә уйын ҡормағыҙ. Бур байыҡмаҫ, бирән туймаҫ, Яңғыҙ тирәк өй булмаҫ, Яңғыҙ бала ир булмаҫ; Көтөү типкән мал булһа, Уны сайҙа бүре алыр, Ил ташлаған ир булһа, Көнө етмәй гүр алыр, ау, Көнө етмәй гүр алыр, — тип хөкөм сығарғаны (20-21-се биттәр), башҡаларҙың был хөкөмгә ризалашҡаны. (Был эпизод Ч. Вәлиханов вариантында ла, Бараба татарҙарынан В. В. Радлов яҙып алған вариантта ла, һ. б. варианттарҙа ла осрай. (Айырма: Ҡаҙаҡ һәм Бараба татарҙары вариантында хан булып һайланған Идиге ат урлаусы малайҙың башын киҫергә тип хөкөм сығара һәм был хөкөм шунда уҡ еренә еткерелә.) Ата-әсәһе үлеп, Иҙеүкәйҙең үкһеҙ ҡалғаны һәм көтөүсе булғаны. Көтөүсе Иҙеүкәйҙең бер ҡолон өсөн даулашҡан ике кешенең бәхәсен хәл иткәне. (Бараба татарҙары һәм ҡаҙаҡ варианттарында ла бар.) Өсөнсө ҡобайыр (22-30-сы биттәр). Туҡтамыш хандан фарман менән Янбайҙың килгәне (3-сө иҫкәрмә); Һабрауҙың батырҙар намыҫына тигеҙеп һүҙ әйткәне — томдағыса; Янбайҙың ете ырыу батырҙарын һәм Ыласынды хан һарайына көсләп алып киткәне. Дүртенсе ҡобайыр (30-56-сы биттәр). Яңғыҙ ҡалған Иҙеүкәйҙең Һабрау ҡартҡа килгәне, унан кәңәш һорағаны; Һабрау ҡарттың йомағы һәм уға Иҙеүкәйҙең яуабы — ошо китаптағыса. Иҙеүкәйҙең ил күрергә Урал буйлап сығып киткәне, Һыуһылыу менән осрашҡаны, уның менән Сатҡы күленә төшкәне, күл төбөнән Аҡбуҙатҡа атланып, Урал батыр ҡылысын алып сыҡҡаны. Бишенсе ҡобайыр (56-73-сө биттәр). Урал тауҙың ауыр хәлдә ҡалыуына, илде һаҡлап яуға күтәрелер батырҙар тыумауына һыҡтап ултырған Һабрау ҡарт янына Иҙеүкәйҙең яңынан килеп сыҡҡаны, «Бейек тауҙың үлгәне» тигән таныш ҡобайырҙы әйтеп үҙенең батырлығын һиҙҙергәне; Иҙеүкәйҙең билендә Урал батыр ҡылысын, атланған Аҡбуҙ атын күреп, Һабрау ҡарттың шатланғаны һәм «Туҡтамышҡа иш булып» илде талаған Дәмми бейгә ҡаршы сығырға, илдең ҡонон алырға димләгәне. Иҙеүкәйҙең Дәмми бейгә килгәне, Дәмми бейҙең Иҙеүкәйҙе, һанға һуҡмай, һалҡын ҡаршы алғаны, Уралда батырҙар булыуына шикләнеп ҡарағаны; Иҙеүкәйҙең: ...Тамыры ҡалған урында Сауыл үҫмәҫ, тиһеңме? Ыласын үҫкән Уралда Батыр үҫмәҫ, тиһеңме?.. — тип, Дәмми бейҙе шелтәләп яуап биргәне — китапта Иҙеүкәй менән Тора бейҙең осрашыу эпизодындағыса. Иҙеүкәйҙең һүҙҙәренә асыуы ҡабарып, ҡырыҫланып, Дәмми бейҙең Иҙеүкәйҙе һуғышҡа саҡырғаны; Иҙеүкәй бер үҙе, ә Дәмми бей үҙенең ярандарын эйәртеп, Ағиҙел буйы бер ҡалҡыулыҡҡа атышҡа сыҡҡаны, икәү-ара киҙәк алышҡаны, Иҙеүкәйҙең уғы Дәммиҙең күкрәген тишеп, аты менән ҡуша күккә сөйгәне; Дәмми бей ярандарының ҡасҡаны, Иҙеүкәйҙең уларҙы Урал батыр ҡылысы менән тураҡлап бөткәне. Дәмми бей ҡулы аҫтында интеккән халыҡтарҙың азатлыҡҡа сыҡҡаны, рәхәт тора башлағаны. Алтынсы ҡобайыр (73-85-се биттәр). Берҙән-бер көндө бында Янбай килеп сығып, Дәмми бейҙең тар-мар ителеүен Туҡтамышҡа хәбәр иткәне. Туҡтамыштың: «Ул бейгә ҡаршы сығырлыҡ ир Уралда юҡ ине, уны һарайға алырға кәрәк», — тип, Иҙеүкәйҙе үҙенә саҡыртҡаны; Иҙеүкәйҙең: «Һарайында тороп, Туҡтамыш хандың бөтә хәлен белермен, көсөн һынармын», — тип уйлап, ханға киткәне. (Йыйылма текстың тәүге вариантында Иҙеүкәй Алтын Урҙаға барышлай бер күлдә яңынан аҡҡоштарға осрауы, араларынан береһенең ярға йөҙөп килеп: «Иҙеүкәй, һин моратыңа еттең, балам ул булды, мә, ал инде», — тип, аҡҡош кейемен һалдырып, Иҙеүкәйгә ул тоттороуы, Урҙаға килеп еткәс, Иҙеүкәйҙең башта Ыласын дуҫына инеп, балаһын уның ҡарамағына тапшырыуы, Мораҙымдың Ыласындың үлгән улы Нуретдин исемендә үҫеүе әйтелгән. Ләкин аҙаҡ былар һыҙылған. — Әйтелгән фонд, д. 224, 71-се бит.) Туҡтамыш хандың Иҙеүкәйҙе ололап ҡаршы алыуы, Сәләхтең көнсөллөгө һәм шуға бәйле башҡа ситуациялар — бөтәһе лә ошо китаптағыса. Етенсе ҡобайыр (85-91-се биттәр). Хан һарайында Иҙеүкәйҙең Ғәҙәкә (китапта Ғәнәкә) исемле ҡол ҡыҙға яҡын мөнәсәбәте, Ғәҙәкәнең Иҙеүкәйҙән бала табыуы һәм шуға бәйле ҡалған ситуациялар нигеҙҙә китаптағыса. Айырма шунда ғына: был эпизодтар йыйылма текста алғараҡ күсерелгән. Һигеҙенсе ҡобайыр (91-96-сы биттәр). Көнсөл Сәләхтең Ханбикәгә Иҙеүкәй хаҡында ғәйбәт һөйләүе, Ханбикәнең төшө һәм шуға бәйле рәүештә Иҙеүкәйгә ҡаршы ҡоролған тоҙаҡтар — нигеҙҙә шулай уҡ китаптағыса. Туғыҙынсы ҡобайыр (97-118-се биттәр). Туҡтамыш хандың Иҙеүкәй артынан ҡыуа сығыуҙарын һорап, батырҙарға мөрәжәғәт итеүе һәм шунан һуңғы ваҡиғалар — китаптағыса. Айырма шунда: беренсенән, Иҙеүкәй — Янбай диалогы шаҡтай әҙәбиләштерелгән; икенсенән, Янбайҙың Иҙеүкәй артынан Уралға килеп етеүе бында бирелмәгән. Унынсы ҡобайыр (118-122-се биттәр). Мораҙымдың бала сағы — китаптағыса, тик алғараҡ күсерелгән. Туҡтамыш хандың бәйге үткәреүе, был бәйгелә толпарға атланып, Мораҙымдың беренсе килеүе һәм шул саҡ: ...Туҡтамыш тигән ҙур хандың Һарайына керербеҙ, Мал-мөлкәтен, байлығын Илгә бүлеп бирербеҙ! — тип, атаһын эҙләп сығып китеүе, Уралда Иҙеүкәйҙе табыуы; Иҙеүкәйҙең Уралда йыйған ғәскәре менән Мораҙымды Туҡтамышҡа ҡаршы оҙатып, үҙенең Сатмыр ханға ярҙам һорап сығып китеүе. Ун беренсе ҡобайыр (122-127). Иҙеүкәйҙең Сатмыр ханға барышлай 40 ҡалмыҡ батырына тап булыуы, уларҙы ҡырып, Сатмыр хандың ҡыҙын азат итеүе. Сатмыр ханға килеүе, унан ярҙам һорауы, Сатмыр хандан ғәскәр алып, Туҡтамышҡа яуға сыҡҡас, юлда Иҙеүкәйҙең төш күреүе — китаптағыса. Ун икенсе ҡобайыр (127-134). Туҡтамыш хандың ҡарауыл тауы. Мораҙымдың ҡарағош ҡанаты яһап, шул тауға менеүе. Күҙәтсенең быны айыра алмауы һәм «был ҡарасҡы ҡарағош булып сыҡты, ханым тыныс булһын», — тип, ханға сапҡын ебәреүе (шундай эпизодтар Ч. Вәлиханов яҙмаһында ла бар). «Урал батыр ҡылысын йәшендәй уйнатып, Аҡбуҙатта ер-күк яңратып килеүсе» Иҙеүкәйҙең яуы уң яҡтан, «тауышы менән таш ярған, дошмандың үтен һыта ҡараған ыласын күҙле, ҡуш йөрәкле» Мораҙымдың яуы һул яҡтан, «ҡара сәүкә кеүек ябырылып», Аҡ Урҙаны баҫып алыуы. Өс көн, өс төн һуғыш барыуы. Туҡтамыш хандың, туры атына атланып, ҡасып сығып китеүе. Ҡалғандарҙың берәүһенең дә ҡаршылыҡ күрһәтмәйенсә, Иҙеүкәй менән Мораҙымды ололап ҡаршы алыуҙары; Иҙеүкәйҙең Мораҙымды Туҡтамыш артынан ҡыуа сығарыуы. Туҡтамыштың ҡамыштар араһында боҫоп ятыуы, ҡыҙғатау ҡоштоң, балаларын ҡыҙғанып, Туҡтамыштың баш осонда осоуы. Туҡтамыштың атына һәм ҡошҡа өндәшкәне: Битәр тыпырсынма, туры ат, Көн-төн ҡалһам, торорһоң; Битәр дерһелдәмә, һум йөрәк, Иҙеүкәй икәү, мин яңғыҙ, Алышҡанда тынырһың; Һулҡылдама, аҡ һөңгөм, Алышҡан ерҙә һынырһың! Тулҡынланма, тоноҡ һыу, Байҙарымдың йылҡы өйөрө Бер уртлаһа, ҡорорһоң, Батҡаҡ булып ҡалырһың! Ҡыйҡылдама, ҡыҙғатау ҡош. Тауышың зарлы, байғош ҡош, Ҡанатың — ҡыу сыбыҡ, Муйның буш, морноң ҡуш, Утлау тулы малым юҡ, Ояң тулы йомортҡаң, Итәкләп алыр улым юҡ. Мин айырылдым илемдән, Айырылһаң үҙ күлеңдән, Һин дә миндәй булырһың! (131-се бит). Ҡошҡа ҡарап, Мораҙымдың Туҡтамышты табыуы; атышҡа сығыуҙары: Туҡтамыштың «туғыҙ тотам» уҡ менән өс тапҡыр Мораҙымға атыуы, өсөһендә лә уҡтарҙың кире ҡаҡлығыуы; Мораҙымдың ҡылыс менән Туҡтамыштың башын сабып өҙөүе, башты ҡанъяғаһына бәйләп, Урҙаға алып ҡайтыуы. Юлда «тирәккә башын шаҡарып бәйләп ҡуйылған» бер атҡа һәм йоҡлап ятҡан бер кешегә осрауы. Был кешенең Мораҙымды ҡарғауы. Ун өсөнсө ҡобайыр (134-141). Туҡтамышты ҡыйратыу шатлығынан һарайҙа ҙур туй. Ҡолдарҙы азат итеү, улъя итеп алынған малдарҙы халыҡҡа өләшеү. Иҙеүкәйҙең хандың оло ҡыҙын, никах уҡытып, үҙенә алыуы. Янбай менән Ҡадирбирҙенең, ата менән ул араһында низағ тыуҙырырға теләп, хандың кесе ҡыҙын да үҙенә алырға димләүҙәре, Иҙеүкәйҙең баш тартыуы, Мораҙымға вәғәҙә итеүе. Артабанғы ваҡиғалар китаптағыса. Ун дүртенсе ҡобайыр (141-146). Үҙ батырҙарын эйәртеп, Мораҙымдың Уралға ҡайтыуы, атаһын яманлауы, Һабрау ҡарттың Иҙеүкәйҙе яҡлауы — китаптағыса. Уралға Ҡадирбирҙенең һөжүме, Мораҙымдың уны ҡыйратыуы һәм, атаһына барып, ғәфү үтенеүе, бәхиллек һорауы. Иҙеүкәйҙең ғәфү итеүе һәм васыяты — китаптағыса. Бергәләп Уралға ҡайтыуҙары. Ун бишенсе ҡобайыр (146-152). Ҡаршы алырға йыйылған халыҡ алдында Иҙеүкәйҙең әйткәне (китапта Иҙеүкәйҙең Туҡ батырға әйткән һүҙҙәренә тура килә). Урал батырҙың Аҡбуҙ аты менән алмас ҡылысын Мораҙымға тапшырыуы (һүҙҙәре китаптағыса). Иҙеүкәйҙең үлеүе, Нарыҫ тауға күмеү. Халыҡ алдында Мораҙымдың анты: — ...Атам ҡәбере ҡашында Ант итәмен ер үбеп: Иҙеүкәй үлде, ил ҡалды, Ил барында, ир таймаҫ, Ҡылыс болғап ҡулымда, Ат уйнатып болонда, Иҙеү булып илемә, Дау астырмам илемә, Яу баҫтырмам еремә, Ағиҙелем кистермәм, Көмөш һыуын эсермәм, Энйе тешле, ай йөҙлө, Сәсе иңен ҡаплаған, Ерҙә көндәш тапмаған, Аҡҡоштай аҡ күңелле, Иҙел ҡамышы кеүек, Зифа буйлы ҡыҙҙарҙың Намыҫына кер төшөрмәм! Ҡоҙғон һымаҡ талымһыҙ, Шәр һөлөктәй затһыҙҙы, Һайыҫҡандай һанһыҙҙы, Төлкө һымаҡ ике йөҙ, Сауҙагәрҙәй ике тел, Атанан берәгәй тыумаған, Йортона терәк булмаған, Кәкүктәй төйәк тапмаған, Бытбылдыҡтай бытбылдап, Оят белмәҫ һатлыҡты Табында аш ейҙермәм, Йылы кейем кейҙермәм! Ай Уралым, Уралым, Уралып ятҡан Уралым, Ил һаҡлаған ҡоралым, Ошо антымда тормаһам, Илемә иҙеү булмаһам, Ҡаяң ишелеп өҫтәмә Һөйәгемде онтаһын, Емтегемде эт ейеп, Талымһыҙ ҡоҙғон туҡланһын! (151-152-се биттәр.) Ошоноң менән тамам. 11. Ҡырҡ нуғай батыры. Легенда. 1981 йылда Өфөлә Илбулдин Фәсхетдиндән (1924 йылғы) Ғайса Хөсәйенов яҙып алған. Легендала ҡырҡ нуғай батырҙары араһында Иҙеүкәй менән Мораҙым батырҙың да булғанлығы, ҡара халыҡ араһынан сыҡҡанлығы, төмән (ун мең ғәскәр) башлығы булғанлыҡтары һәм хәҙерге Ырымбур өлкәһе Буранлы ауылы янындағы тауҙа ҡәберҙәре барлығы әйтелә, Һабрау йырау телгә алына. — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙмалар фонды. Археография һәм фольклор тупламаһы, 1982, 32-33-сө биттәр.Төрки телле башҡа халыҡтарҙың баҫма варианттары Ҡазаҡтарҙың: 1. 1820 йылда «Сибирский вестник» журналында (ч. Х, с. 189-204) Г. И. Спасский тарафынан йөкмәткеһе урыҫса буталсыҡ һөйләнгән версия. 2. Идүкә-бий. 1842 йылда Чокан Вәлиханов, үҙенең атаһы менән бергәләп, өс варианттан төҙөгән йыйылма текст // ЗИРГО. Приложение к тому XXIX: Сказание об Едигее и Токтамыше. Киргизский текст по рукописи, принадлежавшей Ч. Ч. Валиханову / Издал проф. П. М. Мелиоранский. СПб., 1905. «Идыге» исемендә урыҫсаға Ч, Вәлихановтың үҙенең тәржемәһе // ЗИРГО. По отделению этнографии, том XXIX: Сочинения Чокана Чингисовича Валиханова / Изданы под редакцией Н. И. Веселовского. СПб., 1904. С. 233-264. 3. Эдигей. Урыҫсаға Ч. Вәлиханов тәржемәһе // ЗИРГО. По отделению этнографии, том XXIX. С. 265-273. Ахырында (272-273-сө биттәрҙә) Эдигейҙең нәҫеле һәм Баба Төкләҫтең сығышы тураһында нуғай риүәйәте бирелгән. 4-7. «Тюркская сказка о Идыге» тигән дөйөм исем аҫтында Г. Н. Потанин баҫтырып сығарған дүрт вариант // Живая старина. Вып. III и IV. СПб., 1897. I вариант — 301-304-се б.; II вариант — 301-304-се б.; III вариант — 304-312-се б.; IV — 312-313-сө биттәр. 8. Идига-батыр. Башҡортостандан сыҡҡан билдәле этнограф Әбүбәкер Диваев тарафынан яҙып алынған. Татарса тәржемәһе // «Шура» журналы, 1917, №15, 16; Ҡаҙаҡ телендә //Диваев А. А. Батырлар, Т. 1-6. Ташкент, 1922.Ҡарағалпаҡтарҙың: 1. Сказание об Едигее и Тохтамыше. Каракалпакская народная поэма. Запись И. А. Беляева // Протоколы заседаний и сообщений членов Закаспийского кружка любителей археологии и истории Востока. Вып. 3. Ашхабад, 1917. 2. Едиге. Эрполат жырауҙан Ҡаллы Аимбетов яҙып алған. 1937 йыл Мәскәүҙә ҡарағалпаҡ телендә баҫылған. 150 б.Нуғайҙарҙың: 1. 1830 йылда Әстрхан нуғайҙарынан Алибек Шарапов яҙып алып, А. Ходзьконың «Народная поэзия Персии» тигән китабында инглиз телендә баҫылып сыҡҡан. Лондон, 1842. һуңынан 1885 йыл «Кавказ» газетаһының 287-се һанында баҫылған. 2. Туҡтамыш ҡандың хикайәте // Ногайско-кумыкская хрестоматия М. Османова. СПб., 1883. 3. Эдиге-Кубугул. Дағстанда йәшәгән нуғайҙарҙан яҙып алынған // Семенов Н. Туземцы Северо-Восточного Кавказа. СПб., 1895. С. 418-454. 4. М. Алейниковтың «Поверья ногайцев» тигән мәҡәләһендә килтерелгән бик үҙенсәлекле версиянан бер өҙөк: һунарсы Ҡотлоҡая урманда албаҫтыға («албаслы») тап була, ирен үлтереп, шул «урман ҡатыны»на өйләнә, улдары тыуа, уға Эдиге тип исем ҡушалар. Эдиге батыр булып үҫә. // Сборник материалов для описания местностей и племен Кавказа. Вып. III. Тифлис, 1893. 5. Адига. Ҡырым нуғайҙарынан яҙып алынған // Радлов В. В. Образды..., ч. VII. С. 198-201. 6. Токтамыш-хан // Сборник материалов для описания местностей и племен Кавказа. Вып. XXVII. Тифлис, 1900. 7. Кубыгул. Әкиәтләшкән вариант // Ногай эртегилер / Төҙөүсеһе С. А. Калмыкова. Черкесск, 1967. 124-133-сө биттәр. 8. Эдиге. Ногайская народная поэма / Перевод с ногайского Ф. Сидахметовой // ж. Половецкая луна. 1991, № 1. С. 38-64.Татарҙарҙың: А. Себер татарҙарынан: 1. Мырат пи. Телеуттарҙан (Таулы Алтай) яҙып алынған ата менән улдың низағлашыуына ҡараған өҙөк (бишәр юллыҡ 21 строфа). Әммә бында Мырат әсәһе менән асыуланыша // Радлов. Образцы..., ч. 1. СПб. С. 200-204. 2. Идәгә пи. Бараба татарҙарынан яҙып алынған // Радлов. Образцы..., ч. IV. С. 27-45. Хәҙерге татар әҙәби теленә тәржемәһе. — «Совет әдәбияты» журналы (Казан), 1940, № 4-5. 3. Токтамыш хан // Радлов. Образцы..., ч. IV. С. 128-136. 4. Токтамыш хан. Ишем тамағында яҙып алынған // Радлов. Образцы..., ч. IV. С. 195-204. 5. Идегей. 1919 йылда Тарск өйәҙе Яланкүл ауылында Зәйнетдинов Ситдиҡ ҡарттан Ниғмәт Хәкимов яҙып алған // Тюркологический сборник, 1972. М.: Наука, 1973.Б. Ҡырым татарҙарынан: 1. Идәгә би // Радлов. Образцы..., ч. VII. С. 99-122. 2. Әдигә. — Шунда уҡ. 146-149-сы биттәр. 3. Әдигә. — Шунда уҡ. 154-166-сы биттәр. 4. Төрөк ғалимы Сәадат Чагатай тарафынан йәш сағынан бирле Анкарала йәшәүсе Ҡырым ҡартынан яҙып алынған текст. Төрөк һәм немец телендә.В. Татар әҙәби-яҙма телендә: 1. Идгәй белән Нуретдин. Тарихи хикәйә. Казан, 1914. 32 б. М. Османовтың «Ногайско-кумыкская хрестоматия»һында баҫылған текстың сәсмә телдә әҙәбиләштерелгән күсермәһе. 2. Татар халыҡ дастаны Идегәй. Нәҡи Иҫәнбәт тарафынан төҙөлгән йыйылма текст // «Совет әдәбияты» журналы, 1940, № 11, 12. 3. Идегәй. Татар халыҡ дастаны. Инеш мәҡәләһендә әйтелгәнсә, 1941 йылда Тел, әҙәбиәт һәм тарих институтының Ғилми советы ҡарары нигеҙендә әҙерләнгән «яңы тәнҡиди текст» / Башҡарыусылар. — Н. Иҫәнбәт (төҙөүсе), Х. Ярми һәм Ш. Маннур (редакторлау). Инеш мәҡәлә Илбарис Надировтыҡы. Казан: Татарстан китап нәшрияты, 1988, 254 б. 4. Идегей. Татарский народный эпос. / Перевод Семена Липкина. Научный редактор М. А. Усманов. Его же послесловие «О трагедия эпоса и трагедиях людских». Казань: Татарское книжное издательство, 1990.
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
Башҡортостаным яңылыҡтары
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...Киләсәккә рухи васыят Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...Ғәфү итсе, нигеҙем!.. Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...Булғанда – бүреләй, булмағанда… Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...Их, мунсаһы! Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы? Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
Һорау
Сайтты файҙалы табаһығыҙмы?