 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Һабанай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» Иҙеүкәй менән Мораҙым. Һүҙлек
15-02-2010, 11:55 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1549 |
 |
 |
Бор.т. – боронғо төрөксә. Ғ. - ғәрәпсә. Диал. – диалект. Ҡаҙ. – ҡаҙаҡса. Монг. – монголса. Т. - төркисә. Ф. – фарсыса.
Абау — М. Буранғолов менән Х. Ғәбитов был һүҙҙе «битте йыйырсыҡ баҫыу» тип аңлаталар. К. Улъябаев, ҡартлыҡтан теш төшөү, ти. Ҡурҡыуҙы, сирҡаныуҙы белдергән «абау» ымлығы ла тәү мәлдә шул мәғәнәлә, йәғни ҡартлыҡтан кеше йөҙөнөң, сырайының боҙолоуы, ныҡ йәмһеҙләнеүе мәғәнәһендә йөрөгән булыуы ихтимал. Аҙыра ҡаҙ. — хужаһыҙ, етемһерәп ҡалыу. Айҙа — ай балта. Айна ф. — көҙгө. Аҡта ҡаҙ. — бестерелгән ат. Алап — һөрән, хәбәр. Алас, алаш бор. т. — текста «урҙа» мәғәнәһендә. Алатау — Ҡаҙағстандың көньяҡкөнсығышындағы мәшһүр тау. Алман — Германия. Алуш — Ҡырымда Алушта ҡалаһы янындағы тау. Аму — Амударья йылғаһы. Арҙа — ике-өс йәшенә тиклем инәһен имеп йөрөгән тай йәки башмаҡ. Арҙан диал. — арлан, ата йыртҡыс йәнлек. Артаҡ бор. т. — ҡурҡыныс йән эйәһе; йыртҡыс. Асылы күл — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы был күл тураһында халыҡ хәтерендә күп төрлө легендалар һаҡланған. «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосында һыу аҫты батшалығы итеп һүрәтләнә. Ашҡаҙар — Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында Ағиҙелдең һул ҡушылдығы. Ауа ҡаҙ. — һауа. Аял ҡаҙ. — бисә, ҡатын. Бабуған (Бабуғай-яйла) — Ҡырымдағы тау һырты. Бабһыҙ — тәрбиәһеҙ. Байман — иркенлек, рәхәтлек; бәхетле тормош. Балдарым диал. — балаларым. Балҡаш — Балхаш күленән ағып сыҡҡан йылға. Баһат — дәһшәт. Биҙәл — абруй. Бирлегеү, бирегеү диал. — имгәнеү, хәлһеҙләнеү, миктәү. Биштамаҡ — Яйыҡ (Урал) йылғаһы тамағынан үрҙәрәк бер түбә, ҡалҡыулыҡ. Бөйҙә — ҙур бысаҡ. Булъяу ҡаҙ. — самалау, байҡау; әҙерләү. Бышым диал. — һирәк һуғылған киндерҙән ике ҡатлап тегелгән бишек төбө. Буҫыу — өркөү, ҡасыу, боҫоп ҡалыу. Буты, бут — ҡиммәтле бүләк, ҡомартҡы. Бәлдеү — йәйәне кирелә биреп тартыу. Бәлә тау — Башҡортостандың Мәләүез районы Аптыраҡ ауылы янында Ағиҙелгә яҡын тау. Бәпләп — иркәләп, тәрбиәләп үҫтереү. Гәүер — икенсе дин кешеһе, кафыр. Ғарыз ғ. — бер эш йә хәл тураһында телдән, йәки яҙып, тейешле урынға еткереү, үтенесте белдереү. Ғарыз итте — тәҡдим итте. Дөлдөл — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең кейәүе Ғәли батырҙың ҡанатлы мифик аты. Дәүмәт ғ. — табыш, файҙа мәғәнәһендә. Егәр — бурҙай эт. Ейегеү — сереп тарҡала башлау. Ейеү — ашау. Елбүк — елеп үк. Ете ят — алыҫ (ете быуын аша) туған. Илек — Көнбайыш Ҡаҙағстандағы йылға. Иртеш — Иртыш йылғаһы. Ирәмәл — Башҡортостандың көнсығышында (Белорет районы менән Учалы районы араһында) ятҡан тау. Уның көнсығыш яғынан Ағиҙел йылғаһы башлана. Ирәндек — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышындағы мәшһүр тау. Йоғом — бәрәкәт. Йөҙ башы — йөҙ яугир башлығы (сотник). Йөрөк диал. — йүгерек. Йыйырын — бер ҡәбиләнең ҡыҙҡатынына фәрд (бер бөртөк; яңғыҙ; айырым зат, шәхес, берҙәнберәү) булған, шуның бер ағзаһы иҫәпләнгән ҡатын. Йылғыйлау — ҡауырһындың һауала ҡыйғыслап, тирбәнеп төшөүе. Йәьжүж — мәжүси; Йәбжүж-мәьжүж — дини ҡарашса, ерҙе ябып, донъя ҡырып килгән бик яман ҡырағай ике халыҡ. Келәгә бей — аҫтыртын бей. Кемекәй — кем дә булһа берәү. Текста «кемдән дә», «һәр кешенән» тигән мәғәнәлә. Киҙәк — сират. Килтә — терәк. Көш диал. — ултырҙаш, серҙәш, кәңәштәш. Күжә ҡаҙ. — тары, арпа, бойҙайҙы ҡайнатып яһаған эсемлек. Күксәтау — Ҡаҙағстандың Урал менән сиктәш көньяҡ-көнбайышындағы тау. Күлек бор. т. — артмаҡлы мал; ат, дөйә. Күс бор. т. — ырыу, халыҡ. Күсәм — юл башлаусы, юлбашсы. Күһәбә — айышһыҙ, аңғармай эшләнгән. Көйөҫ-көйөҫ диал. — көтмәгәндә, ҡапылтын (М. Б.) Көҫәү, көһәү диал. — ныҡ теләү. Кәрәлек — Куйбышев өлкәһендәге йылға. Кәмзәйтеү диал. — кәмәнәйтеү, салшайтыу, бер яҡҡа ҡыйшайтыу. Кәүер — гәүер, кафыр. Ислам динендә булмаған кеше. Ҡабды — Көнбайыш Ҡаҙағстандағы йылға. Ҡамҡа — ҡара ебәктән тышланып, ең остары һәм итәге ҡама менән уратылған затлы тун. Ҡара ҡаҙ. — мал. — Йөҙ ҡараһын — йөҙ баш малын. Ҡараби (Ҡараби-яйла) — Ҡырымдың көньяҡ яр буйында, Ялта ҡалаһынан көнсығыштараҡ, тау һырты. Ҡарағым ҡаҙ. — ҡәҙерлем, күҙ нурым. Ҡаракиҙеү — холера ауырыуы. Ҡарасай — ҡараса, ҡыр өйрәге. Ҡарсаҡ — ҡарһаҡ, дала төлкөһө. Ҡаҫмарт — Һаҡмар йылғаһының уң ҡушылдығы. Ҡара һыу диал. — аҡмай ятҡан һыу, күл һыуы; яуын арҡаһында, һыу баҫыу. Ҡаф иле — хәҙерге Феодосия ҡалаһы. 1266 йылда Алтын Урҙа ханы Менгу-Тимур был ҡаланы биләү хоҡуғын Генуэ сауҙагәрҙәренә бирә, Феодосия Ҡаф исемендә уларҙың сауҙа колонияһына әйләнә. 1768—1774 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында Рәсәй тарафынан яулап алынғандан һуң, ҡалаға элекке Феодосия исеме ҡайтарыла. Ҡашҡа — көсө һәм һүҙе менән абруй ҡаҙанған, алдан йөрөгән ир-егет. Ҡаяҡ бор. т. — ҡайыҡ, кәмә. Ҡиндыраҡ, ҡындыраҡ, ҡынйыраҡ диал. — тиренән тегелгән; киндер бышымынан бөрөп бәйләнә торған аяҡ кейеме. Ҡобау — инә ҡортто яба торған ситлек. Ҡоҙа-аҙна — ҡоҙа-ҡоҙағый. Ҡолмаҡ диал. — ҡомалаҡ. Ҡолъя — архар тәкәһе. Ҡонандау диал. — ҡонандай. Ҡораҡташ, ҡораҡлаш диал. — ҡорҙаш, серҙәш. Ҡор башы, ҡорбаш — ғәскәр башлығы. Ҡуҙағай — кейеменә маһайып, матурмын, тип йөрөүсе, ҡупшы. Ҡуҙы — һарыҡ бәрәсе. Ҡуныш — торлаҡ ҡороп йәшәгән урын. Ҡусҡар — һарыҡ тәкәһе. Ҡуһан — ике араны үлсәү берәмеге. Ике аҙым — бер ҡуһан. Ҡайһы бер һөйләштәрҙә «ҡуһай» тип әйтелә. Ҡыҙау — тубал. Ҡыҙыл — Урал йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. Ҡыраға — үс һаҡлаусы; кенә тотоусы, мәкерле. Ҡыртым — ғәйбәт һөйләп, кеше араһын боҙоу. Ҡыурау — бөлөү. Ҡәғбә — мосолмандарҙың Мәккә ҡалаһында (Ғәрәбстан) хаж ҡыла торған урыны, изге храм. Шунда барып хаж ҡылған кеше хажи һанала. Ҡәҙер төн — ислам дине аңлатыуынса, рамаҙан айында күк ҡабағы асылып, фәрештәләр ергә төшкән төн. Был төндө йоҡламай һаҡлап үткәргән кешенең теләген алла ҡабул итә, ти. Ман, мән — менән. Маңдау — маң булыу, йәғни ниндәйҙер уй менән онотолоп ултырыу. Машалла ғ. — алла ни теләһә, шул; шәп. Матау — һауҙырмаған бейәнең арт аяҡтарын тышау. Мең башы, меңбаш — мең һалдаттан торған ғәскәр башлығы, тысячник. Миктәлеү — интегеү, яфа сигеү; өҙлөгөү. Монаят — мал-тыуар, бөтә милек. Мөрхәт диал. — мөмкинлек (мөрхәтһенмәү — хушһынмау). Мөҫөрәтеү — өмөтләндереү. Муйырыу — юғалтыу, айырылыу. Мәҙе — эңер; ситләтелгән мәғәнәһе — ҡайғы, илгә төшкән ҡараңғылыҡ. Мәккә — Ғәрәбстанда Мөхәммәт үҙен пәйғәмбәр тип иғлан иткән ҡала, мосолмандарҙың хаж ҡыла торған урыны. Мәрҙәс — хуплау ауазы. Мәс ҡылыу — иҫертеү. Нан ҡаҙ. — икмәк. Нарыҫ — Башҡортостандың Әлшәй районы Дим буйындағы тау. Нимәрә — ейән йәки ейәнсәрҙең балаһы, бүлә, бүләсәләр; дүртенсе быуын балалар бер-береһенә ҡарата нимәрәләр була. Нөгәр, Нөгәр, Нөкәр, Нүкәр — хан (ҡор йәки мең башы) эргәһендәге һаҡсы ғәскәр, шул ғәскәрҙәге кеше. Нөгөш — Ағиҙелдең урта ағымындағы уң ҡушылдығы. Нырҙашыу — ҡуй-һарыҡтарҙың көтөүе менән ҡурҡышып баҡырыуҙары. Нәнә диал. — нәнәй, өләсәй. Омпайтыу диал. — алдау, һемәйтеү. Осҡалаҡ диал. — остандаҡ, һикрәндәк. Өйсүк (ҡаҙаҡса Уйшүк) — хәҙерге Ҡаҙағстандағы Гурьев ҡалаһы урыны. Өләң ҡаҙ. — йыр, шиғыр. Пара-пара ф. — киҫәк-киҫәк. Пол (ф. пул) — аҡса. Текста табыш, килем мәғәнәһендә. Рәжем ғ. — кешене биленә тиклем ергә күмеп, таш менән бәреп үлтереү. Боронғо ғәрәптәрҙә гонаһлы кешене язалау ысулы. Сағут — Ҡырымда боронғо бер ҡала, тау башындағы нығытма (ҡәлғә). Сағыра — үтер юл булмаған урман, тау-ташлыҡ. Сапаҡ — телгә оҫта, тапкыр һүҙле; сәсән. Сапсан — бик тиҙ, йәһәт, етеҙ, сос, йылғыр. Сая, сай бор. т. — ҡороған йылға үҙәне. Сем — Эҫем (Сим) йылғаһы, Ағиҙелдең күп һыулы уң яҡ ҡушылдығы. Син (Цин) — Ҡытай. Собханалла ғ. — алланы данлау. Ғәжәпләнгәндә, һоҡланғанда әйтелә. Солтанат — солтанлыҡ, батшалыҡ дәрәжәһе; мөһабәтлек, олпатлыҡ. Сор ҡаҙ. — аҡ йөҙлө. Сулман (татарса чулман) — Кама (Ҡама) йылғаһы. Сурлы — ҡарғалған, хур күрелгән. Сурлыҡ — хурлыҡ. Сәмсә — ҡатын-ҡыҙҙарҙың сигелгән аяҡ кейеме. Сәңгел — бишек тағыу өсөн пружина урынына ҡулланылған һығылмалы ағас. Күрәһең, сәңгелдәк (бишек) һүҙе шунан хасил булған. Табантал —Ҡаҙағстандың көнбайышындағы йылға. Тайярлап — йүнәтеп (йүнләп, әҙерләп). Таҡ, тағ бор. т. — тәхет. Таҡталы — яурыны сигелгән (хандар кейеме). Талай — ваҡыт күрһәткес: бер талай, бер күләм, талай ваҡыт. Күп мәғәнәһендә лә ҡулланыла: талай халыҡ, талай ер. «Иҙеүкәй менән Мораҙым» тексында йәйәүле ике һунарсыға ҡарата әйтелә. Танып — Ағиҙелдең түбәнге ағымында уң яҡ ҡушылдыҡ. Тарауыл — Бөрйән районында Иҫке Усман (элекке исеме — Иҫке Тарауыл йәки Тарыуал) ауылы янындағы аҡлан. «Аҡбу- ҙат» эпосында — «Тарауыл аҡланы». Тартмалы — ҡаптырмалы. Таһкау — кәйефенә ҡарап, үҙ яғыңа ауҙарыу. Таша — таяныс; нығытма, крепость. Таш маяҡ — Ағиҙел буйында Ырғыҙлынан түбәнерәк бейек бер ҡая таш бар. Был тирәлә уны Урал батыр ултыртып киткән «Таш маяҡ» тип йөрөтәләр (М. Буранғолов иҫкәрмәһе). Хәҙер ул күбеһенсә Муйнаҡ (муйыны аҡ) таш исемендә йөрөй. Тегмә диал. — һәр. Тернәкселдәр — үҙ ҡул көсө менән көн күргән, тырыш хеҙмәт кешеләре. Тик — затлы. Тикһеҙ — затһыҙ. Тинке диал. — тиклем, хәтле. Торба (төрбә) — кәшәнә, мавзолей. Торомтай — төҫө-һыны ҡарсығаға оҡшаған, әммә унан бәләкәйерәк йыртҡыс ҡош. Турғайҙан башҡаны тибә алмай. Торон — баланың балаһы, ейән. Төйәләҫ — Башҡортостандың Баймаҡ районында башланып, Урал йылғаһына килеп ҡойған йылға; Башҡортостан картаһында — «Худолаз». Тур тауы (фарсыса — Туры Сина, Турсина) — Синай ярымутрауындағы Сина тауы. Дини әҙәбиәттә, шул иҫәптән, Ҡөрьәндә, 7-се сүрә, 139-сы аятта һөйләнеүенсә, алланы күрергә тип, Муса пәйғәмбәр менгән тау. Дини әҙәбиәт аша инеп, легендаларҙа изге тау дәрәжәһендә йөрөй. Түнәс — Ҡырымдағы бер йылға. Тыуаса (тыуа) — бүлә йәки бүләсәрҙең улы; тыуасар — ... ҡыҙы. Тыума — 1. Бүләнән тыуған ир бала. 2. Никахһыҙ табылған бала (тума). Тәҡбир ғ. — ололау. Тәүә — дөйә. Уған бор. т. — алла. Уйыл — Силәбе өлкәһендәге йылға. Указ — ҡобайыр тексына һуңғырак дәүерҙә урыҫ теле аша килеп ингән төшөнсә, «фарман» тигәнде аңлата. Уп-туп килеү — баш-баштаҡланыу. Урамал — яулыҡ. Ут — йәшел үлән. Утлатыу — үләнгә ебәреү, ашатыу. Утау (атау) — 1. Байбисә тора торған аҡ тирмә. 2. Төйәк. Үҙән — Ағиҙелдең юғары ағымында (Белорет районы) һул ҡушылдыҡ. Үнгән — рухи ҡыйыулыҡ, батырлыҡ. Үңәр — кейәү егете. Хөфейә ғ. — сер, аҫтыртын кәңәш. Хәжә — игелекһеҙ; таш йөрәк. Хәзәр — Урта Азияла боронғо Хорезм дәүләте. Һаҡмар — Урал йылғаһының иң ҙур ҡушылдығы. Һарағы диал. — һарына. Һауыр — оса ите. Һыла — дүрт-биш йәшлек миләш һайғауы. Һәләүек — Башҡортостандың Ишембай районы Уразбай (Һәләүекбаш) ауылынан алыҫ түгел тау араһында башланып, Стәрлетамаҡ янындағы Шәке тау (Йөрәк тау) итәгендә Ағиҙелгә ҡоя. Һәмтерәү — илдән айырылып ихтыяжда ҡалыу, зар-интизар булыу. Һәнекәй диал. — сәтәкәй. Һәнәш (Һанаш) диал. — һанға һуғыусы, үҙенә тиң күреп, фекер уртаҡлашыусы, рухи тиңдәш. Шайҙау диал. — шәйләү, алдан әҙерләнеү. Шихан — Стәрлетамаҡ янындағы тау. Шүлгән — Башҡортостандың Бөрйән районындағы киң билдәле күл. Был «төпһөҙ» күл хаҡында байтаҡ легендалар йөрөй, «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпосында ул һыу батшалығы, дейеүҙәр ояһы итеп күрһәтелә. Ә «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға» хикәйәттәрендә унан бик күп йылҡы малы сығыуы һүрәтләнә. Шыбаҡ — шыбан, урман ҡырҡҡанда орлоҡҡа ҡалдырылған төҙ, таҙа ағас. Шәй күрмәү — бер нәмәгә лә һанамау, иҫәпкә алмау. Шәр — шәрә. Ырай — рухи теләк, кәйеф. Ырғыҙ — Һамар өлкәһендәге йылға. һ. Дәүләтшинаның мәшһүр «Ырғыҙ» романы шул йылға буйында йәшәгән башҡорттар тормошонан алып яҙылған. Ырғыҙлы — Башҡортостандың Бөрйән районында Ағиҙелдең һул ҡушылдығы. Шунда Ырғыҙлы ауылы урынлашҡан. Ыу — ағыу. Илдең ыуы — илдең ҡороуы, бөтәүе. Эйек — Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы. Эмбе — Ҡаҙағстандың көнбайышында Эмба йылғаһы. Эргә — ниргә, бураның бер ҡаты. Эй — Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында Ҡариҙелдең һул ҡушылдығы. Әтәс — Магнитогорск ҡалаһы янындағы тау исеме. Халыҡ телендә — Аташ йәки Отас «ут ташы» тигәнде аңлата. Юшатыр — Башҡортостандың Күмертау районындағы һәм Ырымбур өлкәһендәге йылға. Яйыҡ — Урал йылғаһының боронғо (1775 йылға тиклем) исеме. Ямантау — Башҡортостандың Белорет районындағы тау. Янарал — генерал. Ярандар — хан янында йөрөгән кешеләр-юлдаштар. Яса — закон. Сыңғыҙ хандың ясаһы — 1206 йылда Сыңғыҙ хан булып һайланғанда иғлан ителгән закондар. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Башҡортостаным яңылыҡтары |
|
 |
 |
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы
Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...
Киләсәккә рухи васыят
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...
Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...
Ғәфү итсе, нигеҙем!..
Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...
Булғанда – бүреләй, булмағанда…
Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...
Их, мунсаһы!
Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...
Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?
Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
|
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |