Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Иҙеүкәй менән Мораҙым. Аңлатмалар
15-02-2010, 12:03 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1192

1 Ҡулъяҙмала һәм гәзит баҫмаһында ҡобайыр рим цифрҙары менән егерме алты (XXVI) бүлеккә бүленгән. Был баҫмала бүлектәргә, йөкмәткенән сығып, исем бирелде.

2 Ҡыпсаҡ, Ҡатай, Тамъян, Юрматы, Табын — эпик геройҙар. Легендаларҙа һәр башҡорт ырыуы үҙенең башланғыс тарихын йыш ҡына шул исемдәге батырҙар эшмәкәрлегенә илтеп бәйләй. Бында ла ана шул легендар ырыу башлыҡтары кәүҙәләнә.

3 Хандан илсе булған, ти. — Туҡтамыш менән берләшеп, үҙ илен талаған башҡорт бейе тарихта билдәле түгел. Әммә ҡайһы бер шәжәрәләрҙә Шәғәле бей исеме осрай. Мәҫәлән, «Юрматы ырыуы башҡорттарының шәжәрәһе»ндә ул «Чыңғыз хан заманындан ҡалған ханлар» исемлегендә Аҡһаҡ Тимер хандың замандашы итеп һаналып, башта халҡы күп булған өсөн бей тип йөрөтөлөүе, аҙаҡ, һижры менән 811 (хәҙерге йыл хисабы менән 1408-1409) йылда юрматы башҡорттары өҫтөнән хакимлыҡ итеүсе Әмәт Хәмәт хандан бей исеме алып, Шадлыҡ һыуы буйында урынлашыуы әйтелә. — Башҡорт шәжәрәләре, 1960, 27-28-се биттәр.

4 Күп һаҡланған — халыҡ һаҡланған, йәғни дошман яуынан ышыҡланған, йәшенеп ҡалған.

5 Йомаҡ әйтеп, батырҙарҙың тапҡырлығын һынау — башҡорт халыҡ эпосында һәм әкиәттәрендә традицион күренеш. Мәҫәлән, «Бағлан таҙ һәм хан ҡыҙы» тигән әкиәттә хан ҡыҙы үҙен яусылап килгән егеттәрҙе йомаҡ әйтеп һынай (БХИ: Әкиәттәр, 4-се китап, № 47: «Балҡантаҙ». Аңлатмалар бүлегендә (365-се бит) варианттары ла күрһәтелгән). Ундай йомаҡтар халыҡта үҙ аллы әҫәр рәүешендә лә йөрөй. Мәҫәлән, әле әйтелгән әкиәттәге йомаҡ үҙе генә 1925 һәм 1952 йылда ике тапҡыр яҙып алынған (Ғилми архив, ф. З, оп. 12, ф. 302, 17-се ҡғҙ; ф. З, оп. 12, д. 237, 84-се ҡғҙ). Шуға таянып, «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосындағы Һабрау ҡарттың йомағы һәм Иҙеүкәйҙең яуабы «Ике сәсән» тигән исем аҫтында баҫылған. — БХИ, 1954.

6 Квадрат йәйә эсендәге биш юл йыйылма текстан алынды. Ҡулъяҙмала ул өс юлдан тора:

Инде, Иҙеү, һиңә әйтәм:
Ҡораҡташ булып эшеңдә,
Күпте күргән ҡартыңмын.

Бында логик ҡаршылыҡ һиҙелә, икенсе юлдың мәғәнәһе аҡланмай.

7 Үмәр батыр — башҡорт халыҡ эпосында был исем тәү башлап күренә. Ҡаҙаҡтарҙың Ч. Вәлиханов яҙып алған «Идука би» эпосында изге «Баба Үмәр» исемендә булып, ул Идүкәнең олатаһы итеп күрһәтелә: изге Баба Үмәрҙең улы — Баба-Туҡты-Чачты-Азиз (беҙҙең вариантта — Ғәзиз баба), уның һыу батшаһы ҡыҙынан тыуған улы — Идукә. (Ҡарағыҙ: Сочинения Чокана Чингисовича Валиханова, под редакцией Н. И. Веселовского. — ЗИРГО по отд. этнографии, т. XXIX, СПб., 1904; Сказание об Едиге и Токтамыше (текст на казах. яз.). — ЗИРГО по отд. этнографии. Приложение к тому XXIX, СПб., 1905.)
Н. Иҫәнбәт яҙмаһында (7-се вариант) Мораҙымдың тыуған илде данлаған әйтемендә «Баба Ғөмәр атай» тип ҙурлап телгә алына.

8 Төкләҫ — төрки халыҡтарының эпик ижадында сағылған легендар ҡарт, әүлиә. Әммә ул йыш ҡына Баба Туҡлы Чашлы Азиз тип (төрлө халыҡта төрлөсө яҙыла) йыйылма исеме менән берләштерелеп тә йөрөй.

9 Тора бей башҡорт шәжәрәләрендә, легендаларҙа һәм тарихи риүәйәттәрҙә Торахан исемендә йөрөй. Ҡайһы бер легенда йәки риүәйәттәрҙә башҡорт ханы, икенселәрендә нуғай ханы тип атала. «Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән һәм Тамъян ырыуҙарының шәжәрәһендә» «башҡорт халҡына билистиҡлал» (йәғни бойондороҡһоҙ) хан булыуы әйтелә, Стәрлетамаҡ янындағы Торатау (шәжәрәлә — «Тура тағ») уның торған ере («аның сарае урыныдыр») итеп күрһәтелә («Башҡорт шәжәрәләре», 1060, 77-се бит).
Р. Г. Кузеев, риүәйәттәргә таянып, Тура ханға Башҡортостандың бөтә көньяғында һәм Үҙәк райондарҙа йәшәгән Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Юрматы, Үҫәргән, Тамъян, Мең һ. б. ҡәбиләләрҙең буйһоноуын әйтә (шунда уҡ, 199-сы бит, 20-се аңлатма).
1883 йыл Өфөлә сыҡҡан «Справочная книжка Уфимской губернии» тигән китапта, халыҡ телендә йөрөгән легенда һәм риүәйәттәргә таянып, Торахан тураһында шулай хәбәр бирелгән:
«...Турахан, рассказывают, был потомок Чингиза и был под властью Сибирского хана Кучума (әле әйтелгән шәжәрәлә Күсем Тура хандың улы тип күрһәтелгән), но потом, поссорясь с Кучумом, со всей ордой, в числе 8000 кибиток, откочевал к г. Уфе, где простоял 4 месяца около горы, названной — городскою — «Туратау» (Тура — боронғо төрки телендә нығытма, крепость. — Н. 3.). Здесь недостаток в корме заставил хана удалиться на р. Слак, где, думая навсегда остаться, он построил себе дворец и мечеть. Турахан пришел сюда с оружием и, сделав башкир данниками, сам над собой признал власть царя Казанского. Когда русские покорили Казань... и стали посылать войско в Башкирию, тогда хан удалился к нынешнему г. Стерлитамаку. В 2,5 верстах от Стерлитамака на северо-восток близ горы «Тура-тау» виден остаток земляного вала, называемого «ногайским». (Әйтелгән китап, 333 — 334-се биттәр.) Тағы: «...здесь Турахан только простоял несколько месяцев, успев устроить этот вал, — как новые тревожные слухи об успехах русского оружия заставили его бежать и отсюда куда-то на юг, где основал свою самостоятельную орду». (Шунда уҡ, 343-сө бит.)
Журнал баҫмаһында Тора бейгә түбәндәгесә характеристика бирелә:

Тора бей ҙә данлы ир,
Туғыҙ йәштә әүлиә,
Утыҙ йәштә ил гиҙгән
Ғәзиз баба улының
Иң кинйәһе Төкләҫтән
Тыуып ҡалған дана ир.
Төкләҫ бабанан тыуып,
Төйәләҫ, Һаҡмар йәйләүҙә
Данын сәскән ир булыр,
Ахыр сиктә атаһын
Үҙ йәйләүенә ҡуйып,
Үҙе Иҙел буйлаған.
Тора бейҙең йәйләүе
Нөгөш, Иҙел тамағы,
Һәләүек — Нөгөш араһы,
Симдән тағы Димгәсә —
Уның булған төбәге.
(Октябрь, 1940, № 6, 31-се бит.)

10 Дәмми бей (ҡулъяҙмала Дим бей) тарихта билдәле шәхес түгел. Ч. Мусин вариантында (8-се вариант) беҙҙең ата-бабаларыбыҙға саҡлы Дим буйында йәшәгән бей итеп күрһәтелә.

11 Яйыҡ, Келәйле — эпик геройҙар.

12 Ҡотло — Иҙеүкәйҙең атаһы, тарихта билдәле кеше түгел. «Идиге» эпосының башҡа халыҡтарҙа йөрөгән ҡайһы бер варианттарында Ҡотлоҡая (Кутлуғая, Ҡутлу-ҡая, Ҡутлу-ҡыя) исемендә Туҡтамыш хандың һунар ҡоштарын ҡараусы.

13 Ҡолға биргән — ҡоллоҡҡа биргән.

14 Майҡы бей тураһында «Кесе Табын халҡының нәсебнамәһе»ндә шундай мәғлүмәт бар: «...Майҡы Сыңғыҙ хандың иң ҙур бейҙәренән булып, Сыңғыҙ хандың ҡағиҙә өсөн тамға, ағас, ҡош, оран һәм һауыт алмыш. Тамға — һепертке миҫаллы ҡабырға, ағас — ҡарағас, ҡош — ҡарағош, оран — Салауат, һауыт — сәйғәр. Был Майкы Сыңғыҙҙы ханлыҡҡа күтәреүҙә сәбәпсе булған. Шуның өсөн уға рәхмәт әйтелеп, салауат бирелгән. Шуның өсөн ҡағиҙәле Майҡы бей тиҙәр...» (М. Өмөтбаев. Йәдкәр. Өфө, 1984, 216-сы бит.) Майҡы бей исеме эпостың бүтән варианттарында осрамай.

15 Ҡуян йылы — Көнсығыш (шул иҫәптән, мосолман) халыҡтарында ҡабул ителгән календарҙа 12 йыл бер циклды (мөсәлде) тәшкил итә. Һәр йыл бер хайуан (йәнлек) исеме менән аталған. Ҡуян йылы — мөсәлдең дүртенсе йылы. Бишенсеһе — лыу (крокодил) йылы. Боронғоларҙың хөрәфәте буйынса, лыу йылында ыҙғыш, ғауға, һуғыш көтөлгән.

16 Тора бейҙең был яуабы журнал баҫмаһынан алынды. Ҡулъяҙмала ул нисектер төшөп ҡалған.

17 Боронғо хөрәфәткә таянып, аяҙ йылды халыҡ ямғыр теләп яланға сыға, бер нисә көн буйы ауылдағы бөтә ҡаҙанды һыуға һалып ҡуя торған булған.

18 Журнал вариантында Тора бейҙең Иҙеүкәйгә ризалыҡ биреүе шиғри телдә шулай аңлатыла:

Кәңәш-төңәш иткән һуң,
Тора бей ҙә күнгән, ти.
Туҡтамышҡа яу асһа (Иҙеүкәй),
Ике яҡ та ҡаҡшаһа,
Был ырыуҙың барыһын
Үҙемә ҡол итермен,
Теләгемә етермен, —
Тиеп уйлап ҡалған, ти.
(Октябрь, 1940, № 6, 33-сө бит.)

19 Журнал баҫмаһында Иҙеүкәй атаһы менән Һабрау ҡартты күреп һөйләшеү теләге менән Туҡтамышҡа китә һәм хан һарайында ҡала.

20 Ҡулъяҙмалағы VI — VII бүлектәр бында бергә ҡушылды.

21 Ҡуңыр буға быҙауы — «Ҡуңыр буға» хикәйәтендә кәүҙәләнгән изгелекле мал образы. Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙға бирнә итеп бирелгән Ҡуңыр буға, ялан яҡтарын ерһенмәй һәм насар ҡарағандары өсөн эйәһенә асыу итеп, үҙенән үрсегән бөтә көтөүҙе эйәртеп, Урал һырты аша ҡыҙҙың атаһына ҡайтып китә. Ана шул малдар үткән юл Көньяҡ Уралда әле лә «Ҡуныр буға (йәки Ҡәнифә) юлы» тип йөрөтөлә.

22 Аҡбуҙ толпар — әкиәттәрҙә һәм ҡобайырҙарҙа сағылған мифик ат. Был урында Урал батырҙың аты (Аҡбуҙат) тураһында һүҙ бара.

23 Урал батыр — шул исемдәге эпос геройы. Ҡарағыҙ: БХИ, Эпос, 1-се китап.

24 Ете ырыу — көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының ете ырыуҙан тороуы «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Алдар менән Зөһрә», «Күсәк бей» хикәйәттәрендә, шулай уҡ ҡайһы бер легендаларҙа һәм йырҙарҙа ла телгә алына. Ғилми әҙәбиәттә ете ырыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт «Башҡорт шәжәрәләре» китабында (194-се бит, 4-се иҫкәрмә) бирелгән.

25 Бер етем ир — «Аҡбуҙат» эпосының төп геройы Һәүбән күҙ уңында тотола. Унда Сура батыр Урал батырҙың ейәне итеп күрһәтелә. Йоҡлап ятҡан ерендә уны Мәсем хан үлтереүе, ә ҡатынын (Һәүбәндең әсәһен) Шүлгән күлгә ташлауы әйтелә. Етем ҡалған Һәүбән, үҫеп егет булғас, Шүлгәндән Аҡбуҙатты алып сыға, әсәһен һәм Ҡәһкәһә тарафынан урланған ер ҡыҙҙарын ҡотҡара; Шүлгән батшаһын ташбаҡаға, дейеүҙәрен ярғанатҡа әйләндерә.

26 Яуға барған батырҙың кәпәсе берлек — тиң түгел — баш кейеменең (кәпәс) берлеге батырҙарҙың берҙәмлеген, бер-береһенә тиңлеген аңлатмай әле тигән мәғәнәлә.

27 Туҡһан (Туҡһанбай), Сәфәр, Аҙнай, Ҡасҡын, Бикҡол, Ҡаныҡай — легендар батырҙар, Келәйле батырҙың йөҙ башлыҡтары. Легендала хәҙерге Бишбүләк, Миәкә райондарындағы ауылдар шул батырҙар исеме менән аталған, тиелә (Ғилми архив, ф. З, оп. 12, д. 230, 19-сы бит).

28 Ыршаҡ бей — тарихта билдәле шәхес түгел.

29 Ҡан ерән — ҡан төҫлө, ҡыҙғылт-ерән ат. «Алпамыша» эпосының М. Буранғолов яҙып алған вариантында Алты йәшәр Алпамыша, үҙенең йылҡы өйөрөндә йүгерек ат тапмағас, Ҡалтабаның ерән атын һорай: «...Ҡыл ерәнең бирсе, ағай, бирсе, ағай!» — ти. Бында сәсән ҡыл ерән төҫөнә «ҡыҙыл йәки ҡан ерән мәғәнәһендә» тип аңлатма биргән һәм текста артабан атты «ҡан ерән» тип алған. (Ғилми архив, ф. З, д. 445, 104-се бит.)

30 Ҡадирбирҙе — Туҡтамыш хандың улы, тарихта билдәле шәхес. Эпостың бүтән милли варианттарында ла шул исемдә телгә алына.

31 Ынйыбикә менән Кинйәбикә — Туҡтамыш хандың ҡыҙҙары. Н. Иҫәнбәт вариантында — Әнәкә менән Кәнәкә; К. Улъябаев һәм 1927 йыл «Башҡорт аймағы»ның 4-се һанында Ғ. Вилданов баҫтырған өҙөктәрҙә Ғәнәкә менән Тутай; Ч. Вәлиханов яҙып алған ҡаҙаҡ вариантында — Ханәкә менән Танәкә. Башҡа яҙмаларҙа исемдәре әйтелмәй.

32 XIV быуат башында Алтын Урҙа дәүләте икегә — Аҡ Урҙаға һәм Күк Урҙаға бүленә. Эпоста ана шул тарҡалыш сағыла.

33 Биш ағай-эненең аталарынан ҡалған бер баш мал өсөн ыҙғышыуы эпостың бүтән милли варианттарында ла бар. Айырмаһы — мираҫ булып ҡалған мал ат түгел, ә аҡһаҡ кәзә. Ә бәхәсте хәл итеү барыһында ла бер төрлө. 1897 йылда Г. Потанин тарафынан баҫтырып сығарылған ҡаҙаҡ вариантында был бәхәстең әкиәт стилендә һүрәтләнеүе ҡыҙыҡлы:
«Жили пятеро братьев с одной хромой козой на всех. Решили разделить ее между собой. Закололи. Старшему досталась голова, следующим трем братьям — три ноги, а младшему — хромая нога. Из этих частей выросли пять коз. Каждый пас свою козу. Однажды козы старших братьев потравили у соседей ниву. Всю вину старшие братья свалили на младшего. Владелец нивы пошел с жалобой к хану. Старшие братья оправдались, а младший был осужден пойти на четыре года в работники к хозяину нивы».
Артабан кинйә ҡусты Ҡуйсыбайға (Иҙеүкәйҙең йәшерен исеме) тап була. Ул тегеңә йырлай-йырлай үҙ юлына китергә ҡуша, ә ағаларына: «Ҡустығыҙ аҡланған өсөн, шатлығынан йырлап китеп бара», — ти. «Юҡ, ул түгел, беҙ аҡландыҡ», — тиҙәр ағалары. «Улай булғас, әйҙәгеҙ ҡабаттан ханға барабыҙ», — тип, Ҡуйсыбай быларҙың барыһын да яңынан Туҡтамышҡа алып килә лә бәхәсте үҙе хәл итә. Ҡуйсыбай хөкөмөнөң ғәҙеллегенә ышанып, хан кинйә ҡустыны аҡлап, тегеләрҙең дүртеһен дә иген хужаһына ялсы итеп ебәрә. (Живая старина, 1897. — Вып. III — IV. С. 299.)
Бер туған ағай-энеләрҙең аталарынан ҡалған кәзә өсөн ыҙғышыуҙары тураһындағы был сюжет төрки халыҡтары ижадында төрлө жанрҙарҙа осрай, әммә ғәҙел хөкөм һәр ваҡыт аҡыллы геройға беркетелә. Мәҫәлән: «Ерәнсә сәсән хикмәттәре» — БХИ: Әкиәттәр, 4-се китап. 43—44-се биттәр.

34 Оан — ҡулъяҙмала шулай. Бәлки, боронғо грек ҡалаһы Юнан?

35 Ғәли батыр — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең кейәүе, дини хикәйәт-киссаларҙа ислам динен таратыусы-пропагандалаусы ғәйрәтле батыр.

36 Ябраил — фәрештә; ғәрәпсә — Жибрил, христиан динендә — Гавриил.

37 Ч. Вәлиханов яҙып алған ҡаҙаҡ вариантында был бәхәс Кен-Жанбай менән аусы Күкжалды араһында тыуа. Яйыҡ йылғаһы буйындағы үҙ ерендә Жанбай бер ҡуян күреп ҡала ла ҡоралын алып килергә өйөнә йүгерә. Ул әйләнеп килгәнсе, ҡуянды Күкжалды атып ала. Идигә (бында Иҙеүкәйҙең исеме шулай) үҙе менән бергә уйнап йөрөгән малайҙарҙың береһенә ҡуянды тоттора ла, Жанбай ҡуянды күпмерәк алыҫлыҡта күргән булһа, шул самараҡ барып баҫырға ҡуша. Жанбай теге малай ҡулындағы ҡуянға атырға тейеш. Әгәр ҡуянға түгел, малайға тигеҙһә, уға ҡон түләргә тейеш; яҙа атһа, ҡуян аусыға була. Был хөкөм менән килешмәйенсә, низағсылар Туҡтамыш ханға китә. Туҡтамыш Идигәнең хөкөмөн ғәҙел тип таба (ЗИРГО, т. XXIX. С. 236 — 237; текстың ҡаҙаҡсаһы — ЗИРГО, приложение к т. XXIX. С. 4 — 5).
Ҡуян тураһындағы бәхәс Г. Потанин варианттарында ла (беренсеһендә һәм өсөнсөһөндә) бар.
Ҡаҙаҡ варианттарынан айырмалы булараҡ, беҙҙең был вариантта һунарсыларҙың малай ҡулындағы ҡуянға атырға ҡурҡыуҙарына Иҙеүкәйҙең баһадирҙарса ҡыйыулығы-мәргәнлеге ҡаршы ҡуйылған. Әммә ҡоштоң ҡайһы һунарсыға бирелергә тейешлеге яуапһыҙ ҡалдырылған.

38 Бер бала өсөн ике ҡатындың бәхәсләшеүе ҡаҙаҡ варианттарында ла (Г. Потанин һәм Ч. Вәлиханов, 2-се вар.) бар. Хөкөм барыһында ла бер төрлө. Был сюжет Библиянан уҡ билдәле булып, унда бәхәсте тап ошо эпостағыса хәл итеү Соломонға, ә Ҡөръәндә Сөләймән пәйғәмбәргә теркәлә. Ҡош-ҡорттар һәм ел батшаһы Сөләймән пәйғәмбәр тураһында мосолман халыҡтарында күп төрлө риүәйәттәр һәм хикәйәттәр таралған. Был образға бәйле мотивтар «Буҙйегет» һәм «Сәйфелмөлөк» ҡиссаларында ла сағыла (БХИ: Эпос, 3-сө китап).
«Идиге» эпосының әле әйтелгән ҡаҙаҡ варианттарында йәнә бер бәхәс — ике ирҙең бер дөйә ҡолоно өсөн ыҙғышыуҙары килтерелә. Был, асылда, ике ҡатындың бер бала өсөн талашыуҙары тураһындағы сюжеттың ише булып тора. Был бәхесте Иҙеүкәй (Идиге) шулай хәл итә: ирҙәргә үҙҙәренең дөйәләрен алып килергә ҡуша ла ҡолондо бик яман туҡмарға тотона (йәки һыуға батырырға итә). Ҡолондоң бик әсе аҡырыныуына дөйә-әсә балаһын саҡырып яҡларға килә, тегеһе тик тора. Тимәк, ҡолон — ошо дөйә хужаһыныҡы. Был бараба татарҙары вариантында ла бар (Радлов. Образды... ч. IV. С. 27-45).

39 Иҙеүкәйҙең ғәҙел хөкөмдәре эпостың күпселек варианттарында урын алған. Әммә уларҙа юғарыла әйтелгән низағтарҙы Иҙеүкәй (Идигә, Идүкә) малай сағында хәл итә. Беҙҙең С. Мирасов һәм Н. Иҫәнбәт яҙып алған варианттарҙа ла шулай, тик быларҙа ул низағ-бәхәстәр конкрет миҫалдарҙа күрһәтелмәй. Көтөүсе малайҙың (йәш егеттең) ғәҙәттән тыш зирәклеге, ғәҙел хөкөмгә һәләте тураһындағы хәбәр Туҡтамышҡа килеп етә, һәм хан егетте саҡыртып алып, һарайҙа баш хөкөмсө итеп ҡуя (6-сы, 7-се варианттарҙы ҡарағыҙ).
М. Буранғолов яҙмаһында Иҙеүкәйҙең хөкөмдәре алдағы бүлектә ханбикәнең хәүефле төшөнән һуң бирелгән. Ханбикәнең төшө эпик конфликт төйөнө булыуын иҫәпкә алһаҡ, «хөкөм» эпизодтарын ошонан һуң һүрәтләү композицион йәһәттән урынһыҙ булып күренә, сюжет үҫешен ныҡ тотҡарлап тора. Шуға күрә Иҙеүкәйҙең «хөкөмдәрен» герой менән хан һәм уның яҡындары араһындағы мөнәсәбәттәрҙе ҡуйыртҡан сәбәптәрҙең бер өлөшө һанап, ул эпизодтарҙы ошо урында айырым бүлек итеп биреү хәйерле табылды.

40 Хан ҡыҙының Иҙеүкәйгә ғашиҡ булыуы Г. Потанин баҫтырып сығарған ҡаҙаҡ варианттарының беренсеһендә лә сағыла: ә икенсе һәм өсөнсө варианттарында Идегегә Туҡтамыштың ҡатыны ғишыҡ тота (Г. Потанин. Тюркская сказка о Идыге // Живая старина, вып. III и IV. СПб., 1897). Ханбикәнең Идегегә ғишыҡ тотоуы А. Диваев вариантында ла бар.

41 Иҙеүкәйҙең баяғы хөкөмдәре ҡулъяҙмала ошонан һуң бирелгән (39-сы иҫкәрмәне ҡара).

42 Ҡулъяҙмала бүлек тулыһынса сәсмә телдә, гәзит баҫмаһында — теҙмә формала.

43 Күкрәгендә — ҙур бысаҡ. Дини хөрәфәткә таянып, үлгән кешенең өҫтөнә бысаҡ һалыр булғандар.

44 Бында ҡулъяҙманың XI—ХII-се бүлектәре бергә ҡушылды.

45 Ҡайғылатып ужарын — йөҙөнә ҡайғырыу сырайы сығарып.

46 Ханбикәнең был (икенсе) төшө һәм уны үҙенең юрауы Н. Иҫәнбәт яҙмаһында ла бар. Айырмаһы — төштә күргән нәмәләр, поэтик аныҡлауыстарҙан башҡа, үҙҙәре генә һанала:

« — Эй, оло хан,
Бөгәсә бер төш күрҙем,
Һиңә хәтәрле эш күрҙем,
Ҡабырғала ҡан күрҙем,
Тибенгеңдән тир күрҙем,
Киң маңлайың, киң битеңдең
Йыйырылғанын мин күрҙем,
Туҫтағандай тулы күҙең
Йомолғанын мин күрҙем,
Ҡатып ҡалған ҡойҡаһы,
Ҡарайып көйгән соңҡаһы,
Һөйәкһеҙ ҡыубаш күрҙем.

Туҡтамыш хан:

— Бөгәсә һин төш күрһәң,
Ҡабырғала ҡан күрһәң,
Тибенгемдән тир күрһәң,
Ул ни булыр, бай бисәм, ау,
Ул ни булыр, бай бисәм?»

Ханбикәнең юрауы — сәсмә телдә: «Иҙеүкәй һинең башыңа етәсәк, һин уны, ҡайһылай ҙа булһа, илеңдән ҡыуҙыр, йә берәр хәйлә ҡор ҙа уны үлтерт. Юғиһә, үҙең юҡ булаһың, — ти» (Н. Иҫәнбәт яҙмаһы, 42—43-сө биттәр).
Был төш айырым рәүештә лә яҙып алынып, Х. Ғәбитовтың 1923 йыл «Яңы юл» журналында баҫылған «Халыҡ әҙәбиәтенән ҡыҫҡаса үрнәктәр» тигән мәҡәләһендә килтерелгән. Йөкмәткеһе нигеҙҙә бер булһа ла, формаһында иғтибарға лайыҡ үҙенсәлектәре бар:
1) ханға мөрәжәғәт иткән беренсе юл төшөп ҡалып, төш «Эй, төш күрҙем, төш күрҙем» тип башлана;
2) һәр юл ике тапкыр ҡабатлана;
3) һүҙ составы һәм төҙөлөшө яғынан тәүге строфа бындағынан шаҡтай айырыла:

Эй, төш күрҙем, төш күрҙем. (2 ҡат)
Төшөмдә ҡыҙыл ут күрҙем. (2 ҡат)
Ут яғалай шеш күрҙем. (2 ҡат)
Шеш башында ит күрҙем. (2 ҡат)

4) бында һәм Н. Иҫәнбәт вариантында Туҡтамыш хан төштөң нимәгә булыуын ханбикәнән һораһа, Х. Ғәбитов миҫалында ул һорау төш тыңлаусының асыулы кисереше менән алмаштырылып, насар төштө төш күреүсенең үҙенә юрау менән тамамлана:

...Имәнесле төш күрһәң,
Үҙ башыңа, ҡарт убыр!
Һыу йоҡмаҫ ҡыубаш убыр!
(«Яңы юл», 1923, № 2—3, 61—62-се бб.)

Бындай үҙенсәлектәр өҙөктөң халыҡ телендә үҙ аллы йәшәүенән тыуған, әлбиттә.

47 Иҙеүкәйҙе ағыу йәки иҫерткес эсемлек эсереп үлтерергә теләү — эпостың бөтә варианттары өсөн уртаҡ мотив. Айырма — башҡарыу рәүештәрендә. Мәҫәлән, Ч. Вәлиханов яҙып алған ҡаҙаҡ вариантында ханбикә ҡатыҡҡа үҙ һейҙеген ҡатнаштырып бирә. Ошоға оҡшашлы хәлде тағы Г. Потанин баҫтырып сығарған ҡаҙаҡ варианттарының өсөнсөһөндә һәм башҡорттарҙа Улъябаев вариантында осратабыҙ. А. Диваев яҙып алған ҡаҙаҡ вариантында был мотив башҡасараҡ: Туҡтамыш ҡатынының кәңәше менән Идигәгә бурһыған һарыҡ бауыры бирәләр, уны ашағас, йәнәһе, ауырып үләсәк. Идигә уны ваҡ ҡына киҫәктәргә турап ашай, әммә бер ни булмай, иҫән ҡала. Шунан ханбикә бер һауытҡа үҙенең һейҙеген һалып ҡуйып, шуны иртәгәһен Идигәгә эсерергә ҡуша. Идигә һауыттан уң яҡҡа ла, һул яҡҡа ла бер аҙын һибә лә, ҡалғанын эсеп, һүҙһеҙ генә сығып китә. (135—136-сы иҫкәрмәләрҙе ҡарағыҙ.)

48 Вәлиханов яҙмаһында Идекә, ҡатыҡты бысаҡ менән дүрткә телеп, уртаһын болғата ла, күтәреп эсә. Улъябаев вариантында хан ҡыҙҙары «бәүел иткән» балды Иҙеүкәй «күҙен йомоп, аяҡ өҫтө тороп, бер тындан» эсеп бөтә.
Эпик геройҙың, үҙ дошманына ҡарата асыуын белдереп, ҡатыҡты тураҡлап әсеүе — төрки халыҡтарының эпик ижадында киң таралған мотив. Ул «Күсәк бей» эпосында ла осрай. Мәҫәлән, 1939 йыл Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында Рәхмәт Исламғоловтан Али Карнай яҙып алған «Бабсаҡ бей менән Ҡарағоломбәт бей» тигән вариантта Бабсаҡтың улы Күсәк, атаһының ҡонон юллап, Ҡарағоломбәткә килеп ингәс, Ҡарағоломбәттең ҡатыны уға ҡатыҡ һалып бирә. Күсәк бысаҡ менән ҡатыҡты дүрт өлөшкә бүлеп, бер өлөшөн «аш хаҡы өсөн» генә эсеп сығып китә. (Ғилми архив, ф. З, оп. 12, д. 300.)

49 Ч. Вәлиханов вариантында ханбикәнең «ҡатыҡ татлымы?» тигән һорауына Идекә: «Агәр дә идуси (һауыты) иски булмаса тавур (ярарлыҡ) икән», — тип яуап бирә лә, шулай уҡ сығып китә. (ЗИРГО, XXIX томға ҡушымта, ҡаҙаҡса текст, 9—10-сы биттәр.)

50 Ҡаҙаҡ варианттарында һәм Н. Иҫәнбәт яҙмаһында Иҙеүкәйҙең ҡылығын ханбикә аңлата.

51 Артабан ҡулъяҙмала Ынйыбикәнең һарай ҡыҙҙарына Иҙеүкәйҙең мәргәнлеген маҡтап һөйләүе, шул саҡ Кинйәбикәнең, илап, атаһы менән әсәһенең Иҙеүкәйҙе үлтерергә йыйыныуҙарын апаһына йыр менән әшкәртеүе, шунан һеңлеһенән төпсәшеп һорашҡандан һуң, Ынйының туй барған ергә сығып йүгереүе, ләкин ул бында килеп еткәнсе, Иҫәнбайҙың кирәгә тирәләп йөрөп, Иҙеүкәйгә уны көткән яман эш (заговор) хаҡында иҫкәртеп өлгөргәнлеге хикәйә ителә. Әҙәбиләштерелгәне ныҡ һиҙелгәне һәм сюжет ағышына һис ни өҫтәмәгәне иҫәпкә алынып, машинкала бит ярымлык был эпизодты алып ташлау хәйерле һаналды. Йыйылма текста ла уға урын бирелмәгән.

52 Ч. Вәлиханов вариантында Идекәне алты йәшлек дуҫы Аңғысын шулай уҡ йыр менән иҫкәртә; батырҙың Тарлан буҙын әҙерләп, башҡа аттарҙың һул яҡ өҙәңгеләрен киҫеп сыға (ЗИРГО, XXIX томға ҡушымта, 11-се бит).
Ошоға оҡшаш Аңғыһын исемен К. Улъябаев һөйләгән башҡорт вариантында ла осратабыҙ. Ул да Иҙеүкәй атының (исеме әйтелмәй) «айыл тартмаларын тартып», башҡаларҙыҡының «менер яҡ өҙәңгеләрен ҡырҡып» сыға ла, түбәндәге әйтемсәген әйтеп, Иҙеүкәйҙе иҫкәртә:

Минең дә исемем Аңғыһын,
Байҡап та бер эс һуңғыһын.
(Ғилми архив, ф. З, оп. 12, д. 230, 5-се бит.)

Н. Иҫәнбәт варианттарында Иҙеүкәйҙе иҫкәртеүсе — уның дуҫы, Туҡтамыштың ҡоло Ыласын. Ул да, ҡунаҡ аттарының ауыҙлыҡ-өҙәңгеләрен киҫеп, Иҙеүкәйҙең Буҙтолпары менән үҙ атын әҙерләп, мәжлескә инә лә йыр менән шулай аңлата:

Табаны ялпаҡ Буҙтолпар,
Төн ҡайтыуға көн һиңә,
Ҡара бөркөт ҡанатынан
Әҙерләнгән йөн1 һиңә.
Миңә ваҡыт көйләргә,
Һиңә ваҡыт һөйләргә,
Өҫтөңдәге ҡамҡа туның
Түрҙә ултырған бейҙәргә.
Минең атым Ыласын,
Минең көйҙө беләһең.
(Н. Иҫәнбәт яҙмаһы, 43-сө бит.)

1 Йөн — ҡулъяҙмала шулай.

53 К. Улъябаев вариантында Иҙеүкәй, атҡа менгәс, Туҡтамышҡа асыулы әйтемен әйтә:

Был барғандан барырмын,
Был барғандан барырмын.
Сә Тимер ханға барырмын.
Хоҙай тәғәлә юл бирһә,
Сә Тимер ханға барырмын.
Башыңды бауҙай киҫермен,
Ҡаныңды һыуҙай түгермен.
Утауыңды ауҙарып,
Турылығыңды туҡым ҡылырмын.
Сығарағыңды һындырып,
Уғыңды утын ҡылырмын.
Табаныңды телеп, ҡыл ҡуйып,
Ҡуй күтенә һалырмын.
(Әйтелгән фонд, д. 230, 5-се бит.)

Н. Иҫәнбәт яҙмаһында Иҙеүкәй Ыласын йырынан һуң, «ҡапыл ырғып тора ла, бер аяғын тупһаға, икенсе аяғын Буҙтолпарҙың өҙәңгеһенә баҫып, «Хуш булығыҙ!» тип, мәжлес менән хушлаша. Улар (мәжлестәгеләр. — Н. 3.) Иҙеүкәйҙе күрергә өлгөрмәйҙәр, уның артынан улы Мораҙым да осҡан ҡош кеүек күҙҙән юғала». (Н. Иҫәнбәт яҙмаһы, 44-се бит.) 137-се иҫкәрмәне лә ҡарағыҙ.

54 Ҡулъяҙмала был эпизодтар XII бүлеккә ингән.

55 Ҡулъяҙмала был һүҙҙәр — теҙмә формала. Әммә оҙон (бер бит) һәм стилистик ҡытыршы булғанлыҡтан, төп мәғәнәһен һаҡлап, прозаға әйләндерелде.

56 Туҡтамыш хандың батырҙарға мөрәжәғәте байтаҡ вариантта урын ала. Ч. Вәлиханов яҙмаһында, мәҫәлән, Туҡтамыш туғыҙ батырға (Исантай улы Ҡудайбирдегә, Муйтандарҙың ике батырына (исемдәре әйтелмәй), Арғындар башлығы Ҡара Ҡужаға, Ҡара Ҡыпсаҡҡа, Аҡбалтыр улы Уваҡҡа, Мунжур улы Чуваҡҡа, Кинкәстең улы Жанбайға) айырым өндәшеп, һәр береһенең характер үҙенсәлегенә, йә батырлыҡ данына баҫым яһай.
Н. Иҫәнбәт вариантында түбәндәгесә:
«...Туҡтамыш хан, батырҙарын юл-ярағы күреп, Иҙеүкәйҙең башын киҫеп, үҙенә алып ҡайтырға ҡуша. Был эште үҙенең батырҙарынан Мөйтән бейҙең улы Байсаҡ1 бейгә тапшырырға уйлай.

1 Ҡулъяҙмала «Байсаҡ» тип яҙылған. (Машинкала баҫылған нөсхәһендә лә шулай.) Тик һуңынан кемдер ғәрәпсә .. (й) хәрефенә өсөнсө төрткөнө өҫтәп, «п» хәрефенә әйләндергән, «Бапсаҡ» килеп сыҡҡан (Н. 3.).

Туҡтамыш хан Мөйтән бей улы Байсаҡ бейгә:

Ҡуш-ҡуш бысаҡ аҫынған,
Ҡушлатып яндар тағынған,
Күскәндә күскә баш булған,
Илгә атын аттырған,
Салтанатын хан улынан арттырған,
Мөйтәндән тыуған Бапсаҡ би
Дошманға ҡаршы бар, тине.
Барып йәнен ал, тине.

Юрматы улына:

Күскәндә күсте һаҡлаған,
Йөрәгенә ышанып,
Муйынына һаҙаҡ таҡмаған,
Яу туҙанын күргәндә,
Яуға болоттай үкергән,
Юрматы улы Ҡарағым,
Ҡараңғыла сырағым,
Бар, бауырым, барһана,
Дошманға ҡурҡыу һалһана!

Ир Ҡарабай батырға:

Тамъяндарҙың башы һин,
Ир Ҡарабай батырым,
Һин бер тороп тулғансы,
Булат ҡылыс ҡулға алсы!

Ҡара ҡыпсаҡҡа:

Ҡараңғыла юл асҡан,
Хөфейәлә* һүҙ тапҡан,
Яурының киң, олпатлы,
Арыҫландай сифатлы,
Әҙәм телен алмаған,
Үҙ ырауы* булмаһа,
Ҡушыу менән йөрмәгән,
Ҡара ҡыпсаҡ ҡаҙанысым,
Һин бер тороп ҡуҙғалсы!

Ҡатай улы менән Табын улына:

Ҡарт арыҫландай ҡашғарған,
Күп ҙур эштәр башҡарған,
Көн дә һөңгө һындырған,
Һөңгөгә кеше мендергән,
Ил күңелен тындырған,
Алмаған яу ҡуймаған,
Эсһә, ҡанға туймаған,
Ҡатай улы Тыуағым,
Табын улы Сыуағым
Икегеҙ берҙәй ҡуҙғалың,
Дошманды ҡулға алың!

Шәғәле улы Шаҡманға:

Уғын ҡырыҡ нарға аҫтырған,
Батырлығын башҡанан арттырған,
Мәжлесемдәге иркә һин,
Кәңәшемдә урта һин,
Шәғәли улы Шакманым,
Дошмандарға бар, тине,
Йөрәктәрен яр, тине.
(Н. Иҫәнбәт яҙмаһы, 44—46-сы биттәр.)

Н. Иҫәнбәт 1557 йылда башҡорттарҙың Рус дәүләтенә ҡушылыуы тураһында Иван Грозный тарафынан бирелгән грамотала Шәғәли Шаҡман исеменең булыуын иҫкәртеп үтә. Ҡалған батырҙарға ҡарата шундай аңлатма бирә:
«Бында Туҡтамыш хандың батырҙары, Янбайҙан башҡаһы, бар ҙа башҡорттар тип күрһәтелә: Мөйтән би — Сыңғыҙ хан тарафынан Башҡортостанға ҡуйылған би булып, башҡорттарҙы 12 ырыулы бер йорт итеп ҡороусы һәм идара итеүсе ул булған тип һөйләйҙәр. (Был турала айырым легендалар бар.) Юрматы, Тамъян, Ҡыпсаҡ, Ҡатай, Табын һүҙҙәре — башҡорт ырыуҙарының исемдәре. Был исемдәр бөгөндә лә ошолай. Башҡорт иле ул сағында Алтын Урҙа ҡарамағында булғанға башҡорт ырыуҙарының батырҙары һарай тирәһендә булған булыуы мөмкин һанала. Икенсе яҡтан, Туҡтамыштан 150 йыл һуң йәшәгән Шәғәли Шаҡмаңдың бында йөрөүе халыҡтың үҙенең ҙур ҡаһармандарын, ҙур ваҡиғалар менән бәйләп, аңларға яратыуҙарынан килә» (Шунда уҡ).

57 Хызыр — ғәрәпсә «хидр» (йәшел) һүҙенән. Легендар пәйғәмбәр, әүлиә, изге ҡарт. Яҡын Көнсығыш һәм Урта Азия халыҡтарының, шулай уҡ башҡорт халыҡ ижадында, бигерәк тә — героик эпоста һәм әкиәттәрҙә, ап-аҡ һаҡаллы, йәшел таяҡлы ҡарт һынында алға баҫтырыла. Йыш ҡына «Хызыр-Ильяс тип атала, бик ауыр хәлдә ҡалған геройға, етемдәргә, саф күңелле ғашиҡтарға мөғжизәле ярҙам күрһәтә. Христиан халыҡтары ижадында — «Илья-пророк».

58 Строфала телгә алынған Ҡарағоломбәт, Бабсаҡ Күсәк — «Күсәк бей» эпосында кәүҙәләнгән геройҙар. Ләкин ул әҫәрҙә Ҡарағоломбәттең бала һуйып хан булыуы әйтелмәй. Ҡарағоломбәттең ағаһы — Аҡҡоломбәт, уның кесе улы (кинйәһе) Бабсаҡ булыуы шулай уҡ шик тыуҙыра. Сөнки «Күсәк бей» геройҙары Ҡарағоломбәт менән Бабсаҡ — икеһе ике ырыу (бөрйән һәм ҡыпсаҡ ырыуҙары) батырҙары. Бында башҡорттарҙың меңле ырыуына баш булырға тырышып, үҙ-ара низағлашҡан бер туған нуғай мырҙалары Ҡаракилмәт (Ҡарағоломбәт) менән Аҡһаҡ Килмәт хаҡында меңле ырыуы шәжәрәһенә ингән риүәйәт күҙ уңында тотола булһа кәрәк (Башҡорт шәжәрәләре, № 111). Күрәһең, геройҙары оҡшаш исемле булыу аркаһында, «Күсәк бей» поэмаһы менән риүәйәттәге ваҡиғалар буталған.
Ҡобайырҙа «ырыуын бүре йән яһаған» тигән юл иғтибарҙы тарта. Ҡарағоломбәттең йыртҡыс тәбиғәтен аныҡлаусы «бүре йән» эпитеты «бөрйән» этнонимына бығаса һис ҡайҙа әйтелмәгән яңы мәғәнә индерә. «Күсәк бей» эпосында «бөрйән» этнонимы Бабсаҡ улы Күсәк бейҙең Ҡарағоломбәт ырыуын ҡырып бөтөрөп, тик бер йәнде (Ҡарағоломбәттең көтөүсе малайын) ярлыҡап ҡалдырыуы менән аңлатыла.

59 Аблай хан — рус йылъяҙмаларында шул исемдәге Себер ханы (царевич Сибирский) булһа кәрәк, Н. Иҫәнбәт вариантында — «Абыл хан». Ләкин Себер ханлығы XV быуаттың 20-се йылдарында барлыҡҡа килгән.

60 Ҡарахан — Х—XI быуаттарҙа Ҡараханидтар дәүләтен башлап ебәргән хан (955 йәки 956 йылда үлгән) булһа кәрәк. Һәр хәлдә Сыңғыҙ хандан бер нисә быуатҡа һуңыраҡ йәшәгән Аблай (Абыла) ханды, «унан аҙаҡ» күпкә элегерәк булған Ҡараханды бер епкә теҙгәндәй телгә алыу фольклорҙа йыш күҙәтелгән анахронизм күренеше булып тора. Эпостың бүтән версияларында ла Һабрау үҙенең ғүмерендә күп хандарҙы күреүен әйтә.

61 Йөҙҙән йәшем үткәндә, ...ҡоро һөлдә йөрөгәндә... — варианттарҙа Һабрау ҡарттың йәше төрлөсә: С. Мирасов вариантында уға 185 йәш, Н. Иҫәнбәт яҙмаһында — 195, Ҡаҙаҡтарҙың Вәлиханов яҙып алған бер вариантында 185, икенсеһендә 500 йәш, ә Диваев яҙмаһында хатта «мең йәшкә кергән ҡарт» тип әйтелә.
Ҡарттың йәшен ҙурайтып, ифрат күп йәшәгән кеше итеп күрһәтеү халыҡтың үҙ сәсәнен ололауын, аҡһаҡалдар аҡылын, уларҙың күпте белеүен үҙенсә дәлилләргә тырышыуын сағылдыра. Бындай хәлде башҡа эпостарҙа ла осратабыҙ. Мәҫәлән, «Аҡбуҙат» эпосында Тарауыл ҡарт йәше әйтелмәһә лә, шулай уҡ бик оҙаҡ йәшәп, күп быуындарҙы күргән, күпте белгән ҡарт булып һүрәтләнә. Әммә Һабрау ҡарттың күп йәшәп, ҡоро һөлдәгә ҡалыуы Баба Төкләҫтең ҡарғышы менән бәйләнгән булыуы ла мөмкин (XIII бүлекте ҡарағыҙ).
Башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтары ижадында Һабрау йәки Тарауыл шикелле ил ҡарттары менән бер рәттән шулай уҡ күп йәшәгән Әүлиә, күрәҙәсе образы ла осрай. Мәҫәлән, «Алдар менән Зөһрә» эпосында Зөһрәгә тап булған сихырсы ҡарт 167 мөсәл (бер мөсәл 12 йыл) ғүмер йәшәгән, йәғни ике мең дүрт йәшкә еткән. Әммә былары, тегеләрҙән айырмалы рәүештә, ғәҙәттә тылсымға, ҡөҙрәтле сығанаҡҡа таянып эш итәләр.

62 Ҡулъяҙмала, гәзит һәм журнал баҫмаһында, йыйылма текста ла шулай, «Тәхетеңә мираҫың» тип бирелгән. Дөрөҫө «вариҫың» булырға тейеш.

63 Сатмыр хан — Урта Азия тарихында билдәле булған Тамерландың (Аҡһаҡ Тимерҙең) халыҡ ижадында сағылған исеме. Башҡа варианттарҙа — Сә Тимер хан. Са (сә) фарсыса шаһ (батша) һүҙенән боҙолоп, исемдәргә алдан ҡушылғанда (префикс) иң яҡшы, иң юғары, беренсе тигәнде аңлата. Бында ла шул уҡ яһалышта: Са + тмыр (тимер) + хан. Икенсе осраҡта Аҡһаҡ Тимерҙең Сын-Тимер хан тип исемләнеүе фарсыса алъялғауҙың һуңға табан теркиләшеп китеүен күрһәтә.

64 Иҙелдән... — был урында Ағиҙел түгел, Волга йылғаһы.

65 Н. Иҫәнбәт яҙмаһында Туҡтамыштың батырҙарға үпкә һүҙе һәм вәғәҙәһе юҡ. Мөрәжәғәте бойороҡ формаһында:

Эй, туғыҙ ир, туғыҙ ир,
Миңә мөдәт бирегеҙ,
Һеҙ, туғыҙ ир, Иҙеүкәйҙе
Ҡашыма алып килегеҙ.
(52-се б.)

66 Журнал баҫмаһында Иҙеүкәй артынан Янбай ғына, Н. Иҫәнбәт яҙмаһында туғыҙ ир ҡыуа сыға. Араларында — Янбай. Ч. Вәлиханов, В. Радлов варианттарында ла шулай. Г. Потанин, Ә. Диваев варианттарында — Янбай (Джанбай) үҙе генә.

67 Ҡулъяҙмалағы XIII—XIV бүлектәр бында бергә ҡушылды.

68 Иҙелдең аръяғында Иҙеүкәйҙең аттан төшөп торғанын күргәндәр. Варианттарҙың барыһында ла тип әйтерлек Иҙеүкәй артынан ҡыуа сыҡҡан батырҙар ҡасҡынды, ул Иҙелде кисеп, теге (арғы) яғына сыҡҡас, ял итеп ятҡанында (ял итергә туҡтағанында) ҡыуып етәләр, һорау тыуа: бында ниндәй йылға һәм уның ҡайһы яғы (һул яҡ ярымы, әллә уң яҡ ярымы) күҙ уңында тотола?
Билдәле булыуынса, Волга йылғаһы боронғо төрки телендә «Итил» (Идил) тип аталған. Ләкин «Иҙел» (Идел) атамаһы, ғөмүмән, ҙур, киң йылға тигәнде лә аңлата. Сарай-Беркенең Итил (Волга) йылғаһының түбәнге ағымында — һул яғында урынлашыуын, ә Иҙеүкәйҙең Сәмәрҡәндтә йәшәгән Сатмыр ханға китеүен иҫәпкә алабыҙ икән, уның Иҙел кисеп, теге яғында туҡталыуы мөмкин түгел. Сөнки был бөтөнләй кире яҡты аңлата.
Иҙеүкәйҙең көнсығыш тарафҡа йүнәлеүе Ч. Вәлиханов яҙмаһында дөрөҫ күрһәтелгән кеүек: «...Волга менән Урал араһында далала туҡтала», тиелә унда (ЗИРГО. Т. 29. С. 242). Ләкин артабан ҡыуа сыҡҡан туғыҙ ир, «Волгаға килеп еткәс, Идегенең ултырғанын күрә», Жанбай Идегенең «Волганы кисеп», Туҡтамышҡа ҡайтыуын үтенә. Тимәк, бында ла шул уҡ ҡапма-ҡаршылыҡ һиҙелә.
Беҙҙең текста иһә Иҙеүкәйҙең Яйыҡты үтеп, Иҙел аръяғында туҡталыуы әйтелә. Был осраҡта Иҙелде «Ағиҙел» тип фараз итергә мөмкин. Сөнки башҡорт халыҡ телендә һәм фольклорҙа, бигерәк тә йырҙарҙа Ағиҙел ғәҙәттә «Иҙел» тип кенә атала.

69 Башҡа варианттарҙа Янбай Иҙегенең янына уҡ барып етмәй, ә йылға аша ҡаршы ярҙан тороп һөйләшә. Н. Иҫәнбәт, С. Дауыт, С. Миржанова яҙып алған варианттарҙа ла шулай.

70 Иҙеүкәй — Янбай диалогы эпостың бөтә милли варианттарында шиғыр менән бирелә. Шуныһына ғәжәп итерлек: варианттар төрлө милләт вәкилдәренән төрлө ваҡытта яҙып алыныуҙарына ҡарамаҫтан, йөкмәткеһе яғынан ғына түгел, шиғри төҙөлөшө, төп поэтик деталдәре һәм психологик мотивтары менән дә бер-береһенә бик яҡын. Ә М. Буранғолов, Н. Иҫәнбәт, Ч. Вәлиханов варианттарында ул хатта һүҙмә-һүҙ тип әйтерлек ҡабатлана. Был оҡшашлыҡ Аҡмулла өлкәһе Кокчетау өйәҙе Серембет ауылында Бийсенбе(к) исемле ҡаҙаҡтан Г. Потанин яҙып алып русса баҫтырған вариантта ла бик асыҡ күренә: «...Джанбай с другого берега говорит ему (Эдыге): Вернись, Эдыге! Будешь мед пить. Тохтамыс подарит тебе белую лошадь» (бозат). Эдыге ответил ему, он не поедет. Джанбай говорит, что Тохтамыс даст ему девицу. Эдыге отвечает, что все-таки не поедет. Джанбай говорит, что Тохтамыс даст ему белого сокола. Тогда Эдыге рассердился и пропел (артабан ҡаҙаҡ телендә):

Кенистынг олы кек Джанбай,
Аҡылынг джок бок Джанбай,
Камчи тiер мойнынга,
Кан соргалар койнынга,
Сен тертоу мен джангыз
Даменг болса кел, Джанбай!

Тогда Джанбай испугался и вернулся домой». («Живая старина». Вып. III и IV. СПб., 1897, С. 309-310.) Иҙеүкәй — Янбай диалогы «Иҙеке менән Жанбайҙың ҡобайырҙары» исемендә Тамъян (хәҙерге Баймаҡ) һәм Йылайыр кантондарында йәшәгән башҡорттарҙан Ғ. Вилданов айырым рәүештә лә яҙып алған. Ул фонетик үҙенсәлектәре менән тулы көйгә түбәндәгесә:

Иҙеке менән Жанбайҙың ҡобайырҙары:

Жанбай шунда һөйҙәҙе,
Һөйҙәгәндә был тиҙе:
«Ҡайт, Иҙекем, ҡайтһана,
Ҡайт, Иҙекем, ҡайтһана;
Ҡайтып бер Иҙел кисһәнә,
Һар аяҡты һары балды
Һарҡытып уҡ эсһәнә!
Ғәнәкә менән Тутайҙың1
Икәүһен берҙәй бирә лә,
Берәүһен һайҙап ҡосһана!
Ат бирә лә менһәнә;
Эйәренең ҡашы алтын,
Йүгәненең башы алтын;
Ҡолононда имгән, тайҙа имгән,
Ҡонанында арҙа имгән,
Дүнәнендә өйрәткән,
Ебәктән нуҡта һөйрәткән;
Бишлеһендә биш бейәгә ебәргән,
Алтыһында ат иткән,
Етеһендә еткергән,
Етеп тә болан һуҡтырған;
Ут урынындай тояҡты
Айғыр, бөркөт ҡабаҡты,
Ҡыҫыр йылан тамаҡты,
Ҡыҫҡа бәкәл, өкә аяҡ,
Муйындары бер ҡолас,
Ҡуян йөнлө, бута күҙ,
Ҡыҫҡа кикел, туғай ял, —
Ат бирелә менһәнә!..»

1 31-се иҫкәрмәне ҡарағыҙ.

[ И ҙ е к ә ]:

«Кит, кит, Янбай, кит, Янбай!
Аҡылың дау юҡ, юҡ, Янбай,
Ҡайтып бер Иҙел кисмәм мин;
Ғәнәкә менән Тутайҙың
Икәүһен берҙәй бирһә лә,
Берһен һайҙап ҡосмам мин!..
Был барғандан китәрмен,
Был барғандан китәрмен,
Сын Тимер ханға етәрмен;
Сын Тимер хан ҡул бирһә,
Ходай тәғәлә юл бирһә,
Сын Тимер хандан көс алып,
Әнекә менән Күнәкәне
Ал яй ҙа был яй итәрмен!
Башыңды бауҙай киҫәрмен;
Ҡаныңды һыуҙай түгәрмен;
Утауыңды айҙарып,
Турылығыңды туҡым ҡылармын!..
Саңрағыңды һындырып,
Уғыңды* утын ҡылармын;
Табаныңды телеп ҡыл ҡуйып,
Ҡуй күтенә һалармын!..»
(«Башҡорт аймағы», 1927, № 4, 47 48-се биттәр.)

К. Улъябаев вариантында диалог башлыса Ғ. Вилданов яҙмаһына тура килә. Был икеһенең дә бер тирәлә (хәҙерге Баймаҡ районында) яҙып алыныуы һәм текстың башҡарыусы сәсәндәр телендә 40-сы йылға тиклем артыҡ үҙгәрешһеҙ һаҡланыуы менән аңлатыла. 1959 йыл Ә. Сәйфуллиндән яҙып алынып, ошо томда баҫылған вариант был диалогтың беҙҙең көндәргәсе шаҡтай тулы һаҡланыуын раҫлай.

71 Ҡулъяҙмала XIII бүлек тамамлана.

72 Ҡулъяҙмала XIV бүлек ошо юлдан башлана.

73 Күк бурҙай. — Эт образы башҡорт эпосында башҡа әҫәрҙәрҙә лә (мәҫәлән, «Заятүләк менән Һыуһылыу»ҙың 1938 йыл «Октябрь» журналының 6-сы һанында баҫылған һәм 1967 йыл Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында Н. Шонҡаров яҙып алған варианттарҙа) осрай. Унда ла эт эпик геройҙың юлдашы булып һүрәтләнә.

74 Был бүлектәге ваҡиғалар башҡа варианттарҙа юҡ. Улар, бәлки, 1762 йылғы ҡулъяҙмала булғандыр. Буранғолов ҡулында бүтән вариант булыуы ла ихтимал.
Эҙләнә торғас, йыйылма текстың тәүге ҡараламаһында (күрһәтелгән фонд, д. 224) беҙгә билдәле булмаған бер варианттың машинкала баҫылған рәттән туғыҙ (50—58) бите табылды. (Йыйылма текстың 45, 48-50, 58-60, 123-125-се биттәренең таҙа яғына яҙылған.) Унда Иҙеүкәйҙең Сатҡы күлендәге һыу батшалығында Аҡбуҙат ат менән Урал батыр ҡылысы һаҡланыуын белеүе һүрәтләнә. Һыуһылыу, Иҙеүкәйҙе үҙе янында ҡалдырырға теләп: «Атамдан ялынып һораһам, ул рөхсәт итер, һин Урал батырҙың Аҡбуҙ атын менеп йөрөрһөң», — ти. Иҙеүкәй, Һабрау әйткән ат менән ҡылыстың бында һаҡланғанын белеп, бик шатлана һәм Һыуһылыуҙан аттың ҡайҙалығын һорай. Ҡыҙ әйтмәй, уны атайым менән һаҡсы ғына белә, ат янына атайымдан башҡа кеше бара алмай, ти. Ни эшләргә, ҡайҙан юл табып сығырға белмәй аптырап торғанда, Иҙеүкәй янына бер эт килеп сыға. Иҙеүкәй: «Был байғош та бында әсир микән әллә?» — тип, эттең башынан һыпырһа, эт уны эйәртеп бер мәмерйә алдына алып килә... Был 9 бит ана шулай эпостың ошо бүлегенә килеп тоташа. Айырымлыҡтар хаҡында түбәндәге иҫкәрмәләрҙе ҡарағыҙ.

75 Ат ҡойроғонан йәки ялынан ҡыл алыу — тылсымлы әкиәттәрҙә йыш осраған мотив. Әкиәттәрҙә ул аттың үҙен саҡырыу өсөн ҡулланылһа, бында, артабан күренеүенсә, үлене терелтеү, телһеҙҙе һөйләштереү, һаңғырауҙы ишеттереү өсөн кәрәк була.

76 Эпоста һайыҫҡанды убыр утына әйләнеүсе, кешеләргә бәлә-ҡаза килтереүсе мифик зат— ҡөҙрәтле ҡош рәүешендә алға баҫтырыу башҡорттарҙың бик боронғо ҡараштарын, тылсым эйәләренә ышаныуҙарын сағылдыра.

77 Квадрат йәйә эсендәге строфа, бик әһәмиәтле булғанға, табылған туғыҙ биттән алынды.

78 Һул күҙен йоморға — донъяға бер (уң) күҙе менән генә ҡарап, тик ыңғайҙы ғына күрергә тигәнде аңлата.

79 Иң доғамдың иркәһе — доғаның (теләктәрҙең) иң яҡшыһы, изгеһе бағышланған кеше, Төкләҫтең кесе улы.

80 Эт һөйгән тоҡом — бында, күрәһең, ҡайһылыр бер боронғо төрки (йә монгол) ырыуының тотем булараҡ эткә табыныуы сағыла.

81 Ҡола төҫө ҡайтҡандыр — Иҙеүкәй атының — «Аҡһаҡ ҡола» эпосында Шүлгән күлдән сыҡҡан затлы ҡола йылҡы нәҫеленән булыуына ишара.
Халыҡ ижадында күҙ асып йомғансы ғәҙәттән тыш үҙгәрештәрҙең булыуы бер ҙә ғәжәп түгел: ул боронғо халыҡтың тылсымға ышаныуына бәйләнгән. Ләкин бында Иҙеүкәйҙең ҡан ерән атының ҡолаға әйләнеүен ҡарттың текстағыса аңлатыуы нисектер ышандырып етмәй: ул халыҡтың эпик ижад традицияһы менән ярашып етмәгән төҫлө.
Теге 9 биттә Иҙеүкәй болан тиреһенә яҙылған китапта «ҡанға мансып яҙылған серле һүҙҙәрҙе» күреп таң ҡалғандан һуң, ҡарт уға һандыҡ эсенән йәнә бер асҡысты алырға ҡуша. «Әҙәм көсө етмәҫлек» шул асҡысты алып, Иҙеүкәй бер һарайҙы барып аса. Асып ебәрһә, «ер һелкенеп, күк күкрәгәндәй тауыш сыҡҡан, һарай эсендә ауыҙынан күбек, күҙенән ут сәсеп, ажғырып торған Аҡбуҙ атты күргән, ти». Ошоноң менән беҙгә билдәле булмаған текстың 58-се (табылған өлөшөнөң 9-сы) бите тамамлана. 59-сы һәм ҡалған биттәре табылманы. Сәсмә телдә хикәйә ителгән был эпизодты логик рәүештә дауам итһәк, Иҙеүкәйҙең Урал батырҙың Аҡбуҙ атын тау ҡыуышлығынан алып сыҡҡанлығы аңлашыла. Артабан был фараз Иҙеүкәйҙең баяғы эт һәм һайыҫҡан ярҙамында Урал батырҙың имән төбөнә күмелгән (йәғни сит күҙҙәрҙән йәшерелгән) яу кейемен табыуы менән раҫлана.

82 Ҡулъяҙмала — XVI бүлек.

83 Иҙеүкәйҙең Сатмыр ханға барышлай Ҡабардинға тап булыуы, унан Сатмыр хандың урланған ҡыҙын ҡотҡарып, уны атаһына илтеп биреүе — күпселек варианттар өсөн уртаҡ мотив. Был мотив башҡорт һәм ҡаҙаҡ фольклорында «Тимерхан» исемендә билдәле әкиәтте хәтерләтә (ҡарағыҙ: БХИ: Әкиәттәр, 3-сө китап, № 25; тексҡа аңлатмалар — 327-328 бб.). Әммә бында уның социологик күҙлектән эшкәртелгәнлеге һиҙелә. Сағыштырығыҙ:
Н. Иҫәнбәт вариантында Иҙеүкәй үҙенең 18 яраны менән Сатмыр ханға китеп барышлай 41 батыр менән бер ҡыҙға осрай. Иҙеүкәй, был ҡыҙҙың (исеме әйтелмәй) Сатмыр хан ҡыҙы икәнен, уны был батырҙар (исемдәре шулай уҡ әйтелмәй) урлап алып китеп барғандарын белеп: «Йә йәнегеҙҙе бирегеҙ, йә урлаған ҡыҙығыҙҙы бирегеҙ!» — ти. Тегеләр уҡтарын алып атырға йыйына башлағас, Иҙеүкәй менәң Мораҙым (Иҙеүкәйҙең 18 яраны эсендә Мораҙым да бар) тегеләргә аталар. Мораҙымдың уғы икәүһенең кәүҙәһен үтеп, өсөнсөһөнә ҡаҙала; Иҙеүкәйҙең уғы ҡыҙҙы алған батырҙы үлтерә. Башҡалары ҡыҙҙы ташлап ҡасҡас, Иҙеүкәй ҡыҙҙы ҡотҡарғас, Сатмыр ханға сапҡын ебәрә. Сатмыр хан Иҙеүкәйҙе ҙур хөрмәт менән ҡаршы ала, ҙур туй яһап, ҡыҙын уға бирә, үҙен вәзир итеп ҡуя. (Н. Иҫәнбәт яҙмаһы, 61-62-се биттәр.)
К. Улъябаев вариантында: «Иҙеүкәй, Туҡтамыштан китеп, бик күп ваҡыттар барғас, бер тауҙың башында бер сатыр күренә. Шул сатырға ҡарап китә. Барһа, ебәк сатыр эсендә бер егет йоҡлап ята. Егеттең янында бер ҡыҙ, ебәк яулыҡ менән себен ҡундырмай егеткә елпетеп ултыра. Иҙеүкәй (бында Иҙеүкәйҙең исеме Иҙеүкәй, Иҙекәй, Иҙеге тип, өс формала әйтелгән) сатыр янына аты менән барып, ҡыҙҙан һорай:
— Был кем? — ти. Шул ваҡыт ҡыҙ әйтә:
— Был — ҡалмыҡ батыры, мин — Сә Тимерхандың ҡыҙы, — ти. Иҙекәй әйтә:
— Бында нишләп килеп ултыраһың? Ҡыҙ әйтә:
— Ошо ҡалмыҡ батыры атамды баҫып, мине алып килеп ултыра. Иҙекәй әйтә:
— Әгәр ҙә мин ҡалмыҡ батырын үлтерһәм, ата йортона һәм миңә барырға ризамыһың?
Ҡыҙ әйтә:
— Әгәр ҙә үлтерә алһаң, бик риза булыр инем. Был ҡалмыҡ батыры — бик сиктән сыҡҡан батыр, көслө. Үлтерә алмаҫһың.
Шул ваҡыт Иҙеүкәй:
— Уятып үлтерәйемме, әллә йоҡола көйө үлтерәйемме? — ти: Ҡыҙ әйтә:
— Уятма, уятһаң, үлтерә алмаҫһың; йоҡлаған көйө үлтер, — ти. Шул ваҡыт Иҙекәй ат өҫтөнән ҡалаҡ башаҡлы уғы менән үңәсенә ата.
Ҡалмыҡ батыры ырғып тора ла Иҙеүкәйгә йәбешә. Иҙегене ебәрмәй, атынан төшөрөп алып, икәүһе алышып көрәшә башлай. Ҡалмыҡ батырының үңәсенән ҡаны ҡойолоп йөрөй. Шулай ҙа Иҙеүкәйгә бирешмәй. Иҙеүкәй ҡыҙға ҡарап әйтә:
— Әгәр ҙә минлек булһаң, ҡалмыҡ батырының сәсенән тотоп, үңәсенең ҡырҡылмаған яғына тарт, шаҡар, — тигәс, ҡыҙ ҡалмыҡ батырының сәсенән тотоп, үңәсенең ҡырҡылмаған яғына ҡарай тарта. Башы әйләнеп төшә лә, ҡалмыҡ батыры үлә. Шунан ҡыҙҙы алып, Иҙеүкәй батыр Сә Тимерханға ҡарап китәләр. Сә Тимерханға барып, ҡыҙын тапшырған. Сә Тимерхан Иҙеүкәйҙе кейәү итеп, ҡыҙын бирә». (Күрһәтелгән фонд, д. 230, 7-8-се биттәр.)
Был эпизод бүтән милли варианттарҙа ла ошолай батырҙар әкиәте стилендә һүрәтләнә.

84 Ҡулъяҙмала — XVII бүлек.

85 Иҙеүкәйҙең төшө Н. Иҫәнбәт менән Ч. Вәлиханов яҙмаларында ла осрай. Айырма шунда: 1) Вәлихановта Идекә был төштө Са Тимерханға килгәндә Дәү Ҡабандин-Алп (томда Кабардин) менән осрашҡансы күрә; Иҫәнбәттә — Сатмыр хандан көс алып, улы менән бергә Туҡтамышҡа ҡаршы яуға сыҡҡас. 2) Текстағы айырымлыҡтар: Вәлихановта — Идүкә күккә аҡ шоңҡар булып осоп менә, фәрештә менән һөйләшкәндән һуң, бер «ҡуңғыр» ҡаҙҙы тотоп, Тур тауына алып килеп түш итен ашай («...Тур тауына ҡунубмән, түс итенә туйубмән, ул ни булур, ун житем?»); Иҫәнбәттә — төштөң дүртенсе юлы ике юлдан тора («Оса торған ҡош булдым, Күккә табан остом мин»), ә алтынсы юл («Түшен түшемә ҡуйып») юҡ.

86 Вәлиханов яҙмаһында төштө Идекәнең 17 юлдашынан «күп йәшәгән ҡарт» юрай. Н. Иҫәнбәттә — «Төш юраусы ҡарт», һәр өс вариантта төш нигеҙҙә бер үк мәғәнәлә юрала. Айырма ҡайһы бер юлдарҙың икенсерәк сиратлашыуында һәм ҡайһы бер һүҙҙәрҙең башҡалығында ғына.

87 Квадрат йәйәләге өс юл ҡулъяҙмала төшөп ҡалған. Журнал баҫмаһынан алып тултырылды.

88 Ҡулъяҙмала төшөп ҡалған өс юл журнал баҫмаһынан алынды.

89 Ҡулъяҙмала — XIX бүлек.

90 ...бисәһен — ағайыңдың бисәһен, йәғни еңгәңде.

91 Ҡулъяҙмала — XX бүлек.

92 Ҡадир ханға — Туҡтамыштың улы Ҡадирбирҙегә.

93 Н. Иҫәнбәт яҙмаһында Туҡтамыш хан ҡыҙҙарының исемдәренә бәйләп, иҫкәрмәлә шундай бер легенда килтерелә:
«...Ҡырым татарҙары (дөрөҫөрәге — ҡарайымдар) араһында «Ханәкә ҡыҙ» тураһында бер легенда йөрөй. Быныһында ҡыҙҙың исеме Әнкәжан тип йөрөтөлә. Ул шулай: Туҡтамыш хандың Сәләхетдин исемле бер ғәскәр башлығы Әнкәжанға ғашиҡ була. Ләкин Туҡтамыш хан был егетте ҡыҙына тиңһенмәгәс, Сәләхетдин би үҙенең 40 егете менән килеп, ҡыҙҙы урлап китә. Артынан хандың туғандары сыға. Сәләхетдин би хәҙерге Баҡсаһарайҙан өс саҡрым ерҙә торған «Чығут ҡәлә» тауҙарының түбәндәге Ҡарайым шәһәренә килә һәм хан ҡыҙы исеменән ҡапҡаны асырға һорай. Шул уҡ Әнкәжанға ғашиҡ булған Ҡарайым руханийы Йәш Әрәби уларҙы ҡалаға кертә. Был «Чығут ҡәлә» бейек ҡоймалар, таш ҡаялар менән әйләндерелгән булып, һуғыш өсөн бик ныҡлы крепость урынын тота. Сәләхетдин 40 егете менән Туҡтамыш хан ғәскәренә ҡаршы тора. Ахырынан теге Әрәби, Әнкәжандың үҙенеке була алмауын күреп, ҡапҡаны аса. Шәһәр алына, яраланған Сәләхетдинде тотоп шул уҡ Чығут ҡәлә башындағы «Чикле ҡоба» тигән ер аҫты мәғәрәһенә ябалар. Нәнкәжан (артабан ҡыҙ исеме шулай яҙылған. — Н. 3.) таш ҡаянан ташланып үлә. Сәләхетдин әлеге мәғәрәлә үлтерелә. (Был мәғәрә хәҙер ҙә шунда.) Туҡтамыш хан Чығут ҡәлә түбәһендә Нәнкәжанға торба* һалдырып, шунда күмдерә. Ә Чыгут ҡәлә — был ҡырҡ ир иҫтәлеге өсөн халыҡ араһында «Ҡырҡир» тип атала.
Нәнкәжандың торбаһы хәҙерге көндә лә Чығут ҡәлә башында ултыра... Ишегендә төрлө хәдистәр яҙылған. Торба эсендә мәрмәрҙән бер һандыҡ таш булып, замандар уҙыу менән юйылғыланған шул яҙыуҙар уҡыла: «Һеҙә рузиател мөләкәтел мығҙиматы... Нәнкәжан ханым бинте Туҡтамыш хан...»
Был эпитафиялағы исемде Ғ. Аҡчуҡраҡлы «Ханәкә-Енәкә» һәм «Нәнкәжан» рәүешендә уҡып була, ти. (Ҡарағыҙ: Ғ. Аҡчуҡраҡлының Ҡырым Раскупи материалдарынан.) Шул уҡ легенда Ғ. Аҡчуҡраҡлы «Нәнкәжан ханым төрбәһе» тигән хикәйә итеп, 1899 йыл Петербург, Бураганский тарафынан баҫтырылған. Шул уҡ легенданан алып, татар яҙыусыларынан Ғ. Шәрәфи «Нәнкәжан» тигән поэма яҙған. («Аң», 191 номерлы) һәм Ҡотой тарафынан «Нәнкәжан» тигән пьеса яҙылған.
Эпитафиянан күренгәнсә, «Нәнкә» йәки «Ханәкә» 841-се һижериҙә үлгән тиһә, ҡояш йылы менән 1435 йылда үлгән була. Туҡтамыш хан үҙе 1405 йылда үлтерелгәнгә күрә, ҡыҙы үҙенән 30 йыл һуң ҡалып, урта йәштәрендә йәки ҡартайып үлгән була. Шулай булғас, юғарылағы легенда тарихи факттар менән дөрөҫләнмәй. Ләкин Туҡтамыш хандың был исемендә бер ҡыҙы факт булып ҡала.
Инде «Ханәкә» тигән исем ул ваҡыттарҙа юғары синыф ҡыҙҙары араһында таралған булыуын башҡа миҫалдар менән дә күреп була. Мәҫәлән:

Ғосман бер хафиз ҡыҙ инем,
Ханәкә Солтан ата инем,
Сахниан кимәс аҙ инем,
Сабата тапмай барамын.
(Ҡарағыҙ: Һ. Атласов, «Ҡаҙаҡ тарихы».)

Быларҙан башҡа, башҡорт араһында «Ҡырыҡ егет» тигән бер күсерек тә йөрөй. Бының юғарғыға мөнәсәбәте бармы-юҡмы, торғоҙолманы». (Н. Иҫәнбәт яҙмаһы, 53-55-се биттәр.)
Эпосҡа Сәләхиҙең хан ҡыҙын урлап ҡасыуы һәм аҙаҡ Кинйәбикәнең Ҡырымда ҡаянан ташланып үлеүе хаҡындағы хәбәр ошо легенданан килеп ингән булыуы мөмкин. Эпик әҫәрҙәрҙә бындай хәл йыш осрай, һәм ул сәсәндәр ижадында тәбиғи, законлы һанала.

94 Ҡамҡалы күл ҡом сәуад. Ҡушма исемдең тәүге һүҙе ҡулъяҙмала ҡомҡалы(?) тип, һуңғыһы сыуат(?) һәм сауыт(?) тип, ике төрлө яҙылған, һәр осраҡта хата яҙылышҡа иҫәпләп, ғәрәпсә сәуад (ҡара — «черный», «темный») һүҙенә төҙәтелде. Шулай дөрөҫ булһа, «ҡамҡалы һәм ҡара ҡомло күл» мәғәнәһе аңлашыла.
К. Улъябаев вариантында был исем «Ҡамҡалы күл ҡом сыуаҡ» тип яҙылған. Быныһында, киреһенсә, «яҡты ҡомло күл» мәғәнәһе аңлашыла. «Сәуад» һүҙенең халыҡҡа аңлашылмауын иҫәпкә алып, ҡобайырҙы башҡарыусы сәсәндәр аҙаҡ шуға ауаздаш үҙ һүҙҙәре менән алыштырған булыуҙары мөмкин.

95 Туҡтамыштың ҡамышлыҡҡа ҡасыуы, баш осонда бер ҡоштоң (Ч. Вәлихановта Ҡыҙғыч кус) сарҡылдап осоуы, ҡошҡа Туҡтамыштың ялбарып өндәшеүе байтаҡ варианттарҙа ҡабатлана. Был, күрәһең, эпостың халыҡ араһында киң таралған өлөшө булып, ул айырым рәүештә лә яҙып алынған. Башҡорт матбуғатында уның Тамъян һәм Йылайыр кантондарында яҙып алынған бер варианты тәү башлап Ғ. Вилданов тарафынан түбәндәгесә баҫтырылған:

Ҡыҙғатау тигән ҡош
Ҡанатың да, муйының буш;
Ҡамсы лау етәр муйыныңа,
Ҡан сурғалар ҡуйыныңа,
Һин дә айырылырһың күлеңдән,
Мин айырылырмын күбемдән!..
Күбемдән ау, күбемдән!..
(Башҡорт аймағы, 1927, № 4, 48-се бит.)

К. Улъябаев вариантында ошо уҡ әйтелештә ҡабатлана. Айырма тик икенсе юлдағы «буш» һүҙенең баш тип, өсөнсө юлдағы «етәр» һүҙенең тейәр тип, дүртенсе юлдағы «сурғалар» һүҙенең сорғалар тип яҙылыуында ғына. (Күрһәтелгән фонд, 16-сы бит.)
20-семе, 30-сымы йылдарҙа ул түбәндәгесә яҙып алынған:

Ҡыҙғатау тигән ҡыҙыл ғош,
Ҡыҙғатау тигән ҡыҙыл ғош,
Ҡыҙғанма минән күлеңде,
Ҡыҙғанма минән күлеңде,
Ҡыҙғанһаң да күлеңде,
Мин дә киттем илемдин,
Мин дә киттем илемдин,
[Һин дә китерһең күлеңдин.]
Атып та ебәрһәм, үләрһең,
Шешкә ҡундырһам, көйәрһең,
Ауу көйәрһең, ауу...

(Ғилми архив, ф, 3, оп. 12, д. 302, 18-се бит. Кемдең, кемдән яҙып алыныуы әйтелмәгән. Ғәрәп графигында яҙылып, айырым битте тәшкил итә.)

96 Ҡыҙғатауҙың яуабы башҡа варианттарҙа осрамай.

97 Сарға төшөп юллаған, йәғни йәнлектәрҙең күп тапалған әҙенән барып, юл яҙлыҡтырған.

98 Башҡа варианттарҙа Туҡтамышты Мораҙым үлтерә, Урҙаға башын киҫеп алып ҡайта.

99 Иҙеүкәй менән Мораҙым араһында ыҙғыш тыуҙырыу — күп варианттарҙа ҡабатланған уртаҡ мотив. Айырма шунда: башҡа варианттарҙа (мәҫәлән, Ч. Вәлиханов, В. Радлов, Н. Иҫәнбәт яҙмаларында), Мораҙым Туҡтамышты ҡыуа киткәс, Янбай (Н. Иҫәнбәттә — Ҡадирбирҙе) Иҙегене хандың ике ҡыҙын да үҙенә алырға ҡоторта. Мәкерҙе аңламайынса, Иҙеге риза була.

100 Н. Иҫәнбәт яҙмаһында «Иҙеүкәйҙең Туҡтамыш хандың ҡыҙын уң ҡулы менән, Сатмыр хандың ҡыҙын һул ҡулы менән ҡосаҡлап ултырғанын» күреп, Туҡтамышты үлтереп ҡайтып төшкәң Мораҙым «асыу менән бер ҡысҡырып атаһына киҙәнеүгә (нимә менән киҙәнеүе әйтелмәй), атаһының күҙе сыға (Н. Иҫәнбәт яҙмаһы, 64-се бит).
Ч. Вәлихановта шулай уҡ Туҡтамышты үлтереп ҡайтҡан Нуралин, атаһын «иренен ҡыҙартып, күҙен буҙартып, ике ҡулын ике ҡыҙҙың өҫтөнә һалып» ултырған хәлдә күреп, «ә!» тип ҡысҡырғанда, Идегенең күҙе сыға, «мә!» тигәндә, ҡулы һына. (Әйтелгән XXIX томға ҡушымта, ҡаҙаҡса текст, 36-сы бит.)

101 Иҫәнгә — Иҫәнбайға.

102 Күҙ йәшенә тау булдым, йәғни тауҙан аҡҡан йылғалай, күҙ йәшен күп ағыҙҙым.

103 Ер булдым — хур булдым.

104 Ҡулъяҙмалағы XXI—XXII бүлектәр бында бергә ҡушылды.

105 Атаға һаҙаҡ ҡайраһа — ... һаҙағын атаһына ҡаршы ҡайраһа, тип аңларға кәрәк.

106 Сәсем оҙон булһа ла... — бик боронғо заманда сәс кешенең йәне йәки магик көс урыны тип иҫәпләнгән (ҡарағыҙ: Пропп В. Я. Исторические корни волшебной сказки. Л., 1986. С. 41). һуңынан, патриархат заманында, ҡатын-ҡыҙҙы кәмһетеүсе «Сәсе оҙон — аҡылы ҡыҫҡа» тигән мәҡәл тыуған.

107 «Мин — Сыңғыҙ!» — монгол телендә «сыңғыҙ» бөйөк тигәнде аңлата.

108 Үгәбәй (Угэдей, Угедай) — Сыңғыҙ хандың төп (баш) бисәһенән өсөнсө улы (1229—1241).

109 Көҙгө саҡ йөнө ҡупмаған — көҙгә саҡлы йөнө (йөн төбөндәге сайыры) ҡупмаған.

110 Сығтай (Чагатай, Чегатай) — Сыңғыҙ хандың төп (баш) бисәһенән икенсе улы.

111 Етмештек (етмешлек?) — М. Буранғоловтың аңлатыуынса, «егерме тин». Алтын Урҙа дәүләте тарихына ҡараған китаптарҙа бындай аҡса берәмеге телгә алынмай, халыҡ телендә лә һаҡланмаған.
Алтын Урҙа дәүләтендә XIV быуатта аҡса берәмектәре булып дирһәм һәм динар йөрөгән. Дирһәм — көмөш тәңкә (монета), бер мыҫҡал (4,26 г) көмөштөң өстән бер ауырлығына тигеҙ (=1,42 г); динар — шулай уҡ көмөш тәңкә, 6 дирһәмгә, йәғни ике мыҫҡал көмөш ауырлығына тиң.

112 Строфаның мәғәнәһе бик аныҡ түгел. Беренсенән, Иҙеүкәйҙең Туҡтамыштан һуң Урҙаны үҙенеке итеп һанауы («Урҙама»), икенсенән шул Урҙаны «ыласын ҡунмаҫ ҡарағас» образында поэтиклаштырыуы аңлашылмай. Әгәр символик рәүештә «Ҡарағас»ты — Урҙа тип, «Ыласын»ды ил батыры тип уйлаһаҡ, ул саҡта «ыласын ҡунмаҫ ҡарағасҡа ҡаҙ ҡундырыу»ҙы, шул уҡ аналогияға таянып, Урҙаға халыҡ туплауҙы йәки, тағы ла асығыраҡ итеп әйткәндә, Урҙаны халыҡтың үҙ ҡарамағына, үҙ ҡулына тапшырыуҙы аңларға ҡала. Ләкин был демократик идея Мораҙымды шелтәләү тәртибендә әйтелгәнлектән, эпик герой Иҙеүкәйҙең халыҡсан характерын аңлатыуҙа ҡаршылыҡ тыуҙыра. Бүтән варианттарҙа был символик образдың «ҡаҙ ғына ҡунмаҫ ҡарағасҡа ҡаҙ ҡундырҙың, Мораҙым» формаһында әйтелеүе лә, шаҡтай ҡаршылыҡлы булып, төрлөсә аңлауға юл ҡалдыра.

113 Иҙеүкәй-ата менән Мораҙым-улдың диалогы, күрәһең, йөкмәткеһендә ата культы (атайҙы ололау, тыңлау, хөрмәт итеү) һәм шуға бәйләнешле әхләҡи проблемалар сағылғанға күрә, эпостың төрки халыҡтар араһында шаҡтай тулы һәм киң таралған өлөшө булып тора. Башҡорттарҙа ул тәү тапҡыр М. Өмөтбаев тарафынан яҙып алынған. Ҡарағыҙ: Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев. Йәдкәр (Текстологик эштәрҙе башҡарыусы, төҙөүсе, баш һүҙ яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Ғиниәт Ҡунафин, яуаплы редакторы Ғайса Хөсәйенов. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. 182-184-се биттәр).
Ошо уҡ диалог бик ҡыҫҡарған формала Ғ. Вилданов тарафынан «Тунғатар йортонда башҡорт ауыҙынан» яҙып алынып, «Ҡобайырҙар башҡортса» тигән мәҡәләһендә «3-сө ҡобайыр» итеп килтерелгән:

— Яҙғы ҡауға ут һалһаң,
Яҙғы ҡауға ут һалһаң,
Утты ҡайҙан утларһың?
Атайыңдин оло бабаңдың
Күҙене һуғып сығарһаң,
Аны ла нисек юларһың, ау?

— Яҙғы ҡауға ут һалһам,
Ут яҡтыһын утларым!
Атайымдин оло бабамдың
Күҙене һуғып сығарһам,
Алты айлыҡ ҡәғбәне алты айҙанһам,
Аны ла юлармын, ау!..
(Башҡорт аймағы, 1927, № 4, 42-се бит.)

Н. Иҫәнбәт яҙмаһында һәм ҡаҙаҡ варианттарында ла яҙыҡты ҡәғбәгә барып йолоясағы әйтелә.

114 ...ҡаҙ алмаҫ — ҡаҙҙы тибеп ала алмаҫ.

115 ...ул бала — ир бала.

116 Был бүлектә сағылған ваҡиғалар Ч. Мусиндан яҙып алынған легендаға (8-се вариант) тура килә.

117 Келәйле — Ч. Мусин һөйләгән легендала: Уралдан килеп, Дәмми бейгә ҡаршы һуғышыусы эпик герой булып кәүҙәләнә. Башта уҡ күреп үткәнебеҙсә, эпоста Келәйле йәш Иҙеүкәйҙең Дәмми бейгә ҡаршы көрәшендә мең башы булып ҡатнаша. Аҙнай, Ҡасҡын, Ҡаныҡай, Бикҡол (һәм тағы Сафар, Туҡһанбай) — Келәйле батырҙың йөҙ башлыҡтары (сотники). Дим йылғаһы башында ер һайлап ултырған был батырҙарҙың ауылдары (хәҙерге Бишбүләк һәм Миәкә райондарында) улар исеме менән аталып, улар «Келәйле меңе» тип йөрөтөлә. (Күрһәтелгән фонд, оп. 12, д. 230, 20-се бит.)

118 Ағаларың ситләтте. — Артабан аңлашылыуынса, Туҡ батырҙың әсәһе — ҡаҙаҡ ҡыҙы, ул үҙ ырыуының ризалығынан тыш Яйыҡ батырға сыға. (Ч. Мусин һөйләүе буйынса ла шулай.) Борон ырыуҙың ризалығынан башҡа икенсе ырыу кешеһенә тормошҡа сығыу эҙәрлекләнгән, ырыу менән ырыуҙы дошманлаштырған. Бында ана шул йола сағыла.

119 Боронғо хөрәфәт (ышаныу) буйынса, юлға сыҡҡанда буш күнәккә осрау уңышһыҙлыҡҡа юрала.

120 Был строфа Ч. Мусин вариантынан алынды. М. Буранғоловтың ҡулъяҙмаһында һәм гәзит баҫмаһында аңлайышһыҙ:

Ҡыҙ булһам да, тайшанмай,
Илдә булған йоланан,
Ата, әсәңдең ужарын
Алдыңа ҡорған бала тип,
Ҡаф тауындай кәртәнән
Йөрәгеңә маһайып,
Атам биргән йөҙөктө
Бүләгем тип алғанһың.

121 Йәштән алған бейеңде, йәғни боронғо ғөрөф-ғәҙәт буйынса, бала саҡта уҡ һөйләшеп (ҡолағың тешләтеп) ҡуйған егетеңде.

122 «Табан тал» тигән уйынды, йәғни шул исемдәге уйһыу (уйпат) ерҙе.

123 118-се иҫкәрмәне ҡарағыҙ.

124 Бейә һауымы араһы — бейә һауҙырыуҙан туҡтап (һыуалғас), икенсе йылға ҡолонлап, яңынан һауҙыра башлағанға тиклем, йәғни көҙҙән яҙға тиклем.

125 Ч. Мусин вариантында шиғыр Туҡ батырҙың һүҙе менән тамамланып, эпизод сәсмә телдә шулай ослана: «...Һиңә улың буламмы?» — тип йырлаған да, Туҡ үҙенә биргән туҫтаҡты әсәһенә биргән. Әсәһе ҡымыҙ эсеү менән шунда уҡ йығылып үлгән. Туҡты үлтереү өсөн ағалары асы (ағыу) һалып биргән булған. Халыҡ береһе лә эсмәгән, бары ла ҡурыҡҡан, һыуында берәр нәмә барҙыр тип шикләнгәндәр. Туҡ менән ағалары араһында яңынан асылашыу — дошманлыҡ киткән, былар тағы һуғышҡандар. Туҡтың әсәһе Балҡанды шунда күмгәндәр, шуға күрә тауының исеме — «Балҡан»; ағай-эне асылашҡан — дошманлашҡан урын булған тип, шул туғайлыҡты «Асылы» тип атағандар. Шуға күрә Балҡан тау эргәһендәге күлде лә «Асылы күл» тип йөрөтәләр». (Әйтелгән фонд, 23-сө бит.)
Ч. Мусин вариантында бынан һуң Туҡ батырҙың, бында йәшәмәй ҡалмыҡтарға ҡаршы яу асып, уларҙан еңелгәс, Иҙеүкәйгә йәнә ярҙам һорап килеүе хикәйә ителә.

126 Үҙен хоҙай танытҡан, йәғни үҙен алла дәрәжәһендә тотҡан.

127 Иҙел һыуын ағыҙған. «Урал батыр» ҡобайырында Урал тауы буйында кешеләр күбәйеп, хайуандар һәм йәнлектәр, ҡош-ҡорт ишәйеп, эсер һыу етмәй башлағас, Урал батырҙың улдары, ҡылыстары менән тау ярып, Иҙел, Һаҡмар, Яйыҡ, Нөгөш йылғаларын барлыҡҡа килтерәләр.

128 Төшөндә әйткән — Һабрау ҡартҡа төшөндә был һүҙҙәрҙе Урал батырҙың улы Иҙел батыр әйтә. Үлгән батырҙарҙың, төшкә инеп, серҙе асыуҙары һәм, ғөмүмән, теге йәки был (ғәҙәттә, төп, ыңғай) геройҙың төш күреүе, төшөндә мөһим нәмәне белеүе — төрки халыҡтарҙың эпик ижадында киң таралған мотив. Мәҫәлән, ҡырғыҙ халҡының эпик ҡомартҡыһы «Манас» эпосын һөйләүселәр (жомаҡсылар — «сказители») төштәрендә Манасты күреүҙәрен һәм Манастың үҙе хаҡында йырларға ҡушыуын әйткәндән (тасуирлағандан) һуң ғына эпосты һөйләргә тотоноуҙары, йә булмаһа «Буҙъегет» поэмаһында Буҙъегеттең төшөндә әллә ҡайҙағы Мысыр батшаһының ҡыҙына ғашиҡ булыуы, «Ек Мәргән»дә Ектең төшөндә атаһы менән осрашыуы, «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосында ла бер нисә тапҡыр төш күреү эпизодтары эпик традицияның тотороҡлолоғон раҫлайҙар.

129 Күҙ йәштәрен күптәрҙең булат менән һөрткән — образлы әйтем. Халыҡты талаусы дошмандарҙы тар-мар итеп, күҙ йәше ағыҙыуҙы туҡтатҡан (бөтөргән) тигәнде аңлата.

130 Дим буйындағы Себенле ауылының исеме шунан ҡалған, тиҙәр. (М. Б.)

131 Атаһы алдында йөҙ йыуған — был осраҡта «йөҙ йыуыу» йөҙҙө ағартыу, гонаһтан арыныу мәғәнәһендә.

 
 (голосов: 0)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Танышайыҡ
  • Башҡортлоҡ. Рәйес Түләк
  • Оран. Рәйес Түләк
  • Себергә хат. Рәйес Түләк
  • Мәҡәлдәр


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.