Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» XXIV. Иҙеүкәйҙең яуҙа яра алғаны, улына васыят әйтеп, Урал батыр ҡылысын биргәне
15-02-2010, 12:18 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1503
Нарыҫтан киткәс, Иҙеүкәй
Иҙел, Нөгөш, Семдәрҙең*
Барлыҡ илдәрен туплап,
Тора бейгә яу асҡан,
Иҙеүкәй мән Мораҙым
Ике яҡлап Тораның
Яуын ҡымтып алған, ти,
Урал аша Син яҡҡа
Тора бейҙе ҡыуған, ти.

Иҙеүкәй мән берлектә
Яуҙа булған мәлендә,
Фирҙәүескә уҡ тейеп,
Донъя ҡуйған — үлгән, ти.
Иҙеүкәй мән Мораҙым,
Бөтә батыр берлектә,
Бер типһәндә гүр ҡаҙып,
Фирҙәүесте күмгән, ти.

Бынан һуң да Иҙеүкәй,
Ҡаты яуҙарҙа булып,
Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡалһа ла,
Яу ташламай һаман да,
Йөҙ дошманға ҡаршы
Янғыҙ тороп һуғышҡан.
Атаһын бирмәй дошманға,
Әрсәләп дошман яуынан,
Иҙеүкәйҙең йәненә
Мораҙым килеп өлгәшкән.

Мораҙым килеп еткән һуң,
Батыр улына Иҙеүкәй
Һуң ҡат текләп ҡараған да
Аҙаҡ һүҙен әйткән, ти:
— Балам, йөҙөң йыуҙың һин,
[Инде, улым, шуны бел]:
Уралымда ҡан ҡойған,
Күп йәштәрҙе түктергән
Тора бейҙең шәүләһе
Тыуған илдә ҡалмаһын!
Батыр, батыр бул, балам,
Хаҡты әйтер бул, балам,
Илдә ҡашҡа бул, балам, —
Ил атаңдан көлмәһен!

Юлың ҡалһын Уралда,
Даның ҡалһын илеңдә,
Батырлығың ил күреп,
Һиндәй булам тиешеп,
Йәш үҫмерҙәр һоҡланһын,
Илгә килгән дошманға
Йөрәкләнһен, уҡ атһын!

Иңемә таҡҡан ҡылысым —
Быуын-быуын буйына
Урал батырҙан ҡасып,
Күп күлдәрҙең эсендә
Йәшәп килгән дейеүҙе
Тураҡлаған ҡылыс был!
Урал батыр улдары
Атаһы ман килгән һуң,
Дейеү-пәрейгә ҡаршы
Ҡаты яуҙар асҡан һуң;
Бөтә күлгә ыу һалып,
Аждаһа-йылан ҡасҡан һуң,
Урал батырҙың улы,
Яра сабып Ирәмәлде,
Иҙел һыуын ағыҙған127
Бик боронғо ҡылыс был.

Иҙел батыр ҡартайғас,
Тотор улы булмағас,
Уралға дошман берәүгә
Ҡалмаһын тип юлдашҡа,
Иҙел төбөнә һалғас,
Батырын көткән ҡылыс был!

Быуын-быуын үткән һуң,
Илдә яуыз күбәйеп,
Ырыуыны ҡыйратып,
Илдә күп ҡан ҡойолоп,
Ҡәберҙә ятҡан Иҙелдең
Күҙенә ҡандар тамған һуң;
Ҡаяла ятып йоҡлаған,
Йөрәгендәге утында
Иттән ҡурҙаҡ яһаған,
Ҡая ташын ҡосаҡлап,
Үкһеп ултырып илаған,
Күҙенән йәш ағыҙып,
Бал ҡорттарын һуғарған,
Ярҙамына көс эҙләп,
Тынмай, күп юл буйлаған
Һабрау төшөнә инеп,
Иҙел серен һөйләгән:
«Иҙел, Иҙел тигәнең —
Тау аҫтында быулығып,
Сыға алмай тынсығып,
Булатым менән Уралды
Бер саҡ яра сапҡан һуң,
Тауҙан сығып, атлығып,
Ағып киткән йылға ул.
Ямантауҙы уртанан
Ярып сыҡҡан йылға ул:
Һыуы менән һуғарып,
Һеҙгә әсә булған ул;
Иҙелде Иҙел яһаған,
Көләс йөҙҙәй көлдөрөп,
Яман тауҙың бейеген
Аша ҡырҡып ағыҙған
Булатты мин ташлағас,
Һыу төбөнә ала ла
Тут алдырмай һаҡлай ул;
Ҡырсынынан һыҙҙырмай,
Юшҡынынан ҡомлатмай,
Ил һаҡларҙай батырҙың
Тыуасағын көткәндәй,
Ялтыр көйө һаҡлай ул», —
Тип, төшөндә әйткән һуң128,
Һабрау торған һиҫкәнеп.

Ҡаяла ятҡан Һабрау,
Ошо төшөн күргән һуң,
Ырғып тороп ултырған;
Алып ҡулына таяғын,
Ҡаяға баҫып аяғын,
Ауға осор бөркөттәй,
Һабрау шунда уйланған.
Шунан, төн-көн йоҡламай
Һарыҡ көткән байғошто,
Һыйыр көткән серҙәште,
Йылҡы көткән ҡорҙашты,
Урманында уҡ юнып,
Аласығына ут яғып,
Уралда ау ауларға
Һаҙаҡ һуҡҡан ҡыҙашты
Барып күреп һөйләшкән.

Бер аласыҡ эсендә
Һаҙаҡ һуҡҡан урында,
Атаһы ман бер егет
Икәү-ара даулашҡан, —
Шуға Һабрау юлыҡҡан.
Атаһы, улынан зарланып,
Һабрауға ҡарай һүҙ асҡан:

— Бына, уҙаман, был улым —
Донъяла күргән бер балам.
Беҙҙә һунарсылар күп:
Ҡуян атып, ит ейә,
Ҡош-ҡорт атып тағы ла
Мендәргә тип, йөн йыя.
Менеремә атым юҡ,
Бүре быуыр һарыҡ юҡ,
Айыу ватыр ҡортом юҡ, —
Минең балам көн һайын
Һаҙаҡ һуға бүрегә,
Һыҙма ҡора айыуға;
Ҡуян ат һин тир булһам,
«Айыу менән бүреһе —
Икеһе илгә бәлә.
Илгә дошман булғандар —
Миңә лә дошман улар», — тип
Алйыта бит был бала.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс,
Һабрау ҡарт өндәшмәй,
Атаһына шауламай,
Шуҡ егеттең янында
Бер нисә көн ҡунған да,
Яйын тартып белгән дә,
Батырлығын һиҙгән дә,
«Әйҙә, Үмәр ҡустым», — тип,
Бергә алып киткән дә
Иҙел батыр булатын
Эҙләп табып биргән, ти.
Үмәр — батыр булған, ти,
Күҙ йәштәрен күптәрҙең
Булат менән һөрткән129, ти.
Был Үмәрҙең бер улы —
Ғәзиз әүлиә булған;
Анан тағы әүлиә —
Баба Төкләҫ тыуған, ти.
Атанан балаға буты* —
Ҡомартҡы булып килгән, ти.
Баба Төкләҫтән тороп
Тора бейгә ҡалған һуң,
Булат менән күптәрҙең
Күҙ йәштәрен ҡойған һуң,
Һабрауҙан ҡылыстың
Төпсөп серен белгән һуң,
Атамдың ҡонон юллап,
Тора бейгә килгәндә
(Миңә ул саҡ ни бары
Ун биш кенә йәш булғанда),
Тора бейҙең ҡулынан
Йыға һелкеп алған һуң,
Миндә ҡалған ҡылыс был!

Батыр улым Мораҙым,
Бына ошо ҡоралым
Инде һиңә бирәйем;
Башым гүрҙә ятһа ла,
Илде һаҡлап яу асҡан
Батырлығың күрәйем.
Үлһәм, мине аҡ нарға
Үлегемде артырһың;
Нарым ҡайҙа сүктиһә,
Шунда мине күмерһең.

Минең менән күп саҡтар
Яуҙа булған юлдаштар
Яуҙа менгән яу атын
Ҡайҙа утҡа ебәрһә,
Эҫе көндө себенләп130 ,
Төнөн ҡайҙа юшаһа, —
Шул урында батырҙар
Ырыу-ырыу йәшәһен!

Бөтә Урал буйҙарын
Үҙеңә ҡуныш итерһең.
Уралда үҫкән батырҙы,
Күҙе йәшле еҫерҙе
Үҙеңә ҡорҙаш итерһең.
Яуҙан ҡайтҡан сағыңда,
Уң ҡолағың ни ерҙә
Кәкүк тауышын ишетһә,
Шунда ҡышлаҡ төҙөрһөң.

Бары ла һине дуҫ күреп,
Яманлығың әйтмәһә,
Ил зарыны ишетеп,
Һиңә кәңәш бирмәһә,
Шул табының эсендә
Үҙеңә дошман табырһың!

Иҙеүкәй һүҙен бөткән һуң,
Иҙеленән бер йотом
Һыуҙы уртлап йотҡан һуң,
Илдең көнө батҡандай,
Буйын монар алғандай,
Етем тороп ҡалғандай,
Ышыҡ булған Уралдың
Бар ҡаяһы ишелеп,
Ергә ҡолап төшкәндәй,
«Иҙеүкәй, Иҙеүкәй!..» — тип һөйөп,
Яуы илап торһа ла,
Ғазраил, «уф» тимәй,
Иҙеүкәйгә ҡул һалған.
Күбәләктәй аҡ йәнен
Шул урында алған, ти.

Иҙеүкәйҙең кәүҙәһен
Аҡ нарына аҫҡан һуң,
Аҡ нары алып киткән һуң,
Күп ҡаялар үткән, ти,
Күп һыуҙарҙы кискән, ти,
Бөтә яуҙы эйәртеп,
Нарыҫ тауға еткән, ти.
Шунда туҡтап, ҡаранып,
Нарыҫ тауҙың итәге
Бер түбәгә сүккән, ти.
Ҡобауҙағы* инәгә
Килеп һарыған бал ҡорттай,
Ете ырыуҙың барыһы:
Бисә-сәсә, балаһы,
Йәш-елкенсәк, ҡарт-ҡоро
Кәфенләнгән Иҙеүкәйҙе
Сыр-сыу һырып алған, ти.

Иҙеүкәйҙе күмгән һуң,
Атанан етем ҡалған һуң,
Асыуланып Мораҙым
Тора бейгә ҡаршы
Тағы атҡа менгән, ти.
Шул асыуҙан дошманды
Ҡуй-һарыҡтай тунаған.
Тора бейҙе ҡулға алып,
Бөтә бейен берлектә,
Атаһы үлгән урында
Ботон ботса тураған.
Иҙел, Нөгөш, Яйыҡта,
Урал армыт буйында —
Бөтә ырыу ерендә
Ҡалған-боҫҡан дошманды,
Берен ҡуймай эҙәрләп.
Ҡыраң һалып бөткән, ти.
Мораҙым яуҙан бушағас,
Ҡылысын һөртөп, бит йыуғас,
Ынйы менән Иҙеүкәйҙең
Ҡәбере булған Нарыҫҡа
Кире ҡайтып төшкән, ти.

Үҙ торлағын был ерҙән
Атаһы алдында йөҙ йыуған131,
Бары Урал буйында
Батыр булып ил өсөн
Яуға киткән урыны —
Төкләҫ тауға күсергән.

Иҙеүкәйҙән ҡалған һуң,
Мораҙым Иҙел, Уралда
Ил батыры дан алып,
Төйәләҫ һыуы буйында
Оҙаҡ вакыт йәшәгән.

Мораҙымдан бер бала —
Ҡаҙанғол тигән ир бала,
Ҡаҙанғол улы — Ҡаҙаҡҡол,
Ҡаҙаҡҡолдың улынан
Ҡасҡын тигән ул тыуған.
Ҡасҡын илгә һыймағас,
Ул да Урал буйлаған;
Илен яҡлап яуҙарҙа
Батыр булып ҡатнашҡан;
Шул яуҙарҙың берһендә,
Һаҡмар һыуы буйында,
Ҡулға алынып дошмандан,
Үлтерелеп хур булған.
 
 (голосов: 0)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Оран. Рәйес Түләк
  • Башҡортлоҡ. Рәйес Түләк
  • Себергә хат. Рәйес Түләк
  • Танышайыҡ
  • Мәҡәлдәр


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.