Иҙеүкәй атҡа менгәндә, Бөтә илде йыйғанда, Мең баштарын билдәләп, Батырҙарын бүлгәндә, Яйыҡ батырҙың кинйә улы — Туҡ батыр ман әсәһе Иҙеүкәйгә килгән, ти.
— Иҙеүкәй килгәс Уралға, Мораҙым киткәс тағы ла, Ҡаяла ятып мүкләнгән, Ҡояш ашап миктәлгән Шылып төшкән ҡомташтай, Иттән өйгән күбәләй, Ауыҙы тешһеҙ кәмшәйгән, Асыу менән сырайы, Ҡаны ҡасып, йыйырылған; Ил илаған күҙ йәше Күҙен ҡаплап, һулыған Нарыҫ бей ҙә түҙәлмәй, Йөрәге ярылып, йығылған.
Аҙнай, Ҡасҡын, Ҡаныҡай, Бикҡол батыр йөҙҙәрен — Келәйле йыйып барыһын, Үҙенә һайлап һыу башын, Меңенә төйәк яһаған117.
Яйыҡ батыр улдары: Әлшәй, Аслай, Ташлыбай, Ҡаип, Ҡармыш, Сураҡай, Сурай, Идрис — барыһы Бер әсәнең балаһы. Йәш бисәнән тыуғанға Туҡ батырҙы ситләтеп, Һигеҙе генә мең булып, Нарыҫ бейҙең төйәген, Тау яғалай итәген, Үҙҙәренә билдәләп, Ҡуныш итеп һайлаған, — Тип, Туҡ батырҙың әсәһе Иҙеүкәйгә һөйләгәс, Иҙеүкәй, Тукты йыуатып, Былай тиеп әйткән, ти:
— Атанан етем ҡалғандың Йөрәген һары алмайса, Күҙе йәшкә мансылып, Дошман, дуҫын айырып, Урманда уҡ юнмайса, Ҡара төндөң эңерен Үҙе таңға бормайса, Өлкәр менән Сулпанды Тағы айырып белмәйсә, Тимер ҡаҙыҡ йондоҙон Юлға билдә ҡылмайса, Батырмын тип ир-егет Яуға атын менерме? Һайыҫҡандай сыбарҙы, Һынамаған ир йыйып, Батыр яуға сабырмы?
Атаң алып әсәңде, Намыҫын тапап бер илдең; Үҙенә уҡ төҙәтте. Күҙгә сыҡҡан арпалай, Сит ҡандан тыуған тиеп, Һине тағы был илдә Ағаларың ситләтте118. Ҡара көндө тыуғанға, Ауырлыҡтар күргәнгә, Илең өсөн атаңдың Һырҡырап аҡҡан ҡандары Күҙ йәшеңә ҡушылып, Йөрәгенә һөрөм булғанға, Егетлек йәшең үҙеңдең Билеңә ҡорман быуҙырып, Урал битен саңлатып, Ҡойон-дауыл уйнатып, Алғыр бөркөттәй үҙеңде Ҡыйғыр итеп танытты.
Атанан туғыҙ тыуһаң да, Бер ҡашыҡтан ейһәң дә, Маңлай тирең сығарып, Яуҙа бергә булһаң да, Үнгәнле батыр булһаң да, Яңғыҙ ҡалдың терәкһеҙ; Яңғыҙ ҡалып нөгәрҙән*, Ас ауыҙынан ем көткән Бала ҡоштай тилмереп, Күҙемә ҡарап килгәнһең; Уғым ҡанға буярға Күҙең текәп килгәнһең.
Иҙеүкәй тигән атымды Ырыҫыңа шоңҡар итәйем, Батыр тигән данымды Үҙеңә юлдаш итәйем; Яңғыҙ ҡара көнөңә Йәнем ҡорбан итәйем; Ҡола атым сапҡан юл Ерекмәҫ юл итәйем. Булат ҡылысым һурғанда, Ил теләге тигәндә, Баш эймәһә атам да, Ҡоро күнәк күтәреп Юлыма сыҡһа119 әсәм дә, Нарыҫ төйәге эсендә Ҡан даръянан бер йылға Ҡушлап ағыҙып китәйем! — Тиеп асыуын сәсеп, Иҙеүкәй атҡа менгән, ти, Батырҙарын эйәртеп, Нарыҫҡа ҡарап елгән, ти. Нарыҫҡа барып туҡтағас, Меңбаш булған батырҙың Барын йыйып алған, ти. Нарыҫ бейҙең йәйләүе Балҡан тауға киткән, ти.
Иҙеүкәй килгәс, меңбаштар Үҙ меңдәрен йыйған, ти. Тыу бейә һуйып, ил йыйып, Шапырып ҡымыҙ йыйышып, Данлы ҙур туй ҡорған, ти. Алдыр-алдыр тултырып, Иҙеүкәй ман Мораҙымға Тәүҙә башлап биргән һуң, Меңбаштарын ал тотоп, Аяҡсылар алдырҙы Барына биреп сыҡҡан, ти.
Туҡ батырға Иҙеүкәй, Бүтән батырҙар һымаҡ, Ҙурлап алдыр бирҙергәс, Аяҡсы биргән алдырҙы Туҡ батыр ҡулға алғас, [Әсәһенә текәлеп,] Ошо һүҙен әйткән, ти: — Ҡыҙ булһаң да, тайшанмай, Аҫау тотоп менгәнһең; Ҡаҙаҡ иле, киң илдә Батырын да күргәнһең; Сая, сая буйланың, Ҡоҙоҡ та һыуын һыуланың; Атам атҡан йөҙөктө Бүләгем тип алғанһың120.
Ҡарсыға түш, ҡуян бот, Моңдаһы ман һигеҙ күҙ Күп йылҡыға ҡарата Йүгереклеген белдереп, Һебәһе мән аҡтанан*, Егәр* билдәй, ҡалҡыуыраҡ, Осло соңҡа, ҡуш урай, Ҡамыш ҡолаҡ, осло эйәк, Сыпыш ҡойроҡ, ҡырас ял, Ҡарсыға морон, киң танау, Ата бөркөт ҡабаҡлы, Ҡубаға ҡабырға, суртан тән, Киң янбашлы, тар бөйөр, Күнәктәрен уйнатып Һыуға барған ҡыҙ һымаҡ, Текә баҫып, баш ташлап, Йылғыр атлап, бышҡырып, Әлән-йөлән ҡаранып, Ҡолаҡтарын ҡайсылап, Ҡара төндә йылтындап. Алғыр бүре күҙендәй, Күҙ бәбәген сытлатып, Күҙ аҡтарын аҡайтып, Ауыҙлыҡ сәйнәп, асыуҙан Ауыҙҙарын күпертеп, Менгән кеше, ҡартлығын Онотоп, йәшкә әйләнгән, Күргән кеше, һоҡланып, Күргән ерҙә таң ҡалған, Елгәндә саң уйнатҡан, Сапһа, ҡоштай елкенеп, Артынан дауыл уйнатҡан Алма сыбар ат менеп, Атамды һөйөп ҡасҡанһың.
Ҡаҙаҡ иле киң илдә Батырын да күргәнһең, Урамал сабып ерендә, Ҡымыҙлыҡ йыйып саяңда, Күс-күс булып йәй күсеп, Тирмә ҡороп, ҡуй һауып, Күжә* эскән илеңде, Тыуып үҫкән ереңде, Ҡарағым* тигән ағаңды, Айнам* тигән әсәңде, Тамырым тигән дуҫыңды, Йөҙ ҡараһын* ҡалым тип, Йәштән алған бейеңде121, Ҡоҙоҡ, ҡоҙоҡ һыу биргән, Бала өйрәктәй һыу ингән «Табан тал» тигән уйыңды122 — Барын ташлап киткәнһең. Ҡотон биргән атаңа, Һөтөн биргән әсәңә, Туйың көткән илеңә, — Барына дошман булғанһың123
Йөрәгең етмәй, ҡолонға Һирпеп ҡороҡ һалмаған, Маталмаған* бейәгә Күнәк тотоп килмәгән, Ҙур мөгөҙлө ҡусҡарҙың Алдынан ҡуҙын* алмаған, Кирәгә табын ҡомлаған Һуҡыр сыскан-күсәне Ҡаялағы айыуҙай Һанап, сыр-сыу һикергән; Күҙ бәйләнһә, тирмәнән Сығып һыу ҙа эсмәгән, Ҡурсак менән туй яһап, Кейеҙ йәйеп уйнаған Бер ҡыҙ бала булһаң да, Атам менән йәнәшә Күп яуҙарҙа булғанһың.
Себен тешләп киткәндә, Күҙ ҡабағың шештереп; Йәйҙең эҫе көнөндә Мороноң ҡанап, иҫ юйып; Көҙгө ҡырау төшкәндә, Елән ташлап, тун кейеп; Еләҫ елдәр иҫкәндә, Дауыл килә тип, сыу килеп, Ышыҡ эҙләп йүгереп Үҫкән генә әсәйем Бейә һауымы араһы124 Аш-һыу күрмәй торғанда, Эҫе йәштәрең түгеп, Май, ҡорт һорап илаған; Ырашҡы яуып торғанда, Ҡар бураны өргәндә, Ыҙғырыҡ ел иҫкәндә, Ас бүреләр йыйылып, Шаулап олоп торғанда; Яурыныңдан дошмандың Уғы үтә сыҡҡанда; Йәйге селлә көндәрҙә Һыу табалмай ҡаңғырып, Тамактарың кипкәндә; Өс-дүрт көндәр буйына Тел өҫтөнә һалырҙай Бер киҫәк нан* күрмәйсә Асҡа тилмереп йөрөгәндә, Атама юлдаш булғанһың. Ҡара көндө яҡты тип, Атам менән көлөшөп, Ҡая ташын түшәк тип, Йола буйса буй алып, Туғыҙ айҙа табырҙы Ете айҙа тапҡанһың, Миңә әсә булғанһың; Артыҡ бүкән булдың тип, Мине ороп ташламай, — Ҡарағым тип йыуатып, Мине һөйөп яратып, Йөрәгеңде һыҙлатып, Иң башыңа мине артып, Үҙең яуға сапҡанһың.
Мең башының аяғын, Әсәм, һиңә бирәйем; Минең урынға аяҡ баҫ; Һинең урында торайым; Ошо еңгән туйымды Һинең туйың тиәйем; Батыр итеп үҫтергәс, Шатлыҡ күр һин, тиәйем. Бөтә ырыу йәйгәндә, Үҙ тоҡомон күргәндә, Күстән ҡалған ҡарасайҙай*, Бер яңғыҙың торғанда, Ҡаҙаҡ ҡыҙынан тыуған, тип Ер-һыу бирмәй был илдә Яңғыҙым ҡаңғырып торғанда, Күҙең һалып йөҙөмә, Аҡыл биреп үҙемә, Аҡ шоңҡарҙай талпынған, Таң сулпандай балҡыған, Тимер ҡаҙыҡтай тайшанмай, Монар баҫҡан көнөмдә, Буран баҫҡан юлымда Маяҡ ҡаҡҡан ҙур ҡашҡа — Иҙеүкәй батыр ҡашында Аһым һөйләп торғанда, Аҙашмаҫлыҡ юл һалып, Батыр итеп күргәндә, Һинән алда мин эсеп, Илдә данлы буламмы? Һинең бәҫең китәреп, Һинең улың буламмы? — Тигән һүҙен бөткән дә Әсәһенә үҙенең Алдырын ул биргән, ти.
Әсә шатлыҡҡа түҙмәй, Тәмләп-нитеп тә тормай, Ҙур алдырҙы бер тындан Төп күтәрә эскән, ти. Балаһына алдырын Ҡайтарып та бирәлмәй, Күҙ алдары ҡарайып, «Ағыу булды был, балам, Абайламай эсмә!» — тип, Һүҙен бөтөр-бөтмәҫтән Йығылып йән биргән, ти125.
Быны күргәс, Иҙеүкәй, барына күҙ йүгертеп, тағы бер ҡат әсәгә ҡарап, ҡаты асыуланып, ошо һүҙен әйткән, ти:
— Бей гүренә инһә лә, Минән ҡурҡып йөрәге Түҙмәй йығылып үлһә лә, Күләгәһе һаман да Балҡан тауҙың буйында Тороп ҡалған — күрәмһеҙ? Булат ҡылысын тотоп, Ҡола ат менеп, теш ҡайрап, Алдығыҙға кем килде, — Уны барың беләмһеҙ?
Ҡуш урҙаға баш булған, Ҡуш айҙарлы мырҙалар Һарауыслаған өй ҡороп, Алтын тәхет өҫтөндә Арыҫландай баҡырынған; Кейгәне ебәк, ҡамҡа тун, Менгәне толпар ат булған; Өс-дүрт быуын буйына Мираҫтан-мираҫ ҡалдырып, Башынан сылым килмәйсә, Ил өҫтөнә бей булған; Алтын табаҡтан аш ейеп, Мамыҡ түшәк өҫтөндә Ятҡан ерҙән һуҙылып, Ҡол ҡулынан һыу эскән; Туғыҙ ай буйы күтәреп, Йә, хоҙай, тип ҡыҙ табып, Ярҙамсым тип ул табып, Төн йоҡоһон ҡалдырып, Бәғерем тип йыуатҡан, Ҡулына алып тирбәткән, Һөт имеҙгән әсәне; Арҡаларын бөкөрәйтеп, Маңлай тирен һыпырып, Себеш туйҙырған тауыҡтай, Көнөн-төнөн соҡсоноп, Ас балаға ем эҙләп, Көн үткәргән атаны — Барын талап ҡол иткән; Батыр булыр баланы Етем-еҫер ҡалдырып, Албаҫтылай ҡурҡытып, Ғазраилдәй йән һорап, Үҙен хоҙай танытҡан126, Аҡ Урҙала хан булып, Туҡтамыш тигән дан алып, Ил талаған бер ханды Тәхетенән осороп, Арҙаҡланған аҡ тәнен Ҡара ерҙең аҫтында Ҡорт-ҡуңғыҙға ем иткән, Урал буйын, Урҙаны Таң ҡалдырып дан сәскән Иҙеүкәй тигән ир килде!
Иҙеүкәй һуғып айыуҙы, Илдә батыр булманы; Күҙ йәшенә екетеп, Керпеген ҡойған әсәне Үлтереп ҡашҡа булманы. Битенә килер оятты Үҙе белеп йыуарҙай, Биленә ҡорманын быуып, Уғын атып дошмандың Ал табынын быуырҙай Иҙеүкәй тигән батыр ҙа Әсәнән шәрә тыуғанда, Ер һелкетеп күкрәген Ҡалҡып сыҡҡан болоттай, Атанан батыр тыуманы!
Үҫеп килгән балаһын Хандар тартып алғанда; Бил бөкөрәйтеп әсәнән Һыу ташытҡан сағында; Ухылдатып атанан Утын ярҙырған сағында; Ҡатындарҙың, тол ҡалып, Йөрәге һыҡтаған сағында; Илде бүреләй талап, Батырҙарын һуйҙырып, Ҡан йылғалар аҡҡанда; Күҙ йәшенән йыйылып, Күлдәр хасил булғанда; Ай Уралым, Уралым, Уралым тип, илем тип, Илем тиеп, халҡым тип, Иҙеүкәй — Иҙеүкәй булды ул! Ошо һүҙен әйткән дә, Ҡылысын алып, Иҙеүкәй Һаба-турһыҡтың барын Пыран-заран ярған да, Ыулы ҡымыҙ көрөнөн Балҡан тауҙан ағыҙып, Күлде ап-аҡ яһаған.
(Был туйҙан һуң халыҡтар Ул күлдән һыу эсмәгән, Үткән-һүткән юлсыға; Асылы күл, һыу алма, тип, Атың һуғарып, тағы ла Атһыҙ тороп ҡалма, тип Әйтеп торор булғандар. Шул көндән һуң был күлде «Асылы күл»* тигәндәр.) |