Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» ХХII. Иҙеүкәйҙең Уралға ҡайтҡаны, Мораҙым менән аңлашҡаны
15-02-2010, 12:25 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1410
Иҙеүкәй берҙән-бер көнө
Яуға батырҙар һайлап,
Фирҙәүесте бергә алып,
Эйәрҙәре алтынлы,
Йүгәндәре көмөшлө,
Икеһе лә бер төҫлө
Буҙ толпарға атланып,
Урал ҡарай юл тотҡан.
Яйыҡ аша сыҡҡан, ти,
Бәләкәй генә Төйәләҫ
Тигән һыуҙың буйында
Баба Төкләҫ ҡәбере
Янын төйәк иткән, ти.
Иҙеүкәйҙең килгәнен
Мораҙым да ишетеп,
Батырҙарын эйәртеп,
Бәхилләшә килгән, ти.

Иҙеүкәйҙең яу башы,
Төрөкмән батыр — ҡор башы,
Бөтә йөгөн бушатып,
Тирмә ҡороп шул ерҙә,
Ат саптырып бейҙәргә,
Быны хәбәр иткән, ти.
Ат менеп, ер һелкетеп,
Төн эсендә бөтә ил,
Инәһен тапҡан бал ҡорттай,
Барыһы килеп еткән, ти.

Мораҙымды саҡырып
Иҙеүкәй алған аулаҡҡа,
Һабрауҙы — уң яҡҡа,
Иҫәнбайҙы — һул яҡҡа,
Ҡыпсаҡ, Табын, Ҡатайҙы,
Тамъян ман Юрматыны —
Барын теҙеп ултыртып,
Эштең барын һорашҡан.
Иҙеүкәйгә Мораҙым,
Береһен дә ҡалдырмай,
Энәһенән ебенә
Барын теҙеп һөйләгән.

Иҙеүкәй:

— Батыр ҙа батыр икән һин,
Урҙаны ташлап, Уралға
Ҡайтып киткән батыр һин!
Тора бейгә дуҫ булып,
Нарыҫ бейҙең торлағын
Төйәк иткән батыр һин!

Биләнсек башы биш тирәккә
Билге төйгән батыр һин!
Тора бейҙең еренә
Еле лә ҡаҡҡан батыр һин!
Бейҙән дуҫың күп булғас,
Биш бейәгә бер ҡолон
Тилеп ятҡан батыр һин!
Тыныс ятҡан Урҙаны —
Уны ла ынйытҡан батыр һин!
Морон төрткән Сатмырҙы
Шомға һалған батыр һин!
Ыласын ҡунмаҫ ҡарағас
Яһап киткән Урҙама
Аяғыңда типкес юҡ,
Йөҙләп тыуын бер ҡыйғыр
Юҡ итерҙәй ҡарыуһыҙ,
Ҡаҙ ҡундырған батыр һин! 112
Аҡ һөйәге сыныҡҡан,
Күңеле һиңә береккән,
Ҡылысың һөрткән Ынйының,
Олатайҙар һүҙенә
Иҫкә алмай эш итеп,
Эйелгән башын юҡ иткәс,
Ҡылысың һөртөр һылыуҙы
Инде ҡайҙан табырһың?
Таяныс булып Тораға,
Уралдың ҡыу утына
Ут һалдырып көл иткәс,
Утты ҡайҙан утларһың?
Кисеү бирмәҫ Иҙелгә,
Баҫма булып бейҙәргә,
Торанан Иҙел кистергәс,
Һыуына ҡан ҡойҙорғас,
Һыуҙы ҡайҙан эсерһең?

Ыласындай Уралдың
Батырҙарын Торанан
Ҡыу иттергәс, Мораҙым,
Һунарға ат менгәндә,
Ниндәй ҡошто сөйөрһөң?

Мораҙым:

— Урҙанан мине Уралға
Олаҡтырған шом булды;
Тора ханға дуҫ булыу
Алда торған сер булды;
Нарыҫ бейҙең торлағы
Муйыныма уралған
Йыланды табыр ер булды.

Биләнсек башы биш тирәккә
Билге төйҙөм йорт өсөн;
Биш бейәгә бер ҡолон
Мин тиленем һөт өсөн;
Табыныма ил йыйып,
Көрәгәмде тултырып,
Иш һайларға үҙемә
Ханға ҡаршы яу өсөн,
Тора бейҙең еренә
Еле ҡаҡтым ил өсөн.

Тыныс ятҡан Урҙаны
Ынйыттым мин ҡон өсөн;
Ыласын ҡунмаҫ Урҙаға
Яйрап түлен йәйергә
Ҡаҙ ҡундырҙым ил өсөн;
Морон төртөр Сатмырға
Атҡа менеп туҡһаңлап,
Ҡул һуҙмаҫҡа бөтә илгә
Шомом һалдым ил өсөн.

Эйелгән баш Ынйыны,
Башын сабып, юҡ иттем,
Дошманға тип ҡайраған
Ҡылысымды тубарып,
Маяҡ теккән биләнгә
Ҡылыс уҡтатҡан өсөн.
Хан ҡыҙынан айырылһам,
Күҙе йәшле, ғүмергә
Илап йөрөгән, Уралдың
Һылыуын һайлап һөйөрмөн.

Ҡыныға ҡылыс тыҡҡанды
Тора күреп ут һалһа,
Ҡара һыуға* ҡан ҡойһа,
Йөрәген ярып, һөҙгө итеп,
Тондороп битем йыуырмын;
Уралыма ут һалһа,
Ҡаны менән һуғарып,
Йәшел үлән сығарып,
Үртәндән ут утлармын.

Таҙа йөрәк, һылыу йөҙ,
Мораҙым булып танылғас,
Ҡара арғымаҡ урынына
Толпар һайлап ат менгәс,
Иҙелдән һыу эсермен.
Ете ырыуҙың төйәге
Уралымдың дошманы
Тораны ҡыуһам Уралдан,
Яҙығымды йолармын113.

Был һүҙҙәрен ишеткәс,
Иҙеүкәй барын төшөнгән,
Бөтә халыҡтың алдында
Мораҙымды ҡосаҡлап,
Йөрәгенән һөйләгән:
— Торомтайҙай йылғыр ҡош булмаҫ,
Турғай ҙа тибер, — ҡаҙ алмаҫ114.
Сүлдә лә үҫкән Мораҙым
Тора ла бейҙән хур булмаҫ.
Тәлтермәҫ тигән йүгерек уҡ
Батырға яуҙа иш булмаҫ.
Ак һөйәкле үҫкән бей
Яу батырға куш булмаҫ.
Атанан тыуған ул бала115,
Ул үҫтермәй, атаның
Ҡәҙерен белер ул булмаҫ;
Әсәнән тыуған ҡыҙ бала,
Ҡыҙ үҫтермәй, әсәнең
Ҡәҙерен белер ҡыҙ булмаҫ.

Атанан тыуған ир бала,
Иле лә һөймәй, ир булмаҫ;
Иле лә һөймәҫ ир-батыр
Илһеҙ ҙә йөрөп дан алмаҫ;
Ил тибәргән дан батыр
Донъяла мәңге ҡала алмаҫ.

Бауҙа ла торған талпынып
Аҡ шоңҡарҙай, һының бар;
Илгә лә ҡылдың ҙур яҙыҡ;
Егет тә булып елкенеп,
Атыңа менеп яу сабып,
Атаң да тыуған Уралда
Ғәйрәтең һалып, дан сәсеп
Аҡлай ҙа торған ҡоноң бар.

Иҙеүкәй һүҙен тыңлағас,
Мораҙым ултырып илаған.
Атҡа менеп, яу асып,
Иҙел буйҙарын буйлап,
Дошман бейҙәрҙе турап,
Димде, Симде, Иҙелде,
Бөтә Урал армытын
Таҙартырға бейҙәрҙән,
Алмас ҡылысын үбеп,
Бөтә илдең алдында
Иҙеүкәйгә һүҙ биргән.
 
 (голосов: 0)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Оран. Рәйес Түләк
  • Башҡортлоҡ. Рәйес Түләк
  • Себергә хат. Рәйес Түләк
  • Мәҡәлдәр
  • Танышайыҡ


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.