Ак Урҙанан яңы бей Сатмыр ханға килгәс тә, Иҙеүкәйҙе тәү күреп, Бөтә серҙе асҡас та, Иҙеүкәй эште аңлаған. Эштең төбөн барын да Сатмыр ханға әйтмәгән.
Сатмыр хан был йәш бейгә Ҡырын күҙен һалған, ти. Иҙеүкәй быға юл ҡуймай, Сатмыр хандың янында Был йәш бейҙе яҡлаған.
Иҙеүкәй, бейҙе оҙатҡас, Был бей аша Уралда Яу сыҡҡанын ишеткәс, Сатмыр ханға аулаҡта Үҙ теләген аңлатҡан: — Ай, оло хан, уйласы, Әйткән һүҙем тыңласы! Үҙең атҡа менмәгән, Һис тә яуҙы күрмәгән, Атанан мираҫың итеп, Ханлыҡ алған ир түгел!
Төнгә аҡҡан Иртешен*, Көнгә аҡҡан Балҡашын* Ике имсәк һанаған, Буйында илен йәйҙергән, Тарбаға тау япрағы Бер армытҡа баҫҡан да, «Мин — Сыңғыҙ!» 107 — тип ҡысҡырған, Оло Сыңғыҙ һуңынан Ханлыҡ ҡылған Үгәдәй108 Төйәк иткән урынға, Шуны барып алырға, Һис тә тыныс йоҡламай, Борсолаһың түгелме? Өлкә-өлкә бары үҫкән Иңләп ятҡан типһәнеп Ҡош-ҡортона ояға — Осҡаты ман юшаны; Аты сәсәп, һөмһөрәп, Сабып килгән батырға — Күләгәһенә алырҙай Шыр урманға алышҡан, Унда-һанда һерәйгән Күкһәүел тигән ағасы; Юйып типһән тынлығын Сыр-сыу килеп сәркелдәй Һауыр, йомран, сысҡаны; Ҡоҫоғона аунаған Туйҙа эскән ҡоҙалай Табынынан аҙашып, Ҡамышында йәшәгән Һаҙға аунаған ҡабаны; Боҙға ятып бәрәнләп, Йәше тулып, мандымай, Көҙгә саҡ йөнө ҡупмаған109, Дегәнәккә һырылған Бүлтеректән ҙур түгел, Аҡһыл ҡарһаҡ бүреһе; Ҡуҙ еҫенә ҡалғыған, Алпанлаған байғоштай, Ятһа, ҡуныш табалмай, Унда-һанда күренгән Аҙап бөткән айыуы; Яуҙан ҡалған аяҡһыҙ, Менәренә аты юҡ, Ҡайта торған йорто юҡ, Ҡамыш төбөн һаҡлаған, Ат урлаған ҡараҡтай, Көндөҙ ятып йоҡлаған, Осалмайса зарыҡҡан, Ҡапһаң, ите һаҙ татыр, Тауыҡ аяҡ, ҡашҡа баш Күл, йылғала өйрәге — Бары буйын йәмләгән; Буйын буйлап йөрөгәндә, Ҡом бураны уйнаған; Уба-уба тоҙона Бөтә иле маһайған; Өҙәңгенән бүтәндек Илендә тимер сыҡмаған; Сыңғыҙ хандың ясаһын* Бөтә илгә йола тип, Оран һалған Сығтайҙың110 Төйәге булған Алатау*, Уны ла аламын тип, Елкенгән — һин түгелме?
Яуҙа үҫкән ир батыр Өйҙә тыныс йоҡлармы? Күбәләген, бал ҡортон Үҙ буйына арбаған; Алһыу, ҡыҙыл сәскәһен Ҡулына тотоп һылыуы Маҡтап, һөйөп йырлаған, Хоҙай бирер йәннәттән Туғайы һылыу Уралтау!
Үҙәк буйын ҡараһаң, — Бәйләнеп ятҡан кәрешкә; Аҡлан, сағыл буйҙары — Ҡылған, сәскә һәр төҫтә; Ҡолағында алҡаһы Елберләгән һылыуҙай, Көнәркәш үҫкән ағаслы; Балаһын көткән әсәләй, Ҡуйынын асҡан ҡаялы; Ҡайнап-ҡайнап, ҡабарып, Ҡалҡып килгән болоттай, Бик алыҫтан күгәреп, Ҙур япраҡлы ағастай Күренеп ятҡан Уралтау! Бер йәнде лә ҡуймаҫтай — Бөтәһен айҡап йөрөгән Айыу, бүре, бөркөтө — Улар ҙа һөйгән Уралтау!
Ҡанаттарын талдырып, Түл йәйергә ынтылып, Туғайын, күлен һағынып, «Уралым!» — тип саңҡылдап, Йәш баланың күңелендә Моңло аппаҡ аҡҡоштар — Улар ҙа һөйгән Уралтау! Таң сулпаны ҡалыҡҡас та, Таң һыҙылып атҡас та, Һаҙ талын һайлап һайраған Һандуғас та һөйгән тау!
Йылғыр елдән ҡағылмай, Һүҙҙәрен сит аңламай, Араһына ят кермәй, Көңгөр-ҡаңғыр серләшкән Егет менән һылыуҙай, Көмөштәй улаҡтан сылтырап, Йылғыр аҡҡан йылғаһы — Улар ҙа һөйгән Уралтау!
Ботағы алтын алҡалай, Япрағы көмөш тәңкәләй, Теҙелеп күккә артылған, Ағасы ҡаплап өҫкәйен Йәмләндергән Уралтау! Күлендә йөҙгән ҡаҙ, өйрәк, Талында һайрап ҡоштары, Йәш балалай уйнаған Битендәге йәнлеге — Бары маҡтаған Уралтау! Барына әсә — Уралтау! Барына ата — Уралтау! Шунда үҫкән мин батыр, Миңә лә ата — Уралтау!
Атам кейәү булған ер, Әсәм килен булған ер, Өҫтөм ап-аҡ йыуған ер, Ҡолон айғыр булған ер, Ятып ҡалған бер бәрәс Мең ҡуй булып үргән ер! Һәр төҫтәге йылҡынан Өйөрө туғай тултырған, Балығы тайҙай тулаған, Баҡаһы ҡуйҙай һыулаған, Ете ырыу, ун ике йорт — Урал һөтө Иҙелем Барыһын да һуғарған; Һыуы тәмен һалмаған, Эсмәгән йән ҡалмаған Иҙел, Яйыҡ, Димдәрҙең, Һаҡмар, Эйек, Әйҙәрҙең* — Ата-бабам бары ла Быуын-быуын торған ер! Ата-әсәләй Уралын, Үҙе тыуған төйәген Һөймәгән ир булырмы? Әсәм тыуған бейек тау — Баба Төкләҫ һарайы. Иҙелдә тороп уҡ атһа, Яйыҡҡа барып юғалған; Үҙе тауҙа ултырып, Ун ике бейҙе үлтергән, Теләгенә еткергән, Тояғы ергә теймәгән Толпарҙан ғына ат менгән, Үҙе һөйгән дуҫына Артығым китә тимәгән. Баба Ғәзиз улынан — Әүлиә Төкләҫ бабанан Тора тигән ул тыуған. Иҙел, Димдең буйында, Атанан ҡалып, бей булған — Ата юлын ҡыумаған (Илем шунан ҡыураған*, Шуға йөрәге ташмаған) Илгә батыр булырмы? Ат уйнатҡан батырҙың Барын сүпләп хур иткән, Кәпәс кейгән батырҙың Барын йыйып ҡол иткән, Һылыу ҡыҙҙың барыһын, Егетен һуйып, тол иткән, Көләс йөҙлө илемдең Күҙ йәшене күл иткән, Батыр тыуған йорттарҙың Барыһын да көл иткән Нарыҫ тигән бер батыр Ил таларға яу йыйған. Шул дошманға яу асмай, Батыр ятып тынырмы? Иле ҡанға батҡанда, Ҡанһыраған илене Яҡлап сапмаған егет Илгә батыр булырмы? Үҙ илемә ҡайтайым, Баба Төкләҫ тауына Менеп уғым атайым! Иҙелем быуып, тынсытып. Илемә ирек бирмәйсә, Малын алып, йонсотоп, Ил талаусы бейҙәрҙе — Барын илдән ҡыуайым!
Иҙеүкәйҙең был һүҙен Сатмыр аулаҡ тыңлаған, Сер һыйырҙай бейҙәрен Йыйып, барын һөйләгән. Кәңәш-төңәш иткәндә, Сатмыр хандың бейҙәре Иҙеүкәйҙең теләген Береһе лә ҡаҡмаған. Сатмыр хан да шул саҡта, Йылмайып ҡарап торған да, Иҙеүкәйгә ҡарата Былай һүҙен башлаған:
— Ай, Иҙеүкәй, Иҙеүкәй, Ҡайҙа баҫһаң, шул ерҙә Ни теләһәң — эшләнең. Туҡтамышта торғанда, Бөтә хаким, аптырап, Бер яуапһыҙ ҡалғанда, Һин яуапһыҙ ҡалманың.
Һинән булдым һорарға: Берәү барған баҙарға Бер йөк күмер һатырға; Һораған өс етмештек111 Йөгөндәге барына. Алыусы ҡарап торған да, Ун етмештек биргән дә, Нәмә булһа йөгөндә — Һатып алған барын да. Күмерен өйгә илттергән, «Йөккә ат та инә», — тип, Алып ҡалған атын да.
Миңә килгәс дау ҡылып, Һатыусыны ҡаҡтым да, Алыусыға була, тип Алып бирҙем атын да. Бына шул эште һин Нисек хөкөм итер инең, Хаким булһаң әгәр ҙә?
Иҙеүкәй:
— Күмер һатҡан һатыусының Бите ҡара, күңеле аҡ; Илдә туған теле бер, Уның бүтән теле юҡ. Йөк тигәнем күмер тип, Тартыусы йөк түгел тип, Йола ҡушҡан эш күреп, Йөгөн барын һатам тип, Бар булғанын һатҡан ул.
Алыусы ул сауҙагәр, — Ике күңел, ике тел: Бер күңеле һөйләшкән, — Һатыусыны алдарға Икенсеһе уйлашҡан. Йөгө өҫтөндә ултырып, Сауҙа итһә һатыусы, Алыусы уның үҙен дә «Бар булғаны» иҫәпләп, Мәңге тотоп ҡол итһә, Алыусының ирке бар!
Сатмыр хан:
— Кейәү булдың үҙемә, Ҡара яҡманың йөҙөмә. Айырылыр дуҫ эйәрҙең Арт ҡашын һорай, тигәндәй, Үпкәләштән булмаһын, Яуға барыр сағымда Балтаһыҙ ҡыуып урманға Мине оҙата, тигәндәй, Күңел ҡалыу булмаһын! Мине Сатмыр яһаған Ҡылысымды үҙеңә ал; Күп яуҙарға йөрөткән, Һине Иҙеүкәй танытҡан Булат ҡылысың, аямай, Ҡомартҡы итеп миңә һал!
Иҙеүкәй:
— Әйткән һүҙең һүҙ булһын, Арала уй бер булһын: Ҡылысың тотоп биргәндә, Ни булһа ла, — берлектә Миңә булһа, шул саҡта Булатымды бирәйем!
Элеүле торған булатын Иҙеүкәй алырға ымлаған. Сатмыр хан да шул сағын Биленә таҡҡан ҡылысын, Алтын һаплы ҡылысын Иҙеүкәйгә бирергә Уң ҡулына алған, ти, Халыҡ күреп торған, ти.
Иҙеүкәй шунда Сатмырҙың Ҡылыс менән уң ҡулын Бергә ҡуша тотҡан да: — Ҡылыс менән берлектә Ни булһа ла миңә, тип Һүҙ ҡуйыштыҡ, оло хан! Ҡылыс тотҡан уң ҡулың, Ҡылыс таҡҡан муйының, Үҙең әйткән хөкөмсә, Миңә була, оло хан!
Быны ишеткәс, Сатмыр хан Үҙе ҡылған хөкөмдөң Баш китерлек, ҡурҡыныс, Бер яман эш икәнен Үҙ эсенән уйлаған. Шунда, ултырған ерендә, Хөкөмөнә боҙҙороп, Ат алыусы артынан Бер кешене ебәргән.
Сатмыр хан:
— Тау-таш ярыр батырһың, Ил тоторҙай аҡылың бар; Яу сабырға ат менһәң, Ил эйәртер һының бар. Тағы әйтер һүҙем бар, Ҡуя торған шартым бар. Ошо һүҙемдең осон Табып сисһәң, Иҙеүкәй, Ни теләһәң, ҡарыуһыҙ Бирә торған уйым бар; Ышанмаҫтай һүҙең мән Һүҙем алдыҡ сығарһаң, Ала торған ҡоном бар. Борон үҫкән бер үлән, Оҙон булған был үлән. Бер батыр ат менгән дә Күләгә буйлап сапҡан, ти, Өс көн, өс төн киткән, ти, Осона саҡ еткән, ти.
Бына, Иҙеүкәй, һин батыр, Яуабың бир ошонда. Яуап бирмәй аҙаһаң, Алдыҡ ул тип арбаһаң, Булатың ҡалдыр йортомда!
Иҙеүкәй:
— Йолаһыҙ ҙа ундай эш Була килә донъяла. Бына беҙ бер атанан — Берәү түгел, өс бала. Атам, бейлеген юйғас, Мал-тыуары булмағас, Табып алған бер бәрән — Таштан тыуған ҡаяла. Бәрән булған өс көнлөк, Иртән үҫкән бер айлыҡ, Ике көндә — бер йыллыҡ; Тәкәһе юҡ, ние юҡ, Бишенсе көн был бәрән Бер туҡтамай бәрәнләп, Бер көн тыуған бәрәнгә Мал тупланыҡ — иҫәбе юҡ.
Шул полона атайым Ҡырыҡ нар алды егергә; Өс ағайым, йөк тейәп, Ситкә китте сауҙаға. Өс ағам да ҡайтманы, Атам эҙләп тапманы. Бына хәҙер мин белдем Уларҙың ҡайҙа булғаның, Уларҙың малын талап, Ниндәй кеше алғанын; Һинең өҫтә күргән һуң Ҙур ағамдың сапанын, Һин үлтергән икән, тип Бына хәҙер уйланым.
Минең һүҙҙе алдыҡ, тип Икеләнеп уйлаһаң, Үҙең шартың буйынса, Ни һораһам, ҡарыуһыҙ, Миңә күп яу бирәһең. Минең һүҙҙе ысын, тип Раҫларға тырышһаң, Ошо бейҙәр алдында Ағамдарҙың ҡоно өсөн Үҙ башыңды бирәһең.
Быны ишеткәс, Сатмыр хаң Аптырауға ҡалған, ти. Үҙ әйткәнсә, Иҙеүгә Бик күп яуын биргән, ти. |