Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» XX. Мораҙымдың Уралда атаһын яманлап һөйләгәне, Һабрау ҡарттың Иҙеүкәйҙе яҡлағаны
15-02-2010, 12:32 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1452
Туҡтамыш хан бөткән һуң,
Уралдан ҡул тартҡан һуң,
Тора менән Нарыҫ бей,
Икәү бергә йоплашып,
Уралға ҡул һуҙарын
Сала-сарпы белгән һуң,
Ҡыпсаҡ, Ҡатай, Табындар,
Юрматы, Тамъян — барыһы
Тора бейҙәргә ҡаршы
Яу асырға торғанда,
Илде бергә тупларға
Иҙеүкәйҙе көткәндә,
Ер ҡаплаған мал менән
Мораҙым ҡайтып төшкән, ти.

Быны күргәс батырҙар:
«Бишәүҙән алтау яҡшы, — тип, —
Атаң ҡайтһа етегә,
Атаң ҡуйған бейҙәрҙе
Барын ҡыуып бей булған
Нарыҫты беҙ ҡыуырбыҙ;
Баба Төкләҫтән ҡалған,
Яҡшынан яман тыуған,
Ил таларға йыйынған
Тора бейҙе һуйырбыҙ!» —
Тип шатланған барыһы.

Мораҙым:

— Беҙ-беҙ инек, беҙ инек,
Ат өҫтөндә уйнаған
Ыласын ҡоштай ир инек;
Туҡтамышты емереп,
Аҡ Урҙаның өҫтөндә
Тайшанмаҫтай ир инек.
Яуҙар бөткәс, туй йыйҙыҡ,
Бейә һуйып, һый ҡылдыҡ,
Бер ҡаҙанға һыймаҫтай,
Ике ҡусҡар* башыны
Бергә һалып, хур булдыҡ.

Хоҙа биргән бәхетемде
Атам урлап бур булды;
Мораҙым тигән ир даным,
Намыҫым һаҡлап Урҙала,
Ҡанына һыуһап атамдың,
Ҡылыс һелтәп ер булды.
Мин булдым мин, мин булдым,
Мораҙым тигән ир булдым;
Күктә осор шоңҡарҙы
Ҡулда тотар ир булдым;
Намыҫым тапалып хур булғас,
Мин Уралға боролдом.

Үҙем тыума тыуһам да,
Урал — атам тыуған йорт,
Урал — атам үҫкән йорт,
Йылҡыһы ман тулған йорт;
Бейә һауған һөтлө йорт;
Ҡымыҙ эскән ҡотло йорт;
Ынйы-мәрйен таҡҡан йорт;
Аҡбуҙ толпар юлынан
Урал тауы тыуған йорт;
Яйыҡ, Иҙел батырҙар
Бары шунда булған йорт;
Уларҙан тыуған балалар
Үҙ ырыуын йәйгән йорт;
Ҡыпсаҡ, Ҡатай, Тамъяндар,
Юрматыһы, бүтәндәр
Ете ырыуын йыйған йорт.

Үҙәкләп һуҡҡан тимере
Миңә хәнйәр булһын тип,
Мин — Урҙанан буҫҡан ир,
Уралға батыр булам тип,
Атҡа менеп күскән ир,
Ҡолон-бейә бәйләшеп,
Һауыт-һаба тултырып,
Ҡәрендәш-ырыу йыйылып,
Тора бейҙе, Нарыҫты
Икеһен дә һуйҙырып,
Бер рәхәт йәшәргә
Уралыма ҡайтҡан ир!

Мораҙым һүҙен ишеткәс,
Иҙеүкәйҙе сит күргәс,
Мораҙымдың уйынан
Бар батыр эс тартҡан, ти.
Мораҙымға уйҙарын
Бер батыр ҙа әйтмәйсә,
Ат саптырып, ырыуҙың
Аҡһаҡалын йыйған, ти.
Аҡһаҡалдың барыһы,
Иҫәнбай ҙа, Һабрау —
Береһе ҡалмай килгән һуң,
Мораҙым үҙе ҡайтыуын
Теҙеп һөйләп биргән һуң,
«Туҡтамышты емереп,
Сатмыр ханға буй биреп,
Айыуҙан алып бүрегә
Урҙаны ҡол итте», — тип,
Иҙеүкәйҙе яманлап,
Һүҙен һөйләп бөткән һуң —
Халыҡ аптырап ҡалған, ти:
«Был ни эш?» — тип, шашынып,
Ике-яры бүленеп,
Төрлө һүҙҙәр сыҡҡан, ти.

Илдә даны сәселгән,
Күпте күргән аҡһаҡал
Һабрау ҡарт түҙмәгән,
Бөтә халыҡты туҡтатып,
Ошо һүҙҙе һөйләгән:
— Иҙеүкәй, Иҙеүкәй тигәнде
Һеҙ барығыҙ беләһеҙ;
Мораҙым, Мораҙым тигәнде
Беҙ үҙебеҙ беләбеҙ.
Иҙеүкәй тигән батыр ир —
Тимер ҡаҙыҡ йондоҙо:
Эңер тип ул йоҡламаҫ,
Таңдан ҡурыҡҡан Өлкәрҙәй,
Байыйым тип ыҡламаҫ!

Иҙеүкәй тыуҙы ир булып,
Яңы тыуған ай булып;
Атҡа менде бер булып,
Урал өсөн көн булып;
Хан, бейҙәргә күренде
Ҡурҡыныслы тау булып.
Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ нәҙек ай
Көн-төн һанап нурланыр;
Урта ғүмерен һөргәндә,
Матурланып, тулыланыр.
Айҙың моңло булғаны —
Битен монар алғаны;
Көндөң моңло булғаны —
Битен болот алғаны;
Бейек тауҙың үлгәне —
Башын томан алғаны;
Ай мән ҡояштың үлгәне —
Тонйорап барып батҡаны;
Ағыр һыуҙың үлгәне —
Өҫтөн күк боҙ алғаны;
Ир-егеттең үлгәне —
Илен дошман алғаны;
Ҡара ерҙең үлгәне —
Ҡар аҫтында ҡалғаны;
Ата-әсәнең үлгәне —
Баланан хурлыҡ күргәне.
Илдең нурлы булғаны —
Батырының тыуғаны;
Илдең моңло булғаны —
Батырһыҙ тороп ҡалғаны.

Быуын-быуын үткәндә,
Үлемдән ҡалыр нимә бар?

Малдай ҡаза күрмәгән,
Кешегә бирһәң, бөтмәгән
Үлмәй торған — яҡшылыҡ;
Илен һөйөп ат менгән,
Көндәй тонйорап батмаған,
Башын монар баҫмаған
Батыр ирҙең исеме бар.
Быуын-быуын үткәндә,
Киң донъяла нимә тар?

Киң донъяла уйнаған,
Ҡупшы итек һайлаған
Ҡунаҡсының итеге тар.

Быуын килгән киң илдә
Урман, үлән үҫкәндә,
Тауҙың буйы йәмләнә;
Быуын килгән киң илдә
Батырҙан батыр тыуғанда,
Батыр юлынан сапҡанда,
Атанан күреп уҡ юнһа,
Илдең йөҙө йәнләнә;
Батырҙан батыр тыуғанда,
Батыр юлынан сапҡанда,
Атаға һаҙаҡ ҡайраһа105,
Илдең йөҙө тарлана.

Һабрауҙың был һүҙен
Бөтә батыр ишеткәс,
Мораҙымдың тел төбөн
Барыһы ла төшөнгәс,
Бары халыҡ шаулашып,
Иҙеүкәйгә барырға,
Уны эҙләп табырға,
Бөтә эште һорарға,
Тиешеп һүҙ төйнәгән.

Иҙеүкәйҙән һис андай
Яманлыҡ эш булмаҫ, тип,
Шау-шыу ҡупҡас Уралда,
Мораҙым Урал ташлаған.
Димдең бейе — Нарыҫ бей,
Был ғауғаны ишеткәс,
Тора бейҙән таланып,
Бик күп ваҡыт интеккәс,
Мораҙымды саҡыртҡан.
Мораҙым барғас, ил йыйып,
Нарыҫ үҙенең ҡартлығын,
Батырлығы ҡайтҡанын
Илгә теҙеп һөйләгәс,
Бөтә иле, туй яһап,
Мораҙымды бей ҡылған.

Мораҙым Димдә бей булғас,
Бөтә эште ҡулға алғас,
Дим, Ашҡаҙар* буйҙарын
Тора бейҙән айырырға
Яу асмайса: «Тора бей
Был һыу буйҙан ҡул тартһын!»
Тип, илсеһен ебәргән.
Мораҙымдың һорауын
Тора бей ҙә ҡаҡмаған.
Күрше-күлән дуҫлығын
Белдереүгә, үҙенә
Мораҙымды саҡырған.

Былар икәү дуҫ-татыу,
Бергә бер йыл йәшәгәс,
Алмаш-тилмәш беренә
Ҡунаҡ булып йөрөгәс,
Тора бей ҙә ышанып,
Мораҙымға таянып,
Ямантауҙың итәген,
Иҙел, Яйыҡ, Нөгөштө —
Ҡыпсаҡ, Табын, Ҡатайҙың
Йәшәп ятҡан төйәген
Үҙ ҡулына алырға
Бер саҡ килеп яу асҡан.
Мораҙымды Тора бей
Яуҙа ярҙам итергә
Ат ебәреп саҡыртҡас,
Бер һүҙ әйтмәй Мораҙым
Илселәрҙе ҡайтарған,
Һуңынан да Мораҙым
Тора бейҙе яҡларға
Атҡа менеп сыҡмаған.

Мораҙым батыр бер саҡта
Тәрән уйға талған да,
Ынйыҡайға шомло тел мән
Былай тиеп һүҙ асҡан:
— Атам бер бей булғанмы,
Әсәм бикә булғанмы,
Ниңә тинтәк булдым мин?
«Ирмен тигән ир булмаҫ,
Серҙең төбөн тапмаһа;
Ҡатын ҡатын булмаҫ ул,
Башҡа муйын булмаһа,
Ҡанға батҡан иренең
Ҡылыс ҡанын һөртмәһә», —
Тигән һүҙе атамдың
Нимә булды, Ынйыҡай?

Ынйыҡай:

— Сәсем оҙон булһа ла106,
Аҡылым юйҙым, Мораҙым!
Тәхет өсөн талашҡан
Ағам, Янбай һүҙенә
Алйотландым, Мораҙым!
Һинән ҡылыс ҡайратҡан —
Яман уйым, Мораҙым!
Ҡылысың ҡанын һөртөргә —
Минең буйым, Мораҙым! —
Тигән һүҙен әйткән дә,
Һушһыҙ булып, Ынйыҡай
Аяғына йығылған.

Мораҙым эште аңлаған,
Уҙған эшкә үкенгән,
Ынйыҡайҙың шул ерҙә
Башын сабып осорған.
Мораҙым йыйған тиҙ яуын,
Алға алған үҙ уйын:
Атҡа менгән алла тип,
Ҡылыс алған яуға тип;
Айлыҡ юлды — өс көндә
Барып еткән Урҙаға.

Атаһы Урҙала булһа,
Тәү атаһын күрмәҫкә;
Тура барып һарайға,
Ҡадир менән Янбайға
Яу асырға уйлаған.

Мораҙым ингәс һарайға,
Ҡадир менән Янбайға
Былай тип һүҙ башлаған:
— Мин — мин инем, мин инем,
Яуға ҡаршы сыҡҡанда,
Батыр торған ир инем!
Аш-һыу эскән сағымда,
Ямандар юҡ, тир инем!
Яуҙан бүтән урында,
Дошманым юҡ, тир инем!
Әжәлем мән аңлашҡан
Мин үлем юҡ, тир инем!
Сауҙагәрҙән бүтәндә
Ике тел юҡ, тир инем!
Ҡосағымда ятҡанды
Серҙәшем ул, тир инем!
Яу, яу тигән яуҙы мин —
Торҡалы ир, тир инем!
Дошман, дошман тигәнде —
Ҡонон эҙләп, ҡан һорап,
Атҡа менгән, тир инем!

Хан балаһы аҡ һөйәк,
Ата дошман һин икән!
Ике телле бер яуыз —
Янбай дошман, һин икән!
Иҙеүкәй мән Мораҙым
Һеҙҙең көткән яу икән!

Мин, мин килдем, мин килдем,
Урҙаңа төбәп, мин килдем!
Иҙелдә ятҡан ҙур илгә
Мал тултырам, тип килдем!

Һиндәй яуыз хандарҙы,
Ҡарыны йыуан Янбайҙы
Айыуҙай тауышын баҡыртып,
Ҡабырғаһын һындырып,
Ҡара ҡанын ағыҙып,
Ат бауырынан йөҙҙөрөп,
Ҡанығыҙ әсәм, тип килдем!

Бүленә башлаған илеңде
Өрккән ҡуйҙай итергә,
Айырыла башлаған илеңде
Айырылған ҡуйҙай итергә,
Яуығыҙ көҫәп, ат мендем! —
Тигән һүҙен Мораҙым
Ханға һөйләп бөткән дә
Янбай менән Ҡадирҙың
Башын сабып өҙгән, ти;
Бөтә илде йыйған, ти.
Элек ханға ҡаршы,
Үҙенә кәңәшсе булған
Бер батырҙы һайлатып,
Урҙаға бей ҡылған, ти.

Был батыр бей булғас та,
Мораҙым фарман таратҡан:
Иҙеүкәйгә барырға,
Бөтә эштең булғанын
Уға асып һалырға,
Сатмыр ханға бүләккә
Бер өйөр мал ҡыуҙырып,
Мораҙым ошо бейҙе
Шул көн юлға оҙатҡан.
 
 (голосов: 0)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Оран. Рәйес Түләк
  • Башҡортлоҡ. Рәйес Түләк
  • Себергә хат. Рәйес Түләк
  • Танышайыҡ
  • Мәҡәлдәр


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.