Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» XIX. Ҡадирбирҙе менән Янбайҙың Иҙеүкәй менән Мораҙымды ыҙғыштырғаны
15-02-2010, 12:35 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1357

Туҡтамыш хандың үлтерелеүен ишетеп, Ҡадирбирҙе, уның бисәһе, Янбай өсәүләп бик ҡайғырған. Береһе Урҙа башында ҙур хан булыр, икенсеһе ҡорбаш булып, беҙгә юл бирмәй, үҙҙәренә ҡол ҡылыр, тип һөйләшеп, нисек тә Иҙеүкәй менән Мораҙымдың араларын боҙорға, ике арала ҡанлы яу астырып булмаҫ микән тиешеп, кәңәш ҡорған, ти.


Мораҙым ҡайтҡас яуынан,
Ҡадирбирҙе, бикәһе,
Янбай менән өсәүһе,
Мораҙымға димләшеп,
Ынйыны ал, тип көсләшеп,
Туй яһамаҡ булған, ти.
Атаһы әйткән һүҙ булғас,
Әсәһе лә ҡул ҡуйғас,
Мораҙым да был уйға
Риза булған, күнгән, ти99.

Ҙур туй яһап һарайҙа,
Мораҙым ман Ынйыҡай
Бергә тора башлаған.
Ирле-ҡатын икәүләп,
Уйнап-көлөп серләшеп,
Бер-беренән йәшермәй
Һүҙ ҙә һөйләй башлаған.
Ынйы бер төн ятҡанда,
Иҙеүкәй мән йәш саҡта,
Бергә уйнап-көлгәнен,
Иҙеүкәй алам тигәнен
Һөйләп бөткәс, аҙаҡтан
Былай тиеп алдашҡан:
— Һине яуға оҙатҡас,
Яңғыҙ йоҡлап ятҡанда,
Кеше-маҙар йоҡлағас,
Килеп ишек асҡан да,
Яныма килеп баҫҡан да,
Ҡулына бысағын алып,
Һуям хәҙер һине тип,
Яғамдан бороп тотто;
Ай-вайыма ҡуймайсы
Шунда атаң мине йыҡты.
Улыңа әйткән нәҙерең
Бар тиһәм дә, ҡуйманы,
Үҙе яуға киткәнсе
Төн йоҡлаған сағымда
Һис янымдан сыҡманы.
Инде һуң ни сара бар?
Ошо көндө буйымда
Иҙеүкәйҙән бала бар, —
Тигән һүҙгә Мораҙым
Икеләнмәй ышанған.
«Үҙем тыума булғанға,
Миңә булыр бала ла
Тыума булһын тигәндер!
Һис һырыныр ер тапмай,
Морон төртөр тиң тапмай,
Мине ҡурсып әсәйем
Ҡамышлыҡта тапҡанға,
Тыума егет булғанға,
Минең йөҙҙән көлгәндер!» —
Тип Мораҙым уйлаған,
Һис берәүгә әйтмәйсә,
Асыуланып ғәрләнгән.

Иҙеүкәй яуҙан ҡайтҡанда,
Мораҙым өйҙә булмаған,
Ынйы ман Мораҙымдың
Туйын белгәс, Иҙеүкәй
Йөрәгенән һөйөнгән;
Фирҙәүесте уң яҡҡа,
Ғәнәкәне һул яҡҡа,
Ынйыҡайҙы уртаға
Ултыртҡан да һөйләнгән.

Иҙеүкәй:

— Ынйы аҡыллы ҡыҙ ине,
Минән һис тә тартынмай,
Алам тиһәм, килергә
Әҙер торған ҡыҙ ине.
Уйлап торһаң, ҡарағыҙ,
Мин дә бик саф булғанмын:
Ниндәй аулаҡ саҡта ла
Бер яман эш ҡылманым,
Ирлегемә маһайып,
Бер ҡулым да һалманым.
Ғәнәкә мән араны
Хандың ҡулы йолһа ла,
Баламдан айырып үҙемде
Һарайынан типһә лә,
Ата-әсәмдең барыһын
Минең өсөн һуйһа ла;
Ҡасҡы, дошман Иҙеүкәй тип,
Яманатым һатһа ла, —
Үҙем өсөн барымта,
Атам өсөн ҡон юллап,
Илгә ғауға һалманым.
Күңелемде шат тоттом,
Теләгемде ил иттем;
Илем өсөн ут йотоп,
Илем тиеп ат менеп,
Ҡулға ҡоралым алып,
«Ир ынтылһа, таш яра,
Һуҡҡан ерҙән һыу сыға», —
Олатайҙар һүҙенә
Күңелемде беркеттем.

Ынйыны күреп ҡыуанам:
Йәшлегемә бирелеп,
Әгәр яманлыҡ ҡылһам,
Ҡыҙ ҙа күнәр әле, тип
Уҫал уйымды һалһам,
Хәҙер миңә ни оят
Булыр ине был саҡта!
Бына хәҙер үҙ балам,
Бер әйтмәһә, бер әйтер
Ине миңә аулаҡта, —
Тиеп һөйләп, көлөшөп,
Былар ултырған саҡта,
Мораҙым ҡайтҡан һунарҙан;
Һис уйламай-нитмәйсә,
Бер һүҙ әйтмәй, ҡомһарып,
Ҡылысын алып ҡулына,
Атаһына уҡталған.

Ынйы алдан һиҙгәнгә,
Бөтә эште белгәнгә,
Иҙеүкәйҙең һүҙенән
Күңеле йомшап киткәнгә,
Атҡан уҡтай тиҙлектә
Мораҙымға йәбешкән.
Ынйыҡайға көс бирмәй,
Әсәләре һүҙҙәрен
Һис берәүһен тыңламай,
Иҙеүкәйгә Мораҙым
Ҡылысы ман һелтәнгән.

Ҡылыс тейеп китһә лә,
Күҙ ҡабағын, ҡаштарын
Киҫә ярып үтһә лә100,
Иҙеүкәй унан үлмәгән,
Һалҡын ҡанын боҙмаған,
Һүҙһеҙ-ниһеҙ ҡылысын
Йыға тартып алған, ти,
Ынйы менән ултырғас,
Мине унан көнләшә,
Тигән уйға ҡалған, ти.

Иҙеүкәй:

— Ай, Мораҙым, Мораҙым,
Егет кенә булһаң, булһана,
Ҡылыстар уҡ тота белһәнә!
Ер йөҙөнә йүргәк Уралды
Ашаһынан аша елһәнә!
Алтын Урҙа, Урал буйында
Сулпан төҫлө балҡып торһана!
Ауыҙың ман һауала осҡан
Ҡоштарҙы ла тотоп алһана!

Шулай булһын балам тип,
Атың Мораҙым ҡуйҙырҙым,
Илай-илай ялуарып,
Иҫәнгә101 башың һыйҙырҙым!
Илем менән һинең өсөн
Күп яфалар күреп уҙҙырҙым!
Сатмыр ханға барып тилмереп,
Туҡтамышты килеп емереп,
Билеңә ҡәмәр быуҙырып,
Ҡыҙынан һине һөйҙөрҙөм!
Тиреҫ тә тотҡан һаҙағың
Үҙ сәбенә лә тоҫҡатып,
Урҙа ла ханын ҡыйратып,
Үҙеңде дә баш иттерҙем!
Ҡартайған да көн ошонда,
Уралым да мине көткәндә,
Башымды ошолай хур иттең!

Мин ир ҙә булдым, ир булдым!
Иҙеүкәй ҙә булып дан алдым!
Тотҡон ятҡандарҙы һарайҙан
Барын сығарҙым, тараттым!
Ҡайғыра-ҡайғыра таянған
Көтөүсенең тотҡан таяғын
Хандың да ҡулына таянттым!
Томан да баҫҡан юлымды
Эҙләп тә таптым, Мораҙым!
Һуҡыр булһам да, аҙашмам!
Маяҡтар ҡаҡтым, Мораҙым!

Бер атанан биш тыуһа ла,
Атҡа ла менһә, иш булһын!
Илен дә дошман уратһа,
Уҡ атырҙай ҙа ир булһын!
Шулай ҙа булған ҡәрендәш,
Менһә лә, аты арымаҫ;
Ауыр ҙа көнгә ҡалһа ла,
Һис тарлыҡҡа тарымаҫ!
Күкрәгенә уның уҡ керһә,
Тартып та алыр ҡәрендәш;
Ҡәрендәшең булмаһа,
Шунда ла ҡалыр яңғыҙ баш!
Көндө лә болот ҡаплаһа,
Уны ла, балам, ел ҡыуыр;
Бәғерһеҙ ҙә ҡышты яҙ ҡыуһа,
Ер йөҙөндә үрт сығыр;
Ямғыр ҙа яуһа, ер йыуыр,
Күк үләндән, балам, бал тамыр,
Ҡырау ҙа төшһә, ер үлер,
Күк үләндә шул саҡ моң тыуыр!
Ирмен дә тигән ирҙәрҙе
Ил күтәрһә, уны бей итер;
Мин-мин дә тигән ирҙәрҙе
Ил тибәрһә, уны ҡол итер!
Ирмен дә тигән ирҙәрҙе
Ил таныһын уны ир тиеп,
Батырмын да мин тигәнде
Ил таныһын уны батыр тип.
Бәхет тә таптым тигәндең
Көнө лә тыуа төндән һуң;
Эш эшләнем мин тигәндең
Эше һынала йылдан һуң.

Мораҙым:

— Мин әсәнән тыуғанда,
Йылы урын күрмәнем;
Бала булып үҫкәндә,
Ата-әсә күрмәнем;
Тирбәнергә бишектә
Бишек төҫө күрмәнем;
Бала булып уйнаһам,
Бәғере һыҙлап саҡырған
Әсә тауышын белмәнем.
Ары оролоп-бәрелеп,
Таш бүкәндәй тәгәрәп,
Йоҙороҡҡа шар булдым! 102
Моңлап аҡҡан шишмәләй,
Күҙ йәшенә тау булдым!
Ата-әсәле балаға
Уйынында яу булдым;
Бар баланың телендә
«Тыума» һүҙенә тап булдым!
Ун йәшемә еткәндә,
Осор ҡоштай талпындым;
Ун бер йәшкә еткәндә,
Яуға ҡаршы елкендем;
Ун икегә еткәндә,
Артымдан саң уйнаттым;
Ун өс йәшкә еткәндә,
Аҫау өйрәтеп, дан тоттом;
Ун дүрт йәшкә еткәндә,
Күп батырҙы көл иттем;
Ун биш йәшкә еткәндә,
Яуға ҡаршы ат мендем;
Ун алтыға еткәндә,
Атам табып хур булдым;
Ун етегә киткәндә,
Ҡатын алып ер булдым! 103

Бер ҡат күңелем һынған һуң,
Бергә торор уйым юҡ,
Данлы яуын ҡолатҡан
Урҙаң миңә кәрәкмәй,
Түшәгеңде йәйҙергән
Ҡыҙың миңә кәрәкмәй!
Мин Урҙанан китермен,
Китеп, Иҙел кисермен,
Баба булған Иҫәнде
Атам һин, тип танырмын!
Урал битен буйлатып,
Ат уйнатып сабырмын,
Алтын Урҙа шауҡымын
Барын унан ҡыуырмын, —
Тигән һүҙен әйткән һуң,
Мораҙым киткән юлына.
Ынйы ҡалмай, илаулап,
Йәбешеп сыҡҡан сабыуына.
Иҙеүкәй быны тыймаған,
Бөтә эште аңлағас,
Йәш-елкенсәк сал бөркөттән
Көнләшкән, тип уйлаған.

Мораҙым атҡа менгәндә,
Ҡамсы биреп ҡулына,
Ынйыҡай мән икеһенә
Ошо һүҙен һөйләгән:
— Айҙай яҡты нәмә юҡ,
Ҡара болот баҫмаһа;
Ирмен тигән ир булмаҫ,
Серҙең төбөн тапмаһа;
Ҡатын ҡатын булмаҫ ул,
Башҡа муйын булмаһа,
Ҡанға батҡан иренең
Ҡылыс ҡанын һөртмәһә!

Иҙеүкәй әйтеп бөткән һуң,
Мораҙым китергә булғас,
Ҡадирбирҙе һылыуын
Бер аҙ ергә оҙатҡан,
Һылыуының инсеһен:
Көтөү-көтөү һыйырын,
Өйөр-өйөр йылҡыһын
Арттарынан ҡыуҙыртҡан.

Иҙеүкәй илде йыйҙырып,
Сатмыр ханға кәңәшеп,
Бөтә эште уйлашып,
Сатмыр ханға буйһонғас,
Илгә фарман таратып,
Хандың улы Ҡадирҙе
Үҙ иленә бей ҡылған.
Иҙеүкәй, эшен бөткәс тә,
Ҡайны йорто Сатмырға
Күп мал әйҙәп, кире ҡайтҡан.
 
 (голосов: 0)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Оран. Рәйес Түләк
  • Башҡортлоҡ. Рәйес Түләк
  • Себергә хат. Рәйес Түләк
  • Танышайыҡ
  • Мәҡәлдәр


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.