Туҡтамыш хан киткәс тә, Туҡтамыштың балаһы Ҡадирбирҙе хан булғас, Иҙеүкәйҙең яуынан Бөтә яуы еңелгәс, Икмәк-тоҙон ҡулға алып, Баш һалғанын белдереп, Иҙеүкәйгә буй биреп, Яуын ҡаршы алған, ти. Хан һарайын уратып, Батырҙарын эйәртеп, Иҙеүкәй килеп ингәндә, Ҡадирбирҙе, бикәһе, Ынйыбикә иркәһе, Янбай батыр — дүртәүһе Бергә ҡаршы алған, ти. Туҡтамышты, бикәһен, Сәләхи мән Кинйәне Иҙеүкәй бында күрмәгәс, Булатын һурып ҡынынан, Ҡадир ханға92 уҡталып, Ҡайҙалығын һораған. Ҡадир, яуап бирә алмай, Аптырауға ҡалғанда, Теҙеп берен ҡалдырмай, Янбай һөйләп биргән, ти.
Иҙеүкәй ил йыйҙырған, Талап, тартып алынған Бөтә малды бирҙереп, Илдә шатлыҡ тыуҙырған. Уралдан килгән батырҙың Бишеһен дә бей ҡылып, Кире Уралға ҡайтырға Барыһына аңлатҡан.
Биш-алты мең яу алып, Сәләхиҙе тоторға Мораҙымға эш ҡушҡас, Мораҙым яуға бармайса, Ни эшләптер, шыңшығас, Хандың ике ҡыҙының Береһен һайлап алырға Мораҙымға юл ҡуйған. Иҙеүкәйҙең әйткәнен Батырҙары тыңлаған, Ат менеп, яу эйәртеп, Бары юлға йүнәлгән.
Иҙеүкәй менән Ғәнәкә, Өсөнсөгә Фирҙәүес, Уйнап-көлөп байманда, Хандан ҡалған һарайҙа Бер нисә көн йәшәгән.
Бөтә илдә маҡтаулы, Үҙе асыҡ сырайлы, Күрһәң күҙең сағылыр: Теше — ялтыр, көмөштәй; Һүҙҙән туймай һөйләшеп, Һөйләгәндә ҡашы уйнап, Иҙеүкәйҙең алдында Уйнап торғас иркәләп, Яңы турыҡҡан ҡолондай, Сәскә йыйған бал ҡорттай, Һыны һылыу шул саҡлы, Бер күреүҙә арбарҙай, Ҡыйғас ҡашлы, ҡара күҙ Фирҙәүесте күргән һуң, Ынйыҡай бик көнләшкән.
«Сатмыр хан тигән атаһы, Бер хоҙайҙай, илендә Данлы ҙур хан булғанға, Уға көндәш булып мин, Иҙеүкәйгә барып мин, Фирҙәүестәй һылыуҙан Иркәлектә ал булып, Иң һөйөлгән йәр булып, Барыбер дан сәсә алмам», — Тип тағы ла уйлаған, Иҙеүкәйгә барыуҙан Ынйы шуға төңөлгән.
Һарайҙа бары уйнашып, Ашап, эсеп, көлөшөп, Шатланып көн иткәндә, Мораҙымдың илсеһе Ҡабаланып ингән дә: — Ҡара диңгеҙ яғалай Ҡараби*, Алуш* тауҙарҙа. Түнәс* йылға буйында, Бабуған* тигән йәйләүҙә, Сәләхи мән яу асып, Шунда яуын ҡаҡшатҡас, Сәләхи ҡасып Сағутҡа*, Һырынышып бикләнгәс, Мораҙым ҡыраң яһаны; Сәләхиҙе үлтереп, Кинйәне тотоп алам тип, Торлағына барғанда Кинйә бейек ҡаянан Үҙен үҙе ташланы93, — Тигән хәбәр һөйләгән.
Шул саҡ тағы Иҙеүкәйгә Туҡтамыштың яу йыйып, Сит батшанан көс алып. Яу асырға килгәнен Йәнә берәү белдергән.
Иҙеүкәй, шундуҡ яу йыйып, Аттарына менгән, ти; Туҡтамышҡа ҡарышы Яуға сығып киткән, ти. Туҡтамыш ман Иҙеүкәй, «Ҡамҡалы күл ҡом сәуад»94 Тигән күлдең янында Икәү һуғыш асҡан, ти.
Туҡтамыштың бар яуын Иҙеүкәй ҡыраң ҡылғас, Ҡалған яуы бары ла Һөңгө-ҡылысын һалғас, Туҡтамыш хан ҡасҡан, ти; Туҡтамыштың артынан Иҙеүкәй ҡыуып сапҡан, ти. Туҡтамыш хан артынан Баҫмалатып, һайтлатып, Иҙеүкәй ҡыуып яҡынлап, Килеп етә башлағас, Туҡтамыш хан, аптырап, Ҡамҡалы күл ҡамышына Аттан төшөп боҫҡан, ти. Туҡтамыш ингәс ҡамышҡа, Саптырҙаған тауышҡа Ҡыҙғатау, аҡсарлаҡтар, Күтәрелеп барыһы, Күлде ҡаплап осҡан, ти.
Туҡтамышты турылап, Ятҡан урынын яҫҡышып, Бер ҡыҙғатау ҡыҙғылдап, Баш осонда осҡан, ти. Туҡтамыш хан: «Һиҙҙерә, Иҙеүкәйгә белдерә», — Тип, ҡошҡа инәлеп, Былай тиеп әйткән, ти:
— Ай, ҡыҙғатау, ҡыҙғатау, Ҡыҙғатау һин, ҡыҙыл ҡош, Сыр-сыу һалма, ҡыҙғатау, Күл ситенә барып төш; Йәнен һаҡлап ҡасҡан хан Ҡамышыңа һырышҡан, Ҡанатыңды елпетеп, Муйыныңды һуҙма буш. Ҡамсы ла тейер муйыныңа, Ҡан сорғолор ҡуйыныңа, Һин дә айырылырһың күлеңдән, Мин дә айырылдым күбемдән95.
Ҡыҙғатау:
— Туғайымды ҡуйманың, Һыу буйымды ҡуйманың, — Саҡ баламды осорһам, Барын аттың, ит иттең; Дүрт аяҡлы мал ҡуймай, Барын ейҙең-ашаның, Инде килеп бында ла Ханлыҡ ҡыла башланың! 96 — Тиеп, ҡош һаман Уранғылап осҡан, ти. Шунан һиҙеп, Иҙеүкәй Ханды барып тапҡан, ти, Ханды һөйрәп алған, ти, Яу янына килгән, ти. Ханды килтереп яуына, Былай тиеп әйткән, ти:
— Һаҙға батҡан ерендә Муйынын эйҙе — сапманым: Башын киҫеп ташлауҙы Батырлыҡтан тапманым. Ханда кемдең ҡоно бар, Әйтә торған һүҙе бар!
Һайтлап, һайтлап ҡыуылған, Илдең күптән табалмай Сарға төшөп юллаған97, Ҡанын ҡоймай малының Тереләй тотоп ашаған, Иң уҫалдың бере был, Ил эҙләгән бүре был! —
Тигән һүҙен әйтеп тә Бөтәлмәгән. Иҙеүкәй, Тешен ҡыҫып йөрөгән, Күҙенә ҡан һауҙырған, Һыҡтап йөрөгән йөрәккә Ҡара ҡаны ултырған Яу тынырға бирмәгән — Шунда ханды онтаған; Иҙеүкәй батыр ҡараһа, Һөйәген дә күрмәгән98.
Туҡтамыштың бар яуын Үҙенә баш эйҙереп, Туҡтамыштың онталған Һөйәк-һаяғын йыйҙырып, Ҡоҙғондарға һиптереп, Иҙеүкәй ҡайтып киткән, ти. |