Иҙеүкәйҙең улына Бүтән исем ҡушырға Ата-әсәһе булмағас, Кем балаһы булыуын Бөтә илдән йәшергәс, Нуретдинды алмашып, Уның урынына ҡалғас, Һаман шулай Нуретдин Исемендә йөрөгән.
Иҙеүкәй китеп күп торғас, Балаһы үҫеп ҙур булғас, Үҙе уҫал, бик батыр, Уйнағанда һуғышҡас, Иҫәнбайҙың бисәһе Үҙ алдына һөйләнгән: «Атаһындай, бының да Башы һыймаҫ бер ерҙә, Миңә ҡалды бер бәлә Ҡаңғыртырға сит ерҙә. Көн дә биш-алты бисә Килеп тора дау менән, Башҡайымды был бала Ашатмағайы яу менән», — Тип һуҡранып йөрөүен Ситтән тыңлап, бер кеше: «Иҫәнбайҙың бисәһе Тыума бала тапҡан», — тип, Илгә алап һалған, ти. Был хәбәр тирә-яҡҡа, Бер ҡолаҡтан ҡолаҡҡа, Ханға барып еткән, ти. «Илдә туҡлыҡ, йоғом* юҡ, Көндә саңлы ел-дауыл, Күҙ асырға әмәл юҡ», — Тип һөйләнеп, шәйехтәр, Дин башлығы муллалар Ханға йыйылып барған, ти. Иҫәнбай ман бисәһе, Был хәбәрҙе ишетеп, Нишләргә лә белмәйсә, Ҡайғырышып ҡалған, ти. Берҙән-бер көн Нуретдин, Бик асыулы күҙ һытып, Намыҫланып, хурланып, Өйгә ҡайтып ингән, ти. Иҫәнбайҙар йыуатып, Әсәһе менән атаһы Был урҙанан ҡасҡанды, Олатаһы Ҡотлоно Иҙеүкәй өсөн аҫҡанды, — Барын әйтеп аңлатып, Асып һөйләп биргән, ти. Егет белгәс бар эште, Иҫәнбайҙы, бисәһен Был урҙала тотмайса, Бергә алып ҡасҡан, ти. Яйыҡ буйлап Уралға Ҡайтып етеп барғанда, Шәғәле бей аймағы Туҡтамышҡа ярҙамға Атҡа менеп ятҡанда, Былар барып ингәндәр, Төрлө халыҡ күргәндәр; Иҙеүкәйҙең Уралда Юҡ икәнен белгәндәр.
Нуретдин шул саҡ, ҡырт ҡына Иҫәнбайҙы туҡтатып, Былай тиеп әйткән, ти: — Һеҙ ҡайтығыҙ Уралға, Мин китәйем былайға: Илде йөрөп гиҙәйем, Ни барыны беләйем, — Тиеп, юлда айырылған. Шәғәленең йәйләүен Үтеп китеп барғанда, Халыҡ тыуына ҡайырылған. Шәғәле бейҙең үҙенең Бөтә ырыуын йыйҙырып Һөйләп торған еренә Егет барып тап булған.
Шәғәле:
— Сатмыр хан тигән яуыз, Батыр йыйып, яу асып, Урал таба килә икән. Яйыҡты алып нуғайға, Иҙелде алып ҡалмыҡҡа, — Барын бүлеп бирә икән. Мал-тыуарҙы пол* ҡылыр, Ҡатын, бала-сағаны, Берен ҡуймай, ҡол ҡылыр.
Шәғәле һүҙен ишеткәс, Нуретдин дә түҙмәгән, Батыр һынар майҙанда Үҙенә тиң эҙләгән: Ат өҫтөндә уйнаған — Халыҡ ҡалған хайранға; Билбау алып көрәшеп, Ҡош осороп, ҡош атып, Барынан да ал булып, Өҫтөн сыҡҡан майҙанда.
Майҙандағы барыһы: Ҡарт-ҡороһо, йәш-елкен, «Батыр булып тыуған», — тип, Ауыҙ һыуы ҡорошоп, Быны маҡтап һөйләгән. Шәғәле шундуҡ ук-һаҙаҡ Был батырға һайлатып, Менеренә яҡшы ат Эйәрләтеп бирҙергән. Батыр егет икән, тип Биш мең яуға баш ҡылған.
Батырҙарҙы йыйҙырып, Яуға оҙатыр саҡ еткәс, Йәш-елкенсәк, ҡарт-ҡоро — Бары йыйылып, хушлашып, Китергә тип ат менгәс, Был батырҙан һорашып, Төрлө яҡтан һүҙ ҡушҡас, Иҫәнбайҙың улы, тип Үҙен һөйләй башлағас, Бер бисә шул сағында, Ҡуңыр йөҙөн ағартып, Түҙмәйенсә һүҙ асып, Иҫәнбайҙың балаһы Нисә икәнен һораған: — Иҫәнбайҙа бер бала Етем тороп ҡалғайны, Уны меҫкен әсәһе Ҡамышлыҡта тапҡайны. Кейем кейер донъяһы, Исем бирер атаһы Ул баланың булмағас, Тик әсәһе Мораҙым тип Уға исем ҡушҡайны. Хәҙер уның әсәһе Бармы-юҡмы икәнен Белмәй йөрәк һыҙлата. Әсәһе барып табырға Теләһә лә, баралмай: Хан аҫырға эҙләтә. Батыр егет, һин үҙең Шул баланы беләмһең? Ата-әсәңдең тел төбөн Шул турала һиҙәмһең?..
Бисә һүҙен бөтмәҫтән, Батыр егет һиҫкәнгән; Аттан ырғып төшкән дә, Төпсөп, инәлеп, бисәнән Кем икәнен әсәнең Бик ялуарып һораған. Әсә ҡурҡып әйтмәгән, Тәү үҙенән һораған; Батыр, аулаҡҡа алып, Баштан-аяҡ һөйләгән.
Әсә шул саҡ, ҡосаҡлап, Үҙе Ғәнәкә икәнен, Батырға әсә икәнен, Ил тетрәткән Иҙеүкәй Батырға ата икәнен, Тыуып ҡырыҡ көн торғас, Ҡамышлыҡта ятҡанда, Мораҙым тип бер үҙе Уға исем ҡушҡанын — Энәһенән ебенә Барын теҙеп һөйләгән.
Шул сағында Нуретдин Һис берәүгә белдермәй: «Мин — Мораҙым, Мораҙым!» — Нуретдин тип әйттермәй, Меңбаш булып Шәғәлегә, Әсәһен алып үҙе мән, Сатмыр ханға ҡарышы Яуға киткән, ти, икән.
Ат менеп, яу ҡуҙғалғас, Яуы шулай ҙур булғас, Һөйөнсөгә Урҙаға Шәғәле үҙе сапҡан, ти, Туҡтамышҡа килгән дә Шулай тиеп әйткән, ти: — Ай, оло хан, оло хан, Һин ҡушҡанды тыңланым: Әжәлһеҙ ятып үлмәһәм, Сатмыр ханды ҡолатам!
Ун мең батыр тупланым, Араһында ир батыр, Мораҙым тигән бер батыр, Аҫау тота ҡороҡһоҙ, Батырҙар ман көрәштә Көрәше ҡалмай үлекһеҙ. Тимерең мән тубылғы Бөгөү өсөн батырға — Икеһе лә барыбер; Арҡаның ман тегәр еп Өҙөү өсөн батырға — Икеһе лә барыбер; Батманың ман бармаҡса Күтәрергә батырға — Икеһе лә барыбер. Йөрәге уның — ҡуш йөрәк, Йоҡоң менән үлемең — Уның өсөн барыбер!
Шул батырға ат бирҙем, Биш мең яуға баш ҡылдым. Яман яуҙы ҡырыр ул, Ҡуйға килгән бүреләй, Сатмыр хандың яуыны Берен ҡуймай быуыр ул, — Тип һөйләгәс Шәғәле, Туҡтамыш хан шатлыҡтан Бары бейен йыйҙырған; Сатмыр ханға ҡарышы Барын яуға ҡыуҙырған.
Бер яғынан Шәғәле, Бер яғынан Туҡтамыш Иҙеүкәйгә ҡарышы Ҡаты яуҙы асҡан, ти. [Сатмыр хандың яу башы Иҙеүкәй тип берәү ҙә Күпкә саҡлы белмәгән]87.
Атышҡандар өс-дүрт көн, Ҡан ҡойғандар өс-дүрт төн. Был алышта һәр яҡтан Бик күп кеше үлгән, ти. Бишенсе көн тыуғанда, Ерҙе ҡаплап һәр яҡтан Яу эркелеп килгәндә, [Тарпан буҙға атланып, Торҡа кейеп башына, Ҡалҡан тотоп ҡулына] 88 Иҙеүкәйгә ҡарышы Мораҙым килеп сыҡҡан, ти.
Ҡылыс уйнап, сатылдап, Ҡалҡандан ут ялтырап, Ҡаты һуғыш барғанда, Иҙеүкәйҙең тауышынан Күп батырҙар, ҡалтырап, Ситкә тайпылған саҡта, Иҙеүкәйҙең тауышына, Ҡылыс һелтәү һолона, Ғәнәкә килгән әлһерәп; Иҙеүкәйгә — Улың! — тип, Мораҙымға — Атаң! — тип, Ҡан-ҡарымта эҙләргә Арағыҙҙа дау юҡ, — тип, Ике араға ташланған.
Мораҙым ман Иҙеүкәй, Икәү-ара аңлашып, Ҡылыстарын ташлаған. Мораҙым шундуҡ яуынан Шәғәлене йомарлап, Ҡулын ҡулса ботарлап, Сығарып алып ташлаған.
Мораҙымдың бар яуы Иҙеүкәйҙе танығас, Мораҙым ҡылыс ташлағас, Иҙеүкәйгә ыҡтаған. Туҡтамыштың күп көсө, Уралдан килгән биш батыр Тағы ҡорал ташлағас, Сәләхи ҙә, яңғыҙлап, Туҡтамышҡа саптырған. |