Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» XV. Иҙеүкәйҙең Сатмыр хандан ярҙам алғаны84
15-02-2010, 12:46 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1311
Сатмыр хандың илендә
Аҙмы-күпме торған һуң,
Үҙен танытып, дан сәскәс,
Туҡтамышҡа Сатмыр хандың
Дошманлығын белгән һуң,
Туҡтамыштың Уралға
Яһаҡсылары барып,
Ҡан-яу асып, ил талап,
Яһаҡ йыйғанды ишеткәс,
Иҙеүкәй ханға ингән дә
Былай тиеп һүҙ асҡан:
— Ай, Сатмыр хан, Сатмыр хан,
Ата-әсәнән ханлыҡты
Мираҫ итеп алманың:
Юлбаҫар ҙа булғанһың,
Үс алырға йөрөгәнһең,
Сыңғыҙ тоҡомо хандарҙа
Хеҙмәттә лә булғанһың!
Утыҙ йәшкә еткәнсе,
Рәхәт тормош күрмәйсә,
Ханға хеҙмәт иткәндә,
Уң аяҡһыҙ ҡалғанһың.
Утыҙ дүрткә еткәндә,
Күп һынауҙар күргән һуң,
Күп яуҙарҙа булған һуң,
Данлы ҙур хан булғанһың.
Сыңғыҙ хандың тоҡомон
Үҙ илеңдән ҡыуғанһың.
Бына мин дә, тап һиндәй,
Ауырлыҡ ман юл ярҙым,
Атам-әсәм, һөйгәнем,
Ике күҙем ҡараһы
Баламды ла юғалттым!
Барыһынан баһалы —
Даны киткән Уралым
Туҡтамыштан талаттым!
Урманда һаҙаҡ юнғанда,
Атым тотоп менгәндә,
Илем илап ҡалғанда,
Һиңә төбәп юл тоттом.

Һиңә төбәп килгәндә,
Мәкер мән ат менмәнем:
Ҡабардинға яу асып,
Һинең ҡыҙың алайым,
Үҙеңә кейәү булайым,
Тәхетеңә менәйем,
Илеңә хужа булайым
Тигән уйҙа килмәнем!
Атыма менгән сағымда,
Илем илап ҡалғанда,
Йәш туҡтамаҫ күҙенә
Ал урамал* булайым,
Батырҙарын ҡол иткән,
Малын талап ҡыу иткән
Яуыз хандан илемде
Ҡотҡарырға ант иттем.
Уралымда илем бар,
Атҡа менер ирем бар,
Ҡушымтаға шуларға
Көсөң һорар уйым бар.

Иҙеүкәй һүҙен ишеткәс,
Сатмыр хан да шатланған,
Яуға көндө билдәләп,
Бар яранын йыйҙырған.
Шул йыйында Иҙеүкәй
Төш күргәнен һөйләгән:
— Бөгәсә бер төш күрҙем:
Алтын эйәр, аҡбуҙ ат
Ялынан тотоп атландым,
Күктә остом ҡош булып,
Фәрештә мән һөйләшеп,
Түшен түшемә ҡуйып,
Тур тауына* мендем мин.
Ул ни булыр, ярандар?*
Шуны юрап ҡараңдар85.

Ярандар:

— Бөгәсә һин төш күрһәң,
Аҡбуҙ атҡа һин менһәң,
Мораҙыңа етерһең;
Фәрештә мән һөйләшһәң,
Туҡтамыш ҡыҙын ҡосорһоң;
Тур тауына һин менһәң,
Туҡтамыш тағын алырһың86,
Тиеп төштө юрағас,
Бары бергә шат булған.
Иҙеүкәйгә Сатмыр хан
Туҡтамышҡа ҡарышы
Яу асырға көс биргән.
 
 (голосов: 0)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Оран. Рәйес Түләк
  • Башҡортлоҡ. Рәйес Түләк
  • Танышайыҡ
  • Себергә хат. Рәйес Түләк
  • Мәҡәлдәр


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.