Оҙон-оҙон юл буйлап Сатмыр ханға барғанда, Уйһыу ерҙә бер егет Йәйрәп йоҡлап ятҡанда, Битенә ҡунған себенде Һирпеп ҡыуып, еләҙләп, Егет башын алдына Һалып, мандап* ултырған Бер һылыу ҡыҙ янына Иҙеүкәй барып сыҡҡан, ти.
Иҙеүкәйҙе күргәс тә, Егетенең битенән Ҡыҙы үбеп уятҡан. Иҙеүкәй мән был егет Иҫән-һаулыҡ һорашҡан. Шул саҡ тағы саянан Һунарсылай кейенгән, Талай егет, һөйләшеп, Бергә килеп йығылған.
Ҡыҙ алдында йоҡлаған Ҡалмыҡ иле эсендә Ҡабардин тигән хан икән. Янындағы һылыу ҡыҙ Йырсы маҡтап йырлаған, Фирҙәүес тип дан алған, Сатмыр хандың ҡыҙы икән.
Был ҡыҙ өсөн күп йылдар Ярты ил биреп Сатмырға, Үҙенә һөйөп алырға Ҡабардин күп интеккән, ти. Аҙаҡ сиктә, бирмәгәс, Ҡалымына күнмәгәс, Һарай ҡыҙҙары менән Яланға сыҡҡан сағында, Ҡабардин аңдып торған да Урлап алып киткән, ти.
Һынын күргәс Иҙеүкәйҙең, Бер урында биш баҫып, Ауыҙлыҡ тешләп, сорғотоп, Ҡолағыны ҡайсылап Торған атҡа күҙ һалғас: — Кем һин, егет, ҡайҙан һин? Ҡайҙа китеп бараһың? — Тип, Ҡабардин һорашҡан. Иҙеүкәй исемен әйтмәгән, Батырлығын йәшермәй, Ат өҫтөндә уйнаған; Күлдән осороп ҡош атып, Ханды хайран ҡалдырған, Хан үҙенә саҡырған. Бер аҙ тороп эш күргәс, Ханға Иҙеүкәй оҡшағас, Ул Иҙеүкәйҙе ҙурлап, Һарайына баш ҡылған. Ҡабардин һәр эшендә Туҡтамышҡа таянған. Ике ҙур хан бер булғас, Сатмыр хан да ҡыҙ юллап Килеүенән тыйылған.
Иҙеүкәй ҙә тик ятмай, Ҡабардиндың асыуын Туҡтамышҡа ыҡлаған. Сапаҡ телле Иҙеүкәй, Сәсән һүҙле Иҙеүкәй, Ҡабардиндың бар яуын, Күҙ терәгән бар илен, — Гел үҙенә ҡаратып, Һарайында тарҡаулыҡ Оҙаҡламай тыуҙырған. Арала яу ҡуҙғалған, Өс көн, өс төн һуғышҡан. Аҙаҡ сиктә Иҙеүкәй Өҫтөн булып дан алып, Хан һарайыны баҫып, Ҡабардинды үлтергән. Үҙенә серҙәш ҡорбашын Ҡалмыҡ иленә хан иткән; Сатмыр хандың ҡыҙыны Атаһы янына илткән.
Ҡыҙы ҡайтҡас, Сатмыр хан Илен йыйып, туй яһап, Иҙеүкәйҙе данлаған; Ҡыҙын биреп тағы ла, Бары эшкә баш итеп, Уны вәзир яһаған83. |