Календарь
« Һабанай 2012 »Д Шш Шр К Й Шб Йш 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
» ХIII. Иҙеүкәйҙең Сатмыр ханға киткәне, юлда мәмерйәгә ингәне, бер ҡарттан серҙе белгәне74
15-02-2010, 12:50 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1373
Ирәмәлдә* ат менеп,
Ямантауға еткәндә,
Иҙел ҡырыҡҡан урында,
Атын бороп туҡтатҡан.
Айылын бушатып, атын
Теҙген буйлап утлатҡан.
Күк бурҙайға шул ерҙә
Бер ҡош атып ашатҡан.
Иҙеүкәй ятып йоҡлағас,
Күккә ҡарап күк бурҙай
Моңһоу итеп олоған.
Иҙеүкәй торған һиҫкәнеп,
Бурҙай киткән еҫкәнеп,
Иҙеүкәйҙе эйәртеп;
Шыр урманды аралап,
Бер ҡаяны самалап,
Бер мәмерйә алдына
Эте барып туҡтаған.
Эте баҡҡан күҙенә,
Иҙеүкәй — уның йөҙөнә,
Эт йәбешкән шул саҡта
Ат ҡойроғо ҡылына;
Тап толомдан биш бөртөк
Ҡылды ҡапҡан ауыҙына.
Иҙеүкәй һиҙгән этенең
Ҡыл алырға иткәнен,
Тик Иҙеүкәй белмәгән
Ниңә кәрәк икәнен
75 .
Иҙеүкәй ҡылды алғас та
Эт муйынына бәйләгән,
Атты шунда бушатып,
Ашатырға ебәргән.
Иҙеүкәй ҡарап тормайса,
Баҫмалатып ҡалмайса,
Һис бер ниҙән ҡурҡмай,
Ингән эте артынан.
Тау ҡыуышы ҙур ғына.
Һис яҡты юҡ, төн генә;
Тирә-яҡта һис ни юҡ,
Барыр юлы бер генә.
Оҙаҡ ҡына барғандар,
Бара-бара арығандар,
Бара торғас, бер күлгә
Барып етеп алғандар.
Иҙеүкәй күлгә күҙ һалған:
Күлдең иге-сиге юҡ;
Кисәм тиһә, бик тәрән,
Үҙе һалҡын бик яман.
Инде хәҙер нишләргә?
Иҙеүкәй аптырап ҡалған.
Эте тапҡан бер ҡайыҡ,
Ишкәге бар, бейе юҡ.
Ҡолаҡ һалып тыңлаған:
Күл тирәһе — топ-тойоҡ.
Иҙеүкәйгә эт ымлаған,
Үҙе ултырып ҡалмаған,
Күлгә төшкән дә йөҙгән,
Һис тә уйлап тормаған.
Иҙеүкәй ултырып ҡайыҡҡа,
Ишеп киткән артынан;
Барып сыҡҡас аръяҡҡа,
Бер ҡош осҡан алдынан.
Эт ымлаған атырға,
Ата һалып алырға;
Ҡылды алып муйынынан,
Ҡошҡа береһен һалырға.
Ҡошто атып алған һуң,
Суҡышынан үткәреп,
Ат ҡылыны таҡҡан һуң,
Ҡош теленә килгән, ти.
Ҡош:
— Мин һайыҫҡан ҡош булам,
Убыр тигән ут булам,
Шыҡырлаһам кәртәңдә,
Бейәңдән ҡолон һалдырам.
Сыуал япмай йоҡлаһаң,
Алла тимәй ҡаплаһаң,
Өйөңә инһәм төнөңдә,
Бер балаһыҙ ҡалдырам.
Һин атҡас та ҡурҡҡайным,
Уғың тейгәс үлгәйнем,
Илгә сығып ҡан эсмәй
Харап булдым тигәйнем.
Инде шөкөр хоҙаға,
Йылҡы еҫен еҫкәттең.
Ерҙә осоп эҙләгән
Емтектәрҙе иҫләттең.
Егет, ебәр һин мине,
Мин ярармын бер һиңә,
Юғалғаның эҙләһәң,
Табышырмын мин һиңә
76 , —
тигәс, Иҙеүкәй һайыҫҡанды ебәргән дә, юл-маҙар һорашып тормайынса, тағы ла алға киткән, ти. Эте артынан эйәреп бара торғас, бер таулыҡта өс яҡҡа айырылған юл сатлығына барып сыҡҡан. Юл сатында: «Уңға китһәң — байлыҡ юл; һулға китһәң — яулы юл; урталағы — серле юл», — тип яҙылған булған, ти.
Иҙеүкәй эткә ҡараған,
Аркаһынан яратҡан,
Юлды һайла, тигәндәй,
Эт башынан һыйпаған.
Эте киткән уртанан,
Батыр киткән артынан;
Барып сыҡҡан ҡоҙоҡҡа,
Ап-аҡ һаҡал бер ҡартҡа.
Был ҡарт этте ҡыумаған,
Эт тә ҡартҡа өрмәгән.
Сәләм биргәс Иҙеүкәй,
Ҡарт сәләмен алмаған.
Эт ымлаған Иҙеүкәйгә
Ҡылды сисеп алырға,
Береһен ҡарттың теленә,
Ҡолағына — икеһен,
Ике ҡулын бер ҡылға
Ҡарттың тотоп бәйләргә.
Иҙеүкәй шулай иткән икән,
Ҡарт ҡуҙғалған, һелкенгән,
Этте тартып алдынараҡ,
Мыш-мыш килеп илаған.
«Һау килдеңме, балам?» — тиеп,
Этте һөйөп һаулашҡан.
Иҙеүкәй күреп был хәлде,
Ҡарттан төпсөп һорашҡан.
Ҡарт:
— Мин ҡарт инем, ҡарт инем,
Күпте күргән ҡарт инем;
Илем яуға бирмәҫтәй,
Ер өҫтөндә таҡ инем.
Төкләҫ менән икәүләп
Ҡәғбәлә* лә булдыҡ беҙ,
Илгә килгән гәүергә*
Бергә һаҙаҡ юндыҡ беҙ.
Һабрау менән икәүләп
Төкләҫкә юлдаш булдыҡ беҙ.
Күп саҡтарҙа өсәүләп,
Бергә серҙәш булдыҡ беҙ.
Баба Төкләҫ әүлиә
Алла менән серләште;
[Уралда тыуған бер батыр
Ил һаҡларҙай булмағас,
Урал батыр ҡылысын
Тотор батыр тыумағас,
Ҡайҙа ятҡан урынын
Һис берәүгә әйтмәне;
Урал күҙен суҡыған
Һайыҫҡанды тотто ла
Мәмерйәгә бикләне.]
77 Мине ерҙең аҫтында
Сер һаҡларға ултыртты,
Һабрау ҡартҡа Уралда
Ил аралап йөрөргә,
Һул күҙене йоморға
78 ,
Әүлиәне тыңларға,
Ирмен тигән ирҙәрҙе —
Барыһын бей ҡылырға, —
Уға шундай эш ҡушты.
Мин буйһондом Төкләҫкә;
Шул көндән үк ул мине
Телһеҙ-ҡолаҡһыҙ итеп,
Серле һандығын биреп,
Ошо ташҡа ултыртып,
Әйләндерҙе байғошҡа.
Бер ҡатыным бар ине,
Уны айыртып, тол ҡылды;
Яңғыҙ балам бар ине, —
Бына ошо юлдашың —
Үлмәй торған эт ҡылды.
Һабрау күҙен йомманы,
Һис тә телен тыйманы,
Әйткән һүҙен әүлиәнең
Ҡолағына элмәне.
Һабрау ҡартҡа асыуҙан
Төкләҫ ҡылды бәддоға:
«Йәшә, — тине, — Уралда,
Үлмә, — тине, — мәңгегә;
Йәшә, — тине, — тарлыҡта,
Ғүмерең үтһен зарлыҡта.
Тамағың ашҡа туймаһын,
Өҫтөң кейем күрмәһен,
Тоҡомоңдан һис берәү
Илдә бейлек ҡылмаһын;
Минең серҙе балаңдан
Һис бер кеше белмәһен.
Йоҡлар урының таш булһын,
Ҡапҡан ашың ут булһын,
Төкөргәнең ҡан булһын,
Маңлай тирең һыпырып,
Тапҡан-таянған барың
Бейҙәремә пол* булһын, —
Минән доға шул», — тине.
Шуға күрә Һабрау ҡарт
Шыр яланғас, ҡыу ҡалды.
Инде, егет, килгәнһең,
Серҙе хәҙер белгәнһең;
Муйынымдағы асҡысты
Үҙ ҡулыңа алырһың;
Ошо һандыҡ эсенән
Бер ҙур китап табырһың.
Шул китапты уҡығас,
Ни булғанын аңларһың.
Иҙеүкәй һандыҡты асҡан,
Болан тирегә яҙылған
Бер ҙур китапты алған.
Тәүге битте асҡас та,
Китапҡа күҙ һалғас та,
Эсендә ырыуы теҙелеп,
Ҡанға мансып яҙылған
Үҙ исемене күргәс тә,
Аптыраған, таң ҡалған.
Күҙен текләп ҡарағас,
Ошо һүҙҙе уҡыған:
«Ейәнемдән бей булып,
Ҡотло тигән ир тыуыр:
Балдарымдың* кинйәһе,
Иң доғамдың иркәһе
79 Тора тигән бей батыр
Ҡотло тигән бүләмдең,
Тотмағанға йоламды,
Бейлегене юҡ ҡылыр;
Үҙен, ырыуын — барыһын —
Берен ҡуймай ҡол ҡылыр.
Тыумам* тыуыр Ҡотлонан,
Иҙеүкәй тигән ат ҡуйыр;
Яуыз булыр йөрәге,
Илдә йөрөп, ҡон ҡыуыр,
Унан тыуған ете ят*
Мораҙым тигән ат ҡуйыр,
Бөтә Урал буйында
Һис аямай ҡан ҡойор.
Уралдағы барлыҡ йән
Кешене түгел, эт һөйгән
Тоҡомомдан
80 берәүһе
Ошо китапҡа юлығыр.
Үмәр батырҙан ҡалған
Булатымды тотһа ул,
Ниндәй яуҙар килһә лә,
Бөтәһене айҡар ул.
Уралдан дейеүҙе ҡыуған
Урал батыр ҡәберен
Эҙләп барып тапһа ул,
Уның торҡаһын кейеп,
Шүлгәндән сыҡҡан йылҡынан
Ҡоланы һайлап менһә ул,
Ни теләһә, шуны эшләр,
Уралда ҡашҡа булыр ул».
Китапты уҡып бөткән һуң,
Ҡарттан тағы һорашҡан.
Тереләй гүрҙә ятма, тип,
Яҡтылыҡҡа сығарған.
Мәмерйәнән сыҡһалар,
Эйәр, ҡамсы, йүгәне
Үҙе ҡуйған ерендә,
Бере туҙмай, һау торған.
Йүгән тотоп, ат эҙләп,
Иҙел буйына төшһә,
Ҡан ерәнен Иҙеүкәй
Һыу буйында тапмаған.
Эте шул саҡ ҡаяның
Сабып менгән башына,
Утлап йөрөгән бер аттың
Сабып барған ҡашына.
Иҙеүкәй атҡа ҡараһа, —
Үҙ атындай, ялдары
Ятып тора уң яҡҡа.
Күҙе баҡыр, ҡуш аҙау,
Танауының эсендә
Тын юлы ла өс яҡта.
Уң ҡолаҡта иңе бар,
Уйып һалған арт яҡҡа.
Йүгән тотҡанды күргәс,
Ҡойроҡ сәнсеп, ажғырып,
Батырыны һулға алып,
Килеп баҫып тороуы —
Барыһы ла оҡшаған
Иҙеүкәйҙең үҙенең
Ҡуйып киткән атына.
Тик шуныһы оҡшамай:
Төҫө ҡан ерән түгел,
Сысҡан һыртлы ҡола төҫ —
Иҙеүкәй күргән ат түгел.
Иҙеүкәй атты күргәс тә,
Аптырауға ҡалған, ти;
Атын тотоп менгән дә,
Ҡарт янына килгән, ти.
Ҡарт был атты күргәс тә,
Иҙеүкәйгә йылмайып,
Арҡаһынан яратып,
Ошо һүҙен әйткән, ти;
— Атың йөнөн ҡан баҫып,
Ҡан ерән төҫ булғандыр.
Серҙе барып тапҡан һуң,
Һин менерҙе белгән һуң,
Ҡола төҫө ҡайтҡандыр
81 .
Егет, бушҡа аҙама,
Һөңгө ергә ҡаҙама!
Мен атыңа алла тип,
Яу көндәрем алда тип,
Уралыңды ата тип,
Йылғаларын әсә тип,
Илем яуҙа бирмәм тип,
Етем-еҫерҙең берен
Үҙемә үгәй күрмәм тип.
Шулай тиеп әйткән дә,
Атын эйәрләшкән дә,
Арҡаһынан яратып,
Һау бул, тиеп хушлашып,
Үҙе тороп ҡалған, ти.
Иҙеүкәй атына менгәс,
Ҡарттың янынан киткәс,
Урал батыр ултыртҡан
Таш маяғына* еткәс,
Урал батыр ҡәбере
Ҡапыл иҫенә төшкәс,
Шунда туҡтап Иҙеүкәй
Һайыҫҡанды саҡырған.
Күҙ асып-күҙ йомғансы,
Иҙеүкәй һүҙе бөткәнсе,
Теге һайыҫҡан бында
Осоп килеп тә еткән.
Иҙеүкәйҙең ни өсөн
Саҡырғанын да белгән,
Һайыҫҡан уйлап тормаған,
Иҙеүкәйгә юл башлап,
Иҙел ағышын түбәнләп,
Бәлә тауға* ҡаратып,
Осоп алдан киткән, ти.
Уңға, һулға Бәләнән
Аҡҡан йылға башынан
Һайлап ҡунып имәнгә,
Иҙеүкәйҙе көткән, ти.
Иҙеүкәй барып еткәнсе,
Барып аттан төшкәнсе,
Күк бурҙайы ал барып,
Ҡаҙынып, имән төбөнән
Урал батыр торҡаһын
Алып сығып торған, ти.
Башына торҡа кейеп,
Күк бурҙайын эйәртеп,
Ҡола атына менеп,
Иҙеүкәй, һын-яһау булып,
Сатмыр ханға киткән, ти.
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
Башҡортостаным яңылыҡтары
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...Киләсәккә рухи васыят Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...Ғәфү итсе, нигеҙем!.. Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...Булғанда – бүреләй, булмағанда… Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...Их, мунсаһы! Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы? Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
Һорау
Сайтты файҙалы табаһығыҙмы?