 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Һабанай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» XII. Янбайҙың ҡайтырға өгөтләгәне, Иҙеүкәйҙең баш тартҡаны67
15-02-2010, 12:53 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1334 |
 |
 |
Эҙләп киткән батырҙар, Яйыҡ үтеп, Иҙелдең Аръяғында, ҡаяла, Аттан төшөп торғанын Иҙеүкәйҙең күргәндәр 68. Иҙеүкәйҙе күргәс тә, Елә-сүкей барыусы Батырҙарҙың барыһы Аттарын шарт туҡтатҡан. Тоташ бармай, беребеҙ, Йә булмаһа икебеҙ Тәүҙә барып күрәйек, Тиеп шунда уйлашҡан. «Мин бармайым, һин бар», тип, Был батырҙар ҡурҡышып, Төрлө һүҙгә етешеп, Үҙ-араһы тартышҡан. «Ҡурыҡһағыҙ барыуҙан, Яңғыҙ булһа ла, үҙем Иҙеүкәйгә барам», — тип, Янбай елеп киткән, ти, Иҙеүкәйгә еткән 69, ти; Барып сәләм биргән дә Ошо һүҙҙе әйткән, ти: — Ҡайт, Иҙеүкәй, ҡайтһана, Ҡайт, Иҙеүкәй, ҡайтһана! Ҡайта Иҙел кисһәнә! Иле өлкән Урҙаға Иңкәйеп сәләм бирһәнә, Ап-аҡ көмөш һауыттан Хан һарҡытын эсһәнә! Ынйы менән Кинйәнең Икәүһен берҙәй бирә хан, Берәүһен һайлап ҡосһана! Яурындары таҡталы*, Төймә бауы тартмалы*, Ҡара һуҫар тун бирә, Уны өҫкә кейһәнә! Аҫыл шоңҡар ҡош бирә, Күл әйләнә сөйһәнә! Алтын арба эшләтеп, Өҫтөнә ҡамҡа тышлатып, Яу ярағын эшләтеп, Ҡуш арғымаҡ ектереп, Солтанатҡа* етһәнә! Ҡолон саҡта, тай саҡта, Бәйләнмәйсә һөт имгән, Ҡонан сакта тағы ла Уртаҡлашып арҙа* имгән, Дүнәнендә өйрәткән, Ебәктән нуҡта һөйрәткән, Бишеһендә — өйөр башы, Алтыһында ат иткән, Етеһендә яратып, Һөйөп менер ат иткән, Етеп тә болан һуҡтырған Ат бирә хан, алһана! Эйәренең ҡашы алтын, Йүгәненең башы алтын, Ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған, Ялын ҡыҙҙай тараған, Ҡуш йөрәкле яралған, Йүгерекләге һыналған, Аждаһа йылан үҙәкле, Башкүнәктәй танаулы, Атҡолаҡтай иренле, Һарымһаҡтай аҙыулы, Саҡма таштай тояҡлы, Ҡыйғас ҡамыш ҡолаҡлы, Алғыр бөркөт ҡабаҡлы, Ҡыҫыр йылан тамаҡлы Ҡыҫҡа бәкәл, өкө аяҡ, Муйындары бер ҡолас, Ҡуян йөнлө, бута күҙ, Ҡыҫҡа кикел, туғай ял, Табаны ялпаҡ, тимер күк — Йүгерек атты менһәнә! Менеп, бер донъя гиҙһәнә! Эйелеп, сәләм бирһәнә! Өйөр йылҡы бирә хан, Бәйләп, ҡымыҙ эсһәнә! Тәхет бүлеп бирә хан, Батшалыҡты алһана! Туҡтамыш хандың ҡыҙы Һағынды ла һарғайҙы, Һалҡын төшмәй барһана, Хандың ҡыҙын алһана! Һин — хан, ул — ханбикә, Шыбырлашып, һөйләшеп, Сыңғылдатып, көлөшөп, Иңбашынан ялғашып, Ширбәт эсеп, серләшеп, Байман ғүмер итһәнә! Туҡтамыш хан, оло хан, Һиңә үпкә итәсе, Үпкәң булһа, һин уға Үҙ ауыҙыңдан әйтһәңсе! Иҙеүкәй: — Кит, кит, Янбай, кит, Янбай, Аҡылың юҡ, юҡ, Янбай! Мин ҡайтмамын, ҡайтмамын, Ҡайта Иҙел кисмәмен! Ынйы менән Кинйәне Береһен һайлап ҡосмамын! Табаны ялпаҡ тимер күк Ат бирһә лә, менмәмен; Ҡара һуҫар тун бирһә, Уны ла алып кеймәмен, Суҡмар ҡулда булғанда, Эйелеп сәләм бирмәмен! Алла үҙе бирмәһә, Кеше тәхетенә менмәмен, Ир булып атҡа менгән һуң, Бер юл алып йөрөгән һуң, Ҡатындай булып ҡайтмамын! Һәлпән-һәлпән йөрөрмөн, Яңғыҙым да китермен, Был киткәндән китермен, Сатмыр ханға етермен! Хоҙай тәғәлә юл бирһә, Сатмыр миңә ҡул бирһә, Илегеҙгә етермен, Малығыҙҙы улъя итермен! Ынйы менән Кинйәне Ул яй ҙа был яй итермен! Иҙән башы — ҡара иҙән, Ике арала ҡунмаһам, Илен ҡыраң ҡылмаһам, Түренә түшәк һалмаһам, Түш аҫтына ҡыҙын алмаһам, Туҡтамыштың һарайын Асыуым ман асмаһам, Әйткәнемде ҡылмаһам, Иҙеүкәй атым ҡороһон! Бөтә затым ҡороһон! Иҙеүкәй тигән ирҙермен, Уралда үҫкән ҡашҡамын, Дуҫым утын һүндермәм. Дошман утын яндырмам! Асылын һорамай аш бирмәм, Атаһын һорамай дан бирмәм! Уралдағы ҡыйғырмын, Мин, мин тигән ирҙермен, Күп ҡашҡаға тиңдәрмен! Тауға оялар шоңҡармын, Тауҙа ҡырлай юртырмын! Мин ыуҙан да әсемен, Ширбәт ҡушылһа, сөсөмөн! Бөтә ағас баш эйгән, Тамыры һыуға тоташҡан Йығылыу белмәҫ тирәкмен! Балта һалһаң, айырылмаҫ, Һыныу белмәҫ, ҡайырылмаҫ Имәнгә бөткән ботаҡмын, — тигән дә Иҙеүкәй китергә булған, ти. Янбай, уның артынан эйәреп, тағы ла һүҙ башлаған: — Ҡайт, Иҙеүкәй, ҡайтһана! Китеү уйҙан ҡайтһана! Ҡамсы тейер муйыныңа, Ҡан һырғалыр ҡуйыныңа! Иҙеүкәй: — Кит, кит, Янбай, кит, Янбай! Асма күҙең, тишермен! Һөйләмә, телең өҙөрмөн! Башыңды бауҙай киҫермен! Ҡаныңды һыуҙай түгермен! Утауыңды ауҙарып, Кирәгәң утын ҡылырмын! Сығарағың һындырып, Уғыңды сыра итермен! Табаның телеп, ҡыл ҡуйып, Ҡуйыма көтөүсе итермен! — тигәс, Янбай ҡурҡып тайшанған70. Иҙеүкәй, уны ташлап, Уралға киткән. Янбай иптәштәре янына килеп, Иҙеүкәйҙе бергәләп димләп ҡарайыҡ тиһә лә, барырға ҡурҡҡандар. «Беҙгә хәҙер үпкәләгәндер, ҡайтайыҡ та Һабрау ҡартты ебәрәйек», — тип һөйләшеп, Урҙаға кире ҡайтып киткәндәр. Янбай ҡайтмаған, йәнә бер тапҡыр һөйләшеп ҡарамаҡ булып, Иҙеүкәй артынан киткән71. Янбай барып еткәндә 72, Иҙеүкәй ҡайтып Уралға, Һөрән һалып иленә, Йыйып бөтә ырыуҙы Һөйләп торған саҡ булған. Иҙеүкәй: — Бынан киткән биш батыр — Аманат ул Урҙала, Атам, әсәм, Иҫәнбай Ҡол ителгән Урҙала. Илгә ҡайтып әйләнмәй Һабрау ҡарт тынмаҫ ул, Мәңге ҡалмаҫ Урҙала. Атҡа менмәй илебеҙ, Ҡанға батмай еребеҙ, Ханға яһаҡ түләүҙән Арына алмаҫ көнөбөҙ, — Тиеп һүҙен бөткәнен Янбай тыңлап торған да, Халыҡ таралып бөтөп, Иҙеүкәй бер үҙе ҡалғас, Иҙеүкәйгә былай тип, Янбай һүҙен башлаған: — Иҙеүкәй ҡустым, тағы әйтәм, Илгә яман уй һалма! Хандан һиңә бер һүҙ юҡ, Илде бушҡа дулатма! Эй, Иҙеүкәй, Иҙеүкәй, Һин Урҙаға ҡайтһана, Ханға буйың бирһәнә! Иле данлы Урҙаға Ҡайтып сәләм бирһәнә! Ҡош оялар ҡаяңда Яман уйың сәсмәсе! Ҡанһыраған Уралдың Аҡтыҡ ҡанын ҡоймасы! Ҡыныға тыҡҡан ҡылысын Илдең ҡабат һурмаҫы! Ағас табаҡҡа һалып, Ашың һоҫоп йөрөгәнсе, Ап-аҡ көмөш табаҡтан Хан һарҡынтын ейһәңсе! Ҡыптыр тунға уранып, Уралыңда йөрөгәнсе, Алтын төймә тағылған, Ҡамалар ман ҡыйылған, Төймә бауы таҫмалы Ҡара һыуһар тун кейеп, Хан кейәүе булһаңсы! Уралыңда ҡыҙ күҙләп, Зарығып алйып йөрөмәҫе! Һине көтөп зарыҡҡан, Ҡарап күҙе талыҡҡан, Һағынып йөҙө һарғайған Ынйы менән Кинйәне Береһен һайлап ҡосһана! Уралыңда һунарҙа Кейек ҡарсыға сөйгәнсе, Һарайҙағы шоңҡарҙы Күл әйләнә сөйһәнә! Уралыңдың буйында, Ҡая таштар өҫтөндә, Арыҡ-турыҡ атың ман Алпы-һалпы һәлпәндәп, Салғыйҙарың ялбырлап, Яу асырға уйланып, Ағас һаплы һөңгөнө Ҡоралым тип йөрөгәнсе, Алтын арба эшләтеп, Өҫтөңә янат тун кейеп, Ҡолон тайҙа сағында Бәйләнмәйсә һөт имгән, Ҡонан, дүнән сағында Болондарҙа тыу йөрөп, Толпар тоҡомо булғанға, Һәүрегендә өйөрҙә Һайҙаҡ йөрөп дан алған, Алтыһында ат иткән, Етеһендә өйрәтеп, Йыйындарҙа йүгерткән, Ҡырас ялын матурлап, Һылыу ҡыҙҙай тараған, Маңлайында ҡуш урай — Толпарлыҡҡа билдә итеп Бер хоҙайҙан бирелгән, Маңлайында кикеле Шәлкем гөлдәй үрелгән, Ҡалкыу монда, ҡарсыға түш, Тилбер атлап йөрөүсән, Ҡубаға ҡабырға, тар бөйөр, Биреклеге һыналған, Туҙбаш йылан үҙәкле, Башкүнәктәй танаулы, Ҡамыш ҡолаҡ, һоҫа теш, Атҡолаҡтай иренле, Һарымһаҡтай аҙаулы, Ата бөркөт ҡабаҡлы, Өкө кикел, ҡуян бот, Баҡыр күҙле, суртан һырт, Асы яңаҡ, ҡырас йөн, Ҡубаға тояҡ, ҡуш йөрәк, Бөтә яҡтан һыналған, Күп йыйында саптырып, Йүгереклектә дан алған Тарлан буҙҙы менһәнә! Түшелдерек, ҡойошҡан, Эйәр ҡашын, йүгәнен Алтын менән биҙәтеп, Данлы өлкән урҙаның Бөтә яуына баш булып, Һөйәк һаплы һөңгөһөн Ҡулыңа алып торһана! Өйөр-өйөр йылҡыһын Йәйләүеңдә бәйләтеп, Ынйы менән Кинйәнән Бейәләрен һауҙырып, Ҡымыҙ эсеп ятһана! Васыятҡа яҙҙырып, Үҙе үлгәс, һин ҡалып, Ҡыҙы менән икәүләп, Шыбырлашып һөйләшеп, Шарҡылдашып көлөшөп, Киң һарайҙа яғалашып, Ширбәт эсеп, серләшеп, Ханбикәле хан булып, Дәүран ғүмер итһәнә! Үпкәң булһа ҙур ханға, Үҙең ҡайтып әйтһәнә! Иҙеүкәй: — Урал буйы, ҡая тауҙар Батыр ҙа итеп үҫтергән, Урал да буйы ҡанлы юл Урҙаға илтеп еткергән. Урал буйы күҙ йәше — Ханға мине эстергән. Урал буйы даулы ил — Ҡанға батҡан шаулы ил, Ҡаны менән һуғарып, Миңә һаҙаҡ үҫтергән, Һөйәк һаплы һөңгөнө Ҡулыма мин тотмамын. Урҙаға ҡайтып, баш эйеп, Тарлан буҙын менмәмен. Ханға кейәү булам тип, Ҡыҙын һорап тормамын. Урал иле бар булһа, Батырҙары һау булһа, Уралым данлап үҫтергән Суҡмар ҡулымда булһа, Туҡтамышҡа эйелеп Мәңге сәләм бирмәмен. Хан булам тип Урҙаға, Илем һатып тормамын. Ир булып атҡа менгән һуң, Илем йыйып алған һуң, Алпан-толпан булһа ла, Бер юл табып китермен. Урҙаға илткән оло юл Сатмыр ханға илтер ул. Хоҙа уңған юл бирһә, Сатмыр хан да ҡул бирһә, Сатмыр хандан көс алып, Урал илемде туплап, Торҡа кейеп башыма, Ҡорман тағып билемә, Күсәм булып барына, Урҙаға мин барырмын. Яуға сыҡһа дау менән, Ҡамайыл ерен аямай, Ҡанлы талҡан итермен. Кәперәйгән Сәләхиен, Илен һатһа Ҡыпсаҡтың, Уға эйәрһә бүтәндәр, Ас суртандай ҡарпырмын. Уралымдан талап алған Малдарҙы ла ҡайтарып Үҙ халҡыма бирермен! Атаһы башын юҡ итеп, Әсәһе ауыҙын кәмзәйтеп, Ынйы менән Кинйәне Етем ҡыҙ тип һөйөрмөн. Түренә түшәк һалырмын, Тигәнемә етермен, Туҡтамыштың һарайын, Аса аҫыл балаҫын — Барын күкшин итермен. Ошо үсте алмаһам, Тигәнемә етмәһәм, Әйткәнемде ҡылмаһам, Ҡашҡа исемем ҡороһон! Мин — мин тимен, тиермен, Мин — Уралда ирҙермен! Асыуым уртлап ат менеп, Тауға оялар шоңҡармын! Ыуға ҡаршы әсемен, Ширбәттәйгә сөсөмөн, Байтирәктәй тирәкмен! Балта сапһа — айырылмаҫ, Һис тә һынмаҫ, ҡайырылмаҫ Имән ағас ботаҡмын! Мин — мин тигән ирҙермен, Ат өҫтөндә уйнай, тип, Кәпәс кейгән ир ул, тип, Асылын һорамай аш бирмәм, Атаһын һорамай дан бирмәм! Янбай: — Ай, Иҙеүкәй, Иҙеүкәй, Был уйыңдан ҡайтһана! Ҡамсы теймәҫ муйыныңа Ҡан һырғаһын төйнәмә! Мал һуйып туйларҙай Туйға үҙеңде һуйҙырма! Ямғыр яуып, Уралың Сәскә атам тип торғанда, Уралыңда ҡан ҡойоп, Гөл-баҡсаны ҡоротма! Иҙеүкәй: — Кит, кит, Янбай, кит, Янбай! Яман өнөң быуырмын, Һөйләмә, телең киҫермен, Асма күҙең, — тишермен! Тубырлатып башыңды, Муйының бауҙай өҙөрмөн! Харамдан ташҡан ҡаныңды Көрөндәй итеп ҡойормон! Утауыңды ауҙарып, Буҫағаң утын ҡылырмын! Сағарағын һындырып, Үҙеңде ҡурҙаҡ иткәндә Уғыңды шөшлө ҡылырмын! — Тигән һүҙҙе ишеткәс, Янбай ауыҙын асмаған, Айһыҙ ҡараңғы төндә Урҙаға ҡарап ыҡлаған. Иҙеүкәй Урал буйында Ханға яһаҡ йыйғанды — Барын илдән ҡыуҙырған Ханға яһаҡ бирмәҫкә, Ханға буй ҙа бирмәҫкә Бөтә ырыуҙы туплаған. Уралдағы ырыуҙы Яуға тайяр ҡылған ул, Үҙе ярҙам һорарға, Күк бурҙайын 73 эйәртеп, Сатмыр ханға елгән ул. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Башҡортостаным яңылыҡтары |
|
 |
 |
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы
Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...
Киләсәккә рухи васыят
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...
Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...
Ғәфү итсе, нигеҙем!..
Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...
Булғанда – бүреләй, булмағанда…
Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...
Их, мунсаһы!
Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...
Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?
Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
|
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |