 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Һабанай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» XI. Туҡтамыш хандың батырҙарға мөрәжәғәт иткәне
15-02-2010, 15:20 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1559 |
 |
 |
Иҙеүкәй сығып тайғас, Туҡтамыш хан: «Иҙеүкәй һиҫкәнде, хәҙер ул Уралға ҡайтып шау һалыр, илен туплап, яу менән килер», — тип уйға ҡалған, ти. «Әле алыҫ китмәгәндер», — тип, Иҙеүкәйҙе кире бороп алып ҡайтырға бар батырын димләй башлаған55: — Урал, Яйыҡ батырҙың Ҡотон йәйгән тоҡомдан Батыр булып тыуған ир, Бер ырыуға баш булып, Ус төбөндә ил тотоп, Даның киткән ҡыпсаҡ бей! Ҡуш-ҡуш бысаҡ таҡҡан ир, Ҡуш әҙернә аҫҡан ир, Дошманды ҡыуа бар, тимен, Барып йәнен ал, тимен! Сингә* барып яу асып, Яман тауҙан юл асып, Иленә ырыуын туплатҡан, Һөңгө осонда дошманды Күбәләктәй уйнатҡан Тамъян батыр, һиңә әйтәм! Тамъяндарҙың башы һин, Инде тороп талпын һин, Ҡулыңа ҡылыс алсы һин! Ҡара диңгеҙ буйында Даның сәскән ҡор башым*, Илен бәйләп, ҡулыма Тотоп биргән юлбашсым, Иле телен алмаған, Бейенә буй бирмәгән, Үҙ ырайы булмаһа, Берәүгә юл ҡуймаған Сәләх батыр, һиңә әйтәм: Уғын ҡырҡ нарға аҫҡан, Урҙамда оло дан тотҡан, Һарайымда иркә һин, Сәләхи батыр, ҡор башым, Дошманымды тотсәле, Билен шунда бөксәле! Ҡырым иле эсендә Ҡараңғыла юл тапҡан, Бейе ятҡан һарайҙың Ниргәһенә ут яҡҡан Ҡарабай батыр, һиңә әйтәм! Ҡая битенә юл һалып, Яу килгәндә тайшанмай, Ат уйнатып юл сапҡан, Ун мең кешем бер төндә Һуйып, буйын бирмәгән Ҡатай батыр, һиңә әйтәм! Ҡараңғыла юл сапҡан, Алйығанда һүҙ тапҡан, Яурының киң, олпатлы, Арыҫландай йөрәкле Ҡатай батыр, ҡуҙғалсы, Ҡоралыңды ҡулға алсы! Дошмандан һис тайшанмай, Илен йәйеп яланға, Иҙел, Димдең типһәнен Үҙенә торлаҡ ҡылырға Ат уйнатҡан туғайҙа, Һаҙаҡ ҡайрап сайында*, Ырыу тотҡан Юрматы, Һиңә әйтәм тағы ла: Дошман илен баҫҡанда, Яуҙа аймағын һаҡлаған, Яуға сапҡан сағында, Күктәй гөрләп күкрәгән, Иң таянған Юрматым, Ауыр көндә ҡанатым, Бар, батырым, барһана, Барып ҡурҡыу һалһана! Яның батмандан ауыр, Дүрт ҡарағас үҙәген Ярып, уғың юғалған, Ҡая эсендә ҡуш айыуҙы Ҡыбырлатмай ҡаҙаған, Батырҙарҙың эсендә Иң ҡарты ла һоллоһо, Табын батыр, һиңә әйтәм: Арыҫландай ҡысҡырған, Күп ҙур эштәр башҡарған, Яуҙа һөңгө һындырған, Һөңгөгә кеше мендергән, Ил күңелен тындырған, Еңмәгән яу ҡалмаған, Эсһә, ҡанға туймаған Табын батыр — тойғоном? Һин дә тыңла бойороғом: Ҡыйғырҙай тороп ҡуҙғалсы, Дошманымды ҡулға алсы! Аму* буйлап Хәзәргә*, Ҡанһыҙ, илем йәйҙергән, Буйһондороп һарайға, Ҡул аҫтыма йыйҙырған, Ҡыҙыл телең бал төҫлө Булып, илгә таралған, Янбай тиеп дан алған, Һиңә тағы шуны әйтәм: Һаҙаҡ теймәй, Иҙеүкәй Батырҙарҙан ҡотолһа, Сөсө телең арбаһын, Ҡул-аяғын бәйләһен; Дар ағаста аҫылған Иҙеүкәйҙең кәүҙәһен Илем күреп һил булһын! Туҡтамыш хан ялуарып, Батырҙарға әйтһә лә, Батырҙарҙың берәүһе Һис бер һүҙен әйтмәгән; Иҙеүкәйҙең артынан Ҡыуабыҙ тип, һүҙ биреп, Тора һалып китергә Бере баҙнат итмәгән 56. Саҡырылған йыйынға Килә алмай һуңлаған, Илдә йырсы, ҙур һынсы, Күпте күреп ишетеп, Йөҙҙән артыҡ йәшәгән, Тирә-яҡтың бар хәлен Күҙ алдындай күреүсе Һабрау ҡарттың килгәнен Ханға хәбәр иткәндәр. Аяҡҡа баҫып барыһы Һабрау ҡарттың ингәнен Ҙурлап ҡаршы алғандар. Туҡтамыш: — Һабрау килә тигәс тә, Ҡарасҡыңды күргәс тә, Оҙон ҡолаҡ, һиҙгер күҙ, Ауыҙы асыҡ, сапаҡ* һүҙ — Һабрау инә тигәс тә, Уйым, һүҙем бүлдерҙем. Елгән аттан тир сығыр, Күк йылҡынан буҙ тыуыр, Сәсән ирҙең өнөнән Ҡыл ярырҙай һүҙ сығыр; Аҡыллы ир башынан Донъя ҡорор уй сығыр. Йөҙҙән артыҡ йәшәгән, Йәне, һөйәге ҡаҡшаған, Аҙау теше ҡойолоп, Берәм-берәм төшкән һуң, Хыҙыр 57 йыйып бер ебәккә, Теҙеп-теҙеп бәйләгән, Һәр бер эште белеүсе, Һүҙҙе уйлап һөйләүсе, Ил өлкәне, Һабрау ҡарт, Кәңәш һиңә туҡтаны. Аҡ Урҙала һарайым Аптырауға әйләнде; Табағымдан аш ейгән Иҙеүкәй батыр тигәне Ҡара йыланға әйләнде. Тел өҫтөнә тел ҡуймай Кәңәшеңде әйт әле! Һабрау: — Эй ҡартыңмын, ҡартыңмын, Күпте күргән ҡартыңмын. Урал буйы данлы йорт Аптырауға ҡалғанын, Батырҙары ил һаҡлап, Ҡыҙыл ҡанға батҡанын, Урал буйлап хандарҙың Ат саптырып юртҡанын, — Уны ла күргән картыңмын. Аҡҡоломбәт ҡустыһы Ҡарағоломбәт мырҙаның Бала һуйып хан булып, Ырыуын бүре йән яһаған; Ун ике тотам уҡ тотоп, Ағаһының кинйәһе Бабсаҡ бейҙе үлтереп, Атаһының ҡоно өсөн, Бабсаҡ улы Күсәккә Ырыуыны юйҙырған, — Уны ла күргән ҡартыңмын 58; Башлыҡ, башлыҡ Сыңғыҙ хан — Уны ла күргән ҡартыңмын; Унан аҙаҡ Аблай хан 59, — Уны ла күргән ҡартыңмын; Унан аҙаҡ Ҡара хан 60 — Уны ла күргән ҡартыңмын. Йөҙҙән йәшем үткәндә, Ауыҙымда теш бөткәндә, Ҡоро һөлдә йөрөгәндә 61, Үҙ дәүерем бөткәндә, Һеҙҙең дәүер аҙаҡҡа Тағы килеп еткәндә, Быуын-быуын хандарҙан Күп хандарҙы күргәндә, Ҡош сөйәлмәй ҡалтырап, Ат менәлмәй аптырап, Йәштә ҡошто сөймәгән, Атта уйнап үҫмәгән, Юлдаш булыр бурҙайын Сит кешегә тилеткән, Һылыуы булған Ынйының Күңелен ситтән алдыртҡан, Кинйәһе булған Кинйәнең Атаһы биргән балдағын, Уны ла ситкә кейҙерткән, Тәхетеңә мираҫың 62 — Йәш булһа ла балаңды, Ҡадирбирҙе мырҙаны, — Уны ла күргән ҡартыңмын. Ошо йәшемә еткәндә, Ауыҙымда теш бөткәндә, Сыҡмаған йән йөрөгәндә, Ошо йәшемә еткәнсе Күп илдәрҙе гиҙһәм дә, Ҡашҡа, ҡашҡа* тигәндең Күбен күргән булһам да, — Һинән киткән Иҙеүкәйҙәй Ғүмеремдә бер ирҙе Күрмәй торған ҡартыңмын. Артынан килеп ҡараһам, Ике яурын араһы — Батыр йоҡлар саялай; Алдынан килеп ҡараһам, Ҡарсыға ҡабаҡ, талғыр күҙ — Йөрәгеңә ингәндәй. Батырлығы йөҙөндә, Ҡырҡыулығы һүҙендә, Уйлап эшләр эшен дә, Эйәрле ат ятыр эсендә, — Иҙеүкәйҙәй батыр ир Ишетмәгән ҡартыңмын. Иҙеүкәй, Иҙеүкәй тигән һүҙ — Урал, Урал тигән һүҙ! Иҙеүкәй китте тигән һүҙ — Урал күсте тигән һүҙ! Иҙеүкәй киткәс, китер ул, Ҡомһорап сапҡан арыҫландай, Ҡанығып осҡан ҡыйғырҙан, Шул китеүҙән китер ул! Оҙон-оҙон оло юл — Быуат-быуат батырҙар Шуны буйлап сапҡан юл. Шул юл буйлап китер ул, Сатмыр ханға 63 етер ул, Һинең бөтә урҙаңды Аҡ сабаҡтай йоторға, Алдымда ятҡан йәйендәй, Ҡарпыйым тип уҡталған Сатмыр уға ҡул бирер, Теләгенә юл бирер. Иҙеүкәйҙәй батырҙы Яуына ҡорбаш ҡылыр ул, Ханбикә күргән яман төш, Уйҙа күргән утлы ҡуҙ Иҙеүкәй яуы булыр ул. Арыҫландай үкереп, Ҡыйҡыу-һөрән һалыр ул. Ете батырҙы ниргә итеп, Мең бейле Нуғай йорт, Йәйеп ятҡан дала йорт, Яҙғы иттәй бурһығып, Күптән ҡаҡһып килгән йорт, Иҙеүкәй шауын ишетһә, Булат ҡылысын һелтәп, Иҙеүкәй килеп уҡталһа, Данлап ҡорған Урҙаңды Ҡыран-яран ҡылыр ул. Иркәләтеп үҫтергән Ынйы менән Кинйәңде Алып ҡына ҡуймаҫ ул, Бүреләй ҡырып яуыңды, Ташлап ҡына китмәҫ ул, — Көмөш йоҙаҡ һарайҙы, Алтын тояҡ тәхетте, Данлап ҡорған урҙаңды, Уйнап-көлгән бәхетте — Барын тар-мар итер ул. Эй, оло хан, оло хан! Иҙеүкәй тигән ҙур ҡашҡа Ошо киткән китеүҙән Һарайың килеп баҫыр ул; Көмөштән һуҡҡан ишекте, Төшһә тимер суҡмары, Бер һуғыуҙа асыр ул; Һарайыңа бей булып, Кирәгәңде киртер ул, Киртеп утын итер ул; Хур ҡыҙындай күрекле, Һандуғастай ирекле, Һиңә наҙлы Ынйыны, Һиңә иркә Кинйәне — Икеһен дә алыр ул; Түреңә түшәк һалыр ул, Иркә үҫкән ҡыҙыңды Түш аҫтына алыр ул. Ҡаяла буҫҡан ырыуҙың Ҡонон һинән алыр ул; Байман йәшәп урҙаңда, Үҙ ырыуын йәйер ул; Табаныңды телер ул, Телеп ҡылын һалыр ул; Өйөр-өйөр эркелтеп, Илдән йыйған малыңды Барын ҡыуып китер ул! Минең һүҙҙе тыңлаһаң, Барын уйлап ҡараһаң, Иҙеүкәй кәйеп китһә лә, Шунда ла ары киткән юҡ, Иҙелдән 64 ары киткән юҡ. Ете батыр бей булһын, Атҡа менеп елдерһен, Теләген биреп күндерһә, Иҙеүкәй шуға буй бирһә, Тыныс ғүмер һөрөрһөң, Аҙағын үҙең белерһең! Һабрау һүҙен ишеткәс, Туҡтамыш, уҙған эшенә үкенеп, былай тигән: — Ете батыр тигәнем — Етегеҙ ҙә бей ине. Үҙегеҙ ырыу тотҡанда, Ил тоторлоҡ бей ине; Дошман менән дуҫыңды Айырырлыҡ күҙ булып, Барығыҙ ҙа ир ине. Ай, бейҙәрем, бейҙәрем, Хәҙер атҡа менегеҙ, Ни теләһә Иҙеүкәй, Теләген бирәм, тиегеҙ! Урҙамдан һиңә бер ханлыҡ Бүлеп бирә тиегеҙ! Батырҙарҙың берәүһе Ҡырҡа яуап бирмәгәс, Сәләхи мән ханбикә, Муйырғандай ҡарышы Иҙеүкәйҙе яманлап, Уҫаллығын һөйләгәс, Туҡтамыштың тағы ла Асыуы уттай тоҡанған, Үпкә ҡатыш бойороп, Тағын һүҙен әйткән, ти: — Аралағы дошманды Берегеҙ күрмәй һыйҙырған! Йөҙөк ҡашы ынйылай, Күҙ алмаһы ҡаралай, Теләктәре юлымда, Йөрәктәре ҡулымда, Һис тайшанмаҫ бер булған, Үҙ бауырым — ҡыҙҙарым, Улар ҙа күңел алдырған! Бейҙәрем күҙем йомдороп, Ҡыҙҙарым күңел аҙҙырып, Мине яңғыҙ ҡалдырып, Мине хурлыҡҡа һалырға Дошмандан сер алдырған! Иҙеүкәйҙе эҙләүсе, Уны тота барыусы Һарайҙа урын алыр ул, Мамыҡ түшәк йәйер ул, Күҙ ҡарамдай ҡыҙымдың Һайлап берен алыр ул! 65 Хандың үпкә һүҙенә Бары ҡолаҡ һалған һуң, Ҡыҙым бирәмен тиеп, Хан вәғәҙә ҡылған һуң, Сәләхиҙән бүтәндәр, Ханға кейәү булам, тип Бары атка менгәндәр, Иҙеүкәйҙең артынан Ҡыуа сығып киткәндәр 66. Сәләхи тик ятмаған, Үҙ уйын ул уйлаған. Туҡтамыштың болала Аптыраған сағында, Иҙеүкәй килеп яу һалып, Ынйыҡайҙы алыр тип, Үҙен ҡанға һалыр тип, Үҙе менән Ынйыҡайҙы Урлап китмәк уй менән Хан янында һарайҙа Былай һүҙгә башлаған: — Өс йөҙ кеше эйәртеп, Ынйы менән икәүләп, Иҙеүкәйҙең артынан Барайыҡ беҙ, оло хан! Йорттан сығып киткәнсе, Иҙеүкәйгә еткәнсе, Үҙегеҙ мән минән тыш Һис берәү ҙә белмәһен. Ынйыны күрһә Иҙеүкәй, Һүҙен ҡушһа Ынйыҡай, Килер беҙҙең янға ул; Шул саҡ инде беҙ уның Тотоп ҡулын бәйләрбеҙ, Ҡушһаң, башын киҫербеҙ, Тере тиһәң, тереләй Алып ҡайтып бирербеҙ! Хан быны бик хуп күргән, Ынйыны ул саҡыртҡан; Ынйы килгәс, Туҡтамыш Былай һүҙен башлаған: — Сәләхи мән яланға Сығып йөрөп ҡайтырға, Балам, хәҙер атҡа мен! Уның менән икәүләп Ялан сығып йөрөп кил! Иҙеүкәй күреп килмәҫме? Һарайға баш булмаҫмы? Килһә, алып ҡайтығыҙ, Үҙен ҡорбаш итермен, Теләһә, кейәү итермен, Теләһә, тәхетем биреп, Үҙен ҙур хан итермен. Ынйыбикә: — Атаҡайым, Иҙеүкәй Күк бурҙайын эйәртеп, Буҙ толпарға атланып, Ҡайтыр юлға китмәне. Уны эҙләп сыҡһам да, Кеше эйәртеп сыҡмамын. Сәләхи барҙа Иҙеүкәй Һарайыңа ҡайтмаҫ ул; Иҙеүкәй инде асыуын Һис бер саҡта йотмаҫ ул; Иҙеүкәй килер булһа ла, Яҡшылыҡҡа килмәҫ ул, Үҙенекен эшләр ул: Иң тәүҙә Сәләхиҙең Ботон ботса ботарлап, Башын эткә ташлар ул! Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Хан ныҡышып тормаған, Ни булһа ла булыр тип, Эҙләй киткән батырҙар[ҙың] Ҡайтыу[ҙар]ын көтөргә — Хан күңелен туплаған. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Башҡортостаным яңылыҡтары |
|
 |
 |
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы
Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...
Киләсәккә рухи васыят
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...
Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...
Ғәфү итсе, нигеҙем!..
Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...
Булғанда – бүреләй, булмағанда…
Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...
Их, мунсаһы!
Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...
Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?
Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
|
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |