 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Һабанай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» Х. Туҡтамыш хандың Иҙеүкәйҙе үлтерергә йыйынғаны
15-02-2010, 15:24 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1454 |
 |
 |
Ынйы хәҙер тынғандай, Иҙеүкәй уға булғандай, Иҙеүкәйгә һырышып Йөрөгәнен күргәнгә, Сәләхи тағы көнләшкән. Ханбикәгә аулаҡта Иҙеүкәйҙе ошаҡлап, Ханбикәне тағы ла Төрлө яҡтан шаштырған. Берҙән-бер көн Туҡтамыш Янғыҙ-аулаҡ булғанда, Ҡайғылатып ужарын 45 Хан янына килгән дә, Алдап-йолдап иренә Ханбикә һүҙ асҡан, ти: — Ай, оло хан, оло хан, Бөгәсә тағы төш күрҙем, Ул төшөмдө уйлаһаң, Һиңә яман эш күрҙем: Ҡара йылан буйындай, Ҡабырғаңда ит күрҙем; Яуға сапҡан батырҙың Тиргә сумған атындай, Тибенгеңдә тир күрҙем; Утҡа өткән ҡойҡалай Ҡарайып ҡалған соңҡаһы, Һөйәкһеҙ ҡалған башыңды, Ҡарындыҡтай ҡурышып Йыйырылған битеңде, Ат күҙендәй ҙур күҙең Төнйөрөп бөтөп йомолған, — Шулай яман төш күрҙем. Туҡтамыш: — Бөгәсә һин күргән төш Ул ни булыр, ханбикә? Батырҙарым эсендә Тарҡаулыҡ юҡ, ханбикә. Ханбикә: — Хан һарайы эсендә Ханы менән батырҙың Араһы тарҡау булмаһын. Хан янында ултырып, Бер һарайҙа аш эскән Ханы менән батырҙың Йөрәге тарҡау булмаһын! Һарай ҡыҙын һөйгән ир — Уны ханы юйған ир; Ханы уны тартһа ла, Ҡонон эҙләп йөрөмәһен! Бикә итергә йөрөгәнен Хан үлтереп, тол иткәс, Йөрәгендәй балаһын Турап ханы хур иткәс, Шулар ҡонон алам тип, Ынйы менән Кинйәнең Береһен урлап китмәһен. Шул Иҙеүкәйҙән ҡурҡамын, Башың юйып, хан булып, Тағың алып ҡуймаһын! Ожмах һымаҡ көнөңдө Йәһәннәмдәй яндырып, Ҡара көнгә ҡалдырып, Башыңды хур ҡылмаһын 46, — тип, ханбикә һөйләп торғанда, хан янына батырҙар килеп ингән. Улар инеп, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, хан һарай ҡыҙҙарына аш-һыу килтерергә бойорған. Былар артынан оҙаҡламай Иҙеүкәй ҙә килгән. Урын күрһәтелгән, бары ла ултырған. Ҡунаҡтарға һыу-һын биргәндә, Иҙеүкәйгә бирә торған туҫтаҡҡа ханбикә ыу һалған47. Быны күреп ҡалған һарай ҡыҙы, туҫтаҡтарҙы таратып йөрөгәнендә, Иҙеүкәйгә аңлатҡан. Бары ла күтәреп эскәс, Иҙеүкәй еҫкәгән дә, бармағын тығып болғатып, ултыртып ҡуйған48. Ханбикә: — Ай, Иҙеүкәй, ни улай Еҫкәп кенә ҡуяһың? Әллә унда эсмәҫлек Тәм бармы һуң, хоҙайым? Иҙеүкәй: — Ашың татлы, ханбикә, — Әсеткеһе иҫкереп, Эсәлмәҫлек ыуланған, — тигән дә сығып киткән 49. Хан эштең ни икәнен аңламаған. Бейҙәр аптырап ҡалған. Туҡтамыш: — Ул ни, хайуандай булып, Ашты еҫкәп ҡарауы? Бармаҡ тығып болғатып, Ултыртып сығып китеүе? Сәләхи: — Ай, оло хан, хуп күрһәң, Үҙем һөйләп бирәйем. Ашты еҫкәп ҡуйыуы — Илең белдем тигәне, Бармаҡ тығып бутауы — Илең бутармын тигәне 50. Хан, был һүҙҙе ишеткәс, Аптырауға ҡалған, ти. Бар ҡунағын оҙатҡас, Хан менән ханбикәһе Икәү генә ҡалған, ти. Ханбикә: — Бына, ханым, ишеттең, Мин ҡасандан һөйләнем, Бер килмешәк кешене Түргә уҙҙырма, тинем. Иҙеүкәй һиңә бығаса Бер һүҙ әйтмәй килгәйне; Ишеттеңме инде үҙең Ни тип сығып киткәнен? Иҙеүкәй әйтеп ҡуймаҫ ул, Йәндәй күргән ҡыҙыңды Ҡалым-маҙар түләмәй Алып китмәй ҡалмаҫ ул. Туҡтамыш: — Алай булһа, ханбикә, Бер оло туй яһайыҡ; Шунда уны мәс ҡылып*, Аяғынан йығайыҡ; Ҡул-аяғын бәйләтеп, Башын шундуҡ киҫтереп, Беҙ шулай ҡотолайыҡ, — Тип уйлашып икәүләп, Туй яһарға булғандар. Берҙән-бер көн һарайҙа ҙур туйға бейҙәр, сит ҡунаҡтар йыйылған. Аш-һыу әҙерләнгән. Баш бей ҡайтһын инде тигән булып, Иҙеүкәй менән Ынйының һунарҙан ҡайтҡанын көтөп торғанда, Иҙеүкәйҙәр ҡайтып төшкән, ти. Шунан ашау-эсеү, уйын-көлкө башлағандар…51 Шул мәлде Иҫәнбай кирәгәне яғалап, тирә-яғын һағалап, ошо йырын йырлаған, ти. — Хан һунарға сығырға Батырҙарын йыйған, ти. Һунар тапмай яланда, Ҡара ҡошто оло хан Ыласынға сөйөргә Бауын сисеп ҡуйған, ти. Өҫтөңдәге ҡамҡаны Сисеп ырғыт бейҙәргә; Өлкән йыйып, оло туй Ҡалһын тороп бейҙәргә. Табаны ялпаҡ буҙ толпар Эйәрләнгән, сыҡ, һиңә; Ҡара бөркөт йөнөнән Әҙерләнгән уҡ һиңә. Минең атым — Иҫәнбай, Оран бирәм, бел, һиңә 52. Иҫәнбай йырын ишеткәс, Иҙеүкәй ҙә һаҡланған; Сығып китеп йыйындан, Буҙ толпарға атланған 53. Ҡыуа сығыр батырҙар Атҡа менәм тиһәләр, Таралғыһы киҫек эйәрҙең, Ауыҙлығы юҡ, ти, йүгәндең. Ни эшләргә белмәйсә: «Иҙеүкәй ҡайҙан белгән һуң? Ҡыуа сығар батырҙың Таралғыһын киҫкән», — тип Аптырауға ҡалғандар. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Башҡортостаным яңылыҡтары |
|
 |
 |
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы
Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...
Киләсәккә рухи васыят
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...
Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...
Ғәфү итсе, нигеҙем!..
Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...
Булғанда – бүреләй, булмағанда…
Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...
Их, мунсаһы!
Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...
Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?
Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
|
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |