Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» IX. Ғәнәкәнең ҡасып бала тапҡаны, Туҡтамыш хандың уны эҙләткәне
15-02-2010, 15:26 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1393

Хан үткәргән ҙур туйҙа һарай ҡыҙҙары ла булған. Сорнайсылар сорнай уйнағанда, ҡыҙҙар бейегән, йыр йырлаған. Араларында Ғәнәкә исемле бер ҡол ҡыҙы Иҙеүкәйҙе күреү менән ғашиҡ булған.
Иҙеүкәй ҙә, быны күҙләп тороп, ҡыҙға килеп һүҙ ҡушҡас, икәү-ара һөйләшеп яҡын йөрөй башлағандар, ти.



Ғәнәкә бик аҡыллы,
Үҙе серле булғанға,
Иҙеүкәйҙе Ынйы ла
Һәр саҡ һөйөп йөрөгәнгә,
Иҙеүкәйҙе һөйөүен,
Иҙеүкәй һүҙ биреүен
Һис берәүгә әйтмәгән.

Иҙеүкәй мән Ғәнәкә
Бер-берене һөйгәнен
Һарайҙағы ҡыҙҙарҙан
Бер-ике ҡыҙ һиҙһә лә,
Һис берәүгә һөйләмәй
Арала сер тотһа ла,
Һүҙ эйәрә һүҙ сығып,
Ҡолаҡтан ҡолаҡ ишетеп,
Хандың ҡыҙы Ынйыға
Был һүҙ барып еткән, ти.

Ынйы быға түҙмәгән,
Ғәнәкәне саҡыртҡан,
Ҡыҫымға алып, ҡурҡытып,
Иҙеүкәйҙе һөйөүен
Ғәнәкәнән һораған.
Ғәнәкә һис әйтмәгәс,
Һарайҙағы ҡыҙҙар ҙа
Ғәнәкәне яҡлағас,
Ынйы шул саҡ Ғәнәкәгә
Ҡамсы менән һуҡҡан да:
«Ауыҙың асып һөйләнеп,
Иҙеүкәйҙе һөйәм, тип
Йөрөгәнең ишетһәм,
Атама әйтеп аҫтырып,
Эткә башың ташлармын!» —
Тигән һүҙен әйткән, ти.

Яландарға сыҡҡанда,
Иҙеүкәйгә Ынйы ла
Үҙ уйыны әйтһә лә,
Иҙеүкәй ҙә уйынан
Хан кейәүе булыуҙы
Күңеленән тартһа ла, —
Ынйыны бер хан улы,
Икенсегә Сәләхи
Алырға тип яусылап,
Иҙеүкәйҙән көнләшеп
Йөрөгәнен белгәнгә,
Бер ҡыҙ өсөн әселәш
Сығарыу һис ярамаҫ,
Тип Иҙеүкәй уйлаған;
Ғәнәкәне һөйөүен
Быға ҡарап ҡуймаған.
Көндәр үткән, ай үткән,
Ғәнәкә буй күтәргән, —
Буйлы булыу серен ул
Иҙеүкәйҙән бүтәнгә
Һис берәүгә әйтмәгән.
Көндәр һанап буй үҫкән,
Ғәнәкәгә уй төшкән:
«Иҙеүкәйҙән булғанын
Әйтһәм, Ынйынан ҡурҡам;
Әйтмәй, серем йәшерһәм,
Зинасы тип тағы ла
Рисуай итеп урамда,
Тимер тағып муйыныма,
Ҡара яғып йөҙөмә
Үлтерерҙәр барыбер», —
Тигән уйын уйлаған.

Берҙән-бер көн Ғәнәкә,
Һис берәүгә һиҙҙермәй,
Иҙеүкәйгә белдермәй,
Хан һарайы эсенән
Ҡамышлыҡҡа ҡасҡан, ти;
Ҡамышлыҡта аслыҡта,
Күлдән типкән һыуыҡта
Бер ир бала тапҡан, ти.

Ғәнәкәнең ҡасҡанын
Туҡтамыш хан ишеткәс,
Уның буйы булғанын
Ханбикәһе белдергәс,
Туҡтамыштың уйына
Һабрау ҡарттың теге саҡ:
«Һин уйламаған берәү
Тағың алыр, хур ҡылыр», —
Тип юраған төш килгән.
Хан йыйҙырған бейҙәрен,
Һөйләп биргән уйҙарын:
«Ғәнәкәне табырға,
Балаһын да, үҙен дә
Һарайға алып ҡайтырға!» —
Тиеп фарман биргән, ти;
«Шундай тыума балалар
Борон-борон, борондан
Батша, хандар баштарын
Юйып килер булғанын
Ишетеп тә, күреп тә
Барығыҙ ҙа белә», — тип,
Эҙәрләргә кешеләр
Ебәрергә ҡушҡан, ти.

Хан ебәргән кешеләр
Күл тирәләй йөрөгәндә,
Ғәнәкә, улын ҡалдырып,
Аулаҡ урын эҙләргә
Киткән саҡта, Иҙеүкәй
Шыр ҡамышлыҡ төбөндә,
Ҡош ояһындай урында,
Балаһына тап булған.
Бала ураған сепрәкте
Ғәнәкә күлдәге икәнен
Иҙеүкәй шундуҡ таныған.
Иҙеүкәй көткән, төн еткән, —
Ғәнәкә һаман ҡайтмаған.
Баланы алғас ҡулына,
Китмәк булып юлына,
Ғәнәкә биргән яулыҡты
Бала ятҡан урынға
Билге итеп ҡалдырған.

Балаһын алып, Иҙеүкәй
Үҙ йортона ҡайтмаған.
Иҫәнбай торған тирмәгә
Тура ҡарай атлаған.

Ишектән барып ингәс тә
Иҙәндә ятҡан баланың
Күкрәгендә — ҙур бысаҡ43
Иҫәнбай ман бисәһе
Илағанын күргән дә,
Иҙеүкәй һүҙһеҙ ҡалған,
Бер талай өнһөҙ ҡалған.

Иҫәнбай:

— Йәшлек күптән үткәндә,
Ҡартлыҡ көнөм еткәндә,
Тәңре беҙгә, Иҙеүкәй,
Ике бала биргәйне.
Әсәһе һөтһөҙ булғанға,
Игеҙәктең берәүһе
Асҡа үлде, Иҙеүкәй! —

тип, үҙҙәренең ҡайғыларын әйткән. Иҙеүкәйҙең ҡулында бала күреп, ирле-бисәле төпсөп һорашып торған сакта, былар янына Һабрау ҡарт менән Ҡотлоҡай килеп ингән, ти.



Шунан былар бергәләп
Һарайҙағы серҙәрҙе
Ултырғандар һөйләшеп,
Ғәнәкәне ҡыҙғанып,
Төрлө яҡтан уйлашып.

Иҫәнбайҙың үле балаһын
Ҡамышлыҡҡа илтергә,
Иҙеүкәйҙең балаһын
Иҫәнбайға бирергә;
Ғәнәкәне табырға,
Уны оҙатып Уралға,
Был бәләнән йолорға,
Тигән уйҙа туҡталып,
Иҙеүкәйгә шунда уҡ
Үле бала күтәртеп,
Ҡамышлыҡҡа илтергә
Барыһы ла ҡушҡан, ти.

Иҙеүкәй кире барһа ла,
Таңға саҡлы торһа ла,
Тирә-яғын ҡамыштың
Ҡыҙырып ҡарап йөрөһә лә,
Ғәнәкәне тапмаған.
Үлек баланы ҡуйып,
Тағы билдә ҡалдырып,
Иҙеүкәй таңға әйләнеп,
Торлағына ҡайтҡан, ти.

Урын эҙләп, ҡамышҡа
Ҡайтып килгән сағында,
Хан кешеләре тап булып,
Тоторға тип ябырылып,
Кем уҙарҙан килгәндә,
Һис бер кеше инмәҫтәй,
Йәнлек аяҡ баҫмаҫтай,
Тирә-яғы һелкенеп,
Упҡын ятҡан һаҙлыҡҡа
Ғәнәкә барып ташланған.
Был кешеләр тоталмай,
Үле баланы табып,
Ханға илтеп тапшырған.

Иҙеүкәй быны ишеткәс,
Һабрау ман һөйләшкәс,
Ҡараңғы төшөп, төн булғас.
Кеше аяғы һил булғас,
Ҡотло менән Иҙеүкәй,
Иҫәнбайҙы эйәртеп,
Эҙләй сығып киткән, ти.

Ғәнәкә һаҙға батһа ла,
Көн-төн буйы тырмашып,
Хәлдәренән тайһа ла,
Һыуға һуҙған сауылдың
Ботағына тотоноп,
Төпкә төшөп китеүҙән
Үҙен һаҡлап торған, ти.

Иҙеүкәйҙәр ҡамышты
Кәмә менән йырғылап,
Төрлө яҡтан аралап,
Тауыш биреп төрлөсә
Ғәнәкәне тапҡан, ти.
Үлгән Нуретдин менән
Баланы алыштырғанын,
Үле баланы тапҡас,
Хандың тынысланғанын
Иҙеүкәй һөйләп биргән, ти.

Ғәнәкәгә ат биреп,
Ас тамағын туйҙырып,
Бер көн тотмай, Иҙеүкәй
Урал ҡарай оҙатҡан.
 
 (голосов: 1)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Башҡортлоҡ. Рәйес Түләк
  • Танышайыҡ
  • Себергә хат. Рәйес Түләк
  • Оран. Рәйес Түләк
  • Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.