 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Һабанай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» V. Иҙеүкәйҙең йәнә Һабрау ҡартҡа килгәне; Һабрауҙың ил зарын һөйләгәне
15-02-2010, 15:36 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1563 |
 |
 |
Иҙеүкәй йөрөп ҡайтҡан һуң, Илдең серен белгән һуң, Батырҙарҙы күргән һуң, Һабрау ҡарттың янына Барып уйын һөйләгән, Һабрау уны хуп күргән, Яу тупларға бергәләп, Тота һалып ат менгән. Оран һалып Уралға, Халайыҡты күп йыйған. Ҡая ташына менеп, Килгән халыҡҡа ҡарап, Һабрау һүҙен башлаған: — Ай Уралтау, Уралтау Кемгә ҡуныш булманы, Даны киткән һылыуҙай, Кемдән яусы килмәне, Иҙеленән һыу эскән, Ат уйнатып буйында, Һылыу ҡыҙыны ҡосҡан Ниндәй батыр булманы, — Барын күргән Уралтау! Ай Уралтау, Уралтау, Балаларын һайратып, Ҡошо ла һөйгән Уралтау; Көсөктәрен сеңләтеп, Йәнлеге һөйгән Уралтау; Тәңкәләй япраҡ үҫтереп, Ағасы һөйгән Уралтау! Түркен киткән һыйырҙың Ҡуңыр буға быҙауы 21 Күҙ йәштәрен ағыҙып, Үлән, ағас көйҙөрөп, Һис ерекмәҫ юл һалып, «Уралым» тип ҡайтҡан тау! Барына төйәк булған тау, Барына әсә булған тау, Барына ата булған тау! Уралда тыуған баланың Теле сыға башлағас, «Әсә» тигән һүҙҙән һуң, Икенсеһе — «Уралтау»! Утыҙ теше сайраған, Бар һөйәге ҡыйраған, Ите бөтөп, бар тәне Тарамышҡа әйләнгән, Йөҙҙән артыҡ йыл йәшәп, Уралым тип көйләгән; Ата-әсәһе үлгәндә Иман теләп алланан, Ҡанлы йәшен ҡоймаған Һабрау ҡарт та тыуған тау, Һабрау ҡарт та һөйгән тау! Ай Уралтау, Уралтау, Урал тигән данлы тау, Күп ырыуҙы ыҙғытып, Яу астырған шанлы тау! Йылына ике түлләгән, Аҡҡоштай һылыу аҡ булып, Йөнөнән өй кәпләгән, Тиреһенән тун теккән, Табын, табын туйында, Ҡунағыңдың һыйында, Тәкәләрен ит иткән Һарығы күп Уралтау! Бере мән бере йоп булып, Күкрәгене һыҡтатып, Сәскә үбеп, бал йыйған, Илен балға туйҙырған Бал ҡорто күп Уралтау! Артынан һуҡмаҡ һыҙҙырмаҫ, Алдынан кейек уҙҙырмаҫ, Ҡырпыу тояҡ ҡоралайға Ҡая үрсетеп, маһайтып, Йәш балалай уйнатып, Төйәк булған Уралтау! Яҙҙың һөйөнөс ораны — Ҡар һыуынан туйынған Һары күҙәнәк, күк ҡырпыу, Умырзая сәскәһе, Ҡыҙарып сыҡҡан ҡояштың Йылыһына ҡотайған Япрағы күп Уралтау! Түл йәйергә талпынып, Осоп килгән ҡоштарға Тирә-яғы тәңкәләй Ҡырсын менән биҙәлгән, Һаҙмыттарын һылыулап, Екәне, ҡыуы теҙелгән, Мөлдөрәп торған алдырҙай, Күлдәре күп Уралтау! Илде туфандай ҡаплаған Дейеү пәрейҙе үрсетеп, Ерҙең сәскә, ағасын, Типһән, ҡая буйҙарын, Һыу аҫтында тынсытып, Зар илатҡан Шүлгәнгә, Аҡбуҙ толпарын 22 менеп, Диңгеҙ йөҙөп, яу асып, Данлы Урал батырҙың 23 Буйлап килгән һуҡмағы — Беҙҙең данлы Уралтау! Ете ырыуҙың 24 барына Төйәк булған шанлы тау! Иҙел, Нөгөш, Яйыҡты, Үҙәк, Эйек, Ҡаҫмартты, Алты имсәкле елендәй, — Барын берҙәй ағыҙып, Балаһын күреп эйгәндәй, Әсәләй һуғарып ил иткән, Барына әсә булған тау! Урал — илгә ата ул, Урал — илгә әсә ул, Уралға тел тейҙергән — Ата-әсәһен көйҙөргән Тыума бала, хәжә* ул. Атаһын ата тимәгән Илгә батыр булырмы? Әсәһен әсә тимәгән Илгә дана булырмы? Ата ҡәҙерен белмәгән Илдең ҡонон белерме? Әсә ҡәҙерен белмәгән Батырға ата булырмы? Илен ҡан-яу баҫҡанда, Атаһыҙ үҫкән уҡ юнмаҫ, Иле яуға киткәндә Әсәһеҙ үҫкән йөй текмәҫ. Ай Уралтау, Уралтау, Үткән көнөң уйлаһам, Батырҙарың уҡталып, Ҡорт илендәй тупланып. Күрәм һаҡлап торғанын. Ошо көндә күҙ һалһам, — Эйәһе үлгән йорт һымаҡ; Ҡылыс, һаҙаҡ тоторҙай Батыр бөткән ил һымаҡ; Тимә бере яусылап, Ирһеҙ ҡалған ҡатындың Ишеге асыҡ өй һымаҡ! Борон үткән ҡан-яуҙың Ҡаны тамып миңләнгән Тупрағынан яралған, Уралына һыҡтанған Бер батыры юҡмы ни? Дейеүгә яу асҡанда, Бер үҙе биш күренгән, Алдына килгән дошмандың Һанын һанап тормаған, Тыуға сөйгән ҡыйғырҙай Ас бүреләй уҡталып, Яуын ҡырған йотоноп, Урал батырҙай ир булып Тыуған батыр юҡмы ни? Һөрән һалып яу асҡан, Ҡылды ҡырҡҡа ярырҙай Теле майҙай иреткән, Бөтә эштә сер тотҡан, Уйлағанда таш йотҡан, Ата ҡонон юллаған, Ил намыҫын һаҡлаған, Уралдан бусҡан дейеүҙең Гөбөрлө ҡылып батшаһын, Шәрә һөлөк яһап дейеүен, Бөтә Уралды ҡотҡарған Сура батыр улындай Бер етем ир 25 юҡмы ни? Һабрау ҡарттың әрнеүле һүҙҙәрен ишеткәс, бөтә халыҡ уның алдына килеп, Урал ҡаяһын үбеп, илде бирмәй һаҡларға, ил һатыусы бейҙәрҙе илдән ҡыуырға ант иткән. Шул саҡ Иҙеүкәй, аранан сығып, яуға барыр батырҙың бөтәһенә ҡарата үҙенең ҡырҡа һүҙен әйткән: — Яуға барған батырҙың Кәпәсе берлек — тиң түгел 26, Яу серене тотмаҫтай Ауыҙы асыҡ — ир түгел; Яу күсене күргәндә, Бәпкә йөнөн ҡалҡытып, Еләҫ иҫкән елдә лә Шаулап торған уҫаҡтай, Йөрәктәре ҡалтырап, Яуҙан буҫыр ир булһа, — Яуға барыр ир түгел; Типһә, тимер өҙөрҙәй, Сал бөркөттәй беләкле, Һис бер шауҙан өркмәҫтәй Булмаһа ҡуш йөрәкле, — Яуҙа батыр ир түгел. Иҙеүкәйҙе тыңлағас, Бары атҡа менгән, ти: Сыбар йөрәк ирҙәрҙең Берен ҡуймай Иҙеүкәй Аранан сүпләп түккән, ти. Урал яғалай иленән — Иҙел, Яйык буйынан — Яйык, Келәйле батырҙар Билге төйгән урынға, Яу эйәртеп бары ла, Бере ҡалмай килгән, ти. Яуға сабыр юлдарҙы Иҙеү шунда билдәләп: Келәйлене мең башы*, Туҡһан, Сәфәр, Аҙнайҙы, Ҡасҡын, Бикҡол, Ҡаныҡайҙы 27 Мең эсендә йөҙ башы* Итеп атҡа мендергән; Дәмми бейҙе ҡыуырға, Үҙен бәйләп алырға Тигән уйын белдергән. Яйык батырҙы мең башы, Туғыҙ улын йөҙ башы Итеп, Тора бей сигенән Ыршаҡ бейгә 28 ебәргән. Ике меңен оҙатҡас, Илдә ғауға ҡуҙғатҡас, Ҡан ерәненә 29 менеп, Алты батыры — йөҙ башы, Үҙе булып мең башы, Атаһы байман торған ер, Үҙе уйнап үҫкән ер — Нарыҫ тауына ҡарап Яуы менән киткән, ти. Иҙеүкәй яуы килерен, Иҙел, Яйыҡ ҡыҙырып, Илдә яусы йыйғанын, Атаһы ырыуын быларҙан Яулап атҡа менеүен Тора бейҙән аҫтыртын Дәмми бей мән Ыршаҡ бей Оран алып торған, ти. (Ыршаҡ ман Дәмми бей Әллә ҡасан ил йыйып, Батырҙары ат менеп, Яуға тайяр торған, ти.) Айҙар буйы яу булған, Ике яҡтан яусылар Иҫәп-һанһыҙ күп үлгән. Дәмми яуы түҙмәгән, Буҫыу яғын ҡараған. Ҡошҡа сөйгән ыласындай Ҡан һауҙырып күҙенә, Асыу туплап йөҙөнә, Иҙеүкәй ярһып уҡталған, Дәммиҙе ул эҙләгән, Ҡыраң ҡылып бар яуын, Бейҙе бәйләп алған, ти. Келәйле мән тап килеп, Дәмми бейҙең аймағын Нарыҫ тауға йыйған, ти. Нарыҫта ҙур туй ҡылып, Бейҙең малын һый ҡылып, Һәр ырыуҙың башына Йөҙ баштарын баш ҡылып, Бөтә яуҙы бер итеп, Ыршаҡ бейгә киткән, ти. Яйыҡ батырға бирешмәй, Яуҙа алғыр булһа ла, Аҙаҡҡы һуң яуында Яйыҡ батыр үлһә лә, Яйыҡ батыр улдары Һис тә яуҙан буҫмағас, Иҙеүкәй килеп ҡушылғас, Ыршак бей ҙә түҙмәгән, Үҙен үҙе йыуатып: «Атаң-бабаң бей булһа ла, Нишләйһең, тоҡомоң ҡор булғас? Ҡулыңда бейлек булһа ла, Нишләйһең, яуың хур булғас? Бөркөт тә, бүре типһә лә, Ҡаҙға ла сөйөр ҡош түгел; Ырыуы ла бөткән булһа ла, Иҙеүкәй ҙә буш ир түгел; Атаһын яҙмыш хур кылһа ла, Бар иргә лә яҙмыш бер түгел» Тигән уйын уйлаған; Ян керешен бушатып, Уҡ-һаҙағын сорғотоп, Яуын аттан төшөрөп, Иҙеүкәйгә баш һалған. Иҙеүкәй: — Шоңҡар ҙа осҡан яланда Ябалаҡҡа, бейем, ем теймәҫ! Ыласын да сөйгән ҡаҙ күсе Талпынып та осоп мандымаҫ! Башыңды ла эйеп килгәнһең, — Булат та ҡылысым йән ҡыймаҫ! — Тиеп, бейҙе ҡотҡарған; Бейҙең аймағын йыйып, Батырҙарын баш ҡылып, Күп көн шунда уҙғарған. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Башҡортостаным яңылыҡтары |
|
 |
 |
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы
Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...
Киләсәккә рухи васыят
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...
Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...
Ғәфү итсе, нигеҙем!..
Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...
Булғанда – бүреләй, булмағанда…
Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...
Их, мунсаһы!
Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...
Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?
Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
|
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |