Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» II. Шәғәленең хан фарманын килтергәне, Һабрау ҡарттың ил тарихын һөйләгәне
15-02-2010, 15:42 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1491
Урҙа ханға баш эйгән,
Үҙенә ҙур бейлек алған,
Ирәндек буйы яланды
Үҙенә йәйләү һанаған,
Урап аҡҡан Яйыҡты
Ырыуы ман* һыулаған,
Бар ырыуға баш булған,
Биш ырыуҙан үс алған,
Ялан ерҙең ҙур бейе —
Шәғәле тигән аҡһаҡал
Биш ырыуға килгән, ти,
Хандан илсе булған, ти3;
Биш ырыуҙың батырын
Барын бергә йыйған, ти;
Хандың фарманын һөйләп,
Илгә алап* һалған, ти:

— «Биш ырыуҙан биш батыр,
Һарайға килеп, янымда
Кәңәш итер бей булһын;
Ике данлы һунарсы,
Һарайға килеп ҡош һайлап,
Һунарымда ҡош сөйһөн;
Бөтә Урал-Алтайҙа
Данлы йырсы, ҡарт сәсән —
Һабрау тигән уҙаман,
Фарманыма буйһоноп,
Урҙам маҡтап йырлаһын»
Тигән һүҙен ҙур хандың
Һеҙгә һөйләп бирергә
Илсе булып килдем мин, —
Тиеп һүҙен бөткән һуң,
Был биш ырыу һөйләшкән,
Уртаға һалып уйлашҡан.
«Күп яу менән миктәлдек,
Килешһәк тә, ярай шул»
Тигән уйҙы белдергән
Батырҙары ла булған.

Биш ырыуҙың иң карты,
Һабрау тигән дан йырсы
Тарҡалышты күргән һуң,
Таянып имән таяҡҡа,
Биленә ҡуйып бер ҡулын,
Оран һалып барына,
Бал ҡорто инәһендәй,
Уртаға килеп сыҡҡан, ти.
Башын баҫып, уйланып,
Батырҙарҙың йөҙөнә
Күҙ йүгертеп ҡаранып,
Кәңәш биргәндәй итеп,
Ошо һүҙен әйткән, ти.

Һабрау:

— Йөҙҙән ашҡан бер ҡарттың
Аяҡ баҫҡанын күргәс,
Бер һүҙ әйтер был ҡарт тип,
Шәмдәй булып тыңлағас,
Булмаһа, бер һүҙ әйтәйем:
Миңә ҡорҙаш булырҙай
Арағыҙҙа уҙаман
Юғын барың беләһеҙ.
Мин күргәнде күрмәгән,
Ишетеп тә белмәгән,
Минең йөрөгән юлымда
Берегеҙ аяҡ баҫмаған.

Борон, борон, борондан,
Мин тыумаҫтан электән,
Олатайға, әсәйгә
Төйәк булған Уралтау!
Аҡһаҡалы, бейҙәре,
Уға эйәреп ырыуы,
Һырҙай ҡанға туҙышып,
Маңлайынан туп үтеп,
Күкрәгенән уҡ үтеп,
Яулап алған Уралтау!
Ай Уралтау, Уралтау,
Ҡошо-ҡорто, йәнлектән,
Буйындағы иленән
Һылыу ҡыҙҙай маҡталып,
Ата-әсәләй һөйөлгән
Иң данлыҡлы Уралтау!
Ай Уралтау, Уралтау,
Ҡуйынын асҡан әсәләй,
Ҡаяһында батырын
Йәшереп һаҡлар тау ине;
Һаба һауыт тултырып,
Аҙаматтар йыйылып,
Ҡыҙ-ҡырҡындар ҡотороп
Башында уйнар тау ине;
Биш ырыуҙың бейҙәре
Үҙенә туплап ырыуын,
Батырҙары яу сабып,
Күп һаҡланған4 тау ине;
Үҙен һаҡлап яу асҡан,
Сергеһенән ҡан кискән
Батырҙарың һөйәген
Күкрәгендә йыйған тау ине;
Батырын атта уйнатып,
Уяһында үҫкән ҡурайын
Егетенән уйнатып,
Ҡырғын күргән иленең
Моңон-зарын һыҡтатып,
Һылыуынан йырлатып,
Төйәк булған тау ине!

Бына шуның барыһын
Күреп уҙған ҡартыңмын.
Инде һеҙгә ни тием.
Ялтыраған ҡылысын
Батырҙары ҡыныға
Тығыр көнөн күргән һуң?
Яусыл булған ҙур илем,
Ҡул ҡаушырып, буй биреп,
Баш эйергә торған һуң?
Инде маҡтап нишләйем,
Батыры аттан төшкән һуң?
Биш ырыуҙан биш батыр
Ханға китәм тигән һуң?
Ҡәбергә баҫҡан аяғым,
Шалтырап торған һөйәгем,
Бәбәге кибеп секерәйгән,
Тонйораған күҙҙәрем,
Әсәйемдән ҡуш тыуған
Һис ҡартаймаҫ йөрәгем,
Ҡылды ҡырҡҡа ярырҙай,
Яуҙа һөңгө булырҙай,
Һабрау тиеп дан алып,
Йөҙ йыл буйы шаулаған,
Тау-таш ярған йырҙарым
Илем әйткән теләккә
Буйын бирмәй нишләһен?!

Атылған ҡоштай һиҫкәнгән,
Күптән килгән уйым бар.
Шул уйымдың эсендә
Һеҙгә сисер төйөн бар:
Ханға ҡулың биргән һуң,
Ханға түшәк йәйерһең;
Батыр аттан төшкән һуң,
Ханға башың эйерһен;
Ҡылысын ҡынға тыҡҡан һуң,
Хандың ҡоло булырһың.

Батырҙары киткән һуң,
Инәһе үлгән бал ҡорттай,
Илең ҡалыр сыр-сыуға;
Бөтә тапҡан табышың
Һоро ҡорттай талаусы
Берәүҙе бей танырһың.
Ата-әсәңде һүктерер ул,
Башҡа хандан һуҡтырыр,
Ирегенән ирекһеҙ
Ҡол булырға эш ҡалыр, —
Шунан бүтән ни тием?

Яйыҡ китһә, юл китер;
Биш ырыуҙы һуғарған
Иҙел китһә, ил китер.
Йәйәү-ялпылы килеп,
Уралыңа ҡул һалыр,
Илдең затһыҙ берәүһен
Ил өҫтөнә бей ҡылыр.
Яман, затһыҙ бей булып,
Бөтә юлға саң һалыр;
Ханға менәр ат кәрәк, тип
Һайлап, яҡшы ат алыр;
Ҡоҙа-аҙна* булам, тип,
Ун бармағы ҡамыштай,
Утыҙ теше көмөштәй,
Бер бите айҙай балҡыған,
Бер бите көндәй яҡтырған,
Томбойоҡтай күкрәге
Күпереп үҫеп ҡалҡыған
Һылыуың һайлап тағы алыр.

Сырҡырашып түлләгән
Йылҡыһы күп Уралтау;
Мөңөр-мөңөр мөңөрәгән
Һыйыры күп Уралтау;
Кәкре ҡойроҡ, йылтын күҙ
Бүреһе күп Уралтау;
Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ
Ҡуяны күп Уралтау;
Майлап ҡуйған ҡайыштай
Йыланы күп Уралтау;
Алпан-толпан атлаған
Айыуы күп Уралтау;
Ҡыҙ балалай биҙәнгән
Төлкөһө күп Уралтау;
Ояларға урыны мул
Ҡоштары күп Уралтау;
Балығы ялтлап уйнаған
Иҙеле бар Уралтау;
Сәс бауҙары сылтырап,
Ҡарсығалай кәпәйеп,
Һыуға барған һылыуға
Шишмәһе күп Уралтау;
Билге типкән батырға
Ат уйнатып сабырға
Типһәне күп Уралтау, —
Бары ханға ҡол булыр!

Һабрау һүҙен ишеткәс, халыҡта тарҡалыш тыуған. Шулай ҙа биш батыр үҙ-араһы һөйләшкән. Хан ҡолдар алмаҫҡа булғас, «Ике һунарсы, бер йырсы, ырыу башы биш батыр миңә килеп бей булһын!» тигән фарманын ҡулай күреп, бишеһе ханға барырға булған.



Биш батыры бей булып,
Ҡотло, Иҫән һунарсы —
Бары бергә ҡушылып,
Етәүһе киткән Урҙаға.
Ҡотло улы Иҙеүкәй
Атаһына эйәрмәй,
Ҡылысын ҡыныға тыҡмай,
Менгән атынан төшмәй,
Хан ебәргән фарманға
Яңғыҙ батыр баш эймәй,
Яуҙан ҡулын һелтәмәй,
Тороп ҡалған Уралда.
 
 (голосов: 0)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Оран. Рәйес Түләк
  • Башҡортлоҡ. Рәйес Түләк
  • Себергә хат. Рәйес Түләк
  • Танышайыҡ
  • Мәҡәлдәр


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.