 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Һабанай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» Мәктәп етәкселәре
30-03-2010, 18:27 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 1036 |
 |
 |
Темәс халҡының, йәмәғтселектең һәм Баймаҡ РОНО-һының һорауы буйынса 1956 йылда БАССР-ҙың мәғәриф министрлығы Темәс тулы булмаған урта мәктәбен урта мәктәпкә әйләндереү хаҡында ҡарар сығара. Урта мәктәптең тәүге директоры итеп бығаса педучилищелә уҡытҡан С.В. Бикҡолов тәғәйенләнә.
Мәктәп педколлективын юғары белемле кадрҙар менән тәьмин итеү бурысы килеп баҫа. Мәғариф министрлығының направлениеһы буйынса ошо осорҙа мәктәп педвуз тамамлаған йәш кадрҙар менән тулылана. М.А. Сәғитов (география), Р.Х. Усманова (инглиз теле), М.Р. Дауытов (физика), Т.М. Абдрахманов (математика), К.Н. Мусина (химия), Б.И. Федоров (физкультура, рәсем), Ғ.Ш. Солтангилдин (география), М.С. Карташов (музыка), В.Ғ. Рәхмәтуллин (тарих) һ.б.
Яңы асылған урта мәктәпкә Билал, Муллаҡай ауыл советттарына ҡараған мәктәп уҡыусылары ла йөрөп белем ала башлай. Улар өсөн 40 урынлыҡ мәктәп яны интернаты асыла һәм ул районда иң яҡшылар рәтендә иҫәпләнә. Өлкән тәрбиәсе Р.Ш. Ҡолшәрипова етәкләгән драма түңәрәге мәктәптең башҡа түңәрәктәре араһында айырылып тора, йәш таланттарҙың сығышын яратып ҡарайҙар.
1964-1956 йылдарҙа уҡыусылар һаны 1209- ға етә.
Ошо осорҙа тарих уҡытыусыһы Һәҙиә Хәбибулла ҡыҙы Азаматоваға Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме бирелә.
Һәр мәктәптең үҙ йөҙө була. Белем биреү менән бергә мәктәп ике йүнәлештә: спортта һәм художестволы үҙешмәкәрлектә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Б.И. Федоров етәкләгән спорт командаһы төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеүсе булды. Өлкән класс укыусылары Буранғолов Х., Яхина Ғәзизә һәм Вәзилә, Ҡотлоғәләмов Альберт, Салихов Рафил, Гусева Анналар еңел атлетика буйынса республика ярыштарында ла ҡатнаштылар. Уҡыусылар коллективы ла спорт һәм сәнғәт бәйгеләрендә йыш ҡына призлы урындар яуланы.
Тыуған яҡты, тарихын, ер-һыуын өйрәнеү буйынса ла күп эштәр башҡарыла, археологик ҡаҙылмалар алып барыла. Районда беренселәрҙән булып, уҡыусылар Шүлгәнташ мәмерйәһенә походка барҙы, Янғантауға күп көнлөк сәйәхәт яһаны. Тәүге район турслеты ла Темәстә үткәрелде. Төрлө өлкәләге әүҙемлек төп эшкә зыян килтермәне, ошо осорҙа уҡыуға мөнәсәбәт яҡшырҙы, һөҙөмтәле булды. Мәктәпте Мезина Татьянаның - алтын, Солтангилдина Клараның көмөш миҙалдарға тамамлауы ошо хаҡта һөйләй. Бөтә был уңыштар мәктәпте директор М.А. Сәғитов етәкләгән осорға тура килде.
Темәс урта мәктәбе 1976 йылда 640 урынға иҫәпләнгән ике ҡатлы типовой мәктәпкә күсте. Был осорҙа директор булып Ю.Ғ. Сөләймәнов эшләне. Был йылда уҡыусылар һаны 800-ҙән ашыу. Арыуыҡ бала мәктәп яны интернатында уҡыны. 1976-1977 уҡыу йылында директор М.Ш. Рәжәповты С.Ғ. Вәлиев алмаштыра. 1978-1983 йылдар уҡыусыларға белем менән бер рәттән хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү йылдары булды. Ғөмүмән, хеҙмәт тәрбиәһе, һәнәрҙең тәүге күнекмәләрен биреү - етәксе С.Ғ. Вәлиевтың төп эш алымы ул. Урта мәктәптәр производство йүнәлеше алған осорҙа уҡ С.Ғ. Вәлиевтың ошо өлкәләге хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур булды. 60-сы йылдар башында Темәс мәктәбендә дүрт йүнәлештән торған производство бригадаһы төҙөлдө. Уҡыусылар йәшелсәләр, урман үҫтереүселәр, баҫыусылар һәм малсылар звеноһына бүленде. Балалар йәйге каникул осоронда "Һәүәнәк" сохозында ололар менән тигеҙ эшләне, алдан килешеү буйынса хеҙмәт хаҡын 35% күберәк алды. Райондың хеҙмәт алдынғылары слеттарында ҡатнашыу юғары класс уҡыусылары Сафаров Миҙхәт, Диязетдинов Мансур, Моратова Зәйнәптәр өсөн генә түгел, ә мәктәп өсөн дә ҙур ваҡиға булды. Мәктәптең производство бригадаһының эше районда юғары баһаланып, ошо башланғыс райондың башҡа мәктәптәренә лә таратылды. Директор булып эшләү осоронда ауыл хеҙмәтенә өйрәтеү, ер кешеһенә ихтирам тәрбиәләү алғы урында торҙо. Уҡыусыларҙың йәйге ялын файҙалы ойоштороу маҡсатында хеҙмәт лагерҙары төҙөлдө. Ер һөрөү, аппарат менән һыйыр һауыу буйынса мәктәп уҡыусылары район ярыштарында юғары күрһәткестәргә өлгәште. Сығарылыш класс уҡыусыларына Темәс леспромхозына, "Һәүәнәк" совхозына эшкә урынлашыу өсөн комсомол путевкалары биреп сығарылды, уҡыусыларҙың төрлө яҡлап үҫешенә иғтибар көсәйҙе. Уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире Б.З. Әбсәләмов хаҡында айырым әйтеп китеү кәрәк. Ул 1976 йылдан хаҡлы ялға киткәнгә тиклем уҡытыу һәм тәрбиә бүлеге мөдире булып эшләне, 15 йыл буйы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһенә етәкселек итте. Мәктәп уҡыусылары төрлө түңәрәктәргә йәлеп ителде, поход, сәйәхәттәрҙә йөрөнө. Шундай сәйәхәттәрҙең иң иҫтәләеклеһе - 1983, 1987 йылдарҙа Украинаға барыу булды, беҙҙең мәктәп менән был республиканың Знаменский районы Треповка урта мәктәбе араһында дуслыҡ бәйләнеше булдырылды. "Почет Билдәһе" ордены кавалеры, Темәс музыка мәктәбе уҡытыусыһы Ришат Саньяров өйрәткән "Бөрйән ҡыҙҙары", "Гөлнәзирә" бейеүен Бөтә Союз фестиваленә йыйылған ҡунаҡтар йылы ҡабул итте.
Темәс ауыл Совете председәтеллегенә һайланған С.Ғ. Вәлиев урынына мәктәп директоры булып З.А. Аллаяров килде. "Заман башка, заң башка" тиҙәр. Илдәге демократик үҙгәртеп ҡороуҙар мәктәп коллективында ла сағылыш тапты. Йәш етәксе З.А. Аллаяров педколлектив менән эшләүҙең оптималь юлдарын табыуға өлгәште. Уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫар, кластан тыш эштәрҙе ойоштороусы вазифалары һайлауҙар юлы менән ҡуйылды. Сираттағы советтарға һайлауҙарҙа З.А. Аллаяров председатель булып күрһәтелгәс (әйткәндәй, һуңырак ул РОНО мөдире вазифаһын башҡарҙы), мәктәпте 1985-1989-сы йылдарҙа Ф.Ғ. Солтанов етәкләне. 1990-1992 йылдарҙа Р.Ә. Абдуллин, 1992-1995 йылдарҙа С.М. Әминева директор булып эшләне. 1995-96 уҡыу йылында С.М. Әминева Баймаҡ районы мәктәп директорҙары араһында еңеп, Туймазыла үткәрелгән республика конкурсында ҡатнашты, дипломант булды. 1995, 1996 йылдарҙа Темәс урта мәктәбе уҡыусылары "Халыҡ ынйылары" республика этнографик конкурсында ҡатнашты. Альбом өсөн 1-се, 2-се урындарға, ә Ҡырмыҫҡалыла үткәрелгән республика смотрында 2-се урынға сыҡты.
Һуңғы осорҙаҙа мәктәпкә Ю.Ғ. Сөләймәнов, Р.М. Арыҫланов, Р.Х. Йәнсурин етәкселек иттеләр.
1999 йылдан мәктәп коллективын йәш педагог Р.Р.Ханафин етәкләй. Ул мәктәптең яҡшы традицияларын дауам итте һәм белем, тәрбиә өлкәһендә лә уңыштарға өлгәште. Был осорҙа район кимәлендә үткәрелгән олипиадаларҙа призерҙар һаны, вуздарға инеүселәр артты. Үҙе спорт мастеры булараҡ, спортҡа ла ҙур иғтибар бирҙе. Район спартакиадаһында мәктәп командаһы I урын, зона буйынса үткәрелгән үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге смотрында I урын, уҡытыусылар хоры Гран-при яуланы.
2001 йылдан Темәс урта мәктәбен талантлы педагог, Башҡорт Республикаһының мәғәриф отличнигы Ғәйнанова Зөлхизә Кәлимулла ҡыҙы етәкләй. Йәш директор мәктәп коллективына ошондай бурыстар ҡуйҙы: - уҡыусыларҙың индивидуаль үҙенсәлектәрен һәм һәләттәрен үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырыу; - дөйөм кешелек киммәттәренә һәм идеалдарына тап килерҙәй әхлаҡи сифаттарға эйә булыусы ижади фекерләүсе , хеҙмәт һөйөүсе, үҙен уратҡан донъяны камиллаштырырға ынтылыусы, бар яҡлап та үҫешкән, физик һәм рухи яҡтан сәләмәт шәхес тәрбиәләү. Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйҙы етәксе. Уҡытыу һәм тәрбиә процесын түбәндәге йүнәлештә камиллаштырырға: - төрлө яҡлап үҫешкән шәхес формалаштырыу. - уҡыусыларға донья һәм тирә-йүн хаҡында тулы һәм бөтөн күренеш формалаштырыу, үҙ аллы белем алыуға ихтияж тәрбиәләү. Ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәү өсөн мәктәптә белем биреү процесын камиллаштырыу, төрлө предметтарҙың методик берекмәһе эшен йәнләндереү, дәрестән тыш эшмәкәрлекте яйға һалыу, уҡытыу һәм тәрбиә эшенең йөкмәткеһен яҡшыртыу. Мәктәп администрацияһының эшлекле етәкселеге аҫтында уҡытыусылар үҙҙәренең өҫтөндә даими эшләй, аттестация үтәләр, педагогик оҫталыҡтарын үҫтерә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Башҡортостаным яңылыҡтары |
|
 |
 |
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы
Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...
Киләсәккә рухи васыят
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...
Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...
Ғәфү итсе, нигеҙем!..
Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...
Булғанда – бүреләй, булмағанда…
Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...
Их, мунсаһы!
Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...
Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?
Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
|
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |