Сираттағы балаһы - бүре тип аталасаҡ мөғжизәне барлыҡҡа килтергән мәлдә тәбиғәт-әсә, үҙенең бар оҫталығын эшкә еккән дә, булған тәжрибәһе менән маһирлығын һалып, башҡа бер йән эйәһенә лә, /хатта әҙәми затҡа ла!/, тәтемәгән һәм тәтемәйәсәк сифаттар бүләк иткән. Шунлыҡтан уға - бүрегә - тиңләшер башҡа кейек әлегә юҡ. Булмаҫ та! Кемдер уны иблискә тиңләһә, икенселәре фәрештәгә һанай. Һуңғыһына ҡағылышлы «урман санитары» тигән һүҙ бәйлнешен генә иҫкә төшөрөгөҙ! Шуға күрә лә ер йөҙөндә әлеге иблис тоҡомло фәрештә йыртҡыстан азатурынды көндөҙ шәм яҡтыртып әҙләһәң дә таба алмаҫһың... Эйе, бүре нәҫеленең йәшәмәгән, дөрөҫөрәге, йәшәй алмаған урыны юҡтыр. Һоро юлбаҫарҙы бер бөртөк ағасы булмаған сикһеҙ дала ҡосағы менән шыр яланғас тау баштарында ла, дөм ҡараңғы урман төпкөлдәрендә һәм, хатта кеше аяғы баҫмаған боҙ батшалығы менән шыпа буш сүллектәрҙә лә осратырға була. Ошолар менән бер ҡатарҙанул берҙән-бер етди дошманыкеше йәнәшәһендә лә «йырлап» ҡына көн итә ала. Аптырарһың. Бүрене аяҡтары аҫырай: әлеге һүҙҙәрҙе беренсе булып кем әйткәндер, әммә шуныһы: ул һис яңылышмаған. Көслө, етеҙ һәм хайран ҡалдырыр бирек1 кейек үҙенең иҫ китмәле һәләттәре һәм әрһеҙлеге менән күптәрҙе шаҡ ҡатыра. Уның тәбиғәт бүләк иткән ағзаларының береһендә бер кәмселек юҡ. Мөғжизә-кейек ифрат шәп күрә, ишетә һәм һиҙә. Тап һиҙеү, һиҙемләү был йәнлектең иң ышаныслы һәм әлегә аңлатып булмаҫлыҡ һоҡланғыс ҡаҙаныштарының береһе. Ер йөҙөндә үҙен иң аңлыларҙың аңлыһы һанап йөрөгән кешенең башы етмәгәнде ул ҡайсаҡ яп-ябай үә еп-еңел генә хәл итә лә ҡуя. Ошоноң менән күпте күргән аусыларҙы аптыратып, һушын ала. Хәҙергә «һомо сапинес» заты өсөн сиселмәҫ йомаҡ булған сәйер һәм серле күренештәр бүрегә әллә ҡасандан билдәле һымаҡ күренә башлай.
... Үҙ балалары хаҡына йәнен ҡыҙғанмаһа ла, сит-яттарға ҡарата аяу белмәҫ йыртҡысҡағына хас сифаттары артығы менә ярылып торғанлыҡтан «Әбей батша» ҡушаматы алған инә бүре лә ҡасандыр үҙен башҡаларҙың буйы етмәҫлек юғарылыҡта тоя ине. Өйөрөндә уның көсө етмәҫ кейек, хәленән килмәҫ ғәмәл булманы. Һәммәһенә лә өлгөрҙө, һәммәһен үҙенә буйһондорҙо. «Бәһлеүән»дән башҡаһы уның күҙ ҡарашынан ғына ла ҡойолоп төшә ине ваҡытында. Ә «Бәһлеүән»ме? Ул,өйөрҙөң алыштырғыһыҙ башлығы урынын биләргә тейешле ғәләмәт ҙур кәүҙәле ата бүре, «Әбей батша»ның уң ҡулы булды һәм уның берҙән-бер етәксе икәнлеген һис һүҙһеҙ таныны. «Бәһлеүән», «Әбей батша» абруйын ҡаҡаштмай ғына, үҙе лә өйөр менән етәкселек итте, уның тыныслығы үә именлеген үҙенсә уяу һаҡланы. Ваҡытында ул инәһе хаҡына ғүмерен бирергә әҙер ине. Тырнаҡ осо ғына ғәйебе булғандарҙы ла аяуһыҙ яуапҡа тарттырып,«Әбей батша»ға ҡағылышлы бәләкәй генә ғәҙелһеҙлекте лә шул әҙере тамырынан ҡорота килде. Ошо рәүешле үҙенә ҡарата ла ихтирамды арттыра ине. Шулай ҙа, үҙе өҫтөнә тулы яуаплылыҡ алып, бер ваҡытта ла ысын башлыҡ булып китә алманы. Сөнки... «Бәһлеүән» үҙе хаҡында кәргенән артыҡ борсола, үҙ мәнфәғәтен һәр саҡ бүтәндәрҙекенән өҫтөнөрәк ҡуйып, үҙен-үҙе Алла урынына хөрмәтләй һәм, ниһайәт, күберәген үҙ ҡорһағын ҡайғырта ине. Ҡыҫҡаһы, үҙе хаҡында үтә юғары фекерҙә булды. Ә, ғәҙәттә, ундайҙарҙы яратмайҙар. Уңышлы һунарҙан һуң «Бәһлеүән», ыбыр-сыбырға һанаған йәш бүреләрҙе ҡыуып ебәрер ҙә, әүәл үҙе ярыла яҙғансы тығынғандың һуңынан, ялҡаулыҡтың сигенә сығып, татлы йоҡоға тала. Шулай ҙа ул юғары дәрәжәһе менән бер ваҡытта ла кәпәренмәй һәм биләгән урынын яуыз ниәттә файҙаланмай торғайны. Алтын урталыҡ, тип биргәненә шөкөр итә белеп йәшәгән туҡ ата бүрегә артығы кәрәкмәй. Көслөк менән буйһондорорға тырышыу ҙа уның өсөн ят нәмә, сөнки белә: барыһын инәһе башҡарасаҡ. Ә, һәр кем үҙе өсөн, ҡағиҙәһен тулыһынса инҡар иткән «Әбей батша» инде был мәлдә, киреһенсә, уяулыҡты арттыра төшөргә мәжбүр була. Ире оҙайлы ял иткәндә ул һис йоҡламай. Дөрөҫөрәге, йоҡлап китә алмай. Ике башлыҡтың бер юлы әүен китеүе - үлемгә тиң. Шуға күрә, йомарланып ятҡан көйө, киләсәкте күҙаллай, алда торған мауыҡтырғыс та, ниндәйҙер кимәлдә ҡурҡыныслы ла һунарҙарға ҡарата үҙенсә ымһындырғыс маҡсаттар ҡора һәм, шул рәүешле, өйөрҙөң һәр ағзаһы хаҡына үҙен-үҙе лайыҡлы ялдан мәхрүм итә. Ә үткән ҡыш һауалағы үкереп осҡан ҡош менән ҡар өҫтөнән ажғырып килгән тимер дәжжәлдәрҙән үҙенең отҡорлоғо һәм сослоғо арҡаһында ғына көскә ҡотолоп ҡалғандан аҙаҡ, уның уяулығы тағы ла арта төштө. Ошоларҙың барыһына шаһит була йөрөгән бүреләр, шуға күрә лә, уны торған һайын нығыраҡ ихтирам ҡыла һәм ысын башлыҡтары итеп тик уны ғына һанай ине. Ата бүремен, тип, бер яланғас шөһрәт менән генә абруй яулап булмай шул... Тәү ҡарашҡа бүреләр башҡа йән эйәләренә, хатта үҙҙәренең кәрһеҙ, йәиһә ҡартайып эшлектән сыҡҡан тоҡомдаштарына ҡарата иҫ киткес мәрхәмәтһеҙ һәм аяуһыҙ һымаҡтар. Һис кәркмәгәнгә мал-тыуарҙы ҡырып һалһалар, яралы туғандарын йә, иң яҡшыһында, өйөрҙән ҡыуып ебәрәләр, йә киҫәктәргә өҙгөсләп ташлайҙар. Ә асыраҡ мәлдәрҙә инде башы-тояғы менән ашап та ҡуялар.
Хайран аҡыллы кейек булараҡ «Әбей батша» әлеге мәжбүри аяуһыҙлыҡ менән мәрхәмәтһеҙлектә ниндәйҙер тәрән мәғәнә тойоп көн итте. Ҡырыҫ һәм шыҡһыҙ йәшәйеш, үҙе ҡатмарлы һәм аҡылдан яҙҙырыр ауыр сағында ҡанһыҙлыҡтың да кәрәге тейеп ҡуя ла баһаң! Бигерәк тә, түҙеп торғоһоҙ һыуыҡтары менән ябырылған ҡыш көндәрен тамаҡ яғы наҡыҫ булғанда. Өйөрҙәге бер нисә арыҡ, шул сәбәптән артыҡ һаналған кейектең тамсы ла май әҫәре булмаған ыйыҡ ите күпмелер ваҡытҡа башҡаларҙы ҡотолғоһоҙ ас үлемдән йолоп ҡала... Ҡотолғоһоҙ үлем тигәндәй, ҡасан ғына әле «Әбей батша»ның үҙен дә шул яҙмыш һағалай ине. Уны күмәкләп өйөрҙән ҡыуҙылар һәм киҫәктәргә бүлгесләп ырғытырға тейештәр ине. Ләкин, тоғро «Бәһлеүән»дең ваҡытында ҡыҫылып ҡалыуы ғына уны ҡот осҡос әжәлдән ҡотҡарҙы. Уны, ошо ҡанһыҙ оңҡоттар төркөмөнөң әсәйе һаналған инә бүрене, дүрт яғың ҡибла, тип ҡыуып ебәрҙеләр. Ҡыуылып китһә лә, шөкөр, тере ҡалды, шуныһына ҡәнәғәт: күкрәк һөтөн имеҙеп аяҡҡа баҫтырған бер нисә быуын балалары яғынан ниндәй мәрхәмәтлек! Ә үҙе һуң, үҙе. Ваҡытында шул рәүешле ата-инәһен ҡыйырһытып, ситнмәнеме? Ситнәтте. Ни сәсһәң, шуны урырһың...
ххх ...Күптән түгел хаҡлы ялға оҙатылғандан һуң, элекке ҡул аҫтындағылар яғынан шундай уҡ асыҡтан-асыҡ эсбәйелле мөнәсәбәт һиҙә башлаған Исай үҙен хас та ана шул меҫкен хәлендә ҡалған инә бүре һымаҡ хис итте. Маҡтай-һуптай... ҡыуҙылар һәм, нисектер тере килеш өтөп ашаманылар. Эйе, хәленән килһә күптәр уны тереләй өтөргә теләр ине, хәлдәренән генә килмәй. Хәйер, йәшерен-батырыны юҡ, мәлендә ул үҙе ҡаты бәғерле, урынлы-урынһыҙға талапсан, хатта кәрәгенән артыҡ мыжыҡ булды. Хеҙмәткәрҙәрен, оломо ул кесеме,балаларҙың уйынсыҡ ҡурсағы урынына ғына күрҙе: ҡурсаҡ, һин ни теләйһең шуны әшләргә һәм шул уҡ ваҡытта, тауыш-тын сығармаҫҡа тейеш. Өҫтәүенә ғәйепһеҙ кешене алағайымға кәмһетеү эшем эйәһе түрә өсөн бер тин шайы тормай ине. Уның ҡулында власть! Ул хаким! Теге ҡомһоҙ бүреләрҙән ҡайһы ере артыҡ булған, йә? Бүреләр, ярай, ҡырағай, шунлыҡтан наҙан хайуандар.Ә кешегә бит Тәңре тарафынан аҡыл тигән мөғжизә һәм фекерләү һәләте бирелгән. Ана шул аҡылдан файҙаланып йәшәй белергә генә кәрәк. Исай әҙәм рәүешле фекерләй ҙә, йәшәй ҙә белмәне. Әйткәндәй, йәшәй белеү менән белмәү араһында ла айырма бар. Ҡайһы яҡтан ҡарайһың бит. Ул үҙ мәнфәғәтен һәр саҡ беренсе сиратҡа ҡуйҙы һәм, шулай итеп, үҙ өҫтөнә үҙе нәфрәт сүп-сары өйҙө. Исай бары тел үә яңағына һалышып, шулар арҡаһында йәшәргә теләне. Әйтергә кәрәк уның был теләге буйтым тормошҡа ашты. Ҡыҫҡаһы, донъяла аҡылдан башҡа, әрһеҙлек менән һөмһөҙлөк тә бар бит әле. Кемдер, һөмһөҙлөгөм – ярты бәхетем, тигән, имеш. Уйламай әйткән, әммә дөрөҫ әйткәндә ҡуйған да баһаң! Ләкин һәр нәмәнең ахыры булған һымаҡ, ошо яман ғәҙәттең дә бер килеп аҙағы етә икән. Нисегерәк етә бит әле! Ана, элекке коллегалары хәҙер уның менән хатта һаулыҡ та һорашмайҙар. Ә ваҡытында, барыһын шаҡырайтып тотҡан ҡулда шөһрәт, ғәләмәт тәрән кеҫәлә дәүләт барында, дуҫ һаналған булып, яҡшатланып йөрөйҙәр ине.Шөһрәте лә, дәүләте лә, тимәк, эскерһеҙ булмаған. Ошоно һиҙеп алғандар ҙа, әле килеп, һанға һанамауғына түгел,уны күрә алмайҙар һәм асыҡтан-асыҡ ерәнеп ҡарайҙар. Был һиңә теш ҡайрай-ҡайрай өйөрҙән ҡыуып ебәреү генә түгел. Быныһы инде, нисектер, үтә мәсхәрәле һәм ифрат хурлыҡлы ғәмәл. Ундайынан хоҙай үҙе һаҡлаһын. Улай тиһәң, Хоҙайы ла бит муйынынан гонаһҡа батҡан йыйын әтрәғәләмде һаҡлауҙан ҡырҡа баш тарта икән...
ххх «Әбей батша» ныҡ ҡартайған, шунлыҡтан үтә мөсһөҙ ине. Уға, бөгөнгө тынысһыҙ, һәр мөйөштән ҡурҡыныс янаған болғауыр заманда ун ете йыл ғүмер насип итте, шөкөр. Арыу-талыу белмәйсә тәүлегенә йөҙәр саҡрым ара үтер аяҡтары бөгөн инде тыңламайҙар. Инә бүре уларҙы көскә һөйрәп йөрөй. Әүәл ҡорос ҡапҡанды онтап иҙергә һәләтле селт аҡ тештәр ыуалып бөтөп, хәҙер эшкә ашмаған һары төпһәләр генә тороп ҡалды. Улар менән хатта сей итте өҙөп тә, сәйнәп тә булмай. Ҡасандыр йылҡылдап торған көйәҙ йөнлө тире аҫтынан һөйәктәре суҡайыша, эсе үпкәшеп арҡаһына йәбешкән, киҫәк-киҫәк уҡмашып бөткән баҡтаһы туҡтауһыҙ ҡойола. Күҙҙәре тейешенсә күрмәйҙәр, ҡолаҡтары йүнләп ишетмәй, иҫке йәрәхәттәр сыбарлаған мороно ла еҫте арлы-бирле генәһиҙә. «Әбей батша», мөҙҙәте еткәс барлыҡ йән эйәләре лә китергә тейешле мәңгелек төйәгенә йыйына... Аҫтындағы яҫы таш сөңкәһенә туҡтамай яуған көҙгө быҫҡаҡ ямғырҙың сирҡаныс һалҡын һыуы йыйылған, ә уның ҡорораҡ урынға күсеп ятырлыҡ та хәле юҡ. Һуңғы тапҡыр йүнләп ҡасан ашағанын да онотҡан ул. Туған өйөрөнән ҡалғанды сүпләштереп байтаҡ ғүмер уҙғарҙы, ләкин ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән генә ыратып йәшәп булмай икән. Хәҙер ана, уның үлемен көтөп, улай-былай йөрөштөргән ҡоҙғондо ла ҡыуып ебәрә алмай. Ҡыҙыҡ, йәне сыҡҡас та башлап ҡайһы ерен суҡыр икән... Аһ! Ә теге мәлдә... Маһайыуҙан үҙ урынын онотоп киткән һоро юлбаҫарҙар айыу һынлы айыуға –был яҡтарҙың бер һүҙһеҙ хужаһы булырға тейешле януарға һөжүм яһарға йөрьәт итте. Тайыш табанурман ситендә ҡарауһыҙ йөрөгән ҙур ғына һыйырҙы йыҡҡан ине. Йыҡҡан да, үҙе йәйрәп китеп тамаҡ туйҙыра, ә ҡалғандарҙы хәрәм, бәлки хәләлдер ҙә, табышына яҡын ебәрмәй. Йәнәшәләге ҡыуаҡ төбөндә боҫоп ята һәм килгән берен баҫтырып ебәрә тора. Ул иманһыҙҙан хатта бәләкәй генә көҙән менән аҫ ише кейектәргә лә тынғы юҡ. Иманһыҙ икән, тимәк иманын уҡытыу кәрәк... Ете баш бүренән ул көндө дүртәүһе генә иҫән ҡалды, ә айыуға бер зыян да булманы тиерлек. Шул осраҡтан аҙаҡ «Әбей батша» айыу еҫе сыҡҡан урынды әллә ҡайҙан урап үтер булды. Ул урын оҙаҡ ваҡытҡа туҡ тормош вәғәҙә итһә лә. Тамаҡ тамуҡҡа илтә, тигәнең уның хәтеренә ныҡлап һеңеп ҡалды.Ана шул, ауанлыҡ, тип аталған аҡылһыҙ «батырлыҡтың» иҫтәлеге булып шул бәрелештә онталған янбашы әле өҙөлөп килә, һынып уңалған ҡабырғалары һыҙлаштырып, күкрәге килке-килке ҡыҫып ҡуя. Әйтмә лә, ул көндө яңғыҙ айыу ете бүрене ныҡ туҡманы. Кәрәктәрен бирҙе генә. Ә теге,үләт соҡорондағы ҡорос ауыҙҙар һуң! Улары ике балаһының башын ашаһа, «Бәһлеүән»дең аяғын өҙөп алып ҡала яҙҙы. Эргәһендә тоғро инәһе булмағанда, аяғын ғына түгел, үҙен дә алып ҡала ине... «Әбей батша»ның ярым һаңғырау ҡолаҡтарына ниндәйҙер ҡыштырлау ишетелеп ҡалған һымаҡ булды. Ул ауырлыҡ менән шөкәтһеҙ ҙур күренгән башын күтәрә бирҙе. Шекәрәле томан араһынан кемдеңдер шәүлә ҡарайсығы яҡынлаша. Әллә теге, мәңге уны эҙәрлекләп йонсотҡан һунарсы инде. Ул сағында эш харап. Хәйер, нисек үлһәң дә барыбер түгелме ни? Бары ғазапламаһын ғына. Былайтып ятҡансы... Һунарсы тигәне элекке, эйе, хәҙер инде элекке тормош юлдашы «Бәһлеүән» булып сыҡты. Нимәһен темеҫкенеп йөрөй икән бынауындай көндө? Ә-ә, моғайын бәхилләшер өсөн килгәндер. Уҫлаптай ата бүре йонсоуҙың сигенә сыҡҡан кәнтәй янына килеп баҫты ла, артабан ни эшләргә икән, тигән һымаҡ ҡатып ҡалды. Ә тегеһе ҡымшанманы ла. Аҙғын иренә уның үпкәһе ҙур ине. Хайран! Биш йәшкә кесерәк икән берәү. Хәҙер ана уны, бәлтерәп бөткән әбейҙе ҡыуып ебәреп, үҙенән өс-дүрт йәйгә йәшерәкте һыйындырған булды. Үҙенә лә бер шул көн килмәҫ тиҙер инде... «Бәһлеүән» мороно менән һаҡ ҡына «Әбей батша»ның сал төшкән ялына ҡағылды. һырт буйын еҫкәштереп алғандан һуң, ишетелер-ишетелмәҫ кенә сыйнап ҡуйҙы. Әлеге ғәмәлдәр бүре телендә: «Кисер, мин башҡаса булдыра алманым. Йәшәйеш шулай ҡоролған, үҙең беләһең. Берәү килһә, икенсеһенә мотлаҡ китергә кәрәк...» - тигәнде аңлата ине. Һәм инә кисерҙе. Ул бит тормош юлдашының ошолай килерен оҙаҡ көттө. Көттө һәм мораҙына иреште. Ике бүре бер-береһенә еүеш томшоҡ остарын тейҙереп алдылар. Хәҙер инде был томһа донъяны тыныс күңел менән ҡалдырып китергә лә була. ... Тик теге ҡоҙғон ғына һаман тынғылыҡ бирмәй. Әлбиттә, иң әүәл ул йомолоп бөтмәй ҡалған күҙҙәрҙе соҡоп аласаҡ. Ә ҡасан ғына әле ошо тирәнең хакимы булған «Әбей батша»ул йолҡошҡа бер ниндәй ҡаршылыҡ күрһәтә алмаҫ. Ҡот осҡос!..
ххх Бар донъяға асыулы Исай көндәрҙең береһендә, һәлмәк, әммә ышаныслы баҫып, элекке эш урынына ыңғайланы. Был юлы ул үҙен, өйөрөнән ҡыуылғандан аҙаҡ ас үлемгә ҡарағанда лайыҡлы алышып баш һалыуҙы артығыраҡ һанауҙанажғырып торған януарға ҡаршы сыҡҡан яңғыҙ бүре сифатында тойҙо: бәләкәс кенә бүлеккә мөдир урынбаҫары итеп булһа ла кире алмаҫмы икән теге айыу?.. Мөһабәт офис тупһаһын ашатлап,йомшаҡ келәмгә аяҡ баҫыуға уны ҡасандыр үҙе тәғәйенләп ҡуйған сәркәтибе ҡаршы алды. Ҡупым ғына килеп ингән Исайҙы күреү менән йәшлеге инде ахырына яҡынлашҡан ҡатындың гөлт итеп торған мөләйем сырайы ҡапыл ҡараңғыланып һүнде лә ҡуйҙы, әйтерһең әллә ҡасанғы хас дошманын күреп ҡалды. - Һауғынамы, Алмабикә һылыу! Хужаға үтергә булалыр бит? – Исай әллә ярамһаҡланып маташты, әллә ихлас әйтте, белмәҫһең. - Дөйөм сиратҡа алдан яҙылыу кәрәк, Исай Исаевич. – Битараф-һауалы ҡарашын ситкә бора һалған сәркәтип эре сирттерҙе. Хас та Исайҙың үҙе һымаҡ. Ваҡытында ул да килеүсегә ҡалҡынып ҡарамай ғына һөйләшер ине. – Бындағы тәртипте һеҙ миңә ҡарағанда яҡшыраҡ беләһегеҙ. Күпкә яҡшыраҡ. - Бәй, ниндәйҙер сират тормаға мин һеҙгә бер сит кешелер шул. –Аптырап киткән Исайҙың ҡыланышы яһалма килеп сыҡты. - Сиратҡа, тигәс сиратҡа. - Алмабикәнең әле матурлығын юғалтмаған йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу ғәләмәте хасил булды. -- Бер хәл дә итә алмайым. Тәртип барыһы өсөн дә бер. Шул иҫәптән һинең өсөндә, ҡәҙерлем. -Һи... һин тинеңме? Алмабикә, әллә мине танымайһың? -Нисек инде танымай? Үҙ баламдың ғәзиз атаһын... Исай, уғрылыҡ өҫтөндә тотолған кешеләй, алан-йолан ҡаранып ҡуйҙы,шулай ҙа һыр бирмәгән булды. Йәне үртәлеүҙән үҙенең ҡайҙа икәнлеген онотоп буғай: - Һәр тыуманың атайы була башлаһаң... - тип һалдырҙы. Уйламай-итмәй яңылыштан ғына әйтте шикелле. - Аһ, һин, һаҫыҡ кәзә тәкәһе! - Әлеге һүҙҙәрҙе яман уй менән әйтелгәнгә һанап, сәме ҡуҙғалған ҡатын әсе телләнде. - Хәжәтеңде ҡәнәғәтләндерергә кәрәк булғанда бер ҙә улай йырламай инең. Әлименткә биреп бөтә мирға фаш итһәм белерһең әле. Анһат ҡына ҡотолоп ҡалмаҡсыһыңмы минән, ҡарт ишәк!.. Китте был, китте, тотоп алырмын тимә. Хәҙер инде Исай, хужа кабинетына йырып үтеү түгел, ә нисек итеп был тирәнән имен-аман тайып ҡотолоу яғын ҡайғырта башланы. Ҡотола алманы. Яҙмыш тигәнең икенсе, бөтөнләй көтөлмәгән юҫыҡтан, килтереп тондорҙо... Ошо мәл, /бына бер Тәңре тарафынан ҡарғалған көн булып сыҡты бит, ә!/ ҡасандар береһе башлыҡ, икенсеһе әле лә сәркәтип тип аталған элекке коллегалареңелдән булмаған тормош хәсрәттәрен«ғәҙел генә» бүлешеп маташҡан ҡабул итеү бүлмәһенә, туйтанлай биреп, Исайҙың, ике йыл ҡыһыр йөрөгән инә өйрәккә оҡшап торған,хәләл ефете килеп инмәһенме. - Ә-ә, уйнаштар! Беререгеҙҙе-берегеҙ һаман булһа онота алмайһығыҙ икән?! Яҡшылыҡ менән әйткәнде аңламаһағыҙ әле... – Исай бисәһе имәнес итеп буялған ҙур асыҡ ауыҙы менән ҡарап торған сәркәтиптең ҡыу бүтәгә ише өлтөгөнә барып йәбеште, ә тегеһе уның ниндәйҙер мөғжизә менән химиянан ҡотолоп ҡала алған өс бөртөк көрәнһыу сәсен усына йомарлап алды. Алмабикәнең һыпырылып сыҡҡан паригы кәйелеп ишек төбөнә барып төшкәнен күргән Исайҙың күҙҙәре шар булды. Булмаҫлыҡмы? Ул бит әлеге « алтын сәстәрҙе» ҡасандыр: «Эй, блондинкам минең! Эй, алтынсәсем минең!» - тип иркәләгән була торғайны ла баһаң... Тфү, һепертке! -Эш урынында тиктомалға янъял ҡуптарып йөрөгәнең өсөн ни эшләтергә белермен мин һине! – тип янаны Алмабикә. - Аһ, сука! Һинең ищщеү эш урының бармы ни әле?! – Оторо ярһып киткән Исай бисәһе лә былай ғына бирешергә теләмәне. – Ярай, был яғына булмаҫ! Хәҙер үк быркарурға бармаһаммы... Оятһыҙ! Ҙурҙарҙан-ҙур өмөттәр бағлап барлыҡҡа килтергән Хаҡ Тәғәләнең ғорурлығы булырға тейешле өс аҡыллы әҙәми зат шул рәүешле бер-береһен эттән алып, эткә һалып кәмһетә-кәмһетә оҙаҡ талашты. Хәйер, эттән алып, эткә һалып, тиһәк тә, ихата һаҡлаған эттәре хужаларына ҡарағанда күпкә, бик күпкә шәфәғәтлерәктер әле...
ххх Ҡапыл ғына ҡайҙалыр ғәйеп булған «Бәһлеүән»де юллап килеп сыҡҡан йәш инә, «Әбей батша» ҡарсыҡты күреп ҡалыу менән ялтлап торған аҡ тештәрен яланғасландырҙы. Көндәше һаман тере икән дә баһаң! Кисекмәҫтән уның йәнен алыу кәрәк. Шунда уҡ бына-бына мөсһөҙ ҡорбанына ташланырға әҙер йәш бүре алдына «Бәһлеүән» килеп баҫты. Баҫты ла, елкә йөнөн ҡабарта биреп, еңелсә ырылдап ҡуйҙы. Тегеһе, ҡәнәғәтһеҙ, әммә тыңлаусан ҡиәфәттә артҡа сикте: ир һүҙе уның өсөн – закон. Ир ситнәтелгән ҡарсығы ғүмерен шул рәүешле тағы ла күпмелер ваҡытҡа оҙайтты. Күп тә үтмәҫтән башҡа бүреләр ҙә килеп етте. Улар барыһы ла «Бәһлеүән» менән даны сыҡкан «Әбей батша» балалары ине. Улар менән хәҙер үгәй әсә идара итә. Үҙ әсәләре була тороп улар хәҙер үгәйҙе тыңларға тейешле. Ҡырағай тәбиғәттә шунһыҙ булмай... Ә офистағы кешеләр? Үҙҙәрен әллә урынлы, әллә урынһыҙға иң аҡыллы һанап йөрөгән кешеләр, шул аҡылдарына артыҡ маһайып, аҡылдан яҙа бара һымаҡ. Хәлдәренән килһә улар, үләкһә күҙен суҡып алған ҡоҙғон ише, бер-береһенең күҙҙәрен соҡоп бөтөрҙәр ине. Хәлдәренән генә килмәй...
1 – ныҡ сыҙамлы үә үтә түҙемле. |