Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Күк Ирәндек ҡуйынында. Иҙрис Ноғманов
25-11-2010, 16:33 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 430
мистик повесть

Ҡара көҙ миҙгеле ахырында ғына була торған ифрат йонсоу кистәрҙең береһе. Бар ғаләмде ҡаплап алған томан шул ҡәҙәре ҡуйы, әйтерһең дә бер мәлгә ер менән күк тоташҡан да, өҙлөкһөҙ шыптыр ямғыр аша аралашып ятҡан көндәре. Ошондай шыҡһыҙ ваҡытты һанға һанамаған һымаҡ, соҡор-саҡырлы шоссе таҫмаһы һыртындағы эреле-ваҡлы күләүектәрҙе ян-яҡҡа сәсрәтә-сәсрәтә, ҙур тиҙлек менән «Нива» машинаһы елә. Руль артындағы етди сырайлы егеттең тулҡынланып торған сөм-ҡара сәстәре, һыҙылып киткән ыҡсым-ҡупшы мыйығы менән бөҙрә һаҡалы килешле генәләр. Бер-береһенә тоташа биреп үҫкән ҡалын ҡаштары былай ҙа матур аҡ йөҙөнә айырата күркәмлек өҫтәп ебәрә. Шырауланған әрһеҙ ҡулдар, көсө ташып торған беләк мускулдары ҡалын свитер аҫтынан да яҡшы төҫмөрләнә. Былар барыһы ла егеттең төплө ауыл кешеһе булыуына һәм физик эштән ҡурҡып-өркөп бармағанлығына ишара.
Машинаның тәҙрә һөрткөсө ҡойоп яуған ямғыр һыуын көскә һыпырып өлгөрә. Йәш кешенең тәүәккәл дә, бер ни тиклем көсөргәнешле лә ҡарашы оҙайлы яуындарҙан иҙелә башлап, балсыҡ ҡатыш ҡырсынташлы бутҡаға әйләнгән, урыны-урыны менән уйылтып һыу йырғылаған тигеҙһеҙ ташлы юлға текәлгән. Уның һәр хәрәкәтендә, хатта, ябай ғына һәр ҡыланышында ла үҙ-үҙенә ышаныс һиҙелә. Ошо ышаныс, бара-тора, күңел хозурлығы булып төйнәлә лә, йыр рәүешендә тышҡа урғыла. Хистәргә бирелеп киткән егет танау аҫтынан ғына яратҡан көйөн мөңрәп бара:

Биҙмәгәндәй йәшәү бәхетенән,
Юл йөрөүҙән мәңге биҙмәм мин...

Иҫке генә бүрәнә күпер ашаһандағы боролошто үтеп, айырсалана киткән ике юл сатына етеүгә ҡайнап торған томан араһынан, төнгө өрәк ише, хәрбиҙәрҙә генә була торған иркен плащ-палатка ябынған әҙәм пәйҙә булды. Көтөлмәгәнлектән ҡапыл һиҫкәнә биргән «һаҡал» шунда ғына юл ҡырында моңайып торған күк һыҙатлы «Жигули»ҙы шәйләп алды. Шул әҙере киң салғыйлы плащ эсенән аҡлы-ҡаралы таяҡ тотҡан ҡул килеп сыҡты. «Бынауы, эсендә йәне бар хужа этен дә тышҡа сығармаҫ көндө нимәһен ҡарап торалыр инде?» – тип уйларға өлгөргән «һаҡал», боролош сигналын ҡабыҙҙы һәм, теләр-теләмәҫ кенә барып, юл ситенә туҡталды. Водитель яғындағы тәҙрәне төшөрҙө. Йылы салон эсенә шунда уҡ үҙе һалҡын, үҙе ытырғаныс-еүеш һауа бәреп инде. Етди йөҙөндә ризаһыҙлыҡ билдәләре сағылып үткән «һаҡал» киң яурындарын йыйырҙы, бөтә кәүҙәһе менән һелкенеп ҡуйҙы.

- Тикшереү бүлеге инспекторы капитан Байсалов, - плащлы, күнегелгән хәрәкәт менән, уң ҡулын ҡолаҡ тирәһенә яҡынлатып алды, - документтарығыҙҙы күрһәтһәгеҙ...
Сәйерһенеп киткән «Һаҡал», нимәлер һиҙенгән һымаҡ, инспекторға күтәрелеп ҡарай ҡуйҙы.
- Хәлил? Һин түгелме һуң?!
Ошо көтөлмәгән һорауҙан әллә аптырап киткән, әллә ҡаушай төшкән тегеһе, «һаҡалға» һынаулы ҡараш ташлап күҙ һирпте лә ҡыйыуһыҙ ғына:
- Эйе, Хәлил, - тигән булды, - ә мин һеҙҙе танымайым...
- Кәнишне, танымаҫһың! Һин бит, ана, ниндәй ҙур түрә булып киткәнһең, - машина эсендәге ихлас көлдө, - ярай, һыуланып торма, әйҙә, ултыр, эстә һөйләшербеҙ.
Ғәжәпкә ҡалған капитан, инергәме-юҡмы тигән һымаҡ, күшеккән тауыҡ шикелле бөршәйгән килеш бер аҙ тапанып торғандан һуң, асылған ишек яғына ыңғайланы. Ул, үҙе менән тағы сирҡаныс һалҡынлыҡ әйҙәп, алғы ултырғысҡа ауҙы. Тамсылап һыу аҡҡан көләпәрәһен ҡапыл артҡа ташланы һәм шофёр егеткә йәнә бер һынамсыл ҡарап алды. Был юлы оҙайлыраҡ та, ентекләберәк тә. Шулай ҙа һаман сырамыта алманы шикелле: башын сайҡай биреп ҡуйҙы. Ә кинәйәле йылмайған тегеһе уға ҡағыҙҙарын һондо.
- Тә-әк, Аҫылбаев... Аҫылбаев! Ба! Ё-ёлки-палки... Айбулат та баһаң! Аһ, шайтан малай! Нисәмә йәй, нисәмә ҡыш, тигәндәй. Һаумы, һабаҡташ! Һаумы, ҡорҙаш! – йылы ғына ҡосаҡлаштылар. - Һине ни ҡапыл ғына танырмын да тимә... - тәртип һаҡсыһы ҡулы менән эйәк тирәһенә ишараланы, - сәнскәкһең.
- Арыу ғына әле, Хәлил дуҫ. Үҙең ни хәлдә? Тапҡанһың, әй, поста торор көнөн... – Айбулаттың кәйефе күтәрелеп киткәндәй булды, - сис мынауы ҡыптырыңды.
- Бөгөнгө ситуация шулайыраҡҡа әйләнеп китте, ҡалайтаһың, - тип аҡланғандай итте Хәлил, - теләйһең-теләмәйһең – тормайынса булмай.
- Нимә, тегеләр әйтмешләй, - Айбулат бармағы менән өҫкә күрһәтте, - терр–актмы әллә?
- Юҡ та. Улай уҡ түгел, әммә эш ҡатмарлы һәм мөһим...
- Аңлашыла. Ярай, башҡаса төпсөнмәйем, һәр кемдеке кеүек үк милицияның да үҙ сере, - Айбулат шул рәүешле шаян төрттөрөү менән һөйләнә-һөйләнә «бардачок»ка үрелеп, пластик стакан менән сыбар этикеткалы шешә сығарҙы. - Берәйҙе кәгәһеңме? Ана нисек туңғанһың, йылыныр инең.
- Юҡ, әй, әлегә булмай. Ни тиһәң дә эш урынындамын. Етәкселәрҙең дә ҡайнап торған сағы, – капитан, ныҡ өшөгән булыуға ҡарамаҫтан, итәғәтле генә баш тартты.
- Төшөндөм үә көсләшеп тормайым, - тегеһе шешәне кире урынына һалды ла, ынтыла биреп, артҡы ултырғыстан оло термос алды. Тотоуы ҡулайһыҙ шыйтыҡ һауытҡа боҫорап торған ҡайнар сәй ағыҙып, дуҫына һондо, - быныһынан, моғайын, баш тартмаҫһың.
- Һо-о, бына быныһы шәп! Ҡатҡан һөйәктәрҙе йылытып алайыҡ булмаһа, - капитан кинәнестән, хатта, усын-усҡа ыуҙы.
Ултырғыс һөйәнгесенә ҡайҡая төшкән Айбулат, йәшертен ҡыҙыҡһыныу аша, итләс ирендәрен яндыра-яндыра шөрпөлдәтеп сәй һурған Хәлилде күҙәтә. Күҙәтә һәм ҡәнәғәт йылмая. Хәҙер инде унда баяғы етдилектең эҙе лә ҡалмаған: уға хәҙер күңелле, ул ҡасандан күрмәгән бала саҡ дуҫын осратҡан.
- һин мине ысынлап таныманың, әй, – тип ҡуйҙы ул бер аҙҙан, эҫе стаканды ике усына йомоп ултырған Хәлилгә күҙ ҡыры менән ҡарап, - нүжәли шул хәтлем үҙгәргәнмен?
- Уның нимәһенә аптырарға, аймылыш булғаныбыҙға нисәмә йылдар үткән. Исмаһам, бер тапҡыр күрешкән юҡ, - тип аҡланғандай итте тегеһе, - етмәһә үҙеңде, ана, ниндәй һаҡал-мыйыҡ баҫып киткән. Үҙгәргәнһең, шайтан, ныҡ үҙгәргәнһең. Олоғайып та киткән һымаҡһың. Танырһың шунан, танымай ни...
- Эйе шул. Бына уҙған ғүмерҙәрҙе барлап ултырам әле, баҡһаң, күрешмәгәнгә ун бер йыл икән дә баһаң, - хистәргә бирелә барған Айбулаттың тауышында болоҡһоу сатҡылары ишетелеп ҡалды, - ә һин былай, әллә ни артыҡ төҫ ташламаған һымаҡһың. Хеҙмәткә оҙатҡандағы шул Хәлилһең, - тип ҡуйҙы ул бер аҙ һүҙһеҙ ултырғас.
Яҙмыш тарафынан ҡасандыр тормош юлдары ян-яҡҡа айырылған элекке йән дуҫтар араһында шул рәүешле һүҙ артынан һүҙ ялғанды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә хәтер янсыҡтары аҡтарылып, әллә ҡасанғы һағындырған бала саҡ йылдарына тиклем ҡайтып урарға өлгөрҙө улар. Хәйер, ни эшләп дуҫтар элекке булһын, әле лә, тиҫтә йылдан ашыу дәүер үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, аралары тамсы ла һыуынмаған. Мөнәсәбәттәре әүәлгесә сафтан-саф һәм эскерһеҙ. Бөтәһе лә хас шуҡ малай саҡтарындағы кеүек, әйтерһең дә кисә генә һаубуллашҡандар ҙа бөгөн килеп күрешкәндәр.
- Ә һин шул ғүмер ҡайҙарҙа юғалып торҙоң, Айбулат? – тип ҡыҙыҡһынды үткәндәрҙән ҡапыл ғына бөгөнгөгә әйләнеп ҡайтҡан Хәлил, - хат та юҡ, хәбәр ҙә, ғәйеп булдың да ҡуйҙың.
- Минең тормош юлы ни башҡа меңәрләгән ҡәҙимге кешеләрҙеке шикелле инде: биш йыл институт, направление, унан мәжбүри отработка. Үҙең беләһең бит беҙҙең системаны. Ә ғүмер тигәнең – ағын һыу, ун бер йылың ун бер көндәй ҙә булмаған кеүек, аңғармай ҙа ҡалынған. Әле бына күптән түгел генә районға күсерҙеләр. Һунар белгесе итеп. Үҙебеҙсә әйткәндә - охотовед була инде.
- Дә-ә, уйлап ҡараһаң, мәктәпте бөткәнгә күпме ваҡыт үткән. Ә барыһы ла кисә генә һымаҡ...
- Ә үҙең? Үҙеңде һуң ниндәй елдәр ташланы милиция сафтарына? Ваҡытында, ошо Һөнәремде башҡаһына һис алыштыраһым юҡ, тип анттар биреп бөткән шофёр инең.
- Баранка өйрөлтөп йөрөнөм-йөрөнөм дә...
- Ялҡыттымы?
- Юҡ, ялыҡманым. Шофёр эше ул ялҡыта торғандарҙан түгел. «Алдынғы һәм перспективалы йәш кеше» булараҡ район комсомол комитетының йүнәлеш ҡағыҙы менән БДУ-ға барып индем, «Юрфак»ка. Шунан, рекомендация буйынса бында, үҙебеҙгә, алдылар. Күреп тораһың, генералға етергә әле иртәрәк.
- Һи-и, Хәлил, иҫәнлек-һаулыҡ булғанда уныһы әллә ҡайҙа бармаҫ, - Айбулат дуҫының яурына еңелсә һуғып алды.
- Әйткәнең килһен, дуҫ, - тегеһенең ауыҙы ҡәнәғәт йырылды.
Көтөлмәгән осрашыу шауҡымынан йөрәкһеп киткән дуҫтар, артабан ни тураһында һөйләшергә икән тигән кеүек, бер аҙ тын ултырҙылар. Һөйләшер һүҙҙәре, ысынлап та, юҡ иҫәбендә лә баһаң: Айбулаттың тиҫтә йыддан ашыу ғүмере Хәлил өсөн - ҡараңғы төн булһа, һәм, киреһенсә, Хәлил Айбулаттың үткәне хаҡында бер нәмә лә белмәй. Нимә тип һорашмаҡ та, нимә тип яуап бирмәк кәрәк шулай булғас.
Йән иҙгес тынлыҡты Айбулат боҙҙо:
- Ярай, Хәлил, мин ҡуҙғалайым, юғиһә, үҙем тотҡарланыу етмәгән, һине лә эшеңдән айырам, буғай.
- Зарар юҡ, ғәфү үтенеп булашма, - тегеһе көлөмһөрәп ҡуйҙы, - беҙ әле осрашырбыҙ, күңел булғансы һөйләшеп тә ултырырыбыҙ. Шулай түгелме, дуҫ?
- Әлбиттә. Алла теләһә.
Машинанан сығып, өҙлөкһөҙ ҡойолған һыу ағымы аҫтына баҫтылар. Һәр осраҡты алдан күрә белеүсе тернәксел Айбулат баш осона оло сатырын йәйеп ебәреүгә уның аҫтына һыйына һалдылар. Ямғыр шәп яуһа ла, инде баяғы кеүек үк көслө түгел ине. Ҡара ҡурғаш ише ауыр һәм бер ваҡытта ла таралмаҫтай күренгән һорғолт-көрән болоттар шыйығая башлап, көн һиҙелерлек яҡтыра төшкән төҫлө. Шулай шул, бая ғына биҙрәләп ҡойған яуын хәҙер эс бошорғос быҫҡаҡалауға күскән. Шоссе өҫтөнән, борғоланып-уралып, ялбыр боҫ күтәрелә, күптән түгел генә шаулап аҡҡан йырғанаҡтарҙың күҙгә күренеп ғәйрәте ҡайта бара. Дуҫтар күкрәк тултырып үҙе саф, үҙе татлы һауа һулай. Ошолай итеп көн яманы ултрып та китер әле. Ә матур көндө кем яратмай...
- Теге... ни... һиңә иң кәрәклеһен әйтмәй ҡалдым, - тәмәке тоҡандырған Хәлил, ауыҙынан күкшел төтөн борхотоп, Айбулатҡа һырыҡты, - кисә кис мәлендә ошо тирәлә биш йәшлек самаһы ҡыҙ бала юғалды. Беләм, Һин, вазифаңа ҡағылышлы ла, ҡаныңа һеңешкән ғәҙәт буйынса ла, урманда күп булаһыңдыр. Улай-былай шипкерт һиҙелә ҡалһа, мине күҙ уңында тотһаң ине, - тип ялбарғандай итте.
- Кәнишне, һиңә лә ярҙам итмәгәс...
Хәлил дуҫы машинаһының номерын, әлеге мәлдәге ваҡытты йәтеш кенә блокнотына теркәне лә, ғәфү үтенгән һымаҡ:
- Шулай кәрәк, әй, - тип ҡуйҙы, - инструкция...
- Аңлайым, - осрашыу шатлығынан көләсләнеп киткән Айбулаттың йөҙө ҡабат етдиләнде, - һин үҙ бурысыңды башҡараһың. – Шунан бер аҙ торғас, - нисегерәк килеп сыҡҡан хәл һуң ул? – тип ҡыҙыҡһына ҡуйҙы.
- Әкәмәт инде. Подъезы алдындағы ағаслыҡтан да ҙур урман күргәне булмаған ҡала кешеһенең өс ҡайын араһында аҙашып барғанлығын яҡшы беләһең бит. Бында ла шул осраҡтыр тип уйлайым, - Хәлил тәмәкеһен тәмләп һура-һура һөйләргә тотондо, - атай кеше, сабыйын машинаһында ҡалдырған да, үҙе әллә бар, әллә юҡ бәшмәк артынан киткән - әйләнеп килеүенә ҡыҙыҡай ғәйеп. Ир, үҙе әйтеүенсә, ҡысҡыра-ҡысҡыра төнө буйына уны эҙләп сыҡҡан. Ҡайҙа ул. Етмәһә, тап төнгә ҡарай бынауы, туҡтау белмәҫ ямғыры башланды. Ҡайғы-атай, һәр хәлдә, шулай ти, әммә ләкин, аңлайһыңдыр, былар бары ҡоро һүҙҙәр генә. Ышанырғамы-юҡмы: үҙең хәл ит.
- Мм-дә-ә, - Айбуллат уйсанланып китте, - икеһе генә булғандармы ни?
- Икеһе генә. Бөтөнләй бәлжеп төшкән урыҫ башҡаса конкрет бер ни ҙә әйтә алмай. Шулай ҙа мин һиҙенәм: атай тейешле кеше барыһын да әйтеп бөтмәй һәм нимәнелер йәшерә кеүек...
Ишеткәндәренән ныҡ ҡына әҫәрләнгән Айбулат барыр еренә барып еткәнсе лә, эшендә саҡта ла мәрхәмәтһеҙ көҙгө тәбиғәт ҡосағында яфа сигеп, йәшәү өсөн көрәшкән бот буйлыҡ сабый хаҡында уйланды. Ошо ир ише бәғзе бер әҙәмдәрҙең, бигерәк тә бала атаһы һаналғандарҙың, шул ҡәҙәре вайымһыҙлығы менән енәйәткә тиң моңһоҙлоғона аптырап бөтә алманы. Тора-тора ла үҙен шул бала урынына ҡуйып ҡарай, ҡыҙыҡайҙың мөмкинселектәре менән көс кенәһен самалап, уның хәлендә ҡалған булһа ни ҡылырын, ҡай тарафтарға ыңғайларын күҙалларға тырыша.
Әлеге урында, ғөмүмән, ул тирәлә, бәләкәс кенә ҡала ҡыҙы әүрәп тә, ымһынып та китерҙәй артыҡ бер нәмә лә юҡ. Һул ҡулда, оло юлдың аҫҡы яғында, үтеп сыҡҡыһыҙ шырлыҡ та, мөлкөлдәп ятҡан һаҙлыҡ, ә уң яҡта ҡуйы урманлы Ирәндек бите башлана. Ғүмерендә урман күргәне булмаған бала ундай урындарҙан шикләнер һәм күрәләтә инеп бармаҫ ине. Айбулаттың фекеренсә, бында бер генә вариант ҡала – урлау. Бөгөнгө болғауыр заманда кеше һынлы кешене һарыҡ урынына урлап алып китеүҙе бер тин шайы күрмәйҙәр бит. Атайы-әсәйенән шыпа айырылып өйрәнмәгән ҡыҙыҡай илап-фәлән юлға сыҡһа...

***
Юлдар, юлдар,
Инде нисә йылдар,
Айырыла алмам һеҙҙән мин.

Көйләй-көйләй ҡайтып барған Айбулат бая иртән Хәлил менән һөйләшеп торған урында йыйылып киткән милиция машиналары менән һәр төрлө автобустарҙың күплегенә хайран ҡалды. Ниндәйҙәре генә юҡ уларҙың! Араларында ҡала номерлылары ла күренә. Бер нисә сыбар еңел машинаның маңлайындағы яҡтылыҡ сигналдары ялпылдап тора. Шундайҙарының сит ил маркалы сөм-ҡара иң дәүенән ҡыҙыл лампаслы генерал төштө. Генералдың генералы ошолай йөрөп ятҡас, эштәре йә хәтәр быларҙың, йә бөтөнләй хөрт икән. Сыбар-йәшел кейемле тәртип һаҡсыларының бәғзе берҙәре һалпы ҡойроҡло дәү эттәр етәкләһә, икенселәре муйындарына ҡыҫҡа көбәкле автоматтар аҫып алған. Ниндәйҙер ҡумталар күтәргәндәре лә күренеп ҡалғылай. Ана, Хәлил дә бында икән. Айбулат уны әллә ҡайҙан уҡ шәйләп алды. Юлдың өҫ яғында, Ирәндек битләсендәге ҙур аҡланда, төрлө кейемдәге халыҡ төркөмө йыйылған. Күпселеге үҫмерҙәр ҙә, йәштәр. Уларҙың барыһының да донъяһы теүәл: юҡ-барҙан да ҡыҙыҡ табып көлөшөргә генә торалар. Был йәһәттән бигерәк тә ҡыҙ-ҡырҡын әүҙем, уларҙың баҙыҡ-әсе тауышынан, хатта, Ирәндек буйҙары яңғырап китә.
Үҙ сиратында таныш «Нива»ны күреп ҡалған капитан Байсалов шунда уҡ уға ҡаршы ыңғайланы һәм ваҡытында килеп өлгөрҙө. Ни өсөн тигәндә, күкрәгенә «ОМОН» тигән яҙыулы туҡыма һыҙаты тегелгән лейтенант: «Үткенсе машиналарға был урында туҡтарға ярамай», – тип Айбулатты ҡыҫымға алған ине.
- Был егет минең менән, лейтенант, - тине Хәлил килеп етер-етмәҫ, - ул беҙҙең райондың охотоведы, ярҙамға килгән.
- Прошу прощения, – офицер рыя ғына боролдо ла, өймәкләшеп мәж килгән иптәштәре араһына инеп юғалды.
- Шунан, эштәр нисек, эҙәрмән? – Айбулат дуҫын шаян йылмайып ҡаршы алды, - бөтөн район йыйылған инде әллә?
- Бөтә район булмаһа ла, күрше ятҡан, башҡа яҡын-тирәләге ауыл халҡын күтәрергә тырыштыҡ. Мәктәптәрҙән өлкән синыф уҡыусылары сыҡты.
- Нимәгә?
- Урманды һөҙөп ҡарарға уйлайбыҙ.
- Кискә торомо?
- Барыһын ойошторғансы һуңлаңҡырап киттек шул, - Хәлил дуҫы алдында аҡланғандай итте.
- Тағы кемделер юғалтып ҡуйыуҙан ҡурҡмайһығыҙ икән...
- Ҡурҡыныс, әлбиттә, юҡ түгел, әммә ләкин, тәүәккәлләмәйенсә лә булмай – һуңға ҡалыуыбыҙ бар. Көндөң ниндәй икәнлеген күреп тораһың бит.
- Дә-ә, ауыртмаған башҡа тимер таяҡ инде һеҙҙең өсөн, ә.
Тимәк, йыйылған бихисап кешене сылбырға теҙеп, ошо тирәне ҡараштырырға уйлағандар. Ә ҡараңғы бына-бына төшөргә тора. Ай-һай, файҙаһы булырмы әлеге ашыҡ-бошоҡ ҡына ниәтләгән ҡабалан эштең?
Һаман тыныслана алмаған ямғыр ҡамасауланымы, әллә икенсе сәбәбе булдымы, өмөт бағлаған эттәр ҙә эҙ ала алманы. Бары ҡыҙыҡайҙың бысранып бөткән һыңар бейәләйен генә таптылар. Уныһы машиналар торған ерҙән артыҡ алыҫ түгел ине. Шуның өсөн баланың ҡайһы яҡҡа китеү ихтималлығын билдәләү ҙә, өҙөп кенә әйтеү мөмкинселеге лә юҡ кимәлендә. Дуҫтар эштең башынан аҙағынаса бер тирәлә булырға тырыштылар. Айбулаттың һиҙемләүе юш сыҡты: бушҡа ваҡыт сарыф иттеләр, эштәре уңманы һәм бала табылманы. Инде эңер төшөп, күҙ бәйләнә башлаған мәлдә, алдан һөйләшелгән буйынса, торба һыҙғыртып, отбой һуғырға мәжбүр булдылар. Ярай әле, ошо буталсыҡта тағы берәйһенән ҡолаҡ ҡағып ҡуйманылар.
Көллөһө лә, йә үҙ машинаһына, йә оло автобустарға ултырып ҡуҙғалырға торғанда, Хәлил Айбулатты туҡтатты. Ишекте асмаҫтан ғына:
- Теге ҡыҙҙың атаһын ауыл советына алып бара алмаҫһыңмы икән? – тигән үтенес белдерҙе, - справкаһына мисәт һуҡтырырға кәрәк. Һуҡтырыр ҙа, юл ыңғайы берәйһенә ултыртып ебәрерһең. Килештекме?
Айбулат килешеү түгел, әлеге үтенескә эстән генә, хатта, ҡыуанып ҡуйҙы. Ҡыуанмай һуң, «эш» менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн көтөлмәгән мөмкинселек сығып тора түгелме...
- Әйҙә ултырһын, ҡайҙа ул?
Хәлил, арҡаһына оло биштәр артмаҡлаған көйө, ҡаушаған төҫ менән мөжөрәйеп юл ситендә торған ҡып-ҡыҙыл йөҙлө әзмәүер янына барҙы. Ҡулдарын болғай-болғай уға оҙаҡ ҡына ниҙер аңлатҡандың һуңынан аҡ «Нива» яғына төртөп күрһәтте. Урынынан теләр-теләмәҫ ҡуҙғалған урыҫ кешеһе шылтлатып машина ишеген асты. Унан араҡы ҡатыш осһоҙло тәмәке еҫе аңҡып тора ине.
- Бына шундай эштәр, зёма, - тип ҡуйҙы ир алғы ултырғысҡа ауғас, шунда уҡ «һин»гә күсеп, - иртәгә ҡайҙа барып абынырыңды бөгөн белһәң икән ул...
Ҡапыл ҡара ни уйлап, ни әйтергә белмәгән Айбулат бер талай өндәшмәйсә килде. Быны үҙенсә аңлаған юлдашы тартынған һымаҡ һөйләнде:
- Әллә һиңә артыҡ мәшәҡәт яһаным инде? Төшәйем дә ҡалайым булмаһа.
Ә Айбулат шешмәкләнеп торған түп-түңәрәк йөҙлө, еҙ сым ише ерән-ялбыр ҡашлы, күптәнән йүнләп ҡырыныу түгел, йыуынғаны ла булмаған әҙәмгә һынап ҡараны һәм уның һүҙҙәрен ишетмәгән кеүек:
- Нисек улай, үҙ балаңдан көпә-көндөҙ күҙ яҙлыҡтырмаҡ кәрәк? – тип ҡыҙыҡһынды, - ул һиңә бер бөжәк түгел дә.
- Кем уйлаған инде. Өлөшөнә яҙған хата менән ҡазанан әҙәм һаҡлана ла, ҡасып ҡотола ла алмай ҙыр ул.
- Бына быныһын дөрөҫ әйттең.
- Етәкләп кенә янымда йөрөтәһе булған да бит... – йылы һүҙҙән күнеле тулышып киткән урыҫтың тауышы ҡалтыранып сыҡты.
- Шулай, яҡшы фекер һәр саҡ һуңлап килеүсән.
- Ә мин, иптәш, мисәт кенә ҡуйҙырам да, иртәгә таң менән ҡыҙымды тағы эҙләргә тотонам, - бәхетһеҙ атай һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борҙо, әммә шунда уҡ кире әйләнеп ҡайтты, - табылыр ул, табылмай ҡайҙа барыр тиһең.
- Һин миңә шуны әйт – ни сәбәптән ошолай йәйәү көйөһөң? Ни эшләп машинаң менән йөрөмәйһең?
Айбулат ошо урында, күрәһең, юлдашы өсөн көтөлмәгән һәм теләнмәгән һорау бирҙе. Тегеһенең ҡапыл-ҡара күҙҙәре уйнап киткәндәй булды.
- Нисек? Машина, тинеңме? – ул ауыр көрһөндө, - ә-ә, машина... Машина минеке түгел... Үҙем дә, дүрәк, ысынлап та, баланы нимә тип ошо йәһәннәм төпкөлөнә алып йөрөргә инде, йә? Берәү, йәнәһе, тәбиғәт күрһәтә лә, һауа еҫкәтеп ҡайта. Бына күрһәттең, бына еҫкәттең... Башы иҫән-һау ғына булһа ярай ҙа...
Урыҫтың бәйләнешһеҙ һүҙҙәре Айбулатҡа үтә сәйер һәм асыҡтан-асыҡ сер йәшеренгән кеүек тойолдо: тауышында бының ниндәйҙер яһалмалыҡ һиҙелә. Ошонан кем үҙ машинаһын күрәләтә икенсе берәүгә тоттороп ебәрһен? Етмәһә, араҡы менән дуҫ кешегә. Ай-һай, шикле әҙәмһең һәм ошо шиктең төбөндә әлегә ҡапыл ғына әйтеп булмаҫлыҡ тәғән ята кеүек.
- Автобус менән генә килгән булһаҡ... – тегеһе, үкенес белдереп, һаман бөтөрөндө. Ләкин Айбулат хәҙер белә, уның һәр һүҙе ысынбарлыҡҡа тап килмәгән шикелле, бөтөрөнөүҙәре лә ихлас йөрәктән түгел. Тик, бына мәсьәлә, ошоно нисек, ниндәй юл менән иҫбат итергә?
- Ишегеңде ныҡлап бикләгән булһаң да ҡамасау итмәҫ ине, - тине Айбулат бер талай өндәшмәй барғандан һуң.
- Әйтәм бит, былай килеп сығыр тип кем уйлаған, - юлдашы йәнә көрһөнөп ҡуя. ул инде, әкренләп, үҙ алдығына үҙе ышана бара һымаҡ. – Яңғыҙ бөртөк ҡайын янында ҡалдырғайным мин уны. Ул мәлдә ямғыр әле башланмаған, шунлыҡтан бар әйберҙәр тышта ине. Үҙем дә әллә ни алыҫ китмәгән кеүекмен...
- Баланың юлға сығып китеү ихтималлығы юҡмы?
- Ы-ы, юҡ... Юл миңә һәр ваҡыт күренеп торҙо. Хатта, бер ҡара «Волга»нан башҡа машина үтмәгәнлеген дә хәтерләйем.
- Арлы-бирле генәлер?..- Айбулат юлдашының сәрхүшлегенә төрттөрҙө.
- Нимә арлы-бирле? – тегеһе кинәйәне аңламаны.
- Хәтерләүеңде әйтәм. Саманан артыҡ былай түгел инеңме? – Аҫылбаев тамаҡ аҫтына сиртеп алды.
-Юҡ та... мин бит артығын ҡулланмайым...
- Ҡара «Волга» тинең инде?
- Эйе, уны табып, хужаһынан һораштылар, бер ҡыҫылышы ла юҡ буғай.
Һәр ҡайһыһы үҙ уйҙарына сумған икәү бергилке тын барҙылар.
- Слушай, - Айбулат ҡапыл юлдашына боролдо, - давай былай итәбеҙ: советҡа барып йомошоңдо йомошлайбыҙ ҙа бөгөн һин беҙҙә ҡунаһың. Ә иртәнге көн, таң менән, мин һине әлеге урынға алып киләм. Барыһын да урында күрһәтеп аңлатырһың. Булдымы?
Урыҫ әүәл баҙап ҡалды, аҙаҡ ғәжәпләнә биреп:
- Нимәгә ул һиңә кеше ҡайғыһы? – тип әллә ҡыҙыҡһынды, әллә мөрхәтһенмәй баш тартырға уйланы.
- Кеше ҡайғыһы? – Айбулат көлөмһөрәп ҡуйҙы, - йәғни, кеше ҡайғыһы төштән кире, тип әйтмәксеһеңме?
- Сама менән шулайыраҡ...
- Ә мин, мужик, һинең өсөн ҡайғырмайым. Миңә сабый йәл. Бәлки, берәй нисек ярҙам итеп булыр, тип өмөтләнәм. Эшем бит урман менән бәйле, - ошо урында Аҫылбаевтың көләс йөҙө етдиләнеп китте, - мәгәр, кеше ҡайғыһына килгәндә, танауыңа киртеп ҡуй: беҙҙә улай ҡаралмаған. Беҙҙә тигәнем, ауыл ерендә йәшәп ятҡан башҡорттар араһында була инде.
Уға тәү күргәндәй һынап ҡараған «мужик» ҡулын һондо:
- Ул сағында таныш булайыҡ, мине – Николай тиҙәр. Николай Страхов...
- Айбулат Аҫылбаев. – Ҡул ҡыҫыштылар.
- Ә һин милиция кешеһенә һис тә оҡшамағанһың, әй, тупаҫ түгелһең, - Николай тәү тапҡыр ихлас йылмайҙы.
- Охотовед мин...
- Ана нисек... – ҡала кешеһе бөтөнләй шаҡ ҡатты. Ниндәйҙер ябай һунар белгесенең ошо рәүешле, таныш булмаған бер үткенсегә ихлас күңелдән ярҙам итеп, хәстәрен уртаҡлашырға теләгәне, нисектер, сәйер тойола һәм һай аңына барып етмәй. Уратып алған донъянан алты яҡлап таш диуар менән сикләнгән килеш көн күргән ҡала кешеһенең, күрәһең, донъяға ҡарашы ла шулай ғыналыр. Күренеп тора, ирәүән хуш күңеллелек менән ябай ғына кешелеклелек һәм дә кеше хәленә керә белеү уның өсөн ете ят нәмәләр.
Ғәҙәтенсә иртә менән уянған Айбулат яңы танышын да йәһәтләне. Йоморолай ғына йотоп тамаҡ ялғағандан һуң, һыңар көбәкле бишатар мылтығын алып, тәғәйен ергә ашыҡтылар. Барып еткәндәрендә таң шәфәғе саҡ беленә башлаған мәл ине. Айбулат, яйлыраҡ урын һайлап, балсығы иҙелеп ятҡан шоссенан төштө лә, машинаһын тапанды сиҙәмгә туҡтатты. Урман ҡырындараҡ моңайып торған йыуан һәм суғыртмаҡ олонло яңғыҙ ҡайын янына килделәр.
- Бына ошонда, - күңелһеҙ Страхов рыя ғына эйәк атты, - плащ-палатканы бына был урынға йәйҙем, рюкзак һәм башҡа кәрәк-яраҡ уның өҫтөндә ине.
- Ситтә күпме ваҡыт булдың, хәтерләйһеңме?
- Күпме тип...
- Сама менән.
- Ярты сәғәттән дә артыҡ түгелдер... - әйткән һүҙҙәре ышанысһыҙ ишетелгән атай кеше ҡарашын ситкә бора һалды, - әйләнеп килгәнемдә, ҡыҙҙан башҡаһы, бөтә нәмә үҙ урынында... Уның һыңар бейәләйен генә таптым...
Ике ҡулын йылы куртка кеҫәһенә тыҡҡан Айбулат байтаҡ ваҡыт тирә-яҡты байҡап торҙо. «Ҡыҙыҡай ҡалған урындан егерме биш – утыҙ аҙым арауыҡта эреле-ваҡлы ағаслыҡ башлана. Уның араһы мал аяғы теймәгән оҙон үлән. Аҡылы бар бәндә бынауы еүештә тейер-теймәҫенә унда инергә тырышып тормаҫ булыр - күҙ асып йомған арала бүҫкәңә ҡәҙәр һыуланасаҡһың, - тип үҙ алдына фекер йөрөттө ул. - Был яҡтарҙа һирәк булған, унда ла әрһеҙ ҡунаҡ сифатында ғына, ҡала кешеһе ҡоро көндә лә, урман эсенә генә түгел, ғөмүмән, унда емерелеп үҫкән кеше бейеклек һонтор үләнгә лә тығыла һалып бармай. Шомланамы ул, шикләнәме - урап үтә. Ә был осраҡта биш йәше тулыр-тулмаҫ ҡыҙ бала...»
- Иң аяныслыһы шул – Ирочка үҙемдең ҡан түгел - үгәй ҡыҙым. – Николайҙың бошонҡо тауышы Аҫылбаевтың фекер сылбырын өҙҙө, - әсәһе күҙенә нисек ҡаралыр инде хәҙер. Былай ҙа, бала минеке түгеллегенә баҫым яһап, уңайы сыҡҡан һайын иҫкә төшөрә лә тора ине...
- Татыулыҡ тигәнегеҙ самалыраҡмы ни?
- Самалы ғына булһа ярай икән...
Ошо мәл, ныҡ көсәнеүҙән ҡабырғалағы торбаһанан ҡара төтөн бөркә-бөркә, бысраҡты ян-яҡҡа сәсрәтеп килгән дәү вездеход-автобус күренде. Шоссе ҡырлап барып туҡтауына, уның эсенән шау-шыулы төркөм ағылды. Кемдер шарҡылдап көлһә, икенсеһе сәрелдәп һөрән һалды. Өсөсөһө, хатта, урман шаулатып йырлап ебәрергә лә тартынманы. Әллә бер сама һуҡмыштар ҙа инде. Тәүҙә ҡараштарында өмөт сатҡылары күренеп ҡалған Николайҙың, ошонан һуң кикреге шиңде лә ҡуйҙы: быларҙа бит кеше ҡайғыһы юҡ. Әйтерһең дә, ғәйеп булған сабыйҙы эҙләргә түгел, ә ниндәйҙер байрмаға килгәндәр.
Эҙләүҙәр, илке-һалҡы ғына булһа ла, өс көн дауам итте. Ошо изге эштә, әйтеүҙәренсә, йәмғеһе ике йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Әммә ләкин файҙаһы ла, һөҙөмтәһе лә булманы. Ҡыҙыҡай һыуға төшкәндәй юҡ булды ла ҡуйҙы. Өмөтләндергәндәй эҙ-фәләне лә тойолманы.
Күпмелер ваҡыт үтеүгә яҡын-тирәләге ауылдарҙа ҡупҡан шау-шыу баҫыла төшөп, милиция ла тынысланғандай булды: юғалғас, юғалды инде, ни хәл итәһең. Кемдер сабыйҙы йәлләһә, кемдер уның булдыҡһыҙ, бешмәгән атаһын әрләне. Тик, башҡа нимә тиһәң дә шуныһы асыҡ ине: ошондай шыҡһыҙ һауа шарттарында кескенә баланың өс тәүлек буйына иҫән-һау ҡала алыуы, ай-һай икеле. Етмәһә, дүртенсе көн киткәндә һиҙелерлек һалҡынайтып ебәрҙе лә, артынса уҡ ҡар күҙе күренде. Таңға инде бар донъя ап-аҡ ине.
Ер өҫтө, ҡойма баштары, өй ҡыйыҡтары, ағастарҙың яланғас ботаҡтары, һәммәһе-һәммәһе епшек ҡар менән ҡапланған. Әлеге аҡлыҡтан, хатта, күҙҙәр ҡамаша.
Ихатаға сығып, атлаған һайын табан аҫтында ғырт-ғырт килер ҡырпаҡ ҡарға баҫҡан Айбулаттың йөрәге уйнаны ла китте. Теге сабыйҙың эҙенә төшөү өсөн осраҡтың бындайын башҡаса һорап та алып булмаҫ. Мәлде ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Ул шунда уҡ эш урынына шылтыратып, ярҙамсыһын иҫкәртте лә, үҙе урманға йыйынды. Үтә лә ентекләп, төпсөрләп әҙерләнде. Шулай булмай, ул бит бөгөн ябай һунарға сыҡмай, ә кеше һынлы кешене әҙләргә бара. Кем белә, әлеге кешенең яҙмышы, бәлки, уның ҡулындалыр...
Айбулат, оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай ғына, көнлөк ризыҡ һалынған биштәре менән мылтығын иңбашына аҫып, биленә саҡсаһын* быуҙы. Ишек алдына сыҡҡас та, ниндәйҙер мөһим әйбер иҫенә төшкәндәй, ҡапыл туҡталып ҡалды ла, гаражына инеп, әҙер ҡыулау** алды. Өсәүҙе: төнгөлөккә ҡалһа менән, йәиһә, берәй ҡараңғы урынға барып тарыһа кәрәге тейеүе бар.

***
Түбәһен ялбыр болоттар эсенә йәшереп ятҡан уйсан Ирәндек һырты тарафтарына ыңғайлаған Айбулаттың артынан сөм ҡара төҫтәге, аҡ түшле, шулай уҡ дүрт тәпәй осо ла аҡ лайкаһы эйәрҙе. Һунар эте, ҡулында мылтыҡ бар сағында, хужаһынан тотам да ҡалмай. Шулай күнеккән. Хужаһы һунарға киткәндә бәйҙә тороп ҡалыу уның өсөн үлемгә тиң. Ошоно яҡшы үҙләштереп алған Айбулат тәүҙә, ҡамасау булыр, тип, Аҡтырнағын алырға икеләнә ине, ахырҙа, кире уйлап, ҡул һелтәне: «Ярай, йөрөһөн әйҙә, эт – эт булыр әле, ни тиһәң дә урманға барыла ла баһаң. Урман - ҡунаҡ йорто түгел, унда һине ҡолас йәйеп ҡаршы алыр дуҫың юҡ. Урман – ҡырыҫлыҡ, урман - йәнде лә, тәнде лә, хатта, рухты ла һынау урыны. Урман бәләкәй генә һаҡһыҙлыҡты ла ғәфү итмәй, шунлыҡтан уның менән шаярмайҙар. Ана шул, үҙе ымһындырғыс, үҙе томһа, белгән өсөн һыйлы, белмәгәнде яҡын юлатмаған, хатта астан үлтерер урманды гиҙгән саҡта эттән тоғрораҡ юлдашты эҙләп тә таба алмаҫһың».

*саҡса – патронташ,
**ҡыулау – факел.

Йәйәү - йәйәү инде, ҡарап тороуға бына ғына ятҡан кәрәкле урынға барып етеүгә көн үҙәге яҡынлашты ла ҡуйҙы. Көн йонсоулығына ҡарамай, ыуыҙ ҡар шәпләп ирей башланы. Айбулатты көйөндөрөп, асыҡтағы тапанды урындар, ҡалҡыу шоссе һырты инде тулыһынса тиерлек асылырға ла өлгөрҙө. Нисек көйөнмәҫһең, барлыҡ эҙҙәр ус төбөндәгеләй ярылып ятҡан епшек ҡар бөтөнләй иреп бөтһә, уның юлы уңмаҫы көн кеүек асыҡ. Әлеге сәфәре – бушҡа ваҡыт үлтереү генә буласаҡ.
Шулай ҙа, сәнскеле ҡыуаҡтар менән ҡапланған Ирәндек битләсенә күтәрелә башлап, артабан, ағастар араһында нисек яуған - шул килеш ҡымшанмай ҙа ятҡан селт аҡ йәймәне күргәс, күңеле ирәй төштө. Ә инде әле генә сабып уҙған ҡуян эҙҙәренә юлыҡҡандан һуң, ҡанатланып уҡ китте: тәбиғәт-әсә үҙе уға ярҙам ҡулы һуҙа түгелме? Тауға үрмәләп, уның томанлы һыртына яҡынлашҡан һайын, ҡар ҡатламы күҙгә күренеп ҡалыная бара. Быныһы, әлбиттә, яҡшы.
Күптән түгел генә эш башлауына ҡарамаҫтан, Айбулат был тирәләрҙе яҡшы белә. Хатта, биш бармағы кеүек, тип әйтергә була. Ошо яҡтарҙың гүзәллегенә таң ҡалып, ғорур тауҙарының мөһабәтлегенә һоҡланып бөтә алмай, бала саҡтарында, аҙағыраҡ үҫмер ҡорона ингәс тә, йыш ҡына походтарға йөрөгәндәренә кисә генә кеүек. Хәйер, һөнәр һайлағанда ла, шул рәүешле, тәбиғәт яратыуының шауҡымы ҡағылмай ҡалмағандыр. Әлбиттә, ҡағылған. Ул бит тыуып үҫкән төйәгенә сабый саҡтан ғашиҡ.
Ирәндектең һунар өсөн тыйылған зона тип иғлан ителеүенә ҡарамаҫтан, нәфселәренә баш була алмаған бәғзе бер әҙәмдәр юҡ-юҡта барыбер килеп ураңғылай тора. Үҙебеҙсә әйткәндә, браконьерлыҡ итәләр. Ундайҙар, бигерәк тә, елле-елле хөкүмәт машиналарында, шул уҡ хөкүмәт бензинына елдереүсе түрәләр араһында күп. Ҡарап тороуға зыялы ғына, әҙәпле генә кешеләр һымаҡ, ә оят менән намыҫтары юҡ. Ә инде тотола ҡалһалармы? Тотола ҡалһалар, авторитеттарына төрттөрөп, эш урындарын атайҙар. Ҡай бер һөмһөҙҙәре асыҡтан-асыҡ янауға тиклем барып етһә, икенселәре, хатта, ришүәт «төртөүҙән» дә тартынмай. Ләкин Айбулат тиҙ генә өркөп тора торғандарҙан түгел. Аҡсаға ҡыҙығыуҙан күңеле лә аҙып бармай. Уның өсөн бөтәһе лә тиң: ҙур түрәме ул, әллә ябай колхозсымы – һунар ҡануниәтен боҙғанһың икән – яуап тот һәм тейешле язаһын ал. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта, законһыҙ рәүештә һаҡланып, былай ҙа наҡыҫая барған йәнлектәр донъяһына йүнәлтелгән биш мылтыҡты тартып алып, хужаларына протокол төҙөүе ошоға асыҡ миҫал. Айбулатты юхалап та, әүрәтеп тә әүҙерә алмағас бер ҡапҡорһағы: «Былай ҡыланһаң, ҡустым, әлеге урыныңда оҙаҡ ултыра алмаҫһың, нәвирнә», – тип асыҡтан-асыҡ әйтте. «Күпме эшләһәм дә эшләрмен, әммә һинең һымаҡтарға көн күрһәтмәм, ҡапаҡлама», – булды тура яуап. Ошо әйткәне тегегә, ауыр һүҙ ишетеп өйрәнмәгән еңмеш эшем эйәһенә, ғәләмәт оҡшаманы. Оҡшамаһа ла, һырмалы мылтығын тапшырып, ҙур ғына күләмдә штраф түләргә тура килде. Анһат ҡотолдо. Юғиһә, тыйылған һырмалы винтовка һаҡлағаны өсөн ултыртып ҡуйырға ла була ине. Әлеге шул «блат» инде: ҡайһылыр прокуратурала уның ниндәйҙер туған-тыумасаһы эшләй тиме?..
Шулай ҙа, ҡай саҡ, бында тыйылған зона икәнлеген ысынлап та белмәй килеп сыҡҡандар ҙа осраштырып ҡуя. Ундайҙарҙы һунар белгесе «тегеләренән» һис хаталанмайса айыра...
Хужаһының бер-береһенә ялғана килгән уйҙарын бүлеп, ҡайҙалыр, әрәмәлек эсендә, Аҡтырнаҡтың сыйнау ҡатыш өрөп ҡуйғаны ишетелде. Һағая биреп, аҙымдарын йышайтҡан Айбулат күп тә барманы, йыбырлап уҙған йәнлектең ваҡ эҙҙәр сылбырына тап булды. Уларҙың алдынан ғына өңөнә ятырға өлгөрмәгән кәкере аяҡ терпе үткән ине. Терпе оҙайлы йоҡоға талмаған, тимәк ҡыш килергә әле иртәрәк. Айбулат барып еткәндә, Аҡтырнаҡ, йомарланған көйө, тырт-фырт һикереп-төшөп ятҡан сәнскеле йомғаҡты абалай ине. Уны тешләмәксе булып, ауыҙ-моронон ҡанға батырған.
- Аҡтырнаҡ! Аҡтырнаҡ, кемгә әйтәм, ә?! Үҙеңдән бәләкәйҙәрҙе йәберләү ярамаған эш, - хужа кеше ярһыуы еткән этен ипле генә тыя һалды, - әйҙә, киттек бынан. - Тегеһе, әйтерһең дә ошо, үҙен-үҙе яфалауға тиң шөғөлдөң тиҙерәк тамамланыуын көткән: эре-эре һикереп, алға ҡарай сапты һәм тиҙ арала күҙҙән дә юғалды. Һунар этемен тигән эт өсөн хужа һүҙе – закон. Башҡаса уйлайһың икән - иҫәпкә һаналып, эйәреп тә йөрөмә.
Бына ошо урында үҙе тәрән, үҙе шомло үҙәк үтә. Уның төбөндәге, ағасы аяуһыҙ ҡырҡылып, үләне малдан тапалған шишмәһе ҡорор сиккә еткән. Уға ҡыҙғаныс төҫ менән ҡарап торған Айбулат: «Их, саҡ ҡына алданыраҡ ябып өлгөрмәнеләр Ирәндекте», – тип әсенде. Сал тау күкрәген ярып сыҡҡан шишмә башы бар донъянан йырып үткеһеҙ шырлыҡ менән ышыҡланған. Шырлыҡтың өҫ яғынан, Ирәндек һырты башланған урында, күгелйем ташлы бейек кенә ҡаяһы бар. «Бурһыҡ ташы», тип атала ул. Әйтергә кәрәк, исеме есеменә тап килеп тора: ҡая аҫтын һимеҙ бурһыҡтар төйәк итеп алған, һәм уларҙы унан бер нисек тә ҡыуып сығарырмын тимә. Айбулат, тура тартып, ана шунда юл тотто.
Әрәмәлек ышығында тыныс, елдең әҫәре лә юҡ. Шуға ҡарамаҫтан уҫаҡтың ҡыу япраҡтары шыптыр-шыптыр килә. Ниндәйҙер билдәһеҙ көс тарафынан ағасынан айырылып, бәхилләшкән ише кәйелә-кәйелә, ҡар өҫтөнә төшкәндәре лә күренгеләп ҡала. Уларына баҙыҡ-һары ҡайын япраҡтары ҡушыла. «Ағас та әле япраҡ ҡойоп бөтмәгән, ахыры, ҡары ла һуңға ҡалыр, - тип үҙенсә юрай Айбулат, - ә ҡар яумаған йылды үҙәктәргә үткәрер һыуыҡтары көслө була торған...»
Ана, алдараҡ, үҙе һаман йәшел булһа ла, тәлгәштәре ялҡынланып янған бөҙрә ҡыуаҡлыҡ тора. Балан икән! Уның бешеп тулышҡан, үтә күренмәле ҡыҙыл гәрәбә ише емештәре, күҙ яуын алып емелдәшә. Унан ҡалыша буламмы, тигәндәй, арыраҡ өйкөм гөлйемеш ҡыуағы баҙлап ултыра. Сабылмай ҡалған ҡаулан, башын күндәм генә эйгән дә, яртылаш күмелеп, ҡар аҫтында ята. Һауала, танауҙы ҡытыҡлап, серей башлаған япраҡ еҫе аңҡый. Шыҡһыҙ һонтор ҡурай ботаҡтарында, күптән түгел генә үтеп киткән ҡояшлы көндәр – «Әбейҙәр сыуағын» - хәтерләтеп, көмөш сүс ише үрмәксе ауҙары йылҡылдаша. Йәй мәлендә йәйрәп үҫкән абаға хәҙер инде кибеп шоҡорайған да, епшек ҡар аҫтында, һәлмәк ауырлыҡты күтәрә алмайса, кәкерәйеп ҡалған. Әҙәм буйлыҡ ағас еләге үҫентеләре араһынан үткәндә кейемең генә сыҙаһын: сат йәбешеп алалар ҙа, ебәрмәй ыҙалаталар. Унда-бында уларҙың бешергә өлгөрмәйсә сөрөшкән һорғолт еләктәре күҙгә ташлана. Ә ана тегендә, шырлыҡтың ситендә, ҡаяға арҡа терәп үҫкән миләш ағасын ғауғасыл барҡылдаҡтар һырып алған. Емештәре уның ғәләмәт суҡ, үҙ уңышын үҙе күтәрә алмайса, хатта ботаҡтары һығылып төшкән. Мылтыҡлы кеше менән этте күрә һалып алған барҡылдаҡтар, мәж килеп, элеккегә ҡарағанда ла көслөрәк шау-шыу күтәрҙеләр. Ул шау-шыуҙан хәҙер тик ҡасып ҡотолорға ғына мөмкин.
Айбулат шул рәүешле, көҙгө урмандың әкиәти матурлығы менән сихри һиллегенә һоҡлана-һоҡлана, ашыҡмай ғына юлын дауам итә. Бара-бара ла, онотолоуҙан уйҙарға бирелеп китә. Уның резина итегенең быжыр табаны аҫтында ҡалып иҙелгән йомшаҡ ҡар өҙлөкһөҙ ғырт-ғырт килә, гүйә, тапап үткәнгә ризаһыҙлыҡ белдерә лә әлеге тупаҫлыҡҡа рәнйеп ыңғыраша. Көтмәгәндә-уйламағанда, уны ныҡ һиҫкәндереп, аяҡ аҫтынан тиерлек, ҙур ғына һоро ҡош осоп сыға. Был хас урман ҡошо – ҡурпысыҡ. Йылы яҡтарға китергә әле ашыҡмай икән, тимәк был ҡар оҙаҡҡа бармай иреп бөтәсәк. Ҡуйы ботаҡтар араһынан, ниндәйҙер мөғжизә менән береһенә лә ҡағылмайса, кәйелә-кәйелә барып күҙҙән юғалған ошо серле ҡош хәҙер, ни сәбәптәндер, торған һайын һирәгерәк осрай.
Ауыр һәм оҙайлы гөрһөлдәп, ҡыуаҡтар араһынан ҡоштар бәһлеүәне һуйыр күтәрелде. Һуйыр – шымтояҡ, баҫалҡы ҡурпысыҡ түгел, аңғармайыраҡ барһаң, ҡотоңдо алыуы бар. Әскелтем һутлы балан менән һыйланырға килгән икән. Ана, ҡыуаҡ аҫтында йөнтәҫ-эре эҙҙәре ярылып ята. Шунда уҡ һуты имеп ташланған емештәре лә күренә. Ҡайһы бер тәлгәштәрҙә бары яланғас һөйәктәр генә тороп ҡалған. Шул ҡәҙәре лә яратыр икән баланды берәү. Айбулат та уның ике-өс бөртөгөн өҙөп ҡаба. Әсеһе бөтөп килә икән. Һыуыҡтар башланыуға ул бөтөнләй тәмләнәсәк. Ә бына гөлйемеш-әлморондоң әле иң татлы ла, иң шифалы ла сағы. Форсат булып, ошо мәлдә ҡышҡылыҡҡа йыйырға кәрәк ине лә бит.
Йығылып ятҡан ярым серек ҡайын киҫкәһе һыртында ҡала кешеһе күҙенә, нисектер, салынмай ҡалған баллы бәшмәк өйкөмө күренә. Аҡһыл-һары эшләпәле тос бәшмәктәрҙең араһында, миҙгел ахырына хас, бөртөк тә боҙолғаны юҡ. Ә үҙҙәренең күплеге-е! Салғы менән сабып йыймалы, валлаһи! Биштәргә тултырып алғанда инде... Юҡ, әлегә кәрәкмәй. Ҡасан, ҡайһы рәүешле ҡайтырыңды белеп булмай, нәҙберек-мурт эшләпәләр онталып әрәмгә сығасаҡ.
Торған һайын текәрә барған тауға күтәрелеүе һиҙелерлек ауырлаша. Өҫтәүенә шыйғалаҡ ҡарҙа итектәр тайып йонсота. Ирәндек һыртына менеп еткәнсе Айбулаттың арҡаһынан ҡара тир бәреп сыҡты. Ул ҡулдан бәйләнгән дебет фуражкаһы менән битен һөртөп алды, арҡаһын терәп, йыуан, ҡытыршы ҡарағас төбөнә ултырҙы. Ҡайҙалыр китеп олаҡҡан Аҡтырнағы килеп күренмәне, тауыш-тыны ла тойолмай.
Сәйер ҡыштырлау ишетеп ҡалған Айбулат күтәрелеп өҫкә ҡараны. Унда, бер-береһенә үрелеп үҫкән ялбыр ботаҡтар араһына боҫа биреп, тейен ултыра ине. Бәләкәс кейектең ифрат килешле һорғолт-күк төҫтәге туны йылҡылдап тора. Төймәсек-күҙҙәре ҡыҙыҡһыныу ҡатыш ҡурҡыу менән яна. Һунарсының күҙ ҡарашын шунда уҡ тойоп алған тейен йәшеренгән урынанан сыҡты ла күҙ эйәрмәҫ хәрәкәттәр менән ағас олоно буйлап юғары үрмәләүгә, сирып булашҡан тубырсығы Айбулаттың алдына килеп төштө. Урыны-урыны менән ҡауы ҡайырылған тубырсыҡ яртылаш буш ине.
- Әх, шилма, миңә лә өлөш сығарҙыңмы ни? Әһ-һә, орлоҡтарҙың иң эре, иң туҡтарын үҙең ашағанһың, ә миңә сөрөш кенәләрен ҡалдырғанһың. Уға шулары ла ярап торор тигәнһеңдер инде, – күңеле булған Айбулат ихлас йылмайҙы, - ни эшләйһең, ошоноһона ла шөкөр итергә ҡала. Рәхмәт, кейек.
Ҡапыл-ҡара һалҡын алдырып ҡуймайым, тип, фуражкаһын кеймәккә урынынан һаҡһыҙ ҡуҙғала биргән кеше ҡотон алдымы, йәнлек йәшен тиҙлеге менән, күрше ҡарағайға һикерҙе лә ыҫпай ылыҫтар араһына сумып юҡ булды. Яҡынын оҙатҡан һымаҡ, нисектер, моңһоулап киткән Айбулат, моҡсайынан термосын сығарыуға, теле һәленеп төшкән Актырнағы килеп һыйынды. Хужаһы уға ҡалын ғына итеп май яғылған икмәк һынығы ҡаптырҙы. Үҙенең шыпа ашағыһы килмәй ине, шуға күрә сәй менән генә мөрхәтһенде.
- Аҙ ғына тын алайыҡ та ары китербеҙ, Аҡтырнаҡ, - һунарсы, иркәләп, этенең маңлайынан һыйпаны, - ошонда ятып тор.
Көндөң ҡараңғылана барыуына самалағанда, ҡояш байырға күп тә ҡалмағандыр. Эйе, көҙ ахырының ифрат тоҡос көндәрендә, ҡайнап торған томан менән тау түбәһенә уралған тәпәш болоттар аша ҡояштың ҡайҙа торғанын тоҫмалларлыҡ та түгел. Шулай ҙа Айбулаттың «самаһы» бер ваҡытта ла һынатмай: ваҡытты ул һәр саҡ дөрөҫ төҫмөрләй. Шуның өсөндөрмө, урманға сыҡҡанында үҙе менән сәғәт алып йөрөмәй. Берҙән – оронсоҡ һанаһа, икенсенән - сәғәткә ҡарап барһаң, ваҡыт тигәнең ғәжәп тиҙ үткән кеүек. Ә ул ваҡыттың тиҙ үтеүен теләмәй. Ныҡ теләмәй. Насип иткән бер генә бөртөк ғүмере эсендә уның күберәк эшләп, күберәк белеп ҡалаһы килә. Ә нимәгә? Уныһын үҙе лә әйтә алмай.
Ҡата башлаған тәнде иретер ҡайнар сәй, талсыҡҡан тарамыштарҙы яҙып, йәнгә рәхәтлек йүгертте лә йөрәккә май булып яғылды. Ошоларына ҡушылып, кәйеф тә бермә-бер күтәрелде.
Бөгөн ҡуна ятырға йыйынып сыҡҡан Айбулат ҡабаланмай. Берәй йәтеш кенә урын табыр ҙа шунда таған ҡағыр. Усаҡ тоҡандырып, кискелеккә яраштырыр, сәйен дә ҡуйыр. Бөткәнме ни урманда ҡулай урындар. Тәүге тапҡыр түгел, күнегелгән дә, өйрәнелгән дә. Әммә ләкин, ҡабаланмаһаң да, тиҙерәк бул, тиҙәрме әле, ҡараңғы төшөп өлгөргәнсе төнгө төйәкте табыу зарур. Юғиһә, күҙ бәйләнә башлаһа, ҡыйынға тура киләсәк. Ул ышаныслы-һәлмәк аҙымдар менән тау түбәненә, һәр саҡ үҙенә тартып торған серле Ҡарайылға буйына төшөп китте.
Йылға үҙәнендәге ҡар ҡатламы айырата ҡалын ине. Урыны менән ул йөҙлөк өҫтөнә етә яҙып ҡуя. Һарҡыуға торо шәберәк атларға тырышҡан Айбулат йәй мәлендә бесәнселәр ҡорған ҡыуышҡа килеп сыҡты. Бына ла баһаң әҙер ҡыйыҡ, һыуы эргәлә генә, хатта киҫелгән утыны ла бар. Ул иҙәненә түшәлгән бесәне йәм-йәшел көйө күпереп ятҡан ҡыуыш эсенән иҫке тағандарҙы алып сыҡты. Әле ныҡлап туңырға өлгөрмәгән ергә, элекке өтә урынына ҡаҡты ла шунда уҡ ут тоҡандырып ебәрҙе. Ярым ҡараңғы ҡыуышта һәрмәнә торғас йоморо төплө сүлмәк табып алды. Уныһын ҡомлап ышҡығандан һуң, үлән-йыуғыс менән сайҙы, селтер шишмәнән һыу һоҫоп, ҡайнатырға ҡуйҙы.
Ҡалай ҙа йәтеш килеп сыҡты әле был: ерек утындың төтөнһөҙ ялҡынына ҡарап үҙ эшенән ҡәнәғәт ултырған Айбулат, сыбыҡ осо менән, емелдәшә башлаған ҡуҙҙарҙы болғаштырып ҡуя. Иң мөһиме баш осонда ышығы бар, ни тиһәң дә, тынысыраҡ булыр. Көҙгө көн кире аҡыл, тиҙәр, юғиһә, көтмәгәндә ямғыры яуып ебәреүе лә бар.
Айбулат, сүлмәктәге һыу ҡайнап сыҡҡас, бушаған термосын тултырҙы ла, ярты услам йәшел сәй онтағы төшөрөп, быҡтырырға ҡуйҙы. Бер аҙҙан, уның күпмелер өлөшөн термос ҡапҡасына бушатҡас, ҡалғанын тығынлап япты: быныһы төнгөлөккә булыр. Бәлки, иртәнсәккә лә ҡалыр. Һыуҙың сүлмәк төбөндәгеһенә хөкүмәттең пакетлы әҙер һурпаһын бешереп ашағандан аҙаҡ, сират хуш еҫе аңҡып торған сәйгә етте. Һай, шәп тә һуң! Ете төр сәскә-үлән ҡушып әҙерләнгән сәйҙән һуң көнө буйына йыйыла килгән арыу-талыуҙарың шундуҡ онотола ла барлыҡ хәстәрҙәрең ҡул менән һыпырып ташлағандай ҡапыл юҡҡа сыға ла ҡуя. Торғаны бер мөғжизә инде ул үҙ ҡулдарың менән әҙерләнгән йәшел сәй!
Бая, ҡыуыш эсендә һәрмәнгәнендә, ҡулына һуғылып ҡалған иҫке кәнсир ҡалайҙы тултырып этенә лә һурпа ултыртты. Уныһы сәп-сөп ашап бөткәнсе айырым ҡыҙығыу менән ҡарап ултырҙы. Ахырҙа, ҡыуыштың өңөрө-тәпәш ауыҙынан имгәкләп үтеп, һуған ише йәшел һәм хозур йәй еҫтәре бөркөп ятҡан күпмә-бесән өҫтөнә ауҙы. Үҙе уңайлап ятҡандан һуң янына этен саҡырҙы. Уныһының инде инәлтеп тора торған ғәҙәте юҡ. Илгәҙәк холҡо менән башҡа эттәрҙән ыңғай яҡҡа айырылған лайка шуны ғына көткән тиерһең, хужаһы эргәһенә йылп итә һалып ҡалды. Айбулат йылы йомғаҡ булып ҡуйынына һыйынған тоғро дуҫының башынан һыйпап, арҡаһынан һөйҙө, ҡолаҡ арттарын тырнаштырҙы. Эт тигән эскерһеҙ зат өсөн ошонан да ләззәтлерәк минуттарҙын булыуы мөмкинме? Әлбиттә, юҡ! Хужа ҡуйыны эт өсөн – ожмахтың кескенә бер мөйөшө. Ана, кинәнестән ул, хатта, сыйнап ҡуя: эт күңеле – бер һөйәк...
Тирләп-бешеп Ирәндек артылыу, һәр ваҡыттағыса, эҙемтәһеҙ ҡалманы. Онотола биреп күпмелер ятҡас, арҡаға йәбешкән еүеш кейем сирҡандырып өшөтә башланы. Ә ныҡ тирләгәндән аҙаҡ өшөһәң, һалҡын тейҙереүгә бер аҙым ара ҡала. Ошо хәҡиҡәтте һәр ваҡыт иҫендә тотҡан Айбулат, ҡыуыштан сығып, һүрелә барған усаҡҡа алдан әҙерләп ҡуйылған ҡоро киҫкәләр ырғытты ла арҡаһын утҡа ҡуйып ултырҙы. Бына инде алдырып ҡара, һалҡын, ағаңды. Йыуан-йыуан дүмһә-киҫкәләр хәҙер таңға тиклем яныр һәм, шул рәүешле, үҙҙәренең сөрөк башына еткән әҙәми затты таңға ҡәҙәре йылытыр.
Арҡаһы баҙлап, шөйлә йылына барғанын тойған Айбулат ирәүән ҡиәфәттә, усаҡ тирәләй йөрөштөргөләне. Ҡараңғылыҡҡа күҙ төбәгән килеш яҡын-тирәлә ишетелгән тауыштарға ҡолаҡ һалып торҙо. Толҡа тапмай, кире инеп ятты, бая өҙөлә ҡалған уйҙар сылбырын өр яңынан ялғаны...
...Иртәгә, иң әүәл, тура Олоташ ҡаяһына сығасаҡ. Мотлаҡ. Был яҡтарға килгән саҡтарында ул бер ваҡытта ла әллә ҡайҙарға күренеп торған мөһабәт ташҡа һуғылмайса уҙғаны юҡ. Ул тирә «тәбиғәт санитары» - бүренең яратҡан төйәге. Теге сабый улар эше түгелме икән? Хәйер, ҡасандан бирле инде йыртҡыстың, кешегә тейгән, тигән хәбәре ишетелгәне юҡ. Шулай ҙа... Эйе, ул сағында байғоштоң кейем ҡалдыҡтары булһа ла ятып ҡалырға тейеш. Айбулат бар булмышы менән тоя: милиция хеҙмәткәрҙәренең фаразы дөрөҫлөккә тап килмәй, ахыры, ул бала яҡын тирәлә түгел кеүек. Әммә ләкин тойоу - тойоу менән, ә эҙләргә кәрәк. Кеше һынлы кешене, ул бәләкәй сабый булған хәлдә лә, күрәләтә яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуйып булмай бит. Ярай, бүтәндәр аңланы, ти, ә ошо битарафлығың өсөн аҙаҡ үҙеңде-үҙең ғәфү итә алырһыңмы? Кешелек бурысынан башҡа намыҫ менән выждан тигәндәре лә бар бит әле...
Нисек кенә фараз ҡылма, был эштә ниндәйҙер әтнәкә бар һымаҡ. Икенең бере: йә атай кеше алдаша, йә ҡыҙыҡай урманда түгел. Ә ҡайҙа? Мәгәр, Николай хаҡты һөйләй, һәм, бәләкәс Ира аҙашып киткән икән, уның юлы теге һоро юлбаҫарҙарҙыҡы менән киҫешеүе кисектергеһеҙ. Бала илаған тауышты улар әллә ҡайҙан ишетеүҙәре бар. Ә мәкер бүре баланы өлкән кешенән генә айыра алмай түгелдер. Уның шыпа мөсһөҙ һәм ярҙам көтөр урыны юҡлығын да яҡшы белә...

***
Айбулаттың фекерен йөпләгән һымаҡ, Олоташ яғынан бүре олоғанға тартым, үҙе шомло, үҙе бер аҙ һағышлы ла ауаз ишетелеп китте. Өйөр башлығының һөйәркәһен осрашыуға саҡырған йәмһеҙ олоуға оҡшаш ауаз нимәһе менәндер һунарсы күңелендә шик тыуҙырҙы: был бүре түгел. Йыртҡысты алдаштырмаҡҡа яһалма тауыш менән күп тапҡырҙар һунар иткәне булған ярайһы ғына оҫта һәм тәжрибәле аусы ошоно шунда уҡ һиҙеп алды. Ә ул сағында ниндәй сәйер тауыш һуң? Ҡояш байып, ҡараңғы төшөү менән Олоташ ҡаяһы аҫтында мәскәй иларға тотона, тигәндәрен Айбулаттың бер нисә тапҡыр ишеткәне бар. Ошоға ышанмаһа ла, әллә шулмы? Аҫлыбаев үҙ алдына көлөмһөрәй ҡуя: эй бер ҡатлылыҡ, мәскәй тигәнең бары әкиәттәрҙә генә йәшәй ҙә баһаң. Шулай ҙа, күңеленә аңлайышһыҙ көҙөк йүгерергә өлгөргән Айбулат, үҙ ихтыярынан тыш, этенә яҡыныраҡ шылып ятты ла, мылтығын һәрмәштереп ҡуҙы. Күпме генә баш ватмаһын, ул теге ишетер ҡолаҡҡа ете ят ауаз эйәһенең кем булырын асыҡ ҡына күҙ алдына килтерә алманы.
Ана, Айбулатты үсекләгән шикелле, ул йәнә ишетелде. Унан тағы, тағы. Ишетелгән һайын үҙе яҡыная кеүек. Аҫылбаев ошо урында тәбиғи һынамышын эшкә ҡушты: Ирәндек буйҙарын яңғыратып ебәргән ауаз сама менән биш-ун минут һайын ҡабатланып тора. Бая ул һиҙелеп яҡынлаша ине, хәҙер киреһенсә, йыраҡлаша бара. Йыраҡлаша шул. Тәүҙәрәк ап-асыҡ ишетелгән тауыш торған һайын тоноҡлана. Әллә ул томанлы йонсоу һауанан йотолоп шулай һаңғырауланамы? Уяулы-йоҡоло ятҡан Айбулат уның ҡасан тынып ҡалғанын да һиҙмәне: ойоп бара ине. Шулай ҙа, томаланған аңы менән: «Үгеҙ болан баҡыра, ахыры, - тип уйларға өлгөрҙө, ошо мәлдә бит боландарҙың нәҫел хәстәрләү осоро, йәғни, туйҙары бара. Нисек ошоғаса башына килмәгән? Ана бит, барыһы ла яп-ябай ғына икән...» Әлеге өҙөк-йыртыҡ уйҙарынан тыныслана төшкән Айбулат, арҡаһын Аҡтырнағына терәгән көйө, үҙе татлы, үҙе баш бирмәҫ еңмеш таңғы йоҡоға талды.
Тиктормаҫ һәм бар ергә өлгөр барҡылдаҡтарҙың зыҡ ҡубып соролдашыуына һиҫкәнеп уянған Аҫылбаев ныҡ ҡына өшөгән ине. Эте урынында булмай сыҡты. Аҡтырнаҡмы һуң оҙаҡ сыҙап ятыр эт? Ул инде әллә ҡасан йә ҡуян ҡыуа, йә төлкө эҙәрләй, бәлки һыуһар абалап йөрөйҙөр әле.
Айбулат, йәһәт кенә, һүрелгән утты дөрләтеп ебәрҙе лә, һыуы ҡайнап сыҡҡансы, буйтым ҡатырға өлгөргән тәнен яҙмаҡҡа, ҡул-аяҡтарын улай-былай һелтәштереп иртәнге зарядка яһарға тотондо. Йәш, көслө тәнгә күп кәрәкме, тиҙ арала тамырҙары буйлап рәхәтләндергес йылы йүгергәнен тойҙо. Юрый ҡарап торған тиерһең, урманса наҡыҫ табын әҙер булыуға, күңелле һикерәнләп, ҡайҙандыр Аҡырнағы ла килеп етте. Һәй, шилма, башҡаһынан ҡалһа ҡалыр, әммә өлөштән һис ҡалмаҫ. Мәрҙәс!
Иртәнге сәй аҙағынан Айбулат тағандар менән сүлмәкте индереп ҡыуышҡа һалыуҙы кәрәк тапты. Урманда саҡта яҙылмаған шундай ҡағиҙә бар: кеше әйберен алып тораһың икән, мотлаҡ урынына һалып кит. Һала белмәһәң – ҡағылма. Аяғы менән ҡар һибеп быҫҡый ятҡан торонбаштарҙы һүндергәндән һуң, еңеләйә төшкән биштәрен рәтләп алды. Күңеленән генә ошо ҡыуышҡа, шул ҡыуышты ҡорған кешеләргә рәхмәт әйтеп, фатиха алғандан һуң, юлын дауам итте. Ниәте: ҡояш ҡалҡмаҫ элек үк тәғәйен урынға етеп, шул тирәне ныҡлап байҡаштырыу. Ни өсөн тигәндә, ҡояштың күренеп ҡалыуы булыр, йоҡа ғына, шунлыҡтан ышанысһыҙ ҡарың иреп юҡҡа сығыр ҙа ҡуйыр. Ярай ҙа, кисәге кеүек көнө һалҡын, болотло булһа. Аяҙға тартып, йылытып ебәрһә, кире ҡайтыуҙан башҡа сараһы ҡалмаясаҡ. Ныҡ ашыҡҡан Айбулаттың бер минут та тик тора белмәҫ эте йәнә ҡайҙалыр китеп олаҡты. Әлегә уның тауыш-тыны ишетелмәй, тимәк, яҡын-тирәлә шикләнерлек нәмә юҡ. Быныһы, әлбиттә, яҡшы.
Төн уҙғарған урынынан ҡуҙғалып китеүенә сама менән сәғәт ярым тигәндә Айбулат түбәһе аҡ болоттар эсенә йәшеренгән Олоташ ҡаяһы аҫтында тора ине инде. Юлында бер-ике ҡуян да, юрғалап уҙған яңғыҙ төлкө сылбырынан башҡа эҙ осраманы. Ул, һөҙәгерәк урын һайлап, ҡаяға үрмәләне.
Моноклен күҙенә яҡын килтереүгә, мөһабәтлеге менән таң ҡалдырыр таш башынан уға ғәжәйеп күренеш асылды. Әлеге күренеште тәү тапҡыр күреүе булмаһа ла, һоҡланыуын еңә алмай, тағы бергилке ҡарап торҙо. Был урындан яҡын-тирә ус төбөндәге һымаҡ йәйрәп ята. Ана кескенә ауылдар. Уларҙың шырпы ҡабындай ғына өйҙәре. Ауыл өҫтәрендә күгелйем-шыйыҡ әллә төтөн, әллә томан йөҙөп бара. Уның аша ҡояштың тамсы ла нуры үтеп инә алмай, шунлыҡтан ҡараңғы һәм томһа. Әллә ҡайҙарҙа, болоттар ергә тейеп торған урында, әле туңырға өлгөрмәгән һыу ятҡылыҡтары ялтыраша. Сыбаркүл аръяғында Магнит ҡалаһының ағыулы төтөн борхотҡан торбалары һерәйешеп тора. Ҡала, билдәле, күренмәй, ул яман урғылтып, үҙе бөрккән төтөн эсендә үҙе тонсоға. Кешеләре нисек түҙеп йәшәйҙәр тиһең?..
Тылсымлы әкиәттәрҙәге дәү йылан ише борғоланып ятҡан сөм-ҡара асфальт таҫмаһы буйлап, берен-бере уҙырға маташҡандай, уйынсыҡ машиналар елә. Ҡайҙа һәм нимәһенә шул тиклем ашығаларҙыр? Ана, төп-төҙ һыҙат булып ятҡан аэропорттан ғәләмәт ҙур самолёт күтәрелде. Яҡында ғына һымаҡ күренгән самолёт үҙе ҙур булһа ла геүләгәне бөтөнләй ишетелмәй. Уның ер тетрәндергес ғәйрәтле тауышы Олоташ башына килеп етә алмай - ҡыҙыҡ. Күк Ирәндек ҡуйынындағы ҡараңғы үҙәктәрҙе ышыҡлап, ялбыр-ҡуйы томан ята. Тау һыртындағы зәғиф ағастарҙың кәгез ботаҡтарына еңелсә бәҫ ҡунған. Иртәнге бәҫ шул ҡәҙәре нәфис, ҡояштың беренсе нурҙары ҡағылыр-ҡағылмаҫ ул, таш иҙәнгә бәрелеп ыуалған гәлсәр ише, ҡойолоп төшәсәк. Бәҫ ғүмере шулай ҡыҫҡа. Хәйер, танһыҡ ҡояш бөгөн дә көтөлмәй кеүек, көн болотло булмаҡсы.
Уратып алған мөхит иркенлегенә һоҡланып донъяһын онотҡан Айбулатты баш осонда әйләнгән бөркөт саңы асылына ҡайтарҙы. Шунда уҡ, ҡоштар батшаһына яуап иткәндәй, ҡотһоҙ ҡоҙғон ҡорҡолдағаны ишетелде. Хәйләкәр ҙә, йылғыр ҙа, иҫ китмәле әрһеҙ ҙә ул ҡоҙғон тигәнең, һөмһөҙләнеп, тырнағына табыш эләктергән бөркөткә оятһыҙ рәүештә ташланырға ғына тора. Ә тегеһе ғорур, ниндәйҙер ит киҫәге хаҡына ваҡланып, түбәнһенергә яратмай, оңҡот ҡошҡа тырнағындағын ташлай ҙа үҙе тиҙерәк ары осорға ашыға. Бойондороҡһоҙ бөркөт, күрәһең, бер хәҡиҡәтте яҡшы үҙләштереп алған: нәжескә ҡағылһаң, һаҫый ҙа китә... Нимәһенә юҡ өсөн низағлашып торорға. Күҙҙәрең осҡор, ҡанатың етеҙ, тырнағың үткер икән иге-сиге күренмәй йәйрәп ятҡан Ирәндектә башҡа табыш бөткәнме?..
Көндөң шыпа ҡояшһыҙ булыуы, әлбиттә, яҡшыға: ҡырпаҡ ҡарҙың иремәйсә оҙағыраҡ ятырына бер сама өмөт бар. Баш әйләнгес бейеклектән аҫҡа ҡарап торған Айбулаттың ентекле ҡарашына ниндәйҙер сәйер-эре эҙҙәр теҙмәһе салынып ҡала. Бәй, ул ошо үҙе шыҡһыҙ, үҙе өшөргәнес донъяла япа-яңғыҙы түгел икән дә! Ана, йылы өй уңайлыҡтары менән йәшәйеш рәхәтлектәренән ваз кискән тағы кемдер йөрөп ята. Моғайын, томанда башы әйләнеп темеҫкенгән һунарсы йоратылыр әле? Кем генә булмаһын, күреп һорашырға кәрәк, улай-былай шикле нәмә осратманымы икән? Бәлки, браконьерҙыр ҙа, ул сағында һөйләшеү икенсе төрлөрәк буласаҡ...
Ғәҙәти булмаған уҫлаптай эҙҙәрҙе яҡындан күргән Айбулаттың күҙҙәре упайҙы. Уларҙың ҙурлығына, аҙымдарының эрелегенә шаҡ ҡатып, бер талай торғандан һуң үҙ аяғына самалап ҡараны: ҡырҡ өсөнсө үлсәмле итегенән йәнә бер иле тирәһе артып ҡала! Ә аҙымдарына ҡарағанда - атлап бармаған был, нимәгәлер ҡабаланыуҙан, йүгереп кенә уҙған булырға тейеш. Нимә артынан шулай ашыҡҡан, йәиһә, күҙенә аҡ-ҡара күренмәйсә, кемдән һыпыртҡан. Ҡыҙыҡһыныу еңде – оҙон-оҙаҡ уйларға яратмаған Айбулат эҙ юллап китте.
Тегенең атлап барышы бөтә урында ла бер сама: аҙым арауығы һис үҙгәрмәй. Әллә туҡтауһыҙ йүгереп барғанмы? Шулай булмағанда үргә торо, йәиһә, һарҡыуға табан үҙгәреш булыр ине бит. Ҡыҙыҡһыныуы арта төшкән Аҫылбаев этен саҡырҙы. Уныһы сәйер эҙҙәрҙе битараф ҡиәфәттә еҫкәштереп торғандан һуң, пырх итеп ҡуйҙы ла, ары сапты. Эте тынысһыҙланманы, тимәк, эҙҙәрҙең кешенеке икәнлегенә шик ҡалмай. Януар-фәлән булғандамы... Ә ул әҙәм ышанмаҫлыҡ аҙымдарҙың эйәһе ниндәй ҙурлыҡта булырға тейеш? Шуныһы ҡыҙыҡ. Туҡта! Аяғында быйма?! Аҡылы бар икән, бынауы епшектә кем һәм ни сәбәптән быйма һөйрәп йөрөр? Тамам аптыраған Айбулат тубыҡлана төштө лә эләгетле урман эсенә инеп юғалған эҙҙәрҙе ентекләберәк тикшерергә тотондо. Шулай, йә табанһыҙ быйма кейеп, йә бөтөнләй ойоҡсан үткән был! Һис шикһеҙ. Итекле кеше юлына тамсы ла оҡшашлығы юҡ. Үҙе лә һиҙмәҫтән аусы ҡомарына бирелә барған Айбулат әлеге эҙҙәрҙе ахырынаса ҡәҙәр ҡыуырға ҡарар итте: барыһын да асыҡламай тороп, ул хәҙер туҡтаясаҡ түгел.
Ирәндек буйҙары Һәр төрлө мөғжизәләргә бай. Шул мөғжизәләрҙең береһе, аҙым һайын осраған, ағастарҙы сатнатыр һыуыҡтарға бирешмәй, киптереп, ер ҡыртышын ярғыслар оҙайлы томраларҙы һанға һанамай, шунлыҡтан бер ваҡытта ла туңмай ҙа, ҡоромай ҙа, йәйен-ҡышын үҙ яйына ғына ағып ятҡан селтер шишмәләр. Шуларҙың береһен аша сыҡҡан ғәжәп кешенеңме, әллә берәй күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишеткәне булмаған йән эйәһенеңме, һөҙәк яр ситендәге һыулы ҡарҙа ҡалдырған эҙҙәре айырым-асыҡ күренә ине. Ошо урында Айбулаттың күҙҙәре оторо ҙурая: ялан аяҡ көйө булған да баһаң, дәжжәл! Ана, тырнаҡлы бармаҡ юлдары! Ап-асыҡ күренеп яталар. Бының булыуы мөмкинме? Әллә ысынлап та... Юҡтыр, кеше аяғы өҙөлмәгән Ирәндектә нимә ҡарап йөрөһөн ул? Нимәһен юғалтҡан тиһең бында? Юҡ, булмаҫ. Уны, ана, Гималай тауҙарындамы, Памирҙамы күрәләр?.. Ә ул сағында бынан кем үткән?
Теге эҙҙәр эре уҫаҡлыҡ араһындағы ҡурайлы аҡлан уртаһында ятҡан тигеҙ-яҫы таш янына килеп еткәс тә, өҙөлгән сылбыр ише юҡ булдылар. Ҡапыл-ҡара ҡаушап киткән Айбулат ары ҡараны, бире ҡараны – юҡ эҙҙәр! Ҡанатлы бәһлеүән йүгереп килгән-килгән дә осоп киткән тиерһең. Башҡаса быны нисек аңлатырға? Күҙ алдында булып ятҡаны ошоғаса ышанып етмәгән урман эйәһе – албаҫты кәрәмәтеме әллә? Ҡасандыр уның хаҡында ишетеп ҡалыу менән, әкиәткә һанап, көлөп кенә ҡуя торғайны. Әллә урынһыҙға көлгәнме?..
Тамам алйыған Айбулат тейелмәгән өлпәрәм ҡарҙы еңе менән һыпырҙы ла, хәлһеҙләнеп, таш өҫтөнә ултыра төштө: иҫте китәрҙе бит был үҙе ҡыҙыҡ, үҙе ғәжәп осраҡ. Башын баҫа биреп ултырған Аҫылбаев бар зиһенен эшкә еккән дә, аҡыл етмәҫ хәлдәрҙең айышына төшөнөргә тырыша. Ахырҙа яҡын-тирәне, был юлы ентекләберәк, йәнә ҡараштырып сыҡты. Ғәжәп түгелме, баяғы эҙҙәр ошо урындан бер яҡҡа ла сығып китмәгән.
Ҡабат таш янына килде һәм... шунда ғына уның урынынан ҡуҙғатылған булыуын аңғарҙы. Бая нисек күҙ уңынан ысҡындырған тиһең? Ҡабалан-ҡарһалан килеүҙән үтә йөрәкһеп киткәйне шул. Ҡапыл... Тәне буйлап башынан-аяғынаса эҫеле-һыуыҡлы тулҡын үтеп киткән Айбулат ул-был була ҡалһа, тип, иңбашындағы мылтығын ҡулына ала һалды ла, тәте һаҡлағысты ысҡындырып, әҙер тотто. Ни өсөндөр - үҙе лә аңламаны шикелле - яһауҙарын барлап ҡуйҙы. Атламалағы* биш патрон да урынында ине. Һәммәһенә әҙер ҡиәфәттә ҡатып бер талай торғандан һуң, иҫке япраҡтар араһында ғәмһеҙ соҡсонған Аҡтырнағын һөсләне. Уныһы таш тирәһен, баяғы кеүек, рыя ғына еҫкәштереп алды ла, хафаланырлыҡ бында бер ни ҙә юҡ, хужам, алағайымға борсолаһың, тигән һымаҡ, аҡ осло ҡойроғон һелкә биреп китте лә барҙы. Бар, ышанмай ҡара уға. Айбулат бит таш аҫтындағын, ни сәбәптәндер туйына алмай ҡалып, ҡышҡы өңөнә ята алмайса йөрөгән ҡот осҡос януар - шатундыр, тип фараз иткәйне. Түгелдер, шәт. Ул булғанда, ҡан дошманын һиҙеп алған лайка ер тырнар ҙа енен сәсер ине. Хәйер, нисек итеп шатун шул тиклем араны ике аяғында үтергә тейеш? Һай, баш тигәнең! Өҫтәүенә өңөн тип-тигеҙ асыҡ урынға эшләгән дә ауыҙын таш менән ҡаплап ҡуйған. Айыу шулай итәме? Итмәй. Ахыр сиккә етеп аптырауға ҡалған Айбулаттың күргәндәренә башы ла етмәй, тейешле итеп аңлата ла алмай.
Бер аҙҙан ул ташты ситенән күтәреп ҡарамаҡсы итте. Күтәрерһең. Уныһы урынанан ҡымшанманы ла. Быны тәүҙә ҡалҡытып, һуңынан элекке урынына тап килерлек итеп кире һалыр өсөн, һис юғында, бәләкәйерәк айыу булырға кәрәк. Ә таштың ҡумшытылған булыуына шик юҡ. Электән ҡыбырламай ятҡан таш менән ҡуҙғатылғанын айырыуы ауыр түгел: тәүгеһе ергә һеңешеп бөткән була, ә был...

*атлама - обойма

Айбулат алыҫ булмаған кәбән кәртһенән һайғау һурып килтерҙе. Йыуанырағын, ныҡлырағын һайланы. Һайғауҙың йыуан осон таш аҫтына тығып ҡайырыуға, уныһы ҡыбырлағандай итте. Әһ-һә, тырышҡан тапҡан, тиҙәрме әле, әмәлен тапты бит. Ташты әкрен-әкрен генә, сантиметрлап шылдырҙы. Күп тә үтмәҫтән, өңөрәйеп, ҡараңғы соҡор ауыҙы күренде. Булыша торғас, ауыҙ буйтым кеше һыймалы булып асылды. Хәл иткес ваҡиға – соҡорға төшөр алдынан, хәл алырға ултырған Айбулаттың ике күҙе шом тулы өң ауыҙында ине. Шом тулы тиһә лә, аҫта бер ниндәй ҙә шипкерт тойолмаған һымаҡ.
Туп-тура аҫҡа йүнәлгән соҡорға байтаҡ ваҡыт өңшәйеп торған Айбулат яҡынараҡ килеп ҡолаҡ һалды: көҙөкләнерлек тауыш-тын ишетелмәй. Аяҡ аҫтында буталған этен ҡыуып ебәрҙе: кем йәки нимә йәшәгәне әлегә билдәһеҙ өңгә төшөп китә күрмәһен. Булмаҫ та тимә ул ауандан. Эт булһа ла йәлке бит әле, сөнки ул ҡайһы бер улай-былай әҙәмеңдән аңлыраҡ та, тоғрораҡ та... Шулай ҙа, йәнәшәлә генә сабынлыҡ булған аҡлан уртаһындағы үтә тәғәнле күренгән был соҡорҙоң кем өңө булыуы мөмкин? Айыуҙыҡы түгел, быныһы инде асыҡ. Берәй, ғәйрәте ташып торған ҡасҡын килеп сыҡтымы әллә был яҡтарға? Булыу мөмкин, заманалар болғауыр, илдә тәртип ҡаҡшаған. Оло һуғыш ваҡытында ла шулай ҡасҡындар күбәйеп китте, тиҙәр...
Асығын белмәйсә тороп тығылыуың, ай-һай... Ниндәй генә ҡуш йөрәкле булма, барыбер шөрләтә: баш икәү түгел дә. Бар булмышы, шул рәүешле, һағыраҡ ҡыланырға һәм абай булырға өндәй. Бында тәнеңә генә түгел, йәнеңә лә хәүеф янай төҫлө. Артабан ни эшләргә лә белмәгән Айбулат кәртәне соҡор ауыҙына тығып болғаштырҙы. Тауыш-тын да, ниндәйҙер хәрәкәт тә юҡ. Тәрәнлеге өс-дүрт метр самаһы булыр соҡорға яҡын уҡ килеп баҫты: аҫта әүәлгесә шомло тынлыҡ ине. Башына йүнле фекер килмәгән һунарсы теҙләнә төштө лә өң ауыҙына башын эйә биргән көйө тыңлап торҙо. Йән эйәһе юҡтыр бында. Ниһайәт, ул ярты кәүҙәһе менән эйелде. Ер аҫты ҡараңғылығында нимә лә булһа шәйләргә, йәиһә, ишетергә тырышты һәм... елкәһенән эләктергән ғәйрәтле ҡыҫҡыстың ҡот осҡос көс менән аҫҡа һөйрәп төшөргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡурҡыу түгел, хатта нимәлер уйларға ла өлгөрмәне. Ҡайҙалыр осоп барғаны ғына хәтеренә айырым-асыҡ уйылып өлгөрҙө лә, соңҡаһы менән ҡаты бәрелеүҙән һушын юйып, упҡын йотто ла ҡуйҙы.

***
Бер аҙҙан иҫенә килгән Аҫылбаев көслөк менән күҙҙәрен асмаҡсы итә, ләкин улары асылмай ҙа ҡуя. Нимә һуң шул тиклем ныҡ тота уларҙы? Һәрмәштереп ҡарай - бармаҡтары йәбешкәкләнә. Был ни ғәләмәт? Ул ҡайҙа ята? Ни сәбәптән бер нәмә лә күрмәй? Бына-бына ярылып китер һымаҡ соңҡаһы сатнап һыҙлаған егеттең башы яман шаулай, ҡолаҡтары эсендә нимәлер өҙлөкһөҙ геүләп тик тора. Әлеге хәлдә лә ул, бар зиһенен туплап, үҙе менән ни булғанын хәтерләргә тырыша, хәтерләй алмай. Әммә ләкин, ята торғас бер мәлде әкрен-әкрен генә булһа ла асылына ҡайта, һәм мейеһен ҡаплап торған томһа пәрҙә асыла башлағандай була. Шул рәүешле ҡайҙа һәм ни эшләп ятыуы шөйлә хәтеренә төшә: уны бит, бешмәгән эҙәрмәнде, иҫ итмәҫтән, ауыр еҫ аңҡып торған ниндәйҙер соҡорға йыға һуҡтылар...
Көс-хәл менән тороп ултырған Айбулат, нимәгәлер өмөт иткән кеүек, күтәрелеп өҫкә ҡараны, муйыны ҡапыл ауыртыуҙан «ыһ» итеп ҡуйҙы. Унда ла тотош ҡараңғылыҡ ине. Ни өсөн шулай күҙгә төртһәң күренмәҫлек дөм-ҡараңғы һуң? Ҡояш әле байымағандыр бит? Ҡайҙа булған яҡтылыҡ? Шунда уның оҙайлы яна торған махсус шырпыһы барлығы хәтеренә төштө. Еүешләнмәһен өсөн үтә төпсөрләп, һыу үткәрмәҫ шекәрәгә төрөлгән ҡәҙерле әйберҙе түш кеҫәһенән алды. Тыңларға теләмәй туҡтауһыҙ ҡалтыранған бармаҡтары менән шырпыларҙын берәүһен көскә килтереп сығарҙы ла һыҙып ебәреүгә, соҡор эсендәге һаҫыҡты еңеп, көкөрт еҫе таралды. Әммә Аҫлыбаев аңлайышһыҙ ҡыҙыл шәфәҡтән башҡа нәмә шәйләй алманы. Йәнә күҙҙәрен һәрмәне. Улары ҡанға ҡатып йәбешкән дә, шунлыҡтан асылмайҙар икән. Мәшәҡәтләнә торғас, асты. Тағы шырпы һыҙҙы һәм, өмөтләнеп, өҫкә, бая үҙе осоп төшкән урынға ҡараны. Бейек кенә күренә. Зарар юҡ, тырпайышып торған таш остарына йәбешеп үрмәләргә була. Шулай итте лә. Ләкин... сыға торған урын таш менән ҡаплап ҡуйылған ине. Бая уны шылдырып асҡайны ла баһаң: Айбулаттың йөрәге жыу итеп ҡалды. Ниндәйҙер таш моҡсайға үҙ ирке менән килеп ҡапҡан түгелме һуң ул?!
Һунар шырпыһы ярты минут самаһы янды ла, таш моҡсай эсен йәнә ҡараңғылыҡҡа сумырып, әкрен генә һүнде. Үҙенең аяныслы хәлен аңлай башлаған Айбулат, көс туплағандай, салҡан ятты. Уның хәҙер нимәлер тураһында уйлағыһы ла, нимәлер эшләгеһе лә килмәй ине. Ағас ботағынан ишелеп башҡа төшкән үҙе ауыр, үҙе ҡаты ҡылау ише көтмәгәндә һәм кинәт ябырылған ҡотолоғоһоҙ һәм ҡот осҡос хәҡиҡәт уның рухын һындырып, ихтыяр көсөн һындыра бара. Шулай булмай һуң: теп-тере көйөнсә ер аҫтына күмелеп ҡал әле. Кемдең ҡото осмаҫ? Шулай ҙа, тота килеп, тиҙ генә бирешергә ярамаҫ. Ул бит, элекке булһа ла, шанлы сик һаҡсылары затынан - пограничник. Ә пограничник ғүмере өсөн, тимәк, үҙенең һәм тағы кемдеңдер киләсәге хаҡына һуңғы һулышынаса көрәшергә тейеш. Сая көрәшергә. Көрәшмәй тороп, еңеү яуланмай – бына ошоға өйрәттеләр уны әрмеләрҙә. Айбулат бында әйгәҙәп ята, ә өйҙә уны күбәләк ише остандаҡ ҡына ҡыҙы, һылыу ҡатыны көтә. Өҙөлөп тә, һағынып та көтәләр, быныһын ул яҡшы белә. Оло йәштәге атаһы менән әсәһе ҡайҙа киткәнлеген әле белмәйҙәр, шуның өсөн көтә һалып та ултырмайҙарҙыр. Ләкин уныһы ла оҙаҡҡа бармаҫ, бөгөн кискелеккә ҡайтып етмәгән хәлдә, барыһы борсола башлар. Ә әсәйенең йөрәге сирле... Юҡ, былай юҡтан ғына ебеп төшөп, аяҡлана алмай интеккән быҙау шикелле, төшөнкөлөккә бирелеп ятырға ярамай! Ғаилә башы ирме ул, әллә кескәй генә уңышһыҙлыҡтан да юғалып ҡалыр бешмәгән бер асыҡ ауыҙмы?..
Ошо уйҙарынан үҙендә тәҡәтһеҙ уяна барған сәм ыңғайына буйтым ғына эске еңеллек тойған Айбулат, һалҡын таштарға таяна-таяна, әүәл тороп ултырҙы. һуңынан, тырыша торғас, йүнләп тыңламаған быуынһыҙ аяҡтарына ла баҫа алды: бына хәҙер ҡарап ҡарарбыҙ – кем-кемде. Бер нәмә лә күрмәгән көйөнә ян-яғын һәрмәштерҙе. Ҡулына йәнһеҙ-еүеш һәм ҡырлы таштарҙан башҡа бер ни ҙә һуғылманы. Ул шулай, һәрмәнә-һәрмәнә, тырпайышып торған таштарға йәбешеп, өҫкә үрмәләне һәм, түбәһе төкөлөүҙән, былай ҙа һыҙлап торған башы зыңҡ итеп ҡуйҙы. Түҙеп торғоһоҙ ауыртыу үткәнсе йондоҙҙар уйнап киткән күҙҙәрен сыртылдатып йомдо: аһ, был тиклеме лә булыр икән ғазаптың! Һыҙланыуҙары бәләкәй баҫыла төшкәс, өң ауыҙына ҡаплап ятҡан яҫы ташты яурыны менән күтәрергә маташты. Ҡайҙа ул, ҡымшанмай ҙа. Бая һалмауыр менән көскә шылдыра алғанды.
Ошонан һуң үҙе тарыған аяныслы хәлде бар тулылығы менән төшөнә башлаған Айбулатты инде ысын-ысындан күңел төшөнкөлгөгө быуып алды ла хәсрәт даръяһына быраҡтырҙы. Өмөтһөҙлөктән былайыраҡ көсһөҙлөгөнә ғәрләнеп, йән асыуына ҡысҡырғыһы килде. Ҡысҡырманы, үҙендә тыйылып ҡалыр көс таба алды. Һаман әрнеп тәҡәтен ҡоротҡан башынан: «Был ҡәһәрле соҡорҙа минән башҡа тағы бер йән эйәһе булырға тейеш, шунлыҡтан әлегә тауыш-тын сығармайыраҡ тороуың хәйерле. Эйе, әлегә, соҡор хужаһының кем икәнлеген асыҡ ҡына белмәйенсә тороп, шау-шыу күтәреү кәрәкмәҫ. Иң мөһиме һәм әлеге мәлдә иң ауыры – башыңды юғалтып, паникаға бирелмәҫкә! - тигән уй үтте - экстремаль осраҡ килеп, ғүмереңә асыҡтан-асыҡ хәүеф янағанда ҡурҡышыңдан юғалып ҡалыу – дошмандың иң мәкерлеһе генә түгел, иң аҫтыртыны ла».
Ошолай фекер йөрөтөп, үҙен-үҙе дәртләндерергә тырышҡан Айбулат таш баҫҡыс буйлап кире төштө. Уның бит, кәрәк була ҡалһа, тип һалып алған ҡыулауҙары бар. Ә уларын алыр өсөн тоҡсойҙо табырға кәрәк. Тағы шырпы һыҙҙы. Әһә, бына тоҡсойо. Барлыҡ әйберҙәре лә теүәл. Ҡулына эләккән ҡыулауҙың тәүгеһен тоҡандырҙы ла, дөм-ҡараңғы ер аҫты батшалығында ҡапыл балҡып киткән ифрат көслө яҡтылыҡтан сытырайып, күҙҙәрен аса алмайса торҙо. Күҙҙәре аҙмы-күпме күнегеү менән, яҡтылыҡ сығанағын күтәрә биреп, аяҡ аҫтын ҡараштырҙы.
Ана, йылҡылдыҡ ташы суҡайып торған бер мөйөштә мылтығы ята! Бөп-бөтөн көйө. Бая ғына бошоноп йөҙәгән Айбулаттың хәҙер ҡыуанысының сиге юҡ: йәшәй әле ул былай булғас, көрәшә әле. Хоҙай, күрәһең, уның яғында.
Мылтығын алырға тип ынтылғанында теге суҡайсыҡ таштың йәйғор нуры сәскән айырым матурлығына иғтибар итте: аҫыл таш та баһаң! Туҙғып ятҡан ярсыҡтарҙын йоҙроҡ ҙурлыҡ береһен ҡулына ала һалды. Бына ул һинең ғүмереңә етерлек, ул ғына ла түгел, балаларыңа, хатта, ейәндәреңә артып ҡалырлыҡ дәүләт! Ана, ҡалай йәһәт кенә икән ул байып китеүҙәре! Хәйер, байып китерҙән алда был шыҡһыҙ урындан иҫән-имен көйө сығырға кәрәк әле...
Айбулат ҡыулау яҡтыһында ҡулының ҡанға буялғанын шәйләне. Ана нимә бая күҙҙәрҙе асырға бирмәгән, бармаҡтарына ла йәбешеп аптыратҡан. Аяҡ аҫтында тағы бәләкәй генә ҡан күләүеге күренә. Быныһы ла соңҡаһындағы яранан аҡҡан үҙ ҡанылыр, башҡаса кемдеке булһын. Аҫылбаев, ҡулындағы гәүһәр кристалын һаҡһыҙ ғына урынына ырғытты ла өнһөҙ өңөрәйгән соҡорҙөң төп яғына ҡараш ташланы. Ҙур икән, төбө күренмәй. Үлтереп башы зыңҡыуҙан әле булһа тулы асылына ҡайта алмай интеккән Айбулат, абына-һөрөнә, йән иҙгес билдәһеҙлек менән өр-яңы асыштар вәғәҙә иткән шом тулы өшәнес ҡаранғылыҡҡа атланы...

***
Киләһе кискә әйләнеп ҡайтырмын тип сығып киткән иренең бына инде дүртенсе тәүлек ҡайтып күренмәүе Гөлзифаны оло хафаға һалды. Ятһа ла, торһа ла йөрәге сығып ыҙалата, тамағына аш, ҡулына эш бармай. Һиҙгер ҡатын күңеле тоя: ире менән ниҙер булған. Уның шул сама ваҡыт юғалып тороуы - тиген эш түгел. Бая радионан үҙе һағышлы, үҙе йөрәгеңә үтеп инер моң менән һуғарылған йыр тыңлағанда, ҡапыл ғына күңеле тулышып китте лә, бәләкәс Гөлкәйен ҡосағына ҡыҫып, сәсенән һыйпаған ыңғайға балауыҙ ҙа һығып алды әле. Ҡыҙ-ҡатындар араһында шунһыҙ булмай, күҙ йәштәре менән бергә әкренләп йыйыла килгән хәсрәттәрең дә сығып китә, күңел көйөгө баҫыла төшә. Быныһын ғына йыш һәм оҙайлы юғалып торор ирҙе көтөп көтөк булған, шулай ҙа һаман күнегеп китә алмайса алйыр Гөлзифа яҡшы үҙләштереп алған. Эйе, уның тынғы белмәҫ Айбулаты элек тә юғалып торғолай ине, әммә ләкин бының ише оҙайлы ваҡытҡа түгел. Иң күбендә - ике көнгә. Ә был юлы теүәл дүрт тәүлек булып китте. Дүрт көн, дүрт төн - әйтеүе генә рәхәт. Алған тәғәме, уҙа барһа, бер көнлөк ине. Ярай, өҙөп-һуҙып, ике көнгә еткерһен, ти, ә артабан?
Артабан ул нимә ашап йән аҫырарға тейеш?
Сабый ғына булыуына ҡарамаҫтан, Гөлкәйе лә үҙенә күрә балаларға хас бер ҡатлылыҡ менән һиҙенә, буғай, ялбарыу ҡатыш һорау тулы ҡарашын мыш-мыш килеп ҡулъяулыҡ еүешләгән әсәһенә төбәй ҙә өндәшмәй генә арҡаһынан һыйпай. Шул рәүешле үҙенсә тынысландырып маташҡан була. Кескәйенең наҙлы-йомшаҡ ҡулы ҡағылыуҙан һиҫкәнеп киткән Гөлзифа кинәт аҡылын йыя: әстәғи, аңын-тоңон белмәйсә нимәһенә былай шәмәреп ултыра әле? Яманға юрап. Алағайымға түгелгән күҙ йәштәре йүнлегә түгел икәнлеген белә-тора... Ҡатын танауын һөртөп ҡуя, сәс-башын рәтләштерә лә бәпесен күкрәгенә ҡыҫа.
- Зарар юҡ, балаҡайым, тыныслан. Ҡайғырма ла, атайың көслө кеше, бирешмәҫ, ҡайтыр ул. Ҡайтыр... оҙаҡламаҫ...
Ҡайтыр ул, тине лә, үҙе тағы иланы ла ебәрҙесе. Юҡ, уның башҡаса түҙер әмәле ҡалманы, көсө лә юҡ. Әлеге хәлдең ошоғаса булғаны бармы? Ғәзиз балаһын атайһыҙ итеү өҫтөнә кемдең күҙ менән ҡаш араһында ирһеҙ тороп ҡалаһы килһен? Аҡтыҡ сабырлығын юйып, сикһеҙлеккә бирелгән ҡатын тәүәккәл рәүештә телефон трубкаһын ҡулана алды:
- Алло... Милициямы?..
Күпмелер ваҡыт үтеүгә ишек алдарына милиция «Жигули»һы килеп туҡтаны. Ҡабырғаһы буйлап зәңгәр һыҙат үткән еңел машинаны шунда уҡ тәҙрә аша күреп алған Гөлзифа, тулҡынлана биреп, әммә артыҡ ҡабаланып-бәргеләнмәй генә ҡаршы сыҡты. Уның алдында буйсан, мыҡты кәүҙәле, ҡарағусҡыл түңәрәк йөҙөнә килешеп кенә торған ҡуңыр күҙле, һынамсыл-үткер ҡараштары менән шунда уҡ рухыңды яулап, хатта, ихтыярыңды һындырырға һәләтле, күрер күҙгә илтифатлы ғына, ҡупшы капитан хасил булды.
- Һаумыһығыҙ, - ул беренсе булып өндәште, - мине – капитан Байсалов, тиҙәр. Байсалов Хәлил. Беҙгә Аҫылбаева Гөлзифа кәрәк ине.
- Һ...һаумы-һығыҙ. Аҫылбаева ул... мин булам, - күҙгә-күҙ ҡарашып, форма кейгән кеше мөрәжәғәт итеүҙәнме, ғүмерендә булмағанса ҡаушап киткән Гөлзифа әйтер һүҙен ҡапыл ғына әйтә алмайса этенеп-төртөндө: бына-бына тағы илап ебәрә инде, - әйҙәгеҙ, өйгә үтегеҙ.
- Рәхмәт. Беҙ һеҙҙең телефон аша, йәғни, телдән белдереү буйынса.
- Күреп торам.
- Мин, Айбулаттың һабаҡташы булараҡ, үҙем һорап тигәндәй...
- Һабаҡташ ул, әлбиттә, яҡшы.
Йылы мөғәмәләнән Гөлзифаның күңеле шул әҙере тынысланып, йөрәге урынына ултырҙы. Уға, ни ғәләмәттер, ошо тауышы гөрөлдәп торған, олпат-һонтор кәүҙәле етди капитан Айбулатын кисекмәҫтән һәм һис һүҙһеҙ табып килтерер төҫлө тойолдо. Юҡ, тойолманы икән, ул мотлаҡ табырға тейеш. Юғалған кешеләрҙе эҙләп табыу уның мөҡәтдәс бурысы ғына түгел, ә, моғайын, намыҫ эше лә. Анауы, алтын ялатылған йондоҙҙарҙы юҡҡа йөрөтә тиһеңме.
Күптәнге таныштарға хас булғанса, ябай ғына итеп һөйләшә-һөйләшә өйгә инделәр. Уларҙы шул рәүешле, үҙенең әлеге мәлдә ҡайҙа икәнлеге лә билдәһеҙ Айбулат яҡынлатты ла ҡуйҙы. Йыһазы урын-еренә еткереп йыйыштырылған өс бүлмәле ҙур ғына йорттоң ыҫпайлығына, ялт итеп торған өлгөлө тәртипкә бер ҡарау менән хужабикәнең кем икәнлеген самалап алған Хәлил ҡәнәғәт ҡалды. Кәләштең шәбен һайлай белгән дуҫы: үҙе сибәр, үҙе уңған. Өйҙәрҙең бындайына итегеңде генә түгел, баш кейемен сисмәйенсә лә инеүе уңайһыҙ. Эйе, ҡатыныңдын кемлеге ишек төбөнән күренеп тора, ә үҙеңдеке – ихата тышынан. Ихата тигәндәй, уныһының да оятҡа ҡалғандай ере юҡ. Һәр нәмә үҙ урынын белеп кенә, ыҡсым итеп урынлаштырылған. Мөмкин булған майҙансыҡтарға емеш-еләк менән йәшелсә, уларынан артҡанына һәр төрлө сәскәләр ултыртып ҡуйылған. Бал ҡорттары мыжғып торған сәскәләр араһында ике-өс умартаһы ла күренә. Былары инде Айбулаттың эше булырға тейеш. Ул егет сағынан ошолай, матур һәм тоғро ҡыҙға өйләнеп, гөл-сәскәләр араһында ғына йәшәргә хыяллана ине. Тәбиғәтте яратты. Әле лә яраталыр.
Инеү менән ҡыҙыл тирәсле фуражкаһын сөйгә элгән капитан аяҡ кейемен һалып, тапочка кейҙе лә, түрҙәге өҫтәл янына уҙҙы. Оҙайлы хеҙмәт итеүҙән күпте күреп, тышы урыны-урыны менән ағара башлаған иҫке генә, әммә ҡалын планшетынан ҡағыҙҙар сығарып теҙҙе. Бәләкәс булһа ла, отҡор ғына күренгән Гөлкәй яҙырға әҙерләнгән Байсалов тирәһендә уралды. Ә әсәһе, электр самауыры ҡуйғандан һуң, өҫтәл ҡаршыһындағы креслонан урын алды һәм тупылдатып ҡыҙының арҡаһынан һөйҙө:
- Кил әле бында, балам, ағайға ҡамасаулама.
- Тә-әк, эште башлайбыҙ, - мәғәнәле генә итеп ошолай әйтә ҡуйған Хәлил шығыр-шығыр нимәлер яҙғандан һуң, - Аҫылбаев Айбулат Айытбай улы, дөрөҫ әйтәмме? – тип ҡыҙыҡһынған булды.
- Дөрөҫ... - Ғәжәпһенгән Гөлзифа ҡалҡынып уға ҡараны. «Үҙең беләһең дә, нимәһенә ул тиклем ваҡ-төйәге?» – ти ине ул ҡараш.
Капитан уның уйҙарын уҡыған һымаҡ:
- Эштең бындайында ваҡ- төйәк юҡ, Гөлзифа, шуның өсөн һәр һүҙҙе генә түгел, һәр хәрефте һорашып, дөрөҫ яҙыу мотлаҡ, - тип ҡуйҙы, - тимәк, 1973 йылдың 15 май көнөндә Әбйәлил районы Бишҡайын ауылында тыуған. Хаҡмы?
- Эйе. Бына паспорты. Булмаһа, ҡарап яҙығыҙ.
- Һо, уныһы бар икән, бигерәк тә шәп. Үҙе менән алғандыр, тиһәм әле.
Документты оҙаҡ ҡына ҡараштырып ултырғандан аҙаҡ дауам итте:
Нисәнсе числола, нисә сәғәттә сығып киткәйне? Өҫтөнә нимәләр кейгән ине? Киткәнендә иғтибарға лайыҡ берәй һүҙ әйтмәнеме? Үҙе менән нимә-нимәләр алды? Капитан Байсалов ошо рәүешле төпсөрләп байтаҡ нәмә һорашты. Ишеткәндәрен тәфсирләп, ҡағыҙ битенә теркәй барҙы. Ниһайәт, һәр һорауға ихлас яуап биргән ҡатындан ҡултамғаһын ҡуйҙырҙы ла, рәхмәт әйтеп, урынынан ҡуҙғалды.
- Һеҙ теге... Сәй эсер инегеҙ... Ҡабаланмаһағыҙ, – уға мөлдөрәп баҡҡан Гөлзифа ялбарғандай итте. Ҡағыҙҙарын рәтләп булашҡан Хәлил бер аҙ икеләнгән һымаҡ торғандан һуң:
- Ә ниңә эсмәҫкә, эсәбеҙ уны, - тип алсаҡланып китте һәм ҡулына алырға өлгөргән фуражкаһын кире элде, - дуҫ өйөнә тәү тапҡыр аяҡ баҫып, әҙер сәйҙе лә эсмәй сыҡһам, уңайһыҙ булыр ул, ә. Улай ғына ла түгел – гонаһ булыр.
- Ә шофёрығыҙ?
- Шофёр рация артында, уға, машинаны ташлап, алыҫ китергә ярамай. Не положено, инструкция.
- Аңлашыла.
Сәй эскәндә Хәлил үҙе лә абайламаҫтан Гөлзифаның һәләк матур аҡ йөҙөнә, ошо матурлыҡҡа айырата йәм өҫтәп ебәргән сикәһендәге бер бөртөк кенә миңе менән тәбиғи ҡыйылып торған ай-ҡаштарына, тулышҡан ҡарағат ише сөм ҡара күҙҙәренә һоҡланмайса булдыра алманы. Шулай уҡ ифрат килешле йоҡа ғына ирендәр менән ҡалҡыу күкрәктәр ҙә иғтибарынан ситтә ҡалманы. Ирекһеҙҙән уның башынан: «Эйе, һайлай белгән шайтан малай, ынйының шәбен ҡулға төшөргән, ә, - тигән уй үтте, - Гөлзифа тип көнөн-төнөн бушҡа ғына сапмаған икән...» Ахырҙа, ҡатындың уңайһыҙланыуын һиҙеп, ҡарашын ситкә бора һалды. Үҙенә лә, нисектер, йәпһеҙ булып китте. Бына ошондай мәлдә ниҙер әйтергә ине, кәрәк сағында кәрәкле һүҙе табылырға торамы...
- Һеҙ... берәй урында эшләйһегеҙҙер? - Хәлил ошонан башҡа һүҙ таба алманы буғай.
- Уҡытам. Башланғыс синыфтарҙы.
- Һәйбәт... Балалар менән ҡыҙыҡ бит ул...
- Әллә инде.
- Ә Айбулат хаҡында тағы нимәләр әйтә алаһағыҙ?
- Ниндәйерәк мәғәнәлә?
- Былай ғына. Протокол өсөн түгел тигән шикелле...
- Нимә, тим икән, - Гөлзифа бер нөктәгә төбәлгән уйсан-моңһоу ҡарашын шул нөктәнән айырып ала алмайынса һөйләй башланы, - үҙ кәсебенә мөкиббән киткән фанат инде. Урмандан һөйрәп тә сығарырмын тимә. Тыуған төйәгенә ғашиҡ, уның хаҡына йәнен бирергә риза. Йыш ҡына ике-өс көнгә, хатта, берәй аҙнаға ла сығып китә торғайны, әммә ләкин былайтып, ике көнгә тип ышандырып, оҙаҡҡа юғалып торғаны юҡ ине. Бындайы уның тәү тапҡыр. Ҡайҙа барырын, ҡасан ҡайтырын һәр ваҡыт әйтеп йөрөнө, - хисләнеп киткән ҡатындың тауышы ҡалтыранып сыҡты.
- Ә был юлы һуң? Был юлы ҡайһы яҡтарға барырын әйтмәнеме?
- Юҡ, шикелле. Бәлки, әйтһә лә иғтибар итмәгәнмендер, алдаша алмайым. Бары, иртәнге көн кискә ҡайтып етермен, тигәне генә хәтеремдә уйылып ҡалған, - күңеле тулышҡан Гөлзифа битен ҡулъяулыҡ менән ҡапланы, - өндәшмәһә лә, күңелем һиҙә, анауы юғалған сабыйҙы эҙләргә китте инде ул. Януар-фәләнгә тәл булмаһа ярай ҙа. Эте лә юҡ. Бер-бер хәлгә тарыһа, уныһы ҡайтып килер ине тием...
-Әсәй! – һөйләшеүгә ошоғаса өндәшмәй генә ҡолаҡ һала ултырған Гөлкәй ҡыҫылды, - атайым, Олоташҡа барып әйләнәм әле, тигәйне лә баһаң, - тип бытылданы ул балаларға хас бер ҡатлылыҡ менән.
Хәлилдең ҡолаҡтары ҡарп итте:
- Олоташҡа? Уныһы ҡайһы яҡтараҡ?
-Ирәндек һыртында ул, Ҡарайылға башына яҡын, - Гөлзифа кинәт тоҡанған усаҡ ише гөлтләп китте, - оло юлдан алыҫ түгел...
Әле генә ишеткәндәренә ышанырғамы-юҡмы тигән һымаҡ күпмелер ваҡыт тын ултырған милиционер:
- Мәрҙәс ҡыҙыҡай икәнһең һин, - тип Гөлкәйҙең һарғылт сәстәренән һыпырҙы, - бына бик урынлы һәм бик кәрәкле мәғлүмәт еткерҙең. Хәҙер инде атайыңды һис шикһеҙ табырбыҙ. Таба алмаһаҡ, оят булыр.
Ул үҙенә йәшерен өмөт аша текәлгән әсәй менән ҡыҙға алмаш-тилмәш ҡарап торҙо ла, ҡабалан-ҡарһалан ғына рәхмәт белдереп, китергә йыйынды. Ишек тотҡаһына тотонғас та әҫәрләнә биреп:
- Һаубуллашып тормайым, әле осрашырбыҙ. Әллә күпме осрашырбыҙ әле, - тип ҡуйҙы. – Ярай тағы күрешкәнгә тиклем.
- Һау ғына йөрөгөҙ, - йоҡа шәлен арҡаһына һалған Гөлзифа оҙата сыҡты.
- Һеҙ... Һин, Гөлзифа, улай уҡ бөтөрөнмә. Юғиһә Айбулатың танымай торор, – ҡапҡаға еткәс артына боролған Хәлил шаяртмаҡсы итте, шаяртыуы урынһыҙ килеп сыҡты. Шулай ҙа тегеһе уны аңланы:
- Иҫәнлектә осрашырға яҙһын... Көллөбөҙгә лә, - тип алсаҡ көләмәйләүгә бойоҡ йылмайыу менән яуап бирҙе.

***
Гөлзифаның хәҙер төн йоҡолары йоҡо түгел, бына инде нисәнсе тәүлек рәттән ятҡан урынында әйләнә лә, тулғана. Ҡайсаҡ, ниндәйҙер мөғжизә менән онотолоп киткәнендә, алағайымға тертләп уяна. Яңғыҙын ҡалдырырға йәлләп, эргәһенә һалған ҡыҙы ла тынсһыҙ йоҡлай. Ул да, күрәһең, бәләкәс кенә сабый йөрәге менән, атайы юғалыуын үҙенсә ауыр ҡабул итә. Хатта, йоҡоһонда ла кисерештәрҙән арына алмай интегә. Һаташыуы яман баҫлығыуға күсә лә, йоҡо аралаш әллә нимәләрен һөйләй, кемдәргәлер аҡыл өйрәтеп маташа. Ошондай мәлдәрҙә Гөлзифа, йомшаҡ ҡына ҡағылып, уны уята һала. Ҡыҙыҡай атайын юҡһына. Бигерәк ярата шул.
Һүҙ юҡ – татыу йәшәйҙәр. Татыу ҙа, етеш тә. Өйләнешеүҙәренә оҙаҡламай биш йыл тула, Айбулатының, рәнйетеү түгел, бер йәмһеҙ һүҙ әйткәне юҡ. Булмаҫ та, сөнки ундай һүҙ әйтергә һәләтле түгел. Әйтәм тиһә лә әйтә алмаҫ. Дөрөҫ, гелән генә һауыт-һаба шылтырамай ҙа тормай, төрлө саҡтар булып алғылай. Шуның өсөн донъя бит ул. Тормош ҡанундарын һанға һанламайса, аҡылыңды артҡы планға ҡуйып, һәр бер сүпте күрә башлаһаң... Сүптең күҙгә төшкәне генә яман, ә былай ғынаһы... Йәнә лә, ошо «төрлө ваҡыттарҙың» күпселегендә үҙен ғәйепле һанаған һәм кеше психологияһын яҡшы белгән педагог Гөлзифа яҡшылыҡҡа тик яҡшылыҡ менән генә яуап бирергә тырыша. Шуның менән улар бәхетле. Аҡыллыға ым-ишара ла етә бит ул. Шөкөр, бер-береһен яратышып йәшәнеләр, һөйөп - һөйөлөп туя алманылар...
Тфү! Тфү! Тфү! Ауыҙыңдан ел алһын, тиҙәрме әле? Бына һиңә кәрәкһә, тиктомалға үткән заман телендә уйлана башланысы. Ҡапыл ғына ни булды ла ҡуйҙы уға? Үҙ уйҙарынан ҡото алынып, йөрәге урынынан ҡупҡан Гөлзифаның бөтөнләй йоҡоһо осто. Хәҙер инде ул йоҡоһоҙлоҡтан интекмәй, ә йәһәтерәк таң атыуын һәм барлыҡ икеле-микеле уйҙарҙан арындырыр сәғәтте көтөп ала алмай аҙаплана.
Иртәгеһен мәктәпкә барғас, ғәҙәттә,юҡ нәмәнән дә мәрәкә табып шырҡылдашыр шуҡ малайҙар, әүәл ғәжәп матур апайҙарының ни аралалыр һурығып, йонсоу-һарғылт сағылыш алған йөҙөн күреп, үҙҙәрен мөмкин тиклем тыныс һәм бар хәлдәренсә етди тоторға тырышты. Кеше ҡайғыһы төштән кире тигәне эскерһеҙ балаларға ҡағылмай. Уҡытыусы апайҙары хәлен барыһы ла белә, шуның өсөн уға ҡарата иғтибарлыраҡ та, хәстәрлерәк тә булырға тырышып яталар. Бәлки хәсрәт даръяһына батҡан Гөлзифаға шулай тойолалыр ғына. Ләкин, нисек кенә тимә, уҡыусыларының ошолай башҡалар тәҡдиренә битараф булмаған өлкәндәрсә ҡыланышы ҡатын йөрәгенә оторо шом өҫтәп, былай ҙа еңелдән түгел кисерештәрен тағы ла нығыраҡ киҫкенләштерҙе лә ебәрҙе. «Ғәҙәттәгесә күңелләнеп кенә ултырҙылар ни булды инде, - тип әсенде ул мөлдөрәмә тулы күҙҙәрен апайҙарына төбәгән балаларға ҡарап. – Аһ-һ, кешеләргә әле хаслыҡ теләй белмәгән үҙе бер ҡатлы яп-ябай, үҙе гонаһһыҙ бала саҡ. Йә Хоҙа, беҙҙе ғүмеребеҙ ахырынаса шул килеш кенә ҡалдырһаң икән!». - Ошолай уйлаған уҡытыусының күҙҙәренә йәш эркелде...
Гөлзифаның ашағаны-аш, эшләгәне-эш түгел: ике күҙен дүрт итеп, ул маңлайында зәнгәр уты ялпылдап торған күк һыҙатлы һары «Жигули»ҙы көтә. Бөтә өмөтөн шул «Жигули» эсендә ултырған милиционерға бағлай. Һөйөклө кешеһен тапһа ул ғына таба алыр төҫлө. Бары ул ғына, сөнки Хәлил Айбулатының йән дуҫы. Ә йән дуҫтар бер-бере хаҡына ғүмерен дә йәлләмәҫкә тейеш. Башҡа өсөн һине үлергә, үлгән ерҙән терелергә мәжбүр иткән – ул дуҫлыҡ.
Машина, кис етәрәк, ҡараңғы төшөп күҙ бәйләнә башлағанда килеп туҡтаны. Ҡабалан ғына инеп килгән Хәлилде күргән Гөлзифа уның ни әйтерен йөрәген усына тотҡан килеш көттө. Айбулаттың ғәйеп булыуына бөгөн теүәл бер аҙна. Уның бына ошо рәүешле, ҡапыл ғына, үҙҙәрен бөтөнләйгә ташлап китеүенә тамсы ла ышанғыһы килмәһә лә барыбер эстән һыҙа. Үҙен аямай өҙгөләнгән Гөлзифаның, хатта, тормош ғәҙелһеҙлегенә хәтере ҡала биреп ҡуя: ниңә башҡа кем менәндер улай түгел? Ни сәбәптән ошо афәт нәҡ беҙҙең өҫкә ябырылды? Алышыныр сиккә еткән ҡатындың бар булмышы, үҙ иркенән тыш, ҡабатлап тик тора кеүек: ирең менән ни булғанын кем белә?...
- Борсолма, Гөлзифа, - итәғәтле генә итеп иҫәнлек-һаулыҡ һоршаҡан Хәлил ҡобараһы осҡан борсоулы, әммә яҡшы хәбәр көткән ҡатындың һағышлы, өмөт тулы ҡарашын күтәрә алмайса юғалып ҡалғандай булды, - эштәр етдилеккә етди... шулай ҙа ул ҡәҙәре өмөтһөҙ түгел.
- Йәгеҙ, өҙгөләмәгеҙ йәнемде, - рухы ҡаҡшаған Гөлзифа тупаҫ түҙемһеҙләнде, - эҙенә төшә алдығыҙмы әллә?
- Үкенескә ҡаршы юҡ. Әлегә юҡ. Әммә ләкин яҡынлашабыҙ һымаҡ...
- Уф, йөрәгем ярыла буғай! – ҡатын күкрәгенә тотондо.
- Этен таптыҡ... - Хәлил ошо урында ни эшләптер туҡтап торҙо. Ә ялбарыулы ҡарашын уға төбәгән Гөлзифа ҡатты ла ҡалды. Уның барлыҡ һын-торошо менән йәмһеҙләнеп киткән ҡиәфәте иң ҡот осҡос яңылыҡ көтөүе тураһында һөйләй ине. – Эт ауыр хәлдә...
- Яраббым! - Гөлзифа устары менән йөҙөн ҡапланы, - ниҙәр генә күрәһеләребеҙ бар икән, ә?!
- Тик һин... Һеҙ, Гөлзифа, ул ҡәҙәре бөтөрөнмәгеҙ әле. Зинһар тынысланығыҙ. Эт хаҡында мин әйтмәй ҙә ҡалдыра алам инем, был минең хоҡуҡ.
- Эйе шул... эйе... – ошо һүҙҙәрҙән ҡаушай төшкән ҡатын бәйләнешһеҙ һөйләнде, - шулай, һеҙгә уны әйтмәҫкә лә була ине, ә һеҙ йәшермәнегеҙ, әйттегеҙ, рәхмәт.
- Аңлағыҙ, эте ҡазаланған икән, был әле бер ни тураһында ла һөйләмәй.
- Нисек инде улай? Аҡтырнағы унан тотам да ҡалмай торғайны. Бер ваҡытта ла!
Артабан Хәлил нимә әйтергә лә белмәне, шулай ҙа әйтергә кәрәк ине.
- Иң мөһиме - беҙ, ҡыҙығыҙ ярҙамы менән, дөрөҫ йүнәлеш алдыҡ, буғай. Ә баштан юлдың дөрөҫ йүнәлешен табыу – уңыштың нигеҙе.
Гөлзифа, капитанды уңайһыҙ хәлгә ҡуйып, аҡланырға мәжбүр иткәненә үкенгәндәй, ҡарашын ситкә йүнәлтте. Ул әле тыныслана төшкәндәй күренде, бармаҡ остары менән генә йәшле күҙҙәрен һөртөп ҡуйҙы.
- Ҡайһы тирәлә?
- Нимә? Ә-ә... Олоташ аҫтында. Гөлкәй хаҡ әйткән булған.
- Хәлил, һеҙ минән артабан да бер ни ҙә йәшермәгеҙ, яраймы. Татлы ялғандан әсе дөрөҫлөк йөҙ, юҡ, мең тапҡырға артығыраҡ. Быныһын ғына миңә ҡарағанда яҡшыраҡ беләһегеҙҙер.
- Килештек, - Хәлил ҡәнәғәт йылмайҙы, - ә әлегә барлы-юҡлы дөрөҫлөк ошо. Артабанғылары ҡыуаныслыраҡ булыр тигән өмөттә ҡалайыҡ.
- Амин, шулай итәйек.
- Тағы ла... - капитан йәнә нимәнелер әйтергәме-юҡмы тигән һымаҡ икеләнеп торҙо ла һөйләп китте, - уның ҡунып киткән ҡыуышын таба алдыҡ. Буйтым асыҡ төҫмөрләнгән эҙҙәре буйлап овчарка ебәргән инек, уныһы бер шыҡһыҙ урынға етте лә, вәссәләм, эҙҙе юғалтты ла ҡуйҙы. Айбулат үткән мәлдә ҡар ятҡан булған, ә беҙ барыуға ул ирегән ине, бәлки ошо ҡамасаулағандыр. Хәйер, быныһына минең ышанғым килмәй. Өйрәтелгән оҫта эттәр теләһә ниндәй эҙҙән дә яҙлығырға тейеш түгел.
Бүлмә эсендә йән иҙгес тынлыҡ урынлашты.
- Ҡапыл-ҡара шулай йөрәгегеҙҙе ҡабындырғаным өсөн ғәфү... – ауыр тынлыҡты боҙған капитан усы менән тубығына һуғып алды. Ошо мәл ул үҙен ниндәйҙер эш боҙған малай һымаҡ хис итә ине. Ә Гөлзифа өндәшмәй. Байсаловҡа гүйә: «Дуҫмын тигән булаһың, ә үҙең Айбулат хаҡына бер ни ҙә эшләй алмайһың. Әйтер инем инде ундай дуҫлыҡты», – тигән һымаҡ тойола. Ләкин ҡатын бөтөнләй икенсе төрлө әйтеп ҡуйҙы:
- Ғәфү үтенмәгеҙ, Хәлил. Нисек кенә ауыр булмаһын, дөрөҫлөктө әйтеү - һеҙҙең бурыс, хатта, намыҫ эше. Рәхмәт һеҙгә.
Әлеге мөғәмәләнән ҡанатланып киткән Хәлилдең кәйефе бермә-бер күтәрелде: һүҙҙәрҙең бындайын уларға – милиционерҙарға - көн дә әйтеп тормайҙар.
- Йәнә бер ҡабатлайым: һеҙ үтә борсолмағыҙ. Айбулатты табырбыҙ, мотлаҡ табырбыҙ. Һүҙ бирәм... – ул инде вәғәҙәләр биреп ташланы.
«Их, капитан, һүҙҙәрең фәрештәнең «Амин» тигән сағына тура килһә икән...» – тамам тынысланған Гөлзифа моңһоу ҡарашын Хәлилгә төбәгән килеш шулай уйланы. Ул ҡарашта өмөт менән бер ҡатарҙан ышаныс сатҡылары ла сағыла ине.

* * *
- Йә, имгәтелгән эткә ҡағылышлы ниндәйерәк фекерҙәһең, сержант? - Хәлил ҡайтып барышлай шофёрына мөрәжәғәт итте. Былай ғына, ҡыҙыҡ өсөн тигәндәй.
- Айыу һуҡманымы икән? – тегеһе битараф ҡиәфәттә яурын йыйырҙы, - бәлки, браконьерҙарҙың эшелер...
«Бәлки, бәлки... Эй ошо йәштәрҙең. Ни ғәләмәттер инде, баштарын эшләтергә иренәләр. Әллә уға тигән шофёрҙар гелән шундайҙарҙан тап киләме, белмәҫһең? Ошоға тиклем әҙерәк кенә булһа ла уйлап өйрәнгәне осраманы. Бар белгәндәре баранка әйләндереү. Хәйер, шофёрҙан башҡаса нимә талап итмәк кәрәк: рулде бороу - уның төп эше, башҡаһы икенсе планда. Шуның өсөн, устары ҡабарһа-ҡабара, баштары ауыртмай. Бына ул кемдәргә йәшәүе рәхәт...»
- Айыу һуҡһа, йәиһә, бүре тамаҡлаған булһа, ҡустым, берәй яраһы булыр ине, ә быныҡы юҡ. Эт тупаҫ, ауыр әйбер менән һуғып шаңҡытылған. Тағы ла шуныһы: был аңлы рәүештә эшләнгәнгә оҡшай, йәғни, эттең нәҡ маңлайына төбәп һуҡҡандар. Тимәк һинең тәүге фаразың бер ҡалыпҡа ла һыймай һәм шунда уҡ төшөп ҡала. Ә бына икенсеһенә килгәндә - уйларға кәрәк.
- Кеше боҙоҡлоғомо икән ни шулай уҡ, иптәш капитан?
- Браконьерҙар булыуы бик мөмкин. Ни өсөн тигәндә, ул көндө ҡырпаҡ ҡар яуған ине - һәр төрлө намыҫһыҙ әҙәмдәр өсөн һәләк уңай мәл. Уңайлырағын һорап та ала алмаҫһың.
- Эйе, улар йоҡлап ятмай.
- Ана шул йоҡоһоҙҙарҙың береһенә, бәлки, бер нисәһенәлер ҙә, көтмәгән-уйламаған ерҙән охотовед тап була һәм...
- Һәм, һүҙҙән-һүҙ сығып, айҡаша башлайҙар. Хужаһын яҡлашып, тегеләргә ташланған эттең башына тондоралар. Күҫәк менән...
- Бына бит, тырышһаң, һинең башта ла буйтым ғына матур фекерҙәр тыуып ҡуя икән, әй. Тик был тәңгәлдә тағы бер әтнәкәһе килеп сыға - ажғырып торған йыртҡыс януарҙан ҡурҡмайынса ҡаршы барған лайканы күҫәк менән генә алдырыуы, ай-һай икеле. Шуныһына нисек ҡарайһың?
- Ә ни өсөн атып ҡына ҡуймағандар?
- Во, бына мәсьәләнең иң сетерекле урыны. Тимәк, йә артыҡ тауыш сығарыуҙан ҡурҡҡандар, йә...
- Мәгәр браконьерҙар варианты аҡлана ҡалһа, һунарсы үҙе лә эте яҙмышына дусар ителгән булыуы мөкин килеп сыға түгелме? – сержанттың сырайынан борсолоу күләгәһе үтеп китте. Шулай итеп ул, үҙе лә абайламаҫтан, ҡайнап торған ваҡиғалар шауҡымына бирелә бара ине. Тимәк, йөрәгендә ғәм бете бөтөнләйгә юҡ түгел. Ошоно һиҙеп алған капитан беленер-беленмәҫ йылмайғандай итте: ул яңылышҡан, был шофёры элеккеләренә оҡшамаған...
- Мин, мәҫәлән, улай уҡ булыуын һис теләмәҫ инем, - Байсалов ауыр көрһөндө, - хәйер, беҙҙең теләктәр ысынбарлыҡ менән һәр саҡ тап килеп тормай шул...
- Уныһы ла бар.
- Шулай ҙа Айбулаттың ҡайҙа булыуы мөмкин? Мәгәр йәнен ҡыйып, берәй ергә йәшергәндәр икән, ни сәбәптән этен ятҡырып ҡалдырғандар? Был бит артыҡ дәлил, өҫтәүенә ифрат етди дәлил.
- Ер аҫтына төшөп китмәгәндер бит , - сержант үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ әйтеп ҡуйҙы.
- Ер аҫтына тинеңме? – Капитан кинәт күтәрелеп уға ҡараны, - быныһы ла үҙенә күрә бер фараз. Тик кәүҙәһе уның ер аҫтында булһа, йәне әллә ҡасан йәннәттәлер инде. Шуға күрә әлеге фараздың ысынға сығыуына һис ышанғы килмәй. Ышанырлыҡ урыны булһа ла...
Сержант шым ғына баш ҡаҡты.
Тынып ҡалдылар. Хәлил артабан үҙ уйҙарына бирелде: «Ҡарышҡан тиерһең, ҡайһы аралалыр ҡары ла иреп бөттө лә ҡуйҙы. Айбулаттың эҙҙәрен юллап барылыр ине. Өлпәрәм генә ҡарға ни күпме кәрәк? Саҡ ҡына йылы ел иҫеп, ҡояш йылмайыуы булды. Өлгөрмәнеләр, үкенес...» – ул тағы ауыр һулап ҡуя. Машинаның тигеҙ геүләгәнен тыңлай-тыңлай, мейестән өргән йылыға ирәйеп ойой барған икәү ҡайтып еткәндәренсә башҡа ауыҙ асып һүҙ ҡатышманылар.
Ун көндән ашты инде, бөтөн личный составҡа тынғы юҡ. Милициянан тыш үҙ теләктәре менән һунарсылар йәлеп ителһә, уларынан ҡала башҡа байтаҡ ҡына кеше лә эҙләүҙә ҡатнашты. Кемеһе һыбай килеш, кемеһе йәйәүләп урман-ҡырҙарҙы ҡыҙыра торғас, бихисап саҡрымдар үтелде, әммә фәтүәле һөҙөмтәһе булманы. Шулай итеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығындағы ике сәйер юғалыу барыһын аптырашта ҡалдырҙы. Эҙәрмәндәр араһында «чечен эҙен» иҫкә төшөрөүселәр ҙә табылды. Ә ниңә, булыуы бик мөмкин, заманаһы шулай. Ер йөҙө һәр төрлө террорсылар менән тулған дәүер. Кешене хәҙер көсөк шайы ла күрмәйҙәр. Самолёт, самолётың нимә, ҡатлы-ҡатлы йорттары менән, эшелондар менән ҡырып һалалар. Ошоларҙы иҫәпкә алыптыр инде Өфөнән, хатта махсус төркөм килде. Килеүен килде – файҙаһы күренмәне: урманда боевиктар ҙа осраманы, юғалған кешеләр ҙә килеп сыҡманы. Юғарыраҡ чиндар – ирекһеҙҙән инде – ваҡиғаны урлауға япһарып ҡуйҙылар. Кешене урлап киткәндәр икән – уны яҡын-тирәлә түгел, ҡырҙан эҙләргә кәрәк. Берәй сит илдә, мәҫәлән... Шулай итеп урындағы түрәләрҙең башына ҡунған әрһеҙ себен анһат ҡына осто ла китте. Әммә ләкин, «отбой» иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, эш әле тулыһынса ябылманы. Бары күмәкләп эҙләү генә туҡтатылды.
Эске эштәр бүлегендә бер капитан Байсалов ҡына тыныслана алманы. Эйе, тынғылыҡ белмәй, ул ғына эҙләнеүен дауам итте. Көн дә тиерлек йә машинаһы менән, йә овчарка етәкләгән килеш йәйәүләп эләгетле Ирәндек буйҙарын арҡырыға ла, буйға ла гиҙҙе. Ғиҙеп бөтә алманы. Тейешле бензинының бер айлыҡ лимитын бер аҙнала бөтөргәс, артабан үҙ иҫәбенә йөрөнө. Үҙе лә йонсоно, шофёрының да хәлен алды. Шулай булмай, бала саҡ дуҫының мәйетен булһа ла табып, әҙәмсә ер ҡуйынына тапшырырға бурыслы ла баһан ул. Айбулаттың шуға ғына хаҡы юҡмы ни? Әлбиттә бар. Дуҫын таба алмаған хәлдә үҙен ғүмер ахырынаса ғәфү итмәйәсәк. Ғәфү итә алмаясаҡ. Бер яҡтан намыҫ тигәнең тынғылыҡ бирмәһә, икенсенән көнөн-төнөн выждан ғазабы яфалар. Икәүһе ике яҡтан мөнйөрҙәр генә. Гүргә кереп киткәнеңсә! Уйлап ҡарауы ҡурҡыныс. Былары ғына нимә, ана, Гөлзифа менән Гөлкәй күҙенә нисек күтәрелеп ҡарар ҙа, уларҙың: «Атайым ҡайҙа? Иремде тапманығыҙмы әле?» - тигән һорауҙарына нимә тип яуап бирер.
Ошолай уйлап яфа сиккән Хәлил, һуңғы аҙнала күп эшләүҙән былайыраҡ йоҡоһоҙлоҡтан һурылып, күҙгә күренерлек ябыҡты. Уның өмөтһөҙлөккә бирелә яҙып ҡуйған саҡтары ла булманы түгел, булды. Бер мәлде, хатта, Ирәндек шырлығы эсендә яңғыҙы ғына ҡалған сағында, ул үҙен рух төшөнкөлгө солғап алғандай тойҙо. Ә рух төшкөнкөлөгөнән аяныслы аҙымға күп ҡалмай... Бәхетенә күрә әлеге хәле оҙаҡҡа һуҙылманы, тиҙ үтте. Был тәңгәлдә, моғайын, әллә ҡасанғы булһа ла, хәтәр «чечен мәктәбенең» йоғоносо теймәй ҡалмағандыр. Байсалов аҙаҡ үҙенең ошо бешмәгән ҡылығынан үҙе оялып ҡуйҙы: ярай әле бер кем дә белмәй ҡалды...

***
... Ни булһа шул булыр – Айбулат, хәйерһеҙ яҙмышты һынағандай, байтаҡ ер үтте. Әммә бер киңәйә биреп, бер тарғайып киткән ер аҫты ҡыуышының осо-ҡырыйы күренмәне. Ул ҡыулау төтөнөнөң фәҡәт бер яҡҡа – алға табан тартылыуына иғтибар итте. Тимәк соҡор тигәнең бөтөнләй үк соҡор түгел, ә ысын мәмерйә һәм уның ҡайҙалыр тағы инеп-сығып йөрөр ауыҙы бар. Булырға тейеш. Юғиһә үтәнән-үтә һауа ағымы ҡайҙан барлыҡҡа килә тиһең. Ә уның барлығын, ана, төтөн раҫлай.
Барған һайын аяҡ аҫты ла тигеҙләнә, эре таштар һирәгерәк осрай. Бер мәлде, ғәжәп, мәмерйәнең ҡап уртаһынан тапалып йоморо һуҡмаҡ һалынғанға оҡшай башланы. Йоморо һуҡмаҡ?! Ер аҫтында?! Айбулат тәүҙә үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Күпмелер үтеүгә мәмерйә коридоры икегә айырылды. Айбулат, ҡайһы яҡҡа китергә, тигән һымаҡ бер талай тапанып торғандан аҙаҡ уң ҡулды һайланы. Был яғына коридор һиҙелерлек киңәйә һәм бейегәйә барҙы. Уның буйлап атлауы ла хәҙер еңелерәк. Ул ҡапыл, ҙур тирмәне хәтерләткән ифрат бейек көмбәҙле залға килеп сыҡты. Сыҡты ла, танауына яңы тарҡалыусы үләт еҫе бәрелеүҙән уҡшып ебәрҙе, тын алыуы ауырлашты.
Ошо урында Айбулат ҡурҡышынан ҡыулауын төшөрөп ебәрә яҙҙы: уның аяҡ аҫтында эреле-ваҡлы һөйәктәр ҡатыш ойошҡан йөн киҫәктәре һибелгән ине. Ана, бер яҡ ситтә, ап-аҡ һөйәктәрҙән хасил булған «күбә» янында, бөкһөгән тире ята, шуның еҫе бөтә мәмерйәне алған да инде. Тонсоғоп үлмәҫмен тимә, был тирәнән йәһәтерәк китеүең хәйерле.
Бер-бер хәл була ҡалһа тип, мылтығын әҙер тотҡан Айбулат дәү «тирмә» буйлап ары атланы. Ул хәҙер ашыҡмаҫҡа тырыша һәм һәр аҙымын самалап ҡына баҫа. Шулай ҙа, баяғы һөйәкте кем өйөп ҡуйған? Тирене кем индереп ташлаған? Уның мейеһендә һәр төрлө уй ҡайнаша, ләкин береһенә лә аныҡ ҡына яуабы табылмай. Йөрөй торғас, ул таш диуарҙы соҡоп эшләнгән ҙур уйым табып алды. Уйымдың иҙәненә күпертеп түшәлгән ҡаулан менән ҡоро япраҡ ҡатыш мүкте күргәс тә барыһын аңлап алғандай булды: айыу! Эйе, мәмерйә хужаһы күпте күргән ҡарт, шуның өсөн дә үтә хәйләкәр һәм аҡыллы айыу булырға тейеш. Бары ул ғына итте һаҫытып ашай, сөнки йәшенә теше үтмәй. Ә быныһы инде уның ҡышҡылыҡҡа ятыу өсөн ҡулайлаштырылған «йоҡо бүлмәһелер». Ҡайһылай ентекләп әҙерләгән, ә. Тиген тайыш табан түгелдер...
«Тирмәне» бер нисә ҡат әйләнеп сыҡһа ла, артабан киткән юл тойолманы. Көтмәгәндә башына килгән: «Мәгәр ошо мәлдә хужа үҙе өйҙә булһа?..» - тигән уйҙан арҡаһы буйлап өшәнес тулҡын үтеп киткән Айбулат сығыу яғына боролдо. Һулышты мөмкин тиклем һирәгерәк алырға тырышып, ытырғана-ытырғана шау һөйәктәр өҫтөнән үтте. Һаҫыҡ зал артта ҡалды. Башҡаса ул бында әйләнеп килерме-юҡмы - әлегә әйтә алмай. Әйтер ине - үҙе лә белмәй.
Айбулат күпмелер ваҡыттан бая ҡолап төшкән урынына килеп сыҡты. Бында һауа саф, һулап туйғыһыҙ. Ярайһы уҡ талсыҡҡан ер аҫты тотҡоно, ҡомһоҙланып, ауыҙы аша оҙаҡ ҡына тын алды.
Бәй! Бая нисек абайламаған - мәмерйәгә төшкән урындан бер аҙ ғына арыраҡ ниндәйҙер тишек өңөрәйеп тора. Урыҫ мейесе ауыҙын хәтерләткән тишек кеше һыйып инмәле. Ҡайҙа алып бара ул? Бәлки азатлыҡҡа юл ошолор?.. Күңеле уйнап киткән Айбулат биштәрен ысҡындыра һалды ла, ауыҙ эсен яҡтыртты. Ҙур ғына икән, төбө лә күренмәй. Мылтығы менән башҡа әйберҙәрен алдан шылдыра барып, кипсәлә-кипсәлә ауыҙға инеп китте. Артыҡ күп тә барманы - мөгәрәпкә тартым ҡыуышлыҡҡа килеп сыҡты. Йоморо ҡыуышлыҡ иркен генә, әммә унан ары киткән башҡа юл юҡ ине. Айбулаттың азатлыҡҡа ышанысы ошоноң менән тамаммы әллә? Үтә ҡыҫҡа ғүмерле булды түгелме һуң ул? Егеттең өмөтө һүрелде, ләкин әле бөтөнләйгә һүнеп ҡалманы: был таш батшалығынан ҡотолоу юлының булмауы мөмкин түгел. Юл мотлаҡ булырға тейеш, уны эҙләй белергә генә кәрәк.
Йәплерәк урын һайлап, ултыра төшкән Айбулат, тәү баштағы дәрте һүрелә биреп ҡуйһа ла, ошо мөгәрәптә үҙен ҡурҡынысһыҙ урында итеп тойҙо. Шулай шул, бая көскә һыйып ингән ауыҙҙан башҡа инер юлы юҡ, ә уныһына айыу һыймаясаҡ. Күпме тырышһа ла. Эйе, бында тыныс, ҡапыл-ҡара хәүеф янамай ине. Ул яҫы ташҡа баҫып ҡыулауын һүндерҙе: алда әллә нимәләр бар, әле кәрәге тейер. Аҡылдан яҙҙырырға һәләтле был дөм-ҡара билдәһеҙлектә хәҙер ут менән һыуҙан да ҡәҙерле нәмә юҡ. Шуларға ҡытлыҡ кисертә күрмә, йә Хоҙа...
Ныҡ асыҡҡанын тойған Айбулат ҡараңғы-юҡҡа һәрмәнә торғас, тоҡсойондағы икмәк һынығын табып, оло ләззәт менән сәйнәргә тотондо, ниндәйҙер мөғжизә арҡаһанда һау ҡалған термосынан йылымыс сәй эсте. Ҡара әле, сәйе, ысынлап та, артыҡ һыуынмаған. Тимәк, бында килеп эләгеүенә күп ваҡыт та үтмәгән. Уҙа барһа, биш-алты сәғәттер. Ә Айбулатҡа бер-нисә көн һымаҡ тойола.
Эсенә төйөр төшөп, һыуһыны буйтым ҡанған Айбулаттың кәйефе күтәрелеп киткәндәй булды. Арҡаһы менән һалҡын ташҡа терәлгән ир ала-ҡола уйҙар ҡосағына бирелә: ана бит, бер тешләм икмәк менән бер йотом ғына һыу нимә эшләтә ала. Икмәгеңдән дә мәхрүм итмәһәң ине... Шулай ҙа артабан нимә эшләп ҡарарға, ни ҡылырға? Эҙләнеүҙе дауам итергәме, әллә көс еткеһеҙ таш ҡапҡас менән ябылған ауыҙҙы һағалап ятырғамы? Ҡайһыһы отошлораҡ? Дөрөҫөрәге, кем кемде отор: айыу кешенеме, әллә киреһенсә килеп сығырмы? Хәйер, күренеп торған өҫтөнлөк әҙәми зат яғында: уның биш атар карабины бар, уңайы сығыу менән йыртҡысты «һә» тигәнсе йығасаҡ. Йығыуын йығыр, ә артабан: берҙән-бер ауыҙ бикле. Ғөмүмән, ошо таш зиндандан иҫән-һау килеш сыға алырмы ул? Таштар тотҡонлоғонан ҡотолор көнө булырмы? Ҡотолоу юлы ҡайҙа, бармы ул? Һорауҙар, һорауҙар... һорауҙар күп, ә уларҙың береһенә лә аныҡ яуап юҡ. Һәр хәлдә әлегә юҡ...
Туҡта! Онотолоп ултырған Айбулаттың башына ҡапыл ғына шәп фекер килде: нисек ул ошоно алданыраҡ гөман итмәгән? Был урындан бит теге таш ҡапҡас күренеп торорға тейеш. Ә ҡапҡасты асҡан мәлдә... яҡтылыҡ та төшһә... Төбәп атырға мөмкин буласаҡ! Бына ул ҡотолоу юлы! Берҙән-бер дөрөҫ һәм ышаныслы юл. Талап бер генә: ҡапҡас урынына төшөп ятмаҫ элек атып өлгөрөү кәрәк. Бары шул ғына! Ә инде өлгөрмәһәң мәңге-мәңгелеккә ошонда тороп ҡалыуың ихтимал. Һөйәктәреңден ҡайҙа икәнлеген дә белмәҫтәр...
Үҙенең уйламағандағы асышынан ҡанатланып киткән Айбулат һунарсыға ғына хас сабырлыҡ менән көтә башланы. Хәҙер, хәҙер ул иректә буласаҡ. Инһә лә, сыҡһа ла януар һис шикһеҙ ошо урынға, ҡап уның алдына килеп баҫырға һәм ошонан үтеп китергә тейеш. Уның башҡаса юлы юҡ... Әйткәндәй, әле тәүлектең ҡайһы мәле икән? Төн булһа, мәгәр яҡтылыҡтың төшмәүе лә мөмкин. Ул сағында, бәхил булығыҙ өмөттәр. Хәйер, төн артынан ҡасан да булһа барыбер көн килер. Килмәй булмаҫ. Йоҡлап ҡалырға ғына ярамай...
Ошо рәүешле, үҙе лә һиҙмәҫтән, томанлы уйҙарға тағы бирелеп киткән Айбулат Һәр төрлө ҡапма-ҡаршылыҡлы фараздарҙан бер туңды, бер янды. Ғөмүмән, күпме осор хитлана ул бында, ошоғаса әҙәм аяғы баҫмаған йәһәннәм төпкөлөндә? Иҫен юғалтып ятмағанда, бәлки, ваҡытты самалай ҙа алыр ине. Шайтан алғыры, бына бит, әлегәсә кәрәкһеҙ йөк һанаған сәғәттең дә бер килеп кәрәге тейҙе түгелме һуң? Тейҙе лә ул, әммә уныһы янда юҡ. Янда юҡ... юҡ... Әкрен-әкрен генә онотола барған Айбулат, иҫ итмәҫтән, бер мәлгә ойоп китте...
Үҙен ҡайҙалыр әллә болоттар өҫтөндә, әллә тулҡындар ҡосағында йөҙгәндәй хис иткән һунарсы, гүйә ер аҫты ҡатламынан килгән шомло дөңкөлдәүгә һиҫкәнеп асылына ҡайтты. Асылына ҡайтыуын ҡайтты, әммә үлтереп баҫҡан йоҡоһонан арына алманы. Был нимә? Бындай хәлдең уның менән булғаны юҡ. Бәлки арыуы шул хәтле еткәндер? Аҙаплана торғас, ул сәйер йоҡоһон еңде, шикелле, айышһыҙ уйҙары кинәт юҡҡа сыҡты ла, йөрәк тибеше йышая барҙы: көткәне килә түгелме һуң? Килә шул!
Айбулат тын алырға ла ҡыймай ҡатып ҡалды. Кемдер үтә һаҡ ҡыланып мәмерйәгә инде, буғай: ауыр гөрһөлдәп шылған таш тауышы ошо хаҡта иҫкәртте. Гөрһөлдәү рәттән ике тапҡыр ҡабатланды, тимәк, мәмерйә ауыҙын асып яптылар. Ғәжәп, ә ниңә һуң яҡтылыҡ күренмәне? Ә-ә, был мәлдә ер өҫтөндә ҡараңғы төндөр. Тоҫмаллап булһа ла дөмпөлдәткәндә инде... Юҡ, ярамаҫ, һунар ҡанундары, күренмәгән сәпкә атыуҙы ҡәтғи тыя. Үҙең дә белмәҫтән әллә кемде йығып ҡуйыуың бар. Унан, бынауы шыр яланғас ҡаяларға бәрелеп ҡаҡлыҡҡан йәҙрә яңылыштан ғына үҙеңә килеп тейеүе лә ихтимал. Бая, ул ҡыу һөйәктәр өйөлгән теге «тирмә»лә сағында килеп ингән булһа, күрмәгәнен күрһәтә ине. Ошо көндө уның електәрен мөнйөп ултырыр ине тимә, хәсис. Ярай әле, бәхете бар икән, китеп өлгөрҙө. Хәйер, бәхеттең ундайы кемгә хәжәт?
Мәкерле рәүештә аҫтыртын һөжүм иткән шатундан да ҡурҡынысы юҡтыр ул. Мылтығыңды күтәрергә лә өлгөрмәҫһең, «һә» тигәнсе йомарлап ташлаясаҡ. Ә хәнйәрҙең арҡанан ябырылған йыртҡысҡа ҡаршы фәтүәһе юҡ иҫәбендә. Шуға күрә әле бер аҙ булһа ла йәшәйем тиһәң, бындай урында үҙ-үҙеңде тотоп, һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлай белеү кәрәк. Кисерештәреңә баш була алмай килделе-киттеле хистәргә бирелдеңме – һин мәйет, айыу еме... Әле лә атмай дөрөҫ эшләне шәт, бары яһау әрәм итеү генә булыр ине...
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ошоларҙы уйлап бөткән Айбулаттың танауына тын алғыһыҙ һаҫыҡ еҫ килеп бәрелде. Еҫтең үләт-емтек ашап йөрөгән айыуҙыҡы икәнлеген төптө наҙан һунарсы ла белә алыр ине. Шул әҙере, шыпырт ҡына баҫып, ауыҙ тәңгәленән кемдер уҙҙы ла мәмерйә эсен йөрәк тетрәткес дәһшәтле ауаз ярып үтте. Хатта, бөтә ер аҫты батшалығы һелкенеп киткәндәй булды. Ҡолаҡ ярыһы ярыла яҙып, ҡапыл-ҡара нимә булғанын аңларға ла өлгөрмәгән Айбулат әллә һеңгәҙәп торҙо, әллә бөтөнләй һаңғырауланып ҡалып, ҡатты ла ҡуйҙы: айыу тигәне айыу булмай сыҡты түгелме һуң? Һәр хәлдә беҙҙең тирә тайыш табандары бының ише рух һындырғыс ауазды сығара белмәй. Ғүмерендә тәү тапҡыр ишеткән ошо, йыһанды һелкетеп ебәрер күк күкрәүенә тартым хәтәр орандан ҡурҡыуға ҡарағанда ғәжәпләнеүе көслөрәк ине: нимә булды был? Кем шул рәүешле итеп ҡысҡырырға һәләтле? Шаҡ ҡатып торған Айбулаттың ҡолаҡтары һаман сеңләһә, мейеһен мең төрлө уй быраулай: йә, барыһын өйрәнгән һунар белгесе, һинең яныңда кем йөрөп ята? Әйтә алмайһың. Тимәк, һин һунар белгесе генә түгел. Йүнле һунарсы ла була алмайһың һәм урыныңды лайыҡһыҙ биләп йөрөйһөң. Нисек кенә булмаһын, хәҙер шуныһы асыҡ – айыу тигәне айыу түгел. Әммә, мәмерйә ауыҙындағы ҙур ташты уйынсыҡ урынына еңел генә шылдыра алыуына самалағанда, көс яғынан унан һис тә ҡалышмайҙыр...
Ошо мәл ҡайҙалыр мәмерйә төпкөлөндә дөһөр-даһыр килеп таш ишелгәне ишетелде. Шаптырлашып ҡыу һөйәктәр һибелгән ыңғайға «теге» тағы үкереп ебәрҙе. Билдәһеҙ йән эйәһе яман туҙына ине. Уның ни сәбәптән шулай енләнеп йөрөгәнлеген Айбулат шунда уҡ төшөнөп алды – бая һуғып йыҡҡан ҡорбанын эҙләй. Уныһы бит ҡалдырған урынында булмай сыҡты. Өҫтәүенә төп яҡҡа һорауһыҙ уҙған һунарсы еҫ ҡалдырҙы. Әҙәм еҫе. Ана шул әҙәм рухын үҙ ояһында тойоп, тиреһенә һыймай туҙыналыр ҙа. Шул ҡорбаны өлөшөнә төшөргә тейешле көстө бер ғәйепһеҙ таштарға төшөрәлер. Мәгәр уны тойоп, был яҡҡа килһә...
Ошо уйҙан Айбулаттың йөрәге дарҫлап тибергә тотондо, бар тәне ҡалтыранып китте. Юҡ, шөр ебәреүҙән түгел, ә алда торған билдәһеҙ алыш сәменән. Уның менән һәр ваҡыт шулай була: көрәш майҙанына сыҡҡанда ла, ат сабыштырһа ла,башҡа бәйге алдынан да. Сәмләнмәйсә тороп еңеү яуланмайҙыр ул. Хәҙер уның бар теләгәне бер генә - ошо сөңгәлгә башҡа яҡтан юл була күрмәһен. Ғәйрәтле тауышы менән ер һелкетә баҫып йөрөүенә ҡарағанда ул ғәләмәт дәү булырға тейеш һәм тар ауыҙҙан ҡапыл ғына үтеп инә алмаясаҡ. Яуыз йән шунда тотҡарланған арала Айбулат... Ул яҙа атмаҫ. Йәшәү теләге менән көрәш сәме быға юл ҡуймаясаҡ.
Күпмелер ваҡыт йәне сығырҙай булып ҡыланғандан һуң, теге бихая тынып ҡалды. Уның гөп-гөп баҫып ары киткәнен ишеткән Айбулат та тыныслана төшкәндәй булды. Уны йәнә үлтереп йоҡо баҫа. Баяғы аңлайышһыҙ хәле тағы ҡабатлана түгелме? Ул ни уяу түгел, ни йоҡлап китмәй. Аяҡ-ҡулын да тоймай, ҡайҙалығын да онота бара. Анауы ише хәүеф янаған саҡта ниткән йоҡо икән ул? Йонсоуы шул ҡәҙәреме: ҡабаҡтарына көсө етмәй башланы. Ә сәм? Йәшәү һәм көрәш сәме? Улары ҡайҙа булды? Зиһене тарҡалып, булмышы үҙенә буйһонмай башлаған Айбулат үлем көҫәгән йыртҡыс урынына йоҡо менән алыша. Уға хәҙер рәхәт, ул бар донъяға битараф көйө ойоп бара. Юҡ! Иҙрәп ятырға ярамай! Йәнәшәңдә генә, ҡабырғаң аҫтында, билдәһеҙ дошманың темеҫкенеп йөрөгәндә йоҡлап китеү үлемгә тиң ғәмәл. Айбулат йән асыуына ҡолаҡтарын ыуалай, беләген семетә, умыра тешләп тә ала. Шул рәүешле бар көсөнә мәлһеҙ баҫып килгән сәйер йоҡоға ҡаршылашып маташа. Шулай ҙа йоҡо тигәнең көслөрәк булып сыға, ул әкрен-әкрен генә еңеп бара – Айбулат ни аралалыр күҙҙәрен йома ла билдәһеҙлек ҡосағына сума...
Уяулы-йоҡоло онотолоп ятҡан Айбулатты эргәһендә генә ҡыштырлап киткән тауыш һиҫкәнеп уянырға мәжбүр итә. Кемдер шыпырт ҡына ул ятҡан урынға яҡынлаша түгелме? Ҡалҡына һалып ҡарарға ине хәле юҡ, аяҡ-ҡулы тыңламай. Башы көс еткеһеҙ булып ауырайҙы ла, уйҙары буталып тик тора. Ул хәҙер үҙенең нимә эшләргә теләгәнен үҙе белмәй. Шулай ҙа, бер мәлгә генә зиһене яҡтыра төшөп, асылына ҡайта биргәнендә шырпы һыҙырлыҡ көс тапты. Теге мәлғүн, тар тишектән тығылып, уның яғына сығырға маташа ла баһаң! Ошоно шунда уҡ төшөнөп алған Айбулаттың уяулы-йоҡоло хәл-торошо ҡул менән һыпырған ише юҡ булды. Ул элекке үҙе ауан, үҙе тәүәккәл һунарсыға әйләнде. Бая булып үткәндәр аңына алама төш кеүек кенә һеңеп ҡалды. Яман төш өҙөлдө. Хәҙер алдында ышанғы ла килмәгән ысынбарлыҡ. Шырпы һүнде. Уның ғүмер генәһе шул ҡәҙәре ҡыҫҡа һәм... сағыу. Кешеләр араһында ла шундайҙары була бит. Кем белә, бәлки ул шуларҙың береһелер...
Айбулат мылтығын йәтешләп тотто ла, тәте һаҡлағысын ысҡындырҙы: был яҡҡа үтә ҡалһа, тәтегә баҫасаҡ. Һис шикһеҙ! Тоҫмал менән булһа ла барыбер атып йығыр. Башҡаса уның әмәле юҡ. Ятып ҡалғансы, атып ҡал...
Ҡайҙалыр тамаҡ төбө менән ғырылдаған тауыш ишетелә, уҡшытҡыс-һаҫыҡ тыныу еҫе бәрелә. Бәй, ул бит бөтөнләй яҡында ғына! Ҡул һуҙымы арауыҡта! Әллә, барыһын Хоҙай ҡулына тапшырып, атырға ла ҡуйырғамы? Ә һунарсы намыҫы менән һунар ҡануниәте? Улар асыҡ күренмәгән сәпкә атырға ҡушмай. Айбулат башҡаларҙан һәр саҡ ошоно талап итте, ә үҙе...
Юҡ, ул тәтегә баҫмаҫ. Баҫа алмаҫ. Ул Һуңғы сиккәсә көтөргә һәм түҙергә бурыслы. Бәхетенә күрә теге, бәлки тар ауыҙҙан үтеп сыға ла алмаҫ. Күрмәйһеңме, ғыж-ғыж килеп, баянан бирле таш тырнауың менән файҙаһы юҡ?! Тоташ ташты онтап ташлауы ла, ҡуптарып сығарыуы ла мөмкин түгел. Шуны һаман аңлай алмайһыңмы, мәхлүк? Был һиңә ыуалып ятҡан эреле-ваҡлы ҡырсынташ тип уйлайһыңмы? Ҡаршыңда саҡматаштан торған бер бөтөн ҡая.
Ниһайәт, януар, таш диуар алдындағы көсһөҙлөгөн танығандай, гөпөлдәтеп уға бер һуҡты ла, баяғыһынан да яманыраҡ итеп үкерҙе. Һауа тетрәнеүҙән ҡолағы ҡатҡан Айбулат сытырлатып күҙҙәрен йомдо. Бер аҙҙан мәмерйә эсендә йәнә һиллек урынлашты. Ғәжәп, шылт иткән тауыш ишетелмәй. Байтаҡ ҡына көтөп торған һунарсы, әле генә янаған хәүефтең күпмелер ваҡытҡа сигенгәнен тойоп, еңел һуланы, әммә тулыһынса тыныслана алманы. Тынысланырға әле иртәрәк - йәнәшәлә дошман. Айбулатты, ни ғәләмәт булды әле был, түҙеп торғоһоҙ йоҡо тағы баҫа, һәм шул арала, үҙе лә һиҙмәҫтән, әүен баҙарына китеп тә бара...
...Мәмерйә ҡыуышындағы билдәһеҙ йән тынып ҡалды. Уның уйында ни бары бер уға ғына билдәле. Айбулат, ҡырлы таштарға эләгә-һарҡа кипсәлеп, теге яҡҡа кире сыҡты. Хәҙер ул нисектер ҡурҡмай ҙа, көҙөкләнмәй ҙә, сөнки бында бер кем дә юҡ. Ул бары ғәжәпләнә генә: ҡайҙа ғәйеп булыуы бар януарҙың? Әле генә ошонда ине. Айбулат, етеҙ генә үрмәләп, таш стенаға күтәрелә лә, мәмерйә ауыҙы ҡапҡасын күтәрмәксе итә. Үныһы... еңел генә асыла ла китә. Бына бер мөғжизә! Элек көсө етмәгәнде...
Ер өҫтөндә күҙ ҡамашырлыҡ яҡты икән. Ҡар иреп бөткән дә, аҡлан, ни арала тиһең! меңәрләгән сәскәләр менән ҡапланырға өлгөргән. Ниндәй генә төҫлөһө юҡ сәскәләрҙең?! Ул селт-ағы, ҡан-ҡыҙылы, зәп-зәңгәре менән сем-һарыһы. Шул рәүешле сәскәләргә күмелеп, әллә яҙ ҙа еткәнме? Нимә, ошо таш ҡыуышта ул оҙон ҡыш буйына ятҡан булып сығамы? Ана, иҫерткес хуш еҫтәре аңҡып торған гөлдәр араһынан уға ҡаршы, етәкләшкән икәү йүгерә. Бәй, ҡатыны менән ҡыҙы бит! Улар бында нимәләрен ҡарап йөрөйҙәр. Әлеге аҡландың ҡот осҡос януар төйәге икәнлеген белмәйҙәрме икән ни? Үҙҙәренең май ҡояшы кеүек балҡыған йөҙҙәрендә әйтеп бөткөһөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс сағыла. Шулай ҙа, был ҡурҡыныс урында нимәләрен юғалтҡан улар? Иҫ итмәҫтән йыртҡыс килеп сыға ҡалһа... Ана, килә лә шикелле! Ҡайҙалыр уның ауыр аҙымдары ишетелә: гөп... гөп... гөп... Үҙе күренмәй. Яҡындары өсөн йөрәге ярылыр хәлгә еткән Айбулат уларға ҡаршы йүгермәксе итә - аяҡтары тыңламай. Хыт үлтер, бер аҙым атлай алмай ҙа ҡуя. Бар көсөнә ҡысҡырмаҡсы була – тауышы сыҡмай. Ә йыртҡыс етеп килә: дөп... дөп...
Уф-ф, ҡайһы аралалыр тағы йоҡлап бара ла баһаң. Йоҡо аралаш һаташыуҙан баҫлығып ята икән. Ҡара тиргә батҡан Айбулат йөрәге ҡабынып уянды. Уянды ла, ҡайҙа икәнлеген аңламағандай, тынлыҡҡа ҡолаҡ һалып ятты. Теге тоноҡ гөпөлдәгән тауыштар – ысынбарлыҡ түгелме һуң? Эйе, ысынбарлыҡ. Ул билдәһеҙ йән эйәһенең аяҡ тауыштары. Шул ҡәҙәре лә ауыр булмаҫтар икән... Күренмәгән януар, уның тәңгәлендә туҡтала биреп торҙо ла ары үтте. Шунда уҡ ауыр таштың икенсеһенә бәрелеп деһерләгәне ишетелде, ә яҡтылыҡ-маҙар күҙгә салынманы. Айбулаттың фаразы дөрөҫкә сыға түгелме? Тимәк, билдәһеҙ йән төнгөлөккә генә сығып йөрөй, һәм шул сәбәпле уны ошоғаса күргән кеше лә юҡ. Ҡырағай тауышы ишетелеп ҡала, ә үҙе күренмәй. Ҡышҡы миҙгелдә, бәлки бөтөнләй сыҡмайҙыр ҙа? Айыу кеүек. Ул сағында бит Айбулатҡа таш тоҡтан ҡотолоу юҡ иҫәбендә. Ә Айбулат айыу түгел, усын ялап ҡына ҡыш сыға алмаясаҡ...
Туҡта! Нисек итеп ошоғаса башына килмәгән? Уға ҡаршы ҡыулауҙы файҙаланып ҡарағанда? Ҡотолоу юлының береһе лә, бәлки ошонда булыр? Бөттө-китте һәм хәл ителде: кире ингәнендә үк уйлағанын һынап ҡараясаҡ. Айбулаттың ниәтләгән ниәтенән кире ҡайта торған ғәҙәте юҡ. Ер йөҙөндә уттан ҡурҡмаған йән эйәһе бармы икән? Был да ҡото алыныр ҙа сығып ҡасыр, хатта өңөнөң ауыҙын ҡапларға ла онотор... Әлеге уй-хыялдарынан күңеле ирәйә биреп ҡуйған Айбулат тотҡонлоҡҡа төшкәндән алып тәү тапҡыр иркен һуланы.

***
Тулы ҡараңғылыҡ һәм ҡолаҡ һыҙлатҡыс тынлыҡ менән бергә-бер тороп ҡалған тотҡон ҡалдыҡ сәйенә ҡушып ҡаты икмәк кимерҙе. Сәйе бөттө, икмәге лә бер ҡабым ҡалды. Шулай ҙа, бая килгән уйынан ул, ҡасан ғына әле хәленең өмөтһөҙ икәнлеген аңлауҙан бына-бына быуып ташлар рух төшөнкөлөгөнә бирелергә етешкән Айбулат, барлыҡ ихтыяр көсөн туплап, яман кисерештәрҙе янынан ҡыуырға тырышты. Ул мөмкин тиклем тиҙерәк тынысланырға һәм өҫтөнлөктө үҙ ҡулына алырға тейеш. Бирешмәҫкә! Ебеп төшмәҫкә! Балаһы хаҡына, Гөлзифаһы хаҡына көрәшергә, тере ҡалырға һәм өйөнә әйләнеп ҡайтырға тейеш.
Ҡыулауы янына шырпыһын әҙерләп һалған Айбулат эске тулҡынланыу ҡатыш түҙемһеҙлек менән көтә башланы. Ул инде белә: януар таңһыҙ килеп күренмәйәсәк, шуның өсөн хәҙер бер аҙ ғына серем итеп алғанда ла була. Юғиһә, баяғы йоҡоһо йоҡо булманы. Йоҡо тигәне ниндәйҙер арбау өҫтөнә ихтыярҙы быуыр көс кеүек ине...
Айбулатты йәнә шомло ҡыштырлау менән һаҫыҡ еҫ уятты. Ул, йоҡлап ҡала яҙғанына үртәлеп, ҡабалан-ҡарһалан шырпы һыҙҙы һәм яҡтылыҡҡа ҡарай алмайынса, күпмелер ваҡыт күҙҙәрен ҡаплап торҙо. Ахырҙа, ҡыулауын һәрмәп алып тоҡандырырға башы етте. Аяуһыҙ көслө балҡыштан ҡапыл-ҡара ҡараштары томаланып киткән һунарсы, бер ҡулы менән яҡтылыҡты ышыҡлап, тар ауыҙға текәлде. Ә унда, йә Хоҙа!..
Айбулат ҡаршыһында, тексәйеп, шырт-ерән йөн менән ҡапланған, ҡиәфәте кешегә оҡшаш булһа ла маймыл йөҙлө, ғәләмәт дәү һәм яурынтаҡ ғифрит тора ине. Ослая барып бөткән йәмерәй ҡабағы аҫтында селт-селт асылып йомолған сәйер-кескәй күҙҙәре айырым иғтибар менән ҡарайҙар. Күренеп тора: бүрәнә ише беләктәрҙә көс-ғәйрәт тигәнеңден сиге юҡ. Бер һелтәүҙә «ыһ» та итмәйсә бүгәй үгеҙеңде йығалыр был. Тышҡы ҡиәфәте ҡот осҡос булыуға ҡарамаҫтан, Айбулат уның ҡараштарында уҫаллыҡтың тамсыһын да күрмәне. Бары ҡыҙыҡһыныу ғына. Ҡыҙыҡһыныу һәм ярылып торған шөбһә. Эйе, киреһенсә, ҡулына ут тотҡан әҙәми заттан ул үҙе шикләнә кеүек. Шикләнә, әммә ҡурҡмай. Уны сытыр-сытыр янған ҡыулау яҡтыһы шулай хафаға һаламы, әллә танауҙы ярып барған төтөн еҫе һағыраҡ ҡыланырға мәжбүр итәме, әлегә әйтеп булмай. Бәлки ул тәбиғәте менән бөтөнләй үк яуыз да түгелдер әле - кем белә.
Өнмө был, әллә бары ҡурҡыныс төш кенәме: хайран торған Айбулатты ғифриттың «йыуаш» ҡараштары тынысландыра төшкәндәй булды. Өн дә баһаң, өн!!! Һушы китеүҙән ул атырға әҙерләнеп күтәргән мылтығын кире төшөрҙө. Үҙе, тағы һаташам әллә, тип, һаман икеләнә. Юҡ, был юлы Айбулат һаташмай. Уның алдында, күҙгә күҙ текәшеп, Ҡар кешеһе үҙе тора. Уны беҙҙең яҡтарҙа Албаҫты тип атайҙар. Мәгәр, берәйһе ошо күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ғифритты Ирәндектә осраттым тиһә, ул ғүмере ышанмаҫ ине. Уға ла ышанмаясаҡтар. Әлбиттә, Албаҫты ҡулынан иҫән-һау көйө ҡотолоп, берәйһенә һөйләй алһа...
Ошғаса бит Айбулат уны бары өләсәйе әкиәттәрендә генә булалыр, тип уйлай ине. Баҡтиһәң ул, ана, теп-тере көйө алдына баҫҡан да, һынамсыл ҡарашын төбәгән килеш хәрәкәтһеҙ тора. Гүйә баянан бирле бер ни тиклем үҙенә оҡшаш кешенең ҡыйыулығын һынай. Тик, бәләкәс кенә төҫһөҙ күҙҙәре кепесләй ҙә, ауыр һулыштан йөнтәҫ күкрәге бер ҡалҡа, бер төшә.
Албаҫты тигәне, көтмәгәндә, ҡапыл ғына боролдо ла, эре аҙымдар менән һуҙа баҫып, мәмерйә төпкөлөнә китеп юғалды. Был юлы ул бер өн дә сығарманы. Ни уйларға ла белмәгән, иҫе килделе-киттеле Айбулат аптырап торҙо ла ҡалды. Бер аҙҙан, быуындары бушап, һалҡын ергә шыуышып төштө, ҡыулауын һүндерҙе. Әле генә күргәненән һушын йыя алмайса, ташҡа һөйәлгән килеш оҙаҡ ултырҙы. Юҡ, ул ғифриттән ҡурҡманы. Нисектер, уйламаны ла шикелле. Әллә ҡыҫҡа ғына осрашыуҙан ҡурҡырға ҡапыл-ҡара өлгөрмәй ҡалдымы? Улай тиһәң, әле лә ҡурҡмай. Ҡурҡыу тойғоһо аҙаҡ, барыһы ла аңына барып еткәс килерме? Әлегә уның күргәне башына һыймай ҙа, аҡылы ҡабул итергә теләмәгәнлектән, аңына барып етмәй. Айбулат әле ысынбарлыҡ менән әкиәт донъяһы араһында йөҙә һәм үҙен бала сағында фантастик кино күргәндәге һымаҡ хис итә. Ләкин, нисек кенә ышанаһы килмәһә лә, был уйҙырма түгел, ә аяуһыҙ хәҡиҡәт ине: ул теп-тере Албаҫты менән күҙгә-күҙ осрашты! Тимәк, бынан ары уға ошо аяу белмәҫ аяныслы хәҡиҡәттән ҡотолоу юлын эҙләргә ҡала. Эйе, тик ҡотолоу юлын! Бары шул ғына. Сөнки уны атып һәләк итергә лә, был тирәнән - төйәк иткән еренән - өркөтөп ебәрергә лә, ғөмүмән, уға бер зыян да итергә ярамай. Уникаль йән эйәһе тере ҡалырға һәм ошо урында йәшәргә тейеш. Мотлаҡ! Хәҙер шуныһы асыҡ: ҡотолоу юлы берҙән-бер генә - ҡасыу. Уңайлы осраҡты һағалап торорға ла сығып ҡасырға! Башҡаса әмәле юҡ. Ләкин ҡалай итеп һәм ни рәүешле килер ул уңай осраҡ? Ғөмүмән, килерме? Килһә ҡасан, бөгөнмө, иртәгәме, бер аҙнананмы, айҙанмы? Көтөп ята торғас, һуң булып ҡуймаҫмы? Айбулаттың ашарына бөттө, эсеренә лә юҡ. Хәл шулай уҡ ҡотолғоһоҙмо икән ни? Хәйер, хәлдәрҙең ҡотолғоһоҙо булмай. Иртәме-һуңмы һәр сетерекле осраҡтан да сығыр юлы табыла, тип өйрәтә ине бит әрмелә командиры, бәлки, ул хаҡтыр. Тик уның, иртәме-һуңмы, тигәнен генә ҡабул итеп булмай. Иртәһе өлөшөнә яҙмаһа ла, һуңы ҡасмаҫ ул...
Ошоларҙы уйлап төрлөсә баш ватҡан Айбулаттың, аҡыл көсөргәнешенән яралы соңҡаһы һыҙларға тотондо. Уныһына өҫтәлеп башы әйләнә, ҡолаҡтары йәнә геүләй, күңеле болғана. Былары инде ҡанды күп юғалтыу ғәләмәтелер. Әммә ләкин, нисек кенә яфаланма, уйларға кәрәк. Уйларға һәм ниндәй ҙә булһа ҡарарға килергә. Ул бында уйын уйнап ултырмай, бында артабанғы яҙмышың, дөрөҫөрәге, үлем менән йәшәү тигәнең хәл ителә. Шулай булғас, баш сатнауы менән арлы-бирле күңел болғаныуы нимә генә ул? Башың һау булһа, улары үтер ҙә китер...
Ныҡ ҡына сарсаған Айбулат, ғәҙәте буйынса, термосын һәрмәп таба. Уныһының инде буш икәнлеге хәтеренә төшөүҙән асырғанып, кире этәрә. Ҡара иҫәп буйынса уның ун дүрт бөртөк шырпыһы ҡалды, йәнә лә бер ярым ҡыулауы бар. Ырамалы түгел. Быларҙы күпмегә еткерергә була? Ошолай уйланып ята торғас, ул ҡәтғи бер ҡарарға килде: бында әжәлеңде көтөп ятҡансы, яҙмышты һынап ҡарау һис ҡамасауламаҫ. Хәйер, әжәл бар урында ла бер әжәл инде ул. Бында ятып астан үлдең ни ҙә, сығыр юлды эҙләгәндә һәләк булдың ни - барыбер түгелме? Бында Һинең әжәлеңде ни рәүешле ҡаршылағаныңды, йәнеңден нисек сығып киткәнен бер кем дә, бер ҡасан да белә алмаясаҡ...

***
Сәйер, тәүге осрашыуҙарынан аҙаҡ Албаҫты кешегә ҡарата нисектер ҡыҙыҡһыныуын юғалтҡандай. Битараф күренергә тырышып, әллә шулай ҡылана ғынамы. Иҫәбе, күрәһең, уңай осраҡты тап килтереп, көтмәгәндә ташланыу. Шулай булмағанда, ниңә һуң бая, тәүге көндәрҙәге кеүек, уның тәңгәлендә туҡталып та торманы, мыш-мыш килеп еҫкәнмәне лә. Айбулат иҫәбенсә, ул хәҙер өс тапҡыр сығып йөрөп килде, тимәк, «танышыуҙарына» өс тәүлек булып китте. Ә уның, ҡалдыҡ бер тешләм икмәген йотоп ҡуйғандан һуң, тамсы һыу күргәне юҡ. Кеше һыуһыҙ күпмегә түҙә ала икән? Ай-һай, оҙаҡҡа түгелдер. Иң күбе аҙна-ун көнгәлер. Ә аҙаҡ? Аҙаҡ инде сарсауҙан тәгәрәп, йәнеңден тиҙерәк сыҡҡанын көтөргә ҡала. Тилмереп тә, ялбарып та көтөргә. Аһ, үлемдең ундайын кем генә теләр икән?!.

***
Өс көн элек башына килгән ҡарарын тормошҡа ашырырғамы, юҡмы тип ошоғаса һаман икеләнгән Айбулаттың башҡаса сараһы ҡалманы. Албаҫты сираттағы һунарына сығып китеү менән ул боҫоп ятҡан урынын ҡалдырҙы ла, мәмерйә буйлап китте. Шөкөр, ҡыулауы шәп яҡтыртҡанлыҡтан аяҡ аҫты һәйбәт күренә. Башта һағыраҡ атлаған Айбулат бара-тора, дәртләнеп китеп, аҙымдарын йышайтты. Теге таныш сатҡа еткәс был юлы һулға боролдо. Уң ҡулда ни барын ул хәҙер яҡшы белә: унда ғифрит ояһы. Унан алыҫлашҡан һайын танауҙы ярып килгән күңел болғандырғыс үләт еҫе кәмей бара, быныһы яҡшы. Бара торғас, һаман сеңләгән ҡолаҡтарына һыу селтерәгәне салынып ҡалғандай булды. Ул ҡапыл туҡтаны ла иғтибар менән тыңлап торҙо: ишетелә лә, ишетелмәй ҙә кеүек. Әллә хыялыйға әйләнеп барамы? Хыялында бит бары һыу ғына, шуның өсөн, үҙе булмаһа ла, уның тауышы ишетелә һымаҡтыр. Анауы, сүллектәрҙәге алдаҡ сағым кеүек...
Ары ҡуҙғалды. Күп тә үтмәне, селтер һыу тауышы тағы ишетелде. Был юлы ап-асыҡ һәм яҡында ғына! Яңылыш ишетеүе мөмкин түгел. Янар ҡыулауы инде бөтөүгә яҡынлашҡан Айбулат йүгерә-атлай алға ташланды: ғәмһеҙ генә йырлай-йырлай аҡҡан ер аҫты шишмәһен тиҙерәк күрергә ине. Мәгәр, шишмә һыуы эсергә яраҡлы икән, тимәк, ул һыуһап үлеүҙән ҡотолдо! Һы, әйтте һүҙ, үҙебеҙҙең ерҙә эсер өсөн яраҡлы булмаған һыуҙың булыуы мөмкинме икән? Бына хәҙер туйғансы, юҡ, эсе күпкәнсе һыу эсәсәк! Һуңынан уға хәл керер һәм...
Артабан тотҡонлоҡтан ҡотолоуға ла өмөт сатҡылары ҡабына биреп ҡуя.
Мәмерйә коридоры иркенәйгән һайын, ымһындырғыс селтерәү ҙә көсәйә бара. Бына ул шишмә! Ниһәйәт! Айбулат ҡәҙерләп тотонған ҡыулауын һүндергәндән һуң ғына һыуға йомолдо. Танһыҡлап кителгән Һыу татырыраҡ булһа ла ғәжәп татлы ине. һәм ул һалҡынлығы тешкә үткән һыуҙы танһығы ҡанғанын да тоймайса оҙаҡ эсте. Тәненә лә, йәненә лә сихри еңеллек һәм рәхәтлек йүгереү менән бергә йәшәүгә бермә-бер ынтылыш артты. Аҙағынан ах-уах килеп йыуынып та алғас, бөтөнләй йән кереп, шәбәйҙе лә ҡуйҙы. Хатта, бер аҙға ғына, ул үҙенең ҡайҙа икәнлеген дә онотто, буғай: шулай ирәп китте. Шишмә ярындағы эреле-ваҡлы ҡырсынташҡа аунап, күпмелер хәл йыйғандан һуң, бөтөнләй яҙылып, ҡыулау төпсөгөн ҡабат тоҡандырҙы ла... шаҡ ҡатты. Шишмәнең буйынан-буйына емелдәшеп ятҡан аҫыл-баҙыҡ гәүһәр һибелгән ине. Улары араһында миллион йылдар ятыуҙан тоноҡлана төшкән алтын бөртөксәләре лә күренә. Айбулат ошо күҙ ҡыҙҙырғыс хазинаның бер нисәүһен ҡулына алды, битараф ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап торғандан һуң теләр-теләмәҫ кенә ары атланы. Әле унда хазина ҡайғыһы түгел...
Үтә күренмәле саф һыуын ҡыулау балҡышында уйнатып ятҡан ер аҫты шишмәһе мәмерйәнең ҡап уртаһынан ағып китә. Дөрөҫө, быуаттар, хатта, меңәр йылдар ағып ятыуы осоронда йомшаҡ тау тоҡомдарын йыуып ашай-ашай, кимерә-кимерә мәмерйәне ошо шишмә барлыҡҡа килтергән дә инде. Шишмә ағышына ҡарағанда урын ярайһы ғына һарҡыу кеүек. Тимәк, мәмерйә ҡыуышы, аҡрын-аҡрын ғына тау түбәненә ҡарай йүнәлә. Бер уйлағанда, һәр шишмә ниндәй ҙә булһа оло һыуға барып ҡойорға тейеш. Быныһының тамағы ҡайҙа икән? Уның ниндәй йылғаға ҡушылыуы мөмкин?
Бара торғас, түбәнән унда-бында тысҡылдап тамсы тамғаны күренде. Йөҙәрләгән тамсыларҙың туҡтауһыҙ сәп-сөп килгән тауышы шишмә селтерәүенә ҡушыла ла үҙе әйтеп бөткөһөҙ аһәңле, үҙе сиселмәҫ сергә уралған ғәжәйеп көй тыуҙыра. Торғаны бер симфония! Ер аҫты батшалығының тере симфонияһы! Уны күпме тыңлаһаң да тыңлап туймаҫһың һымаҡ. Әммә ләкин бөгөн ваҡыты ул түгел, йәл. Симфония тыңлап ултырыр өсөн тәүҙә иреккә сығыу кәрәк...
Һалҡын һыуҙан шөйлә еңеләйеп киткән Айбулат арыу белмәй барҙы ла барҙы: ҡасандыр бер осо булырға тейеш тә баһаң был таш ҡыуыштың? Ҡыулауының икенсеһе бөткәс, өсөнсөһөн – инде һуңғыһын - тоҡандырҙы. Ул яҙмышын шул рәүешле тулыһынса Хоҙай ҡулына тапшырҙы. Әгәр ошонда ла сығыр урын таба алмаһа ҡыулауыңдын да, башҡаһының да ни хәжәте?..
Таштар араһындағы күҙгә күренмәҫ ектәрҙән унан да, бынан да ағып төшкән һарҡынды һыу иҫәбенә ҙурая барған шишмә ыңғайына мәмерйә лә иркенәйә. Уның түбәһенән тамсылар туҡтауһыҙ тама ла тама: тып... тып... тыпы... тып, сәп... сөп, сәп... сөп...
Ҡапыл ифрат бейек көмбәҙле мәғәрәгә килеп сыҡҡан Айбулат нимәгәлер абынып йығылды. Аяҡ аҫты тулып ятҡан ағас тамырҙары икән. Тамырҙар? Улары бында ҡайҙан һәм нисек килеп эләккән? Ул, ҡыулауын күтәрә биреп, өҫкә ҡараны. Ана улар. Джунгли лианалары шикелле аҫылынғандар ҙа ҡатып ҡалғандар. Шомло ла, сәйер ҙә күренеш. Эреле-ваҡлы тамырҙарға бер талай ҡарап торған Айбулат шуға төшөндө: улар, ахыры, һәлберәгән килеш кибә торалар, кипкән береһе мәғәрә төбөнә ҡолап төшә тора. Шулай булмағанда, ул тиклем күп булыр инеме. Ана бит күпер ише өйөлөп яталар. Көмбәҙ һикәлтәләре, стена буйҙары улар менән тулған, аяҡ аҫтында баҫыр урын юҡ. Аяҡ аҫты тигәндәй, был тәңгәлдә таш урынына ҡара тупраҡ түшәлгән ине. Тимәк, ҡасандыр мәмерйә түбәһе ишелеп төшкән дә, теге тамырҙар яланғасланып ҡалған. Хәҙер улар дымдан мәхрүм һәм, Айбулат кеүек үк, аяныслы яҙмышҡа дусар ителгән. Ишелгән түбә, моғайын, йоҡалыр ҙа әле, юғиһә, анауы үтә сыҡҡан тамырҙар һерәйешеп тормаҫ ине. Шуларға йәбешеп өҫкә үрмәләгәндә... Йомшаҡ тупрағын соҡоп ҡаралыр ине, бәлки... Юҡ, булмаҫ, түбә ныҡ бейек, стена буйлап та күтәрелгәндәй түгел.
Айбулат, батып барыусы һаламға ла йәбешә тигәндәй, йәшертен өмөт менән иң оҙон тамырға тотондо. Аҙ ғына тартыуға уныһы, һынып китте лә, саҡ башына килеп төшмәне: булмай шул. Ярай әле сос – янтайып өлгөрҙө. Ул нимәһендер юғалтҡан кешеләй ян-яғын байҡап торғандан һуң ары китте. Китеүен китте, әммә тиҙ арала барлыҡ ышаныстары селпәрәмә килде лә ҡуйҙы: артабан юл өҙөлә ине. Ошо урында шишмә, һикәлтәләп, йәтеш кенә шарлауыҡ яһай ҙа, суҡайсыҡ таш ҡая аҫтына инеп юғала. Ҡотолдоң былай булғас. Үкенестән йөрәге әрнеп киткән Айбулат һыҙланыуы үҙәгенә үткән кеше өнө сығарҙы: «Ыыһ-һ».
Шулай ҙа был ни ғәләмәт? Юғалған шишмә тамағында ҙур ғына тыныс-буръяҡ зөмбәй барлыҡҡа килгән. Уның өҫтөндә, күңелгә шом һалып, һарғылт күбектәр йөҙөп йөрөй. Күкшелләнеп ятыуына ҡарағанда зөмбәй тәрән генәлер. Ләкин уныһы мөһим түгел, Айбулаттың күңеленә шик йүгерткәне икенсе: шишмә һыуы күҙ йәше шикелле тап-таҙа, ә ниңә ҡойған урыны буръяҡ? Ләм ҡатыш сүп-сар алып килгән оло йылға һыуына оҡшап ята. Бында ниндәйҙер ғиллә булырға тейеш, әллә...
Ошо мәл, бар булмышын һиҫкәндереп, тоноҡ һыуҙы һығылмалы-оҙон ниҙер тулҡынландырып уҙҙы. Йылан! Ә, түгел, ҙур ғына шамбы балығы икән. Шамбы?! Уныһы нисек итеп, ниндәй юл менән бында килеп тарыған? Эх, тотоп алғанда-а... Әлеге уйҙан Айбулаттың кинәт эсе бороп ҡуйҙы. Үәт әй, ҡарыны уға хәҙер ашау тураһында уйларға ла рөхсәт итмәй. Шулай ҙа, баяғы таш шамбыһы мәмерйә эсендәге ятыуға ҡалайтып инә алған? Бәлки уның ингән урыны кеше һыймалылыр әле... Хәйер, нимәһенә һаман хыяллана? Иреккә юл артабан булмағас булмаҫ инде. Таш ектәренән үтеп сығырға ул бит шыйғалаҡ шамбы түгел
Эйе, Айбулат күпме генә эҙләнмәһен, артабан юл юҡ ине. Мәмерйәнең был ботағы ошо урында тамамлана. Хатта шишмә лә, ҡаты саҡматашты кимереп, үҙенә юл яра алмаған. Ярай инде, һин еңдең, тигәндәй, мөһабәт аҡ таш ҡуйынына инеп йәшеренә. Айбулаттың бына-бына гөлт итеп ҡалыр ышаныс сатҡылары шул ерҙә һүрелә, бар булмышын тағы өмөтһөҙлөк ғәләмәте солғап ала. Ә өмөтһөҙлөктән аяныслы аҙымға ҡул һуҙымы ара. Ул ултырып илар сиккә етә. Уның бар көсөнә аҡырғыһы килә. Теге Албаҫты кеүек. Албаҫтының, моғайын, нимәгәлер ныҡ асыуы килә, шунлыҡтан боғаҙ йыртып үкерәлер. Айбулаттың да барлыҡ асыу-ярһыуҙары менән үкенестәре шул оран ыңғайына сыҡһын да китһен әйҙә!
Ҡысҡырырға тип тәрән һулыш алған тотҡондоң мейеһен көҙөклө уй ярып үтте: ә уның тауышын ишеткән теге мәхлүк килеп етмәҫме? Айбулат инде нисәнсе ҡат ниндәйҙер эске көс ярҙамында ошо рәүешле үҙен-үҙе тыйып тынысландыра килә. Тынысландыра ла, бөтәһен дә яҡшыға юрап, яҡты киләсәккә инанырға тырыша. Бер заман, коммунизм төҙөйбөҙ, тип, тәнебеҙ-йәнебеҙ менән инандыҡ бит, шуның кеүек. Ә ниңә, үҙеңде-үҙең ҡайғыртмаһаң, был ҡотһоҙ соҡорҙа һинең башҡаса кемгә кәрәгең бар? Хәйер, кәрәге бар бит. Албаҫтыға. Бер ултырып тамаҡ туйҙырыр өсөн. Тик тамаҡ туйҙырырҙан алда уны ҡулға төшөрөр кәрәк әле. Ә уның тиҙ генә, еңел генә бирелергә иҫәбе юҡ. Ул йәшәү өсөн һуңғы һулышына ҡәҙәре көрәшәсәк! Әммә Албаҫты ғүмере хаҡына түгел. Уныһы бигерәк ҡиммәткә төшөр. Албаҫты нисек тә тере ҡалырға тейеш...
Ләкин ошолай сикһеҙ оҙаҡ дауам итеүе мөмкинме? Бер көн килеп, ҡотолғоһоҙ өмөтһөҙлөктән, аҡылын юйып ҡуймаҫмы? Булмаҫ тимә, яңғыҙлыҡ менән өмөтһөҙлөккә ышаныс юҡ. Ошолай уйлаған Айбулат кире яҡҡа боролдо. Хәҙер ул ҡотолоу юлын әлеге сатай-ботай тамырҙарҙа эҙләмәксе: уларының, шулай уҡ, бер ярҙамы ла теймәҫме икән. Ләүкеп янған ҡыулау яҡтыһында арлы-бирле генә күренеп ҡалғылаған мәғәрә түбәһенә ымһынып ҡараны. Торҙо-торҙо ла, йөҙөмгә буйы етмәгән төлкө шикелле ҡыланып, ҡул һелтәне: булмаҫтыр, ынтылған урыны артыҡ бейек. Ҡапыл эсе бошоп киткән тотҡон, ахырҙа, ҡыулауын һүндерҙе лә, лып итеп, еүешлек еҫе аңҡыған йомшаҡ тупраҡҡа ултырҙы.
Һалҡын ташҡа һөйәлә төшкән Айбулат тағы уйға ҡалды. Уныһын-быныһын һәр яҡлы самалап ҡарай, әммә башына йүнле бер фекер ҙә килмәй ҙә ҡуя. Ул ғына ла түгел, уйлаған һайын зиһене нығыраҡ буталып, мөғжизәле ҡотолоуға ышанысы ныҡлап юғала бара. Ошо таш зиндан уның һуңғы төйәге булырмы икән ни? Тимәк ул бында әжәле артынан үҙе килеп сыҡҡан шикелле була. Ни эшләп шикелле, ысынында шул инде. Артыҡ ҡыҙыҡһынынуын нисек тә еңеп, өңөрө соҡор ауыҙына башын тыҡмағанда бер ни ҙә булмаҫ ине. Аҡыл тигәнең әҙәми затҡа, ғәҙәттә, шул рәүешле килеүсән бит ул. Килеүен килә, әммә күп осраҡта инде һуң була. Бына был юлы ла...
Шырпы алырға тип кеҫәһенә ҡулын тыҡҡан Айбулаттың бармаҡ осона ҡытыршы әйбер һуғылды. Икмәк һынығы икән. Ҡайҙан килеп ятҡан ул бында? Ә-ә, хәтеренә төштө, теге көн, Олоташ тарафтарына ҡарап ҡуҙғалыр алдынан, этенә ашатыр өсөн әҙерләп ҡуйғайны. Уныһы ҡайҙалыр йөрөп ҡалды, ә кетермәккә әйләнеп бөткән өлөшө, бына, хужаһына тәтене. Рәхмәт инде. Ул ике-өс ҡабым ҡаты икмәкте шишмә һыуына ебеткәндән һуң, айырым ләззәт менән һура-һура, ваҡ киҫәксәләргә бүлгесләп сәйнәне лә, тәмләп кенә йотоп ҡуйҙы. Аһ, икмәк тәме! Һинән танһығыраҡ, һинән дә татлыраҡ башҡа тәм юҡтыр ул донъяла. Шулай уйлаһа ла, ҡурышҡан ҡарыны, остоҡ ҡына ризыҡ төшөүҙән, ни ғәләмәттер, яндырып алды ла китте. Хатта яман итеп ҡапыл борҙо ла, уҡшыта биреп ҡуйҙы. Быныһы инде оҙайлы асығыу касафатылыр. Ҡыҙыҡ, байтаҡтан ашағаны булмаһа ла Айбулат асыкҡанын тоймай. Тойор ине, асыҡмай. Тәү баштараҡ һыуға сарсап интеккән ине, хәҙер уныһы аяҡ аҫтында йылға булып яғып ята. Кәрәк сағында эйел дә эс. «Үлһәм дә, исмаһам, бер тамсы һыу өсөн тилмереп үлмәм, шуныһына шөкөр», - ошолай уйлап ҡуйған Айбулат ауыр көрһөндө.

***
Эт, тигәндән, уныһы ошо мәлдә ҡайҙарҙа темеҫкенә икән? Бәлки, әйләнеп ҡайтҡандыр ҙа әле. Күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыҡҡан хужаһын көткән-көткән дә ҡайтып киткәндер. Уның яңғыҙын ғына күргән Гөлзифа ни эшләне икән? Гөлзифаһы көтәлер, Гөлкәйе һағыналыр. Атай, минең атайым, тип өҙөлөп тора бит ул. Эй, сабый, көт әйҙә, көт, өмөтөңдө өҙмә. Сабыйҙар теләген Тәңре иң әүәл ҡабул ҡыла, ти. Һинеке лә, бәлки, уның «амин» тигән мәленә тура килер ҙә...
Йәнә буталсыҡ уйҙарға бирелеп киткән Айбулат күҙгә күренмәҫ шишмә йырына ойоп ултыра торғас, ҡапыл ауырайҙы ла ҡуйҙы. Үҙе йоҡлап барған кеүек, ә аңы уяу. Ул һәр саҡ уяу.
Кеше аңы секундҡа ла туҡталып ҡалмай, йәшәү өсөн көрәшеп, әжәл менән яғалаша. Һәм һуңғы һулышҡа ҡәҙәре шулай булып ҡалалыр. Кеше – Хаҡ Тәғәлә тарафынан аңлы итеп яратылған берҙән-бер йән. Тәбиғәт ҡырыҫлыҡтарына бирешмәй шыр яланғас көйө йәшәгән атабыҙ Әҙәм дә шулай булған, беҙ ҙә шулай. Фәҡәт ул ғына уйларға һәм фекер йөрөтөргә һәләтле аҡыл эйәһе сифатында бар ителгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Айбулат аңһыҙ тәбиғәт ҡылмышына ҡаршы бер ни ҙә эшләй алмай. Ошо йәһәннәм төбөндә йәшәп ятҡан үҙе наҙан, үҙе бысраҡ бер Албаҫты унан өҫтөн тора. Был мәңге ҡараңғылыҡ батшалығында - көслөнөкө замана. Ниндәйҙер ер ҡатламы аҫтынан сыға алмайса ултырсы әле! Әҙәм көлкөһө! Шунан ул аҡылыңдан ни фәтүә? Аҡыл биргәнсе ошо таш моҡсайҙы емереп сығыр ғәйрәт бүләк итһәң, о, Тәңре!
Әстәғи! Тағы ҡайҙарға төшөп китте уйҙары? Уларға саҡ ҡына ирек бир... Ә ниңә, Айбулаттың әле зиһене яҡты, шунлыҡтан уйҙары ла дөрөҫ юҫыҡта. Тоғроһо шул: тәүге ауырлыҡтарға уҡ бирешеп, көрәшһеҙ-ниһеҙ бағынырға уның - Әҙәм менән Һауа нәҫеленең – хаҡы юҡ. Хаҡы ла, хоҡуғы ла. Һомо Сапиенс исемен аҡлау бәйәһенә ул теше-тырнағы менән ҡаршылашып, һуңғы мөмкинлеккәсә яғалашырға бурыслы. Кеше тигән исемгә тап төшөрмәҫ өсөн. Уның хаҡына, әжәл тырнағынан ҡотолоу хаҡына ул бар таҫыллығын һалып, булған белемен эшкә егергә тейешле.
Әҙәм аҡылы арҡырыға-буйға йыһан киңлектәрен байҡап, хатта, бына-бына сит йондоҙҙарға аяҡ баҫам тип торған заманда, уныһы ғына нимә?! Ата менән инә ҡатнашлығынан тыш, эйе, енестәр ҡауышыуы булмаған көйө, әсә ҡарыны урынына үтә күренмәле быяла пробирка эсендә үҙенә оҡшаш зат барлыҡҡа килтерә алғанда, яһалма йөрәк, ә бәлки яһалма мейе лә уйлап табырға торған мәлдә ошо таш ҡапсыҡтан сыға алмай бәлжеп ултырыуы – хурлыҡ та баһаң! Хурлыҡ, мәсхәрә! Әлеге лә баяғы әҙәм мәсхәрәһе. Уның, хатта, башҡа ҡәҙимге гүр эйәләренеке кеүек матур кәртәле ҡәбере лә, яҡын да, алыҫ та әҡрәбәләре зыярат ҡылып, сәскә һалырҙай бәләкәс кенә тупраҡ өйөмө лә булмаҫ. Ул барыһы өсөн дә мәңгелеккә «эҙһеҙ юғалған» бер бахыр ғына булып ҡаласаҡ. Үкенес тә, ҡыҙғаныс та...
Айбулат үҙе, иҙрәп, татлы йоҡоға тала барған кеүек, ә үҙенең уяу мейеһендә ошоноң ише тетрәндергес уйҙар ҡайнаша. Уларҙың осо ла, ҡырыйы ла юҡ. Ҡайҙан киләләр ҙә, ҡайҙа китә торалар тиһең. Ә-ә, төшөнә башланы, буғай! Уның бит ҡайҙалыр, ҡасандыр, хәтерләмәй, уҡығаны бар. Имеш, Ети тип аталған йән эйәләре кешелектең бер тармағы иҫәпләнә һәм ул үҙенә ҡарағанда нығыраҡ үҫешкән ҡәрҙәшенең рухын арбап, күҙен быуырға һәләтле. Соҡорҙаш Албаҫты ана шул Ети була ла инде. Бына әле лә Айбулаттың уяулы-йоҡоло ятыуы тик уның ғына эшелер. Сөнки мәрт йоҡоһона тартым был халәтте башҡаса бер нисек тә аңлатып булмай. Ҡорбанын да шул рәүешле ҡаптыралыр әле. Ни өсөн тигәндә, теге таш уйымы эсендәге ҡыу һөйәктәр араһында ятҡан дәү мышы мөгөҙҙәре бында нисек килеп эләккән тиһең? Мышы һынлы мышыны былай ғына йығып булмай. Уның өсөн кәмендә айыу, йәиһә, Ети булырға кәрәк...
Уйламаған ерҙән иңенә емерелеп төшкән аяныс бәхтһеҙлек менән өмөтһөҙ билдәһеҙлек, ян-яҡтан уратып алған һалҡын таш ҡыҫымы, күҙ сығарыр ҡараңғылыҡ - барыһы бергә ҡушылып алғандар ҙа, ауыр йөк булып, Айбулаттың күкрәгенә баҫалар. Иҙәләр генә. Үлтереп алып баралар. Тын алыуы ауырлаша. Ул үҙен упҡын төбөнә осоп барғандай хис итә лә, бөтә тәне менән тертләп ҡуя. Шулай ҙа тулыһынса уянып етә алмай. Йоҡлап киткән кеүек булһа ла, мейеһенең ҡайһылыр мөйөшөндәге күҙәнәктәр - күрәһең, ул мөйөш уяулыҡ өсөн яуап бирәлер - йәнәшәлә генә маҡсаттары билдәһеҙ дошман йөрөп ятыуы һәм шул дошмандың оло хәүеф менән янауы хаҡында иҫкәртә, һәр тауышҡа иҫкәнергә мәжбүр итә. Әлеге ял, тәнгә лә, йәнгә лә сихәт бирә торған тыныс йоҡо түгел. Ул сиктән тыш ныҡ арыған ағзаларҙың әҙме-күпме булһа ла хәл алыу өсөн дәғүә белдереп тартҡылашыуы ғына. Һоро матдәнең ниндәйҙер өлөшө, тәбиғәт ҡануны ҡушыуынса, бер аҙ серем итеп алырға әмер бирһә, икенсе урыны, шул уҡ ҡанун буйынса, һаҡ булырға һәм йоҡлап ятмаҫҡа ҡуша. Шулай итеп, Айбулат аңһыҙ рәүештә үҙе менән үҙе көрәшә килеп сыға. Ә был сәйер көрәштең асылы - йәшәү – бер тапҡыр ғына бүләк ителә торған ғүмер. Шул бүләкте һаҡлап ҡала алырмы ул? Ҡалырға тейеш! Хатта, бурыслы!..
Айбулат, ҡапыл, тағы тертләп китте лә, һеңгәҙәүҙән ҡатып ҡалған көйө бер талай хәрәкәтһеҙ ятты. Сикәләре ни эшләп еүеш? Ә-ә, илаған икән. Әллә төшөндә, әллә өнөндә илап ята. Оят, валлаһи... Ең осо менән күҙҙәрен һөрттө. Нимәһенә, шулай бәлжеп, балауыҙ һыға һуң әле? Бәлки, төшөнкөлөккә бирелеүҙең ахыр сигенә еткәндер ҙә башҡаса түҙерлек әмәле ҡалмағандыр? Юҡ! Һис тә улай түгел! Хәле, шөкөр, етерлек, аяҡтары атлай, ҡулдары ла тоторға эшкинә. Тик бына күҙҙәре генә бер ни күрмәй. Күршеһенең шаян малайҙарын: «Күҙле бүкәндәр!» – тип шелтәләгәне иҫенә төштө. Бына нисек була икән ул күҙле бүкән тигәне: упайған күҙҙәрең ҡарап торалар, ә күрмәйҙәр. Яҙмыш тарафынан сикһеҙ рәнйетелгән меҫкен тома һуҡырҙар ғүмер ахырҙарынаса ошолай мәңгелек ҡараңғылыҡта йәшәйҙәр бит, йә инде, тип уларын йәлләп ҡуя. Шунан тағы, күңел бошонҡолоғона бирелеп китеүҙән, үҙен ниндәйҙер бүкәнгә тиңләп ултырыуына йәне көйә башлай.
Талағы ташҡан Айбулаттың хәҙер ҡуҙғалаһы ла килмәй. Ошолай ҡырын төшөп кенә ятыуҙары рәхәт тә! Тағы ойоп бара... Юҡ инде! Йоҡоға юл ҡуйҙыниһәң, ул бер ваҡытта ла туймаҫ та, ҡуймаҫ та. Йәнеңә ялҡауланырға юл ҡуйыу ярамай. Айбулат ауырлыҡ менән йөгөнөкләп торҙо, мүкәйләгән көйөнә һәрмәнеп, һыу эҙләне. Һыу! Бына ул йоҡоһон осорһа осорор. Ҡулы шишмә һалҡынлығына ҡағылыу менән ҡуш услап битенә һипте. Ялбырап үҫеп киткән һаҡалы менән сәстәрен сылатты. Ошонан һуң баяғы икеле-микеле уйҙары ла, шөбһәле кисерештәре менән болоҡһоуҙары ла ҡапыл юҡҡа сыҡты. Гүйә селтер шишмә һыуы ыңғайына аҡты ла китте. Әле генә бөлөнөп ултырған тау тотҡоно күҙ асып йомған арала әүәлге, йәшәү өсөн, киләсәк тормош тип, ғаиләһе, бигерәк тә алтынға тиңләгән балаһы хаҡына йәнен бирергә әҙер атлығып торған Айбулатҡа әйләнде. Һай, ҡөҙрәтле шишмә һыуы! Боҙом-зәхмәттәрҙән берәй имең барҙыр ул һинең.
Уғаса булмай мәмерйә эсен, көтмәгәндә, дәһшәт тулы ауаз тетрәтте. Көҙ миҙгеле яҡынлашып, йәшен ҡайтҡан осорҙа алыҫ-алыҫтарҙан ишетелеп ҡалыр тоноҡ деһерләүгә тартым ауаз оҙайлы ғына геүләп торҙо. Быныһы тағы нимә? Әллә ер һелкенәме? Хәйер, ер шарының иң ҡарттарҙан һаналған Урал тауҙарында әллә ҡасан уҡ һелкенере - һелкенеп, тетрәр урыны тетрәп бөткәндер. Ул сағында нимә геүләүе мөмкин? Үҙе сәйер, үҙе шомло. Ундайын ғүмерендә ишеткәне юҡ. Күңелдәргә шөбһә һәм хәүеф тойғолары һалған тауыштан Айбулаттың йөрәге өшөп ҡуйҙы.
Ошо урында уның нисәмә көнлөк мәхшәр арҡаһында зәғифләнеүҙән арына барған мейеһен ҡурҡыныс уй ярып үтте: Албаҫты! Теге яман тауыш уныҡы! Ул үҙе әлегә әллә ҡайҙалыр, ә таштарға бәрелә-һуғыла мәмерйә ҡыуышы буйлап үткән имәнес тауышы шулай бөтөн бер яман геү булып килеп етәлер. Тимәк, ҡорбанының юҡлығын белеп алған да, эҙен табып, ҡыуа төшкән! Оҙаҡламай бында буласаҡ. Ә Айбулаттың юлы быуылған. Ошонан да аяныслыраҡ хәлдең булыуы мөмкинме?!
Ҡараңғылыҡ эсенән өҙөк-йыртыҡ ишетелеп торған ҙур мискәгә һуҡҡандағы һымаҡ дөңкөлдәү тауышы уның фаразын дөрөҫләне: Албаҫты, ысынлап та, бында килә! Йөрәге жыу итеп ҡалған Айбулаттың һырт буйынна өшәнес тулҡын үтеп китте. Быныһы уларҙын һуңғы тапҡыр осрашыуҙары булыуы мөмкин. Ана, ауыр аҙымдар һаман яҡынлаша. Былай аңшайып торғансы, ниҙер булһа ла эшләргә кәрәк. Аҙаҡҡы ҡыулауының остоғон тоҡандырған әҙере, күҙе сатай-ботай туҙғып ятҡан тамырҙарға төштө. Ошоларҙы йыйып ут һалғанда? Әлеге асышынан ҡанатланып киткән Айбулат шунда уҡ эшкә тотондо. Ул тамырҙарҙың бер өлөшөн тиҙ-тиҙ генә өйә һалды ла, тулҡынланыуын баҫырға тырышып, көтә башланы. Ҡырағай булһа ла, Албаҫтының да йәне бар, ғүмерендә күрмәгән лауытҡы-ут янына яҡын килергә ул шикләнәсәк һәм ҡыймаҫ. Унан һуң... таш араһындағы тишек-тошоҡ ер ярыҡтарынан өҫкә төтөн бәреп сығыуы ихтимал. Шул төтөндө күреп, бәлки уны ла таба алырҙар. Эҙләмәйҙәр түгелдер бит инде, моғайын, эҙләйҙәрҙер, көтәләрҙер, өмөтләнәләрҙер. Башҡаса булыуы мөмкин түгел.
Айбулаттың артабан көтөргә түҙемлеге етмәне. Ҡоп-ҡоро сытырға ни күп кәрәкме, балҡып янған ҡыулауҙы тамыр өйөмө араһына тығыуға, улары дөрләп тоҡанды ла китте. Мәмерйә эсен әскелтем-танһыҡ төтөн менән көйөк еҫе солғап алды. Аҡһыл-һоро төтөн бағанаһы башта борғоланып-һырғаланып бейек көмбәҙгә күтәрелде лә, таш ҡатыш тупраҡлы түшәмгә бәрелеп, артабан юл таба алмайса, аҡрын-аҡрын ғына мәмерйә ҡыуышы буйлап тарала башланы. Шулай ҙа, ҡоро ағастың төтөнө үтә шыйыҡ: тарала бара, һауала иреп юғала бара.
Ошонан һуң гөпөлдәгән тауыштар ҙа тынып ҡалғандай булды. Көйөк еҫен һиҙгән Албаҫты, күрәһең, ҡайһылыр урында туҡталып торҙо. Зәһәр төтөн ҡырҡып барған күҙҙәрен ыуа-ыуа усаҡ тирәһендә булышҡан Айбулат, ҡайһы аралалыр, мәмерйә төпкөлөнә ҡараш ташланы. Ана тора ул! Иманһыҙ ҙа, мәрхәмәтһеҙ ҙә ғифрит! Бөтөнләй яҡында ғына. Уны, әлегә, ялпылдап янған ут ҡына албырғатып туҡтата алғандыр. Албаҫтының ерәнһыу төҫтәге ялбыр-оҙон йөнө, шул йөн араһында тырпайып торған килешһеҙ-бәләкәй ҡолаҡтары, аҡһыл һыҙат булып үткән тар маңлайы, яҫы-ялпаҡ әкәмәт танауы ап-асыҡ күренә. Ә иң ғәжәпкә ҡалдырғаны – тубығынан аҫҡа төшөп торған, имәнес кәкере бармаҡлы хәтәр йыуан ҡулдар ине. Уларға барып ҡаптыниһәң... Ә күҙҙәре һуң, күҙҙәре! Үҙенең тышҡы ҡиәфәте ни тиклем ҡот осҡос булмаһын, осҡон сәсеп баҙлаған бәләкәй генә төймә ише күҙҙәр эсендәге һынсыл-аҡыллы ҡарашы һис тә уҫал түгел. Хикмәт тулы ул ҡараш саф миһырбанылыҡ менән ярлыҡауға ышаныс, тере ҡалыуға өмөт уята. Бәләгә тарыған кеше хәленә керә белер мәхлүктер был. Әллә шул рәүешле ғәҙәти булмаған яҡтылыҡ ҡына йыуашайтып ебәрҙеме Албаҫтыны? Юҡтыр, оҡшамаған. Уның бар ҡыланышы ла тәбиғи, ниндәйҙер көҙөк тыуҙырған яһалмалылыҡ тойолмай. Һәр хәлдә Айбулат ташҡа һөйәлгән мылтығын ҡулына алып торманы. Бая ярала биреп ҡуйған ҡурҡыу хисе лә, ҡайҙалыр, аң төпкөлөнә инеп йәшеренде. Әйтерһең дә был икәү байтаҡ ваҡыт ошолай күҙгә-күҙ көн дә осрашалар ҙа, көн яҙлыҡтырмай күрешеп торалар. Гүйә бер-береһенә күнегешеп бөткәндәр. Әллә ҡасандан бирле. Бәлки, ул шул рәүешле яғымлы күренгән булып арбарға теләйҙер. Хикмәтле күҙ ҡараштары менән әҙәми заттың ихтыярын һындыра ла...
Нимә уйлай башланы әле Айбулат? Ҡуй юҡты. Алдына килеп баҫҡандың боҙоҡ зат түгел икәнлеген күреп тора ла. Яманлыҡ көҫәгән хәлдә ул былай асыҡтан-асыҡ ҡыланмаҫ, ә ҡаса-боҫа ғына яҡынлашыр ине. Юҡ, Албаҫты бары уттан ғына шөрләп тормай, уның ниәте икенселер.
Айбулаттың барлыҡ һорауҙарына яуап иткәндәй, Албаҫты ике ҡуллап күкрәген дөмбәҫләргә кереште. Оло мискә туҡмағандағы дөмпөлдәүгә оҡшаш тауышҡа баяғы дәһшәтле ауаз ҡушылды. Бына ул ҡасан ҡурҡыныс! Һунарсы был юлы мылтығына үрелә биреп ҡуйҙы: иҫ итмәҫтән ташланмағайы. Ташланманы. Һынамаҡҡа бер аҙ ғына тора бирҙе лә әйләнеп ҡарай-ҡарай ҡараңғылыҡҡа кире атланы. Уның барлыҡ ҡиәфәте: «Ҡыуанма ла, бошонма ла, әҙәм балаһы, мин әле әйләнеп килермен», - ти ине. Айбулаттың хәҙер бер шиге лә ҡалманы: теге көн Ҡарайылға үҙәнендә сағында, ишеткән ялбарыулы-тоноҡ ауаз, ысынлап та, Албаҫтыныҡы булған. Ошо рәүешле, көтмәгәндә, күптәр хайран ҡалған «мәскәй» серен асыуын асты ла ул, тик был соҡорҙан сыға алмаһа, ундай асыштың кемгә кәрәге бар. Күңелһеҙ уйҙан ҡапыл ғына эсе бошоп киткән Айбулаттың, килке-килке һулҡылдап, йөрәге сәнсә ҡуйҙы. Уныһы ла инде әллә мәлһеҙ һынатырға уйлай?..
Икенсе көндө лә (ә бының көн икәнлеген хәҙер Айбулат яҡшы белә) килә һалып еткән Албаҫты кисәге урынына баҫты, оҙаҡ ҡына тексәйеп торҙо. Ул өсөнсө, дүртенсе көндө лә килеп ураны. Килгән һайын оҙағыраҡ тора. Ә Айбулаттың тәүлектәр үткән һайын, хәле мөшкөлләнеп, аңы томалана бара. Үҙе һиҙемләүенсә, асыҡмаған кеүек булһа ла ул аслыҡҡа бирешә. Ошоно яҡшы төшөнгән ир, нәҙегерәктәрен һайлап, кипкән тамырҙарҙы ебетте лә сәйнәп ҡараны. Ҡайҙа ул, ҡыу нәмәнең ни таты ла, ни туҡлыҡлығы. Аптырағас мылтыҡ ҡайышын өтөп булашты. Майлы ҡайыш, ярай, ғәләмәт тәмһеҙ булһа ла ашағандай икән. Әммә уның менән генә күпмегә түҙмәк кәрәк.
Бәхетенә күрә, һыуға ҡытлыҡ кисермәй: уныһы етерлек. Һуңғы көндәрҙә ул тик һыу менән генә туҡлана. Айбулаттың көсө менән бер ҡатарҙан ҡоро тамырҙар ҙа кәмей. Уларға ҡарап бошонған тотҡондоң ҡотолоуға ышанысы тамам бөтә бара. Уны яңынан өмөтһөҙлөк ялҡыны сорнап ала. Хәҙергә аҙмы-күпме яҡлаусы ут бар, ә утыны бөтөп, ут һүнһә... Ул сағында нимә эшләр? Тегене әллә атып йығырға ла ҡуйырғамы? Албаҫты уны сей көйө ашар урынына, ул Албаҫтының утта өтөлгән һөйәктәрен мөнйөп кенә ятыр ине...
Әстәғи, аслыҡ алйытҡан башҡа нимәләр генә килмәй... Атырға, әлбиттә, ярамай. Уны һәләк итеү менән, ауыр таш ҡапҡасты күтәреп, барыбер бынан сыға алмаясаҡ. Иң ҡулайы – үҙе генә үлһен дә ҡуйһын. Ҡалайтыпмы? Селтер шишмә тамағындағы буръяҡ һыуға баштүбән китеп!
Айбулаттың алағайымға Албаҫты еменә әйләнәһе лә, унан ғәзиз һөйәктәрен тапатаһы ла килмәй. Үҙе бысраҡ, үҙе һөмһөҙ ғифриттан електәреңде кимерткәнсе, үҙ иркең менән төпһөҙ зөмбәйгә осоуың мең артыҡ. Эйе, һыуға... Туҡта! Ә ни сәбәптән ул һыу буряҡ та, йәшкелтем дә һуң? Ошо һорауға Айбулат тәүге көндән үк яуап таба алмай. Шишмә үҙе бит зәмзәм һыуы кеүек саф һәм үтә күренмәле тап-таҙа. Әллә инде берәй йылғаға... Булмаҫ, юҡҡа ғына өмөтләнәлер...
Интегеүҙең сигенә сыҡҡан Айбулат арҡаһын лауҡыға ҡуйып ятты ла йәнә буталсыҡ уйҙарға бирелде. Бөгөн таңға Албаҫты һуңғы ҡат килер. Нисәнсе тапҡыр икәнлеген әйтә алмай, ә һуңғыһы икәнлеген яҡшы белә. Ян-яҡҡа осҡондар сәсрәтеп, сарт-сорт янған ҡыу тамырҙар бөттөмө - йәшәү ҙә осланды тигән һүҙ. Усаҡтың ахырғы телдәре мөсһөҙ генә ялпылдай. Шуның кеүек ул да аҙаҡҡы һулыштарын алалыр ҙа, йөрәге һуңғы тибештәрен һанайҙыр. Йәл, ғүмер тигәне ҡыҫҡараҡ булды. И, кеше ғүмере! Зауыҡлы булһаң да бигерәк нәфис һәм заялы икәнең дә һин. Ана, ул йәшәгән кеүек тә түгел. Бары, йоҡлап торғандан һуң, бер генә көнө үтеп киткән һымаҡ. Бары бер генә көн...
Сеү! Нимәлер дөңкөлдәне түгелме? Дөңкөлдәне шул. Албаҫты килә. Аҫылбаевтың йәнен алырға! Ана, усаҡ яҡтыһына сыҡты ла ҡарап тора башланы һәм, көтмәгәндә... кеше телендә өндәште:
- Әй, әҙәми зат! Һин минән ҡурҡма. Беҙҙең бит ҡандар бер сығанаҡтан.
- Ә мин ҡурҡмайым, ҡайҙан алдың? – ҡапыл-ҡара албырғап киткән Айбулат үҙен тиҙ тынысландыра алды.
- Телең шулай тиһә лә, күҙҙәреңдә хәүеф күрәм, һа-һа-һа-а... – ҡаҙыҡ тештәре күренеп киткән ғифрит йәмһеҙ итеп көлдө.
- Ул - ҡурҡыу түгел, ә ошо соҡорҙан ҡотола алмау эҙемтәһе.
- Хәтереңдәме, әҙәм балаһы, бынан күп, бик күп дәүерҙәр элек беҙ икебеҙ ҙә уртаҡ баҫҡыста инек? Йәшәйешемдән ҡәнәғәт булған мин шул баҫҡыстың бер һикәлтәһендә тороп ҡалдым, ә һин ары киттең. Һиңә, бер ваҡытта ла ҡәнәғәтләнә белмәгән затҡа, аҡыл-зиһен һәм фекерләй белеү кәрәк булды. Инҡар итә алмайым - маҡсатыңа ирештең. Хәҙер аҡылың етерлек. Хатта артығы менән. Уйлай ҙа беләһең, итте бешереп кенә ашайһың, ләкин... Ләкин ҡасандан бирле ошо таш мөгәрәптән сыға алмай ултыраһың: шулай булғас, ул аҡылдан ни фәтүә? Ярай, ҡасандыр башҡа юл менән китеп, һин хаҡ булғанһың: зирәклегең арҡаһында матур, рәхәт тормошта йәшәнең, һәр ваҡыт туҡ булдың, күпте белә алдың. Хәйер, был һиңә шулай тойолдо ғына. Һеҙ, кешеләр, үҙегеҙгә имгәк итеп, мәғәнәһеҙ рәүештә ниндәйҙер башлыҡтар уйлап тапҡанһығыҙ ҙа шул һоро ҡорттарға табынып көн итәһегеҙ. Минеңсә, ана шул башлыҡтар, ысынлап та, матур йәшәй. Аръяғын үҙең уйлап ҡара...
- Башлыҡһыҙ булмай. Кем юл күрһәтер?
- Ә ошо кәрәкле ваҡытта ҡайҙа һуң юл күрһәтеүсең? Юҡ ул. Бөгөн, бына әлеге мәлдә, ошондағы хәл-торошҡа мин хужа. Мин һинең менән нимә теләйем, шуны эшләтә алам, ә һин – юҡ. Теләһәм, һине сығарып ебәрәм, теләһәм, тотоп ашайым. Һин, аҡылыңа ышанып, тәбиғәт биргән таҫылыңды юғалттың да тәбиғәттең үҙенән айырылдың. Бына ошонда һинең хатаң менән көсһөҙлөгөң.
- Ә мин һине атып үлтерә алам...
- Бына быныһы хас кешеләрсә! Шулай, кеше тип аталған йән эйәһе үҙенән көсһөҙөрәктәр менән аңһыҙ мәхлүктәрҙе (хатта, үҙе ишеләрҙе лә!) үлтерергә һәм ҡырырға ғына белә. Үлтерер өсөн ул нимәләр генә уйлап тапмаған да, ниндәй генә аҙымдарға бармай! Хайран ҡалырлыҡ. Артабан да ошолай барһа, тиҙҙән ер йөҙөндә бер әҙәми зат ҡына тороп ҡалмаҫ, тимә.Эйе, ҡарап торһаң, һеҙгә бөтөн ер шары тар кеүек. Шуға күрә һеҙҙең ҡараш бөгөн йыһанға төбәлгән: унда ла берәйһен табып үлтергәндә...
- Ҡалайыраҡ яман әйттең әле...
- Быны мин әйтмәнем, был – ысынбарлыҡ.
- Һиңә ашарға табыуы ифрат ҡыйындыр ул?
- Ҡыйын да, еңел дә...
- Нисек улай?
- Мин табышымды һинең шикелле ыҙа сигә-сигә баҫтырып йөрөмәйем, ҡараштарым менән арбайым да ҡуям. Быныһы рәхәт, ә иң ауыры – уның йәнен ҡыйыу. Йәлләйем – тере нәмә бит.
- Йәлләйем тиһәң дә, һөйәктәре тау булып өйөлгән...
- Уныһы – ҡотолғоһоҙ йәшәү зарурлығы. Мин уларҙың һөйәген өймәһәм, үҙемдекеләр шунда ятасаҡ. Шулай ҙа мин, һеҙҙең ише, маҡсатһыҙға үлтермәйем. Миңә артығы ла кәрәкмәй, тамағым туйһа шул еткән. Ә һеҙ, үҙҙәрен донъя тотҡаһы һанаған аңлы әҙәмдәр, йәшәгән ерегеҙҙе бушлыҡҡа әйләндереп бараһығыҙ.
- Яңылышһың, мин ундайҙарҙан түгел. Мин ошо ерҙең йәнлек-тереклеген нәфсеһенә хужа була белмәгәндәрҙән һаҡлайым.
- Беләм, шуның өсөн дә һиңә теймәйем. Ләкин ундайҙар арағыҙҙа - меңгә берәү. Һинең ҡарашыңды икенсе яҡҡа йүнәлткәнеңде мең кеше һағалап тора.
...Уф-ф, ысынлап та ҡалай яман һүҙҙәр һөйләп тора был ғифрит. Ундайы ҡайҙан башына килә тиһең?
Ҡапыл сыусып* киткән Айбулат, тороп ултырҙы ла, ҡараңғы- юҡҡа ян-яғына ҡаранды: әллә тағы һаташып ята инде? Аһ, барлыҡ кисерештәрең менән бөтә күргәндәрең ошолай ҡурҡыныс төш кенә булһа икән! Юҡ шул. Ана, уты ла һүрелеп бара: быныһы инде өн...

*сыусып китеү - һиҫкәнеп уяныу

Тамыр өҫтәргә тип ынтылған Айбулат арҡаһы менән ентекле ҡараш тойҙо. Албаҫты! Килеп тә еткән. Мөлдөрәмә тулы күҙҙәрен уға төбәгән дә тора. Әллә һынаймы? Әллә өҙгөсләп ташлар өсөн әҙерләнеүеме? Улай тиһәң, ниндәй мөғжизә менән, йоҡлап ятҡан сағында һөжүм итмәгән? Ҡасан да булһа аҡыл аша аңлай алырмы был йәнлекте? Бәлки ул, йәнлек тигәнең, берәй аңлы йән эйәһелер әле. һәм, ысынлап та, уны һынамаҡҡа шулай ҡыланалыр? Бынан ары ул ни эшләргә йыйына, белмәҫһең? Һорауҙар элеккесә күп – ә яуап һаман юҡ...
Айбулаттың әле генә төшөнә кергән хәтәр ҡара-ҡаршы һөйләшеү шауҡымынан ҡабынған йөрәге тулап китте. Бар булмышын әлегәсә һис ҡасан кисергәне булмаған шомло хафа тойғоһо иҙергә тотондо. Уның күңел болоҡһоуы инде ахыр сиккә етте. Артабан ни ҡылырға ла белмәгән ир шул рәүешле аңҡы-тиңке булып ултырҙы ла ултырҙы. Әле уға Албаҫтың бар ни ҙә, юҡ ни. Усағы ла, йәне сығырға әҙер күбәләк кеүек, ләүкей бара. Нәҡ бына ошо хәлһеҙ усаҡ аяныслы мәлдең килеп етеүе хаҡында иҫкәртеү булып күренде. Тәҡдиренән уҙа алмаған Айбулат, көскә ҡуҙғалып, урынынан торҙо. Һай, еңел түгел икән үҙ иркең менән әжәлеңә ҡаршы атлауы!
Хәҙер... Хәҙер ул барлыҡ йән дә, тән дә михнәттәренән бер һелтәүҙә ҡотоласаҡ
Кеҫәһен ҡапшаны., унда ҡалдыҡ өс бөртөк шырпыһы ята икән. Тимәк, әле уның өс шырпы янышы оҙонлоғонда ғүмере бар. Нисек әле теге йырҙа:

Аҙ бирһәң дә ғүмерҙе.
Бар ҡайғыһын, бар шатлығын
Татып китәм был ерҙең!..

Ысынлап та, шулай ҙа баһаң! Күптәр, бик күптәр был ергә килеүҙән бөтөнләйгә
мәхрүм ителгән саҡта ул, ябай бер ауыл егете, аҙмы күпме булһа ла, фани донъя тип аталған мөғжизәле мөхиттә өс тиҫтәгә яҡын ғүмерен үткәрҙе. Ошо үҙе генә лә ҙур бәхет түгелме һуң? Рәхмәт һиңә, тәңрем, барыһы өсөн.
Ғәжәп, уны баҡыйлыҡҡа күсерергә тип, Ғазраил фәрештә яҡынлаша, ә ул бошонмай ҙа, борсолмай ҙа. Бары, сикәләрен өтөп, ҡайнар йәштәре генә субырлай. һәм күҙ алдына кинәт... Гөлзифаһы менән Гөлкәйе килеп баҫа: кисерегеҙ, ҡәҙерлеләрем, мин бешмәгәнегеҙҙе!
Иҫәүән кешеләй ҡыланған Айбулат кимәле бер күтәрелә, бер төшә биреп, аҡрын ғына өйөрөлә-өйөрөлә, йәшкелт сағылыш һибә ятҡан шомло зөмбәй ситенә килеп баҫты. Бармаҡтарын бешерә башлаған шырпы төпсөгөн һыуға ырғытты, икенсеһен һыҙҙы. Һунарсы шырпыһы ун дүрт секунд яна. Тимәк, әле егерме һигеҙ секундтай йәшәйһе. Күпме был, аҙмы? Ҡайһы яҡтан ҡарайһың бит. Албаҫты тырнағына тереләй барып эләкһәң, бер нисә секундың да мәңгелек булып тойолоуы бар. Ярай ҙа, бер һуғыу менән йәнеңде сығарһа. Ә тере көйө итеңде өҙгөсләргә тотонһа... Хәйер, ул Албаҫтыға тәтемәйәсәк, уны ана, түҙемһеҙлек менән... шамбы һағына. Ҡыҙыҡ, шамбы уны шунда уҡ өҙгөсләргә тотонормо, әллә итенең бурһығанын көтөп ятырмы икән?..
Үҙ уйынан үҙе ытырғана ҡуйған Айбулат буш биштәре менән яһау тулы саҡсаһын* һерәйеп торған таш осона элде. Бөртөкләп кенә ҡулдан эшләнгән затлы мылтығын да ҡәҙерләп шунда һөйәне: һыуға сумған мәлдә ҡамасау яһамаһындар.

*саҡса – патронташ.

Хәҙер... хәҙер... Бына ошо һуңғы сыраҡа-шырпы янып бөтһөн дә... Бөттө. Мәмерйә эсе, башҡа инде мәңге яҡтылыҡ күрмәҫ өсөн, дөм-ҡараңғылыҡҡа батты. Эйе, бүтәнсә бында бер ваҡытта ла яҡтылыҡ төшмәйәсәк. Кеше аяғы ла баҫмаясаҡ. Ғөмүмән, Айбулатты, ниндәйҙер шыҡһыҙ таш ҡыуышында ялбыр, хөштөмһөҙ бер ғифриттың йәнен ҡыйырға йәлләүҙән үҙ ирке менән һыу төбөнә киткәндер, тип, кемдеңдер башына ла инеп сыҡмаҫ.
Дөңк... дөңк... дөңк... Албаҫты яҡынлаша. Аҙымдары ауыр һәм ышаныслы. Уттың һүнгәнен күрҙе бит. Хәҙер ул бер ҡаршылыҡһыҙ килә ала. Уға хәҙер мөсһөҙ ҡорбанын ботарлап ырғытырға бер нимә лә ҡамасауламай.
Үҙен ҡапыл-ҡара күңеле күтәрелеп киткәндәй хис иткән Айбулат эсенән генә барыһы менән бәхилләшеп бөттө. Шул иҫәптән инде һаҫыҡ тыныуы килеп бәрелгән Албаҫты менән дә: хушығыҙ, кешеләр! Мине хәтерегеҙгә яманлап алмағыҙ! Хуш, ғәжәп тә, мөғжизәле лә мәмерйә хужаһы, таш соҡор эйәһе – ҡот осҡос зат! Барығыҙ ҙа бәхил булығыҙ!
Ул күҙҙәрен сытырлатып йомған көйө һыуға һикерҙе. Тынды үпкәһенә мөмкин тиклем мулыраҡ алды: бер минутҡа ғына булһа ла оҙағыраҡ йәшәйһе килә! Һыу аҫтында булһа ла! Йәнә лә, бар хәленсә алыҫҡараҡ йөҙөп, тәрәнгәрәк китергә тырышты. Һалҡын һыу бөтә тәнен генә түгел, рухын да өтөп алды. Бына-бына аяҡ-ҡулының тарамыштары тартышып, кәүҙәһе ҡурышыр ҙа, шаян ҡыуыҡсалар ҡалдыра-ҡалдыра һуңғы һулышы сығып китер һәм... Шуның менән һәммәһе лә бөттө тигән һүҙ.
Ошолай уйлап, хәлдең ҡотолғоһоҙ икәнлегенә инде тулыһынса һәм ахырынаса төшөнгән Айбулат, барлыҡ көсөн туплап, өнһөҙ стихия аҫтында йөҙҙө лә йөҙҙө. Уға алыҫҡараҡ китергә кәрәк. Тағы... тағы саҡ ҡына. Мәмерйә эсенә кире ҡалҡып сыҡҡандай булмаһын. Ул инде тыны бөтә барғанлығын һиҙә: ҡолаҡтары яман геүләй, күҙ алдарында төрлө төҫтәге түңәрәктәр хасил була. Әммә...
Аллаһы тәғәлә һәр тере йәнде йәшәү хаҡына аяуһыҙ көрәш инстинкты менән бүләкләгән. һәм ул, Айбулат, ошо инстинктты еңә алмайса ҡотолоу эҙләп, бер генә йотом һауа һулар өсөн өҫкә күтәрелә башланы. Башы ташҡа бәрелеп тонсоҡһа, бәлки, еңелерәк булыр... Ләкин, ауыртыуға әҙерләнеп, күпме генә көтһә лә бер нимәгә бәрелмәне лә, һуғылманы ла, ә шабыр-шобор һыу өҫтөнә килде лә сыҡты. Сығыу менән, ҡарһаланып, оҙаҡ тын алды. Һай, рәхәт икән күкрәк тултырып һауа һулауҙары! Әлеге рәхәтлектең ҡәҙерен һулар һауаң булмағанда ғына беләһең икән...
Шулай ҙа, ни хикмәт булды әле был? Ул бит үлем эҙләп сумғайны, ә тере көйө ниндәйҙер ҡараңғы бушлыҡҡа ҡалҡып сыҡты. Әллә яңылыш мәмерйәгә, теге хәсис янына, кире әйләнде лә килдеме? Аптырап ҡалған Айбулат, ҡараңғы-юҡҡа, тоҫмал менән ары йөҙөп китте. Бер аҙҙан ҡулдары ҡатыға һуғылды. Ул һыу аҫты ҡаяһы ине. Үткер ҡырлы таштарға йәбешеп аҙ ғына ял итте лә йәнә йөҙҙө. Үҙе йөҙә, үҙе ҡайҙа барғанын белмәй. Шуныһы ҡыҙыҡ – бая янып киткән тәне хәҙер бер ни тоймай. Ошо мәлдә ул бөтөнләй өшөмәгән һымаҡ.
Байтаҡ ара үткән кеүек булғас, аяҡ терәргә самаланы, ләкин аяҡтары буйламаны - тәрән икән. Һәрмәнә торғас, таш ҡаяны табып, тағы ялға туҡталды. Ошо мәл һыу ҡатламы аҫтында, тәрәндә-тәрәндә, күҙҙәренә ниндәйҙер серле яҡтылыҡ салынып ҡалғандай булды. Мәмерйәләге зөмбәй ише йәшкелтем-аҡһыл һыу эсенән килгән тоноҡ яҡтылыҡ шундай мөсһөҙ, хатта, ҡараңғыға күптән күңеккән күҙҙәр ҙә уны көскә шәйләй ине. Нимә был? Әжәлен эҙләп йөрөгәнендә, әллә йәшәү юлын таптымы?..
Әлеге уйҙан Айбулаттың күңел төпкөлөндә остоҡ ҡына өмөт сатҡылары тоҡана. Өмөт! Һаман шул өмөт. Ахыр сиктә лә ул һине ташлап китә алмай икән. Энә күҙәүе дәүмәллек кенә шул сатҡылар хәлдән тайған Айбулатҡа көс өҫтәне лә ебәрҙе. Ул тәрән итеп тын алды ла тағы һыуға сумды. Был юлы инде үлем артынан түгел, ә йәшәү, ғүмер эҙләп. Ғәҙәте буынса, һыу аҫтында күҙҙәрен асҡан килеш йөҙҙө. Яҡтылыҡ! Йөҙгән һайын ул көсәйә һәм баҙыҡлана бара. Уның сығанағына күп тә ҡалманы шикелле: ҡул һуҙымы ара. Эйе шул, тағы саҡ ҡына түҙһә. Башҡаһына түҙеүен түҙер, тик бына тыны бөтөп бара. Аһ, ашамаған-эсмәгән көйөнсә генә ул көндәр буйына йәшәргә була, ә һауа һуламайынса...
Айбулат, көрәк ише ҡулдарын йыш һелтәп, йән көсөнә ишә лә ишә. Ул инде аҡтыҡ көсөн һалып тырыша. Тырыша, сөнки һаман өмөтләнә. Өмөт тигәнең иң һуңынан ғына үлә ти бит...
Көтмәгәндә ниндәйҙер осло нәмәгә барып төртөлгән ыңғайға күҙҙәрен сытырлатып йомған Айбулат, ах-уах килеп һыу өҫтөнә күтәрелергә лә өлгөрмәне, хәтәр зәңкеүгә түҙә алмайса, һуштан яҙғандай булды. Аһ, тағы шул баш! Нимәгәлер бәрелде. Шулай ҙа, сәбәләнә-сәбәләнә күтәрелеп, бер тапҡыр ғына һулыш алырға өлгөрҙө һәм... кемдеңдер көслө ҡулы кейеменән эләктереп алғанын тойҙо. Аръяғын иҫләмәй. Кәүҙәһе мәлйеп төштө лә билдәһеҙлеккә сумды...

***
Күпмелер ваҡыттан күҙҙәрен асырға маташҡанында әлеге шул ҡараңғылыҡ ине. Бая ғына яҡтыра башлағайны бит! Ҡайҙа ул яҡтылыҡ?! Ә ниндәй хикмәт менән йылы ла, рәхәт тә. Әллә һаман усаҡ янында ятамы? Ул сағында ялҡыны нишләп күренмәй?
Үҙен мәмерйәлә тип хис иткән Айбулат, тороп ултырырға тырышып, ҡалҡына бирҙе. Ошо ваҡыт, уны шаңҡытып, яғымлы ҡыҙҙар тауыш ишетелде:
- Зинһар, тик кенә ятығыҙ, ағай, һеҙ капельница аҫтында, - шунда уҡ ҡағылып киткән йомшаҡ йылы ҡул наҙы һиҫкәндереп ебәрҙе, - ҡыбырламаҫҡа тырышһағыҙ ине...
- Мм...мин ҡайҙа? Һ-һеҙ кем? – аптырап киткән Айбулат көслөк менән аңлайышһыҙ өн сығарҙы.
- Һеҙ реанимация бүлегендә...
Шунда уҡ бөтәһен дә төшөнөп алған Айбулат тәүҙә, ошо һүҙҙәргә ышана алмағандай, шаҡ ҡатып ятты. Ахырҙа, танау буйын әсеттереп, күҙҙәренә йәш эркелде. Тик ул йәштәрҙе бер кем дә күрмәне - күҙҙәре ураулы ине. Бер аҙҙан тыныслана биргән егет бында ни рәүешлерәк килеп тарығанын хәтеренә төшөрөргә тырышты. Төшөрә алманы. Әкрен-әкрен генә ҡалҡып һыу өҫтөнә сыға килгәне иҫендә, ә артабан ни булғанлығын һис әйтә алмай.
- Күҙҙәргә нимә булған? – Айбулат был юлы әллә нисек ят яңғырап киткән үҙ тауышын үҙе таныманы: ул ҡурҡыныс яуап көтә ине.
- Быныһын һеҙҙән һорарға кәрәк, - яғымлы тауыш эргәлә генә ишетелде, - күҙ селтәрегеҙ ныҡ зарарланған, тинеләр. Бәлки, һеҙ иретеп йәбештереүселер? Һаҡһыҙ ҡыланып, аңғармаҫтан көслө утҡа ҡарағанһығыҙҙыр...
- Юҡсы... - Әлеге фараздың ниндәйҙер кимәлдә хаҡ икәнлеген һиҙгән Айбулат эш асылын аңлай башланы һымаҡ. Тимәк, оҙайлы һәм тулы ҡараңғылыҡҡа өйрәнә һалып алған күреү ағзалары көн яҡтыһын ҡапыл-ҡара күтәрә алмаған. Хәҙер улар ваҡ быяла ярсығы һибелгән кеүек яман әсетә, хатта, янып бара. Ул сикәләре буйлап йәнә күҙ йәштәре аҡҡанын тоя. Тик былары инде күңел төшөнкөлөгө тулы хәсрәт тә, күкрәкте ярып килгән шатлыҡ та йәштәре түгел, былар бары күҙҙәре ярһыуҙан атылып сыҡҡан һыу ғына: тоҙо ла юҡ, ҡайнарлығы ла тойолмай.
- Һеҙ, ағай, артығын тулҡынланмағыҙ. Күҙҙәрегеҙ тиҙ арала йүнәлерҙәр ул, - теге тауыш бала әүрәткәндәге кеүек тылсымлыға әйләнә, - ә хәҙер миңә исем-шәрифегеҙ менән тыуған йылғыҙҙы әйтһәгеҙ. Ҡайҙа эшләүегеҙ ҙә кәрәк...
Эй-й, әллә былар бөтәһе лә ысынбарлыҡ инде?! Бына, көндәлек ғәҙәти ығы-зығы башлана түгелме? Үҙ ғүмерендә йөҙ, юҡ, мең тапҡыр ишеткәне бар ябай ғына һорау: исем-шәрифегеҙ кем? Ошо ҡәҙимге хәл-тороштан ныҡ тулҡынланып киткән Айбулаттың тауышы ҡалтыранды, яуабы өҙөк-йыртыҡ килеп сыҡты:
- Аҫ-ҫ... Аҫылбаев Айб-булат... Мең... бер мең дә туғыҙ йөҙ етмеш өс...
- Тә-әк, А-ҫыл-ба... - ҡағыҙ бите буйлап шығыр-шығыр йүгерергә тотонған ручка ошо урында шып туҡтаны, - Нисек? Аҫылбаев тинегеҙме?
- Тап ш-шулай. Уның нимәһенә аптырайһығыҙ? Әллә т-таныш исемме?
- Нисегерәк таныш әле! Һеҙҙе бит ҡасандан бөтә район, юҡ, бөтә республика эҙләй ҙә баһаң.
- Ан-на нисек, - Айбулаттың тауышында яһалма-шаян ғәжәпләнеү ишетелде, - һәм оҙаҡ эҙләйҙәрме?
- Оҙаҡ. Хатта бик оҙаҡ – биш-алты аҙна тирәһе.
Йөрәкһеп киткән шәфҡәт туташы, шул әҙере, ҡыҙыу аҙымдар менән ҡайҙалыр сығып китте. «Һөйөнсөгә йүгерҙе» - тип уйлаған Айбулат йәшерен болоҡһоу аша ғәмһеҙ йылмайып ҡуйҙы.
Ҡыҙ, ысынлап та, ҡасандан көтөлөүгә ҡарамаҫтан, көтөлмәгән сиселеш тапҡан хәлдәр хаында шунда уҡ баш табипҡа хәбәр итте. Ә тегеһе туп-тура милицияға шылтырата һалды.

***
Ул көндө дежурҙа яндырай лейтенант Әюпов ултыра ине. Көтөп алынған хәбәрҙе ҡабул итеү менән ул рация аша, ҡабалан-ҡарһалан, капитан Байсаловты эҙләргә тотондо. Күпме генә яндырайланмаһын, байтаҡ ваҡыт таба алмай аҙапланды. Ярты сәғәт самаһы маташҡандан һуң эфирҙа, ниһайәт, таныш яуап яңғыраны: «Беренсе... беренсе, мин бишенсе... Тыңлайым һеҙҙе. Приём». Көн дә туҡтауһыҙ ҡабатлауҙан ялҡытып бөткән ошо ябай ғына бер нисә һүҙ әле Әюповҡа ғәжәп танһыҡ булып ишетелде.
- Ҡайҙа ғәйеп булдығыҙ ҙа ҡуйҙығыҙ, елғыуарҙар?! – ул башта ҡаты ғына ҡыланмаҡсы ине, әммә ярып килгән шатлығы быға юл ҡуйманы. Лейтенант устав ҡушмағанса, асыҡтан-асыҡ хәбәр һөйләп ташланы, - һеҙҙең үҙҙегеҙҙе бет урынына эҙләп табып булмай.
- Беренсе, беҙ объектты эҙләүҙе дауам итәбеҙ. «Косач» ҡалҡыулыҡта, - тип бытылданы Байсаловтың аптырап ҡалған шофёры. Әлеге һүҙ бәйләнеше улар телендә: «Иптәш дежурный, беҙ юғалған кешене эҙләйбеҙ, капитан Байсалов Ирәндек һыртында», - тигәнде аңлата ине.
- Косач, атаң башы! Шәптәрҙән дә шәп хәбәр бар, сержант! – ҡыуанысын тыйып тора алмаған Әюпов шартлы һөйләшеү хаҡында бөтөнләй онотто, - һөйөнсө! Тиҙ генә отделға килеп етегеҙ! Хәҙер үк! Бер аяғығыҙ - тегендә, икенсеһе бында...
Ҡапыл-ҡара бер ни аңлап өлгөрмәгән сержант, рация микрофонын тотҡан килеш аптыранып, бер талай машинала ултырҙы. Ахырҙа, һушын йыйып, кабинанан сыға һалды ла, тирә-яҡты шаулатып, ҡушкөбәкле мылтыҡтан ике тапҡыр һауаға атты.
Ун-ун биш минут үтеүгә, тәүҙә яҫы-ҡыҙыл теле йәпһеҙ һәленеп төшкән ҡарт овчарка «Динга» пәйҙә булды, уның артынса, күп тә үтмәҫтән, ҡыҙыу атлап килгән капитан да күренде.
- Нимә булды? – ул алыҫтан уҡ ҡысҡырып һораны.
- Ниһайәт, беҙгә лә арыу яңылыҡ ишетергә яҙған икән, иптәш каптиан!
Бүлектән сыҡҡас та туп-тура хәстәханаға елдерҙеләр. Хәле арыулана төшкән Айбулат был мәлдә ҡәҙимге палатаға күсерелгән ине.
- Һаумы, ҡасҡын! – ҡолас йәйә барып ингән Хәлил тегеһенең тышҡы ҡиәфәтен күреү менән ҡойолдо ла төштө. Шулай ҙа аптырау ҡатыш эскерһеҙ йылмайыу аша уның тарамышланып бөткән һалҡын ҡулдарын ҡыҫырлыҡ ихтыяр көсө таба алды, - хәлдәр нисек, дуҫ? Ну ҡотто алдың бит, әй...
- Арыу былай, - үҙ сиратында Айбулат та йөҙөнә һыҙланыу аша йылмайыу ғәләмәте сығарҙы. Уның күҙҙәре аҡ бинт өҫтөнән ебәк ҡара таҫма менән бәйләнгән ине.
- Йә, булдыра алһаң, һөйләп ташла, ҡайҙарҙа олағып йөрөнөң улай? Тик алдашма! - Хәлил әүәлгесә шаяртып маташты. Шаяртыуы был юлы ғәжәп урынлы килеп сыҡты.
- Һорама ла... – тип ыңһарҙағандай итте Айбулат, - йөрөлдө инде...
- Һы, ҡалай анһат ҡына әйттең дә ҡуйҙың - йөрөлдө инде. Ай ярымдай ваҡыт ҡайҙа, нисек, ни йәнең менән йөрөп ятмаҡ кәрәк? Аңламайым.
- Йөрөнөм тип... Ғөмүмән, ҡайтып булманы, - нисек итеп «шылдырырға» белмәгән Айбулат, этенә-төртөнә, ыҡ-мыҡ килде, - ҡайҙарҙа, нимәләр эшләп йөрөгәнемде үҙем дә хәтергә төшөрә алмайым, - ул, бер аҙ оҡшаттым буғай, тигән һымаҡ, ҡәнәғәт ҡалып, иркен һуланы. Һоҡланыу ҡатыш ғәжәпһенеү тойғолары кисергән Хәлил, артабан ни тиергә лә белмәй, дуҫына оҙаҡ ҡына текләп ултырҙы. Сөнки уның нимә һөйләгәнен дә, ни әйтергә теләгәненә лә төшөнә алманы. Ахырҙа:
- Ә-әх, Айбулат. Әҙәм рәүешле алдашырға ла өйрәнмәнең бит, әй, - тип уның ышандырырлыҡ итеп алдай алмауына үкенес белдергәндәй итте. Ултырған урынынан тороп, тәҙрә яңағына һөйәлде. Шул килеш, бер үҙенә генә билдәле хистәргә бирелеп, өндәшмәй байтаҡ торҙо. Шунан үпкә белдергәндәй: - дөрөҫөн әйтергә теләмәйһең инде? – тине.
- Әйтергә... Нисек итеп... үҙем иҫләмәгәнде?..
- Йә ярай, әкиәтеңде икенсе урында һөйләрһең. Мексика сериалдарында ғына ул береһе яңылыш башына сиртһә, икенсеһенең хәтере юғала ла ҡуя, - Хәлил уны ошо урында бүлдерә һалды, - ә бында – ысынбарлыҡ. Тормош дауам итә. Һин шуны аңла: хәҙергә был бүлмәлә беҙ икәү генә. Алдыбыҙҙа протокол да ятмай. Минең уйымса һин дуҫтан йәшерерлек әллә ниндәй эштәр боҙмағанһыңдыр. Ҡыланышың әйтеп тора - дөрөҫө ул түгел. Давай, бер нәмәне лә йәшереп торма, барыһын да нисек булған шул көйө ас та һал. Ә нимәһен теркәргә, нимәһен - юҡ икәнлеген аҙаҡ ҡарарбыҙ: ҡағыҙ түҙә ул...
Бесәй-сысҡан уйнауҙың файҙаһыҙ икәнлегенә төшөнә барған Айбулатҡа барыһын да һөйләп биреүҙән башҡа сара ҡалманы. Ҡаршыһында баҫып торған капитан уны, асылған ауыҙын да ябырға онотоп тыңланы: дуҫтың был һүҙҙәренә ышанырғамы-ышанмаҫҡамы? Ҡырҡ көндән артыҡ, теүәлерәк булғанда – ҡырҡ ике тәүлек, астың асы йөрөп әллә бер көйлөрәк булған да киткәнме уныһы? Әллә ныҡ ҡурҡытҡандармы?.. Юҡтыр, Айбулатты ҡапаҡ менән генә алдырып булмаҫ. Быныһын Хәлил яҡшы белә. Ул сағында нимәне йәшерә?..
- Былары ялған түгел. Ып-ысыны ошо, валлаһи, - милиция капитанының оҙайлы шикләнеү ҡатыш һынамсыл өндәшмәй тороуын күтәрә алмаған Айбулат анттар биреп ташланы, - быныһына һинең ышанмайса хаҡың юҡ.
- Шулай уҡмы икән?..
- Шулай, Хәлил, хәлдәр, бара-бара нишләр...
Килбәтһеҙ ялбыр һаҡалы өҫтөнә, тире менән һөйәк тә, сыҡмаған йәне генә ҡалғанлыҡтан ҡиәфәте ҡот осҡос дуҫының ошондай хәлдә лә мәрәкәләп маташыуына Хәлил хайран ҡала: була бит бошмаҫ кешеләр.
- Әйткәндәреңә тағы нимәләр өҫтәрһең? – ул һаман ышанып етмәй кеүек.
- Башҡаса өҫтәрлеге юҡ, - Айбулаттың танауы төшә бирҙе, - күреп торам – ышанмайһың. Уныһы, әлбиттә, һинең эш, ләкин, тағы бер ҡабатлайым, дөрөҫө ошо. Тик һин... был хаҡта башҡа бер кемгә лә һөйләмәҫкә тейешһең. Ниндәй һөйләү – был турала бөтөнләй онот!
Өнһөҙ торған Хәлил айырым хөрмәт менән Айбулаттың ҡулын ҡыҫты. Ныҡ итеп. Ошоноң менән йән дуҫтар араһында аңлашылмаусанлыҡ тамам ине: барыһы ла әйтелде һәм әйтелгәндәрҙең һәммәһе лә аңлашылды.
- Шулай ҙа, һаман икеләнәм, - тине ул сикһеҙ яшыҡ ҡулдарҙы ебәрмәйсә, - бәлки, шаңҡып ҡалыуыңдан, йәғни, ҡурҡышыңдан уны дәү айыу менән бутағанһыңдыр?
- Ҡурҡыштан?! – был юлы Айбулат үпкәләгәндәй итте, - һин шуны аңла, ул саҡта ҡурҡыу тигән нәмә онотолған ине. Бөтөнләйгә! Аптырап шаҡ ҡатыуҙан барыһы онотолдо. Мин бөйлән* хәлендә инем. Тәүҙә үҙ күҙҙәремә үҙем ышанманым. Ә әле һине тел менән генә ышандырмаҡсымын. Хәйер, бындайын кешегә һөйләп көлкөгә ҡалырымды белгәйнем дә... – ул стена яғына ҡырҡа боролоп ятты.
- Йә, йә, көймә, нервыларың былай ҙа ҡаҡшаған, - күңеле нескәреп киткән дуҫын үпкәләтә яҙған Хәлил аҡланғандай итте, - мин бит ышанмағандан түгел, үҙең әйткәнсә, аптырағандан һорайым, - ул тәҙрә быялаһы ашаһындағы тағараҡта соҡсонған ҡарабаш турғайға ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап торғандан һуң, - бына ни өсөн эт ауыҙында ҡалған йөн киҫәгенең килеп сығышын экспертиза һынлы экспертиза ла асыҡлай, тәжрибәле һунарсылар ҙа әйтә алмаған. Хәҙер бөтәһе лә үҙ урынына ултырып бөттө кеүек: Ҡар кешеһе... Һин, Айбулат, Ҡар кешеһендә «ҡунаҡта» булғанһың!
- Асығыраҡ һөйләһәң ине, Хәлил.
- Тимәк, былай, - койка ситенә ҡабат артын терәгән капитан дауам итте, - һинең йөнбаһыр мәмерйәнән килеп сығыу менән этең уға ташлана. Күрәһең януарға һанаған. Ә тегеһе, күп уйлап тормаҫтан, уны күҫәк менән йыға һуға. Күҫәк унда ята ине. Ә беҙ ошоно браконьерҙар иҫәбенә сығарып ҡуйҙыҡ.
- Ә Аҡтырнаҡ?..
- Аҡтырнаҡты алып ҡайттыҡ, ул иҫән-һау. Бер аҡлан уртаһындағы ҙур таш янында ятҡан. Башы йәрәхәтләнгән.
Ошонан һуң тынлыҡ урынлашты. Айбулат этенең тере икәнлегенә эстән генә ҡыуанып ҡуйһа, Хәлил үҙ уйҙарына йомолдо. Хәйер, ул йомоҡ уйҙарҙың эстәлеге шунда уҡ асылды ла. Капитан көтмәгән ерҙән:
- Ә уны тағы күрергә булырмы? – тип ҡыҙыҡһына ҡуйҙы.
- Күрергә? – аңшайып киткәнгә һалышҡан Айбулат, ҡалҡынып, терһәгенә таянды, - нимәне?
- Нимәне булһын, һинең ҡунаҡсыл «квартирантты».
- Ә-ә... күрергә... юҡтыр, - тип ҡуйҙы бер талай тын ятҡан Айбулат, - ә бына ишетеүгә килгәндә... Уныһын ойошторорға була.

*бөйлән – шок.

***
Артабан Айбулат үҙенекеләр хаҡында һорашты. Яҡындарының сәләмәтлектә уны көтөүҙәрен белеүҙән ыңғай тәьҫораттар алып ҡыуанды. Йылы ғына хушлашҡандан һуң Хәлил сығыу яғына ыңғайланы. Ошо мәл Айбулат ҡапыл уянып киткән һымаҡ:
- Хәлил! Онотоп ятам, теге ҡыҙыҡайҙы таптылармы? – тип ҡыҙыҡһынды. Инде ишек тотҡаһына тотонған капитанға кире боролорға тура килде.
- Бөгөнгә йәнеңде үртәмәй торайым тигән инем. Ярай, үҙең һорағас...
- Йә, һуҙма...
- Кеше вайымһыҙлығы менән мәғәнәһеҙлегенең сиге юҡ, Айбулат. һин быны миңә ҡарағанда насар белмәйһең. Әлеге осраҡта ла кешенең ана шул башҡа һыймаҫ сифаттары ярылып ята. Унда бер ниндәй ҙә бала юғалмаған, ә Николай Смолян үҙе башын юғалтҡан булған.
- Нисек? Ҡалайтып? – Айбулат аптырап китте.
- Нисек тип, көндәрҙең береһендә, өйҙәш ҡатынын хәстәханаға һалып ҡайтҡас та, көн менән төндө айырмай, квартираһында ятып эсергә тотонған. Үҙеңә билдәле, ҡайһы берәүҙәр, ҡатын саҡ ҡына өйҙә булмаһа, «көтөп алынған» иректән файҙаланып ҡалырға тырыша һала. Ундайҙар хаҡында, бауҙан ысҡынған эт ише, тиҙәр һәм дөрөҫ әйтәләр... Ошо ваҡыт Ырымбур тарафтарынан ғаиләһе менән бажа кеше килеп төшә. Сырхау хужабикәнең хәл-әхүәлен белешкәндән һуң, бер юлайы тиептер инде, тау-урманлы яҡтарға сығып китә былар. Ял итәләр, йәнәһе. Теге ялбыр ҡайын аҫтында үҙҙәренсә мәжлес ҡороп ебәрәләр. Ҡала кешеһенең, әлбиттә, ялы араҡыһыҙ булмай. Оҙайлы һәм сама белмәй эсеүҙән аҡылын юйған Смолян, сығырынан сығып, һәр береһенә бәйләнергә тотона. Электән ғәҙәте шул икән. Бигерәк тә үгәй ҡыҙын йөҙәтеп бөтә. Уныһы, ана шул, юғалған бала була инде. Балдыҙы – ҡатынының һеңлеһе – ҡыҙыҡайҙы йәлләп, яҡлашырға маташҡан. Ошонан һуң Смолян бөтөнләй баш бирмәйсә енләнә башлай, янъял ҡуба. Ҡыҫҡаһы, ҡәҙимге тормош үә ғаилә ғауғаһы – бытовуха. Йәндәре ныҡ көйөп, рәнйегән ҡунаҡтар әлән-борхан йыйыналар ҙа, байғош ҡыҙҙы алып, ҡайта ла китәләр. Лаяҡыл иҫерек Смолян яңғыҙы ятып ҡала. Ямғыр һибәләй башлағас, һалҡын душ аҫтындағы һымаҡ уянып киткән. Уяныуын уянған, ә иҫенә бер нимә лә төшөрә алмай, имеш. Ниндәйҙер машинала килгәнен, янында ҡыҙы ла булыуын өҙөк-йыртыҡ ҡына хәтерләй - шунан артыҡ түгел. Ҡото алынған хәсрәт үгәй атай аҡыра-баҡыра арлы-бирле йүгерештергеләгән дә шунда уҡ милицияға сапҡан. Беҙҙең белдереүҙән аҙаҡ ҡала хеҙмәткәрҙәре лә эҙләргә тотона. Ә ҡыҙ бала был мәлдә беләһеңме ҡайҙа була?..
- Урманда түгелме ни?
- Көт - урманда. Был мәлде ул Ырымбурҙағы туғандарында көйлө генә йөрөп ята. Әсәйе дауаланып сыҡҡас алып барырбыҙ әле, тип уйлай улар. Төптәнерәк фекер йөрөткәндә, туғандары хаҡлы ла һымаҡ: бәләкәс баланы анауы сәрхүш шизофреник янында ни йөрәгең менән ҡалдырып китмәк кәрәк. Ә инде иҫкәртмәй-итмәй алып китеүҙәренә килгәндә, уныһы бер ҡалыпҡа ла һыймай. Тот та кеше урлауҙары тураһында эш ҡуҙғат, һәм һин һис шикһеҙ еңеүсе буласаҡһың... – күңеле китек Хәлил ошо урында тынып ҡалды һәм, бөтәһен дә аңланыңмы тигәндәй, күтәрелеп ҡараны.
- Дә-ә, - тип һуҙҙы хәтере ҡалған Айбулат, - олатайым әйтмәксе, ишкән икән ишәк сумарын...
- Шулай, дуҫ, кеше яуапһыҙлығы арҡаһында һин саҡ ҡалдың, йәғни... теге... - Хәлил әйтергә теләгәнен әйтә алмай аҙапланды.
- Уға, Смолянды әйтәм, хәҙер ни булыр?
- Нимә булһын?! Бер ни ҙә булмай! Ундай осраҡҡа тәғәйен статьяһы юҡ. Ә йәл.
Ишеткәндәренән һеңгәҙәп ятҡан Айбулат баш сайҡап ҡуя: һы, баҡтиһәң, эт сапҡанға бет саба, тигән шикелле, юҡ артынан йөрөгән булған икән. Үкенергәме быға, әллә көлөргәме?..

***
Гөлзифа иртәнге дәрестәргә әҙерләнеп ултырғанында, эс бошорғос тынлыҡты боҙоп, телефон шылтыраны. Дәрестәргә әҙерләнә, тип әйтеүе генә инде: үҙе бында, сыуалышлы уйҙары әллә ҡайҙарҙа. Һуңғы осор ваҡиғалары ҡатындың йөрәк майын ныҡ ҡына һыҡҡандыр, күрәһең, - шул ғына тауышҡа ла тертләп китте. Ул, элемтә өҙөлөп ҡуймаһын тигән кеүек, йәһәтләп, трубканы күтәрә һалды. Күтәрҙе лә тулҡынланыуҙан еңелсә дерелдәгән ҡулдары менән ҡолағына килтерҙе.
- Алло! Аҫылбаевтар фатирымы? – теге остан таныш телмәр ишетелде. Хәлилдең үҙенсәлекле көр тауышы Гөлзифаның ҡапыл ғына ҡабынған йөрәге менән ярһып киткән күңелен баҫа төштө.
- Эйе, эйе, был мин... беҙ... – ул ҡабалан яуап бирҙе.
- Һаумыһығыҙ, Гөлзифа һылыу! – һиҙелеп тора - Байсаловтың кәйефе күтәренке.
- Һау ғынабыҙ әле, шөкөр...
- Әйтегеҙ миңә: әлеге минутта аяғөҫтө тораһығыҙмы? – капитандың ошо үҙе көтөлмәгән, үҙе мәғәнәһеҙерәк ишетелгән һорауынан Гөлзифа юғалып ҡалғандай булды.
- Эй-йе, ә ниңә? – тине ул ҡаушап.
- Ул сағында ултыра һалығыҙ, - хистәрен ауыҙлыҡлап тота алмаған Хәлил оторо шарҙыуанланды, - ултыр, Гөлзифа, әтү ҡолап китерһең!..
Шунда уҡ һәммәһенә төшөнөп алған ҡатын, ысынлап та, лыпым ултыра төштө. Уға инде артабан һөйләп тороу ҙа кәрәкмәй: иртәнсәктән ҡабаҡтары тартып, ниҙер булырын һиҙә ине, бына ырымланыуы юш сыҡты түгелме. Аллаға шөкөр, хәбәрҙең яҡшыһын ишетергә насип иткән. Ҡапыл ғына күңеле йомшаған Гөлзифаның нисәмә көндәр буйына быуылып торған хәсрәт даръяһы ошо урында йырылды ла китте: ул, бынан ары тыйып торорлоҡ көс таба алмайса, шатлыҡ-ҡыуаныс күҙ йәштәренә тулы ирек бирҙе. Ҡатындың һыңҡылдауын ишеткән Хәлил шымып ҡалды: әйҙә илаһын, тине, күрәһең. Туйғансы бер илап алһын да тулышып ҡатҡан күңелен бушатһын. Артыҡ күҙ йәштәренән ваҡытында арына белеү файҙаға ғына ул...
- Ҡа... ҡа-сан тап-тығыҙ? – һығылып төшкән Гөлзифа өҙөп кенә һорай алмай аҙапланды, - хәл генәһе ни... нисек?
- Иртән иртүк табып килтергәндәр, - Байсаловтың тауышы баҫыла төштө, хәле, былай, түҙерлек. Һеҙҙе һорашып ята.
- Бөгөн уны күрергә булалыр бит?
- Ә кәк же! Һин йыйына тор, мин хәҙер барып етермен, - осоп төшкән Хәлил, дуҫы табылыу ҡыуанысынан Гөлзифаға ҡарата нисек «һингә» күскәнен абайламай ҙа ҡалды, - ә Гөлкәй?! Гөлкәйҙе онотоп ҡуйма!
Карауатында йылмайып ятҡан ир йоратының Айбулат икәнлегенә Гөлзифа ышанмағандай торһа, сабыйҙарға ғына хас бер ҡатлы илгәҙәк Гөлкәй, хатта ҡурҡып китте. Ҡурҡырһың да. Йәмһеҙ ослайып ҡалған яңаҡтар ҡалын ҡара һаҡал аша ла беленеп тора, сәстәре ялбырап үҫеп киткән. Шул арҡала ғәләмәт оло күренгән башы кесерәйеп ҡалған кәүҙәһенә һис тура килмәй. Ә ҡулары һуң, ҡулдары! Тамыр әҫәре беленмәгән кескәй ҡулдар ҡаҡ һөйәк тә, үтә күренмәле тиренән генә тора һымаҡ. Ҡасандыр улар Гөлкәй менән Гөлзифаның икәүһен бер юлы ҡушарлап, еңел генә күтәрәләр ине...
Ошоларҙың барыһына өҫтәп, күҙҙәренә ҡара таҫма тартылған атаһы киноларҙа күргән юлбаҫарҙарға оҡшап ҡалғанғамы, Гөлкәй башта уға яҡын да барманы. Уныһы нимә, бер килке, хатта, был минең атайым түгел, тип ҡырталашты. Күмәкләшеп өгөтләй торғас, көскә әүрәтә алдылар. Уның янына барырға күнер-күнмәҫ торған ҡыҙыҡай, шунда ла, карауат ситенә һаҡлыҡ менән генә барып ултырҙы. Ғәзизен шунда уҡ ҡосаҡлап алған Айбулат уның сәсенән һыйпаны, тупылдатып арҡаһынан һөйҙө лә... илап та ебәрҙе. Осрашыу ҡыуанысынан иҫергән ир үҙе хас балаларса ҡылана ине. Ошоларҙы ҡарап торған Гөлзифа ла түҙмәне, уның да күңеле тулышып китте. Ҡосаҡлашҡан көйө өсәүләшеп мәж килделәр. Баянан бирле ишек төбөндә тапанып, хәҙер инде барыһы тарафынан онотолған Хәлил, быларға ҡамасау булып тормайым әле, тигән шикелле, коридорға сыҡты.
Ахыр сиккә етеп ябыҡҡан булһа ла, тәүге көндө хәле арыу ғына күренеп, һин дә мин ятҡан Айбулат өсөнсө тәүлеккә сыҡҡанда ҡапыл сәсрәп ауырыны ла китте. Уның көтмәгән ерҙән тән температураһы ҡырҡа күтәрелде, ҡан баҫымы ҡурҡыныслы кимәлгәсә төштө. Башта биҙгәк тотоуҙан ныҡ ҡалтыранһа, һуңынан аяҡ-ҡулы тартыша башлап, ахырҙа, бөтөнләйгә һушын юйҙы. Иҫенә килә алмайса ул ике тәүлек буйына баҫлығып ятты, һаташыу ҡатыш әллә нимәләр һөйләп ҡысҡырынды.
- Ауыр кисерештәр һөҙөмтәһе, - тигән һығымтаға килде уны ҡараған врач, - психик өҙлөгөү - стресс...
- Доктор, ә был ҡурҡынысмы? - күҙҙәре шешмәкләнеп бөткән Гөлзифа өмөт тулы ҡарашын уға төбәй һалды.
- Нисек тип әйтергә? Һәр организмдың шәхсән үҙенсәлеге, туғаным: бәғзеләр оло тетрәнештәрҙе лә эҙемтәһеҙ үткәреп ебәрергә һәләтле булһа, икенселәре юҡ-бар ауырлыҡтарҙан ғына ла һынып ҡуйыусан. Күрәм: ирегеҙ рухи яҡтан сыныҡҡан, ихтыяр көсө лә, үҙ-үҙенә ышанысы ла етерлек. Шуның өсөн борсолорға урын юҡ – кризисты күтәрә алыр тип уйлайым. Ул һауығыр.
«Һауыҡһын шул. Берүк Һауыға күрһен. Юғиһә, атайым, тип йәнен фиҙа ҡылырға әҙер анауы ғына ҡыҙ остоғо унһыҙ ҡалай итер?» - дауалаусы докторҙың һүҙҙәренән тыныслана төшкән Гөлзифа иркен һулап ҡуя.
Ул өс көн, өс төн керпек тә ҡаҡмаған көйө һушһыҙ ире янында ултырып сыҡты. Керпек тә ҡаҡманы тиһә лә, көндөҙөн, шәфҡәт туташы барында, ярым ятҡан көйөнсә генә башын мендәргә терәй һалып алды бит әле. Шул ғына серемдең дә файҙаһы ҙур булды: йоҡо томозлоғона күнегеп бөткән ауыл кешеһенә күп кәрәкме? Шулай ҙа, Айбулатының ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған мәлдәрҙә ҡото осоп бөттө. Ул мәлдәр ике тапҡыр ҡбатланды. Уф, нисек йөрәге ярылмай ҡалды икән шунда? Пульсы тулыһынса тиерлек юғалған Айбулатты ваҡытында эшләп өлгөрөлгән инъекция ғына фанилыҡҡа кире ҡайтара ине. Ҡотоң алынмаҫмы шунан?
Дүртенсе тәүлек тигәндә, сағыштырмаса арыулана төшкән Аҫылбаев ғәжәп тәрән йоҡоға талды. Үҙе йоҡлап ята кеүек, үҙенең тын алышы ла һиҙелмәй. Гөлзифа йәнә хафаға ҡала: мәрткә китеп бармағайы был. Китмәне. Тылсымлы әкиәт батырҙары кеүек ике көн, ике төн йәнһеҙ ятҡан Айбулат, өсөнсө тәүлек тигәндә, ниһайәт, ҡапыл ғына уянып китте. Күңеленә төшөнкөлөк һулышы ҡағылып, әллә нимәләр уйлай башлаған Гөлзифа уны ҡосағына ҡыҫып сеңләне. Криз үтте.
Башындағы йыртыҡ яраларҙы теккәндән һуң хәле ыңғай яҡҡа үҙгәрә барған Айбулат аҙна тигәндә инде түшәгендә тороп ултырырға эшкинде. Тағы бер нисә көндән, уның өсөн төн ҡараңғылығы тыуҙырған таҫманы сисеп, ҡара күҙлек кейҙерҙеләр. Эй-й, ҡыуаныуы шунда. Һуң, ҡыуанмай, көңгөрт быяла аша булһа ла ҡабат яҡты донъяға баҡты ла баһаң! Шул ҡәҙәрем танһыҡ булып киткән яҡты донъяға баҡты ла, туғандары менән яҡындарының йөҙҙәрен күреү бәхетенә иреште. Әйҙә, ул йөҙҙәр әлегә бер аҙ борсоулы ла, бер аҙ һағышлы ла булһын. Булһын! Ләкин бит улар, ана, Айбулаттың ҡаршыһында. Уларҙың береһе етди уйсанланып китһә, икенсеһе, мөләйем генәһе, серле йылмая биргән. Ә өсөнсөһө инде, мөғжизәле терелеүгә һаман ышанып етмәгән һымаҡ ҡатҡан да ҡалған. Быныһы, әлбиттә, Гөлзифаһының йөҙө. Бары ул ғына шул тиклем хисле итеп ҡарай ала. Бәхет тигәнең ошо үҙе булмаймы һуң? Бәхеттең дә ниндәйе бит! Әле ҡасан ғына Айбулат ошо хаҡта хыяллана ла алмай ине...
Һаҡал-мыйығын ҡырып, матурланған Айбулатҡа хәстәхана карауатында оҙаҡ ҡына - ике айҙан ашыу - әйгәҙәп, хөкүмәттең тоҙһоҙ һурпаһын һемерергә тура килде. Уның ныҡ ҡаҡшаған нерв күҙәнәктәрен дә, һалҡын тейеүҙән үпкәһенә инеп оялаған сирҙе лә бер юлы дауаланылар, һәм уңышлы ғына. Быларынан тыш, дистрофия, тип аталған әкәмәт ғилләһе үҙәгенә үткәргән ине. Шулай ҙа, йәш, көслө организм бирешмәне һәм, ауырлыҡ менән булһа ла, бар ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп сыға алды. Ул әкрен-әкрен генә элеккесә киң күңелле, тормошто үҙенсә раҫлаусы һәм йәшәйешкә ышаныс менән ҡараған Айбулатҡа әүерелә барҙы.

***
Иҫ киткес бер төрлө, шунлыҡтан ялҡытҡыс көндәрҙең береһендә, яңғыҙы ҡалып, һәүетемсә генә фани донъя мәшәҡәттәре, көн итмеш мәғшиәттең бөтмәҫ-төкәнмәҫ ығы-зығыһы тураһында фәлсәфәүи уйҙар уйлап ятҡанында палатаһына дүрт кеше килеп инде: ике бала ла, ир менән ҡатын. Күренеп тора – бер ғаилә. Бәләкәс ҡыҙыҡай әсәй етәгенән айырылмаҫҡа тырышһа, ун йәштәр самаһындағы малайҙың күҙҙәре уйнай ғына. Ул инде, күрәһең, үҙаллылыҡ менән азат тормоштоң бәйәһен яҡшы белә. Ете-ят кешеләрҙең үҙҙәрен ошолай иркен һәм тәбиғи тотоуҙарына һис аптырамаған Айбулат, яңылыш килеп юлыҡты былар, тип уйланы. Халыҡ мыжғып торған хәстәханала ундайы ғына булғылай...
- Аҫылбаев һеҙ булаһығыҙмы?
- Эй-йе, мин булам, - көтөлмәгән һорауҙан Айбулат ҡаушай төштө: әллә инде берәй туғандарын танымай тора? – тик... мин һеҙҙе белмәйем шикелле.
- Танымаһаң да, ҡустым, аптырарлығы юҡ – һин бит иҫһеҙ инең, - тәү ҡарашҡа баҙнатһыҙ ғына күренгән, сандыр кәүҙәле ғаилә башлығы телгә килде, - беҙ теге... һеҙҙе ошонда алып килгән кешеләр... Мин үҙем - Дәүләтбай ағаң булам, еңгәңде Асия тиҙәр. Хәлегеҙҙе белешергә, тип һуғылған инек. Сүтике...
- Ә-ә! Һеҙҙең хаҡта ишетә биреп ҡалғайным! - Айбулат ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй китте, - тимәк, һеҙ - минең ҡотҡарыусыларым...
- Шулайыраҡ килеп сыға.
- Рәхмәт һеҙгә. Барыһы өсөн дә. Һеҙ булмағанда...
- Ҡуйығыҙ инде-е, беҙҙең урында һәр кем шулай итер ине. Бына минең малай күреп ҡалған әле ул... ағып барғанығыҙҙы.
- Мәрҙәс!* Егет икән. Кил әле бында, ҡустым, - Айбулат малайҙың йомшаҡ-һалҡын ҡулын ҡайнар усына йомдо, - давай танышайыҡ.
- Давай, мин – Батырша булам.
- Оһо! Исемең дә есемеңә тап килеп кенә тора икән.
- Мин нимә... Мин күреп кенә ҡалдым, ә ҡотҡарыуын атайым...

*мәрҙәс – афарин, молодец.

- Күреп ҡалыр өсөн дә сослоҡ һәм иғтибар кәрәк.
-Һеҙ бөтөнләй ылбырап төшкән инегеҙ, - тип ҡуйҙы ир.
- Шулай уҡмы ни? Мин бер нәмә лә иҫләмәйем, иҫләй алмаҫмын да.
- Ә мин һеҙҙе иҫереккә һанаған инем, - ошоғаса өндәшмәй торған ҡатын ауыҙын баҫып көлдө, - эсеп һыуға ҡолаған ҡарт асарбаҡ тип уйланым. Баҡтиһәң, һеҙ, ана, йәп-йәш егет икәнһегеҙ.
- Дәүләтбай ағай, ул көн тураһында ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине, ә, - Айбулат ялбарғандай итте. Тегеһе һис инәлтеп торманы.
...Ғаиләһе менән балыҡҡа тип сыҡҡан булғандар икән. Беҙҙеңсә әйткәндә, ялды файҙалы шөғөл менән берләштерәләр, йәнәһе. Әммә, көҙ - көҙ инде, һыу һалҡынлығынан ҡаны ойой башлаған балыҡ ҡармаҡҡа ҡаба һалып бармай. Алған сәйҙәрен шунда ултырып эскәндән һуң, ҡайтыу яғына йыйына башлағандарында, йылғаға таш кәйелтеп уйнаған Батырша һөрән һалған.
- Тәүҙә арғы яр буйындағы таш аҫтынан урғылып һауа сыҡты, артынса уҡ ниндәйҙер ҡара нәмә күренеп ҡалды, - йөрәкһегән малай ҡапыл-ҡапыл ғына һөйләп алды, - һыу өҫтөнә күтәрелде лә, аҡрын ғына аға башланы. Уның кеше икәнлеген танып ҡалғас, мин ҡурҡып киттем.
- Ҡурҡһа ҡурҡҡандыр, ғәләмәт ҡысҡырып ебәрҙе, - улы һөйләгәнен әсә йөпләй һалды, - уның тауышынан үҙемдең йөрәк ярыла яҙҙы әле: бер бер хәл булдымы тип торам.
- Ә мин ҡулыҡманым. Шыпа ла, - ошо урында Гөлкәйҙең тиҫтере ҡыҙыҡай ҙа үҙ һүҙен ҡыҫтырып ҡалыуҙы кәрәкле тапты. Уның мәҙәк-һаҡау теленән ҡыҙыҡ табып көлөштөләр.
Күпте уйлап торорға ваҡыт булмағанлыҡтан, Дәүләтбай, итеген генә сисеп ырғытҡан да, боҙло һыуға ташланған. Аҙға ғына һуңлаһа ла Айбулат көслө ағым ыңғайына ҡумырыҡ аҫтына инеп китә ине. Ярай әле өлгөрөп ҡалған. Йәһәтләп машинаға һалғандар ҙа бында алып килгәндәр.
- Дә-ә, минең юлға хас та Хызыр менән Ильяс фәрештәләрҙең үҙҙәре һымаҡ сығып торғанһығыҙ икән, - Айбулат тьәҫирләнеп үк китте, - һеҙ булмағанда...
- Бәрәкәт! Һүҙгә әүрәп тик торамсы, - ошо ябай ғына һәм эскерһеҙ әңгәмәнән оторо алсаҡланып киткән Асия килтергән күстәнәстәрен сығарып теҙҙе, - бына ошоларҙан әҙләп кенә ауыҙ итерһегеҙ. Үҙебеҙҙең яҡ ҡайнатмалары һәләк шифалы бит ул, дарыуың да кәрәкмәй. Балнис ризығына ҡалған көнөң ул...
- Тағы бер рәхмәт, апай. Кәрәкмәгәнгә расхутланмаһағыҙ ҙа була инде...
- Ул ниткән расхут, ти? Аллаға шөкөр, барыһы ла үҙебеҙҙеке. Бына ҡарағат вареньеһы, быныһы – ағас еләгенеке. Әйткәндәй, теге көндән һуң бабайымды ла ошолар менән әҙәм итеп алдым әле. Мәлендә дауалағанға күрә бер аҙ бышҡырып ҡына алды ла бөттө, - асыҡ-ярыҡ Асияның теле туҡтауһыҙ һөйләп торһа, ҡулдары эшләп торҙо.
Йылы мөғәмәләнән бала ише иҙерәп киткән Айбулат яҙмышының ошондай ҙа ябай һәм хөр күңелле кешеләр менән осраштырыуына эстән генә ҡыуанып бөтә алманы. Шулай шул, Дәүләтбай ағай урынында башҡараҡ тәбиғәтле кеше булғанда, уның шикелле уйлап та тормаҫтан боҙло һыуға һикерә алыр инеме икән? Ай-һай... Хәҙерге дәүерҙә үлем-мәйет менән бер кемде лә аптыратып булмай. Артығын эскән дә батып үлгән был меҫкен, ярай, донъяла бер сәрхүш кәмегәңдән ни булған, тип китер ҙә барырҙар ине. Артыҡ шаһитлыҡ кемгә кәрәк?..
Айбулаттың көтөлмәгән ҡунаҡтары, нисек пәйҙә булғандар, шулай уҡ ҡапыл ғына сығып та киттеләр. Хушлашҡандарында, исмаһам, уларға төбәп әйткәндәй йылы һүҙ ҙә таба алмай ҡалды. Хәйер, был яғына ла осрашып торорға һөйләштеләр бит, тейешле һүҙҙәрен әле әйтер ул. Мотлаҡ табыр ҙа әйтер...

***
...Күңелдәрҙе елкендерер яҙ миҙгеленең иң ҡыҙыу мәле. Сағыу ҡояш аҫтында ҡалып тиҙ бирешкән иҫке ҡар күҙгә күренеп ирене лә, шаулап аҡты ла китте. Ҡар батшалығының һуңғы ҡалдыҡтары әле бары тәрән үҙәктәрҙә, уйһыу урындағы соҡор-саҡырҙарҙа һәм, шулай уҡ, күләгәле ағас араларында ғына күҙгә ташлана. Күптән түгел генә йырып үткеһеҙ ҡалын көрт, дәү һырынты ҡатламдарынан хәҙер инде ҡыҙғаныс утраусыҡтар ғына ятып ҡалған. Күренеп тора: быларының да көндәре һанаулылыр. Ана, улары ла, әкренләп, үтә күренмәле тап-таҙа һыуға әүерелә бара. Әүерелгәне борғаланып-борғаланып үткән йылғы ҡаулан араһынан ҡайҙалыр ағып китә тора. Бәләкәс йырғанаҡтар артабан туплана барып, күңелле йырлашҡан гөрләүектәр барлыҡҡа килтерә, уларынан ҙур йылғалар хасил була. Шул рәүешле теге ҡар утрауҙары ла, көндән-көн кесерәйә барып, бер мәлде, ниһайәт, бөтөнләй юҡҡа сығалар.
Көн бите сағыл урындарҙа умырзаялар хакимлығы башлана. Бар донъяны ҡаплап үҫкән сәскәләрҙең араһында ниндәйҙәре генә юк! Ул зәнгәрһыу төҫтәгеһе, ул сем-күк кенәһе, селт ағы менән, хатта, ҡыҙғылттары ла күренеп ҡала. Өйкөм-өйкөм булып улар барыһы ла яҙға ҡыуана: йылы ел наҙына ирәгәндәр ҙә, сайҡалышып ултыралар. Умырзаяларға ҡарап, үҙең дә битараф ҡала алмайһың: тағы бер ҡыш үтте китте, тип әллә шатланып, әллә болоҡһоп ҡуяһың...
Һирәк ағаслыҡта, еүеш ергә лыпым ятҡан, әле тулыһынса иреп тә бөтмәгән туңғаҡ өҫтөндәге былтырғы япраҡты ниндәйҙер мөғжизә менән тишеп сыҡҡан йәш һәм шунлыҡтан көслө үлән морон төртә. Йәшләүек остары, гүйә, үткер беҙ ише тырпайышып торалар. Зәп-зәңгәр булып ҡатып ҡалған төпһөҙ һауала, арыу-талыуҙың ни икәнлеген белмәгән яҙ хәбәрсеһе - һабан турғайы һайрай. Уның йырының башы ла аҙағы ла юҡ. Нисек ялыкмай тиһең?! Ваҡ таштары күренеп ятҡан ҡалҡыуыраҡ урындарҙа әсе йыуа сыҡҡан. Ул сәнскеле, һонтор селек ҡыуаҡтары араһында айырата күп. Ошо осорҙа йыуаның иң нәфис, иң тәмле, шунлыҡтан иң ашамлы сағы - артыҡ әсе лә түгел, ҡатып, һутһыҙ ҡалырға ла өлгөрмәгән. Ҡыҙырым сауҡалыҡ эсендә кәзә һаҡалы, кәкүк ҡатаһы кеүек иртә яҙ сәскәләре күтәрелә. Уларҙан, тирә-яҡҡа таралып, иҫерткес хуш еҫтәр бөркөлә. Ошо гөл-сәскәләр ҡосағында, ҡайһы аралалыр терелеп сығырға өлгөргән дәү иңкештәр геүләшә, леп-леп кесерткән күбәләге оса. Ҡайҙалыр ҡатнаш ағаслыҡ ҡырында сер тулы ҡор уйнаған тауыш ишетелеп ҡала. Уныһына өҙөп-өҙөп ҡысҡырған кәкүк тауышы ҡушыла. Көндөң кискелеккә ауышҡан мәле. Шулай, яҙҙың кисе лә үҙенсә ҡабатланмаҫ матур.

***
Боҙ тотҡонлоғонан арыныр көнө етеп, иреккә сығыуына ҡыуана-ҡыуана ашҡынып ятҡан Ҡарайылға буйындағы беҙгә күптәнге таныш ҡыуыш янына бысранып бөткән «Нива» килеп туҡтаны. Машина эсенән мыҡты кәүҙәле ике ир сыҡты. Улар Айбулат менән Хәлил – ҡасанғы айырылмаҫ дуҫтар.
- Бына ошонда бөтә нәмә әҙер, - Айбулат ҡыуыш яғына эйәк атып ҡуйҙы, - ана, өҫтәле янына ултырғыстары ла ҡуйылған. Хатта, утынына ҡәҙәре киҫеп әҙерләнгән.
- Аһ, яратам да һуң ошо миҙгелдең ошондай мәлдәрен! – кирелеп-һуҙылырға тотонған Хәлил, дуҫы әйтҡәнен ишетмәгән кеүек, юғары хистәргә бирелде, - бар тәбиғәт уянып ҡына ҡалмай, бөтә ғаләм байрам итә һымаҡ бөгөн! Йәшәйеш яңыра, дуҫ, йәшәйеш! Уның менән бергә үҙебеҙ ҙә...
- Һиңә мент түгел, ә шағир булырға кәрәк, шайтан малай! Ана ниндәй һүҙҙәр һөйләй беләһең, - таған ҡағып, усаҡ тоҡандырыға тотонған Айбулат әллә шаяртып төрттөрҙө, әллә уйындағын ихлас асып һалды. Хәйер, тегеһенә барыбер, – хаҡ әйтәһең – яҙ миҙгелен эсендә йәне булмаған кеше генә яратмайҙыр ул.
- Ә ниңә, мент шағир була алмаймы ни? – тине капитан әҫәрләнеп, - бына «Йәшлек»тә иғлан ителгән бер конкурста ҡатнашырға әҙерләнеп ятам.
- Эйеме, әй?! Быныһы минең өсөн ысын яңылыҡ!
- Гран-прины яулаһам, шунда күрерһең әле...
- Шиғыр бәйгеһендә гран-при булмай, иң юғарыһы – беренсе урын.
- Ниндәй айырма?!
- Айырма, былай, юҡ иҫәбендә инде, - мәғәнәле көлөмһөрәй биргән Айбулат өҫтәлгә ҡуйылған көрөшкәләргә ғолҡолдатып затлы араҡы тамыҙҙы, - шулай, дуҫ, кем генә битараф ҡала алыр икән ошо беҙҙе уратып алған гүзәллеккә?! Һин мең тапҡыр хаҡлыһың! Әйҙә, иптәш капитан, шул гүзәллек хаҡына «фужерҙарыбыҙҙы» күтәрәйек. Сихри илаһилыҡ менән иҫ киткес матурлыҡ өсөн!
- Бер шәп әртис әйтмешләй, «Уңыш өсөн!» дә.
Яртылаш тулы ҡыпшырлаҡ «фужерҙарҙы» ҡоротоп ҡуйҙылар.
- Оһо! Һинең дә күнелдә ҡанатлы ат ята һымаҡ, - хәҙер инде Хәлил мәрәкәләне.
- Күңелебеҙҙән беҙ бөтәбеҙ ҙә шағир. Тик ул шағирлыҡ һәләте бәғзе берәүгә күберәк, һирәктәргә, хатта, артығы менән бүләк ителһә, икенселәребеҙгә самалыраҡ бирелгән. Әлбиттә, һуңғылары күпселекте тәшкил итә. Һинең менән мин дә, күрәһең, шулар иҫәбендә...
Күптәнән ауыҙ ителгәне булмаған эсемлек ҡеүәһе күңелдәрҙе күтәреп, телдәрҙе оторо аса төштө. Быға, ниндәйҙер дәрәжәлә, эреле-ваҡлы сатҡылар сәсә-сәсә гөрләп янған усаҡ та булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. Хәтер төбө хәтирә тигән шикелле, хәтирәгә хәтирә ялғанды, һүҙгә һүҙ бәйләнде, хәбәрҙәре бөтмәгән дуҫтар һөйләшеп туйманы. Нисек туяһың? Улар бит ошолай көн дә осрашып тормайҙар.
Ҡот осҡос тиҙлек менән уҙа барған йүгәнһеҙ замана ағышы форсат бирмәй: имеш, ваҡыттары юҡ. Эй, кеше! Форсат етмәй, ваҡытым юҡ, мәле ул түгел, тип кәрәккәнгә-кәрәкмәгәнгә лә саба торғас, бер бөртөк ғүмереңден нисек уҙып киткәнен дә күрмәй ҡалаһың бит һин! Атай-әсәйеңден, башҡа яҡындарыңдын, ҡайсаҡ, хатта, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән балаларыңдын да хәл-торошон һораша-һораша, арҡаларынан тупылдатып һөйөр өсөн бер нисә минут таба алмайһың. Күберәген бушҡа сарыф ителгән ваҡытың етмәй. Ни бары бер нисә генә минут! Быныһы инде бигерәк.
Көноҙон йылы нурҙарына ҡойондороп тәбиғәтте ҡыуандырған ҡояш инде әллә ҡасан уҡ яланғас ағастар аръяғына төшөп китте. Әле килеп, әкрен-әкрен генә эңер төҫмөрләнә. Йәнәшәләге һаҙ эсенә һыймаҫтай булып соролдашҡан ҡоштар ҡайһы аралалыр тынып ҡалды. Бары ярҙарынан сыҡҡан ярһыу йылға ғына тыныслана алмай шаулап аға ла аға. Йылға арыу-талыуҙы белмәй. Шул йылға шауына ҡушылып, дуҫтар һөйләшә. Яҙғы ташҡын ише күкрәктәрҙе ярып сыҡҡан хистәргә баш булыуы, ай-һай, ҡыйын бит ул...
Күптәнән күрешкәндәре булмаған дуҫтарҙың һөйләшеүе лә ҡалыплашып бөткән инде. Ул һөйләшеү, ғәҙәттә, йылдар ашаһында ятып ҡалған, бүтән инде бер ҡасан да әйләнеп ҡайтмаҫ балалыҡ иленән башланып китә лә, һиҙҙермәй генә, күҙ асып йомған арала һымаҡ үтеп киткән үҫмер, онотолмаҫ йәшлек осорона барып тоташа. Унан ялҡынлы әрме йылдары, ир ҡорона инеп тормош ҡороу. Ахыр сиктә, ошо рәүешле, яҙмышы һәр кемдең үҙе ҡулында килеп сыға. Бына әле лә йәшәйештәрен үҙҙәренсә ярайһы ғына матур итеп ҡороуға ирешкән дуҫтар үткәндәрҙән бөгөнгөгә урап ҡайта алмай аҙапланалар. Баш остарында эреле-ваҡлы меңәрләгән йондоҙ емелдәшә - уларҙы ла күрмәйҙәр. Ҡайҙалыр шырлыҡта шомло итеп өкө уһылдай - ишетмәйҙәр. Ләкин Айбулат менән Хәлилдең бөгөнгө маҡсаты тик хәбәр һатып ҡына ултырыу түгел, маҡсат бөтөнләй икенсе...
Төн уртаһы еткәнлеген белдереп, Байсаловтың беләгендәге япон сәғәте сипылданы. Ун ике лә тулып киттеме икән шулай уҡ? Тулған шул. Эй, ваҡыт тигәнең. Ағын һыу ни, ул ни. Ҡапыл-ҡара шымып ҡалдылар. Эргәләрендә үҫкән ҡайын тамыры араһындағы ҡыу япраҡ аҫтында сысҡан мыштырлағаны, ҡыш көндәре ҡар ауырлығын күтәрә алмайса остары һынған ботаҡтарҙан тып та тып һут тамғаны айырым-асыҡ ишетелә. Ләүкеп барған усаҡтарының һуңғы ҡуҙҙары емелдәшә, йоҡо баҫа.
- Ярай, егет, хәҙер инде ҡыуышҡа инеп, шым ғына ятайыҡ. Ул, ғәҙәттә, төн уртаһы ауышҡандан һуң «илай» башлай торған, - Айбулат тауышын күтәрмәй генә һөйләнеп ҡуйҙы, - юғиһә, һүҙгә мауығып, ишетмәй ҡалыуыбыҙ бар.
- Булды, мин ауыҙҙы бикләнем, - Хәлил уның шул һүҙҙәрен генә көткәндәй, дөм ҡараңғы ҡыуыш төбөнә мүкәйләне.
Дуҫтар, элеккесә, Айбулаттарҙың лапаҫ башына ҡуйылған ҡыуыштағы кеүек, сәйер-серле тынлыҡҡа, ошо тынлыҡты боҙа ҡуйған ағын һыу тауышына ҡолаҡ һала-һала, тын алырға ла ҡурҡҡан һымаҡ яталар. Ята торғас, һәр ҡайһыһы үҙ уйына бирелеүҙән онотолоп киттеләр. Ҡайһы аралалыр иҫеп үткән өшәнес-һалҡын һауа тулҡыны ҡыуыштағыларҙы бер-береһенә нығыраҡ һыйынырға мәжбүр итте. Быныһы ла хас малай саҡтарындағыса килеп сыҡты.
Бая ҡыуыш янында күңелле сөрөлдәгән йырғанаҡтың да тауышы баҫылды. Күрәһең, төнгө һалҡынға биреште лә туңып ҡалды. Шул рәүешле йырғанаҡтарҙың барыһы ла быжыр боҙ менән ҡаплана һәм иртәнге сыуаҡҡа ҡәҙәр йәшәүҙән туҡтап тора. Ошо сәбәпле ян-яҡлап йыйылған һыуҙан мәхрүм ителгән йылғаның да ғәйрәте күҙгә күренеп кәмей ҙә ҡуя. Ләкин был сигенеү оҙаҡ дауам итмәҫ. Иртәнсәк, шаҡырайып ҡатҡан ергә ҡояштың тәүге нурҙары килеп ҡағылыуы булыр, бар тәбиғәт өр-яңынан уяна башлар: сәскәләр бойоғоп эйелгән баштарын күтәрер, быжыр боҙҙары епшегән йырғанаҡтар ҡабат хәрәкәткә килер ҙә, йылға-ағаларын уятып ебәрер. Улары менән бер ҡатарҙан Һәр төрлө ҡоштары ла, йәнлектәре лә йоҡлап ҡалырға теләмәҫ. Бына ошо була ла инде тәбиғәттең мәңгелек хәрәкәте. Һәм тап әлеге хәрәкәт арҡаһында ғына тәбиғәт үҙе лә мәңгелек! Тәбиғәт мәңге тере!..
Ҡайҙалыр, шом менән солғап алынған ҡараңғы үҙәк эсендәге ҡулҡы ашаһында, күҙгә салынмаҫ һаҡ зарыға. Һаҡ ысынлап та зар илай һымаҡ, һәм уның үҙәккә үткәрер һағышлы ауазы һәр кемдә йәлләү хисе уята. Инде таң да яҡынлашалыр, ана, беренсе ҡурпысыҡ та талғын ғына осоп уҙҙы. Уның «хор-хоррр» аҙағынан ишетелгән «цык-цыг»ын башҡа бер ҡош тауышы менән дә бутарлыҡ түгел. Шымтояҡ ҡурпысыҡ артынса ҡара һуйыр үҙенең тоноҡ-һүлпән йырын башлар, уныһына кемуҙарҙан гөрөлдәшкән ҡор-әтәстәр ҡушылыр. Эйе, бар тереклеккә яңы үҙгәрештәр, яңы ҡыуаныстар менән яңы мәшәҡәттәр вәғәҙә итеп, сираттағы таң яҡынлаша. Тик улар көткән тауыш ҡына, ни эшләптер, ишетелмәй. Шулай уҡ уйлағандары бөгөн килеп сыҡмаҫмы икән ни? Йәл, икенсе ялға тиклем көтөүҙәре анһат түгел. Көтөүе бер, уйламағанда тотҡарлыҡ килеп сығыу бар. Әҙәмдең ваҡыты ла тар...
Ана, тағы ҡурпысыҡ... Юҡ, яңылыша икән. Был юлы Хәлилдең танауы ҡурпысыҡ булып «йырлай»: хр-р, хр-р... Көтөп-көтөп арығындыр капитан. Милицияның да эше торһон инде: үҙе ваҡ, үҙе осона сыҡҡыһыҙ күп. Кем әйтмешләй, тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел... Уңмағанды ҡыума, тиҙәр, былай өшөп ятҡансы, әллә тороп, ут тоҡандырырғамы...
Айбулаттың эске тауышын ишеткән кеүек, Ирәндек ашаһында яңғыҙ торна ҡысҡырып ҡуйҙы. Улары ла ҡайтып еткән икән. Һағыш тулы сыңрауына йәшерен моң һалып ҡысҡырҙы. Һуҙып-һуҙып...
Туҡта!!! Торна?! Был мәлдә ниндәй торна ти ул? Әллә ҡолағына салынды инде? Юҡ, салынмаған, бер ауыҡтан әлеге ауаз йәнә ҡабатланды. Был юлы асығыраҡ та, оҙайлыраҡ та.
Тулҡынланыуҙан ярһып киткән Айбулат Хәлилде уята һалды.
- Тора һал, дуҫ! Беҙҙең көткән «ҡунаҡ» килә шикелле...
Ялбыр томанға төрөнөп, мөсһөҙ ай яҡтыһына күренер-күренмәҫ ятҡан Олоташ ҡаяһы йүнәлешендә, бәләкәс бала илағанға тартым, өҙөк-өҙөк ят тауыш ишетелеп ҡала. Ишетелгән һайын үҙгәрә торған тауышты икеһе лә шаҡ ҡатып тыңлай. Бая торна булып ҡысҡырғайны, аҙаҡ бала кеүек иланы, әле бүресә олоно...
- Бүре тауышы түгелме һуң? – ҡараңғыла Хәлилдең бышылдағаны ишетелде.
- Тс-с, тыңла әле һин, артабан тыңла, - бар донъяһын онотҡан Айбулат ҡул ишараһы менән уны тыя һалды.
Бер талай тынып торғандан һуң, серле оран тағы ишетелде. Унан тағы... тағы...
Рух тетрәткес ғәйрәтле лә, шул уҡ ваҡытта ҡайһылыр өлөшөндә ҡыҙғаныслы өндәр ишетелеп ҡалған аһәңһеҙ ауаз торған һайын яҡыная һымаҡ. Бына, ниһайәт, ул бөтөнләй ап-асыҡ яңғырап китте лә йоҡомһорап ятҡан томанлы үҙәндәрҙе ярып үтте. Сағыл ҡаяларға бәрелә-һуғыла, ҡайҙалыр китеп олаҡҡан шаңдағы, тауҙар араһында оҙаҡ ҡына аҙашып йөрөнө. Хәҙер уны башҡа бер тауыш менән дә бутарлыҡ түгел ине. Төн аяҙлығы менән саф-һалҡын һауала тотам да йотолмаған тауыш айырата асыҡ ишетелә бит ул.
Кемдер тарафынан ситнәтелеп, ҡотолғоһоҙ яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән әҙәмгә тартым ике аяҡлы заттың быуаттар, хатта, меңәр йыл дәүерҙәр ашаһынан килгән әлеге ауазы шул хәтлем зарығыу ҡатыш һыҙланыу менән һуғарылған. Уның ише һыҡраныуҙы, ысынлап та, ғүмерен ахырынаса япа-яңғыҙ үткәргән меҫкен йәндең генә һығып сығара алыуы мөмкин. Дәһшәт тулы тауыш эйәһе кемгәлер һәм ни өсөндөр ялбара һымаҡ та, кемделер саҡырып эҙләй ҙә кеүек. Әлеге күңел туңдырғыс һыҡтауҙан бар булмышың тетрәнә лә, йөрәк тибешең бермә-бер йышая башлай.
- Ирәндек һыртына килеп сыҡты, - өшәнеп китеүҙәнме, әллә артыҡ тулҡынланыуҙанмы яурынын йыйырған Айбулаттың быуындары бушап, бөтә тәне һелкенә ҡуйҙы. Һиҙеп тора: иҫ итмәҫтән йығылып китмәҫ өсөн ошо урында ниндәйҙер хәрәкәт яһарға кәрәк. Сәйер хәлен дуҫына белгермәҫкә була, ул яғаһын күтәрә һалды.
- Хайран ҡалырлыҡ! – һушы киткән Хәлил ишеткәндәренә ошолай ҡыҫҡа ғына, әммә теүәл баһа бирҙе.
- Ҡарале, Хәлил, ул мине үҙенә иптәш итергә йыйынманымы икән? Беҙҙең бит көрәк һаҡалдар ҙа бер-беребеҙҙекенә оҡшап тора ине, – тип ҡуйҙы Айбулат, - мәгәр, киреһе булғанда, тере ҡалдырыр инеме... Бер һелтәнеүҙә үк... Ә мин, иҫәр, уны аңлап етмәнем. Бер мәлде, хатта, атып йығырға ла булып киткәйнем. Үҙемдең йәнде ҡотҡарып ҡалыу хаҡына...
- Ярай инде, булған да бөткән, - дуҫы хәленә кергән Байсалов уны тынысландыра һалды, - нимә, аңлаған булһаң, әллә янында ҡалыр инеңме?
- Юҡ та... Мәхлүк йәл шулай ҙа...
Мәхлүк йәл... Ә ошо, үҙе ише башҡалар менән аралашыу кеүек бәләкәй генә бәхеттән дә ғүмерлеккә мәхрүм ителгән Албаҫты күпме дәүер йәшәй икән? Ер өҫтөндә генә көн күрмәһә, ҡараңғылыҡ донъяһында уға ни ҡалған? Хәйер, бары уҫал күҙҙәрҙән ышаныслы йәшерелгән шул ер аҫты мөхите генә уны ошоғаса ҡурсый килмәйме икән? Кемде көтә ул, кемде эҙләй? Күпме ваҡыт көтә? Кем белә, бәлки, йөҙ, хатта мең йыл көтәлер. Меңәр йылға һуҙылған яңғыҙлыҡ! Меңәр йыл буйына зарығып көтөү! Ҡот осҡос!
Эйе, серле Албаҫтыға ҡағылышлы Һорауҙар бихисап, ә шул һорауҙарҙың береһенә лә яуап юҡ. Яуабы булыр ҙа ине... белеүсеһе табылғанда. Табылмаҫ. Аптырарлыҡ түгелме ни – уның замандаштары, ялбыр йөнлө дәү мамонттар, әллә ҡасан ҡырылып ер йөҙөнән мәңгелеккә юҡ булдылар. Юҡ булдылар ҙа тупраҡ менән ташҡа әйләнделәр. Хәҙерге көндә һирәктәренең генә туңып ҡатҡан мәйеттәре килеп сыҡҡылай. Ә Албаҫты мәйетен күргәндәре юҡ. Бер тапҡыр ҙа! Ниңә? Улар әллә үлемһеҙме? Үҙ ваҡытында, ярты донъяны шаҡырайырға мәжбүр итеп, саҡрым-саҡрым ҡалынлыҡтағы боҙ ҡаплаған мәлдә, улар ни мөғжизә менән иҫән ҡала алған да, әле нисек көн итә? Бөгөн бит боҙ ҡапсыҡ юҡ, уның иреп һыуға әүерелеүенә тиҫтәләрсә мең йыл үткән. Әле Ер йөҙөндә бөтөнләй башҡа мөхит, икенсе төрлө йәшәйеш, ә ул Иблис тоҡомо һаман бар. Бар ғынамы: ул һаман эҙләнә, һаман көтә! Һаман өмөтөн өҙмәй. Ә ни эҙләй, кемде көтә, нимәгә өмөтләнә - бер кем дә әйтә алмай.
- Үҙ ишен саҡыралыр ул, - хистәргә бирелеп киткән Айбулат ауыр көрһөнөп ҡуя, - әллә мәңгелек тарафынан мәңгелеккә йотолған үҙ заманына ынтыламы?
- Эйе, бына ул ябай ғына, шул уҡ ваҡытта ябай кешеләр араһында тиңдәше булмаған таң ҡалырлыҡ ғәжәп көнкүреш, - тойғоларын тыйып тора алмаған Хәлил дә уйҙарын ҡысҡырып әйтә, - беҙҙең алда, Аҫылбаев, тормоштоң үлемһеҙ ҡануны өлгөһө: берәү көтә, ә икенсеһе килмәй ҙә килмәй. Хас та әҙәмдәрсә. Хәйер, ул әҙәм кеүек аҡыллы баш булғандамы, әллә ҡасан уҡ төшөнкөлөккә бирелер ҙә, шул аҡыл тулы башын элмәккә һалыр ине. Уйлап-уйлап йөрөйөм дә ҡайсаҡ шундай һығымтаға килеп ҡуям: аңра тип һаналған хайуаныбыҙ аңлы кешегә ҡарағанда күпкә аҡыллыраҡ та баһаң. Һәр хәлдә, хайуани зат - бер ваҡытта ла! - тиктомалға үҙен-үҙе һәләк итмәҫ. Ә кешеме?.. Уныһын үҙең беләһең...

***
- Хәлил, – ҡайтып барышлай Айбулат йәнә һүҙ ҡуҙғатты.
- Әү.
- Үтенеп һорайым, бөгөнгө ишеткән-күргәндәр барыһы ла икәүбеҙҙен арала ҡалһын ине. Мотлаҡ. Был турала һинең менән мин генә беләбеҙ. Башҡалар өсөн ул һәр ваҡытҡа төндәр буйы «илап» сыҡҡан «мәскәй» булып ҡалырға тейеш.
- Тел төбөңдө төшөнәм, ләкин ҡабатлап әйтеүең... Әллә миңә ышанмайһың инде?
- Ҡабатлауҙан зыян юҡ, Байсалов, уныһын ғына яҡшы аңлайһың... Вәғәҙәме?
- Вәғәҙә - иман.
Дуҫтар шапылдатып усҡа ус һуҡтылар.
- Айбулат, – был юлы һүҙҙе Хәлил башланы.
- Әү.
- Хәҙер миңә шуны әйт: «берданкаңды» ҡалай итерһең?
- Ниндәй мәғәнәлә?
- Һуң, уны бит, юғалды, тинең. Ә юғалған ҡоралды эҙләү кәрәк. Ныҡ итеп. Табылмаған хәлдә уның эйәһенә ниндәйҙер аңлатма биреү тейешле.
- Ә-ә, уны әйтәһеңме? – хәйләкәр йылмайған Айбулат Хәлилгә күҙ ҡыҫа, - уныһына ғына ҡалһа, һис борсолмағыҙ, иптәш капитан. Юғалып ҡайҙа барһын ул. Бына йәмле айҙар етеп, һыу саҡ ҡына имшеһен әле... Әйткәндәй, унда, мылтыҡтан башҡа, тағы ла ҡайһы бер нәмәләр бар... - был юлы ул Ирәндек ҡуйынындағы бөтмәҫ хазиналарға төрттөрә ине, буғай.
Аҫылбаевтың һуңғы һүҙҙәрен тулы мәғәнәһендә аңлап етмәгән Байсалов үҙе алабарман, үҙе тәүәккәл, шул уҡ ваҡытта сабыр һәм баҫалҡы, ҡыйыу холоҡло һәм оло йөрәкле дуҫына күтәрелеп ҡарай ҙа һоҡланып бөтә алмай: ысынлап та, була бит, әй, үҙе бошмаҫ, үҙе ғәжәп тыныс фиғелле кешеләр! Шуларҙың береһе, ана, уның алдында.
Бөгөнгө кисерештәрҙән йөрәкһегән Айбулат көтмәгәндә:
- Ышанаһыңмы-юҡмы, Хәлил, ә мин ул мәмерйәгә барып эләккәнемә хәҙер тамсы ла үкенмәйем. Киреһенсә, шул осраҡты бүләк иткән яҙмышыма рәхмәтлемен, - тип ҡуя.
- Ышанам... бигүк ышанғым килмәһә лә...
Әле йүнләп һурығырға өлгөрмәгән урман юлындағы шыйыҡ мәтене сәсрәтеп, ҙур тиҙлектә елгән «Нива» машинаһының радиоалғысынан талғын моң ағыла:

Көҙҙәр еткән һайын,
Япраҡ ҡойған ҡайын
Яҡты яҙҙа ҡабат йәшәрә.
Ҡалған ғүмер тағы ла
Матур тойолғанда
Йәшәргә лә әле, йәшәргә.
2002 йыл.
 
 (голосов: 2)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Аҡыллы аҡылһыҙҙар. Иҙрис Ноғманов
  • Ҡаҙаҡҡар. Иҙрис Ноғманов
  • Никтыуҙы
  • Процентҡа аҡса алыу йәки Кипмәгән күҙ йәштәре тураһында
  • Әсә йәнен ҡыйыусылар, йәки Буштан килгән фатир менән һынап ҡарау


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.