 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Һабанай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» Оран. Рәйес Түләк
22-11-2009, 19:50 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 1905 |
 |
 |
Мин — яуҙарҙа үлгән башҡорттарҙың Тере рухы — һеҙгә һүҙ ҡушам. Уралтауҙа һеҙ йәшәһен, тиеп, Ҡайта алмай ҡалдыҡ һуғыштан.
Беҙҙең өҫкә баҫып атлайһығыҙ, Был ерҙәрҙә беҙ һәр аҙымда. Башҡорт ерен, һары майҙай күреп, Беҙ тасҡаныҡ йөрәк ҡанында.
Ер өҫтөнә һин дә, һин дә, һин дә Шытып сыҡтың беҙҙең орлоҡтан. Ғүмер баҡый ҡоллоҡ булыр илең Ошо хаҡта әгәр онотһаң.
Аҡһаҡалдар! Белмәйһегеҙ... Һеҙме?! — Буйҙар етмәгәнен терһәккә, Һеҙ бит һаман булмышығыҙ менән Алдар эленеп торған элмәктә.
Быуындарҙан күсереп быуындарға, Һаҡлағанбыҙ икән кем өсөн?! Ҡайҙа иттегеҙ һеҙ Уралтауҙың Ҡар(а)урманын, алтын-көмөшөн?
Был һорауҙы, сабыйың теле менән, Мин һорармын, мең ҡат һорармын. Ҡайҙа, тиеп, бәҫе, күркәмлеге Салауаттан ҡалған Уралдың?!
Һорармын мин — яугир башҡорттарҙың Тере рухы: — Эй, ил инәһе! Башҡортлоҡто баҫҡан ошо ҡәһәр Әллә һинән, һинән киләме?
Һин төкөрҙөңмө әллә иманыңа, Беҙ ҡалдырып киткән ырыҫҡа? Нисә улың илен ташлап китте, Нисә ҡыҙың сыҡты урыҫҡа?
Ниндәй Рәсәй һуң ул туйыу белмәй Башҡорт еркәйенә ҡаныҡҡан? Алтын түгел — беҙҙең һөйәк бит ул, Нефть түгел — ул бит беҙҙең ҡан!
Һеҙҙе урап ятҡан — офоҡ түгел, Ваҡыттыр бит шуны аңларға. Ул бит — беҙҙең ҡәбер. Ҡояш булып, Беҙ ҡалҡабыҙ һеҙҙе барларға.
Йөҙөбөҙ саф, сөнки намыҫ таҙа, Беҙҙең намыҫ ҡанда сайҡалған... Уян, башҡорт!!! Үлгән улдарыңдың Ҡәберенән тороп саң ҡағам! |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Башҡортостаным яңылыҡтары |
|
 |
 |
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы
Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...
Киләсәккә рухи васыят
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...
Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...
Ғәфү итсе, нигеҙем!..
Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...
Булғанда – бүреләй, булмағанда…
Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...
Их, мунсаһы!
Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...
Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?
Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
|
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |