Календарь
« Һабанай 2012 »Д Шш Шр К Й Шб Йш 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
» Иҙеүкәй әмир. Ғайса Хөсәйенов
22-11-2009, 21:17 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 1084
Тарихтар ҡабатлана икән. Ҡайҙа хан – шунда ҡан, ҡайҙа тәхет – шунда ләхет, тигән халыҡ әйтемен тағы ҡабатларға тура килә. Был юлы һүҙ алып барылыр Алтын Урҙаның XIV быуат тарихы, уның Иҙеүкәй әмир эшмәкәрлегенә бәйле ваҡиғалары ла ошо хәҡиҡәтте раҫлай. Улар бер-береһенә сырмалсыҡ булып сорналған тарих сылбыры рәүешле дауам итә икән. Әлбиттә, һәр дәүерҙең үҙенә хас ғибрәттәре, хикмәттәре бар; һәр бер тарихи шәхестең үҙ яҙмышы, үҙ даны һәм үҙ фажиғәһе булыр. Әле бәйән ителер XIV быуаттың айырыуса 60–70-се йылдары Алтын Урҙа дәүләтенең иң боларыҡ заманы. Ошо егерме йыл эсендә генә лә тәхет өсөн көрәштә егерме өс хан алышынған. Күпселеге тәхеттә йыл самаһы ла ултыра алмай, йә бәреп төшөрөлгән, йә үлтерелгән, йә яман үлемдән үҙе ҡасып ҡотолған. Бер саҡ атаһы Йәнебәк ханды үлтереп, Бирҙебәк үҙе тәхеткә менеп ҡунаҡлағаны ғына етмәгән, был яуыз йәлләт тәхет дәғүәләүҙәре ихтимал үҙенең бер туған ун ике ағай-энеләрен дә юҡ итеп бөтөрә. Уның үҙ улдарынан да бары Туҡтамыш исемлеһе генә нисектер иҫән ҡала. Ул да кәнизәктән тыуған бала булыуы менән тәхеткә дәғүә итә алмай – Сыңғыҙ хан аҡ һөйәктәре тармағы түгел. Ҡулы улдары, туғандары ҡанына мансылған ҡатил Бирҙебәк хан үҙе лә, ҡанға ҡан, ҡонға ҡон тигәндәй, оҙаҡламай башкиҫәрҙәр тарафынан үлтерелә. Был янъяллы, үлтереш-һуйышлы йылдар, урыҫ йылъяҙмаларында яҙылғанса, Алтын Урҙаның эске һуғыштар осоро булып тарихҡа теркәлер. Тәхеттәрендә ныҡ ултырыр, шунда аяҡ терәп һөйләшер хандарына һан булмағас, тәхет терәге, ғәскәрҙәр башлығы әмирҙәренең көс-ҡеүәте лә самалы булғандыр инде. Нәҡ ошондай осорҙа күрше Аҡ Урҙа тәхетендә ултырған Ырыҫ хан (урыҫ йылъяҙмаларында ул Урус-хан тип яҙылыр), форсаттан файҙаланып, Алтын Урҙа тәхетен үҙ ҡулына төшөрә, ул ғына етмәгән, тәхетте яу менән алған хан өс ҙур урҙаға эйә бер олуғ хан булыу хаҡында хыяллана башлар. Үҙ урҙаһы тәхетенә өмөт менән йәшәгән Туктамыш, үҙ башынан да яҙып ҡалмаҫ өсөн, бик алыҫҡа, Сәмәрҡәнд ҡалаһына, Тимер әмир ҡанаты аҫтына ҡасып ҡотолор. Аҡһаҡ Тимер сығышы менән атаһы Тарғатай хандың барлас ырыуынан. Ул инде йәшләй үк төрлө яуҙарҙа ҡатнашып сынығыу алған, баһадир тигән шан-шөһрәт ҡаҙанған зат, инде килеп, олос әмире, ил тотҡаһы. Үҙе ултыртҡан ханы тәхеткә эйә икән, ул үҙе илгә эйә, уның ғәмәлдәге хужаһы асылда. Әгәр Тимерҙең шул замандағы уҡ оло уй-теләктәренә килгәндә, улар әле генә Алтын Урҙа тәхетен яулап алған Ырыҫ хандыҡынан артығыраҡ булмаһа, мәгәр һис кенә лә кәмдән түгел – шул уҡ Аҡ, Күк, Алтын Урҙаларҙы үҙ ҡул аҫтына алып, ярты йыһанды биләр йыһангир булмаҡта ниәте. Бының өсөн баһадир әмир ғәскәр, ҡорал көсөн генә түгел, дипломатияны, сәйәсәтте лә оҫта ҡулланырға тейеш, хатта ки хәйлә-мәкерҙәрҙе, төрлө вағыраҡ ысулдарҙы ла мөмкин хәтле ҡулланырға әҙер. Еңеүсегә хөкөм юҡ! Бына Алтын Урҙа хандарының нәҫеле Туҡтамыштың Ырыҫ хандан ҡасып, уға, Тимер әмиргә килеп һыйыныуы үҙе бер ырыҫ, ҡулай бер әмәл, хоҙай биргәне һымаҡ. Әмәле икән, ғәмәле – Тимер ҡулында. Шул заманалар ғәрәп тарихсыһы Шәрәфетдин Езди яҙмаларына ҡарағанда, Тимер әмир Туҡтамышты бик ололап ҡабул иткән. Уға әллә күпме алтын, көмөштәр, затлы кейем-һалымдар бүләк иткән, үҙе менән килгән ҡасҡы юлдаштарына, кескәй нөгәренә ат, дөйә, ҡорал, бөтә кәрәк-яраҡты таратып биргән. Тарихсы яҙыуынса, бүләктәрҙең, һый-хөрмәттең ни саҡлы мул һәм оло булыуын һөйләп тә, яҙып та бөтөрлөк түгел, имеш. Хатта Тимер Туҡтамышты үҙ улынан да былай күреп, фәҡәт улым тип атап йөрөр булған, ти. Алдан тоя белер әмир йәш Туҡтамыштың үҙ ҡанаты аҫтына килеп инеүен ысынлап та хоҙай әмере менән бирелгән ырыҫҡа һанар: уға Аҡ Урҙаның ҙур ғына биләмәһен, Отрар һәм Сауран ҡалаларын оло бүләк рәүешле тапшырып ҡуйыр. Хәйләкәр әмирҙең был бүләгенең үҙ хикмәте бар: ул биләмә әлегә дошмандары ҡулында, имеш, йәш уғлан уны әмир биргән бер ҙур төркөм ҡораллы һыбайлылары менән яулап алырға тейеш. Әмир фарманы уғланға фарыз: шул 1376 йылдың яҙында уҡ Туҡтамыш бирелгән кескәй ғәскәре менән походҡа сыға, башта Сауранды яулап алмаға. Әмәленә ҡарыуы, Ырыҫ хан Сауран, Отрар ҡалалары тирәһе биләмәләрен һаҡларға улы Ҡотлоҡ-Буғаға ғәскәр туплап ебәрергә өлгөрә. Сауран ҡалаһы янында ике уғлан ғәскәре маңлайға маңлай бәрелешә. Был тәүге ҡаты алышта Туҡтамыш еңелә. Әммә Ҡотлоҡ-Буға яуҙа һәләк була, Туҡтамыш иҫән ҡала. Ул еңелһә лә, тәүге ҙур яу сирҡанысын ала. Атай урынына күргән Тимер ҙә был уңышһыҙ походҡа артыҡ борсолмай, Туҡтамышты, тағы сәмләндереберәк, яңы яуға әҙерләй. Хоҙай бер бирһә, бирә торғандыр, күрәһең: әмәлгә таянғандай, тап ошо осорҙа Ырыҫ хан ҡулы аҫтынан ҡасып, икенсе бер аҫыл уғлан Иҙеүкәй батыр Сәмәрҡәнд ҡалаһына килеп юлыға. Быныһы ла Тимер эмиргә күктән төшкән ырыҫтан тойола. Иҙеүкәй батырҙы бер төркөм һыбайлылар башлығы итеп тәғәйенләй һәм үҙ янында тота. Алтын Урҙа тәхетен биләгән Ырыҫ ханды Туҡтамыш менән Иҙеүкәйҙең Аҡһаҡ Тимер ҡанаты аҫтына ҡасып китеүҙәре һәм Аҡ Урҙа тарафынан хәүеф һалыуҙары хафаға төшөрмәй ҡалмай, әлбиттә. Ул ашығыс саралар күрергә мәжбүр. Ырыҫ хан оло улы Тоҡтоҡыя менән тәжрибәле әмире Әлимбәк етәкселегендә Аҡ Урҙа сиктәренә, Сауран ҡалаһы тарафына ҙур ғәскәр ебәрә. Туҡтамыш ғәскәре Алтын Урҙа ғәскәренән дүрт мәртәбә кәм булып сыға. Шуға ҡарамай, Туҡтамыш бирешергә түгел, тиңһеҙ яуға инергә мәжбүр. Ни тиклем хәтәр алышып ҡарамаһын, Туҡтамыш ғәскәре ҡамау эсендә ҡалып, ҡырылып бөтөүгә, үҙе ниндәйҙер һоллоғо менән үлемдән йә тотҡонлоҡтан йырылып сығырға дусар. Тирә-йүнендәге һаҡсы нөгәрҙәре лә ҡырылып бөткәс, дошмандары үҙен тереләй ҡулға алырға булып юлын бүлгәндә, ҡылысы менән киҫкеләп, ҡамауҙан ысҡына. Әммә юлы Һырдаръя ярына етеп терәлә, атын ҡалдырып, ҡаты ағымлы даръяға ташлана. Буръяҡ даръяның яртылығына йөҙөп еткәндә, ярҙан яуҙырылған уҡтарҙың береһе Туҡтамышты ҡаты яралап, үлем сигенә еткермәһенме. Туҡтамыш арғы ярға нисек сығып етә алғандыр, нишләп ярҙағы атлылар һыбай төшөп, ҡаты яралыны әсир алырға ҡыймағандыр, былары тарихҡа билдәһеҙ. Шулай ҙа аҙағыраҡ фарсы тарихсылары был киҫкен хәл хаҡында былайыраҡ фаразлайҙар: Аҡһаҡ Тимер, Ырыҫ хан ғәскәренә ҡарағанда, Туҡтамыш ғәскәренең күпкә кәм икәнен ишетеп, йәһәт кенә Иҙеүкәйҙе бер төркөм һыбайлылар менән ярҙамға ебәргән булған. Үлер хәлгә етешкән Туҡтамышты эҙләп табып, Сәмәрҡәндҡа, Тимер ҡарамағына алып ҡайталар. Шулай итеп, Иҙеүкәй Туҡтамышты ҡотолғоһоҙ үлемдән аралап ҡалған. Быны тарихсылар хоҙайҙың ҡөҙрәтенә, Тимерҙең үҙ башына оло ҡара яу булып төшөр хәтәр яҙмышына, Аллаһы тәғәлә ҡарғышына юрайҙар. Ысынлап та, ул заманда кем киҫтереп әйтә алыр ине икән, Туҡтамыш ханға ҡаршы быуат аҙағында донъялағы иң ҡанлы һәм ҡырғынлы оло яуҙар булмаҫ ине лә, Алтын Урҙаның яҙмышы уңай йүнәлештә ҡеүәтләнеп, тыныс донъялар, йәшәгән дәүләттәр нығынып китмәҫ ине, тип. Тарих тәгәрмәсен ыңғай яҡҡа әйләндерергә ҡай мәлдәрҙә кескәй саралар ҙа ярап ҡалғылай торғандыр, моғайын. Тарихта бындай ҡөҙрәтле мәлдәргә лә йөҙәрләгән миҫал бар. Әммә, нисек кенә булмаһын, Аҡ Урҙа өсөн дәғүәләшеү артабан бик киҫкен төҫ ала. Тиҙҙән Ырыҫ хандан Сәмәрҡәндҡа, Тимер әмиргә ике илсе килеп төшә. Әмир ҡулына тапшырылған хатта: ”Туҡтамыш минең улымды үлтерҙе һәм ҡасып, һиңә барып йәшенде. Ошо дошманымды үҙемә ҡайтар! Әгәр ҡайтармаҫтай булһаң, яу урынын әйт һәм алышҡа сыҡ!” – тиелгән. Быға әмирҙең яуабы ла ҡәтғи: ”Туҡтамыш минең ҡунағым, уны мин бороп ҡайтармам. Әгәр яулаш икән, уға мин әҙер!” Орошло илдән ырыҫ ҡасыр. 1377 йылдың ҡышында Тимер ҙур ғәскәре менән яуға күтәрелә, ҡаршы яҡтан Ырыҫ хан ғәскәре лә килеп етә. Аҡ Урҙаның Сығнаҡ баш ҡалаһында осрашалар. Ләкин ҡышҡы ҡаты һыуыҡтар башланыу сәбәпле, тибен аҙыҡһыҙ ҡалып, меңәрләп аттары ҡырылыу арҡаһында оло яу ҡупмай ҡала. Улай тигәндә лә, Ырыҫ хан төп ғәскәре менән ҡайтып киткәс, әмир уның ҡалған ғәскәрен туҙҙырып, Сауран ҡалаһын алып, Туҡтамышты унда ҡалдыра. Ләкин Туҡтамыш кескәй генә биләмә, ҡала башлығы булып әллә ни оҙаҡ ултыра алмай, вафат булған Ырыҫ хандың улы Тимер-Мәлик ғәскәренән туҡмалып, йәнә Сәмәрҡәндҡа буш ҡул әйләнеп ҡайта. Ҡасҡын йән йәлсемәгәс йәлсемәй икән шул. Тимер әмирҙә лә тимерҙәй түҙемлек бар икән, булдыҡһыҙ ”уғланы” Туҡтамыштан барыбер әле өмөтөн өҙмәй. Яңынан үҙе ҙур ғәскәр менән барып, ғиш-ғишрәт эсенә сумған Тимер-Мәликтең ғәскәрен ҡыйратып, Туҡтамышты был юлы Сығнаҡ ҡалаһына башлыҡ итеп ултыртып ҡайта... Башта Туҡтамыш хаҡында күберәк һөйләүебеҙҙең хикмәте шунда, Иҙеүкәйҙең тормошо һәм бар яҙмышы Туҡтамыш хан эшмәкәрлеге һәм дәүере менән ҡуш ептәй тығыҙ үрелгән. Яҙмыштары таҡ менән йоп ҡатарында. Иҙеүкәй менән Туҡтамыш тиң ҡорҙаштар тиерлек. Улар икеһе лә аҫыл заттан. Иҙеүкәй сығышы менән аҡ манғыт ырыуынан. Атаһы Балтырсаҡ Алтын Урҙа ғәскәренең баш әмирҙәренең береһе. Ырыҫ хан заманында уның улы Иҙеүкәй, тәхеткә яңы ултырған йәш хандың яусыллыҡ сәйәсәте менән килешмәйенсә, Туҡтамыш артынса шул уҡ Тимер әмир ҡанаты аҫтына ҡасып китә. Иң мөһиме, Иҙеүкәй Ырыҫ хандың Тимергә ҡаршы оло яу әҙерләгәнен хәбәр итә, үҙе шунда уҡ һыбайлылар төркөмөнөң башлығы итеп тәғәйенләнә. Алда әйткәнебеҙсә, беренсе яуҙа Туҡтамышты үлемесле хәленән ҡотҡарып ҡала. Батырҙан батыр тыуыр, атаһы Балтырсаҡ кеүек, Иҙеүкәй ҙә баһадир зат булып дан-шөһрәт алыр. Тарихсы Ибн Ғәрәпшаһ тасуирлауынса, Иҙеүкәй ҡоңғорт йөҙлө, урта буйлы, мыҡты кәүҙәле, ғәйәт ҡеүәтле, хатта ҡарап тороуға хәтәр, үҙе бик аҡыллы, йомарт, көлөмһөрәп торор, үткер ҡарашлы, үтә зиһенле кеше була. Тимер Иҙеүкәйҙе үҙенә тағы ла нығыраҡ яҡынайтыу ниәте менәндер инде, үҙ ҡыҙына өйләндереп, кейәүе итә. Оҙаҡламай уға ҙур ғына ғәскәр биреп, Көньяҡ Уралда төпләнергә оҙата. Брокгауз менән Ефрон энциклопедияһы Иҙеүкәйҙе был төбәктең оло бейе тип атай. Һәр хәлдә, Тимерҙең Иҙеүкәйҙе Уралға ҙур ғәскәр менән ебәреүе осраҡлы күренеш түгел. Тимер әмирҙең Туҡтамышҡа ышанысы ла башта ҙурҙан булғандыр, тиергә кәрәк. Уның оло стратегик һәм сәйәси ниәте әлеге шул үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырған Туҡтамыш менән Иҙеүкәй ярҙамында, уларҙың ҡулы менән Алтын Урҙаны үҙ йоғонтоһо аҫтына алыу бит. Өҫтәмә ғәскәрҙәр биргәс, йәнә Алтын Урҙаның бер нисә атаҡлы уғланы һәм әмире үҙ ғәскәрҙәре менән Туҡтамыш яғына сыҡҡас, йәш әмир ҡеүәтләнеп китеп, 1380 йылдың яҙында Яйыҡ – Оло Иҙел тарафтарына ҙур походҡа ҡуҙғала. Алтын, Күк Урҙаның Урал менән Каспий диңгеҙҙәре аралығындағы, Яйыҡ, Иҙел буйҙарындағы ғәскәрҙәрен ҡыйратып, Туҡтамыш ғәскәре Һарай ҡалаһына бәреп инә, баш әмир Мамайҙы үҙ биләмәләренән Ҡырымғаса ҡыҫырыҡлап сығара. Шулай итеп, Туҡтамыш әмир Алтын Урҙаның уға ҡаршы һуғышҡан ханын һәм эмирҙәрен яуҙа үлтереп, ҡулға эләккәндәрен язалап, бер йыл эсендә тәхеткә лә хужа булып ала. Һуғыштарҙың береһендә Туҡтамыш әмирҙәрҙең әмире Балтырсаҡты – Иҙеүкәйҙең атаһын да ҡулына төшөрә. Уны үҙенә хеҙмәт итергә өгөтләп ҡарай тәхет яулаған хан. Ләкин баһадир әмир уға буйһоноуҙан баш тарта һәм Туҡтамыш тарафынан язалап үлтерелә. Туҡтамыш хан өсөн был һәләкәтле була. Ошонан Иҙеүкәй менән улар мәңгелек ҡан дошманға әйләнә. Туҡтамыш хандың тәхеткә ултырыуының тәүге осоронда Иҙеүкәй менән мөнәсәбәттәре хаҡында тарихта асыҡ ҡына мәғлүмәттәр юҡ. Уның Тимер ебәргән үҙ тыуған яҡтарында, Көнсығыш олоста һаман әмир булып ҡалыуы бик мөмкин. Хан менән аралашыуҙары, һалҡынса мөнәсәбәттәре хан һарайында оло мәжлестәрҙә генә булғанға оҡшай. Иҙеүкәйҙең Ырыҫ хандың улы Тимер Ҡотлоҡтоң ҡыҙына өйләнеп, элекке хан ҡорона яҡынайыуы ла һис осраҡлы түгелдер. Тәхетендә нығынғас, заманында үҙен ҡотҡарыусыға, тәхеткә ултыртыусыға Туҡтамыш хан хәҙер яман дошманы икәнен күрһәтә. Ит изгелек, көт яуызлыҡ тигәндәре тап шул инде. Атаһына ҡаршы ҡул күтәргән улдың үҙе туҡмаҡ алған шикелле, Тимер морондоҡ Туҡтамышын Харәзм тарафы ҡом сәхрәләрендә бүтән яу ҡубартмаҫлыҡ итеп ҡыйратып ташлай. Был яуҙарҙа Тимер яғында тороп Иҙеүкәй ҙә ҡатнаша. Артабан Иҙеүкәйҙең Тимерҙе Алтын Урҙаны тотошлай яулап алырға өндәүе хаҡында ғәрәп тарихсыһы Ибн Ғәрәпшаһтың шундай яҙмаһы һаҡланып ҡалған: ”Олуғ әмирем, Һин алыҫ илдәргә, әллә ниндәй ташландыҡ, таулы-сүлле ерҙәргә гел күҙ ташлайһың, шулай үҙеңде хәтәр ҡурҡыныстар аҫтына ҡуяһың, әллә күпме һырттар, бушлыҡтар кисәһең. Үҙең төрлө сәфәр, сәйәхәт китаптары уҡыған булаһың, ә яҡында, күҙ алдында ятҡан байлыҡты абайламайһың һәм шуларҙы яйлы һәм еңел генә ҡулға төшөрөүҙе уйламайһың. Ә нигә һиңә йоҡомһорап ятырға? Нигә шимал тарафына яу сығыуҙы һуҙырға? Уян һәм ҡуҙғалсы бер, олуғ әмирем! Мин Һинең уң ҡулың булырға әҙермен! Һинең юлында кәртә булыр һәм баш һалмаҫ ҡәлғәләр юҡ, Һин кисә алмаҫ даръялар юҡ. Һиңә ҡаршы сыҙар ҡылыстар юҡ. Ул яҡта ҡоро әтрәгәләм вә һармаҡтар ғына. Ә ундағы байлыҡ тиһәң, иҫәбе-хисабы юҡ, көрәп кенә алаһы, хисапһыҙ мал-тыуарҙарын көтөү-көтөү өйөрөлтөп ҡыуып китәһе генә. Һәммәһе үҙ аяҡтары менән инер хазина. Әҙер хазина!..” Берәҙәк әмирҙең ҡотортоуы етә ҡала, олуғ әмир хуплап та ала – Алтын Урҙаға ҡарай оло походҡа әҙерлек башлана. Яугир йыһангирҙың ғәскәре шундай: оран булдымы – ул юлда. Яу хәбәрен ишетеү менән, быға әҙерлекһеҙ Туҡтамыш хандан илселек тә килеп төшә. Тимер, ғәҙәтенсә, илселекте тәкәллефле ҡаршы алыр, ҡиммәтле ҡарсыға, йылҡылдап уйнап торған туғыҙ толпар, башҡа бүләктәрен ҡабул итер. Һурғысын ватып, хандың мәктүб хатын уҡыр: "Бәктәрҙең бәге, әмирҙәрҙең әмире олуғ Тимер ғәли йәнәптәре, атай урынындағы олуғым, миндәй вайымһыҙыраҡ хан уғлын ғәфү итһәңсе, төшөнмәй ебәргән ғәйеп вә хаталарымды кисерһәңсе, ҡотҡосолар һүҙенә ҡарап яу сапҡанымды онотһаңсы, үҙ-ара, ил-ара туғанлыҡ, именлек, солохлоҡ һаҡлаһаҡсы,” – кеүек һүҙҙәренә иғтибар итер. Әммә олуғ әмир хыянатсыны кисермәҫ, күңеле, киреһенсә, асыу менән тулыр, үс менән ҡайнар. Ялған, хәйләкәр һәм мәкерле һүҙҙәренә остоҡ та ышанмаҫ. Яуап мәктүбендә изгелегенә яуызлыҡ менән яуаплашыуҙарын, яуҙарын иҫенә төшөрөр, бер генә һүҙенең, вәғәҙәләренең хаҡ булмауын әйтер, солохто боҙоуҙарын ғәйепләр. Илселәрҙе кире илдәренә оҙатҡанда телдән шуны ла өҫтәр: ”Әгәр хандың ил-ара тыныслыҡ, аманлыҡ теләгәне ысын булһа, беҙгә Ғәли бәкте ебәрһен! Беҙҙең өсөн нимә кәрәк һәм ниндәй шарт, шуларҙы бәк һәм әмирҙәре менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшербеҙ". Шунан олуғ әмир үҙе 1391 йылдың 21 февралендә Сәмәрҡәндта ҡоролтай йыйып, үҙ ханы, уғландары, әмирҙәре менән кәңәшләшә лә, ҡоролтайҙың яуға ҡарарын алып, төп ғәскәрҙәре менән оҙон-оҙаҡ походҡа ҡуҙғала. Туҡтамыштың хан һарайында Тимерҙең оло яу булып, февралдә үк походҡа сыҡҡанын бары апрель айында ғына ишетәләр. Был арала инде Тимер ғәскәре Яйыҡ буйҙарына, Көньяҡ Уралтау тармаҡтарына килеп еткән булыр. 1391 йылдың йәй башында, июлдең урталарында Башҡортостандан көнбайышта, Ҡондорса йылғаһы туғайлыҡтарында Тимер әмир ғәскәре менән Туҡтамыш хан ғәскәренең өс көн, өс төн буйы барған, донъя тарихы кимәлендәге иң ҙур һуғыштарҙың береһе үтер. Ике яҡтан да ике йөҙ меңешәр ғәскәр ҡатнашҡан был хәтәр ҡанлы мәхшәрҙә йөҙәр меңләгән кеше ҡырылыр, шунса тиерлек аттар ятып ҡалыр, яу ҡорал-ҡорамалдары ҡыйралыр, йорт-ҡаралтылар яныр. Әгәр был ғәләмәт дәү һәм ҡанлы һуғышта Тимер әмир ғәскәренән ҡатнашҡан яугирҙарҙың һәр береһенең түбәндәгесә аты, ҡоралы, яу-юл ҡорамалы булғанын һанап ҡараһаҡ, бының күҙ алдына килтерерлек түгел ҙурлығы һәм күпмелер һаны тоҫмаллана алыр: унда һәр яугирҙың юлға бер йыллыҡ аҙығы, дүрт баш һарығы, берәр менге, ике һыбайлыға өҫтәмә берәр аты, бер һаҙаҡ, утыҙ уҡ, ҡылыс менән ҡалҡаны, ун кешегә бер тирмәһе, һәр тирмәлә балтаһы, бысағы, көрәге, урағы, бысҡыһы һәм башҡа кәрәк-ярағы булыр. Быны ябай ғына күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ҡондорса яландары буйында өс йөҙ меңләп яугирҙың, аттарының үлеп, ҡылыстан киҫелеп, һөңгөнән сәнселеп ятып ҡалыуҙарын, өйөм-өйөм үлектәрен уйҙан кисереүе лә ауыр. Был яман һуғышта Туҡтамыш хан ғәскәре тамам ҡыйралып бөтә, һырт биреп ҡасҡандары ғына имен ҡалғылаһа ла, уларын да Тимер ғәскәре ҡыуып етеп, әсир итә йәиһә ҡылыстан үткәрә. Аҙаҡ еңеүсе Тимер ғәскәре Алтын Урҙа ауылдарын, Иҙел буйындағы ҡалаларын талап, яндыраһын яндырып, емерәһен емереп, үҙҙәре менән хисапһыҙ яу улъялары тейәп, һанһыҙ мал көтөүҙәре ҡыуып, байтаҡ халҡын әсир итеп, үҙ илдәренә алып ҡайталар. Был һуғышта үҙ төмәндәре менән Иҙеүкәй әмир ҙә ҡатнаша, тиңһеҙ ғәйрәтлектәр күрһәтә. Туҡтамыш иһә бер төркөм нөгәрҙәре менән генә хәтәр язанан ҡотолоп ҡасып ҡала, ҡай тарафҡалыр эҙен юйҙыра. Үтә сос һәм алдан һиҙемләүсән Иҙеүкәй был һуғыштың аҙағын һәм һөҙөмтәләрен самалап, бергә яуға ингән, һүҙенә һәр саҡ ҡолаҡ һалған Тимер-Ҡотлоҡ хан затына алдан уҡ шундай кәңәштәрен бирә: үҙ ҡул аҫтындағы төп көстө мөмкин хәтле һаҡларға тырышырға, бында йыйған өҫтәмә көстө һуғышҡа индермәҫкә, Алтын Урҙа әсирҙәрен күберәк үҙ ҡулына алырға тырышырға. Тимер әмир барыбер сит, килер-китер. Ә һеҙгә бында йәшәмәгә һәм хакимлыҡ итмәгә! Иҙеүкәйҙең шундай кәңәшен тотоп, булаһы хан Тимер-Ҡотлоҡ ҙур ғына ғәскәренең байтағын имен-аман һаҡлап ҡала. Шулар ярҙамында аҙаҡ Тимер-Ҡотлоҡ Алтын Урҙа тәхетенә хан булып ултыра ла. Шуныһын да әйтеп үтәйек: Иҙеүкәй башҡорттар араһынан да ҙур ғына ғәскәр туплай, уларҙы ла ҡырылыштан һаҡлап ҡала. Илдә ҡалған башҡорттарға оло яу үтәһе юлдан ситкәрәк китеп, тау эстәренә күсеп торорға бойора. Тағы бер ҡыйыу аҙымға бара был юлы Иҙеүкәй әмир: ул Тимер әмере буйынса үҙен Туҡтамыш хандың ҡыйратылған ғәскәр ҡалдыҡтарын йыйырға ҡалдырыуын үтенеп һорап ала. Унан, үҙе бында ҡалдырылғанда Алтын Урҙала Тимер өсөн уңайлы һәм уға буйһоноусан ханды тәхеткә ултыртыуҙа ярҙамлашасағын да вәғәҙә итә. Үҙен яҡлар һәм һаҡлар ышаныслы әмирҙәрҙе лә ҡалдырта. Олостарҙы нығытырға ниәтләй. Әммә ләкин матур ҡоролған уй-ниәттәр йәһәт кенә ғәмәлгә ашып та бармай икән шул. Ҡондорса һуғышында ғәскәре тамам ҡыйратылған, тәхетенән яҙған Туҡтамыш хан, ҡаты яраланған йыртҡыс кеүек ҡасып ҡотолоп, Литва ерендә яраһын уңалтып, яңынан тәхетен дауларға, Ҡара диңгеҙ буйҙарындағы биләмәләрен аяҡҡа баҫтырырға тотонмаһынмы. Тарихтар ҡабатлана икән шул. Яңынан ғәскәр туплап алған Туҡтамышты туҡтатыр өсөн 1395 йылда Ирандан Кавказ тауҙары аша, Алтын Урҙаның көньяк сиктәренә оло ғәскәре менән килеп еткән Тимер әмир йәнә хәтәр һуғыш башлай. Ҡайта ҡупҡан дау яман, ҡайта сапҡан яу яман, тигән боронғолар. Ике яҡтан бында тағы йөҙ меңләп ғәскәр ҡырыла. Хатта Тимер яғында һуғышҡан Иҙеүкәй әмир Туҡтамыш яҡлы бер туған ағаһы Исабәк әмир ғәскәре менән ҡара-ҡаршы бәрелешергә мәжбүр. Туҡтамыш ғәскәрҙәре тағы еңелә, тәхетһеҙ хан тағы Литва кенәзлегенә ҡасып ҡотола. Ә Аҡһаҡ Тимер ғәскәре, Алтын Урҙаны бөтөнләй юҡҡа сығарырға ниәтләп, Ҡара диңгеҙ, Волга буйҙарын, хатта урыҫ кенәзлектәре ерҙәрен ут-ялҡынға сорнап, күп ҡалаларын емертеп, хисапһыҙ улъялар йыйып, йәнә үҙ Мәүрәннәһере биләмәләренә, Сәмәрҡәнд пайтәхетенә әйләнеп ҡайта. Иҙеүкәй иһә оҙаҡламай үҙенең яуҙашы Тимер-Ҡотлоҡто Алтын Урҙаның ханы итеп тәхетенә ултырта. Аҙаҡ тарихи хәл-ваҡиғалар тағы бер төрлөрәк ҡабатлана: Туҡтамыш йәнә бөйөк кенәз Витовт (Витаутас) ҡанаты аҫтына һыйына, яңынан ҡалдыҡ-боҫтоҡ нөгәрҙәренән ғәскәр ойоштора. Ә Литва дәүләте башлығы Витовттың төп ниәте – Туҡтамыш ханға тәхетен яулап алып бирешеү һылтауы менән Алтын Урҙаны үҙенә буйһондороу, сателлиты итеү. Иҙеүкәй әмир менән Тимер-Ҡотлоҡ хан да йоҡлап ятмай, Туҡтамыштың кире олуғ иленә, тәхетенә хужа булыу уй-ниәттәрен яҡшы беләләр, Литва тарафынан яу-һөжүм булырын аныҡ тоялар. Мәғлүм, Литва кейәҙенең 1397 йылда Дон буйына, 1398 йылда Днепр тамағына тиклем яу сапҡаны бар. Инде өсөнсөһөнә сыҡмаҡсы. Кенәз, етмәһә, урыҫ йылъяҙмаларында теркәлеп ҡалыуынса, Урҙа ерҙәрен баҫып алабыҙ, Тимер-Ҡотлоҡ ханды ҡолатып, тәхетенә Туҡтамыш хандың үҙен ултыртабыҙ, Ҡырым, Аҙау, Әстерхан, Ҡара диңгеҙ буйы, Яйыҡ буйы, Ҡазан ерҙәрендә беҙ ҡуйған хакимдар булыр, тип донъяға хәбәр тарата. Бөйөк кенәз һүҙе буш ҡыуыҡ ҡына булмаған, күрәһең. 1399 йылда Днепрҙың урта ағымы буйҙарында ғәскәр туплап, яуға әҙерләнә. Баштан-аяҡ тимер кейемдәр менән ҡапланған яугирҙары, ут атыр туптары ҡот алып хәрәкәт итә. Оло яу тәжрибәһеҙ Тимер-Ҡотлоҡтоң ҡотон осора: ғәскәре әле һуғышҡа әҙер түгел, көсө самалы, әмирҙәре тарҡау. Атлы, туплы дошманы ҡара яуҙай бер юлы ябырылһа, ғәскәрен иҙеп кенә үтәсәк, ҡалғанын ҡуй-һарыҡтай берәм-берәм ҡырасаҡ. Бер генә сара ҡала: мөмкин тиклем ваҡытты һуҙырға, тыныс килешеү юлдарын эҙләргә, солох төҙөргә. Бындай шарттарҙа солох еңелеү, баш һалыу менән бер. Шулай баш ороп, икенсе илдең ҡул аҫтында исем өсөн тәхетен һаҡлап ҡалыу ҡәҙерлерәк күренгәндер, бәлки, хан затына. Бына ошо иң киҫкен мәлдә Иҙеүкәй ҙур ғәскәре менән хан ставкаһына килеп етә. Ҡойолоп төшкән ханға бер аҙ йән инә. Иҙеүкәй Тимер-Ҡотлоҡ ханды дошманы алдында баш эйергә түгел, ә һуғышырға, һис бирешмәҫкә күндерә. Оҙон юлдан килгән ғәскәрҙе бер аҙ хәл алдырыу һәм яуға әҙерләү өсөн ваҡытты һуҙыу мөһим. Бында ла әмәлен һәм хәйләһен тиҙ таба Иҙеүкәй. Алтын Урҙа ғәскәрҙәренең башлығы булараҡ, Иҙеүкәй үҙе йәнә бөйөк кенәз Витовтҡа хат ебәрә. Урыҫ йылъяҙмаларына ла инеп ҡалған был хаттың йөкмәткеһе түбәндәгесә: ”Великий Литовск князь, выдай ми царя беглого Тохтамыша, враг ми есть и не могу терпети, слышав его жива суща и у тебя живуща; пременяет бо ся житие сие: днесь – царь, а утро – беглец, днесь – богат, а утро – нищь, днесь имеет други, а утро же – враги, аз же боюсь и своих, не токмо чужих; царь же Тохтамыш чужд им есть и враг зол, тем же выдай ми его, а что около его ни есть, то – тебе”. Үҙ ғәскәре көсөнә ышанған һәм үтә һауалы бөйөк кенәз Витовт, билдәле, Иҙеүкәй әмирҙең талабын кире ҡаға, һуғыш башлау менән янай. Икенсе хатында Иҙеүкәй һуғышырға түгел, күрше илдәр булараҡ, килешеп йәшәргә, әммә Алтын Урҙаға яһаҡ түләргә, үҙҙәренең Литвала һуҡҡан аҡсаһына Иҙеүкәй әмир тамғаһын ҡуйырға ла бойора. Әлбиттә, бындай хатты бөйөк кенәз мыҫҡыллау, ультиматум күреп ҡабул итә. Был осор Бурһыҡлы йылғаһы буйында ике яҡ ғәскәренең йылға аша ҡара-ҡаршы тупланып өлгөргән сағы (урыҫ ҡулъяҙмаларында Бурскла тип боҙоп яҙылған, хәҙерге карталарҙа Ворскла тип күрһәтелә). 1399 йылдың 12 август таңында Литва кенәзе ғәскәрҙәре туптарҙан атып яу башлай. Ләкин Иҙеүкәй әмир, алғы ғәскәрен яуға индерәһе урынға, кире сигенә, гүйә, ҡасып юҡ була. Витовт менән Туҡтамыш атлылары йылғаны кистереп, тәрән урынында йөҙҙөрөп сығып, дошмандарын ҡыуып етергә һәм ҡырып һалырға ташлана. Улар артынса бөтә ғәскәр әллә нисәмә саҡырымдар һуҙылып, туғайлыҡтарға тула. Иҙеүкәй, дошманының ут бөрккән туптарынан ҡырылмаҫ, ҡамалып ҡалмаҫ өсөн, ошо туғайлыҡтарҙа һуғышырға була. Әмир үҙе төп ғәскәре менән дошмандың бер флангыһынан, Тимер-Ҡотлоҡ хан икенсе яҡтан ҡапыл һөжүм итеп, литваларҙы ҡамап алалар. Иң башта алғы рәттәге Туҡтамыш һыбайлылары һырт бирә, Туҡтамыш үҙе бер өйөр һаҡсылары менән генә ҡасып ҡотолорға өлгөрә. Литва ғәскәре лә ҡыйратылып, һаҡсы нөгәрҙәре бөйөк кенәздәрен ҡамауҙан саҡ йырып һаҡлап ҡала ала. Иге-сиге күренмәгән һуғыш яланында дошмандың үле, ҡаты яралы һалдаттары, обоздары, туптары, бүтән яу ҡорамалдары өйөлөп ятып ҡала. Иҙеүкәй ғәскәре ҡаршы яуҙа литваларҙы ике йөҙ саҡырым буйы тын да алдырмай эҙәрләп, ҡылыстан үткәреп, Киев ҡалаһына тиклем ҡыуып барып етә. Витовт ғәскәре тамам тармар ителә. Киев кенәзлеге, ҙур аҡса түләп, таланыуҙан һәм емертелеүҙән ҡотолоп ҡала. ”Князь Эдигей, славный умом и мужеством, он был вторым Мамаем в Орде и повеловал ханом, – тип яҙа атаҡлы рус тарихсыһы Н.М.Карамзин. – В Броскли ужасное кровопролитие продолжалось до самой глубокой ночи. Ни Чингисхан, ни Батый не одерживали победы совершеннейшей” (Соч. Т.5, 95, 96-сы биттәр). Шулай тарихҡа Бурһыҡлы һуғышы булып ингән был оло һуғыш Иҙеүкәй әмир етәкселегендә Алтын Урҙаның еңеүе, Литва кенәзлегенең еңелеүе, Туҡтамыш хандың Себер яғына ҡасып китеүе менән тамамлана. Уралы йылан менән уйнама, урҙалы ил менән яулашма, тигән әйтем, бәлки, шул замандан ҡалғандыр. Ошо уҡ һуғыш йылында әллә яуҙа яраланыуҙан, әллә ауырып, Тимер-Ҡотлоҡ хан вафат була. Әмирҙәрҙең әмире, оло яуҙа еңеп сығыусы Иҙеүкәй асылда бөтөн Алтын Урҙаның берҙән-бер хакимы, ил башлығы булып нығына. Был һуғыштан һуң урыҫ кенәзлектәре Литва менән Польша ҡулы аҫтында ҡалыуҙан ҡотола. Был хаҡта Н.М.Карамзин тағы анығыраҡ итеп әйтә: ”Мәскәү үҙенең күтәрелеп һәм нығынып китеүе менән Алтын Урҙаға бурыслы. Әгәр урыҫ ерҙәре Урҙа ҡарамағында ҡалмаһа, уларҙы, ғөмүмән, Рәсәй ерҙәрен Литва, Польша, Венгрия һәм Швеция күптән һәм, бәлки, мәңгелеккә үҙ-ара бүлешеп алған булырҙар ине”. Литва менән Польшаға ҡаршы артабанғы көрәшкә Иҙеүкәй урыҫ кенәздәрен йәлеп итә. Ул бигерәк тә Суздаль, Рязань, Владимир кенәзлектәре менән тығыҙ хәрби бәйләнештә була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге тарихсылар, Литва менән Польшаға ҡаршылыҡ осоро тарихын боҙоп күрһәтеп, Иҙеүкәй исемен тамам онотоп ебәрәләр. Нуғай хандан һуң Алтын Урҙаның Дунай, Днестр буйы, өлөшсә Днепр буйҙарына саҡлы ерҙәре Венгрия, Польша, Литва тарафынан ҡыҫырыҡлана килгәндә, Иҙеүкәй был көнбайыш сиктәрҙе нығытыу, әүәлге биләмәләренең күп кенә өлөшөн яңынан үҙ ҡулына алыу буйынса байтаҡ эш башҡара. Нуғай хан нигеҙләгән Нуғай Урҙаһының сиктәрен Иҙеүкәй көнбайышта Дунайҙан алып көнсығышта Яйыҡ буйҙарынаса, Урал тауҙарының көнсығыш итәктәренәсә һуҙып, көслө бер урҙа кимәленә еткерә, Һарайсыҡты баш ҡалаһы итеп нығыта. Иҙеүкәй әмир бөтөн хакимиәтте үҙ ҡулына алғас, Алтын Урҙа дәүләте яңынан ҡеүәтләнеп китә. Ул XV быуат башында Каспий менән Арал диңгеҙҙәре арауығындағы Харәзм биләмәләрен дә үҙ ҡарамағына ала. Литва, Польша, Венгрия күпселек урыҫ кенәзлектәре менән бағланышты башлыса дипломатик мөнәсәбәттәргә нигеҙләнеп ҡора. Һалым мәсьәләләре лә тейешенсә юлға һалына. Шул заманда урыҫ йылъяҙмалары билдәләүенсә, ”Иҙеүкәй бөтөн урҙаның бөйөк кенәзе, үҙе ғәйәт ҡеүәтле, ныҡлы һәм батыр зат”. Шул уҡ ваҡытта уның үтә хәйләкәр һәм мәкерле икәнлеген дә әйтәләр. Әлбиттә, Иҙеүкәй әмир Алтын Урҙа менән тыныслыҡ мөнәсәбәтендәге, һалымдарҙы даими түләп килгән кенәзлектәрҙе яҡлаһа һәм дуҫ күрһә, уға буйһонмаған, яһаҡ, һалым түләмәй башлаған кенәзлектәрҙе көслөк менән дә буйһондороу тактикаһын тотҡан. Мәскәү кенәзлегенә ҡаршы бер походы ла ошоларға бәйле. Тимер әмир империяһы менән Иҙеүкәй әмир дуҫлыҡ, туғанлыҡ принциптарын тотоп эш итергә тырыша. Илселектәр менән алышыуҙар була, хан заттарынан ҡыҙ бирешеүҙәр күрелә. Никон йылъяҙмаһында Иҙеүкәйҙең урыҫ кенәзлектәре менән сауҙа эшен, хәрби һәм дипломатик бәйләнештәрҙе нигеҙҙә рәсми рәүештә юлға һалғанлығы күрһәтелә. Иҙеүкәй әмир дәүерендә Мысыр – Египет менән дә дипломатик мөнәсәбәттәр тергеҙелә. Әммә был дәүерҙә лә ыңғай үҫешкә ҡамасаулаған кире күренештәр етерлек, хатта ки хәттин ашырлыҡ була. Тәхет бар ерҙә ләхет бар һыҙығын ғына алайыҡ. Литва кенәзе Витовт ғәскәре сафындағы Туҡтамыш хан иҫән ҡалған кескәй генә төркөмө менән алыҫҡа ҡасып китеп, Себер ханлығына йәшеренә. Төмән ҡәлғәһенә яҡын ерҙә үҙенә кескәй генә олос ҡороп, оло яуҙа алған тән вә йән яраларын бөтәштерергә, яйлап яңы ғәскәр тупларға тотона. Тәхеттән ҡыуылған, иленән ҡасҡан ханың ниндәй хәлгә төшмәһен, төп уй-ниәте булып барыбер кире тәхетен даулау ҡала, әлбиттә. Быны яҡшы аңлаған Иҙеүкәй әмир ил менән булыр бөтөн эш-хәстәрҙәрен Тимер-Ҡотлоҡ хан ҡулына тапшырып, Туҡтамышты эҙәрләр ауыр, алыҫ юлға йүнәлер. Тәҡдир юлдарын да алдан белеп булмай шул: Иҙеүкәй китеү менән, тәҡдире етептер инде, тәхеттәге ханы вафат булыр, тәхет буш ҡалыр, был тирәлә әмир юҡлыҡтан файҙаланып, төрлө ғауғалы-янъяллы хәлдәр ҡубыр. Иҙеүкәй быларҙы Себергә еткәс ишетә-ишетеүен, ләкин төп маҡсатын үтәмәй, тәхет дәғүәсеһе Туҡтамыштың башына етмәй ҡайта алмай, әлбиттә. Ләкин әмирҙең тәхетһеҙ хан менән тәүге бәрелеше уңышһыҙ сыға, айҙар буйы һуҙылған ауыр, оҙон юлда йонсоған ғәскәре Туҡтамыштан еңелеп, кире боролорға мәжбүр. Был бәрелеште Туҡтамыш менән яулашыуының ун бишенсеһе, тиҙәр тарихсылар. Тимәк, әмирҙәрҙең әмиренең көрәштәре фәҡәт еңеүҙәрҙән генә тормай, еңелгән саҡтары ла була икән. Был юлы Иҙеүкәй Урал тарафына китеп, башҡорттар араһынан ҙур ғәскәр туплап, тағы Туҡтамыш хандың олосона үтеп инә. Шул мәл үҙе ебәргән күҙәтселәренән Туҡтамыштың ғәскәренән ситтә йәшәп ятҡанын белеп, үҙе һайланма нөгәрҙәре менән төнөн аңғармаҫтан барып баҫа һәм яуыз дошманын шулай үлтереп ташлай. Ханһыҙ ҡалған ғәскәре һуғышһыҙ-ниһеҙ Иҙеүкәйгә баш һала. Был ваҡиға самаса 1400 йылда Төмән ҡәлғәһе янында булырға тейеш. Алтын Урҙаның ханһыҙ ҡалған буш тәхетен әмирҙәрҙең әмире, бөйөк ғәскәр башлығы Иҙеүкәй үҙе биләрлек тә бит, тик Сыңғыҙ хан ҡануны, күк ҡан хан нәҫеле түгеллек тота. Оло абруйлыҡ вә көс-ҡеүәт менән алынған тәхеттән фәтүә булмаҫ, Һарай ҡалаға ҡайтып, сыңғыҙлылар нәҫел ебенән Йәнебәкте тәхеткә хан итеп ултырта. Ул хан исеменән сығарылған тәүге аҡса ла 1400 йылға ҡарай. Тимәк, Туҡтамыштың үлтерелеүе лә тап ошо йыл. Йәнебәк хан осоронда сыҡҡан аҡсаларҙың Ҡырымда, Аҙау, Әстерхан, Дербент, Баку, Харәзм ҡалаларында һуғылыуы Иҙеүкәй әмир заманында Алтын Урҙа сиктәренең әүәлгесә Днепр, Ҡырым, Кавказ аръяғы, Каспий диңгеҙе, Харәзм яҡтарында бик киң ерҙәрҙе биләп ятыуы хаҡында һөйләй. Бөйөк әмирҙәргә хандарҙы ҡурсалап тәхеткә ултыртыу һис етмәй икән шул әле. Берҙән, уларҙың бәғзеләре тәхеткә ултырып, ханлыҡ дәрәжәһе тәмен белеп алғас, хәленән киләме, юҡмы, ысын хан, илгә төп хужа булып алырға дәғүәләшер, төрлө дау-ғәләмәттәр ҡорорға, аҫтыртын эш ҡылырға керешер. Икенсенән, быныһы тағы хәтәрерәге, үлгән йәки үлтерелгән хандың ҡатындарынан – ханшаларҙан тыуған унлап ир балалар үҫеп етеп, ир ҡорона ингән булыр. Улары үҙ сиратында йә сиратһыҙ тәхет даулар. Ҡайһы бер тарихи яҙмаларға ҡарағанда, Туҡтамыш хан Бурһыҡлы йылғаһы буйындағы оло һуғышта Иҙеүкәй ғәскәре тарафынан тағы ҡыйратылып, Себергә ҡасҡас, Аҡһаҡ Тимер менән бәйләнешкә инеп, унан яҡлау табып, Алтын Урҙаға тағы яу менән уҡталышмаҡсы булған икән. Үлтерелеп кенә яман ниәте ғәмәлгә ашмаған. Шуныһы ғәжәп, аҡыллыларҙан аҡыллы, бәктәрҙең бәге тигән Тимер әмир йәш сағында Туҡтамышты үҙ ҡанаты аҫтына ала. Хан булып тәхеткә ултырғас, баш эймәҫ булып киткәс, уға ҡаршы өс тапҡыр иҫ китмәле һуғыштар ойоштора, илен арҡырыһына-буйына талап, емертеп сыға. Шул ҡан дошманын аҙаҡ тағы ярлыҡап, оло ғәскәр биреп, яу астырмаҡсы. Ғәжәп, тимер ҡуллы Тимерҙең бер ҡулы үҙ яғына эшләһә, икенсе ҡулы мәкерле рәүештә дошманы файҙаһына эшләргә әҙер. Аҡһаҡ аяғы ла шау кирегә аҡһайҙыр инде. Хәҙер хатта шулай фараз ҡылырға мөмкин: XIV быуатта ил башында Туҡтамыш хан ише һуғыш суҡмары ултырмаһа, ярты донъяны яулап алған йыһангир Тимер әмирҙәрҙең әмире, 1391 һәм 1395 йылдарҙа ике тапҡыр иҫ китмәле оло һуғыш ҡубарып, Алтын Урҙаны он-талҡан килтермәһә, урта быуаттарҙа олуғ ҡыпсаҡ дәүләте артабан Евразия киңлектәрендәге иң ҡеүәтле һәм данлыҡлы бөйөк ил булып нығыныр ине. Әммә әлеге тарихи шәхестәрҙең шундай ҡапма-ҡаршы яҡтарына ғына түгел, тарихтың сырмалсыҡ ҡаршылыҡтарына ғәжәптәр итерлек шул. Һөйләгән тарихыбыҙға ҡайтайык: үлтерелгән Туҡтамыш хандан хәҙер ҡурҡыныс юҡ, уның иҫән, үҫеп еткән, тәхет даулар тиҫтәгә яҡын улдарынан хәтәр ҙур. Тәхет тирәһе лә тыныс түгел. Иҙеүкәй әмир ил эштәре менән олостарға сығып киткән араларҙа Йәнебәк хан, әллә тәхет тәмен белеп алып, әллә ҡотортоусылары күбәйеп, ҡайтыуына төрлө ғауғалар сығарып, баш әмиргә баш бирмәй булаша башлар, әллә ниндәй низағтар ҡороп, аҫтан ут йөрөтөр. Әмирҙең ҡайтып төшөп үс алыуынан ҡурҡып, Йәнебәк Дербент ҡалаһына, Кавказ тауы араһына ҡасып китер. Яҙмышҡынаһы шулдыр, шунда ятып та ҡалыр. Дөрөҫөрәге, Иҙеүкәй ебәргән шымсылар тарафынан үлтерелер. Унан Иҙеүкәй тәхеткә Булат ханды ултырта. Быныһы ла бер йылдан әллә ни ары ултыра алмай, Йәләлетдин тарафынан тәхеттән ҡыуып төшөрөлөр. Иҙеүкәй илгә сыҡҡанда башбаштаҡланып үҙе тәхеткә менеп ултырған хан йоратын әмир һанлай буламы, ғәскәр туплап ҡайтып килеүен ишетеү менән, быныһы ла ҡойроғон сәнсеп ҡаса. Ул шимал тарафына китеп, Болғар ерендә үҙен хан тип иғлан итә. Иҙеүкәйгә 1407 йылдың йәйендә Болғарға барып, юҡ тәхеттән ҡыуырға тура килә үҙен. Туҡтамыш хан улдары тәхет ғауғалап, берәүҙәре шулайыраҡ ултырғылап ҡарап, тәхет тирәләй ығы-зығы, дау-талаш, хатта үлтерештәр ҡубара. Шуныһын да әйтергә кәрәк, тәхет дәғүәләүсе уландар ситтә, мәҫәлән, Йәләлетдин Литва кенәзлегендә, икенсе Тимер уғлан Мәскәү кенәзлегендә үҙҙәренә йылы урын табалар, шунда тороп яуға йыйыналар. Улай ғынамы, Йәләлетдин солтан, Витовт кенәз ярҙамында ҡырҡ меңлек ғәскәр туплап, Ҡырымды яулап ала, Иҙеүкәйҙең илсеһен унан ҡыуа. Йәләлетдин солтан менән яуҙа Булат хан үлеп ҡала. Аҙаҡ кесе Тимер хан тарафынан ҡыйратылған Йәләлетдин йәнә Витовт кенәз ҡуйынына һыйына. Бер заман Туҡтамыш хандың улдары үҙ-ара берләшеп һәм Литва кенәзлегенә таянып, Алтын Урҙа тәхетенә Йәләлетдин хан йәнә эйә булғас, күрәһең, шул уғлаңдар ҡыҫымынан Иҙеүкәй үҙенә тоғро ғәскәрҙәре менән Һарайсыҡ ҡалаһына күсә, үҙ Нуғай урҙаһында нығына, Харәзм тарафтарын үҙ ҡул аҫтына ала. Урал буйҙары, башҡорттар менән тығыҙ бәйләнешен көсәйтә. Иҙеүкәй Һарайҙан киткәс, Туҡтамыш хан улдарының тәхет өсөн даулашыуы тәхетте ысынлап та ләхеткә әүерелдерә. Бер уғлан тәхеткә ултырыу менән, уны үлтереп, икенсеһе ҡунаҡлай, уны өсөнсөһө үлтерә, быныһын да шундай хәтәр үлем көтә. Тәхет өсөн талаш, үлем-һуйыш барғанда ил хәстәреме ни, баш ҡайғылары ла онотола, быларҙан бары ил бөлә, йорт-ерҙәр тарҡала. Шундай юл менән тәхеткә менгән һәр береһенең тиерлек тәүге уй-ниәте – алыҫтағы Иҙеүкәй әмирҙе алып ташлау. Бер саҡ Туҡтамыш улдарының береһе – кесе Тимер уғлан тәхеткә ултырыу ниәте менән Иҙеүкәйгә ҡаршы яуға сыға. Быға, хан ағаһына ярҙамға тип, Йәләлетдин шулай уҡ үҙ ғәскәре менән юл тота. Әйтергә кәрәк, Йәләлетдиндең ҡотҡоһо менән бер хыянатсы Тимер ханды үлтереп ташлай. Аҙаҡ уның ғәскәре Йәләлетдиндекенә ҡушыла. Шулай көсәйтелгән ғәскәр менән был башкиҫәр Иҙеүкәй ғәскәрен еңел генә еңеп сығырға, иленә оло дан менән ҡайтырға самалай, Ҡажулай тигән әмирен яуға индерә. Уныһы Иҙеүкәй ғәскәренә ҡапыл һөжүм итеп, ҡаты ғына алышта еңеп сыға. Әммә Иҙеүкәй төп ғәскәрҙәре менән өҫтәренә ябырылып, Йәләлетдиндең меңәрләгән ғәскәрен ҡамап, тураҡлап ташламаһынмы. Боҫҡон оло яуҙы ла боҫторор, тигәндәр хаҡтыр. Йәләлетдин мәсхәрәле рәүештә еңелеп, етмәһә, Тимер хандың үлек кәүҙәһе менән хан һарайына әйләнеп ҡайтыр, бушаған тәхеткә нисәнсе ҡат инде йә ҡыуылып, йә һуйышып үрмәләр. Әҙәмдәрҙең ҡылыҡтарына, яҙмыштарына йыш ҡына хайрандар итерлек. Хандарҙың, әмирҙәренең яҙмыштары ҡылыс өҫтөндә тиерлек. Уларҙың үҙ үлемдәре менән үлгәндәре бик һирәктер. Нуғай хан, Иҙеүкәй кеүектәрҙең яуҙа баштарын һалыуҙарын да һис осраҡлы тип булмай. XV быуаттың егерменсе йылдарына табан Иҙеүкәй Оло урҙа менән бер үҙе байтаҡ ҡына хакимлыҡ итеп ала. Олоғайған әмир үҙе лә, илен дә тыныс йәшәтергә, күрше илдәр менән яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаштырырға тырыша. Ул элекке дошманы, Литва кенәзе Витовтты ла солох төҙөшөргә өндәй. Витовтҡа бер мөрәжәғәт хатында шундай юлдарҙы уҡырға мөмкин: ”Олуғ кенәздән шундай ихлас уй-ниәттәремде лә йәшереп ҡалдыра алмайым: беҙҙең икебеҙҙең дә бит инде ғүмеребеҙ ҡояшы байыуға табан бара. Ә беҙҙең арала булған ҡан ҡойоштар күптән ергә һенде, беҙҙең үҙ-ара асыу һәм үпкә һүҙҙәрҙе елдәр күптән осороп таратты, яу ялҡындары беҙҙең йөрәктәге үстәрҙе тамам юҡ итте, һыуҙар уларҙы һүндереп бөттө..." Әйтәһе түгел, үтә аҡыллы һүҙҙәр. Илдәргә именлек, тыныслыҡ мөһим. Иҙеүкәй ҡан дошманы Туҡтамыштың иҫән ҡалған улдары менән дә уртаҡ тел табырға, береһен хан итеп тәхеткә ултыртып, урҙа-ара дуҫ, имен-аман йәшәргә теләй. Ҡадир Ғәлиҙең ”Жәмиғ әт-тәуарих” (1602 йыл) китабында шундай юлдар бар: ”Туҡтамышның Жанакә дигән ҡыҙы бар ирде. Аны Идүкәй үз тәрбиәсенә алды. У чаҡны Ҡадирбирдегә бары өс йәш ирде... Күп йылдардан суң, 822 санә (милади йыл хисабынса 1420 йыл) Ҡадирбирде хан Ҡырым ғәскәре берлә Идел аша уҙып, Яйыҡ йылғасы буйында Идеүкәйгә ҡаршы яуға керде”. Был яу ваҡиғаһын урта быуат ғәрәп тарихсыһы әл-Ғәйни былайыраҡ тасуирлап бирә: ”Улар араһында бик ҙур һәм иҫ киткес хәтәр һуғыш булды. Ике яҡтан да бик күп халыҡ ҡырылды. Шулар араһынан Ҡадир Бирде хан үҙе лә һәләк булды, яу ярандарының иҫән ҡалғандары ҡасып ҡотолдо. Иҙеүкәй ҙә әллә нисә урындан үлемесле яралар алды. Ҡалған ғәскәре һырт бирҙе. Иҙеүкәй, быны күреп, Ҡадир Бирде еңгән икән тип уйлап, үҙе лә йәшеренмәк итте. Ҡаты яралы көйө бер аулағыраҡ урынға күсте. Шунда осраған бер танышыраҡ әҙәмгә үтенде: ”Беҙҙең ғәскәр кешеләрен табырға тырыш, минең бында ҡаты яраланып ятыуымды әйт, уларға юл күрһәт!” Үкенескә ҡаршы, был әҙәм һатлыҡ йән булып сыға. Ул әле иҫән, әммә яралы Ҡадир Бирде ханға Иҙеүкәйҙең ҡаты йәрәхәтле хәлдә ҡайҙа ятыуын әйтеп бирә. Ҡадир Бирде хан үҙе һәм ярандары Иҙеүкәйҙе табалар. Бала сағында үҙе тәрбиәләп үҫтергән Ҡадир Бирдегә Иҙеүкәй үпкә һәм асыулы һүҙҙәрен яуҙыра. Хан Иҙеүкәйгә: ”Хәҙер һин минең ҡолом, беҙ еңдек, һиңә үлем!” – ти ҙә, ярандарына уны үлтерергә бойора. Үлемесле яралы көйө, Иҙеүкәй һуңғы һулышына саҡлы айҡашып, бер юлы әллә нисә ҡылыс яраларынан аяҡ өҫтө йән бирә. Аҙаҡтан Ҡадир Бирде үҙе һәм бер яраны ҡылыстары менән үлек кәүҙәне бер нисә киҫәккә бүлгеләп, сабып ташлайҙар. Мәйеттән дә шулай үстәрен алалар. Шул урында Ҡадир Бирде хан үҙе лә, әллә хоҙай ҡарғышы төшөп, аунап китеп, тыпырсына-тыпырсына йән бирә. Борон ҡасҡанды ҡыумаҫтар, йығылғанды түпәләмәҫтәр, тиһәләр ҙә, күҙҙәрен ҡан баҫҡан хандарға һис бер йола, ҡанун һан булмаҫ. Үслегә йолом, көслөгә хөкөм юҡ. Тарихсылар әйтеүенсә, Иҙеүкәйгә был саҡ 63 йәш була. Был Мөхәммәт пәйғәмбәр вафат булған изге йәш. Иҙеүкәй әмирҙең даулы-яулы ҡояшы шулай байый. Уның ҡояшының түбәгә еткән, ауалаған сағы XIV быуаттың туҡһанынсы йылдары аҙағына, алдағы быуат башына тура килә. Алтын Урҙа менән идара итеүе егерме йылға етә. Был осорҙа ул бөтөн Алтын Урҙаның ғәмәлдәге хакимы була. Алтын Урҙа дәүләте үҙенең Нуғай хан, хатта ки Сыңғыҙ, Батый замандарындағы ҡеүәтен, шунса киң биләмәләрен кире ҡайтарғандай итә. Уны Литва, Польша, Венгрия, Швеция дәүләттәре, урыҫ кенәзлектәре олуғ хандар рәтендә торор әмирҙәрҙең әмире, бөйөк ғәскәр башлығы тип таный. Уның үҙ ҡарамағында ике йөҙ мең ғәскәр тотҡан һәм яуҙарға индергән баһадирлыҡ саҡтары булыр. Заманында үҙ ҡанаты аҫтына алған, бергә яу сапҡан йыһангир Тимер Иҙеүкәй әмирҙе иң олуғ сардарҙар ҡатарына ҡуйыр. Шул уҡ ваҡытта Иҙеүкәй Алтын Урҙаны һәм ғәмәлдә үҙаллы йәшәй башлаған урыҫ кенәзлектәрен үҙенең аҡыллы һәм лояль сәйәсәте аша Аҡһаҡ Тимерҙең өсөнсө тапҡыр оло яуға әҙерләнеүенән, ғөмүмән, дәүләт булып йәшәүҙәрен һаҡлап ҡалыр. Иҙеүкәй әмир Нуғай хан нигеҙ һалған Нуғай урҙаһын элекке Алтын Урҙаның Днепр, Ҡара Диңгеҙ буйҙарынан Уралтау үҙәктәренәсә, Себергәсә һуҙылыр ғәйәт ҙур биләмәләргә әйләндерә. Аҙаҡ нуғай, ҡаҙаҡ, үзбәк, башҡорт, ҡарағалпаҡ исемдәре менән һәр береһе бер бөтөн халыҡ, милләт булып ойошор, дәүләтле булыр этник-милли төркөмдәргә нәҡ ошо осорҙа нигеҙ һалыныр. Иҙеүкәй әмирҙең әллә нисәмә әмирана ҡатындарынан, мәғлүм булыуынса, егерме улы үҫеп етә. Күпселеге ата юлын ҡыуып, йә ғәскәр башлығы әмир, йә олос башы бәк, йә аҫыл һөйәк булып, үҙенсә дан, шөһрәт таба. Ғазый исемле бер улы атаһының васыяты буйынса Нуғай урҙаһының ҡеүәтле һәм ҡаты ҡуллы хужаһы булараҡ тарихта билдәле. Нуретдин исемле улы Иҙел менән Яйыҡ араһындағы биләмәләрҙең бейе булып таныла. Бүтән улдарын һәм ейәндәрен яҙмыш юлдары төрлө тарафтарға илтә: Мансур тигән улы Хажи Мөхәммәт хандың иң яҡын яраны ҡатарында, Науруз атлыһы Олуғ Мөхәммәт хан янында, Ваҡҡас исемле ейәне Әбелхәйер хан тәхете тирәһендә йылы урын таба. Атаһының абруйы улдарына, ейәндәренә юл ярышыр, әмирлек, бәклек, мырҙалыҡ яулашыр. Нуретдин-Муратдин исемле улы һуңыраҡ башҡорттар араһында Мораҙым тигән исем менән оло дан алып китер, ”Иҙеүкәй менән Мораҙым” башҡорт эпосында ата юлын ҡыуған ҡыйыу һәм ғәйрәтле батыр булып маҡталыр. Иҙеүкәй әмир һәм улы Нуретдин-Мораҙым хаҡында аҙаҡ нуғай, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, башҡорт, Себер татарҙарында данлыҡлы милли эпостарҙың барлыҡҡа килеүе һис осраҡлы хәл түгел. Был халыҡтар уларҙы үҙ дәүләттәрен – Нуғай урҙаһын нигеҙләгән оло тарихи шәхестәр, айырыуса Иҙеүкәй әмирҙе үҙ заманының бөйөк кешеһе тип белә. Әлбиттә, XIV быуаттың икенсе яртыһында һәм XV быуаттың башында йәшәгән, был үтә ҡатмарлы осорҙарҙа әмирлек ҡылған һәм яуҙар сапҡан Иҙеүкәй шәхесен әлеге халыҡтарҙың эпостарында кәүҙәләндерелгән Иҙеүкәй-Идегә образы менән типә-тиң ҡуйып булмай һәм ярамай ҙа. Был эпос-ҡобайырҙарҙағы Иҙеүкәй-Идегә образында ҡәрҙәш халыҡтарҙың тарихи батыр шәхесе йөҙөндә, уның эшмәкәрлегендә үҙҙәрен данлыҡлы һәм дәүләтле халыҡ, олуғ шан ҡаҙанған әмирҙәрҙең әмирен үҙ ҡаһарман батыры итеп күреү идеалы сағыла. Тарих ул – үҙе оло һабаҡ. Фәһемле һәм ғибрәтле лә. XII быуатта Нуғай хан нигеҙләгән һәм уны XIV–XV быуаттарҙа Иҙеүкәй әмир яңы ерлектә, Дон–Иҙел–Яйыҡ буйҙарында нығытҡан һәм Алтын Урҙа тарихында үҙәк урынды биләгән Нуғай урҙаһы асылда татар, башҡорт, нуғай, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, үзбәк халыҡтарының урта быуаттарҙағы уртаҡ ватандары, шанлы һәм яулы бер мөһим тарихи үҫеш этаптары ул. Нуғай хан менән Иҙеүкәй әмир Алтын Урҙа тарихында ғына түгел, урта быуат Көнсығыш Европа тарихында ла ҙур урын тотҡан бөйөк сардарҙар һәм ил батырҙары дәрәжәһендәге шәхестәр улар. Үрҙә телгә алынған тарихи яҙмаларҙа һәм тарихи документтарҙа айырыуса Нуғай хан, Иҙеүкәй әмир дәүерҙәрендә урыҫ кенәзлектәре менән килешеү нигеҙендә үҙ-ара дуҫлыҡ, сауҙа, ил-ара тыныс бағланыштарҙың юлға һалыныуы сағыла: мәҫәлән, "От начальных дней, от прадеда нашего Идегея князя и от твоего прадеда Василия князя (царь Василий I) дружба и братство” тип яҙыла ”Продолжение Древней Российской Вивлиофеки” китабында (Спб, 1791–1801, ч. III, 172-се бит). Тимәк, бындай тарихи документтар урыҫ-башҡорт-нуғай рәсми тарихи дипломатик бағланыштарының тамырҙары XI–XIV быуаттарҙан уҡ килеүен раҫлай.Халыҡтың тарихи хәтере (”Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосы буйынса) Тарихҡа ҡараштарҙа ике ҙур төшөнсә йәшәп килә: береһе – яҙма тарих хәтере, икенсеһе – халыҡтың үҙ тарихи хәтере. Тәүгеһе үҙ заманаһының йәки һуңғыраҡ дәүерҙең тарихсылары, күренекле шәхестәре, дәүләт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәре, сәйәхәтселәре, дипломаттары һәм башҡалар тарафынан яҙып ҡалдырылған мәғлүмәттәр, тарихи яҙмалар булыуы менән ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле, икенсеһе иһә халыҡтың үҙ тарихына үҙ ҡарашы, баһаһы, үҙенсә аңлауы һәм аңлатыуы менән ҡиммәтле. Тарихи яҙма сығанаҡтарҙың күпселеге ҡайһы замандарҙа һәм кемдәр тарафынан яҙылыуы, уй-ҡараштары, маҡсаттары яғынан төрлө-төрлө һәм йыш ҡына ҡаршылыҡлы һәм ҡатмарлы икәне лә мәғлүм. Бар уның, әйтәйек, сит ил сәйәхәтсеһе тарафынан үтә шаштырып, йә, киреһенсә, һауалы ҡарап, түбәнһетеп яҙғаны; бар күрше ил вәкиленең, аристократының сит ил, сит дин халҡына дошмандарса ҡарағаны, тарихсыларының үҙ дәүләте, үҙ синфи күҙлегенән сығып, боҙоп баһалағаны һ.б. Шуға күрә ундай ҡәҙимге яҙмаларға хәҙерге заман күҙлегенән тәнҡитле һәм объектив ҡараш талап ителә. Беҙ ошо фәнни принциптан сығып, өс оло тарихи шәхестең портреттарын һынландырыуға һәм ижтимағи-тарихи эшмәкәрлектәрен мөмкин хәтле тарихи-объектив баһаларға ынтылдыҡ. Хәл ҡәҙәренсә үҙебеҙсә, әлбиттә. XIV–XV быуаттар арауығында йәшәгән Иҙеүкәй әмир тураһында халыҡ хәтерендә уның шаҡтай асыҡ мөһабәт образ-портреты ныҡ һаҡланып ҡалған. Өҫтәүенә, ул яҙма тарихи мәғлүмәттәр бигерәк тә элекке һәм хәҙерге тарихсыларҙың баптағының баһалары менән бигүк тура ла килмәй, был образ халыҡ хәтерендә ҡаһарман шәхес булып кәүҙәләндерелә. Тимәк, бының хикмәте ниҙә икәнен аңларға һәм аңлатырға ла ихтыяж тыуа. Ҡағыҙға яҙған юйылмай, ти халыҡ. Ләкин хәтерҙең үҙ хәсиәттәре бар. Халыҡтың тарихи хәтере ғәҙәттә оло уй-ниәттәренә, ҙур маҡсаттарына ярашлы, данлы йә ҡанлы тарих биттәрен, арҙаҡлы шәхестәре исемен оҙаҡ һаҡлай һәм телдән быуындан-быуынға ҡәҙерләп тапшыра килә. Әммә ләкин борон һәм урта быуаттарҙа ил-йорт, халыҡ булып, берсә хәтәр оло яуҙар, дәүләттәр алмашыныу, киҫкен тарҡалыштар тыуыу шарттарында ҡайһы бер төпкө хәтер ептәре, быуын-быуын өлөштәре онотолоп ҡала, зымзыя юйыла. Мәҫәлән, беҙҙә боронғо замандар, Башҡорт хан һәм Башҡорт әмир исемдәре менән шулай булған. Боронғоһоноң киҫәк-ҡоҫаҡтарын ғына халыҡ ярым әкиәт, ярым риүәйәт рәүешендә тоҫмаллап, хәтерендә бер аҙ тергеҙгеләгән. ”Урал батыр”, ”Аҡбуҙат”, ”Заятүләк менән Һыуһылыу" ише атаҡлы эпостар – эпик ҡобайырҙар һәләтле йырауҙарҙың ижады булып, боронғо заман уй-хыялдарҙы ҡобайырға һалған поэтик хәтер булып, быуындан-быуынға тапшырыла килгән. һуңғыраҡ тарихи хәтере иһә, мәҫәлән, ”Мөйтән бей”, ”Ҡоблан батыр”, ”Сура батыр” кеүек эпик ҡобайырҙарҙа атаҡлы тарихи шәхестәрҙең тәғәйен батырлыҡтары, ил-йорттарына күрһәткән хеҙмәттәре сәсәндәр телендә һаҡланған, аҙағыраҡ ҡағыҙға ла теркәлгән. ”Иҙеүкәй менән Мораҙым” тарихи ҡобайыры – XV быуат ижады емеше. Ул әле алда исемләнгән тарихи ҡобайырҙарҙан һуңыраҡ тыуған. Уның заманаһы ла, тарихи шәхестәренең тарихта тотҡан урыны һәм кимәле лә күпкә башҡа. Бер-ике башҡа юғары. Ни өсөн? Заман башҡа, заң башҡа булыуҙан ғына түгел. Беренсенән, XIV–XV быуат арауығында Алтын Урҙа дәүләтенең ҡеүәте бөтөп, тарҡала башлай. Икенсенән, XIII быуатта йәшәгән һәм хакимлыҡ иткән Нуғай хан кеүек, Иҙеүкәй әмир ҙә был быуаттарҙа әмирҙәрҙең әмире булып, Алтын Урҙа хандарын үҙе тәхеткә ултыртып, төшөрөп, бөтә ил башлығы дәрәжәһенә күтәрелгән олуғ шәхес. Өсөнсөнән, Нуғай хандан эстафета алған кеүек, Нуғай Урҙаһын бар ҡеүәтендә яңынан аяҡҡа баҫтыра. Тағы бер мөһим яғы – Иҙеүкәй әмир заманында нуғай, ҡыпсаҡ, ҡаҙаҡ, башҡорт, татар, ҡарағалпаҡ халыҡтары этник йәһәттән ойошоп етеп, уртаҡ дәүләттә яңысараҡ йәшәй башлай. Исемләнгән халыҡтарҙа Иҙеүкәй батыр хаҡында уртаҡ, әммә милли версиялы үҙаллы эпостар ижад ителеүенең тарихи ерлеге һәм тәбиғилегенең бер сәбәбе лә ошонда. Был бөтә донъя халыҡтары тарихы һәм ижады өсөн үҙенсә типик һәм уникаль күренеш. Атаҡлы урыҫ ғалимы академик В.М.Жирмунский ”Идиге хаҡында хикәйәт” тигән ҙур монографик хеҙмәтендә Иҙеүкәйҙе халыҡ-ара күләмдәге һәләтле полководец һәм дәүләт эшмәкәре, танылған сәйәсмән һәм дипломат тип билдәләүе менән бергә, Иҙеүкәй тураһындағы милли эпостарҙы йөкмәткеләре һәм жанр тәбиғәте яғынан бик юғары баһаланы (Жирмунский В.М. Тюркский героический эпос. Л., 1974). Тарихи документтарҙа Иҙеүкәйҙең үҙ заманында уҡ бик абруйлы дәүләт эшмәкәре, ғәскәр башлығы, күп оло яуҙар ҡаһарманы булып танылыуы күрһәтелә. Урта быуат ғәрәп, фарсы тарихсылары Иҙеүкәй әмир хаҡында үҙе иҫән саҡта уҡ риүәйәттәр, хикәйәттәр йөрөүен яҙалар. Иҙеүкәй тураһында айырым ҡобайырҙарҙың маҡтау йыры рәүешендә шулай уҡ үҙ заманында сығарылып, береһе йырланып йөрөүе бик мөмкин. Уларҙы ижад итеүселәрҙең береһе замандашы Һабрау йырау булыуы бик ихтимал. Милли эпос текстары нәҡ ошо хаҡта һөйләй. Эпостың тәүге версияһы, В.М.Жирмунский билдәләүенсә, Иҙеүкәй үҙе ҡараған манғыт ырыуы даирәһендә формалашҡандыр, моғайын. Нуғай урҙаһының киң биләмәләренә нәҡ Һабрау йырау сығарған һәм әйтер булған эпик ҡобайыр телдән-телгә, ырыуҙан-ырыуға, олостан-олосҡа таралып киткәндер, һәр ырыуҙың оҫта йыраусыһы, отҡор һүҙ оҫтаһы тиҙ арала отоп алып, үҙенсә шымартып, байтаҡ урындарын төшөрөп ҡалдырып, яңыртып, үҙ шарттарына яраҡлаштырып, ижади үҫтереп ебәргән булыр. Шулай яңы версиялар барлыҡҡа килер. Төп сюжет, үҙәк ҡаһарман, архетип шул көйө ҡалыр. ”Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосының авторы һәм тәүге версиялары мәсьәләһен бер аҙ аныҡлап үтәйек әле. Ҡайһы бер тарихи һәм фольклор мәғлүмәттәре раҫлауынса, Һабрау йырау XIV–XV быуаттар араһында, йәғни Иҙеүкәй әмиргә замандаш булып йәшәгән һүҙ оҫтаһы. Ҡаҙаҡ әҙәбиәтселәре фекеренсә, Һабрау ҡыпсаҡ ырыуынан сыҡҡан, бер нисә йыл Яйыҡ йылғаһы буйындағы Һарайсыҡ ҡалаһында йәшәгән. Күпмелер ваҡыт Алтын Урҙаның баш ҡалаһы Һарайҙа Туҡтамыш хан янында булған. һарай ыҙғыштары мәлендә Иҙеүкәй әмирҙе яҡлаған. ”Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында ул халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусы, йөҙ йәшәр зирәк аҡһаҡал, ”атаҡлы Һабрау йырсы” образында күҙ алдына баҫа. Эпосҡа ингән ”Мин ҡартыңмын”, ”Эй, Уралтау, Уралтау”, ”Бейек тауҙың үлгәне”, ”Бер тигәс тә ни яман?” ҡобайырҙарының авторлығы уға ҡарағаны асыҡланды хәҙер. Фольклорсы ғалимдар ”Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосының беренсе версияларын Һабрау йырау авторлығына бәйләй. Ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ фольклорсылары менән әҙәбиәтселәре лә Һабрау йырауҙы (уларҙа Сабра, Сыпра жырау) реаль тарихи шәхес тип раҫлай. В.М.Жирмунский Һабрауҙы нуғай халыҡтарының, йәғни нуғай, ҡаҙаҡ һәм ҡарағалпаҡтарҙағы йыраусылыҡ мәктәбен нигеҙләүсе тип һанай. Йыйып әйткәндә, Иҙеүкәй әмир хаҡындағы нуғайлы эпостар, ҡайһы бер тарихи, фольклор мәғлүмәттәре, Һабрау йырауҙың Иҙеүкәй менән Туҡтамыш, Тамерлан менән замандаш булғанын, Иҙеүкәйгә бәйле тәүге версияларҙың авторы ул булғанлығы фекерен нығыта. Башҡорттар араһында "Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпик ҡобайырының 1762 йылда күсереп алынған бер ҡулъяҙмаһы Ғимаҙи Ҡасҡынов тигән бер уҡымышлыла һаҡланған булған. Унан 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов тағы бер күсермә алған. Ләкин тәүге XVIII быуат күсермәһенең әле ҡайҙалығы билдәле түгел.”Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпик ҡобайырының башҡорттар араһынан яҙып алынған йәнә шундай варианттары бар: 1. "Идеге” (ярым әкиәтләшкән вариант) 1959 йылда Ейәнсура районының Байдәүләт ауылында яҙып алынған. ”Иҙеүкәй менән Мораҙым” тарихи ҡобайыры” исемендә айырым китап булып баҫылған. Өфө, 1994. 2. Боронғо башҡорттарҙың өләңдәре. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев яҙып алған, ”Йәдкәр” (1897) китабында баҫылған. 3. Богатырь Едиге. Конец XIX в. А.Г.Бессонов яҙып алған. 4. Иҙеүкәй менән Мораҙым. Эпостан фрагмент. ”Башҡорт аймағы”, 1927, №4. 5. Иҙеүкәй менән Мораҙым. Н.Иҫәнбәт 1928 йылда яҙып алған (Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ҡулъяҙмалар фонды, артабан – Ғилми архив). Текстың татарсаға тәржемәһе 1940 йылда ”Коммуна” гәзитенең 28–29 апрель һандарында баҫылған. 6. Иҙеүкәй, Келәйле, Яйыҡ батырҙар. Үткән быуаттың 30-сы йылдары башында Миәкә районы Әбеш ауылында яҙып алынған (Ғилми архив, 6 бит). 7. Туҡтамыш хан менән Иҙеүкәй. Баймаҡ районы Баймырҙа ауылында яҙып алынған (Ғилми архив, 19 бит). 8. Иҙеүкәй менән Мораҙым. Йыйылма текст. 9. Идеге. // Ҡырҡ нуғай батыры. 1981 йылда Өфөлә И.Фәсхетдиновтан Ғ.Хөсәйенов яҙып алған (Ғилми архив, 2 бит).Төрки телле халыҡтарҙа баҫма варианттары. 1.Ҡаҙаҡтарҙа: Идүкә бий. Перевод Ч.Валиханова. Соч. Ч.Валиханова. Спб. 1904; Тюркская сказка о Идыге. // Живая старина. Вып. III и IV. Спб. 1887; Идига батыр. Ә.Диваев әҙерләгән. ”Шура”, 1917, №15, 16. 2.Ҡарағалпаҡтарҙа: Сказание об Идиге и Токтамыше. Ашхабад, 1917; Идиге. М., 1937. 3.Нуғайҙарҙа: Туҡтамыш хандың хикәйәте. // Ногайско-кумыкская хрестоматия. Спб. 1883; Эдиге-Кубыгул. Спб. 1895, Черкесск, 1967; Идиге. Ногайская народная поэма // Половецкая луна. 1991, №1. 4.Ҡырым нуғайҙарында: Адига. Радлов В. Образцы... ч. VII; Токтамыш хан. // Сб. материалов для описания местностей и племен Кавказа. Вып. XXVII. Тифлис, 1900. 5.Себер татарҙарында: Мыратби. Радлов. Образцы... ч.1. Спб; Идэгә пи. Радлов. Образцы... ч.; Токтамышхан. Радлов. Образцы. ч.; Идегес. // Тюркологический сборник. М., 1973. 6. Ҡырым татарҙарында: Идегә би. Радлов. Образцы... ч.УП. 7. Татар әҙәби телендә: Идгәй менән Нуретдин. Тарихи хикәйя. Казан, 1914; Татар халык дастаны Идегә. Н.Иҫәнбәт тарафынан әҙерләнгән йыйылма текст // Совет әдәбияте, 1940. № №11, 12; Идегәй. Йыйылма текст. Казан, 1988; Идегей. Татарск. нар. эпос. Казань, 1990. Был баҫма варианттар башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, нуғай, татар халыҡтарында милли версияларҙың төрлөлөгөн, төрлө күләмлеген күпмелер аңлата ала. Эпостарҙы фольклорсылар, текстологтар сағыштырып ҡарағанда, төп мотивтарҙың, үҙәк сюжеттың, баш ҡаһармандарҙың уртаҡ булыуы менән бергә, уларҙың үҙенсәлекле һүрәтләнешен, яңы мотив, сюжет элементтары инеп китеүен, поэтик хәсиәттәрен күрәсәк. Һәр милли версия үҙәк ҡаһармандарҙы үҙ халҡы ҡаһарманы итеп һүрәтләй, сюжет ептәре билдәле географик урындарға беркетелә. Тарихилыҡ принцибы төрлө версияла төрлө дәрәжәлә сағыла, ҡайһылары тамам әкиәтләшеп тә китә. Тарихилыҡ менән художестволыҡ нисбәте лә бизмәнде үҙенә тарта, йышыраҡ уйҙырма аҫҡа баҫа. Тарихи эпоста тарихилыҡ принцибы ни рәүешле нигеҙгә ҡуйылмаһын, ул, поэтик әҫәр булараҡ, ижад, поэтика ҡанундарына буйһондорола. Тарих художестволыҡ призмаһы аша үткәрелә. Фольклор әҫәренме, әҙәби әҫәрҙеме тикшергәндә ошо мөһим һыҙатты һәм нисбәтте һәр саҡ иҫтә тоторға бурыслыбыҙ. Әлбиттә, XIV–XV быуат арауығындағы Алтын Урҙала, Нуғай Урҙаһында булған тарихи ваҡиғалар һәм Иҙеүкәй әмир эшмәкәрлеге менән Иҙеүкәй хаҡындағы милли эпостарҙа сағылған тарихи ваҡиғаларҙы һәм Иҙеүкәй образын сағыштырғанда, аңлашыла, типә-тиң тарихилыҡты көтөп булмай. Тарихи эпос – билдәле тарихи ваҡиғаларҙың шиғри йылъяҙмаһы ла, фактологик теҙмәһе лә түгел, бәлки халыҡтың шул тарихты нисек хәтерендә ҡалғанынса һәм тарихи шәхестәрен үҙҙәре нисек күрергә теләгәнсә, уй-хыял, идеалдарын ҡушып тасуирлаған поэтик ижад ҡомартҡыһы ул. Беҙҙең тарихи эпик ҡобайырҙарыбыҙ ҙа халҡыбыҙҙың үҙ тарихына бер ҡарашы, эстетик фекерҙәренең сағылышы булып үҙ замандарында майҙанға килгән, тарихи шәхестәрен, данлы батырҙарын үҙ күреп баһалаған, яңы быуындарға фәһем алыр, рухланыр бер үрнәк итеп һүрәтләгән. ”Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпик тарихи ҡобайырының нигеҙендә Туҡтамыш хан, Тимер әмир һәм Иҙеүкәйҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре, яу-янъялдары ята асылда. ”Иҙеүкәй әмир” тигән тарихи портретыбыҙҙан күренеүенсә лә, был өсмөйөштөң, өс тарихи шәхестең мөнәсәбәттәре ғәмәлдә күпкә ҡатмарлы, ҡаршылыҡлы, киҫкен конфликтлы. Туҡтамыш ханға ҡаршы 1391 һәм 1395 йылдарҙағы дәһшәтле оло яу-һуғыштары үҙҙәре генә иҫ китмәле тетрәндергес. Әммә тарихи ҡобайырҙа был тарихи һуғыштың айырым шаңдаҡтары ғына ишетелеп, шәйләнеп ҡала. Әлеге һуғыштарҙа Тимер ғәскәре менән Иҙеүкәйҙең ҡатнашыуы, Литва ғәскәре сафында Витовт кенәз менән бергә Туҡтамыш хандың ҡатнашыуы, 1395 йылғы иң хәтәр яу тураһында ләм-мим хәбәр ҙә юҡ. Алтын Урҙа менән рус кенәздәре араһында мөнәсәбәттәр ҙә ситтә ҡалған. Башҡорт халҡының, уның йырау һәм сәсәндәренең был осорҙарға ҡараған тарихи хәтере Туҡтамыш менән Иҙеүкәйҙең хан һарайына яҡынлығы һәм ситләшеүе мәсьәләләре тирәһенә туплана кеүек. Аҙаҡ Иҙеүкәйгә бәйләнештә Алтын Урҙа менән Урал төбәге мөнәсәбәттәре үҙәкләшеп китә. Тарихи хәҡиҡәткә тура килгәненсә, Туҡтамыш хан менән Иҙеүкәйҙең ҡапма-ҡаршы тороуы эпоста ла Иҙеүкәйҙең был яуыз ханды еңеп, уны үлтереүе менән ослана. Үҙен йәш сағында үҙ ҡанаты аҫтына алған, үҙ кейәүе иткән Тимер әмиргә Иҙеүкәй ғүмере буйы тоғро ҡала. Бөтә Алтын Урҙаға баш булғас та Тимерҙән йөҙ сөйөрмәй. Эпоста Сатмыр исеме менән бирелгән Тимер образы нигеҙҙә ыңғай яҡтан һыҙатлана, мөнәсәбәттә мәғлүм бер тарихи дөрөҫлөк һаҡлана. ”Иҙеүкәй менән Мораҙым” ҡобайырында Иҙеүкәй башҡорт батыры итеп һынландырыла. Уның тыуған ер-йорто, иле Урал тип раҫлана. Һабрау йырау исеменән Уралтау иленә дан йыры эпос буйынса лейтмотив булып үтә. Иҙеүкәй иһә ”Уралым ул, бейем ул, атай, әсәм, илем ул”, ”Иҙеүкәй тигән ирҙермен, Уралда үҫкән ҡашҡамын”, тип ҡабатлай. Ул туған Уралына ҡарап, шулай ти: Урал буйы, ҡая тауҙар Батыр ҙа итеп үҫтергән, Урал да буйы ҡанлы ил Урҙаға илтеп еткергән. Урал иле бар булһа, Батырҙары һау булһа, Уралым данлап үҫтергән Суҡмар ҡулымда булһа, Туҡтамышҡа эйелеп Мәңге сәләм бирмәмен. Үҫәргән тәуарихында Иҙеүкәйҙең шәжәрә быуыны ла килтерелә: Баба Төкләҫ – Тирмә бей – Ҡаҙанса бей – Аланҡыя – Ҡараҡыя – Ҡотлоҡыя – Идеге бей (Иҙеүкәй). Тарихи яҙмаларҙа атаһы Ҡотлоҡыяның исеме һәм эштәре лә күренеп ҡала. Һабрау йырау ҙа Иҙеүкәйҙе Ҡотло улы тип таныштыра. Һәр хәлдә, Иҙеүкәйҙең затлы бейҙәр нәҫеленән булыуы, ырыу башы легендар Баба Төкләҫкә барып тоташыуы сағыла. Был ”Иҙеүкәй менән Мораҙым” ҡобайырында ла телгә алына. Эпоста төп ваҡиғаларҙың Урал төбәгенә, башҡорт ил-йортона бәйләнештә, шул ерлектә барыуы ла бик тәбиғи. Уралтауҙы маҡтап ҡобайырҙар сығарған Һабрау йырау үҙен ”шунда үҫкән мин батыр, миңә лә ата – Уралтау”, тип һамаҡлай, бар ижады менән тыуған илен – Уралын ололай, ”Һабрау ҡарт та һөйләгән тау”, тип өҙлөкһөҙ ҡабатлай. Йырау Уралтауҙы Иҙеүкәй менән бер бөтөн итеп ҡарай: Иҙеүкәй, Иҙеүкәй тигән һүҙ – Урал, Урал тигән һүҙ! Иҙеүкәй китте тигән һүҙ – Урал күсте тигән һүҙ! Йыраусы шул уҡ ваҡытта Уралға Яйыҡ менән Иҙелде лә индереп, оло ил-еребеҙ тип иҫәпләй. ”Яйыҡ китһә, юл китер, биш ырыуҙы һуғарған Иҙел китһә – ил китер, йәйәү ялпылы килеп, Уралыңа ҡул һалыр” тип иҫкәртә. ”Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында халыҡтың Иҙел-Урал йорт-илен дошман ябырылыуынан һаҡлар өсөн Тура бейгә мөрәжәғәте тураһында бүлексә бар. Тарихи яҙмаларҙа һәм башҡорт шәжәрәләрендә Тура бей йыш ҡына Иҙел-Урал илен биләгән хан итеп күрһәтелә. Эпостың ”Октябрь” журналында баҫылған вариантында Тура бейгә шундай характеристика бирелә: Тура бей ҙә данлы ир, Туғыҙ йәштә әүлиә, Утыҙ йәштә ил гиҙгән Ғәзиз баба улының Иң кинйәһе Төкләҫтән Тыуып ҡалған дана ир. Төкләҫ бабанан тыуып, Төйәләҫ, Һаҡмар йәйләүҙә Даның сыҡҡан ир булыр. Иҙеүкәйҙең шәжәрә осо ла легендар шул Төкләҫ, Ғәзиз бабаға барып тоташа бит. Тарихи Тура бей йәки Тура хан хаҡында телгә алынған бөрйән, үҫәргән, ҡыпсаҡ һәм тамъян ырыуҙары шәжәрәләрендә, тәуарих яҙмаларында ла Тура хандың нуғай һәм башҡорттарҙың ил тотор хандары икәнлеге аңлашыла. Тура хан династияһының баш ҡалаһы хәҙерге Өфө ҡалаһы ултырған урында икәнен һөйләгән мәғлүмәттәр бар. Алтын Урҙа ханы Туҡтамыш менән был хандарҙың, аҙаҡтан Иҙеүкәй әмирҙең дә ҡаты дошманлашып, Иҙел-Урал ил-йорто бойондороҡһоҙлоғо өсөн яулашыуҙары тарихҡа яҡшы билдәле. Эпоста күренгән һәм Туҡтамыш хан менән башҡорт бейҙәре араһында илсе, яраштырыусы булып йөрөгән Шәғәли бей ҙә тарихи шәхес булырға тейеш. Юрматы шәжәрәһендә ул нәҡ Туҡтамыш хан, Аҡһаҡ Тимер заманында йәшәгән бей булып күренә. ”Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпик ҡобайырында шаҡтай киң һүрәтләнгән кире образдарҙың береһе Алтын Урҙа һарайында Туҡтамыш хан янында йәшәгән нөгәр башлығы Янбай – билдәле тарихи шәхес. Ул кенәгәс тигән ырыуҙан. Ҡаҙаҡтарҙың "Ҡырҡ нуғай батыры” эпостар серияһындағы ”Идеге" дастанында Кенәс улы Жанбай бей бала сағында Иҙеүкәй менән бергә үҫкән, аҙаҡ Алтын Урҙа хан һарайына һыйынған, Туҡтамышҡа үҙен тоғро хеҙмәтсе, илсе-эмиссар, һуңынан хыянатсылыҡ юлына баҫҡан мәкерле зат итеп һүрәтләнә. Башҡорттарҙың ”Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында Янбай Туҡтамыш хан тарафынан Башҡортостанға Иҙеүкәй әмирҙе кире хан һарайына ҡайтарыу өсөн ебәрелгән илсе булып күренә. Иҙеүкәй Янбайҙың хәйләһен, яуыз Сәләхи мырҙаның мәкерҙәрен дә тиҙ аса. Башҡорт эпосында конфликттың төп төйөнө Туҡтамыш хан менән Иҙеүкәй әмир мөнәсәбәттәренә бәйләнештә төйөнләнә. Тарихи яҡтан Туҡтамыш хан менән Иҙеүкәй әмирҙең мөнәсәбәттәре күпкә ҡатмарлы һәм оҙайлы. Тарихи портретыбыҙҙа һөйләгәнебеҙсә, улар йәшләй күп йәһәттән уртаҡ яҙмышлы булып, бергәләп тиерлек Алтын Урҙанан Урта Азияға, Аҡһаҡ Тимер ҡанаты аҫтына ҡасып китеп, аҙаҡ Алтын Урҙаға шул уҡ Тимер әмир ярҙамында ҡайтып, тәхет тирәһендә нығып китеүҙәрен, һуңыраҡ дошманлашыуҙарын күргәйнек. Тарихи конфликт тәхет өсөн, илгә хужа булыр өсөн бик киҫкен һәм сая бара. Ә эпоста төп конфликт төйөнө күпкә тарайып, һарайҙағы ғаилә мөнәсәбәте, ҡатын-ҡыҙ хыянаты, яуыз шымсылар мәкере тирәһенә ҡайтып ҡала. Был тәңгәлдә халыҡ хәтере ғәҙәти күренешкә әйләнгән яу-даулы, янъяллы, тиңһеҙ ҡан ҡойошло тарихи ваҡиғаларҙы иҫәпкә алмаған тиергә тура килә. Тарихта булғанмылыр, юҡмылыр, ата менән ул, йәғни Иҙеүкәй менән Мораҙым араһындағы конфликттың эпоста ҡуйыртылып бирелеше лә халыҡ хәтеренең ваҡыт үтеү менән сикләнә, томанлана барыуын ғына аңлаталыр. Иҙеүкәй менән Туҡтамыш хандың тормоштарында һәм эштәрендә үҙәк урынды биләгән Аҡһаҡ Тимер әмир Иҙеүкәй тураһындағы эпостарҙа шулай уҡ тар урын биләй. ”Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпик ҡобайырында Тимер әмир исеме әҫәрҙең 11-се бүлегендә генә иҫкә алына ла, 14-се бүлектә генә хәл-ваҡиғаларға күпмелер ҡушылып китә. Унда ла Иҙеүкәйҙең Туҡтамыш ханға ҡаршы ғәскәр һорап барыу эпизодтарында ғына. Тимер үҙе лә төп исеме менән түгел, Сатмыр хан тигән исемдә һаҡланған. Сатмыр исеме халыҡ араһында Аҡһаҡ Тимер исемен йыш ҡына Шатмыр – Шаһ Тимер рәүешле әйтеүҙәрҙән килә булыр (Шаһ – фарсыса батша тигән мәғәнәлә). Сатмырҙан ғәскәр менән ярҙамды Иҙеүкәй, тарихта ике тапҡыр булғанса, Алтын Урҙа тәхетендә ултырған Туҡтамыш ханды ҡыйратыу өсөн түгел, бәлки Урал иленә баҫҡынсылыҡ ҡылыу өсөн генә һорай. ”Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпик ҡобайырында Иҙеүкәй образы, тарихи шәхес булыуҙан бигерәк, башҡорт йырауҙары, башҡорт халҡы күрергә теләгән батыр идеалы булып ҡына һынлана, халыҡтың үҙаллы көслө дәүләтен төҙөр, башында Иҙеүкәй кеүек батырҙары ултырыр олуғ иле тураһындағы уй-хыялдары сағылышы ғына. Тимәк, тарихи эпостарҙа, алда әйткәнебеҙсә, тарихи дөрөҫлөктө һәм теүәллекте тарихта булғанынса тулы көйө көтөп булмай. Эпик ҡобайырҙарҙа йырау һәм сәсәндәр ижад итер һәм хәтерендә һаҡлар уй-хәтер ҡаҙнаһы художестволы саралар, алымдар, поэтик ҡанундар традициялары ғына сағылыш таба. Улар – халыҡтың тарихи хәтере һәм тарихи шәхестәре тураһындағы уй-хыялдарының бер поэтик моделе һәм идея-эстетик зауыҡ өлгөләре ул асылда. Юлың ҡалһын Уралда Даның ҡалһын илендә, Батырлығың ил күреп, Һиндәй булам тейешеп, Йәш үҫмерҙәр һоҡланһын, Илгә килгән дошманға Йөрәкләнһен, уҡ атһын! – ти икән йырау-сәсән, был ғүмер-ғүмерлек васыят һүҙе түгелме ни! Тарихыбыҙ ҡабатланмаһа ла, тарихи шәхестәребеҙ тураһындағы ҡомартҡылар яңыра, яңыса йәшәй, беҙгә әйләнеп ҡайта.
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
Башҡортостаным яңылыҡтары
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...Киләсәккә рухи васыят Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...Ғәфү итсе, нигеҙем!.. Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...Булғанда – бүреләй, булмағанда… Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...Их, мунсаһы! Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы? Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
Һорау
Сайтты файҙалы табаһығыҙмы?