Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Хажи Ишандың вафаты
28-12-2009, 10:36 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 949

Сәлимгәрәй хажи сирләп китте. Был хәбәр йәшен тиҙлегендә тәүҙә улыс, шунан өйәҙ, унан ары бөтөн губерна буйынса, хатта уның сигенә үк сығып таралды. Ғәҙәттә, башҡорттарҙың күңелен ҡуҙғатҡан һәр яңылыҡ ифрат тиҙ эләктерелә, телдән-телгә йоғоп, иң шәп почтанан да шәберәк бөтөн Башҡортостанды иңләп сыға.
Мыҡты кәүҙәле уҙаман, Өмөтбай улы Сәлимгәрәй ҡасандыр изге Бохарала булып ҡайтҡан, бер нисә тапҡыр Мәккәгә хаж ҡылған етмеш йәшлек ҡарт ине. Хаҡ, намыҫлы ғүмер иткәне өсөн ихлас яратҡан һәм хөрмәтләгән халыҡ уны әүлиәләй күрҙе. Был хажи ишан һымаҡ кешеләр Башҡортостанда һирәк осрай башланы хәҙер – уларҙың ғүмере тап-таҡыр ялан уртаһында яңғыҙ үҫкән олпат имәндәр ише. Һәр башҡортҡа ҡәҙерле заманаларын иҫкә төшөрә, аҫаба ерен әлегә урыҫ баҫып алмаған, ошо ерҙәрҙә үҙенең сиркәү һәм часовнялы утар, ҡасаба һәм ауылдарын ултыртмаған ваҡытты хәтерләтә улар.
Тик иркенлек хаким ине ул саҡта: дингеҙҙәй йәйелгән киң далаларҙа хисапһыҙ йылҡы өйөрҙәре, әлегеләй унарлап ҡына түгел, йөҙәрләп, хатта меңәрләп иҫәпләнгән эре мал менән һарыҡ көтөүҙәре йөрөй ине; башҡорт ҡарурмандары шығырым тулы кейек ине, күккә олғашҡан бейек солоҡ ағастарының ҡыуыштары илерткес хуш еҫле балдан һығылып торҙо; Тәңре фатихаһы бирелгән башҡорт еренең гәлсәрҙәй саф йылға-күлдәре, һалҡын һыулы йүгерек шишмәләре балыҡҡа бай ине – бала-саға ҡул менән тоторлоҡ...
Хәйер, Сәлимгәрәй хажиҙың сире тураһындағы хәбәрҙең хәҙер инде элекке иркен йәйләүҙәр тураһында түгел, тәғәм ризығы һәм үҙҙәренә хас булмаған хужалыҡ итеү арҡаһында олоғара йөк булып иңдәренә ятҡан недоимкалар хаҡында ғына уйларға мәжбүр булған башҡорттарҙың һоро тормошон ни тиклем ҡуҙғатып ебәреүен аңлатыр өсөн шул дә еткәндер.
Халыҡ хажи йәшәгән Әмет ауылына йылғалай ағыла башланы: йәйәүлеләр ҙә, атлылар ҙа йүнәлде унда; берәүҙәр һыбай, икенселәре арба, кырандаста ашыҡты. Араларында ҡарт-ҡоро ла, йәштәр ҙә, бала-саға ла бар ине. Хәл белешергә барыусылар араһында йөҙҙәренә үк ҡәтғи әҙәплелек яғылған аҡ һәм йәшел салмалы муллалар ҙа күренде. Был кешеләрҙең һәммәһе – байы ла, ярлыһы ла, хажиҙы күреп ҡалырға, доғаһын арнарға, кейеменә булһа ла ҡағылырға ашыҡты. Быға өлгәшә алмаған хәлдә лә, белешеү зарур – изге эштәре менән барса халыҡтың һөйөүен яулаған әүлиәнең хәле нисек, ауырыуы әжәл сире түгелме икән?
Әллә ни ҙур ауыл булмаһа ла, Әмет йәрминкә йә баҙар ише гөрләне: ҡайҙа ҡарама кеше тулы, бәғзеһе йөрөй, кемеһелер баҫып тора, өсөнсөләре бер нисәшәр кеше тупланып ултыра. Хәйер, йәрминкәгә оҡшашлығы юҡ – йөҙҙәрендә етдилек, хәстәрлек мөһөрө ята, баҙарға хас шау-шыу әҫәре юҡ, барыһы ла шым һөйләшә, әйтерһең дә, сирле хажи яндарында ғына ята, хәбәрҙәре менән борсорҙар кеүек. Килеүселәр араһында ҡатын-ҡыҙ байтаҡ булһа ла, улар күҙгә салынманы тиерлек: йорт һайын таралышып юғалдылар, шыбырлап ҡына һөйләшәләр. Бар ерҙә сирле хажиҙың рухы хакимлыҡ иткәндәй булды, һәммәһе тик уның хаҡта һөйләне: ғүмере эсендә ҡылған изге эштәре, әлеге сире, уны ишан тип нарыҡларға хоҡуҡ биргән аҡыл бөйөклөгө һәм күрәҙәлек һәләте тураһында һөйләштеләр.
Халыҡтың күпселеге Өмөтбаевтың ауылдың ҡап уртаһында, алтын айы балҡыған бейек манаралы өр-яңы мәсет янында торған йорт-ихатаһы янында эркелеште. Ауырыу ҡарттың хәлендәге бар үҙгәрештәр шунда уҡ ауыл буйлап хәбәр ителеп торҙо. Бына әле лә ихата ҡапҡаhы төбөндә унлаған башҡорт ултыра. Яратҡан ғәҙәттәренә ярашлы, тубыҡланып ултырғандар, тик берәүһе генә, наполеонса ҡулын бөгөп, баҫып тора; үҙе фәҡирҙәрсә кейенгән: яурынында таушалып бөткән иҫке бишмәт, башына иһә, башҡаларҙыҡы кеүек эшләпә түгел, ҡышҡы бүрек кейгән. Ул яңы ғына хажиҙан сыҡҡан, әле шундағы яңылыҡтарҙы уртаҡлаша.
– Кистән генә һау-сәләмәт булған, тиҙәр...
– Мәсеттә булған, – тип өҫтәй ултырған башҡорттарҙың береһе.
– Төндә һаташып уянған, Ғәйшәһен уятҡан. "Хәлем хөрт, Ғәйшә, Хәсәнде саҡырт", – тигән. Әбейе тиҙерәк Хәсән муллаға кеше ебәргән. Уныһы йәһәт килеп еткән. "Хәлем ауыр, Хәсән. Аллаһы Тәғәлә саҡырырға итәлер. Йәһәтлә, ахунды саҡырт..." – тигән. Сәлихбаштағы ахун менән бигерәк ҡәрҙәштәр шул, – тип аңлата һөйләүсе. – Шунан Хәсәнгә ҡалаға, Баһауетдин артынан да кеше ебәрергә ҡушҡан. Сәлимен күреп өлгөрмәҫ тип ҡайғыра икән – уныһы һалдатта йөрөй бит, бик алыҫта.
– Ҡыҙғаныс хәл, бигерәк ҡыҙғаныс, – тип көрһөнөштө ултырыусылар.
– Аяныс, шул тиклем дә изге күңелле кеше ине, – ти башҡорттарҙың береһе.
– Изге кеше! Изгеләр күп тә ул, – теге фәҡир ярһып-ярһып, изге һаналған төрлө кешеләрҙе һанай башланы: – өҙрәҡтамаҡ ахуны, Солтанов хәҙрәт (әфәнде), Шәхәйҙәр мулла. Аҙмы ни улар... Тик һин Сәлимгәрәй хажи һымаҡты табып ҡара.
– Тапмаҫһың! Шулай шул! ҡайҙан... – тип хупланылар уны. Тауыш тынғас, теге фәҡир дауам итте:
– Аслыҡ йылында күпме изгелек күрһәткәйне. Бөтөн иген аҙбарҙарын... улары нисәү ине икән? Ундан ашыу, буғай...
– Күберәктер. Ике тиҫтә самаһы булғандыр, – ти берәүһе.
– Шул саҡта булған игенен һуғып, һуңғы бөртөгөнә тиклем һыпырып алып ярлыларға таратты бит. Ҡыш буйы ярты ауылды туйҙырҙы, ул йылды әметтән бер кеше лә хәйер һорап йөрөмәне.
– Берәү ҙә йөрөмәне! Хаҡ! – тип раҫлай йәнә бер нисә тауыш.
Мәсет янында баҫып тороусы башҡорттар араһында ла шул йылғы йотто, Сәлимгәрәй хажиҙың йомартлығын иҫкә төшөрәләр ине.
– Ул саҡта күпме аҡсаһын таратты, – тине башҡорттарҙың береһе, Сәлимгәрәй таратҡан иген тураһында һүҙ туҡтағас.
– Эйе шул, аҙ таратманы, – ти икенсеһе.
– Игенен дә, аҡсаһын да распискаһыҙ-ниһеҙ бирә ине бит әле, – тине өсөнсөһө.
– Сәлимгәрәй хажи бер ваҡыт та расписка алманы, – тип ҡушылды әңгәмәгә хәлле генә күренгән бер башҡорт. Һәр хәлдә, эргәһендәге фәҡир-фоҡранан хәллерәк күренә ине: бишмәте өҫтөнә елән кейгән, аяғында калуш кейҙерелгән өр-яңы ситек; башында эшләпә. Эшләпәһе ҡәҙимге түгел – Ҡалала ғына осрай торған бәрәс йөнөнән баҫылған.
– Хәтеремдә, – тип дауам итте ул, эшләпәһен сисеп, яңы бәрхәт түбәтәйен төҙәткеләгәс, – өсөнсө йыл атым үлде. Үәт бәлә! Сәсеү ҡыҙған ваҡыт, һабан тартырға бер ат етмәй. Хәҙер нишләргә? Хажиға барып, ҡайғымды һөйләнем. "Күпме кәрәк?" – тип кенә һораны. Сәлимгәрәй хажи, күпме бирһәң дә ярар, тим. "Күпме кәрәк, тип һорайым", – ти был. 27 һум кәрәк, хажи, үҙемдә бер тин юҡ, ә үҙем белгән яҡшы айғыры өсөн әхмәт 27 һум һораны, тим. Бер һүҙ өндәшмәне, аҡсаһын сығарып бирҙе. Расписка кәрәктер бит, хажи, тим. "Уның ни кәрәге? Кәрәкмәй бер ниндәй распискаң: аҡсаң булһа, ҡайтарырһың, ул аҡсаның икенсе кешегә лә кәрәге тейер. Ҡайтармаһаң, биғәйбә, әллә шуның өсөн судлашып йөрөрмөн тиһеңме", – ти. Ана шундай кеше ул Сәлимгәрәй хажи... – быны өҫтәгәс, һүҙ тотоусы йәнә түбәтәйен төҙәтә башланы.
Алыҫтараҡ, бер тыҡрыҡ янында йыйылышҡан ҡатындар ҙа Хажиҙың изгелектәре хаҡында һөйләй ине. Тирә-яҡты байҡап, бик шым һөйләште улар – эргәләренән ирҙәр үткән саҡта ҡайһыһы йөҙөн бора һалды, икенселәре йөҙөн яулыҡ сите менән ҡапланы. Ҡатындарҙың береһе әлеге лә баяғы аслыҡ йылында булған хәлде иҫкә төшөрә ине.
– Белгегеҙ килһә, Сәлимгәрәй хажи булмаһа, ҡыҙҙарым менән ул ҡышты сыҡмаҫ инек. Эйе! – ҡатын әхирәттәренә ҡарап ҡуйҙы. – Шул саҡта үҙем өс көн ризыҡ күрмәнем, ҡыҙҙарым бер көн ашамағайны. – Башҡорт ҡатынының йөҙөндә оло ғазап сағылды, әйтерһең дә, аслыҡ ҡайғыһын яңынан кисерергә тора. – Бәлә! Ят та үл генә. Бөтөн ауылды урап сыҡтым – бер нәмә юҡ. "үҙебеҙгә генә етерлек, аҙаҡ нимә ашарыбыҙҙы белмәйбеҙ", – тиҙәр. Уйлап-уйланым да, Әмет хажиһына барырға булдым. Барғым килмәгәйне лә... Сәлимгәрәй хажи ул йылда унһыҙ ҙа күп ярҙам иткәйне бит. Көс-хәл менән Әметкә барып еттек... ҡыҙҙарымды алмашлап күтәреп алып барҙым... Хажиҙың тупһаһына барып еттем дә ауҙым, күтәрелергә хәлем юҡ. Мәрғүбем менән Хәҙисәм һыйынып илай, үҙәгемде өҙәләр генә. Хажи быларҙың тауышын ишетеп сыҡты. Ҡатынын саҡырып, беҙҙе йәһәт өйгә индерергә, ашатырға ҡушты. Шунан бер аҙна буйы үҙендә йәшәтте. "ҡайҙа барһындар ти? Тәүҙә хәл алаһы бар", – тине.
Ҡатындың күҙенә йәш тулды. Иң ахыры ул илап ебәрҙе, ҡалғандарҙың да күңеле тулғайны.
– Етмәһә, ҡайтырға сыҡҡанда икмәк, ярты бот он һалып бирергә ҡушты. Бынан ниндәй ул Сәлимгәрәй хажийыбыҙ, – тип өҫтәне ул, ҡыҙарған күҙҙәрен һөртөп.
Икенсе урында оло йәштәге башҡорт ҡатыны әхирәтенә Сәлимгәрәй хажи ярҙамы менән ирен икенсе ҡатын алыуҙан туҡтатыу тарихын һөйләй ине.
– Эйе, Сәхибъямал, минең әхмәт, ҡартлас, йәш кәләш алырға уйлағайны бит. Алыр ҙа ине! – ажарланып һөйләгән ҡатындың күмерҙәй ҡара күҙҙәрендәге асыуҙы күрһәң, зәһәр ҡатын менән донъя көткән ҡарт әхмәтте йәлләргә генә мөмкин ине. – Хажиға рәхмәт, баш тарттырҙы.
– Нисек? Нисек? – Сәхибъямалдың ҡолағы ҡарпайҙы.
– Аңлатып бирҙе ҡартласҡа ике ҡатын менән йәшәү тәртибен. "Һәр береһе айырым йортта торорға, айырым хужалыҡ алып барырға тейеш, һәр береһен ғәҙел ҡарарға бурыслыһың. Хәлеңдән киләме һуң? Икеһен дә бер өйгә тыҡмаҡсыһыңмы? Ул ниндәй тормош? Ғауғанан башың сыҡмаҫ", – тине. Әхмәтем ни, тыңлап-тыңланы ла, "Ярай, хажи, кәңәшеңә рәхмәт, бер бисәм менән генә торормон", – тине.
Сәлимгәрәй Өмөтбаевты һүрәтләгән ошо әңгәмәләр барған саҡта уның ихатаһында тормош ҡайнай ине. Ихатаның ике-өс урынында боҫраған самауырҙар тирәләй уралған әбейҙәр ғаилә-ғаилә килгән туғандарҙы, таныш-белештәрҙе сәй менән һыйлай ине. Хәйер, бында ябайыраҡ, ярлыраҡ кешеләр ултырҙы, дәрәжәлерәк ҡунаҡтар иһә, шул иҫәптән бер нисә мулла, өй эргәһендәге бәләкәй баҡсала йәйелгән балаҫ-кейеҙҙәрҙә урынлашты. Бындағы ҡунаҡтарҙы Сәлимгәрәйҙең оло улы, Әмет муллаһы Хәсән һыйланы. Ҡайнаған самауыр эргәһендә ултырып, Хәсән инде нисәнсе ҡабат атаһының сирләп китеүе тарихын еткерҙе.
– Төн уртаһында бисәм уятты. "Атайың сирләй, һине саҡырта", – ти. Ни уйларға ла белмәнем, кистән генә һин дә мин ине. Кейендем дә йүгерҙем. Барһам, атай ята, күҙе йомоҡ, саҡ тын ала, инеүемде аңғарманы. Атай, нимә булды, тим. "Хәлем насар, Хәсән. Аллаһы Тәғәлә хозурына саҡыралыр", – ти. "Хоҙай ихтыярында, атай. Улай тимә, үтер, һауығырһың", – тинем. Хәлен күрһәм дә, йыуатырға тырыштым, – мулланың тауышы ҡалтыранып ҡуйҙы, күҙендә йәш күренде.
– Әйт! Артабан һөйлә! – тип сабырһыҙланды тыңлаусылар, ул тынып ҡалғас.
Күпмелер ваҡыттан Хәсән мулла дауам итте:
– Шунан сапҡын ебәрергә ҡушты: береһен Сәлихбаш ахунына, икенсеһен ҡалаға, Баһауетдин артынан ебәрергә тине. "Яҙ уларға, китергә йыйына, тиген", – ти. "Беҙҙең һөйөнөскә тағы әллә күпме йәшәрһең әле, атай", – тим. "Юҡ, Хәсән, башҡаса көнөм ҡалмаған. Аллаһы ихтыярында, улым, ҡайғырма", – тине. Сығып китергә тора инем, туҡтатты. "Туҡта, ултырып тор әле", – ти. Ултырҙым. "Сәлимде генә күрмәҫмен инде. Их, йөрәгем һыҙлай уның өсөн. Нисек йәшәй икән? Ҡурҡам уның өсөн, ҡурҡам, Хәсән, боҙола күрмәһен. Араҡы эсә башлағандыр, тәмәке лә тарталыр, моғайын. Ул саҡта гонаһы миңә, атаһына төшөр – нығыта алмағанмын, һаҡлай алмағанмын. Уға ла хат яҙғанда яҡшы булыр ине, Хәсән. Баһауетдингә әйтсе әле, матур итеп яҙһын, үлем хәлендәге атаһы, үҙ динен онотмаһын, Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙ ҡушҡанды үтәһен тип ялбара, тиген..." Йомошон әйткәндә күҙенән йәш аҡты...
Хәсән мулла ла, тыңлаусыларҙың күбеһе лә илай ине.
– Шунан? Һөйлә, Хәсән! – тип ашыҡтыра тағы кемдер.
– Шунан? Атайым тынғас, сапҡындарҙы ебәрергә сығып бара инем, тағы туҡтатты. "Ултыр әле", – ти. Тағы һикегә ултырҙым. Шунан атай нәсихәтен бирә башланы, унһыҙ нисек йәшәргә тейешлегебеҙҙе өйрәтте. "Динебеҙҙә ныҡ тор, ул саф килеш һаҡланырға тейеш", – тине. Муллалыҡ бурыстарымды оҙаҡ аңлатты. "Тормошоң башҡаларға өлгө булырға тейеш. Ярлыларҙы хәстәрлә, ярҙам ит, быны башҡаларҙың ғәҙәтенә һеңдер", – ти. Аҙаҡ беҙҙең турала һөйләне. "Ғәйшәне хөрмәт итегеҙ, ул Сәлим менән ғәйнилхаятҡа ғына түгел, барығыҙға әсә... Татыу йәшәгеҙ, үпкәләшмәгеҙ, бер-берегеҙгә ярҙамлашығыҙ. ҡатындарығыҙҙы юҡҡа рәнйетмәгеҙ, балаларығыҙҙы ныҡ ҡарағыҙ – улар өсөн Аллаһы ҡаршыһында яуап тотасағығыҙҙы онотмағыҙ", – тине. Күп һөйләне, һөйләп бөтөрлөк түгел. ҡөрьән сүрәләрен килтереп һөйләне, бер нисәүһен китаптан уҡып, аңлатып бирҙе. Шунан һуң инде баш ҡалҡытырлыҡ та хәле ҡалманы...
Хәсән мулла йәнә нимәлер һөйләр ине лә, шул ваҡытта баҡсаға бәләкәй башҡорт малайы йүгереп килде.
– Ағай! – тип ҡысҡырҙы ул муллаға.
– Әү, Әхмәт? – тип өндәште тегенеһе.
– Әбейем һине бабайым янына саҡырырға ҡушты.
– Әле түгел. Әйт әбейеңә, мәсеттән һуң тура барырмын.
Сәлимгәрәй Өмөтбаевтың йорто уның атаһы иҫән саҡта уҡ боронғо үҙағастан һалынған ине. Мөһабәт йорт хәҙер инде сүгә төшкән, бәләкәй тәҙрәләре менән генә айырылып тора, урамдан үтеүселәргә иһә иң тәүҙә иҫке ҡыйығына һалынған яңы ямауҙары менән күҙгә салына ине. Ул солан менән тоташтырылған ике бүлмәнән торҙо, сирле Хажи шуларҙың алғы, "таҙа яғы"нда ята ине. Был "бөхтә яҡ" шундай уҡ ябай, артҡы яртынан саҡ ҡына таҙараҡ ине. Ҡаҙанлы ябай башҡорт мейесе, ишек ҡаршыһында стена буйлап киң һике һуҙылған; мейес мөйөшөнән ишек яғына тартылған ситса шаршау бүлмәне ике өлөшкә бүлә: шаршау артында мосолман ҡатындары ир-ат күҙенән йәшенә. Ыҙба тип тә, бүлмә тип тә әйтерлек был ерҙә унда-бында сигелгән таҫтамалдар эленгән, аралары төҫлө ҡағыҙға баҫылған ҡөрьән сүрәләре менән биҙәлгән. Шунан башҡа бер нисә юрған, тау кеүек өйөлгән мендәрҙәрҙе генә һанарға була – шунһыҙ иң фәҡир башҡорттоң өйөн дә күҙ алдына килтермәҫһең.
Сирләгән хажи иҫке, әммә бик затлы фарсы келәме йәйелгән һикелә ята ине. Аҫтына йомшаҡ юрған түшәгәндәр, баш аҫтына бейек мендәр һалғандар; түш тәңгәленә хәтлем йәшел елән менән ҡаплағандар, янында тағы бер нисә юрған ятһа ла, ҡулдарын елән тышынан сығарып һалырлыҡ итеп ҡаплағандар. Аҡ төҫтәге таҙа күлдәк кейгән, уныһының киң еңдәре священниктарҙың рясаһы еңдәрен хәтерләтә. Башында – хажиҙар йөрөтә торған еңел генә аҡ түбәтәй. Бабайҙың балауыҙҙай аҡ йөҙө тамам һурыҡҡан – ҡуйы ҡара ҡаштары менән сал һаҡалы булмаһа, тире тарттырылған баш һөйәге тип уйларһың. Ваҡыты-ваҡыты менән күҙен асып өндәшһә лә, иҫ белмәгән сағы күберәк – ул йыш һаташа, урыҡ-һурыҡ хәбәрен йә айырым һүҙҙәрен ысҡындыра, бигерәк тә үҙенең икенсе, хәҙерге ҡатыны ғәйшәнән тыуған иң яратҡан төпсөгө Сәлимде йыш телгә ала.
Ғәйшә күптән инде әбейҙәр ҡушъяулығы ябынған ҡарсыҡ ҡоронда. Әле ул сирле иренең янынан китмәй, бабайының ҡәҙерле йөҙөнән күҙен дә алмайынса, аяҡ осонда ултыра. Әбейҙең янында, өләсәһенә һыйынып, аяғын бөкләп, уның яратҡан ейәне, Ғәйнилхаяттың улы Кәрим ултыра. Сабый бабайына шул тиклем диҡҡәт менән ҡараған, гүйә, тәүге тапҡыр күрә, йәки ҡарттың йөҙөндә элек иғтибар бирмәгән һыҙаттар шәйләгән. Икенсе ейәне, мырҙаһынан ике йәшкә олораҡ әхмәт тә бында ине, тик өләсәһе Хәсән ағаһын саҡырырға йүгертте.
Ауырыу тын ҡалды. Ғәйшә шым ғына торҙо ла, Ғәйнилхаят ҡыҙы менән ул-был ярҙамға саҡырылған ике ҡатын ултырған шаршау артына күсте. Ир бала ла, шаршауҙы тарта биреп, ҡатын-ҡыҙ яғына шылды.
Тынлыҡ. Бер ҡатындың энә сыңлатып ойоҡ бәйләгәненә хәтлем ишетелә. ҡапыл сирле ҡарт һөйләнә башланы; һәммәһе лә һиҫкәнде.
– Әбей! Бабайым нимә ти ул? – тип һораны сабый, ҡарт йәнә тынып ҡалғас.
– Мәккә, Мәккә тураһында һөйләнә, йөрәккәйем, – тип наҙлы өндәшә әбей, ейәненең түбәтәйен йәтешләп.
– Ул Мөхәммәт бәйғәмбәр йәшәгән, теге ҙур ҡара таш эленеп торған ерме әле?
– Эйе, балам. Эленеп тора, бер ҙә аумай.
– Ул нисек аумай икән? Уны кем тота, әбей?
– Кем? – әбей күпмегәлер уйға ҡала ла, тиҙ-тиҙ яуап бирә: – Кем тип, Аллаһы Тәғәләлер, йә уның бәйғәмбәре Мөхәммәттер.
Бәләкәй Кәрим дә уйға ҡала.
– Һин миңә ул турала һөйләгәйнең, исемен дә әйткәйнең, оноттом; нимә тип атала әле ул, әбей?
– Хәджәрү-әл-әсвәт, – ти Ғәйшә.
Бала бер нисә тапҡыр ҡабатлап ҡарай, тик дөрөҫ әйтә алмайынса бер була.
– Улай түгел, улым. – Өләсәһе сабыр ғына таштың исемен ҡабатлап әйтә.
– Хәджәрү-әл-әсвәт, – ти уның артынса бала. Күрәһең, ул ҡәнәғәт ҡалған, сөнки өләсәһенә яңы һорау бирмәксе.
– Ул таш эленеп торған мәсет нимә тип атала әле, әбейем? – тип һорай ҙа, өлөсөһенең яуабын көтмәйенсә, үҙе яуап бирә: – Ҡәғбә. Шулаймы әле?
– Шулай, аҡыллым, тик Бәйтуллаһ тип тә әйтәләр – Аллаһы Тәғәлә йорто ул.
– Нисек?
– Бәйту-ллаһ.
– Бәйту-ллаһ, – тип ҡабатлай өләсәһе артынан ейәне.
– Яҡшы, Кәрим, яҡшы. Ҙур үҫкәс, мулла булырһың, – ти әбей, ҡара күҙҙәрендә зирәклек осҡоно уйнаған баланы арҡаһынан һөйөп.
Әңгәмә ирекһеҙҙән туҡтаны: ауырыу ҡарт ыңғырашып ҡуйҙы, әллә һаташты, әллә төшөндә һөйләнде. Ғәйшә бабайы янына атылды, сабый ҙа унан ҡалышманы.
Йәнә тынлыҡ. Бер өн әҫәре юҡ. Ҡартҡа ҡояш нурҙары ҡамасауламаһын өсөн тәҙрәгә тартылған пәрҙәне елберҙәткән ел дә туҡтаны, ахырыһы.
– Аллаһү әкбәр! – тын һауаны хаҡ мосолмандарҙы өйлә намаҙына саҡырған мәзин тауышы яңғыратты.
Ауырыу ҡарт әкрен генә күҙ ҡабаҡтарын ҡалҡытты. Мәзин тәҡбирен дауам итте: "Аллаһы Тәғәлә бөйөк!" Был һүҙҙәр, ғәҙәттәгесә, дүрт ҡабат яңғыраны. Улар ҡабатланған һайын сирле хажиҙең күҙҙәренә йән инде, улай ғына түгел, үҙенә лә тереһыу һирпкәндәй булды. Ғәйшә бабайының мендәрен бейегәйтте, бәләкәй Кәрим, элеүле торған йәшел салманы олатаһының башына кейҙерә һалды.
– Әшһәдү әллә иләһә иллаллаһ! – ғәжәйеп матур контральтолы мәзин икенсе аятын тамамланы. Шаңдау далаға китеп таралғас, мәзин аҙанының өсөнсө аятын башланы.
– Әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһү-үә-расулуллаһ.
Хажи тауыш-тынһыҙ ғибәҙәтен башланы. Эргәһендә, ысын мосолман ише, ҡулын кендек тәңгәленә ҡуйып, кескәй ейәне намаҙ уҡыны.
– Хәййә ғаләс-соләәһ! Хәййә ғәләл-феләәх! (ғибәҙәт ҡылырға килегеҙ! ғибәҙәт ҡылырға ашығығыҙ!) – тип ҡысҡырҙы мәзин юғары ноталарҙа.
Ниһайәт, ул йәнә өс тапҡыр тәҡбир hүҙҙәрен ҡабатланы: "Аллаһы Тәғәлә бөйөк!". Аҙаҡҡы һүҙҙәрҙе әйткәс, мәзиндең тауышы өҙөлөп ҡалғандай булды.
Шул мәлдә үк сирленең хәле бөттө – бер минуттан хажи йәнә иҫһеҙ ине.
Хәсән мулла ғибәҙәттән һуң өҫкө кейемен, хатта башындағы салмаһын да һалмайынса, атаһының хәлен белергә ашыҡты. Ҡарт йоҡлай ине.
– Шунан, атайым нисек? – тине Хәсән, Ғәйшәгә өндәшеп.
– Шул уҡ. Өндәшмәй. Бая Баһауҙы һораша ине, Сәлимде күп иҫкә төшөрә, саҡыра, – тине әбей, күнегелгән ғәҙәте буйынса Хәсән мулланан да йөҙөн бороп.
Сирле атаһына күҙ һалғас, улы сығып китте. Тупһаға сығып баҫҡан Хәсәндең янына халыҡ йыйыла башланы, урамдан инеүселәр ҙә күп ине.
– Хәле насарайған! Баһауҙы һорашҡан, күберәк Сәлимде һөйләй, – тип яуапланы мулла яңылыҡтарҙы белешергә ашыҡҡан халыҡҡа.
"Хажиҙың хәле насарайған!" Был яңылыҡ бер кешенән икенсегә осто: ҡатындарҙың күбеһе илай ине, уларға ҡарап, бала-саға ла мышнаны.
– Һеҙгә ни булған? – тип һораны ауыл аша һыбай үтеп барған бер башҡорт, ғәҙәттән тыш хәрәкәткә иғтибар итеп.
– Сәлимгәрәй хажи үлем хәлендә, – тип аңлаттылар уға.
Шулай итеп, Әмет хажиһының әжәл сире тураһындағы хәбәр артабан осто.
Ҡояш батыр алдынан, мәзин диниҙәрҙе аҡшам намаҙына саҡырырға тип мәсет манараһына күтәрелә башлағанда, Сәлихбаш ахуны килеп төштө. Йәш булмауына ҡарамаҫтан, һөлөк кеүек сибәр, әммә мумиялай ҡаҡса кәүҙәле кеше ине ул. Уның уғата тәҡүәле, юғары әхлаҡлы ғүмер итеүе хаҡында иҫе китеп бөтөн Башҡортостан һөйләгәндер, моғайын. Ул да хажи дәрәжәһендә. Беренсе хажы Сәлимгәрәй хажи Мәккәгә икенсе тапҡыр барғанға тура килгән. Шул сәфәр уларҙы ифрат дуҫлаштырған, һәр береһе йылына бер мәртәбә булһа ла дуҫының хәлен белешеүҙе бурыс һананы.
Ахундың аттары туҡтамаҫ элек үк уны халыҡ уратып алды, хажиға ҡапҡа төбөндә төшөргә тура килде. Барса халыҡ уны сәләмләргә ашыҡты. Ахун бик ихласлап сәләмдәрҙе алды, янына килгән һәр береһе менән күрешеп сыҡты. Хәсән мулла ҡунаҡты ихатала ҡаршыланы.
– Атайың ни хәлдә? Сәлимгәрәй хажи нисек? Нимә булды? – мулла менән күрешкән ахун бер-бер артлы һорауын теҙҙе.
– Атайыбыҙ ауыр хәлдә, хажи, – тине тегенеһе, моңһоуланып.
– Хоҙай ихтыярында, Хәсән мулла. Хоҙай ихтыярында ғына, – тип, сабыр ҡабатланы ахун. Хажи менән яҡын дуҫ булыуын, уны Рәсәй мосолмандарының иң ышаныслы терәктәренең береһе тип ололауын белмәһәң, уғата тыныс ҡиәфәтенә ҡарап, бөтөнләй сит-ят кешене һораша тип уйларға мөмкин ине.
Солан аша төпкө бүлмәгә үттеләр. Хажиға ахун килеүе хаҡында хәбәр иткәндәр ине; арҡаһына терәлгән мендәрҙәргә таянып, туп-тура ултыра ине ул. Күрештеләр.
– Шунан, хажи? – тип һораны ахун, һике ситенә ултырып.
– Хәлем насар, ахун, әжәлем яҡынайҙы... – тип башларға итте Сәлимгәрәй.
– Тик Хоҙай ихтыярында, – тип бүлдерә уны ахун.
– Эйе, Аллаһы Тәғәлә ҡулында, – ти сирле ҡарт. – Бына, Баһауетдинде көтәм, күрә алмам тип ҡурҡам әле.
– Хоҙай ихтыярында, – тип ҡабатлай ахун.
– Хоҙай ихтыярында, – тип ризалаша ҡарт.
Байтаҡ ваҡыт өндәшмәй ултырҙылар.
– Их, Сәлимде күргем килгәйне, – тип башланы Сәлимгәрәй хажи, хәл йыя биргәс. – Йөрәгемә тынғы бирмәй Сәлимем. – Ул тағы ла күҙен йомдо, шунан, күҙен асып, дауам итте: – ҡурҡам уның өсөн, ҡурҡам. Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙ ҡушҡандарҙы үтәмәһә, иманынан яҙһа, минең башҡа ҡайғы төшөр, ҡайғы төшөр!
Ахун дуҫын йыуата башланы.
– Хоҙай ихтыярында, – тип ҡабатланы ул әүәлге һүҙҙәрен. – Уның шәфҡәтенә өмөт ит. Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәтле үә бөйөк, – тип тамамланы ул һүҙен.
Әңгәмә тағы ла күпмелер дауам итте; хажи башҡорттар, һөйөклө Башҡортостаны һәм уның киләсәге хаҡында һөйләне, һуңынан ахунды уның өсөн доға ҡылырға үтенде.
Ахун Ҡөрьәнде сығарып, 57-се килгән "Хәдид" ("Тимер") сүрәһен уҡый башланы.
"Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим..." – Ҡөрьәндең башҡа сүрәләре кеүек, был сүрә лә шул уҡ һүҙҙәрҙән башланды. Һөйләшеп тамам арыған Сәлимгәрәй хажи ахун уҡырға әҙерләнгән мәлдә ҡатып ҡалғандай булды. Ҡөрьән һүҙҙәрен ишеткәс иһә, йәһәт күҙҙәрен асты.
"Күктәрҙә һәм Ерҙә булған барсаһы Аллаһҡа тәсбих әйтә, сөнки Ул – еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе".
"Күктәрҙәге, Ерҙәге бөтөн милек-байлыҡ – Уныҡы. Йән биргән дә, йән алған да – Ул. Уның бар нәмәгә лә ҡөҙрәте етә".
Сирле туп-тура ҡарап тын ятһа ла, диҡҡәтләп тыңланы, иренен ҡыбырлатып, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе ҡабатларға тырышты.
"Ул беренселер, һуңғыһылыр, ул ҡылғандары менән күренә лә, үҙе йәшерен дә. Ул барыһын белеп тороусы".
"Ерҙән нимә сыға, Ергә нимә керә, Күктән нимә төшә, Күккә нимә менә – барыһын да Ул белеп тора. һеҙ ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Аллаһ һеҙҙең янда булыр. Аллаһ ғәмәлдәрегеҙҙе күреп тора".
"Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә иман килтерегеҙ, мираҫҡа ҡалдырылған малдарығыҙҙы Аллаһ юлында сарыф итегеҙ. Иман килтереп, малын Аллаһ ризалығы өсөн сарыф иткәндәргә бөйөк әжер әҙерләнгән".

. . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . .

Ахун уҡыны. Был мәлдә өй бушап ҡалғайны; шаршау артында буласаҡ тол тормошон уйлап шаңҡыған Ғәйшә менән ҡырағай йәнлектәргә оҡшаш, ҡара күҙле ике ейәне генә ҡалғайны. Теремек сабыйҙар изге Ҡөрьәнде уҡыған ахун ҡарттан күҙен алманы.
Уҡыуын тамамлағас, ахун сығып китте.
– Шунан, хажи нисек? – тип ябырылды уға тупһа тирәләй өйөлөшөп, яңылыҡ еткерерҙәй һәр кешене ҡарауыллап торған халыҡ.
– Арыу, – булды яуап.
– Хәле ауырайҙымы? – йыйылыусылар анығыраҡ яуап ишетергә теләй ине.
Икенсе яуап та ҡыҫҡа булды:
– Хоҙай ихтыярында!
Сәлимгәрәй Өмөтбаевтың өсөнсө уланы, тәүге ҡатынынан тыуған Баһауетдин (уға күберәк Баһау тип өндәштеләр) ҡалала йәшәп, сауҙа менән шөғөлләнә, ғөмүмән, хәлле йәшәй ине. Баһауетдин ҡалаға осраҡлы ғына эләкте – унда атаһының бер туған ағаһы төпләнгәйне. Беренсе тапҡыр Мәккәгә йүнәлгәндә Сәлимгәрәй улын уға ҡунаҡҡа ебәрергә булған. Балаһыҙ интеккән ир малайҙы ихлас яратҡас, ғибәҙәттән ҡайтҡанда һуғылған Сәлимгәрәйҙең рөхсәтен алып, мырҙаһын үҙендә ҡалдырған. Шулай итеп, Баһау туғанында йәшәргә ҡалды, рус грамотаһын үҙләштерҙе, сауҙа итергә өйрәнде. Бабайы үлгәс иһә, бөтөнләй ҡала кешеһенә әүерелде, сөнки өй ҙә, кибет тә уға мираҫҡа ҡалдырылды. Шуға ҡарамаҫтан, Баһау элекке ғәҙәттәрен үҙгәртмәне, хаҡ мосолман булып ҡалды: тәмәке тарманы, араҡы эсмәне, сауҙәгәрҙәр менән һөйләшкәндә һирәк-һаяҡ һыраһын ғына эсте. Хатта милли кейеменә лә хыянат итмәне ул: бишмәт менән еләнен генә түгел, ситеген дә кейҙе, таҡыр башынан түбәтәйен сисмәне.
Хәсән ағаһынан атаһының үлем сире хаҡындағы хат алғас, Баһауетдин күҙ йәштәрен тыя алманы – атай ҡартты бик ныҡ ярата, хөрмәт итә ине ул. Ҡатынына юлға йыйынырға ҡушып, үҙе шунда уҡ Сәлим мырҙаһына хат яҙырға ултырҙы. Инде тамамланым тигәндә, башына кинәт кенә хат урынына телеграмма ебәреү уйы килде. "Улайһа, Сәлим тимер юлдан ике тәүлектән үк ҡайтып етер ине", – тип уйланы ла, хатты ситкә һалып, телеграмма яҙа башланы. "Атай үлем хәлендә, бәхилләшергә теләй. Отпуск алып, йәһәт ҡайтып ет. Аҡсаң булмаһа, кешенән алып тор. Яуабы түләнгән", – тип яҙғас, Баһау йән-фарман станцияға йүгерҙе.
Өйөнә ҡайтҡас, яуап көткән Баһау үҙенә урын таба алманы – атаһының ни хәлдә булыуын белмәүе, Сәлим ҡустыһы тураһындағы уйҙары зиһененә тынғы бирмәне. "Ҡайтыр, нисек ҡайтмаһын ти, – тип уйланы ул, шарт баҫып бүлмә буйлап йөрөгәндә. – Отпуск алғаны юҡ, бирмәй ҡалмаҫтар. Атаһы үлем хәлендә булғас, нисек бирмәһендәр. Бирерҙәр. Миңә бирерҙәр ине..." Һуңғы уйҙарын ҡысҡырып әйтте булһа кәрәк, сөнки Фатимаһы аш-һыу бүлмәһенән башын тығып: "Берәй нәмә кәрәкме әллә?" – тип һораны.
– Юҡ, былай ғына, – тигәс, ҡатыны юҡ булды.
Ваҡыт оҙаҡ һуҙыла. Яуаптың төн етмәҫтән килеүе көтөлмәһә лә, Баһау өс-дүрт сәғәт үткәстән үк йөрәкһей башланы.
"Яуабы ниндәй булыр?" – тип уйланған Баһау үҙе-үҙенә яуап бирә: "Шул-шул сәғәттә юлға сығам". Башҡа төрлө яуабы булмаҫ. Быға бик ныҡ ышанһа ла, күңелендә ҡапыл шөбһә яралды – отпуск бирмәүҙәре арҡаһында түгел, алырға теләмәйенсә ҡайтмай ҡалыуы бар бит Сәлимдең. Күңелендәге шик нығынғандан-нығый барҙы. Хеҙмәттән ҡайтыусы ҡәрҙәштәре аша белеүенсә, Сәлим мырҙаһы ҡалала боҙоҡ юлға баҫҡан: тәмәке тарта, араҡы эсә башлаған, ниндәйҙер йәш мәрйә менән йәшәй башлаған. һуңғы ваҡыт атаһына итәғәтен юғалтты, айҙар буйына хаттарына яуап яҙмағаны бар. Юҡ, Сәлимдәге был сифаттарҙы бер туған мырҙаһында түгел, бер мосолман ҡәрҙәшендә лә күрергә теләмәҫ ине ул. Хәйер, тора-бара күңелендәге шөбһәләр юҡҡа сыҡты. Моғайын, атаһы кеүек изге бәндә үлем түшәгендә ятҡанда, Сәлим боҙоҡлоғон онотор, юлындағы кәртәләрҙе үтеп, атаһы менән бәхилләшергә, һис юғында, ер ҡуйынына оҙатырға килеп төшөр әле.
Зар-интизар көткән яуабы һуңланы, таң атырҙан алда ғына килеп етте. ҡыҫҡа ине ул: "ҡайта алмайым". Баһауетдин йән асыуы менән һүгенеп, телеграмманы ваҡ-ваҡ киҫәктәргә йыртҡыслап ташланы.
– Нимә... – яуапты белешергә йүгереп ингән Фатимаға һорауын тамамларға ла ирек булманы.
– Кейен, йәһәтлә! Хәҙер ҡуҙғалабыҙ, – тип ҡысҡырҙы ир. Ҡатыны ҡыбырламай баҫып торҙо ла, ҡабат һорауын бирҙе.
– Сәлим һуң?
– Ебәрмәгәндәр Сәлимде, – тине Баһау. Фатимаһы менән татыу, матур ғүмер иткән ир уға дөрөҫөн әйтергә оялды.
– Йыйын тиҙерәк, – ир юл кейемен кейә башланы.
Аттар күптән әҙер булғас, йәһәт ҡуҙғалдылар, ҡояш та ҡалҡмағайны. Йәненә ғәзиз туған ауылына ҡайтып барһа ла, алсаҡ, йор һүҙле Баһау бер һүҙ өндәшмәне, йөҙөнән ҡараңғылыҡ китмәне. Фатимаһы бер нисә тапҡыр һөйләндереп ҡараны, файҙаһы булманы.
– Баһау, һиңә уңайлымы ул? – тип һораны ҡатын, ҡаланан сыҡҡас.
– Бара, – булды яуап.
Йәнә ун саҡырым самаһы үттеләр; юл насарайҙы, яй барырға тура килде.
– Баһау! Нисек инде, улайғас, Сәлим ҡайтмаймы ни? – тип башланы тағы ҡатыны, был мәсьәлә ирен ҡыҙыҡһындырмай ҡалмауын белгәс.
– Ҡайтмаҫ, моғайын, – тип теш араһынан яуапланы ире.
Бисәһе һаман тынғы бирмәй.
– Нисек инде улай, ә?
Баһау башҡаса түҙмәне – асыу менән екереп ебәрҙе:
– Бар ҙа үҙенән һора.
Ҡатын байтаҡҡа шымып ҡалды. Баһауының алсаҡ күңелле, кенә тотмаҫ кеше булыуын, ләкин кәйефе юҡ саҡта асыуына теймәүең хәйерлерәк икәнлеген яҡшы белә ул. Оҙон-оҙаҡ юлдың яртыһын үткәс кенә ҡатын телгә килде, йәнә берҙе иренең күңелен күтәрергә тырышып ҡараны.
– Баһау, тамаҡ ялғап алғың килмәйме?
Хәйер, был һорауҙы ғәҙәт буйынса ғына бирҙе: Әметкә ҡайтҡан һайын тап ошо урында ашарға туҡтайҙар ине.
– Юҡ, – булды яуап.
– Йомортҡа бар ине, Баһау.
Баһау өндәшмәй.
– Һиңә тип тауыҡ ҡурғайным, Баһау, – Фатима яңы тәҡдимен индерҙе.
– Әйттем бит, ашамайым, – тине ире иң ахырҙа. Үҙәге өҙөлә яҙып асыҡһа ла, ҡатын ризыҡ сығарып йәйергә ҡыйманы.
Ниһайәт, гүзәл киңлектәре менән дан тотҡан Ҡыпсаҡ-Асҡар далаһына сыҡҡас, Баһауетдин сыҙай алманы – ирек тиһәң йән атыр башҡорт уянды күңелендә.
– Ана бит ул, һөйөклөбөҙ, матурыбыҙ! Ул ғына ҡалды ине хәҙер.
Беҙҙең кеүек культуралы кешеләргә иңләп бөткөһөҙ был дала ялҡытҡыс пейзаж булып күренер ине, бәлки. Баһауетдин иһә хатта урынынан һикереп торҙо. Һоҡланыуға бирелгән ир был мәлдә атаһының сире, ҡустыһының яуабы хаҡында ла онотҡайны, буғай.
Фатиманың да йөҙө яҡтырып китте.
– Их, яҡшы! Их, матур! – тип һөйөндө ул, гүзәл даланы тәү тапҡыр күргәндәй булып.
Юл тауға табан боролдо. Баһауетдин дилбегәне ысҡындырҙы; аттар аҙымын әкренәйтте.
– Ҡара һин уны, Сөй йылғаһы көмөштәй ялтырай. Анау ерҙә беҙҙең йәйләү була торғайны, – башҡорт уҙаманы йүгерек йылғаның ярында ҡарайған ҡыуаҡтар яғына күрһәтте.
– Һа-ай, матур, – тип ҡабатланы Фатима.
Ысынлап та, бик матур ине шул. Ҡайҙа ҡараһаң да иркенлек. Ҡояш яй ғына көнбайышҡа табан йөҙә. Ошо аралағы ямғырҙан һуң дала йәнә сәскә атҡан, саф һауаны үлән-сәскәләрҙең хуш еҫе менән тултырған.
– Белгең килһә, ул саҡта атайымдың йылҡылары егермеләгән өйөр ине, һыйыр менән һарыҡтың иҫәбен белмәнек...
Баһауетдин быны ҡатынына Ҡыпсаҡ-Асҡар далаһы аша үткән һайын һөйләгәнен хәтерләhә лә, башҡорттоң әүәлге иркен тормошон йәнә берҙе хәтерендә терелтмәй булдыра алманы.
Үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, оҙаҡ һөйләне Баһау, шунан ҡапыл туҡтап ҡалды; туҡтаны ла, уйға ҡалды.
– Бөттө башҡорт! – тине ул, ниһайәт, зиһененә тулған уйҙарын йомғаҡлап әйткән кеүек.
– Нисек инде бөттө? – Фатима аптырап, хатта ҡурҡып китте.
– Шулай. Беҙҙең балалар был даланы күрмәҫ инде, Фатима, – тине ире моңһоу ғына.
– Нисек күрмәһен ти? Ул ҡайҙа булһын? – ҡатын аптырашта ҡалды.
– Китмәҫ, ошонда ҡалыр.
Шулай тигән дә, ҡатынына ҡараған.
– Ҡаҙнаға китте ул... Аҙнағол, Ҡандра далалары артынан... Ана шулай, Фатима. Хәҙер бында урыҫтар йәшәйәсәк. Беҙҙең йәйләү урынында бер-ике йылдан сиркәүле урыҫ ауылын күрерһең, анау ерҙә берәй урыҫтың утары ҡалҡыр...
– Эйе! Бөттө беҙҙең башҡорт! – тип ҡабатланы Баһау, дилбегәһен тартып.
Сөйгә тиклем һуҙылған һөҙәк ер башланған урында әйтелгәйне был. Был ерҙән Әмет ауылы ус төбөндә кеүек күренә, уға тиклем ун саҡырымдан да әҙерәк ҡала.
Ике башҡорт аты тауҙан юртып төшөп китте.
Баһау менән ҡатыны араһындағы был әңгәмә ваҡытында Әметтәге халыҡ борсоулы хәбәр көттө – Сәлимгәрәй хажиҙың үлеме тамам яҡынайҙы. Изге ҡарттың йорт-ихатаһында хәүеф көслөрәк ине, сөнки Баһауетдиндан бер хәбәр булманы. Ҡалаға ебәрелгән сапҡынсы Баһауҙың хәл-әхүәле һәйбәт, өйҙәгеләре имен, хәҙер үк юлға сығырға әҙер булыуы хаҡында хәбәр алып ҡайтһа ла, уныһы һаман ҡайтманы. Бигерәк тә Хәсән мулла менән өйҙәгеләр бөтөрөндө, сөнки ҡарттың хәле насарайғандан-насарая ине – тыны тарыға башланы. Тәҙрәләрҙе, ишекте астылар, тәҙрә рамдарына тиклем алдылар, тик фәтүәһе булманы. "Һауа етмәй, һауа кәрәк..." – тип үтенде Сәлимгәрәй һүҙ әйтерлек хәле булғанда. Аптырағандан Сәлимгәрәйҙе өй алдына сығарып, бик ныҡ яратҡан, ҡурсалаған ағасы – атаһы ултыртҡан ҡайын төбөнә һалырға булдылар.
Баһау атаһын өйҙән сығарып барған мәлдә килеп төштө. Сабый кеүек түгелеп илаған ир ҡарттың ҡулдарын үпте, тик хажи улының наҙын да, ҡайғыһын да аңларлыҡ хәлдә түгел ине.
Бәндә ахырының ахыры етте. Үлем хәлендәге хажиҙың йөҙөн изге Мәккә яғына ҡаратып һалдылар; уны улдары менән ейәндәре, ахун менән бергә торған муллалар уратып алды; улар артында тулған халыҡ ихатаға ғына түгел, тотош урамға һыйманы. Хажи ауыр тын алды; тыны һирәгәйгәндән-һирәгәйҙе, күҙҙәре бер асылып китә, бер йомола ине. Ауыр тынлыҡта бабайҙың hулышы яҡындағыларға ғына түгел, ҡыйыҡ баштарына менеүсе кешеләргә лә ишетелә ине хатта.
Ҡояш офоҡҡа яҡыная барҙы. Аҡшам намаҙы ваҡыты еткәйне. Ниһайәт, мәзин икенсе ауылдан килгән муллаларҙың береһе менән мәсеткә табан йүнәлде. Йәнә бер нисә минуттан ауылдағы тынлыҡты манаранан аҙан әйтеүсе мәзиндең моңло тауышы боҙҙо. Илаһи тойғолар кисергән халыҡ ҡатып ҡалды, барыһы ла башын эйеп, ғибәҙәтен башланы.
– Хәййә ғаләс-соләәһ! Хәййә ғәләл-феләәх! – мәзин саҡырыуҙың дүртенсе аятын ҡысҡырҙы. Сәлимгәрәй хажи һуңғы тапҡыр тын алды, башы ҡапыл ғына яурынына эйелде – ул фани донъянан китте. Тик янындағыларҙың береһе лә быны күрмәне, ғибәҙәт тамамлағандан һуң ғына баш ҡалҡытты кешеләр.
– Үтте беҙҙең хажи, – тине муллаларҙың береһе, тәүгеләрҙән булып Сәлимгәрәй хажиҙың мәңгелек донъяға күсеүен шәйләгәс.
– Үлде хажи... – тип дәррәү шыбырланы йыйылған халыҡ.
– Хоҙай ихтыярында, – тине ахун.

. . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . .

Бер сәғәттән хажиҙың үлеменә ян-яҡтағы барса ауылдар хәбәрҙар ине. Изге бәндә донъя ҡуйған ауылға барлыҡ юл-һуҡмаҡтар буйлап йәнә халыҡ ағыла башланы.


Добротворский Петр Иванович - писатель (1839 - 1908; псевдоним - П. Кармасанов). Окончив Михайловское артиллерийское училище, был мировым посредником в Уфимской губернии; энергично защищал башкир от административного произвола.
Его корреспонденции о расхищении башкирских земель в 1870 - 80-х годах обратили на себя внимание и вызвали назначение сенаторской ревизии.
Ныне это имя основательно забыто: после смерти очерки и рассказы писателя почти не печатались.


Туған телгә тәржемә:Гүзәл Байғотлина


 
 (голосов: 1)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Танышайыҡ
  • Себергә хат. Рәйес Түләк
  • Башҡортлоҡ. Рәйес Түләк
  • Оран. Рәйес Түләк
  • Мәҡәлдәр


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.