Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Милләт үә Интеллигенция
22-11-2009, 20:36 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 726

Данное эссе носит общий характер, представляя собой, минең уйлауымса, опыт изложения платформы башкирского традиционализма.

С другой стороны, статья представляет своего рода ответ ранее опубликованным «Башкирское национальное движение в XXI веке», «Национализм: конец истории», «Традиция и современность» и др.

Дальше следует развернутое изложение позиции, согласно которой, тѳшкѳнлѳккә бирелеү урынына следует каждому на своем месте продолжать дело предыдущих поколений, что и составляет парадигму традиционализма.
Интеллектуалам же вместо бесполезного и упаднического поиска «средней температуры по больнице» следует определять примеры для подражания и прикладывать усилия по распространению, то есть, находить и развивать позитивные тенденции.


 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Любезники, любизар... Рәйес Түләк
22-11-2009, 20:01 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 1014

— Башҡорттарым, алға! — тигән һөрән
Йәҙрә булып яра һауаны.
Башымы был башҡорт бөтөүенең,
Башымы был?... (әллә — дауамы?!)

Беҙ туптарға ҡаршы — ҡылыс менән,
Танкыларға ҡаршы — танкыһыҙ.
Беҙ — эйәрҙә тыуған халыҡ, тиҙәр,
Беҙ — эйәрҙә үлгән халыҡбыҙ.

Яҙмышыбыҙ ике ут араһында,
Был мәңгелек һағыш, һүнмәҫ зар.
Байрам төҫлө ниңә йыназалар —
«Любезники, имеш, любизар!»

Үҙебеҙ һуң бер саҡ үҙебеҙгә
Хужа булыр бармы хаҡыбыҙ?!
Беҙ — эйәрҙә тыуған халыҡ инек,
Беҙ — эйәрҙә үлгән халыҡбыҙ.
 
| | Комментарийҙар (1) | Уҡырға
 

» Себергә хат. Рәйес Түләк
22-11-2009, 19:57 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 1191
Ни күрһәм дә — үҙ еремдә,
Миктәһәм, кәрәкһәм дә...
Буранбай Исҡужин


Ир-егеттәр төйәк итә тыуған ерен,
Ә мал-тыуар төйәк итә туйған ерен. —
Башҡорт һарҡындыһы менән тулған Себер,
Халыҡ, тиеп, әсенмәйҙер береһе-бер.

Бар милләт эләгеп-ҡолап ил бөтәйтә,
Был истәктәр «аҡса» тиеп бил бөксәйтә.
Ә беҙ белеп торабыҙ бит: байтағығыҙ
«Үлергә» тип атайсалға ҡайтаһығыҙ.

Тик халыҡҡа, тыуған ергә, йә, әйтегеҙ,
Кәрәк булырмы һуң тере мәйетегеҙ?!
...Йөрөй бирегеҙ, оҡшағас Себерегеҙ.
...Тик бығаулы һөлдә тапһағыҙ берегеҙ,
Алып ҡайтығыҙ... ул — бәлки, Буранбайҙыр*.

* Буранбай Ҡотосов — башҡорт халҡының легендар батыры, Себерҙә һөргөндә үлгән.
 
| | Комментарийҙар (1) | Уҡырға
 

» Дуҫлыҡ монументы. Рәйес Түләк
22-11-2009, 19:55 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 1011
Бына!
Салауаттың ҡолаҡтарын
Һәм танауын ҡырҡҡан ер — бына.
Таштан юнып «Дуҫлыҡ монументы»
Төҙөгәндәр уның урынына.

Ил сигендә торған межа кеүек,
Күккә ашҡан был таш манара
Талап ҡуймаҡ, минең азатлыҡтың
Сиге бында, тиеп ҡарарға.

Арҡаларын ҡуйып бер-беренә,
Дүңгәләктәр тотоп ҡулына,
Ике әбей әрепләшә шып-шым:
— Ике дуҫтың береһе ҡол була.
— Ике дуҫтың береһе ҡол була.*

...Тағы июнь.** Парлы сәскә тотоп,
Киләм бына һинең ҡаршыңа.
Монумент. Мин ҡарайым бит һиңә,
Ҡарағандай ҡәбер ташына.

Ғәрләнһәм дә, ерәнһәм дә (ахыры,
Күңел күнгән, күҙҙәр өйрәнгән),
Киләм: бында минең азатлығым,
Халҡым азатлығы ерләнгән.

* Лермонтовтан.
** Салауатты июнь айында язалайҙар.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Башҡортлоҡ. Рәйес Түләк
22-11-2009, 19:53 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 1749
Эй, егеттәр, ҡыҙҙар! Ҡандай ихлас
Бейенегеҙ башҡорт бейеүен.
Һәр ҡайһығыҙ иҫбатланы булды
Үҙ халҡына булған һөйөүен.

Һәр хәлдә, мин шулай теләнем.
Юҡһа, тотоп башҡорт ҡурайҙарын,
Ябынышып башҡорт еләнен,
Сәстәренә толом ҡушып үреп,
Сәхнә биләүҙәрен беләмен.

Кейәмдәрҙе кейеү генәме ни,
Башҡорт, тиеп, яҙып паспортын...
Аҡ йорттарҙан тороп аҙмы түрә
Башына етте аҙмы башҡорттоң.

Ә бына һеҙ!..
Сәхнәлә һеҙ, кәмендә — Салауат,
Ҡыҙҙарығыҙ, хас та — Әминә.
Салауаттың анау ыҙалары,
Ә башҡорттоң күргән нужалары
Таныш ҡайһығыҙҙың тәненә,
Таныш ҡайһығыҙҙың йәненә?!

Һеҙ ҙә алдаһағыҙ... — Йәнем сатнар
Телен белмәй үҫер ейәнемдәй,
Илен белмәй үҫкән улымдай.
Эй, башҡортлоҡ! — Сәхнәләрҙән төшкәс,
Сисеп ырғытылған еләнеңдәй,
Һүтеп ырғытылған толомдай.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Оран. Рәйес Түләк
22-11-2009, 19:50 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 1906
Мин — яуҙарҙа үлгән башҡорттарҙың
Тере рухы — һеҙгә һүҙ ҡушам.
Уралтауҙа һеҙ йәшәһен, тиеп,
Ҡайта алмай ҡалдыҡ һуғыштан.

Беҙҙең өҫкә баҫып атлайһығыҙ,
Был ерҙәрҙә беҙ һәр аҙымда.
Башҡорт ерен, һары майҙай күреп,
Беҙ тасҡаныҡ йөрәк ҡанында.

Ер өҫтөнә һин дә, һин дә, һин дә
Шытып сыҡтың беҙҙең орлоҡтан.
Ғүмер баҡый ҡоллоҡ булыр илең
Ошо хаҡта әгәр онотһаң.

Аҡһаҡалдар! Белмәйһегеҙ... Һеҙме?! —
Буйҙар етмәгәнен терһәккә,
Һеҙ бит һаман булмышығыҙ менән
Алдар эленеп торған элмәктә.

Быуындарҙан күсереп быуындарға,
Һаҡлағанбыҙ икән кем өсөн?!
Ҡайҙа иттегеҙ һеҙ Уралтауҙың
Ҡар(а)урманын, алтын-көмөшөн?

Был һорауҙы, сабыйың теле менән,
Мин һорармын, мең ҡат һорармын.
Ҡайҙа, тиеп, бәҫе, күркәмлеге
Салауаттан ҡалған Уралдың?!

Һорармын мин — яугир башҡорттарҙың
Тере рухы:
— Эй, ил инәһе!
Башҡортлоҡто баҫҡан ошо ҡәһәр
Әллә һинән, һинән киләме?

Һин төкөрҙөңмө әллә иманыңа,
Беҙ ҡалдырып киткән ырыҫҡа?
Нисә улың илен ташлап китте,
Нисә ҡыҙың сыҡты урыҫҡа?

Ниндәй Рәсәй һуң ул туйыу белмәй
Башҡорт еркәйенә ҡаныҡҡан?
Алтын түгел — беҙҙең һөйәк бит ул,
Нефть түгел — ул бит беҙҙең ҡан!

Һеҙҙе урап ятҡан — офоҡ түгел,
Ваҡыттыр бит шуны аңларға.
Ул бит — беҙҙең ҡәбер. Ҡояш булып,
Беҙ ҡалҡабыҙ һеҙҙе барларға.

Йөҙөбөҙ саф, сөнки намыҫ таҙа,
Беҙҙең намыҫ ҡанда сайҡалған...
Уян, башҡорт!!!
Үлгән улдарыңдың
Ҡәберенән тороп саң ҡағам!
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Компьютерза туған телебеҙҙә яҙабыҙ
22-11-2009, 19:19 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 904

Компьютерза туған телебеҙҙә яҙабыҙ, йәки компьютерыбыҙға туған тел өйрәтәбеҙ.
Туған телебеҙҙә компьютерҙа яҙыу ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шрифт табыу, уны урынлаштырыу һәм башҡалары.
Беҙ тәҡдим иткән ысул буйынса бер нәмәне лә эҙләп, ҡуйып йөрөү кәрәкмәй.
Был ғына ла түгел, яҙылған текст бөтә компьютерзарҙа ла уҡыла, бөтә принтерҙарҙа ла баҫыла.
Ошо ысул яҙыуы менән Интернетта Ҡомартҡы сайты http://komartky.ru/, Республикабыҙҙың рәсми мәғлүмәт порталы эшләнгән http://www.bashkortostan.ru/
Был үҙе күпте һөйләй! smile

Компьютер программаларын Майкрософт компанияһы эшләй, шрифтарҙы ла шул уҡ Майкрософт эшләй. Тимәк Майкрософт программалары Майкрософт шрифттарын таный. Шулай булғас саҡ ҡына зиһенде эшкә егеп компьютерҙы көйләү кәрәк.

Компьютерығыҙҙа яҙыу программаһы Word 2003, йә Word 2007 ҡуйылыуы мотлаҡ.

Асабыҙ яҙыу программаһын Word 2003. (Был иң киң таралған тестовый редактор)
Өҫкө менюла «Вставка» төймәһендә «Символ» юлына баҫабыҙ. Асыла бәләкәй тәҙрә.

Ошо тәҙрәлә көйләүҙәр эшләйбеҙ: Шрифт: Palatino Linotype; Набор: кириллица; из: Юникод (шестн.)
Хәрефтәр яланының уң яғында лифтты тартып «Ғ» хәрефен табып күк менән билдәләйбеҙ, анан баҫабыҙ «Сочетание клавиш…» төймәһенә. Асыла яңы тәҙрә, әлегә «Текущие сочетания:», «Новое сочетание клавиш:» яландары буш. Баҫабыҙ клавиатурала уң яҡта һандар бүлегендә урынлашҡан «1 End» төймәһенә, баҫабыҙ «Shift» + «Г» төймәһенә. Баҫабыҙ «Назначить» - «Закрыть».
Булды, «Ғ» хәрефенә клавиатурала төймәләр билдәләнде.
«Ғ» хәрефен яҙыр өсөн клавиатурала баҫабыҙ «1 End», анан «Shift» + «Г».
Башҡа 17 хәрефкә лә юғарылағы кеүек клавиатурала төймәләр билдәләйбеҙ.
Тыуған телебеҙҙә баҫҡанда һуң ҡулдың сәтәкәй бармағы менән «1 End» төймәһенә баҫырға, башҡаһы ғәҙәттегесә баҫыу.

 
| | Комментарийҙар (1) | Уҡырға
 

» Башҡорт тарихы
22-11-2009, 13:24 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 1004

Мөнир Һаҙыев. Абдрахман Фәхретдинов
Китапты төҙөүсе, текстологик эштәрҙе башҡарыусы, транслитерация ысулы менән ғәрәп графикаһынан хәҙерге имләгә ауҙарыусы, глоссарий биреүсе Р.Ф. Рәжәпов.
Рецензенттар: тарих фәндәре докторы, профессор Р.Ғ. Буканова, филологик фәндәре докторы, академик Ғ. Б. Хөсәйенов
Йыйынтыҡта XX быуаттың тәүге сирегендә донъя күргән башҡорт тарихына арналған бер үк атамалы ике китап урынлаштырылған. Тәүгеһе Рәсәйҙең империя осоронда баҫылһа, икенсеһе совет хакимиәте ваҡытында нәшер ителгән. Тәүге китап Иҙел–Урал буйы халыҡтарының уртаҡ иҫке төрки телендә яҙылһа, икенсеһе XX быуаттың 20-се йылдарындағы башҡорт телендә. Мөмкин булғанса тел үҙенсәлектәре һаҡланды.


bashkort-tarixy.pdf [784.29 Kb] (cкачиваний: 13)
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Иҙеүкәй менән Мораҙым
22-11-2009, 12:50 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 1280

Эпостың был тексы ике баҫма буйынса билдәле.
Беренсеһе 1940 йылда «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең 26 апрелдән алып 23 майға саҡлы һандарында (№ 95-98, 100, 101, 103-108, 110-116) баҫылған. Ҡулъяҙмаһы Ғилми архивта һаҡлана: ф. З, оп. 12, д. 220, стандарт ҡағыҙҙа 232 бит.
Гәзиттә лә, ҡулъяҙмала ла әҫәрҙең исеме аҫтына «Башҡорт халыҡ эпосы. Мөхәммәтша Буранғол тарафынан яҙып алынған варианттарҙың береһе» тип ҡуйылған, яҙып алынған телендә (Дим һөйләшендә: «һ» урынына — «ҫ», «л» урынына — «ҙ», «т». Мәҫәлән: һөйләү — һөйҙәү, һайлау — һайҙау, эшләү — эштәү, тояҡлы — тояҡты) бирелеүе хаҡында иҫкәрмә яһалған, әммә ҡайҙан, ҡасан, кемдән яҙып алыныуы әйтелмәгән.
Ошо текст, Нур Зарипов тарафынан һөйләшкә хас фонетик айырмалыҡтары әҙәби тел нормаһына һалынып, 1994 йыл Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә айырым китап булып сыҡты. Был томға ла ошо текст алынды.
Икенсеһе шулай уҡ 1940 йылда «Октябрь» (хәҙерге «Ағиҙел») журналының 6 һәм 7 — 8-се һандарында баҫылған. Исеме аҫтына шулай уҡ «Башҡорт халыҡ эпосы. Был вариант Дим һәм Туҡ-Соран буйҙарында йәшәүсе башҡорттарҙан үҙҙәренең һөйләү теле буйынса Мөхәммәтша Буранғол тарафынан яҙып алынған һәм шул телдә үҙгәртелмәй бирелә» тип иҫкәрмә яһалған. Фольклор фондында ҡулъяҙмаһы ла, машинкала баҫылған тексы ла һаҡланмаған.
Сағыштырыу шуны күрһәтә: был ике текст (артабан аңлатмаларҙа һәм инеш мәҡәләлә һүҙ сыҡҡанда, беренсеһе «гәзит баҫмаһы», икенсеһе «журнал баҫмаһы» тип исемләнә) асылда бер үк вариантты тәшкил итә. Уларҙың нигеҙендә 1910 йылда Ғимаҙи Ҡасҡыновтан алынған 1762 йылғы яҙма (инеш мәҡәләлә килтерелә) ята булыр. XVIII быуатта уҡ яҙып ҡалдырылған ошо боронғо варианттан файҙаланып, сәсән журналда баҫылған тексты тәүҙә төҙөгән булырға тейеш. Сөнки уның машинкала баҫылған күпселек бите гәзит өсөн төҙөлгән ҡулъяҙмаға ингән.
Текстарҙың икеһе лә бер үк төрлө башланып, бер үк төрлө тамамлана, персонаждар, сюжет ағышы, үҙәк эпизодтар асылда шулай уҡ бер төрлө. Айырма — журнал баҫмаһында ҡайһы бер эпизодтар ташланып, ҡалған эпизодтар ҙа тарыраҡ һүрәтләнеп, текст ныҡ ҡыҫҡартылған.


idukai-muradim.pdf [1001.54 Kb] (cкачиваний: 5)
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Башкирия и башкирские войска в Гражданскую войну
22-11-2009, 12:35 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 882

Книга состоит из двух частей. Первая вводная часть посвящена краткому описанию истории башкирского народа. Во второй части описываются события Гражданской войны, связанные со становлением Советской власти на территории Башкирии, Южного Урала, с обороной Петрограда в 1919 г. от войск генерала Юденича, военными действиями на Польском фронте в 1920 г.
Автор книги – легендарный комбриг Муса Муртазин, видный военный и политический деятель того времени, один из организаторов Башкирских войск, командир Башкирской бригады в годы Гражданской войны.
Книга написана «по горячим следам» с использованием дневниковых записей автора и многочисленных документов из архива РККА, насыщена описаниями и схемами боевых действий и позволяет современному читателю ощутить дух того трагического и противоречивого времени.
Впервые книга вышла в свет в 1927 году. В 1937 году комбриг Муртазин был репрессирован, тираж был изъят из обращения и до настоящего времени работа не переиздавалась. Новое второе издание без изменений воспроизводит первое, добавлено лишь предисловие и архивные фотоматериалы.
Для широкого круга читателей, интересующихся историей России XX века.


bashkiriya-i-bashkirskie-vojska-v-grazhdanskuyu-vojnu.pdf [1.88 Mb] (cкачиваний: 15)
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

Уҡымлылар
» » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

«Урал» фонды

«Киске Өфө» гәзитенең сайты

«Bashqort.Com»










Сайт үҫешенә ярҙам

Яндекс.Деньги

41001328785603

WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094

Башҡортостаным
яңылыҡтары
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

Киләсәккә рухи васыят

Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

Ғәфү итсе, нигеҙем!..

Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

Булғанда – бүреләй, булмағанда…

Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

Их, мунсаһы!

Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


Һорау

Әйе
Юҡ



Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
© 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.