DataLife Engine > Китапхана > "Йәшенле йәшлек". Рәми Fарипов

"Йәшенле йәшлек". Рәми Fарипов


10-07-2010, 14:43. Разместил: Ilsur
"Йәшенле йәшлек". Рәми Fарипов Башҡорт әҙәбиәтселәрен, сәнғәт эшмәкәрҙәрен туплаған «Мәҙәниәттәр диалогы» («Диалог культур») ижтимағи ойошмаhы бына инде өс йыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Fариповтың архивындағы материалдарҙы йәмәғәтселеккә еткереү менән шөғөлләнә. Үҫмер Рәмиҙең көндәлектәренең «Киләсәккә юл ярам», «Пилот яҙмалары» hәм «Уҡыу океаны» тип исемләнгән өс томы донъя күрҙе, улар буйынса бөтә республикала уҡыусылар конференциялары, семинарҙар үткәрелә. Хәҙер иhә китаптың дүртенсеhе лә әҙер. Уны Рәми үҙе «Йәшенле йәшлек» тип атаған.
Көндәлектәр менән әлегә таныш булмағандарҙың иҫенә төшөрәйек: «Киләсәккә юл ярам» тигән тәүге китабын ун дүрт йәшлек Рәми, үҙе hәм заманы хаҡында бәйән итеп, ысын мәғәнәhендә көндәлек итеп яҙhа, «Пилот яҙмалары», «Уҡыу океаны» hәм «Йәшенле йәшлек» тип аталған ҡалған китаптары – көндәлек жанрындағы әҙәби проза. Төп герой Вәхит Fәлимов – Рәми үҙе, әммә үҙеңә әҙәби герой күҙлегенән ҡарау, ваҡиғаларҙы, уй–кисерештәреңде көндәлектәргә хас эмоция менән түгел, ә әҙәби тасуирлау, буласаҡ уҡыусыңды уйлап бәйән итеү – беҙҙең башҡорт әҙәбиәтендә hәм хатта донъя әҙәбиәтендә лә уникаль күренеш тиhәм дә, яңылышмаҫмын. Һуғыштан яңы саҡ арына башлаған Өфөгә аяғына сабата кейеп, вагон башында килгән үҫмер бер йыл да үтмәй, шиғриәт менән бер рәттән, ысын мәғәнәhендә юғары кимәлдәге әҙәби проза яҙа башлай...
Әйтергә кәрәк, «Йәшенле йәшлек» – үҫмер көндәлектәрен туплаған китаптарҙың иң ҡыҙығы, иң хислеhе. Сөнки ун ете йәшлек егет «Киләсәктә кем булырға, ниндәй юлды hайларға?» тигән иң төп hорауҙар менән йәнәш тәүге мөхәббәте Айhылыуға ҡарата үтә лә ҡатмарлы тойғолар кисерә. Вәхиттең Айhылыуға булған мөнәсәбәте Гетеның классик әҫәр hаналған «Страдания юного Вертера»hынан бер ҙә ҡалышмай, ә урыны менән тәрәнерәк hәм хислерәк тә.
«Йәшлек» уҡыусылары «Йәшенле йәшлек» китабының тәүге уҡыусыhы буласаҡ. Һәм был үҙе үк символик – «Йәшлек» гәзите үҙенең тәүге hандарынан башлап йәштәргә хас ихласлыҡ, саялыҡ менән йөрәктәргә үтеп инде. Рәми Fариповтың студент көндәлектәре лә тәү башлап унда баҫылғайны.
Тағы ла шуныһы: көндәлектәрҙең бер генә һүҙе лә үҙгәртелмәне, фәҡәт яңы орфографик ҡағиҙәгә генә күсерелде.
Зөһрә БУРАҠАЕВА


«Я создан Мыслью затем, чтоб опрокинуть, разрушить, растоптать все старое и грязное, все злое – новое создать на выкованных мыслью незыблемых устоях свободы, красоты и – уважения к людям».
М. ГОРЬКИЙ.

«Күпме шатлыҡ, күпме хәсрәт,
Күпме дәрт, моң, уй, теләк,
Күпме hөйөү, күпме нәфрәт
Һыйҙыра минең йөрәк».
F. ӘМИРИ.

1/I – 50. ЯҢЫ ЙЫЛ
– Ну, була бит инде шундай момент! – тине Вәхит. – Бар, бар, китә тор.
Рифғәт китте.
Вәхит тә ашыҡты. Пальтоhының төймәhен дә эләктермәйенсә ул залға төштө.
«Теләhә ни булhын – бирәм. Көттөм, етерлек көттөм. Ә бөгөн әйтмәйенсә ҡалыу мөмкин түгел. Бына сығыр ул...»
Һәм Вәхит яңылышманы. Көлөшә, көлөшә ашхананан киске ашауҙан сығалар ине. Ул да сыҡты!
– Айhылыу! – тине Вәхит. – Әйҙә әле, берәү көтөп тора hине...
– Ҡулға булка тотопмо? – тип йылмайҙы Айhылыу.
– Әйҙә, әйҙә – булкаңда эшем юҡ әле, – тине Вәхит hәм, проходнойҙа туҡтап ҡалып, пальто кеҫәhенән бер ҡағыҙ киҫәге сығарып Айhылыуға бирҙе. – Уҡытма бер кемгә лә.
Айhылыу йүгереп инеп китте. Вәхитте саф hауа ҡосто. Йомшаҡ ҡына аҡ ҡар яуа hәм йылы ине. Ул йүгерҙе.
5–се детдомға барып ингәндә кисә башланғайны инде. Рифғәт тә килеп инде.
– Бәй, ни эшең был? Килеп тә еттеңме? – тине ул Вәхиткә.
Улар, сисенеп, балалар hәм тәрбиәселәр, ҡунаҡтар менән тулған, биҙәлгән, елкалы залға инде. Ҡыҙҙар уларға урын күрhәтте. Концерт матур булды.
Ҡайтҡас уҡ улар үҙҙәренең уйын, танцалар барған залына төштө. Барыhы ла байрамса кейенгән, шат.
Дәүли баянда уйнай.
– Танцевать итәhеңме? – тине ул Вәхиткә.
– Юҡ, булманы инде ул минән, – тине Вәхит. – Былтыр мин төшөп hикерә башлаған инем. Ташланым.
– Ниңә?
– Шунда бер ҡыҙ бар ине. Башта: «Мин hине өйрәтмәйенсә ҡуймайым», – тине. «Бит Мересьев протездар менән дә өйрәнгән! Ә hин үҙең летчик – үҙең танцевать итергә лә белмәйhең». Мин тот та башла. Аҙаҡ ҡыҙ илай башланы: «Һине өйрәткәнсе, бер утынды өйрәтермен», – тине, – тип көлдө Вәхит. – Шунан hуң мин ташланым.
– Насар иткәнhең! – тине Дәүли.
Вәхит бейеүселәргә ҡараны. Ана – ул!..
Күҙҙәр осраштылар ҙа – тиҙ үк ҡастылар. Тағы... тағы... уҡығандыр ул Вәхиттең хатын...
Хатта былай тип яҙылғайны:

«Яңы йыл менән!
Егерменсе алтын быуат бөгөн
Бүленә тап нурлы уртаға.
Яңы йылдың таңы менән ҡотлап,
Йыр яҙам мин hүнмәҫ уттарҙа.
Их, Яңы йыл! Һин бит беҙгә
Бөтмәҫ шатлыҡ, бәхет килтерәң.
Һин бит йөрәктәрҙе бергә ҡушып,
Яндыраhың, ҡайнар типтерәң.
Нисә йылдар hаҡлап йөрөгән утты
Һиңә, hылыу, асып бирәмен.
Их, ул уттар уртаҡ булhа ине,
Янhа ине, hылыу, йөрәгең.
Күпме генә hүҙҙәр эҙләhәм дә –
Табалмайым, телhеҙ ҡаламын.
Ләкин аңла шуны: тик hин генә
Йөрәгемдә минең янаhың.

Ярай, барыhын да аҙаҡтан аңлатырмын...
Бабай».

Вәхиттең күҙҙәре уны юғалтмай. Йөрәктә ут hәм ут. Йөрәктән йыр сыға.

Мин hөймәйем, иркәм, hине,
Йондоҙ тиеп күҙҙәрең,
Иҫ китәргес, hоҡландырғыс
Ал таң тиеп йөҙҙәрең.

Мин hөймәйем, иркәм, hине,
Зифа тал тип буйҙарың,
Ҡараштарың ут яндырғыс,
Моңло тиеп уйҙарың.

Мин hөймәйем, иркәм, hине,
Бәрхәт тиеп толомоң,
Күктән үҫкән, hоҡландырғыс
Сәскәhе тип болондоң.

Мин hөймәйем, иркәм, hине,
Татлы тип ирендәрең.
Аҡ фәрештә булып алға,
Юҡ, иркәм, күренмәнең.

Мин hөймәйем, иркәм, hине,
Ҡыл нескә тип билкәйең...
Һөйәм hине сын күңелдән
Үҫтергәнгә илкәйем.

(Икенсе ҡара менән төҙәтелеп, шиғыр эргәhенә «Аҙаҡтан был йырҙы Дәүли музыкаға hалды. Шаярыу йыры», – тип яҙылған).
Вәхит йылмайып ҡуя. Уға рәхәт тә, шул уҡ ваҡытта әрнеүле лә. Ниңә? Сөнки тап киреhенсә сыҡhа? Ул ваҡытта, ул ваҡытта ни эшләргә hуң?.. Юҡ, бының кире сығыуы мөмкин булмаған хәл!.. Ә нисек мөмкин булмаған хәл? Бәлки, ул башҡа берәүҙе бөтә йөрәге менән ысын күңелдән hөйәлер? Әгәр шулай булғанда, hинең яныуҙарыңдан нимә сыға? Һинең ул яныуҙарың бер кемде лә бит яндырмаясаҡ. Ә кешенең мөхәббәтен көсләп алыу мөмкин дә түгел. Был саҡта ул мөхәббәт тә булмаясаҡ. Сөнки ул айырым бер закондарға яҙылып ҡуйылмаған. Шуныhы менән ул иң бөйөк, иң ябай, иң саф, иң гүзәл, иң ирекле, иң буйhонмаҫ тойғо ла инде. Әгәр шулай булмағанда, ул тормоштоң гүзәл бер бүләге булмаған булыр ине. Ул тормошто сәскәләргә, иң матур, иң хуш еҫле сәскәләргә, биҙәй. Гейнеса әйткәндә, мөхәббәтhеҙ тормош – ул ысындан да шығырҙауыҡ механизм ғына...
Ҡапыл Вәхиттең уйҙары Ләлә апайҙың Яңы йыл менән ҡотлау телмәренән бүленеп ҡалды.
– Ниндәй бәхетле hеҙ, – тип hөйләне апай. – Бына илленсе йыл! Һеҙҙең иң матур уҡыу йылдарығыҙ! Бына быйыл урта мәктәпте тамамлап сығаhығыҙ. Унан – вуздар. Ниндәй күңелле hеҙҙең йәшлек! Яңы йыл тағы ҙур еңеүҙәр килтерә...
Зал ҡул сабыуҙарҙан геү килде. Ләлә апай hөйләп бөткәс:
– Fәлимов, әйтәhеңме бер нисә hүҙ? Әйт, – тине. Вәхит ҡаршы булманы.
– Яңы йыл менән! – тине ул hәм зал тынып ҡалды. Унда тик Вәхиттең шиғыр юлдары ғына ҡанат йәйҙе.

Иҫке йыл хушлаша тулып
Һуңғы минуттар.
Ләкин hәр сәғәте уның
Яҡҡан ҙур уттар.

Вәхит үҙе лә hиҙмәҫтән ҡапыл күҙҙәрен Айhылыуға текләне. Тауышы нисектер ҡалтыранып сыҡhа ла, ул дауам итте. Ниндәйҙер көс килеп ингән кеүек булды.

Хуш, иҫке йыл! Ләкин hине
Оҙатҡым килмәй минең.
Ҡәҙерле hин. Һәр бер көнөң
Бер йылдай булhа ине!

Бер көнөңдә мең йылдарҙың
Тыуhа ла алтын яҙы,
Ҡыҙғанам мин. Ҡомhоҙ булдым
Тормошҡа баҫып аҙым.

Һеҙҙең менән булhын уртаҡ –
Ҙур шатлыҡ таша миндә.
Йәшәү – туйғыhыҙ, татлы
Минең был тыуған илдә.

Егерменсе быуат бөгөн
Бүленә уртаға.
Илленсе йыл, киләhең hин
Ҡайнар уттарҙа.

Бар йөрәктән ҡотлау hеҙгә,
Дуҫтарым, иптәштәрем.
Шатлыҡтар биҙәhен hеҙҙең
Илленсе йыл эштәрен.

Илленсе йыл, бик хуш, әйҙә,
Ҙур байрам, килдең, килдең.
Шатлығы hин бар халҡымдың,
Шатлығы тыуған илдең.

Йәшлегебеҙ сәскә ата
Ошо йылдарҙа.
Уҡыйбыҙ беҙ hуңғы йылды,
Тиҙҙән – вуздарға.

Был бәхетте беҙгә биргән
Даhи Атаға
Иң ҙур ҡотлау Яңы йылда
Беҙҙең сафтарҙан!

Вәхит ошо ҡыҫҡа ғына телмәренән hуң ҡул сабыуҙар аҫтында Дәүли янына барып ултырҙы.
– Бына күңелле, шиғыр булғас! – тине Дәүли, уның ҡулын ҡыҫып.
– Таптың шиғыр! – тип асыуланды Вәхит. – Һәр рифманы шиғыр итеп таныма hин.
– Бәй, шиғыр инде. Йөрәгеңдән әйтелгән – йөрәктәргә инә. Фекерең бар. Шиғыр, әлбиттә...
Вәхитте барыhы ла, Айhылыуҙан башҡа, Яңы йыл менән ҡотлап, ҡулын ҡыҫты. Тик ул ғына үҙенең йомшаҡ, яғымлы ҡулдарын бирмәне Вәхиткә. Тик матур итеп, йылы, яғымлы итеп йылмайҙы ул.
«Тормоштоң иң матур, иң ҡәҙерле, иң ҡайнар минуттары менән!» – тип ҡотланы Вәхит эстән генә.
«Бәлки, Айhылыу ҙа шулай тиҙер. Ә, бәлки, уның ҡараштары алдайҙарҙыр мине?»
Уға ҡапыл өҫтән боҙло hыу ҡойған кеүек тойола. «Их, Айhылыу! Шул минутта hин бер китапҡа әйлән ине лә, мин hине hәр бер хәрефенә тиклем уҡый алhам ине!..»
Юҡ, мөмкин түгел шул. Төн буйына Вәхит бер нисек тә йоҡлай алманы. Уйҙар, эҙләнеүҙәр, йәшерен серҙәр... Уҡыуы мөмкин булмаған донъялағы иң серле китап. Вәхит уның биттәрен асып ҡарай ҙа:
– Юҡ, уҡый алмайым шул! – тип ҡуя.

2/I. Күңелhеҙ, бик күңелhеҙ. Үҙ–үҙеңде ярҙарына кире ҡайта алмаған сикhеҙ океандағы аҙашып йөрөгән кескәй генә яңғыҙ елкән итеп hиҙәhең. Үҙ–үҙеңде йолҡоп ташлағың килә. Һиңә иң кәрәкле булған нәмә юғалған hәм ул кире ҡайтмаҫ кеүек тойола. Беренсе ҡабат hин үҙеңде буш бер кеше итеп hиҙәhең. Ниҙер hиңә етмәй. Кемгәлер hинең әсе, мәңге онотолмаҫлыҡ әсе hүҙҙәр әйткең килә. Йәки hинең мәңге–мәңге онотолғоң килә... О, юҡ!.. Бындай уйҙар уйлаған өсөн үҙ–үҙеңә нәфрәт ҡайнай. Ә йөрәктәге иң–иң йылы тойғоларҙы, иң–иң яғымлы, ябай теләктәреңде, үҙеңдең ҡайнар рәүештә ашҡыныуҙарыңды әйтеп биреүҙе нимәлер быуып тора. Уларҙы бер нисек тә – тел менән дә, яҙыу менән дә, хатта шиғырҙар менән дә әйтеп биреү мөмкин түгел.
Үҙең дә hиҙмәҫтән:
– Их, ниңә былай тулы, ҡайнап торған тормошта ярты үлек кеше булып йәшәйем hуң мин!.. – тигән hүҙҙәрҙе әйтергә мәжбүр булаhың...
Их, hин, Айhылыу!..
Ниңә шулай hин мине ғазап уттарына аҙыҡ иттең hуң?..

3/I. Детдомда Яңы йыл байрамы. Барыhы ла шаттар, бер кем дә, hинән башҡа, шулай болотло көн кеүек ҡараңғы, асыулы, яныулы түгел. Бер кем дә шулай өҫтөнә мең тауҙы күтәреп торған кеүек түгел...
Их, бындай әрнеүҙәрҙе уртаҡлашыр өсөн иң яҡын, иң яҡын дуҫың да hалҡын кеүек. Барыhын да hин үҙ йөрәгеңдә яндырып, барыhын да үҙең генә hүндерергә теләйhең. Әйҙә, бер кем дә белмәhен!..
Бына ул!.. Айhылыу!.. Матур итеп кейенгән... Күбәләк кеүек еңел, шат... Бына күҙҙәр осрашалар ҙа, ул нисектер икенсе бер төҫ ала. Ниҙер аңлаған кеүек тойола... Ниҙер әйтергә теләгән кеүек ул... Ниндәй фекерҙәр икән hуң унда?.. Аҙ ғына булhа ла йылы тойғолар hаҡлаймы икән ул hиңә?.. Юҡ, күҙ ҡараштары ғына hөйләмәй. Күҙҙәре лә уның тура ҡарай алмай...
Вәхит, hин донъяла уларҙан бер ни ҙә уҡый алмаған иң тәжрибәhеҙ кеше!.. Һинең кеүек бер кем дә былай кисермәгәндер.
Күҙҙәр... Улар, бер ҡарағанда, ғәҙәттән тыш яғымлылар, ә бер ҡарағанда, хатта нәфрәт уттарын сәскән кеүек тойолалар. Беренсеhендә hин, әйтерhең дә, донъяға яңынан киләhең! «Мин, тормош, hиңә ризалашмаҫ өсөн килдем, миңә көрәшергә кәрәк!» – тип ҡысҡырғың килә. Бар кешеләр ҙә hиңә, әсә кеүек, яҡын була... Ә икенсеhендә – hин үҙеңде илле бер ҡат ҡәбер аҫтында итеп тояhың. Һиңә йәшәп тороуҙың, янып–hөйөүҙең кәрәге ҡалмаған кеүек тойола. Их, йәшәге килә! Йәшәү барыhынан да ҡәҙерле. Ләкин ул мөхәббәтhеҙ булғанда, hарғайған бер йәнhеҙ ҡәберлек!.. Һин иң саф hәм иң гүзәл тик бер генә – беренсе hәм hуңғы, мәңгелек мөхәббәткә ынтылаhың. Ләкин уны, hинең иң тәбиғи, ләкин ғорур бер тойғоңдо, ваҡытында тыуған hәм көндән–көн сәскә ата барған, саф көмөш шишмә кеүек урғылып торған тойғоларыңды рәхимhеҙ рәүештә аяҡ аҫтына hалып иҙәләр икән – йәшәүеңдең ниндәй нуры булырға мөмкин hуң? Гейне мең ҡат хаҡлы: ысындан да мөхәббәтhеҙ йәшәү – шығырлап тороусы механизм ғына. Һин мөхәббәтеңдең тик берәү генә, уның мәңгелегенә, уның уңышлы сығыуына шул тиклем ышанып та, ул әгәр ҙә күбек кенә булып сыҡhа, ниндәй ҡыҙыҡ, йәшәүеңдән ниндәй мәғәнә ҡала алыр?..

Шулай уҡ был ышаныуҙар юҡҡа сыға алырмы икән? Белмәйһең һәм белмәйһең. Донъяла белмәүҙән дә ауыр нәмә юҡтыр, ахыры.
Айһылыу! Шулай уҡ һинең яғымлы күҙҙәрең мине, ысынлап та, алданылармы икән? Юҡ, бер нисек тә мин уларҙың алдарына ышана алмайым.
Бәлки, ул күҙҙәр Икенсе Берәүҙе, ысынлап та, алдамайҙарҙыр? Ул саҡта, Вәхит, кешеләрҙең саф тойғоларын емерергә һинең ни хаҡың бар? Һиңә сәхнәнән китеү ни тиклем үлтергес булһа ла, һиндә әгәр ҙә кеше йөрәге типһә, һин үҙеңдең мәңгелек мөхәббәтеңдән, мәңгелек яныуҙарыңдан баш тартырға мәжбүр булырға тейешһең. Һәм һиндә, бәлки, инде бындай ут яңынан тоҡана алмаҫ. Ул саҡта һин йәшәүҙән ситкә тибәрелгән, унан хурлыҡлы рәүештә мәхрүм ителгән, тик бер тереклеккә генә хөкөм ителгән ярты кеше булып ҡаласаҡһың. Сөнки һиңә бөйөк Чернышевский кеүек ысын кеше өйрәткән тик бер мәңгелек мөхәббәтте күрергә тура килмәйәсәк. Быға тиклем әле һин, Вәхит, күптәр менән мауыҡһаң да, бындай ялҡынлы һөйөүҙе белмәнең. Был һиңә ниндәйҙер бер ҡыҙыҡлы эш кенә булып күренә ине. Һин шиғырҙар яҙаһың – уға иҫерәләр һәм һиңә ғәҙәттән тыш ҡыҙыҡ була ине... Ә хәҙер һиңә был гүзәл бер тойғо ғәҙәттән тыш ҙур булған тормоштоң биҙәкләүсеһе булған, кешене бер–береһенә иң нескә, яғымлы, йылы тойғолар менән бәйләй торған, тормошто «шығырлауыҡ механизм» итеүҙән ҡотҡарып ҡалған, йөрәктәрҙе көрәшкә, ысын, матур итеп йәшәргә аҙыҡландыра торған иң бай, икһеҙ–сикһеҙ иң ҙур көс, иң ҙур дәрт шишмәһе булып күренде. Ысынлап та, ул, һинеңсә, бөтә гүзәл тойғоларҙың апаһы булған иң ҙур аҙыҡ шишмәһе!
Һәм ул һинең өсөн шулай, йәшен кеүек, бик тиҙ ағып та бөтөр микән ни? Бөтөрмө ул?..
Юҡ, бөтмәһен ине!
Сөнки мин кешелеккә үҙемдең файҙалы емештәремде ҡалдырыр өсөн тыуҙым тип йәшәй башланым. Һәм минең йәшәүем, мин унан ни тиклем ҡәнәғәтһеҙ булһам да, ни тиклем үҙ–үҙемдән риза булмаһам да, ғәҙәттән тыш гүзәл ине. Сөнки минең Олегтарҙың, тормошто шашып, аҡылдан яҙғансы һөйгән, ысынлап та, саф мөхәббәт менән һөйә белгән Зояларҙың, океан кеүек тәрән һәм киң тойғоло гүзәл ҡыҙ Уляларҙың, кешелек өсөн үҙенең ғүмерен ҡорбан иткән меңәрләгән Сашаларҙың, тормошҡа үҙенең гүзәл поэмаларын бүләк итергә өлгөрә алмаған меңәрләгән Валя кеүек шағир–геройҙарҙың ҡандары менән һуғарылған ҙур маҡсаттарым бар ине. Һәм мин уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн һәр бер аҙымымды уйлап, көрәшеп, ҡайнар йөрәк менән баҫа инем. Был аҙымдарҙы бергә баҫыр өсөн, Айһылыу, һин дә кәрәк инең...

Аңланым мин күпте белгән һайын
Белеп бөтөү мөмкин түгелен.
Болоттарға тиклем үҫтем тиһәм, –
Тик бер нөктә микән ғүмерем...

6 ғинуар. М. КӘРИМДӘН.

Булды ҡайғы татығаным,
Булды яфа күргәнем,
Тик булманы өмөтһөҙ көн,
Юҡ бәхетһеҙ көндәрем.
(«Дуҫтар һорауына яуап»).

МИНЕ ТАҒЫН ДА ТАШЛАП КИТӘҺЕҢ
«Мине тағын ташлап китәһең», – тип,
Бойоҡмасы оҙатып ҡалғанда.
Йәшәп булмай һаман бергә генә
Походлы һәм даулы заманда.
Океандарға сыҡһа караптар,
Дауыл үтеп, ҡайта ярына,
Караптарҙа китһәм, кире ҡайтам
Тыуған илгә, һинең яныңа.
Самолеттар алып менһә мине
Болоттарҙың өҫкө яғына,
Ваҡыт еткәс, тағын ергә төшәм,
Ергә, тимәк, һинең яныңа.
Ҡайҙа булһам да мин илем менән
Һәр бер һулышымды алғанда,
Һин дә ошо илдең ҡыҙыһың бит,
Бойоҡмасы оҙатып ҡалғанда.

* * *

Айырылыу юҡ һөйгән йөрәктәргә,
Беҙ ҡауыша алмаҫ ара юҡ,
Һағыныу бар, ләкин күңелдәрҙә
Әрней торған утлы яра юҡ.
Арабыҙҙа ҡояш балҡып тора,
Елдәр иҫә, яман ел түгел,
Илебеҙ киң, ләкин кешеләрҙе
Аҙаштыра торған ер түгел.
Һағыныу бар, алда күрешеү бар,
Күңелдәрҙә утлы яра юҡ.
Бер Ватандың балалары өсөн
«Айырҙы бит» тигән ара юҡ.
(«Айырылыу юҡ»).

Уҡығанда илағы килә
Шатлығыңдан яҡшы шиғырҙы,
Ҡомһоҙланып йөрәгемә алам
Йөрәк йыры булһа мин йырҙы.

03/1. «Уҡый алһам ине мин һине, Айһылыу!..» – тип янды Вәхит. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ғәҙәттән тыш тәжрибәһеҙ ине. Айһылыуҙы бер нисек тә уҡып бөтөрөү мөмкин түгел. Әле ул яғымлы итеп йылмая, әле ул Вәхиткә ниндәйҙер бер нәфрәт менән ҡарай кеүек тойола.
Айһылыу!..
Ниңә шулай итәһең һуң һин?.. Аҙ ғына булһа ла аңлай алһаң ине һин мине!..
Ләкин, бер ҡарағанда, Айһылыу Вәхиттең был кисерештәрен хатта аңларға ла теләмәй кеүек ине.
Вәхит көн буйына үҙенең «Пилот яҙмалары» өҫтөндә ултырҙы. Китапханаға барып, ул Калинин бабайҙың «Коммунистик тәрбиә тураһында» тигән китабын яңынан уҡырға тотондо. Жабровтың «Элементар осоу теорияһын» аҡтарып ултырыу ғәҙәттән тыш ҡыҙыҡлы һәм рәхәт ине. Пышковтың «Самолет штопоры» тигән китабынан ул үҙенә аңлашылып бөтмәгән урындарҙы яңынан ҡарап сыҡты. Осоп йөрөгән ваҡыттар, «петля»лар, боевой развороттар, «бочка»лар, инструктор Николаевтың: «Ҡара, бер ҡасан да тиҙлекте юғалтма, штопорҙан сығыу техникаһын ярты төндә уятып һорағанда ла йәшен кеүек атап бирерлек бул», – тип киҫәтеүҙәре, бер туҡтауһыҙ тыҡып тороуҙары – барыһы ла уның күҙ алдына килеп баҫты. М. Раскованың «Штурман яҙмалары»нан да Вәхит бик күп кәрәкле нәмәләр таба алды. «Стройҙан сыҡтым. Ләкин йөрәк был турала, ахыры, бер ҡасан да отставканы белмәҫ. Юҡ, әллә нисек мин был тойғоларымдан айырыла алманым. Бәлки мин, күҙҙән мәхрүм булмаһам, мәңгелеккә ошо сафта тороп ҡалған булыр инем. Их, авиация!..» – тип уйланы Вәхит. «Юҡ, осмаһам да миңә уны ташламаҫҡа кәрәк», – тип ҡарар итте ул. Уға әле авиация тураһында яҙыу өсөн дә бик күп белергә кәрәк ине. Шуның өсөн дә ул китаптарына яңынан ҡайтты. «Тоҙламаҫҡа кәрәк, улар һәр ваҡытта ла кәрәк буласаҡ», – тине Вәхит. Һәм ул үҙенең үткәндәре менән был турала хатта ҡай саҡта ғорурланып та ҡуя ине. Ләкин, ҡанаттары ҡайырылып, оса алмаған ыласын булып ҡалыу уны ғәҙәттән тыш борсой һәм йөрәкте мәңге иреп бөтмәҫлек боҙҙар ҡыҫҡан кеүек ине.
Кис. Байрам. Бөтә детдом геү килә. Ҡунаҡтар ҙа килгән ине.
Ҡапыл Вәхит ҡунаҡтар араһында үҙенең ағаһын күреп ҡалды.
– Асрар абый! – тип ҡысҡырып ебәреүҙән ул үҙен саҡ–саҡ ҡына тотоп ҡалды.
Концерт бөткәс үк улар күреште.
– Ҡайтманыңмы, Вәхит?
– Юҡ.
– Ниңә?
– Шулай тура килде инде...
– Ниңә, минең килгәнде ишетмәнеңме?
– Бер көн эҙләһәм дә таба алманым. Ҡайҙа һуң квартирағыҙ? Сара апаларҙа түгелме ни?
– Юҡ, гостиницала. Көндөҙ уҡыйбыҙ. Кис барып сыҡ обязательно. 3–сө этаж, 68–се бүлмә.
– Ярай, – тине Вәхит һәм ауыл хәлдәрен һорашырға кереште.
– Йәшәйҙәр, – тине Асрар абый.
– Нисек, детдомда эштәр бик күпме?
– Ултырырға тура килмәй. Электростанция һалырға йыйынмайҙармы?
– Уйлайбыҙ әле.
– Ҡасан һуң беҙҙең ауыл урынынан ҡуҙғалыр икән?
– Һеҙҙә инде ышаныс, – тип йылмайҙы абый. – Һеҙҙә...
– Театр киләме?
– Яңы ғына ҡыйғылар «Тальян гармун» менән килгәйне, бик яратып ҡараныҡ.
Вәхитте бигерәк тә, ғаиләнән башҡа, ауылдың тормошо, йәштәр, яңылыҡтар ҡыҙыҡтыра ине.
Бейеүҙәр ҙә башланды инде. Вәхитте бүлмәнән саҡырып сығарып:
– Хәжәр апай һине эҙләй ине, – тинеләр.
Ул ҡыҙҙар залына инеп, Хәжәр апайҙы саҡырҙы.
– Ниңә, апа?
– Бына, һине туристар слетына саҡыралар, мә, пригласительный билет.
– Икәү булды инде, – тине Вәхит, шатланып.
Уға институттан Fәзилә апай, бүләк итеп, Лениндың III томын килтергән ине.
– Рәхмәт, – тине Вәхит һәм китап битенән ошо юлдарҙы уҡыны:
«Вәхит! һине Яңы йыл, яңы бәхеттәр менән ҡотлайым!
Беҙҙә киләсәккә ҙур өмөттәр:
Бик күп хистәр әле янасаҡ,
Аҡыл, белем менән йәшәүселәр
Гүзәл тормош яулап аласаҡ!

Fәзилә Нураева.
1/I–50 й. Пединститут».

Бүләк булыуҙан бигерәк Вәхиткә был китап ғәҙәттән тыш кәрәкле, һыуһап көтөлгән китап ине.
Бында Лениндың бөйөк әҫәрҙәре: «Империализм – капитализмдың иң юғары стадияһы», «Һуғыш, революция кризисы һәм партияның тактикаһы», «II Интернационалдың емерелеүе һәм III Интернационал өсөн көрәш», «Империализм һәм милләттәрҙең үҙ–үҙҙәрен билдәләү хоҡуҡтары», «Февраль революцияһы һәм уның перспективалары», «Эске мәсьәләләр», «Партия һәм пролетариат – Октябрь юлдарында», шулай уҡ крәҫтиәндәр һәм «Октябрь революцияһы һәм уның әһәмиәте»...
Вәхит шатлыҡ һәм әрнеү ҡатыш тойғолар аҫтында, воспитательскийға инеп, дәфтәре тулғансы Айһылыуға икенсе хатын яҙҙы. «Поэма йөрәккә үтерлек булырға тейеш», – тип уйланы ул.

04–05/1. Слет. Дворец. Башҡортостан туристары. Бүләкләүҙәр.
– Ҡара, ныҡ һөйлә, мин әйткәндәрҙең барыһын да ҡалдырма, – тине Вәхит Әсғәткә.
– Һүҙ иң актив турист, 9–сы детдом тәрбиәләнеүсеһе Әсғәт Ашраповҡа бирелә, – тиеүгә Вәхит, бөтә иғтибарын туплап, күҙлеге аша ҡарашын президиумға төбәне.
– ...Беҙҙең шундай ҙур уңыштарыбыҙ булыуға ҡарамаҫтан, әле бик күп етешһеҙ яҡтарыбыҙ ҙа бар, – тип, Әсғәт туризмға комсомол өлкә комитетының максималь иғтибар биреп еткермәүен, бигерәк тә походтар һуңынан уның нәтижәләрен популярлаштырыуға ныҡ иғтибар ителмәүен, Яҙыусылар союзының был эштән бөтөнләй алыҫ тороуын тәнҡитләп һөйләне.
– Ошо көнгә тиклем, – тине Әсғәт, тулҡынланып, – беҙҙең башҡорт яҙыусылары туристар тураһында бер генә әҫәр ҙә бирә алманы. Башҡорт телендә был турала хатта бер ниндәй брошюралар ҙа юҡ. Мин тәҡдим итәм, иптәштәр: йыл һайын туристик походтарҙың нәтижәләрен күрһәткән иҫтәлектәр, материалдар, туристарҙың үҙ ижадтарын туплаған йыйынтыҡ сығарырға. Был бик ҙур әһәмиәткә эйә булып торасаҡ.
Вәхит үҙенең фекерҙәрен ишетеүгә бер нисек тә шатланып бөтә алманы. Ҙур театр залы геү килеп Әсғәтте алҡышлай ине.
– Походтарҙың иҫ киткес әһәмиәте ҙур. Бына үҙебеҙҙең 1948 йылғы сәйәхәттә ҡатнашыусыларҙан ғына миҫал килтерәм. Беҙ баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә, Украинала, Сталинградта булып, үҙебеҙҙең тормошобоҙ өсөн бик күп нәмәләр ала алдыҡ. Мәскәүҙәге реактив самолеттар ҡатнашҡан авиация көнө тәьҫиренән һуң беҙҙең ике турисыбыҙ авиация сафына баҫты. Сәлихов хәҙер авиаучилищела уҡый. Fәлимов мәктәптә уҡыуы менән бергә, Өфө аэроклубында ла уҡып, авиация белемдәрен үҙләштереп, самолет менән үҙе идара итеү дәрәжәһенә иреште, – тип һөйләне Әсғәт. – Ә Сәйетғәлин хәҙер Мәскәүҙә кинематография институтында уҡый. Урмантаев Fәлләм ошо походтарҙан һуң тарихсы профессияһын һайлап, хәҙер тарих факультетында уҡый. Ә Нәҡиә медицина институтына инде...
Әсғәттең сығышынан һуң яҙыусыларҙан Ә. Вәли сығып һөйләне.
– Беҙ һеҙҙең алда бик бурыслыбыҙ, – тине ул.
«Бурыслы ғына түгел, ә бик ныҡ ғәйеплеһегеҙ», – тип уйланы Вәхит һәм ул әле генә тәнәфес ваҡытында уның менән булған һөйләшеүен күҙ алдынан үткәрҙе...
Бына ул бик уңайһыҙланған хәлдә:
– Һаумыһығыҙ, абый, – тип һүҙ башланы. – Минең бер–ике генә һүҙ бар ине.
– Йә, йә... Нимә әйтергә теләйһең?..
– «Беҙҙең яҡ егеттәре» «Әҙәби Башҡортостан»да баҫылып сыҡҡас уҡ, беҙ, повесты уҡыусылар, үҙебеҙҙең фекерҙәребеҙҙе, килешеп етмәгән урындарын күрһәтеп, үҙебеҙҙең талаптарҙы ҡуйып, теләктәрҙе күрһәтеп, «Ҡыҙыл Башҡортостан»ға мәҡәлә биргән инек. Баҫырбыҙ, тинеләр. Ләкин, урын юҡ тип, аҙаҡтан мәҡәлә күренмәне.
– Минең үҙемә ебәрәләр уны, – тине Ә. Вәли. Ул нисектер Вәхиттең бер ниндәй инеш һүҙһеҙ туп–тура етешһеҙлектәр тураһында ҡыйыу ғына хәнйәр сығарыуын оҡшатып етмәне булһа кәрәк – сырайы һытылып китте.
– Аҙаҡтан мәҡәләне, һеҙҙең үҙегеҙгә ебәрәбеҙ, тип һорап барғас, архивта инде, тинеләр.
– Кем, Сакаевамы?
– Эйе, шул булһа кәрәк, – тине Вәхит һәм ҡулдарын артҡа ҡуйып торған ҙур, майлы кәүҙәле был яҙыусының икеһе ике яҡҡа ҡарап торған күҙҙәренән: «Бик яҡшы иткәндәр. Беҙҙең кешеләр, үҙ кешеләр бит, «Беҙҙең яҡ егеттәре»нә һүҙ тейҙерергә теләмәгәндәр. Икенсе былай ваҡ ҡына башығыҙға ҡул күтәреп тынысһыҙлап йөрөмәгеҙ», – тигән мәғәнәне уҡыны.
– Һеҙ архивтан булһа ла уның менән танышып сығыр инегеҙ, – тине ул.
Вәхиттең был тәҡдименә яҙыусы «беҙҙе өйрәтмәгеҙ» тигән тон менән һалҡын ғына итеп:
– Ҡарап ҡарарбыҙ, – тип ҡуйҙы.
Вәхиткә уҡ ҡаҙалған кеүек ине. «Нисек һуң автор үҙ уҡыусыһының фекерҙәренә шулай боҙ кеүек тора? Әҫәр уҡыусы өсөн яҙылмаған булып сығамы...» – тип борсолдо ул һәм: «Их, һаманға тиклем беҙҙә шундай әҙәбиәтселәр тереклек итә бит...» – тип тештәрен ҡыҫты...
Кис туристар менән ул «Сталинград һуғышы»ның II серияһын ҡараны.
– Оҡшаймы? – тине Fайсин.
– Шәптең шәбе, – тине Вәхит.
Сталин!.. Уның күҙ алдына бөйөк Атаның йылы образы ысын мәғәнәһе менән килеп баҫа. Йөрәгең менән уны һурып алаһың...
Мәскәү!.. Сталинград!.. Барыһы ла йөрәктә!..
Кремль, Мавзолей... Барыһы ла таныш, барыһы ла яҡын. Мәскәү яры... Юҡ, нисек уларҙы оноторға кәрәк... Ҡыҙыл майҙандың һәр ташы Вәхиттең күҙ алдында...
Сталинград!.. Емерек ҡаялар... Туғандар ҡәберлеге... Һәләк булған көрәшселәр майҙаны... Волгалағы һыу инеүҙәр... Паулюс тотолған ҙур, дүрт этажлы универмаг алдында шиғыр яҙып ултырыуҙар... Герой–ҡала менән хушлашыу... Ергә ҡаҙалған тәреле немец самолеты... Уның кабинаһында сәғәттән артыҡ ултырыу... Украина далалары... Барыһы ла, барыһы ла күҙ алдында... Фильм шунлыҡтан да Вәхиткә көслө тәьҫир итте.
Бына Сталин. Ул Сталинград һуғыштарынан һуң яңы еңеүҙәргә юл әҙерләй. Уның алдан күрә белә торған күҙҙәре ҙурайтҡыс быяла аша карталағы Берлин өҫтөнә төбәлгән.
– Берлин!.. Азат буласаҡ Берлин!..
Вәхиткә ошо момент бигерәк тә образлы күрһәтелгән кеүек.


06/1–50. – Библиотекаға бара һыңмы? – тине Вәхит Әмиргә. – Әйҙә, киттек.
Улар «Алтын йондоҙ» романын уҡыны. Вәхит таңға ҡала ине. Ниндәй гүзәл роман! Ысын совет йәштәре. «Татар телендә мин бындай китапты әле уҡығаным юҡ», – тине ул Әмиргә.
– Мин билет ала торормон. Сәғәт 7–гә обязательно ҡайт. Мин киттем, – тине Әмир.
Вәхит журналды уҡып бөткәс, икенсе номерҙы алып тормайынса шиғырҙар, тәнҡит мәҡәләләрен ҡарап сыҡҡас, ҡайтырға ашыҡты. «Үпкәләп ҡуйыуы бар...» – тип уйланы ул.
Киске ашты ашағас уҡ улар киноға китте.
«Долина гнева» картина һы. Фильм бик оҡша һа ла, Вәхит:
– Шулай ҙа йөрәктә ҙур бер эҙ ҡалдырмай, – тип ба һаланы. – Ни генә әйт һәң дә заграничный...
Әмир ҙә уның менән ризалашҡан кеүек булды.

07/1. «Алтын йондоҙ». Көндәлектәр. Вәхит өсөнсө ҡабат инде дворецҡа Яңы йыл байрамына барҙы. «Красный мак», «Коппелия» балеттары һәм «Золушка» күр һәтелде. Ләкин балеттар Вәхитте артыҡ ҡыҙыҡтырманы. Ә «Золушка»ны ул ике ҡабат ҡараны.

07/1. Көндәлек!.. Ниҙәр генә яҙылмай һиңә! Ә шулай ҙа яҙып ҡына бөтә эске донъяны ҡағыҙға теркәп бөтөрөү мөмкин түгел.
Төн. Сәғәт 3–тәр сама һы. Бәлки, дүртенселер ҙә инде. Бары һы ла күптән инде татлы итеп йоҡлай.
Ә ниңә һуң һин, Вәхит, йоҡламай һың? Йоҡо бит организм өсөн бик кәрәкле. Был арала һин бөтөнләй ябыҡтың, киптең, хатта физкультураң да ҡыҙыҡтырмай башланы.
Йоҡлап киткәнсе генә тип Вәхит Әпсәләмовтың «Алтын йондоҙ» романының икенсе киҫәген алып ятты. Ләкин йоҡоноң Вәхит янында бөтөнләй ҡото осто. Сөнки ул янған йөрәк янында бик–бик көс һөҙ булып ҡала.
«Ниндәй гүзәл роман!.. Миңә нисектер был роман бер ҡасан да уҡылмаған һәм унан артыҡ башҡа бер ниндәй ҙә роман булмаясаҡ кеүек тойола, – тип уйланы Вәхит. – Ниндәй йәштәр, ниндәй тормош, ниндәй көрәш, ниндәй саф мөхәббәт!.. Яҙа алырмынмы мин шундай китапты?.. Бит мин хатта көндәлек яҙыуҙы ла артыҡ ҙур эш итеп күрәм. Юҡ, яҙмайынса булдыра алмайым. Миңә нисектер уның менән һөйләшеү күңелле һәм рәхәт. Ә башҡа кем менән һөйләшергә? Кем менән?.. Юҡ!.. Юҡ, бер кем дә минең кисерештәремде белергә тейеш түгел. Белмә һендәр. Белгәндә лә улар мине аңламаясаҡ... Бәлки, минең мөхәббәтем дә «Алтын йондоҙ»ҙағы мөхәббәт алдында бөтөнләй бер зәғиф, көс һөҙ мөхәббәттер? Бәлки, ул ялған бер тойғо ғыналыр? Саф, матур итеп, ысын мөхәббәт менән һөйә алыу бәхетенән мин нисектер мәхрүм кеүек... Нисектер күңел ышанмай. Нисектер был мөхәббәт күңел һеҙ барып сығасаҡ кеүек тойола».
Бына Вәхит ятҡан еренән тороп, яланғас тәненә пальто һын, аяғына быймаһын кейеп, яҙышырға ултырҙы. Ҡара һауыты ла әллә ҡайҙа юҡ булған. Ләкин ул аптырап ҡалманы: ҙур һауыттан күҙлек футлярына ҡара ағыҙып алды ла яҙырға тотондо.
– Табыла ул йөрәк янғанда!..
Бөгөн өсөнсө ҡабат инде дворецҡа барылды. Көн башҡа көндәргә ҡарағанда йылыраҡ. Ҡар. Буран. Биткә, кейемгә ап–аҡ ҡар һырыла.
Бүлмәнән Вәхит Сабир менән бергә сыҡты.
– Нимәгә һуң һеҙ Мират менән һаман да талаша һығыҙ? – тип һүҙ башланы Вәхит. – Көс һөҙ һөң һин. Йыйылышта сығып һөйләү етмәй. Нисектер һин ярҙам һыҙ һың. Һүҙҙәрең – дөйөм. Китаптарға тотонмай һың. Бына һин Калинин бабайҙы уҡы һаң ине!.. Ә былай дәрес кенә яҡшы булыу етмәй. Һиңә ысын комсомолдарса отпор бирә белергә кәрәк. Күп һөйләмә. Ләкин еңеп сыҡ.
– Булмай шул, – тине Сабир, күңеле йомшарып.
– Бына уҡы һаң ине һин «Алтын йондоҙ»ҙо! Вот ҡайҙа ул комсомолдар! – тип Вәхит уға роман тура һында һөйләне. – Бул һа ине беҙҙең унынсылар нәҡ шундағы кеүек! Бына күпме генә ҡалды – бөтәбеҙ. Иң матур саҡ – йәшлек тура һында беҙ ниндәй гүзәл иҫтәлектәр ҡалдырабыҙ һуң? Юҡ! Шул тиклем үкенес... Хатта илағы килә, малай...
Арттан Роберт та уларҙы ҡыуып етте.
– Һуңламайбыҙмы? – тине ул. – Вот буран!..
Вәхит ҡапыл:
– Әйтегеҙ әле, зин һар, нисек горсобесты табырға? – тигән һуҡыр бабайҙың тауышын ишетте һәм иптәштәренән тороп ҡалып, теге бабайҙы етәкләне лә:
– Әйҙә, табырбыҙ, – тине. «Их, ниндәй ауыр һуҡыр кешегә. Шулай уҡ миңә килерме икән ул?» – тип уйланы Вәхит. Бер ҡарағанда көлкө лә кеүек. Бер көн шулай Ленин урамынан таяҡҡа аҫылынып, көс–хәл менән генә бер ағай китеп бара. Кескәй генә ҡыҙы үҙе хәтле тоҡ йөкмәгән. Уға ауыр. Вәхиттең йөрәгенә беҙ сәнскән кеүек булды. «Их, һуғыш, ни генә эшләтмәне кешеләрҙе!» – тип уйланы ла ул, ҡыҙға:
– Бир, мин илтәм, ял ит, – тине. Ҡыҙ башта тоғон бирмәне. (Бәлки, шикләнгәндер ҙә).
Ләкин Вәхит ҡарышыуға ҡараманы. Библиотекаға тиклем ул тоҡто күтәреп барҙы.
– Нисәнсе класта уҡый һың? – тине ул матур ҡыҙға.
– Өсөнсөлә...
Вәхиткә нисектер таныштар килеп сығыу ҡыйын тойола. Бына әле ул ҡала урамынан бер һуҡыр менән китеп бара. Һөйләшә. Кешенең йөрәгенә аҙ ғына бул һа ла йылы индерге һе килә...
Дворецҡа ул һуңламаны. Хатта артыҡ урын да алып ҡуйҙы. Кемгә? Үҙе лә белмәй ине ул.
Бына бер бала күтәргән апа урын эҙләп йөрөй ине.
– Ултырығыҙ, – тине Вәхит һәм баланың исемен дә һорашып:
– Мә, Юрка, Яңы йыл менән! – тип уны кәнфит менән һыйланы. «Юҡ, әллә нисек тиле кеүек, яратам мин кескәйҙәрҙе. Мине лә шундай саҡта яратҡандар...» – тип уйланы ул һәм «Золушка» башланғансы «Алтын йондоҙ»ҙо уҡыуын дауам итте.
Кис тә ул «Совет әҙәбиәте»нең 4–се номерынан I киҫәкте уҡып бөтмәйенсә ашарға төшмәне.
Уның каникулға туҡтағандан бирле былай уҡығаны юҡ ине әле. «Юҡ, хатта китап уҡыу һәләтем юғалды», – тип ҡурҡҡайны ул.
Дәүли менән воспитательскаяға инеп, музыкаль слух, һәләтлелек тура һында оҙаҡ фекер алышып ултырғандан һуң, улар III этажға танцаға менде.
– Уйна баянды, Дәүли, – тине Вәхит.
Флүрә килеп:
– Әйҙә, Вәхит, өйрәтмәйенсә ҡуймайбыҙ һине, – тип уны танцаға саҡырҙы.
– Булмаҫтыр, ахыры, – тине Вәхит, күңел һеҙләнеп. Ләкин ул бөтә иғтибарын биреп, музыка ритмына аяҡтарын тыңлатырға тырышты. Беренсе башлап уны Ләлә саҡырҙы (5 ғинуар көндөҙ).
– Ҡара, Вәхит, өйрәнмә һәң, сәстәреңдең бөртөгөн дә ҡалдырмам. Туҡмаясаҡмын, – тине.
– Их, Ләлә, был бит математиканан да ауыр миңә... Әгәр ҙә нервыларың ҡорос булып өйрәтә ал һаң, һин бит ғалим кеше буласаҡ һың!.. – тине Вәхит, йылмайып.
– Fалим?
– Эйе, ысынлап та...
– Таптың бер һүҙ!..
– Ну, ысын иптәш...
Ләлә илай–илай өйрәтә башланы.
– Үк һемә һин, Ләлә, паника тыуҙыра һың бит, – тип көлдө Вәхит. – Бына иҙәнеңде лә үҙем йыуышырмын.
– Ҡайҙа әле һиңә иҙән йыуыу! – тип үртәне Ләлә.
– Ысынлап беләм мин!..
– Ысынлапмы?
– Буяулы иҙәнде бигерәк тә... Математика йәки танца түгел бит ул!..
Икенсе көндө Вәхитте өйрәтергә Наилә лә, Мәрйәм Шакирова ла, райондашы Ишалина ла, Мәрзиә лә йөкләмә алды.
«Бына һиңә эш! – тип Вәхит аптырап ҡалды һәм, – юҡ, күп уҡытыусылар кәрәкмәҫ...» – тип уйланы.
Рәйсә, Наилә, Флүрә түҙемлерәк күренде уға. «Етер шулар...» – тине ул.
Ләкин бөгөн оҙаҡ уйламанылар. Вәхит, галстугын, костюмын һалып ташлап, ныҡлап тотон һа ла, арығансы сабырға тура килмәне.
– Юҡ, Вәхит, өйрәнә һең! – тип шатландырҙы уны Флүрә. Ай һылыу аҙаҡтан ғына йылмайып үтеп китте. Өндәшмәне. Яуап юҡ. Тынлыҡ.

8/I. Бөтә детдом «Октябрь» кинотеатрында «Сказание о земле сибирской» фильмын ҡараны. Ҡай берәүҙәр уны өс–дүрт ҡабат күрҙе.
Алынған тәьҫоратты яҙып аңлатыу ғына мөмкин түгел. Дәүли менән улар бергә ҡайтты.
– Бер нисек тә, бер нисек тә ба һалап бөтөү мөмкин түгел! – тип ҡысҡырҙы Вәхит. – Егерме заграничный фильмға мин уны алыштыра алмайым.
– Искусство менән искусство ара һында ни тиклем айырма, – тине Дәүли.
«Ай менән ҡояш айырма һы», – тип уйланы Вәхит. Һәм ул фекерҙәренә ҡул хәрәкәтен дә ҡушып:
– Ул фильмдарҙан йөрәктә бер нәмә лә, бер ниндәй эҙ ҙә тороп ҡалмай. Ә үҙебеҙҙең!.. Һин йәшәй һең, ҡанатлана һың, әллә ниндәй маҡсаттар уяна, ҡарарҙар тыуа!.. Ҡыҫҡа һы – йәшәй һең!.. – тип һөйләне Вәхит.
– Аңлайым, төбөнә тиклем... – тип йылмайҙы Дәүли.
– Вот ҡайҙа ул мөхәббәт! – тине Айытулла, кинонан ҡайтҡас. – Ә башҡа һы?
– Башҡа һын мин не признаю!..
– Тормошто ҡайҙа итә һең? Музыка? Искусство? Ижад?
– Улары мине ҡыҙыҡтырмай.
– Юҡ, мөхәббәтте һин тормоштан айырып ала алмай һың! – тине Вәхит.
«Алтын йондоҙ»ҙоң II киҫәге лә уҡып бөтөрөлдө.
Кис танца.
– Өйрәнеп килә һең бит, Вәхит! – тине Флүрә.
– Көлмә минән! – тип асыуланды Вәхит. «Юҡ, булмаҫ, ахыры...» – тип күңел һеҙләнде ул.
Ай һылыу ҙа бер ҡарағанда көлгән кеүек. Ауыр. Нимә уйлай һуң ул һинең турала? Аңлай беләме һуң ул һинең йөрәкте? Юҡ, аңламайҙыр!..
Ниңә шулай яна һың һин? Бәлки, ул һине күҙ алдына килтерергә лә ерәнәлер?.. Ә һин?.. Ысынлап та, был һүнмәҫ утмы? Һин был утты һүндерергә лә тырышып ҡараның. Юҡ, булманы. Ул ут көндән–көн ҙурая бара. Ләкин ни мәғәнә? «Был ысын һөйөү түгелдер», – тип шикләнә һең һин. Нисектер ышаныс һыҙ. Һәнәк менән һыуға яҙған кеүек. Ләкин һәр бер йөрәк тибешең, һәр бер һулышың һайын ул һинең күҙ алдыңдан китмәй. Ә ул, әлбиттә, башҡа берәүҙе йөрәгендә йәшәтәлер... Ә һиңә ни эшләргә ҡала һуң? Янырға, янырға... Ни тиклем эшләйәсәк эштәр, ни тиклем алтын ваҡыттар был яныуҙар менән бергә ҡорбан була... Яуап юҡ. Ни уйлай һуң ул? Билдә һеҙ. Шунан да ауыр кисереш донъяла юҡтыр кеүек. Был яныуҙарың һинең буш бер мәғәнә һеҙ тойғо түгелме? Юҡ, түгел. Мөхәббәт ул беҙҙең дәүерҙә бөтә эш менән бер тигеҙ!.. Эйе, ул бөйөк тойғо...
Вәхит түҙеп ултыра алманы. Ул залды ташлап сығып китте лә, аҫтағы залға төшөп, бөтә тауышы менән күкрәп Маяковскийын уҡырға тотондо.
Үҙенең «Ленин һәм шағир» поэма һын яңынан эшләргә тотондо. Был өсөнсө вариант ине инде. Ни бул һа ла баҫтырыу тура һында уйларға кәрәк. Иң башта, һис шик һеҙ, Әмиригә күр һәтергә кәрәк. Бер генә шиғыр ҙа уның күҙ һалыуынан башҡа тыумаҫҡа тейеш. Сөнки ул, ысынлап та, ысын кеше! Вәхиттең ул беренсе штурманы! Бынан Ленин! Яҡшы сыҡҡан кеүек. Ләкин баҫмаҫтар.
Вәхит залды яңғыратып һөйләй ине.
(Артабан был поэма һы яҙылған, әммә үҙенең ҡулы менән һыҙылған – З.Б.)

9/I. «Мы строим коммунизм,
Что в мире краше,
Чем этот труд!
Где доблести предел?
Предела нет!
А кто сказал, что наша
Любовь должна быть
мельче наших дел?
Я, может, сам такой любви не стою,
Но, принимая бури и ветра,
Живет, сияет чистой красотою
Любовь – высоким помыслам сестра».

Тәрбиәсе Йәмилә апаның яғымлы тауышы Вәхитте нисектер шатландырып уятты. Уның иҫенә ҡасандыр бер алыҫ балалыҡ сағының гүзәл күренештәре, иртә менән яғымлы әсәнең шундай уҡ йылы һүҙҙәр менән уятыуы килеп төштө. Нисектер уға рәхәт ине. Башҡалар тормағанлыҡтан, ул да торманы. Ләкин йоҡо килмәй ине инде. Ул радионан һуңғы яңылыҡтарҙы тыңлап ятты. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Йәмилә апа бүлмәгә тағы инде.
– Тороғоҙ инде, тороғоҙ, балалар. Был каникул һеҙҙе ялҡау итеп бөтөрҙө, – тине ул.
– Бигерәк, апа, һеҙ строгий... – тине Вәхит.
– Ә, Fәлимов, һин уяу булып та тормай ятаһыңмы? Ҡайҙа әле мин һине аяғыңдан һөйрәп төшөрәйем, – тине Й. апа һәм Вәхиттең ялбыр сәстәренән килеп тотто.
– Ауыртмай улар...
– Бөртөгөн дә ҡалдырмай йолҡоп бөтөрәм хәҙер...
– Бөтөрөгөҙ. Парикмахерскаяға йөрөп тороу кәрәк булмаҫ, апа.
– Тороғоҙ, тороғоҙ, сәғәт бит инде туғыҙ.
– Ә беҙ Мәскәү ваҡытына буйһонабыҙ.
Вәхит ырғып торҙо ла ҡулдарына бейәләйен кейеп, яланғас көйөнсә тышҡа сыҡты.
Гимнастиканан һуң ул алты ҡабат (минимум) тартылды ла, ҡар менән йыуынып, бөтә тәнен яндырғансы ҡоротҡас, иртәнге сәйгә төштө.
Сәйҙән һуң уның янына Роберт килеп ултырҙы ла ғәҙәттәге һүҙҙәрен башланы.
– Ниңә һуң һин, Бабай, бер ҡыҙ менән дә йөрөмәйһең?
– Ниңә? Бына һиңә Америка асыу! – тип көлдө Вәхит.
Ләкин Роберт бөгөн бик серьезный һөйләшә ине. Ә Вәхит барыһын да көлкөгә ауҙара.
– Ҡыҙғанмайһыңмы ни йәшлегеңде?
– Бик ҡыҙғанам!..
– Ә ниңә һуң мөхәббәткә һин шулай һалҡын ҡарайһың?
– Ни тиклем ваҡыт кәрәк уға!
– Юҡ, Бабай, ваҡыттың эше аҙ...
– Грандиозный вопрос! – тип ҡуйҙы Вәхит.
Роберт дауам итте.
– Юҡ, әллә нисек һин... Бөтөнләй һин беҙҙән айырылып тораһың... Һиндә бит кеше сифаты булырға тейеш.
– Әлбиттә!..
– Ә һин бөтөнләй бер суровый...
– Ниңә?
– Бәй, нисек һуң башҡа эштәр тиеп күмелеп ҡалаһың? Нисек һуң һөймәҫкә мөмкин?
«Һөйөү төрлөсә булырға мөмкин...» – тип уйланы Вәхит. Эйе, йөрәктә, уйҙа бөтөнләй икенсе төрлө уттар яна ине. Ләкин ул барыһын да ҡорос йоҙаҡтар эсендә тоторға ҡарар итте. Нисек һуң шулай тиҙ һәм еңел булырға кәрәк? Ниндәй ҡыҙыҡ?!! Ул үҙе башҡаларҙың йөрәгенә асҡыстарҙы бик тиҙ таба. Ә уныҡын асыу мөмкин түгел... Кәрәкмәй.
– Табырға кәрәк, – тине Роберт.
– Белмәйем инде.
– Нисек белмәҫкә? Павел Власовтың заманы түгел бит. Һинең мөхәббәтең уныҡы кеүек булырға тейеш түгел.
– Беләм...
– Белмәйһең. Монах һин! – тип ҡуйҙы Роберт.
Вәхит көлөп ебәрҙе:
– Монах!..
Уға был һүҙҙе башҡа берәү ҙә – Ирек тә әйткән ине. Ләкин унда ла ул үҙен белдермәне. «Монах» булып ҡала бирҙе. Ә башҡа берәү уға ҡыҙғаныс тойолдо. Вәхит уны яҡын күрә ине. Эйе, бер туған кеүек, нилектәндер ул уға яҡын булды. Вәхит шунлыҡтан да йөрәгендәге үҙ утын һүндереп ҡалдырырға тырышты. Ләкин ул, киреһенсә, ҙурайҙы ғына...
– Ә һин, үҙеңсә, ниндәй ҡыҙҙы оҡшатыр инең? – тине ул Робертҡа ҡапыл ғына.
– Нисек белергә һуң һине? Кем һуң оҡшай һиңә? Белмәйем. Был мөмкин дә түгел...
– Ә бына мин һине беләм.
– Нисек беләһең?
– Башта минең һорауға яуап бир әле, Роберт.
Роберт бер ни ҙә әйтә алманы һәм аҙаҡтан:
– Минеңсә, һиңә начитанный аңлы ғына... Ну, нисек әйтергә – шаян да булһын... Һинең менән уртаҡлаша алырлыҡ булһын ул. Бына Айһылыу бик яҡшы ҡыҙ...
Вәхиттең йөрәге жыу итеп ҡалды. Уның бөтә еренә лә ҡапыл ғына энәләр менән сәнскән кеүек булды. Уға ҡапыл ғына, нисектер, бөтә тирә–яҡ яҡтырып һәм йөрәккә лә еңел, рәхәт булып киткән кеүек тойолдо. Ләкин ул был исемде ишетмәгән кеше кеүек «иғтибарһыҙ» ғына үткәреп ебәрҙе. Нисек тә үҙен тыйып ҡалырға көсө етте. Ә эстә вулкан урғыла ине. Уның Робертты һөйәктәрен шытырҙатҡансы ҡосоп алғыһы килде.
«Айһылыу!!!»
«Ә нисек һуң ул уны оҡшата?» Был Вәхит өсөн ғәҙәттән тыш ҡыҙыҡлы һорау ине. «Ниндәй уртаҡлыҡ бар һуң?» Вәхит эстән генә:
«Һөйөү!
Ул бит яҡшы йырға оҡшаш,
Еңел түгел йырҙы сығарыу.
Яныуы кәрәк уға ике уттың,
Йөрәктең дә кәрәк уртағы,..» – тип ҡуйҙы.
– Бөгөн мин эште хәл итә торған көн. Кис комсомольский вечер! – тип ҡанатланды Р.
– Ә Люциә?... Оноттоңмо инде?
– Һүнде...
– Бик тиҙ, – тине Вәхит һәм уға алданған Люциә бик ҡыҙғаныс ине. «Бына бит ул һөйөү. Минеңсә, барыһы өсөн дә алдан яныу, һуңынан ғазап йөкләүҙән ҡотолоу, аҙымды бик ныҡ, бик ныҡ уйлап баҫыу кәрәк».
– Яңғыҙ йөрөү бөтөнләй мөмкин түгел, – тине Роберт һәм дауам итте. – Таштыр йәки үлгәндер һинең йөрәгең! Бит үтә йәшлегең, үтә...
– Үтмәҫ. Мин ғүмергә йәш булырмын, – тип йылмайҙы Вәхит һәм эшкә тотондо.
«Монах»... Вәхиттең ниңәлер ҡысҡырып, рәхәтләнеп көлгөһө килә.
Бына 1932 йылғыларҙы Ленин райвоенкоматына саҡырҙылар. Вәхит тә китте.

Әмиригә хат
«Ҡәҙерле штурманым минең! Мин һеҙгә беҙҙең осрашыуҙан һуң үҙемдең фекерҙәремде әйтергә теләһәм дә, һаман һуңланым. Сөнки был осрашыуҙан һуң үҙемдең тотҡан юлым тураһында бик ныҡ уйларға мәжбүр булдым. Йәшермәйем, нисектер ҡәләмгә тотонманым. Ниндәйҙер туҡтап тороу килеп сыҡты. Үҙемдең яҙғандарымды, бәлки, улар осраҡлы ғына бер күренештер тип уйланым. Ләкин яҙмайынса тороу һис бер, һис бер мөмкин түгел ине. Түҙемлек етмәне. Тик ҡәләмем менән генә күберәк файҙалы буласаҡмын, тигән фекер миндә көндән–көн нығыны. Ә ул миңә иң ҡатмарлы, иң ауыр, иң ғазаплы, ләкин хөрмәтле, ҙур эш булып тойолдо.
– Мин көрәшә алырмынмы?
Был һорауға:
– Әгәр янып торған йөрәк, һүнмәҫ теләк, ижадҡа ҡанатландырып торған тормош булғанда, ниңә көрәшмәҫкә? Көрәшәсәкмен, – тип яуап бирҙем.
Миңә тормошта кәртәһеҙ генә юл һайлау – иң мәғәнәһеҙ, иң ҡәбәхәт, иң хурлыҡлы нәмә булып һәм бындай йәшәүҙең ҡыҙығы ла юҡтыр кеүек күренде.
Һәм тормошомда һеҙҙең кеүек ябай, кеше өсөн бөтә йөрәген, аталарса ҡайнар йылылығын, аҙ ғына булһа ла ижад итеп, шытып килгән кескәй генә бер нөктәгә лә ҙур иғтибарын биргән кешене, ысын Кешене осратыу миңә иң бәхетле көндәремдең береһе булды. Был осрашыу йәшлегемдә юйылмаҫ, тәрән һәм ҡайнар эҙ ҡалдырҙы. Үҙ көсөмә бер аҙ ышанып ҡарай башланым. Аҙашып йөрөгән сағымда донъяла иң кешелекле кеше булған бөйөк Горькийҙың йылы ҡулдары тотоп алған кеүек булды.
– Их, бар кешеләр ҙә шулай булһын ине! – тип яндым. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә боҙ кеүек һалҡын, хатта кешегә ерәнеп ҡарай торған тереклектәрҙе лә осратырға тура килде. Ләкин мин көсһөҙ инем.
Ә һеҙҙең: «Рәми туған! Һин Яҙыусылар союзына – минең янға бар әле. Шиғырҙарыңды алып кил. Уҡырбыҙ, кәңәшләшербеҙ», – тигән һүҙҙәрегеҙҙе уҡып сыҡҡас, шатлығымдан ни эшләргә лә белмәй аптырап ҡалдым. Үҙ–үҙемә ышанмайынса: «Юҡ, быны берәйһе шаяртып яҙғандыр,» – тип уйланым. Сөнки ауылда һеҙҙең «Август төндәре»н, «Алтын»дарығыҙҙы уҡып сығып, «был кешенең үҙен күрәһе ине» тип хыялланып йөрөгән булһам, ул мине үҙе күреп, хатта үҙенә кәңәшләшергә саҡыра!
(Ышанығыҙ:
зинһар өсөн әйтәм,
Уйламағыҙ:
«Таҫма тел» тиеп, –
Донъя уларға ла
мохтаж түгел:
Күп ағастар йөрөй «гөл» кейеп).
Барҙым. Һәм был көндә мин ни тиклем бай һәм ни тиклем ярлы инем!
Сөнки быға тиклем «беләм» тип йөрөнөм. Һеҙ, әлбиттә, «белмәйһегеҙ» тип әйтмәнегеҙ. Өйрәттегеҙ. Юл күрһәттегеҙ. Ләкин шунда үҙемдең ни тиклем ярлы, ни тиклем әле зәғиф, ни тиклем әле наҙан икәнлегемде һәм ни тиклем уҡырға, белергә, күрергә, кисерергә кәрәклекте күрҙем. Бик ныҡ әрненем дә, шатландым да. Һеҙгә «күберәк фекер ишетермен» тип элегерәк яҙылған «шиғырҙарҙы» күрһәтеп, хәйләләнем. Һеҙ быны, әлбиттә, ғәфү итерһегеҙ.
Ашыҡмаҫҡа тигән инем. Ләкин был үҫеүгә юл ҡуймаясаҡ. Сөнки миңә күптәрҙең фекерен ишетеү бик кәрәкле. Бының әһәмиәте тураһында һеҙ беләһегеҙ.
Икенсенән, бөтә хыялым – белемде арттырыу. Әҙәбиәт институтына инеү өсөн баҫылған әйберҙәрем дә кәрәк буласаҡ.
Һеҙ был эштә ярҙам итә алырһығыҙ тип ышанам. Минең бер генә юлым да һеҙҙең ҡулығыҙҙан үтмәй ҡалырға тейеш түгел. Был ышанысҡа, минеңсә, шатланырһығыҙ ғына.
Бына һеҙгә «Ленин»дың өсөнсө вариантын ебәрәм. Шулай уҡ: «Үлем көсһөҙ көслө алдында» һәм һеҙ бүләк иткән «Дуҫлыҡ».
Әлбиттә, әле һеҙҙең бөтә талаптарға яуап бирә алмағанмындыр. Шулай ҙа эволюция булырға тейеш. Был турала һеҙ үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе яҙһағыҙ, етешһеҙлектәрен әйтһәгеҙ, мин бик шат булыр инем.
Ҡулдарығыҙҙы ҡыҫып,
Рәми Fарипов. 9/I–1950.»

Бына һин, Вәхит, хоҡуҡһыҙ кеше. Ултыраһың. Ултырмайса хәлең дә юҡ.
7–се детдом. Роберт, Фәтҡулла һәм Вәхит комсомольский вечерға килде. «Райком секретары» фильмы ҡаралды. Оҡшаны.
Танцалар башланғас уҡ, Вәхит «шылырға кәрәк» тип уйланы. Ләкин уны коридорҙа уҡ тотоп алдылар.
– Ни эшегеҙ был, Fәлимов?
– Ҡайтырға ваҡыт.
– Бына һиңә ҡунаҡ! Ташлап ҡаса... Юҡ, юҡ, әйҙәгеҙ, сисенегеҙ. Был бит инде кешене, иптәштәрҙе һанға һуҡмау.
– Йә, нисек инде бағана булып ултырыу мөмкин? Бейергә, уйнарға белмәгәс...
– Юҡ, юҡ, әйҙәгеҙ, – тип уны этә башланылар.
– Кәрәкмәй, иптәштәр. Рәхмәт. Ләкин минең эш бар бит. Ебәрегеҙ, – тип үтенһә лә, Вәхитте ебәрмәнеләр. Нисек, һуғышып сығырғамы һуң? (Әлбиттә, ул саҡта Вәхиткә сығып китеү бер ни ҙә тормаҫ ине). Аҙыраҡ иптәштәрҙең һүҙен тыңларға кәрәк бит.
Ул еңелде. Шулай ҙа танцаға инмәне. Маяковскийҙы табып алып, кескәйҙәр бүлмәһендә ултырҙы. Яҙылды. «Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул». «Ҡунаҡ бит хужаның ишәге!» – тип йылмайып ҡуйҙы.
Мәктәп директоры Сажиҙә апа инеп:
– Бәй, Fәлимов бында ла эш менән!.. Уйнарға ла кәрәк бит!.. – тине.
– Белмәйем, апа...
Вәхиткә ҡыҙыҡлы ла, ҡыйын да ине. «Их, ниңә һуң мин шул тиклем йүнһеҙ булдым!..» – тип әрнене ул. Бына Роберт менән уны һыйларға ла көсләп индерҙеләр. Үпкәләнеләр.
Ул Сафа менән уйын бөткәнсе һөйләшеп ултырҙы. Уның Александр Матросов тураһындағы пьесаһын уҡып сыҡты. Шиғырҙарын да уҡыны.
Улар тураһында Вәхит үҙ фекерҙәрен әйтеп:
– Былай шиғырҙы ыштанһыҙ сығарырға кәрәкмәй. Нисек һуң уны рифмаһыҙ, үлсәүһеҙ тыуҙырырға? Унан һуң «кәкүкте һайратып» ҡуйма. Ул ҡысҡыра, саҡыра, моңая. Был «һыйыр кеткелдәй» кеүек булып сыға бит . Ә күк йөҙөн болот ҡаплағанда күренмәгән йондоҙҙарҙы бейетергә кәрәкмәй. Бәлки, һин үҙең күрәһеңдер ҙә, ә бит уны уҡыусы йәки бына мин йондоҙҙар бейешеүен күрә алмайым. Сәсрәп китәйем, юҡ, күренмәй! – тине.
Сафа ла, Вәхит тә күҙҙәре йәшләнгәнсе көлөштө. Вәхитте Сафа, иң яҡын кешеһе кеүек, шатланып ҡаршы ала. Ул бөтә йөрәгенән ниҙер әйтергә теләй. Ләкин әйтә алмай ҡалған кеүек, ауырттырғансы ҡулдарҙы оҙаҡ итеп ҡыҫып тора. Вәхиттең үҙенә лә ул нисектер ғәҙәттән тыш яҡын күренә.
Ләкин шиғырҙарын уҡырға Сафа һәр саҡ ҡаршы була ине.
– Юҡ, мәғәнәһеҙ улар! – тип ҡуя торған булды. Ләкин Вәхит бөгөн уны мәжбүр итте.
Сафаның блокнотына ниҙер яҙырға керешеүен күргәс үк, Вәхит уны алып уҡып сыҡты:
«Йөрәк дуҫым, «бабай».
Ҡарайым да яҡты йөҙөңә,
Киләсәктең ҙур кешеһен күрәм
Һинең көләс, уйсан күҙеңдә».
– Кәрәкмәй, – тине Вәхит, – әкиәтство. Һин мине ундай итеп күрмә. Хәҙерге кеше итеп күр.
Сафа өндәшмәне.

10/I. Каникулдың һуңғы көнө. Йыйылыш булды. Вәхит Әмириҙең шиғырҙарын уҡый ине.
Фәриҙә уға:
– Бабай, һин мединститутҡа инергә уйлайһыңмы ни? – тине. Вәхиткә ҡапыл был һорау ҡыҙыҡ тойолдо.
– Ниңә?
– Шулай ишеттем.
– Ҡайҙа?
– Институтта.
– Бына һиңә «өйөңдәген күршеңдән бел!» – тип көлдө Вәхит.
Кем һуң был турала белергә мөмкин? Бер кемгә лә әйткәне юҡ бит.
– Ярай, – тине ул. – Бына, лучше шиғыр тыңлағыҙ, ҡыҙҙар.
Ул уҡый башланы: «Йәшәһен аҡыл».

Аҡыл – алтын, тиҙәр.
Ә шулай ҙа
Алтын өсөн аҡыл бирмәйҙәр.
Кешеләр уны
Алтын балдаҡ кеүек
Ҡулдарына кейеп йөрмәйҙәр.
Океан төптәрендә
Мәрйен эҙләү
Еңелерәк аҡыл алыуҙан.
Мең тау аҡтарырлыҡ
Аҡыл кәрәк
Бер кешелек аҡыл табырға.

Тик ул ғына
Юҡты бар итерлек,
Йылғаларҙы кире ағыҙа.
Үлгәндәрҙе
Терелтерлек йырҙар
Уның көсө менән яҙыла.
– Яҡшы! – тине ҡыҙҙар.
– Бына бит, Бабай, һәр ваҡыт шулай аҡыл эҙләгәс...
– Ярай, бөттө, – тип бүлдерҙе Вәхит.
Обедтан һуң ул Әмириҙән 5 һум аҡса алды ла:
– Әйҙә, Роберт, киноға, – тине.
– Ә капитал?
– Етер ул, әйҙә «Салауат»ҡа.
Унда Сталинград һуғышын күрһәткән Симоновтың «Көндәр һәм төндәр» картинаһын ҡаранылар.
Вәхиттең күҙҙәренән ике бөртөк кенә йәш тамсыһы бәреп сыҡты. Ул үткән кинонан яҡшы картина күрә алмаясағы тураһында уйлаған ине. Ә һәр бер ҡараған картина гүзәлерәк булып сыға.
Картина телдәрҙе алып ҡалған кеүек булды. Улар өндәшмәне. Тик тынлыҡты боҙоп:
– Бына ниндәй дуҫлыҡ! – тине Вәхит. – Дуҫ дуҫы өсөн үҙен мөхәббәтенән мәхрүм итә, үҙенең дуҫы өсөн иң ҡәҙерле нәмәһен – йәшәүҙе лә ҡорбан итә!..
Башҡаса һүҙ булманы. Улар телһеҙ, ә аяҡ аҫтында ҡар шығырлай, һалҡын быға тиклем күрелмәгәнсә електәргә үтә ине.

11/I. Сәғит менән Рәүил килде. Төндө вокзалда үткәргәндәр.
– Инәйем үпкәләй, – тине Рәүил.
– Ә һин нимә тинең һуң?
– Эше күп, шуға күрә ҡайта алманы, – тинем.
Вәхит иртәнге зарядкаға сыҡҡанда, быға тиклем күрелмәгәнсә, үҙәккә үткес һалҡын ине. Ләкин Вәхит сигенергә уйламаны. «Үлһәм–үлермен, ләкин һүҙемдән кире ҡайтмам. Хәйер, миңә үлем киләме һуң?» – тине Вәхит. Бөтә тән һыуыҡтан шул тиклем еңел, хатта бер генә төртөүҙән осоп китерһең кеүек тойола. Ләкин ышҡығанда ҡарҙың һалҡыны беленмәй.
Вәхит ишектән йүгереп килеп ингәндә, Ләлә апа ҡаршы осрап:
– Кит, Вәхит, кешеләрҙе өшөтөрһөң былай... Һиңә ҡарап туңып үлерҙәр!.. – тине.
– Өшөмәҫтәр! – тип Вәхит баҫҡыстан үргә атылды.
– Кит, тиле, 40 градус бит! – тинеләр уға, бүлмәгә ингәс.
– Унда минең ни эшем бар, – тине лә ул, тәнен ҡоротоп, иртәнге сәйҙән һуң Сталиндың «Диалектик һәм тарихи материализм тураһында» тигән китабына тотондо.
Ул үҙенә бынан ни тиклем ҡиммәтле хазина таба!.. Был кескенә китап тирә–яҡты ни тиклем яҡтыраҡ һәм яҡшыраҡ күрһәтә. Бөтә буш фекерҙәр, һуҡырлыҡтар ҡәбергә сума...
Вәхит уны переменаларҙа ҡулынан төшөрә алманы.
– Бына ҡайҙа ул тормош романы! – тине Вәхит.
Алтынсы дәрестә бөтә дүрт группа унынсыларҙың берләшкән йыйылышы булды.
Их, иң ҡурҡыныслы, иң тулҡынландырғыс, иң гүзәл көндәрҙең килеп етеренә лә бик аҙ ҡалды.
Дәүли Вәхит янына күсте. Вәхит шатланып бөтә алманы.

12/I. «Һөйәм тигән һүҙҙе йөҙ тапҡыр ҡабатларға әҙер торған кешеләр ҙә юҡ түгел. Ләкин улар ҡыҙғаныс, сөнки улар ысын мөхәббәттең бөйөклөгөн һәм сафлығын, ләззәтен һәм көсөн бер генә тапҡыр кисереүҙән дә мәхрүмдәр. Әгәр ҙә улар ысын мөхәббәт менән янған йәш егеттең был һүҙҙе әйтә алмай ғазапланыуынан көләләр икән, тимәк, улар үҙҙәренең рухи фәҡирлектәренән көләсәктәр.» («Алтын йондоҙ»).
Ысынлап та, мең ҡат дөрөҫ был һүҙҙәр. Өс йыл буйы уны йөрәгеңдә йәшәтеп тә уға был һүҙҙе әйтеү мөмкин түгел кеүек тойола. Вәхит бөгөн төн буйына яҙҙы. Уға яҙҙы. Был турала һуңынан.
Илгиз менән Матросов к–т–на инделәр. Вәхит Толстойҙың «Воскресенье» романын, Горькийҙың «Бала саҡ», «Кешеләрҙә», «Минең университеттарым» трилогияһын һәм Белинскийҙың портретын һатып алып ҡайтты. Горький уҡылған. Ә шулай ҙа уны ҡулдан ебәреү ҡыйын.

13/I. Иң–иң ауыр көндәр.
– Их һин, Айһылыу!.. Шулай уҡ мин яңылыштыммы?
Вәхит класташ ҡыҙҙары янына инде.
– Маяковскийҙы бит яратмайһығыҙ? – тип һораны Вәхит уларҙан.
– Аңлашылмай, – тиештеләр.
– Уны аңлау өсөн иң элек яратырға кәрәк.
– Нисек инде?
– Бына мин уны яраттырасаҡмын. Ә башҡаса алға китеү мөмкин түгел. Миңә лә бының өсөн ҡыйын...
Вәхит Маяковский тураһында үҙенең яҙғандарын, белгәндәрен һөйләне. Залда ҡыҙҙар артҡандан–арта барҙы. Улар Маяковскийҙы күҙ алдарына килтереп, уны һырып алды. Вәхит уның сығыштары, шағирҙың үлеме, уның шиғырҙары, ябайлығы һәм бөйөклөгө тураһында һөйләне.
Вәхиткә нисектер башта ҡыйын булды. Ләкин ҡыҙҙарҙы Маяковский бөтөнләй яулап алғанлыҡтан, Вәхит үҙендә артыҡ бер көс тапты.
Ҡыҙҙар уның үҙенең дә шиғырҙар уҡыуын һораны.
– Кәрәкмәй, – тине Вәхит.
Ләкин уны мәжбүр иттеләр.
– Вәхит, бик ҙур рәхмәт, килеп йөрө. Беҙ бөтөнләй юлһыҙ... Килеп йөрө, – тине ҡыҙҙар.
Уларҙың ҡыҙыҡһыныуы уны шатландырҙы.
– Яҡшы беҙҙең ҡыҙҙар, – тип уйланы ул. – Ләкин класта дуҫлыҡ юҡ...


14/I. Иртә менән мәктәпкә килгәс, химия дәресендә:
– Һин киткәс тә әле сәғәт 3–кә тиклем һөйләшеп ултырҙыҡ, – тине Асия.
– Нимә тураһында һуң?
– Барыһы тураһында ла.
– Бына шулай әҙерәк хәрәкәт итергә кәрәк тә инде. Бына «молекулаларҙың бер туҡтауһыҙ хәрәкәте» яҙылған бит, – тип Вәхит һөйләшеүҙе дәрескә бороп ебәрҙе. – Диффузия күренеше – матдәләрҙең икенсе матдәләр эсендә таралыуы ошоноң менән аңлатыла ла. Әгәр ҙә һыу һалынған цилиндрға ниндәй булһа ла иреүсән матдәнең кристалдарын ташлаһаң, ул һыуҙа бер төрлө иретмә барлыҡҡа килгәнгә тиклем аҡрынлап диффузиялаша. Бына шулай аҡрын булһа ла аралашырға, үҙ–ара фекер алышырға, хәрәкәт итергә кәрәк. Хәрәкәттә – бәрәкәт!
– Бәй, мин химия һөйләйһең тип торам! – тип ғәжәпләнде Асия.
– Төп нигеҙ шунда ла инде, – тине Вәхит. – Аҡмаған һыу ни эшләй һуң? Ни генә булмай унда? Вот беҙгә ағырға кәрәк!
Уға бөгөн химия дәресе ғәҙәттән тыш күңелле булды. Бик примитив һорауҙар булһа ла, апаға үҙенең аңлашылмаған һорауҙарын бирҙе:
– Нисек һуң, апа, йылытҡанда молекулаларҙың хәрәкәт тиҙлеге арта?
– Йылы булғанда һин үҙең дә бит шәберәк хәрәкәт итәһең. Ә бына бөгөнгө һыуыҡ класта нисек? – тине Сәғит арттан.
– Ҡараны мин дә аҡ тип әйтмәйем. Ә бына ни өсөн? – тине лә Вәхит, апаға мөрәжәғәт итте. – Бәлки, йылынған ваҡытта молекула аралары берәй төрлө киңәйеүҙәндер был?
– Дөрөҫ, – тине апа. – Һиңә был турала Ломоносовты уҡырға ҡушам.
– Ә количествоның качествоға әйләнеүе нисек? – тине Вәхит, Сталиндың «Диалектик һәм тарихи материализмы»нан сығып.
– Бының өсөн, – тине апа Вәхиттең ҡыҙыҡһыныуына ҡаршы, – һиңә Энгельстың «Диалектика природы» тигән китабын табырға кәрәк.
(Ә Вәхит ул китапты кисә генә һатып алды).
– Һин унда бөтә нәмәгә яуап таба алырһың, – тине апа.
Мәктәптән ҡайтҡас уҡ Вәхит «Ленин»ын күсереп алып редакцияға китте.
Әҙәбиәт уҡытыусыһы Мәрйәм апа уға:
– Һиңә хәрәкәт итергә ваҡыт инде, – тип уны һәр ваҡыт тынып ҡалыуында ғәйепләй ине. – Һин бит үҫә алмайһың былай. Башҡаларҙың да ҡараштарын ишетергә тейешһең.
Һәм Вәхит уҡытыусыһының һүҙен тыңларға булды. Ләкин ул тейешле бүлмәгә инмәйенсә, тәҙрә төбөнә ултырып, «Ленин»ды яңынан ҡат–ҡат ҡарап сыҡты. Бер куплет яңынан төҙәтелде.
Баҫҡыстан аҡрын ғына ҡултығына папка ҡыҫтырып килгән Ҡадир Даянды күреп, урынынан торҙо ла:
– Һаумыһығыҙ, – тине.
– Ә, Fәлимов, һинме? Нимә, әллә бында ултырып шиғыр яҙаһыңмы? – тип күреште Даян.
Ләкин ул артыҡ иғтибар итмәйенсә Вәхиттең: «Яҙылған. Ләкин бына инергә ҡурҡып торам әле», – тигән һүҙҙәрен тыңланы ла:
– Ҡурҡмаҫҡа кәрәк, – тип Вәхит инә торған бүлмәгә инеп китте. Вәхит, кисәге күренеште күҙ алдына килтереп: «Бөгөн дә, бәлки, бушамайым, бына эш муйындан, төҙәтергә кәрәк, бағана артынан бағана, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килер әле...» – тип уйланы. «Ниңә һуң был кешеләр үҙҙәре лә бағана икән?» – тип ҡуйҙы Вәхит. Бер аҙ торғас, ул инде. Күк төтөн менән ҡапланған бүлмәләге тәмәке еҫе уның боғаҙынан быуып алған кеүек булды...
– Һеҙ миңәме? – тине таныш апа.
Вәхит, яҡыныраҡ килеп, шунда ултырған Сәғит Агиш менән күреште лә:
– Эйе, – тине һораусыға.
– Ниндәй йомош?
– Билгеле инде. Кисәге шиғыр. «Иртәгә килерһегеҙ», – тигәйнегеҙ бит...
– Бына тағын эш күп, – тине өҫкө яҡтан һырылып, аҫҡа ҡыуып төшөрөлгән ҡашлы, ирене һәм бармаҡ тырнаҡтары ҡыҙылға буялған эшле кеше. – Ялдан һуң килерһегеҙ. Бына хатта был ағайҙарыңдың шиғырҙарын да уҡымайынса һалып ҡуйҙым. Эш, эш...
– Ул ағайҙарҙың, әлбиттә, уҡып тораһы ла юҡ, – тип йылмайҙы Вәхит. Ләкин уның был йылмайыуы аҫтында икенсе бер уттар ҡайнай ине.
– Юҡ, юҡ, ҡарайҙар... – тине Ҡадир Даян, әҙәп һаҡлап, – ҡарайҙар, что һин?!.
– Ҡалдырығыҙ шиғырығыҙҙы, – тине ҡыҙыл ирендәр.
Вәхиткә ҡапыл беҙ менән сәнскән кеүек булды.
– Юҡ, – тине ул. – Миңә һөйләшергә кәрәк. Һөйләшер...
– Улай булғанда, ялдан һуң килерһегеҙ, – тип бүлдерҙе уны ҡыҙыл ирендәр.
Вәхит өндәшмәне. Ул үҙен ошо минутта иҙелеп осоп киткән кеүек һиҙеп, бүлмә эсендә йөҙгән күкһел төтөнгә оҡшатты.
«Нисек һуң?.. Нисек?.. Хатта бит шиғырҙың исеме менән дә ҡыҙыҡһынмайҙар! Ә ул исем... Ә ул исем?.. Их, һинең бит революцияға тиклем үк: «Долой партияһыҙ әҙәбиәтселәр!» – тип әйтеүеңде һаманға тиклем ишетмәгән, тормоштоң ҡойроҡ осонда һөйрәлеп килгән ҡолаҡҡа ҡаты әҙәбиәтселәр бар...»
Вәхиттең илағыһы килде. Уйҙар һаман да бүлмәләге төтөн кеүек тирбәлде:
«Ленин!.. Ленин!.. Кешелектең бөйөк кешеһенә булған йәш бер шағирҙың (әгәр шулай атарға мөмкин булһа) ҡайнар мөхәббәтен, уның ашҡыныуҙарын тапап ташлаған, хатта урамдан үтеп барғанда һалҡынды ла һиҙмәйенсә, туҡтап яҙған шиғырының исемен дә белергә теләмәгән әҙәбиәтселәргә ни әйтергә һуң? Был әллә шиғырҙар тикшереү, йәш авторҙар менән һөйләшеү эш түгел микән ни? Владимир Ильич, бындай кешеләргә һин нимә әйтер инең икән?..»
Вәхиткә күҙ алдына Маяковскийҙың «Заседавшиеся» шиғырындағы портфелле кешеләр килеп баҫты.
Ләкин ул ҡапыл ғына:
– Һинең менән, энем, эш бөттө булһа кәрәк? – тигән тауышҡа һиҫкәнеп китте.
Вәхит бүлмәнән туҡмалған кеүек сығып китергә мәжбүр булды. Шиғырын ул ҡалдырманы. «Мин уны архив аҙығы өсөн яҙманым, – тип уйланы ул. – Мин уны кешелектең бөйөк кешеһенә булған мөхәббәт океанына үҙемдең дә ҡоромаҫ саф шишмәм ташып урғылыуҙан ижад иттем!..»
Океанға барып ҡушылһын был шишмә...

15/I. Ял.
«Живи и жизнью наслаждайся,
Умей людей распознавать,
С хорошими сумей спознаться,
Плохих старайся избегать».

Йәшә, йәшәп тәмен тап тормоштоң,
Кешеләрҙе бел һин танырға,
Яҡшыларға яҡын аралашып,
Насарҙарҙан тырыш ҡасырға.

– Ромео, Джульетта!..
Ҡан һәм хәнйәр
Тартып ала улар ғүмерен,
Ләкин
Үлгәндә лә
Иң саф һөйөү менән
Һөйөп үлә улар бер–берен.
Ә һуң ниндәй мәғәнә
Мөхәббәттән,
Аҙығы булыу
Һалҡын ҡәберҙең.
Тормошта ла,
Һыуҙа кәмә кеүек,
Ҡалдырмағас
Ялҡын бер эҙең... – тип ҡуйҙы Вәхит, фильмды ҡарап сыҡҡас та. – Йә, Айытулла, нисек һуң, ниндәй мөхәббәт был?
– Күңелһеҙ бөтә, – тине Айытулла. – Ҡыҙғаныс.
– Бик ҡыҙғаныс шул, – тине Сәғит тә. Вәхит уйға батты.

Мин үҙемде бик шат һанар инем
Был китаптың гүзәл битенә
Яҙа алһам йырын йөрәгемдең,
Иң саф һөйөү, һүнмәҫ ут менән.

Кем һуң Тариэлдай көслө һөйә,
Бар(ы)һын аңлай, бар(ы)һын күтәрә.
Тик һин генә булаң йөрәгемдә,
Ҡарай алмай ул ярһып күптәргә.

Һөйөү! Йәшлек өсөн алтын бүләк,
Серемәҫкә хөкөм ителгән.
Ни ҡыҙығы йәшлегеңдең һинең,
Ул һөйөүһөҙ көндәр килтерһә?

Йәшлек! Ҡороған ағас, һөйөүһеҙ һин,
Елдәр генә ҡоса үҙеңде,
Емеше юҡ түккән көстәреңдең,
Ялҡыны юҡ әйткән һүҙеңдең.

Бик–бик ауыр, йырсы, һиңә
Аңлауҙары кеше йөрәген.
Ләкин мең ҡат ауырыраҡ була –
Күкрәгеңдә типкән йөрәкте.

Башҡаларға күңел ҡарай алмай
Тик бер йондоҙ балҡып янғанда.
.................................................
.................................................
(Һуңғы ике юлы һыҙылған – З. Б.)

Вәхит ҡайтып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалды. Сәғиткә һәм Айытуллаға «Ромео һәм Джульетта» нисек күренгәндер, ләкин ул Вәхиткә оҡшаны.
– Шулай ул мөхәббәт! – тип ҡуйҙы Айытулла, бүлмәгә ингәс.
– Нисек, яҡшымы? – тине Әмин. – Бабай, нисек бараң һуң ундай киноға?
– Ниңә?
– Бәй, ул мөхәббәткә сит кеше бит!
Вәхит Әминдең был һүҙе өсөн бер нисек тә асыуланманы. Сөнки белмәгән кешенең ни ғәйебе бар? Әйҙә, белмәһендәр! Вәхиткә был һүҙҙәр ғәҙәттән тыш ҡыҙыҡ һәм көлкө тойолдо.
– Бәлки, ул һинән мең ҡат артыҡ һөйәләр?! – тине Дәүли Вәхит урынына түҙмәйенсә.
Вәхит тағын да көлөргә тотондо.
– Киноға барам мин ул! Бына Сәғит менән Айытулланы ла алып барҙым, – тине Вәхит. – Ләкин мөхәббәткә сит кеше мин!..
«Да...» – тип ҡуйҙы Вәхит аҙаҡтан.
Уға нисектер бындай иптәштәр араһында ғәҙәттән тыш күңелле ине. Һуңғы йыл. Бына нисә йыл бергә туған булып йәшәгән иптәштәргә айырылыу көндәре лә килеп етер…

16/I. АСЫЛМАFАН СЕРҘӘР
(Исемдәр үҙгәрә)
Физика уҡытыусыһының ялҡытҡыс тауышынан арып, Вәхит иғтибарын дәрестән бөтөнләйгә ситкә күсерҙе. Уның уйланып ултырыуын һәм ҡайһы саҡта йылмайып ҡуйыуын һиҙеп алған уҡытыусы:
– Ниңә, Fәлимов, бик ҡыҙыҡлы, көлдөргөс итеп һөйләйемме? – тине.
– Юҡ, – тип Вәхит елде икенсе яҡҡа борҙо. – Ана числителдә ул Н–мы, апа?
Һәм ул тоҙаҡтан ҡотолоп, үҙенең эшенә кереште. Был арала нилектәндер физика дәрестәрендә ул тик күҙәтеүсегә генә әйләнеп китте.
Һуңғы дәрестә уға һорауҙар бирелеп, яуап яҙырға ҡушылды. Ә ул ике һорауға ла яуапты белмәне.
– Белмәйем, апа. Лучше ваҡытығыҙҙы алмайым, – тине Вәхит, йәшермәйенсә. Ләкин уҡытыусы уға үҙ партаһына ултырырға рөхсәт итмәне. Вәхит тә артыҡ оҙаҡ уйлап тормайынса ике һорауға ла шиғыр яҙып, уны Фәриҙәгә бирҙе. Уҡытыусы уны тартып алып, портфеленә тығып ҡуйҙы.
– Уҡып та өлгөрмәнем бит! – тине Фәриҙә.
Ә был дәрестә Вәхит, тыңларға тырышып ҡараһа ла, булдыра алманы. Күҙ алдынан Айһылыу китмәне лә китмәне.
Уның янында ултырған Fәйнан Вәхиткә русса: «Иғтибарыңдың күпме процентын дәрескә бирәһең?» – тип записка яҙҙы.
«Ҡырҡ туғыҙ %», – тип яҙҙы Вәхит. Һәм дәрес бөткәнсе улар яҙышып ултырҙы.
«Һин нисек уйлайһың? Беҙҙең шарттарҙа ҡыҙ уға үҙенең яратыуы тураһында әйтә аламы? Минеңсә, була. Ләкин был саҡта кире ҡағалар».
«Ул саҡта бер ниндәй ҙә ҡыҙыҡ булмаҫ ине», – тип һыҙҙы Вәхит пероһы.
«Мин бит был һәр ваҡыт була тип әйтмәйем. Шундай ваҡыттар була: ҡыҙ уны йәшерен рәүештә һөйә, ғазаплана. Һуңынан, онотоуы бик ауыр булһа ла, оноторға мәжбүр була. Ә ҡайһылары быны булдыра алмай. Бит ҡыҙҙарҙа мөхәббәт көслөрәк».
«Ҡыҙҙың утта яныуы менән генә, ул ут һине йылытмаһа, ни ҡыҙыҡ?..»
«Был шулай. Әгәр һин яратмаһаң, тыныс күңеллелекте бер нисек тә йәшерә алмаҫһың. Быны мин тәжрибәм буйынса беләм. Иң башта ҡыҙға белергә кәрәк – һөйөләме һуң ул? Шулаймы?»
Вәхит көлөп ҡуйҙы ла: «Ниңә һуң әле Fәйнан был тема менән ҡанатлана? Һаман мине монахлыҡтан ҡотҡарырға тырыша,» – тип уйланы ла уға яҙҙы:
«Әгәр ҙә бик ныҡ ҡыҙыҡһынһаң... Юҡ, минең менән ҡыҙыҡһыныу ҙа кәрәкмәй. Ә шулай ҙа һиңә һорау: әгәр ҙә һин уны яратып, уны мәңгелеккә һайлап алып, тик бер мөхәббәт өсөн янғанда, ә ул һине аңламағанда, аңлап та, уның менән бәйләнеште башҡа берәү тотһа, ни эшләр инең?»
«Беренсеһе ул бик һирәк кенә һуңғыһы була. Мин дөйөм әйтәм. Һин, туғанҡай, әле мауығыуҙың нимә икәнен белмәйһең. Һәр йәш кеше мауыға. Хатта ололар ҙа... Ләкин мауығыу әле ул, улар араһында тик бер аҙым ғына булһа ла, мөхәббәт түгел. Тағын бер ҡат әйтәм: беренсе һөйөү һирәк була. Үҙеңә мәңгелек юлдаш һайлап алғансы, беренсе һөйөүҙән һуң, ғәҙәттә, ун, ун бише була. Хәҙерге кешелек законы шулай һәм уны үҙгәртергә бер кемдең дә хәленән килмәй».
– Бына ҡайҙа ул мөхәббәт профессоры! – тип көлгөһө килде Вәхиттең. – Ниндәй закондар, ниндәй ҡағиҙәләр!.. Ҡыҙыҡ кеше һин, Fәйнан!..
Вәхит уны үртәү өсөн ҡапыл ғына бер әсе генә итеп әйткеһе килде. Һәм ул яҙҙы: «Цитаталарҙы уҡыма миңә, Fәйнан. Уларҙы мин уҡыным».
«Мин, Вәхит, цитаталар түгел, ә үҙемдең белгәндәремде әйтәм. Мин уларҙы тик үҙемдең фекерҙәремде дөрөҫләү өсөн генә ҡулланам».
Вәхит үҙе тураһында барыһын да яҙҙы: «Эйе, уларҙы һин аңлап беләһең. Ләкин барыһын да башыңдан кисермәгәнһең. Һәм мине лә һин аңламайһың. Белмәйем, мин үҙемде лә аңламайым. Ниндәй кеше һуң мин? Үҙ–үҙемде мин инде күрә алмай башланым. Ә мөхәббәт тураһында шул: мин донъяла булмаған һәм булмаясаҡ бер ҡыҙҙы хыялымда йәшәтәм. Һәм уның менән мин иҫергәнмен. Уның тураһында бөтөн бер «роман» яҙам мин. Әлбиттә, уны һиңә уҡыған да булыр инем. Ләкин ул башҡорт телендә. Ә һин ул телде аңлап етмәйһең. Шулай ҙа мин уҡыған булһам, һин ул ҡыҙҙың беҙҙең арала барлығына ышаныр инең. Әгәр ҙә мин уны һинең күҙ алдына килтереп баҫтыра алырлыҡ художник булһам, хатта һин ул ҡыҙҙы үҙең дә күреп, күптән таныш кеүек һиҙә алһаң, әлбиттә, был бик ҡыҙыҡ буласаҡ. Сөнки ул ышандырырлыҡ була аламы, юҡмы? Шулай ҙа мин уның образын тыуҙырыу өсөн бөтә көсөмдө бирәм...»
Шул ваҡыт уҡытыусы Вәхиткә:
– Йә әле, Fәлимов, переменный ток ҡайҙан барлыҡҡа килә? – тип һорау бирҙе.
Ләкин Вәхит был ҡапыл ғына килеп тыуған һорауға артыҡ уйлап тормайынса:
– Физика законы буйынса, – тип яуап бирҙе. Бөтә класс көлөп ебәрҙе.
Химкабинетҡа ингәс үк Fәйнан Вәхиттән әйтелгән «роман»ды һорай башланы. Вәхит оҙаҡ ҡарышып торманы.
Бөтә дәрес буйына Fәйнан уның яҙмаларын уҡыны. Нисә йыл асылмаған серҙәр иреккә сыҡты хәҙер.

17/I. «БУНТАРЬ»
– Йә, эштәр нисек, Вәхит? – тине Мәрйәм апа переменаға сыҡҡанда. – «Пилот яҙмалары»н уҡыным. Был турала һөйләшербеҙ әле. Ә «Беҙҙең яҡ егеттәре» тураһында яҙғаныңды, һис бер һүҙһеҙ, баҫтырырға кәрәк.
– Юҡ, апа, мин барып йөрөмәҫкә булдым инде. «Бюрократлыҡты бүре булып сәйнәр инем...» – тине Вәхит.
Мәрйәм апа:
– Көрәшсе бул, – тине. – Ундай ғына ҡаршылыҡтар алдында баш эйеп ҡалма. Һин көслөһөң. Мин ышанам һиңә...
«Ниндәй яҡын кеше был Мәрйәм апа!.. Ниндәй йөрәк унда!..» – тип уйланы Вәхит. «Юҡ, бындай саф йөрәкле кешеләрҙе мин бер ҡасан да онотасаҡ түгелмен. Тормошта шундай кешеләр булғанда, ниндәй рәхәт, ниндәй күңелле!..»
– Мәҡәләңде ҡыҫҡарт. Тағы ла уйлап ҡара. Артыҡ ныҡ әйтелгән урындарын хәҙергә төшөрөп ҡалдырырға кәрәк...
– Юҡ, апа, улай мин риза түгел. Ә шулай ҙа ныҡ эшләргә тырышасаҡмын.
– Редакцияға Рифғәт менән барығыҙ, мин унда звонить иттем, – тине апа.
Редакцияла уларҙы Fәлиев тигән кеше ҡаршы алды.
– Ултырығыҙ, егеттәр, – тине ул. Вәхиткә был кеше бөтөнләй оҡшаны. Ябайлыҡ – Вәхиткә шул ғына кәрәк ине.
Шиғырҙарҙы ул хаҡлы тәнҡитләне. Тейешле урындарын маҡтаны һәм тейешһеҙ урындар бөтә тамыры менән күрһәтелеп бирелде. Рифғәт уға бик ҙур рәхмәт белдерҙе.
Ләкин Вәхиттең шиғырын уңышһыҙлыҡ беренсе юлдарҙан уҡ тотоп алды.
– Дилбегәләй оҙон тимәһәгеҙ, ҡарағыҙ, – тип бирһә лә, һүҙ оҙонлоҡта булманы.
– Һалҡын тишеп
електәргә үтә,
(Ләкин миңә ҡыҫа ҡойроғон),
Танау осон аҡҡа буяп китә,
Ҡыш Бабайҙың тыңлай бойороғон», – тип уҡыны ла тәнҡитсе, Вәхиткә былай тине:
– Ленин тураһында яҙғанда шиғырға бындай «ҡойроҡтар» таҡма. Серьез, бик серьез булырға кәрәк. Ниңә бында «ҡойроҡ» ти, ниңә «танау остары»? Нисек инде
«Һалҡын тишеп електәргә үтә?»
Тупаҫ. Бындай тел юҡ.
– Нисек инде, абый? Мин иң ябай халыҡ телен һайлап алырға тырыштым бит, – тине Вәхит.
– Юҡ, былай серьез темаға яҙылған шиғырҙа шаярырға кәрәкмәй. Бында тантаналы бер тон булырға тейеш. Ишетелмәгән һүҙҙәр кәрәкмәй.
– Минең башҡа бабайҙар һүҙен ҡабатлағым килмәй. Минең кескенә булһа ла үҙ һүҙҙәрем булырға тейеш.
– Уныһы шулай, әлбиттә. Ләкин һин бит кем тураһында яҙаһың? Беләһеңме?
– Белмәһәм, яҙмаған да булыр инем.
Вәхит бер һүҙ әйтмәйенсә тыңларға, тыйылып торорға теләһә лә, беренсе мәртәбә ул шулай үҙен тота алманы.
Шиғыр тикшерелеп бөткәс:
– Һин яҙа алаһың. Һиндә кисерештәр, тойғолар... Ләкин былай бунтарлыҡ кәрәкмәй, – тине тәнҡитсе. – Эшлә, бик ныҡ эшлә.
«Вәхит иптәш, ижадың һинең бунтарство!» – тип йылмайып ҡуйҙы Вәхит. «Юҡ, мин революцияға ынтыласаҡмын».
Шулай ҙа уға үҙе тураһында бер айырым фекер ишетеү ғәҙәттән тыш күңелле ине. «Шулай ҙа һөйләшәләр, шиғырҙы уҡып ҡарайҙар, фекерҙәрен әйтәләр. Әгәр ҙә юл шыма ғына барғанда, миңә ҡыҙыҡ булмаҫ ине. Юҡ, булмаҫ ине!.. Күңелле, рәхәт һәм ғазап...»
«Ә шулай ҙа Ул әйләнә», – тип ҡуйҙы Вәхит.
Редакциянан сыҡҡас та, ул хәле бөтөп көлдө:
– Вот шағирҙар! Вот шағирҙар!.. Бына һиңә «ҡойроҡ»!.. Ысынлап та, «туңа танау аҫтары»!.. Һалҡын урынына уттар үтә хәҙер елеккә!..
Рифғәт серьез ине. Ул Вәхиттең былай ҡотороноуын яратманы булһа кәрәк.
Вәхит төнгө сәғәт өскә тиклем ултырғас та ниндәйҙер бер көс уға ятырға, ял итергә, йоҡларға ҡушманы. Һалҡын һыу менән башын, күҙҙәрен генә яңыртып, гимнастика эшләп алды ла ултырыуын дауам итте. «Беҙҙең яҡ егеттәре» уның күҙ алдында бейене лә бейене... Тәнҡитсе булыу бигерәк тә ҡыйын ине.
Ленин да уның күҙ алдынан китмәне.

18/I. Тик бер минут тәрән хистәр менән
Уның яндан ҡарап үтәләр.
Тулҡынланып уның аҡ йөҙөнән
Быуат йомғаҡтарын һүтәләр.

Күкрәгеңә ҡыҫып ҡосаһың килә,
Күргең килә уны күберәк.
Юҡ һин, Даһи, ысынлап та ерҙә
«Барлыҡ тереләрҙән терерәк»...

Дәрестән ҡайтҡас, Рифғәттең шиғырын да яңынан бергә эшләп, улар редакцияға китте.
Ләкин Рифғәт оҙаҡ торманы. Вәхит үҙенең «Талаптар»ын килтергәнлектән, эште бөтөрөп ҡайтырға, фекер алышырға, мәҡәлә тураһында тикшереүсенең ҡараштарын ишетергә теләне.
– Бөгөн Fәлиев юҡ. Ул агитация эше менән йөрөй, – тине уларҙы ҡабул итеүсе.
«Эсе тышында. Яҡшы, асыҡ күңелле...» – тип уйланы Вәхит уның тураһында. «Ленин» тураһында ул бөтөнләй икенсе төрлө, Вәхит уйлаған уртаҡ фекерҙәрҙе әйтте.
– Образлы. Шулай үҙеңсә яҙ һин. Насар сыҡһа ла, үҙеңсә яҙ. Күңел төшөрмә. Маяковский ниндәй серьез политик темаларға яҙғанда ла шаярыуһыҙ үтә алмаған. Миңә шиғырың оҡшай.
– Шулай ҙа мин уны хәҙергә ҡуйып торам, – тине Вәхит.
Ҡабул итеүсе уның менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынып, Вәхиттең ҡайһы яҡтыҡы булыуы, 10–сыны бөткәс ҡайҙа инергә теләүе, ниндәй ҙурыраҡ әйберҙәр яҙырға йыйыныуы, әҙәбиәттән башҡа ниндәй политик китаптар уҡыуы тураһында һорашты.
– «Диалектик һәм тарихи материализм»ды уҡыйым, – тине Вәхит.
– Бик яҡшы. Иң башта шунан башларға кәрәк. Кем, һиңә берәйһе ярҙам итәме?
– Юҡ, китаптар үҙҙәре..
– Ятлама, өйрән. Беҙҙең күп яҙыусылар нәҡ әнә шул яҡтан һуҡыр ҙа инде. Ә сәйәсәт тураһында һин яҙ. Ә форма өсөн ҡайғырма. Эстәлеге уның үҙе үк форма табасаҡ. Ябай итеп яҙ. Тормошто нисек бар, шулай яҙ. Уны дөйөм, типик образдарҙа күрһәтеп бар. Унан һиңә фекер әйтеүселәр ҙә, өйрәтеүселәр ҙә табылыр. Темаһы – бик мөһим. Яҙ. Шулай килеп йөрөгөҙ.
– Ҡыйын бит, абый. Нисектер әрһеҙләшеп йөрөү кеүек.
– Юҡ, юҡ. Һис тә түгел. Әҙәбиәт шулай. Принципиаль булырға кәрәк...
Вәхит бөтөнләй ҡанатланды. Ә бүлмәгә ҡайтып, Әмириҙең хатын алғас, осор дәрәжәгә етте.
«Рәми туған! Хатыңды һәм «Ленин»ды бөгөн генә алып уҡыным. Хатыңда керһеҙ йөрәгеңде күрҙем. Шиғырыңдың аҙаҡҡы өлөшөн һис бер үҙгәртеүһеҙ журналға тапшырҙым. С. Кулибай: «Февраль номерында мотлаҡ баҫырбыҙ», – тине. Көт.
Әлегә оҙон хат яҙа алмайым. Кәйефем насар, эшем күп. Һуңыраҡ яҙырмын. Мин хәҙер гел өйҙә эшләйем. Һөйләшкең килһә, һин минең квартираға шылтырат (2–98–37).
Үҙеңә бәхет теләп – F. Әмири.» (18/I–50).
«Аңлаған ул мине! Аңлаған! Ниндәй ижад диңгеҙендә йөҙгәндә лә бер нөктәгә иғтибар итеп, уға яуап яҙырға тартынмаған!.. Ниндәй кешеләр була донъяла!» – тип шатланды Вәхит. Уға бынан да ҡәҙерле хаттың булғаны юҡ ине.
(Ә Айһылыу уға яҙманы...)

19/I. МИН СӘХНӘНӘН КИТЕРГӘ ТЕЙЕШМЕН
Воспитательская йылы, яҡты, күңелле, йыйнаҡ. Стенала ике даһиҙың рәсеме, донъя картаһы, детдомдың үҫеш диаграммалары төшөрөлгән плакаттар, ҡыҙҙарҙың ҡул эше дәресендә эшләгән әйберҙәренән выставкалар. Тәрбиәләнеүселәрҙең матбуғатта ҡатнашҡан ижадтарын газета–журналдарҙан ҡырҡып алып, ҙур ҡаты ҡағыҙға йәбештерелгән күрһәткес тә эленеп тора. Бына Вәхиттең беренсе ҡабат баҫылып сыҡҡан мәҡәләһе: «Минең хыялым тормошҡа ашты». Автор уны бына тағын бер ҡат уҡып сыҡты. Уға нисектер булып үткән ҙур ваҡиғалар тураһында был мәҡәлә күңелле әкиәт һөйләй кеүек ине...
«Бишенсе океан!..
Fәҙәттә, осоусылар күкте шулай атай. Был минең балалыҡ хыялым. Ҡулдарымды штурвалға ҡуйып, зәңгәр киңлектә ҡоштар кеүек осҡом килә ине минең. Быйыл күптәнге теләгемә ирештем. Йәйге ял ваҡытында мин аэроклуб эргәһендә ойошторолған пилоттар курсын тамамлап сыҡтым. Унда осоу теорияһын, аэронавигация, метеорология фәндәрен һәм самолетты, уның моторын өйрәндем.
Бына хыялымдың тормошҡа ашыу көндәре килеп етте. Беренсе тапҡыр самолетта һауаға күтәрелдем. Әлбиттә, самолет миңә тиҙ генә бирелмәне. Тәжрибәле өлкән етәксенең ярҙамын, туғандарса хәстәрлеген тойоу күңелле ине. Бына мин дә кескәй генә бер ыласын булдым.
Хәҙер белемемде арттырыу теләге менән Циолковскийҙың әҫәрҙәрен, Чкаловтың эш тәжрибәләрен өйрәнәм. Мин быйыл 10–сы класта уҡыйым. Ял да иттем, уҡыным да, ҙур һынау ҙа үттем. Хәҙер минең ынтылыш бер: йыл буйына тик «бишле» билдәләренә генә уҡырға һәм мәктәптең общественный тормошонда актив ҡатнашырға. Быйыл мәктәп ишеген асҡанда, мин шундай һүҙ бирәм.
Вәхит Fәлимов,
С. Ҡудаш исемендәге 9–сы мәктәп уҡыусыһы.»
Һуңғы ике юлды редакция үҙе өҫтәгән. Вәхит уларҙы яҙмаған ине.
– Бына ниндәй роман ине һинең тормошоң! Хәҙер инде, ғорур ыласын, ҡайырылды һинең ҡоласың!.. Юҡ, һин зәңгәрһыу океаныңа кире ҡайта алмаҫһың! – тип ҡуйҙы Вәхит.
– Ни тиклем еңеп йәшәнем мин. Ә бөгөн нимә?..
Воспитательскаяға ишектән учком председателе Тимер килеп инде лә:
– Ни эшләп ултыраһың, Бабай? – тине.
– Бына, «Алтын йондоҙ» менән иҫергәнмен әле.
– Оҡшаймы?
– Иҫ киткес! Ни эштәр бөтә әле һинең?
– Иртәгә дөйөм йыйылыш. Шуға отчет яҙам.
– Улай булғас, Бабайыңдың ҡолағын бораһың икән!
– Ниңә?
– Бит геометриянан – 2, «физиканан» – «бағана»!..
– Юҡ, һинекен бороп булмаҫ...
– Борорға кәрәк! – тине Вәхит.
Улар бер аҙ һөйләшеп ултырҙы ла, Тимер сығып барғанда, Вәхит унан:
– Илдар йоҡлағанмы? – тип һорап һуйҙы.
– Йоҡлаған. Ниңә?
– Былай ғына... Тыныс йоҡо, Тимер.
Һәм Вәхит китабы менән тағы үҙе генә ҡалды...
Илдар!..
Ысынлап та, ул Айһылыуҙы ысын күңеле менән яратамы? Эйе, ярата. Ә Вәхит мең ҡат артыҡ!.. Ләкин Илдарҙы ла ярата Вәхит. Иптәш. Башҡаларҙан айырылып торған иптәш. Вәхит кеүек үк походтарҙы ярата, сәйәхәттәр тураһында хыяллана. Уҡый. Яҡшы уҡыусы. Маҡтала. Бер аҙ ул Вәхиткә оҡшаған да кеүек. Уның кеүек үк бейемәй, танцаларҙа ҡатнашмай. Вәхиткә нисектер ул туған кеүек яҡын тойола. Улар бергә торҙо, бергә тәрбиәләнде. Вәхит уны бынан дүрт йыл элек үк «Йәш гвардия»ға арналған пионерҙар сығышында муйынына ҡыҙыл галстук бәйләгән килеш күргән ине. Вәхит мәктәп шағиры булып танылғанғамы, нилектәндер Илдар уға ниндәйҙер ҙур бер кеше итеп ҡараған кеүек тойола ине. Ләкин улар бик тиҙ танышты. Илдар ҙа әҙәбиәтте ярата ине. Ләкин ул Вәхиттең «мөхәббәттән ситтә булыуынан» көлөп, уға:
– Монах булып йөрөүҙән ни ҡыҙыҡ? – тигән ине. Вәхиткә ауыр булды. Сөнки инде был ваҡытта ул Илдарҙың Айһылыуға тәҡдим яһағанын уның көндәлектәренән уҡып белгәйне. Һәм ул үҙенең уттарын һүндереп ҡалырға тырышты... Ләкин киреһенсә килеп сыҡты...
Ә хәҙер үҙен бөтә йөрәге менән Илдар алдында ғәйепле һанай ине. Нисектер ҙур бер енәйәт эшләгән кеүек. Йөрәкте ниҙер тырнап тора, ғазаплай, иҙә. Айһылыуҙың хәҙер бөтөнләй өндәшмәүе был иҙеүгә тағын да аҙыҡ өҫтәй.
«Катализатор был», – ти уны Вәхит химия теле менән. Ул үҙен сәхнәнән китергә тейешле кеше итеп иҫәпләй. «Айһылыу ҙа уны яраталыр, бәлки? Әгәр шулай булғанда, миңә артыҡ бер кеше булып йөрөү кәрәкмәй. Мин хаҡһыҙмын. Мин иптәшкә енәйәт эшләй алмайым. Илдар, бәлки, ысынлап та, минең кеүек үк һөйәлер!?? Нисек итеп һуң мин кешенең шундай тойғоһона тотҡарлыҡ итә алам?.. Быға йөрәгем ҡушмай минең. Мин сәхнәнән, һис шикһеҙ, китергә тейешмен. Бик–бик ауыр булһа ла, китергә, китергә... Эйе, башҡа инде миңә былай гүзәл итеп һөйөргә тура килмәҫ. Миңә бындай ашҡыныу беренсеһе лә, һуңғыһы ла!.. Башҡалар һөйҙө мине. Ә мин һөймәнем. Һәм мин һөйҙөм, ә һөйөлмәнем...
Их, һин!... Кем? Яҙмышмы?... Мин яҙмышҡа буйһонмайым һәм ышанмайым. Ләкин әйтәм. Их, һин, яҙмыш! Ниндәй һин һуҡырһың!.. Ниндәй рәхимһеҙ һин!.. Ниңә һиңә береһе өсөн береһе тыуған кешеләрҙе айырыу кәрәк булды? Ниңә һин матур киләсәкте рәхимһеҙ ҡулдарың менән быуып, таш йөрәгең һәм һалҡын ҡараштарың менән миңә тура ҡарайһың? Ниңә һин аңламайһың мине? Һиңә бынан рәхәтме, тәмме, ләззәтме? Ниңә тормошҡа ҡомһоҙ булып, йәшәүгә, файҙалы, намыҫлы, гүзәл һәм хеҙмәттән тәм табып йәшәүгә, кешелек өсөн файҙалы йәшәүгә ашҡынып ашыҡҡан кешене?!! Ниңә? Ниңә? Ниңә кәрәк ул? Шулай уҡ һин, һуҡыр яҙмыш, мине еңергә уйлайһыңмы?
Юҡ, ҡәбәхәт яҙмыш, мин һиңә бирелмәмен. Юҡ, бирелмәмен. Тормошҡа һинең ҡулың аҫтында илап йәшәр өсөн килмәнем. Мин ҡайнар ҡом сүлдәрендә аҙашҡан юлсы нисек һыуға һыуһаған һәм уға ер йөҙөндә бөтә даръялар ҙа етмәҫ кеүек һыуһағандай булһа, шуның кеүек үк көрәшкә һыуһаным... Юҡ, был һүҙҙе матур булған өсөн түгел, ә уға хаҡлы булған өсөн әйтәм. Был һүҙҙәремде эшем, тирем, хеҙмәтем, йөрәк ҡаным менән, кәрәк икән, һис бер тамсы ҡыҙғанмайынса, саф һәм намыҫлы, сәскә кеүек ҡыҫҡа булып ҡалған ғүмерем, бөтә тормошом менән дә аҡларға әҙер. Үҙемә тормошта еңел юл һайлауҙы кешеләр алдында иң ҙур ҡәбәхәтлек итеп һананым. Кешеләр өсөн тыуғанмын һәм мин – кешеләргә!.. Шунан башҡаса йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Юҡ, башҡаса йәшәү мөмкин дә түгел. Бар ул – ләкин ул йәшәү түгел! Тоҡомом ундай һуҡыр булған иң ваҡ йәшәү менән йәшәмәй!.. Һәм ул ундай «йәшәү» менән «йәшәргә» хоҡуҡһыҙ. Үҙеңдең тыуған ереңдәге тыуған халҡың өсөн ғүмереңде көрәшкә биреүҙән дә гүзәлерәк нимә бар һуң?.. Дөрөҫлөктөң еңеп сығыуы һис бер шикһеҙ буласаҡ булған өсөн, киләсәктең матур буласағын белгән өсөн түгел, ә дөрөҫлөктөң еңеп сығыуы кәрәк булғанға, тормошта тик көрәшкәндә генә матурлыҡ булғанға, кешелек идеалының тормошҡа ашыуын ысын йөрәктән һәм бөтә күңелем менән теләгәнгә, тик шул юлда ғына файҙалы булыу мөмкин булған өсөн дә үҙемә ҙур ҡая таштар ҡаплаған, боролмалы–боролмалы, ауыр һәм ҡатмарлы юлды һайлап алдым. Кешеләр йәшәгән өсөн түгел, ә йәшәүҙең гүзәл булғанлығы өсөн йәшәйем. Мин башҡалар һөйгән өсөн һәм һөйөүҙең бер тәбиғи закон булғанлығы өсөн түгел, ә һөйөүемдең саф бер тойғо һәм уны бөйөк бер гүзәллек итеп күргән өсөн, көрәшле тормошто тик ул ғына гөлгә биҙәгәне, тик ул ғына тормошто, кешеләрҙе бер–береһенә шундай тығыҙ итеп бәйләй алғаны өсөн, уның эшкә, хеҙмәткә рух аҙығы биргәнлеге өсөн һөйәм. Шуға күрә ул бер генә һәм мәңгелек булырға тейеш. Мин уны онотолоп ҡалып тормошта тыныслыҡ табыр урыны тип аңламайым. Ә ул ҡанатландырһын, рухландырһын, көс бирһен...
Шулай уҡ мин бындай рух шишмәһен таба алмам микән ни?
Айһылыу!.. Ниңә мин һиңә шул тиклем ышана алдым икән? Һәм ниңә һуң мин шикләндем? Ниңә һуң мин үҙемә ышанманым? Уны һүндерергә тырыштым. Ә ул ҡояш ҙурлығында булып үҫә барҙы...
Һәм был ут бер ҡасан да һүнә алмаҫ кеүек. Ә шулай ҙа миңә сәхнәнән китергә кәрәк... Әйҙә, минең мөхәббәтем дә башҡа кешеләр өсөн булһын...»
Илдарға Вәхиттең бына шул турала бөтә йөрәктән һөйләгеһе килде. Бөтә йөрәктән һәм дуҫтарса...

20/I. Проходнойҙың ишеген шаҡыған тауышҡа, Вәхит, зарядка эшләп, һалҡын һыу менән ҡойонорға барған еренән ҡапыл туҡтаны ла: «Кем һуң былай һуңға ҡалған? Туңғандыр бит?» – тип уйлап алды һәм баҫҡыстан аҫҡы этажға атылды.
– Кем унда?
– Мин, мин, ас, Fәлимов! – тине повар Таня апай.
Вәхит асты.
– Бәй, ниңә иртә торҙоң былай? Әле сәғәт алтынсы ғына бит!
– Алтынсы?! – тип Вәхит аптырап ҡалды. «Бит мин әле ятмағанмын да...»
Ул тиҙерәк йоҡлау өсөн Маяковскийҙың шиғырҙарын ятларға кереште.
«Если песнь не громит вокзала,
К чему переменный ток?..»
Шул урында булһа кәрәк ул йоҡлап китте.
Ә иртә менән дәрескә килгәс, ул һәр бер хәрефенә тиклем күҙ алдында тотҡан шул «Приказ»ды ятҡа һөйләп бирә алманы. Буталды...
– Ултыр, Fәлимов, – тине Мөсәлиә Fәлиевна.
Ләкин Вәхит, фекерҙәрен туплап, иң һуңғы кеше булып, бурысты үтәп ҡуйҙы.
– Яҡшы! – тине уҡытыусы.
Класс көлә ине.
Мәктәптән ҡайтҡас уҡ ул «Алтын йондоҙ»ға тотондо. Ә кис туғыҙынсыларға психология дәресенә ингәндә, Илдар менән бергә ултырҙы. «Миңә, Илдар, һинең менән бөтә күңелдән бер һөйләшергә кәрәк әле», – тип яҙҙы уға.
Айһылыу эргәлә генә ултыра ине. Уҡытыусы һорау биргәс, матур итеп һөйләп бирҙе. Иртәгә уның тыуған көнө. Һәм иртәгә Лениндың үлгән көнө...
Вәхит уға, тыуған көнө менән ҡотлап, «Горькийҙың трилогияһын бүләк итергә кәрәк», – тип уйланы. Горький! Вәхиттең ул иң яратҡан өйрәтеүсеһе. Горький! Уны Айһылыу бөтә йөрәге менән аңлаһын ине!.. Эйе, аңлаһын ине! Вәхит йөрәгенең асҡысы уның ҡулында...
Вәхит китаптың титул биттәренән үҙенең иҫерек хәрефтәрен йүгертте.
Тыуған көнөң менән
ҡотлап, һылыу,
ҡалдырам мин кескәй иҫтәлек.
Йылдар менән
Үтеп киткән булыр
Был йәшлектең сәскә еҫтәре...
Хәтерләрһең...
Ниндәй ҡыҙыҡ булыр,
Көндәр битен асып ҡараһаң!
Ватан өсөн ул саҡ
Эштә ҡайнар
Көрәшселәр беҙҙең аранан...
Һәм айырым бер ҡағыҙға Вәхит: «Айһылыу, минең бөтә тилелектәремде, ахмаҡлыҡтарымды ғәфү ит. Бының өсөн мин үҙемде бик ҙур ғәйепле кеше кеүек һиҙәм. Мин һеҙҙең икегеҙ араһында артыҡ бер кеше. Мин үҙемде сәхнәнән китергә мәжбүр итәсәкмен...» – тип яҙҙы...

21/I. ТЫУFАН КӨН
Бына уның тыуған көнө... Тыуған көн ниндәй ҡәҙерле була ул!.. Айһылыу уңған. Ул тормоштоң иркен һауаһын ун туғыҙ көн алдараҡ һуларға өлгөргән. Айһылыу, бының өсөн һиңә Вәхит бер аҙ үпкәләй. Ниңә һин шулай ашыҡҡанһың?.. Бына Вәхиттең февраленә лә күп ҡалманы инде. Вәхит һайлау көнөн түҙемһеҙлек менән көтә. Сөнки ул үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр тауыш бирәсәк!.. Был бит Совет иленең гражданы тигән һүҙ... Әгәр ҙә башың менән генә уйлап ҡараһаң, үҙ илеңдең, Бөйөк Совет иленең гражданы булыу – ниндәй ҙур бәхет!.. Һәм һинең беренсе тауышың яңы, гүзәл, йырға оҡшаш матур тормошто, йырлап бөтә алмаҫлыҡ ҡайнар киләсәкте төҙөү өсөн көрәшеүсе миллион кешеләрҙең тауышына ҡушыласаҡ. Эйе, ҡушыласаҡ...
Маяковский!.. Асыуланма, шатлан. Эйе, һин шатланырға тейешһең. Мин һинең үлемһеҙ юлдарыңды үҙ һүҙҙәрем итеп, саф һәм йәш йөрәгемдең иң тәрән еренән ғорурланып әйтәм:
«Уҡығыҙ, көнләшегеҙ, Советтар Союзы Гражданы мин!..»
Эйе, ғорурланмаҫҡа мөмкин дә түгел. Илленсе йыл! Һинең донъяға яңы бер граждан килтергәнең өсөн мең–мең рәхмәт!.. Бөтә йөрәктән рәхмәт.
Вәхит Некрасовтың юлдарын ҡабатлай: «Шағир булмауың да мөмкин, ләкин граждан булырға тейешһең һин...» Нисек гүзәл әйткән! Эйе, барыһынан да алда үҙ илеңдең гражданы булырға кәрәк.
– Айһылыу! Минән алдараҡ Совет иленең гражданкаһы булған өсөн көнләшәм мин һиңә!..
Бына Вәхит яңынан, инде бишенсе ҡат эшләнгән «Ленин» шиғырын иптәштәренә уҡый. Ул нисек тә Айһылыуҙың күҙҙәренә ҡарамаҫҡа, ә алыҫтағы Ҡыҙыл майҙандың һырлы–һырлы таштарына, ҡарт Кремлдең тешле стеналарына, Мавзолейҙың мәрмәр таштарына, уның эргәһендәге аҡ бәҫкә төрөнгән шыршыларҙың һалынып торған ботаҡтарына, Мавзолейҙағы тәрән тынлыҡ эсендә мәңгелек йоҡоға талған, ләкин мәңгелеккә кешелек өсөн йәшәп ҡалған Бөйөк Атаның күҙҙәренә ҡарарға тырыша.
Бына детдом тәрбиәселәре, тәрбиәләнеүселәр һәм уҡытыусылар менән тулған ҙур мәктәп залында уның һуңғы юлдары күкрәй. Уларҙы башҡалар менән бергә Айһылыу ҙа тыңлай.
Планетаны аҡылың урап алған,
Урағандай һауа Ер шарын.
Һулыш алмай йәшәп булмағандай
Юҡ тормошта һинһеҙ юл ярыу!
Һәр бер еңеү, уңыш, ҙур подвигтар
һинең менән бергә яулана.
Һинең кеүек үлмәҫ дөрөҫлөк бар,
Сталин бар ерҙә, донъяла!..
Ана, башҡалар менән бергә Айһылыу ҙа ҡул саба. Ул йылмайған. Вәхиттең күҙҙәренә был йылмайыу донъяла бер кем дә шулай йылмая алмаған бер гүзәл йылмайыу булып күренде... Ләкин Вәхит күҙҙәрҙең ҡауышыуынан ҡурҡа ине. Сөнки уларҙың йылы нурҙары, йомшаҡ, иркәләткес, йөрәккә дәрт бирә торған нурлы йылылығы Вәхиткә түгел кеүек...
Айһылыу!.. Һинең күҙҙәрең күп шағирҙар маҡтаған шоморт кеүек ҡара ла, болотһоҙ ҡояшлы көндәге күк кеүек зәңгәр ҙә түгел... Улар «йондоҙ» ҙа түгелдәр... Ләкин уларҙа диңгеҙ тәрәнлектәренән дә тәрәнерәк уйҙар, бер ниндәй ҡурай менән дә уйнап бирә алмаҫлыҡ моңдар, бер ҡасан да һүнә алмаҫлыҡ ташыуы тыйылмаҫ ҡайнар дәрт, бер ҡасан да һыуына алмаҫлыҡ кешеләргә булған йылылыҡ, икһеҙ–сикһеҙ булған һауа океанынан да киң булған хыялдар, бер кем дә уҡып бөтә алмаҫлыҡ йәшерен серҙәр, хуш еҫтәре аңҡып торған балалыҡ сәскәһенең шаян сатҡылары, ташып торған саф йәшлектең йөрәк ҡандарын ҡайнатырлыҡ һөйөүле һағыштар яна! Уларҙың нурҙарынан йәшел хәтфә болондарҙың күҙ яуын алғыс һанһыҙ гүзәл сәскәләр ҙә көнләшер кеүек. Уларҙың нурҙарынан мәңгелеккә туҡтап ҡалған йөрәктәр ҙә тибә башлар кеүек...
Ләкин улар Вәхитте төпһөҙ ут усағына ырғытты... Fазап тауҙарын уның өҫтөнә өйөп ҡуйҙылар... Әрнеүле кисерештәр диңгеҙенә батырҙылар... Уның иң тәбиғи булған ябай, саф теләктәренән көлдөләр кеүек...
Улар тик Вәхитте генә аңламаны. Юҡ, аңламанылар!
Ә, бәлки, улар аңламайҙыр ҙа?... Юҡ, сәхнәнән китергә тейешһең һин, Вәхит... Ә, бәлки, кем белһен?...
Вәхиткә шул саҡ еңел булып киткән кеүек ине һәм ул ауыҙ эсенән генә бөтә йөрәге менән яратҡан русса шиғырҙарының берәүһен уҡып сыҡты. Ысынлап та, гүзәл шиғыр ине был.
«Есть книга вечная любви,
Одни едва
В ней несколько страниц перелистали,
Другие, все забыв, ее читали,
Слезами полили слова.
Ее писали много тысяч лет.
В ней, может быть, и мы оставили след.
Влача любви счастливые вериги, (?)
Познав блаженство, муку и тоску,
Я счастлив буду, если в этой книге
Прибавлю хоть одну строку...»
Вәхит Айһылыу янынан күңелһеҙ генә үтеп китте лә сығырға ашыҡты. Кемдеңдер ауыр ҡулдары уның арҡаһынан ҡаҡты. Вәхит боролоп ҡараны ла мәктәп партия ойошмаһының секретары, әле генә доклад һөйләгән тарих уҡытыусыһы Fәзимә апаны күрҙе.
– Бик яҡшы «Ленин»ың. Мәктәптең ғорурлығы һин! – тине ул. – Һәр бер йырың шулай йөрәктәргә үтһен!..
Вәхит өндәшмәне. «Рәхмәт, апа, һеҙгә», – тип тә әйтә алманы ул. Баҫҡыстан төшөп барғанда уны көтөп торған тарихсы Шәйәхмәтов абый ҙа, ҡулын ҡыҫып:
– Оҡшаны шиғырың. Бөтөнләй үҙгәрә бараһың. Тиҙҙән дан ҡосор үҙеңде... – тигәс, сәстәре үрә тороп асыуланды. Был уға көлөү кеүек ине.
– Буш һүҙ! Ниндәй һуң дан! – тине Вәхит һәм йүгереп төшөп китте.
– Һин беҙҙе бөтөнләй һуҡыр кеше итеп күрәһеңме? – тип ҡалды Шәйәхмәтов абый. Вәхиткә ҡыйын ине.
«Төкөрәм мин данға. Мин үҙем тотҡан ҡорал менән хеҙмәт итә алһам – етә. Мин үҙ бурысымды аҡлай алған кеше буласаҡмын...» – тип уйланы ул.
– Их, Айһылыу, бына һин әйтһәң ине миңә фекерҙәреңде! – тине Вәхит үҙ–үҙенә. – Ысынлап та, ул минең бөтә донъямды уртаҡлаша алып, беҙ йөрәктәрҙе уртаҡ итһәк, ниндәй күңелле булыр ине! Эйе, ниндәй күңелле булыр ине!..
(«Сердце не верит. Наверно, не бывать этому...» – тип яҙып ҡуйған – З. Б. )
Вәхит бөгөн Әсғәт менән оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы. Һүҙ походтар тураһында ине.
– Иртәгә станцияға бар, – тине Әсғәт. – Һине, һис һүҙһеҙ, член итеп аласаҡбыҙ.

22/01. «Осрашыуҙар»
Иртәнге зарядканы Вәхит тышҡа, ҡарға сыҡмайынса, бүлмәлә генә үтәп, һалҡын һыу менән йыуынып, ҡоротонғас, Әминде өс мәртәбә юғары күтәрҙе. Аяҡ мускулдары өсөн арҡаһына һалып, 12 мәртәбә сүкте. Ләкин һуңғы ике күтәреүҙә ит сүстәре ғәҙәттән тыш тала. «Өйрәнмәгәндәр әле,» – ти Вәхит.
Ял бөгөн. «Айһылыу театрға барамы икән?» – тип уйланы ул. Һәм иртәнге сәйгә аҫҡа төштө. Ҡапыл ишекте тартып асып ебәрһә, тышҡа йыуынты һыу түгергә сығып барған Айһылыу саҡ–саҡ ҡулындағы биҙрәһе менән алға ауып китмәне. Вәхит йөҙөнә ниндәй төҫ сығарыуын да һиҙмәне. Ә Айһылыу ниндәйҙер бер сит кешене күргән кеүек йәшен тиҙлеге менән ҡарап алды ла, башын эйеп, бит алмалары алланған килеш, уңайһыҙланып, ашығып китеп барҙы. Вәхит уйларға ла өлгөрә алманы.
Бындай осрашыу бик йыш була. Нисектер күҙ алдында һүрәтләнеп торған саҡта Айһылыу әкиәттәге кеүек үҙе лә килеп сыға... Вәхит бер көндө уның күҙенә саҡ–саҡ ҡына ҡулдары менән төртөп алманы!.. Ишек тотҡаһына тотонам тиһә, унда Айһылыуҙың йөрәкте сәнсеп үтә торған күҙҙәре...
Ярай, хәҙер театрға китәләр... «Беҙ айырылышмабыҙ».
– Әйҙә, киттекме театрға, – тине Вәхит Дәүлигә.
– Ә нисек?
– Бына һиңә – «нисек»? Һыуыҡ һыуҙы кисеп!... Аяғың бар, күҙҙәрең бар...
– Билет? Алынманы бит...
– Ә, капиталмы? – тине Вәхит һәм һуңғы 5 һумлығын сығарып, Дәүлигә бирҙе. – Мә, ал. Әйҙә, барабыҙ. Яңы пьеса бит ул. Ҡалдырырға кәрәкмәй...
Бына беренсе пәрҙә... Унынсы класты тамамлап сыҡҡан йәштәр. Рояль. Танца...
– Юҡ, – тип уйланы Вәхит. – Былай йәштәрҙе үлек итеп бирергә кәрәкмәҫ ине. Ниңә былай улар тып–тын? Ниңә уларҙан шатлыҡ, йәшлек аңҡып тормай? Ҡайҙа күңелле итеп һөйләшеү? Ниңә улар таш ҡурсаҡ һымаҡ телһеҙ? Бының былай булыуы мөмкин түгел! Әллә студенттар уйнағанғамы был? Әллә ғәйеп авторҙамы?..
Һәм бына ысын тормош башланды. Башынан аҙағына тиклем Вәхит тыныс ҡына ҡарай алманы. Ҡанатланды. Тик геройҙар менән генә йәшәне. Уның янына бер нисә ҡабат Дәүли ҙә килеп китте. Ул балаларса шат. Урынында ултырып сыҙай алмай.
– Иҫ киткес бит, әй! – ти ул. – Кем һуң авторы уның, Вәхит?
– Ибраһим Абдуллин.
– Ниндәй? Йәш яҙыусымы?
– Эйе, йәш.
– Нисек һуң был былай? Бабайҙарҙы уҙҙырған бит!
– Шулай булырға тейеш тә инде. Күпме һуң иҫкеләр менән йәшәргә кәрәк?
– Ә нилектән һуң шундай тәжрибәле ҡарт яҙыусылар менән айырма?
– Айырма, һис һүҙһеҙ, улар менән йәштәр араһында ҙур булырға тейеш. Сөнки тормош быны үҙе талап итә, үҙе үк тыуҙыра. Йәштәр тормоштоң үҙендә ҡайнап яҙа, ә кабинетта ултырып түгел. Шул ғына. Һәм улар башҡаса шарттарҙа тәрбиәләнгән, башҡаса белем алған...
Сәхнәләге тормош дауам итте. Вәхит шатлығынан ни эшләргә лә белмәй ине. Уның күҙ төптәренә йәш бөртөктәре атылып сыҡты. Уның авторҙы бөтә йөрәктән ҡотлағыһы килде...
Уның янына Fәзимә апа килеп ултырҙы ла:
– Йә, эштәр нисек, Бабай? – тине. – Нимә уҡыйһың? Ҡайҙа...
– Һеҙ өйрәткән китаптар, апа.
– Сталин. «Тарихи һәм диалектик материализм». Бик яҡшы. Мин бит әле уларҙы һеҙгә өйрәтмәйем. Уларҙы бына институттарға ингәс өйрәнерһегеҙ. Әле иртәрәк. Аңлашыламы һуң?
– Аңлашыла, апа. Бигерәк тә әйбәт миңә уларҙы уҡыуы!
– Эйе, Сталиндың бөтә яҙғандары аңлайышлы. Ә бына Лениндың «Философик дәфтәрҙәр»е, «Материализм һәм эмпириокритицизм»дары ауырыраҡ буласаҡ. Хәҙергә һин, Вәхит, ауыр булһа ла, быларҙы ҡалдырып тор. Өлгөрөрһөң. Ә бына көстө иң йомшаҡ урынға – математика, физикаға тупларға кәрәк. Беҙгә, уҡытыусыларға, һеҙҙең бөтә яҡтан да белеүегеҙҙе күреү һәйбәт. Беҙ бит тик бына шуның өсөн янабыҙ. Эшсе үҙе эшләп сығарған әйбере өсөн ни тиклем яуаплы булһа, беҙ ҙә бит нәҡ шулай. Беләм, һин, Вәхит, фәндәрҙе яратып уҡыйһың. Ләкин барыһынан да бигерәк кешенең бөтәһенән ныҡ һөйгән нәмәһе була. Был турала Сталин да әйтә. Әгәр ҙә һин ошо үҙәк епте тартаһың икән, уның өсөн башҡа ептәрҙең сыуалыуын да белдермәҫкә кәрәк. Һин мине аңлайһың. Әйҙә, бар көсөңдө йомшағыраҡ урынға тупла.
– Һуң шул инде, апа, – тине Вәхит. – Нигеҙ кәрәк...
– Юҡ, һин әле яңы ғына йәшәй башлайһың. Һин йәшһең әле. Улай тимә. Кәрәк булған икән – Маркс 50 йәшендә рус телен өйрәнеп, бөтә классиктарҙы подлинниктарында уҡып сыҡҡан. Уларҙан үрнәк алырға кәрәк. Һинең көсөңә мин ышанам. Һин иҫ киткес файҙалы кеше булырға тейешһең. Улым итеп яратҡанға күрә мин быларҙы әйтәм дә. Төрлө яҡлы кешеләр кәрәк беҙҙең дәүергә. Күңелеңде төшөрмә, Вәхит.
Һәм Вәхиткә был һүҙҙәр шул тиклем ҡәҙерле ине. Уларҙың һәр береһе дөрөҫлөк кеүек ябай, йәш кеше өсөн кислород кеүек кәрәкле һәм, ысынлап та, улар большевик һүҙҙәре ине!.. Эйе, Вәхит уның күп һүҙҙәрен дүрт йыл буйы инде тормошо өсөн аҙыҡ итеп килә. Шундай кешеләрҙе бөтә ғүмерең буйы онотоу мөмкин түгел.
Театрҙан сыҡҡас уҡ Вәхит, көндөң һалҡын булғанлығынан да, сәхнәнән алған тәьҫирҙәре аҫтында ла Низами менән йүгерә–йүгерә алға атланы.
– Йә, нисек? – тине Вәхит.
– Бигерәк яҡшы!.. – тине уға Низамов.
– Улай тимә һин – ҙур бер тормошто йәшәп бөттөм. Тағы ла ҙурҙарына ҡанат алдым, тип әйт һин! Вот шунда мин дөрөҫ тиермен. Бына ниндәй пьесалар кәрәк беҙгә.
– Да...
– Тулы тормоштоң тулы кешеләре! Ҡайнап торған кешеләре! Ысынлап та, һин ысын тормошто һәм буласаҡ тормошто күрәһең. Был «иртәгә ҡояш сыға» тигән кеүек үк ябай, ышаныслы. Бына мин шундай бер генә пьеса яҙһам да үкенмәҫ инем! – тип ярһыны Вәхит.
– Мин һиңә ышанам. Һин уны яҙырһың, – тине Низами. – Нимәнән сығып ышанаһың һин, тиле?..
– Бөтөнләйгә ышанам. Һинең өсөн шатланам мин.
– Ләкин бушҡа! – тип бүлдерҙе Вәхит. – Һөйләшмәйек минең турала. Ә кисәге шиғырыңды мин яраттым. Ябай, ҡыҫҡа, асыҡ.
– Һинең арҡала ғына ул...
– Ташла һин, Низами. Был минең бер нисә һүҙ әйтеүем ярҙам түгел.
– Һинең миңә бер–ике һүҙең генә лә ҡәҙерле, Вәхит.
– Юҡ, ташла һин минең турала. Был бит шулай тейешле булған кескәй генә бер нәмә.
– Ә бит барыһы ла ошо «кескәй генә» нәмәне әйтеп бирмәй.
– Бирерҙәр. Һин яңылышмаҫ өсөн алға ҡара. Күҙҙәреңде алма унан. Бөгөнгө көн менән генә йәшәмә, – тине Вәхит һәм өндәшмәне.
Илдар менән Вәхит уҡыу залында икәү генә ҡалып, бик оҙаҡ ултырҙы. Тәрбиәсе Йәмилә апа, улар янына тағын да инеп:
– Был ни эшегеҙ, ятығыҙ инде, ятығыҙ, – тине.
– Нисек инде һеҙ, апа, аңламайһығыҙ кешене? Бына бит ни тиклем эш! – тине Вәхит, дәфтәр өйөмдәренә күрһәтеп.
– Юҡ, мин һеҙҙе йәлләп бөттөм инде. Күпме генә йоҡлап ҡалаһығыҙ?
– Йоҡларға өлгөрөрбөҙ, апа.
Илдар үҙенең походтарҙа яҙған көндәлектәрен уҡып бөткәс тә, Вәхит бер аҙ уйланып торҙо ла:
– Шулай ҙа бер яҡлыраҡ. Әгәр ҙә мин һинең турала яҙһам, былай ғына бер яҡлы итеп, эске тойғоларҙан мәхрүм ҡалдырып, тасуирлаһам, бик ҡоро булған булыр ине. Общественный эш эшләгән кешене шәхестән айырып биреү мөмкин түгел. Ул һөйә лә һәм икһеҙ–сикһеҙ булған эске донъя менән йәшәй ҙә белә, – тине.
– Әлбиттә, – тине Илдар. – Бит барыһын да яҙыу мөмкин түгел.
– Әйт әле, Илдар, беҙ бөтә йөрәктән һөйләшәбеҙ. Һин уны яратаһыңмы?
– Кемде?
– Ысын йөрәктәнме?..
– Юҡ, мин уның менән ныҡ бәйләнештә булманым. Ләкин яраттым... – тип һөйләне Илдар.
Вәхит уны уңайһыҙланыр тип уйлаған ине. Ләкин ул йәшермәне. Вәхиттең уйлағандары дөрөҫ булып сыҡты. Нисектер уға ҡыйын да, ләкин бөтә йөрәкте асып бирергә кәрәк ине.
– Их, беҙ йүнһеҙҙәр!.. – тип ҡуйҙы Вәхит, тәрән тын алып.
– Ниңә? – тине Илдар. Ул эштең нәмәлә икәнлеген бөтөнләйгә аңламай ине әле.
– Була... тормошта!.. Мөхәббәт... Ниңә кешеләрҙе шулай итә?..
Вәхит, бер аҙ тынып ҡалғандан һуң, тағын һүҙ башланы.
– Их, дуҫтар!.. Беҙ бит икебеҙ ҙә бер күҙҙәргә иҫергәнбеҙ. Хәтереңдәме, Илдар, һеҙ Ирек менән миңә «монах», «мөхәббәтте танымаған кеше» тип көлгәйнегеҙ. Ләкин белмәгәнһегеҙ. Үҙемде үҙем мин тыйып ҡалдым. Бына ул тарих, ниндәй тарих!.. Илдар, мин уны бер кемгә лә әйтмәҫ булһаң ғына уҡыйым.
– Бына, Вәхит!.. – тип Илдар ҡулдарын муйынына ҡуйҙы.
– Тик һиңә генә... Сөнки мин уны һинән йәшерә алмайым. Бына ниндәй преступник мин!..
Вәхит уҡыны. Илдар бөтөнләй ул яҙған донъяға инеп юғалды...
Тарих уҡылып бөткәндә, сәғәт 6–сы ярты ине инде. Ләкин ваҡыт бөтөнләй һиҙелмәгән.
– Их, Вәхит, – тине Илдар, Вәхиттең арҡаһынан ҡыҫып тотоп. – Һинең икһеҙ–сикһеҙ океан кеүек һөйөүең алдында минең һөйөүем кескенә бер шишмә бит!
– Юҡ, улай тимә һин, Илдар. Эш океанда түгел. Ә, бәлки, унда ошо океандың бер тамсыһы хәтле генә лә йылы уттар янмайҙыр?.. Һәм шул: һинең шишмәң саф ул, матур ул, гүзәл ул. Ике шишмә лә бер урынға ҡоя – бына ҡайҙа ул матурлыҡ. Ә минең океан нимә һуң? Унда дауыл, аҙағы яҡшы булып бөтмәй торған һәләкәтлек! Мин үҙем дә унда аҙашып ҡалғанмын...

Вәхит, гимнастика яһап, һалҡын һыу менән ҡойонғандан һуң да тиҙ генә йоҡлап китә алманы. «Нимә уйлайһың һуң, Илдар? Ниңә һуң мин уға әйттем? Ниңә һуң мин уттарымды үҙем генә һүндерә алманым? Ниңә мин уға бөтә йөрәгемде сығарып бирҙем? Нимә көтә һуң беҙҙе алда? Беҙҙең дуҫлыҡ өҙөлөрмө? Юҡ, ул Айһылыуға булған дуҫлығын юғалтмаһын ине. Улар араһындағы дуҫлыҡ нығынһын ғына!.. Бит ул да һөйә!.. Ул да һөйә!.. Һин тиҙерәк кит, Вәхит, сәхнәнән. Һин унда булырға хаҡһыҙһың... Һин бит үҙеңдең мөхәббәтеңә үҙең дә ышанмайһың! Ысын һөйөү түгелдер ул. Моғайын, һин һөйөргә һәләтһеҙ бер кешелер... Ә Илдар нимә тине һуң? «Ысын мөхәббәтте бына бөгөн аңланым мин. Бөтә йөрәгем менән һинең фекерҙәреңә ҡушылам. Ышан, бөтә йөрәгем менән!» – тине ул. Шулай уҡ минең һөйөүем ысынмы ул? Мин уның менән, ысынлап та, һөйә белгән ике йөрәккә ҡара төндәр килтереүсе енәйәтсе түгелме?..»
Уйҙар сыуалды... Тынғыһыҙ күңел ҡоторондо ла... бына ул хәҙер, үҙе лә һиҙмәҫтән, үҙ һорауҙарына яуап бирә алмайынса, йоҡоға китте... Тағын да күҙҙәрен асты... «Ниңә һуң мин шулай тиле һөйөү менән һөйәм?.. Бит ул һөйөргә тейеш!..»
Бүлмәлә Вәхиттең уйҙары һәм тәрән тынлыҡ ҡына йөрөй ине...

23.01. Илдарҙың үтенесе
Кис, Вәхит военкоматтан ҡайтҡас, уға:
– Һине Илдар эҙләй ине, – тинеләр.
Вәхит коридорға сыҡты һәм Илдарҙы күреп, үҙе лә һиҙмәҫтән һыҙғырып ебәрҙе. Илдар нисектер, ҙур бер мәсьәләне хәл итеп, инде тамамлаған кеүек, еңел генә йылмайыулы.
– Мә, уҡы, – тип ул Вәхиткә бер записка бирҙе лә китеп барҙы. Вәхит тиҙ–тиҙ генә бөтә хәрефтәрҙе йөрөп сыҡты.
«Кисә киске хәлдән һуң, Вәхит, минең донъяға ҡарашым һәм шулай уҡ һиңә булған ҡарашым да үҙгәрҙе (хаталарын, зинһар, төҙәтеп уҡы). Беҙ икебеҙ ҙә ҡайһы бер яҡтарыбыҙ менән оҡшағанбыҙ. Быны мин һинең донъяға һәм мөхәббәткә булған ҡарашыңдан белдем. Ышан минең ҡоро ғына ябай һүҙҙәремә. Кисә һин минең йөрәгемә яңы океандар керетеп ебәрҙең. Һәм мин аңланым. Мин үҙемдең бәләкәй генә һөйөүем менән һинең икһеҙ–сикһеҙ һөйөү океаныңа ҡаршы тормайым. Һәм быны теләмәйем дә. Мин тик кисә генә ысын һөйөүҙең нимә икәнен һинең яҙған юлдарыңдан белдем. Ышан, Вәхит, мин һеҙҙең икегеҙҙең юлығыҙға арҡыры сығыуҙы енәйәт тип ҡарайым. Вәхит, һиңә элекке общество менән хәҙерге быуындың айырмаһын әйтеп тороу артыҡ. Шулай булғас, һин минең был ҡарарыма дөрөҫ баһа бирергә тейешһең.
Шулай ҙа һин минең берҙән–бер һорауымды ҡәнәғәтләндерһәң, мин һиңә бик бурыслы һәм күп рәхмәт яуҙырыр инем. Минең һин уның менән ошо мәктәп скамьяһында ултырып белем алғандағы иптәшлеккә риза булһаң ине! Тик миңә уның менән дошман булмаҫҡа рөхсәт итһәң, тик дошман булмаҫҡа!?. Минең был берҙән–бер һорауым. Бәхетле юл һиңә, Вәхит. Һин миңә асыуланма! Мин һинең алда сикһеҙ ғәйепле. Их, элегерәк белмәгәнмен шул һинең мөхәббәтеңде! Ул ваҡытта мин һеҙҙең юлығыҙға кәртә булып ятмаған да булыр инем».
Вәхит был юлдарҙы уҡығандан һуң ни эшләргә лә белмәне. Ул үҙенең кешене шундай хәлгә ҡалдырырлыҡ яҙмаларын ҡәһәрләргә тотондо. Йыртырғамы уларҙы? Юҡ, һуң инде... Нимәгә һуң яҙҙың һин уларҙы, Вәхит? Ниңә һуң уҡының уларҙы? Был әллә Илдарҙың рух көсһөҙлөгөмө, әллә хәреф теҙмәләренең иҫерткес бер ағыуымы? Юҡ, Вәхит улай көслө итеп яҙа алмай! Ә һуң ул шулай уҡ көслө һөйәме? Юҡ, был уттар ғына ысын һөйөү була алмай!.. Юҡ, ышаныуы мөмкин түгел! Сөнки һинең бер үҙеңдең уттарың ғына һөйөү була алмай...
Вәхит китап та, дәфтәр ҙә алмайынса коридорға сығып ултырҙы ла, ҡулдарын яңағына ҡуйып, уйға батты.
Их һин, Илдар!.. Ниңә һин мине шулай кешеләрҙе дошманлаштырырлыҡ дәрәжәгә килтереп еткереүсе итеп күрәһең? Ниңә, «риза булһаң ине» тип, минән ризалыҡ һорап тораһың? Ниңә һин бер сүп кеше алдында туҙанға әйләнәһең? Был нимә, әллә үҙеңде йәлләтергә тырышыумы? Юҡ, мин үҙем ваҡ булһам да, ундай ваҡлыҡҡа килеп еткән ҡыҙғаныс кешеләрҙе яратмайым! Fорурлыҡ та кәрәк кешегә. Түҙә белергә кәрәк. Мин бит күпме түҙҙем! «Дошманлыҡ» тигән һүҙҙе һин ҡағыҙға яҙаһың. Минең башҡа был һүҙҙең ингәне лә юҡ. Хатта мин был турала уйларға ла ерәнәм!.. Һис тә кәрәкмәй улай ҡорал ташлау. Һин һөйөргә тейешһең. Әгәр һин һөйөүҙән баш тартаһың икән – һин әле һөймәгәнһең!.. Сәхнәнән китергә ҡарар итһәм дә һөйәм мин. Һөймәйенсә мөмкин түгел...

24/I. Геометриянан мәсьәлә эшләнелде. Теорема. Яуап.
Ләкин Илдар менән Вәхит араһындағы теореманы нисек иҫбат итергә һуң?
Психология дәресендә Илдар менән бергә ултырҙы.
– Һин бөтөнләй, Илдар, юҡ фекергә төшкәнһең. Минең яныу менән генә эш сыҡмай, – тине Вәхит. – Һин элеккесә бул. Быны беҙ икебеҙ генә хәл итә алмайбыҙ. Ул үҙе хәл итһен. Сөнки Айһылыу миңә ниндәй ҡарашта – мин бер ни ҙә белмәйем. Илдар, һин мине бөтөнләй «хужа» итеп ебәргәнһең. Һинең бер ғәйебең дә юҡ. Был хатта, уйлап ҡара, көлкө бер нәмә. Уның менән булған дуҫлыҡты юғалтма. Беҙ өсөбөҙ ҙә дуҫтар булайыҡ. Мин һиңә үҙемдең ни эшләргә тейешлегемде әйттем инде. Минең быға көсөм етәсәк.
– Юҡ, – тине Илдар, – Эйе, хәл итеү яғында, әлбиттә, дөрөҫ. Һин минең өсөн борсолма, Вәхит. Мин унан баш тартыу менән миңә бер ни ҙә түгел. Быларҙан, Вәхит, мин уйлайым, беҙҙең арала үҙгәрештәр булырға тейеш түгел, ә киреһенсә, һинең менән минең аралағы дуҫлыҡ нығыр ғына. Ә уның ҡарашы һиңә яҡшы, мин беләм...

25/I. ЮҒАЛҒАН ПИЛОТ
Бына төн... Йылы. Вәхит менән Илдар Fалимдар йортонан сыҡҡас та башҡа тәрбиәләнеүселәрҙән артҡа тороп ҡалды. Уларҙың һөйләшеүен берәү ҙә ишетмәй ине.
– Нисек һуң беләһең, Илдар? – тине Вәхит.
– Яҡшы беләм: ярата ул һине. Ышан миңә. Һин мине бар тип тә белмә, мин эште бөтөрҙөм.
– Тилеләнмә һин, Илдар!
– Честное слово!
– Юҡ, улай кәрәкмәй.
– Кәрәк! Һин бит ваҡыт үткәреү өсөн түгел. Һиңә бит ул иң тоғро дуҫың булырға тейеш.
– Әлбиттә, Илдар, уныһы уның, һис һүҙһеҙ, шулай. Ләкин минән бер ни ҙә сыҡмаясаҡ...
– Сығасаҡ, Вәхит!
«Әллә һин эсеп алдыңмы, Илдар, ниңә былай бик шат!» – тип һорағыһы килде Вәхиттең. Ләкин һүҙҙәре сыҡманы.
– Сығасаҡ!.. – тип ҡабатланы Илдар.
– Юҡ, иң көсһөҙө мин! Әгәр мин көслө булһам, шул тиклем кешеләрҙең уның янынан үтеп китеүенә, унан көлөүенә юл ҡуймаған булыр инем, Илдар... Юҡ, ышанмайым мин. Ул нисек инде минең ҡырағай тормошом менән риза булһын? Һин беләһең, минең бөтә тормошом әҙәбиәт!.. Аңлармы һуң ул мине?.. Бит уға ни тиклем түҙемле булырға кәрәк!
– Булыр...
– Әлбиттә, мин аңлар тип ышанғайным. Ләкин кем белһен?..
– Юҡ, Вәхит, мин беләм, барыһын да беләм... Ҡыйыу атла һин, ҡыйыу!..
– О, Илдар, һин мине үҙең өйрәтергә керештең. Беҙ ниндәй кешеләр һуң? – тине Вәхит. Һәм улар көлөшә–көлөшә проходнойҙан инде. Вәхит Илдарҙы бындай хуш күңеллелеге өсөн елтерәткәнсе төртөп ебәрҙе.
– Юҡ, ысынлап әйтәм, ҡыйыу атла һин, Вәхит, – тип ҡабатланы Илдар. – Ул тик йәшерә генә. Ләкин күҙҙәре алдаша алмай. Беләһеңме, теге көндә мин дәрестә йоҡлап ултырғанда ул: «Ниңә йоҡлап ултыраһың, ниңә күҙҙәрең ҡыҙарған?» – тине. Мин әйтәм: «Ниңә ҡыҙармаһын. Ултырып ҡара уның менән сәғәт алтыға тиклем!» «Ниңә, кем?» «Барыһы ла һинең өсөн, кем икәнен үҙең беләһең». «Кем?» «7–се бүлмәләге...» – тигәс үк ул, төҫө үҙгәреп, ҡыҙарып китте лә ҡасты минең яндан!.. «Көндәлектәрен уҡы, белерһең һин донъяны!» – тинем уға. Мин уның күҙҙәренән барыһын да уҡыйым ул. Һин, Вәхит, ҡыйыу баҫ!..
– Их һин, донъя! Шулайһың шул һин! – тип ҡуйҙы ла Вәхит, бүлмәгә инеп, пальтоһын һалғас та, дәфтәрҙәрен алып, залға төштө.
Бына Айһылыу иҙән йыуып йөрөй!.. Әйтерһең, уға хәбәр итеп ҡуйғандар кеүек! Ләкин Вәхит уның һәр саҡ бешкән алма кеүек алланып балҡып йөрөгән йөҙөнә, йөрәккә ут һалғыс күҙҙәренә нисек кенә булһа ла ҡарамаҫҡа тырышты.
Айһылыу. Ана ул ниндәй етеҙ! Уның алтын ҡулдары эшкә һыуһап торған кеүек. Һөйә ул эште... Бәлки, был, Вәхит, һиңә генә шулай тойолалыр?.. Юҡ, ул һинең кеүек үк һөйә эште. Эйе, һөйә... Ә был һөйөү – тормоштоң нигеҙе...
...Бына Вәхиткә бөгөн хәрби комиссия:
– «Һуғыш аллаһы»н теләйһеңме, әллә һауа арыҫланы булыуҙымы? – тине.
Вәхит үҙенең физкультура менән шөғөлләнеүе өсөн шатланып бөтә алмай ине. Уға врачтарҙың:
– Молодец, шулай таҙа, баҫҡан саҡта ут сығарырлыҡ булып үҫергә кәрәк, – тиеүҙәре лә оҡшаны.
Ләкин ҡатын–ҡыҙҙар алдында былай шыр яланғас тороу ғәҙәттән тыш ҡыйын ине. Етмәһә, йәш кенә был врачтар һәр органға ныҡлап ҡағылмайынса үтмәй!.. Барыһы ла тикшерелә...

Өҫтәл артында ултырған ҡап–ҡара сәсле, тәбәнәк кенә буйлы, шаҙра, аҡ погонлы кешене Вәхит ҡайҙалыр күргән кеүек ине.
Вәхитте врачтар ҡарағандан һуң, ул ошо кешенең алдына килеп баҫты.
– Өфөнөкөмө һин?
– Юҡ, түгел, – тине Вәхит.
– Ҡайһы райондыҡы?
– Салауат...
– Ә, Салауат!.. Шулайҙыр шул, оҡшайһың... Ҡайһы колхоз?
– «Игенсе».
– Ә, белдем, белдем... Күп булдым мин унда.
– Мин дә хәтерләйем һеҙҙе. Һуғыш ваҡытында ине, – тине Вәхит.
– Нисек хәтерләйһең?
– Күп йүгерергә тура килде. Һеҙ миңә йомош ҡуша инегеҙ, – тип көлдө Вәхит.
– Йә, ҡайҙа? Минеңсә, һиңә осорға кәрәк.
– Мин ҡасандыр осоусы инем. Хәҙер отставкала.
– Нисек?
– Мин Өфө аэроклубында пилоттар курсын тамамлаған инем.
– Күпме полет эшләнең?
– 217...
– О, вот һин Салауат малайы! Ҡара һин уны, һис һүҙһеҙ, авиацияға!
– ВВС–ҡамы? – тине подполковник та Вәхиткә.
– Әлбиттә! – тине Вәхит, йылмайып. Ул шатланып бөтә алмай ине. Бәлки, ысынлап та, яңынан осорға тура килер!..
Ана, Айһылыу инде иҙәнен йыуып бөтөп тә бара. Вәхит уйға сумған. Бер туҡтауһыҙ сикһеҙ һорауҙар, яуаптар.
Беләм, һылыу,
Һин башҡаны,
Башҡаны һин
Янып һөйәһең...
Ләкин ниңә,
Ниңә һаҡлай,
Ниңә һаҡлай
Һине йөрәгем?
Аңламайым,
Күпме шулай,
Күпме шулай,
Күренеп күҙемә –
Бәйләрһең һин
Һәр бер сәғәт,
Һәр бер сәғәт
Мине үҙеңә?
Әйтсе, һылыу,
Ниңә шулай,
Ниңә шулай
Яулап күңелде,
Йөрәгемә
Уттар һалдың,
Уттар һалдың,
Балҡып күрендең.
Тик һин генә,
Ҡушылып үҫтең,
Ҡушылып үҫтең
Минең йөрәккә?
Әллә күңелең
Уртаҡмы һуң,
Уртаҡмы һуң
Минең теләккә?
Белмәйем мин
Һине, Айһылыу!
Уҡый алмаҫлыҡ серле бер китап шул һин!

Ҡасандыр бер сикһеҙ шаян инем,
Күп күҙҙәргә күҙем ҡараны.
Ләкин һинең күҙҙәр ебәрмәне
Айырмаҫлыҡ итеп араны.

Гөлдәр, гөлдәр... Улар араһында
Тик был сәскә матур, яғымлы.
Юҡ, күрмәйем мин сәскәләрҙе бындай
Ҡараһам да тирә–яғымды.

Күҙ алдымда балҡып тик һин торҙоң,
Атлағанда һәр бер аҙымды.
Ялҡынландым, төрлө уйҙар ҡорҙом:
Йөрәк дуҫым... Ғүмер яҙымдың.

Һис бер, һис бер, ах(ы)ры, мин мәңгегә
Был сәскәне онота алманым.
Ләкин уйлаймы һуң ул дуҫлыҡты –
Күҙҙәрендә уҡый алманым.

– Их, һин, юғалған пилот!.. – тине Вәхит һәм яратҡан шағирының һүҙҙәрен ҡабатлап ҡуйҙы:
Любовь с хорошей песней схожа,
А нелегко песню сложить...
Мы строим коммунизм.
Что в мире краше,
Чем этот труд! Где доблести предел?
Предела нет! А кто сказал, что наша
Любовь должна быть мельче наших дел?
Я, может, сам такой любви не стою,
Но принимая бури и ветра,
Живет, сияет чистой красотою
Любовь – высоким помыслам сестра!..

Ләкин... була тормошта: һине үҙеңдең ҡараштарың өсөн, янып һөйөүең өсөн һуҡыр иғтибарһыҙлыҡ һәм ағыулы нәфрәт тағаһың!.. Ләкин ваҡытлысалыр ул!..
Айһылыу сыҡты.
Ә Вәхит һаман да янды, һаман да уйланды.
Үҙем биргән кеүек йөрәгемдең
Тик осҡонон бирһәң ине һин.
Океан кеүек булған һөйөүемдең
Тамсыһындай һөйһәң ине һин.
Һөйөлдөм мин. Ләкин һөйәлманым.
Тик бер һине янып эҙләнем.
Шашып һөйҙөм. Ләкин һөйөлмәнем –
Йөрәгемдә – яра эҙҙәре...

* * *
Саҡрым ята айырып араларҙы,
Ләкин йөрәк белмәй араны.
Яра яҙыла. Тик бер яҙылмайҙыр
Мөхәббәттең йөрәк яраһы...

* * *
Ҡояштай әгәр һин янғанда,
Ләкин һис бер өтмә һин көйөп.
Муйыл сәскә атмай ҡыш буранда:
«Һөйөп шаяр, шаярма һөйөп».
............................
– Йырым һиңә булһын, Айһылыу, идеалымды булһа ла һөй минең!..

ҮЛЕМһЕҘ ҮЛЕМ
Илен, халҡын, ерен,
Һөйгән өсөн Олег,
Фашист киҫте уның ғүмерен.
Ләкин үлеме лә уға яна торған,
Үлмәй торған йәшәү килтерҙе.
Камералар һөйләшмәне, тын торҙолар.
Белдермәйсә уның яҙмышын.
Ләкин балҡып сығыр урын тапмаймы һуң
Зинданда ла дандың ҡояшы?
Олег тормош өсөн
Fүмерен, барыһын бирҙе –
Нимә килде уның ҡулынан.
Палач күңеле – ҡомһоҙ – ҡанға һыуһап,
Тартып алды йәшәү юлынан.
Алда үлем күҙен төбәп баҫып торҙо.
Талып көттө үҙенең аҙығын.
Ләкин үлемде лә Олег ҡол яһаны,
Теҙ сүктерҙе, йәшен ағыҙып.
Олег, һүнмәҫ маяҡ булып, янып ҡалдың
Йөрәктәргә беҙҙең үрелеп.
Олег, үлгәндә лә йәшәп үлдең, белдең:
Киләсәктең булмай үлеме!
Олег, поэмаңды әле яҙалманың...
Ләкин гүзәл, унан ҙур юлың.
Яҙылыр ул...мең шағирҙар ҡанатланып,
Ҙур поэма һиңә тыуҙырыр...
Рәми.
25/I – 50.

ЙӘШЕНЛЕ ЙӘШЛЕК
Лишь тот достоин счастья и свободы,
Кто каждый день за них идет на бой.

1950 йыл 27/I.
ПРОФЕССИЯ
«Әкиәттәрҙәге серле урмандарҙа ғына осрауы мөмкин булған иҫ киткес матур ҡайынлыҡ. Һоҡланып туймаҫлыҡ зифа ҡайындар киртләс–киртләс булып күлгә төшкән һәм уны бөтөн яҡтан урап алған. Ҡул, әйтерһең дә, аҡ мәрмәр балдаҡ эсендә ята.
Һалҡынса ел иҫеп тора. Ҡайын япраҡтары йомшаҡ ҡына шыбырлаша. Хәтфәләй йәшел сирәм өҫтөнә көмөш тәңкәләр һибелгән. Ҡайын төптәрендә иҫәпһеҙ–хисапһыҙ сәскәләр. Ниндәй генә төҫтәгеләре юҡ уларҙың! Ҡар кеүек аҡтары ла, күгәрсен түштәрендәй күктәре лә, ҡарлыған кеүек ҡыҙылдары ла, киске шәфәҡ кеүек алһыуҙары ла, иртәнге күк кеүек зәңгәрҙәре лә бар. Ҡайһы бер сәскәләрҙә, салауат күпере шикелле, бер юлы бөтөн төҫтәр бергә йыйылған. Улар бер–береһенә күсеп, ғәжәйеп яңы төҫтәр тыуҙыра.
Тоташтан һигеҙ сәғәт операция өҫтәле янында эшләгәндән һуң, Мөнирә менән Лиза бына ошо ҡайынлыҡҡа сыҡты. Лиза бер юлы сәскәләргә ташланды.
– Ой, ниндәй матурҙар! Ой, ниндәй нәфистәр! Мин бындайҙарҙы һис ҡасан күргәнем юҡ ине. Их, ниндәй йәмлеләр! – тип, ул сәскәләрҙән сәскәләргә йүгерә–йүгерә бер туҡтауһыҙ һөйләнде.
Мөнирә ҡулы менән ҡайын ҡайырыларын һыйпай–һыйпай күлгә табан төшөп китте. Уның күңеле бына ошо ҡайынлыҡ кеүек яҡты, йөрәге ҡайынлыҡтың һауаһы кеүек, иң татлы шатлыҡ менән тулы ине.
Кисә уға йөрәге яраланған йәп–йәш бер һуғышсыны килтерҙеләр. Ул бер нисә минуттан йәки бер нисә сәғәттән үлергә тейеш ине. Уның иҫән ҡалырына һис ниндәй өмөт юҡ ине. Мөнирә уға операция яһаны. Ул уның йөрәге ҡырыйынан дошман пуляһын алды. Ауырыу әле һаман тере, улай ғына ла түгел, бөгөн уның кәйефе бер аҙ яҡшыра башланы. Ул күҙен асты. Ул йәшәйәсәк!
Кешегә ғүмер бер генә тапҡыр бирелә. Кешенең ғүмерен ҡотҡара алыу – ниндәй ҙур бәхет ул. Бының өсөн бит бер ғүмереңде бағышлаһаң да ҡыҙғаныс булмаҫ ине.
Мөнирә ҡайынлыҡта бына шул уйҙар менән ҡанатланып йөрөнө», – тип уҡыны ла Вәхит, ҡайнап торған йәшлек тураһындағы «Алтын йондоҙ» романының биттәрен ябып ҡуйҙы: дәрескә инергә звонок булды инде.
Әсә теле дәресе. Ләкин уның күңеле романдан айырыла алманы...
«Айһылыуҙы мин төҫө, характеры менән генә түгел, профессияһы менән дә Мөнирәгә оҡшатам... – тип уйланы Вәхит. – Эйе, был уға бик килешә һәм тәбиғи!.. Айһылыу үҙе лә шул профессияны һайларға тейеш...»
Кеше! Ниндәй гүзәл... Ә уның ғүмерен һаҡлап ҡалыу – ниндәй бөйөк эш!.. Ысынлап та, был шулай.
Ә һин, Вәхит?
– Мин – икеле.
– Нисек инде икеле?
– Миңә профессия... Белмәйем мин, бик күп эш эшләгем килә минең. Бик күп, бик күп!.. Һәр эш тә миңә гүзәл, һәр эш тә миңә ҡәҙерле булып күренә. Мин кес кенә саҡтан уҡ осорға ашҡындым. Моделдәр эшләнем. Һәм остом. Бына комиссия ла миңә: «Һауа арыҫланы бул һин», – тине. Ләкин мин был күҙҙәрем менән үҙем теләгән файҙа килтерә алырлыҡ осоусы була алмайым. Их, күҙҙәр!..
Ә кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау эшен мин ни тиклем һөйһәм дә, был профессияла үҙем теләгән тиклем һәм Ватаным көткән тиклем файҙалы була алмам кеүек.
– Ә ниндәй профессия һуң һиңә? Кем булырға кәрәк һиңә?
– Минең профессиям – ул бөтәһенең дә бергә булған тупланмаһы. Был иң ғазаплы, иң ҡайнар, көндәрҙе лә, төндәрҙе лә, арыуҙы ла, талыуҙы ла һәм ял итеүҙе лә белмәй торған эш. Ул һайлап ала торған профессия түгел. Мин унан ҡотолорға ла теләп ҡараным. Ләкин булдыра алманым. Әгәр ҙә унан мәхрүм итһәләр, миңә йәшәп тороуҙың кәрәге лә ҡалмаған булыр ине. Тик ҡәләмем менән генә мин үҙем теләгән һәм халҡым көткән тиклем файҙалы булла аласаҡмын…
Эйе, тик ҡәләмем менән генә…
Ләкин мин ғәҙәттән тыш тулҡынланам. Минән яҙыусы сығасаҡмы, юҡмы? Мин кешеләрҙең рух инженеры була аламмы һуң?

– Эйе, һин Пушкин булмаясаҡһың!..
– Юҡ, мин Пушкин булыуҙы маҡсат итеп ҡуймағанмын. Минең маҡсатым тик бер генә: халҡыма хеҙмәт итергә, ул төҙөгән ҙур һәм емерелмәҫ тормош һарайына үҙемдең тик бер генә кирбесемде һалып ҡалдыра алһам – мин сикһеҙ бәхетле булыр инем. Кеше булған кеше, минеңсә, бөйөклөк өсөн йәшәмәй. Ә ул кешелектең бөйөклөгө өсөн йәшәргә тейеш. Һәм бөйөклөк ул үҙенән–үҙе генә лә тыуа алмай. Уны, минеңсә, кешелектә иң бөйөк нимә булған хеҙмәт һәм хеҙмәт тыуҙыра.
Эйе, йәшәргә теләһәң, хеҙмәтте һөй һәм уны айырылмаҫлыҡ юлдашың ит!
– Тиле һин, Вәхит! Сикһеҙ хыял кешеһе булып йәшәйһең һин!..
– Хыялһыҙ тормош та юҡ, иптәш ҡәләм! «Нигеҙендә ысынбарлыҡ ятмаған хыял юҡ ул». Тик хыял ул тормош тураһында, йәшәүҙең киләсәге тураһында, тағын бер ҡат киләсәк тураһында булһын. Һәр кем хыялланырға тейеш. Ә Айһылыу нимәләр тураһында хыяллана икән? Кем булырға теләй һуң ул?.. Киләсәкте нисек күҙ алдына килтерә икән? Эйе, нимәләр тураһында уйлай һуң ул?
Белергә ине! Белергә ине. Серле, ысынлап та, серле китап ул. Уҡыйһы, уҡыйһы ине уны. Вәхит уны, ысынлап та, кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыусы кеше итеп күҙ алдына килтерергә ярата...
Айһылыу бөгөн дежурный. Вәхит иртәнге сәйгә ингәндә, ул өҫтәлгә нисектер ашыҡҡан килеш сәй килтереп ултыртыу менән ҡапыл ғына ҡулдарын тартып алып китеп барҙы. Әйтерһең дә, ул ҡулдарына утлы күмерҙе тотто ла, түҙә алмаҫлыҡ эҫе булғанлыҡтан, уны ташлап ебәрҙе!.. Уның ҡулдары Вәхиткә нисектер еңелсә генә ҡалтыранған кеүек күренде... Ниңә улар шулай?..
Был Вәхит өсөн билдәһеҙ ине. Ниңә һуң ул хәҙер, шаулап ятҡан тәрән упҡындарға төшөп китмәҫкә теләп, ҡаялар араһынан тар ғына һуҙылған һуҡмаҡтарҙан үтеп киткән тәжрибәһеҙ юлсы кеүек, Вәхит янынан нәҡ бына шулай үтеп китә? Ә Вәхит уны күреү менән ни эшләргә лә белмәйенсә ташҡа әйләнә. Әйтерһең дә, ул ҙур диңгеҙ аша күпер булып һуҙылған энә остарына баҫып уҙа. Нисектер һыны ла, үҙ–үҙен тотоуы ла, атлауҙары ла килбәтһеҙ кеүек тойола...
Хатта бер ҡарағанда был күренеш ғәҙәттән тыш көлкө лә кеүек.
Бына инде ХХ быуаттың икенсе яртыһы башланғандан бирле улар бер–береһенә бер генә һүҙ ҙә әйтешкәндәре юҡ... Вәхит уны күреү менән телһеҙ ҡала ине... Ә Айһылыу? Бәлки, уның ошо минуттарҙа Вәхиттең мөхәббәте урынына ҡапма–ҡаршы булған нәфрәт тойғолары ташып сығалыр?..
Әгәр ҙә шулай булған ваҡытта ниңә һуң Айһылыу ошо тойғолар менән аҙыҡланған бер генә һүҙ ҙә әйтә алмай? Ниңә, ниңә?..
...Вәхиткә бер ҡасан да бындай донъялағы бар булған татлы эсемлектәрҙән дә татлы сәйҙе эсергә тура килмәне... Ниндәй татлы, ниндәй татлы ине был Айһылыу килтереп ултыртҡан сәй!..
– Һиңә, бәлки, ул тоҙло һыу килтереп эсерһә лә тәмле булыр ине! – тине Вәхиткә Хыялы.
– Эйе, – тине Вәхит, йылмайып. – Мин, әгәр ҙә ул ғүмер буйына ҡайнар һыу ғына эсерһә лә, риза булыр инем!..
Айһылыуҙың серле күҙҙәре нисектер уға тәрән итеп, яғымлы итеп ҡарап алды... Улар ғәҙәттән тыш серле һәм һағышлы булып күренде Вәхиткә. Тик ул уларға тура ҡарарға батырсылыҡ итмәне... «Мин былай ҙа гүзәл итеп ҡарай белмәйем», – тип уйланы ул. Ләкин көн буйына ул ашҡыныулы йөрөнө. Эстән генә көйләне, һыҙғырынды.
Мәктәптән ҡайтып, төшкө аштан һуң залға сығып барған саҡта, уның башына ниндәйҙер бер көй килде. Был көй шундай гүзәл, шундай матур ине!
Вәхит кире Дәүли янына ашыға–ашыға йүгереп килеп инде лә:
– Дәүли, ҡара әле, бер көй уйлап таптым! – тине. – Яҙ ноталарыңды!
Ноталарына күҙҙәрен текләп ултырған Дәүли ҡыҫҡа ғына йүгерек бармаҡтарын баян телдәренән бушатты ла:
«Йә, көйләп ҡара», – тигән кеүек, күҙҙәрен ашҡыныулы «композитор»ға төбәне.
– Ниңә, иркәм, ниңә инде
Ут һалаң йөрәгемә.
Яраһына йөрәгемдең
Тик дауа һиндә генә... – тип Вәхит ни тиклем тырышып ҡараһа ла, тыуған көйҙө яңынан сығара алманы!..
Дәүли рәхәтләнеп көлдө лә:
– Был көйҙө һин үҙең сығармағанһың, ә ҡасан да булһа бер ишеткәнһең! Көй улай ғына сыҡмай, – тине.
– Бына – сыҡҡан ине! Бер ҡайҙа ла, бер ҡасан да мин уны ишеткәнем юҡ! Ә беренсе ҡабат үҙ йөрәгемдең иң тәрән еренән ишетәм! – тип ашҡынды Вәхит һәм кире сығып китте.
«Алтын йондоҙ» тамамланды. Артыҡ күп нәмәләр таба алмаһа ла, Вәхит Танский империяһы ваҡытындағы Боронғо Ҡытайҙың классик шағиры Бо–Цезю–и–ҙең «Четверостишие»ларын да уҡып сыҡты.
Кемдер уға 7–се детдомдағы Гәүһәр Сәлимовала бик яҡшы китап барлығын әйтте. Ә, иҫкә төштө: военкоматта Ғәлләм әйткән ине. «Висрамианы». Роман.
– Гәүһәр, һеҙҙә «Висрамианы» тигән китап бар тип әйтәләр. Килтерегеҙсе? – тине Вәхит, икенсе көндө үк Сәлимованы мәктәптә күреп.
Гәүһәр иртәгәһен үк уны килтереп еткерҙе һәм:
– Уҡып сыҡҡандан һуң тыуған фекерегеҙҙе минән күрмәгеҙ, – тине. Вәхит был һүҙҙең ниңә әйтелеүенә аптырап ҡалды һәм китапҡа булған ҡыҙыҡһыныуы тағын да көсәйә төштө.
«Катализатор», – тип ҡуйҙы.
– Ниңә һуң, Гәүһәр? – тип һорағанда, ҡыҙ китеп барғайны инде.
Киске 5 сәғәт 20 минутта Вәхит Айһылыуҙар класына психология дәресенә инде...
Тойғолар темаһы өйрәнелә ине.
Ләкин Вәхит дәрескә артыҡ инеп китә алманы. Эргәлә генә ултырған Айһылыу тураһындағы тойғолар уны бөтөнләй әллә ҡайҙарға алып китә ине...
Бына Вәхит уны үҙенең йөрәгендә Мәскәү урамдарында, музейҙарҙа, Ҡыҙыл майҙанда йөрөтә. Эйе, Вәхит уны Дон далаларында ла, Волга ярҙарында ла, Сталинград урамдарында ла, шау–шыулы поход көндәрендә лә, тымыҡ Украина төндәрендә лә хыялынан ебәрмәне... Вәхит уны УТ–2 самолетына ултырып, зонаға фигуралар эшләргә барғанда ла күҙ алдынан юғалтманы. Уның менән хыялдағы йәшәү генә лә ниндәй бөтмәҫ–төкәнмәҫ рухи көс, түҙемлелек, ҡайнар дәрт, яҡты уйҙар бирә ине!.. Шиғырҙар ҙа йөрәктән сыға ине... Боҙло ҡарҙар ҙа, бурандар ҙа уның ҡоросланған тәнен өшөтә алмай ине...
Ә хәҙер белмәйһең, белмәйһең һин, Вәхит. Буш һинең башың, иҫергәнһең, аҙашҡанһың, ысынлап та, йөрәгең яраланған...
Был тәрән яраның дауаһы ла тик бер генә булған сәскәнең үҙендә. Ләкин был сәскә һинең өсөн үҫмәгән. Һин уның өсөн генә ғазап сикһәң дә, ул һине аңламай.
Юҡ, бәлки, ул аңлайҙыр?..
Аңламаҫлыҡ булырға уның хаҡы ла юҡ...

28/I. Вәхит уға бына тағы ла яҙа.
«Көлмәгеҙ! Юҡ, яҙмайым тиһәм дә, мин булдыра алмайым! Минең был юлдарым һине тулҡынландырмаһалар ҙа, уҡы һин уларҙы. Ә һиңә яҙылған шиғырҙарҙы мин яҙам да йыртам, йыртам да, тағы ла яҙам. Эйе, уларҙан һин тик көләсәкһең генә. «Ул минең өсөн, мин уның өсөн тыуғанмын», – тип аҡылдан яҙғансы иҫереп йөрөгән бер йүләрҙең яҙмалары, уның тормошҡа ашмай торған буш хыялдары, ысынлап та, һиңә көлкө тойолалыр. Ә башҡаса нисек булыуы мөмкин һуң? Мин белмәйем. Донъяла мин уҡый белмәгән бер генә серле китап бар. Ул – һин. Уның биттәрен мин асып ҡарайым да...
(бер бит ҡара менән буялған һәм киләһе ике бит йыртып алынған – З.Б.)

29/I., 30/I. ЙОҠОҺОҘ ТӨНДӘР
Ҡайнап торған ҙур детдомдың тормошо һүнеп ҡалған кеүек. Ҡунаҡтар таралышты... Тынлыҡ, тынлыҡ. Тынлыҡ һәм, әкиәттәге кеүек, Вәхит өсөн иң ауыр, иң ғазаплы тынлыҡ...
Бындай ҙур комсомолдар вечеры булғаны юҡ ине әле. Бындай күңеллелекте детдом бер ҡасан да күрмәне... Башҡорт академия театрының иң ҙур артистары Әмин Зөбәйеров, Ғималетдин Минһажев, Вәли Ғәлимов, Бәҙәр Йосопова, Тәлиғә Бикташева, Фәиз Вәхитов, режиссер Ҡадир Бакиров һ.б. искусство деятелдәре беренсе ҡабат балалар менән осрашты. Театрҙың 30 йәше ине был көндө. Иҫ киткес гүзәл күренештәр мәктәп йәштәрен бөтөнләйгә яулап алды.
Рифғәт ҡотлау телмәрен һөйләгәндән һуң, Вәхит, сәхнәгә сығып:
– Беҙҙе коммунистик рухта тәрбиәләүсе совет актерҙарына дан! – тине. – «Үлемһеҙ үлем». Был шиғырҙы «батырҙар» пьесаһынан үлмәҫ Олег образын тыуҙырған башҡорт халҡының ғорурлығы – Арыҫлан Мөбәрәковҡа арнайым.
Ул шиғырын уҡығас уҡ тамашасылар араһына инде. Уның күҙҙәре тик Айһылыуҙы ғына эҙләй ине. Тик Айһылыу, тик ул ғына!.. Нисек булһа ла һөйләшергә ине бөгөн! Һөйләшергә!.. Тик бер–ике генә һүҙ әйтергә!..
Бына сәхнәлә үлем тырнаҡтары аҫтында бөйөк халыҡ шағиры Туҡай ята... Үлем уға дәһшәтле күҙҙәрен төбәгән дә үҙенең аҙығын көтә... Шунда ла Туҡай һөйә... Шағирҙың һөйөү уттарын үлем дә һүндерә алмай.
Шағир һуңғы һулыштарын ала. Шунда ла уның ҡәләме ҡулынан төшмәй.
«Йырлай–йырлай үлермен
мин үлгәндә лә...» – ти уның хәлһеҙләнгән тауышы. Һәм ҡәләм ниндәйҙер йөрәк өҙгөс тауыш менән иҙәнгә тәгәрәне... Вәхиттең күҙ төптәренә йәштәр ағыла ине... Ләкин ул уларҙы тышҡа сығарманы.
Ниңә һуң һин, яуыз үлем, кешеләрҙе, бөйөк кешеләрҙе аҙ ғына ла ҡыҙғанмайынса тартып алаһың? Ниңә?
Вәхит яҙа.
– Ниңә һаман һин йоҡламайһың, Вәхит? – ти Ләлә апа. Ул Вәхиткә әсә кеүек яҡын. Ләкин ул белмәй Вәхитте. Ашығыс сәғәт стрелкалары инде дүртте үтеп, 5–се цифрға табан үрмәләй... Их, һеҙ, стрелкалар!.. Һеҙ үтеп киткән тик бер генә ара Айһылыу менән һөйләшергә рөхсәт итһен ине!..
Тек–тек... Тек–тек... Тынлыҡ һәм аҡылынан яҙған Вәхит...
Бына ул ҡунаҡтар ултырған, юлдан ситкә төшөп, ҡарға батҡан «Москвич»ты ике ҡабат инде һөйрәп сығара алһа ла, йөрәгенән Айһылыуға бер генә өндө лә сығарып бирә алманы!.. Алманы!.. Ниндәй көсһөҙһөң һин, Вәхит!..
Бәлки, был яҙмаларҙы берәйһенә уҡып ҡарарға тура килһә, ниндәй йүләр кеше булған был, тип көлөр ине...
Сөнки ул бындай ғазапты үҙе татып ҡарамаған булһа, Вәхиттең йөрәген аңлау мөмкин булмаясаҡ.
Илдар ҙа булышып йөрөнө – булманы!.. Вәхит Сәлимә артынан: «Айһылыу, шулай уҡ һин тиңе булмаған бөйөк микән ни? Шулай уҡ һин кешене молекуланың атомы тиклем дә күрә алмайһыңмы?!» – тигән записканы яҙып ебәрҙе. Ләкин ул танцевать итеүҙән туҡтап сыҡманы! Сыҡманы!..
Их, Айһылыу, шулай уҡ мин бер генә һүҙ әйтерлек тә, аҙыраҡ ҡына булһа ла кеше тип атарлыҡ яҡын түгелме?.. Ниңә һуң мин шулай башҡалар кеүек еңел генә һөйә алманым?.. Ниңә, ниңә һуң мин шундай кеше булдым?..
Шулай уҡ мин мөхәббәткә хаҡһыҙ кеше микән ни? Ниңә һуң мин үҙем дә күтәрә алмаҫлыҡ шундай ҙур мөхәббәтте һайланым?..
– Ят инде, йоҡла, Вәхит, – тине лә Ләлә апа, йоҡоға китте. Ул төнгө дежурный бөгөн. – Нисек һуң түҙәһең? Ҡасан һуң һин йоҡлайһың?
Ләкин Вәхит:
– Йоҡларға өлгөрөрмөн әле, – тине. – Уға ғына түҙеп була. Эйе, иртәгә физкабинетҡа барырға кәрәк. Ләкин яҙмайынса ла мөмкин түгел. Ҡәләмдән башҡа кемем бар һуң минең?..
Иртәгә, әлбиттә, дәрестәрҙән «таяҡтар» шытып сығасаҡ! Ләкин бер ни эшләр хәл дә юҡ. Күпме барыр һуң был яныу? Бит был мине туп–тура һәләкәткә илтә!.. Ә үҙең һин, Вәхит, Х класты бөтөрөргә йыйынаһың. Әҙәбиәт институты тип ашҡынаһың. Ә йөрәгең һиңә ҡәбер ҡаҙый. Баштың ғына көсө етмәй уға. Сөнки баш үҙе уны шулай итеп тәрбиәләгән!..
Вәхит аҙаҡтан, түҙмәйенсә, Айһылыу янына үҙе килеп:
– Әйҙә, Айһылыу, китабыңды алып ҡуй, – тине. Китап тигәнгәме, әллә Вәхиттең ҡараштары уны ағыулап алдылармы, әллә Вәхит бер аҙ ғына булһа ла кеше булып күрендеме, Айһылыу уның артынан эйәреп сыҡты. Ләкин нәҡ улар үтергә тейешле урындарҙа йәштәр өйөлөшөп тора ине... Айһылыу күҙ асып күҙ йомғансы юғалды һәм Вәхитте йәшен һуҡты: ул хәрәкәтһеҙ ташҡа әйләнде. Бөтә тән буйынса боҙло ҡан ғына тороп ҡалған!.. Ниңә һуң ошо баҫҡан ерең уйылып китеп, һин уның иң тәрән төпкөлөнә инеп китмәйһең?!!
Вәхит, үҙ–үҙенә нәфрәтләнеп:
Һаҙға батҡан ишәк кеүек,
Меҫкенләнде йылғыр егетең.
Ашыҡма һин. Ашыҡ аҡыл менән,
Донъяның һин булма бер эте... – тип ҡуйҙы ла, тышҡа сыҡты. Йылы. Һауа саф. Йомшаҡ ҡына ҡар яуа. Шулай ҙа күктә айҙың йөҙгәне күренә. Ул да, Вәхит кеүек, күңелһеҙ, әрнеүле бөгөн. Тик үҙе генә – яңғыҙ...
Вәхит уға ҡарап уйға батты:
Ышаныстың ҡулы ҡыҫҡа
Булмаһын ине.
Тормошоңа ашмаҫ фекер
Тыумаһын ине.
– Кешеме мин? Кеше була аламмы мин? – тип ул үҙ–үҙенә һорау бирҙе лә:
– Түгелһең! – тип яуап ҡайтара алманы.
Сөнки йөрәктән бөтөнләй икенсе төрлө йыр сыға!
Сәс тиклем дә ялғанлыҡты
Йөрөтмәм йөрәгемдә.
Кешелеккә хеҙмәт итеү
Тыуған тик теләгемдә.
Ай һаман да йөҙҙө. Ләкин ул ғәҙәттән тыш ғәмһеҙ. Вәхиттең ялбыр сәстәрен, иркәләп, ғинуар төнөнөң йомшаҡ еле һаман тараны ла тараны. Әйтерһең дә, улар Айһылыуҙың яғымлы ҡулдары!.. Иркәләйҙәр, шаяралар... Вәхит торҙо ла торҙо. Ләкин ул ҡайнар ут эсендә ине.
Гөрләп үҫтек бер илдә беҙ
Баҡсалағы ике сәскәләй...
«Ләкин...» – тине лә Вәхит, тағы ла яңғыҙ айға күҙҙәрен төбәп, ҡатып ҡалды.
Донъя бит ул кескәй бала кеүек:
Йылмая ла бирә бүләген.
Ә аҙаҡтан һинән тартып ала...
Һин шишмәләй йәштәр түгәһең...
Бер сәскә бар гөлдәр баҡсаһында,
Бар донъяның нурын йыйған ул.
Ышанмайһың күҙгә – алдай төҫлө:
Был матурлыҡ килеп һыйған һуң?
Бирмәгәндәй күктә мең йондоҙҙар
Балҡып торған ҡояш яҡтыһын,
Һинһеҙ, иркәм, таба алмам
Йәшәүемдең гүзәл яртыһын.
– Миндә аҙ ғына булһа ла аҡыл заты бармы һуң? – тине Вәхит үҙенә үҙе.
– Юҡтыр, – тине ул. – Әгәр булһа, мин үҙемде ҡулға ала алған булыр инем! Их, аҡыл, ниндәй кәрәкле һин!..
Бар дөйәләр күтәрмәҫлек байлыҡ
Бирәм, – тигән берәү, – аҡылға.
Ләкин аҡыл һатылмаған
Ер күтәрмәҫ сикһеҙ алтынға.

Мөхәббәт, һин сикһеҙ диңгеҙ,
Төбөң дә юҡ һәм юҡ ярҙарың.
Йөҙөп китәһең дә ҡайталмайһың,
Юлды быуған ҡая тауҙары...
Вәхит залға кире инде.
– Йә, нисек? – тине Илдар.
– Их, уңманым мин, туғаным! – тине лә Вәхит, ултырғыс алып, уның янына ултырып һөйләй башланы:
– Ни тиклем мин үртәлһәм дә
Күтәрмәҫлек ғазап утында,
Бер юнысҡы итеп һелкетһә лә
Океандағы дауыл, тулҡындар –
Мин һаман да өмөт итәм,
Сығыр кеүек балҡып ҡояшым.
Һәр бер сәғәт утым арта,
Тик бер өмөт минең юлдашым.

Ҡояш күктә һүнеп ҡалмағандай,
Һүнә алмаҫ минең уттарым.
Тик ышаныс миңә аҙыҡ булыр,
Тик өмөттәр булыр дуҫтарым.
Дөрөҫлөктәй ябай һөйөүемде
Мин йөрәктән юя алманым.
Мөмкин түгел. Әйт һин: кем һуң күргән
Ут ҡояштың һүнеп ҡалғанын?
Ләкин ни эшләргә һуң хәҙер миңә?.. Илдар өндәшмәне.
Бына яҡтырҙы ла инде... Сәғәт алты. Ана Кремль куранттары һуға... Ниндәй матурҙар... Коридорҙағы тәрән тынлыҡ пәрҙәһе өҙөлдө. Ләкин әле йоҡлайҙар...
Айһылыу ҙа йоҡлайҙыр... Ул нимәгә һуң һинең кеүек тиле уттар эсендә янһын? Ул кескәй бала кеүек татлы, матур ғына булып йоҡлайҙыр... Йоҡлаһын...
Вәхит, аҡрын ғына атлап, коридорҙағы көҙгө янынан үтте.
Үҙен күреү менән ҡото осто. Кем ул? 17 йәше тулған Вәхитме ул, әллә 30 йәше тулмаған башҡа берәүме?.. Бер төн генә лә һинең ни тиклем йәшлегеңде урлап ҡаса!.. Айһылыу, әгәр ҙә һин төшөнә инһәң, әлбиттә, йоҡоһонан ҡурҡып уяныр ине!.. Ҡуй, керә күрмә!.. «Мин әгәр ҙә шулай йәшәүемде дауам иттерһәм, миңә 30 йәш булғанда, мин ысынлап та көмөш сәсле булыр инем микән? Ләкин йөрәк сал инеүҙе мәңге белмәйәсәк...» – тип Вәхит китеп барҙы.
Ярай, хәҙер иртәнге зарядкаға сығырға кәрәк.
Ваҡыт етмәй ҙә ҡалды. Тик күҙҙәр генә һыҙлай. Ә шулай ҙа һин йәшәүҙән зарланмайһың. Был бер ҡасан да булмаясаҡ. Йәшәү ул ниндәй гүзәл, ниндәй ҡәҙерле! Ләкин уға төндәр буйы ултырыу ғына ла етмәй. Юҡ, яҙып ҡына тойғоларҙы бөтөрөү мөмкин түгел... Түгел, түгел. Улар – океан!.. Сәғәт инде 7–се ярты...

30/I. Немец теле дәресе. Ләкин дәрескә иғтибарҙың 99 процентын да биреп булмай.
Айһылыу, Айһылыу һәм Айһылыу!..
Кисә ул Илдарға:
– Мин уның алдында дурак ҡына бит, – тигән.
Ниңә, ниңә, ниңә ул был һүҙҙәрҙе әйтә алған? Ниңә әйттең һин уларҙы? Ниңә әйттең?
Мең ҡат, мең ҡат дөрөҫ түгел!.. Түгел, түгел! Бәлки, һин киреһен әйтәһеңдер? Улай булғанда, мин ул һүҙҙәрҙе күтәрәм.
Шулай ҙа мин уларҙы үҙ ҡолаҡтарым менән ишетмәйенсә ышанмайым. Теләһә ниндәй яҡын дуҫым әйтһен уны!
Кис. Айһылыу, нисектер, болотло көн кеүек күңелһеҙ. Күҙҙәре бойоҡ. Ниңә? Әллә ул да кисерәме?..

31/I. МАТЕМАТИКА ДӘРЕСЕНДӘ
Дәрес башланды. Бына Фатима Хәсәновна өйгә эштәрҙең үтәлешен һәм үтелгән материалдарҙың үҙләштерелеүен тикшерә башланы.
Фәниә конустың боковая поверхносын иҫбат итергә сыҡты.
(S бок.кон. = C 1/2 Z)
Бына ул, меҫкенгә әйләнеп, башҡалар ауыҙынан «ярҙам» көтөп, ялбарыулы күҙҙәре менән класҡа ҡараны. Бер тырнағы менән икенсе тырнағын соҡоп, унан башында булмаған иҫбатлауҙы, теореманы эҙләне.
Ләкин уҡытыусы уны тиҙ генә ултыртманы.
– Ни эшләп үткәрәһегеҙ һуң һеҙ ваҡытығыҙҙы?
Класс уның был һорауына телһеҙ ҡалды.
– Нисек һуң һеҙ янмайһығыҙ? Ҡайҙа һеҙҙең йөрәгегеҙ, ҡайҙа намыҫығыҙ?..
Класс өндәшмәне.
– Бына кисә беҙ һеҙҙең кеүек үк уҡыусы булған Харисованың хатын уҡыныҡ, – тип һөйләй башланы Фатима Хәсәновна.
Рәғиҙә Харисова үткән йылда ғына 10–сыны бөтөрөп сыҡты. Вәхиттең күрше ауылдашы. Шуның өсөн дә уға үҙенең ерҙәштәре тураһында яҡшы һүҙҙәр тыңлауы күңелле.
Рәғиҙә ҡышҡы һынауҙарҙа башҡаларҙан ҡалышмайынса, еңеп сығыуы тураһында яҙған. Ул Мәскәүҙең Ломоносов исемендәге университетында уҡый. Унда уның менән бергә яңы демократик илдәрҙән килгән болгар, румын, чех һәм венгр ҡыҙҙары ла белем ала. Бына улар менән бергә башҡорт ҡыҙы Рәғиҙәнең дә алдынғы студентка булыуы тураһында университет детдомға ҡотлау телеграммаһы ебәргән.
– Бына бит кеше! – тине уҡытыусы. – Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан!..
Эйе, Рәғиҙә Вәхит менән бер класта уҡығанда уҡ тырыш ҡыҙ ине. Уның фекере лә, яныуҙары ла башҡалар сикләнеп ҡалған дәрәжәнән юғары тора ине.
Ауылда саҡта Вәхит уны белмәне. Ә беренсе осрашыу Өфөгә килгән йылда интернатта шулай булды. Кискә таба ауышҡан ҡояштың нурҙарынан йорттарҙан төшкән күләгәләр оҙайҙы инде. Киске ысыҡ төшөп, үлән баштарын еүешләне лә Вәхиттең дә ямаулы–ҡырлы кейемдәре аша үҙенең һалҡын ҡулдарын тығып, уның тәнен ҡытыҡлай башланы. Ул иртәнән бирле үҙен мәктәпкә алыуҙарын көтөп ултыра ине.
– Тик «отлично»ға ғына һынауҙарҙы үтә алһаң, алырбыҙ, – тинеләр. Вәхиттең бөтә тәне эҫеле–һыуыҡлы булып китте. Нисек һуң ул, әле генә ауылдан Өфө тиклем Өфөгә килгән сабаталы, ялбыр малай бындағы һынауҙарҙы бирә алһын?! Уның янында тик бер кешенән башҡа бер кем дә таныш түгел. Таныш, донъялағы иң таныш кеше – ул Ленин ине. Ләкин ул бит памятник ҡына, шулай ҙа Вәхиттең Өфөлә ҙур йорт уртаһында баҫып торған был бөйөк кешенең статуяһынан башҡа бер ниндәй ҙә яҡын кешеһе юҡ ине. Вәхит көнө буйы уның аяҡ аҫтында ултырып, директорҙың килеүен көттө, тоғонан алып китаптарын уҡып ҡараны, бер–ике юл шиғырын һыҙғылап ҡуйҙы... Ләкин йөрәк әрней ине. Ауыл да, иптәштәр ҙә, әсәй ҙә, әле генә килеүгә ҡарамаҫтан, бик ныҡ, бик ныҡ һағындырҙы!.. Хатта ҡатыҡҡа тиклем һағындырҙы!.. Вәхит бөйөк кешенең аяҡтарына башын терәне лә, уларҙы бик ныҡ ҡыҫып ҡосаҡлап, үкһей–үкһей илай башланы. Бит алмаһын бешереп, Ильичтың ҙур ботинкаһына эҫе күҙ йәштәре тамып йәйелде... Киске һалҡынса иҫкән ел ул йәштәрҙе урлап та китте. Ләкин улар тағы тама...
Вәхит ҡапыл ғына:
– Һин Салауатмы? – тигән нәҙек кенә яғымлы тауышҡа һиҫкәнеп китте. Һәм уның ҡолаҡтары, оялыуҙан ут кеүек янып, байраҡ төҫөнә инде. Ни тип әйтергә лә белмәгәнлектән, тупаҫ итеп яуап ҡайтарҙы:
– Һинең ни эшең бар!
Һәм уның эсендә был ваҡытта бүреләр ҡарауыл ҡысҡыра ине. Тәмле генә тығыҙ бойҙай күмәсе менән ҡаймаҡ кеүек ҡуйы, тәмле һәм һалҡын һөт эскеһе килеп китте. Күҙ алдына уҫаллығы өсөн ауылда даны таралып, ике мөгөҙө лә бәреп һындырылған ҡола һыйыр ҙа, уның һәр ваҡыт көтөү ҡайтыр ваҡытта имергә генә самалап йөрөгән хәйләкәр ҡыҙыл быҙауы ла килеп баҫты... Ә бында берәү асыу килтереп: «Һин Салауатмы?» – тип тора. Ләкин Вәхит ҡапыл йәнләнеп китте. Бәлки, был ҡыҙ беҙҙең яҡтыҡылыр?
– Ниңә? – тип һораны Вәхит, йылмайып торған ҡыҙға ҡарап.
– Һине күргән кеүекмен, – тине ҡыҙ. – Һин Салауат бит?
– Эйе. Һин дәме?
– Әлбиттә, – тине ҡыҙ. Һәм Вәхит шатлығынан ни эшләргә лә белмәйенсә һикереп тороу менән, ҡыҙ уны аңлаған кеүек:
– Әйҙә, асыҡҡанһыңдыр, бөгөн мин кухняла дежурный, – тип ашханаға ҡыҫтай башланы. Вәхит, ғәҙәттә, һәр ваҡыт был яҡҡа ҡыйыуһыҙ булһа ла, хәҙер ҡарышып тороу мөмкин түгел ине. «Моғайын, ҡыуып сығармаҫтар. Ятып ҡалғансы, тура килгәндә, атып ҡал», – тип ул аҡрын ғына ҡыҙ артынан атланы.
– Исемең нисек? – тине ҡыҙ.
Вәхит, үҙенең исемен әйткәс үк:
– Ә үҙеңдеке? – тип һораны.
– Рәғиҙә.
– Ә ҡайһы ауыл?
– Ҡалтай–Алға.
– Шулаймы ни? Бит беҙгә һыу аша ғына! – тип шатланды Вәхит.
Рәғиҙә менән был осрашыуға хәҙер күп ваҡыт үтте инде. Вәхитте тиҙ танынылар. «Һин ауыл малайы бит!» – тимәнеләр. Ул уҡыны. Гәзиттәр, журналдар сығарҙы. Уны Мәскәүгә, Украинаға, Сталинградҡа ебәрҙеләр. Сәйәхәттән һуң Вәхит мәктәптә уҡыу менән бергә Өфө аэроклубын да тамамлап сыҡты.
(Ошо яҙыу өҫтөнән Рәми Ғарипов ошолай тип яҙған: «Был яҙыуҙан һуң күп тә үтмәне, Мәскәүҙән, Рәғиҙә трамвайға тапалып үлгән, тигән хәбәр килде.
Башта Вәхит ышанманы.»)
Ике типтағы самолетты ул үҙ йөрәгенә, ихтыярына, белеменә буйһондора алды. Уға күҙҙәре яҡшы күрмәү арҡаһында посадка эшләүе ҡайһы саҡтарҙа ғәҙәттән тыш ҡыйын була ине. Ләкин теләк көслө, көс ташҡын ине. Физкультура уға бик ныҡ ярҙам итте. Беренсе самостоятельный полет өсөн уға отряд исеменән начлет Иванов благодарность белдерҙе һәм ҡул ҡыҫыштылар. Вәхит шул минуттарҙа хатта ғорурланып та ҡуйҙы:
– Салауат! Намыҫыңды һаҡлармын мин! Кем һуң әле беҙҙең Йүрүҙән буйында 17 йәшендә күк океанын үҙенә буйһондорған! Маҡтаныумы был? Юҡ, түгел. Хаҡлы ғорурлыҡ!..
Вәхиттең самолетҡа «һеҙ» тип өндәшкәне, уға хөрмәт менән ҡарағаны, мотор һәм ҡанат, стабилизатор, фюзеляж һәм кабиналар ялтырап, таҙа булып көлөп торған өсөн уға отряд инженеры майор Короленко икенсе благодарность бирҙе. Ә маршрутный полеттарҙан Вәхит ҡурҡа ине. Сөнки унда һиңә штурман да, пилот та булырға, теләһә ниндәй иҫәпләп сығарыу мәсьәләләрен һауала уҡ хәл итергә кәрәк ине. Ә ул иҫәпләүҙәргә артыҡ күнегеп етмәгән! Ләкин, «Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан», – тине уға өлкән штурман Субаев һәм Вәхиткә штурман Алексеев менән ныҡ эшләргә ҡушты. Вәхит был осоштарҙы «5»–кә тапшырҙы һәм командование тарафынан благодарность алды. Уға күңелле ине. Сөнки еңеү яулап алынған!.. Ә кешенең кескенә бер еңеүе лә кешене үҙ көсөнә ышанып ҡарарға, киләсәк еңеүҙәргә аҙыҡ әҙерләргә, уға ышанырға өйрәтә ине.
Ә үҙ көсөңә ышаныу – ярты еңеү ул! Кешеләрҙең һине хаҡлы рәүештә маҡтауҙарын ишетеү ғәҙәттән тыш күңелле була. «Ысынлап та, һинең эшең тураһында үҙең генә түгел, ә башҡалар, ләкин һинән күпте белгән, ҙур һәм тәжрибәле кешеләр әйтһен», – тип уйлай ине Вәхит.
Вәхит еңеп йәшәне. Ләкин ул бына хәҙер иң кәрәкле урында еңелде!..
Еңелде!..
Мөхәббәт!.. Ниндәй ҙур, ниндәй гүзәл тойғо!.. Шулай уҡ, Вәхит, һин, ысынлап та, еңелдең микән ни? Ниңә һүҙ өндәшмәй, ниңә һуң өндәшмәй Айһылыу!..
Ниңә һуң һин мине аңламайһың?.. Ниңә, ниңә?..
– Кем һуң эшләгән 5–се задачаны? – тине Фатима Хәсәновна.
Әминдән башҡа уны бер кем дә эшләй алмағайны.
«Бына ҡайҙа еңеүсе!» – тип уйланы Вәхит уның тураһында. Ярай, уның тураһында әле күп яҙырға кәрәк буласаҡ.
Астрономия дәресендә Вәхит һөйләүҙән баш тартты.
– Физикаңа астрономиянан да «1» өҫтәргә ҡыйын түгел, – тине уҡытыусы.
– Мин бөгөндән алып астрономияны уҡый башлайым. «1» ҡуймай тороғоҙ, апа, – тине Вәхит.
– Ә физика?
– Ышандыра алмайым.
– Ни өсөн?
– Барыһын да аңлатырмын, – тип Вәхит партаһына барып ултырҙы ла яҙа башланы.
«Фаина Ғәзизовна!
Һеҙ уҡыусығыҙҙың шундай кирелеге өсөн, әлбиттә, һис һүҙһеҙ «1» ҡуйырға тейешһегеҙ.
Ләкин ул астрономияны тормошта ҡулланһын һәм уның иҫ киткес кәрәклеген аңлаһын өсөн был метод ҡына етмәй. Һеҙ һәр нәмәнең сәбәбен белергә тейешһегеҙ.
Һеҙ, зинһар, мине, математика, физика һәм астрономия фәндәрен яратмай, тип уйламағыҙ. Һис тә улай түгел! Мин уларҙы хәҙерге фән һәм техниканың, тормоштоң нигеҙе тип беләм. Һәм уларҙың кәрәклеген башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ аңлайым. (Әгәр ҙә шулай тип әйтергә мөмкин булһа). Сөнки уларҙы үҙем практикала ҡулландым. «У–2» самолетында самостоятельно биш ҡабат маршрутный полет, ә барлығы «УТ» самолетында минең 217 осошом бар. Ә быларҙы физика, астрономия һәм расчеттарҙан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин дә түгел!..
Ә бына хәҙер бер генә дәресте ҡабул итерлек тә көсөм етмәй. Миңә айырыуса был фәнде яҡшы белергә кәрәк. Уға мин бик күптән ҡыҙыҡһына инем. Зеликовичтың «Миры солнц» тигән китабын мин ауылдан районға тиклем 35 км араһындағы юлда уҡып сыҡтым. Уҡыу техникам, әлбиттә, дөрөҫ түгел. Ләкин кешеләрҙең бөйөк эштәренә таң ҡалып, фәндән, китаптан айырыла алманым. Юлда ултырып, вычислениеларҙы үҙем эшләгем килде. Ләкин математика, кислород кеүек, кәрәкле ине!.. Ә мине уға ҡаршы ҡуялар.
Циолковскийҙы ҡараңғыла ла, самолеттарҙы ҡаршы алғанда ла уҡығанға минән ҡайһы бер летчиктар, һуҡырыраҡтар, көлә ине. Ләкин мин белергә ашҡына инем. «Полезный волчок» һ.б. шундай китаптарҙы мин нисек булһа ла һатып алырға тырыша инем...
Ә һеҙ мине киреһенсә аңлайһығыҙ. Ә мин үҙемдең был етешһеҙлегем өсөн ни тиклем ғазапланам!.. Үҙем генә булһам, тағы бер хәл, ә бит бөтә синыфтың күренеше лә мине ғазаплай. Ә мин уларға бер файҙалы эш эшләү түгел, хатта үҙем менән генә лә эш итә алмайым.
Мин йәшермәйенсә тура әйтергә яратам. «3» алыу өсөн генә миңә «тейһә – тейенгә, теймәһә – ботаҡҡа» тип һөйләргә выжданым ҡушмай. Бик тупаҫ булһа ла – мин баш тартам. Ә контроль эштә (астрономиянан) «4» алыуым миңә белмәгәнлегем өсөн иң ҙур яза кеүек. Сөнки мин уны, тамырынан белеп түгел, ә дөйөм рәүештә генә белеп эшләгәнмен. Мин бик аҙ, бик аҙ беләм кеүек. Ә миңә ул ғәфү итерлек түгел. Барыһынан да бигерәк кәрәкле! Ләкин дәрестән бер нисек тә байып ҡайта алмайым. Ни тиклем үҙемде көсләп, тыңларға тырышһам да – булмай.

Ниңә һуң ул шулай?
Уҡытыусыны бер нисек тә ғәйепләргә хаҡым юҡ. Сөнки һеҙ балаларға бөтә йөрәгегеҙҙе биреп аңлатырға тырышаһығыҙ кеүек тойола. Ысынлап та, һеҙ бөтә йөрәгегеҙ менән эшләйһегеҙ. «Ни тиклем ваҡыты уның дәрестән тыш беҙҙә үтә!» – тип уйлайым мин.
Ә шулай ҙа һеҙ үҙ эшегеҙҙе ни тиклем яҡшы белһәгеҙ ҙә, уны беҙгә бирергә ашҡынһағыҙ ҙа, мин тик үҙемдең турала ғына әйтәм: мин уны, үҙем генә уҡыуҙан башҡа, яуап ала алмайым. Шуға күрә үҙ–үҙемде күрә алмай һәм үҙ көсөмә, ихтыярыма ышанмай башлайым. Ләкин уҡытыусы тураһында ла әйтмәйенсә булдыра алмайым. Сөнки класта белеме яғынан мине 1000 км алыҫлыҡта ташлап киткән уҡыусылар юҡ бит! Сағыштырмаса ғына яҡшы белеүселәр бар. Бына класс өсөн дә ауыр миңә. Һеҙ, әлбиттә, мине бер ҡарағанда дәрес ваҡытында Таҡташты уҡып ултырған бер еңел генә шут итеп күреүегеҙ бик мөмкин. Физика һорауҙарына икенсе бер шиғырҙар яҙып биреү ҙә, әлбиттә, ҡағиҙәгә һыймаған тәртипһеҙлектер. Һеҙ уны, етмәһә, уҡытыусынан көлөү тип аңлауығыҙ ҙа мөмкин. Ләкин уны уйлап яҙҙым. Мин түҙә алмай инем.
Ниңә һуң фәнде тормоштан айырып уҡыталар? Ниңә һуң тормоштоң үҙенән алда формулалар эсенә инеп, батып ҡалалар? Ниңә һуң фән өсөн ғазап сиккән һәм кешелеккә бөйөк эш эшләп ҡалдырған иң кешелекле кешеләргә бөтә йөрәктән мөхәббәт тойғоларын уятмайҙар? Ниңә һуң тыңлап ултырыу күңелһеҙ һәм ҡоро була? Ниңә һуң педагог уҡыусының психикаһы менән иҫәпләшмәй? Ниңә һуң уҡытыусы бер фәнде икенсеһенә айырылғыһыҙ рәүештә бәйләмәй? Ниңә һуң һәр аҙым һайын беҙ тормоштоң үҙен фән менән бергә күрә алмайбыҙ? Ниңә һуң физиканы ла коммунистик тәрбиә биреүҙең ҙур бер ҡоралы итеп ҡарамаҫҡа? Ниңә һуң количествоның качествоға, эволюцияның революцияға әйләнеүенә, кешелек донъяһының үҫешенә, тәбиғәттә бөтә нәмәнең берлегенә бәйләмәҫкә һуң фәнде?
Мин, әлбиттә, педагогиканы әлегә өйрәнмәйем. Ләкин тойоуымса, совет мәктәптәрендә уҡыу–уҡытыу эштәре ошо аңлы принципҡа нигеҙләнгән булырға кәрәк. Башҡаса мөмкин дә түгел кеүек. Сөнки беҙ бит ошо мәктәп скамьяһында совет кешеһе, ысын тормош кешеһе булып формалашып сығырға тейешбеҙ. Шуның өсөн бит партия беҙгә күпме ҡайғыртыу, хәстәрлек булдыра. Ул бер ҙә тар ғына формула эсендәге кешеләрҙе көтмәй. Әгәр ҙә беҙ шундай кешеләр булып сыҡһаҡ, кешеләргә ниндәй файҙа килтерәсәкбеҙ?
Ә бындай тойғоларҙы бит иң беренсе башлап совет уҡытыусыһы тәрбиәләй. Шуның өсөн дә уҡытыусы исеме хөрмәтле, ҙур һәм бөйөк!
Минең етешһеҙлекте һеҙ аңларһығыҙ тип ышанам. Мине фәнгә ҡаршы ҡуймағыҙ, ә нисек уны аңларға тырышыуымды, уны тормош ҡоралы итергә тырышыуымды ғына күрегеҙ. Ә ярҙам миңә бик кәрәкле. Беҙҙең 10–сыны былай тамамлауыбыҙ бик ҡыҙғаныс».

ФЕВРАЛЬ. 1/II. Бына Вәхиттең тыуған айы ла башланды.
– Ун һигеҙ йәшең тиҙҙән долой! – тип ҡуйҙы Вәхит. – Эйе, ун һигеҙ йәш тула... Ләкин мин кешелеккә бер нәмә лә эшләргә өлгөрмәнем әле. Әгәр ҙә ҡапыл ғына һинең менән бер хәл булып ҡуйһа, тормошта һис бер эҙһеҙ юғалһаң, кешелектең матур тормош һарайын төҙөүҙә үҙеңдең тик бер генә кирбесеңде лә өҫтәй алмай ҡалһаң, көндән–көн үҫеп килгән саф мөхәббәт тойғоларыңдың татлы емешен татырға өлгөрмәһәң, ниндәй ҡыҙғаныс булыр ине. Ниндәй ҡыҙғаныс!..
Ләкин бындай «ҡапыл бер хәлдең» булыуы мөмкин дә түгел! Мин кешелектең емерелмәҫ һәйкәленә тик бер генә кирбесемде булһа ла өҫтәп ҡалырға, йәшәүемдең тәмен, ләззәтен табырға тейешмен.
Ә «ҡапыл бер хәлдең» мөхәббәткә ни тиклем ҙур бер тормош, ул тормоштоң яҡты нуры, гөлө, сәскәһе тип ҡараһам да, килеп сыҡмаҫына ышанам. Сөнки тормош барыһынан да ҡәҙерле! Ә мөхәббәт ул ошо тормоштоң үҙе үҫтергән сәскәһе...
– Ике тойғоноң ҡайһыһы көслөрәк һиндә: тормошҡа булған һөйөүме, әллә мөхәббәтеңме? – тине Вәхиткә уның тиле Хыялы.
– Икеһе лә уларҙың ҡояш кеүек көслө! – тине Вәхит.
– Нисек инде?
– Бик ябай аксиома: был һөйөүҙең икеһен дә бер–береһенән айырып алыу мөмкин түгел! Сөнки мөхәббәт сәскәһе тормош тигән көрәшле баҡсала үҫә. Был сәскәһеҙ һинең тормош баҡсаң күңелһеҙ һәм һалҡын булған кеүек, был сәскә үҙе генә лә баҡсаһыҙ була алмай. Әгәр ҙә уны баҡсаһынан өҙөп алған булһаң, ул тик күҙ асып йомғансы ғына утлы йәшен кеүек бер генә тапҡыр балҡыр ине лә, күңелһеҙ бер бушлыҡта һулып ҡалыр ине!.. Ул тик үҙенең баҡсаһында ғына гүзәл һәм матур, һүнмәҫ нурлы һәм емешле, татлы һәм ләззәтле, ҡояш кеүек ҡайнар һәм кешелек аҡылы кеүек ябай һәм ябайлыҡ кеүек дөрөҫ, үлмәҫ һәм аҙыҡлы!..
– Ә әгәр ҙә, ысынлап та, баҡсаһынан айырылған булһа, нисек һуң?
– Ҡыҫҡа ғына итеп тупаҫыраҡ әйткәндә, емешһеҙ, ҡыҫыр сәскә ул!
– Әгәр ҙә был ике тойғоноң береһе юҡ булырға хөкөм ителгән булһа, һин уларҙың ҡайһыһын һайлар инең?
– Бының булыуы мөмкин түгел, иптәш Хыял!
– Ә әгәр ҙә булыуы мөмкин булһа, ни эшләр инең?
– Баҡсаһын һайлар инем. Сөнки ул баҡсаға мин кәрәкле. Минең юғалған сәскәмдән башҡа унда миллиондарҙың шиңмәҫ сәскәләре бар. Мин тормошҡа тик үҙемдең сәскәмде гүзәл итер өсөн түгел, ә бының менән башҡа бик күптәрҙең сәскәләрен дә гүзәл итер өсөн, тәрбиәләр өсөн, үҫтерер өсөн саҡырылғанмын!..
Кисә психологияла тойғолар темаһы дауам ителде. Айһылыу ниңәлер күңелһеҙ...
Уға Вәхит күп итеп хат яҙҙы. Ләкин бирергә тура килмәне. «Айлы төн» яңынан үҙгәртелеп яҙылды.
Ә бөгөн кис уға хат тапшырылды. Конспирация уңышлы ине.

2/II. – Бер хикәйә уйланым әле, халыҡ, – тине Вәхит, обед ашап ингәс. – Өс исеме бар. Ҡайһыһын ҡуйырға шуларҙың?
– Йә, йә, – тиеште бүлмәләгеләр. – Нимә тураһында һуң?
– Бөтөнләй бәләкәй нәмә тураһында. Ләкин үҙенә өс исем: «Шулай ҙа, шулай түгел дә...», «Һәр нәмәнең аҫтын да, өҫтөн дә ҡарай белергә кәрәк» һәм «Күңелең тар булмаһа, урын тар булмаҫ».
– Өсөһөн дә бергә ҡуш, – тине Fәтиәт.
– Йәшә! – тине Вәхит. – Дөрөҫ!.. Беренсеһе – исеме, икенсеһе – сюжет, өсөнсөһө – төп идея!..
– Кемдәр һуң образ ителә? – тип һораны һәр ваҡыт ҡыҫылырға тырышыусан Рәшит (Шварцман). Ул һәр ваҡыт Вәхиткә бәйләнергә ярата ине. Вәхиттең яҙыласаҡ әйберҙәре өсөн баш вата ул. Бөгөн дә ул шулай тәнҡиткә кереште:
– Һинең бик яҡшы образың бер ҙә юҡ, барыһы ла насар. Яҡшыһы – үҙең генә. Башҡа бер кемде лә күрмәйем мин.
– Күрә белер өсөн күҙле булырға кәрәк. Тормошҡа танау тишеге менән ҡарамайҙар, – тине Вәхит ҡыҫҡа ғына итеп.
Бүлмәләгеләр көлөштө:
– Әсеме?!
– Әсе шулай күп булмай. Күп булһа, сөсөгә әйләнә ул, – тине Дәүли.
Усман менән Вәхит китапханаға китте. Ул – Маяковскийҙы, Усман «Знание – сила» журналын уҡыны. Вәхит башта Сталиндың «Ленинизм мәсьәләләре»нән «Ленинизм нигеҙҙәре тураһында» һәм «Ленинизмдың тарихи тамырҙары»н өйрәнде. Уға тарихтан күберәк белергә кәрәк ине.
Кис детсовет ултырышы булды.
– Детсовет ултырышын асыҡ тип иғлан итәм, – тине Марат. – Көн тәртибендә ике мәсьәлә:
1) Февраль айының эш планы менән танышыу.
2) Физкультура һәм спорт секторҙарының отчеты.
Өҫтәмәләр булырмы?
– Юҡ.
– Ярай. Һүҙ – миңә, – тип һөйләй башланы Марат. Унан һуң Әсғәт һәм Солтанов һөйләне. Саңғылар, костюмдар етешмәүе күҙҙә тотолдо.
Айһылыу Вәхиткә күренмәйенсә шкаф артында ғына ултырҙы. Ҡулында ниндәйҙер бер китап ине. Вәхит:
– Нимә уҡыйһың, Айһылыу? – тип элекке кеүек һораша алмай ине.

3/II. Кис дөйөм йыйылыш булды. Вәхиттең исеме әйтелгәс үк, бүлмә малайҙары:
– Физиканан ул «4»–кә төҙәтте! – тине. Бүлмә 100 процентҡа өлгәшә ине.
Психология дәресенә ингәндә Айһылыу күңелһеҙ ине. Ниңә?.. Әллә Вәхиттең һүҙҙәре уға аҙ ғына булһа ла тәьҫир иткәнме?..
Собрание барған ваҡытта өҫтәлгә артҡы яҡтан бер записка килде.
«Мы не хочем доклад,
Нам нужен шоколад.
Говорите покороче,
Без «кудреть–мудреть».
– Кем яҙҙы? – тине директор. – Хәҙер үк сығып ғәфү үтенһен. Юҡһа, эш ҙурға китәсәк.
Ләкин сығыусы булманы.
Вәхит записканы Әмингә бирҙе. «Таныш почерк бит?» – тине ул.
– Ҡолоевтыҡы! – тине Әмин.
Зал геү килде. Уртаға сәстәре терпенеке кеүек тырпайған, күҙҙәре маңлай аҫтынан ялтырап торған күнәк башлы Ҡолой сығып баҫты.
– Бүлмәгә ингәс, тикшерегеҙ, – тине Ләлә апа. – Әминовҡа берәй һүҙ әйтһәләр, һин, Вәхит, яҡлап сыҡ.
Ләкин бының өсөн Вәхиткә бер ҡасан да онотолмаҫлыҡ һүҙ ишетергә тура килде. Фәтҡулла уны еңгән кеүек булды.

4/II. Ф.–ға Вәхит былай тине бөгөн:

Һин берәүгә әйтһәң әгәр
Етешмәгән бер ерен,
Һүгә һине ете ҡатлап,
Ҡалдырмай ул һис берен.

Бармаҡ менән һис тә түгел,
Башы менән уйлаһа,
Егет булып йөрәгендә
Аҙыраҡ ҡына ут янһа.

Аңлар ине дөрөҫлөктөң
Еңелмәүен, үлмәүен.
Тик һуңынан күрер ул
Яҡын дуҫын күрмәүен.

Мең ҡат артыҡ дошманың,
Асһа әгәр хатаңды.
Ундай дошман – яҡын дуҫың,
Алыштырмаҫ атаңды.

Ҡырау төшә сәстәремә,
Дөрөҫлөктө һүкһәләр.
Ниндәй ғазап – һүҙҙәреңә
Бер төкөрөп үтһәләр!

«Һынды ҡылыс, бөттө көс», – тип,
Юҡ, ташламам ҡоралды.
Мәңге ҡылыс ҡайрар өсөн
Мин тормошҡа яралдым.

Фәтҡулла өндәшмәне.

Мәрйәм апа Вәхит дәрестән ҡайтып барғанда уны туҡтатып:
– Вәхит, һин хәҙер ашап тормайынса Ғалимдар йортона барып кил инде, – тине. – Усмановҡа әйт: килә алалармы. Килһәләр – сәғәт нисәлә?
– Ярай, – тине Вәхит һәм бүлмәгә инеп, Айытулла менән урамға сыҡты.
– Саф һауа һулап алырға кәрәк, – тине Айытулла. Вәхит уның менән һөйләшергә ярата ине.
– Һин нисек уйлайһың, Айытулла, кисә әллә дөрөҫ поступать итмәнем микән ни?
– Фәтҡуллағамы?
– Эйе. Исмаһам, һин дә бит күтәреп алманың!..
– Юҡ инде, булмай ул, Вәхит. Һин дөрөҫлөк өсөн тырышаһың, ә һиңә төкөрмәйҙәр ҙә. Мин дә ташланым инде...
– Әгәр ҙә бөтә коллектив тимер ҡуллы булһа, бер кеше бер ҡайҙа ла бара алмай, – тине Вәхит. – Бер ҙә бит ойошҡанлыҡ юҡ. Ә бына Зөфәр ни тиклем үҙгәрҙе хәҙер. Яратам мин уны. Бит дәрестәренә лә нисек әҙерләнә ул! Һинең һүҙеңде йөрәгенә алған кешене нисек һуң яҡын итмәҫкә? Ҡайтманым мин уның өсөн. Хатта класта ла артынан ҡалманым. Ултырҙыҡ бергәләп. Ә хәҙер бөтөнләй башҡаса.
– Но Фәтҡулла менән булмай, – тине Айытулла. – Күпме инде мин уның менән!.. Һөйләмә лә... Әгәр ҙә миңә уның менән бер институтҡа тура килһә, унда инмәҫкә тырышасаҡмын. Ул институтты яратҡанда ла...
Вәхит йылмайып ҡуйҙы. Кисәге һөйләшеү ҙә күҙ алдына килеп баҫты.
– Кем булырға теләйһең һуң? – тигән ине Вәхит уға.
– Белмәйем әле. Икеләнәм, – тине Айытулла.
– Теләһә ни генә әйт – мин һиңә техническийҙы оҡшатам. Беҙҙә профессияны уҡыу шарты, условие тип һайлайҙар. Дөрөҫ түгел. Ни тиклем ауырлыҡтар торһон – яратҡан профессияңды һайла.
– Беҙҙә шулай шул, – тине Айытулла.
– Ана бит үҙең дә күсереп алғанһың: «Үҙеңдең бөтә көсөңдө ҡайҙа күрһәтеп, иң файҙалы булаһың – шул профессияны һайла». Дөрөҫ бит?
– Дөрөҫ, әлбиттә.
Кисәге ошо һөйләшеүҙе дауам итеп, Вәхит уға:
– Юҡ, үҙең теләгәндән кире ҡайтма, – тине.
Усманов обкомға киткәйне. Вәхит уның урынбаҫары Гулинға инде.
Ҙур маңлайлы таныш түгел кеше:
– Эйе, ул – мин, – тип Вәхиткә урын тәҡдим итте.
– 9–сы мәктәптән беҙ, – тине Вәхит һәм һөйләп бирергә ашыҡты.
Теге кеше уға ҡарап торҙо ла:
– Бәй, һин Йәғәфәрҙең энеһе түгелме? – тине.
– Уны ҡайҙан беләһегеҙ?
– Яҡшы беләм. Күрше ауылдан бит.
– Ләкин мин уның энеһе түгел, улы.
– Йәғәфәрҙең шундай улы бармы ни? – тип аптыраны ул.
Вәхиткә ул сикһеҙ күп һорау бирҙе. Яҡташтар, уҡыуҙар тураһында һорашты. Ул уға үҙенең асыҡ күңелле булыуы һәм ябайлығы менән оҡшаны.
– 6–да сессияға килмәй ҡалма, – тине ул.
Төндә Дәүли менән Вәхит ғәҙҙәттәгесә бик һуң ятты. Вәхит шиғырҙар уҡығас, Дәүли уны баһаларға тотондо:
– Кәрәкмәй, – тине Вәхит. – Һиңә генә мин шулай күренәм!
– Иртәгә кино, ял, – тип шатлана ине Дәүли. – «Падение Берлина». Сталин булырға тейеш бит?
– Әлбиттә...
– Их, Сталин!.. Һаман күҙ алдымда бит! Ҡаршыһында баҫып бит мин уның ҡурай уйнаным. Ҡул сапты ул...
– Кит, Дәүли, күрҙеңме ни һин? – тип Вәхит ышанмай торҙо.
– Ҡул сапты ул миңә! Минең иң бәхетле, иң бәхетле көнөм шул...
Вәхиттең уны ҡосоп алғыһы килде. Бит ул Сталинды күргән. Ябай бер башҡорт малайы, ҡурайсы–ремесленник Дәүлигә ҡул сапҡан. Был минуттарҙы киноға төшөрөп алғандар!
Вәхит бер аҙ көнләшеп ҡуйҙы. Бит уға ике мәртәбә баш ҡалала булып та күрергә тура килмәне! Авиация көнөндә Тушино аэродромында уны күптәр күрҙе. Ләкин Вәхиттәр күрә алманы...

5/II. Бына Вәхит уны бөгөн кинола ғына күрә. Ниндәй бай һәм ниндәй бөйөк кеше ул!..
Вәхит иртә менән Р. Ниғмәтиҙең «Мәскәү» һәм «Мавзолейҙа» шиғырҙарын ятлап сыҡҡас уҡ, үҙенең «Үлемһеҙ үлем»ен яңынан эшләргә тотондо.
Кисә уға редакцияла шиғырҙарҙы уҡып ҡарарға тура килде. Назар Нәжми ҙә тыңланы. «Баҫырға ярай», – тине ул. Әммә Ғәлиев:
– Ләкин ваҡыты түгел, – тине. Шиғырҙың яңы стилдә булыуы тураһында әйткәс, Вәхит уны шатланып яңынан эшләргә тотондо.
Кинонан ҡайтҡас, «Маяковский – патриот» тигән темаға сочинение яҙылды.
Айһылыу ҙа залда ине. Улар күмәкләшеп ниндәйҙер ҡыҙыҡлы китап уҡый ине.
– Ниңә һуң мин уларҙың класында түгел! – тип ҡуйҙы Вәхит. – Күпме шулай һин ғазапларһың, Айһылыу?..
Дәүли менән «Баяным минең» тураһында һөйләшелде. Дәүли, Дәүли!.. Бер туҡтауһыҙ ҡайнай, яна ул. Ҡасан һуң уның тураһында яҙырға?

6/II. Йөрәк дөп–дөп тибә. Бер–ике аҙым да юҡ – ҡаршы өҫтәлдә генә Айһылыу ултыра... Йә, ни эшләйем һуң мин? Берәй һүҙ әйтерлек көсөң бармы һуң?
Юҡ, иптәш геометрия, алдан китеп тор, зинһар!.. Формула һәм ҡағиҙәләрҙең бер генә хәрефенән дә ҡуҙғалып ары китеү мөмкин түгел!..
Алда конус ята...
Ләкин күҙҙәр уны күрәме һуң?.. Юҡ...
Ниндәй гүзәл уның йылмайыуы!.. Уң ҡашы өҫтөнән уның бәләкәй саҡта әллә осоп төшөп яраланған, әллә ҙурайғас та шаянлығынан берәй ергә һуғып алған яра эҙе лә Вәхиткә яҡын һәм яҡын...

Айһылыу!!!
Таштан булмаһа ла тәнем минең,
Булмаһа ла ҡорос йөрәгем.
Әйтсе, һылыу, дөрөҫөн әйт:
Мин һалырмын барыһын күтәреп.
Түҙермен мин.
Түҙем бит ул –
Егетлектең гүзәл сәскәһе.
Күптәр унан мәхрүм була:
Һәр кемдең дә үҫмәй сәскәһе...
Көмөш шишмә кеүек сафлыҡ күрәм
Ҡарап мин күҙҙәреңә.
Тиргәп булһа ла һин әйтһәң ине –
Тилмертмәй һүҙҙәреңә.
Йәки әйтмәһәң дә
Китмә бынан
Төндәр буйы керпек ҡаҡмайса,
Мин әҙермен янып ултырырға,
Ҡуҙғалмаҫҡа таңдар атмайса...
Аҡ ҡулдарың ашығып чертеж һыҙа,
Китаптарың ята алдыңда...
Тик бер һине уҡыу мөмкин түгел,
Янам да мин янам ялҡында...
Бер ҡулыңды терәп ҡуйғанһың да
Эйәгеңә яҡын килтереп.
Һин уҡыйһың.
Тик мин янам,
Һәм яҙамын йырҙар тилереп.
Әйҙә, һин белемде юлдашың ит,
Минең кеүек ҡалма буш булып.
Тормошто һөй,
Эшең емеш бирһен,
Алһыу гөлдәр үҫһен ҡушылып.
Белмәйем мин.
Инженермы? Доктор?
Кем һуң булырһың?
Ох!..
Ни эш был?
Ниңә ҡуҙғалдығыҙ?..
«Тик бер минут балҡып ултырһын!..»
Тиеп бына
Көткән инем шашып.
Бөттө лә бит һеҙҙең дәрестәр!..
Өҫтәл, ултырғыстар, һәм мин ҡалдым...
Сәғәт булды тиҙҙән бер өстәр...
Тек... тек...
Һәм дә тәрән тынлыҡ йөҙә...
Цилиндрға тотона ҡулдарым.
Нигеҙ!..
Бейеклек был!..
Ләкин ниңә
Бер–береһен тапай юлдарым?
Формулаға
Һүҙҙәр төбәлә лә...
Һин сығаһың улар артынан.
Ябып ҡуям янып китап битен:
«Бөтөн сыҡмаҫ ахры яртынан!»
Күҙ алдына тағы һынау баҫа:
Бейешәләр
Герон(?), Биномдар...
Алмаш ток та тәнде сәнсеп үтә...
Йүгерешәләр ашығып иондар...
Механика!
Уныһы булыр.
Уйламам да!..
Мәсьәлә лә тормаҫ ҡарышып.
Ә йылылыҡ? – никтер ҡалһын һеңгән,
Уның менән булмай ярышып...
Ҡапыл тертләп китәм:
Вуз–ға китер минең иптәштәр.
Ә мин? Ҡайҙа?
(Өс юл юйылған – З. Б.)
– Ә һуң шиғыр?
Ҡайҙа ҡуяң уны?
– Бесәнлеккә, һалам көйшәргә!..
Бысаҡҡамы –
Йөрәктәргә инмәгәстен,
Хаҡһыҙ улар ерҙә йәшәргә!..
Теоремаларға тағы сумам,
Чертеждарҙы ҡуям ҡаршыма.
Ләкин аксиома: кәрәк түгел иҫбат –
Бер һүҙ инмәй минең башыма.

Иптәш Цилиндрға...
«Бейеклекте ҡабатлаһаң,
Нигеҙҙең майҙанына.
Тигеҙ була, һис бер һүҙһеҙ,
Цилиндр объемына.
Их!..
Нигеҙе лә, бейеклек тә
Бирелгән булһа ине.
Беҙ ауабыҙ бейек булғас,
Сереклектән нигеҙе...
Үҙебеҙ ҙә цилиндрға
Оҡшабыраҡ ҡалабыҙ.
Икебеҙ ҙә фигура бит –
Алыҫ түгел арабыҙ...

Вәхит гимнастика эшләп, һалҡын һыу менән ҡойоноп, йоҡларға ятҡанда, сәғәт өстө уҙғайны инде.
Бөгөн ул көнө буйы Ғалимдар йортонда үткәрелгән «Башҡортостан тарихы» тураһындағы сессияла булды. Башҡортостандың бөтә тарихсылары, лингвистар, археологтар һ. б. ғилми хеҙмәткәрҙәр йыйылғайны. Вәхит мәктәптән бер үҙе булһа ла, ҡыйын булманы. Сөнки ул быға тиклем әле ҡолағы ла ишетмәгән ни тиклем нимәне белде. «Әллә миңә тарихсы булырғамы?» – тигән уй уның башынан сыҡманы. Лингвистика тағы ла күңеллерәк. Ә археология ни тиклем ҡыҙыҡлы... Ни тиклем беләһең. Ни тиклем Башҡортостан әле тикшерелмәй ята!... Бит былар барыһы ла халыҡҡа кәрәкле! «Ә ниңә һуң яҙыусыларҙан килеүселәр юҡ?» – тип ғәжәпләнде Вәхит. Ул тик Әмир Чанышты һәм Лоҡман Хәкимде генә күрә ине алда.
– Йә, шиғырҙар яҙаһыңмы? – тине Хәким абый.
– Яҙыштырам, – тине Вәхит һәм үҙенең «Үлемһеҙ үлем»ен күрһәтте.
– Яҡшы, – тиеүҙән башҡа Хәким абый бер ни ҙә әйтмәне. – Журналға бир, – тине.
Вәхиткә күңелһеҙ булып китте. Сөнки көндән–көн шиғырҙарына ул Аракчеев кеүек ҡаты ҡуллы була бара ине. Ҡайҙа һүң әле уларға яҡшы булырға? Мин фекер ишетергә теләйем. Ә миңә, яҡшы, тиҙәр…
Яҡшы булһа, нисек яҡшы – миңә шул кәрәк. Юҡ, шиғырым әле минең йөрәккә инмәй. Их, әгәр ҙә йөрәккә инһә ине ул… Инһә ине!.. Кешеләрҙе ҡанатландырһа ине ул!

8/II. Их!.. Башыңда, йөрәгеңдә, бөтә тәнеңдә ҡайнаған тойғолар, иң бейек тауҙарҙың иң бейек түбәләренән артылып урғылған көслө тау йылғалары кеүек, ярҙарына һыймай ташалар ҙа, һин яҙмайынса булдыра алмайһың!.. Был ташҡын шундай дәһшәтле – уның юлында осраған бөтә ҡаялар емерелеп, ергә һөт кеүек һеңеп ҡала. Был ташҡын ерҙең иң тәрән күкрәгенән атылып сыҡҡан боронғо Италиялағы Помпеиҙы күмеп киткән утлы лава кеүек ҡайнар – уның юлына осраған бөтә кәртәләр, әйтерһең, ысынлап та, көлгә әйләнә!.. Был ташҡын шундай көслө – әйтерһең дә, һин үҙеңде, әгәр берәй төрлө терәк нөктә булғанда, Архимедтың рычагынан башҡа ла, һыңар ҡулың менән генә лә биш материк һәм дүрт ҙур океан йәйелеп ятҡан бөтә Ер шарын, бер кескәй генә йомшаҡ туп күтәреп барған кеүек, күтәреп торорлоҡ хис итәһең! Әйтерһең дә, уның алдында эллипс буйынса хәрәкәт иткән Ер шарын ҡояштың Ньютон иҫәпләп сығарған тартып тороу көсө лә көсһөҙ. Уның ялҡыны ҡайнар газдарҙан торған утлы ҡояш ялҡынынан да ялҡынлыраҡ. Әйтерһең дә, был ялҡын бөтә таштарҙы ла иретеп, кеҫәлгә әйләндерерлек!.. Шуның өсөн дә һин был тойғолар ярҙарынан артылып сыҡҡанда яҙмайынса булдыра алмайһың!..
Һинең ишеткәндәреңде, күргәндәреңде, уҡығандарыңды башҡаларға һөйләгең, аңлатҡың, уртаҡлашҡың килә! Уларға ниндәйҙер бер тәьҫир яһайһың, ниндәйҙер бер гүзәл тойғо, яңы фекерҙәр уятҡың килә. Башҡалар ғәмһеҙ генә үтеп киткән урындан һин тыныс ҡына үтә алмайһың. Юҡ, әллә нисек һин, Вәхит!.. Бер туҡтауһыҙ ниндәйҙер ярһыу, ҡайҙалыр ашығыу, сикһеҙ хыялдар, ашҡыныуҙар. Шуның өсөн дә һиңә тормош икһеҙ–сикһеҙ һәм ҡыҙыҡлы булып тойола. Юҡ, күпме генә йәшәһәң дә, һиңә бик аҙ ғына йәшәгән һәм күргән кеүек күренер ине. Уйлайһың, уйлайһың да, был әллә минең берәй еңел аҡыллылыҡмы, тип ҡуяһың.
Ләкин улай ҙа түгел кеүек. Сөнки эске донъянан мәхрүм ителгән кеше тышҡы донъяла нимә эшләй ала һуң? Әгәр ҙә һин эске тойғоларға һаран һәм ярлы булһаң, тормошоң һинең ҡоро һәм күңелһеҙ, хәрәкәтһеҙ, быҫҡып янған усаҡ кеүек кенә булыр ине!
Кеше әгәр ҙә бар нәмәгә вайымһыҙ һәм ҡоро булһа, нисек һуң ул көрәшер ине? Бит һиңә ни өсөн көрәшкәнеңде яратырға һәм нимәгә ҡаршы көрәшергә теләйһең, уны бөтә йөрәгең менән күрә алмаҫҡа кәрәк!
Эйе, бар нәмәгә иғтибарһыҙ һәм ҡоро кеше ижад итергә лә һәләтле түгел. Эйе, түгел!
(«Без человеческих эмоций никогда не бывало, нет и быть не может человеческого искания истины». Ленин).
Белеү, белергә ынтылыу, барыһын да күрергә ашҡыныу һинән бер туҡтауһыҙ алға ынтылыуҙы һәм ҙур бер көсөргәнеште талап итә.
Һин үҙеңде көсһөҙ итеп тояһың. Бер нисек тә үҙең менән килешә алмайһың. Был килешә алмау һиндә ниндәйҙер ҙур бер көс тыуҙыра. Нәфрәтләнәһең. Намыҫланаһың. Fәйрәтләнәһең. Йәшәү тағы ла ҡәҙерлерәк һәм туйғыһыҙ булып күренә. Тағы ла көслөрәк һөйәһең һәм үҙеңдең кескәй генә бер эшеңә лә ҙур талаптар ҡуяһың. Үҙ эшеңде ялҡынлы рәүештә һөйгән өсөн дә уға ижад итеү, эҙләнеү, яңыны табып алыу һәм унан иң ҙур бәхетте тапҡан кеүек шатланыу, иң рәхәт ғазаптарҙы кисереү тип ҡарайһың.
Бөтә тормош, уның ҡапма–ҡаршылыҡтары араһында барған көрәш һиңә, ысынлап та, бер гүзәл шиғыр булып тойола.
Бына шуларҙы үҙеңә донъяла иң яғымлы, иң яҡын, иң йылы, һинең йәшлегеңдең матур бер гүзәллеген туплаған кешең менән уртаҡлашҡың килә. Ләкин ул һине аңламай.
Ниңә аңламайһың һин уны, Айһылыу? Ниңә һин уға шул тиклем яҡын? Ниңә уны шул тиклем иҫерттең? Ниңә уның йөрәген яраланың да, ә дауаһын ҡайҙалыр йәшерҙең? Был, әлбиттә, ниндәйҙер бер гүзәл ғорурлыҡтыр? Бынан һиңә рәхәттер. Бәлки, һин уға бөтөнләй иғтибарһыҙ, тулҡынланыуһыҙ, хатта ерәнеп тә ҡарайһыңдыр.
Ләкин ниңә һуң һин өндәшмәйһең? Был өндәшмәү уның икеләнеүҙәренә һаман аҙыҡ ҡына була бара. Уның ышанмауы ла, йөрәгендәге уттары ла һаман арта бара. Ул өндәшмәүҙең сәбәбен белергә теләй. Ләкин был торған һайын серлерәк. Был өндәшмәү әллә һинең һөйөргә бөтөнләй хаҡһыҙ һәм ваҡ, маҡсатһыҙ кеше булыуыңды әйтәме? Әллә ул икеләнеүме? Әллә был өндәшмәү уның йөрәк утының һинеке кеүек ялҡынлы, хатта әйтә лә алмаҫлыҡ көслө булыуын аңлатамы?
Ә әгәр ҙә был һуңғыһы, ысынлап та, шулай булһа ла, их, һин Тормош!.. Тағы ла ни тиклем гүзәл булыр инең!.. Эйе, мең тапҡыр гүзәл булыр инең һин!..
Кисәге дәрестә Айһылыуҙың яуап биреүен тыңлау Вәхиткә ни тиклем, ни тиклем күңелле ине. Әйтерһең дә, уға был һөйләүҙән башҡа донъяла бер ниндәй ҙә ҡәҙерле һөйләү булмағандыр! Вәхит үҙенең тойғоларын белдермәҫ өсөн дәфтәренә ҡарап яҙыуын дауам итте. Ләкин бөтә иғтибарын ул ҡолағына гүзәл бер сихри шишмә шылтырауы кеүек ишетелгән Айһылыуҙың тауышына бирҙе.
– Эмоциональ сифаттарҙың ҡапма–ҡаршылығы булып тағы ла тойғоларҙың актив һәм пассив характерының ҡаршылығы тора, – тип һөйләне Айһылыу. – Шунда уҡ степик һәм астепик тойғолар була. Степик ул грекса көс тигәнде аңлата! Был – тормош эшмәкәрлеген күтәреү, көс һәм энергияны арттырыу. Ә астепик тойғо – ул көсһөҙлөк, степик тойғоноң киреһе. Кешенең дауыллы, ҡоторонған шатлығы, көс һәм эшмәкәрлек ташҡынына һыуһаған шатлығы була – был степик тойғо. Һәм, киреһенсә, хеҙмәт һәм хәстәрлектәрҙән арынып, тыныслыҡ көткән тын ғына шатлыҡ тыуыу – астепик тойғо. Ҡайғының да кешегә үлтергес рәүештә тәьҫир итә, иҙә, бойоҡ апатияға һәм хәрәкәтһеҙлеккә төшөрә торған булыуы мөмкин. Һәм, киреһенсә, бөтә көстө егә торған егеттәрсә тәрән ҡайғырыу булыуы мөмкин. Ҡурҡыуҙың да ике төрлө яғы була. Ҡурҡыу кешене ярҙамһыҙ итә, уның физик һәм уйлау көсөн ҡаҡшата, уның психик тормошон иҙә. Шулай уҡ ҡурҡынысҡа осрау бер ҙә ҡурҡыу тыуҙырмаҫҡа ла мөмкин. Ә, киреһенсә, физик һәм уйлау көсөн арттыра, тиҙ генә уйлап табыу һәләтлеген, тапҡырлығын, зирәклеген үткерләндерә, хәрәкәтенең дөрөҫ һәм тиҙ, етеҙ булыуын көсәйтә...
Айһылыу туҡтап ҡалды.
– Йә, миҫалдар килтер, – тине уҡытыусы. Ләкин ул өндәшмәне. Вәхиткә нисектер уңайһыҙ булып китте.
Айһылыу Алексей Толстойҙан совет летчиктарының һауа һуғышы ваҡытындағы иң ҡурҡыныс ваҡытта ла гүзәл хәрәкәттәр эшләп, тиҙ генә уйлап алып, оҫта, етеҙ, һалҡын ҡанлы, батыр, нәфрәтле рәүештә эш итеүҙәрен һөйләп бирергә тейеш ине.
– Йә, ниндәй матур итеп һөйләнең, ә миҫалдар килтермәйһең, – тине уҡытыусы. – Суворов тураһында нимә беләһең?
– Уның тураһында Алексей Толстой яҙған, – тине Айһылыу.
«Ниңә алдашаһың?» – тип көлөп ҡуйҙы Вәхит.
Айһылыу һөйләй башланы.
– Суворов ҡурҡыныстар менән булған көрәштән иң ҙур шатлыҡ тапҡан. Боевой обстановкаларҙан тыш, бер нисә йыл ситтә үткәрергә тура килгәндә, ул ғәҙәттән тыш ябыҡҡан. Ул пушкалар гөрһөлдәүе аҫтында ғына йоҡларға яратҡан...
– Ярай, молодец, – тине уҡытыусы. – Ултыр.
Вәхит дәрес бөткәс үк, кейенеп, бүлмәлә тумбочкаһынан йортҡа биреү бүлегенән алған, «Намыҫ» романын һәм Некрасовтың шиғырҙарын алып, китапханаға ашыҡты. «Бөгөн һуңғы көн, ҡалдырырға ярамай», – тип уйланы ул.
Ул ашығып сығып барғанда кемдер мәктәп ишеге алдынан йүгереп төштө лә уға ҡаршы осраны. Вәхит уның елкәһенә һалған шәленән һәм еңел генә, йыйнаҡ һәм ғорур хәрәкәттәренән шунда уҡ танып алып, йөрәге жыу итеп китте. «Нисек, һөйләшергәме? Тик бер–ике генә һүҙ әйтергәме? Бит нәҡ тимерҙең ҡыҙыу сағы – һуҡ әйҙә. Башҡа шундай моментты ҡайҙан эләктерәһең?» – тигән уйҙар башынан йүгерһә лә, янынан Айһылыу аҙымдарын аҡрынлатыбыраҡ үткән кеүек күренһә лә, ул ашыҡты. Кемдер уға:
– Юҡ, Вәхит, был килешмәй. Ул туҡтап та тормаҫ. Унан һин кереп китергә ер тишеге лә тапмаҫһың! Унан һуң был егет кешегә тупаҫлыҡ, бәйләнсек кеүек. Килешмәй, бар, йүгер, борсома уны. Уның һинең менән алтын ваҡытын ҡорбан итергә ваҡыты юҡ. Дәрестәрен әҙерләһен ул. Бар, һин Некрасов һәм «Намыҫ»тарыңды һуңлатма. Уларҙы башҡалар көтә. Һин үҙең дә намыҫлы була бел! – тигән кеүек булды.
Әйтерһең дә, Вәхит урлашырға йыйынған кеше кеүек, баҡсаға инде лә, ҡулдары был эшкә барыуҙан ҡалтыранғанлыҡтан, кире сығып шылды!.. Ул үҙен шулай итеп һиҙҙе.
– Киттек әйҙә, – тиеүҙән башҡа бер ниндәй ҙә һүҙ әйтә алманы.
Айһылыу уға тәрән һәм яғымлы итеп йылмайған кеүек тойолдо!.. Әйтерһең дә, уның күҙҙәре: «Ҡайҙа? Ҡайҙа? Ашыҡмайыҡ. Мин мәңге һинең менән бергә барырмын. Көт мине. Беҙҙең тормошобоҙ көрәш кеүек гүзәл, гүзәл тормош кеүек көрәшле, ҡыҙыҡлы, йылы, шатлыҡлы һәм һағышлы булыр, Вәхит! Беҙ бер–беребеҙҙе күреп тә туя алмабыҙ, Вәхит! Беҙҙең йөрәктәребеҙ бергә тибер. Һулыштарыбыҙ бер булыр. Беҙ кешелеккә ижад итеп хеҙмәт итербеҙ, Вәхит. Беҙ кешеләр өсөн йәшәрбеҙ. Шулай йәшәүҙән дә гүзәлерәк нимә бар һуң, Вәхит!..» – тигән кеүек күренде... Их, үҙе ул шулай уйлаһа!..
Был күҙҙәр ғәҙәттән тыш гүзәл инеләр. Ләкин уларҙы Вәхит ҡараңғыла күрә алманы. Ул уларҙы тик хыялында ғына күрҙе. Ә хыял ул – океан. Уның яры ла, төбө лә юҡ. Ә шулай ҙа Айһылыу йылмайған һәм ҡаушаған кеүек күренде. Эйе, ысынлап та, ул йылмайҙы!
Китапхананан ҡайтып, киске аштан һуң Вәхит воспитательскаяға инеп, «Әҙәби газета»нан Фадеевтың XIII пленумда һөйләгән телмәрен уҡып ултырҙы. Бер кем дә шауламай. Яҡты. Ҡапыл ишектән Айһылыу килеп инде лә башта, сығырға ла, сыҡмаҫҡа ла белмәй, аптырап, ҡаушап ҡалды. Өҫтәл өҫтөндәге газеталарға тотондо ул. Вәхит тағы ла: «Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырғамы?» – тип уйланы. Ләкин уйынан кире ҡайтып, уны ҡаушатмаҫҡа теләп, үҙен уға ҡарамаҫҡа мәжбүр итте. Ул уға ҡарамағанда ла Айһылыуҙың бөтә һыны, балаларса матур итеп йылмайыуы, серле күҙҙәре уның хыялында, күҙ алдында ҡояш кеүек яҡты, асыҡ ине.
Айһылыуҙың артынан иптәш ҡыҙҙары инеп, яңы газеталарҙы алып сығып китте. Вәхит өндәшмәне. Уға ҡыҙыҡ кеүек тойолдо: «Кем һуң беҙҙе шулай телһеҙ генә осраштыра? Ә был осрашыу ниндәй күңелле, рәхәт!»

Бюро
– Йә, Вәхит, эштәр нисек? – тине Мәрйәм апа иртә менән.
– Шыуыша бер аҙ, – тине Вәхит.
– Бөгөн һинең мәсьәләне комскомитет бюроһына ҡуясаҡтар. Ләкин мин яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә аласаҡмын. «Сессияға барыу тураһында мин синыф етәксеһенән һораным», – тиерһең. Ә былай эш бик ҙурға китәсәк.
– Юҡ, апа, мин үҙем өсөн үҙем яуап бирәм.
– Ә бит мин әйттем инде.
Бына дәрестәрҙән һуң бюро ултырышы башланды. Мәктәп директоры Сажиҙә апа (Зайлалова – З. Б.), детдом директоры Ю. М. (Юзефа Матвеевна) һәм райкомдан килгән Хәжәр апа ла бар ине.
– Беҙ Fәлимовты барыбыҙ ҙа яратабыҙ һәм уға хөрмәт менән ҡарайбыҙ, – тип һөйләй башланы Әмин. – Миңә лә ул ярҙам итә. Беҙҙең етешһеҙ яҡтарҙы күрә һәм асып бирә. Ул – яҡшы иптәш. Ләкин һуңғы ваҡытта үҙ–үҙен тотоуы менән килешеү мөмкин түгел. Ул математиканан бер туҡтауһыҙ уҡырға тейешлегенә ҡарамаҫтан, әҙәбиәткә ғәҙәттән тыш күп ваҡытын бирә. Бөтөнләй әле хәҙергә уҡырға тейеш булмаған китаптарҙы уҡый. Дәрес ваҡытында ла яҙа. Ләкин ул алда ни көткәнен белергә тейеш. Ул үҙенә артыҡ ышана. Күп беләм тип ҡарай.
– Беҙгә һинең шиғырҙарыңдан бигерәк яҡшы уҡыусы булыуың кәрәк. Ул, иптәштәр, тейешле дәрәжәлә булмайынса, үҙенән нисә йылдар алда институт бөтөрөп сыҡҡан уҡытыусыларға тәнҡит яһай. Өйрәтә. Философик китаптар уҡый, – тине комсомол секретары Янбаев.
– Беҙ һине яҙыуҙан тыябыҙ, – тине Сажиҙә апа. – Өлгөрөрһөң. Талантың юғалмаҫ. Ләкин һинең төп бурысың – уҡыу.
– Бына бөтә роман, повестарыңды бикләп ҡуябыҙ ҙа – яҙмайһың. Сөнки һин X синыфты бөтөрөп сығырға тейешһең. Һине беҙ яратабыҙ. Һин намыҫлыһың. Эш һөйәһең. Ҡайнарһың. Бар нәмә менән дә ҡыҙыҡһынаһың. Ләкин беҙ һине артыҡ маҡтаныҡ, – тине Ю. М.
– Кәрәкмәй миңә маҡтауығыҙ. Мин нисек бармын – шулай күрегеҙ, – тине Вәхит.
– Йә, нимә бирҙе һиңә бюро? Ҡарарға килдеңме? – тинеләр уға һуңынан.
– Белмәйем. Бюро үлтерҙе мине. Мин хәҙер нимә эшләй алам һуң? – тине Вәхит. Күҙ төбөнә ирекһеҙҙән килеп тығылған йәштәрен күрһәтмәҫкә теләп, ул аҫҡа эйелде.
«Барыһы ла дөрөҫ. Миңә был шелтә кәрәкле. Мине үҙ иптәштәремдең хөкөм итеүе – яҡшы. Эшлекле тәнҡит – йәшәүҙең сығанағы, – тип уйланы ул. – Ә, бәлки, мине улар бөтөнләйгә күреп бөтмәһәләр ҙә, мин бөтөнләй буш бер ҡыуыҡмындыр? Ул саҡта мин кемгә? Нимәгә һуң мин? Һәм бындай йәшәүҙең ни ҡыҙығы бар?.. Юҡ, иптәштәрем әле бик аҙ белә. Ә иң ҡаты язаны миңә үҙ выжданым бирә. Выждан ғазабынан да ҡаты яза юҡ...»
Мәктәптең киң баҫҡысынан төшөп барған саҡта, Вәхит шулай уйланы. Ул туҡмалған һәм ғәҙәттән тыш рухи көс тә тапҡан кеүек ине.
Ҡапыл уның күҙҙәре стеналағы «Йәш гвардия»ға текәлде. Унда Лениндың ҙур һүрәте. Вәхиттең бөтә тәне сымырлап китте. Теҙҙәре хәлһеҙләнде. Тыны ла ҡыҫылып ҡалды. Кешелектең бөйөк кешеһенең күҙҙәре уға нәфрәт менән ҡарай төҫлө ине.
Уның күҙ алдынан бөйөк Маяковскийҙың йәшенле юлдары атылып китте:

Партия и Ленин близнецы–братья, –
Кто более матери–истории ценен?
Мы говорим – Ленин, подразумеваем – партия,
Мы говорим – партия, подразумеваем – Ленин.

– Бына кем алдында мин иң ҙур ғәйепле! – тине Вәхиттең ирендәре. Ләкин ошо саҡта уның йылы ҡулдары Вәхиттең ҡулдарынан тотоп алған кеүек булды.
– Кеше яңылыша. Ләкин ул төҙәлә алғаны өсөн дә кеше. Ауырлыҡтар була: ләкин кеше ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алғанда ғына кеше. Теҙ сүкмә. Алға ынтыл. Ян! – тине Вәхиткә бөйөк ата.
– Мин һин әйткәнсә йәшәргә тейешмен! – тине Вәхит.
Ул ҡайтып ингәндә завхоз, бесән бушатыр өсөн, малайҙарҙы ҡыуып йөрөй ине.
– Мин сығам, – тине Вәхит. Уның туйғансы рәхәтләнеп эшләп алғыһы килә ине.
– Бер үҙең генәме? – тине Вәли бабай. – Бер сана бит ул. Өйөргә лә кәрәк.
– Ярай, минең үҙемә лә етмәй.
Һарай эсен Ағиҙел буйында үҫкән сәскәләрҙең хуш еҫе тултырҙы. Вәхит тапап йөрөгән аэродром бесәне ине был. Уның күҙ алдынан ошо сәскәләр араһында финишер булып, самолеттарға посадка эшләр өсөн сигнал биреп торған һәм таңда көмөш ысыҡ менән ҡапланған туғайлыҡтан, ялҡау ғына, ҡанат ҡаҡҡан аҡҡош кеүек, аҡ томандар күтәрелгән саҡта беренсе осош яһап шатланып, ерҙә лә осоп–осоп, йүгереп йөрөгән саҡтары күренеп үтте... Күл буйында йәки имән урманының хуш еҫе менән тулған сәскәле аҡландарында ятып китаптар уҡыуы, шиғырҙар яҙыуы, Айһылыу тураһында гүзәл хыялдарға бирелеүе ниндәй күңелле ине!.. Ул саҡта Айһылыу ауылға йәйге каникулға ҡайтҡайны. Вәхит уның күңелле ял итеүен, еләккә йөрөүҙәрен күҙ алдына килтерә ине. «Их, әгәр ҙә мин уны үҙем менән һауа океанына алып менеп «петля» һәм «бочка», боевой повороттар менән рәхәтләндерер инем!.. Иҫертер инем мин уны!» – тип уйлай ине. Ниндәй рәхәт, ниндәй күңелле була ине шул саҡтарҙа. Көс ярҙарынан атылып сыға, бер туҡтауһыҙ йүгергеһе һәм йүгергеһе килә. Йөрәк ярһый. Һинең шиғырҙарыңды ҡарт имәндәр тын ғына, япраҡтары менән һөйләшмәйенсә, йотолоп тыңлағандай була. Әйтерһең дә, улар араһынан ҡосағы донъялағы бөтә төр сәскәләр менән тулған, үҙе шул сәскәләрҙең барыһынан да гүзәлерәк булған, шат һәм моңло, шиғри һәм һағышлы, ҡояшҡа янған йөҙлө шаян Айһылыу килеп сығыр төҫлө.
– Вәхит, Вәхит! Мин һиңә сәскәләрҙең иң матурҙарын, иң гүзәлдәрен килтерҙем! Иң алыҫҡа, иң юғарыға, иң шәп тиҙлек менән ос һин, Вәхит!.. Онотма мине лә... Ер ҡыҙынан болоттарға сәләм әйт, Вәхит!.. – тигән шатлыҡлы һәм асыҡ тауышы бөтә урманды, аҡланды яңғыратып тора төҫлө. Бына уны күреп, әйтерһең дә, һандуғастар һайрай башлай. Ҡарт имәндәрҙең ҡояш эҫеһенән иҫереп йоҡлаған япраҡтары ла терелеп, уның тураһында гүзәл бер сихри әкиәт һөйләргә тотона. Сәскәләр уның нурынан көнләшеп, баштарын эйә!..
Вәхит шатлана...
– Шул ғынамы ни, Айһылыу, һинең сәскәләрең. Ниндәй һаранһың һин! Бына мин һиңә бөтә сәскәне, бөтә аҡланды бүләк итәм! – тип, ул уны күтәреп ала.
Ә шаярырға яратыусан ҡыҙ был йәш кенә ыласындың ялбыр сәстәренән үҙенең яғымлы ҡулдары менән тотоп ала ла:
– Бына мин төшмәйем һәм ебәрмәйем, – тип матур итеп көлөргә тотона.
– Ә мин һине, үҙең теләмәһәң дә, мәңге шулай йөрәгемә ҡыҫып, ебәрмәй, күтәреп тотасаҡмын!!! – ти Вәхит ашҡыныуҙан.
– Ә мин һинең танауыңды бына шулай семетеп аласаҡмын!.. Ебәрерһең!..
– Улай әгәр ҙә һин бик уҫал булһаң, мин һине иң бейеккә алып менермен дә болоттарға элермен дә китермен, Айһылыу!
– Ә миңә был бигерәк тә күңелле булыр. Мин унан, Вәхит, Мәскәүҙе тағы ла бер ҡат күрермен! Беләһеңме, Вәхит, Мәскәү ул ниндәй гүзәл, ниндәй матур!
– Беләм, Айһылыу!
Торғаным бар
Мин Мәскәүҙең гранит ярында.
Тик һин генә,
Тик һин генә...
Юҡ инең шул минең янымда.
Мәскәү!..
Әкиәттәге донъя төҫлө
Күҙҙәремә минең күрендең.
Аҡҡан һыуҙарыңа ҡарап
Тыя алмай үҙем үҙемде –
Йыр йырланым.
Тик һин генә
Тыңламаның минең йырымды...
– Йә, йә, хәҙер йырла һин уны, – тип бүлдерҙе Айһылыу. – Йырла, Вәхит, мин тыңлайым...
– Мәскәү!.. Бында Ленин ята,
Даһи йәшәй уның үҙендә.
Их, һин, шағир, талантһыҙһың:
Буяу етмәй һинең һүҙеңдә!..
– Юҡ, Вәхит, улай тимә һин. Һыҡраныуҙы мин яратмайым. Талант – ул хеҙмәт. Бер кем дә бит ғалим булып тыумаған. Бөтә йөрәгеңде бир һин – талант һиңә ҡоласын йәйер! – тине Айһылыу.
– Ярай, тәнҡитең дөрөҫ. Эшлекле тәнҡит – бөйөк әйбер. Һин минең һәр ваҡытта ла шулай ҡолағымдан тартып тор, Айһылыу. Һәм мин дә, әлбиттә!.. Беҙҙең дуҫлыҡ ул саҡта тағы ла көслө һәм ҡаҡшамаҫ булыр!..
– Ярай, ярай, философияңды ҡуйып тор. Һөйлә шиғырҙарыңды, – тип асыуланды Айһылыу. Вәхиткә бынан да рәхәт асыуланыу юҡ ине!..
Ул һөйләй башланы:
Мәскәү аға...
Ебәк тулҡындарын
Пароходтар киҫеп үтәләр.
Гранит ярҙы
Тулҡын ялдары
Шаярышып үбеп китәләр.
Мәскәү!.. Нәҡ бында бит
Пушкин тыуған.
Дауыл ҡошо Горький йәшәгән.
Маяковский
Бында ижад иткән,
Мәңге үлмәй, янып йәшәргә.
Мәскәү бит ул
Тормош шишмәһе,
Мин һуланым
Уның һауаһын.
Их, һин, Мәскәү!..
Һиндә йәшәп туймай,
Мең–мең ҡабат
Килә тыуаһы!..
– Их, Вәхит, ысынлап та, шулай ул беҙҙең Мәскәү!.. Минең дә йөрәгемдә шиғыр ҡайнай уға. Ләкин минең шиғырым һинеке кеүек ҡолаҡтарға ишетелмәй, йөрәктәргә инмәй һәм уны уҡый ҙа алмайҙар. Ул тик минең йөрәгемдә генә, Вәхит!.. Аңлайһыңмы?
– Иң тәрән еренән үк аңлайым мин, Айһылыу!..
– Был аңлауың өсөн ниндәй бүләк бирә алам һуң мин һиңә?
– Донъяла миңә һинең үҙеңдән дә ҡәҙерле, ҡиммәт һәм гүзәл бүләк юҡ! – тине Вәхит һәм ангарҙар янында монопландарҙың мотор тауышы ишетелде. – Хуш, Айһылыу!..
Ҡулдар ауыртҡансы ҡыҫыла... Вәхит ҡапыл һиҫкәнеп китте.
– Өйөп тә бөттөңмө ни бесәнде? – тине Вәли бабай. – Молодец! Һөй һин эште. Эштән дә ҡәҙерле нәмә юҡ. Эшле кеше тешле булыр. Ни сәсһәң – шуны урырһың. Тик ҡыҙҙың ғына эшлеһе тура килһен, – тип көлөп ҡуйҙы ул. Вәхиткә лә күңелле булып китте.
– Тура килтерербеҙ ул, бабай, ҡурҡма! – тип көлдө Вәхит. Ләкин ул был өлкәлә үҙенең иң көсһөҙ булыуы, йүнһеҙлеге өсөн үҙенә–үҙе нәфрәтләнеп бөтә алмай ине...
Шулай ҙа әле генә булып үткән хеҙмәт поэзияһы уға бер аҙ рәхәтлек бирҙе. Мускулдар ниндәйҙер бер тәмле рәхәтләнеү тапты. Башҡа ла саф һауа бөтөнләй рәхәтлек индереп ебәрҙе.
– Хәҙер инде уҡырға ла мөмкин! – тине ул. – Дәрестәргә!

9/II. Астрономиянан ҡояш тотолоуын һөйләп, «4» алынды, физиканан – «4». Үткән контроль эш – «4». Тырышҡанда, әлбиттә, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағырға була.

10/II. Психологиянан тойғоларҙың тәрәнлеге үтелде. Ғәҙәттән тыш күңелле тема. Айһылыу бөтә иғтибары менән тыңлай ине. Эйе, аңлаһын ул. Күрһен. Фекер йөрөтһөн!.. «Бәлки, ул минең тойғоларҙы ла аңлай алыр», – тип уйланы Вәхит.

11/II. Иртәгә Илдарҙың да, Вәхиттең дә донъяға килгән көндәре!.. Иртәгә ял. Улар кис икеһе лә бер өҫтәлдә ултырып, бер һауыттан ашаны. Айһылыу дежурный ине. «Бына ҡайҙа ул сюжет, бына ҡайҙа ул драма, комедия һәм трагедия!.. Бына ҡайҙа ул фокустарҙың киҫешеүе!» – тип уйланы Вәхит.
– Сәй ҙә эсерәһеңме? – тине Вәхит Айһылыуға.
– Эсерәм шул, – тип йылмайҙы Айһылыу. Ул йәшен кеүек йөрөй ине. Бөтәһе лә уны ашыҡтыра. Бөтәһе лә концертҡа барырға ашыға. (Элекке Зенцов урамындағы мәктәп бинаһында).
Концерттан ҡайтҡас, кино булды. Нисектер «яҙмыш» Вәхитте Айһылыу янындағы урынға килтереп баҫтырҙы.
– Ултырығыҙ, – тине Ғәйшә апа, Айһылыу янынан урын күрһәтеп. Ләкин Вәхит:
– Аяҡ бар бит – баҫып торорға кәрәк, – тине. Ул беренсе тапҡыр Айһылыу янында шаярып һөйләште. Улар икеһе лә шат ине...
Физиканан һуңғы контроль эш «5»–кә эшләнгәйне.
– Штурман бит ул! – тип ҡуйҙы Вәхит. – Шулай ҙа физика менән бик ныҡ, бик ныҡ эш итергә кәрәк.

12 февраль, 1950 йыл.
Һағышлы ла, шатлыҡлы ла
Был тыуған көнөм минең.
Мең–мең ҡабат тыуғанда ла
Мин йәшәп туймаҫ инем!..

Ҡарайым да үткән юлдарыма,
Һүтә–һүтә ғүмер йомғағын.
Һағынам мин үткән сабый саҡты
Их, көндәрем, ниңә һеҙ ағын?..

Әле генә илап ятҡанмындыр
Мин әсәнең йылы ҡулында,
Күбәләктәй осоп сапҡанмындыр
Таяҡ атта, йәшел болонда...

Һағынам мин тыуған Йүрүҙәнде,
Береһен–береһе ҡосҡан тауҙарҙы,
Күкһел сихри төҫтә, бигерәк йәмле...
Һәр ташы ла яҡын уларҙың!..

Ә шулай ҙа тыуыр көндәремде
Мең–мең тапҡыр артыҡ һағынам.
Ҡартлыҡ алмаҫ ярһыу йөрәгемде,
Һүнмәҫ уттар унда яғыла.

Үлгәндә лә үкенескә ҡалмаҫ,
Был тормошҡа бирһәм ғүмерҙе.
Кешелеккә бер эҙ ҡалһа ине!
Үбер инем ҡосоп мин ерҙе.

Ҡат–ҡат һорау бирәм мин үҙемә,
Ҡанат йәйеп сикһеҙ уйҙарҙа:
«Йәшәүеңдән бына ил күҙенә
Ни һуң бирәң яҙған йырҙарҙа?»

– Иң беренсе бирәм хеҙмәтемде –
Йырҙарымды тормош турында,
Кәрәк булһа бына ғүмеремде,
Һөйөүем йәшәр һәр бер йырымда.

Сәғит, Марат һәм Вәхит киноға барырға сыҡҡас уҡ, Вәхит бына шулай уйланы. Күңел башҡа ваҡыттағы кеүек ниңәлер артыҡ күтәренке түгел ине.
– Да, 18 йәш долой Бабайыңа! – тип ҡуйҙы Вәхит.
Билетты Сәғит алды. «Ҡыҙыл галстук» фильмы Вәхиттең ниндәйҙер һағышлы тойғоларын ҡыуып сығарҙы. Улар урынына дәртле, ҡайнар һәм энергиялы тойғолар сәскә атты. Вәхиттең бындай саҡта бөтә кешеләрҙе ҡосаҡлап алғыһы йәки туйғансы, арығансы йүгергеһе килә.
– Бына ҡайҙа ул ысын дуҫлыҡ! – тип ҡанатланды ул. – Бер туҡтауһыҙ ун ҡабат ҡарар инем мин был гүзәл тормошто! – Һәм Вәхит эстән генә донъялағы иң ябай дөрөҫлөк кеүек ябай һәм бөйөк кешенең һүҙҙәрен ҡабатлап ҡуйҙы:
– Ысынлап та, «Лучше быть честным врагом, чем быть фальшивым другом» – алтын һүҙҙәр!

Мең ҡат артыҡ дошманың,
Асһа әгәр хатаңды.
Ундай дошман – йөрәк дуҫың,
Алыштырмаҫ атаңды!

Кино башланғансы Вәхит А. Бартоның балалар өсөн яҙған «Мин Мәскәүҙә торам» китабын уҡып сыҡты.
– Ни ҡыҙығын табаһың шул шиғырҙың? – тине Марат.
– Миңә ҡыҙыҡ булмаған нәмә юҡ. Насарҙың да яҡшыһы була, – тине Вәхит.
Ул кинонан ҡайтып та торманы, 5–се детдомдан Ғәлим килеп:
– Әйҙә, Вәхит, беҙгә, – тине.
5–се детдомда ул «Аринка» фильмын ҡараны. Ҡайҙандыр уны Тайфа күреп ҡалды ла дөбөр–шатыр, ашыҡтырып, урындыҡҡа килтереп ултыртты.
– Әйҙә бергәләп ултырабыҙ, Вәхит! – тине ул, һәр ваҡыттағыса балаларса шатланып. «Аринка» оҡшаны Вәхиткә.
– Ниндәй матур мөхәббәт! – тип һоҡланды ул. – Ниңә һуң Айһылыу Аринка түгел?!
Мөхәббәт тураһында уйлағанда оҫта гармунсы егет Мөхәммәт тә уның күҙ алдынан китә алманы... Ләкин һөйөү төрлөсә була.

Һандуғасың булайым,
Күкрәгеңә ҡунайым,
Икегеҙ ҙә бигерәк матур –
Ҡайһығыҙға булайым? – тип йөрөй ул. Әнүзә – гүзәл тауышлы йырсы. Ә Гөлсөмдө ул алдараҡ яратҡан…
Гөлсөм Вәхит менән иҫәнләшкәс тә, Вәхит уның тураһында уйға батты. Гөлсөм уға нисектер ҡыҙғаныс күренә ине. Һәм ул әллә нисек ябай һәм яғымлы ла… Мөхәммәттең ел кеүек үтеп киткән мөхәббәте нисектер уның йөрәген әрнетә ине.

Гөлсөм!..
Янып–балҡып йәшәйме һуң
Йөрәгеңдә һинең Мөхәммәт?
Ике күҙҙә булһа күңеле уның,
Йәшәйме һуң ысын мөхәббәт?

Уның күңеле океан кеүек,
Ҙур тулҡынлы, сикһеҙ киң икән,
Һөйәм тиеп янып йөрөгәнһеңдер,
Алданған ҡыҙ, иркәм, һин икән.

Әллә ниңә миңә ауыр була
Текләп ҡарау моңло күҙҙәргә,
Ниңә шулай күптәр аңлай икән
Мөхәббәтте ялтыр һүҙҙәрҙә?

Ниңә уны бөйөк тойғо итеп,
Тик бер генә һөйөп ҡалмайҙар,
Тәмен тапмай ике–өскә етеп,
Үҙ–үҙҙәрен ҡай саҡ алдайҙар?

Вәхит Мәрйәм һәм Әнүзә менән ҡайтырға сыҡҡанда ла шул турала уйланы. Ҡыҙҙарҙың көлөшөп шаярыуҙарына артыҡ иғтибар итмәне.
– Әйҙә, Ғәлимов, ҡайтайыҡмы бергә? – тигәс кенә ул ҡапыл, нимәнелер иҫенә төшөргән кеүек, йылмайып ҡуйҙы:
– Ә... Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, өс таған аумаҫ, ҡайттыҡ!
Ғәлим Әнүзәгә ни тиклем ялынһа ла, йырламаны.
– Тауышым юҡ бит, – тине.
– Һин иптәште эт урынына ла күрмәйһең, Әнүзә, – тине Ғәлим.
Бәхти аккордеонда елкенеп–елкенеп уйнап ҡараһа ла, Әнүзә уға ҡушылманы.
Тағы ла бер нәмә Вәхитте ғәжәпләндерә ине. Ниңә һуң Бәхти уның шиғырҙарын һорай? Бер көн тик шуның өсөн генә Вәхитте эҙләп килгән.
– Бит минең яңы яҙғандарым юҡ. Иҫкеләре менән бер нисек тә мин риза түгел. Ә матурҙары – яҙылмаған, – тине Вәхит. Бөгөн дә ул уға шул һүҙҙәрҙе ҡабатланы.
– Һин бит, ҡарармын әле, тигәйнең. Вәғәҙәгә улай ҡарамайҙар, – тине Бәхти уға үпкәләгән килеш. Вәхиткә нисектер ҡыйын булып китте.
Киске аштан һуң Вәхит турникҡа сығып барғанда Зәйнәпте осратып:
– Конференцияға бараһығыҙмы? – тип һораны.
– Юҡ, дәрестәрҙе әҙерләргә кәрәк, – тине Зәйнәп.
– Ә Айһылыу?
– Ул китте инде.
– Китте?..
Вәхит Василий Ажаевтың «Далеко от Москвы» китабына арналған уҡыусылар конференцияһында бер ҡат булһа ла, туп–тура Уҡытыусылар йортона йүгерҙе.
Айһылыу!.. Ул Вәхитте ғәҙәттән тыш көслө магнит кеүек тартып тора ине.
Бына хәҙер ул уның янында. Уҡытыусылар йортоноң залы йәштәр менән тулған. Вағыраҡтарҙы ҡыуалар ҙа ине.
Айһылыу бер йәшник өҫтөнә ултырып алды ла:
– Ҡыуһалар ҙа шул йәшниктән ҡуҙғалмайым, – тине.
– Ә мин бына һине ауҙарып төшөрәм, – тип шаяртты Вәхит. Ул был һүҙҙәрҙе әйтә алыуына үҙе лә ғәжәпләнеп ҡуйҙы. «Берәй ваҡыт мин телгә килә алырмынмы?» – тип тиргәне ул үҙ–үҙен һәм, бер яҡ ситкәрәк китеп, Ғәни менән бергәләп «кеҫә китабы» уҡырға тотондо («Ҡурай». Шиғырҙар).
Конференция башланғанға тиклем күп кенә ваҡыт үтте. «Нисек һуң миңә һөйләшергә? Нисек? Нисек? Шулай уҡ Айһылыу бер–ике генә минут ваҡытын ҡорбан итергә ҡыҙғаныр микән?» – тип үртәлде Вәхит. Доклад барған ваҡытта ул Әлтәфкә, ауылға хат яҙҙы һәм:
– Мә, уҡыйһыңмы? – тип Ғәнигә һуҙҙы. Ғәни, уңайһыҙланып:
– Асыуланма, Вәхит, мин барыһын да уҡып ултырҙым. Барыһын да аңланым. Тик асыуланма, – тине.
– Бына һиңә цензура!..
– Үлтергес итеп яҙаһың һин, Вәхит, – тине Ғәни һәм үҙенең кескәй генә ҡулдары менән Вәхиттең муйынынан ҡыҫты.
– Церемонияланыуҙы яратмайым. Түҙһәң – түҙ, түҙмәһәң – күҙ сығара тура һүҙ, – тине Вәхит. Һәм ул үҙе: «Их, әгәр ҙә бына шулай туп–тура Айһылыу менән һөйләшә һәм уның күҙҙәренә ҡарай алһам ине! Их, Ғәни, белһәң ине һин мине! Ни тиклем ғазап минең йөрәктә. Ләкин үҙемдән башҡа бер кем дә белергә тейеш түгел...» – тип уйлап алды Вәхит. Бәлки, был тойғоларын уның менән йәки башҡа берәү менән уртаҡлашҡанда еңелерәк тә булған булыр ине. Ләкин ул үҙ тойғолары тураһында һөйләүҙе бер нисек тә урынлы тип тапманы. «Белмәһендәр. Кәрәкмәй. Айһылыуҙан башҡа бер кем дә уны белергә тейеш түгел!.. Бит уның күҙҙәре, әйтерһең дә, аңлаған төҫлө. Һәм уларҙа ниндәйҙер тәрән сер, яғымлылыҡ, дәртләндергес, кешене ижадҡа ҡанатландырғыс гүзәл сатҡылар!..»
Ләкин Вәхиттең бөгөнгө стратегияһы ла барып сыҡманы. Ул бер ниндәй ҙә ҡағиҙәләргә һәм подходтарға таянмай ине. Һәм ул белмәй ҙә...
Ғәни уға, ҡайтҡас, тыуған көнө менән ҡотлап, Маяковскийҙы бүләк итте. Ғәйнан да. Ә Марат Салтыков–Щедринды.
Маяковскийҙан да ҡәҙерлерәк бүләк юҡ ине!..

Тик һин генә, тик һин генә миңә
Йөрәгемдәй яҡын, ҡәҙерле!..
Һинән башҡа мин бит ҡанатһыҙ ҡош,
Һәм көндәрем сикһеҙ ҡәберлек...
Их, һин тормош!..
Ниндәй гүзәлһең һин
Йөрәгеңдә ҡояш янғанда,
Ниндәй рәхәт – ижад, хеҙмәт өсөн
Янып бөтмәҫ көстәр алғанда.
Ниндәй рәхәт – бер аҙ тынған саҡта
Йөрәгеңдә тештең һыҙлауы!..
Ниндәй рәхәт, күрә алһаң әгәр
Йәшлегеңдең эҙһеҙ уҙмауын!..
Юҡ, юҡ, иркәм, күҙҙәреңдә һинең
Һаҙланмаған нәфрәт уттары!..
Ә бит миңә һәр саҡ тойола ине
Тейгән кеүек ғазап туптары...

Ҡайҙан килде һуң бындай ашҡыныу? Эйе, бының нисек булыуы мөмкин һуң?
Вәхит Сәлимә менән дәрес әҙерләй ине. Башҡалар инде күптән бүлмәләргә таралғайны. Тик улар янында бер нисә малай менән Зәйнәп һәм Айһылыуҙар ғына дәрес әҙерләп ултыра. Сәлимә бүлмәгә ингәндән һуң Вәхит Грибоедовтың «Аҡыллылыҡ бәләһе»нән Чацкий образы буйынса сочинениеһын яҙырға тотондо. Вәхит сочинениены нигеҙлерәк итеү өсөн «Декабристар» тигән китапты ла уҡып сыҡҡайны. Ләкин бына уның ҡулдары хәҙер туҡталып ҡалды... әйтерһең дә, уларҙы Айһылыуҙың яғымлы һәм йылы ҡулдары ебәрмәйенсә тотоп тора ине...
Кемдер Айһылыуға бер записка яҙып биргәс, ул асыуланған килеш:
– Ерунда! – тине. – Бындай юҡ–бар яҙып ултырғансы дәресеңде әҙерләр инең!..
Вәхит уларға ҡарап йылмайып ҡуйҙы һәм уның йөрәге ғәҙәттән тыш ашҡынып тибергә тотондо. Саба, ярһый ине ул. Вәхиттең ҡулына тотҡан ручкаһы ла дерелдәп тора ине.
«Нисек, берәй һүҙ әйтә алырмынмы? Әйткәндә лә, ул уны тыңлай алырмы?» – тигән уйҙар йүгерҙе.
Ләкин Вәхиттең йөрәгенән тулҡынланып әйтелгән һүҙҙәре, уның иркенә буйһонмайынса, үҙҙәре үк атылып сыҡтылар!
– Айһылыу, кил әле бында!
Ә ул боролоп ҡараны ла, йылмайған килеш, Вәхит һис бер көтмәгәнсә, батыр һәм ҡыйыу рәүештә атлап килде.
– Бына шунда тиклем генә уҡып сыҡ әле, Айһылыу. Һинең профессияң тураһында ул. Дөрөҫмө, әллә «ерунда»мы?
Айһылыу яғымлы һәм тәрән итеп йылмайҙы ла үҙенең сикһеҙ ҙур ҡыҙыҡһыныулы нурлы һәм дәртле күҙ ҡараштарын Вәхиттең төндәр буйы һыҙғылаған юлдары өҫтөнә текләне.
Вәхит, һүҙ тапмайынса:
– Таный алаһыңмы һуң? – тип һорау бирҙе.
Айһылыу тағы бер ҡат икһеҙ–сикһеҙ гүзәл бер тәрәнлек йәшергән, уҡып сығып бөтөүе мөмкин булмаған яғымлы ҡараштары менән Вәхитте ҡуҙғалмаҫлыҡ итеп ҡаратып ҡуйҙы ла йылмайған килеш башы менән генә ишара яһаны. «Ниндәй әкиәт һөйләйһең һин, Вәхит? Бит мин уларҙы һинең үҙеңдән дә яҡшыраҡ таныйым. Һинең был юлдарыңды ғына түгел, ә һинең йөрәгеңде лә таныйым мин. Ысын йөрәк – һинең йөрәгең. Һин һөйләшмә, мин былай ҙа һине аңлайым, Вәхит!» – тигән кеүек булды уның күҙҙәре.
Вәхит сочинениеһын ни тиклем яратып, бирелеп яҙып ултырһа ла, башҡаса яҙа алманы. Ә Айһылыу, янында Вәхит ултырғанын да белмәгән кеүек, һыуға төшөп юғалған алтындай, уның тиле романтикаһына батып, юғалып ҡалды. Ул йә йылмайып ҡуя, йә йөҙөнә ниндәйҙер бер кәрәкле әйберҙе табып алып ни эшләргә белмәй ҡалған кешенең төҫон сығара; әйтерһең дә, ул үҙе хәреф теҙмәләрен түгел, ә хәреф теҙмәләре уның менән етәкселек итеп, уны үҙҙәре уҡый төҫлө ине, ә Вәхит бер секундҡа ла унан күҙҙәрен ала алманы…
Бына Вәхит билдәләгән урын килеп тә етте. Айһылыу көлөп ебәрҙе.
– Етте, – тине Вәхит һәм дәфтәр битен ябып ҡуйҙы.
– Ниңә?
– Ярамай.
– Күпме әле ул?
– Бер ҡасан да бөтмәйәсәк. Уның аҙағы ла, бөтә торған аҙығы ла юҡ, – тине Вәхит, тулҡынланып, – ә яҙылғандар дөрөҫмө һуң?
Айһылыу, бөтә йөрәкте ҡанатландырғыс рәүештә тағын бер ҡат йылмайып ҡараны ла, ашығып китеп барҙы.
Ана ул хәҙер башҡа иптәштәре менән инеп тә китте. Залда шатлыҡ диңгеҙендә йөҙгән Вәхит кенә ҡалды.
Тәрбиәсе Йәмилә апа:
– Сәғәт 4–се, йоҡларға кәрәк һиңә, Ғәлимов, – тигәс кенә Вәхит, зарядка эшләп алып, ҡойоноп, йоҡларға ятты...
Ләкин бер секундҡа ғына ла Айһылыу уның күҙ алдынан китмәне. «Төш тә күрһәм ине мин уның тураһында», – тип уйланы Вәхит...

17/II. «Үлемһеҙ үлем»де Вәхит алтынсы ҡабат инде яңынан эшләне. Быныһы инде һуңғыһы, тип уйланы ул.
Кис ул спортзалға гимнастик түңәрәккә йүгерҙе.
Вәхит «Сигнал»ды сығарырға әҙерләнә башланы. 15–ндә «Туған тел» газетаһының 2–се номерын сығарҙы. Яратып уҡынылар.

18/II. «Әҙәби газета»нан Фадеевтың, Корнейчуктың һ. б. XIII пленумда һөйләгән телмәрҙәре уҡылды.

19/II. Кеше, әгәр ҙә ул ҡайнап торһа, ниндәй рәхәт һиңә уның менән!
Йәшәү ниндәй ҡыҙыҡлы!..
Бына ул көлә лә (бер кем дә уның кеүек көлә алмай), шаяра ла, уҡый ҙа, фекер ҙә йөрөтә, яна ла, ижад та итә. Бына ул Вәхиттең юлдарын көйгә һала.
Эшең өсөн һөйәм һине,
Һин бит илдең гөлкәйе.
Һөйәм һине саф йөрәктән
Үҫтергәнгә илкәйем.
Кеше ижад итә, тоя, яна белә! Шундай кешеләр ниндәй ҡәҙерле! Кешегә бер генә эҙемде ҡалдыра алһам ине, ти ул.
Шуның өсөн уға:
– Их, һин, Дәүли, ниндәй саф йөрәкле! – тип ҡысҡырғыһы һәм һөйәктәре сатнап киткәнсе һығып алғыһы килә. Әгәр ҙә ул булмағанда, Вәхит, һиңә ни тиклем күңелһеҙ булыр ине. Ни тиклем!.. Кем генә һуң һине шундай тәрән итеп аңлай алыр ине?.. Һеҙ бер–берегеҙгә дуҫлыҡ вәғәҙәләре лә бирмәнегеҙ, ә кем һуң һеҙҙе шулай яҡын итте? Кем һуң һеҙҙе шулай көслө ҡулдары менән бәйләп, йөрәктәрегеҙҙе бер–берегеҙгә йәбештерә алды! Һин уны кискә тиклем күрмәй торһаң, нисектер күңелеңдең бер ере тулмай торған кеүек була. Әйтерһең дә, һеҙ ғашиҡтар!.. Һеҙ һүҙгә һәм бәхәсләшергә керешһәгеҙ, бар донъя һыуға һыуһап, ярылып бөткән ергә ямғыр тамсылары һеңеп юғалған кеүек юғалып ҡала. Уларға кешеләр ирекһеҙҙән ҡарап, көлөргә, йылмайырға, был донъяға үҙҙәре лә инеп китергә тырышҡан кеүек тойола...
Ниндәйҙер бер көс уларҙы бер–береһенә бәйләй, нығыта, ә ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Кешеләр ҙә бына шулай бер–береһе менән дуҫ булғандарын һиҙмәй ҡала. Кешеләр дуҫлыҡты түгел, ә дуҫлыҡ кешеләрҙең үҙҙәрен һайлай.
– Бына бындай саф дуҫлыҡҡа ынтылғанда ла ярай, – тип уйлай Вәхит һәм йөрәгенә һалған һүҙҙәрҙе ҡабатлай: «Лучше быть честным врагом, чем фальшивым другом».
– Ысындан да! – тип ҡанатлана Вәхит һәм шиғыр юлдары өсөн ҡәләм тотоп ултырыуҙың кәрәге юҡ, улар үҙҙәре тыуа:

Руставели гүзәл йыр йырлаған,
Мин йырыма уны ҡушамын.
«Кем эҙләмәй үҙенә иң саф дуҫлыҡ,
Үҙ–үҙенә сикһеҙ дошман ул».

Бальзак әйткән: «Әгәр эҙләһәң һин
Етешле дуҫ үҙеңә бар яҡтан,
Яңғыҙ ҡалырһың һин дуҫтарһыҙ,
Улар күрмәҫ һине аръяҡтан».

Ундай кеше һис бер юҡ донъяла,
Эҙләмә лә юҡҡа уларҙы.
Бер–береңдең хаталарын асһаң,
Тик шул яҡын итә дуҫтарҙы.

– Килешәм, килешәм, – ти Дәүли, – иҫ киткес матур!
– Юҡ, Дәүли, килешмә һин минең менән! Һин бер «матур»ҙы белеп алғанһың да, тейешһеҙ көйөнсә кешене болоттар араһына тығып ҡуяһың! – тип үртәлә Вәхит. – Әйт икенсе фекер!
– Башҡаса фекерҙең булыуы мөмкин түгел.
– Юҡ, Дәүли, һин минең етешһеҙлектәрҙе әйтмәйһең!
– Нисек әйтергә? Күренмәгәнде, күрҙем, тиергәме? Юҡ, күрмәйем.
– Һуҡырһың һин! – ти Вәхит һәм уға, ысынлап та, үҙе лә, Дәүли ҙә тома һуҡыр булып тойола. Уға күңелһеҙ була башлай. «Ни тиклем мин һуҡырмын! Ни тиклем һуҡыр!»
– Ни эшләп, мин бер аҙ күрәм, Вәхит! – ти Дәүли.
– Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай, – ти Вәхит һәм китаптарға ташлана, ә һуҡырлыҡ – океан! Бәхәс һәм көрәш өсөн аҙыҡ табыла. Вәхиткә күңелле һәм ул Дәүлигә был турала хәбәр итә. Ҡыҙыҡлы тормош яңынан башлана һәм уның иге лә, сиге лә юҡ кеүек тойола.
Вәхит бына «Йүрүҙән ҡыҙы»н һәм «Үлемһеҙ үлем»де тамамланы. «Дуҫтарға» ла хәҙергә туҡтап тоторға тура килер.
«Йүрүҙән ҡыҙы»н Дәүли оҡшатып алды.
– Бир миңә, Вәхит, күсереп алам мин уны.
– Кәрәкмәй. Һин ваҡытыңды бушҡа ҡорбан итмә!
Дәүли уға оҙаҡ итеп ҡарап тора ла үпкәләгән тон менән:
– Ни эшләп һуң буш булһын, – тип һүҙ башлай.
Вәхит уны бүлдерә.
– Ә йырына көй яҙырһыңмы һуң?
– Обязательно!
– Буш көй түгел, әлбиттә. Хәҙерге тормош, йәшлек аңҡып торһон!
– Яҙам, билләһи, яҙам! – тип шатлана Дәүли һәм бала кеүек ҡулдары менән сәбәләнергә тотона.
Вәхиткә лә күңелле. Ләкин уның һәр ваҡыт кешене үртәргә яратыу ғәҙәте бар.
Бының өсөн уға Вәриҙә:
– Һин генә күп беләһең инде. Ниңә шул тиклем эреһең?! – тине.
Ә Вәхит уларҙы шул тиклем ҙур итеп ҡабул итте, хатта был һүҙҙәр уны һәр аҙымы һайын ҡыуып йөрөнө.
«Ысынлап та, был эрелекме? Ысынлап та, мин шундай ҡәбәхәтме? Ниңә һуң мин шундай тын ғына кеше була алманым? Ниңә һуң күҙҙәрем минең уҡ булып ҡаҙала? Ни тиклем ул кешене яратып йөрөп, уға бер һүҙ әйтеүҙән дә мин ағыулы уңыш йыям!» – тип уйланы Вәхит.
Бына ул Дәүлиҙең эҫкәк менән һаҡалдарын йолҡоп тороуын күрҙе лә үҙенең ошо бер сыбыҡтан ҡыуылған һүҙҙәрен әйтмәйенсә ҡала алманы:
Африканец Дәүли эҫкәк йөрөтә,
Эйәгенән һаҡал йолҡотоп.
Ләкин һаҡалыңды йолҡоп алһалар ҙа,
Кире ҡайтмаҫ йәшлек ваҡытың.
Ә Дәүлигә был оҡшап етмәне булһа кәрәк:
– Неправильно! – тине ул.
– Правильно!
– Нисек инде?
– Бына хәҙер күрерһең. Ни өсөн һуң шулай тинем мин.
Ярай, сәскә ҡырау төшкәндә лә
Беҙҙең йөрәк белмәҫ ҡартлыҡты.
Беҙ йәшәгән бөйөк эпохала
Ҡартлыҡтың да тауышы ҡарлыҡты.
Дәүлиҙең йөҙөнә йылмайыу йәйелеп китте.
– Йә, нисек? Дөрөҫ түгелме?
– Дөрөҫ! – тине Дәүли.
Бүлмәләгеләр көлөштө. Вәхиткә рәхәт ине.

20/II. Шиғырҙың тыуыуы
Төшкө аштан һуң Вәхит: «Шулай уҡ мин көндөҙ йоҡлай алмаммы?» – тип койкаһына ятып, Лермонтовты яңынан уҡырға тотондо. Был арала бик аҙ йоҡлағанлыҡтан, йоҡо уға ҡаршы килмәне.
Ләкин күҙҙәр аҙ ғына йомолоп торғандан һуң, Вәхит үҙен төштә лә, өндә лә кеүек итеп һиҙә башланы. Ниндәйҙер рифмалар бутала. Ләкин организм йоҡлай. Ә баш эшләүҙән туҡтамай. Тик ҡәләмгә тотоноу мөмкин түгел.
Унан көслө, унан ҡорос, унан сыҙам ҡасан булған, ҡайҙа, бармы, йә? – тип ул күҙҙәрен асты һәм ашҡыныулы хистәр менән ырғып тороп, тумбочкаһынан «Кеҫә яҙмалары»н сығарып:
– Белегеҙ һеҙ, онотмағыҙ, долларсылар,
Бар донъяла ҡорос Армия! – тип ҡысҡырҙы. Уның был йүләрлегенә иптәштәре өйрәнеп бөткәнлектән, иғтибар итеүсе булманы.
«Их, һеҙ, шиғырҙарым минең!.. – тине Вәхит үҙ–үҙенә. – Һеҙ миңә йоҡола ла тынғылыҡ бирмәйһегеҙ».
Ял итеп алғандан һуң зарядка эшләп, һалҡын һыу менән йыуынырға керешкәс тә үҙ алдына һөйләнеүенән туҡтай алманы. Шиғыр: «Бында бит, Вәхит иптәш, уборная!» – тип тә торманы. Вәхит һыулы ҡулдарын салбарына ғына һөртөп ҡоротто ла «Кеҫә яҙмалары»на яңы баҫҡыстарҙы өҫтәне.
Илдә иҫә ине февраль бурандары...
Һалҡын ине унан ҡурҡыныс.
Ленин шул саҡ барлыҡ ҡоралдарҙы
Сафҡа теҙҙе – тыуҙы ул ҡорос!
Тыуҙы ул ҡорос! – тип күкрәне Вәхиттең тауышы.
Спортзалда занятие барған ваҡытта шиғырҙың ике куплетын яҙырға тура килде.
Һәм ул ҡорос сыныҡты яуҙарҙа,
Еңеү булды уның юлдары.
Дошман көслө ине.
Ләкин уларҙан
Мең ҡат көслө
Ватан улдары!
Сөнки Сталин өйрәтте тик еңергә гел.
Ҡояштай ҙур янды бер маҡсат.
Типһә янып халҡың өсөн ут йөрәгең,
Еңелмәҫһең яуҙа һис бер саҡ!
– Булды! – тип шатланды Вәхит һәм ниндәйҙер бер ғәҙәттән тыш ғәйрәт менән үҙе лә һиҙмәҫтән снарядта вертикаль стойканы эшләп ташланы! Быға тиклем Вәхит стойканы нисектер эшләй алмай ине. Бының өсөн ул шатланып бөтә алманы.
– Еңелмәмем хәҙер һис бер саҡ! – тип ҡуйҙы ул. Шиғырҙы ул яңынан үҙгәртмәне. Нисек тыуған булһа, шулай һаҡланһын, тине. Тик төштәге юлдарҙы ул концовка итеп ҡуйҙы. Нисектер улар көслөрәк яңғырай ине.
Һәм бына шиғыр донъяға килде.
«Ҡорос Армия» тине уға Вәхит.
Унан да күңелле кеше юҡ ине был минутта. Ләкин ул ҡапыл үҙгәрҙе.
«Шулай уҡ Айһылыу менән булған шиғыр беҙҙең тыумаҫ микән ни?»
– Йә, Вәхит, газетаға шиғыр әҙерме? – тип Низами килеп инде (Ярай әле ул!.. Юҡһа, Вәхиткә ошондай моментта үлтергес рәүештә күңелһеҙ булып китә).

22/II. Тәнҡит
Вәхиткә мөхәббәт һәм ғаилә тарихы ғәҙәттән тыш ҡыҙыҡ тойола ине.
Бына ул бөгөн шул туралағы китапты яңынан уҡырға тотондо. Сәлимә менән улар сәғәт 3–кә тиклем ултырҙы.
Көндөҙ ул Сәғиттең шиғырҙарын ҡарап сыҡты.
– Юҡ, бер нисек тә эволюция юҡ. Бер ни ҙә аңлау мөмкин түгел. Ниңә телгә шулай ҡарарға кәрәк? – тине Вәхит. – Бына, үҙ юлдарыңды үҙең тыңла. Уҡыйым. Ни һуң аңлап була!.. Фекерең, әйтә торған төп идеяң юҡ, ә шиғыр яҙылған. Был бит атаһынан алда улы тыуған булып сыға! Һүҙ теҙмәләренән башҡа бер ни юҡ бында.

Февраль байрам хәҙер!
Февраль – көрәш ине...
Ҡулда байраҡ, февраль ҡыуана.
(Артабан Сәғиттең бик оҙон шиғыры килтерелә – З. Б.)

– Белмәйем, Сәғит, – тине Вәхит, – был юлдарҙы һин нимә уйлап яҙып ултырҙың икән?.. Нисек һин бер аҙ кеше аңлай алырлыҡ яҙа алмайһың? Ҡош теле бит бында! Ләкин ҡош теле бик күңелле, хатта уны аңларға ла була. Был «ата»ға ҙур хөрмәт йыры булыуҙан бигерәк, киреһенсә... Йә, ни әйтергә теләнең һуң?.. Нисек һин үҙ–үҙеңдән риза булаһың?.. Ярай, минең һүҙҙәрҙән инде ялҡып бөткәнһеңдер. Мин һиңә бөтә кешелек таныған кешеләрҙең һүҙҙәре менән генә әйтәм. Минеке түгел улар. Ләкин йөрәгемдән үҙемдеке итеп әйтәм. Ленинса, «тел ул – кешеләр аралашыуының иң төп средствоһы». Ә һинең телеңдең кешеләр менән нисек аралашыуы мөмкин һуң? Сталинса, «тел – үҙгәрештең, үҫештең һәм көрәштең ҡоралы».
Сәғит күҙҙәрен селт–селт итеп йомоп тыңлай ине. Вәхит ҡанатланған килеш дауам итте:
– Бит әҙәбиәт һүҙ ярҙамы, тик һүҙ ярҙамы менән пластик рәүештә һүрәтләү искусствоһы һәм художество теле үҙенең асыҡлығы, һүрәтләнеше менән айырылып тора. Бына Вяземскийҙың һүҙҙәре ниндәй алтын: «Счастлив поэт, умевший пользоваться средствами угадывать впечатления и высекать пламень поэзии из сочетания двух слов». Бына ул нисек! Бына Буало нәҡ һиңә әйтә:

«Ведь, если темен стих и мысль дана не ясно,
Ум тотчас устает, работая напрасно,
И слов пустых бежит: боится он труда
Идти за автором,
Что прячется всегда.
Немало есть умов,
Чьи путаные мысли
Как будто облаком пустующим повисли,
И солнцу разума – его не разогнуть».
Ниндәй алтын һүҙҙәр, бына тыңла һин уларҙы.
«Учитесь мыслить вы,
Затем уже писать.
Идет за мыслью речь;
Яснее иль темнее
И фраза строится, по образцу идет.
Что ясно понятно, то четко прозвучит,
И слово точное немедля бежит».

Ә бит һинең шиғырың өҫтөндә ни тиклем сәсеңә ҡырау төшөрөргә тура килә!.. Бәлки, миңә генә шулайҙыр ул. Мәрйәм апаға күрһәтеп ҡара. Минеңсә, ул да шул уҡ фекерҙе әйтер ине. Мин генә аңламаһам, тағын бер хәл әле ул! Ә бына һин үҙең бит аңлатып бирә алмайһың!..
– Ҡайҙа, килтер, һалайыҡ инде, – тине Сәғит, шиғырына тотоноп. Ләкин Вәхит ҡаршы сыҡты.
– Юҡ, һалып ҡуйыу бер ни ҙә түгел, ә бына уны кешеләр йөрәгенә һалырға кәрәк. Бит кешеләр өсөн булмағанда ни өсөн һуң ул? Ни өсөн? Ҡағыҙ тултырып, ҡорбан итер өсөнмө ни ваҡытты? Хәйер, һин ваҡыт әрәм итеп ултырмайһың. Нәҡ бына шунда ла инде һинең аяғың ҡыҫылып торған урының!.. Эйе, шунда. Сөнки үҙ өҫтөңдә эшләмәгәндә, нисек һуң яҙырға кәрәк? Ә яҙаһың, яҙмайынса булдыра алмайһың. Әллә ҡайҙа ынтылаһың һин! Белмәйем. Әллә һиндә шул тиклем тойғо көслө була ла, ел–дауыл ҡубып, бер өйөм ҡалдырып китә, әллә инде мин аңлай алмаҫлыҡ көслө образлылыҡ, символика? Ләкин мин шиғырҙа ҡоро һүҙҙәр теҙмәһе һәм риторика, ялтыр һүҙҙәр генә күрәм. Ләкин «хеҙмәт», «көрәш» кеүек бөйөк һүҙҙәрҙе ҡулланыу менән генә бөйөк булған, бер бөтөн нәмә килеп сыҡмай. Һәр бер һүҙҙең үҙ урыны бар. Бер нисек тә танау урынына аяҡты ҡуйып булмай. Горький бит әйтә: «Слова необходимо употреблять с точностью самой строгой» һәм һүҙҙәреңдән тойғо аңҡып торһон. Минең ҡағиҙәм шул:

Йөрәгеңдән сыҡҡан йырың
Йөрәккә әгәр инһә,
Шунан да ҙур бәхет нуры
Ул ҡайҙа, шағир, һиңә?

Ләкин нисек һуң мин һинең юлдарыңды йөрәккә индерәйем? Улар бит йөрәкте һыҙландыралар. Сәс төптәрем эҫеле–һыуыҡлы булып китә. Һин бит, Сәғит, үҙең яҙған һүҙҙәрең нимә аңлатыуы менән иҫәпләшмәйһең. Алексей Толстой был турала бына нисек ти: «Если бы я был царь, то издал бы закон, что писатель, который употребил слово, значения которого он не может объяснить, лишается права писать и получает 100 ударов розгой». Бына нисек ул һүҙ! «Һүҙ ғазабынан да донъяла көслө ғазап юҡ», – тигән Надсон.
Вәхит был урында эстән генә: «Һүҙ ғазабы мөхәббәт ғазабы менән бер», – тип ҡуйҙы.
Сәғит бер ни ҙә өндәшмәне. Вәхит уның йөҙөндә бер ниндәй ҙә уяныу һәм тойғоланыу билдәләре күрмәне. Уға нисектер күңелһеҙ булып китте. «Их, былай итеп мин бер башлап ҡына яҙған берәүгә һөйләһәм, уға ярҙам булыр ине», – тип уйланы.
– Һинең әллә тыңлағың килмәйме? – тине Вәхит һәм дауам итте:
– Бына һин халыҡтың бер генә йырына, бер генә мәҡәленә ҡара. Ни тиклем ул художестволы. Халыҡ һүҙҙәренең һәр бөртөгө тормоштан сығып яҙылған.
Бер көн мин һиңә әйткән инем инде:

Бер мәҡәлде алып ҡына
Дүрт юл шиғыр яҙһаң да,
Минең шатлыҡ океан булыр,
Һин сығырһың һаҙҙан да...

– Бына, мин яҙып ҡараған инем, – тине Сәғит.
Вәхит уҡып сыҡты:

«Дошман алдында торғанда
Булһа ла ауыҙыңда ҡан,
Алдына төкөрмә уның,
Төшөрмә намыҫ һәм дан.

Өргән эт тешләмәй, дуҫтар,
Аҫтыртын эттән һаҡлан.
Сөнки нәфрәт йөрөй һөрһөп,
Аҡмай унда таҙа ҡан».

– Бына был образлы! – тине Вәхит. – Ләкин һин ҡайһы заманда йәшәйһең?
– Билдәле инде.
– Ә бына шиғырҙа был билдә юҡ. Паспортһыҙ ул. Бик–бик иҫке шиғыр булыр ине был. Навоиҙар, Низамиҙар уны йырлаған инде. Ә беҙгә уларҙы һис кисектергеһеҙ өйрәнергә кәрәк. Ләкин уларҙы ҡабатлау – бер аҙым артҡа китеү. Руста ике мәҡәл бар, икеһе лә гүзәл уларҙың: «Повторение – мать учения» һәм «Повторение – смерть искусства». Һәм тематикаһы ла уның беҙҙең тормоштоң иң характерлы яҡтарын алмай. Ә ниңә һуң кешенең иң гүзәл сифаттары тураһында, дуҫлыҡ, мөхәббәт, кешелек тураһында яҙмаҫҡа? Әлбиттә, дошмандан һаҡланыу ҙа яҡшы сифат. Ләкин һин уны яңыса күрһәт. Ниңә һуң бар кешелек киләсәккә табан хәрәкәт иткәндә, һиңә XX быуаттан биш быуат кире сигенергә? Ҡыҫҡаһы шул: фольклор – ул кешелек тарихының көҙгөһө. Ләкин ул көҙгөгә һуҡыр рәүештә ҡарарға ярамай. Fөмүмән, тәнҡитһеҙ бер нәмәгә лә туранан–тура ташланма һин. Ете ҡабат үлсә, бер – киҫ. Аҙаҡтан үкенерлек булмаһын. Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарма.
Ә рифмалар тураһында тик бер фекер: улар һинең фекерҙәреңде бер–береһенә айырылмаҫлыҡ итеп бәйләр өсөн түгел, ә мәғәнәһеҙ рәүештә яңғырар өсөн генә килгән. Мин үҙемдең фекерҙәремде түгел, ә Маяковскийҙыҡын әйтәм, – тип, Вәхит, китаптар өйөмө өҫтөнән бөйөк шағирҙың ҡалын томын алып, «шиғырҙы нисек яҙырға» тигән битте асты.
«Я не даю никаких правил для того, чтоб человек стал поэтом, чтоб он писал стих. Таких правил вообще нет. Поэтом называется человек, который именно и создает эти самые поэтические правила». Бына нисек ул шағир! Һәм уның рифмаһы ла яңғырау өсөн түгел. «А потому что без рифмы (понимая рифму широко) стих рассыпается. Рифма возвращает вас к предыдущей строке, заставляет вспомнить ее, заставляет все строки, оформляющие одну мысль, держаться вместе». «Я всегда ставлю самое характерное слово в конец строки и достаю к нему рифму во что бы то ни стало. В результате моя рифмовка почти всегда необычайна и уже во всяком случае до меня не употреблялась, и в словаре рифм ее нет». «Рифма обязывает строки, поэтому ее материал должен быть еще крепче, чем материал».
Шуның өсөн һин, Сәғит, мин әлегә тере саҡта, мин ҡулланған рифманы ҡулланма. «Болоттар»ҙы әйтеү өсөн, «был уттар» мине ни тиклем яндырҙы. Ә һин, янмайынса, бер ҡасан да кеше ҡулы менән утлы күмер тоторға өйрәнмә. Эшләп ашаһаң ғына тәмле була. Һәм үҙеңдеке ҡәҙерле, ҡиммәт. Айыу ҙа үҙ балаһын «аппағым» ти, терпе «йомшағым» ти. Һинеке миңә «аҡ» түгел. Минеке лә һиңә «йомшаҡ» булмаһын. Һин минең эшсәнлекте беләһең. Аңла. Ярай әле минең «Мавзолейҙа»ны баҫманылар. Бәхет! Маяковскийҙың беренсе шиғырҙарын Бутырь төрмәһендә алып ҡалыуҙарына ул нисек шатланған булһа, мин дә шатландым. Сөнки унда ике рифма һәм ике юл минеке түгел. Ә мин үҙемдеке булмаған нәмәне кешегә бирергә теләмәйем. Хәҙер мин «күҙҙәргә» һәм «һүҙҙәргә», «елдәргә» һәм «телдәргә», «эҙҙәргә» һәм «йөҙҙәргә» тотоноуҙан, «һандуғас»ты «таң булғас» һайратыуҙан торған «юлдарҙан» «ҡулдарҙы» «бушатырға», уларҙы күңелемә «оҡшатырға» ваз кистем! – тип, Вәхит көлөп ҡуйҙы. Башҡаса һөйләүҙе ул артыҡ күрҙе. Бит «арҡандың оҙоно, һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы».

23/II. Үҙ тоҙағына үҙе эләккән аусы. Тамсы тама–тама күл була. Епте йыйһаң – арҡан ишелә. Яҙғанда ла шулай.
Шуның өсөн бик һаран булырға тура килә.
Вәхитте уҡытыусыларынан Мәрйәм апа тиклем аңлаған бер кем дә юҡ. Бына улар мәктәптең залында ике сәғәткә тиклем һөйләшһә лә һөйләшеп бөтә алманы.
– Мин һиңә һөйләрмен әле, Вәхит, тормош, ысынлап та, көрәш ул. Һин әле бик аҙ күргәнһең.
(Бер нисә юл һыҙылған – З.Б.).
– О, мин ни тиклем һуҡырмын, апа! Ни тиклем!..
– Ни тиклем күҙең асығыраҡ булһа, шул тиклем һин үҙеңдең һуҡырлығыңды яҡшы күрәһең. Ул – яҡшы, Вәхит. Күп кешеләр, үҙҙәрен «күп беләм» тип, аҙ белеүҙән дә мәхрүм була. Һине аңламауҙарына һин шул тиклем үҙеңде юҡҡа сығарыуға барып етмә. Минең һиңә шул тиклем ышанысым ҙур!
– Юҡ, апа, мин бөтөнләй үҙемде тиле итеп һиҙә башланым инде. Йә мин бөтөнләй саңға әйләнәсәкмен, йә... бер ҙә ышана алмайым.
– Аңлайым, – тине Мәрйәм апа. – Яҙыусы кешеләр...
– Юҡ, апа, улай тимәгеҙ!..
Мәрйәм апа, йылмайып:
– Нисек инде? Кем тип әйтергә һуң? Бит шулар йөрәге булған кешеһең һин... Уларҙың эске донъяһы бөтөнләй башҡаса. Уларҙа, Горькийса әйткәндә, безумная храбрость, безумная любовь. Бигерәк тә улар мөхәббәттә яңылышыусан була. Улар йә бик һуҡыр, йә...
(Вәхиттең шул минутта йөрәге шыу итеп китте).
– Улар башҡалар кеүек тыныс була алмай. Тойғо уларҙа ғәҙәттән тыш көслө һәм тәрән. Был уларҙың тормошонда ғәҙәттән тыш роль уйнай...
– Ниндәй гүзәл кеше! – тип уйланы Вәхит Мәрйәм апа тураһында. Уҡытыусыларҙан уның бер кемде лә шул тиклем яратҡаны булманы. Ул уны бер аҙ күрмәй торһа, әллә нисек ҡыйын, йөрәк нисектер буш тойола башлай.
Әйтерһең дә, ул барыһын да аңлай төҫлө. Вәхит уның һүҙҙәренән һуң нисектер көслөләнеп, рухланып ҡала ине. Һәм Вәхит үҙ–үҙенә бик йыш ошо һорауҙы бирә:
– Ниңә икән бөтә кешеләр ҙә шундай ябай, саф йөрәкле, ҡайнар һәм күңелле булмай? Ниңә?..
Вәхиттең шиғырҙарын уҡып сыҡҡас ул:
– Дөрөҫөн әйтәм, Вәхит, асыуланма, үҫәһең һин, үҫәһең! – ти. Хатта ысын шағирҙар рәтенә, әҙәбиәттә мыйыҡтары ағара башлаған кешеләр рәтенә баҫтырып ҡуя. Ә Вәхиткә бынан да ҡыйын минут юҡ. Әйтерһең дә, был баһалауҙың тамсыһы ла тура килмәйенсә, ул уны үҫеү юлынан туҡтатып торасаҡ... Ләкин йөрәктән әйткәс, был тағы йөрәкте ашҡындыра, көс бирә.
– Һинең шиғырҙарыңды иптәштәрең бит ярата, – тине апа. Быныһы барыһынан да ҡәҙерле ине.
«Кызыл таң» редакцияһында Кәли Ғәбитов менән һөйләшкәндән һуң, Вәхит шатланып ҡайтты. Бит уға хәҙер поэмалар яҙған шағирҙың фекерҙәрен ишетергә тура килде.
– Бына мин кешенең ысын матурлығын, хеҙмәтен, яңы пейзажды, тере картинаны, ҡайнап торған йәшлекте, лириканы күрәм. Молодец! – тине ул «Йүрүҙән ҡыҙы» тураһында. – Тик хеҙмәт картинаһын тасуирлап биргәндә, бер бик йыйнаҡ ҡына матур поэма сығасаҡ!
Һәм Вәхиттең күҙ алдына колхоз ҡырҙары, яҙыласаҡ геройҙарының эш процестары килеп баҫты.
Ул ҡайтҡан саҡта нисек ергә баҫҡанын да белмәй ине.
– Классиктарҙың мастерствоһынан бик ныҡ өйрәнергә кәрәк, – тип шағир уға Батюшковтың шиғырҙар томын бирҙе.
– «Дуҫтар» бик оҡшаны миңә. Лирика көслө. Ә «Үлемһеҙ үлем»де баҫтырырбыҙ.
– Юҡ, мин уны яңынан ҡарап сығам әле, – тине Вәхит.
Ләкин Вәхиттең был шатлығы тиҙ үк юҡҡа сыҡты. Ул үҙе ҡорған ҡапҡанға эләгеп ҡуйҙы.
Редакциянан ҡайтҡас уҡ ул, китап–дәфтәрҙәрен күтәреп, мәктәпкә инеп, Айһылыуҙарҙың һуңғы дәрестән сығыуын көтә ине. Өс ҡабат аҫҡы этаждан өҫкөһөнә менеп төштө һәм бер нисә ҡат расписаниеларҙы тикшерҙе. Бер йыл үтеп киткән кеүек тойолдо уға.
Хәйлә шул: нисек булһа ла үтеп барған ыңғайға Айһылыуға: «Әйҙә әле, Айһылыу, бер эш ҡушам мин һиңә. Ваҡытың буламы?» – тиергә ине.
Ләкин эш барып сыҡманы!.. Вәхит Әсғәтте туҡтатып, һүҙ юҡта һүҙ табып, криминалистар тураһында һөйләшеп торҙо. Бына Айһылыу күренеү менән ул алдан әҙерләп ҡуйған һүҙҙәрен әйтте.
Ләкин Айһылыу өҫтөндәге майкаһы кеүек ҡыҙарып аҫҡа йүгерҙе. Вәхит уның тик: «Аҙаҡ», – тигән генә тауышын ишетеп ҡалды (әгәр ул һүҙ ҙә ысынлап ишетелһә). Вәхит үртәлгән килеш записка яҙҙы. (Записка юйылған – З. Б.). Ләкин записканы Вәхит бирә алманы.
Сәғәт 8–ҙә Совет Армияһына арналған кисә башланды. Вәхит шиғырҙары менән сығыш яһарға тейеш ине.
Ләкин, шундай үҙ–үҙеңде үлгәнгә тиклем туҡмалған кеүек хис иткәндә, ҡайҙан һуң көс табырға кәрәк?
Етмәһә, алдыңда ул да ҡарап ултырыр!.. Бына Вәхиттең сығыуын көттөләр. Вәхит урынынан тороп, Сталиндың алда эленеп торған ҙур портретына табан атлау менән үк, даһи уға күҙҙәрен төбәне лә:
– Һин үҙеңдең шәхси тормошоңда ни тиклем ауыр хәлде кисергәндә лә унан ҙур һәм юғары булған төп бурысыңды онотма. Берәүгә генә түгел, ә һин күптәргә ҡара. Һин берәүҙеке түгел, ә һин күптәргә кәрәклеһең! – тине.
Һәм Вәхит был ябай һүҙҙәрҙән үҙенә көс шишмәһе тапты. Уның күҙ алдына шул уҡ минутта «Берлиндың еңелеүе» фильмынан Сталиндың Алешаны ҡабул итеү күренеше һәм Алешаның үҙенең мөхәббәте тураһында бөйөк даһиға әйтеүе, унан ярҙам һорауы килеп баҫты.
Вәхиткә лә ул:
– Һеҙҙең мөхәббәтегеҙ тормоштоң үҙе кеүек үк гүзәл, саф, ҡайнар, көрәшле һәм ҙур емешле булыр, – тигән кеүек булды.
– Их, аңламай шул мине Айһылыу! – тиһә лә, Вәхит бөйөк кешенең һүҙҙәренә ышанмай булдыра алманы.
Ләкин тансалар башланғас, уға тағын да йөрәгенә иң үткер уҡ ҡаҙалған кеүек тойола ине. Ана, Айһылыу уны белмәй ҙә, белергә лә теләмәй кеүек.
Вәхит тик Дәүли һәм Бәхти менән генә һөйләшеп ултырыуҙан ҡәнәғәтлек тапты.
– Һинең «Пионерҙар йыры»н мин эшләй башланым. Тик Дәүлигә әйтмә. Ул көлә минән, – тине Бәхти. Вәхитте был шатландырҙы. Ләкин ул уйын бөткәнсе ултыра алманы.
– Әйҙә, Дәүли, ҡорбан итмәйек ваҡытты, – тип, уны һөйрәй башланы.
– Шулай... – тип ҡуйҙы Дәүли, тышҡа сыҡҡас.
– Шыумай шул!.. – тине Вәхит, әрнеп.
– Шыуыр. Мөхәббәт шулай булмағанда уның ҡыҙығы ла юҡ... Хәҙер ғазап икән, уның мәңгелек, иң матур, гүзәл киләсәге бар, – тине Дәүли.
Рами Салаватский. 1950. Молодость. Роман.

Уҡыусыма.
Ҡәҙерле уҡыусым!
Бына һинең ҡулыңда «Йәшлек» романының икенсе китабы. Әгәр ҙә һин ҡайнар йөрәкле булып, йәшлек утың янып торһа, уны уҡырға хаҡың бар. Әгәр ҙә һин бер нимәгә лә ҡыҙыҡһынмай, эшең юҡтан был «Йәшлек»кә һалҡын ғына инһәң, тиҙерәк сыға күр.
Әгәр ҙә йәшәргә теләһәң, уҡы, минең менән уйла, кисер, ян, еңеп сыҡ, асыҡ күңелең менән һөйләш, һәр бер юлға иғтибар ит. Был минең өсөн дә бәхет булыр.
1. 03. 50.

«Правда светлее солнца, она в огне не горит и в воде не тонет». (Русс. послов.).
«Брани себя, а не солнце за то, что твой сад не зацвел». (Китайская нар. послов.).
«Когда пьешь воду, помни об источнике». (Кит. нар. послов.).
«В бумагу огонь не завернешь». (Кит. нар. посл.).
«Знания, которые не пополняются ежедневно, убывают с каждым днем».
«Вороны на всем свете черные». (Кит. нар. пословица).
Бабай.

«Йәшенле йәшлек» (Роман)
16 (8) Март, 1950.
Өфө
01. 03. 1950.
«Өфө ҡайҙа, Өфө ҡайҙа?
Өфө бейек тауҙарҙа».
«Ваҡытыңды бушҡа үткәрмә: яҙ үтеп китер, кире ҡайтара алмаҫһың». (Ҡытай халыҡ мәҡәле).
Өфө!..
Бына, нисә быуаттар буйына уға үҙенең йылы елдәре, йылы ҡояшы менән яҙ килә!..
Яҙ! Ниндәй матур ай ул! Ә Өфөлә яҙ айырыуса матур була. Ҡала урамдары айырыуса бер йәнлелеккә, шау–шыуға, балаларҙың шатлыҡлы тауыштарына, кешеләрҙең бер туҡтауһыҙ ағымына күмелә. Түбәләрҙән көмөш тамсылар тама. Тротуарҙар ҡарайып, аяҡ аҫтары епшетә. Урам буйлап шаярып йөрөгән йылы ел бөтөнләй яҙ еҫен аңҡытты. Күңелгә нисектер рәхәт, иркен, күңелле.
Ә кистәрен бигерәк тә күңелле. Көндөҙ епшек ятҡан аяҡ аҫты бер аҙ ғына туңдыра.
Киске Өфө Вәхитте был күренеше менән:
– Әйҙә, саңғыңды ал да сыҡ йөрөргә! – тигән кеүек саҡырып торҙо. Вәхит үҙе лә: «Бит ҡыш үтеп китте, ә мин быйыл рәхәтләнеп саңғыла йөрөргә лә өлгөрә алманым», – тип уйланы. Башты ла ял иттерергә кәрәк ине. Киске аштан һуң Вәхит, саңғыһын алып, коридорҙан сығып барғанда, ишек төбөндә Айһылыуҙы осратты.
– Әйҙә, Айһылыу, саңғыла йөрөргә! – тип әйтергә теләһә лә, Вәхит булдыра алманы.
Бына тышҡа сыҡҡас та уны яҙ еле ҡосоп алды. Һуларға иркен, рәхәт.
Көлөшә–көлөшә, ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә лекция тыңлар өсөн агитпунктҡа ағыла ине.
– Туңаһың бит, Бабай, – тине уға Флүрә (Вәхит өҫтөнә еңһеҙ генә ал теннискаһын ғына кейеп алғайны).
– Әкиәт кеүек юҡ–бар фәләнде һөйләмә миңә, Флүрә әфәнде, – тип Вәхит тиҙ–тиҙ генә саңғыларының йоҙаҡтарын нығытты ла Гоголь урамы буйлап елде.
Ләкин, артыҡ туңдырып етмәгәнлектән, епшек ҡар саңғыларҙы тота ине. Вәхит, хыялдарға сумған килеш, үҙ алдына Айһылыу менән һөйләшә–һөйләшә, быға артыҡ иғтибар итмәне. Һәм уның күҙ алдынан Яҙыусылар союзында булған һөйләшеүҙәр ҙә бер–бер артлы йүгереп үтте.
– Әйҙә, ултыр, Ғәлимов, – тине Назар Нәжми. – Һинең менән һөйләшергә кәрәк әле.
– Әлбиттә, – тип йылмайҙы Вәхит һәм күрһәтелгән урынға ултырҙы.
– Шиғырҙарыңды алып килдеңме һуң?
– Килдем.
– Ярай, тикшерербеҙ. Ә «Ленин»ыңды һинең баҫып сығаралар. Бик молодец.
Икенсе бүлмәнән Сәғит Агиш та килеп инде.
– Ә, Ғәлимовмы? Яҡшы, яҡшы, молодец, ҡустым. Бындай «Ленин»ды әле беҙҙә яҙманылар.
«Дөрөҫлөктәй ябай Ленин бабай... – тип ул Вәхиттең шиғыр юлдарын ҡабатлап ҡуйҙы. – Баҫабыҙ».
– Беҙҙең әҙәбиәттә әле мыйыҡтары ағарған ағайҙар ҙа Ленинға улай яҙманы, – тине Назар Нәжми.
Ләкин был баһалар Вәхиткә бөтөнләй урынһыҙ тойолдо. «Ниңә һуң көләләр минән», – тип уйланы ул.
– Шиғыр образлы, асыҡ һәм йыйнаҡ, – тине Агиш. – Ныҡ эшләгәнһең.
Вәхит инде хәҙер һәр ваҡыт шаяртырға, көлөргә ярата торған Агиштың һүҙҙәренә бер аҙ ышанһа ла, уға артыҡ күңелле булманы. Сөнки шиғырҙың беренсе варианты үҙе теләгәнсә түгел ине. Ләкин һуң ине.
Вәхит журналдың йөкмәткеһенә күҙен төбәгәс тә, үҙенең фамилияһын табып, бөтә тәне сымырлап китте. «Төш бит был! Вәхиттең дә шиғырын баҫалар!..» Һәм уға был әҙәбиәтселәр йүләр һымаҡ тойолдо. Ләкин ул үҙенең шиғыр өҫтөндә нисек эшләүен һәм уның ниндәй шарттарҙа тыуыуын күҙ алдына килтергәс: «Бәлки, ул, ысынлап та, шиғыр булып сыҡҡандыр», – тип ҡуйҙы.
(»Мотлаҡ» хәҙер сиселде).
Нәжми менән Вәхит оҙаҡ ҡына ултырҙы. «Йүрүҙән ҡыҙы»н, «Үлемһеҙ үлем»де, «Ҡорос Армия»ны һәм «Дуҫтарға»ны уҡып сығып, ентекләп тикшерҙеләр. Вәхит бының өсөн шатланып бөтә алманы.
– Яңылыҡ, эҙләнеү, яныуҙы күрәм мин. Ләкин һин Олегты ғәҙәттән тыш юғары күтәргәнһең, ул юлбашсы дәрәжәһенә барып еткән. Саманы белергә кәрәк, – тине Нәжми.
– Бит мин бер Олег тураһында ғына түгел, ә беҙҙең бөтә быуын тураһында әйтәм, – тиергә теләһә лә, Вәхит өндәшмәне. «Бит мин һәр әйткәнде ҡабул итмәйем. Ләкин миңә башҡаларҙың фекерен һис шикһеҙ ишетергә кәрәк», – тип уйланы ул.
– Барыһын да йәшермәйсә әйтегеҙ, – тине ул. – Әйтегеҙ.
– Бына шул. Ә «Йүрүҙән ҡыҙы»н баҫтырырға мөмкин. Тик йөрәккә күберәк урын бирелгән. Ә «Дуҫлыҡ» бик яҡшы. Ләкин кәмәнең эҙе юҡ. Эшләргә кәрәк.
Вәхит шунда уҡ дәфтәр битенә һыҙғылап ҡуйҙы...
Вәхиттең саңғылары Чернышевский урамынан Социалистическаяға боролғас, ул үҙ алдына:
– Кәмә эҙһеҙ,
Ләкин беҙҙең тормош эҙен
Йылдар ғына
Күмә аламы?
Сөнки беҙ бит ерҙә
Еңелмәҫлек бөйөк булған
Һәйкәл һалабыҙ! – тип ҡуйҙы.
Бына ул Достоевскийҙан урап, кире Гоголгә төштө. Башы ял иткәйне инде.
Вәхит ҡайтҡас уҡ, үҙе лә һиҙмәҫтән, геометрияға тотондо. Сөнки уны был арала үҙ–үҙенән ғәҙәттән тыш риза була алмауы, үҙ–үҙен күрә алмауы бер туҡтауһыҙ ғазаплап тора ине.
«Шулай уҡ мин көсһөҙ микән ни? Миндә аҙ ғына булһа ла ихтыяр көсө ҡалманымы икән? Ниңә һуң миндә шул тиклем лирика, кисереш, тойғолар... Шулай уҡ улар мине харап итә алырҙармы?» – тип уйланы ул.
– Уҡыуҙар нисек бара? – тигәс тә ул Сәғит Агишҡа йәшермәйенсә:
– Математиканан насар, – тине һәм үҙ–үҙенән ғәрләнеп ҡуйҙы.
– Ә мәктәпте бөткәс ҡайҙа китергә теләйһең?
– Өфөмдә ҡалам. Әҙәбиәт һәм тел факультетына.
– Эйе, был башҡаларына баҫҡыс булып тора, – тине Нәжми.
– Тырыш инде математиканан, – тине Агиш.
– Ауырға алма, минеңсә, һин шиғырҙарыңды ваҡытлыса ҡалдырып тор. Сөнки һин уға бик күп ваҡытыңды бүләһең булһа кәрәк, – тип ҡуйҙы Нәжми.
Вәхит уларға үҙенең:
«Юҡ, мин шиғырҙы бер ҡасан да ваҡытлыса ҡалдырып тора алмайым. Улар ваҡытты көтөп тормай. Миңә берҙән–бер юл: үҙ өҫтөмдә бер туҡтауһыҙ эшләү, эшләү, эшләү», – тигән һүҙҙәрен әйтергә теләһә лә әйтмәне. Һәм бына хәҙер ул тура параллелепипедтың диагональ квадраты тураһындағы теореманы бер ҡарауҙа үк күҙ алдынан бер ҡасан да ебәрмәҫлек итеп, иҫтә ҡалдырҙы. Үҙе бер ҡасан да ныҡлап ышанмаған хәтере лә уға ярҙамға килде.
Нисектер Вәхиткә күңелле булып китте һәм ул үҙенә бер ҡасан да аңламаҫлыҡ булып тойолған, үҙе иң ауыр күргән усеченный конустың күләменә тотондо. Ләкин конус бер ҡат текләп алыу менән генә бирелмәне.
– Ә һин уны һис кисектергеһеҙ алырға тейешһең, – тине Вәхиткә уның иғтибары һәм ихтыяры.
Вәхит, китабын тотоп, коридорға Аптулла янына сыҡты. Ул Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты» романынан өҙөк ятлай ине.
«Кешенең иң ҡәҙерле нимәһе – йәшәү. Ул кешегә тик бер генә тапҡыр бирелә. Һәм уны шулай йәшәргә кәрәк, һуңынан маҡсатһыҙ үткәрелгән йылдар өсөн оялырлыҡ һәм ғазапланырлыҡ булмаһын, үтелгән ҡәбәхәтлектәр һәм ваҡлыҡтар өсөн йөрәгеңде хурлыҡ уты яндырырлыҡ булмаһын, үлгәндә лә: бөтә тормош, бөтә көс донъяла иң матур булған нәмә – кешелекте азат итеү өсөн көрәшкә бирелде, тип әйтерлек булһын. Һәм йәшәү өсөн ашығырға кәрәк...»
Вәхит был һүҙҙәрҙе бүлдермәйенсә тыңланы. Уға был һүҙҙәр ошо минутта булып торған һулышынан да артыҡ кәрәк ине. Вәхит үҙендә ниндәйҙер йәшерен көс һиҙгән кеүек булды. Ә Аптулла дауам итте:
«... Тормошоң сыҙай алмаҫлыҡ ауыр булғанда ла йәшәй бел. Уны файҙалы ит».
Әйтерһең дә, был һүҙҙәрҙе әҙәбиәт дәресенән ятлар өсөн түгел, ә Вәхиттең иң ауыр кисерештәрҙә ғазапланғанын күреп һөйләгән кеүек тойолдо.
– Дөрөҫ, Аптулла! – тине Вәхит. – Ә хәҙер, давай, конусты ҡулға алайыҡ әле.
Һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торған, маһайыуһыҙ, ябай, Вәхит кеүек үк бер ваҡытта ла ниҙер кисереп йөрөгән был иптәш бөгөн дә баш тартманы.
Вәхиткә хәҙер был теоремаларҙы иҫбат итеү шиғыр уҡыуҙан да ләззәтлерәк тойолдо. Ул уларҙы, ҡағыҙ–ҡәләм алып тормайынса, күңеленән генә иҫбат итә ине. Һәм Вәхит шатлығынан «Сигнал»ға тотондо.
Бына уға Айһылыу янына ултырырға тура килде. Айһылыу бөтөнләй ут яҡтыһы төшмәгән урында, ҡараңғыла ултыра ине.
– Күҙеңде боҙаһың бит, Айһылыу, – тине Вәхит. – Әйҙә, яҡтыға шылдырайыҡ өҫтәлде.
– Боҙолһа ни? – тип йылмайҙы Айһылыу. Вәхит, нисек булһа ла, ҡаушамайынса, үҙен иркен тоторға тырышты. Тик Айһылыу янында Нәҡиәнең ултырыуы ғына уны борсой ине. «Шайтанмы килтерҙе һине бында?» – тип үртәлде Вәхит. Ләкин ул китмәне лә китмәне... Бөтөнләй кәрәкмәгән темаға, Вәхиттең шиғырҙары тураһында, уға төрлө дан тағырға тырышҡан һүҙҙәрҙе һөйләп ултырыуы өсөн Вәхит уны йөрәге менән күрә алмай ине.
Айһылыу башта психологиянан әҙерләнеп, һуңынан Некрасов ижады тураһында конспект яҙырға тотондо.
Вәхит янына, шиғырҙарының хәлен белешеп, Хәниф тә, Низами ҙә, Самат та килеп китте.
– Матур сығасаҡ журнал, – тине улар. Вәхит хәҙер тик бер нәмә – нисек булһа ла Айһылыу менән һөйләшеү тураһында ғына уйлай ине.
Ул бер көн төнгө сәғәт өскә тиклем Зәйнәб менән һөйләшеп ултырыуҙы күҙ алдынан үткәрҙе.
– Әйҙә, исмаһам, һинең менән ултырайыҡ, – тигәйне Вәхит уға. Сөнки хәҙер Айһылыу өсөн ул уның бөтә класташтарын да, хатта кластың үҙен дә нисектер йөрәге менән яҡын тоя ине. Әйтерһең дә, ул улар менән бөтә балалыҡ ғүмерен бергә үткәргән. Малайҙар Вәхиттән авиация тураһында һорашырға ярата. Вәхит аҙ һөйләй. Уның үҙе тураһында һөйләүен теләйҙәр. Ә ул инструкторҙар, самолет тураһында ғына һөйләргә ярата. Уға нисектер уларҙың класына килеп инеүе күңелле.
Бына бигерәк тә Айһылыуҙың яҡын иптәше Зәйнәб менән һөйләшкәндә лә уға бер аҙ еңелерәк булып ҡала.
– Был турала Айһылыу бер ни ҙә әйтмәнеме һуң? Ул бит икенең береһен әйтергә тейеш. Бит кешенең бер фекере булырға тейеш!
– Юҡ, әйтмәй.
– Әйтә! Нисек инде әйтмәҫкә кәрәк? Нәфрәтләнеүе тураһында булһа ла ул әйтергә тейеш бит?
– Ниңә ул һиңә нәфрәтләнһен ти?
– Ә башҡаса нисек, Зәйнәб?
– Ул һине ҙур кеше ти, шағир ти...
Вәхиткә был һүҙҙәр утлы йәшен һуҡҡан кеүек булды. Нисектер йөрәк әрнеүле рәүештә тибә ине.
«Айһылыу! Ниңә һуң һин мине шулай итеп күрәһең? Әле мин бит бер ни ҙә эшләй алманым. Кәрәкмәй ул һүҙҙәрең, ғазаплама, зинһар, һин мине...»
Зәйнәб ҡапыл ғына бөтөнләй Вәхит көтмәгән һүҙҙәрҙе әйтеп ҡуйҙы:
– Ул да бер көн шиғыр яҙып ултыра ине.
– Кем? Айһылыумы?! – тип ҡанатланды Вәхит. Уның йөрәге үҙенә һыймайынса ярһып тибергә тотондо. Уның бер ҡасан да шатлығы шундай тиҙ тоҡанып киткәне юҡ ине. Ул ни эшләргә лә белә алманы. Әгәр ҙә Зәйнәб малай иптәш булһа, Вәхит уны бар көсөнә ҡыҫып алған булыр ине!..
– Айһылыумы? – тип һораны ул тағы бер ҡат, үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмайынса. Һәм уйға батты.


«Их, йәшеренеп кенә тор ҙа – уның ҡәләменең хәрәкәт итеүен, күҙҙәренең ҡайҙарға төбәлгәнен ҡарап тор ине!.. Нимә тураһында яҙҙы икән һуң ул?.. Нимә һуң уны яҙырға мәжбүр итә?..

Айһылыу, һин әйтсе,
Ни уйланың?
Ниндәй уйҙар
Кисте башыңдан?
Хыялдарҙың
Ҡайһы бейеклеге
Тирбәлде һуң һинең ҡаршыңда?..

Вәхит хәҙер бына уның ҡаршыһында ултырғанда ла ошо турала уйлай ине.
«Нимә тураһында яҙҙы икән ул?»
Һәм Вәхит яҙышып ултырған Айһылыуға бер аҙ ҡарап торҙо ла тиктомалдан ҡапыл ғына:
– Айһылыу, бер көн һин ниндәй шиғыр яҙып ултыра инең? – тине.
Ә Айһылыу бөтөнләй аптырап ҡалды. Күҙҙәрен төбәне лә, аптыраулы рәүештә:
– Ниндәй шиғыр? – тине.
– Бит үҙең яҙып ултыра инең!
– Ҡасан?
– Үҙең беләһең бит, ниңә минән һорарға уны! Ә беҙҙең «Сигнал»ға бирәһеңме?
Айһылыу бер ни ҙә аңламаған кеүек, бит алмалары алланған килеш башын аҫҡа эйҙе. Вәхит уның күҙҙәренән ниндәйҙер тәрән һағышлы тойғолар, нимәгәлер борсолған, нимәгәлер икеләнгән, нимәгәлер ышанып етмәгән һәм был турала бик ныҡ уйлаған ҡараштарҙы уҡыны.
Нәҡиә ҡайҙалыр китеп торған бер мәлдән файҙаланып, Вәхит уға:
– Айһылыу, ваҡытың булырмы һинең? – тине.
Ләкин Айһылыу, бөтөнләй уны аңламаған кеүек:
– Юҡ, – тип яуап бирҙе. – Бына сочинениеларҙы яҙып өлгөртөргә кәрәк. Ике сочинение.
– Чернышевскийғамы?
– Эйе, – тине Айһылыу, башы менән дә ишара яһап. Уның был күренеше нисектер балаларса, ләкин Айһылыу өсөн тәбиғи һәм килешеп тора ине. «Миңә сочинениелар яҙыу ауыр» тигән кеүек ине ул.
– Ә икенсеһе нимә? – тип һорарға итһә лә, Вәхит, был турала үҙе лә белгәнлектән, һорашып торманы. Уның, ысынлап та, Айһылыуға ярҙам иткеһе килде. Бит уның иң яратҡаны – сочинениелар яҙыу! Вәхиттең бер Айһылыуға ғына түгел, ә кем булһа ла яратҡан кешеһенә ниндәйҙер бер эш эшләгеһе, һәр ваҡытта ла уға ярҙам иткеһе килеп тора ине. Ә Айһылыу менән бергә эшләү уға ғәҙәттән тыш ҡыҙыҡ һәм күңелле булыр кеүек тойола.
Вәхит нилектәндер баҡсала сирень ағастары ултыртып йөрөгән саҡтарын иҫенә төшөрҙө. Бына йылы ғына ел иҫеп торған ҡала кисе. Вәхит ағастарға соҡор ҡаҙып, уларҙы ултырта, ә Айһылыуҙар һыу ташып, уларға һыу һибеп йөрөй. Ә Вәхиттең шул саҡта һис бер туҡтамай эшләлеһе һәм эшләгеһе генә килеп тора...
Эш!.. Ниндәй гүзәл ул!.. Кешенең бөтә матурлығы уның саф һәм намыҫ менән, йөрәген биреп эшләгән эшендә. Тик йөрәгең менән эшләгәндә генә эш ижад була. Вәхиткә нилектәндер һәр бер эш ижад кеүек тойола ине. Ул ураҡ та урҙы, бесән дә сапты, көтөү ҙә көттө, тайҙар ҙа ҡараны, умарталар ҙа ҡарауылланы, ләкин утау утауҙан башҡа һәр бер эш уға ижад булып тойолдо. Ниңә йәшерергә, утауға йөрөү уның донъяла иң яратмаған эше ине. Ул ижад булып күренмәне Вәхиткә. Ә иң оҡшағаны бесән сабыу булды. Шуның өсөн дә ул яҙ килеп етеү менән үк бәләкәй салғы эҙләргә тотона ине... Беренсе көн уға ҡайынлыҡҡа барып, сәскәләре менән тулған аҡландарҙы йөрөп ҡайтыу ҙур байрам була. «Әгәр ҙә кеше эш эшләмәһә, йәшәүҙең бер ҡыҙығы ла булмаҫ ине», – тип уйланы ул һәр ваҡытта ла. Һәм эш тураһында уйларға ла ярата ине. «Бына йылдан–йыл кеше эште еңелерәк эшләргә өйрәнә, ҡулдарҙы машиналар алыштыра бара. Килер бер ваҡыт – эштән ҡурҡҡан кешеләрҙең эҙе лә ҡалмаҫ. Хатта эш кешеләргә үҙҙәре талап иткән бер нәмәгә әйләнер...» – тип уйлай ине ул ауылда саҡта. Аҙаҡтан Горькийҙың хеҙмәт тураһындағы китаптарын уҡығас, үҙенең фекерҙәрен Энгельстың хеҙмәттең генә кешене кеше итеүе тураһындағы фекерҙәре менән нығытҡас, хеҙмәттең, ысынлап та, ни тиклем бөйөк бер нәмә икәнлеген аңланы һәм кешенең иң гүзәл матурлығын хеҙмәттә күрҙе. «Ҡарама кешенең йөҙөнә, ҡара уның үҙенә» тигән мәҡәлдең ни тиклем гүзәл икәнлеген күрҙе һәм яҙа торған әйберҙәрендә кешенең ошо гүзәллеген йырлауҙы үҙенең иң ҙур бурысы итеп ҡуйҙы. Һәм аҙаҡтан Горькийҙы уҡығас, яҙа башлауының сәбәбен дә тик ошо эш кеүек иң бөйөк бер шишмәнән ағып сыҡҡанлығын да күрҙе. Сөнки эштә генә күберәк уйларға, күберәк күрергә, күберәк кисерергә, кешене күберәк аңларға була. «Эшһеҙ кеше – тешһеҙ тырма» тигән мәҡәлде Вәхит үҙ йөрәгенән сығарып әйтте. Көтөү көткәндә лә, бесән сапҡанда ла, тайҙар ҡарағанда ла уның йөрәгендә ниндәйҙер бер ташҡын ҡайнай ине. Ә уҡылған китаптар был ташҡынды тағы ла көсәйтә. Вәхит ниҙер әйтергә теләй. Тормошта насарлыҡты ла, яҡшылыҡты ла күберәк күрә. Һәр бер нәмә уның иғтибарын үҙенә тарта. Һәм яҙмайынса мөмкин түгел ине. Тик Горькийҙы уҡығас ҡына ул быларҙың барыһын да аңланы.
Һәм эштә уның һөйөүе лә тыуҙы. Уның иғтибары Айһылыуҙы беренсе күреүҙән үк уны айырыуса тотоп алыусан һәм уны һәр бер аҙымы һайын, уның кескенә бер эшен дә күҙәтеүсән булды. Нилектәндер ул айырыуса хәрәкәтсәнерәк, уяуыраҡ, эш һөйөүсән булып күренде һәм Вәхиттең эске донъяһына аҡрынлап–аҡрынлап инә барҙы. Ул үҙе башта был турала уйлай ҙа алманы. Ләкин көндән–көн был хәрәкәтсән ҡыҙ уның йөрәгенә лә хәрәкәт итә башланы. Уның төҫө лә Вәхиттең күҙ алдынан китә алманы. Ул, әйтерһең дә, көндән–көн матурая бара ине. Нисектер барыһынан да яғымлы тойола, гүзәлләнә. Вәхит уның менән үҙе араһында кешене яҡын итә торған ниндәйҙер уртаҡ сифаттар ҙа таба башланы. Һәм ул Айһылыуҙың уҡырға яратыуынан да күрҙе. Вәхит уны һәр ваҡыт шаяртырға ярата ине. Ләкин ул үҙенең йөрәгендә бер кескәй генә осҡондоң ни өсөн ялҡынға әйләнеп, яна башлауын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Был ялҡын уны энергиялыраҡ, дәртлерәк, ҡанатлыраҡ итә бара ине. Ул уның тураһында аҙым һайын уйлап йөрөй башланы. Һәм был уйҙарҙы Айһылыу ҙа уйлай кеүек тойолдо уға. Ләкин Вәхит бер нисек тә был тойғоноң ҙур булыуына ышанмай ине. Был турала үҙенең көндәлектәренә лә яҙманы һәм бер кемгә лә һөйләмәне. Ә ялҡын һаман ҙурайҙы ла ҙурайҙы.
Ләкин Айһылыу тирәһендә башҡаларҙың осоп йөрөүен күргәс, үҙ–үҙен әрләп, был ялҡынды һүндерергә тырышты. Ә ул һүнерлек түгел ине...
Бына шуның өсөн дә Вәхиттең уның менән бергә, мәңге бергә эшләгеһе, кешелек бәхете өсөн мәңге бергә көрәшкеһе, бер–береңә үлгәндә лә бирелгән булырлыҡ ҡаҡшамаҫ дуҫлыҡ менән көрәштәш булғыһы, уға һәр бер аҙым һайын ярҙам иткеһе килә ине. Йәшереүҙең кәрәге юҡ, Вәхит уға үҙенән күп нәмә бирә алырлыҡ һәм үҙен аҙ ғына булһа ла унан артығыраҡ белгән кеүек һәм көслөрәк тоя ине. Ә был бер–береңдең донъяға ҡарашын үҫтереүҙә булышлыҡ итеү, дуҫлыҡты тағы ла нығыраҡ көсәйтеүҙең ағып бөтмәҫ шишмәһе булып тойола ине. Һәм Вәхиттең бөтә тормошо кешелә шундай иң саф, иң гүзәл тойғоларҙы тәрбиәләүгә бағышланған да инде. Ә Айһылыу быны нисектер аңлап бөтмәй кеүек. Был инде Вәхиткә иң ҙур һәләкәтлек килтерә. Үҙенең иң яҡын кешеһе итеп тойған кешеһен юғалтып ҡалыу уға ярты тормошон юғалтыу менән бер. Ә «йәшәү – кешенең иң ҡәҙерле нәмәһе». Һәм Вәхиттең йәшәүе үҙе өсөн генә түгел. Уның йәшәүе яңы тормош төҙөүсе бик күп көрәшселәргә иң кәрәкле булған йәшәү. Ул үҙенең тормошон башҡаса күҙ алдына ла килтерә алмай. Башҡаса йәшәү йәшәү түгел, ә тереклек кенә. Ә ул тереклек итер өсөн, ризалашып ҡына йәшәр өсөн донъяға килмәне. Бындай йәшәүҙең бер ниндәй ҙә ҡыҙығы булмаҫ ине.
Шулай уҡ һин, Айһылыу, быны аңламайһыңмы икән? Һин минең кешеләр өсөн йәшәүемде теләмәгәндә, уға булышлыҡ итеүҙә иң тоғро юлдаш булырға теләмәһәң, кем һуң һин? Һине ҡайһы быуын һуң тәрбиәләп үҫтерҙе? Әлбиттә, кешенең тойғоларын көсләп буйһондороу мөмкин түгел. Һәм уның кәрәге лә юҡ. Уның һуңы ҡыҙыҡ та булып бөтмәҫ ине. Шуның өсөн дә үҙ ҡараштарыңды ысын иптәштәрсә һин әйтергә тейеш инең. Теләмәйһең икән, әлбиттә, минең генә теләү аҙ. Ә мин был теләктәрҙең уртаҡ булыуына шул тиклем ныҡ ышанғайным... Ә һин был ышаныстың буш булыуы тураһында ла бер ни ҙә әйтмәнең. Минең ниндәй етешһеҙлектәрем булһа, ниңә уларҙы йәшерергә? Әйт һин уларҙы!
Ә әгәр ҙә уйлағандарым һинең уйлағандарың менән уртаҡ булып, һин уға бөтә тормошто хәл итеү кеүек ҙур бер тойғо итеп, ныҡлап уйлап, бик тәрән уйлап ҡараһаң, мин ни тиклем шат булыр инем!.. Ни тиклем!... Ә һин был турала һөйләшергә лә теләмәйһең!.. Быны һинең үҙ–үҙеңде шул тиклем юғары ҡуйыу тип аңларғамы?.. Ләкин мин һиндә бындай сифаттың булыуына бер нисек тә ышана алмайым. Һин миңә иң ябай, иң кешелекле булып күрендең...
Вәхит Айһылыуҙың, ручка тотоп, дәфтәре өҫтөнән йүгергән ҡулдарына ҡарап, шулай уйланы һәм:
– Әйҙә, сочинениеңды бергәләп яҙабыҙмы? – тине.
– Юҡ, мин үҙем яҙам, – тине Айһылыу тыныс ҡына итеп. Уның был тыныс ҡына тауышында ниндәйҙер, Вәхит яратҡан кеше ғорурлығы һәм бер аҙ уңайһыҙланыу ҙа бар ине. «Юҡ, мин үҙем яҙам!» Был һүҙҙәр өсөн Вәхит уны тағы ла нығыраҡ яратты.
– Икеһен дә яҙып бөтәһеңме?
– Эйе, тырышырмын.
– Йоҡламайсамы?
– Йоҡламаһа ни?... – тине Айһылыу һорауға ҡаршы һорау менән һәм тиҙ генә дәфтәр–китаптарын йыйып алды ла, янына Нәҡиә лә килеп еткәс, Вәхит янынан йүгереп сығып китте.
Коридорҙа тәрән тынлыҡ менән уйҙар диңгеҙенә сумған Вәхит кенә тороп ҡалғайны. Йөрәк ҡыҫыла, әрней һәм баш һөйәгенә кемдер ауыр сүкештәр менән туҡтауһыҙ рәүештә күҙҙәргә уттар күренерлек итеп һуғып торған кеүек тойола. Вәхит автомат ручкаһын тотҡан бармаҡтарына күҙҙәрен йүнәлтте. Улар аҡрын ғына һиҙелмәҫлек итеп дерелдәй... Вәхит үҙенән–үҙе ҡурҡты. «Был нимә?.. Шулай уҡ мин көсһөҙмө ни? Ҡайҙа минең егетлегем? Ҡайҙа минең ихтыярым?.. Мин әллә мөхәббәт өсөн генә тыуған кешеме ни? Бит мин тормош өсөн тыуҙым!.. Ә мөхәббәтте тик ошо тормош ҡына тыуҙыра!.. Һәм үҙемде уға ғына ла арнай алмайым. Юҡ, быны күҙ алдына килтереү мөмкин дә түгел. Әгәр шулай булғанда, Айһылыу, һин ундай ваҡ кешегә һөйөү түгел, аҙ ғына булһа ла һөйөү түгел, ә иң көслө нәфрәт һаҡла. Һөйөү тойғоһо ни тиклем көслө булһа ла, тормошҡа булған һөйөүем унан көслө һәм көслө.

Асыҡ бел һин:
Һиңә түгел башта, –
Партияға, тыуған халҡыма.
Тик унан һуң,
Һин бит минекеһең, –
Тип әйтергә тулы хаҡың бар.

Вәхит был һүҙҙәрен ишетелерлек итеп әйтеп ҡуйҙы.
– Их, булманы шул!.. Тағын да әйтә алманым. Ахыры, мәңге әйтә алмам мин... Их, ҡарға ла булдымы ҡош!.. – тине лә Вәхит эшкә тотондо.
«Сигнал»! Бына 15–се ҡабат инде уның өҫтөндә төндәр йоҡламайым. Сәғит төкөрөп тә ҡарамай уға...»
Вәхит оҙаҡ ултырҙы.
Эшен бөтөрөп, бүлмәгә йүнәлгәндә, коридорҙа ултырған өҫтәлгә иғтибарын йүнәлтте. Бында ике сәғәт элек кенә уның эргәһендә Айһылыу ултыра ине... Вәхит ҡапыл йылмайҙы ла кеҫәһенән автомат ручкаһын алып, ул ултырған ултырғыстың аҫ яғына «1 март, 1950 йыл, А...» тип яҙып ҡуйҙы. «Берәй ваҡыт Айһылыуға уны күрһәтермен дә, бына был донъялағы иң ҡәҙерле ултырғыс, тип көлөрмөн», – тип уйланы Вәхит. Һәм ултырғыстың бөтә билдәләрен ентекләп ҡараны ла, аҡрын ғына «Fәлиәбаныу»ҙы көйләп, өҫкә күтәрелде.

Аҡлы ситса күлдәгемде
Һаламын да кейәмен.
Йәрем яттар менән уртаҡ,
Янамын да көйәмен.

02.III. – Самат, нисек булһа ла, яҡшы итеп эшлә, буяусы булып түгел, ә художник булып... Балҡып торһон Сәләм! – тине Вәхит.
Һүҙ Сәләмгә арналған «Туған тел» газетаһы тураһында бара ине.
– Ярай, иптәш редактор, – тип йылмайҙы Самат. – Ә кем һуң яҙыр? Һаман үҙеңме?
– Сәғиткә ҡушырбыҙ.
– Нисек һуң ул тамсы ғына ла уйлап бирмәй? Үҙе етәксе!..
– Етәксе!.. Их, белмәйем мин: ниндәй йөрәк унда? Бына һуңғы ҡабат уға әйтеп ҡарайым...
Ләкин Сәғит баш тартты.
– Күреп тораһың бит эш барын. Гәзит тип, дәрестәр ни эшләй?
– Үҙең ең һыҙғанып йөрөргә тейешһең!.. Сәләм хаҡына!..
– Сәләм... Ә дәрестәр? Яҙығыҙ үҙегеҙ. Редколлегия бар!
– Их, һин!.. – тиеүҙән башҡа Вәхит бер һүҙ ҙә таба алманы.
Киске аштан һуң уҡ ул тағын да эшкә үҙе тотондо. «Их, иптәш... әҙәбиәтсе... Етмәһә, дуҫлыҡ тәҡдим итте үҙе. Кәрәкмәй миңә ялған дуҫлыҡ!.. Бына мин һиңә күрһәтәйем әле! Гәзитте күрергә лә теләмәйһең, күрерһең!..» – тип, Вәхит уға эпиграмма яҙҙы.

Их, һин, Сәләм ағай, белһәң ине
Шиғыр өсөн минең әрнеүҙе.
Бар бит беҙҙә Сәғит кеүек
Белеүселәр рифма үреүҙе!
Йөрәк, – тиһеңме һин?
Туңып үлмә,
Янына килһәң, әгәр терелеп!..
Газетаға бына күҙ ҙә элмәй,
Fәрлегеңдән ергә кит кереп!..
Шиғыр яҙа ваҡыт ҡорбан итеп,
Тик белмәй бит ни һуң яҙа ул?
«Тейһә – тейен, теймәгәндә – ботаҡ»,
Ҡоралһыҙ ҙа йөрөй ауға ул!

Сәләмгә арналған гәзит әҙер ине инде.

03.III. Мин, йүләр, Айһылыуҙы үҙем менән һәләк итмәҫменме? Уның шатлыҡлы көндәре минең менән ҡара болоттарға әйләнмәҫтәрме һуң? Минең тормошом бөтөнләйгә башҡаларҙыҡынан айырылып торасаҡ бит. Ниңә? Мин бит ялды ла, эштән туҡтауҙы ла белмәйәсәкмен. Тормош миңә шулай ҡуша. Ә ул мине аңлармы? Быға ул һалҡынлыҡ тип ҡарамаҫмы? Ни тиклем уға түҙемле, ихтыярлы булырға тура киләсәк! Ни тиклем!.. Юҡ, ул мине аңлар. Шуның өсөн дә мин уны йөрәгемдә йәшәтәм дә. Тик ул ғына мине аңлай аласаҡ. Минең бөтә йәнемде һәм тәнемде биргән, кеше өсөн шаулы тормош төҙөүҙә көрәш алып барған йәш быуын өсөн, партия өсөн биргән намыҫлы һәм ауыр хеҙмәттәремдең тоғро шаһиты булыуға ул үҙе лә шатланыр. Күңелһеҙ булмаҫ уға.
Вәхитте ошо уйҙар туҡтауһыҙ борсой ине. Бәлки, был турала уйлау мәғәнәһеҙ һәм урынһыҙҙыр ҙа. Ләкин ул үҙенең киләсәге бөтә тормошон күреп, бөтә йөрәге менән тойоп торған кеүек. Уны кескәй генә бер һөйләшеү ҙә, кескәй генә бер китап уҡыу ҙа ғәҙәттән тыш ныҡ тулҡынландыра. Ул кескәй генә бер әйбер янынан да тыныс ҡына үтеп китә алмай. Бына ул фильм ҡарап сыҡҡан да, тулҡынланыуҙан, шатлығынан ни эшләргә белмәй («Падение Берлина»).
Ниҙер яҙғыһы, яҙғыһы килә. Һәм Вәхит Ленин баҡсаһы янындағы китап киоскыһы янына туҡтаған да яҙа.

Күҙҙәреңә күҙем теккән һайын,
Ант итәм мин һинең ҡаршыңда.
Ебәрмәйем һине күҙ алдымдан,
Сығармайым һине башымдан.
Их, ниңә һуң мин телһеҙ йырсы булдым,
Ник ярлымын икән һүҙҙәргә?
Шағирлыҡта бәхетһеҙ мин.
Бәхетлемен –
Йәшәгәнгә,
Даһи, һин ерҙә!..

Бына ул Сталин урамы буйлап, тиле кеше кеүек һөйләнә–һөйләнә, аэроклуб эргәһендәге киоск янында тағын бер туҡтап, блокнотына («Кеҫә яҙмалары»на) ошо юлдарҙы һыҙғыланы:

Үҙ йөрәгем һыймай үҙемә...
Ер шарындай минең йөрәгем.
Тилемендер, ахыры, күрәһең!...

Ләкин башҡаса, йөрәк ни тиклем ашҡынһа ла, ул яҙа алманы.
Бындай саҡтарҙа уға А. менән ни тиклем ҡыйын булыр ине. Айһылыу, ысынлап та, әгәр уның менән бергә килгәндә, Вәхит хаҡында, тиле, тип уйлар ине.
Вәхиттең уйҙары тағын фильмға күсте һәм ул Гоголь урамына сыҡҡас, Рус драмтеатрының проходнойына инеп, тәҙрә төбөндә тағын да һыҙғыларға тотондо.

Бер фильмды әгәр күреп сыҡһам,
Йәшәп бөтәм ҙур бер ғүмерҙе.
Ни эшләнем һуң ниңә үҙем?
Янам ел өргәндәй кеүек күмерҙе.
Ни эшләнем тыуған Ватаныма,
Ҡайҙа эшем, халҡым эшенә?
Йә янырмын, һүнмәҫ ялҡын булып,
Йә һүнәрмен кескәй яранан.
Ә бөгөнгө көн мине аҙыҡ итә
Сыҙамаҫлыҡ ғазап утына.
Үҙ–үҙемде хыянатсы кеүек хис итәм мин...
Сумар инем әгәр ер йотһа!
Йәшәлмәгән әле ғүмерем бар,
Бирә алһам кешелек эшенә,
Иң бәхетле кеше булыр инем,
Һөйһә әгәр мине кешеләр.

Кинонан ҡайтҡас та Вәхит Суворов тураһында уҡырға тотондо.
Бөйөк рус полководецы, әгәр ҙә уның берәй төрлө һорауына:
– Белмәйем, – тип яуаплаһалар, түҙеп тора алмаған.
Бер ваҡыт үҙенең офицерҙарының береһенән:
– Ретирада нимә ул? – тип һораған (ретирада – сигенеү).
Ләкин офицер ҡаушамайынса, фельдмаршалдың нәфрәт уты менән янған зәңгәр күҙҙәренә ҡарап:
– Белмәйем, – тигән.
– Уйлап ҡара, – тип екеренгән Суворов.
– Белмәйем дә, белергә лә теләмәйем. Һеҙҙең мәрхәмәтегеҙгә: беҙҙең полкта был һүҙ билгеһеҙ.
– Данлы полк! Данлы полк! – тип ҡул сапҡан Суворов һәм, шатлыҡлы көлөп, былай тигән:
– Бына инде, белмәүсәнлек миңә шул тиклем шатлыҡ килтерер тип бер ҡасан да уйламағайным!
Вәхиткә ул ғәҙәттән тыш оҡшай. Һәм ул уның тураһында уҡырға бик ныҡ ярата ине.
Бына Вәхит кис Усмандан Попковскийҙың врачтар тураһында яҙылған «Тормош өсөн» тигән китабын алып, уҡый башланы.
– Их, Айһылыу менән бергә уҡырға! – тип уйланы ул.

04/III. Редактор
Бөтә мәктәп «Туған тел»де уҡып шау–шыу килә. «Тимәк, гәзит иғтибарҙы тартырлыҡ», – тип шатланды редактор.
Дәрестән ҡайтыу менән эпиграмманы Сәғиттең ҡолағына туҡыйҙар ине. Ә ул тиреһенә һыйыша алмай.
– Эй, яҙһын да инде, карьера кәрәк бит уға, – тине Сәғит, Вәхиткә ҡарашының асыулы уҡтарын ҡаҙап.
– Үҙеңдең йөрәгеңдәге һүҙҙәрҙе миңә әйтмә. Һиңә кәрәк ул. Миңә эшем дә етә, иптәш Сәғит, – тине редактор тыныс ҡына.
Ләкин Сәғит:
– Һин ашыҡма әле, маһайма. Миндә һинең ни эшең бар? Үҙеңде бел. Ашыҡма. Килер әле ваҡыт... Килер... Һин дә әллә кем түгел, – тип мөңгөрләргә тотонғас, Вәхит, бөтә йөрәге менән ярһып:
– Һәр хәлдә, мин һин түгел, – тине. – Һәм бында һүҙ һинең менән минең турала бармай. Әгәр ҙә һинең менән бер шәхси ҡаршылыҡ ҡына булһа, мин был турала һүҙ ҙә ҡуҙғатмаҫ инем. Ә бында икенсе, барыһынан да ҙурыраҡ эш...
– Үҙеңде күрһәтергә ашыҡма. Килер ваҡыт...
– Ниңә, һин дә күренеп ҡара!
– Килер ваҡыт...
– Йә, йә, ниндәй ваҡытты көтәһең һин? Минең иң көсһөҙ моменттымы?
– Ни эшләп көтәм ти?
– Үҙең әйтәһең бит. Һүҙеңә отчет биреп һөйлә.
– Һәләк инде әҙәбиәтте һөйәһең! Күрербеҙ әле һөйөүеңде!
– Күрербеҙ! Ләкин һиңә күҙеңде ҙурыраҡ асып ҡарарға кәрәк булыр. Үҙ тиреңде генә күрергә кәрәкмәй.
Сәғит тынды.
Вәхит ашарға төшмәйенсә Батюшковты уҡырға тотондо. Ләкин бер нисек тә уның күҙ алдынан Сәғиттең портреты китмәне. «Ниңә һуң шул тиклем ҡаҙалам мин кешегә? Ул минән оло ла, ауылдаш та инде. Миңә ул ниндәй зыян эшләй һуң?» – тип, Вәхит үҙен үҙе тиргәргә тотондо. Ләкин баш осонда эленеп торған Белинский портретына күҙ һалғас:
– Юҡ, бындай килешеүсәнлек өсөн ул мине бер нисек тә ғәфү итмәйәсәк. Һин мине килешергә өйрәтмәнең. Беҙгә үҫергә кәрәк. Ә Сәғит тотҡарлыҡ итә. Бер ҡасан да килешә алмаясаҡмын мин бындай кешеләр менән. Беҙҙең әҙәбиәткә улар кәрәкмәй, – тип ҡуйҙы.
Вәхит төштән һуң «Бала» поэмаһына үҙенең сығышын яңынан эшләп ултырғанда, студент Зарипов уның янына инеп, кисәге яҙыусыларҙы ла саҡырыу тураһында белдерҙе.
– Кемдәрҙе саҡырабыҙ һуң? – тине Вәхит, шатланып.
– Ағишты, Бикбайҙы, Тажиҙы, – тине Зарипов.
Вәхит, саҡырыу билеттары яҙып, Сәғиттең Яҙыусылар союзына барыуын һораны. Ләкин Сәғит баш тартты. Дәүли барырға риза булһа ла, Вәхит Ғәниҙе эҙләп табып, билеттарҙы уға бирҙе.
Шул саҡ бүлмәгә йылмайған килеш Самат йүгереп килеп инде:
– Бир, Бабай, ҡулыңды, ҡотлайым. «Ленин»ың «Әҙәби Башҡортостан»да баҫылып сыҡҡан!
Ләкин Вәхит әрнеп йөрөгән саҡта быға әллә ни шатланманы.
– Кәли Ғәбитовты күрҙем. Ул да, бөтә йөрәктән ҡотлайым, минең өсөн дә ҡулын ҡыҫ, тине.
– Журнал ҡайҙа?
– Радиокомитетта ғына, Ихсанда.
Вәхит бар хәленә унда йүгерҙе.
– Яҡшы сыҡҡан, – тине Ихсан шиғыр тураһында. Вәхиттең ул һуңғы ваҡытта яҙған шиғырҙарын тыңлағас:
– Ниңә һин бер ҙә беҙгә килмәйһең? Микрофондан урын бирербеҙ, – тине.
Вәхиткә шиғыр өсөн үкенергә тура килде. Сөнки ул «Ленин»дың беренсе варианты ине.

Йыйылыш
Вәхит башта Сәғит Агиштың күҙҙәрен алмай ҡарап ултырыуынан бер аҙ ҡаушаһа ла, аҙаҡтан үҙен иркен тотто.
Үҙенең сығышын тамамлап:
– Сәләм тураһында уның бер уҡыусыһы былай тип яҙа, – тине Вәхит.

Сәләм, Сәләм!
Йырҙарыңды һинең
Йөрәгемдә һаҡлап йөрөтәм.
«Эшкә тора республикам», – тиеп,
Ҡабатлайым һине һәр иртән.
Ҡат–ҡат уҡыһам да әллә нисек...
– Бөттөм, – тиеп, ахры, әйталмам.
Һинеңсә мин ҡайнап йәшәр өсөн,
Һәр һүҙеңдән бөтмәҫ көс алам.
Күҙ алдыма оҙон буйың менән
Тормош һөйөп килеп баҫаһың.
Ниңә шиғырыңдай гүзәл итеп,
Оҙон ғүмер йәшәй алманың?
Ләкин һин тормошта, көрәштәрҙә
Күп йәшәнең, бойоғоу белмәнең.
«Ун ғүмергә бөтмәҫ йәшәү дәртен»
Йөрөтә алды һинең йөрәгең!

Ҡул сабыуҙар аҫтында Вәхит алғы эскәмйәгә барып ултырҙы һәм Ж. Лоҡмандың Сәләм тураһындағы иҫтәлеген йотолоп тыңланы.
– Бындай кисә өсөн Сәләм үҙе һис тә шатланып бөтә алмаҫ ине. Бына мин Ғәлимовты тыңлап ултырҙым да бик ныҡ шатландым. Ул образлы рәүештә Сәләм әйтергә теләгән фекерҙең, уның иң кешелекле яҡтарын, уның төп маҡсаттарын матур итеп асып бирҙе. Бик яҡшы. Сәләм, ысынлап та, кешене бөтә тәрәнлеге менән һөйгән һәм буш, ҡурҡаҡ кешеләрҙе бөтә йөрәгенән күрә алмаған, үҙенең ижады менән дә, былай ҙа Маяковскийға оҡшаған ысын мәғәнәһендәге кеше һәм яҡшы иптәш ине...
Вәхит был һүҙҙәр өсөн шатланып бөтә алманы. Ғафар ҙа, Низам да, Вәхиттең ҡулын ҡыҫып:
– Бик яҡшы булды, – тинеләр.

12/III. Беренсе тауыш
Бөтә детдом аяҡҡа баҫҡанда, сәғәт әле иртәнге биш кенә ине.
«Уҡығыҙ, көнләшегеҙ,
Советтар Союзы гражданы мин!» – тип, Вәхит тә йоҡоһонан ырғып торҙо ла, бер–ике хәрәкәттән генә зарядка эшләп, йыуынып алғас, ашыға–ашыға кейенеп, иптәштәре сафына ҡушылды.
Тышта ҡараңғы әле. Һалҡын. Аяҡ аҫты туңдырған. Зәңгәр күктә йондоҙҙар ғына емелдәшә.
Йәш һайлаусылар отряды һайлау участкаһына табан беренсе аҙымды баҫҡас та Вәхитте ниндәйҙер әйтеп аңлата алмаған ғорурлыҡ солғап алды.
Баш өҫтөндә елберләгән ал байраҡтар был ғорурлыҡты тағы ла яҡты нурға биҙәй, уны тағы ла көслөрәк сәскә аттыра. Вәхиттең барыһын да ҡыҫып ҡосаҡлағыһы килә. Барыһы ла уның кеүек шат. Бына уның класташтары: Ғәтиәт тә, Зөфәр ҙә, Аптулла ла, Ғәйнан да, Сәғит тә, Фәтҡулла ла – барыһы ла шат.
Көнсығыштан ал таң ата. Был таң менән бергә Вәхиттең тыуған илендә шатлыҡ, тыныслыҡ, хеҙмәт һәм бәхет таңы ата.
Вәхит күҙҙәрен ал байраҡҡа төбәгән дә, әле бер–береһенә бәйләнешһеҙ шиғыр юлдары менән ҡайнай.
Беҙҙең йәшәү үлем илтә дошмандарға.
Ҡорос ҡулда беҙҙең ҡылыс ныҡ.
Коммунизм – маҡсат, Сталин – байраҡсыбыҙ.
Беҙ теләйбеҙ ерҙә тыныслыҡ!

Участка. Йыйнаҡ. Йылы. Биҙәлгән. Даһиҙар исеме. Әйтерһең дә, улар беренсе тауыш биреүселәрҙең ҡулдарын ҡыҫып, тәбрик итә.
Алфавит буйынса йәш һайлаусылар сиратҡа теҙелде. Телмәрҙәр. Ҡул сабыуҙар.
Вәхит ҡулына тотҡан уҡлы ал байрағын ҡосаҡлаған килеш күҙҙәре менән Айһылыуҙы эҙләй ине. Ләкин ҡапыл уның үҙе артында йылмайып, ҡулына паспортын тотҡан килеш баҫып тороуын күргәс, бөтә тәне семерләп китте. Ул үҙенән–үҙе оялды. «Их, мин һуҡыр!.. Кеҫәңдәген кәштәнән эҙлә!» – тип тиргәне ул үҙен. Гражданин һәм гражданканың күҙҙәре ҡапыл ғына осраштылар ҙа йәшен тиҙлеге менән айырылыштылар.
«Ярай әле рәхмәт төшкөр хәрефтәр! Беҙҙе бергә ҡуйҙығыҙ!» – тип шатланды Вәхит. Ул Айһылыуға алға сығырға урын ҡалдырҙы ла, бюллетенде үҙе һуңыраҡ алды.
Тауыш биреү бүлмәһенә ингәндә лә улар бергә осрашты. Бына Айһылыу йылмайған килеш үҙе артынан шаршауҙы төшөрөп, инеп китте.
«Их, ниңә һуң положениела, ике кеше бергә тауыш бирергә, тип әйтелмәгән. Их, демократия!.. – тип йылмайып ҡуйҙы Вәхит. – Ни уйлай икән хәҙер Айһылыу? Ул икебеҙҙең мәңге айырылмаҫ дуҫлыҡ өсөн дә тауыш бирмәйме һуң?»
Вәхит уның артынан айырыуса тулҡынланыу менән инде. Уның ташҡын тойғолары был кескенә яҡты бүлмәне бөтөнләй күтәреп алып китер кеүек тойолдо.

«Гражданы мин, күрегеҙ,
Барыһынан да көслө шатландым.
Миңә ун һигеҙ йәш.
Сикһеҙ йәше өсөн Ватандың!» – тине Вәхит һәм был шатлығын ни тиклем генә бюллетенгә яҙып ҡуйырға ашҡынһа ла, ҡәләмгә һуҙылған ҡулын тыйып ҡалды. «Ярамай, положениеға ҡаршы килергә һинең хаҡың юҡ!»
Уның күҙҙәре өҫтәлдәге яңы ғына сәскә атырға бөрөләнгән гөлгә төбәлде. «Эйе, йәшлек тә әле уның кеүек. Их, киләсәк әле ни тиклем күңелле!.. Минең тауышым мәңгелек йәшлек өсөн булһын!» – тип уйланы Вәхит.
«Айһылыу ҙа был гөлдәргә ҡаранымы икән? Ни уйланы икән ул? Белһәң ине, белһәң ине!..»
Бына Вәхиттең бюллетендәре лә Айһылыуҙыҡы менән бергә төшөп, миллион тауышҡа уларҙың да тауышы ҡушылды.
Вәхит байрағын елберләтеп алға йүгерһә лә, Айһылыу күренмәгәс, тағы кире килде. Ләкин Айһылыу юҡ та юҡ ине...
Вәхит үҙенең шаяртып ҡына: «Айһылыу, һин яңылышып, паспортыңды төшөрөп китмә тағын», – тигән һүҙҙәре өсөн бер аҙ үкенеп ҡуйҙы. Ләкин Айһылыуҙың йылмайған йөҙө күҙ алдына килгәс, тынысланды.
Башҡалар, ҡайтып, яңынан йоҡларға ятһа ла, ул йоҡлай алманы.
Уйҙар, хыялдар, ашҡыныуҙар...
Вәхит Самат янына килеп ултырҙы.

Ғазаптар
Яҙғы көн төрлөсә. Йә аяҙ, матур. Йә буранлап ҡар яуа. Йә томан. Йә туңдыра.
Вәхиттең дә был аралағы көндәре шуға оҡшаш ине. Йөрәк бер туҡтауһыҙ әрней. Бөтә иптәштәре уға ниндәйҙер бер сит кеше кеүек итеп ҡарайҙар төҫлө тойола. Бер кем менән дә һөйләшерлек уртаҡ тел таба алманы. Шиғырҙар яҙыу ҙа уға ниндәйҙер бер мәғәнәһеҙ эш кеүек тойолдо. Уға яҙмаҫҡа ҡуштылар. Әйтерһең дә, ул ниндәйҙер сыға алмаҫлыҡ ситлек эсенә эләкте. Әйтерһең дә, уға бер кем дә ышанмай ҙа һәм уны бер кем дә күрмәй кеүек. Кемдер уны яңғыҙлыҡҡа хөкөм иткән. Ҡыҙғанмаған.
Физика уҡытыусыһының энә булып ҡаҙалыуы, Вәхиттең үҙе дөрөҫ тип уйлаған фекерҙәренең юҡҡа сығыуы, Сәғит менән булған бәрелештәр, бер кемдең дә, хатта Мәрйәм апаның да уны аңламауы, Айһылыу тураһында булған ашҡыныуҙар... – барыһы ла, барыһы ла быға сәбәп булып торҙо.
«Шулай уҡ минең тотҡан юлым, фекерем, ҡараштарым дөрөҫ түгелме икән ни?» – тигән ҡот осҡос ҡурҡыныс Вәхитте ҡаҡшатты.
Ул бөтә яҡтан да яраланды, хәлһеҙләнде. Уйҙар, уйҙар һәм уйҙар... Күҙҙәр хыянат итә. Вәхит уҡый алмай. Ә уҡый алмауға бер нисек тә өйрәнмәгән. Китаптан айырылыу уға үлем менән бер. Һин ҡәбер ситендә баҫып тораһың кеүек. Ә был турала хатта уйлағы ла килмәй. Бөтә ихтыярҙы туплап, күҙҙәреңде эшләргә мәжбүр итәһең. Ләкин – киреһенсә. Был бөтә нервыларға тәьҫир итеп, башты кемдәрҙер төрлө яҡтан ҡыҫҡан кеүек тойола. Ауыртыу йығылырға ҡуша. Ләкин Вәхиттең бер ҡасан да йығылып өйрәнгәне юҡ. Һирәк кенә килеп сыҡҡан ауырыуҙарҙы ла ул аяҡ өҫтөндә генә үткәреп ебәрә ине. Ихтыяр бер нисек тә Вәхитте еңелеү юлына ебәрә алмай. Сөнки йәшәр өсөн ашығырға, ашығырға кәрәк. Һин әле кеше өсөн бер ниндәй ҙә файҙалы эш эшләргә өлгөрә алманың.
– Их, күҙкәйҙәрем булһасы минең!!!

Юҡ, һыҡранма, Вәхит.
Һинең бер ваҡытта ла һыҡраныр өсөн ваҡытың булманы. Был турала әйтмә бер кемгә лә. Ярамай. Был егетлек түгел... Кәрәкмәй.
Ә ни эшләргә һуң? Ни эшләргә?
Әҙәбиәт дәрестәренән сочинение яҙырға бирәләр. Ашыҡтыралар.
– Вечно опаздываешь, Галимов! – ти Мөсәлиә Ғәлиевна. Ә Вәхиттең бер нисек тә китаптан күсереп кенә «минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе» тип яҙғыһы килмәй.
– Ярамай, Вәхит. Был һиңә ғәфү итерлек нимә түгел. Мин ижад итеп яҙыуҙан башҡа ҡәнәғәтлек таба алмайым. Минең эшем аҙ ғына булһа ла үҙемдекесә, ҡабатланмаған һәм айырылып торған булырға тейеш.
– Оҙон итеп яҙма, – ти Мәрйәм апа. Артыҡ тәрәнгә китмә... Урта мәктәп программаһы еткән һиңә.
Әгәр ҙә Вәхиткә шулай сикләнеп ҡалырға тура килһә, был – үлем менән бер. Алға, алға китергә кәрәк...
Көндәрҙең береһендә Низами, Вәхитте саҡырып алып, Сәғит яҙған мәҡәләне уҡыны ла йыртып та өлгөрҙө.
– Ниңә? – тип Вәхит асыуланыуға ул:
– Мин үҙемдең уҡытыусым тураһында шундай ялғанды, ғәйбәтте нисек инде газетаға яҙайым? Юҡ, ҡулдарым бармай минең, – тине. Вәхит уны кире яҙырға мәжбүр итте һәм тиҙерәк «Туған тел»дең айырым номерын сығарырға ашыҡты. Мәрйәм апа ҡаршы килһә лә Вәхит газетаны сығарҙы.
Уҡыйҙар.
«Яҡшымы, насармы, әйтегеҙ, уҡыусылар»
«Белһәң ине иптәш уҡыусы беҙҙең шағир Вәхит ғорурлығын! Ниндәй ғорурлана, ниндәй шатлана ул! «Сәләмде мин ниндәй яратам! Маяковскийҙы мин ниндәй яратам!» тигән һүҙҙәре бигерәк тә яғымлы. «Их, вәт шағирҙар! Мин уларҙы өйрәнәм, – ти ул, ашҡынып. Иптәш шағир, тик бына математика һөймәгән, әҙәбиәттән йыш ҡына «2»–ле алған шағирҙы Сәләм менән Маяковский үҙҙәре яратмаҫ бит әле. Улар һәр ерҙә шиғыр яҙып йөрөй. Ошо традицияны дауам иттереү теләге унда ла ҡайнай. Бына хатта математика дәресендә лә шиғыр сығарып ултырыуҙы ул кәрәкле итеп һанай. Ләкин уға математика уҡытыусыһы сик ҡуймайҙыр бит. Уны дәрестән ҡыуып сығара (факт: 6 март, физика дәресе). Бына ниндәй техниканы өйрәнә беҙҙең шағир. Был эш яҡшымы, насармы, әйтегеҙ, уҡыусылар? С. Фәйзуллин».
Шул уҡ гәзиттә яуап та урынлаштырылған ине.
С. әҫәренә анализ.
Зинһар, әйтегеҙ, иптәштәр. Юҡһа Сәғиттең күҙ йәштәре күлгә әйләнеп, ағып китеүегеҙ бар!.. Ә кәмәне эшләп биреү – ул общественный эш. Сәғиттең был эшкә нисек ҡарауы тураһында эпиграммала әйтелгән ине инде. Ҡабатлап тороу кәрәкмәй. Эшкә киләйек.
Математиканан белмәгәнлек – дөрөҫ, аксиома. Был, иптәштәр:
Бейеклекте ҡабатлаһаң,
Нигеҙҙең майҙанына, –
Һис бер һүҙһеҙ тигеҙ була
Цилиндр объемына, – тигән кеүек үк дөрөҫ. Һәм был минең яҙмышымды хәл итәсәк. Быны миңә Сәғит Фәйзуллин түгел, ә Сәғит Агиш бик күп алдан әйтте инде.
Ләкин Сәғит үҙе лә Ньютон түгел, мине бик үк алыҫ ташлап китмәгән. Маяковский һүҙҙәре менән әйткәндә: «Мин – үлек, ә үлек еҫе унан сыға!» Әгәр ҙә унда ысын комсомолец йөрәге булып, саф һәм ҡайнар иптәшлек хисе янып торһа, ул миңә был урында ярҙам ҡулы һуҙыр ине.
Әйтергә кәрәк, уның был әҫәре образлы һәм, таҡыр ғына булһа ла тапҡыр ғына сыйылдай алған. Тимәк, ул хәҙер общественный эшкә аҙ ғына булһа ла ҡарай белергә мәжбүр булған! «Бер ауыҙың бешһә, һалҡын һыуҙы ла өрөп эсәһең». Сәғит – сәсән. Ләкин һөрмәйенсә сәсә! «Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума», – ти бит. Дөрөҫ, Маяковский, Таҡташ, Сәләм – минең иң яратҡан өйрәтеүселәрем. Ләкин мин улар булырға йыйынмайым: «Түшәгеңә ҡарап аяғыңды һуҙ». Минең ябай ғына Бабай булғым килә. Шул. Мин кешелектең алға китеүе өсөн аҙ ғына булһа ла файҙалы булғым килә. Үҙебеҙҙең аранан сыҡҡан көрәшселәрҙе йырлай алһам ине!
Шуны ла әйтеү урынлы. Маяковский Сәғит тибындағы ете этажлы ғәйбәт һатыусыларҙы бөтә йөрәге менән күрә алманы һәм Сәғит тә ҡар төшкәндән ҡото осҡан ҡуян кеүек, һалам тәртәле әҙәбиәтселәрҙән рәхимһеҙ рәүештә хәҙер ҙә көлә һәм көрәшә. Минеңсә, Сәғиттең был әҫәренең төп идеяһы шул: үҙенең һуҡырлығын танымайынса, дөрөҫлөккә ҡаршы тәре походы ойоштороу, йәки дошманынан һаҡлаусы төҫ менән, ҡотолорға теләүсе бөжәк образын тыуҙырыу! Ләкин беҙгә, Жданов әйткәнсә, большевикса идея кәрәк.
Әҙәбиәттә, бәлки, Сәғит ҡапыл балҡып сығырға теләйҙер? Һәм сығыуы ла мөмкин! Ләкин ялҡындың осҡондан ҡабыныуы беҙгә декабристар заманынан уҡ билдәле. Һәм өйҙө лә, хәтер алдамаһа, нигеҙенән һала башлайҙар. Әлбиттә, мин бөтә ҡараштарымды әйтә алмайым. Был – ҡазалы эш, иптәштәр, буш ваҡытығыҙ булһа, һеҙгә ҡала. Ә математика–физиканан миңә ысын комсомолецтарса ярҙам иткән, йөрәктәрендә саф иптәшлек хисе янған Усманов, Муллағолов, Әминев кеүек иптәштәргә мин бөтә йөрәктән рәхмәт белдерәм.
Бәбәй түгел – Бабай.
Көндәр үтте. Сәғит өндәшмәне. «Еткән малайға», – тип уйланы Вәхит.
– Һинең яныңда бөтөнләй көсһөҙ ул. Юҡҡа һин уның менән көрәшәһең, – тине Мәрйәм апа.
– Ул көслө булһын өсөн көрәшәм, – тине Вәхит.

22/III. Ҡалтыранған ҡулдары һәм йөрәге тулы әрнеү менән Вәхит яҙа.
Донъялағы иң буш кеше итеп һиҙәм мин үҙемде. Эйе, иң буш кеше!.. Шундай кеше булыуҙан да ниндәй хурлыҡ бар һуң? Уҡыуҙа ла, сәләмәтлектә лә, йөрәктәге кисерештәрҙә лә тулы бер провал. Барыһына ла үҙем ғәйепле. Барыһына ла, барыһына ла...
Әгәр ҙә ер өҫтөндә башҡа бер тормош булһа, һис бер һүҙһеҙ донъялағы бер кешенең йөрәге тибеүҙән туҡтаған булыр ине...
Һалҡын хәнйәр осо уға рәхимһеҙ рәүештә тишеп кергән булыр ине лә... шуның менән эш бөткән булыр ине. Һинең һуңғы мәртәбә һулыш алып, мәңгелек йоҡоға талыуыңдан бер кемгә лә һалҡын йәки ялҡын булмаған булыр ине. Кәмә шулай эҙһеҙ генә үтер ҙә китер ине.
Ләкин быға хәҙер урын юҡ. Һәм булырға тейеш тә түгел.
– Еңелергә һәр кем булдыра ала. Ә бына һин ни тиклем ауыр булғанда ла еңеп ҡара.
– Бер секунд эсендә ҡапыл ғына эште бөтөү – был еңел. Ләкин бынан да ҙур көсһөҙлөктөң һәм мәғәнәһеҙлектең булыуы мөмкин түгел. Кеше бының өсөн килмәгән донъяға.
Их, Айһылыу!.. Аңламаның мине... Һиңә булған тойғо минең бөтә тормошома бәйләнгән. Ә уны һин рәхимһеҙ ҡулдарың менән емерәһең!..

23/III. Чтобы в жизни не опаздывать.
Кисә тарихтан яуап бирергә сыҡһа ла – Вәхиткә үҙе теләгәнсә һөйләргә тура килмәне: звонок булды.
Ғәзимә Солтановнаның «4» ҡуйыуы ниндәйҙер яза кеүек тойолдо Вәхиткә.
Рус әҙәбиәтенән конспект алып бармаған өсөн Вәхиткә Мөсәлиә Ғәлиевна сиреккә сыҡҡан «5»–те юйып, бер балл түбәнәйтте. Ләкин быға Вәхит әллә ни бошонманы. Әҙәбиәттән уға бөтөнләй үткәндәрҙе ҡабатлап торорға тура килмәне. Онотолмаған. Был арала унан Пугачев образы, Пушкин ижадының әһәмиәте, Белинскийҙың Гоголгә хаты, Островскийҙың «Гроза»һынан Катерина образы һоралды. (Отметкалар – «5»).
Сочинениены тағы һуңлатып бирҙе. Корчагин һәм корчагинсылар тураһында яратып яҙҙы ул.
– Почему вечно опаздываешь? – тигән һорауға:
– Чтобы в жизни не опаздывать... – тип әйтергә теләһә лә әйтмәне. Былай ҙа апа уға:
– Күккә иртә осма, – тине. Ләкин Вәхит конспект яҙырға әле ҡарар итмәне. Сөнки бөтә «кеҫә яҙмалары» уға иң яҡшы конспект ине.

24/III. Мәктәптән сығып, Вәхит тура библиотекаға йүгерҙе. Икенсе ҡабат һораһа ла Сергей Есенин ҡулда тинеләр.
«Октябрь»ҙең 2–се номеры уҡылды. Тәнҡит тураһында. Сәғәт 8–ҙә дин тураһында лекция башланды.
Мәрйәм апа ла барған ине.
Вәхит «Әҙәби Башҡортостан»ды уҡып ултыра ине. Ул уға «Ленин»ды күрһәтте.
(Хәниф менән һөйләшеү)
(Көндәлекте уҡып сығыусыларҙың фекерҙәре – З. Б.):
Я все подробно прочитала, подробно ознакомилась с твоими переживаниями, с твоим внутренним миром, с твоей душой. Ты слишком впечатлителен, переживаешь очень глубоко. Все это оставляет в тебе глубокий след. Самое главное – это то, что ты живешь настоящей, честной, хорошей жизнью. Желания, порывы твои – это добрые, хорошие желания. Ты горишь тем, чем должен гореть человек, стремящийся к добру, к справедливсти, к правде.

Вернуться назад