
Беҙҙең өйгә бөгөн “Ағиҙел” журналы килде. “Әҙәби тәнҡит” рубрикаһында “Урал батыр” эпосында йога тәғлимәте” тигән мәҡәлә баҫылған. Авторы - Рәшиҙә Ғиззәтуллина. Баш һүҙҙе яҙған филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәков, бер яҡтан, авторға маҡтау һүҙҙәрен еткерә, икенсе яҡтан, уны нисектер аҡлай ҙа кеүек. "Уйлы кешеләр тәнҡитләргә ашыҡмаҫ", тип киҫәтә ул һәм Ғиззәтуллинаның тикшереү ысулын ҡалыптарға һыйып бөтмәй, тип билдәләй. Эш ҡалыптарҙан азат булыуҙа түгел. Бындай тикшеренеү ысулы фәндә бөтөнләй юҡ.
Маһамудраны маһир, маһайыу, йәки кеше исемдәре – Маһира, Маһикамал, Маһисәрүәр менән сағыштырыу яңылыҡ түгел, бындай ялған фән әһелдәре һуңғы йылдарҙа бик үрсеп китте, форумда ла улар йыш фашлана.
Ә бына Урал батыр эпосының йога менән параллелдәренә ҡарата фельетон яҙырға мөмкин булыр ине. Мәҫәлән, Шүлгән менән Уралдың ҡанды эсеү-эсмәү тураһында бәхәсе Шүлгәндең Хинаяна-Йога, Уралдың Махаяна-Йога юлын һайлауы менән бәйле икәнен мин бығаса белмәй инем. Урал, ҡанды эсеүҙән баш тартып, ни эшләй тиһегеҙме? Ул, белгегеҙ килһә, Нияма баҫҡысына күтәрелә! Ә атаһының асыуын баҫырға кәңәш биргәндә, Уралдың аңы, баҡһаң, муладара чакраһын ташып киткән икән!

Артабан ике улдың юлдары айырыла бит инде. Уларҙың береһе, аңлашыла ки, уң яҡтағы Пингала, икенсеһе һул яҡтағы Ида каналдарын һайлай. Уралдың егет ҡорона етеүе, белгегеҙ килһә, уның кәр-ҡеүәте Свадистана кимәленән ашып китеүе менән бәйле!

Һомай, тәбиғи, вишудда кимәлен үтеп, инде аджняға еткән, бер ынтылһа, Йыһан ҡапҡаһы Сахасрараға етер Шүлгәндең яңылышыуын тоя, күрәҙәлек итә...
Ә “Сансараның алты ҡатынан ашып, етенсеһендә – Сахасрара чакраһындағы Йыһан ҡапҡаһынан аңын сығарыуға өлгәшкән Урал батыр, әлбиттә, Вишудда кимәленә күтәрелгәндән һуң инде, халҡына васыят һүҙе еткерә: Кесене кесе итегеҙ – Кәңәш биреп йөрөгөҙ...”
Минең Йога тәғлимәтенә ҡарата бер ҡаршылығым да юҡ. Ләкин был ят мәҙәниәттең, ят тәғлимәттең "Урал батыр"ға ни ҡыҫылышы бар? Ни өсөн берҙән-бер башҡорт әҙәби журналында шундай ялған фәнни мәҡәләләргә урын бирелә? Тәнҡитләмәҫ инек тә, тик беҙ әле Рәшиҙә Ғиззәтуллина телгә алған“БӨТӨН-будун-Будда” хәленә кермәгәнбеҙ бит әле, хөрмәтле “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре! Нирванаға етер өсөн дә тырышырға ла тырышырға кәрәк...
Зәйнәб