Календарь
« Һабанай 2012 »Д Шш Шр К Й Шб Йш 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
» VIII. Сәләхиҙең Иҙеүкәйҙе ошаҡлағаны
15-02-2010, 15:29 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1462
Һарайҙа торған һайын Иҙеүкәйҙең абруйы арта барған. Бәйгеләрҙә ат сабыштырғанда, ерҙән балдаҡ алыуҙа, көрәштә, уҡтан атыштарҙа берәүгә лә ал бирмәгән. Етмәһә, хан ҡыҙы Ынйыбикәнең, Иҙеүкәйгә ғашиҡ булып40 , һунарға бергә сығып йөрөүенә Сәләхиҙең эсе ҡайышҡан. Сәләхи, хан менән Иҙеүкәйҙе ыҙғыштырыр өсөн, төрлө юлдар эҙләгән. Берҙән-бер көндө Сәләхи ханбикә янына килгән дә былай тип һөйләгән:
— Бикәм, һин ни уйлайһың?
Дана үҫкән ҡыҙың бар,
Хәзәр* ханы улына
Һорай торған уйы бар.
Каруан-каруан ҡыҙыл мал,
Өйөр-өйөр йылҡы алып,
Баш бей менән хан улы
Килә тигән хәбәр бар.
Ҡыҙың күҙен алдырған,
Иҙеүкәйгә алданып,
Ҡалым-маҙар түләтмәй
Сыҡмаҡ була эйәреп.
Ысын булһа был хәбәр,
Һарайға хурлыҡ түгелме?
Урҙа һынлы ҙур ханға
Байлыҡ юйыу түгелме?
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс,
Ханбикәнең төҫтәре
Бер ҡыҙарып, бер уңарған.
Ни әйтергә белмәйенсә,
Урынынан ҡуҙғалған.
Хан ултырған аулаҡта,
Йыуынышып арыҡта.
Ҡыҙарынып, бүртенеп,
Хан янына ханбикә
Барып сыҡҡан шул саҡта.
Күрмәгәнде күрҙем, тип,
Үҙ уйыны төш итеп,
Ханға һөйләй башлаған:
— Ханым, йоҡлап ята инем,
Бер яман төш күрҙем дә,
Йөрәгем һуғып уяндым,
Үҙ-үҙемә ышанмай.
Ян-яғыма ҡарандым.
Күп ултырҙым уйланып,
Уйым етмәй ҡалғынып,
Ынйыҡай тип саҡ ҡына
Һөрән һалып ҡуйманым.
Ынйының бер тар йортта
Йоҡлап ятҡанын күрҙем;
Муйынына уралған бер
Аждаһа йылан күрҙем.
Ҡысҡырырға өнөм юҡ,
Әрсәләргә кемем юҡ,
Һиңә йүгереп килгәйнем,
Һине тағы хур күрҙем:
Һарайҙа намаҙ уҡыйһың, —
Башың яланғас күрҙем;
Тағың* торған ерендә
Бик яман бер уй күрҙем.
Уй эсендә ҡуҙ яна,
Кемдер ҡуҙға тын өрә,
Һинең таҡты шул ҡуҙға
Утын итмәксе була.
Ҡурҡыуым шулдыр, оло хан,
Был ни булыр, оло хан?
Туҡтамыш:
— Ай, ханбикәм, был төшөң,
Шайтан төшө булмаһа,
Бик ҡурҡыныс төш икән.
Һарайымда дошманлыҡ
Ҡылған әҙәм бар микән?
Ханбикә:
— Һарайҙағы баш бейең
Ҡулын һала ҡыҙыңа, —
Беләһеңме, оло хан?
Ҡыҙың уға кейәүгә
Сығам тиһә, ҡарыуға
Ужарың ни, оло хан?
Иҙеү алам тигәндә,
Илгә алап* һалғанда,
Талаш-тартыш киткәндә,
Ни уйың бар, оло хан?
Минең бөгәсә күргән төш:
Һинең салмаң осорған,
Ҡыҙҙы ураған ҙур йылан —
Шул булмаһын, оло хан.
Туҡтамыш:
— Ынйыға ҡул һалғанын
Тәү ишетеү, ханбикә.
Ынйы барам тигәндә,
Балаға ужар булырлыҡ
Олпатым бар, ханбикә.
Иҙеүкәй, ҡыҙҙы алам, тип
Алап һалһа Урҙаға,
Кәңәш-төңәш итмәйсә
Әйтеп булмай, ханбикә.
Уралдан килгән ҡарт йырсы,
Күпте күргән ҡарт кеше —
Һабрауҙы саҡыртып,
Һинең күргән төшөңдө
Юратайыҡ, ханбикә, —
Тиеп икәү уйлашып,
Һабрауҙы саҡыртып,
Юратырға булғандар…
41 Бер нисә көн үткән һуң,
Хан ҙур туй йыйған, ти.
Туй таралғас, Туҡтамыш,
Саҡырып алып бейҙәрен,
Ханбикәнең төшөнә
Барына ҡарап һөйләгән,
Төштө юрап биреүҙе
Һабрауҙан һораған.
Һабрау төштө тыңлаған,
Былай тиеп юраған:
— Ынйыны күреү тар йортта
Һарайҙа баш китерлек
Алдыҡ тулыу, оло хан.
Уны уратҡан аждаһа —
Илеңә дошман берәүҙең
Ҡыҙың һөйөү, оло хан.
Таҡ аҫтында уй күреү —
Яҡшыны яман күрһәтеп,
Ҡыртым менән көн күреп,
Ике йөҙлө йөрөүсе
Кешенең эше, оло хан.
Таҡ аҫтында ҡуҙ күреү —
Һарайыңда сер йыйған,
Күңелеңде арбаған
Иң яҡының берәүҙең
Дошманлығы, оло хан.
Намаҙ уҡыр сағыңда
Башың яланғас ҡалыу —
Һин уйламаҫ берәүҙең
Тағың алыуы, оло хан.
Был юрауҙы ишеткәс,
Хан, һаҡалын һыпырып,
Аптырауға ҡалған, ти.
Был кешене белергә,
Һарайынан ҡыуырға,
Тиеп ҡарар ҡылған, ти.
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
Башҡортостаным яңылыҡтары
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...Киләсәккә рухи васыят Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...Ғәфү итсе, нигеҙем!.. Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...Булғанда – бүреләй, булмағанда… Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...Их, мунсаһы! Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы? Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
Һорау
Сайтты файҙалы табаһығыҙмы?