 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Һабанай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | | 28 | 29 | 30 | 31 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» VII. Иҙеүкәйҙең баш бей булғаны, ғәҙел хөкөмсө булып танылғаны
15-02-2010, 15:32 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1423 |
 |
 |
Берҙән-бер көндө һарайға ат етәкләп — дүрт кеше, бер бала етәкләп — ике ҡатын, бер ҡош өсөн ғауғалашып, ике һунарсы килгән. Туҡтамыш хан быларҙың дәғүәләрен хәл итеүҙе яңы баш бейе Иҙеүкәйгә тапшырған. Хан алдында, һарайҙағы барлыҡ бейҙәр алдында Иҙеүкәй тегеләрҙе берәмләп һорашҡан, дәғүәләрен тыңлаған. Тәүҙә ат етәкләп килгән дүртәүҙең береһе әйткән. — Атанан беҙ биш туған Тороп ҡалған ир инек; Мираҫ булған бер атты, Шыбаға тотоп, үҙ-ара Бишебеҙгә бүлгәйнек. Аттың бер арт аяғы Аҡһаҡ ине ыуанан — Уныһы тейҙе Кинйәгә; Башы тейҙе олобоҙға; Һау ҡалған өс аяғы Тейҙе беҙҙең өҫөбөҙгә. Бына бер көн атыбыҙ Айһыҙ ҡараңғы төндә Барып төшкән игенгә. Иген эйәһе тотоп, Түләү килде биш һумға. Берәр һумды түләүгә Ағабыҙ күнмәй арала: «Аяҡ алып бармаһа, Баш йөрөмәй һис ҡайҙа! Түләгеҙ һеҙ үҙ-ара», — тип, Түләүҙән ул баш тарта. Бына һеҙҙән, оло хан, Туры хөкөм һорайбыҙ, Һеҙҙең хөкөм буйынса, Игенсегә түләйбеҙ. Быны тыңлап бөткәс, башҡа бейҙәр: «Ат уртаҡ булғас, уртаҡ түләргә инде», — тип, үҙ-араһы кәңәшләшә башлаған икән, Иҙеүкәй ултырған еренән ҡалҡа биреп, үҙ хөкөмөн әйткән, ти: — Ашайым тип ыуа аяҡ Үҙе башлап атламаҫ; Ыуа аяҡ, янбашҡа Ашаһа ла ит ҡунмаҫ. Боронғолар һүҙе бар: «Аҡылһыҙ баш аяҡҡа Тынғы бирмәҫ бер ваҡыт». Шуға күрә баш эйәһе — Һеҙҙең оло ағайығыҙ — Ике өлөш түләһә лә, Булмаҫ, тимен, һис наҡыҫ. Ауырыу аяҡты һөйрәүсе — Аҡыллы баш, һау аяҡ. Шулай булғас, кинйәгеҙҙең Түләмәҫкә хаҡы бар. Иҙеүкәйҙең хөкөмөнә Хан да риза булған, ти, Шулай итеп түләргә Барына бойороҡ биргән, ти 33. Шунан инеп, ике аусы Үҙ дауҙарын һөйләгән: — Беҙ икебеҙ — Урҙала Иң дан алған аусыбыҙ. Ау ауларға далала Типһән, күлде бүлгәнбеҙ. Минең ерҙән бер туғаҙаҡ Осоп китте кире яҡҡа. Шуны күреп, был аусы Уғын атҡан туғаҙаҡҡа. Ул атмаһа, мин ҡошто Күҙҙән яҙлыҡтырмайса, Ата һалып ала инем, Минән алыҫлашҡансы. Инде үҙегеҙ беләһеҙ Һунарсылыҡ йолаһын: Табыу минән, атыу унан, Табыш уртаҡ булаһын. Хан бейҙәре — вәзирҙәр Өнһөҙ тороп ҡалған һуң, Туҡтамыш хан хөкөмдө Иҙеүкәйгә тапшырған. Иҙеүкәй: — Ерҙе бүлгән булһаң да, Һауа — уртаҡ, аусылар. Шулай килгәс дау менән, Хөкөм ҡылмай ярамай. Бер шартым бар, аусылар: Осҡан ҡошто ата алыу — Мәргәнлектең билдәһе; Үҙ балаһын алып сығып, Уға ҡошто тоттороп, Башын ҡырға сәкәйтеп, Ике йөҙ ҡуһандан* тороп, Ҡоштоң күҙен сәп итәр. Атҡан саҡта яҙлыҡһа, Йә балаға тейҙерһә, Башы менән ҡон түләр. Шундай мәргән булмаһа, Осҡан ҡошто ата алмаҫ, Һинең даулап йөрөүең Ҡолаҡҡа алыр дау булмаҫ. Сәләхи: — Бындай мәргән донъяла Һис бер тыуып үҫмәгән. Оан 34 ҡалаһы вәзиргә Иманлы бул тигәндә, Данлы Ғәли батырға 35 Башыма уғың тейҙермәй, Кәпәсемде атып сөй, Кираматың күрәйем, Шунда динең хаҡ тиеп, Динеңә мин инәйем, Илемә алап һалайым, — Тигән һүҙгә баҫынып, Һаҙағын Ябраил 36 тоҫҡатҡан, — Ғәли батыр батырлыҡ Ҡыла алмай аптыраған, — Тигән һүҙҙе ишеткәс, Хандар, бейҙәр ҡул ҡуйып, Булмаҫ шарт, тип шаулаған. Иҙеүкәй һүҙен һүҙ итеп, Туғаҙаҡты ҡулға алып, Шундуҡ һарайҙан сығып, Бер ҙур майҙан йыйҙырған; Ҡошто биреп берәүгә, Һаҙаҡ алып ҡулына, Бер һөйәмдәй ҡош башын Тотоусының үҙенән Сәккәйттереп ҡуйған, ти; Янға һалып һаҙағын, Халыҡҡа ҡарап былай тип, Ҡошҡа тоҫҡап атҡан, ти: — Ғәли ҡурҡһа алаптай, Кәпәс сорғоп атыуҙан, Уралда үҫеп ҡош атҡан, Ат уйнатып дан тотҡан, Йөҙөк ҡаштай ҡош күҙен Аҡтарғансы атыуҙан Иҙеүкәй ҡурҡмаҫ һис ҡасан, — Тиеп тоҫҡап атҡан, ти 37. Һаҙаҡ ҡоштоң күҙенән Өңөп сығып киткән, ти. Ханы, бейе, килгән халыҡ Һүҙһеҙ, тынһыҙ шаҡ ҡатып, Аптырауға ҡалған, ти. Халыҡ алдында шул ерҙә Бер баланы етәкләп, Килгән ике ҡатындың Дауын һорап, Туҡтамыш Хөкөм ҡылып бирергә Иҙеүкәйгә ҡушҡан, ти. Ҡатындарҙың берәүһе: — Алты айлыҡ сағында Ошо балам йәйләүҙән Бер кис ғәйеп булғайны. Тап ике йыл тигәндә, Туғай буйлап күс юлдан Йәйен йорттан ҡайтҡанда, Сағыл аша түтәнән Ошо ҡатын бала мән Миңә килеп осраны. Ул бала бит минеке, Сәсен уның аралап, Ҡолағыны ҡарағыҙ: Ҡот ҡойғанда май сәсрәп, Бешеп ҡалған миңе бар, — Тип, үҙ дәғүәһен әйткән, ти. Икенсеһе тағы ла: — Бала минең үҙемдеке, Ирем үлгән сағында, Буйҙа тороп ҡалғайны. Үҙ бауырым балама Бынау яуыз бер ҡатын Юлда килеп уҡталды. Бирмәй китһәм, тағы ла Ас бүреләй үкереп, Тирә-яҡҡа шау һалды. Бына шуға аптырап, Һеҙҙән бер хөкөм һорап, Бынау яуыз ҡатынға Яза биреүҙе теләп, Һеҙгә төбәп килгәйнем, — Тиеп һүҙен әйткән, ти. Ике ҡатын икеһе лә, Бала төҫөн үҙенеке Икәнлеген аңлатып, Билдәләрен әйткән һуң, Хан, вәзирҙәр аптырашып, «Йә, Иҙеүкәй!..» тигәндәй, Уға бағып ҡалған, ти. Иҙеүкәй булат ҡылысын Ҡынынан һурып сығарып, Баланы ҡашына алған да: «Юғалттым, тип әйтеүсе, Төҫө, башын баланың Бөтә билдәһен белә. Бала минеке тигәне Бала төҫөн үҙенә Оҡшатыу мән тағы ла Уныҡы һымаҡ күренә. Шуға күрә баланы Икегеҙгә уртаҡлап, Бүлеп бирмәксе булам», — Тип ҡылысын күтәргәс, Бала юғалттым тиеүсе, «Ай, балам!» тип, һығылып, Һушһыҙ ауған шул саҡта. Бала үҙемдеке, тип Бирмәй торған был ҡатын, Йөрәге лә һыҙламай, Үҙе һис тә ҡаушамай, Баҫып торған шул саҡта. Иҙеүкәй шундуҡ ҡылысын Кире тыҡҡан ҡынына; Ҡашындағы баланы Ала һалып ҡулына, Йәшен һөртөп битенән, Тәтәй биреп ҡулына, Хан алдына килгән, ти; Халыҡҡа ҡарап былай тип, Үҙ хөкөмөн әйткән, ти: — Аҙаматтар, был бала Тапҡан ҡатынға тейә: Күрҙегеҙ бит барығыҙ ҙа, Үҙ бауыры булғанға, Алда үлем күргәнгә Йөрәге һыҙлап, түҙәлмәй, Һығылып төштө иҙәнгә 38. Хәҙер серҙе асырға, Эштең төбөн белергә Мин барамын тегеһенең Йәшәп ятҡан еренә. Уның был баланы Урлап алған икәнен Шунда төпсөп белгән һуң, Ул ҡатынды йортонда, Үҙе тыуған ерендә, Ырыуын йыйып, майҙанда Дарға аҫып китәмен, — Тигән һүҙҙе ишеткәс, «Балам» тигән был ҡатын Шунда серҙе асҡан, ти: — Юҡ, мин был баланы Һатып алдым таулыҡта. Йыл ярымдан артыҡтыр, Аҫыраным ҡышлыҡта. Ҡатын булып ир ҡуйынында Һис бер бала тапманым, Ҡатын ҡором үтеп бара, Бала тәмен татыманым. Илап әйткәс үҙ ҡайғыһын, Ул ҡатынды Иҙеүкәй Ҡотҡарырға булған, ти. Бала һатҡан кешене Таптырырға ҡушҡан, ти. Хан да быға ҡул ҡуйып, Эҙләүселәрен йыйып, Был ҡатынға эйәртеп, Барын шундуҡ оҙатып, Хөкөм эшен бөткән, ти 39. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Башҡортостаным яңылыҡтары |
|
 |
 |
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы
Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...
Киләсәккә рухи васыят
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...
Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...
Ғәфү итсе, нигеҙем!..
Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...
Булғанда – бүреләй, булмағанда…
Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...
Их, мунсаһы!
Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...
Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?
Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...
|
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |