Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» VI. Туҡтамыш хандың Иҙеүкәйҙе һарайға баш бей итеп ҡуйғаны
15-02-2010, 15:33 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 958
Туҡтамыш хан Урҙала
Был хәлдәрҙе ишеткәс,
Юрматы, Ҡыпсаҡ, Ҡатайҙы,
Тамъян, Табын батырҙы
Кәңәшсе иткән һарайҙа;
Ҡотло менән Иҫәнде
Ҡош сөйөүгә далала
Ҡошсо иткән тағы ла
Үҙе йөрөгән һунарҙа,
Һабрауҙы саҡыртып,
Менәренә ат биреп,
Йөрөрөнә яй ҡуйып,
Ҙур туй булһа Урҙала,
Килеүен уның шарт ҡылып, —
Уралдан ҡол алмаҫҡа
Бары алдында һүҙ ҡуйған.
Урҙала хан янында,
Ҙур бей итеп ҡуйырға,
Һабрауҙы ебәреп,
Иҙеүкәйҙе саҡыртҡан.
Иҙеүкәй, хан саҡыртҡас,
Һабрау ман уйлашып,
Урҙа ханға барған, ти;
Атаһы ман Иҫәнде,
Уралдан киткән батырҙың —
Барыһын да күргән, ти;
Һарайҙағы серҙәрҙе,
Туплап яткан уйҙарҙы,
Батырҙарҙың күбеһе
Хан ҡушҡанса эшләүсе,
Илде йөрөп талаусы
Икәнлеген барының
Һорашып, күреп белгән, ти.

Үҙе уйын берәүгә
Әйтмәй, йәшерен сер тотоп,
Эштең яйын белергә,
Яман, яҡшының барын
Үҙ күҙенән үткәреп,
Ашы юҡҡа аш биреп,
Туны юҡҡа тун биреп,
Ат кәрәккә ат биреп,
Үҙенә юлдаш итерлек,
Уйҙа серҙәш булырлыҡ
Ирҙәрҙе лә тапҡан, ти.

Ил аралап йөрөгән һуң,
Илдә күп сер белгән һуң,
Урҙаға кире ҡайтҡан һуң,
Унда бер аҙ торған һуң,
Ат өйрәтеп менеүҙә,
Һунарҙа ҡош сөйөүҙә,
Һүҙгә сәсән булыуҙа
Ханға егет оҡшағас,
Хан саҡыртып алған, ти.

Туҡтамыш:

— Ай, егетем, саҡырғас,
Урҙама төбәп килгәнһең,
Һарайҙа һин ҡалырһың,
Яурындары уҡалы,
Алтын һабаҡ төймәле
Ҡамҡа тундар кейенеп,
Көмөш ҡәмәр быуырһың!
Тәҡәүеренә бәйләнгән
Бауы тора һум алтын,
Аҡ шоңҡар ҡош бирермен;
Эйәр ҡашына ултыртып,
Йәйен килеп түлләгән
Ҡош күсенә сөйөрһөң!
Ҡуян ботло ҡаратҡа
Аҡыҡ ҡашлы, ҡумлы эйәр
Һалып тағы менерһең!
Ил өҫтөнә яу килһә,
Яуыма ҡор башы булып
Яуға ҡаршы сығырһың!

Хан һүҙене ишеткәс,
Ҡара диңгеҙ буйында
Илен талап, ҡан эсеп,
Үҙ иленә һыймайса,
Туҡтамыш ханға килеп,
Баш бей булып Урҙала,
Хан ҡыҙыны алам тип,
Өмөтләнеп йөрөүсе
Сәләхи быға тарһынған.

Хандың бар өс балаһы:
Ҡадирбирҙе30 — олоһо,
Ынйыбикә — уртаһы,
Кинйәбикә31 — кинйәһе.
Ынйы сыҡһа яланға,
Сәләхи уны һағалап,
Ханға кейәү булырға
Ынйыһына ымһынып,
Һис тә ҡалмай йөрөгән, ти.
Ынйы булған бик иркә:
Уйын-көлкө — кис, иртә;
Алтын, ебәк — кейеме.
Бәйләмәгән ҡолондай,
Бер урынға биш баҫып,
Түшен-башын тертәйтеп,
Сәләхи күңелен елкетеп,
Иҫе-дәрте, белгәне —
Бары уйын булған, ти.

Ханды, нисек булһа ла,
Кире ҡағып ҡарарға,
Иҙеүкәйҙе һарайға
Ҡорбаш итеп алмаҫҡа,
Ханға ҡарап Сәләхи
Былай тиеп һүҙ асҡан:

— Ай, оло хан, оло хан,
Үҙең белмәҫ нимә бар
Уҙа килгән быуында.
Алтын тигән ҙур Урҙа
Аҡ Урҙаға ҡалғанын
Беләһең бит, оло хан!32
Аҡ Урҙаңды тирәләй
Яуҙар ҡубып торғанын
Һиҙәһең бит, оло хан!
Ҡандар кисеп сыҡмайсы,
Бейҙән бейгә барырға
Юл табалмай ҡайтыусы
Илселәрең барлығын
Беләһең бит, оло хан!
Уралдан ирҙәр алһаң да,
Һарайҙа бей ҡылһаң да,
Атҡа менгән халыҡтың
Аттан төшмәй йөрөүен,
Һиңә тоҫҡар ҡылысын
Һаман ҡынға тыҡмауын
Ишетеп тә, һиҙеп тә
Тораһың бит, оло хан!

Шундай саҡта һарайҙа
Ханы менән бейҙәрҙең
Илде бергә тупларҙай,
Яуға ҡаршы торорҙай,
Илде ҡулда тоторҙай
Аҡылы кәрәк, оло хан!
Илеңә килгән Иҙеүкәй
Һыналмаған, үҙе йәш.
Урҙа һынлы һарайҙа
Буҙ баланы бей ҡылыу,
Бөтә яуға баш ҡылыу
Ҡулай булмаҫ, оло хан!

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс,
Сәләхи уны кәмһеткәс,
Аяҡҡа баҫҡан Иҙеүкәй,
Һүҙ башлаған Иҙеүкәй:

— Ай, оло хан, һүҙ булһын,
Илем, көнөм һау булһын:
Шәрә тыуҙым әсәнән,
Уралым кейем кейҙерҙе;
Үҙ ҡуйынында үҫтереп,
Ыласындарын сөйҙөрҙө;
Йәш булһам да, ат мендем,
Ҡулыма һаҙаҡ тотторҙо.
Уралымды йәмләгән,
Үткән көнөн йырлаған,
Шайҡандарын һайраған,
Һандуғасы — ҡошона
Ирек бирмәй яҫҡыған
Бөтә йыртҡыс ҡыйғырға,
Малын ҡырған бүрегә,
Алпан-толпан йәйәүләп,
Умарта ватҡан айыуға
Тоҫҡап һаҙаҡ аттырҙы.

Ат уйнатып үҫкән һуң,
Ил аралап йөрөгән һуң,
Уралымды атам тип,
Дүрт йылғаһын әсәм тип,
Шишмәләрен тыуасам* тип,
Нимәрәләй* күреп урманын,
Ейәнсәләй — ҡоштарын,
Ете яттай* — йәнлеген, —
Барын танып белгән һуң,
Һаҙаҡ атмай туҡтаным.
Уралымда үҫкәнде
Бауырым тип белгән һуң,
Булат алып ҡулыма
Атым менеп, яу сабып,
Уралыма ҡул һуҙған —
Барын дошман тип белеп,
Шуға ҡарай уҡ аттым.

Ай, оло хан, оло хан,
Илемдә ҡаҡһыр түгелмен;
Бөйҙә* тотҡан ҡулына
Юлбаҫар ир түгелмен;
Урын тапмай йөрөргә
Тыума бала түгелмен!

Ҡолаҡсындай сүл бүреһен,
Ала ҡанат ҡыр ҡаҙын,
Ҡояш төҫөн ашаған
Аҡһыл саптар төлкөһөн,
Боҫор урын тапмаған,
Ең осона етмәгән
Ҡыҙыл сикә ҡуянын,
Тал ҡыуаҡтан зарыҡҡан
Анда-һанда ҡош-ҡортон,
Тик һыуыры, саңҡылдап,
Типһәненә шаң биргән,
Ҡыҙарып ятҡан ҡом-ерен —
Береһен ерһеп килмәнем!

Шыр урманда маһайып,
Алпанлаған айыуы;
Һылыу ҡыҙҙай биҙәнгән
Ҡара бауыр төлкөһө;
Кем уҙарҙан һайраған
Ағас һайын ҡош-ҡорто;
Һарайҙағы хан һымаҡ,
Ҡаяһында бөркөтө;
Алдынан ҡош уҙғармаҫ
Күк ҡарсыға, ҡыйғыры;
Мөлдөрәп торған күлендә
Ҡарасайы, өйрәге;
Йырсыһына ҡушылып,
Һылыу ҡыҙ ман ярышып,
Моңон бөрккән ҡурайы;
Тулы ҡойроҡ, ялбыр ял,
Өйөр һаҡлар айғыры, —
Бары бергә маҡтаған
Байман табыр илем бар!
Армыт-армыт япраҡлы
Урал тигән тауым бар.
Уны ташлап нишләйем?!
Арыҫландай беләкле,
Ҡарсығалай йөрәкле
Батыр үҫтергән ете ырыу —
Алмаштырмаҫ илем бар!
Уны ташлап нишләйем?!
Оло башың кесе итеп,
Һин саҡырғас, килдем мин;
Ат тирләтеп, ил ҡунып,
Урҙаң йөрөп күрҙем мин;
Кем ҡорһағы күпсегән,
Кем йөрәге күмһегән,
Кем һөйәге билсәйгән, —
Үҙем йөрөп күрҙем мин;
Алтын Урҙа, Аҡ Урҙа,
Аҡ Урҙа ла — ҡалғышып,
Тороп ҡалған бер урҙа;
Урҙала ла сәркәшлек
Ни икәнен белдем мин.
Инде ҡунаҡ булдым мин,
Әйтер һүҙем бөттөм мин,
Ат эйәрләп ҡуйҙым мин,
Аман-иҫән, һау булың,
Үҙ юлыма киттем мин, —

тип, һүҙен ҡырт киҫеп, сығып китә башлағас, хан Иҙеүкәйҙе туҡтатҡан да уны баш бей итеп ҡуйырға тигән фарманын биргән, ти.
 
 (голосов: 0)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Оран. Рәйес Түләк
  • Башҡортлоҡ. Рәйес Түләк
  • Себергә хат. Рәйес Түләк
  • Танышайыҡ
  • Мәҡәлдәр


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.