Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» IV. Иҙеүкәйҙең Тора бейгә килгәне, ике арала бәхәс булғаны
15-02-2010, 15:38 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1444
Ай, көн йөрөп, ил гиҙеп,
Илде күреп, ир һайлап;
Шәғәле бейгә яу асып,
Күп йыл тынмай һуғышып,
Аҙаҡ сиктә миктәгән
Яйыҡ батырҙы алып;
Дәмми бейҙән10 туҡмалған,
Ҡолаҡ, танау мөнтәлгән
Келәйле11 батырҙы эйәртеп,
Иҙеүкәй килгән Тораға.

Иҙеүкәй килгәс Тораға,
Яҡын бармай ҡураға,
Аҡ тирмәгә яҡынлап,
Тыштан сәләм биргән, ти.
Тора бейҙең бер ҡоло
Шул саҡ сығып тирмәнән,
Ҡунаҡ итеп олпатлап,
Ат башынан алған, ти.
Иҙеү аттан төшмәгән,
Ҡулындағы теҙгенен
Бей ҡолона бирмәгән,
«Һыу башынан ат менеп,
Илдән килгән илсемен;
Бейҙең ажарын күрмәйсе,
Аттан төшмәҫ кешемен!» —
Тигәс, ҡол тирмәнән
Бейҙе алып сыҡҡан, ти.
Иҙеү аттан төшкән, ти,
Бейҙең ҡулын тотҡан, ти;
Үмәр баба ҡылысын
Иҙеүкәйҙә күргәс, бей
Аптырауға ҡалған, ти.

Иҙеүкәй:

— Көн менән төн һанаған
Айы үтеп, йыл тулған;
Йыл, миҙгелгә бүленеп,
Ир быуынын һанаған.
Күп быуындың эсендә
Кем ир булып үҫмәгән?!

Ат уйнатып Шиханда,
Мал түлләтеп Нарыҫта,
Толпар менгән Ҡотлоно12,
Тай-тулаҡ ат мендереп,
Аймағын ҡорҙай туҙҙырып,
Йортон-ерен яндырып,
Ҡамҡа* тунын һалдырып,
Ҡырҡ ямау ҡыптыр тун
Иңбашына һалдырып,
Ҡая эсендә йәнлеккә
Байғош һунарсы ҡылып,
Аҙаҡ сиктә Урҙаға
Ҡолға биргән13 быуын был.
Күп ҡандарҙы кистергән,
Күп һыуҙарҙы эстергән,
Күп йәштәрҙе түктергән,
Тернәкселде бейҙәрҙән
Малын муйырып ҡоллатҡан,
Бик борондан аҙамай
Уҙа килгән быуын был.
Быуын-быуын туҡрамай
Уҙа бара, йыл һанап,
Һәр быуындың эсендә
Бейе тыуа алмашлап;
Сабары йөрөй алдында
Юлына маяҡ ҡаҙап.

Бына, ҙур бей, мин һиңә
Туры килдем шуны уйлап:
Көн бөтмәһә, ай бөтмәҫ,
Ай бөтмәһә, йыл бөтмәҫ.
Йыллап быуын уҙыр ул,
Уға кеҙәү табылмаҫ.
Илдең шайҡан шаршыһы
Аҡҡан ҡандар күпсетеп,
Баһат* яһап бейҙәргә,
Маяҡтарын муртайтып,
Бейен барын ҡалғытып,
Бер саҡ ҡыраң ҡылмаҫмы?

Тора бей, үҙенә аҡыл бирергә теләгән йәш Иҙеүкәйҙе һанға һуҡмай, бейлегенә маһайып, былай тигән:

— Сауылдан ҡалған төпһәнән
Үрсеп сыҡҡан ҡыуғындай,
Байлыҡ менән бейлек тә
Атаһынан балаға
Ҡала килә электән.

Тоҡомо бейҙән булмаһа,
Атаһынан ҡалған һуң,
Буйһонорға ант иткән
Иленән уға ҡарата
Мираҫ бейлек ҡалмаһа, —
Ҡылды ҡырҡҡа ярырҙай
Телле мәрҙәс булһа ла,
Ауыҙы ман ҡош тотор
Алғыр ҡашҡа булһа ла,
Тау-таш ауһа өҫтөнә,
Ат башындай йөрәкле,
Тимер, ҡорос-булатты
Ҡамыр итер беләкле
Ҡашҡа батыр булһа ла;
Ел моронлап, емһенеп,
Ҡан көҫәгән бүреләй,
Булат тотоп, яу асып,
Сергеһенән ҡан кисеп,
Үҙе бейлек тапһа ла;
Быуын-быуын үткәндең
Яҙмыш уҙып, ҡан кисеп,
Үҙе бейлек тапҡандың
Йәлсеп аймаҡ ҡорғанын,
Илдә ырыҫ йәйгәнен
Ишетеп тә, күреп тә
Белгәнем юҡ донъяла.

Әле Иҙел, Нөгөштә
Яйыҡ, Эйек һыулаған,
Бөтә Урал буйлаған,
Тимер, ҡорос-булатты
Ҡамыр итер бар микән?
Илде ҡулға алырға
Төн йоҡламай уйланып,
Аттан төшмәй төн буйы,
Тибенгеһен тирләтеп,
Арҡа-ялан утынан
Ут утлатҡан бар микән?
Йөрәге ташып асыуға,
Сая алғыр бүреләй,
Аҙна йөрөп, аш еймәй,
Бер уҡталып ейгәндә,
Яңғыҙ үҙе бер ҡуйҙы
Ейеп бөтөр мыҡты ир
Был аймаҡта бар микән?

Батырмын, тип ат менгән
Сығыр юлын тапмаһа,
Яйыҡ менән Иҙелде
Билен быуып кисерлек
Илдә батыр бар микән?

Ҡош тырнағын тейҙермәҫ,
Күк ыласын типтермәҫ
Йылғыр ҡоштай, аймаҡта
Ер ҡуйынына инеүҙән
Һис бауырын һыҙлатмаҫ
Берәй ҡашҡа бар микән?

Быуын-быуын буйына
Хандан ханға йөрөгән,
Оҙон-оҙон юлдарҙың
Осона сығып етерлек,
Уралда ат уйнатып,
Атын һынап менерлек
Илдә батыр бар микән?

Башы һыйған юлаҡтан
Үтә сыҡҡан йәтсәләй,
Ил күңеленә үтерҙәй,
Ҡыртым* менән ил туплап,
Илде шаршы итерҙәй,
Ҡыраң яһап, ҡалғытып,
Данлы бейҙе ҡолатыр
Берәй ҡашҡа бар микән?
— Сауылдан ҡалған төпһәнән
Үрсеп сыҡҡан ҡыуғының,
Тал ҡаплаһа, үҫмәүен;
Урман ҡырыҡмай бей булған,
Йәнлек тотмай тун кейгән,
Барыр юлын белмәгән,
Үҙ ҡулы ман ат башын
Бер сағын да тотмаған —
Түҙгәк менән төпһәне
Айыра таный белерме?

Атаһынан мираҫҡа
Бейлек алған мырҙаның,
Үҙе ултырған иленән
Үҙенә башҡа тағы ла
Ил алдында һөйләгән
Ил теленән айырым
Бер һалмалай ит булһа,
Тимер, ҡорос-булатты
Ҡулында ҡамыр итерме?

Борон-борон, борондан
Ил өҫтөндә ике юл:
Береһе уның — яйырап,
Йәйләү-йәйләү аралап,
Майкы бейҙең14 бүләге
Алтын сайғар — табаҡҡа;
Илдән айырым аш һалып
Һәрпәндәгән һөмөрөн
Ҡурайсынан уйнатып,
Ҡолас ташлап елгән юл;
Иле сығып һунарға,
Осҡан ҡоштоң күсенә
Ыласынын сөйгәндә,
Мин бей тигән бей мырҙа:
«Майҡы бейҙән бирелгән
Ҡошом минең ҡарағош», —
Тиеп, яңғыҙ бер үҙе
Ҡамҡа тунын саңлатып,
Һайҙаҡ атын тирләтеп,
Ҡара ҡошон сөйгән юл.

Береһе уның — ил менән
Бер ҡаҙанға аш һалып,
Бергә табаҡташ булып,
Бер ҡуй түгел, бишеһен
Бер ашауҙа бөтөрөп,
Илдең үткән шайҡанын
Уйнай-уйнай ҡурайҙа
Ҡулын болғап үткән юл;
Иҙел, Яйыҡ, Нөгөштән,
Аҡһа, көслө ағырҙай,
Ташһа, тау-таш ярырҙай,
Тиртеп ятҡан көрөндө,
Юлаҡ яһап йәтсәләй,
Олғаштырып йылғаға,
Ҡымтып ятҡан ярынан
Тулҡындырып, таштырып,
Бөтә ерҙе баҫтырып,
Ҡан таптарын йыуырға
Ҡуш беләген һыҙғанып,
Ирҙәр буйлап йөргән юл;
Илдә һаҡлыҡ ыласынды
Ҡарағошҡа сөйөргә,
Аттан төшмәй төн буйы
Тибенгеһен тирләтеп,
Арҡа-ялан утынан
Ат утлатып елгән юл.

Ошо һуңғы юл буйлап
Елә-сүке елгәндең
Бына береһе мин булам,
Һиңә аҙаҡ һүҙемде
Әйтә килгән ир булам.
Тамыры ҡалған урында
Сауыл үҫмәҫ тейһеңме?
Ыласын үҫкән Уралда
Батыр үҫмәҫ тейһеңме?

Тора бейҙә ҡан ҡойған
Үмәр ҡашҡа булаты,
Ҡотло улы Иҙеүкәйҙең
Ҡулында уйнап, дошмандың
Ҡанына йөҙмәҫ тейһеңме?

Беймен тигән бейҙәрҙең
Йәй ҡояшы — сыуаҡҡа,
Йәйе ҡышҡа әйләнеп,
Ыжғырып буран уйнаған
Көнө килмәҫ тейһенме?

Ат тирләтеп килгән һуң,
Өйөнә килеп ингән һуң,
Ҡулымдағы булаттан
Күҙең алмай торған һуң,
Әйтә торған һүҙемде
Әйтеп бөтөп үтәйем:

«Ҡуян» йылын «лыу» менән15
Алыштырып йыл башын,
«Эт сыуағын» китәреп,
«Әбей сыуағын» сығарып,
Урал битен йылытып,
Атанан мираҫ бей алған
Ирҙең барын ҡыҙҙырып,
Түш йәйҙереп йөрөтмәй,
Ҡая таштар эсенә
Ярғанаттай һырғытып,
«Лыу» йылының таңында
Күтәрелгән сулпандай,
Атын менеп килгән ир —
Мин булырмын — Иҙеүкәй!

Тора бей:

Иҙеүкәй тигән атыңды
Ишетә беләм ҡолаҡтан.
Ат тирләтеп елгәнһең,
Миңә төбәп килгәнһең,
Ырыуыңдан бер илсе,
Ил һүҙене әйтергә
Мәрәй итеп һарайым,
Тоҫҡап тура килгәнһең.
Әйт һүҙеңде, тыңлайым,
Хәҙер ҡулдан килмәһә,
Кәңәш-төңәш итешеп,
Әйтер һүҙем уйлайым16.

Иҙеүкәй:

— Атамдан алған мал өсөн
Барымта юллап килмәнем;
Һинән ырыуым һаҡларға,
Яуға сығып яҡларға,
Һаҙаҡ тотор ир һорап,
Тағы һиңә килмәнем!
Илем яуын асҡанда,
Дошман көсөн алалмай,
Илеңә ҡарай буҫҡанда*,
Бейлегеңә маһайып,
Яуыма кәртә булмаҫһың;
Асыҡ йөҙлө илеңдә
Үҙ бауырым тиешеп,
Йылы ҡуйын асҡандың,
Ҡыҙыл ҡанға күшеккән
Батырымды ҡосҡандың
Ҡуйыныны ҡымтытып,
Һалҡын ҡаршы алмаҫһың;
Көнө-төнө һуғышып,
Ҡаны кипкән батырға
Йылы һыуын биргәндең
Бейлегең мән йөҙөнә
Яман ҡара яҡмаҫһың;
«Уралым ул, бейем ул,
Атам, әсәм, илем ул», —
Тип талпынып килгәнгә,
Мал һуйып, ҡаҙан аҫып,
Көләс йөҙлө торғандың,
Ямғыр теләү уйы ман
Ҡаҙандарын һыуға атып17,
Йылы ашын түкмәҫһең!
Урҙа хандан Уралға
Килеп аяҡ баҫыуға,
Йөрәгеңдә һаҡлаған
Уйың миңә әйтерһең!
Илде ханға һатыусы,
Ханды байман итеүсе
Яйыҡтағы Шәғәле,
Дәмми бей мән Ыршаҡҡа
Булат ҡылысым тоҫҡаһам:
Тешең ҡыҫып ятырһың!

Иҙеүкәйҙең был һүҙҙәрен ишеткәс, Тора бей нишләргә белмәй аптырап ҡалған. Шунан иҫен йыя һалып, уның әйткәнен үтәргә өҫтөнә алған. Ат-хат еткән ерҙән ҡунаҡтар саҡырып, аймағын йыйып, мал һуйып, ҙур туй яһап, Иҙеүкәйҙе ҡунаҡ иткән, бөтәһе алдында һүҙендә торорға ант иткән, ти18.
Бер нисә көн ҡунаҡ булғас, Иҙеүкәй батырҙарын эйәртеп ҡайтып киткән. Юлда бер аҡланда туҡтап, ерле еренә ҡайтып халыҡты тупларға, Шәғәле, Дәмми, Ыршаҡ бейҙәргә яу асырға тиеп, кәңәш төйнәп, көн билдәләп, һәр ҡайһыһы үҙ йортона таралған, ти19.

 
 (голосов: 0)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Оран. Рәйес Түләк
  • Башҡортлоҡ. Рәйес Түләк
  • Себергә хат. Рәйес Түләк
  • Танышайыҡ
  • Мәҡәлдәр


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.