Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» III. Иҙеүкәйҙең, кәңәш һорап, Һабрау ҡартҡа килгәне; Һабрау ҡарттың һынап белгәне
15-02-2010, 15:40 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1447
Көндө һанап ай үткән,
Батырҙары киткәнгә
Бер ай түгел, йыл еткән.
Илдән яһаҡ йыйырға,
Бер-бер артлы һарайҙан
Хан фарманы Уралға
Килеп илде шаулатҡан.
Иҙеүкәй, йәш булһа ла,
Ҡул ҡаушырып тормаған.
Бейҙәр яһаҡ йыйғанда,
Ил шаулаған сағында,
Һабрау ҡартҡа барған, ти.
Үҙ уйыны Һабрауға
Теҙеп һөйләп биргән, ти.

Һабрау ҡарт, йәш Иҙеүкәйҙең ҡыйыулығын, ил өсөн янып йөрөүен күреп, байтаҡ уйланып торған да: «Һөйләй-һөйләй сәсән булырһың, йөрөй-йөрөй күсәм* булырһың» тигән халыҡ һүҙен әйтеп, күһәбә* китмәһен был тип, һиҙгерлеген һынап ҡарау өсөн, Иҙеүкәйгә ошо йомаҡты әйткән, ти:



— Тимер, ҡорос, булатты
Ҡамыр иткән бар микән?
Оҙон, оҙон, оҙон юл
Осона сыҡҡан бар микән?
Арҡауылдың утынан*
Ат утлатҡан бар микән?
Тибенгеһен тирләтеп,
Төндә юртҡан бар микән?
Ҡонаҡ ҡуйҙың ҡойроғон
Яңғыҙ ейгән* бар микән?
Иҙел менән Яйыҡтың
Билен быуған бар микән?
Ҡош тырнағы теймәгән,
Күк ыласын типмәгән
Ҡош та бүтән бар микән?
Ер ҡуйынына инмәгән,
Абау, бауырым, тимәгән,
Бауыры бөтөн бар микән?

Һабрау ҡарттың йомағын ишеткәс, Иҙеүкәй артыҡ уйланып тормаған, шунда уҡ йомаҡтың йәбешкеһен әйтеп биргән:

— Тимер, ҡорос, булатты
Ҡамыр иткән — оҫталар.
Оҙон, оҙон, оҙон юл
Осона сыҡҡан — сауҙагәр.
Арҡауылдың утынан
Ат утлатҡан* — каруансы.
Тибенгеһен тирләтеп,
Төндә юртҡан — юлаусы.
Ҡонан ҡуйҙың ҡойроғон Һабрау
Яңғыҙ өйгән — һунарсы.
Иҙел менән Яйыҡтың
Билен быуған — балыҡсы.
Ҡош тырнағы теймәгән,
Күк ыласын типмәгән
Ҡош та булыр — торомтай*.
Ер ҡуйынына инмәгән,
Абау, бауырым, тимәгән,
Бауыры бөтөн — бер Хоҙай5 .

Был яуапты ишеткәс,
Иҙеүкәйҙең Һабрау
Арҡаһынан һөйгән, ти;
Абау* йөҙөн биҙәрләп,
Үҙ шайҡанын әйткән, ти:
— Ҡуҙағай* егет ҡамҡа тун
Һомғол ул тип һаналмаҫ.
Батырмын тип ат менгән,
Хан һарайы түрендә
Түшәк һайлап һауырына*,
Һәрпәндәшеп йөрөгән,
Тикһеҙ* ханды байманға*
Сәрхәттә ятҡан ерендә,
Илен һалған сурлыҡҡа*
Бейҙәр ҙә биҙәл* булалмаҫ.

Ҡыраға* хандың мәҙеһен*
Иленә монар яһаған —
Иленә мәрҙәс* булалмаҫ;
Яу килтәһе* ҡашҡаға*
Йәштә ҡорҙаш булһа ла,
Эштә ҡораҡташ* булалмаҫ.

Йүгерек тоҡомо — айғырҙан,
Юрға тоҡомо — бейәнән;
Батырға күлдәк тегерҙәй
Һылыу тыуыр инәнән;
Бүре-айыу һуғырҙай
Батыр тыуыр атанан.

Батыры яуға китергә
Ат эйәрләп торғанда,
Ай-бай һалып илаған
Һылыу һомғол булмаҫ ул,
Бүре, айыуҙы һуҡһа ла,
Ҡорҙашҡа шыбаҡ* булһа ла, —
Илде туплап, дошманға
Сағыралай* булмаһа,
Иленә таяныс булырҙай
Ҡашҡа батыр булмаҫ ул.
[Инде, Иҙеүкәй, һиңә әйтәм,
Һүҙен тыңла ҡартыңдың,
Донъя күргән, ил гиҙгән,
Күп йәшәгән, ир белгән
Ҡартыңмын, ау, ҡартыңмын.]6
Ҡуш теҙгенгә ултыртып,
Ҡан ерән ат менгәнһең;
Үмәр батыр7 булатын,
Күҙ йәшенә тапланған
Ҡая битенә ҡайрап,
Ҡулыңа тотоп килгәнһең.
Иҙел, Яйыҡ, Нөгөштөң
Урап әйләп йәйләүен.

Арғыл, арғыл Уралтау
Аҙыра* булғас Урҙаға,
Уралда үҫеп түш киргән,
Тернәкселдәр көн күргән,
Биленә һуҡҡан йыландай.
Туп-туп булып йыйылған,
«Йә, уған»* тип уҡталып,
Байманға тип яу сабып,
Ҡыран булып миктәгән,
Ҡалғыған ил күрерһең.
Айһыҙ ҡара төндәрҙә
Ырашҡыға күшегеп,
Талығып, өшөп йөрөгәндә,
Ҡаям түшәк тиерҙәй,
Ҡыраҡы* ирҙе һайларһың.
Урал армыт, типһәндә
Таша* булған сауылдай,
Ҡашҡа булып илендә,
Үмәр тигән ете яттың,
Унан тыуып, ил гиҙгән,
Туғыҙ йәштә әүлиә
Ғәзиз баба улының
Иң кинйәһе Төкләҫтең8
Төйәләҫ, Һаҡмар, Яйыҡта
Кеҙе, келәгә* бей булған;
Атаңа ҡан-яу асып,
Атаң бейлеген тарҡаған,
Менер атын тай ҡылып,
Йортон-ерен юҡ ҡылып,
Ҡыу баш ҡолдай ҡалдырып,
Әсәңдән сәмсә* систереп,
Ҡуңғылдак ҡыптыр кейҙергән;
Йәш булһаң да яуында,
Үмәр ҡашҡа булатын
Муйыра* тартып һин алғас,
Атаһы ҡәберенән ҡәҙер төн*
Иҙелгә ҡарай ут осҡас,
Байман китәр илдән тип,
Иҙел буйын яғалап,
Һәләүек, Нөгөш араһын
Үҙенә аймаҡ яһаған
Тора бейҙе9 күрерһең,
Ҡул тамырын тартырһың;
Хандың, Уралға килеп,
Яйыҡты юл иткәнгә,
Иҙел, Үҙәнде алып,
Яйрап ҡуныш иткәнгә,
Көлө уртак бисәләй,
Ханды көндәш күрерме?
Булат ҡылысың танып
Күмһемәһә күкрәге,
Таһҡау* яһап, һүҙ асып,
Соғол менән һөйләрһең.

Һабрау һүҙен ишеткәс,
Шул төн Иҙеүкәй ат менеп,
Ысын яһау кейенеп,
Ун ҡорҙашын юлдашҡа
Апкиткән, ти, юл башлап.
 
 (голосов: 0)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Оран. Рәйес Түләк
  • Башҡортлоҡ. Рәйес Түләк
  • Себергә хат. Рәйес Түләк
  • Танышайыҡ
  • Мәҡәлдәр


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.