Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» VIII. Сәләхиҙең Иҙеүкәйҙе ошаҡлағаны
15-02-2010, 15:29 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1463

Һарайҙа торған һайын Иҙеүкәйҙең абруйы арта барған. Бәйгеләрҙә ат сабыштырғанда, ерҙән балдаҡ алыуҙа, көрәштә, уҡтан атыштарҙа берәүгә лә ал бирмәгән. Етмәһә, хан ҡыҙы Ынйыбикәнең, Иҙеүкәйгә ғашиҡ булып40, һунарға бергә сығып йөрөүенә Сәләхиҙең эсе ҡайышҡан. Сәләхи, хан менән Иҙеүкәйҙе ыҙғыштырыр өсөн, төрлө юлдар эҙләгән.
Берҙән-бер көндө Сәләхи ханбикә янына килгән дә былай тип һөйләгән:



— Бикәм, һин ни уйлайһың?
Дана үҫкән ҡыҙың бар,
Хәзәр* ханы улына
Һорай торған уйы бар.
Каруан-каруан ҡыҙыл мал,
Өйөр-өйөр йылҡы алып,
Баш бей менән хан улы
Килә тигән хәбәр бар.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» IX. Ғәнәкәнең ҡасып бала тапҡаны, Туҡтамыш хандың уны эҙләткәне
15-02-2010, 15:26 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1394

Хан үткәргән ҙур туйҙа һарай ҡыҙҙары ла булған. Сорнайсылар сорнай уйнағанда, ҡыҙҙар бейегән, йыр йырлаған. Араларында Ғәнәкә исемле бер ҡол ҡыҙы Иҙеүкәйҙе күреү менән ғашиҡ булған.
Иҙеүкәй ҙә, быны күҙләп тороп, ҡыҙға килеп һүҙ ҡушҡас, икәү-ара һөйләшеп яҡын йөрөй башлағандар, ти.



Ғәнәкә бик аҡыллы,
Үҙе серле булғанға,
Иҙеүкәйҙе Ынйы ла
Һәр саҡ һөйөп йөрөгәнгә,
Иҙеүкәйҙе һөйөүен,
Иҙеүкәй һүҙ биреүен
Һис берәүгә әйтмәгән.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Х. Туҡтамыш хандың Иҙеүкәйҙе үлтерергә йыйынғаны
15-02-2010, 15:24 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1455
Ынйы хәҙер тынғандай,
Иҙеүкәй уға булғандай,
Иҙеүкәйгә һырышып
Йөрөгәнен күргәнгә,
Сәләхи тағы көнләшкән.
Ханбикәгә аулаҡта
Иҙеүкәйҙе ошаҡлап,
Ханбикәне тағы ла
Төрлө яҡтан шаштырған.

Берҙән-бер көн Туҡтамыш
Янғыҙ-аулаҡ булғанда,
Ҡайғылатып ужарын45
Хан янына килгән дә,
Алдап-йолдап иренә
Ханбикә һүҙ асҡан, ти:...
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» XI. Туҡтамыш хандың батырҙарға мөрәжәғәт иткәне
15-02-2010, 15:20 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1560

Иҙеүкәй сығып тайғас, Туҡтамыш хан: «Иҙеүкәй һиҫкәнде, хәҙер ул Уралға ҡайтып шау һалыр, илен туплап, яу менән килер», — тип уйға ҡалған, ти. «Әле алыҫ китмәгәндер», — тип, Иҙеүкәйҙе кире бороп алып ҡайтырға бар батырын димләй башлаған55:



— Урал, Яйыҡ батырҙың
Ҡотон йәйгән тоҡомдан
Батыр булып тыуған ир,
Бер ырыуға баш булып,
Ус төбөндә ил тотоп,
Даның киткән ҡыпсаҡ бей!
Ҡуш-ҡуш бысаҡ таҡҡан ир,
Ҡуш әҙернә аҫҡан ир,
Дошманды ҡыуа бар, тимен,
Барып йәнен ал, тимен!
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» XII. Янбайҙың ҡайтырға өгөтләгәне, Иҙеүкәйҙең баш тартҡаны67
15-02-2010, 12:53 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1335
Эҙләп киткән батырҙар,
Яйыҡ үтеп, Иҙелдең
Аръяғында, ҡаяла,
Аттан төшөп торғанын
Иҙеүкәйҙең күргәндәр68.
Иҙеүкәйҙе күргәс тә,
Елә-сүкей барыусы
Батырҙарҙың барыһы
Аттарын шарт туҡтатҡан.
Тоташ бармай, беребеҙ,
Йә булмаһа икебеҙ
Тәүҙә барып күрәйек,
Тиеп шунда уйлашҡан.
«Мин бармайым, һин бар», тип,
Был батырҙар ҡурҡышып,
Төрлө һүҙгә етешеп,
Үҙ-араһы тартышҡан.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» ХIII. Иҙеүкәйҙең Сатмыр ханға киткәне, юлда мәмерйәгә ингәне, бер ҡарттан серҙе белгәне74
15-02-2010, 12:50 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1374
Ирәмәлдә* ат менеп,
Ямантауға еткәндә,
Иҙел ҡырыҡҡан урында,
Атын бороп туҡтатҡан.
Айылын бушатып, атын
Теҙген буйлап утлатҡан.
Күк бурҙайға шул ерҙә
Бер ҡош атып ашатҡан.

Иҙеүкәй ятып йоҡлағас,
Күккә ҡарап күк бурҙай
Моңһоу итеп олоған.
Иҙеүкәй торған һиҫкәнеп,
Бурҙай киткән еҫкәнеп,
Иҙеүкәйҙе эйәртеп;
Шыр урманды аралап,
Бер ҡаяны самалап,
Бер мәмерйә алдына
Эте барып туҡтаған.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» XIV. Иҙеүкәйҙең Ҡабардинды тар-мар ҡылғаны; Фирҙәүесте ҡотҡарып, Сатмыр хандың кейәүе булғаны82
15-02-2010, 12:47 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1377
Оҙон-оҙон юл буйлап
Сатмыр ханға барғанда,
Уйһыу ерҙә бер егет
Йәйрәп йоҡлап ятҡанда,
Битенә ҡунған себенде
Һирпеп ҡыуып, еләҙләп,
Егет башын алдына
Һалып, мандап* ултырған
Бер һылыу ҡыҙ янына
Иҙеүкәй барып сыҡҡан, ти.
 
| | Комментарийҙар (1) | Уҡырға
 

» XV. Иҙеүкәйҙең Сатмыр хандан ярҙам алғаны84
15-02-2010, 12:46 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1312
Сатмыр хандың илендә
Аҙмы-күпме торған һуң,
Үҙен танытып, дан сәскәс,
Туҡтамышҡа Сатмыр хандың
Дошманлығын белгән һуң,
Туҡтамыштың Уралға
Яһаҡсылары барып,
Ҡан-яу асып, ил талап,
Яһаҡ йыйғанды ишеткәс,
Иҙеүкәй ханға ингән дә
Былай тиеп һүҙ асҡан:
— Ай, Сатмыр хан, Сатмыр хан,
Ата-әсәнән ханлыҡты
Мираҫ итеп алманың:
Юлбаҫар ҙа булғанһың,
Үс алырға йөрөгәнһең,
Сыңғыҙ тоҡомо хандарҙа
Хеҙмәттә лә булғанһың!
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» XVI. Мораҙымдың Нуретдин исемендә үҫкәне, Туҡтамыштан ҡасып, Уралға сапҡаны, атаһына ҡаршы яуға сыҡҡаны
15-02-2010, 12:44 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1447
Иҙеүкәйҙең улына
Бүтән исем ҡушырға
Ата-әсәһе булмағас,
Кем балаһы булыуын
Бөтә илдән йәшергәс,
Нуретдинды алмашып,
Уның урынына ҡалғас,
Һаман шулай Нуретдин
Исемендә йөрөгән.

Иҙеүкәй китеп күп торғас,
Балаһы үҫеп ҙур булғас,
Үҙе уҫал, бик батыр,
Уйнағанда һуғышҡас,
Иҫәнбайҙың бисәһе
Үҙ алдына һөйләнгән:
«Атаһындай, бының да
Башы һыймаҫ бер ерҙә,
Миңә ҡалды бер бәлә
Ҡаңғыртырға сит ерҙә.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» XVII. Сәләхиҙең әйләнеп ҡайтҡаны, Туҡтамыштың кесе ҡыҙын урлап ҡасҡаны89
15-02-2010, 12:41 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1395
Эштең барын төшөнгәс,
Сатмыр хандың яу башы
Иҙеүкәй икәнен белгәс,
Урҙаны ташлап китергә,
Туҡтамыштың бер ҡыҙын
Үҙенә бисә итергә,
Тип Сәләхи уйлаған.
Туҡтамышка ошоно
Аҡыл итеп һөйләгән:

— Иҙеүкәй ҡуймаҫ, килер ул,
Ерең-һыуың алыр ул.
Бисәһе өсөн мине аҫыр,
Балаһы өсөн улың аҫыр,
Атаһы өсөн һине аҫыр,
Әсәһе өсөн бикәң аҫыр,
Данлы ҡыҙың Ынйыны
Барыбер ҡуймай, бер алыр.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

Уҡымлылар
» » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

«Урал» фонды

«Киске Өфө» гәзитенең сайты

«Bashqort.Com»










Сайт үҫешенә ярҙам

Яндекс.Деньги

41001328785603

WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094

Башҡортостаным
яңылыҡтары
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

Киләсәккә рухи васыят

Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

Ғәфү итсе, нигеҙем!..

Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

Булғанда – бүреләй, булмағанда…

Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

Их, мунсаһы!

Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


Һорау

Әйе
Юҡ



Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
© 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.