
Миләтебеҙҙең ышаныслы ир-азаматын Илшат Ҡансуринды тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Илшат ҡусты, үҙеңә, ғаиләңә, туғандарыңа иҫәнлек-һаулыҡ, бәһет-шатлыҡ, һәр төрлө уңыштар теләйбеҙ.
Атай-әсәйеңә – яҡшы ул, ҡатыныңа – ышаныслы ир, балаларыңа – шәп атай, дуҫтарыңа – ышаныслы кәңәшсеһең, шулай булып ҡал.
Гәзит биттәрендә, Интернетта баҫылған мәҡәләләрең халҡыбыҙға файҙалы, көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында. Динебеҙ, ерҙәребеҙ, ғаилә, әхлаҡ.
Эле ир ҡорона ингән сағың, эшләйһе эштәр күп. Күңелеңде киң тот!
Халҡым тип, үҙе ғаиләһе менән тырышып донъя көткән, эсмәгән, тартмаған иргә бүләккә башҡорт халыҡ йыры "Азамат".
АЗАМАТСанаға ла ектер атты,
Бер әйләнеп йөрөп ҡайтайым.
Алып бирсе ҡағыҙ, ҡәләм,
Азаматҡа бер йыр яҙайым.
Алыҫтарҙан, ай, күренгән
Ирәндеккәй тауының аҡ ташы.
Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы.
Ир-азамат менгән аттың
Бәкәлдәре уның аҡ булыр.
Аҫыл егет ҡайҙа йөрөһә лә
Ҡылған эше уның хаҡ булыр.