Аҫыл ирҙең даны үҙенән алда йөрөр. Халҡыбыҙҙың был аҡыллы һүҙҙәренең ни тиклем хаҡ икәненә күп тапҡыр үҙ тәжрибәмдә ышанырға һәм уларға инанырға насип булды миңә. Баймаҡ районының Ғөбәйдулла (Ҡуштүбә) ауылында тыуып үҫеп, аҙаҡ республикабыҙҙың тәүге баш ҡалаһы Темәстә төпләнгән Миндеғол ағай Арыҫланов менән дә шулай булды. Үҙе менән танышҡанға тиклем байтаҡ йылдар элек үк уның генерал Миңлеғәле Шайморатов командалыҡ иткән 16-cы башҡорт гвардия кавалерия дивизияһы ветераны, заманында Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителеп тә, ниндәйҙер һылтаумы, сәбәпме арҡаһында уны ала алмауы хаҡында хәбәрҙар инем. Әммә беҙгә тәүләп осрашыу бары 2000 йылда ғына, икенсеһе 2008 йылда насип булды. Ике быуат сигендәге шул ике осрашыу ваҡытында ул мине үҙенең яу хәтирәләре менән кинәндергәйне. Әле шунан бер өҙөк тәҡдим итмәксемен.
Немецтарға үс итеп, урамдарын бер итеп…... Дошман тылына етмеш биш саҡрым үтеп ингәйнек. Кругом ҡамауҙа ҡалдыҡ. Беҙ ударный төркөмдә инек. Бөтә ғәскәр бөткән. Беҙҙең генә батарея ҡалған. Алты ат егелгән калибры 76 миллиметрлы пушка менәнбеҙ. Китеп барабыҙ. Тегенән-бынан йыйылған ҡалдыҡ-боҫтоҡ бер нисә кешебеҙ бар. Башы ла шул, арты ла шул беҙҙең ғәскәрҙең.
Бер мәлде немец занимать иткән ауыл аша үтергә тура килде. Башҡаса юл юҡ. Ни эшләмәк кәрәк? Взвод командиры беҙҙең менән ине. Уның әйткән һүҙе шул булды:
– Ауылдың уртаһынан үтергә! Унда – немецтар. Улар атыр. Атышып тормағыҙ! Яраланыусы булмай ҡалмаҫ – туҡтап тормағыҙ. Сабып үтәһегеҙме, нисек – уныһы һеҙҙең эш.
Беҙ сабып сыҡтыҡ та киттек. Әллә немецтар, үҙебеҙ ҡамауға эләктек, тип ҡурҡты, әллә ни? Һирәк-мирәк кенә атып ҡалды. Ездовой булып хеҙмәт иткән бүрәт егетенең яраланыуын иҫәпкә алмағанда, минең расчетҡа бер ни ҙә булманы.
Ауылды сыҡҡас, уңға боролорға тейеш инек. Сөнки һул яҡта – тимер юл. Уның өҫтөндә бронепоезд. Шуны абайлап алдыҡ та унан ҡотолоу сараһын уйлаша һалдыҡ:
– Үәт, әй! Беҙҙе юрамал шул аждаһа яғына ҡыҫырыҡлағандар икән!
– Әйтәм, урамда ныҡлап атманылар…
– Берәмләп сүпләгәнсе, быларҙы бронепоезға бирәйек, тигәндәрҙер инде.
Егеттәрем шулай һөйләнгән арала, Фәйзуллиндың аты ҡоланы ла, юл быуылды ла ҡуйҙы.
– Яраланһа, Мозафар ағай, пастромкаһын өҙә сап та был урындан тиҙерәк ысҡынайыҡ! – тинем. Яҡшылап ҡараһаҡ, ни күрәбеҙ: пастромкаһына уралған. Күмәк кеше ни:
– Раз, два! Взяли!
Атты аяғына баҫтырып, пастромкаһын рәтләй һалдыҡ. Аттар тағы сабып сыҡты ла китте. Сапмай ни! Уларҙа ла йән бар бит. Беҙ арттарынан йүгерҙек. Дилбегәне Күгәрсен районынан Хөсәйен ағай тотҡан ине.
– Хөсәйен ағай, әҙ генә сабыр ит, – тинем.
– Тыр-р-р! – тине был.
Аттар туҡтаған арала береһенең ҡойроғона йәбештем. Исмәғилем минең салғыйға тотондо. Аттар саба. Ҡайҙан көс-ғәйрәт ингәндер, уларҙан ҡалмай, беҙ сабабыҙ. Шул килеш боролошҡа барып та сыҡтыҡ – бронепоезд ата ла башланы. Әлегә төҙәп ата алмай. Шулай ҙа унан ялтаныу хәйерле тип:
– Хөсәйен ағай, уңға тарт! – тип команда бирҙем.
– Есть уңға тартырға!
Шулай сабышып, беҙ уңға борол да кит. Бронепоезд, өҙмәй ҙә ҡуймай, ата ла ата. Бер тауҙы әйләнгәйнек, уның уты беҙҙе ала алмаҫ булды: снарядтары йә беҙгә етмәй ярыла, йә аша төшөп, ерҙе аҡтара.
Бер офицерҙың һәләк булғаныҠайҙа йәйәү, ҡайҙа ат ҡойроғона йәбешеп китеп ултырһаҡ, бер ун биш аҙымдай ерҙә берәү китеп бара. Полушубкаһынан уның офицер икәнен таныныҡ. Офицер икәнен танып та өлгөрҙөк – шул әҙере, һыҙғырып килеп тороп, баш осонда шрапнель ярылды. Беҙгә бер ни ҙә булманы. Әлеге офицер сразы йығылды. Йүгерешеп барһаҡ, пистолетын һәрмәп ята. Уны алып, үҙенең маңлайына терәргә итә. Ҡулы тыңламай. Уға ҡарауы ла имәнес ине. Артҡа ҡарай-ҡарай, үтеп киттек тапҡырынан. Әҙерәк китә биргәйнек, тып итеп ҡалды. Пистолет атҡан тауыш ине был. Боролоп ҡараһам, теге урында өс кеше тора. Исмәғил артҡа ҡалғайны. Ах та ух итеп килеп етте.
– Теге офицерҙың эсе ярылған булған. Мандый алмаҫын үҙе лә белгәнгә: “Зинһар, мине атып китегеҙ! Немецҡа ҡалдырмағыҙ! Зинһар!” – тип ялынды. Үҙ кешеңә нисек ҡул күтәрелһен инде. Шунан кәңәш итештеләр. Мин ҡарап тора алманым. Кемелер үтәне меҫкендең үтенесен. Эй, Аллам, ул шәһит киткәндең йәнен йәннәткә юлыҡтыр! – тине Исмәғилем, үлемде күп күрһә лә, күҙенә йәш алып.
Әҙер ҡәбер тапҡанымИртәнсәк бер ауылда ашарға туҡтаныҡ. Бер ерҙән геүләгән тауыш килә.
– Иптәш лейтенант, нимә килә? Самолетмы? – тип һорайым эргәмдәге офицерҙан.
– Юҡ, танк, – тине.
Беҙ тиҙ генә был ауылдан һыҙҙыҡ. Ауылдан сығып, артабан үтеп китеп, тағы бер ауылға еттек. Шунда туғыҙ танк ҡаршы алды. Эргәбеҙгә килмәй, дөбөр-шатыр ата башлағайны, беҙ икегә бүленеп китергә мәжбүр булдыҡ. Немец минометтары гөпөлдөгө сыға. Координаттарҙы шул тиклем дә теүәллек менән әйтеп тороусылары булғандыр инде. Бер баштан башлап, берәм-берәм һәр өйҙө яндыра килә, яндыра килә. Нәүбәт беҙҙең аттарыбыҙ торған һарайға ла килеп етте… Шул тиклем йәл булды ул хайуандар…
Өйҙән сыҡтым. Яҡында ғына емерек ҡоҙоҡ. Тәрәнлеге метр ҙа һикһәндән үтмәҫ. Әһә, әҙер ҡәбер бит был. Әжәл етеп, үлемдән башҡа сара ҡалмаһа, эт-ҡошҡа ем булғансы, үҙ аяғың менән килеп, ошонда төшөп үлергә була. Исмәғилгә әйтәм:
– Мин үҙебеҙгә әҙер ҡәбер таптым. Әйҙә, шунда төшөп ултырайыҡ...
– ?
Артабанғы хәлдәр беҙгә ул “әҙер ҡәбер”гә эйә булырға форсат бирмәне.
“Катюша”ға дан!Аттарыбыҙҙы немец ҡырып бөткәс, беҙгә приказ булды: “Хәҙер беҙҙең нәүбәт етте. Немец барыбер ҡуймаясаҡ: миналарын беҙгә төҙәп атасаҡ. Тиҙ генә орудиеларҙың йоҙағы менән панорамаларын алырға!” Беҙ шул эшкә керештек. Шул арала тегеләр беҙҙе уратып та алды. Көпә-көндөҙ. Теге туғыҙ танк беҙгә ҡурҡыу һалды ла ары китте. Улар артынса пехота килеп инде. Көймәле машина менән килә лә килә былар.
– Исмәғил ағай, нисә патроның ҡалды?
– Етәү генә.
Үҙемдең ете патронымды уға бирҙем.
– Эх, ошо урында “Катюша” булһын ине! – тип ҡуйҙы Исмәғилем. “Катюша”ның дәһшәтле ҡорал булыуына Сталинград һуғышында тәүгә шаһит булғайныҡ. Ул саҡта, Сталинградты уң яғынан әйләнеп, төнөн тимер юлды һә тигәнсе ҡырҡып ингәйне беҙҙең атлы дивизия. Сталинград поезға бай ҡала булған икән. Беҙ бараһы яҡҡа немец ике вагонлы бронепоезд ултыртып ҡуйған. Беҙҙең артдивизион шунда бар ҙа ин. Эш һәләк тигәндә генә әллә ҡайҙан “Катюша” атып ебәрҙе – әле генә үҙ көсөнә үҙе маһайғандай ҡуҡырайып ултырған немец бронепоезы селпәрәмә килде лә ҡуйҙы. Шул “Катюша” булмағанда, беҙҙең артдивизионға ла, дивизияға ла бик ауырға тура килә ине. Шуны уйлап, әле:
– Ул саҡта күрмәгәнен күрер ине немец-кафыр! – тип ҡуйҙым, Исмәғилемдең һүҙен ҡеүәтләп. Шулай тип әйтеүем дә булды, бына бит Хоҙайҙың рәхмәте – ап-аҡ ҡарҙы ҡып-ҡыҙыл итеп, “Катюша” ата башламаһынмы! Немецтар ҡайҙа ҡасырға ла белмәне. Уларҙа “Катюша”ға ҡаршы торорлоҡ бер нәмә лә юҡ ине шул. Немецтың бар уйы – сылбырға теҙелеп, беҙҙе окружать итеү ине.
Атты-атты ла, бер ваҡыт “Катюша” шымып ҡалды. Боеприпасы бөттө. Ул шымғайны, йә-ә, бер заман, лауылдығы сығып, немецтар уның яғына йүгерешә башланы.
– Ай, әттәгенәһе! Немец ала бит хәҙер беҙҙең “Катюша”ны!
– Егеттәребеҙ ҡалайта инде хәҙер…
Шулай тиешеп, йәнде ҡулға алып торолона. Немецтарҙың килеп еткәнен көтөп кенә торҙо ла “Катюша”ла хеҙмәт итеүсе егеттәребеҙ уны шартлатты ла ҡуйҙы. Ул ҡорал хәрби сер итеп һаҡлана ине. Шуға күрә лә, әгәр дошман алырға итһә, “Катюша” дивизионы уны шартлатырға тейеш булды. Тәртибе шулай ине. Ә беҙҙең егеттәр немецҡа әсир төшөүҙән “Катюша”лары менән бергә һәләк булыуҙы артығыраҡ күрҙе. Үҙҙәре лә, дәһшәтле ҡоралдары ла һәләк булды, уларҙы ҡулға төшөрөп, кәмендә наградаға “Тимер тәре” алырға хыялланып, ябырылып килгән фашистар ҙа шунда әжәлен тапты. “Катюшасы”-минометсы шул башҡорт егеттәренең батырлығы хаҡында әлегәсә бер кем бер һүҙ ҙә яҙманы.
Авторҙан. Миндеғол ағайҙың: “Беҙҙең егеттәр немецҡа әсир төшөүҙән “Катюша”лары менән бергә һәләк булыуҙы артығыраҡ күрҙе”, – тигәне тағы бер хәтирәгә ялғанды. Уны миңә ошо яугир менән 2008 йылдың мартында осрашҡандың иртәгеһенә Сибай ҡалаһында Ғәлимйән Шакир улы Солтагилдиндың ауыҙынан ишетергә насип булғайны. Ғәлимйән ағай 1925 йылда Әбйәлил районының Таһир ауылында тыуған (ул ауыл хәҙер Баймаҡ районы биләмәһенә инә). Темәс педучилищеһында Ғилман Яҡупов, Сәғит Ишбирҙин, Абдрахман Ғәлләмов, Әҙеһәм Әлибаев ише үҙҙәрен аҙаҡ республикабыҙҙа билдәле шәхестәр итеп танытҡан һабаҡташтары менән өсөнсө курста уҡып йөрөгән еренән уны ла фронтҡа оҙатҡандар. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған мәлдә уларҙың часы Венгрияла була. Хәҙер тыныс тормош башланыр инде, тип кенә торғандарында, бер көндө уның подразделениеһын хәрби тревога яңынан ҡоралға тотонорға мәжбүр итә. Юҡ, Ғәлимйән ағайҙар дислокацияланған урын тыныс була. Уларҙы бик тә ашығыс рәүештә Прагаға оҙаталар. Дошмандың бындағы гарнизоны, бирелергә теләмәй, Берлинды алыуға тәғәйен көстәрҙе кәметеү маҡсатында, ҡорал һалмаҫҡа маташа. Ләкин ул көстәрҙе йәлеп итеүҙәре был гарнизондың үҙ башына була. Күптәре әжәлен шунда таба, байтағы әсирлеккә юлыға. Унда власовсылар ҙа һуғышҡан икән. “Бына бер ваҡыт үҙебеҙҙекеләр тарафынан әсиргә алынған власовсыларҙы, айырым сафҡа теҙеп, сығара башланылар, – тип хәтерләй Ғәлимйән ағай. – Бәләбәйҙән бер хеҙмәттәшем бар ине. Шуның менән әҙер генә торабыҙ. Нимәгә әҙерләнеп торабыҙ? Шуның өсөн – әгәр ҙә мәгәр власовсылар араһында берәй башҡорт килеп сыҡһа, приклад менән ошонда уҡ иҙеп һалырға. Ҡарап торабыҙ. Ҡарап торабыҙ. Берәй азиат күренеү менән һорай һалабыҙ:
– Ты кто такой? Башкир?
– Нет…
– Проходи!
– Кто такой? Башкир?
– Нет…
– Проходи…
Шулай һораша-һораша, вис үткәреп бөттөк. Бер генә башҡорт та килеп сыҡманы. Бына нисек һуғыштыҡ беҙ, башҡорттар!”
Төшөнгәнһегеҙҙер, “катюшасы”-минометсылар хаҡында Миндеғол ағай һөйләгәндәрҙең дә мәғәнәһе шуға ҡайтып ҡала. Шулай бит?
Рус винтовкаһы төйҙәһенең ике немецты ялпайтҡаныХәҙер кискә ҡалдыҡ. Шунда команда булды: “Перейти на партизанскую тактику. По пять, по четыре человека не разрешаю. По одному, по два человека сығаһығыҙ. Ана, биш километрҙа ята основной фронт. Шул ергә сығырға тырышығыҙ, егеттәр!”
Осмот та ат ҡалманы бит инде. Боеприпас бөттө. Пушкалар ҡалды. Ашарға юҡ. Асыҡтырҙы. Шундай саҡта Юламанов Мозафар ағай:
– Ҡустылар, минең кеҫәлә он бар, шуны ҡарға бутап ашап ҡарайыҡ – ти. Хәл юҡ, ашарға мәжбүр булдыҡ.
Йәштән бергә үҫкәс, Исмәғил менән һаман айырылған юҡ. Мин әйтәм:
– Беҙ теге яҡҡа сыҡмайыҡ. Иртәнсәк танкылар күренгән яҡҡа барайыҡ. Бүтән яҡты ҡамап бөттөләр бит инде. Ни булһа, шул булыр тип, шунда юл тотайыҡ беҙ...
– Ярар, улай булғас, – тигән була Исмәғил.
Була бит шундай саҡ. Һин тупикҡа килеп терәләһең, ни хәл итергә, тип ыуаланаһың. Шундай мәлдә Аллаһы Тәғәлә уңай шартты тоҡҡа һалып тотторғандай була. Аллаға шөкөр! Был юлы ла шулай булды. Ҡараңғынан файҙаланып, танкылар үткән яҡҡа китеп барабыҙ, китеп барабыҙ. Китеп барһаҡ, өс кеше тап булды. Башҡорт егеттәре. Биш метр, ун метр киттекме-юҡмы, мин, хәжәтемә күрә, саҡ ҡына ситкә тайшанған арала, улар, тысҡылдығы сығып, прикладтары менән нимәнелер төйә башланы.
– Уах! Уах! Уах!
– Дөп! Дөп! Дөп!
Тиҙ генә тегеләрҙең эргәһенә барҙым.
– Иптәш Арыҫланов, ашайбыҙмы?
– Ҡайҙа, нимә бар?
Баҡтиһәң, санаға ат егеп, ике немец үҙҙәренең войскаһына боеприпас, ризыҡ алып килә ятҡан икән. Патрон ҡумталары, бер ни саҡлы винтовка, икмәк һалып алған булғандар. Көндөҙ килергә ҡурҡҡандарҙыр инде. Кисләтеп килергә булғандар. Теге ухылдау менән дөпөлдәүҙең сере шул. Беҙҙекеләр дуғаһыҙ егелгән аттың ике яғынан ике немецты эләктереп, уларҙы тауыш ҡуптармай ғына дөмөктөрөргә булған. Русский винтовканың төйҙәһе – ҡул менән бер. Шуның менән бер һуҡтыңмы – немецыңды ялпайта ла ҡуя. Бында ла уның шул ҡөҙрәте үҙенекен иткән. Етмәһә, иҙеп бөткәнсе туҡмағандар икәүһен дә. Шулай булмай һуң, ҡалай булһын: ас кеше – асыусан, шуның өҫтөнә – ҡамауҙа ҡал. Ҡулда русский винтовка. Тик патрондар иҫәпле генә. Мул булһа ла, атмаҫтар ине. Атырҙар ине, тауыш ҡубыуы бар. Бына шуға шым ғына бөтөргәндәр икән тегеләрҙең эшен.
Беҙҙең винтовкалар биш кенә яһаулы. Быларҙың ылауындағы мылтыҡтар унар яһаулы. Хәҙер икмәк ашап тороп, быуынды нығытып, унар яһаулы мылтыҡтар менән боеприпас алып, артабан бишәүләп киттек. Немец аты санаһы, иҙмәһе иҙелгән хужалары менән тороп ҡалды.
Таллыҡ аша талсығып, бара биргәс, тау сығып…Әкиәттәге шикелле, китеп барабыҙ, китеп барабыҙ. Әкиәт батырына берәм-берәм Тау батыр, Күлуртлар батыр, Уғатар батыр, Йүгерек батыр, Ертыңлар батыр кеүек юлдаштар осрап тора. Осраған берен тегеһе: “Берәүҙән икәү яҡшы”, “Икәүҙән өсәү яҡшы”, – тип, эйәртеп ала бара, ала бара. Эйәрткән береһе кәрәк саҡта, үҙҙәренең хәленә ҡарап, төп батырға йә булыша, йә уға хыянат итә. Шуның кеүек, беҙгә лә ҡушыла барҙылар, ҡушыла барҙылар. Шулай ҡушыла торғас, ун етегә тулып киттек. Хәҙер күмәкләшеп, алмашлап ҡар йыра-йыра, шым ғына китеп ултыра инек, бер лейтенант тап булды. Башҡорт. Иңендә – карталы, компаслы планшет. Әллә ҡурҡып әйтте, әллә дөрөҫөн әйтте:
– Кем дә кем миңә эйәрә – шул кеше тере ҡаласаҡ. Ваҡыт иҫәпле! – тине лә тауҙы төшөрөп алып китте.
Планшетынан картаһын алып, плащ-накидка менән ҡапланып, ҡайҙа барғаныбыҙҙы, был ауылға нисә километр, быныһы – ҡалай, тегенеһе – ҡалай, асыҡлайбыҙ ҙа ары атлайбыҙ, асыҡлайбыҙ ҙа ары атлайбыҙ.
Бер үҙәккә еткәйнек – кеше кү-үп. Беҙҙекеләр. Ҡайҙан килеп был хәтлем булып ойошҡандарҙыр? Барып ҡарап торҙом. Үҙәк тә үҙәк. Тегендә дошмандың оборонаһы. Ныҡ нығытылған. Инде төн ҡараңғыһы. Теге лейтенантыбыҙ, плащ-палаткаһын бөркәнеп кенә, фонарик менән картаһын йәнә ҡараны ла:
– Иптәштәр, – тине, – бында бик ҙур ауыл. Булһа, бынан саҡрым йә саҡрым ярым булыр. Әгәр ошо юл менән китһәк – эләгәбеҙ. Унда – котел. Немецтар шул котелда беҙҙе ҡурып ашарға әҙер генә тора, – тине. – Бына был яҡта таллыҡ: йәйгеһен унда эт үткеһеҙ һаҙлыҡ, ҡыш көнө эт үткеһеҙ көрт. Шул яҡтан китмәһәк, булмай. Кем башлай?
– Мин, – тине берәү.
Теге һалдаттың ике ҡулы ла буш ине. Алға төшөп алды был. Ике ҡуллап, талдарҙы айыра-айыра бара башланы. Теге башҡорт офицерыбыҙ бара бирә лә, баяғыса бөркәнеп, фонарь яҡтыһында картаһын ҡарап ала, компасына күҙ һала, бара бирә лә, плащ-палаткаһын бөркәнеп, фонарь яҡтыһында картаһын ҡарап ала, компасына күҙ һала.
Ҡуйы таллыҡ араһынан йәнтәслимгә тәрән ҡар йыра-йыра барабыҙ ҙа барабыҙ. Бик шәп барып булмай. Шулай ҙа, билбыуарҙан ағын һыу кискәндәй булып, бер-беребеҙгә йәбешеп, яй ғына барабыҙ ҙа барабыҙ, барабыҙ ҙа барабыҙ. Һүҙ ҡуйышҡандай, һөйләшмәйбеҙ, тәмәке лә тартмайбыҙ. Байтаҡ барғандың һуңында, лейтенант, плащ-палаткаһын бөркәнеп, картаһын ҡараны ла:
– Хәҙер ҡалҡыуға сығабыҙ. Унда немецтың оборона һыҙығы буласаҡ. Буквально йөҙ илле, ике йөҙ метрҙа беҙҙекеләрҙең фронт һыҙығы ята, – тине офицерыбыҙ.
Хәҙер таллыҡтан әкәншәтелнә талсығып килеп сыҡтыҡ. Таллыҡтан сығып, бәләкәй бара биргәйнек – атыш ҡупты. Ул ҡапыл башланды ла, ҡапыл тынды. Беҙ, утҡа – ут, тип торманыҡ. Атыр инек тә ул. Тауыш ҡуба. Үҙебеҙҙе ҡырып һаласаҡтар. Унан шуныһы ла бар: патрон иҫәпле. Ысынында улар күп тә ул. Тик немецтыҡы. Беҙҙекеләрҙең күптәрендә рус винтовкаһы. Немецтыҡы уларға ярамай. Төркөмөбөҙҙә халыҡ килеп тороп күп. Винтовкаға патрон ярамай, тип, ҡарап тороп булмай бит инде. Бер нәмә эшләргә кәрәк. Моғайын, тау аша сығырға тура килер…
Ур-а-а! Тыуған ил өсөн!Таллыҡтан талсығып килеп сыҡҡас: “Хәҙер яҡтырҙыниһә, вис окружать итеп ала бит инде был немец. Нишләп былайтып торабыҙ әле? Нимәлер эшләргә кәрәк бит! Бер нәмә мәғлүм: былай өйкөлөшөп, тик торорға ярамай”. Шулай уйланып торам-торам. Әмәлгә ҡалғандай, башҡа бер уй килде: “Эскадронда йөрөп өйрәнгәнсә, Аллаға тапшырып, давай, “Ура!” ҡысҡырып, алға йырып китәйем дә барайым. Үлһәм – үлермен, ҡалһам – ҡалырмын”. Шундай уй менән:
– Ур-а-а! За Родину! За Сталина! За наших погибших товарищей! – тип алға ташландым. Шунан автоматтан алдағы үҙәккә ҡарап: “Тра-та-та!” Берҙе еб-бәрҙем дә, биш метрҙай ер киткәс, артҡа боролоп, башҡортсалап:
– Исмәғил, минән ҡалма! – тип ҡысҡырҙым.
– Мин мында! – тине лә Исмәғил килеп тә етте.
Шул китеүҙән мендем дә киттем. Китеп барам, китеп барам, Исмәғилемде эйәртеп. Әйткәндәй, Исмәғилемде саҡырған тауышты ишетеп, беҙгә бер офицер эйәрҙе. Яңыраҡ ҡына беҙҙең подразделениеға бер ҡаҙаҡ политрук килгән булғайны. Шул, имеш. Килеп етер-етмәҫтән:
– Ай-бой, Арсланов достым, ранен булдым ғой, – ти. Кеше йәнле ине Исмәғил. Әле лә:
– Ҡайҙа, беренсе ярҙам күрһәтәйем, – ти һалды.
– Ничего, ничего, – тим. – Яйлап торорға ваҡыт юҡ! – тим. Хәҙер был йәбешеп алды миңә. Шул килеш бара бирһәк, алда аҡ маска-халатлы шәүләләр күренде. Араны самалап, автоматты тоҫҡаған килеш:
– Стой, кто идет?! – тип аҡырып ебәрҙем. Юҡһа үҙеңдекеләрҙе атыуың бар бит. Тегеләр минең яҡҡа атып ебәргәйне – мин дә: тыр-р-р! Тегеләргә автомат очереды менән яуап бирҙем. Шунан, ҡарға сумып, түш менән шыуышып киттем дә барҙым. Гранатам әҙер. Улай-былай булһа, тегеләрҙе үҙең менән бергә шартлатаһың да ҡуяһың.
Шулай, башты ҡалҡытмай ғына, барҙым да барҙым. Күпме барғанмындыр – бер нәмә лә күренмәй. Ҡараһам, Исмәғил бая мин тырылдатҡан арала әллә ҡайҙа булған. Тфү, ауыҙыңа..! Көтөп торорға тейеш кеше ине лә баһаң. Ә, раненмын, тигән теге ҡаҙаҡ, йән-фарман баяғы урында тороп ҡалғандар яғына төшөп китеп бара. “Ах, – мин әйтәм, – симулянт!”
Хәҙер, әлегесә, бала саҡта ишеткән әкиәттә иптәштәре ташлап киткән батыр һымаҡ, бер яланда бер үҙем тор ҙа ҡал. Күп уйлап торорға форсат юҡ. Йүнәлеште алмаштырырға булдым. Киттем һулаҡай тартып, немец оборонаһынан ек эҙләп. Граната ҡулда. Яҡынлашҡас ҡына, ырғытырға ла, шау-шыу тыуҙырырға. Шунан файҙаланып, үҙебеҙҙекеләр яғына һыпыртырға. Әле ҡараңғы. Һырт буйында ҡар йоҡараҡ. Атлауға күстем. Йәш саҡ бит инде. Ялп та йолп китеп барыла. Бара бирәм дә тирә-йүнде ҡараштырып алам. Бара бирәм дә ҡараштырып алам. Шулай ҡарана-ҡарана китеп барһам, алда һулаҡайҙараҡ ике шәүлә күренә. Әһә, тегеләр, баяғы атыуымдан ҡурҡып, шымтайғайны. Былары немецтан башҡа бер кем булмаҫ. Хәҙер: “Кто там?” – тип ҡысҡырып тораһы түгел, тип, бер очередь биргәйнем, тегеләр күҙҙән юғалды. Кемелер боҫоп өлгөргән. Минең яҡҡа ата башланы. Шуныһы ҡыҙыҡ булды. Немецтың бер йәҙрәһе, ҡолаҡты яра яҙып зыйлап, парикмахер сәс алғандағы кеүек, сәсемде елпелдәтеп, уның араһынан ғына үтеп китте. Бәхетем бар икән, шөкөр, теймәне. Мин йәнә ҡарға сум. Кәңәшләшер кеше юҡ. Ҡайҙан булһын? Ҡалдылар бит тегендә үк. Эйәрмәгән булдылар. Исмәғилем да юғалды. Ҡаҙаҡ ҡасты.
…Ҡар йырып, тағы күпме барғанмындыр – тауҙың башына етеп, бер ки-иң яланға килеп сыҡтым. Һаман да китеп барылына. Бара торғас, иғтибарлап ҡараһам, яҫы оборона һыҙығы. Кемдеке икәнен белгән юҡ. Һаман барған булам. Байҡап ебәрһәм – булһа, минән бер етмеш аҙымдай ерҙә генә тағы шәүлә шәйләп ҡалдым. Устарҙы ҡолаҡҡа ҡуйып тыңлайым.
– Туҡ-туҡ! Туҡ-туҡ!
– Ноги озябли! Фәләнем мать! Төгәнем мать! – ти берәү.
Яҡын уҡ килдем тауыш сыҡҡан ергә.
– Техники нету... – тип, икенсеһе рустың бөтә Союзға мәғлүм һүҙен, тәмләп тороп ҡыҫтырып, әллә кемде әллә ҡайҙа оҙатмалы һүҙен өҫтәп, һүгенеп ҡуйҙы.
Һүгенеү һүҙе. Былай ваҡыт булһа, йән көйөр ине. Әле иһә шуның шуныһынан да күңелгә рәхәт булып китте. Әйтерһең, иң изге һүҙҙе ишеттем, йөрәк тигәнең ашҡынып тибә башланы. Шулай итмәй һуң! Кәк ни кәк үҙебеҙҙекеләр яғынан килгән һүҙ бит ул!
“Туҡта, әллә абайлайҙар, әллә юҡ, былар лабырлашҡан арала, оборонаны ошо тирәнән ҡырҡып сығайым да китәйем”, – тип уйлап ҡуйҙым да ул торарҙан, был торарҙан булдым. Шулай ҙа ваҡытында тыйылдым да артабан шыуыштым. Шулай итмәй сара юҡ. “Был – мин. Арыҫланов!” – тип, күренеп кенә ҡара, шылт иткән тауышҡа ла мылтығының тәтеһенә баҫырға ғына торған сасауайҙар ҡарап торор һиңә! Ауыҙыңды асып, тәүге һүҙеңде лә әйтеп өлгөрмәҫһең, өнөңдө тыҡмаҫтар тимә! Шуға күрә, үҙебеҙҙең яҡ, тип тороп булмай, шыуышмаҫ ерҙән шыуышаһың инде. Шулай, шыуыша-шыуыша, бара ятылына. Шыуыша бирәм дә, тирә-яҡты байҡап, усты ҡолаҡҡа ҡуйып, тыңлап алам. Шыуыша бирәм дә, тирә-яҡты байҡап, усты ҡолаҡҡа ҡуйып, тыңлап алам. Шулай шыуыша торғас, ун-ун биш аҙым ерҙән, ер бауырлап ҡына, тағы һөйләшкән тауыш ишетелде. Бәй, башҡортса бит, әй! Ни хаҡында һөйләшәләрҙер, һүҙҙәрен айырмайым. Шулай ҙа үҙ телем шул тиклем яғымлы булып ишетелде. Күңелгә шул тиклем рәхәт булып китте. Шул рәхәтлектән: “Эй, егеттәр! Ата күрмәгеҙ! Мин – шайморатовсы!” – тип ҡысҡырғы килде. Рейдҡа ингәс кенә, дивизиябыҙҙың 16-сы гвардия дивизияһы тип аталыуы хаҡында Верховный командующий Сталиндан фарман килеүен ишеткәйнем. Шуға күрә лә “мин – шайморатовсы!” тигәндән һуң: “Гвардеец Арыҫланов!” – тип тә өҫтәге килде. Кәк ни кәк, Баймаҡ та инде мин! Ҡайҙа ул ҡысҡырыу. Ҡысҡырыу түгел, өндө лә сығармайым. ”Өндәшмәҫкә! Шым ғына барырға!” – тип, үҙ телемә үҙем приказ биреп, саҡ тыйылып ҡына барам. Шулай, үҙемә үҙем приказ биреп барған ерҙән, үҙем дә һиҙмәҫтән кинәт:
– Кто там? – тип ҡысҡыр ҙа ебәр мин.
– Стой, кто идет?!
– Стой, стрелять будем!
Тегеләр яғында затворҙар шалтыраны.
– Гвардеец Арсланов! Выходящий из окружения, – тим.
– Ложись, убью! –ти береһе.
– Что, вы делаете?!
Шулай тинем дә йүгерҙем дә киттем. Теге тағы ла яман итеп аҡыра:
– Ложись, убью!
– Эй, ты! С ума сошел что ли?!
Шулай тип, йүгереп барып, араларына барып кер ҙә кит тегеләрҙең. Беҙ ҡамауҙа саҡта үҙгәрештәр булған икән. Бөтәһе лә погонлы.
Бына шулай совет ғәскәрҙәре яғына килдем дә сыҡтым. Ҡамауҙан ҡотолоуым ине был.
* * *
Шуныһы үкенесле булды. Шул ҡамалыу мәхшәрендә комдивыбыҙ, генерал Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов һәләк булды. Уға яҡын йөрөмәгәс, был фажиғә нисек булған, асығын белмәйем. Мозафар тигән ағай, түшенә һөйләшә торған аппарат тағып, Шайморатов тирәһендә йөрөй торғайны. Шул ағайҙың: “Майор дәрәжәһендәге бер рус кешеһе килгәйне. Шайморатов уға: “Хәҙер үк үҙебеҙҙең яҡҡа сыҡ та, бындағы хәлде хәбәр итеп, кире килерһең”, – тип, бойороҡ биргәйне. Теге майор үҙе лә килмәне, ярҙам йүнләргә тейеш ине, уны ла эшләмәне. Ах, Шайморатов тере ҡалһа, атыр ине ул майорҙы!” – тигәне хәтерҙә. Кем белә, ул майор, бәлки, ҡамауҙан сыға алмайынса, һәләк булғандыр. Мәхшәрҙең мәхшәре ине бит.
Ҡысҡырып, Исмәғилде тапҡанымӘрмелә хеҙмәт иткәндәр, ҡаҙан-ҡаҙан һалдат бутҡаһын ашағандар яҡшы белә. Имен саҡта ла һалдат төрлө ауырлыҡтарға дусар ителеп кенә тора. Хатта үлем сигенә еткән саҡтары ла була уның. Ана шундай ваҡыттарҙа ла ул иптәштәре хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш. “Сам умирай, товарища выручай” – “Үҙең үлһәң – үл, мәгәр иптәшеңде ҡотҡар!” Был һүҙҙәрҙе, иман күндергәндәй итеп, һалдаттың күңеленә һала командирҙар. Имен саҡта ла шулай булғас, яу ҡырында ул иһә алтын ҡағиҙә, алтын ҡанун хоҡуғына эйә була. Миндеғол ағай, һәр хәлдә, ошо ҡағиҙә-ҡанун буйынса эш итер булған.
– Үҙең генә ҡотолоу менәнме ни ул. Иптәштәреңдең тороп ҡалыуы күңелде тырнап тик тора, – тип башланы ул яу юлында үҙе кисергән эпизодтарҙың береһен.
Яңы хәрби часть менән таныша килә, мин тапҡырлап килеп сыҡҡан урынды биләгән взводтың командирына:
– Дай мне автоматчиков. Мин ун биш метр алдан барам. Улар – арттан, – тигән булам. Уйым теге соҡорҙа ҡалған иптәштәрҙе алып сығыу инде. Теге:
– Ну, ну, – тигән була. “Ну-ну”лап торор саҡмы ни инде. Ҡыбырларға кәрәк!
– Анауында ун кеше. Бынауында ике кеше кәрәк. Киттек! – тим.
– Юҡ, – ти комвзвод. – Беҙгә ундай приказ бирелмәгән. Үҙең ҡалдырып киткәнһең икән, үҙең тап. Ана, аҫта ҙур ауыл. Унда – беҙҙекеләр. Шунда бар, – ти.
Мин ҡалҡыуҙа ултырам, былар – үҙҙәренең окобында. Погонлылар менән һөйләшеү шулай бара.
– Эй, солдат, – ти бер малай ғына һалдат, – один туда не ходи, шальный бүл (пуля. – Ә. С.) тейеп ҡуйыр, төш бында! – ти. Взвод командиры – ыҡ та мыҡ.
Киттем бер үҙем. Барҙым да ауылға өҫтән ҡарап торам. Ҡәҙимге ауыл. Унда-бында эт лаңҡылдай. Мөрйәләрҙән һүрән генә төтөн сыға. Һырт өҫтөнән ҡарап торҙом-торҙом да ҡысҡырҙым да ебәрҙем:
– Әбү-тә-ли-пов!!!
– Ис-мә-ғил!!!
Өҫтән ҡысҡырғас ни, етмәһә, иртәнге тауыш әллә ҡайҙа китә. Ишеткән бит был минең тауышты.
– Әү-ү, мин мында-а, – ти ҡайҙандыр. Анса булмай, ах та ух итеп, килеп тә етте Исмәғил. Тегене быжғыртып алған булдым:
– Аҙманланып, ҡайҙа йөрөйһөң, инәһеҙ малай?! Әллә, өндәшмәй генә, миңә еңгәй йүнләп йөрөйһөңмө?!
– Аҡ халатлы шәүләләр менән атышҡан арала, мин, һине юғалтып, кире төшкән дә киткәнмен, имеш. Саҡ-саҡ немец ҡулына юлыҡманым. Хоҙай араланы.
– Ладна, встать в строй! – тигән булдым, шаяртып. Яуҙа һәр яҡташың үҙ туғаның кеүек була. Ә был, шунан үтеп, райондаш та, ырыуҙаш та, һабаҡташ та, парталаш та… Бәләкәй генә булһа ла, күңелен күрәйем тинем.
Часыбыҙҙа Князев тигән бер ат табибы бар ине. Минең тауышты танып, Исмәғил артынан ул да килеп етте. Ҡалғандарҙы тапманыҡ.
Улай-былай булһа, өсөбөҙ – бер таған. Бергә булырбыҙ, бер ауыҙҙан, бер һүҙҙән булырбыҙ, исмаһам, тип һүҙ ҡуйыштыҡ. Шулай итмәй мөмкин түгел. Ни өсөн тигәндә, “окружинец” тип исем тағып та өлгөрҙөләр. Аръяғында ни булырын белеп булмай. Һалдат халҡы “смерч” тип атаған особистар ҡулына эләк кенә! Ата-инәңде танытырҙар, кем, тегеләй.
Шуныһы аңлашылмай. Беҙ, немецтың тылына бәреп инеп, аттарыбыҙҙан яҙып, боеприпасһыҙ, ризыҡһыҙ ҡалып, тәндән йән сығып, командование ҡуйған боевой бурысты үтәргә тырышып ятабыҙ, ә бында яҡын ғына ерҙә полный боекомплект, тамағы туҡ һалдаттар! Ниңә ярҙам ойоштормағандар? Ярҙам булһа, һис юғалтыуһыҙ сығылына ине ҡамауҙан. Яратҡан генералыбыҙ Шайморатов та, башҡалар ҙа имен ҡала ине. Үәт, әй!
Украин малайының шайморатовсы башҡорттарҙы ҡотҡарғаны
(Шайморатовсы, гвардия старшинаһы Сәхиулла еҙнәм Зәйнуллин ауыҙынан ишеткәндәремдән)Миндеғол ағайҙың дошман ҡамауынан нисек сығыуын тасуирлауы тағы бер шайморатовсының күңелемдә йөрөгән хәтирәһен уятты. Дөрөҫөн әйткәндә, үткән быуаттың 80-се йылдарынаса уның да шайморатовсы булыуы хаҡында белмәй инем әле. Ә ул миңә алты йәшемдән алып таныш ине.
Уны тәүгә күргәндә, марттың аҙаҡтары инеме, әллә апрель башы инеме. Асығын ғына хәҙер әйтә алмайым. Мәгәр шуныһы иҫтә: көн салт аяҙ ине. Тәҙрәнән ҡар өҫтөнә ҡараһаң, күҙ сағыла. Тышта йөрөп инһәң, күҙ тышта ҡала ла, өй эсе ҡараңғыланғандай тойола. Ҡояш нурында үҙе лә нур сәсә-сәсә, ҡыйыҡтан тамсы тама. Шундай мәлдә беҙгә ике кеше килеп инде. Яҙ ҡояшы кеүек балҡып, алдан килеп ингәнен яҡшы уҡ беләм. Уныһы әсәйемдең күрше Байназар ауылында йәшәгән ике туған Хәҙисә тигән һеңлеһе ине. Икенсеһенә, оҙон шинель кейгәненә, әсәйем:
– Имен-һау ҡайтып еттеңме, Сәхиулла кейәү?! – тип, күреште.
– Аллаға шөкөр әле, ҡайынбикә, бала-сағам менән һеңлеңдең бәхетенән имен-аман ҡайтып төштөм әле! – тине шинелле.
Әсәйем, өтәләнеп йөрөп, самауыр ҡуйып ебәрҙе. Ҡунаҡмын тип тик ултырманы, Хәҙисә апайым, тиҙ генә ҡулын йыуа һалып, уға булыша башланы. Минең иһә үҙ ғәмем.
Тәүҙә шуныһын әйтеп үтәйем. Һуғыш бөтөп, һалдаттар ҡайта башлағайны – бермә-бер еҙнәле малайҙар күбәйҙе. Бәхет шул булалыр инде: уларҙың бәғзеләре атайлы ла ине. Ә минең кеүектәрҙең атаһы ла, еҙнәһе лә юҡ. Тегеләр еҙнәләренән аҡса ала ла: “Бына миңә еҙнәм аҡса бирҙе!” – тип маҡтана. Маҡтанып ҡына ҡалмайҙар, магазиндан шул аҡсаларына өс-дүрт бөртөк кәнфит алалар ҙа (һатыусы шунан артығын бирмәй торғайны) юрый, бының күҙен ҡыҙҙырайым әле, тигәндәй, шуны һинең алдыңда супылдатып имәләр. Әле беҙҙең өйөбөҙгә ингән һалдатты әсәйемдең, кейәү, тип күрешеүе булды – эскә йылы йүгергәндәй итте. Һәм мин шунда уҡ: “Әһә, әсәйемә кейәү булғас, был кеше миңә еҙнә була бит инде. Еҙнә булғас, унан аҡса һорарға була”, – тип, уй төйнәй һалып ҡуйҙым (ошо уйыма бер асыҡлыҡ индереп китәйем. Башҡа яҡтарҙың еҙнәләре ҡәйнештәренә бәке бирә, беҙҙең яҡтыҡылар – аҡса). Ул арала Сәхиулла еҙнәм оҙон салғыйлы шинелен сисеп өлгөрҙө. Һәм… көн сыуағына былай ҙа нурға ҡойонған өйөбөҙҙөң эсе тағы ла нығыраҡ яҡтырып киткәндәй булды. Ни өсөн тигәндә, еҙнәм ҡыбырлаған һайын, түшен ҡаплап торған орден, миҙалдары тәҙрәнән төшкән ҡояш нурында ялт-йолт итә башланы. Шуларҙы күреү менән, үҙемде, һуғыштан ҡайтҡан аталарының, ағайҙарының миҙалдарын тағып алған малайҙар һымаҡ, түшемде ялтыратып йөрөгән хәлдә күҙ алдына килтерә һалдым да тәүҙә төйнәгән уйыма шунда уҡ төҙәтмә индереп өлгөрҙөм. Был төҙәтмәм башымда оҙаҡ торманы. Ауыҙымды асҡайным ғына: “Еҙнә, бер миҙалыңды миңә бир әле”, – тигән үтенес булып, телемдән сығып та осто.
– Бирәм, ҡәйнеш! Тик һинән бер ярты, – тип, мине күтәреп алып, өҫтәлгә баҫтырҙы ла. – Эй, әле бәләкәс кенә икәнһең. Ярар, бер эшкәлниккә лә бирәм, – тине. Мин ул һораған “ярты”, “эшкәлник” тигән нәмәләр хаҡында ишеткәнем дә, миҙалға торошло ундай хазинаны күргәнем дә юҡ ине. Булмағас, булманы. Тәүге уйымды ғәмәлгә ашырырға ла, шуның менән булһа ла, хушһынырға ниәтләнем.
– Һин һораған нәмәләр миндә юҡ шул, еҙнә. Аҡса бир ҙә ҡуй, – тигәйнем – алдан әҙерләп килгән, моғайын, шаптырлатып, кеҫәһенән тинлектәр алды ла минең усыма йомдорҙо. Әммә уға хаҡ һорап торманы (“хаҡ”, тигән булам, ул ваҡытта бүләккә бүләк биреү йолаһы барын, уны “бүләктең һибәһе” тип әйтеүҙәрен миңә белеү ҡайҙа).
Йылдар үткәс, Сәхиулла еҙнәм ил муллаһы булып танылғас, үҙем ир уртаһы тигән дәүеремде кисерә башлап, “ярты” менән “эшкәлник”тең нимә икәнен, хатта уларҙы ҡулланһаң, халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәрим әйтмешләй,
Ҡайғылының ҡайғыларын тарата,
Һөйкөмһөҙгә һөйкөмлөрәк ҡарата;
…Аҡыллының аң һарайын емертә,
Тилеләрҙе торған һайын тилертәикәнен күҙәтеп тә, “үҙ тәжрибәмдә” лә белеүгә күптән өлгәшкәс, уның да Шайморатов дивизияһында яу юлын үтеүен ишеткәйнем.
Нәҡ шул дәүеремде кисергән мәлдәрәк Байназарҙан ҡайтып барһам, шул ауылдың Истамкиндар яғындағы зыярат янында, аҡ күлдәгенең итәктәрен ялпылдатып, берәүҙең, ҡолас ташлап бесән сабып йөрөүен күреп ҡалдым. Тапҡырына еткәс таный ҡуйҙым: бәй, ошо ауылда йәшәгән Сәхиулла еҙнәм дә баһа.
– Әссәләмәғәләйкүм! Шайморатовсы гвардеец еҙнәмә боевой сәләм!
– Вәғәләйкүм әссәләм, танкист ҡәйнеш, туркестанец!
– Сабып буламы?
– Була-а. Өйҙә ятһаң, ҡан ойошоп китер тип, тәнде яҙырлыҡ ҡына һелтәштереп йөрөлә.
– Аҙыраҡ тын яңыртып ал. Ҡана, мин дә һелтәштереп ҡарайым әле, – тип, салғыһын алып яныным да яңы бакуй башланым. Улы ат менгәндә, инәһе ботон ҡыҫҡан, тигән кеүек, Сәхиулла еҙнәм, ҡулын йәйеберәк, янтая биреп, ҡарап торҙо ла:
– Шыпа онотмаған икәнһең әле, ҡәйнеш, ҡалала йәшәһәң дә, – тигән булды.
– Ә кәкже! Кемдең ҡәйнеше – шуның ҡәйнеше! – тигән булып, еҙнәмдең һалпы яғына һалам ҡыҫтырҙым. Шул уҡ ваҡытта уның да һүҙе шундай уҡ мәғәнәгә эйә икәненә төшөндөм дә бер бакуй менән генә сикләнмәҫкә булдым…
– Йә, ярар, ҡәйнеш, рәхмәт! Аяҡ-ҡулың имгәкһеҙ булһын! Ултыр. Ял ит, – тип, еҙнәм үҙе янынан урын күрһәткәс кенә туҡтаным.
Аҫтыбыҙға үлән түшәп, юл ситендәге канауға аяҡтарҙы һалындырып ултырып, ул-был хаҡында һөйләшә торғас, яйы сығыу менән:
– Еҙнә, теге мәлдә Шайморатов дивизияһында хеҙмәт итеүеңде әйтә биреп ҡуйғайның, башыңдан үткән ваҡиғаларҙан иң ныҡ хәтерҙә ҡалғанын һөйлә әле, – ти һалдым. Әле генә теле телгә йоҡмаған Сәхиулла еҙнәм, ҡараштарын арғы яҡтағы Ҡурыуҙыға, үҙебеҙҙең ырыуыбыҙ Ҡарағай-Ҡыпсаҡтың изге тауына, төбәп, өнһөҙ ҡалды. Тәмәке янсығын тартып сығарырға теләгәндәй, салбар кеҫәһен һәрмәп ҡуйҙы. Шунан:
– Үәт, ғәҙәт! – тип ҡулын һелтәне лә, тамағын ҡыра биреп, былай тип һөйләп алып китте. – Иң ныҡ хәтерҙә ҡалғаны, тиһең инде? Иң ныҡ хәтерҙә ҡалғаны, ҡәйнеш, ҡамауҙан сығыу ваҡиғаһы булды. Мин полковник Сәйфулла Хәлил улы Хәбировтың старшинаһы инем. Һуңғы патрондарҙы, гранаталарҙы имен ҡалған һалдаттарыбыҙға, ғәҙел генә итеп, үҙем өләшеп бирҙем.
– Ҡайҙа барһаң да, бер үлем. Тәүәккәлләйек, егеттәр! Бәлки, йырып сығырбыҙ ҡамауҙан.
– Бала-сағабыҙ, әсәйҙәребеҙ, ҡатындарыбыҙ бәхетенән!
– Һөйгәндәребеҙ хаҡына!
– За Родину! За Сталина! Вперед!
Бына шулай, үҙебеҙҙе яҡындарыбыҙға үҙебеҙ бағышлап, үҙебеҙгә үҙебеҙ приказ биреп, ҡамауҙан сыҡмаҡ булдыҡ. Ҡар тәрән. Алда ҡалҡытып һалынған шоссейка. Немец, беҙҙең ҡайҙан үтерҙе белгән кеүек, ике яҡлап ике нөктәнән ҡайсылаған кеүек иттереп, киҫештереп, пулеметтан һиптереп тик ята. Бәлки, был урынды юрый алдан билдәләп, перестрелка эшләп, ҡапҡан итеп әҙерләгәндәрҙер.
Юлдың был яҡ ситенә шыуышып барып еттек етеүгә. Тегеләр баш ҡалҡытырға ла ирек бирмәй бит. Былай ятып булмай. Йә немец мина һелтәй башлар, йә ни.
– Бүтәнсә әмәл юҡ, егеттәр! Нишләһәк тә, ошонан аша сығырға тура килә. Кем булһа ла иҫән ҡалыр бит…
– Бында – үлем. Теге яҡта – йәшәү. Кемдәребеҙҙер бүтәндәребеҙҙең йәшәүе өсөн ошонда башын һаласаҡ. Бер-беребеҙгә иман теләп, бәхилләшәйек!
Шулайтып, бәхилләштек тә, кем нисек, юлға ташландыҡ. Бер нисә егетебеҙ, утҡа – ут, тип, тегеләргә ҡаршы атышып ҡалды. Әле булһа күҙ алдымда… Әллә күпме егетебеҙ шул ҡәһәрле юлда түшәлеп ятып ҡалды… Уларҙың асырғанып ҡысҡырғаны, ыңғырашҡаны һаман ҡолаҡ төбөндә…
Сәхиулла еҙнәм, мулла булыуын да, тартыу менән күптән бәхилләшеүен дә онотоп, был юлы, янсыҡ эҙләп, салбарының кеҫәһенә үк тығылды… Шунан:
– Ай, әттәгенәһе! Ғәҙәт, ҡәйнеш! – тигән булып, ҡулын һелтәне лә йоҙроғо менән йәшле күҙҙәрен һөртөп алды…
Мин һүҙ ҡатырға ла ҡыймай, тын ҡалдым. Бер аҙ шулай ултырғандан һуң Сәхиулла еҙнәм яңынан телгә килде.
– Шулай иттереп, юлды аша сыҡҡандың һуңында, булған ғынабыҙ ары киттек. Шунда ҡайҙандыр бер хохол малайы килеп юлыҡты. Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәр бит. Ҡәйнеш, буквально шулай булды. Беҙ меҫкендәрҙең бәхетенән Аллаһы Тәғәлә юлыбыҙға уны үҙе үк сығарып ҡуйған. Быға минең иманым камил. Теге ни ти:
– Дяденьки, минең арттан барһағыҙ, һеҙҙе ҡыҙылдар яғына алып сығам, – ти. Үҙ-ара кәңәш иттек тә, батып барғанда, һаламға булһа ла йәбеш, тигән кеүек:
– Попробуй, паренек! Буш итмәбеҙ, – тип, яҙмышты итек башындай ошо малайға тапшырмаҡ булдыҡ.
Ҡалҡыулыҡтың ҡар йоҡараҡ яғынан алып китте бит был беҙҙе. Беҙгә, ас, етмәһә, күптәребеҙ яралы кешеләргә, көс-ҡеүәт ингәндәй булды. Үҙең белмәгән ни эш бар, ҡәйнеш, ҡайҙа барам тиһәң дә, ана, күрәһең бит, беҙҙә шулай бит инде: өйҙән сығаһың да тауға үреләһең. Шуға ла, тау тәбиғәтен бала саҡтан белеп бөткән Урал кешеһе булараҡ, эстән генә: “Ыһ-һы, эштең рәтен белгәнгә оҡшай бит был суҡынған!” – тип ҡуйҙым. Барабыҙ ҙа барабыҙ. Атыу тауыштары ла әллә ҡайҙа аҙашып ҡалғандай булды. Ул арала һалдаттар араһында ризаһыҙлыҡ тауыштары ишетелә башланы:
– Белгән-итмәгән малай артынан барабыҙ ҙа барабыҙ. Сколько можно?! Бәлки, ул беҙҙе немецҡа тотторорға уйлайҙыр…
– Ысынлап та. Анауы тиклем тамуҡ утынан ҡотолған башты, бер маңҡаға ышанып, һәләк итеүебеҙ бар бит, иптәштәр.
Малай әйтә:
– Түҙегеҙ, ағайҡайҙарым. Һеҙ мине, һатлыҡ йән, тип, теләгән ваҡытта ата алаһығыҙ. Мин әйтте, тиерһегеҙ: бына-бына беҙҙе ҡыҙылдар ҡаршылаясаҡ.
Алып сыҡты бит тәки. Шул саҡта һалдаттарҙың ҡыуанғанын күрһәң, ҡәйнеш! Кеме илай, кеме, ҡосаҡлашып, көлә, кеме нишләй.
Шулай тине лә ҡарт шайморатовсы тағы күҙен һөртөп алды һәм, йылмая биреп, һүҙен шулай тип ослап ҡуйҙы:
– Ә теге малайҙы өҙмәк тә йолҡмаҡ иттек. Үҙен сөйҙөк. Һыртынан һөйҙөк. Кемелер, үҙенең түшенән ала килеп, малайҙың түшенә бер миҙалын таҡты. Шунан аҙаҡ ни булғанын күрһәң ине… Ҡотҡарыусыбыҙҙың алама ғына көпөһө алдан да, арттан да тәңкәле бишмәтеңдән былайыраҡ булды ла ҡуйҙы. Шулай булмай һуң, бөтәбеҙ ҙә йә миҙалын, йә орденын таҡты бит уға... Хәйерһеҙ, ҡамауҙан сығыу ҡыуанысынан үҙебеҙҙең ҡотҡарыусыбыҙҙың адресын да, исем-атын да яҙып алырға беребеҙҙең дә башына инмәгән. Хәҙер булһын бына шуныһы үкендерә. Атыу ни уны берәй орденға тәҡдим итергә булыр ине. Герой исемен бирһәң дә, таман ине. Бына нисек тере ҡалдыҡ беҙ, ҡәйнеш.
Сәхиулла еҙнәм (ауыр тупрағы еңел, гүре нурлы, йәне йәннәттә булһын!) дөрөҫ әйтә. Беҙ әҙәм балалары кәрәк нәмәне, әллә хәтергә ышанып, әллә ғәмһеҙлектән, мәлендә аҡ ҡағыҙға теркәй һалып бармайбыҙ шул. Хәйер, теркәлгәнен дә башҡаларға ваҡытында еткерә һалмайбыҙ. Йәнәһе, ҡул теймәй, мәшәҡәт күп, уныһы, быныһы. Миҫал эҙләп алыҫ китәһе түгел. Сәхиулла еҙнәм һөйләгәнде мин үҙем блокнотыма теркәштереп барғайным. Тик үҙе иҫән саҡта уның хәтирәһен ташҡа баҫтырырға форсат теймәне… Бына, йылдар үткәс кенә, Миндеғол ағайҙың хәтирәһе ул яҙманы хәтерләргә мәжбүр итте. Һуң булһа ла, уң булһын! Бәлки, ейәндәре, бүләләре уҡыр был юлдарҙы. Быныһы – бер булһа, йәнә килеп шул: уны уҡыған кеше үҙе үк Миндеғол ағай һөйләгәндәрҙе тулыландырғандай булыр.
Башҡорт малайҙарының шайморатовсыларҙың данын мәңгеләштерешеүсе украиндарҙы ҡотҡарғаныҒәҙәттә, шулай була бит ул. Һин алдан уй төйнәп ҡуймаһаң да, бер уй икенсеһен уята, бер хәтирә – икенсеһенә, уныһы өсөнсөһөнә олғаша һәм китте, барҙы… Уйҙың, хәтирәнең алдына сығырмын тимә, юлын быуырмын тимә… Әле минең менән нәҡ шулай булды. Дошман ҡамауынан ыҙалыҡ менән сығыуы хаҡында Миндеғол ағайҙан ишеткәнем Сәхиулла еҙнәмдең хәтирәһенә тоташҡайны, әле бына уның яу хәтирәләрен “тергеҙеп” ултырғанда, башҡорттарҙы үлемдән ҡотҡарыусы украин малайы хаҡында үкенес менән: “Адресын да, исем-атын да яҙып алырға беребеҙҙең бер башына инмәгән”, – тигәне яңынан ҡолаҡ төбөндә яңғырап киткәндәй булды ла бынан егерме йыллап элек ишеткән йәнә бер хәтирәне хәтергә төшөрөргә мәжбүр итте. Уны ауылдашым Сабир ағай Йәғәфәров ауыҙынан ишеткәйнем. Әйткәндәй, ул ишеткәнем дә шайморатовсыларға мөнәсәбәтле булып сыҡты.
“Хәтереңдәлер, – тип башланы Сабир Сафуан улы үҙенең хәтирәһен. – 1982 йылдың йәйендә, ямғыр мул яуыу һөҙөмтәһендә, Ағиҙел ныҡ ташты. Аръяҡ менән бирьяҡты тоташтырып торған баҫмабыҙҙың ике яҡ ситендәге быуындары күпсене лә ағып та китте. Бейегерәк тәкәләргә һалынған урталағылары ғына тороп ҡалды. Йәй уртаһы булғас ни, һыу йылы. Ауыл малайҙары, һыуға үрҙәнерәк төшөп, йөҙөп барып, шул баҫма өҙөтөнә менәләр ҙә, киножурналдарҙан күргән спортсыларҙың трамплиндан һикергәненә оҡшатырға тырышып, һыуға ырғыйҙар. Теге көндө лә улар шул шөғөлдәре менән мәж килә ине, шул ваҡыт үрҙә бер байдарка пәйҙә булды. Уға берәү ҙә аптыраманы. Йәй булһа, шул инде. Иртәнән кискә тиклем Иҙелдән яңғыҙарлап та, төркөм-төркөм булып та, байдаркаһы ла, резина кәмәһе лә ағып тора. Аяҙ көндәрҙә уларҙағы кешеләр ярым яланғас була. Шуға ла беҙҙә уларҙы яланғастар тип кенә беләләр. Әле лә яңғыҙ байдарка күренеүе булды, кемдер:
– Яланғастар килә, яланғастар! – тип һөрән һалды.
– Бынауы ташҡында ҡурҡмауҙарын әйт! – тип ҡуйҙы кемдер.
– Ай, әттәһе! Иҙелдең арғы хутынан ғына китһә, ни була инде был, – тине кемдер тәрән борсолоу менән. Ағын шәп булғас, ысынлап та, ишкәксе егет кәмәһен ситкәрәк бороп өлгөрмәй ҡалды. Баҫма аҫтына килеп тә инде – уның һыуға тейә яҙып торған бүрәнәһенә төкөп, байдаркаһы түңкәрелде лә ҡуйҙы. Яланғастар ирле-ҡатынлы булғандар икән. Сумған ерҙәренән баштары күренеү менән:
– Сережа!
– Сергей! – тип, үҙәк өҙгөс итеп, ҡысҡыра-ҡысҡыра икәүләшеп, түңкәрелгән кәмә тирәләй сәбәләнә-сәбәләнә, ағып китеп баралар. Шул саҡ баҫмалағы малайҙар һыуға һикерҙеләр ҙә күмәкләшеп байдарканы кире әйләндерҙеләр. Мөғжизә булдымы ни! Сережалары кәмә төбөндә бәйле ултырған. Байдарка түңкәрелгәндә, унда һауа мендәре хасил булған да малайға тонсоғорға бирмәгән. Теге икәү инде ҡыуаныстарынан илаша-илаша ҡысҡыра:
– Сережа! Сергей, родной!
– Спасибо, ребята! Спасибо, ребята!
Ә ул ауыл “ребяталар”ы, беҙҙән эш ҡалманы, тип торманы, кәмәне ярға ҡарай этәрә-этәрә, йөҙә башланы. Шулай итеп, минең йорт тәңгәлендә уны ҡороға һөйрәп сығарҙылар. Малайҙар үҙ юлдары менән китте. Мин тегеләрҙе алып ҡайтып, ҡоро кейем биреп, эҫе сәй, уға өҫтәп мәйен дә эсереп йылындырып, мунса яғып төшөрөп, ял иттереп, әҙәм итеп алдым. Балта, тағы бүтән кәрәк-яраҡтары һыу төбөнә киткән ине. Балта ла бирҙем, аҙыҡ та бирҙем, башҡа кәрәк-ярағын да...
Улар менән һөйләшеп ултырғанда, шул асыҡланды. Ирекәй һөнәре буйынса инженер булып сыҡты. Иң мөһиме, шайморатовсыларға арнап, Чернигов ҡалаһында асылған музейҙы ойошторған кеше булған ул. Бына бит хәтерһеҙлек нишләтә: ни адресын, ни ҡайҙа эшләүен, ни исем-атын яҙып алып ҡалынмаған.
Сабир ағай шулай үкенес белдерҙе. Төшөнгәнһегеҙҙер, Сәхиулла еҙнәмдең дә, Сабир ағайҙың да үкенестәре ҡайһылай ҙа оҡшаш. Теге мәлдә украин малайының башҡорт атлыларын үлемдән ҡотҡарыуы менән беҙҙең көндәрҙә башҡорт малайҙарының украин балаһын үлемдән ҡотҡарыуы араһындағы оҡшашлыҡҡа ни тиерһең. Оҡшашлыҡ ҡына түгел был. Тамырҙары ғәләмәт тәрән ятҡан туғанлыҡ, кешелеклелек, ихласлыҡ, инсафлыҡ кеүек бөйөк төшөнсәләрҙең күсәгилешлек билдәһе улар. Ә ҡамауҙан сыҡҡан Миндеғол ағай менән уның юлдаштарын украин ҡатындарының көнбағыш менән һыйлауы, немецтан азат ителгән украин ауылдары халҡының башҡорт кавалеристарына алма таратыуы иһә әле әйтелгәнгә иш янына ҡуш ҡына…
Ошо урында миңә, остазым Жәлил Кейекбаевтан күрмәксе, һүҙҙе бары: “Әт, нисек була ул!” – тип тамамларға ғына ҡала.
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.
Йәшлек