Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Көслөгә һыйыналар, көсһөҙҙән - тайшаналар... йәки Халҡыбыҙ тарихына тағы бер ҡараш
13-08-2011, 12:44 | Башҡорт тарихы | автор: Ilsur | Уҡылды: 684
Көслөгә һыйыналар, көсһөҙҙән - тайшаналар... йәки Халҡыбыҙ тарихына тағы бер ҡарашТелевизор экранында билдәле тележурналист, тарихсы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Хәмиҙуллиндың башҡорт тарихы хаҡындағы сираттағы тапшырыуы бара. Автор килтергән дәлилдәр тамашасыны йөҙ проценты менән тиерлек ышандырыу көсөнә эйә, сөнки уның тапшырыуҙары фәҡәт тарихи сығанаҡтарҙан, мотлаҡан рәүештә тарихи документтарға таянылған аныҡ һәм кире ҡаҡҡыһыҙ факттарҙан ғына тора. Буш һүҙ һөйләнмәй, тарихи факт һәм документ менән нығытылмаған фекер әйтелмәй Салауаттың тапшырыуҙарында. Уларҙы ҡараған һәм тыңлаған һайын аң балҡышы, күңел байрамдары кисерәһең, үҙеңдең ошо халыҡтың бер улы, ҡыҙы булыуың менән ғорурланаһың.
Тарихсы тележурналистың тамашасыға тәьҫир көсө хаҡында уйланғанда тик бер генә һүҙбәйләнеш тел осона килә: милли рух менән һуғарылған тарихи хәҡиҡәт. Дөрөҫ, тарихи факттарҙы төрлө маҡсатта ҡулланырға була, ә Салауат беҙгә һөйләгән тарихи хәҡиҡәт милләтебеҙҙең рухын күтәреүгә, үҙ булмышыбыҙға туп-тура ҡарарға, асылыбыҙҙы йәнебеҙ менән тойорға булышлыҡ итә. Быныһы инде иң мөһимелер. Түбәндәге әңгәмәһендә Салауат ХӘМИҘУЛЛИН халҡыбыҙ тарихының иң һынылышлы мәлдәре хаҡында үҙенсәлекле фекер йөрөтә.

Империялар солғанышында

Һуңғы меңъйыллыҡта Евразия ҡитғаһында бер-бер артлы төрлө империялар барлыҡҡа килгән, йәшәгән, юҡҡа сыҡҡан, уларҙы икенселәре алыштырған. Башҡорттарҙың айырым ырыу-ҡәбиләләре шул империяларҙың бер өлөшөн йә ядроһын тәшкил иткән. Әйтәйек, башҡорттарҙың боронғо дәүләттәрен Хазар, Енисей ҡырғыҙҙары дәүләттәре менән бер рәткә ҡуйырға була. Һәр хәлдә, башҡорттарҙың дәүләт төҙөү тәжрибәһе элек-электән булған һәм күп кенә башҡорттар дәүләттәр менән хакимлыҡ иткән. Миҫалға Хазар дәүләтенең ҡағаны Басжуртты ғына алайыҡ. Әлбиттә, ҡағандың ысын исем-аты билгеһеҙ, Басжурт ҡәүем атамаһынан алынған. Быларҙан тыш, Иҙрисиҙың яҙмаларында ла Намжан тигән башҡорт ҡалаһында йәшәүсе һәм хакимлыҡ итеүсе хан тураһында мәғлүмәт алабыҙ.
Күп кенә халыҡтар Алтын Урҙа дәүерендә генә формалаша. Әйтәйек, ҡаҙаҡтар менән үзбәктәр. Ҡаҙаҡ атамаһы полиэтнонимдан алынған, ҡаҙаҡтар үҙҙәре Дәште-Ҡыпсаҡ үзбәктәрен тәшкил итеп, XV быуатта үзбәк ханлығынан айырылып китеп, Алтын Урҙа хандарын танымаусы ҡаҙаҡ урҙаһын барлыҡҡа килтерә. Ә үзбәктәр Алтын Урҙаның төп күсмә ҡәүемен тәшкил иткән. Аҙаҡ ҡаҙаҡ полиэтнонимы этнонимға әүерелә. Һуңынан ҡаҙаҡ ханлығы барлыҡҡа килә, ул Рәсәй составына инә. Совет осоронда Ҡаҙаҡ ССР-ы формалаша, СССР тарҡалғандан һуң мираҫҡа Ҡаҙағстан тороп ҡала. Ҡаҙаҡтарҙан айырмалы рәүештә, Башҡорт этнонимы боронғо дәүерҙәрҙән алып боронғо айырым ҡәүемдең атамаһын аңлатып килә. Башҡорттар Алтын Урҙа составына, боронғо яҙмалар буйынса "государь всея Баскардия" етәкселегендә инә. Был факт нимә тураһында һөйләй? Башҡорттар Алтын Урҙа составында үҙ кенәзлектәре менән урыҫ кенәзлектәре кеүек үк был империяның вассалдары булып торған, тимәк. Башҡорттар Үзбәк ханға административ яҡтан ғына буйһонған, халыҡ булараҡ, үзбәктәр составына инмәгән. Үзбәк халҡы ла тап шул осорҙа формалаша. Тарихта киң билдәле Үзбәк хан үҙ биләмәһендәге төрки һәм монгол сығышлы ҡәбиләләргә Ислам динен индерә һәм яңы формалашҡан ҡәүем уның исемен йөрөтә башлай. Аҙаҡтан ҡайһы бер үзбәк ырыуҙары башҡорттарға ла килеп ҡушыла. Ундайҙарға мең ырыуын индерергә була. Шуға күрә мең ырыуы хәҙерге ваҡытта үзбәктәрҙә һәм башҡорттарҙа ғына һаҡланған.
Үкенескә ҡаршымы, бәхеткә күрәме, Алтын Урҙа империяһы тарҡала һәм юҡҡа сыға. Уның тарҡалыуында нуғайҙар төп ролде уйнай. Сыңғыҙ хандың ике ҡитғаны үҙ ҡулында тотоу тәжрибәһен Иван Грозный үҙ ҡулына ала һәм Алтын Урҙанан һуң ҡалған ике ҡитға биләмәләре Рәсәйгә күсә. Евразия ҡитғаһында барлыҡҡа килгән вакуумды рус батшаһы тултыра. Рустар 50 йыл эсендә Мәскәүҙән Сахалинға, Камчаткаға тиклем барып етә.

Башҡа сара булмағанмы?
Тарихи күҙлектән ҡарағанда, башҡорттарҙың Мәскәү кенәзлеге менән берләшеүе башҡа сара ҡалмағанға күрә яһалған аҙым була. 1731 йылда ҡаҙаҡтың Әбелхайыр ханы рус подданcтвоһын ҡабул итеүе лә ҡаҙаҡтар өсөн файҙаға ғына була. Әгәр ҙә Әбелхайыр хан был юлға бармаған булһа, бөгөн Ҡаҙағстан дәүләте булмаҫ ине, ҡаҙаҡтар нуғайҙарҙың хәленә ҡалған булыр ине. Нуғайҙарҙың һаны XV быуатта 1 миллион кешене тәшкил итһә, бөгөн улар 70 мең генә. Ул саҡта рустар 5 миллион самаһы булған. Ваҡытында ике ҡитғаны дер һелкеткән иҫәпһеҙ-һанһыҙ нуғайҙарҙың бөгөн дәүләте юҡ. Әгәр ҙә нуғайҙар дөрөҫ юлды һайлаһа, бөгөн 100 миллион самаһы булырҙар ине. Нуғайҙарҙың һәләкәтле позицияһы Алтын Урҙаны тарҡатыуға йүнәлдерелгән эшмәкәрлегенә бәйле. Был йәһәттән Әбелхайыр хан ҡаҙаҡ халҡының киләсәге өсөн баһалап бөткөһөҙ роль уйнаған шәхес һанала.
Әбелхайыр хан рус подданствоһын ҡабул иткәндән һуң Ырымбур экспедицияһы ойошторола. Уның һөҙөмтәһендә нуғайҙар киткәндән һуң икһеҙ-сикһеҙ киң далалағы бушап ҡалған башҡорт ерҙәре ҡаҙаҡтар ҡарамағына күсә. Иҙриси картаһынан күренеүенсә, Тышҡы башҡорт ерҙәре Эльба тамағына, Каспий, Арал диңгеҙҙәренә тиклем һуҙылған була. Шулай итеп, ҡаҙаҡтарҙың рус подданствоһын ҡабул итеүе арҡаһында башҡорттар хәҙерге көнбайыш Ҡаҙағстанға ҡараған ҙур ерен юғалта. Ҡаҙаҡ ССР-ы барлыҡҡа килеүе лә, асылда, башҡорт милли хәрәкәте ҙур роль уйнай. Ҡаҙаҡ интеллигенцияһы формалаша, далала ҡалалар ҡалҡып сыға, сәнәғәт үҫешә, ҡаҙаҡтарҙың дәүләтселегенә нигеҙ һалына һәм ошоларҙың барыһында ла башҡорттарҙың үҙ азатлығы өсөн көрәше йоғонто яһай. Һәр хәлдә, башҡорттар үҙҙәре күп ерҙәрен, халҡының ҙур өлөшөн юғалта, бынан файҙаны күберәк ҡаҙаҡтар күрә.
Рус батшалығына йөҙ бороу берҙән-бер сара булғанмы башҡорттар өсөн? Ни өсөн башҡорттар фәҡәт ошо юлға барырға мәжбүр булған һуң? Ниңә улар башҡа ханлыҡтар менән берләшеп, уртаҡ дошманға ҡаршы көрәшмәгән? Бында тағы ла бик күп һорауҙар теҙергә мөмкин булыр ине. Башҡорттарға Мәскәү дәүләтселеге менән берләшеүҙән башҡа сара ҡалмай. Сөнки Ҡаҙан яулана, Себер, Әстерхан ханлыҡтары ҡыйратыла. Рус подданствоһын ҡабул иткән нуғайҙар араһында үҙ-ара тартҡылаш китә. Ҡалмыҡтар килеүгә нуғайҙар Кавказға һәм Ҡырымға ҡасып китә. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡорттар ошондай шарттарҙа яңғыҙы тороп ҡала. Башҡорттарҙың Рәсәй менән берләшеүен 1557 йылға ҡайтарып ҡалдырыу ҙа ысынбарлыҡҡа тура килеп үк бөтмәй. Мин был датаны яңы династияның килеүенә бәйле XVII быуаттың башына бәйләү яғындамын. Сөнки әле лә һаҡланған грамоталарға Иван Грозныйҙың ҡултамғаһы түгел, Михаил Романовтыҡы һәм уның улы Алексей Романовтыҡы ҡуйылған.

Бөрйәндәр
Башҡорт этносы формалашыуында бөрйәндәр ҙур роль уйнай. Бөрйәндәрҙең башҡорт халҡы барлыҡҡа килеүенә тиклем меңәр йыллыҡ тарихы, бер нисә дәүләтселеге була. Улар тәүҙә Уралда, аҙаҡ Кавказда йәшәй. Урал менән Арал араһындағы хәҙерге урта һәм төньяҡ Ҡаҙағстан ерҙәрендә Алания дәүләтселеге составындағы бөрйәндәр һуңынан төньяҡ Кавказға күсә. Мин Турбаслы мәҙәниәтен дә бөрйәндәр менән бәйләү яғындамын. Тарихсы Флорид Сөнәғәтов Турбаслы мәҙәниәтен төньяҡ Кавказдан ниндәйҙер ҡәүемдең күсеп килеүе менән бәйләй. Мин ул ҡәүемде бары тик бөрйәндәр тип иҫәпләйем. Шуға күрә бөрйәндәрҙең икенсе тапҡыр был яҡҡа килеүен Турбаслы мәҙәниәте формалашыуы тип тә атарға була. Әле тикшереүҙәр алып барылған "Өфө-II" ҡаласығының сәскә атыуын бында бөрйәндәрҙең килеүе менән аңлатып була. Ғәрәп сығанаҡтарында ла Дунай болғарҙары шул уҡ бөрйәндәр тип әйтелә. Аҙаҡ Алтайҙан төрки ҡәүемдәр килгәс, бындағы бөрйәндәр менән ҡушылып, башҡорт этносы ойоша башлай тип иҫәпләргә була. Кем белә, бәлки, ул саҡта бөрйәндәр үҙҙәре лә төрки телле булғандыр. Һәр хәлдә, башҡорт теленең үҙенсәлекле "ҙ", "ҫ", "һ" өндәре Алтайҙан бында күсеүсе ҡәүемдәр менән килмәгән, уларҙы бында бөрйәндәр алып килгән булырға тейеш.
Бөрйәндәр - көнсығыш Европа далаларының, Урал тауҙарының автохтондары. Сөнки улар башҡорт этносы ойошҡанға тиклем был яҡтарҙа йәшәгән. Шуға күрә бөрйәндәр үҙҙәрен ошо ерҙең хужаһы тип иҫәпләй. Юрматылар ҙа автохтон ҡәбилә һанала, мин уларҙы сарматтар тарихы менән бәйле рәүештә ҡарайым. Сөнки боронғо Рим телендә "сармат" һүҙе "сюрмат" тип әйтелә. "Сюрмат" менән "юрматы" бер үк һүҙ тип әйтергә урын ҡала бында. Әхмәтзәки Вәлидиҙең башҡорттарҙың иң сафы бөрйәндәр тип иҫәпләүе лә бөрйәндәрҙең үҙҙәрен был ерҙә нисек тотоуына бәйле тыуған фекерҙер тип уйланыла. "Урал батыр" эпосын ижад итеүсе лә бөрйәндәр тип иҫәпләргә була. Быны эпостың һинд-иран мифологияһына бәйле ижад ителеүенән сығып аңлатырға мөмкин. Ә ул ваҡытта һинд-иран традицияларын кемдәр үҙаңында йөрөткән? Әлбиттә, был бәхәсһеҙ, улар - бөрйәндәр. Мөхәмәтша Буранғоловтың "Урал батыр" эпосын бөрйән ырыуының Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәренән яҙып алыуы ла осраҡлы хәл-күренеш түгел. Минеңсә, тәүҙә бөрйән ҡәүеме эпосы булып йөрөгән эпос һуңынан башҡорт халҡының рухи ҡомартҡыһына әүерелә. Бында ғәжәпләнерлек бер нәмә лә юҡ.

Суперэтнос
Башҡорт милләте бик күп ырыуҙарҙан торған суперэтоносты тәшкил итә. Милләт составына ингән теге йәки был ырыуҙың Ер шарының теге йәки был төбәгендә ҡандаш милләте йә дәүләте бар. Урынлы һорау тыуа: ниндәй көс һәм ниндәй шарттар ул ырыуҙарҙы үҙ төбәгенән айырып, Уралтауҙа ойошҡан ҡәүемгә алып килеп ҡушҡан һуң? Улар башҡорт халҡына ҡушылырға мәжбүр булғанмы, мәжбүр ителгәнме, әллә был хәл ирекле рәүештә килеп сыҡҡанмы? Был һорауҙарға яуап бирер өсөн кәмендә башҡорт халҡының этногенезы - килеп сығышы хаҡында оло хеҙмәт яҙырға кәрәк булыр ине. Минеңсә, башҡорт - этноним ғына түгел, бер үк ваҡытта полиэтноним да, йәғни төрлө ырыу-ҡәбиләләрҙе берләштереүсе политик термин. Тап ошо сифатына ҡарап, башҡорттоң суперэтнос икәнлеге иҫбатлана. Ысынлап та, күп кенә үҙаллы көслө ырыуҙарҙы, ҡәбиләләрҙе ниндәй көс башҡорттарға ҡушылырға мәжбүр иткән һуң? Миҫалға һалйоттарҙы ғына алайыҡ. Алтын Урҙала һалйоттар күп өҫтөнлөктәргә эйә ҡәбилә һаналған. Улар Сыңғыҙхан ырыуы менән ҡандаш. Әммә улар ике ҡитғаны яулаған Сыңғыҙ хандың туғандары булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт милләтен ҡабул итә. Бынан шул күренә: башҡорт булып аталыу ул ваҡытта оло ғорурлыҡҡа, ҙур абруйға тиңләнгән, тимәк. Тап ошондай уҡ формула буйынса Алтын Урҙаның нигеҙен тәшкил иткән ырыу-ҡәбиләләр үҙҙәре монгол булмаған хәлдә лә үҙҙәрен монгол тип атай башлаған. Көслөгә генә һыйыналар, көсһөҙҙән иһә, тайшаналар. Шундайын затлы, аҫыл тамырлы ырыу-ҡәбиләләр башҡортлоҡто үҙҙәре теләп ҡабул итеп алғас, ул заманда башҡорт булыуы оло мәртәбәгә тиңләнгәнен аңлауы ҡыйын түгел. Һалйоттар ғына түгел, Алтын Урҙаның алтын бағаналары һаналған ниндәй ҡеүәтле һәм киң тармаҡлы табын, мең, меркет ырыуҙары ла башҡорт милләтенә күсә, уның телен, йолаларын үҙ итә. Рәшид әд-дин монгол булмаған ырыу-ҡәбиләләрҙең ни өсөн үҙҙәрен монгол тип атай башлауы хаҡында яҙып ҡалдырған. Рим тарихсылары ни өсөн күп кенә сармат ырыуҙарының аландарға күсеүен бәйән иткән. Ә бына башҡорттарға ҡағылған бындай хәл-күренештәр хаҡында әлегә бер ниндәй ҙә яҙма сығанаҡтар табылмаған. Беҙгә был йәһәттән әлегә башҡа тарихи сығанаҡтарға һәм тарихи ваҡиғаларға таянып фараз итергә генә ҡала. Беренсенән, Урал тауҙары һәр төрлө һөжүмдәрҙән һаҡланыр өсөн уңайлы тәбиғи ҡәлғәне тәшкил иткән. Мәҫәлән, Алтын Урҙа тарафынан ҡыйратылған Дәште Ҡыпсаҡ империяһы ярсыҡтары ҡотолор юл эҙләп төрлө яҡҡа һибелгән. Уларҙың бер өлөшө Венгрияға китә һәм ауыр яҙмышҡа дусар була. Был илдә венгр королдәре уларҙы католик диненә күсергә мәжбүр итә. Грузияға киткән ҡыпсаҡтар ҙа шундай уҡ яҙмышҡа тарый. Күптәре Ислам дине хөкөм һөргән мосолман илдәренә, бер өлөшө Башҡорт иленә килеп һыйына. Башҡорт иле ҡыпсаҡтарҙы ғына түгел, бында һыйыныр урын эҙләп килгән һәр кемде ҡабул итә. Образлы итеп әйткәндә, "Ирекле кешеләр республикаһы" ролендәге Башҡорт иле килеүселәргә йәшәргә урын бирә, уның именлеген тәьмин итә. Килеүселәр үҙ нәүбәтендә урындағы ҡәүемдең телен, динен, йолаларын, бер һүҙ менән әйткәндә, милләтен ҡабул итә. Ирекле ырыуҙар федерацияһын тәшкил иткән халыҡ составындағы эре ҡәбилә менән бәләкәй генә ырыу ҙа дөйөм Башҡорт ҡоролтайында бер тигеҙ тауышҡа эйә була. Халыҡтың яҙылмаған ҡануны буйынса эре ҡәбилә бер ваҡытта ла бәләкәй ырыуҙы кәмһетмәгән, йәберләмәгән. Халыҡ йәшәйешенең тап ошо тигеҙлек һәм тиң хоҡуҡлылыҡ принцибы ситтәрҙе Уралтауға - Башҡорт иленә ымһындырып әйҙәп торған да инде. Ни генә тимә, ситтә кәмһетелеп, йәберһетелеп йәшәгән күптәр тап ошо ерҙәге башҡорт халҡына килеп яҡлау һәм тулы ҡанлы тыныс йәшәйеше өсөн шарттар тапҡан. Башҡорт илендә ҡол биләүселек булмаған. Башҡорт илендә ерле ирекле кешеләрҙе аҫаба, Кавказда үҙҙән (узден) тип атағандар. "Үҙҙән" һүҙенең нигеҙендә "үҙ" тамыры ята. Үҙҙән, тимәк, үҙаллы, бер кемгә лә буйһонмаған кеше. Чечендарҙа "Барлыҡ чечендар ҙа үҙҙәндәр" тигән әйтем дә бар хатта.
Ошоларҙан сығып ҡарағанда, күп кенә ҡеүәтле ырыу-ҡәбиләләрҙең башҡорттарға килеп ҡушылыуының нигеҙендә юғарыла һанап үтелгән сәбәптәр ҙә яталыр. Күптәр беҙгә яҡлау, лайыҡлы тыныс тормош эҙләп, үҙ төбәктәрендәге ҡоллоҡтан ҡотолор өсөн килгән. Һуңғараҡ осорҙа башҡорттар крепостнойлыҡ ҡоллоғонан ҡасҡан рус крәҫтиәндәрен дә, суҡындырыуҙан ҡасҡан татарҙарҙы ла ошо уҡ принцип буйынса ҡабул иткән.

Башҡорт ҡалаһы
Урта быуаттарҙан алып тарихсылар үҙҙәренең карталарында, тарих йылъяҙмаларында хәҙерге баш ҡалабыҙ Өфө урынында Башҡорт ҡалаһы торған тип иҫбатлап торғанда, хәҙерге донъяның ғилми йәмәғәтселеге шул тарихсыларҙың һүҙен йөпләп торғанда, Өфө-II ҡаласығында табылған ҡомартҡыларҙың ошо барлыҡ факттарҙы дәлилләп торғанында, республика йәмәғәтселеге һәм етәкселеге Өфө ҡалаһы урынындағы боронғо Башҡорт ҡалаһы тороуы фактын танырға, таныуын рәсми рәүештә белдерергә ашыҡмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Ҡаласыҡ урынында ҡаҙыныу эштәре әле 5 йыл ғына барыуын һәм ғалимдарҙың, йәмәғәтселектең, етәкселектең фекерләү инерцияһын иҫәпкә алғанда, борсолорға урын юҡ, минеңсә. Ҡайһы ваҡыт бер генә фекерҙе яҡлау өсөн дә тиҫтәләгән йылдар талап ителә. Әлеге ваҡытта Өфө-II ҡаласығы буйынса тупланған факттар баҫымы барыбер ҙә йәмәғәтселектең фекеренә йоғонто яһап, барыһын да үҙ урынына ҡуясаҡ. Мин быға ышанам. Хет тағы ла 10 йыл үтһен, барыбер Башҡорт ҡалаһы үҙ исеме менән аталып йөрөтөлә башлаясаҡ. Әле Өфө-II ҡаласығы буйынса Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәреү ҙә беҙҙең алда торған бурыс.
Эш бына нимәлә: Рәсәй һәм донъя ғалимдарының береһе лә Өфө урынында боронғо Башҡорт ҡалаһы торғанлығын инҡар итмәй, киреһенсә, улар тарихи хәҡиҡәтте яҡлап сығыш яһай. Бөтә бәлә үҙебеҙҙең урындағы ғалимдарҙың һәм чиновниктарҙың фекерләү инерцияһында. Кемдәргәлер Нияз Мәжитовтың бар донъяға яһаған был сенсацияһы оҡшап етмәй, көнләшеү тойғоһо ла ҡамасаулайҙыр бында. Ҡайһы берәүҙәр ҡаласыҡта тикшереү алып барыусы ғалимдар Нияз Мәжитовтың, Флорид Сөнәғәтовтың, Әлфиә Мәжитованың ҡаласыҡта табылған ҡомартҡыларға бәйле факттарҙы күпертеп, үҙгәртеп дәлилләүҙә ғәйепләй. Ә бына тарихсы-археолог Кызласов иһә, киреһенсә, уларҙың факттар менән үтә һаҡ итеүҙәре хаҡында ҡат-ҡат белдерҙе. Был ғалимдар үҙ эштәрен профессиональ кимәлдә башҡара. Улар үткәргән тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы, Мәскәү археология институты тикшереү үткәреп, үҙ ҡарарын сығарҙы; ысынлап та, Өфө-II урынында урта быуаттарҙа ҙур административ үҙәкте тәшкил иткән ҡала булған. Яҙма сығанаҡтар ҙа уларҙың дөрөҫлөгөн раҫлай. Мәҫәлән, Иҙриси яҙмалары. Хәҙерге күҙлектән сығып, Башҡорт ҡалаһын нисек кенә инҡар итмәһендәр, уның әһәмиәтен кәметмәһендәр, Иҙрисиҙең башҡорт ҡалалары тураһындағы яҙмаларын үҙгәртеп яҙып, мөхәррирләп йә юҡ итеп булмай. Ҡайһы берәүҙәр шулай тип тә белдерә: имеш, Иҙриси башҡорт ҡалалары тип яңылыш яҙған, улар ни бары башҡорттарға барған юлдарҙа ятҡан ҡалалар булған. Археология, яҙма сығанаҡтар һәм картография - барыһы ла хәҙерге Өфө урынында боронғо Башҡорт ҡалаһы торғанлығын иҫбатлай. Каталон атласында аҡҡа ҡара менән Ағиҙел буйында торған Башҡорт ҡалаһы төшөрөлгән. Карта 1375 йылда төҙөлгән. Тегеләр иһә был фактты шулай аңлата: имеш, унда Башҡорт ҡалаһы түгел, ә Башҡорт иле күрһәтелгән. Ә бит шул йылда төҙөлгән картаны яңынан эшләп булмай һәм уның шартлы билдәләре илде түгел, ҡаланы белдерә. Был дәғүәне ишеткән теге ғалим тағы ла тәтелдәүен белә: имеш, картаны төҙөүсе тап Башҡорт географик атамаһы төшөрөлгән урынды төшөргәндә йоҡлап киткән дә, ил урынына яңылыш ҡаланың шартлы билгеһен төшөргән, һ.б. Меркатор картаһында Башҡорт ҡалаһы бигерәк аныҡ сағылыш тапҡан: ҡала Ағиҙел, Ҡариҙел йылғалары ҡушылған урында төшөрөлгән.
Башҡорт ҡалаһын инҡар итеү әлеге ваҡытта ошо кимәлдә бара. Әгәр ҙә барлыҡ Башҡортостан ғалимдары бер төптән тороп, Башҡорт ҡалаһын таныһа, был мәсьәлә беҙҙең алда торған проблемаға ла әүерелмәҫ ине. Әгәр ҙә ошондай бер ҡала Рязань йә Мордовия ерендә табылһа, ғалимдар алдында бер ниндәй ҙә проблема тормаҫ ине. Боронғо Башҡорт ҡалаһының рәсми рәүештә һаман да танылмауының төп сәбәбе, билдәле, уның башҡорт милләтенә бәйле булыуында.

Ҡуян һурпаһының һурпаһы
Ваҡытында Булат Рафиҡов ырыуҙар хәрәкәтен башлағас, уны трайболизмда ғәйепләй башланылар. Ырыу тарихы мәсьәләһен күтәрмәүҙе хуп күрәләр күп кенә ғалимдар. Нисек күтәрмәйһең - халҡыбыҙ тарихын өйрәнгәндә ырыуҙарҙы бер нисек тә урап үтә алмайбыҙ. Республикабыҙҙың көнбайыш башҡорттары татар милләте йоғонтоһона бирелә. Ул зонала эшләгәс, шуны беләм: көнбайыш башҡорттарын ырыуҙары тарихына таянып ҡына кире үҙ асылына ҡайтарып була. Әйтәйек, ғәйнә, гәрәй, йылан ырыуҙары башҡорттарына ырыуҙары хаҡында һөйләй башлауға улар шундуҡ үҙҙәрен башҡорт тип таный. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң? Мәсьәлә бында ябай ғына: улар йоғонтоһона бирелгән татар милләтендә ырыуҙар юҡ.
2002 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыуҙа Башҡортостанда башҡорттар дөйөм халыҡтың 30 процентын тәшкил итте. Минең иҫәпләүҙәр буйынса, милләтебеҙҙең республикалағы реаль нисбәте 40 процент тирәһе. Беҙҙә һаман да көнбайыш башҡорттарын үҙ асылына ҡайтарыу буйынса дәүләт сәйәсәте үткәрелмәй, матбуғат саралары ла тейешле кимәлдә эшләмәй. Рәхимов властан китте, тип, шәжәрә байрамдарын онотоу ҙа дөрөҫ түгел. Сөнки бындай саралар власть өсөн түгел, халыҡты үҙ асылына ҡайтарыу өсөн кәрәк. Дөрөҫөн әйткәндә, шәжәрә байрамдары күптәрҙең күҙен асты.
Беҙ тарихыбыҙҙың ҙур өлөшөн белмәйбеҙ әле. Тарих нимә ул? Ул иң беренсе нәүбәттә тарихи сығанаҡтар, ҡағыҙға төшкән факттар, археологик ҡомартҡылар һ.б. Мин, мәҫәлән, ғәрәп сығанаҡтарын ныҡ өйрәндем һәм ул даирәлә башҡорт тарихы тураһында күпмелер мәғлүмәт туплағанмын. Шул уҡ ваҡытта Ҡытай, Ватикан архивтарындағы беҙҙең тарихҡа бәйле документтар менән хәбәрҙар түгелмен. Әхмәтзәки Вәлиди шәреҡ тарихын өйрәнеү өсөн 6 телде белеүҙе талап иткән. Улар: ҡытай, төрөк, ғәрәп, инглиз, француз һәм рус телдәре. Әгәр ҙә тарихсы тәүсығанаҡтарҙы төп нөхсәһендә өйрәнмәй, билдәле телдәргә тәржемә итеп баҫылғандары нигеҙендә генә ғилми эш яҙһа, был хәл, башҡортса әйткәндә, "ҡуян һурпаһының һурпаһы" кеүек килеп сыға инде.

ӘЙТКӘНДӘЙ....
Салауат Хәмиҙуллин бөрйәндәр тарихы хаҡындағи ғилми хеҙмәтен кандидатлыҡ диссертацияһы итеп яҙған. Алла бойорһа, алдағы йылда ул был хеҙмәтен рәсми рәүештә яҡлауға сығарасаҡ. "Ә ҡасан "Башҡорт этногенезы" тигән ғилми хеҙмәтеңде яҙырға тотонаһың?" тип уйынлы-ысынлы һорау бирҙем уға. "Башҡорт этногенезы" мәсьәләһен өйрәнер өсөн тарихыбыҙға бәйле яңы факттар, яңы дәлилдәр, яңы фекерҙәр, өр-яңы концептуаль ҡараш кәрәк", тип кенә яуапланы Салауат. Минеңсә, Салауат күп һанлы телетапшырыуҙарында, фильмдарында күптән инде был проблема өҫтөндә эшләй. Уңыштар теләйек уға!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ яҙып алды.

Киске Өфө
 
 (голосов: 2)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Нимә ул шәжәрә?
  • Башҡорт ҡалаһын… элек бар донъя белгән, хәҙер ҙә беләсәктәр!
  • Башҡорт тархандары һәм дворяндары
  • Төньяҡ-көнбайыш диалекты - башҡорт теленең айырылғыһыҙ бер өлөшө
  • Исемдәр донъяһында. Кусимова Таңһылыу


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.