Борон башҡорт йәмғиәтенең юғары ҡатламында тарханлыҡ институты шулай уҡ ҙур урын тотҡан. Тарханлыҡ хан замандарынан килгән күренеш. Хан, солтан, бейҙәрҙән ҡала тархан дәрәжәһе иң аҫыл исем һәм ишлерәк булған, буғай. Тарихтан күренеүенсә, тарханлыҡ Төрки ҡағанаты дәүерҙәренә барып тоташа. Боронғо монголдарҙа ла ул исем-ат бар. Хазар ҡағанатында документтарҙан Гөрбән тархан исеме билдәле. Византия императоры һәм тарихсыһы Константин Багрянородный Олуғ Тархан титулы хаҡында яҙған.
Һәр хәлдә, тархан титулы борон монгол-төркиҙәрҙә юғары хакимиәт эйәһе дәрәжәһен аңлатҡан булһа кәрәк. Монгол телендә таркан (тархан) һүҙе олуғ тархан мәғәнәһен аңлата. Мәхмүт Ҡашғариҙың "Диуани лөғәт әт-төрки" (XI быуат) һүҙлегендә алп тархан һүҙе хакимиәт башлығы төшөнсәһен бирә. Сыңғыҙ хан заманында тархандар аҫыл аҡһөйәктәр ҡатламын тәшкил иткән. Шул яҡтан Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тарханды татар ханы тоҡомо тип аңлатыуында ла хаҡлыҡ бар.
Хәҙерге ваҡытта тархан атамаһының бер нисә мәғәнәһен айырып ҡарарға мөмкин:
1. Тархан - төрки-монгол халыҡтары тарихында юғары аҫыл зат дәрәжәһе исеме, хакимлыҡ титулы;
2. Урта Азия, Кавказ халыҡтары, Ҡаҙан, Әстерхан, Ҡырым ханлыҡтары тарихында - дәүләт һалымдары һалынмаған социаль ҡатлам;
3. Рәсәйҙә льготалы ярлыҡтар (грамоталар) исеме. "Башҡорт теленең һүҙлеге" тарханға "ырыуҙаштары араһында өҫтөнлөк менән файҙаланып, яһаҡ түләүҙән ҡотҡарылған юғары ҡатлам кешеһе һәм шул кешенең нәҫелдән нәҫелгә күсә торған дәрәжә исеме", - тип, беҙҙең шарттарға бәйле рәүештә анығыраҡ итеп аңлатма бирә. Төрки ҡағанаттары, Хазар ҡағанлығы традицияларына бағлы рәүештә, Кавказ алды Бөйөк Болгария дәүләтендә тарханлыҡ титулы йәшәгәнлеге мәғлүм. Ул Волга буйы Болгария дәүләтенә лә күсә. Ғәйнә башҡорттары легендаларында үҙҙәрен Болгариянан күсеп килгән тархан дәрәжәле ырыуҙар тип иҫәпләйҙәр.
Этнограф Рим Янғужин Башҡортостанға тарханлыҡ институты татар-монголдар тарафынан индерелгән тип ҡарай. Уныңса, ысынлап та, Сыңғыҙ хан, Батый хан яуҙарынан һуң айырыуса Алтын Урҙа ханлығы дәүерҙәрендә Башҡортостанда ла тарханлыҡ ныҡлы тамыр ебәргән булырға тейеш. Легендалар, шәжәрәләр һөйләүенсә, башҡорт ырыу башҡорттарының, атаҡлы аҡһаҡалдарының байтағы бейлек, тарханлыҡ дәрәжәләре алған, уларға өҫтәмә льготалар бирелгән. Яһаҡ-һалымдарҙан ҡотҡарылғандар.
Рәсәй дәүләтенә ҡушылғас та башҡорттарҙың юғары ҡатламы тарханлыҡ дәрәжәләрен һаҡлаған. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, башҡорт ырыу башлыҡтары урыҫ аҡ батшаһына үҙ ихтыярҙары менән баш һалырға барғанда тәхет эйәһе исеменән үҙ ерҙәрен үҙҙәре биләмәгә ярлыҡтар яҙҙырып алғандар, тарханлыҡ, бейлек дәрәжәләрен яңырттырғандар. Мәҫәлән, бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән һәм тамъян ырыуҙары шәжәрәһендә яҙылыуынса, "үҫәргән ырыуынан Бикбау кенәз, бөрйән ырыуынан Иҫке бей кенәз, ҡыпсаҡ ырыуынан мишәүле Ҡарағужаҡ кенәз, тамъяндан Шәғәли кенәз - мәҙкүр дүрт бейҙәр Ҡаҙан шәһәренә барып, Иван Грозныйға мәғлүм булдылар. Ҡайдыр башҡорт йәмәғәттәренә ихлас хеҙмәт итеүҙәре менән ҡабул итеп, рәғиәтлеккә (дәүләт халҡы итеп) алғандан һуң тарханлыҡ дәрәжәләрен ҡәрәм (хөрмәт) итеп, үҙҙәренә наград итеп грамота илә ерҙәрен вә һыуҙарын үлсәтеп бирмәклеккә илтимас илә ғариза ҡылдылар" ("Башкирские шежере". Уфа, I960, 71-се бит).
Тарханлыҡ дәрәжәһе ырыу башлыҡтарына түрәлек хоҡуғын да биргән. Уларҙың күбеһе ырыуҙарының башлығы булып хеҙмәт иткән, күп кенә льготаларҙан файҙаланған. Тарханлыҡ дәрәжәһе нәҫелдән нәҫелгә күскән. Тархандар аҡ батшаның урындағы таяныстары булып, уға тоғролоҡ һаҡлаған. Һуғыш-фәлән сығып китһә, Рәсәйҙе яҡлап яуға күтәрелгән, ырыуҙаштарынан атлылар отрядтарын туплаған, сик буйы һаҡтары хеҙмәтен үтәшкән.
Уҡымышлы башҡорт тархандарын батша хөкүмәте ил, халыҡ-ара дипломатик бәйләнештәрҙә лә файҙаланған. Рәсәй өсөн яуҙарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән батырҙарға, дипломатия өлкәһендә үҙҙәрен танытҡан илселәргә, ғөмүмән, ил алдындағы күренекле хеҙмәттәре өсөн ил ағаһы булырҙай башҡорттарға ла тора-бара шәхси тарханлыҡ дәрәжәләре бирелер булған. Мәҫәлән, рус көнсығыш белгесе В. В. Вельяминов-Зерновтың "Источники для изучения тарханства, жалованного башкирам русскими государями" тигән хеҙмәтенән күренеүенсә лә, XVI- XVIII быуаттарҙа Рәсәйҙе яҡлап төрлө һуғыштарҙа, хәрби походтарҙа ҡатнашып батырлыҡтар күрһәткән башҡорттарға тархан исеме бирелеүенең ишәйә барғаны, был һандың йөҙәрләп иҫәпләнгәне күҙәтелә. "Тарханы или служилые башкиры в царстве царя Ивана Васильевича многие службы показывали при взятии Казани и бывали с русскими войсками в походах лифляндских... - тип яҙа В. В. Вельяминов-Зернов. - Многие тарханы получили эти звания за героизм в Крымском, Азовском походах" (Приложение к 4-му тому "Записок императорской Академии наук", № 6, Спб., 1864, 9, 20-се биттәр).
Бына был хеҙмәттән тағы бер нисә күсермә: "В тарханство в 1777 г. по донесению Уфимской провинциальной канцелярии в 1768 г. записаны:
Указы из канцелярии Оренбургской экспедиции Уфимскому уезду тарханам и башкирам 1734 г. 24 декабря Ногайской дороги Бурзянской волости:
1. Тархану Алдарбаю Исекееву, детям его, племянникам и внучатам - за бытие им Алдаром в Крымском и Азовском походах, и за три полученные им раны, также и за убийство сразившего с ним черкашинина, за поимку языка крымчанина и объявление Его Величеству блаженной и вечные славы достойных памяти государю императору Петру Первому".
Тарихсы Ирек Аҡманов иҫәпләп сығарған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, XVII быуатта башҡорттар араһынан 155 кеше тархан дәрәжәһен алған.
XVIII быуатта тарханлыҡ исемен биреү һәм уларҙы теркәү билдәле бер юлға һалынған. 1734 йылда Хөкүмәт Сенаты указы менән тархандарҙы иҫәпкә алыуҙың һәм теркәүҙең Өфө канцелярияһында яңы тарханлыҡ кенәгәһе булдырылған. Бында иһә кемдең ҡасан, ни өсөн тарханлыҡ исеме алыуы, уның башҡарған хеҙмәттәре тураһында мәғлүмәттәр яҙылған. Ошо кенәгә буйынса һәм тарханлыҡ грамоталарына ҡарағанда, Өфө воеводалығында 773 кешенең тархан икәнлеге күренә. Был сағыштырмаса ҙур һан, әлбиттә. Күрәһең, XVIII быуатта, башҡорт ихтилалдары ҡыҙған заманда, батша яҡлы тоғро башҡорт түрәләренә тархан исемен биреү, улар ярҙамында халыҡ яуын тиҙерәк баҫтырыу маҡсаты арҡаһында был һан ныҡ артҡандыр. 1760-1765 йылдарҙағы мәғлүмәттәр башҡорт тархандарының 636 -654 тирәһендә тирбәлеүен һөйләй. Ә 1767 йылда Өфө һәм Исәт провинцияларында 443 тархан йорт-ғаиләләре барлығы теркәлгән. 1770-1771 йылдарҙа Өфө канцелярияһы ведомосында тархан йорттарының (двор) 344-кә төшкәнлеге күренә. Игенселек кәсебе артҡан Ҡаҙан, Уса, Себер юлдарында тархандар һаны кәмегәнлеге күҙәтелә.
Башҡорт тархандары һанының XVIII быуаттың икенсе яртыһында кәмей барыуы батша хөкүмәтенең 1754 йылда дөйөм һалымды бөтөрөп, тоҙҙо ҡаҙнанан һатып алыу хаҡында сығарған указына ла ныҡ бәйле, ахырыһы. Сөнки был указ башҡорт, мишәр тархандары менән түбән ҡатлам халыҡ хоҡуҡтарын тиңләй. Һалым бөтөрөлгәс, льготаның кәрәге лә бөтә. Быны тоҙҙо һатып алыу "һалымы" алыштыра. Ә тоҙ өсөн тархандар ҙа ситләтелгән һалым түләргә мәжбүрҙәр. Был хәл тарханлыҡ исеменең дәрәжәһен төшөрә, социаль асылын юя.
Әлбиттә, быға ҡарап ҡына тарханлыҡ ҡапыл ғына һүнеп ҡалмай әле, традиция буйынса йәшәүен, исем-атын дауам итә. Күп кенә тархандар сауҙа эшенә бирелә, бында уларға ҡайһы бер өҫтөнлөктәр һаҡлана, килем-төшөм дә аҙ түгел. Әммә дәрәжәле әҙәмдәргә, тархан заттарға береһе бөтһә, икенсеһе сығырға әҙер. XVIII быуат аҙағында башҡорттар кантонлыҡ системаһына күсерелә, ярым хәрби сословиеға әйләндерелә. Кисәге тархандарҙың абруйлыраҡтары кантон башлыҡтары булып китә, ҙур хоҡуҡлы яңы түрәләргә әүерелә. Күп тархандар офицерлыҡ дәрәжәләренә ынтыла. Өлкәнерәктәре, ил алдында ҙур хеҙмәт күрһәткәндәре урыҫ дворяндарына тиңләшер дворянлыҡ дәрәжәһен даулай башлай. Етмәһә, батша хөкүмәте 1845 йылғы ҡарары менән тархандарҙы барлы-юҡлы хоҡуҡтарын да мәхрүм итеп, ябай халыҡ кимәленә төшөрөп ҡуя. Был йәнә ризаһыҙлыҡты көсәйтә.
Батша хөкүмәте тарханлыҡ институтын, уның хоҡуҡтарын нисек бөтөрөп ҡуймаһын, тархандарҙы нисек кенә лә урыҫ дворяндары ҡатарына индерергә теләмәһен, кисәге тарафдарҙаштарының теләге менән күпмелер иҫәпләшергә лә мәжбүр. Элекке тархандарҙың ил алдында ҙур хеҙмәт күрһәткәндәре, иң абруйлылары, кантон башлыҡтарының күренеклеләре өҙлөкһөҙ юллауҙары буйынса яйлап берәм-һәрәм дворянлыҡҡа күсерелә башлай.
Башҡорт дворяндары тарихы Екатерина II батшабикәнең 1785 йылда сығарылған Рәсәй Дворянлығы хаҡындағы указы нигеҙендә асыла. Был указ буйынса дворянлыҡ исемен биреү йә мәхрүм итеү хоҡуғы губерна дворян депутатлығы йыйылышы ҡарамағына тапшырыла. Ырымбур губернаһы дворяндары кенәгәһенә ҡарағанда, 1793 йылда башҡорттарҙан беренсе башлап дворянлыҡҡа Күсәрбай һәм улы Аралбай Аҡсулпанов теркәлә. Шул ваҡыттан алып XIX быуаттың ҡырҡынсы йылдарына тиклем дворяндар нәҫел-тоҡомо кенәгәһенә бары 19 башҡорт дворян заты индерелә. Улар Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт иткән юғары дәрәжәле чиновниктар йәки кантон башлыҡтары ғына. Башҡорт дворяндары династияһын барлыҡҡа килтергән затлы фамилиялар шулар: Аҡсулпановтар, Собханғоловтар, Бакировтар, Ҡәюповтар, Кейековтар, Моратовтар, Мусиндар, Ҡыуатовтар, Солтановтар, Сыртлановтар, Тутаевтар, Йәһүдиндәр, Мәҡсүтовтар, Янышевтар; шулай уҡ шәхси дворянлыҡты алған Ишмөхәмәт Сөләймәнов, Абдуллатиф Ғәмбәров, Ғисматулла Ҡайсаров, Мөхәммәткәрим Монасипов, Яҡуп Юнысов. Быларға тағы һуңыраҡ башҡорт Нуғайбәковтар, Рафиҡовтар, Өмөтбаевтар, Ҡотлобаевтар, Ибраһимовтар династияһы ялғана. Былар араһында дворянлвгк дәрәжәһе нәҫелдән нәҫелгә күсер кантон башлыҡтарынан бигерәк тә Ҡыуатовтар, Солтановтар, Сыртлановтар, Өмөтбаевтар, Ибраһимовтар, Ҡәюповтар династиялары ил һәм башҡорт халҡы алдында ҙур абруй ҡаҙана.
Профессор Рим Янғужин башҡорт йәмғиәтенең юғары социаль ҡатламдары хаҡындағы бер мәҡәләһендә 1850 йылда башҡорттарҙан 590 дворян булған тигән һан килтерә. 1840 йылдарҙың урталарында 19 ғына башҡорт дворяны булып, дүрт-биш йыл эсендә (1850 йылда) был һандың 590-ға етеүе шик тыуҙыра. Беҙҙеңсә, 590 һанына башҡорт дворяндары ғына түгел, уның тархандары һаны ла ингәндер, моғайын. Ә бына ошонан һуң, 1851 йылдан 1865 йылға тиклем, йәғни ун биш йыл буйына бер генә башҡорт башлығы йәки затлы ғаиләһе дворян дәрәжәһе ала алмауы был шикте тағы көсәйтә. Йәғни Рәсәй хөкүмәте, уның губернаторҙары сит милләттән һәм икенсе дин вәкилдәренән дворянлыҡҡа кандидатураларҙы берәмтекләп кенә һайлап алыр булғандар. Рәсәй иле алдында күрһәткән ҙур хеҙмәттәре һәм аҡ батшаға тоғролоҡтары был һайланышта төп үлсәм (критерий) һаналған.
Рәсәйҙең башҡорттар хаҡындағы 1863 йылдың 14 май положениеһында ғына башҡорт дворяндары урыҫ дворяндары менән тиң хоҡуҡлыҡ законлаштырылған. Шәхси дворянлыҡ дәрәжәһен һәм хоҡуғын бөтә ғаиләгә, нәҫелдән нәҫелгә күсереү нығытылған. Шул йәһәттән ҡарағанда, 1897 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә Өфө губернаһында башҡорт ғаиләләре эсендә - 512 йән, Ырымбур губернаһында - 452 йән кеше дворян заты тип исемләнгән. Ҙур түрә һәм хәлле башҡорт дворян ғаиләләре XIX быуатта, XX быуат башында затлы урыҫ дворяндары һәм эре помещиктары менән ярышырлыҡ күп ергә һәм мөлкәткә эйә булғандар. XIX быуат аҙағында башҡорт дворяндарынан Өфө губернаһында 303, Ырымбур губернаһында ла шунса эре хужалыҡ яҡшы билдәле. Бәләбәй өйәҙендә Солтановтар, Бөрө өйәҙендә Ҡотлобаевтар бик ҙур ерҙәр биләгән, ҙур байлыҡ, мөлкәттәргә хужа булған.
Нәҫелдән нәҫелгә күскән башҡорт тархандары һәм дворяндары династияһынан бик күп уҡымышлы кешеләр, дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғәскәр башлыҡтары, ғалимдар, дин әһелдәре, сәнғәт, мәҙәниәт, мәғрифәт өлкәһендә етәксе, һәләтле шәхестәр күп сыҡҡан. Бығаса беҙ, ғалимдар, уларҙың нәҫел-нәсәптәрен юллап, затлы династия кешеләре икәнлеген асыҡлап ҡараманыҡ. Рухи мираҫыбыҙға, затлы нәҫелдәргә синфи күҙлектән ҡарау һәм шул нөктәнән инҡар итә килеү был эшкә ҡамасаулыҡ яһаны. Хәҙер беҙгә башҡорт тархандары, дворяндары династияларын ныҡлап өйрәнергә һәм уларҙың тыуған ил, туған халҡы алдындағы оло хеҙмәттәрен күрһәтергә бик ваҡыт.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ,
яҙыусы, профессор.
"Башҡорт халҡының рухи донъяһы" китабынан.
Киске Өфө