Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» «Башҡорт тарихы» Мөнир Һаҙыев. Абдрахман Фәхретдинов
15-02-2010, 11:07 | Башҡорт тарихы | автор: Ilsur | Уҡылды: 569

Китапты төҙөүсе, текстологик эштәрҙе башҡарыусы, транслитерация ысулы менән ғәрәп графикаһынан хәҙерге имләгә ауҙарыусы, глоссарий биреүсе Р.Ф. Рәжәпов.
Рецензенттар: тарих фәндәре докторы, профессор Р.Ғ. Буканова, филологик фәндәре докторы, академик Ғ. Б. Хөсәйенов
Йыйынтыҡта XX быуаттың тәүге сирегендә донъя күргән башҡорт тарихына арналған бер үк атамалы ике китап урынлаштырылған. Тәүгеһе Рәсәйҙең империя осоронда баҫылһа, икенсеһе совет хакимиәте ваҡытында нәшер ителгән. Тәүге китап Иҙел–Урал буйы халыҡтарының уртаҡ иҫке төрки телендә яҙылһа, икенсеһе XX быуаттың 20-се йылдарындағы башҡорт телендә. Мөмкин булғанса тел үҙенсәлектәре һаҡланды.

Инеш
Кешелек барлыҡҡа килеп, донъяла үҙенең барлығы хаҡында аң-ғоман сатҡылары уяна башлаған мәлдән алып, үҙенең ни рәүешле яралтылыуы, ни замандан бирле тереклек итеүе, ул замандарҙан һуң үткәне хаҡында уй йөрөткән. Тәүҙәрәк был үткәндәр хаҡындағы уй-фекерҙәр дөйөм характерҙағы абстракт, башлыса мифологик башланғысы хәл иткес әһәмиәткә эйә булған Тәүбаба, Тәүге Ата йәки Тәүге Әсә, тәүге кешеләр йәки игеҙ туғандар хаҡындағы мифтарға нигеҙләнгән, баштараҡ телдән сакраль мәғәнәле изге һүҙ булараҡ быуындан быуынға тапшырылып килгән, һуңғараҡ, яҙмаға теркәлә барған генеалогик әҫәрҙәр шәкелен хасил итә. Артабан, кешелек фекере конкретлаша, реаллек арта барыу менән мифик-фантастик башланғыс кәмей бара, реаль ерлек һәм тарихилыҡтың артыуы күҙәтелә.
Донъя тарихының беҙгә билдәле иң мәшһүр дини-мифологик концепцияларынан зәрдүшселек (зороастризм) һәм йәһүди–христиан–мосолман традициялары, тәүгеһе Авеста буйынса Гайомардтан («Шаһнамә»лә–Кеюмарс), һуңғыһы буйынса Әҙәмдән, ғәләйһис-сәләм, башланған генеалогия-шәжәрәләр тәҡдим итә. Төрки халыҡтарының үҙ милли мифопоэтик тарихи концепциялары «Уғыҙнамә», «Сыңғыҙнамә» кеүек әҫәрҙәр аша ниндәйҙер кимәлдә сағылыш таба. Ошо традиция Рәшитетдиндең «Жәмәиғ әт-тауарих» китабы, уның икенсе томы булған «Тарих-и уғыҙан үә төркән», уйғырса «Уғыҙнамә», Әбулғазы Баһадирҙың «Шәжәрә-и тәрәҡимә», «Шәжәрә-и төрк», Ғәли яҙыусы уғлының «Сәлжүкнамә» («Тәуарих-и Ғәли Сәлжүк») әҫәрҙәре менән киңәйтелеп, тәрәнәйтелеп дауам ителә.
Башҡорт халҡының тарихына ҡағылышлы әҫәрҙәргә килһәк, иң тәүгеләренең береһе итеп Шәрәфетдин бин Хисаметдин Мөслимиҙең «Тәуарих-и Болғариа» әҫәрен атарға тулы нигеҙ бар. Ошо традицияның дауамы булараҡ башҡорт авторҙарының әҫәрҙәрен атар булһаҡ, иң тәүҙә Тажетдин Ялсығолдоң «Тарихнамә-и Болғар» ҡулъяҙма китабын хәтергә алырға тейешлебеҙ.
XX быуат башында Рәсәй империяһындағы төрки-мосолман халыҡтары араһында яңырыу, тәррәҡиәт, милли үҙаң үҫеүе кеүек хәрәкәттәр уяныуы һәм көсәйеүе күҙәтелә. Был бер яҡтан мәғариф һәм дин өлкәһендә йәҙитселек хәрәкәтенең көсәйеүе менән, икенсе яҡтан төрки-мосолман халыҡтарының империя эсендә ниндәй шәкелдә булһа ла үҙаллылыҡҡа өлгәшеү ынтылыштары барлыҡҡа килеү менән бәйле. Тәбиғи, был осорҙа тарихҡа ла ҡыҙыҡһыныу арта.
Төрки халыҡтарының тарихына арналған мәҡәләләр, китаптар нәшер ителә башлай. Улар араһынан билдәле дин ғалимы, тарихсы һәм йәмәғәт эшмәкәре Хөсөнғата Ғәбәшиҙең Ҡазанда 1909 йылда нәшер ителгән «Мөфассал тарих-и ҡәүми төрк» китабын телгә алыу кәрәк. Автор төрки халыҡтары тарихын бик боронғо дәүерҙәрҙән башлап бер бөтөн, ҡатмарлы һәм күп ҡырлы күренеш булараҡ яҡтыртыуға ҙур өлөш индергән. Бында төрки халыҡтарының төрлө дәүерҙәрҙә, төрлө территорияларҙа тотҡан дәүләттәре, халыҡтарҙың күсенеү процестары һәм башҡа күренештәр ентекләп яҡтыртыла.
Китаптың тәүге бүлегендә автор кешелек тарихының Әҙәмдән, ғәләйһис-сәләм, башланыуы хаҡындағы фекергә ҡаршы сыҡмайынса, Нух пәйғәмбәрҙең өс улының иң кесеһе Йәфәстең арий ырыуҙарының («ҡәүем аръяния») һәм төрки ҡәбиләләренең («ҡәүми тураниә») атаһы булыуын хәбәр итә. Тарихтың ул заман өсөн традицион булған дини-мифологик моделенә автор ярты биттән артығыраҡ урын бүлә. Авторҙың бер үк ваҡытта билдәле һәм танылыу тапҡан имам булыуын да иҫәпкә алғанда, был заманаһы өсөн ҡыйыу күренеш була.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Башҡорт тарихы. Абдрахман Фәхретдинов
15-02-2010, 10:56 | Башҡорт тарихы | автор: Ilsur | Уҡылды: 757

РИЗАИТДИН ФӘХРЕТДИНОВ
БАШҠОРТ ҠӘҮЕМЕНЕҢ ФӘЛӘКӘТЕ
Рычков үә ғәйреләрҙең хәбәрҙәренә күрә, 1735–1740 йылдарҙа 700 миҡдарында башҡорт ҡәрйәһе ут менән яндырылмыш, 3300 ҡәҙәре башҡорт каторгаға ебәрелмеш. 8200 ҡәҙәре ҡатын-ҡыҙ, бала-саға рус байҙарына бүленеп бирелеп, уларға ҡол һәм йәриә хөкөмөнә ҡылынмыш, 16893 ҡәҙәре башҡорттоң хөкөм менән баштары киҫелмеш. Һуғыш ваҡытында тәләф булған башҡорттар был иҫәпкә дахилдыр. Быларҙан бөтөнөһө йөҙ меңдән артыҡтыр. Халыҡтың үрсеү ҡағиҙәһенә бинаән ошо йөҙ мең башҡорттан бөгөн бер миллион башҡорт булыр ине, был иһә Ҡаратағ хөкүмәтенең бөтөн халҡының өс-дүрт миҫалына бәрәбәр киләлер.
Шура. 1910. № 21. 666-сы бит

Башҡорт тарихы. Абдрахман Фәхретдинов. 1-се өлөш
Өфө – 1925
1 БҮЛЕК
Бик боронғо замандарҙа кешеләр нисек торғандар?
Хәҙер вәхши тормошло пишәр халҡы нисек йәшәй?

Беҙҙән ун мең саҡрымдан да алыҫыраҡта – Америка өлкәһендә – Утлы ер тигән бер утрау бар. Был утрауҙа пишәр тигән бер халыҡ тора. Быларҙың һаны бик аҙ – өс меңгә лә тулмай. Пишәрҙәр уҡыу-яҙыу белмәйҙәр, әлифбалары ла юҡ. Улар йорттар һалмайҙар, мал да аҫрамайҙар, иген дә сәсмәйҙәр, хөкүмәттәре һәм идаралары ла юҡ; һәр кем үҙе теләгәнсә йәшәй бирә. Көн һыуығайып китһә, йәки ямғырҙар яуа башлаһа, улар башҡа йәнлектәр кеүек, тау тишектәренә, йәғни ағас ҡыуыштарына ышыҡланып торалар, кейем кеймәй йыл әйләнәһе яланғас йөрөйҙәр. Бары ҡыш көнө һыуыҡ көндәрҙә генә берәр йәнлек тиреһе менән ҡапланалар.
Былар төрлө емеш, үлән һәм тамыр йыйнап, баҡа, кеҫәртке, йылан кеүек төрлө хәшәрәттәрҙе тотоп, шулар менән тамаҡ туйҙыралар. Әгәр ҙурыраҡ берәр йәнлек тоторға кәрәк булһа, йыйналышып уны һәр яҡтан ҡамап алып, таш һәм күҫәк менән бәреп төшөрөргә тырышалар. Ҡайһы берҙәрендә осона үткер балыҡ һөйәге ултыртҡан уҡ менән яндар ҙа була. Пишәрҙәрҙең теле бик ярлы, телдәрендә һүҙ төрө йөҙҙән аҙға арта. Быларҙа һанау ҙа юҡ. Бер, ике, өс тигән һандар булһа ла унан артығын һанамай, бармаҡ менән генә күрһәтәләр, йәиһә күп тип кенә йөрөтәләр.
Тормоштары ошолай түбән, белемдәре бик аҙ булған халыҡтар күптән түгел Африка өлкәһенең уртаһында һәм Австралия өлкәһендәге ваҡ утрауҙарҙа бик күп ине. Хәҙер былар аҡрынлап ҡырылып бөтөп баралар. Иҫән ҡалғандары башҡа халыҡтар менән ҡатнаша, уларҙан өлгө ала, тормош рәүештәрен яҡшырталар, сит телдәрҙән һүҙҙәр алып, телдәре лә байый, белемдәре лә арта.
Бына ошолай тормоштары бик түбән булған халыҡтарға «кейек» (вәхши) халыҡ тип йөрөтәләр.
Бик боронғо менән бер нисә мең йылдар элек бөтә донъя халҡы ошолар кеүек вәхши булып йәшәгәндәр.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Башҡорт тарихы. Абдрахман Фәхретдинов (2-се өлөш)
15-02-2010, 10:55 | Башҡорт тарихы | автор: Ilsur | Уҡылды: 688
Башҡортостанға урыҫтар күсеп килеүҙең башлыса сәбәптәре

Иван Грозный батша булған ваҡыт Мәскәүҙең бик ҙур иҡтисади үҙгәрештәр башлаған осоро, ул ваҡыттарҙа Анатолий мәмләкәтендәге төрк хөкүмәте көсәйеп, Рәсәйҙең көньяҡ өлөштәре (хәҙерге Украина) менән ҙур алыш-биреш иткән Византия мәмләкәтен (мәркәзе хәҙерге Станбул ҡалаһы булған грек императорлығын) бик ҡыҫырыҡлап, бөтөнләй бөтөрөп, ҡулға алырға тырыша, шул уҡ ваҡыт Польша мәмләкәте менән Ҡырым татарҙары Украинаға йыш-йыш һөжүм итә инеләр. Был арҡала Украинала халыҡ ҙур иҡтисади уңайһыҙлыҡҡа төшөп, төньяғына, Мәскәүгә табан күсә ине. Мәскәү бик үҫте, тирә-яғында халыҡ тығыҙланды. Был халыҡты туйҙырыу өсөн тирә-яҡтан Мәскәүгә ашлыҡ килтерергә кәрәк булып иген йыйнаусы сауҙагәрҙәр пәйҙә булды, ҡалала һөнәрселәр күбәйеп, һөнәр һәм сәнәғәт башланды. Шулай итеп, тиҙ арала Мәскәүҙә көслө буржуазия синыфы яралды. Мәмләкәт идараһы күп ерле ҙур баярҙар ҡулында булыу – буржуазия өсөн уңайһыҙ, сөнки бөтә закондар күп ерле баяр файҙаһын күҙәтеп төҙөлә, буржуазияға күп налогтар һалына ине. Шул сәбәпле былар мәмләкәт идараһын ҙур баярҙарҙан тартып алып, үҙ ҡулдарына эләктереү уйына төштөләр.
Ҙур баярҙар ҡулында хеҙмәтсе булырға мәжбүр булған ваҡ баяр һәм дворяндар ҙа үҙ тормоштарын яҡшыртыу өсөн был көрәштә буржуазия менән берләшеп, ҙур баярҙарға ҡаршы көрәш астылар. Ҙур баярҙар ҡулында уйынсыҡ булып торорға теләмәгән Мәскәү кенәзе лә (Иван Грозный) уларҙың праваларын бөтөрөп, улар хисабына үҙ ҡаҙнаһын байытыу өсөн был яңы аяҡҡа баҫҡан көстәр менән файҙаланырға тейеш тапты. Шулай итеп, бер яҡтан Мәскәү дәүләтендә буржуазия менән хеҙмәт кешеләре (ваҡ дворян һәм баяр) синыфтары көс ала; икенсе яҡтан Мәскәү кенәзе үҙ праваһын арттырып, самодержавный булырға тырыша ине. Шул уҡ ваҡытта Мәскәүҙә өсөнсө груһ ҙур көс ала – руханиҙар. Төрктәр Византия мәмләкәтен бөтөргәс, унда электән күп ер һәм милек биләп, иҡтисади һәм сәйәси тормошта ҙур урын биләгән грек монастырҙарын һәм сиркәүҙәрен иҫән ҡалдырһалар ҙа ер һәм крәҫтиәндәре төрк ғәскәре башлыҡтарына биләргә тип бүлеп бирҙеләр. Бының менән грек руханиҙарының һәм сиркәүенең иҡтисади үҫеүенә ҙур кәртә ҡуйыла. Улар эстән быға риза булмай; ул ваҡыт берҙән-бер көслө православие мәмләкәте булған Мәскәү дәүләтенең ярҙамы менән яңынан төрктәр ҡулынан ҡотолоп, элекке хакимлыҡтарын ҡайтарыу өсөн Мәскәү кенәзен православие һаҡсыһы итеп ҡарай башлайҙар. Византия тажы Иван Грозныйға тапшырыла.
Шулай итеп, Иван Грозныйға православие дин башлығы һәм киләсәктә Византияны үҙ ҡулына алырға тейешле вариҫ ителеп ҡарауы Мәскәүҙә руханиҙарҙың көсөн бик арттыра. Төркиә идараһынан ҡасҡан грек руханиҙары Мәскәүгә тулалар.
Бына был өс синыф өсөн Мәскәү кенәзлегенең шәреҡҡә һөжүм башлауы кәрәк ине. Руханиҙар мәсьәләгә дин таратыу һәм мосолман халҡын бөтөрөү һәм шәреҡҡә сиркәү-монастырҙар өсөн ер-байлыҡ алыуға кәрәкһенәләр. Станбул төрктәр ҡулына күскәс, ул яҡтар менән алыш-бирештәре киҫелгән буржуазия шәреҡ – Һиндостан, Төркөстан һәм Ҡытай менән алыш-биреш итеп табыш күреү өсөн юл эҙләй, ваҡ дворяндар хөкүмәткә ғәскәр һәм түрә булып ялланып, шәреҡтә тамаҡ туйҙырырға, ерҙәрен арттырып байып ҡалырға тырышалар ине. Башҡортостан Мәскәү хөкүмәте ҡулына кергәс тә Мәскәү буржуазияһы:
1) Башҡортостанда халыҡ һирәк һәм бик ярлыланып ҡалған булыу;
2) Мәркәз хөкүмәт башҡорттарҙың тәбиғи байлыҡтарын (мех, сырье кеүек) налог рәүешендә алып, буржуазияға быларҙы мәркәз ҡалаларҙа Ҡаҙандан ғына һатып алыу осһоҙораҡ һәм уңайыраҡ төшөү;
3) Был налогты түләгәндән һуң башҡорттарҙа һатырлыҡ нәмә һәм тауар һатып алырлыҡ байлыҡ күп булмау;
4) Башҡортостан арҡылы Төркөстан һәм Һиндостанға сауҙа юлы элек уйламаған рәүештә яҡын һәм уңайлы булмау, Мәскәү сауҙа аппараттары киң яландар арҡылы карауандар йөрөтөргә әҙерлекле булмау сәбәпле Мәскәү буржуазияһы Башҡортостанға килмәй, Волга буйлап Астрахань арҡылы Персия һәм Кавказ менән эш йөрөтөргә кереште.
Ә ваҡ баяр һәм түрәләр (күберәк Ҡаҙанды алыуҙа хеҙмәт итеп тә шунан үҙҙәренә кәрәк хәтле ер ала алмай ҡалғандар, шулай уҡ руханиҙар) киң башҡорт ялаң һәм урмандарын өләшеп алып, хужа булыу өсөн Башҡортостанға тула башланылар. Мәскәү дәүләте һуғышҡа ҡатышҡан был ғәскәр һәм түрәләргә аҡсалата жалованье түләй алмағас, уларға хеҙмәт хаҡын ер-урман менән бирә һәм башҡорттарҙы түләгәнсе байлыҡ талап йыйнарға права биргәйне.
Шулай итеп, Башҡортостанға беренсе башлап килеүсе колонизаторҙар ғәскәр һәм түрә (баяр) булды. Бынан тыш Мәскәү хөкүмәте мәркәздә тотоу ҡурҡыныслы булған сәйәси ышынысһыҙ кешеләрҙе лә бында һөрә башланы.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Башҡорт тарихы. Абдрахман Фәхретдинов (3-сө өлөш)
15-02-2010, 10:54 | Башҡорт тарихы | автор: Ilsur | Уҡылды: 630
Неплюев дәүере

Кенәз Урусовтан һуң Башҡортостанға генерал-губернатор булып килгән Неплюев бында төрлө үҙ-ара боҙолоштороп, бынан файҙаланып илде идара ҡылыу сәйәсәтен көсәйтә. Бының өсөн быға хәтле хөкүмәткә ышаныслы ҡалған башҡорттарға ҙур льготалар биреп, уларҙан ер алып ултырған типтәр һәм мишәрҙәрҙе башҡорттарға яңынан аренда хаҡы түләргә мәжбүр итә. Икенсе яҡтан, бунтҡа ҡатнашҡан башҡорттарҙың ерҙәрен типтәр һәм мишәрҙәргә бушлай тараттыра. Шулай итеп, ерле башҡорт менән ерһеҙ типтәр-мишәр араһында ла, ере тартып алынған ярлы башҡорт менән уның ерҙәренә ултыртылған мишәр, типтәр араһына ла һалҡынлыҡ һалына. Шулай уҡ ҡырғыҙ, ҡаҙаҡтарҙы, башҡорттарҙы таларға димләп, быларҙы ла бер-береһенә дошман итә. Неплюев башҡорт старшиналарының хоҡуғын кәметеп, уларҙы бөтөнләй хөкүмәт түрәләренә ҡарата. Башҡорт тархандарын үҙ яғына ауҙарыу ысулын, уларға һалына башланған яһаҡтарҙы бөтөрөп, уларҙы жалованье менән хөкүмәт хеҙмәтенә алыуҙы күбәйтә. Ҡышлыҡ ашлыҡ һәм бесән әҙерләмәгән ярлы башҡорттарҙың ҡыш көндәрендә ас ҡалыуҙары менән файҙаланып, аҡса һәм аҙыҡҡа алышып, уларҙың балаларын һатып алып, ситкә ебәреп урыҫ баяр, түрә һәм крәҫтиәндәренә таратып суҡындыра башлай. Хатта, башҡорт ҡыҙҙарын суҡындырып, тәрбиәләп үҫтереп һатыу өсөн айырым мәктәп тә астыра. Мулла һәм абыҙҙар иң ҡурҡыныслы кешеләр һаналып, бөтөнөһө контроль аҫтына алыналар. Ләкин хөкүмәт уларҙы үҙ яғына ауҙарыу өсөн мәжбүри эштәрҙән ҡотҡара. Неплюев башҡорттар менән башҡа ваҡ милләттәр араһын ныҡ боҙоп өлгөргәс, ситтән татар, мишәр, муҡшы, сыуаш һәм мари кеүек ваҡ халыҡтарҙың Башҡортостанға күсеүенә иркен юл аса. Былар Ҡаҙаҡ яҡтарынан меңәрләп килеп, элек үҙҙәренә һалынған душевой налогтан, лашмансылыҡтан, рекрут биреүҙән ҡотолоу йәки быларҙы аҙайтыу өсөн яҙылалар.
Шулай итеп, бер яҡтан һәр бола арҡаһында төп башҡорттар аҙая барһа, икенсе яҡтан, башҡортланыусылар күбәйә. Был осорҙарҙа башҡорт һәм Башҡортостанға күскән мишәр һәм типтәрҙәр налог мәсьәләһендә байтаҡ льготалар менән файҙаланып торалар. Мәҫәлән, Рәсәйҙә урыҫ крәҫтиәндәре ҡаҙнаға йән башына 3 һум 70 тин налог түләгәндә, Өфө өлкәһендә хисапҡа алынып, һандары 1431 йортҡа тулған тархан башҡорттар бер тин дә налог түләмәй, бары йыл һайын хөкүмәт хеҙмәтендә (ғәскәрлек һәм эштә) 280 кеше тоторға, һандары 8 395 йортҡа тулған яһаҡлы башҡорттар урта иҫәп менән йорт башына 25 тин налог түләп, түрәләргә ылау һәм йыл һайын 1043 кешене эшкә бирергә, һандары 5655 йортҡа тулған типтәрҙәр менән ерһеҙ башҡорттар йылына йорт башына 49 тин налог менән һәр йәй көнө крепостарҙа эшләргә 707 эшсе бирергә тейеш инеләр, һандары 1511 йортҡа тулған мишәрҙәр һуңғы болаға ҡатышмайынса башҡорттар тарафынан ныҡ таланыу сәбәпле бары ғәскәрлек үтәргә һәм эшкә йыл һайын 191 кеше бирергә мәжбүр ителә инеләр.
Был халыҡтарҙың башҡа милләт һәм синыфтарға ҡарағанда файҙаланған ҙур бер льготалары үҙ кәрәктәренә бушлай (ботона бары 3 тин пошлина түләп) тоҙ сығарып файҙаланыу хоҡуҡтары ине.
Ләкин үткән бер нисә болалар ваҡытында Башҡортостанда башҡорт, мишәр һәм типтәр хужалығы шул хәтле емерелгән, халыҡ шул хәтле күп зыянланып ярлыланған ине ки, урыҫ крәҫтиәндәренә һалынған налогтарға ҡарағанда бик аҙ булған был налогтар ҙа быларға түләй алмаҫлыҡ ауыр булып төшә ине.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Һеҙ кем, көнбайыш башҡорттары, йәки Тарихи документтар ни һөйләй?
14-02-2010, 20:03 | Башҡорт тарихы | автор: Ilsur | Уҡылды: 914

Аныҡ статистика мәғлүмәттәре булмауы сәбәпле, башҡорт типтәрҙәренең дөйөм һанын билдәләп булмай. Фәҡирлеккә төшкән элекке башҡорт аҫабалары үҙ общинаһынан һәм сословиеһынан сығып, типтәргә әйләнгән. Уларҙың ҡайһылары, яһаҡ күләме артыҡ ҙур булмағанлыҡтан, бобылдәр рәтенә күскән. Мәҫәлән, документтарҙан XVII быуат аҙағында Нуғай юлы Юрматы ауылы башҡорттары Митросов һәм Йылымовтың бобыль яһағы түләүе билдәле. 1686 йылда Нуғай юлы башҡорто Ҡасаҡов үҙенең ни сәбәптән припущенниктарҙың бобыль төркөмөндә булыуын былай тип аңлатҡан: "Быға тиклем ата-бабаларыбыҙ һәм үҙебеҙ Ҡыпсаҡ олоҫонда булдыҡ. Ә хәҙер фәҡирлек һәм ярлылыҡ арҡаһында бобыль яһағына яҙылғанбыҙ". Нуғай юлы Мең олоҫо башҡорто Атасыҡ Илекәйевтең ата-бабалары күп йылдар буйына бобыль яһағын һыуһар менән түләп килеп, 1688 йылда аҡсалата түләнә торған типтәр яһағына күсә. Был миҫалдар Башҡортостанға ситтән ингән бобыль сословиеһында ерһеҙ башҡорттарҙың да булыуын һәм уларҙың артабан типтәрлеккә күсеүен раҫлай. VIII ревизияға (1834 йыл) бобылдәр этник яҡтан ҡатнаш булған 21 ауылда ғына тороп ҡала: Стәрлетамаҡ өйәҙендә - 693 йән, Өфө өйәҙендә - 122 йән, Уса өйәҙендә 9 йән (ир-ат иҫәбе) теркәлгән.

Типтәрҙәр араһында башҡорттар байтаҡ була. Ҡаҙан юлы Елдәт (йәлдәк) олоҫо башҡорттары Алтыбаев һәм Иленбаев 1679 йылда типтәр яһағы түләгән. Йәлдәк аҫабаларының салйоғоттарҙы килмешәк итеп алыуы билдәле. Шул уҡ олоҫтоң Бирүш ауылында XIX быуат башында 20-нән ашыу башҡорт сығышлы типтәр йәшәгән. Башҡорт типтәрҙәре Бөрө өйәҙенең Гәрәй олоҫонда ла, Троицк өйәҙенең Ҡарағужа ауылында ла теркәлгән. Бөгөлмә өйәҙенең Һары Бикҡол ауылы тотошлайы менән типтәр-башҡорттарҙан торған. Башҡорттарҙы яһаҡ түләүсе татар припущенниктары араһында ла осратып булған. 1795 йылда Ҡотосәс (Имән), Һарысәс Тәҡирмән, Һаҡлы Сураш, Иҫке Дөрөш, Мерәҫ, Сәйет, Шыршылы (Шаңдытамаҡ) һәм Иҫке Һаҡлы ауылдары кешеләре "башҡорттар" иҫәбенән сыға һәм яһаҡты аҡсалата түләүгә яҙыла, йәғни яһаҡлы татарҙар сословиеһына күсә.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» 1918 йылдағы «Ҡыҙыл террор» йәки Блюхер отрядының «героик» походы тураһында кәлимә
5-02-2010, 12:15 | Башҡорт тарихы | автор: Ilsur | Уҡылды: 927

90-сы йылдар башында, илебеҙҙә демократик үҙгәрештәр башланыу менән, тарихи үткәндәребеҙгә яңы ҡараш тыуҙы. Был бигерәк тә граждандар һуғышы осоро тарихына объектив баһа бирергә мөмкинлек асты. Ошо рәүешле халҡыбыҙға Башҡортостан автономияһының ысын тарихы асылды. Автономия өсөн милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан күп кенә шәхестәребеҙҙең исемдәре халҡыбыҙға ҡайтты. Башҡорт халҡының бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлиди, ҡаһарман сардар Муса Мортазин, милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре Ғәлимйән Таған, Абдулҡадир Инан, Шәриф Манатов һәм башҡалар тураһында белдек. Дөрөҫөрәге, коммунистик режим ҡолау менән, милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан шәхестәребеҙҙең исемдәрен күтәреп сығырға мөмкинлек тыуҙы.

Һуңғы осорҙа төрлө уйҙырмалар ярҙамында Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихына, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәргә бысраҡ өйөү тенденцияһы күҙәтелә башланы. Милли хәрәкәт лидеры Зәки Вәлидигә «фашист» ярлығы тағырға маташһалар, легендар комбриг Муса Мортазинды бандит итеп күрһәтергә тырышалар һәм уның исеме мәңгеләштерелеүгә лайыҡ түгел, тип яр һалалар.

Кемдәргәлер башҡорт халҡының данлы тарихы оҡшап етмәй, күрәһең. Уларҙың, совет осорондағы кеүек, тарихыбыҙҙы үҙҙәренә кәрәккәнсә яҡтыртырға теләктәре бик көслө, буғай. Ысулдары шул уҡ: совет заманындағы кеүек төрлө уйҙырмалар аша ғәйепләү.Мәҫәлән, совет осоронда тарихсы Билал Хәмит улы Юлдашбаев (ул саҡта тарих фәндәре кандидаты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тарих секторы мөдире) Муса Мортазиндың исемен күтәреп сыға. 1959 йылда "Әҙәби Башҡортостан" журналында баҫылған «Муса Мортазин» исемле мәҡәләһендә ул легендар комбригтың эшмәкәрлегенә объектив баһа бирергә тырыша. 1961 йылда милли хәрәкәткә бағышланған тағы бер мәҡәләһе донъя күрә. Партия идеологтары бындай ҡарашҡа юл ҡуймай: 1963 йылдың 12 июнендә КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы ултырышында Б. Х. Юлдашбаев әлеге мәҡәләһе өсөн ҡаты тәнҡит утына тотола. «В статье «Муса Муртазин» т. Юлдашбаев выдает Муртазина за организатора советской власти в период, когда он на стороне белых отчаянно сражался против Красной Армии. Признавая службу Муртазина у белых весной и летом 1919 года, он рисует его на положении вынужденного попавшего в плен, приводя в доказательство многие эпизоды из книги самого же Муртазина, которая является явной фальсификацией истории гражданской войны в Башкирии. Башкирский партийный архив располагает материалами, убедительно показывающими зверства и бесчинства Муртазина по отношению к красным и местному населению. Из документов явствует, в частности, что в период рейда Блюхера, когда белорецкие полки с боями пробивались к Уфе на соединение с регулярными частями Красной Армии, особенно жестоко преследовала их башкирская конница под командованием Муртазина», – тиелә бюролағы сығыштарҙа.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Халҡыбыҙ тарихына битараф булмайыҡ
5-02-2010, 11:52 | Башҡорт тарихы | автор: Ilsur | Уҡылды: 915

Билдәле башҡорт яҙыусыһы Йыһат Солтанов З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Сөләймән Мырҙабулатов: заманы һәм көрәше» тигән китабында 1920 йылда Башҡорт иленең яртыһын ялмап алған халыҡтың милли-азатлыҡ күтәрелешендәге иң арҙаҡлы һәм аяныслы яҙмышлы етәкселәрҙең береһе—ихтилалсылар армияһының дивизия командиры Хажиәхмәт Унасов тураһында ла байтаҡ мәғлүмәттәр бирә (454-469-сы биттәр).
Илебеҙҙең яңы тарихында авторитар режим хөкөм һөргән 70 йыл арауығында ошо башҡорт ихтилалын—«халыҡтың контрреволюцион күтәрелеше», баш күтәреүселәрҙе «халыҡ дошмандары, бандиттар» тип нарыҡлап, халҡыбыҙҙың бер нисә быуыны үҙ иленең, үҙ халҡының үткәндәренә, шанлы тарихына битарафлыҡта тәрбиәләнде. Ошо халыҡ күтәрелешенең сәбәптәре, уның Башҡортостандың, башҡорт халҡының тарихында тотҡан урыны тураһында матбуғатта күп яҙылды. Ә бына ихтилал етәкселәренең береһе—хәҙерге Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуып үҫкән Хажиәхмәт Унасовтың тормошо һәм халыҡ азатлығы өсөн көрәше бөтөнләй тиерлек өйрәнелмәгән, сөнки уға «халыҡ дошманы» мөһөрө ҡуйылып, уны халыҡ хәтеренән юйырға тырыштылар. Власть вәкилдәре тарафынан төрлө йәберләүҙәргә, ҡыйырһытылыуҙарға дусар ителгән туғандары, фамилияларын алмаштырып, Ғөбәйҙуллиндар булып китә.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Мөстәҡиллек өсөн көрәштә
22-11-2009, 20:09 | Башҡорт тарихы | автор: Ilsur | Уҡылды: 955

Еникеев Зөфәр Ирғәли улы 1951 йылда Баймаҡ районының Моҡас ауылында тыуған.
Хеҙмәт юлын 1968 йылда «Ирәндек» совхозында башлай. Свердловск юридик институтын тамамлағас (1973), Дыуан районы прокуратураһында тәфтишсе вазифаһын үтәй. 1976—1985 йылдарҙа прокуратура органдарында, юрисконсульт булып эшләй. Артабан аспирантурала уҡый һәм Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында уҡыта. 1990 йылда Башҡорт АССР-ының Юғары Советына депутат итеп һайлана һәм Даими комиссия рәйесе вазифаһын башҡара. 1995—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу палатаһында урындағы власть, милләт, ижтимағи һәм дини берекмәләр мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе. 1996 йылдан — Рәсәй Федерацияһының Европалағы Региондар Палатаһының (Страсбург, Франция) тулы вәкәләтле вәкиле һәм Бөтә Донъя федералистар хәрәкәте Советы (Нью-Йорк, АҠШ) ағзаһы.
1985 йылда башланған реформалар һөҙөмтәһендә «перестройка», «ускорение», «гласность», «плюрализм» тигән төшөнсәләр халыҡ-ара мәғәнә алып, йәмәғәтселек өсөн демократлаштырыу символына әүерелде. Ул сәйәсәт үҙәк һәм союздаш республикаларҙа, атап әйткәндә, Балтика буйы һәм Кавказ аръяғы республикаларында, тиҫтә йылдар буйы йыйылған проблемалар буйынса асыҡтан-асыҡ фекер алышырға мөмкинлек бирҙе. Де-юре федератив тип аталған, ләкин ысынбарлыҡта үтә тиҙ үҙәкләштерелгән һәм де-факто унитар дәүләт булып торған Советтар Союзының административ-команда нигеҙендә ҡоролған иҡтисадында «ускорение», йәғни тиҙләнеш, ғөмүмән, утопик идея ине һәм шул арҡала халыҡтың фәҡирләнеүе көсәйҙе.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Халыҡ хәтере мәңгелек
26-10-2008, 08:56 | Башҡорт тарихы | автор: Ilsur | Уҡылды: 480
Халыҡ хәтере мәңгелекСурағол Ҡолмырҙа улы (1711 – 1773) – халыҡ хәтерендә Сураш батыр һәм Сураш Мәргән исемдәре менән билдәле Бөрйән ырыуы батырҙарының береһе.
Әмин батырҙың бер туған ағаһы, 1737 – 1738 йылдарҙағы ихтилалда әүҙем ҡатнашыусы, тарихҡа Батырша ихтилалы исеме менән ингән 1755 – 1756 йылдарҙағы ихтилалдың беренсе уғын ҡан эскес дошманға атыусы-башлаусыһы, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының ҡаһарманы булған билдәле шәхес.
1755 йылдың 15 майында Хоҙайбирҙе мулла, Ялан Этҡол, Әмин, Сураш, Темәс батырҙар етәкселегендә ир-егеттәр Талҡаҫ күле буйында ял итеүсе Брагинды командаһы-ние менән уҡтан атып үлтерәләр, Ырымбур-Верхнеуральск трактын хеҙмәтләндереүсе Сапсал ям станын туҙҙырып-ҡыйратып ташлайҙар.
Егор Брагин беҙҙең яҡтарға Санкт-Петербургтан аҫылташтар эҙләп килгән була. Уның һәм командаһының халыҡты йәберләү-яфалауына түҙеме бөткән аҡһаҡалдар, был яуыздарҙы юҡ итмәйенсә ҡотолмаясаҡбыҙ, тип, батырҙарға фатихаларын бирә.
Ҡыҙыҡһыныусыларға Ғайса ағай Хөсәйеновтың "Ҡанлы илле биш" тарихи романын һәм "Батырша" тарихи-биографик китабын уҡырға мөмкин.
1773 йылда Сураш батыр (62 йәшендә!), Әмин, Темәс батырҙар, уландары, яҡташтары менән, Башҡорт еренә яуызлыҡ бөркөп торған Ырымбур ҡалаһын ҡамаған Пугачев ғәскәрҙәре сафында һуғыша. Ҡалаға булған һөжүмдәрҙең береһендә үлемесле яралана.
Тыуған яҡтарына ҡайтып етә алмай Батырыбыҙ, ярты юлда мәрхүм була. Яуҙаштары, уландары тарафынан хәҙерге Ейәнсура районының Бәләкәй Муйнаҡ ауылы янында ерләнә. Ҡәбер ташын тыуған яғынан алып барып ҡуялар, ҡыҙыл ҡомташтан.
Бер ай элек, 3 август көнө, Илсур, Кәримә һәм мин Бәләкәй Муйнаҡҡа барҙыҡ. Сураш батырҙың ҡәберен күрергә, рухына бағышлап аяттар уҡырға тип. Тетрәндергес хәл – ҡәбер ҙә, таш та юҡ ине!
Хөрмәтле форумдаштар! Сураш батырҙың ҡәбер ташын тергеҙергә ниәтләнем. Шундай уҡ ҡыҙыл ҡомташтан, тик хәҙерге яҙыуҙар менән яҙып ултыртырға.
Һеҙҙе лә ошо изге сарала ҡатнашырға саҡырам.
Башфорумсыларға – Айытҡол, ауылдаштарына иһә, Баймаҡ районының Әмин ауылы халҡына Фәйзулла исеме менән билдәле булған ағай кешенең ошондай йөкмәткеле мөрәжәғәте беҙҙең бөгөнгө сәйәхәтебеҙ йомғағын тағатып ебәрҙе лә инде. Ниндәй башҡорт үҙ батырының ҡәберенә барып, уның рухына бағышлап доға ҡылыу, үҙ халҡының данлы ла, ҡанлы ла үткәндәренә ҡағылып үтеү мөмкинлегенән баш тартһын инде?
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

Уҡымлылар
» » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

«Урал» фонды

«Киске Өфө» гәзитенең сайты

«Bashqort.Com»










Сайт үҫешенә ярҙам

Яндекс.Деньги

41001328785603

WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094

Башҡортостаным
яңылыҡтары
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

Киләсәккә рухи васыят

Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

Ғәфү итсе, нигеҙем!..

Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

Булғанда – бүреләй, булмағанда…

Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

Их, мунсаһы!

Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


Һорау

Әйе
Юҡ



Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
© 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.