DataLife Engine > Башҡорт тарихы > Башҡорт ҡалаһын… элек бар донъя белгән, хәҙер ҙә беләсәктәр!

Башҡорт ҡалаһын… элек бар донъя белгән, хәҙер ҙә беләсәктәр!


14-07-2010, 11:09. Разместил: Ilsur
Башҡорт ҡалаһын… элек бар донъя белгән, хәҙер ҙә беләсәктәр! Ошо көндәрҙә редакциябыҙға шатлығы йөҙөнә сыҡҡан тоғро дуҫыбыҙ, гәзитебеҙ биттәрендә Башҡортостандың боронғо тарихына арналған, бигерәк тә Өфө-II ҡаласығында табылған, үҙенә күрә фәнни сенсация булырҙай тарихи ҡомартҡылар тураһында күп тапҡырҙар ҡиммәтле мәғлүмәттәр баҫтырған арҙаҡлы тарихсы-археологыбыҙ, академик Нияз ағай Мәжитов килеп инде. Был юлы ул билдәле япон ғалимы Риичи Миякеның БР Президенты Мортаза Рәхимовҡа ебәргән хат-мөрәжәғәтенең күсермәһен алып килгәйне. Шатланырлыҡ та шул: башҡорт тарихсыһының Истанбулда уҙған Халыҡ-ара конференцияла тарихи Башҡорт ҡалаһы тураһында яһаған сығышы бар донъянан йыйылған ғалимдар араһында айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Тимәк, Өфө-II ҡаласығы хаҡындағы тарихи хәҡиҡәт бөгөн донъя аренаһына сыҡты! Ошо уңайҙан олуғ ғалимыбыҙға оло ихтирам белдереп: "Һай, афарин, ил ағаһы!" - тип һоҡланырға ғына ҡала. Һеҙҙең иғтибарығыҙға әле һүҙ барған Халыҡ-ара конференцияның ойоштороу комитеты рәйесе Риичи Миякеның Башҡортостан Президентына яҙған хатын тәҡдим итәбеҙ:

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов әфәндегә (Истанбул, 22 май, 2010 йыл).

Ғали йәнәптәре!

Башҡорт ҡалаһын… элек бар донъя белгән, хәҙер ҙә беләсәктәр! 2010 йылдың 20-21 майында Истанбул ҡалаһында уҙған халыҡ-ара конференция айҡанлы Һеҙгә хат аша мөрәжәғәт итеү - беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт билдәһе. Евразия коридорында ҡала төҙөлөшө сәйәсәтенең үҫеш һәм һаҡлау буйынса Халыҡ-ара Форумы координаторы булараҡ, беҙ барса континенттарҙың ғалимдарын, шул иҫәптән Башҡортостан вәкилдәрен ҙур ҡәнәғәтләнеү менән ҡабул иттек. Улар Һеҙҙең республикағыҙҙың тарихи ҡомартҡылары һәм ерҙәренең төрлө аспекттарына арналған матур сығыштар яһаны. Дала Евразияһында ҙур сауҙа-һөнәри һәм мәҙәни-сәйәси үҙәктәрҙең береһе булған Башҡорт исемле урта быуат ҡалаһы темаһы буйынса археологик күҙәтеү презентацияның төп предметтарының береһе булды.

2006 - 2009 йылдарҙа киң күләмдә алып барылған археологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә Башҡорт ҡалаһының IV - V быуаттар сигендә үк барлыҡҡа килеп, XVI быуат урталарына тиклем бер өҙлөкһөҙ йәшәүе асыҡланды. Өфө ерендә ҡәлғәләр, ауылдар һәм некрополдәр, шул иҫәптән ошо иҫ киткес тарихи-мәҙәни ҡомартҡының цитаделе (Өфө-II ҡаласығы) кеүек бик һәйбәт һаҡланған матди тормош эҙҙәре булыуы уғата ҡыуаныслы.

Боронғо цивилизацияларҙы өйрәнеү һәм пропагандалау буйынса бөтөн донъя ғалимдарын берләштереүсе Евразия коридорында ҡала төҙөлөшө сәйәсәтенең үҫеш һәм һаҡлау буйынса Халыҡ-ара Форумы Башҡортостан Республикаһының Фәндәр Академияһы вице-президенты Нияз Мәжитовтың йөкмәткеле сығышын тыңланы, фекер алышты һәм шундай һығымтаға килде.

Башҡорт ҡалаһын… элек бар донъя белгән, хәҙер ҙә беләсәктәр! Башҡорт ҡалаһы һәм Өфө территорияһында уның менән бәйле тарихи-археологик ҡомартҡылар башҡорт халҡының ғына милли байлығы түгел, ә бөтөн Дала Евразияһы ҡәүемдәренең, иң элек, төрки халыҡтарының уртаҡ хазинаһы. Монументаль архитектура объекттарын һаҡлау, консервациялау, тергеҙеү йәһәтенән ул дәүләттең һаҡсыл мөнәсәбәтенә лайыҡ, уның базаһында тарихи-мәҙәни ҡурсаулыҡ, Башҡорт-Өфө ҡалаһының тарихи музейын булдырыу фарыз. Ошо сараларҙың башҡорт халҡының, Евразияның һәм донъяның барса төрки ҡәүемдәренең тарихын өйрәнеү йәһәтенән бик әһәмиәтле икәнен иҫәпкә алып, конференцияла ҡатнашыусылар уларҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса Башҡортостан етәкселеге һәм ғалимдары менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын белдерә. Конференцияла ҡатнашыусыларҙың бер күңелдән белдерелгән фекеренә ярашлы, яҡын йылдарҙа Башҡорт ҡалаһының барлыҡҡа килеүен һәм үҫеш этаптарын, уның Дала Евразияһы халыҡтары тарихында тотҡан ролен һәм урынын асыҡлауға арналған халыҡ-ара ғилми конференция уҙғарыу әйтелгәндәрҙе ғәмәли рәүештә бойомға ашырыу юлында тәүге аҙым булыр ине.

Конференция делегаттарының тәҡдиме буйынса ошо мөрәжәғәтте Һеҙгә ебәрәм. Беҙҙең башланғысыбыҙҙы аңлап ҡабул итерһегеҙ һәм уны ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам итерһегеҙ, тип ышанабыҙ.

Мин Һеҙгә оло ихтирам белдерәм.

Япон Архитектура Институты вице-президенты,
Халыҡ-ара конференцияны ойоштороу комитеты рәйесе,
тарих фәндәре докторы Риичи Мияке.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Әлеге ваҡытта Өфө-II ҡаласығы территорияһында БДУ доценты Әлфиә Нияз ҡыҙы Солтанова етәкселегендә археологик ҡаҙыныу эштәре дауам итә. БДУ-ның тарих факультеты студенты Резеда Илсебаева менән һөйләшкәндә, ул түбәндәгеләрҙе һөйләне: "Нәҡ был урында ҡаҙыныуҙарҙы быйыл 23 июндә башланыҡ. Беҙ айырым бер территорияла ҡаҙынабыҙ, ә материкка тиклем еткәс, эшебеҙҙе тамамлаясаҡбыҙ. Әлеге ваҡытта тикшеренеүҙәребеҙҙең һөҙөмтәһе - керамика, һөйәктәр, муйынсаҡтар, гәрәбәләр, бәләкәй генә алтын ярсыҡтары кеүек археологик табыштар. Һөйәктәрҙе айырым һалабыҙ, керамиканы таҙартабыҙ. Һуңынан уларҙы махсус лабораторияларға ебәреп тикшерәсәктәр, ҡайһы быуатҡа ҡарағанлығын билдәләйәсәктәр. Әле беҙ тапҡан керамика һәм һөйәктәр күберәк бахмут, турбаслы һәм кушнаренко мәҙәниәтенә, ә күптән түгел тапҡан орнаментлы керамикалар бахмут мәҙәниәтенә һәм һун осорона тура килә. Шулай уҡ тапҡан әйберҙәрҙең күбеһе иртә тимер быуат осорона ҡарай".
Ошо уҡ уҡыу йортоноң IV курс студенты Резеда Әхмәтшина: "Кисә иң үҙенсәлекле һәм беҙҙең өсөн көтөлмәгән табышҡа юлыҡтыҡ, - тип шатлығы менән уртаҡлашты. - Ағас түшәм фрагменты таптыҡ, әлбиттә, ул әҙерәк янған һәм онталған, шулай ҙа уны студенттар һаҡ ҡына ҡаҙып ала алды. Беҙ уның сығып торған ерҙәрен йәбештерҙек, эшкәрттек. Ағас түшәмдәр йыл һайын табыла ул, иң ҙурына 2008 йылда юлыҡҡайныҡ. Бөтә ағас түшәмдәр был урындарҙа торлаҡтар булыуы тураһында һөйләй, бәлки, улар иҙән йәки стена булғандыр. Ағас түшәмдәр иң ҡиммәтле табыштарҙан һанала".
Өфө-II ҡаласығы тулыһынса тикшерелеп бөтмәгән, тикшеренеүҙәр дауам итәсәк әле. Күренеүенсә, ҡаҙыныуҙар табыштарға бик бай. Киләсәктә был урындарҙа Башҡортостан тарихының боронғолоғон күрһәтеүсе археологик табыштар күберәк табылыр һәм берәй заман был урында асыҡ һауалағы музей ойошторолор, тип ышанабыҙ.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне

Киске Өфө

Вернуться назад