Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Милләтселәр менән әңгәмә һәм уларға нәсихәттәр
2-01-2011, 09:22 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 879
Ишморат Хайбуллин

Яңыраҡ ҡына мосолман егетенең бер милләтсенән алған хатын күрҙем. Ул милләтсе үҙенең донъяға ҡарашын дин менән бәйләп аңлатырға маташа. Имеш, Ислам динендә яҡшы нәмәләр менән етешһеҙлектәр ҙә бар. Уның уйынса, беҙ Исламды әҙерәк үҙебеҙҙең милли ғөрөфтәребеҙгә яраҡлаштырыға тейешбеҙ. Имеш, сусҡа итенән баш тартыуҙа мәғәнә юҡ, ҡатындарҙы яулыҡҡа төрөү – фанатизм һәм башҡаһы.
Был темаға мин күптән яҙырға ниәтләп йөрөй инем һәм бына бөгөн, ниһайәт, ҡул барып етте.
Донъяла нисәмә милләт булһа, шул тиклем милли хәрәкәттәр ҙә бар. (Шуныһы ҡыҙыҡ: милли хәрәкәт ахыр сиктә барыбер милләтселеккә әйләнеп китә. Был аксиома). Рус, ғәрәп, төрөк, татар, башҡорт милләтселәре бер-береһен күрә алмаһалар ҙа, улар бер туғандар кеүек оҡшаш. Һүҙҙәре лә бер ҡалып: “Бына беҙ тыуып үҫкән ергә “анауҙар” килеп тулған да, беҙҙең еребеҙ, һыуыбыҙ менән ҡулланып яталар! Етмәһә, беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ менән кинәнәләр бит әле!! Кәрәктәрен бирер кәрәк!!!”. Был фекерҙәргә аҙағыраҡ кире кайтырбыҙ, ә хәҙер беҙгә нәҫел һәм геграфия буйынса яҡыныраҡ миҫал – башҡорт милләтселәре тураһында һөйләшеп алайыҡ.
Ул егеттәрҙең күбеһе үҙҙәрен христиан түгел, мосолман тип һанай, шуға иң тәүҙә шуны еткерергә бурыслымын: Ислам дине – ул ғәрәптәрҙең дине түгел, ә Бөйөк Аллаһы Тәғәләнең ете күк аша ебәргән дине! Был дин – ҡайһылаҙың яңылыш уйы буйынса – тик Мөхәммәт пәйғәмбәр (صلى الله عليه وسلم) генә килтергән дин түгел, бәлки иң беренсе кеше – атабыҙ Әдәмдең (عليه السلام) (башҡортса әйтелеше Әҙәм) дине. Хатта беренсе кеше булмаған саҡта ла – ерҙә тик ендәр, ә күктә тик фәрештәләр генә булған заманда, Ислам дине бар ине. Сөнки Ислам – ул тик Аллаһы Тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡылыу һәм уға тиңдәш тотмау (ширк ҡылмау) тигәнде аңлата. Әдәм (عليه السلام) яратылмаҫ борон миллиардлаған фәрештәләр Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡыла ине (минең “Сила Ислама” тигән мәҡәләмде уҡығыҙ). Һәм Аллаһы Тәғәлә бөтә пәйғәмбәрҙәренә лә тик бер дин – Ислам динен генә индерҙе. Һәр бер пәйғәмбәрҙең шул осорға һәм уның йәмғиәтенә ярашлы Ислам ҡанундары (шәриғәт) булды, әммә төп нигеҙ – Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт һәм ширк ҡылмау – бер ине. Яҡшыраҡ аңлашылһын өсөн шундай миҫал килтерәйек: һәр илдең конституцияһы һәм ҡанундары була. Конституция үҙгәртелмәйенсә ҡанундарҙың ниндәйҙер пункттары үҙгәреүе ихтимал. Шулай уҡ пәйғәмбәрҙәрҙең диндәре бер булыуға ҡарамаҫтан шәриғәттәре айырыла ине. Мәҫәлән, Әдәм пәйғәмбәрҙең (عليه السلام) балалары бер береһенә өйләнә ала, уның шәриғәтендә был хәләл ине. Ә Йәғҡуб пәйғәмбәр (عليه السلام) шәриғәтендә бер туған булған ике ҡатынды кәләш итеп алырға рөхсәт ителгәйне. Мөхәммәт пәйғәмбәр (صلى الله عليه وسلم) шәриғәтендә иһә (йәғни беҙ тотҡан шәриғәттә) был ике күренеш тә хәрәм ҡылынды.
Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (صلى الله عليه وسلم) халҡында Исламға тиклем күп кенә йәмһеҙ күренештәр һәм ғәҙәттәр булыуға ҡарамаҫтан, сәхәбәләр (رضي الله عنهم) – пәйғәмбәрҙең уҡыусылары – быларҙың барыһынан да аранырға тырыштылар. Эске юҡ ителде, фәхишәлек, юлбаҫарлыҡ, ҡәбиләләр араһындағы дошманлыҡ, ҡыҙ балалрҙы тереләй ергә күмеү – бына шундай ҡурҡыныс ғөрөфтәр-ғәҙәттәр хаким итә ине ғәрәптәрҙә. Мөхәммәт пәйғәмбәр (صلى الله عليه وسلم) килеүгә илле йыл да үтмәне, ғәрәптәр бөйөк имперяларға ҡаршы ғәскәр ҡуйырлыҡ ҡурҡыныс көскә әүерелде... Был бөтөнләй башҡа ғәрәптәр ине. Ҡасандыр үҙ аталарын танымаҫ, айыныуҙы белмәҫ, фәҡир һәм тәкәббер халыҡ түгел, ә айыҡ баш һәм йөрәкле, бай, ләкин әҙәпле һәм баҫалҡы мосолман кешеләренә әйләнделәр. Нимә үҙгәртте был халыҡты? Дөрөҫ, Ислам дине! Эскелеккә батҡан халыҡты ҡотҡарған тағы ниндәй көс бар донъяла? Юҡ! Башҡа төрлө саралар уңышҡа ирешмәне (Горбачев ваҡыттарын хәтерләгеҙ әле!).
Тимәк, Ислам дине нәҡ шул насар ғөрөф-ғәҙәттәр менән көрәшергә тейеш. Шуға күрә, ҡатындарға яулыҡ ябыныу – “ғәрәп” милли кейеме түгел, дүрт ҡатын – ситтән килгән ғөрөф-ғәҙәт түгел, ир-егеттәрҙә һаҡал – ҡырағайлыҡ билдәһе түгел! Былар барыһы ла Ислам ҡанундары! “Беҙ башҡорттар һәм Исламдың ошо йәһәте беҙгә ярашлы түгел” – тип әйтеү ҙур яһиллыҡтыр.
Әленән әле беҙгә, мосолмандарға, төрлө милли хәрәкәттәр ағзалары менән күрешеп торорға тура килә. Ул егеттәргә шундай нәсихәттәр бирәһем килә ине: булған проблемаларҙы хәл иткән ваҡытта нимәгә баҫым яһарға, нимәне аҙаҡҡа ҡалдырыға – был бик етди ҡарарҙар һәм уларҙа яңылышмағыҙ. Миҫал итеп шуларҙы килтерер инем.

1). Тел мәсәләһе менән үтә мауығыу – ул совет осоронан ҡалған стереотип. Ҡасандыр беҙ саф башҡот телендә партияны, Ленинды, Сталинды, колхоздарҙы маҡтап, Зәки Вәлидиҙе “халыҡ дошманы” тип яманлап, Салауатты “байҙарға” ҡаршы яугир итеп күрһәтеп нисәмә шиғырҙар һөйләнек, йырҙар йырланыҡ. Шундай әҙәби мираҫ беҙгә файҙа бирҙеме? Яңыраҡ ҡына шул совет китаптарын мунсаға сығарып яҡтым. Аллаһы Тәғәлә ҡушмаһын – минең малай ҙурайып, зинаға өйрәтеүсе мөхәббәт әҫәрҙәрен уҡып ултырмаһын. (Минең менән күптәр риза булмаҫ, әлбиттә – ул китаптарҙы маҡтап әллә нимәләр һөйләрҙәр. Ҡып-ҡыҙыл цензура үткән китаптарҙы кем теләй, үҙе уҡыһын, ә мин улар араһынан бер ике-өс китапты ғына ҡалдырыр инем. Рәми ағайҙың шиғырҙарын, мәҫәлән – уларҙа цензураға күренмәй ҡалған рух бар). Әйткәндәй, әлеге шоуҙарҙы һыңар ҡолаҡ менән генә тыңлап ҡарағыҙ әле – “һылыуҡай ҙа мылыуҡай”, “мөхәббәт”, “тәнең”, “ирендәрең”, “төн”... Шуныһы көлкө: ҡайһы бер йәш йырсылар башҡорт телендә һөйләшеүсе кешеләргә лә оҡшамаған – һүҙҙәрҙең әйтелешенән беленеп тора. Бына һиңә туған тел! Бер башҡорт теле факультетын бөтөргән кешегә “Туған тел” шиғырын кем яҙған?” – тип һорағайным. Яуап ишетмәнем. “Хәҙер, – ти, яҡшы уҡыған бер кешегә шылтыратам”. Һәм шылтыратҡандан һуң: “Рауил Бикбай” тигән яуап бирҙе. Бына һиңә туған тел уҡытысылары! Хәйер, белгән булһалар ҙа, ни фәтүә. Кеше тел белеү менән генә кеше булып китмәй әле. Ҡайһы бер ауыл егеттәре башҡорт теленән башҡа тел белмәйҙәр. Уларҙың аяныслы тормоштары шулайыраҡ барып бөтә: ауыҙ тултырып һүгенеп ауылды бер итеп йөрөйҙәр ҙә, ҡайҙа барып һуғылырға белмәйенсә барып аҫылынып ҡуялар. Ҡотҡарҙы мы уларҙы тел? Юҡ!
Ә, шуны ла өҫтәп ҡуяйым әле (әсе телле бит ул мин – етешһеҙлектәрҙе аямай тәнҡитләйем, шуға ла мине күп кеше ярата һәм бәғзеләр яратмай): бына милли хәрәкәт ағзалары... Ҡайһыларығыҙ башкортса ла белмәй бит әле. “Я не знаю свой язык”, имеш. Ә нисек кешеләр дүрт-биш кенә йыл эсендә сит телде өйрәнеп бер тигән һөйләшеп йөрөй һуң, ә? Һеҙҙең башҡорт була тороп та, йәй һайын ауылдарға ҡайтып, көн һайын телевизор ҡарап тел өйрәнеү мөмкинселектәрен ҡулланмауығыҙҙың сере нимәлә? Нисек инде “башҡорттар, башҡорттар” тип йөрө лә, үҙ телеңде белмә? Ихласлығыҙға ышаныуы ауыр, ғәфү итегеҙ.

2). “Ер – беҙҙеке” тип оран һалыу. Кемдеке ул – беҙҙеке? (Белеүемсә, ер ғүмер баҡый хөкүмәттеке ине. Бер ике йыл элек өйҙәре ултырған ер киҫәген законлаштырыр өсөн ауылдаштар төнгө сәғәт дүрттән сират алып ҡуя торғайнылар. Ҡыш. Бина эсенә йылынырға ла керетмәгәндәр, ә һуңынан егерме һумға керетә башлағандар. Бына һиңә ер мәсәләһе!). Теге юғарыла әйтеп үткән егеттәр төрөн алайыҡ. Ана теге “ауыҙ тултырып һүгенеп” йөрөгән егеттәрҙе күҙ уңында тотам. Уға биш баҡсалыҡ ер биреүҙән какой толк? (Ғәфү итегеҙ, “ни фәтүә”. Мин бит тел тип танк аҫтына ятырға әҙер булған башҡорт түгел – миңә шундай тел дә ярар). Үлеп китһә, шул метр ярымлыҡ ер ҙә етә инде уға. Икһеҙ сикһеҙ Башҡортостаныбыҙҙан сыҡҡан егеттәр үҙ ерҙәрендә кәрәкме? Ниңә улайһа әллә ҡайҙа Себергә китеп ыҙалап йөрөйҙәр? Кире ҡайтышлай менттарҙан (элегерәк рекетирҙарҙан) таланып, тир түгеп йыйған аҡсаларын ниңә шул әҙәм аҡтыҡтарына тоттороп китәләр, ә?! Уларҙы бит өйҙә балалары һәм ҡатындары көтөп ултыра! Улар бит беҙҙең бер, ике, өс туғандар! Тәүҙә үҙ еребеҙгә хужа булайыҡ! Ә был тик бер шарт менән мөмкин буласаҡ:
Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең арағыҙҙан иман килтергән һәм белем бирелгән кешеләрҙе дәрәжәләргә күтәрә. (“Һүҙ көрәштереү” сүрәһе, 11 аят).
Тимәк, иман килтереп Раббыбыҙҙың динен яҡшы өйрәнһәк, дәрәжәбеҙ ҙә күтәрелер. Ысын мосолман булырбыҙ:
Ысынлап та, «Беҙҙең Раббыбыҙ – Аллаһы Тәғәлә»,— тип, унан һуң тоғро торған кешеләр – уларға фәрештәләр төшөрөр. Ҡайғырмағыҙ, ҡурҡмағыҙ, һеҙгә үәғәҙә ҡылынған ожмахҡа шатланығыҙ!(“Фүссыләт” сүрәһе, 30 аят).
Аллаһы Тәғәлә үҙенең яратҡан ҡолдарына үҙ фәрештәләрен ярҙамсы итеп ебәрер һәм ундай кешеләр ҡурҡмаҫтар. Ҡаршыһына мент түгел әллә кем килеп баҫһын, мосолман белер: үҙен, ҡатынын, мөлкәтен яҡлап һуғышһа, ул туранан туры йәннәткә китәсәк. Кәмһетеп буламы шундай кешене?! Мөмкин түгел! Ундай кеше үҙ йортонда, ватанында, ғорур (тәкәббер түгел, ә ғорур!) хужа була алыр.
Юҡһа, ерҙе кемдәндер алабыҙ ҙа башҡорттарға бирәбеҙ имеш. Ә бына шәжәрәң буйынса һин 70% ҡаҙаҡ булып сыҡһаңсы? Ә ана теге һин яратмаған Иванов 65% башҡорт булып сыҡһа? Беҙ бит ғәҙел булырға тейеш! Әйткәндәй, милләтсе дуҫтар! Кемегеҙ үҙегеҙҙең етенсе быуынға тиклем милли сафлығын раҫлай ала? Ҡасандыр минең турала “Ишморат – типтәр” тип һуҙ сығарғайнылар. Башҡорттар шул ҡан таҙалығын ярата ул! Дөрөҫөн әйтәм, мин үҙемдең ниндәй пробалы башҡорт икәнемде белмәйем. Ләкин атайым яғынан бөтәһе лә башҡорттар. Әсәйем башҡортса һөйләшә. Тыуыу таныҡлығында ул ниңәлер “татар”, ә паспортында – “башҡорт” тип яҙылған. Әсәйем яғынан олатайым менән Нәғимә өләсәйем иртә айырылышкандар, шуға күрә мин Зарипов Иман олатайымды күргән юҡ. Нәғимә өләсәйем үҙе “атайым башҡорт, әсәйем типтәр” ти торғайны. Кем икән мин? Ярай, татар-типтәр таплы ҡара башҡорт ти. (Теге әҙерәк аҡ таптары булған аттар була бит әле – шуның һымаҡ). Йә иһә һеҙҙеңсә типтәр. Мин бер мәл бының турала шулай тигәйнем:
“Бөтә башҡорттар ҙа типтәр Ишморат һымаҡ булһа, милләтселәргә эш әҙерәк ҡалыр ине ул: тел мәсәләһе хәл ителде, эскелек, тәмәкеселек, наркомания, суицид бөттө, теге “зәнгәр” проблема юҡ булды, ғәмһеҙлек, ҡурҡаҡлыҡ, ялағайсылыҡ, маңҡортлоҡ бөттө... Ә бөтә башҡорттар ҙа анау ете быуынына тиклем саф диуана, Салауатты тотошҡан һатлыҡ йән тоҡомо кеүек булһа, үҙ милләтегеҙҙән оялып Австралияға тайыр инегеҙ!”.

3). “Милли культураны” үҫтереү... Нимә икән ул, аңламайым да ул мин. Яңыраҡ ҡына радионан мәскәү татарҙары үҙҙәренең милли мәсәләләре тураһында сығыш яһағайны. Шул һүҙ ынғайы культура тураһында ла һөйләшеү башланды. Һәм сығышты алып барыусы йәһүд... (Ой, ғәфү итегеҙ, уры-ы-ыҫ! Йәһүдтәр юҡ бит әле беҙҙең илдә – буталыбыраҡ киттем!). Ҡыҫҡаһы, сығышты алып барыусы ағай шундай һорау бирә: “Әйткәндәй, нимә ул татар культураһы?”. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, шунда ултырған әллә нисә академик абзыйҙар бер йүнле һүҙ әйтә алманы. “М-м-м... Сабантуй... Уч бочмак” тан башҡа. Ана шулай беҙҙең башҡорттар ҙа үҙҙәре аңламаған культураны үҫтерәбеҙ тип әле бында, әле тегендә барып һуғылалар ҙа, маймул һымаҡ Мәскәү культураһын беҙгә таға башлайҙар. Мәскәү инде, беләһегеҙ килһә, үҙ культураһын уйлап сығармай, ә сит илдән ала. Бер көн ауылда танауына пирсинг таҡҡан егетте күреп иҫ киткәйне. “Ярай әле минең ҡусты мосолман, әлхәмдүлиллә” – тип уйлап ҡуйҙым. Культура үҫтерәбеҙ тип “Һылыуҡай” конкурсы үткәрәләр ҙә, ҡыҙҙарҙы боҙоп ҡуялар. Культура үҫтерәбеҙ тип ауылға концерт килтерәләр ҙә, әҙәм мәсхәрәһе булып ҡырға сығып эсәләр. Культура үҫтерәбеҙ тип йәштәрҙе боҙоҡлоҡҡа өйрәтәләр ҙә, беҙҙә эскелек, наркомания, фәхишәлек, “зәнгәр” проблема тип илайҙар. Әйткәндәй, мин торған ерҙә яҡын ғына бер һәйкәл бар – “Искра” кинотеатры алдында торған ҡурайсы егет. Һеҙ нимә, аңламайһығыҙмы әллә? Беләһегеҙме был һәйкәлдең нимә аңлатҡанын? Минеңсә уның мәғәнәһе шундай: “Теләһәгеҙ, йырлағыҙ, теләһәгеҙ, бейегеҙ, ҡурайығыҙҙы тартығыз – беҙ һеҙҙе бары бер сисендерәсәкбеҙ!”.
Әйҙәгеҙ әле, егеттәр, алып ташлайыҡ шул һәйкәлде! Был бит дәүләткә ҡаршы эш түгел.
Культура ул – үҙ-үҙеңде матур итеп тотоу, ризаһығыҙмы? Егеттәргә – егеттәрсә, ҡыҙҙарға – ҡыҙҙарса. Ә кеше үҙен нисек матур тота ала? Бары тик күркәм холоҡ, ғорур йөрәк, айныҡ баш һәм күңел менән генә. “Вилканы һул ҡулың, ә бысаҡты – уң ҡулың менән тот, балыҡты иһә ҡул менән ашарға ярай” тигән башватҡыстар менән түгел.

... Күп һөйләргә була, әлбиттә. Туҡтарға ла ваҡыт етте. “Халыҡ, тел, ер” тип йөрөгән егеттәргә һәм ҡыҙҙарға шуны әйтер инем. Ҡатыраҡ бәрелеп ташлаған булһам, ғәфү итегеҙ. Күңелдә бар ине әйтер һүҙҙәр, шуға яҙҙым. Һеҙҙе төҙәтеп ебәрәһем килә. Һеҙҙе яҡшы мосолман итеп күрергә теләйем. Ысынлап та, милли хәрәкәттәрҙән бик көслө мосолмандар сыға. Сит илдә Татарстандан бер ағай менән булғайным. Ул миңә: “Хәзер инде бездә күп милләтчеләр Исламга кайталар” – тине. Мин: “Беҙҙә лә шулай” – тинем, шатланып ҡуйҙыҡ.
Егеттәр, һеҙ бит үҙегеҙгә үрнәк итеп ҡуйған кешеләр барыһы ла мосолман ине: Салауат Юлаев, Ҡараһаҡал, башҡа яугирҙар, Зәки Вәлиди, Муса Мортазин, Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов.

Күҙ алдыбыҙға килтерәйек әле: Аллаһы Тәғәлә шул атап үткән кешеләрҙе тергеҙҙе лә ти, беҙ бер өйҙә йыйылдыҡ. Ултырҙыҡ, һөйләштек... Беренсенән, күбегеҙ башҡортса белмәгәндән ер тишегенә инерҙәй буласаҡ. Икенсенән, намаҙ ваҡыты етте ти. Беҙ тәһәрәт алабыҙ, ә һеҙ оялып ситтә ултыраһығыҙ. Салауат һеҙгә ымлап Фәнзилдән һорай ти: “Ә улар ниңә тәһәрәт алмайҙар?”. Фәнзил көлөбөрәк: “Әй, улар намаҙ уҡый белмәй ҙә ул” – ти. “Нисек инде? Һин бит улар башҡортса белмәһәләр ҙә, башҡорттар”, – тигәйнең. Бына шул ваҡыт һеҙҙең бер хәрәкәтегеҙҙең башлығы Салауаттың күҙенә ҡарап: “Да это сказка, которую придумал один араб!” (لا إله إلاّ الله محمّد رسول الله أستغفر الله وأتوب إليه), – тип әйтә алыр инеме, ә?!
– Тор, Салауат ҡусты, имам булып, беҙ һинән олораҡ булһаҡ та, Исламға һинең ҡәҙәр хеҙмәт итә алманыҡ әле, – тиер инем мин уға.
– Ҡуй, ҡуй, Ишморат, мин һинең ҡәҙәр ғәрәпсә өйрәнеп өлгөрмәнем, тик һуғышып йөрөгәс ни... – тиер ине бәлки Салауат. Башҡорттар баҫалҡы була бит ул.
– Зәки ағай, һин үт улайһа, һин бит бөтәбеҙҙән дә ғәрәпсәне яҡшыраҡ беләһең – тиер инек беҙ.
– Юҡ, егеттәр, мин шул республика тип ҡаңғырып йөрөп, намаҙҙарымды там итеп уҡый алманым шул. Шулай ҙа Аллаһы Тәғәләне бер ҡасан да күңелемдән сығарманым мин, – тиер ине бәлки Зәки ағай...
– Беҙ беләбеҙ, Зәки ағай, уҡыныҡ һинең турала, – тиер инек беҙ.
– Рәми ағай, әйҙә һин үт, – тиер ине Нурмөхәммәт.
– Ҡайҙан инде миңә! Беҙ ғәрәпсә түгел, башҡортса рәхәтләнеп һөйләшә алмныҡ. “Һә” тигәнсе өҫтөңдән яҙып та ҡуя торғайнылар.
– Улайһа һин тор, Шәйехзада, һин бит ыҙалап, шәһид булып киттең...
– Минең ыҙалауым нимә ул, ана Салауат... – тип һөртөр ине күҙ йәштәрен Шәйехзада ҡусты. Баҫалҡы була бит ул башҡорттар.
– Муса ағай, һин мәҙрәсәлә уҡыған кеше бит, үт әйҙә, – тиер ине Заһир.
– Бигерәк күп уйҙайғыҙ, наҙҙанмағыҙ. Ана Ишморат сыҡһын. Мин уның инәһе (әсәһе) менән ауылдаш, – тип көлөп, үҙ яҡташын тартып маташыр ине бәлки Муса ағай...
Беҙ шулай итеп ҡыҙыҡ булғансы, һеҙ, егеттәр, үҙегеҙҙе нисек хис итер инегеҙ? Бәлки, кире китер алдынан, был бөйөк кешеләр беҙҙе күкрәккә дуҫтарса тондороп: “Башҡорттарҙы намаҙға ҡуйығыҙ. Намаҙһыҙ эшегеҙ алға бармаҫ!” – тип китерҙәр ине...

Уйҙар бигерәк таралып киткән икән. Ваҡыт та һуң. Ятырға ваҡыт күптән еткән...
(Сүбхәнәкәллаһүммә үә бихәмдикә нәшһәдү әллә иләһә иллә әнтә нәстәғфирукә үә нәтүбү иләйк).
 
 (голосов: 1)
| | Комментарийҙар (1) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Нарыҫтауға барам тиеп, "нар"ға эләгеп ҡуйма!
  • Йәннәттәргә ашығығыҙ, мосолмандар!
  • Ендәр бар шул беҙҙең арала
  • Ул - берҙән-бер...
  • 24, 25, 26 июнь көндәре Баймаҡта Мосабаҡа!


  •  

    #1 яҙҙы: www.shonkar.ru (7 һыуығай 2011 22:51)

    Шәп яҙғанһың, айырыуса аҙағы оҡшаны. Һәйкәл... Ысынлап та, уйлаған юҡ ине был бестәтәү малай тураһында. Уны "ҡойоусы", йәғни авторы, ҡурайсы башҡорт малайына ғашиҡ булып йөрөмәнеме икән wink ... Культура... ысынлап та шулай. Ә уның "аҫтына" бөгөн б!тә нәмәне һыйҙырырға маташалар: концертын да, бишбармағын да, ҡурайын да, ҡумыҙ менән ҡымыҙын да, милли кейем-йыр-моң-көйөн дә... Ә ул, баҡтиһәң, егеттәрҙең - егет булып ҡалыуы ла, ҡыҙҙарҙың - гүзәл зат... Шулай, дөп-дөрөҫ.

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.