
"Киске Өфө" гәзитенең 24-се һанында (2011 йыл) "Сәхәбәләр – башҡорт ерендә" тигән мәҡәлә баҫылып сыҡҡан ине (быға оҡшаш мәҡәләләр бер ыңғайы бер нисә республика гәзитендә донъя күрҙе). Мәҡәләнән аңлашылыуынса, Башҡортостандың Миәкә районында урынлашҡан Нарыҫтауҙа Абдрахман ибн Зөбәйер менән Зөбәйер ибн Зәйд исемле сәхәбәләрҙең ҡәберҙәре табылған. Бынан алда ла ҡайһы бер ғилем әһелдәре, Башҡортостанға Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) сәхәбәләре ебәрелгән, тип әйткән икән. Мәҫәлән, Кипрҙағы Мөхәммәт Наҙим Хаҡҡани тигән суфый шәйехтең һүҙҙәре килтерелә: "Сәхәбәләрҙең ҡәберҙәрен эҙләп табып, тәрбиәләгеҙ, зыяраттар ҡылығыҙ, халҡығыҙға ошо мәғлүмәтте еткерегеҙ. Сәхәбәләрҙең рухтары ошо көнгә тиклем халҡығыҙҙың уяныуын көтә". Шулай уҡ, әйтер кәрәк, бынан ике йыл элек Башҡортостанда ҡайҙалыр Урал батыр ҡәберен дә тапҡайнылар. Ҡыҙык, ә уның күмелгән ерен кем әйтеп биргән икән?
Был "сәхәбәләр ҡәберенә" зыярат ҡылыу мәсьәләһенә асыҡлык индерер өсөн, тәүҙә, ислам динендә зыяраттарға ҡараш ниндәй булырға тейеш, тигән һорауға яуап бирәйек. Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) ҡушыуынса, ҡәберҙәргә барыу рөхсәт ителгән, сөнки улар кешегә Ахирәт тураһында иҫләтә. "Ҡәберҙәргә зыярат (барып күреү) ҡылығыҙ, сөнки улар һеҙгә Ахирәтте хәтерләтә", - тигән ул, ғаләйһиссәләм (Мөслим, Әбү Дауыт, Насаи, Тирмизи һ.б. хәҙис йыйынтыҡтарынан).
Тимәк, ҡәбергә барыуҙың берҙән-бер маҡсаты – ул теге донъяны хәтерләп, мин дә ҡасандыр ошо ҡараңғы ҡәбергә кереп ятасаҡмын тип уйланып, иманды арттырыу. Бынан тыш, ҡәберҙәргә барған ваҡытта үлеләргә өндәшеп, уларҙан ярҙам һорау, уларҙың һиңә нимә менәндер файҙа килтерә алыуҙарына өмөт итеү ҡәтғи тыйыла, сөнки мосолман кешеһе Аллаһы Тәғәләгә генә ялбарып, тик Унан ғына ярҙам көтөргә тейеш. Ҡөрьәндә әйтелеүенсә:
"Тик Һиңә генә ғибәҙәт итәбеҙ, һәм тик Һинән генә ярҙам һорайбыҙ!" ("Фатиха" сүрәһе). Шулай уҡ Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә әйткән:
"Ошо Аллаһы Тәғәлә – һеҙҙең Раббығыҙ, батшалыҡ Уныҡы, ә Унан башҡа табынған нәмәгеҙ хөрмә ҡабығы тиклем нәмәгә лә эйә түгел. Әгәр уларға ялбарһағыҙ, улар һеҙҙең доғағыҙҙы ишетмәй, ишетһәләр ҙә яуап ҡайтармаҫтар ине, һәм Ҡиәмәт көнөндә тиңдәш тотоуығыҙҙы улар инҡар итер. Һәм һиңә бер кем дә Хәбәрҙар шикелле хәбәр бирә алмаҫ!" ("Фатир" сүрәһе, 13-14-се аяттар).
Тимәк, ҡәберҙе зыярат итеү тик Ахирәтте хәтерләү һәм үлеләр өсөн доға ҡылыу өсөн генә рөхсәт ителгән. Иғтибар итегеҙ әле, башҡорт телендә "зыярат" һүҙе лә тап ошо мәғәнәлә килә бит. Мөхәммәт пәйғәмбәр һәм уның сәхәбәләре (Аллаһ уларҙан риза булһын) ҡәберҙәргә барғанда ошолай тип доға ҡылғандар: "Әссәләмү ғәләйкүм, эй мөьмин-мосолмандарҙан булған ошо йорттар хужалары! Беҙ ҙә һеҙҙең артығыҙҙан килеп етербеҙ. Һеҙгә һәм беҙгә Аллаһы Тәғәләнән уңыш һәм ҡотолоу һорайбыҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙән алдағыларҙы ла, һуңғыларҙы ла ярлыҡаһын!"
Ҡатындарға килгәндә, уларға ҡәберҙәргә барыу тыйылған. Мөхәммәт пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм ошолай тигән: "Аллаһы Тәғәлә ҡәберҙәргә барыусы ҡатындарҙы ләғнәтләй!" Шуны ла белер кәрәк, махсус рәүештә ниндәйҙер икенсе илдә йә ҡалала урынлашҡан ҡәбергә сәфәр ҡылыу ярамай, ҡәбергә зыярат ҡылам тиһәң, үҙеңдең йәшәгән урыныңдан йыраҡ булмаған ҡәбергә генә барыу мөмкин. Икенсе ҡалаға барған ваҡытта юл ыңғайы ғына шул ҡалалағы ҡәбергә кереп сығыу ҙа рөхсәт ителә.
Нарыҫтауҙағы "сәхәбәләр ҡәберенә" килгәндә, бында беҙ Ислам диненә ҡаршы килгән бер нисә эш ҡылыныуын күрәбеҙ. Уларҙы бер-бер артлы һанап үтәйем:1). Мәҡәләлә әйтелеүенсә, унда, йәнәһе, сәхәбәләр ерләнгән. Был хәбәр нимәгә таяна? Мәҡәләлә әйтелеүенсә, был асыш – "тарихи мәғлүмәттәрҙә, халыҡ хәтерендә, замандың бөйөк шәйехтәре әйткәндәрҙә..." Ҡайһы тарихи мәғлүмәттәрҙә Абдрахман ибн Зөбәйер, Зөбәйер ибн Зәйд, Талха ибн Усман исемле сәхәбәләрҙең башҡорт (Булғар) ерҙәренә ебәрелеүе тураһында әйтелгән? Быны кем генә әйтһә лә, улар ниндәй генә "замандың бөйөк шәйехтәре" булыуҙарына ҡарамаҫтан, беҙ дәлилдәр һорарға тейешбеҙ. Ошо өс сәхәбә тураһында ҡайһы бер мәғлүмәттәр бирәйек:
Абдрахман ибн Зөбәйер: "Бохари әйтеүенсә, Мәккәлә 19 йылда (Һижри иҫәп буйынса) үлгән".
Зөбәйер ибн Зәйд: Бындай исемле сәхәбә тарих китаптарында теркәлмәгән.
Талха ибн Усман: Сәхәбәләр тураһындағы "Арҙаҡлы исемдәр тарихы" тигән китапта Талха ибн Усман тураһында ошолай тиелә: "Мәсғүдий һөйләүенсә... Талха 36 йылда (Һижри иҫәп буйынса) Йомадил-ахыр айында үлтерелгән. Кемдәрҙер, Рәжәб айында, ти... Үлгән ваҡытта уға 62 йәш самаһы булған. Уның ҡәбере Басра (бөгөнгө Ираҡ ере – авт.) ҡалаһының артында".
Бер-ике кешенең һүҙҙәренә ышанып, "һә" тигәнсе мавзолей төҙөп тә ҡуйҙығыҙ, милләттәштәр. Мосолман тик тикшерелгән хәбәрҙе генә ҡабул итергә тейеш, шуға ла, мәҫәлән, хәҙистәр тик иснәд менән генә һөйләнелә. ("Иснәд" – ул кемдең кемдән һөйләгәнен аңлатҡан исемдәр теҙмәһе. Мәҫәлән, "Ғүмәр Зәйдтән, Зәйд Әхмәттән, Әхмәт Ғосмандың һүҙҙәренән..." тиелә лә, шунан һуң ғына хәбәр һөйләнелә). Ә беҙҙең остраҡта ошо хәҙисте иҫтә тотор кәрәк: "Кешегә алдаҡсы булыу өсөн ишеткән һәр нәмәһен һөйләү ҙә етә".
Ғөмүмән, мәҡәләлә, тарихҡа һылтанылып, күп мәғлүмәттәр бер дәлилһеҙ килтерелә...
2). Сәхәбәләр ысынлап та Нарыҫтауҙа ерләнгән хәлдә лә, был беҙгә нимә бирә? Мәҡәләлә ошолай тиелгән: "Ер-һыуыбыҙ, халҡыбыҙ яҙмышы ла әүлиәләр бәрәкәтендәлер". Шулай уҡ: "Беҙҙең Нарыҫтауҙағы ҡәберлеккә кешеләр әллә ҡайҙарҙан ҡаруан менән килеп, үҙҙәре менән алып килгән малдан ҡорбан салып, ҡуна ҡалыр булғандар". Бының кеүек эштәр Ислам дине буйынса ҡәтғи рәүештә тыйыла! Быларҙы Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһү ғаләйһи үә сәллләм) үҙе лә эшләмәгән, башҡаларға ла ҡушмаған. Мин юғарыла аңлатып үткәнсә, ҡәбергә барыуҙың берҙән-бер маҡсаты – ул Ахирәтте хәтерләп, иманыңды арттырыу. Бәрәкәтте иһә үле әүлиәләр түгел, ә Аллаһы Тәғәлә бирә. Ә үлеләр тураһында Ҡөръәндә бына нимә тиелә:
"Һин ҡәберҙәрҙә булғандарҙы ишеттерә алмаҫһың!" Шулай уҡ Аллаһы Тәғәлә шулай ти: "Күктәрҙә ни ҡәҙәр күп фәрештәләр бар, уларҙың яҡлауҙары һис бер нәмәнән дә ҡотҡармай, әгәр Аллаһ Үҙе теләгәнгә йәки риза булғанға рөхсәт иткәндән һуң ғына булмаһа инде!" Тимәк, Аллаһы Тәғәлә ҡушмаһа, үле әүлиәләр түгел, көслө һәм тере фәрештәләр ҙә беҙгә ярҙам итә алмаҫ. Әгәр сәхәбәләр ҡәберенә барыу башҡа ҡәберҙәргә йөрөүҙән нимәһе менәндер айырылған булһа, быны беҙгә Мөхәммәт пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм мотлаҡ әйтеп ҡалдырыр ине, ләкин бының турала бер нәмә лә әйтелмәгән. Белеүебеҙсә, беҙҙең халыҡта дин аңлайышы һай, шуға ла ҡәбергә барыусы кешеләр Аллаһы Тәғәләгә түгел, ә ҡәберҙә ятҡан "сәхәбәләргә" ялбара башлауы бик ихтимал! Ә үлеләргә ялбарыу – ул ширк – иң ҙур гонаһ! Был гонаһ кешене Ислам диненән сығара һәм тура Йәһәннәмгә алып бара. Мосолман кеше тик Аллаһы Тәғәләнән генә һорарға тейеш:
"Тик Һиңә генә ғибәҙәт итәбеҙ, һәм тик Һинән генә ярҙам һорайбыҙ!" ("Фатиха" сүрәһе).
3). Гәзиттәге фотонан күренеүенсә, ошо "сәхәбәләр ҡәбере" өҫтөндә ҙур биҙәкле таш ҡуйылған һәм ҡөббә ҡоролған. Был да шәриғәткә ҡаршы булған эш. Хәҙистә әйтелеүенсә, Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең ҡатыны Үммү Сәләмә Хәбәшә (хәҙерге Эфиопия, Джибути, Эритрия ерҙәре) илендә күргән христиандарҙың рәсемле биналар ҡоролған ҡәберҙәре тураһында һөйләгәс, Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) быға ошолай тине: "Улар, изге кешеләре үлһә, уның ҡәбере өҫтөндә ғибәҙәт урыны ҡороп, уны һүрәттәр менән биҙәкләйҙәр... Улар – Аллаһы Тәғәлә хозурында иң яман кешеләр!" Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең ошо һүҙҙәренә ҡолаҡ һалһаҡсы, туғандар! Ниндәйҙер "әүлиәләр бәрәкәте" эҙләп, Аллаһы Тәғәлә алдында иң яман халыҡ булып ҡалмайыҡ! Ә иң яман халыҡтың ахыр сиге – ул Йәһәннәм, ут (ғәрәпсә "нар"). Нарыҫтауға барабыҙ тип, "нар"ға эләгеп ҡуймайыҡ, ағай-энэ!
4). Нарыҫтауҙағы ҡәбергә сәйәхәтте кемдер Мәккәгә барыу менән тиңләп тә ҡуйған. Бының турала мәҡәләлә шулай тиелә: "Ололарҙың әйтеүенсә, элегерәк беҙҙекеләр Мәккәгә хаж ғәмәле ҡылырға барһа, урындағы халыҡ: "Ниңә шул тиклем юл ғазаптары кисереп, оло сәфәргә сыҡҡанһығыҙ? Үҙегеҙ йәшәгән ерҙә лә хаж ҡыла торған Мәккәгеҙ бар бит!" - тип әйтеп ҡайтарыр булған... Ысын булһа, һыуҙың составы Зәм-зәм шишмәһендәге һыуҙыҡы менән бер иш, тип тә әйтәләр", - тип хәтерләй Нарыҫтау аҡһаҡалы". Собхәналлаһ! Йәнәһе, Мәккәләге халыҡ Нарыҫтау тураһында белә! Кеше көлдөрмәйек, ағай-эне. Хаж – Ислам диненең бер терәге, һәм уның билдәле урыны һәм ваҡыты бар. Һәм Аллаһы Тәғәлә был урынды һәм ваҡытты күптән билдәләгән инде! Сәхәбәләр ерләнгән һәр бер тауҙы хаж урыны ҡылһаҡ, хәҙерге көндә нисәмә илдә хаж урындары барлыҡҡа килер ине. Сәхәбәләр ҡәбере ҡайҙа ғына юҡ – Африка илдәрендә, Шәреҡтә, Азияла... Сәхәбә ерләнеү менән генә шул ерҙә ағып ятҡан шишмә Зәм-зәмгә әйләнеп китмәй һәм Миәкә Мәккәгә әүерелмәй! Шулай уҡ Нарыҫтау тураһында икенсе мәҡәләлә: "Тейешле рәүештә ҡорбандар килтереп, сәхәбәләребеҙҙең рухын күтәреү – бурыс. Шул саҡ сәхәбәләребеҙҙең рухы, хас та боронғо замандарҙағы кеүек, халҡыбыҙҙың ғәйрәтен, иманын арттырыуҙа тулы көсөндә йәнә эшләй башлаясаҡ, уларҙың рухы аша Аллаһы Тәғәлә халҡыбыҙға тағы ла иғтибарын көсәйтеп, иман нурын күбәйтер, илебеҙгә, еребеҙгә, халҡыбыҙға бәрәкәт ебәрер..." тиелгән! Әстәғәфируллаһ! Аллаһы Тәғәлә фарыз (үтәлеүе кәрәкле) тип атамаған нәмәне фарыз тип әйтеү – оло гонаһ. Нарыҫтауҙа "сәхәбәләр ҡәбере" барлыҡҡа килеү менән, шул ҡәбергә барыу шунда уҡ "фарыз"ға әйләнеп тә китте. Һәм был турала шиғыр ҙа килеп сыҡты:
"Эй, Нарыҫтау, Нарыҫтау,
Хаҡ Тәғәлә ҡаршыһында
Һәр башҡортҡа фарыз тау...
Ербаҫарға кәртә булып,
Ҡалҡан булып хаосҡа, –
Ун биш быуат халҡыбыҙҙы
Һаҡлап ятҡан Нарыҫтау".
Ҡәбергә барыу фарыз түгел, һәм кешене тау һаҡламай, ә тик Аллаһы Тәғәлә һаҡлай. Исламды аңламаған шағир быны, әлбиттә, белмәй. Уның "дини белеме" икенсе бер шиғырынан аңлашылып тора:
"Дуҫлыҡ, дуҫлыҡ, дуҫлыҡ Алла кеүек,
Дуҫлыҡтан да юҡтыр ҙур Алла.
Хатта дошманыңа күҙ һалаһың,
Ышанысың дуҫҡа юғалһа".
Беҙ, мосолмандар, һәр ваҡыт "Аллаһү әкбәр!" тип, Аллаһы Тәғәләне бөйөкләйбеҙ. Был ике һүҙ "Аллаһы Тәғәлә – иң бөйөк!" тигәнде аңлата. Дуҫлыҡты "Аллаһ" тип атап, уны Аллаһы Тәғәләнең Үҙенән өҫтөн ҡуйыу – ҙур яһиллыҡ, әстәғәфируллаһ!
Милләттәштәр, ағай-эне! Хаталанмағыҙ! Нарыҫтауҙа ҡылынған эш Ислам диненән түгел! Был тау өҫтөндә ҡоролған бина алынырға тейеш! Иманыбыҙҙы "сәхәбәләр рухы" түгел, ә Аллаһы Тәғәлә китабы Ҡөръән һәм Мөхәммәт пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм сөннәте генә арттырасаҡ. Изге эш – ул бик шикле ҡәберлеккә барып, ярамаған "ғибәҙәт"тәр ҡылыу түгел, ә Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан эштәрҙе үтәү – көнөнә биш намаҙ ҡылыу, зәҡәт биреү, Рамаҙан айында ураҙа тотоу, Мәккәгә (Мәккәгә! Нарыҫтауға түгел!) хаж ҡылыу. Бынан тыш та Ислам дине ҡушҡан күп эштәр бар, күбебеҙ уларҙы белмәй, – тимәк, дини белемдәребеҙҙе арттырыу кәрәк, халҡым! Был һүҙҙәрҙе һеҙгә еткерҙем, Ҡиәмәт көнө бер-беребеҙ алдында хаҡыбыҙ ҡалмаһын.
Ишморат хәҙрәт ХӘЙБУЛЛИН,
"Әл-Әзһәр" университеты шәкерте.