
Бөгөн генә Хәлисә Мөдәрисова һүҙҙәренә яҙылған "Балан" йырын тыңланым: "Ауыр саҡтар бик күп булыр, түҙергә кәрәк, балам!" - ниндәй тәрән мәғәнәле һүҙҙәр!
Ни генә булмаһын - түҙергә! Сабыр төбө - һары алтын; эсәгең өҙөлһә, эсеңдән ялға, тигән беҙҙең халыҡ. Бөгөн ауырлыҡтан сығыу юлы күренмәй икән - сабыр итегеҙ. Үҙегеҙҙән ауырыраҡ йәшәгәндәрҙән фәһем алығыҙ, шөкөр итегеҙ.
Үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары беҙ үҫкәндә лә әле һирәк күренеш булды. Дәһрилек күкрәп сәскә атҡан ваҡыт булһа ла, халыҡ элекке йолаларға, булмышҡа тоғро ине. Беҙҙең ауылда аҫылынып үлгән егетте борондан килгән ғәҙәт буйынса зыярат тышына ерләгәйнеләр. Ни өсөн зыярат тышына һуң? Сөнки үҙ-үҙенә ҡул һалыусы мосолманлыҡтан сыҡҡан, донъянан кафыр булып киткән тигәнде аңлата. Ә кафырға теге донъяла тамуҡтың иң ҡурҡыныс урыны мәңгелеккә тәғәйен.
Был ҡурҡыныс күренеш динһеҙлек һөҙөмтәһе лә ул. Аллаға ышанмаған кеше генә Ул бүләк итеп биргән ғүмерҙе өҙә ала. Ниндәй сәбәп менән быны эшләһә лә.
Һаманғаса әле ҡорал менән бәйле хеҙмәттәрҙә, ойошмаларҙа эшкә алғанда анкета тултырталар ҙа, туған-тыумасаһы араһында үҙенә ҡул һалғандар булмағанлығын тикшерәләр. Ундайҙар булһа, нәҫеле эштән ҡолаҡ ҡаға тигән һүҙ. Ни өсөн? Сөнки нәҫелдән килгән психик тотороҡһоҙлоҡ булыуы ихтимал. Ә кешегә бит ҡорал менән, сабырлыҡ, түҙемлек, һалҡын ҡанлылыҡ талап иткән шарттарҙа эшләргә кәрәк буласаҡ.
Уйлап ҡараһаң, ҡанбабаларыбыҙ беҙҙекенән күпкә ҡурҡынысыраҡ, аяуһыҙыраҡ замандарҙа йәшәгән, ә бит үҙенә ҡул һалмаған. Аслыҡ-яланғаслыҡ, һуғыштар, үләттәр ҡырған кешене, әммә үҙ теләге менән китеүселәр булмаған тиерлек. Белгәндәр – ундайҙарҙы мәңгелек тамуҡ көтә, унда иһә бындағы ауырлыҡтар, динебеҙ өйрәткәнсә, ожмах кеүек кенә тойолор. Тимәк, ауырлыҡтан ҡотолаһы урынға, тағы ла яманырағына эләгәсәктәр!
Динһеҙлек, психикалағы нәҫелдән килгән тайпылыштарҙан ҡала – тәрбиә етмәү. Баланы сабырлыҡҡа өйрәтмәгәндәр. Етмәһә, иркә генә, үҙ һүҙле булып үҫһә, үҙенекен итер өсөн дә ҡул һалалар. Йәнәһе, бына үлә лә, кемделер үкенергә мәжбүр итә, үс ала! Йә ярай, үкенде лә ти ул кеше. Ә бит ваҡыт уҙыу менән ҡәбер тупраҡтары һыуыта, мәрхүмдең донъянан китеүенә күнәләр, ул онотола. Ә кеше яҡты донъяға ҡабаттан ҡайта алмай. Бына ошоно аңлап етмәй үҫмерҙәр.
Ата-әсәһе менән уртаҡ тел тапмау, уларҙың эскелек менән мауығыуы ла бәхетһеҙлеккә килтерә йыш ҡына. Дөрөҫөн әйткәндә, суицидтарҙың күбеһе йә эскән килеш, йә эскән кеше арҡаһында яһала. Башҡорттар иҫерткес менән мауыҡмаған, ғөмүмән, күпселек әсәләр ғүмерҙә лә иҫерткесте ауыҙына ла алып ҡарамаған. Уларҙан, әлбиттә, сәләмәт психикалы балалар донъяға килгән. Тайпылыштар һирәк осраған. Ә бит әлеге быуын бик һирәк бының менән үҙен әҙ генә булһа ла ағыулап ҡарамаған әсәнән донъяға килә! Һирәк-мирәк бер рюмка ғына төшөрҙө иһә, эсмәй тип һанайбыҙ. Ә ғәмәлдә ҡанын әҙ генә булһа ла ағыулап тора бит был кеше! Етмәһә, экология…
Ата-әсәһе эскән баланың психикаһы тыумыштан да сәләмәт булмай, ә инде үҫә төшкәс, ғаиләләге талаш-ғауға ҡаҡшата. Шуның өсөн йәмғиәт бындай күренештәргә битараф булырға тейеш түгел. Ундай шарттарҙа үҫкән кешенең балалығы бәхетһеҙ. Бындай үҫмерҙәргә шуны әйтер инем – сабыр итегеҙ, тиҙҙән бөтә ошо ауырлыҡтар артта ҡаласаҡ, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫасаҡһығыҙ. Тик үҙегеҙ ауыҙығыҙға бер генә тамсы ла хәмер-шарап ҡапмағыҙ. Эскән ата-әсәнең тоҡомо үтә тиҙ алкоголикҡа әйләнә. Һеҙ ата-әсәгеҙгә ҡарағанда ла түбәнерәк тәгәрәүегеҙ ихтимал. Ә был һеҙгә кәрәкме?
Мин ата-әсәһен эскелектән ҡотолдорған бер үҫмерҙе (хәҙер еткән егет инде ул) беләм. Ул үҙ белдегенә мәсеткә йөрөй башлаған да намаҙға баҫҡан. Ата-әсәһе айныҡ сағында:
- Мин һеҙҙе шул тиклем яратам, һеҙҙең өсөн ҡайғырам. Алланан һеҙгә ярҙам биреүен һорайым, - ти торған булған.
Ата-әсәһенә ҡаты ҡағылмай ғына шул шәкелдә һөйләшә торғас, Алланың рәхмәте, ғаиләләренә ҡот ҡайта, насар ғәҙәттән арыналар тегеләр. Хәҙер үҙҙәре лә шул ваҡытты иҫләргә ояла.
Мин әле бәләкәй, ни эшләй алам, тип уйламағыҙ. Алланың мәрхәмәте киң, Уның ярҙамында үҙегеҙ ҙә йән тыныслығы табырһығыҙ, яҡындарығыҙ ҙа уйланмай, бер яҡшы фекергә килмәй ҡалмаҫ.
Кемдер хата эшләгән икән - кем хатаһыҙ?! Сәйнәрҙәр ҙә тынырҙар. Ә динебеҙ буйынса сәйнәүсе кеше сәйнәлеүсенең гонаһын үҙенә ала. Сәйнәйҙәр икән - гонаһтан таҙарынабыҙ. Тик үҙебеҙгә бының менән булмаҫҡа кәрәк. Кеше гонаһын үҙеңә өҫтәү ниңә кәрәк, һәр кешенең үҙенеке лә бик еткән!
Күпмелер танылыу алған кешеләр үҙ хатаһын ауыр кисерә, Олимптан тәгәрәп төшөү бик ауыр тойола. Популярлыҡ - ул бик ауыр йөк. Күптәр шуны юғалтыуҙан ҡурҡып йәшәй башлай. Ә бынан ҡурҡырға ярамай. Хвалу и клевету приемли равнодушно, и не оспоривай глупца, - тигән бөйөк шағир. Аллаһ - бары Унан ғына ҡурҡыу, Унан оялыу йәшәргә тейеш кеше күңелендә. Ә Унан ҡурҡҡан кеше үҙенә ҡул һалмай. Сөнки мәңгелек тамуҡ утына тәгәрәп төшә икәнен аңлай. Ә гонаһтары бар икән - улар барыбер фаш була - теге донъяла. Ә был донъяла сағында кеше әле уларҙы юйҙыртып өлгөрә ала, хатта ҙур сауаптар йыйып китә ала мәңгелеккә.
Ҙур булыу ҙа, хур булыу ҙа - Аллаһтан һынау. Ҡайғылар ҙа шулай уҡ. Ауыр саҡтар бик күп булыр, түҙергә кәрәк, балалар! Уҙа ул барыһы ла. Уңала.
Бөгөн сыҙай алмаҫлыҡ булып тойолған ауырлыҡ та ваҡыт уҙыу менән юҡҡа сыға, онотола. Тормош – һынау ул. Ҡарағыҙ милләттәшебеҙ, ғаилә ҡороп та өлгөрмәҫ элгәре ике аяғын да юғалтҡан Ирек Зариповҡа! Бына кемдән үрнәк алырға кәрәк! Әлбиттә, ата-әсәһенең балаһына терәк була белеүе лә ярҙам иткән. Әммә үҙе лә һынмаҫ, ҡаһарман рухлы булып сыҡҡан ул! Параолимпиадала анау тиклем алтын миҙалдар алыр өсөн уңғанлыҡ, ныҡышмалылыҡ та кәрәк бит. Бына ул – бөгөнгө көн ҡаһарманы, фәһем алырлыҡ миҫал!
Һау-сәләмәт килеш донъянан ваз кисеү – шунан һуң нисек кафырлыҡ булмаһын инде!
Гүзәл Ситдиҡова