Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Башҡортостанда мосолмандарҙы эҙәрлекләүгә ҡаршы пикет. III
26-03-2011, 14:30 | Ислам | автор: Фарит | Уҡылды: 590
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Милләтселәр менән әңгәмә һәм уларға нәсихәттәр
2-01-2011, 09:22 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 880
Ишморат Хайбуллин

Яңыраҡ ҡына мосолман егетенең бер милләтсенән алған хатын күрҙем. Ул милләтсе үҙенең донъяға ҡарашын дин менән бәйләп аңлатырға маташа. Имеш, Ислам динендә яҡшы нәмәләр менән етешһеҙлектәр ҙә бар. Уның уйынса, беҙ Исламды әҙерәк үҙебеҙҙең милли ғөрөфтәребеҙгә яраҡлаштырыға тейешбеҙ. Имеш, сусҡа итенән баш тартыуҙа мәғәнә юҡ, ҡатындарҙы яулыҡҡа төрөү – фанатизм һәм башҡаһы.
Был темаға мин күптән яҙырға ниәтләп йөрөй инем һәм бына бөгөн, ниһайәт, ҡул барып етте.
Донъяла нисәмә милләт булһа, шул тиклем милли хәрәкәттәр ҙә бар. (Шуныһы ҡыҙыҡ: милли хәрәкәт ахыр сиктә барыбер милләтселеккә әйләнеп китә. Был аксиома). Рус, ғәрәп, төрөк, татар, башҡорт милләтселәре бер-береһен күрә алмаһалар ҙа, улар бер туғандар кеүек оҡшаш. Һүҙҙәре лә бер ҡалып: “Бына беҙ тыуып үҫкән ергә “анауҙар” килеп тулған да, беҙҙең еребеҙ, һыуыбыҙ менән ҡулланып яталар! Етмәһә, беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ менән кинәнәләр бит әле!! Кәрәктәрен бирер кәрәк!!!”. Был фекерҙәргә аҙағыраҡ кире кайтырбыҙ, ә хәҙер беҙгә нәҫел һәм геграфия буйынса яҡыныраҡ миҫал – башҡорт милләтселәре тураһында һөйләшеп алайыҡ.
Ул егеттәрҙең күбеһе үҙҙәрен христиан түгел, мосолман тип һанай, шуға иң тәүҙә шуны еткерергә бурыслымын: Ислам дине – ул ғәрәптәрҙең дине түгел, ә Бөйөк Аллаһы Тәғәләнең ете күк аша ебәргән дине! Был дин – ҡайһылаҙың яңылыш уйы буйынса – тик Мөхәммәт пәйғәмбәр (صلى الله عليه وسلم) генә килтергән дин түгел, бәлки иң беренсе кеше – атабыҙ Әдәмдең (عليه السلام) (башҡортса әйтелеше Әҙәм) дине. Хатта беренсе кеше булмаған саҡта ла – ерҙә тик ендәр, ә күктә тик фәрештәләр генә булған заманда, Ислам дине бар ине. Сөнки Ислам – ул тик Аллаһы Тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡылыу һәм уға тиңдәш тотмау (ширк ҡылмау) тигәнде аңлата. Әдәм (عليه السلام) яратылмаҫ борон миллиардлаған фәрештәләр Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡыла ине (минең “Сила Ислама” тигән мәҡәләмде уҡығыҙ). Һәм Аллаһы Тәғәлә бөтә пәйғәмбәрҙәренә лә тик бер дин – Ислам динен генә индерҙе. Һәр бер пәйғәмбәрҙең шул осорға һәм уның йәмғиәтенә ярашлы Ислам ҡанундары (шәриғәт) булды, әммә төп нигеҙ – Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт һәм ширк ҡылмау – бер ине. Яҡшыраҡ аңлашылһын өсөн шундай миҫал килтерәйек: һәр илдең конституцияһы һәм ҡанундары була. Конституция үҙгәртелмәйенсә ҡанундарҙың ниндәйҙер пункттары үҙгәреүе ихтимал. Шулай уҡ пәйғәмбәрҙәрҙең диндәре бер булыуға ҡарамаҫтан шәриғәттәре айырыла ине. Мәҫәлән, Әдәм пәйғәмбәрҙең (عليه السلام) балалары бер береһенә өйләнә ала, уның шәриғәтендә был хәләл ине. Ә Йәғҡуб пәйғәмбәр (عليه السلام) шәриғәтендә бер туған булған ике ҡатынды кәләш итеп алырға рөхсәт ителгәйне. Мөхәммәт пәйғәмбәр (صلى الله عليه وسلم) шәриғәтендә иһә (йәғни беҙ тотҡан шәриғәттә) был ике күренеш тә хәрәм ҡылынды.
 
| | Комментарийҙар (1) | Уҡырға
 

» Ул - берҙән-бер...
14-12-2010, 15:38 | Ислам | автор: Фарит | Уҡылды: 593
Бисмиллаһир-рахманир-ррахим!
«Ул - Алла - бер,
Алла мәңгелек,
Ул тыуҙырманы һәм тыуҙырылманы,
һәм бер кем дә Уға тиңдәш булманы!»

Хаҡ Тәғәләнең иҫ киткес камил, һүҙе түгел, бер өнө лә артыҡ булмаған «формулаһы», билдәләмәһе был. Ул дәүер бәндәләре кеше һынында, бала тыуҙырған (тәүбә-тәүбә!) итеп күҙ алдына килтергән Иң юғары көс хаҡында уҡый-яҙа белмәгән ҡәҙимге сүл ғәрәбе шундай ябай һәм шундай теүәллек, тәрәнлек, бөтөнлөк менән үҙе әйтә алмаҫ ине - Алланан ғына килеүе мөмкин был сүрәнең. Ҡөрьәндәге «Әл-Ихлас» сүрәһен ҡат-ҡат уҡып, хайран ҡалам, һоҡланам. Ҡөрьән аша Аллаһы Тәғәлә беҙгә кеше телендә өндәшә, Ул яралтҡан донъяның беҙ күргән һәм күрмәгән, аңлаған һәм аңламаған, тойған һәм тоймаған ҡанундарын әшкәртә. Эйе, беҙ Хаҡ Тәғәлә Ҡөҙрәтенең емештәрен генә күрәбеҙ, ә үҙен күрер һәләткә эйә түгелбеҙ. Беҙҙең күҙәнәгебеҙҙә йәшәгән вирус та, аңлы булһа, беҙҙе тотош күрә, аңлай алмаҫ ине. Аллаһ анау тиклем Ғаләмде барлыҡҡа килтереп, үҙенә буйһондороп торған Ҡөҙрәт бит ул. Беҙ бары тик зиһенебеҙ еткән тиклем Уның сифаттарын ғына белергә һәләтле. Алланың исемдәре, йәғни, Исме-Әғҙәм доғаһы аша хәбәр ителгән беҙгә был сифаттар. Ғаләмдең иге-сиге юҡ, әммә ғалимдар уның башланған осоро барлығын, шартлауҙан һуң барлыҡҡа килгәнен хәҙер инде тулыһынса иҫбатланы. Шул шартлауҙы булдырыусы көс - Аллаһ ул. Ғаләм дә, кеше ише, үҫә, киңәйгәндән-киңәйә бара. Башланған нөктәһе бар икән, бөтөр нөктәһе лә бар.

Беҙҙең тәнебеҙ - үҙе бер Ғаләм
Күҙәнәгебеҙҙә бер нисә секунд ҡына йәшәп, шул арала үрсеп өлгөргән вирус өсөн беҙ мәңгелек һәм сикһеҙ тойолор инек, Ғаләм иһә беҙҙең өсөн шулай. Тәнебеҙҙәге күҙәнәкте Өфө тиклем ҙурайтһаҡ, беҙ иҫ киткес камил комбинат - беҙҙе йәшәтер өсөн секундтан да ҡыҫҡа ваҡыттар эсендә һанһыҙ функциялар эшләп өлгөргән гигант комбинат күрер инек. Улар тәнебеҙҙә миллиардтарса, әммә бер-береһенең хәлен белеп тора, бер маҡсатҡа - беҙҙе йәшәтеүгә хеҙмәт итә. Был мөғжизә түгелме ни! Улар һәр береһе айырым да йәшәй алыр ине. Әммә бергә тупланып мине, һине, беҙҙе хасил итә, беҙгә хеҙмәт итә. Беҙ бит уларға идара итә алмайбыҙ. Ниндәй көс, ниндәй энергия тота һуң уларҙы? Яуап бер - Аллаһы Тәғәлә.

Мөхәммәт ғәләйһи үә сәлләм - һуңғы пәйғәмбәр
Дин әҙәм заты яралтылғандан йәшәй - кешелек донъяһы өсөн Хаҡ Тәғәлә биргән ҡанундар тупланмаһы ул. Аңһыҙ донъя, әйтәйек, йондоҙҙар, планеталар, Аллаға уйланмай ғына буйһона - миллиондарса йылдар Ул ҡушҡан траектория, тиҙлек буйынса хәрәкәт итә лә итә. Ә әҙәми зат, Алланың иң яратҡан ҡоло булараҡ, аң менән бүләкләнгән, шуға ла һайлау хоҡуғына эйә. Ә һайлау хоҡуғы - иҫ киткес яуаплылыҡ ул, сауаптар эйәһенә лә, Иблис ҡолона ла әүерелеүең мөмкин. Ниҙе тыйғанын, ниҙе рөхсәт иткәнен Хаҡ Тәғәлә пәйғәмбәрҙәре аша изге китаптар ебәреп, хәбәр итеп торған. Китап бәндәселек менән боҙолған һайын яңы рәсүл ебәрелгән. Мөхәммәт ғәләйһи үә сәлләм - һуңғы Пәйғәмбәр, ахырызаман Пәйғәмбәре, сөнки уның аша кешелеккә заман ахырынаса рухнамә, ҡануннамә булырға тейешле иң камил китап - Ҡөрьән Кәрим ебәрелгән.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Йәннәттәргә ашығығыҙ, мосолмандар!
10-12-2010, 11:05 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 662
Хөрмәтле милләттәштәр!
Башҡортостан мосолмандары гәзите «Ваҡыт! Урал» гәзитенә яҙылығыҙ!
Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 120 һум. Индексы – 1616.

Әйтеп үтәргә кәрәк, бер нисә һаны сығыу менән популяр гәзит булып, тиражы 9000 дана булып китте. Беҙҙең Баймаҡ яғында ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар.
Гәзиттә халҡыбыҙ тарихынын асылмаған биттәре, фәһемле мәҡәләләр, дин һабаҡтары, һорау-яуаптар, иғландар һ.б. һ.б. уҡырға була.


Бисмилләһи-ррахмәни-ррахим!

Беҙҙе бар итеүсе, беҙҙе Ислам юлынан алып барыусы, беҙгә ризыҡ-ниғмәттәрен өҙлөкһөҙ биреп тороусы, беҙҙең алдарҙа яңынан-яңы мөмкинлектәр асыусы, беҙгә һәр көн һайын яңы көс, яңы ҡеүәт өҫтәп тороусы – Аллаһ! Ә Уның матур һәм бөйөк исемдәре – Әр-Рәхим, Әр-Рахман, Әл-Ғәзиз, Әр-Раззаҡ, Әл-Ваһһаб, Әс-Сабур һәм башҡалар. Үҙебеҙҙең туған телдә ошондай дини баҫма булдырырға мөмкинлектәр биргән һәм беҙҙең алда дәғүәт ишектәрен асыҡ тотҡан Аллаһы Тәғәләгә маҡтау һәм ололау!

Хөрмәтле милләттәштәр! Һеҙҙе һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) сәләме менән сәләмләйем: Әссәләмү ғаләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү!

Ә хәҙер үткәндәрҙән һығымталар һәм киләсәккә пландар тураһында бер-нисә һүҙ. Гәзитебеҙҙе быйыл февраль айында, Аллаһы Тәғәлә ризалығы менән, 999 дана тираж менән сығара башлаған инек. Был ваҡиға, дөрөҫөн генә әйткәндә, башҡорт халҡының социализмдан һуңғы яңы тарихы өсөн бик ҙур һәм әһәмиәтле ваҡиға булды ул. Уның ни тиклем мөһим булғанлығы йылдар үтеү менән тағы ла нығыраҡ һиҙелер, иншәллаһ. Етмеш йылдан ашыу атеизмдан һуң, егерме йыллыҡ эҙләнеү-тибенеүҙәрҙән һуң, ниһайәт, халҡыбыҙҙың саф үҙ телендә дини гәзите сыға башлауын Аллаһы Тәғәләнең беҙгә биргән бүләге, Уның беҙҙең халыҡҡа күрһәткән рәхимлеге, йомартлығы итеп ҡарар кәрәк. Бөгөн иһә гәзитебеҙ 9000-лек тираж менән сыға, уны республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә түҙемһеҙләнеп көтөп алалар, һорайҙар, уҡыйҙар, тараталар. Иншәллаһ, киләһе ярты йылға гәзиткә яҙылыусылар һаны ла шулай күп, һәм беҙ артабан да шулай берҙәм, дәррәү булырбыҙ, тип өмөт итәм. Әлбиттә, гәзит 9 мең - 10 меңлек тиражда ғына туҡталып ҡалырға тейеш түгел. Маҡсат – башҡорт телендә уҡый алғандай һәр ғаиләгә барып етеү. Әгәр Башҡортостанда ундай ғаиләләр һаны 100 мең икән, беҙҙең тираж да шундай булырға тейеш, иншәллаһ. Шулай уҡ, күрше төбәктәрҙәге мосолмандар менән дә тығыҙ бәйләнешкә сығыу планлаштырылған. Аллаһ ҡына, доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡылып, һәр саҡ юлдарыбыҙҙы асыҡ һәм дөрөҫ итһен инде.
Тағы ла ниндәй үҙенсәлектәрен билдәләп үтергә була был баҫманың?

Беренсенән, «ВАҠЫТ!» – бойондороҡһоҙ, ирекле гәзит. Уны ойоштороуҙа ла, сығарыуҙа ла бер ниндәй хөкүмәт тә, бүтән берәй дәүләт органы ла ҡатнашмай. Һәм шул сәбәпле был гәзит биттәрендә һеҙ президент сәфәрҙәренән отчёттар ҙа, диниә назараты тормошонан фоторепортаждар ҙа һ.б. күрмәҫһегеҙ. Бында бөтә һүҙ – бөгөнгө көндәлек тормош өсөн нимә иң кәрәге, киләсәктәге нимәләр өсөн борсолоу мөһим, Ахирәттә яҡшы йәшәү өсөн нимәләр талап ителә – шул турала. Беҙҙең төп ниәт – кемделер пиар итеү ҙә, халыҡ алдында, эш булмағанда эш булһын тип, тамаша ҡылыу ҙа түгел, әстәғәфируллаһ, ә белем таратыу. Халыҡта белем булғанда ғына төрлө ыҙғыш-низағтарға юл ябылыр, гонаһтар кәмер, көфөрлөк һәм мәжүсилек юҡҡа сығыр. Икенсенән, «ВАҠЫТ!» гәзите мөхәрририәте ни бары 3-4 кешенән тора. Шул сәбәпле беҙ, редакцияларында егермеләп-ҡырҡлап хеҙмәткәр тотҡан бүтән республика баҫмаларынан айырмалы рәүештә, яҙылыу кампанияһынан килгән аҡсаны тулыһынса тиерлек хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡына сарыф итергә мәжбүр булмаясаҡбыҙ. Иншәллаһ, бөтә эш хаҡтарын, гонорарҙарҙы, төрлө һалым һәм комиссияларҙы түләп бөткәндән һуң артып ҡаласаҡ аҡса Исламға ҡағылышлы китаптар, буклеттар, дискылар сығарыуға, ауылдар буйлап командировкаларға йөрөүгә йүнәлтеләсәк. Йәғни, беҙҙең гәзиткә ни тиклем күберәк кеше яҙылған һайын, Башҡортостан мосолмандарының дәғүәт алып барыу мөмкинлектәре артасаҡ ҡына, Алла бирһә! Өҫтәүенә, беҙҙең гәзит хеҙмәткәрҙәре эш хаҡы өсөн дә түгел, ә күберәк Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн тырышалар, әлхәмдүлиллаһ. Әйткәндәй, әгәр арағыҙҙа кемдер көслө һәм аңлайышлы итеп яҙыу һәләтенә эйә икән, журналистика тигән нәмә лә уның өсөн ниндәйҙер кимәлдә ят түгел икән, үҙе иһә Ислам өсөн һәм мосолмандар өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итергә әҙер икән, «Ваҡыт!» гәзите һеҙҙе рәсми рәүештә хеҙмәттәшлеккә саҡыра. Шылтыратығыҙ, яҙығыҙ – бөтә варианттарҙы ла ҡарарбыҙ. Һәм, ғөмүмән, быйыл да, икенсе йылда ла һеҙҙән күпләп хаттар, шылтыратыуҙар, һорауҙар, тәҡдимдәр, тәнҡит, яңы мәҡәләләр, яңы рубрикалар, темалар көтөп ҡалабыҙ.

Ислам – ул мәсет, мулла һәм мөәззин генә түгел, Ислам – ул көндәлек ябай тормош та, бөтә был һәм теге донъя ла, күренгән дә, күренмәгән дә, йәше лә, олоһо ла, байы ла, ярлыһы ла. Ислам беҙһеҙ ҙә артабан үҫә һәм көсәйә ала, әммә беҙ иһә Исламһыҙ бөлөрбөҙ һәм был донъяла ла, теге донъяла ла еңеләүҙә ҡалырбыҙ. Эй, халыҡ! Телевизорҙар артына боҫмағыҙ, донъя малына артыҡ әүрәмәгеҙ, бөгөндән үк шәһәҙәт һүҙҙәрен әйтегеҙ, Аллаһ ҡушҡанса, Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) өйрәткәнсә йәшәй башлағыҙ! Йәннәткә ашығығыҙ, мосолмандар! Йәннәт рәхәтлеге генә мәңгелек, Йәннәт муллыҡтары ғына мәңгелек!

Әссәләмү ғаләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү!
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Ҡөрьән Кәрим башҡортса
22-11-2010, 12:07 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 683
Ҡөрьән Кәрим башҡортсаӘссәләмәғәләйкүм, мөхтәрәм замандаш!
Бына хәйерле сәғәттә ҡулыңа Ҡөрьән алдың. Халҡыбыҙҙың Ислам динен ҡабул итеүенә бер мең йылдан ашыу уаҡыт үткәс, уны тәүге тапҡыр үҙ телебеҙҙә уҡыу бәхетенә ирештек.
Ҡөрьән — мосолмандарҙың иң ҡәҙерле, иң изге китабы. Үҙенсәлекле фәнни-фәлсәфи һәм хоҡуҡи әһәмиәткә эйә булған был ҡомартҡы ғәрәптәр һәм Ислам динен тотҡан башҡа халыҡтар өсөн генә түгел, бәлки бөтә донъя мәҙәниәтенә һәм мәғрифәтенә бик ҙур йоғонто яһаған, тиңдәше булмаған әҫәр. Ә инде уның шәреҡ халыҡтарының дөйөм үҫешенә, тормош ҡанундарына индергән өлөшөн баһалап бөтөү мөмкин түгел. Донъялағы өс оло диндең береһенең нигеҙен тәшкил иткән был әҫәрҙе Европа телдәренә тәржемә итеү XII быуатта уҡ башланған. Рәсәйҙә Ҡөрьәнден, рус телендәге беренсе тәржемәһе Петр 1-нең ҡушыуы буйынса 1716 йылда баҫтырып сығарыла. Һуңғараҡ уны Ислам динен тотоусы халыҡтарҙың телдәренә лә тәржемә итә башлайҙар. Шулай итеп, Ҡөрьәнде башҡортса уҡыу ихтыяжы күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Ошо ғәйәт ҡатмарлы бурысты аңлап, халҡыбыҙға үҙ телендә Ҡөрьән биреү теләге менән Дан Мәхмүт улы Кинельский (билдәле сәбәптәр арҡаһында 1937 йылдан һуң Абдулла Мәхмүт улы Иҙрисов шул исем менән йәшәгән) 1962 йылда эшкә тотона һәм уафатының алдынан, 1983 йылда, уны тамамлап ҡуя. Башҡорт халыҡ үҙәге «Урал»дың хәстәрлеге менән ойошторолған беҙҙең ижади төркөм шул тәржемәне камиллаштырыу өҫтөндә эшләне.
«Ҡөрьән» һүҙенең тура мәғәнәһе — «уҡыу» йәки «көйләп уҡыу». Әммә уны күсермә мәғәнәлә «изге китап» тип йөрөтәләр. Китаптың башҡа исемдәре лә бар: «Ҡөрьән кәрим», «Ҡөрьән шәриф», «Ҡәләм шәриф», «Әл-мусхәф», «Әл-китап», «Ҙикр» һәм башҡалар.
Ислам дине тәғлимәте буйынса, ул Алла тарафынан Ябраил фәрештә аша төрлө уаҡыттарҙа Мөхәммәт бәйғәмбәргә егерме өс йыл буйына бирелгән. Төрлө өйрәтеүҙәрҙән, дини бойороҡтарҙан, өгөт-нәсихәттәрҙән, кәңәштәрҙән торған был китап рифмалы проза (көйлө нәҫер) рәүешендә ижад ителгән. Ҡөрьән сүрәләргә, сүрәләр аяттарға бүленә. Ҡөрьәндә бөтәһе 114 сүрә, төрлө иҫәп буйынса 6204 - тән 6236 - ға тиклем аят бар. Хәҙерге ғалимдар ҡулланылышта булған Ҡөрьәндең төп нөсхәгә тура килеүенә һәм уның Мөхәммәт бәйғәмбәр аша индерелеүенә шик тотмай. Көндәлек тормошта (намаҙҙа, исем ҡушҡанда, ижаб ҡылыуҙа, мәйетте һуңғы юлға оҙатканда һ. б.) бөтә сүрәләр ҙә уҡылмай. Диндар кешеләргә Әл-Фатиха (Әлхәм) сүрәһен, Әл-Бәҡара сүрәһенең 255-се (Ҡөрьәндең ҡайһы бер баҫмаларында 256-сы аяттан башлана) аятынан башлап сүрә бөткәнсе (Аятел Көрсиҙе), Йасинды, Әл-Мөлөк сүрәһен (Тәбәрәкте) һәм китаптың һуңғы өлөшөндәге уаҡ сүрәләрҙе белеү етә. Китап тулыһынса Ҡөрьән сыҡҡанда ғына уҡыла.
Бындай хеҙмәтте тәржемә итеү бик ауыр. Тәржемәлә Ҡөрьәндең тулы мәғәнәһен биреп бөтөрөү мөмкин дә түгелдер. Китапты баҫырға әҙерләүсе ижади төркөм, текст аңлайышлыраҡ булһын тигән маҡсат ҡуйып, Ҡөрьәнгә һүҙҙәр өҫтәп тәржемә итеүҙән һаҡланды. Шулай итеп, был хеҙмәтте һүҙмә-һүҙ тәржемә тип ҡарарға мөмкин. Әммә ғәрәп теле менән башҡорт телендәге айырым төшөнсәләрҙең тап килмәүе арҡаһында тәржемәлә аҙ ғына ябайлаштырып алынған урындар ҙа булды. Башҡортса ҡайһы бер һөйләмдәрҙең ҡолаҡҡа бигүк ятышлы яңғырамауының сәбәптәре хаҡында ла әйтергә кәрәк: бында ғәрәпсә һөйләмдең бер нисә аятҡа бүлгеләнеүенә хыянат итмәҫкә, йәғни аяттарҙағы һүҙҙәрҙе урынында ҡалдырырға тырышыу өҫтөнлөк итте. Беҙ, шулай уҡ, байтаҡ һүҙҙәрҙе ғәрәпсә ҡалдырыу яғында ла булдыҡ, сөнки уларҙың ҡайһы берҙәре үҙ заманында халҡыбыҙ телендә булған, икенселәрен күп һүҙ менән аңлатып бирергә тура килер ине. Һирәк урындарҙа ғына, дүрткил йәйәләр эсенә алып, фараз ителгән һүҙ өҫтәп яҙылды. Китапҡа махсус һүҙлек бирелде.
Шуны ла әйтергә кәрәк: БССР Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты ғалимдарының фатихаһын алып, айырым һүҙҙәрҙең яңғырашын һөйләү теленә яҡынлаштырыу маҡсатында ғәмәлдәге грамматика буйынса «в» хәрефе яҙылырға тейешле урындарҙа «у», «ү» хәрефтәре алынды: «уаҡыт», «үәхи»; һүҙлектәрҙәге «пәйғәмбәр» урынына «бәйғәмбәр» тип яҙылды.
Был хеҙмәт ғәрәп теленән һүҙмә-һүҙ тәржемә тиһәк тә, эш барышында Ҡөрьәндең С. Г. Саблуков, И. Ю. Крачковский тарафынан башҡарылған русса тәржемәләренән, 1988 йылда Лондонда инглиз теле аша руссаға тәржемә ителгән Ҡөрьәндән, ғәрәп телендәге «Тәфсир әл-Джәләләйн» тигән китаптан, Ислам дине тарихы буйынса эшләүсе үҙ илебеҙ һәм сит ил ғалимдарының хеҙмәттәренән файҙаландыҡ. Башҡортса тексты Өфө мәхәлләһе имам-хатибы ҡазый Нурмөхәмәт хажи Ниғмәтуллин хәҙрәт (1—9-сы сүрәләр), Сибай мәхәлләһе имам-хатибы Әғләметдин хажи Ғәзизов хәҙрәт (10—29-сы сүрәләр), Стәрлетамаҡ мәхәлләһе имам-хатибы Ришат хажи Рафиҡов хәҙрәт (30—114-се сүрәләр) ҡарап сыҡты. Улар, «Тәсһилүл Бәйән», «Тәфсир Фауаид», «Тәфсир Әл-Итҡан», «Тәфсир Ноғмани»ҙарға нигеҙләнеп, ҡиммәтле иҫкәрмәләр яһаны. Транскрипцияны эшләүҙә Ишембай мәхәлләһе имам-хатибы Рәфҡәт хажи Рафиҡов хәҙрәт ярҙам итте. Ҡөрьәнде баҫырға әҙерләүсе ижади төркөм уларға, шулай уҡ эште ойошторорға булышҡан Баһауетдин Зәйнетдиновҡа (Өфө), «Магнит» кооператив институтына, Бикмөхәмәтов Рәфҡәт Ғәбделсамат улына, (Ишембай ҡалаһы), Хоҙайбирҙин Рауил Абдулла улына, машинкала баҫҡан Нәфисә Булат ҡыҙы Фәйзуллинаға оло рәхмәт белдерә.
Айырыуса Ҡөрьәнде сығарыуҙа матди яҡтан ярҙам күрһәткән Башҡортостан хөкүмәтенә рәхмәтебеҙ ҙур.
Ҡөрьәндең ошо тәүге тәржемәһе дин әһелдәре араһында ла, ғилми хеҙмәткәрҙәр һәм Ислам дине менән таныш булған, ҡыҙыҡһынған милләттәштәребеҙ тарафынан да ғәҙел баһаланыр, уны артабан яҡшыртыу буйынса эшлекле кәңәштәр әйтелер — тип ышанабыҙ, киләсәктә Ҡөрьәндең әҙәби тәржемәләре һәм тәфсирҙәре лә булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Ижади төркөм.

quran_bashqortsa.rar [420.5 Kb] (cкачиваний: 32)
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Пикет против преследований мусульман в Башкирии. Уфа.
20-10-2010, 10:52 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 958
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Беҙ - бәйғәмбәрле милләт, шуға үҙ бәҫебеҙҙе үҙебеҙ белеү фарыз...
2-02-2010, 19:14 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 925

Хеҙмәттәшебеҙ, яҙыусы, журналист, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар, Журналистар союздары, Әҙәбиәт фондтары ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, ике проза, өс шиғыр йыйнтығы һәм ике публицистик китап авторы Әхмәр Үтәбайға 50 йәш. Әхмәр Ғүмәр улы беҙҙең гәзиткә төрлө урындарҙа эшләп, апаруҡ ҡына тормош һәм ижад тәжрибәһе туплап килде. Шуға күрә яңы баҫманың бер ниндәй ҙә гәзит-журналға оҡшамаған үҙ концепцияһын формалаштырыуҙа уның да индергән өлөшө ҙур булды. Күптәр Әхмәрҙе тормош, донъя, милләт яҙмышы, тарих хаҡында фәлсәфәүи юҫыҡта фекер йөрөтөүсе ижадсы итеп белә. Әммә уның менән яҡындан аралашҡандар һәр нәмәнән көлкө, юмор таба белеүсе иҫ киткес әүҙем әңгәмәсе, сурытыусы булыуына ла шаһит. Ҡыҫҡаһы, һүҙҙе оҙонға һуҙмайынса, хеҙмәттәшебеҙҙе “Киске Өфө”ләр һәм бөтөн уҡыусыларыбыҙ исеменән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ һәм әңгәмә ебен Әхмәр Үтәбайҙың үҙенең ҡулына тотторабыҙ. Был юлы ул беҙгә һуңғы ваҡыттағы төрлө юҫыҡта уйланыуҙарынан өҙөктәр килтерә.

Исемемдең мәғәнәһе
Донъяға тыуғас та, аҙаҡ та туҡтауһыҙ илағанмын. Миңә Әхмәр исемен һайлап ҡушыусы Халис ҡартатайымдың бер туған ҡустыһы Мөхлис олатай юҡҡа ғына ошо исемгә туҡталмағандыр, тием. Әхмәр ғәрәпсәнән "ҡыҙыл" тигәнде аңлата. Ә ҡыҙылды нимә өсөн тағалар? Эйе, күҙ тейеүҙән һаҡлар-аралар өсөн. Бындай ғилемде ҡайҙан алған һуң Мөхлис олатай? Әлбиттә, үҙенең атай-олатайҙарынан. Халис ҡартатайым менән Мөхлис олатайымдың атаһы Суфыййән ҡартатай тәриҡәт юлындағы хәҙрәт булған. Ул ике тапҡыр хажға барған. Беҙҙең нәҫелдән икенсе булып былтыр атайым хажға барып ҡайтты.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Әйҙә, кәләш димләйек!
22-11-2009, 20:21 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 1137

Өфөлә мосолмандар өсөн таныштырыу үҙәге асылды
Башҡортостан диниә назараты ҡарамағында мосолмандар өсөн таныштырыу үҙәге асылды. Был үҙәктең эшмәкәрлеге, бурыстары хаҡында Диниә назаратының йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур АРЫҪЛАНОВ һөйләй:

Ғаилә илдең дә, милләттең дә нигеҙе
Республикабыҙҙа Ислам динен ҡабул иткән йәштәр бихисап, һуңғы йылдарҙа уларҙың һаны тағы ла артты. Шуға ла Ислам дине яңы үҫешеп килгән дәүләттә бындай Үҙәк төҙөлөүе бик әһәмиәтле, сөнки мосолмандарға клубтарға, дискотекаларға йөрөү харам һаналыу сәбәпле, уларға рөхсәт ителгән танышыу, аралашыу урыны булырға тейеш. Ислам ҡағиҙәләрен үтәп йәшәүсе мосолман икенсе яртыһының да мотлаҡ үҙенең фекерҙәше булыуын теләй бит.

Беҙ таныштырыу үҙәгенә егет-ҡыҙҙарҙы саҡырып, төрлө темаларға әңгәмәләр уҙғарабыҙ. Ошо әңгәмә барышында улар таныша, фекер алыша. Һөйләшеү аҙағынан сәй эсеүҙәр ойошторола. Беҙҙең төп бурыс - таныштырыу. Йәштәр артабан осрашыу, аралашыуҙы үҙҙәре хәл итә. Үҙәкте тик егет-ҡыҙҙарҙы таныштырыу урыны, тип кенә аңларға ярамай, шулай уҡ уның төп бурысы - мосолмандар араһында ҡәрҙәшлек ептәрен нығытыу. Бында мосолман йәштәре бер-береһе менән танышып, аралашыу даирәһен киңәйтә. Бер ятаҡта йәшәп, бер-береһенең мосолман икәнен белмәгән, беҙгә килеп күрешкән студенттар ҙа булды.

Ғаилә милләттең асыл тәбиғәтен, мәҙәниәтен, көс-ҡеүәтен һаҡлап тора. Милләт һау, сәләмәт булһын өсөн, иң тәү сиратта ғаиләләр матур, сәләмәт, ныҡлы булырға тейеш. Ғаилә ҡороу егет менән ҡыҙҙан ҙур яуаплылыҡ талап итә. Милләтебеҙ йәштәре араһында өйләнмәй, буйҙаҡ йөрөүселәрҙең күп булыуы аяныслы хәл. Минеңсә, был күренештең сәбәптәре - уларҙың Ислам ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәмәүендә. Дин тотоусы егет-ҡыҙҙар ғаилә ҡороуға ыңғай ҡарай, ә дини ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән йәштәрҙең күбеһе никах уҡытырға ашығып бармай, улар шикләнә, ҡурҡа, никахһыҙ ҙа йәшәп була, тип уйлап яңылыша.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

Уҡымлылар
» » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

«Урал» фонды

«Киске Өфө» гәзитенең сайты

«Bashqort.Com»










Сайт үҫешенә ярҙам

Яндекс.Деньги

41001328785603

WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094

Башҡортостаным
яңылыҡтары
Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

Киләсәккә рухи васыят

Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

Ғәфү итсе, нигеҙем!..

Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

Булғанда – бүреләй, булмағанда…

Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

Их, мунсаһы!

Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


Һорау

Әйе
Юҡ



Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
© 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.