Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Һабанай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
 



     
 
» Тупраҡ башҡорт бәхетелер, йәки Ер тигән тәхеттең хужаһы булайыҡ
30-04-2010, 11:12 | Хоҡуҡ | автор: Ilsur | Уҡылды: 683
Тупраҡ башҡорт бәхетелер, йәки Ер тигән тәхеттең хужаһы булайыҡ Уҙған аҙнала III Бөтөн донъя ҡоролтайына арналған саралар планына ярашлы, "Башҡортостан Республикаһының яңы иҡтисади үҫеше шарттарында ер менән файҙаланыу проблемалары" тигән түңәрәк ҡор уҙғарылды. Ошо мәртәбәле ҡорҙо ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты ағзаһы Динир Әхмәтйәнов алып барҙы, ә фекер алышыуҙа БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илдар Әминев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы Секретариатының мониторинг, системалаштырыу һәм кодификация бүлеге мөдире Шамил Мөхәмәтдинов, БР фәндәр академияһының Ижтимағи-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты директоры Рим Вәлиәхмәтов, ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты ағзаһы Иршат Аҫылғужин, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Закирйән Ғатауллин, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зифҡәт Сәйетғәлиев һәм башҡа белгестәр ҡатнашты.

Башҡорт халҡының үҙ теленә, диненә һәм төйәк иткән еренә мөнәсәбәте уның булмышында, донъяға ҡарашында, йәшәйеш ҡанундарында асыҡтан-асыҡ сағыла. Күп быуаттар дауамында һаҡлана килгән аҫабалыҡ хоҡуғы Уралға һәм уның тирәләй йәйрәп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ ерҙәргә хужа булған башҡорт халҡының азат һәм бойондороҡһоҙ рухын һаҡлаусы фактор булыуына шик юҡ. Тап шуның өсөн үҙ еренән мәхрүм ҡалған милләттәштәребеҙ төшөнкөлөк һәм фәҡирлек ҡапҡанына эләгә лә инде. Заман менән бергә тарих та үҙгәреп тора, әммә уның ҡабатланған мәлдәрендә элекке хаталар замандаштарыбыҙға һабаҡ булһын ине. Бөгөн ергә хоҡуҡ мәсьәләһе яңынан халҡыбыҙ киләсәген билдәләүсе иң әһәмиәтле проблемаларҙың береһенә әйләнде.

Сәйәси һәм иҡтисади үҙгәрештәр ауылдарҙа көн итеүсе ватандаштарыбыҙға элегерәк төшөбөҙгә лә инеп сыҡмаған мөмкинлек - билдәле сиктәрҙә ер биләү, уның ысын хужаһы булыу хоҡуғын бирҙе. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе хосусилаштырыу ауыл халҡын ысын мәғәнәһендә ерле халыҡ, тип нарыҡларға нигеҙ бирә. Был процесс Рәсәй Федерацияһы субъекттарында уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ башҡарылһа ла, ерҙе хосусилаштырыу буйынса тейешле хоҡуҡи-норматив база булмауы сәбәпле, Башҡортостанда ул 2006 йылда ғына ғәмәлгә ашырыла башланы. Әлбиттә, был башҡа төбәктәрҙә күҙәтелгән етешһеҙлектәрҙе булдырмау, ауыл хужалығын байтаҡ ҡына ваҡыт арауығында билдәле бер кимәлдә тамам тарҡалыуҙан һаҡлап ҡалыу йәһәтенән бик уңайлы булды. Әммә ерҙе хосусилаштырыуҙы бик оҙаҡҡа һуҙыуҙың ауыл хужалығын заманса үҙгәртеп ҡороу, яңы иҡтисади мөмөкинлектәрҙе файҙаланыу өсөн үтеп сыға алмаҫлыҡ кәртә булыуы ла билдәле. Тап шуның арҡаһында файҙаланылмай ятҡан ауыл хужалығы ерҙәре самаһыҙ күбәйеп китте.

Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған әлеге түңәрәк ҡорҙа ауыл хужалығы ерҙәрен хосусилаштырыу барышы һәм ер менән файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса көнүҙәк мәсьәләр буйынса байтаҡ тәнҡит һүҙҙәре һәм эшлекле тәҡдимдәр яңғыраны. Дәүләт ер иҫәбе мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан Республикаһының ер фонды 14 миллион 294,7 мең гектар тәшкил итә, шуның 7 миллион 730, 5 мең гектары, йәғни 54,1 проценты ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡарай. БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында тупланған мәғлүмәт буйынса 2010 йылдың 1 апреленә республикабыҙҙың 982 ауыл хужалығы ойошмаһында, йәиһә ауыл биләмәләрендә бөтәһе 350 006 кешегә ер өлөшө (пайы) алыу хоҡуғы бирелеп, хосусилаштырыла торған ерҙәрҙең дөйөм майҙаны 2 277 248 гектар тәшкил итте.

Законға ярашлы, 2010 йылдың 1 ғинуарынан граждандарға ер пайҙары биреү тамамланды. Әммә был ерҙе хосусилаштырыуҙың тамамланыуын аңлатмай әле. Әлеге көнгә барлығы 256 575 кеше генә Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль регистрация хеҙмәте идаралығы аша үҙенең ер өлөшөнә хоҡуғы булыуы теркәлгән таныҡлыҡ алған. Республика буйынса 982 ауыл хужалығы ойошмаһының һәм ауыл биләмәһенең 210-ында ғына милек хоҡуғын теркәү тулыһынса тамамланған. Түңәрәк ҡорҙа сығыш яһаусылар был өлкәлә әүҙемлек етмәүен урындағы хакимиәттәрҙең халыҡ менән тығыҙ эш алып бармауында күрә. Хосусилаштырылған ерҙәр менән артабан закон нигеҙендә иркен файҙаланыу өсөн ер пайына хоҡуғы булғандарҙың барыһының да теркәү процедураһын үтеп, махсус таныҡлыҡ алыуы мотлаҡ. Был эште лә һуҙһаҡ, йөҙәрләгән мең гектар майҙандағы ерҙәребеҙҙең бер файҙаһыҙ эшкәртелмәй ятыуы дауам итәсәк.

Түңәрәк ҡорҙа тағы ла бер мөһим мәсьәлә - ер пайы алған кешеләрҙең хосусилаштырылған дөйөм ер иҫәбенән үҙҙәренә тейешле ер участкаһын бүлеп алыу мөмкинлеге тураһында етди фекер алышыу булды. Ҡорҙа ҡатнашыусы белгестәр ошо мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү өсөн аныҡ юридик механизм булмауы, ерҙе межалау эштәрен башҡарыу һәм кадастр иҫәбенә ҡуйыу өсөн түләүҙең ауыл кешеһе өсөн үтә ҡиммәт булыуы һәм башҡа ҡаршылыҡтар тураһында лә әйтеп үтте. Ни эшләптер, ошо хаҡта һүҙ сыҡһа, айырым шәхестәргә йәки үҙ-ара килешеү нигеҙендә берләшкән төркөмгә ер участкаларын бүлеп биреү ошондай участканың майҙаны 50 гектарҙан кәм булмағанда ғына (Башҡортостанда бүлеп бирелә торған аныҡ ер участкаһы майҙанының минималь күләме шулай) ыңғай хәл ителәсәк, тип фекер йөрөтәләр. Әммә бында үтеп сыҡмаҫлыҡ бер ҡаршылыҡ та юҡ: "Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында"ғы Федераль законда аныҡ бүлеп бирелә торған ер участкаларының РФ субъекты билдәләгән минималь күләмдән кәмерәк була алыуын билдәләгән норматив положение бар. Шуға күрә беҙҙә лә айырым ер участкаһын бүлеп алыу өсөн ер пайы (пайҙары) майҙанының кәмендә 50 гектар булыуы һәр осраҡта ла мотлаҡ түгел. Үрҙә күрһәтелгән законға ярашлы (4-се статья, 1-се пункттың 4-се өлөшө), әгәр шәхси ярҙамсы хужалыҡтың йәиһә крәҫтиән фермер хужалығының төп эшмәкәрлеге булған баҡсасылыҡ, йәшелсә үҫтереү, ҡошсолоҡ, умартасылыҡ һ.б. өлкәләрҙә ауыл хужалығы продукцияһын етештереү технологиялары РФ субъекты билдәләгән минималь майҙандан кәмерәк булған ер участкаһында эш итә алыуҙы тәьмин итһә, ер пайы (пайҙары) хужаһы ошо ер участкаһын аныҡ билдәләп, бүлеп алыу хоҡуғына эйә. Мәҫәлән, ер пайы өлөшөн үҙеңдең шәхси ярҙамсы хужалығыңды булдырыу йәиһә булғанына өҫтәү, умарталыҡ тотоу өсөн бүлеп алып була, сөнки бының өсөн 3-4 гектар ер ҙә етә. Пайҙарға бүленгән һөрөнтө ерҙәр бер ауыл биләмәһенә ҡараған барлыҡ ауыл пайсыларының уртаҡ милеге булып торғас, аныҡ урыны билдәләнгән ер участкалары пайсыларҙың дөйөм йыйылышының ҡарары менән бүлеп бирелә. Хатта йыйылыш ошоға ризалыҡ бирмәгән хәлдә лә, закон пайсыға айырым ер участкаһын бүлеп алыуҙың башҡа юлдарын (судҡа мөрәжәғәт итеүгә тиклем) рөхсәт итә.

Ер мәсьәләләрен хәл итеүҙә урындарҙағы хакимиәт етәкселәренең роле тураһында ла һүҙ булды түңәрәк ҡорҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер төбәктәрҙә етәкселәр үҙҙәренә тапшырылған дәүләт әһәмиәтендәге бурысты тиҙ арала һәм сифатлы итеп башҡарып сығыу хаҡында артыҡ баш ватып маташмай килде. Киреһенсә, үҙебеҙҙең ерҙәрҙе башҡа төбәктәрҙән килеүселәр ҡарамағына тапшырыуға "ең һыҙғанып" тотоноусы башлыҡтар ҙа табылып тора. Бөгөн хосусилаштырылған ерҙәргә тиҙ арала теркәү процедураларын уҙғарыуҙы тамамлап, уларҙы файҙаланыуҙың мөмкин булған барлыҡ формаларын ҡуллана алыу фарыз. Ер - тәбиғәттән бирелгән дөйөм халыҡ байлығы, һәм уның буш, түлһеҙ ятыуынан айырым кешегә лә, илгә лә файҙа булмаясаҡ.

Ергә милек хоҡуғы теркәлгән һәм теләге булған һәр кемдең үҙенә тейешле ерҙә ауыл хужалығы продукцияһы етештерә алыу хоҡуғын ғәмәлгә ашыра алыуына урындарҙағы етәкселәр булышлыҡ итергә тейеш. Байтаҡ ҡына ер майҙандарының күп йылдар буйы эшкәртелмәй ятып, сүп үләндәре, ҡыуаҡ-һауаҡ һәм ағас менән баҫылып барыуына үҙебеҙ шаһитбыҙ. Бигерәк тә оло юлдарҙан ситтә ятҡан төпкөл ауылдарҙа хәҙер ер эшкәртерлек йәштәге кешеләрҙең аҙайғандан-аҙая барыуы ла бик хәүефле күренеш. Бар ғүмерен ауыл хужалығы иҡтисадын үҫтереүгә бағышлаған ғалим Зифҡәт ағай Сәйетғәлиевтың: "Башҡорт үҙ еренең хужаһы булыуҙан туҡтаһа, уның милләт булараҡ һаҡланып ҡалыуына оло хәүеф тыуасаҡ, шуға күрә был милләтебеҙҙең иң төп мәсьәләһе итеп ҡаралырға тейеш", тигән һүҙҙәре замандаштарыбыҙҙы һиҫкәндереп, ауыл хеҙмәтсәндәренең дә, урындарҙағы етәкселәребеҙҙең дә халҡыбыҙ киләсәге алдындағы яуаплылығын көсәйтһә ине, тип теләйек.

Бынан 100 йыл самаһы элек йәш, әммә оло йөрәкле һәм зирәк аҡыллы шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич тыуған ерен, уның ҡөҙрәтле тупрағын данлап, "Тупраҡ башҡорт бәхетелер, бәхетебеҙҙең тәхетелер" - тигән һүҙҙәре менән үҙ халҡына мөрәжәғәт иткән. Уның: "Тупраҡ китһә, һау бул, донъя, өҙөлмәктер самабыҙ", - тиеүе лә бөгөнгө ватандаштарыбыҙға хәүефле киҫәтеү булып яңғыраған кеүек. Ер-тәхетебеҙҙе сит-яттар ҡулына үҙ теләгебеҙ менән бирмәһәк, үҙ бәхетебеҙҙән үҙебеҙ ваз кисмәһәк ине, туғандар.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

Илдар ӘМИНЕВ, БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары:


Рәсәй Федерацияһында 1992-1994 йылдарҙа ер реформаһы барышында 12 миллион гражданға 115 миллион гектар ауыл хужалығы ерҙәре дөйөм милектәге ер пайҙары рәүешендә бүлеп бирелгәйне. Ер массивтарының да, граждандарға тәғәйенләнгән ер өлөштәренең дә сиктәре билдәләнмәүе арҡаһында әлегә тиклем ошо ерҙәр тулыһынса кадастр иҫәбенә индерелмәгән, ә был пайсыларҙың ер участкаларына хоҡуғын дәүләт теркәүенә ҡуйыуҙы тотҡарлай. Һөҙөмтәлә әлегә тиклем 12 миллион ер милеге хужаһының 1,4 миллионы ғына үҙ ерҙәренә дәүләт теркәүе үткәреп, законлы рәүештә файҙаланыу хоҡуғы алды.

Беҙҙә эштәр башҡасараҡ тора. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе хосусилаштырыу республикабыҙҙа бының өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылғас, 2006 йылда ғына башланып, әлеге көнгә уның беренсе этабы тамамланып килә. Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында граждандарҙың ер участкаларына хоҡуғын теркәү дауам итә. 2010 йылдың 1 апреленә был эш 939 ауыл хужалығы ойошмаһында һәм ауыл биләмәһендә алып барыла. Бөгөнгә республика буйынса 265 575 кеше, йәғни барлыҡ пайсыларҙың 73,3 проценты ергә хоҡуғы теркәлгән таныҡлыҡ алған. Саҡмағош, Благовещен райондарында был эш тулыһынса тамамланһа, Дыуан, Күгәрсен, Көйөргәҙе һәм Шишмә райондарында 90 процентҡа етеп, тамамланыуға табан бара.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика буйынса 41 ойошмала граждандарҙың ер участкаһына хоҡуғын теркәү бөтөнләйгә башланмаған. Бөрө районында - 8 хужалыҡ, Бүздәктә - 7, Балаҡатайҙа - 4, Архангель, Йәрмәкәй, Миәкә, Салауат райондарында - 2-шәр, Илеш, Кушнаренко, Өфө һәм Федоровка райондарында берәр ойошма ошо йәһәттән һүлпәнлек күрһәтә. Уларҙың киләсәктән ни көтөүен әйтеп аңлатырлыҡ та түгел. Ә Дәүләкән районында 9 хужалыҡ буйынса өлөшләтә дөйөм милеккә тәғәйенләнгән ерҙәр әлегә тиклем кадастр иҫәбенә индереп бөтөрөлмәгән. Йәрмәкәй районының 2 хужалығы үҙ ирке менән үҙҙәренең ер участкаһына хоҡуғын теркәүҙән рәсми рәүештә баш тартҡан. Ер участкаларына милек хоҡуғын теркәүҙең оҙаҡҡа һуҙылыуы ауыл хужалығы ерҙәрен һөҙөмтәле файҙаланыу йәһәтенән тотҡарлыҡ тыуҙыра. Был ауыл халҡына ла, урындағы үҙидара һәм дәүләт органдарына ер менән иркен эш итеүгә кәртә булып, килем алыу мөмкинлектәрен кәметә. Әгәр бер хужалыҡта өлөшләтә дөйөм милек иҫәбенән ер пайы алған граждандарҙың барыһы ла үҙ хоҡуғын юридик яҡтан теркәмәһә, һәр кем үҙенә тейешле аныҡ ер участкаһын бүлеп тә ала алмай, ерҙе ҡуртымға биреп тә, һатып та, башҡа төрлө файҙаланып та булмай. Бындай мәсьәләләр айырым хужалыҡта ер хоҡуғы теркәлеү тулыһынса тамамланғас пайсыларҙың дөйөм йыйылышында хәл ителә. Әгәр ҙә граждандар 3 йыл дауамында үҙҙәренең ер участкаһына хоҡуғын теркәмәһә, был ерҙәр уларға кәрәкмәгәнгә иҫәпләнеп, дәүләт йәки муниципаль милеккә күсереләсәк.

Рәсәйҙең ер ҡануниәтенә ярашлы, ер мәсьәләләренең дөрөҫ хәл ителеүен тәьмин итеү маҡсатында дәүләт, муниципаль, производство һәм йәмәғәт ер контроле булдырыу ҡаралған. Беҙҙә әлегә йәмәғәт ойошмаларының ерҙәребеҙҙе файҙаланыу өлкәһендә махсус контроль алып барыу менән шөғөлләнгәне юҡ. Ер мәсьәләләрен хәл иткәндә урындағы халыҡтың мәнфәғәттәрен күҙәтеүҙе йәмәғәт ойошмаларынан да һөҙөмтәлерәк ойоштороусы башҡа органды табыуы ҡыйын. Шулай булғас, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитеты һәм уның төбәк ойошмалары ошо мәсьәлә буйынса ла бик файҙалы эштәр башҡара алыр ине.

Закирйән ҒАТАУЛЛИН, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:

Әлеге көнгә 156 мең гектар тәшкил иткән район ерҙәренең 73 мең гектары ойошмалар, йәиһә айырым шәхестәрҙең милегенә ҡарай. Ерҙәрҙең бер өлөшө 9460 шәхси ярҙамсы хужалыҡ ҡарамағына һәм электән ергә хоҡуғы булған ойошмаларға бирелде. Ер пайы алыу хоҡуғы бирелгән 4965 кешегә 52283 гектар майҙандағы ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе өлөшләтә дөйөм милек сифатында бүлеп биреү ҡаралғайны. Ошо ваҡытҡа тиклем 4118 кеше (83%) ер участкаһына хоҡуғы теркәлгән таныҡлыҡ алды, 253 кеше (6%) ошндай хоҡуҡтан баш тартты. 17 ауыл хужалығы ойошмаһының 6-да был эш тамамланды. Әммә ерҙәрҙе хосусилаштырыу ошоноң менән тамамланды, тип әйтергә иртәрәк әле. Был өлкәлә хәл ителмәгән проблемалар бар. Үҙҙәренә тәғәйен ер участкаһын аныҡ билдәләнгән урындан бүлеп, айырып алырға ниәт итеүселәр бар. Башҡа пайсыларҙың рөхсәтен алғандан һуң ул участканың сиктәре билдәләнеп, межалау процедураһы уҙғарылғандан һуң ул кадастр иҫәбенә ҡуйылырға тейеш. Кадастр паспортын алғас, бүлеп алынған ергә хоҡуҡты теркәү мөмкин була. Бер йәки бер нисә кешенең пайынан барлыҡҡа килгән ер участкаһын межалау эштәренең хаҡы, ошо ерҙәрҙе үлсәүҙең ҡатмарлығына ҡарап, 3-5 мең һумдан бер нисә тиҫтә мең һумға тиклем етеүе мөмкин. Ә был үҙе үк аныҡ ер участкаһын бүлеп алырға теләүсе өсөн кәртә булып тора.

Ғәмәлдә хосусилаштырылған ер хужаларының күбеһе бөгөн үҙ ерҙәрен файҙалана алмай, һәм ул ерҙәр эшкәртелмәй ята. Йыш ҡына ошо ерҙәрҙе арендаға алырға теләүселәр ҙә булмай. Законға ярашлы, межалау уҙғармайынса, был ерҙәрҙе өлөшләтә булһа ла арендаға биреп булмай.

Бөгөн прокуратураның элекке "Мечетлинское" тәжрибә-етештереү хужалығына ҡараған 1865 гектар ерҙең ошонда эшләгән 148 кешегә милеккә бирелеүен законһыҙ, тип ҡарауы менән килешмәйбеҙ. Ваҡытында Дәүләт акты менән ошо ерҙәр хужалыҡҡа даими срокһыҙ файҙаланыу хоҡуғы менән бирелһә лә, хужалыҡ етәкселеге уны законда ҡаралған тәртиптә, йәғни 2006 йылдың 1 ғинуарына тиклем үҙ милке итеп теркәү уҙғармаған. Ошо ваҡытҡа тиклем дәүләт теркәүе нигеҙендә сиктәре билдәләнмәгән дәүләт милкендәге ерҙәрҙе хосусилаштырыуҙы закон тыймай. Беҙ үҙебеҙҙең граждандарыбыҙҙың хоҡуғын яҡлай алырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Ерҙе хосусилаштырыуҙың төп маҡсаты - уның менән файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелегенә өлгәшеү. Әлегә беҙ ошо маҡсаттан йырағыраҡбыҙ. Ергә милек хоҡуғы бирелде, ер хужаларына бер юлы ике йылға иҫәпләнгән һалым да килде. Ә ерҙән әлегә улар бер һумлыҡ та файҙа алып өлгөрмәне бит. Бындай хәл үҙе үк көсөргәнешлек тыуҙыра. Тимәк, хосусилаштырылған ерҙәрҙе файҙаланыуға этәргес булған саралар ҡулланыу тураһында уйлашырға кәрәк. Минеңсә, эшкәртелгән ер майҙаны 100 гектарҙан 300-гә тиклем етһә, йәиһә ошо ерҙәрҙе бергәләп файҙаланыусылар 5 пайсынан да кәм булмайынса, улар етештергән ауыл хужалығы продукцияһының 40 проценты дәүләт һатып алыу акттары буйынса дәүләткә тапшырылһа, йәки дәүләт ҡуйған башҡа бер шарттар үтәлгән осраҡта, ер менән файҙаланыусыларға субсидиялар һәм дотациялар иң тәүге нәүбәттә бирелеүе мотлаҡ. Ғөмүмән, хосусилаштырылған ерҙәр әйләнешен мөмкин булғанса әүҙемләштереү, ауылда ер эшкәртеүсе урта эшҡыуарҙар класын булдырыу, ерҙәребеҙҙең арзан хаҡҡа һатылып бөтөп, ауылдарҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең ергә хужа булыу хоҡуғынан мәхрүм ҡалыуына юл ҡуймау, ауыл хужалығының һөҙөмтәлелеген тәьмин итеү өсөн беҙгә бик күп көс һалырға кәрәк буласаҡ.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ

Киске Өфө
 
 (голосов: 2)
| | Комментарийҙар (0) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Ерҙең яҙмышы пайсылар ҡулында
  • Агрохолдинг төҙөү мәсьәләһе ҡаралды
  • Йылайыр зонаһы фермерҙары мөрәжәғәт ҡабул итте
  • Төп хәстәребеҙ - эш урындарын арттырыу
  • Әллә өмәләп тормайыҡмы?..


  •  

    » Комментарий өҫтәү



    Уҡымлылар
    » » «Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын…»

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»










    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ил яҙмышы – ғаилә яҙмышы

    Нәҫелегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ, сөнки, бергә йәшәһәгеҙ ...

    Киләсәккә рухи васыят

    Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да ...

    Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

    Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа, Һөйә белһә, белһә һағына, Уйы менән эше татыу булһа, ...

    Ғәфү итсе, нигеҙем!..

    Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ...

    Булғанда – бүреләй, булмағанда…

    Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып ...

    Их, мунсаһы!

    Бүрәнәме, кирбесме? Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ...

    Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

    Ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2012 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.