Темәс халҡы ситтәргә һыр бирмәҫкә тырыша
Кисә иртә менән Баймаҡ районындағы Темәс ауылының «3-сө ферма» тип йөрөтөлгән биҫтәһендә халыҡ гөж килде. Биҫтәнең элекке контораһы янында 15-ләгән машина, 50-ләгән кешенең йыйылыуының сәбәбе – «Һәүәнәк» совхозының мал көтөү һарайҙары, ток һәм быға хәтлем урланып-һатылып бөтмәгән ҡалған мөлкәтен аҡтарып алып ҡайтыу маҡсаты менән Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһынан Валентина Ладыгина исемле шәхси эшҡыуарҙың килеүе.
2009 йылда үткән, совхоздың бер генә вәкиле лә белмәй ҡалған йәшерен судтың ҡарарын тотҡан эшлекле ханым бер үҙе генә түгел ине – Закон әфәндегә таяныуын дәлилләп, суд приставтарын эйәрткәйне. Ул ҡағыҙ буйынса, йәнәһе, В. Ф. Ладыгинаға ҙур партия цемент өсөн бурыслы ҡалған сит идарасылар (Исаян, Тулыбаев, Рәжәпов), бурыстарын түләп бөтмәү сәбәпле, уға совхоздың әҙме-күпме хаҡы булған мөлкәтен тапшырырға тейеш.
Ләкин Темәс ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Камалитдинов Бикйән Таңатар улының ҡулындағы документ – 2011 йылғы суд ҡарары телгә алынған идарасыларҙың был милеккә бер ниндәй хоҡуҡтары булмауын раҫлай.
Шуға ҡарамаҫтан, Ладыгина Суд приставтары федераль идаралығының Баймаҡ район-ара бүлеге хеҙмәткәрҙәре ярҙамында үҙ яғын ҡайыра – ике йыл элек сығарылған ҡарарға берәү ҙә протест белдереп мөрәжәғәт итмәгән, тимәк, был документ көсөндә ҡала.
Суд приставтары ла ябай халыҡтың ярһыу сығыштарына бер генә яуап ҡайтара: «2009 йылғы суд ҡарарын ғәмәлгә ашырыуҙы кисектереү тураһында ҡарарығыҙ булырға тейеш». Уныһы иһә темәстәрҙә әлегә юҡ, тейешле документтар әҙерләнә.
Туҡтағыҙ әле, хөрмәтле көтөлмәгән ҡунаҡтар. Ә һуң ул судтың булыуы хаҡында ауылда кем белгән? Совхозды сит идарасылар ҡулына биреү, совхозды банкрот тип таныу, уны һатыу буйынса аукцион хаҡында сит өлкә гәзитендә генә иғлан ителгән. Райондың элекке етәкселеге аукционды ситтә үткәргән. Ҡыҫҡаһы, ерле халыҡ бер ни ҙә белмәй ҡалды.
- Төҙөк базаларҙың бер кило ла металлоломлыҡ тимере, бер кирбесе лә ситкә сыҡмаясаҡ! - тип белдерҙе ҡапылғара йыйылған сходта ҡатнашыусылар.
Ваҡытында мөһим ваҡиғаларҙан ситтә ҡалған халыҡ хәҙер инде бер нигә ҡарамай үҙ тип күргән мөлкәтен яҡларға әҙер.
- Күп алдандыҡ, етте. – ти Темәс ирҙәре. – Үҙебеҙҙә лә совхозды тергеҙеп эшләрлек, халыҡҡа эш урыны бирерлек ир-егеттәребеҙ бар.
Райондың яңы башлығы И. Х. Ситдыҡовтың ҡарары буйынса, әлеге ваҡытта Баймаҡ районында данлыҡлы «Һәүәнәк» совхозын тергеҙеү буйынса инициатив төркөм эшләй. Ул саҡта эшһеҙ интеккән, Себергә йә башҡа сит ергә китеп, күп осраҡта алданып, бушлай бил бөгөп әрәм булған күпме ир-егеттәребеҙгә үҙ ерендә эш буласаҡ.
Халыҡты еңеренә бик ныҡ ышанған ҡатын Баймаҡтан йәнә бер машина суд приставтарын ярҙамға саҡыртты. Улары «һә» тигәнсе килеп тә төштө. Погонлы кешеләрҙең күбәйеүе халыҡты тағы ла ярһытып ебәрҙе.
4 сәғәткә яҡын барған тартҡылашыуҙан һуң Ладыгина, суд приставтары машинаһына ултырып, Баймаҡҡа юл тотто. Ишетеп белеүебеҙсә, ул әлегә был тарафтарҙан Ырымбурға ҡайтырға ашыҡмай – мөлкәтте алыу өмөтөн юғалтмаған.
Уттай эш ваҡытында ауыл халҡына тағы ла совхоз мөлкәтен яҡлап сығаһы бар әле…
Илсур Ирназаров, Темәс ауылы.
30.07.11
Белешмә өсөн:
2001 йылда «Һәүәнәк» совхозының 14 мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ере була, 6750 гектар иген, 5748 гектар мал аҙығы культуралары сәселә. Эре мал – 3300, һауын һыйырҙары – 1150 башҡа етә.
Йылына 24 918 центнер һөт, 2518 центнер ит етештерелгән.
Хужалыҡтың 129 тракторы, 46 комбайны, 73 йөк машинаһы һәм бихисап ауыл хужалығы техникаһы була. Яңы тирмәне, һөт һәм һөт ризыҡтары етештереү буйынса мини-заводы бар ине, һәр бүлексәлә ашханаһы, МТС-тары, тимерлектәре эшләне.